lang
stringclasses 1
value | title
stringlengths 3
183
| original_text
stringlengths 92
79k
| text
stringlengths 49
78.2k
| label
stringclasses 80
values | processed
bool 2
classes | url
stringlengths 42
284
| date
stringlengths 11
23
|
---|---|---|---|---|---|---|---|
ba
|
Балаларҙы "Еңеү вариҫтары" акцияһында ҡатнашырға саҡыралар
|
"Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Еңеү вариҫтары» акцияһы 22 июнгә тиклем оҙайтылды!Проект «Яңылыҡтар» хеҙмәте редакцияһы башланғысы менән ойошторолғайны. Унда 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәргә ҡатнашырға мөмкин.Акцияла ҡатнашыу өсөн геройығыҙҙың фотоһүрәтен, миҙалдарын тотоп, уның хаҡында башҡорт йә рус телендә һөйләп, видео төшөрөү талап ителә. Ролик бер минуттан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ тарихты шиғыр юлдарына һалырға йә музыка менән биҙәргә мөмкин – барыһы ла һеҙҙең ҡарамаҡҡа.Видеоларҙы 89373002023 телефон номеры буйынса WhatsApp йә Telegram месенджерына ебәрегеҙ. Видеояҙмалар bash.news сайтына урынлаштырыласаҡ, ә иң яҡшылары эфирға сығасаҡ!" - тип хәбәр итә ойоштороусылар.
yandex.
|
"Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Еңеү вариҫтары» акцияһы 22 июнгә тиклем оҙайтылды!Проект «Яңылыҡтар» хеҙмәте редакцияһы башланғысы менән ойошторолғайны. Унда 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәргә ҡатнашырға мөмкин. Акцияла ҡатнашыу өсөн геройығыҙҙың фотоһүрәтен, миҙалдарын тотоп, уның хаҡында башҡорт йә рус телендә һөйләп, видео төшөрөү талап ителә. Ролик бер минуттан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ тарихты шиғыр юлдарына һалырға йә музыка менән биҙәргә мөмкин – барыһы ла һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Видеоларҙы 89373002023 телефон номеры буйынса WhatsApp йә Telegram месенджерына ебәрегеҙ.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2023-05-13/balalar-y-e-e-vari-tary-aktsiya-ynda-atnashyr-a-sa-yralar-3256827
|
13 Май , 14:33
|
ba
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
|
Ир-аттар араһында ауылдың иң өлкән, хөрмәтле кешеһе ул Ғилметдин бабай Ситдиҡов. Һаулығына зарланмай, 92 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәйбәт кенә донъя көтөп ята. Әлбиттә, хәҙер бөтә эшен тиерлек балалары башҡара. Әммә йорт-ҡураны тәртиптә тотоуҙа яуаплылыҡты үҙ иңенән төшөрмәгән әле ул. Саҡ ҡына кәртәһе ҡыйшайғанын күреп ҡалһа, төҙәттерә һала. Картуф ҡаҙғанда ла ситтән генә ҡарап тормай, ярҙамлашып йөрөгән. Аты ла бар әле уның, нисек инде ауылда йәшәп, аҙбар буш торһон?! Күңелһеҙ бит улай. Беҙҙең әсәй-атайҙар, өләсәй-олатайҙар күп итеп мал тотоп өйрәнгән шул. Һыйырһыҙ, атһыҙ улар үҙҙәрен етем кеүек тоя, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Малдарын, ҡош-ҡорттарын ғаилә ағзаһы һымаҡ тәрбиәләп кенә торалар ине. Ғилметдин бабайҙың тәүге эш урыны ла ат фермаһы менән бәйле.
Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ беҙ уның менән. Оло йәштәге кешенән мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт белергә тырыштым. Үҙҙәре тарих бит өлкәндәр. Шуныһы һоҡландыра: күп ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләп, энәһенән-ебенә тиклем еткерҙе.– Һеҙҙең бала сағығыҙ һуғыш ваҡытына тура килгән бит инде, Ғилметдин бабай, белем алыу бәхете эләктеме һуң? – тип ҡыҙыҡһынам.1930 йылдың 8 мартында Бөрйән районы Ташлы утарында тыуған ул. Гөлмәнеүәр һәм Ғизметдин Ситдиҡовтар ғаиләһендә 5 бала үҫкәндәр.– Тәүҙә Ҡурғашлыла йәшәнек, шунан колхозлашыу башланғас, Брәтәккә күстек. Биш бала инек: мин, Шәүрә, Рамаҙан, Маһира, Шәһиҙә. Мәктәп 4 йыллыҡ булғас, V синыфты киске уҡыу менән саҡ тамамлап ҡуйҙым, – ти бабай.– О-о-о, ул осор өсөн яҡшы ғына белем алғанһығыҙ бит. Һуғыш ваҡытында үҫмер саҡтан эшләй башларға тура килгәндер әле...– 1942 йылда атайым һуғышҡа китте. Көҙ, ноябрь ине булһа кәрәк, сана юлы төшкәйне. Атайымды Бөрйәнгә (район үҙәген шулай тип йөрөтәләр) саҡырттылар. Мунса инеп, әҙерләнеп тороғоҙ, тип ҡайтарғандар. Бер-ике көндән ауылға 70-ләгән ылау килеп төштө. Район буйлап йыйылғандар инде. Беҙҙекеләр ҙә ҡушылды ла артабан Стәрле яғына ҡарай киттеләр. Хәрби комиссариаттан Алтынбаев тигән кеше оҙатып йөрөй ине фронтҡа китеүселәрҙе. Беҙ күпергә тиклем арттарынан эйәреп барҙыҡ. Магазин эргәһендә Халиҡов Йосоптоң атаһы Хафиз бабайҙың ҡурай уйнап торғаны әлегеләй күҙ алдында, – тип бер нөктәгә төбәлеп, хәтирәләрен теҙҙе бабай. – Бер-ике көн торғас, Ҡотлоғәләм бабай килде лә, улым, фермаға барып, атайың урынына аттарҙы ҡарап тораңмы әллә, тине. Миңә 12 йәш ине. Туҡта, олатайыма барып һорашайым да ул, бар, тиһә, барырмын, тип яуапланым. Ғибәҙетдин олатай, барһаң, бар һуң, уҡымайһың бит инде, исмаһам, нормаһы ла булыр, тине. Шунан әсәм табикмәктәр бешереп, кәртүк, тирмәндә тартҡан арыш ярмаһын һалып, киттем мин ат ҡарарға. Күп булһа, бер аҙна йөрөрһөң, шунан кеше табырбыҙ, тигәйнеләр. Бер аҙна ғына түгел, ай үтте, эшемде дауам иттем. Март айҙарында фермаға военкоматтан килделәр. Пётр Слепов колхоз рәйесе ине, ул да бар. Күҙе зәғиф булғанлыҡтан, һуғышҡа алынмай тороп ҡалғайны. Аттарҙы сығарып, бейеклектәрен, буйҙарын үлсәп, өйөр айғырын, тағы бер етлеккән тайҙы сығарып бәйләп ҡуйҙылар. Уларҙы һуғышҡа ебәрергә алып киттеләр. Яҙ булғансы, ҡар иреп, ер асылғансы, аттар көттөм. Ул ваҡытта бүре күп була торғайны, ҡолондарҙы тәләфләй башланылар. Шул сағында ҡурҡыныс та ине.Бер ҡайтҡанымда әсәйем, ҡайт, өйҙә эш күп, тигәс, рөхсәт алып, үҙебеҙҙең ауылда эш башланым.Ул ваҡыттарҙа өйҙө бикләп, һыйырҙарҙы ла үҙебеҙ менән ҡыуып алып китеп, ҡырҙа көҙгә тиклем бесән эшләй инек. Бәҙриямал апай – звено башлығы, әсәйем, Гөлмәнеүәр, Бәлхизә инәйҙәр, Хәҙисә, Фатима, Һәҙиә, Ғилминиса апайҙар менән беҙ, малайҙар, мал аҙығы әҙерләнек...Бына шулай бәләкәйҙән эшләргә тура килгән һуғыш осоро балаларына. Ғилметдин бабай атаһының яуҙан Еңеү менән, бер ҡулын күкрәгенә аҫып ҡайтҡанын да иҫләп алды. Һуғыштан һуң ауылда «1 май» исемле промартель асыла. Ир-аттар күберәк ағас эше – бүрәнә ҡырҡыу, ташыу, пилорамала быстырыу менән булһа, бүтәндәр һалабаштан ҡап, септә һуға. Ғилметдин бабай ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләй, алдынғылар рәтендә булып, фотоһы Почёт таҡтаһынан төшмәй. «Шул осорҙа етеш йәшәнек», – ти ул. 60-сы йылдарҙа артелдәрҙе бөтөрөп, өс ауылды берләштереп, колхоз төҙөйҙәр.Ғилметдин бабай 1950 йылда әрмегә алынып, Сахалинда һәм Курил утрауҙарында хеҙмәт итә.1970 йылда уға «Атҡаҙанған колхозсы» тигән исем бирелгән, миҙал менән бүләкләнгән. Шәүрә инәй менән 8 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. «Беҙгә бер ҙә тауыш күтәрмәнеләр, әрләмәнеләр, хеҙмәт менән тәрбиәләнеләр», – ти балалары. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә күп. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ғилметдин Ғизметдин улы әле лә гәзит алдырып уҡый, телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡарап бара, донъя хәлдәрен белеп тора. Фильмдарҙың һуғыш тураһындағыһын ярата.– Үҙегеҙҙең бала саҡ менән бөгөнгө быуынды сағыштырып ҡарағанда нимә әйтер инегеҙ? – тигән һорауға Ғилметдин бабай былай тип яуапланы:– Беҙ перолы ручка менән гәзиттең ситтәренә яҙа торғайныҡ. Ҡараны имән ҡайырын һыуға ебетеп, ҡором ҡушып, үҙебеҙ эшләй инек. Хәҙерге балаларҙың бөтә мөмкинлектәре бар. Өҫ-баш бөтөн, тамаҡ туҡ. Уҡыу-яҙыу әйберҙәре етерлек. Шул тормоштоң ҡәҙерен белһендәр. Балалар тырышып уҡыһын. Донъялар тыныс булһын инде.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.Бөрйән районы,
Брәтәк ауылы.
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
|
Ир-аттар араһында ауылдың иң өлкән, хөрмәтле кешеһе ул Ғилметдин бабай Ситдиҡов. Һаулығына зарланмай, 92 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәйбәт кенә донъя көтөп ята. Әлбиттә, хәҙер бөтә эшен тиерлек балалары башҡара. Әммә йорт-ҡураны тәртиптә тотоуҙа яуаплылыҡты үҙ иңенән төшөрмәгән әле ул. Саҡ ҡына кәртәһе ҡыйшайғанын күреп ҡалһа, төҙәттерә һала. Картуф ҡаҙғанда ла ситтән генә ҡарап тормай, ярҙамлашып йөрөгән. Аты ла бар әле уның, нисек инде ауылда йәшәп, аҙбар буш торһон?! Күңелһеҙ бит улай. Беҙҙең әсәй-атайҙар, өләсәй-олатайҙар күп итеп мал тотоп өйрәнгән шул. Һыйырһыҙ, атһыҙ улар үҙҙәрен етем кеүек тоя, тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Малдарын, ҡош-ҡорттарын ғаилә ағзаһы һымаҡ тәрбиәләп кенә торалар ине. Ғилметдин бабайҙың тәүге эш урыны ла ат фермаһы менән бәйле. Оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ беҙ уның менән. Оло йәштәге кешенән мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт белергә тырыштым. Үҙҙәре тарих бит өлкәндәр. Шуныһы һоҡландыра: күп ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләп, энәһенән-ебенә тиклем еткерҙе.– Һеҙҙең бала сағығыҙ һуғыш ваҡытына тура килгән бит инде, Ғилметдин бабай, белем алыу бәхете эләктеме һуң? – тип ҡыҙыҡһынам. 1930 йылдың 8 мартында Бөрйән районы Ташлы утарында тыуған ул. Гөлмәнеүәр һәм Ғизметдин Ситдиҡовтар ғаиләһендә 5 бала үҫкәндәр.– Тәүҙә Ҡурғашлыла йәшәнек, шунан колхозлашыу башланғас, Брәтәккә күстек. Биш бала инек: мин, Шәүрә, Рамаҙан, Маһира, Шәһиҙә. Мәктәп 4 йыллыҡ булғас, V синыфты киске уҡыу менән саҡ тамамлап ҡуйҙым, – ти бабай.– О-о-о, ул осор өсөн яҡшы ғына белем алғанһығыҙ бит. Һуғыш ваҡытында үҫмер саҡтан эшләй башларға тура килгәндер әле...– 1942 йылда атайым һуғышҡа китте. Көҙ, ноябрь ине булһа кәрәк, сана юлы төшкәйне. Атайымды Бөрйәнгә (район үҙәген шулай тип йөрөтәләр) саҡырттылар. Мунса инеп, әҙерләнеп тороғоҙ, тип ҡайтарғандар. Бер-ике көндән ауылға 70-ләгән ылау килеп төштө. Район буйлап йыйылғандар инде. Беҙҙекеләр ҙә ҡушылды ла артабан Стәрле яғына ҡарай киттеләр. Хәрби комиссариаттан Алтынбаев тигән кеше оҙатып йөрөй ине фронтҡа китеүселәрҙе. Беҙ күпергә тиклем арттарынан эйәреп барҙыҡ. Магазин эргәһендә Халиҡов Йосоптоң атаһы Хафиз бабайҙың ҡурай уйнап торғаны әлегеләй күҙ алдында, – тип бер нөктәгә төбәлеп, хәтирәләрен теҙҙе бабай. – Бер-ике көн торғас, Ҡотлоғәләм бабай килде лә, улым, фермаға барып, атайың урынына аттарҙы ҡарап тораңмы әллә, тине. Миңә 12 йәш ине. Туҡта, олатайыма барып һорашайым да ул, бар, тиһә, барырмын, тип яуапланым. Ғибәҙетдин олатай, барһаң, бар һуң, уҡымайһың бит инде, исмаһам, нормаһы ла булыр, тине. Шунан әсәм табикмәктәр бешереп, кәртүк, тирмәндә тартҡан арыш ярмаһын һалып, киттем мин ат ҡарарға. Күп булһа, бер аҙна йөрөрһөң, шунан кеше табырбыҙ, тигәйнеләр. Бер аҙна ғына түгел, ай үтте, эшемде дауам иттем. Март айҙарында фермаға военкоматтан килделәр. Пётр Слепов колхоз рәйесе ине, ул да бар. Күҙе зәғиф булғанлыҡтан, һуғышҡа алынмай тороп ҡалғайны. Аттарҙы сығарып, бейеклектәрен, буйҙарын үлсәп, өйөр айғырын, тағы бер етлеккән тайҙы сығарып бәйләп ҡуйҙылар. Уларҙы һуғышҡа ебәрергә алып киттеләр. Яҙ булғансы, ҡар иреп, ер асылғансы, аттар көттөм. Ул ваҡытта бүре күп була торғайны, ҡолондарҙы тәләфләй башланылар. Шул сағында ҡурҡыныс та ине. Бер ҡайтҡанымда әсәйем, ҡайт, өйҙә эш күп, тигәс, рөхсәт алып, үҙебеҙҙең ауылда эш башланым. Ул ваҡыттарҙа өйҙө бикләп, һыйырҙарҙы ла үҙебеҙ менән ҡыуып алып китеп, ҡырҙа көҙгә тиклем бесән эшләй инек. Бәҙриямал апай – звено башлығы, әсәйем, Гөлмәнеүәр, Бәлхизә инәйҙәр, Хәҙисә, Фатима, Һәҙиә, Ғилминиса апайҙар менән беҙ, малайҙар, мал аҙығы әҙерләнек...Бына шулай бәләкәйҙән эшләргә тура килгән һуғыш осоро балаларына. Ғилметдин бабай атаһының яуҙан Еңеү менән, бер ҡулын күкрәгенә аҫып ҡайтҡанын да иҫләп алды. Һуғыштан һуң ауылда «1 май» исемле промартель асыла. Ир-аттар күберәк ағас эше – бүрәнә ҡырҡыу, ташыу, пилорамала быстырыу менән булһа, бүтәндәр һалабаштан ҡап, септә һуға. Ғилметдин бабай ҡайҙа ҡушһалар, шунда тырышып эшләй, алдынғылар рәтендә булып, фотоһы Почёт таҡтаһынан төшмәй. «Шул осорҙа етеш йәшәнек», – ти ул. 60-сы йылдарҙа артелдәрҙе бөтөрөп, өс ауылды берләштереп, колхоз төҙөйҙәр. Ғилметдин бабай 1950 йылда әрмегә алынып, Сахалинда һәм Курил утрауҙарында хеҙмәт итә. 1970 йылда уға «Атҡаҙанған колхозсы» тигән исем бирелгән, миҙал менән бүләкләнгән. Шәүрә инәй менән 8 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. «Беҙгә бер ҙә тауыш күтәрмәнеләр, әрләмәнеләр, хеҙмәт менән тәрбиәләнеләр», – ти балалары. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә күп. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Ғилметдин Ғизметдин улы әле лә гәзит алдырып уҡый, телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡарап бара, донъя хәлдәрен белеп тора. Фильмдарҙың һуғыш тураһындағыһын ярата.– Үҙегеҙҙең бала саҡ менән бөгөнгө быуынды сағыштырып ҡарағанда нимә әйтер инегеҙ? – тигән һорауға Ғилметдин бабай былай тип яуапланы:– Беҙ перолы ручка менән гәзиттең ситтәренә яҙа торғайныҡ. Ҡараны имән ҡайырын һыуға ебетеп, ҡором ҡушып, үҙебеҙ эшләй инек. Хәҙерге балаларҙың бөтә мөмкинлектәре бар. Өҫ-баш бөтөн, тамаҡ туҡ. Уҡыу-яҙыу әйберҙәре етерлек. Шул тормоштоң ҡәҙерен белһендәр. Балалар тырышып уҡыһын. Донъялар тыныс булһын инде. Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.Бөрйән районы,Брәтәк ауылы.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2023-05-09/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty-3250998
|
9 Май , 17:48
|
ba
|
103 йәшлек ветеран өсөн парад
|
Яҡынлашып килгән байрам менән Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин, туғандары һәм уҡыусылар ҡотлаған.
Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы фронтҡа тыуған яғы Дүртөйлөнән 1942 йылда китә. Һуғышта ул хәбәрсе булараҡ та таныла, мәҡәлә-очерктары фронт гәзитендә донъя күрә. Еңеп ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтында уҡый һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше 87 йәшендә вафат булғас, яңғыҙ йәшәй. Балалары, ейәндәре, бүләләре һәм уҡыусылар хөрмәтле уҡытыусы - элекке зенитсы Мөсәйрә Фәтихованың хәлен белеп, даими ярҙамлашып тора.
103 йәшлек ветеран өсөн парад
|
Яҡынлашып килгән байрам менән Калинин районы хакимиәте башлығы Михаил Замурагин, туғандары һәм уҡыусылар ҡотлаған. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы фронтҡа тыуған яғы Дүртөйлөнән 1942 йылда китә. Һуғышта ул хәбәрсе булараҡ та таныла, мәҡәлә-очерктары фронт гәзитендә донъя күрә. Еңеп ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтында уҡый һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй. Тормош иптәше 87 йәшендә вафат булғас, яңғыҙ йәшәй. Балалары, ейәндәре, бүләләре һәм уҡыусылар хөрмәтле уҡытыусы - элекке зенитсы Мөсәйрә Фәтихованың хәлен белеп, даими ярҙамлашып тора.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2023-04-26/103-y-shlek-veteran-s-n-parad-3235749
|
26 Апрель , 15:03
|
ba
|
Шайморатовсылар синыфтары артасаҡ
|
Был мәктәптәрҙең VII синыф уҡыусыларын Республика көнө алдынан "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы булғайны. Балалар ата-әсәләр, уҡытыусылар алдында ант бирҙе һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов исеменә тап төшөрмәҫкә вәғәҙә итте.
2021 йылдың мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә тағы ла "Шайморатов синыфтары" асырға тәҡдим итте. Был башланғысты хуплап, мәғариф һәм фән министрлығы "шайморатовсылар синыфы"ның берҙәм стандартын әҙерләү буйынса эшкә тотондо.
Өфө дәүләт авиация техник университеты, Республика Хәрби Дан музейы, "Йәш армеецтар" Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте музейы, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, полилингваль мәктәптәр, милли гимназиялар һәм лицейҙар етәкселәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар шайморатовcыларҙың берҙәм стандарттарын билдәләне: V – VI синыфтарҙа "шайморатовсылар синыфы" асыу, уҡыусылар өсөн берҙәм форма булдырыу, лингвистик һәм профилле өҫтәмә белем биреү, хореография дәрестәре үткәреү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡалар. Иң мөһиме – илһөйәрлек, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары өлгөһөндә Тыуған ил өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, шайморатовсыларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыу.
|
Был мәктәптәрҙең VII синыф уҡыусыларын Республика көнө алдынан "шайморатовсылар"ға бағышлау тантанаһы булғайны. Балалар ата-әсәләр, уҡытыусылар алдында ант бирҙе һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатов исеменә тап төшөрмәҫкә вәғәҙә итте. 2021 йылдың мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров республика мәктәптәрендә тағы ла "Шайморатов синыфтары" асырға тәҡдим итте. Был башланғысты хуплап, мәғариф һәм фән министрлығы "шайморатовсылар синыфы"ның берҙәм стандартын әҙерләү буйынса эшкә тотондо. Өфө дәүләт авиация техник университеты, Республика Хәрби Дан музейы, "Йәш армеецтар" Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте музейы, Башҡортостан Республикаһының тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, полилингваль мәктәптәр, милли гимназиялар һәм лицейҙар етәкселәре ҡатнашлығында “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар шайморатовcыларҙың берҙәм стандарттарын билдәләне: V – VI синыфтарҙа "шайморатовсылар синыфы" асыу, уҡыусылар өсөн берҙәм форма булдырыу, лингвистик һәм профилле өҫтәмә белем биреү, хореография дәрестәре үткәреү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, тыуған яҡты өйрәнеү һәм башҡалар.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2021-09-06/shaymoratovsylar-sinyftary-artasa-2492859
|
6 Сентябрь 2021, 10:51
|
ba
|
Легендар геройҙың тыуған көнөнә арнап
|
Ошо айҡанлы 23-нән алып 31 авгусҡа тиклем республика музейҙарында тематик күргәҙмәләр эшләй. “Шайморатовсылар” этабының “Музейҙарҙа башҡорт тарихы” тип исемләнгән музей акцияһы, тарих дәрестәре, “Армия легендалары: Миңнеғәле Шайморатов” документаль кинофильмын күрһәтеү, интернет викторина, "Асыҡ ишектәр" көнө үткәреү ҡаралған. Алдан әйтеүебеҙсә, 27 августа «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында легендар геройыбыҙ хаҡында «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен ҡарай алаһығыҙ. Ул Башҡортостандың Милли музейы архивы, Хәрби тарихи музейҙар, Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы фондтарында һаҡланған документаль сығанаҡтарға нигеҙләнеп яҙылған.
ye02.ru
|
Ошо айҡанлы 23-нән алып 31 авгусҡа тиклем республика музейҙарында тематик күргәҙмәләр эшләй. “Шайморатовсылар” этабының “Музейҙарҙа башҡорт тарихы” тип исемләнгән музей акцияһы, тарих дәрестәре, “Армия легендалары: Миңнеғәле Шайморатов” документаль кинофильмын күрһәтеү, интернет викторина, "Асыҡ ишектәр" көнө үткәреү ҡаралған. Алдан әйтеүебеҙсә, 27 августа «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында легендар геройыбыҙ хаҡында «Ат уйнатып алдан бара» спектаклен ҡарай алаһығыҙ.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2021-08-24/legendar-geroy-y-tyu-an-k-n-n-arnap-2477107
|
24 Август 2021, 12:15
|
ba
|
Олатайым - ветеран
|
Ут-ямғыры яуған күктән, Янған ауыл-ҡалалар. Азатлыҡ тип башын һалған Бик күп ата-бабалар. Олатайым батыр булған, Дошманды ҡыуған илдән. Фашистарҙы тар-мар итеп, Ҡайтҡан ул Еңеү менән. Бөгөн олатай ауылда – Һуңғы тере ветеран. Орден-миҙалдарын ҡарап, Мин уйланып ултырам. Еңеү көнөн ҡаршылайбыҙ Мәңгелек ут янында. Тарих онотолмаҫ әле Беҙ – ейәндәр барында. Зөһрә Ҡотлогилдина.
|
Ут-ямғыры яуған күктән, Янған ауыл-ҡалалар. Азатлыҡ тип башын һалған Бик күп ата-бабалар. Олатайым батыр булған, Дошманды ҡыуған илдән. Фашистарҙы тар-мар итеп, Ҡайтҡан ул Еңеү менән. Бөгөн олатай ауылда – Һуңғы тере ветеран. Орден-миҙалдарын ҡарап, Мин уйланып ултырам. Еңеү көнөн ҡаршылайбыҙ Мәңгелек ут янында. Тарих онотолмаҫ әле Беҙ – ейәндәр барында.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2021-05-09/olatayym-veteran-2268747
|
9 Май 2021, 16:12
|
ba
|
"Үлемһеҙ полк"ка теркәү ваҡыты оҙайтылған
|
"Үлемһеҙ полк" сайтында теркәлеү кисә тамамланды. Әле мобиль ҡушымта аша һәм "Банк памяти" ресурсында теркәлергә мөмкин, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Белеүебеҙсә, трансляцияны Өфө ваҡыты менән 15.00 сәғәттә "Үлемһеҙ полк" сайтында, "Сәләм" телеканалында ҡарарға мөмкин. Портреттарҙың бер өлөшөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған марафонда ла күрһәтәсәктәр. tltgorod.ru
|
"Үлемһеҙ полк" сайтында теркәлеү кисә тамамланды. Әле мобиль ҡушымта аша һәм "Банк памяти" ресурсында теркәлергә мөмкин, тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы. Белеүебеҙсә, трансляцияны Өфө ваҡыты менән 15.00 сәғәттә "Үлемһеҙ полк" сайтында, "Сәләм" телеканалында ҡарарға мөмкин.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2021-05-08/lem-e-polk-ka-terk-va-yty-o-aytyl-an-2269233
|
8 Май 2021, 13:48
|
ba
|
Ветеран өсөн парад
|
Шулай уҡ 189 һуғыш инвалиды, 84 «Ленинград блокадаһында йәшәүсегә» билдәһе менән бүләкләнеүсе, яуҙа ҡатнашҡандарҙың 6 мең 332 тол ҡатыны, 15 мең 733 тыл ветераны, һуғыш ваҡытында бала сағында концлагерҙа булған 91 кеше иҫәпләнә.Йәндәрен аямай Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан олатай-өләсәйҙәрҙе, инәй-бабайҙарҙы бөгөн иғтибарһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ. Республикала хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы өйҙәренә барып ҡотлауҙар ойошторола. Хатта улар өсөн махсус парадтар үтә.Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова йәшәгән йорт алдында ла шундай сара ойошторолдо. Уны Еңеү байрамы менән ҡотларға Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников, туғандары, уҡыусылар, кадеттар барҙы. 157-се һәм 74-се мәктәп кадеттары парадта үтеп, ветеранға сәскәләр, открытка һәм бүләктәр тапшырҙы.Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы фронтҡа тыуған яғы Дүртөйлөнән 1942 йылда китә. Һуғышта ул хәбәрсе булараҡ та таныла, мәҡәлә-очерктары фронт гәзитендә донъя күрә. Еңеп ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтында уҡый һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй. Ижад менән мауыға. Әле лә 101 йәшлек ветеран шиғырҙарын яттан һөйләп һоҡландыра. Тормош иптәше 87 йәшендә вафат булғас, яңғыҙ йәшәй. Әммә балалары, ейәндәре, бүләләре һәм уҡыусылар хөрмәтле уҡытыусы - элекке зенитсы Мөсәйрә Фәтихованың хәлен белеп, даими ярҙамлашып тора.
|
Шулай уҡ 189 һуғыш инвалиды, 84 «Ленинград блокадаһында йәшәүсегә» билдәһе менән бүләкләнеүсе, яуҙа ҡатнашҡандарҙың 6 мең 332 тол ҡатыны, 15 мең 733 тыл ветераны, һуғыш ваҡытында бала сағында концлагерҙа булған 91 кеше иҫәпләнә. Йәндәрен аямай Еңеүҙе яҡынайтырға тырышҡан олатай-өләсәйҙәрҙе, инәй-бабайҙарҙы бөгөн иғтибарһыҙ, ярҙамһыҙ ҡалдырырға хаҡыбыҙ юҡ. Республикала хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы өйҙәренә барып ҡотлауҙар ойошторола. Хатта улар өсөн махсус парадтар үтә. Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова йәшәгән йорт алдында ла шундай сара ойошторолдо. Уны Еңеү байрамы менән ҡотларға Калинин районы хакимиәте башлығы Сергей Кожевников, туғандары, уҡыусылар, кадеттар барҙы. 157-се һәм 74-се мәктәп кадеттары парадта үтеп, ветеранға сәскәләр, открытка һәм бүләктәр тапшырҙы. Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы фронтҡа тыуған яғы Дүртөйлөнән 1942 йылда китә. Һуғышта ул хәбәрсе булараҡ та таныла, мәҡәлә-очерктары фронт гәзитендә донъя күрә. Еңеп ҡайтҡас, Бөрө педагогия институтында уҡый һәм ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләй. Ижад менән мауыға. Әле лә 101 йәшлек ветеран шиғырҙарын яттан һөйләп һоҡландыра. Тормош иптәше 87 йәшендә вафат булғас, яңғыҙ йәшәй.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2021-05-07/veteran-s-n-parad-2269743
|
7 Май 2021, 12:12
|
ba
|
Япондар менән алышҡан
|
9 Май – Еңеү көнө – олатайымдың көтөп алған байрамы. Һуғыш ветераны булараҡ, ул беҙгә онотолмаҫ хәтирәләрен һөйләй. Уның бала сағы ауыр йылдарға тура килә. VII синыфты бөткәс, кесе туғандарын ҡарашыр өсөн фермала иртәнән ҡара кискә тиклем эшләй. 17 йәше тулғас, әрме хеҙмәтенә алалар. Өфөлә 28-се уҡсылар полкы мәктәбендә хәрби әҙерлек үтә. Унан һуң Маньчжурияға ебәрәләр, Япония менән барған һуғышта ҡатнаша. Автоматсы ла, миномётсы ла була. Хәрби машиналарҙы йөрөтә. Ҡулы ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыға. Тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Японияны еңгән өсөн», Жуков миҙалдары менән бүләкләнә.Бик оҙаҡ йылдар «Һәүәнәк» совхозында эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн олатайыма «Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл» миҙалын да тапшырҙылар.Олатайым, һуғыш ҡына сыҡмаһын, илебеҙ тыныс булһын, тип теләй. Ҡәҙер иткән ил башлыҡтарына рәхмәт әйтә. Күҙҙәре насар күрһә лә, ул донъя яңылыҡтарын гәзиттән уҡып белеп тора.Беҙ олатайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Үҙенә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ильяс Ғәбитов, III синыф уҡыусыһы. Баймаҡ районы,Темәс мәктәбе.
|
9 Май – Еңеү көнө – олатайымдың көтөп алған байрамы. Һуғыш ветераны булараҡ, ул беҙгә онотолмаҫ хәтирәләрен һөйләй. Уның бала сағы ауыр йылдарға тура килә. VII синыфты бөткәс, кесе туғандарын ҡарашыр өсөн фермала иртәнән ҡара кискә тиклем эшләй. 17 йәше тулғас, әрме хеҙмәтенә алалар. Өфөлә 28-се уҡсылар полкы мәктәбендә хәрби әҙерлек үтә. Унан һуң Маньчжурияға ебәрәләр, Япония менән барған һуғышта ҡатнаша. Автоматсы ла, миномётсы ла була. Хәрби машиналарҙы йөрөтә. Ҡулы ҡаты яраланып, госпиталдә ятып сыға. Тыуған яҡтарына 1951 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Батырлыҡ өсөн», «Японияны еңгән өсөн», Жуков миҙалдары менән бүләкләнә. Бик оҙаҡ йылдар «Һәүәнәк» совхозында эшләй. Тырыш хеҙмәте өсөн олатайыма «Башҡортостан Республикаһына – 100 йыл» миҙалын да тапшырҙылар. Олатайым, һуғыш ҡына сыҡмаһын, илебеҙ тыныс булһын, тип теләй. Ҡәҙер иткән ил башлыҡтарына рәхмәт әйтә. Күҙҙәре насар күрһә лә, ул донъя яңылыҡтарын гәзиттән уҡып белеп тора. Беҙ олатайыбыҙҙы ныҡ яратабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Үҙенә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Ильяс Ғәбитов, III синыф уҡыусыһы.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2021-05-05/yapondar-men-n-alysh-an-2272358
|
5 Май 2021, 09:39
|
ba
|
Батырлыҡ ерҙә ятып ҡалмай
|
Ошондай етемдәр рәтендә минең өләсәйем дә бар. Аяуһыҙ һуғыш уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәгән. Өләсәйем атаһы яуға киткәндә ике йәшлек кенә сабый булып ҡала, ә ул үлгәндә – дүрт йәшлек.Мин һеҙгә уның атаһы, ҡарт ҡартатайым Ғәбделкәбир Ғәлиәхмәт улы Ишбирҙиндең ҡаһарманлығы тураһында ҙур ғорурлыҡ һәм оло ҡыуаныс менән һөйләргә теләйем. Ул Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 1903 йылда тыуған. Балалыҡ, үҫмер йылдары ошонда үтә. Ә ир ҡорона етеп, ғаиләле булғас, Баймаҡ районы Семёновка ауылына күсеп килә һәм алтын сығарыу руднигына шахтёр булып эшкә инә. Ләкин матур ғаилә тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай, 1941 йылдың 22 июнендә немец илбаҫарҙары беҙҙең илгә баҫып инә. Минең ҡарт ҡартатайыма ла һуғышҡа барырға сират етә. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Өфөгә ҡайтып, Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы төҙөгәс, сафында күп башҡорт ир-егеттәре араһында ул да була. Ғәбделкәбир ҡартатайым 1942 йылдың 4 февралендә һуғышҡа алына. Ул кавалерист булараҡ, Сталинград һуғышында, Чернигов ҡалаһын азат итеүҙә, Днепр ярындағы ҡаты алышта, Украина ауыл-ҡалаларын дошмандан таҙартыуҙа ҡатнаша.1943 йыл. Ҡаты бәрелеш бара. Баш ҡалҡытыр әмәл юҡ, немецтар туҡтауһыҙ пуля яуҙыра. Шул ваҡыт ҡартатайым: «Атыуҙы туҡтатығыҙ, яҡыныраҡ килһендәр, шунан ҡапыл бергә ут асырбыҙ!» – тип оран һала. Тынлыҡ урынлаша, фашистар тағы нығыраҡ яҡынлаша. Шул саҡ: «Огонь!» – тигән команда яңғырай һәм быны көтмәгән һанһыҙ немец һалдаттары ҡыйратыла. Ошонда күрһәткән батырлығы өсөн ҡартатайыма Богдан Хмельницкий ордены бирелә.Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы фашист илбаҫарҙарын өңөнә ҡыуа, еңеү яҡынлаша... Ләкин Польшаны дошмандарҙан азат итеү өсөн барған аяуһыҙ һуғышта ҡартатайымдың ғүмере өҙөлә.Ул 1944 йылдың 20 декабрендә батырҙарса һәләк була, ә теүәл 63 йылдан ошо көндө мин донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләбеҙ менән ҡартатайымды эҙләүҙә ҙур эш алып барҙыҡ. Яңыраҡ өләсәйем Зәйтүнә Ғәбделкәбир ҡыҙы Халиҡоваға 81 йәш тулды. Беҙ, бөтә туғандары, яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡартатайымдың батырлығын раҫлаусы документтар табып алып ҡайттыҡ. Өләсәйем өсөн ошонан да ҙур бүләк булмағандыр!Хәҙер интернет селтәрҙәрендә бөтә мәғлүмәт бар, сайттар эшләй, ярҙам ҡулы һуҙыусылар күп, тик эҙләнергә, табырға ғына кәрәк. Дөрөҫ әйтәләр, батырлыҡ ерҙә ятып ҡалмай, яугир олатайҙарыбыҙҙың даны тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға, мәңге йәшәргә тейеш. Әле беҙҙең ғаиләнең ҡуйған маҡсаты – ҡартатайымдың һәләк булған урынын, ҡәберен эҙләп табыу, өләсәйемде шунда алып барып, тыуған яғының бер ус тупрағын һәм сәскәләр гөлләмәһен һалдырыу.Минең ҡартатайым батыр булған, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланам һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашып, парадҡа фотоһүрәтен күтәреп сығасаҡмын. Эҙләнәйек, юғалған һалдаттарҙы табайыҡ, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаһын, дуҫтар! Радомир БӘХТИГӘРӘЕВ, VI «А» синыфы уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.
|
Ошондай етемдәр рәтендә минең өләсәйем дә бар. Аяуһыҙ һуғыш уларҙың ғаиләһен дә урап үтмәгән. Өләсәйем атаһы яуға киткәндә ике йәшлек кенә сабый булып ҡала, ә ул үлгәндә – дүрт йәшлек. Мин һеҙгә уның атаһы, ҡарт ҡартатайым Ғәбделкәбир Ғәлиәхмәт улы Ишбирҙиндең ҡаһарманлығы тураһында ҙур ғорурлыҡ һәм оло ҡыуаныс менән һөйләргә теләйем. Ул Күгәрсен районының Мораҡ ауылында 1903 йылда тыуған. Балалыҡ, үҫмер йылдары ошонда үтә. Ә ир ҡорона етеп, ғаиләле булғас, Баймаҡ районы Семёновка ауылына күсеп килә һәм алтын сығарыу руднигына шахтёр булып эшкә инә. Ләкин матур ғаилә тормошо оҙаҡҡа һуҙылмай, 1941 йылдың 22 июнендә немец илбаҫарҙары беҙҙең илгә баҫып инә. Минең ҡарт ҡартатайыма ла һуғышҡа барырға сират етә. Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов Өфөгә ҡайтып, Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы төҙөгәс, сафында күп башҡорт ир-егеттәре араһында ул да була. Ғәбделкәбир ҡартатайым 1942 йылдың 4 февралендә һуғышҡа алына. Ул кавалерист булараҡ, Сталинград һуғышында, Чернигов ҡалаһын азат итеүҙә, Днепр ярындағы ҡаты алышта, Украина ауыл-ҡалаларын дошмандан таҙартыуҙа ҡатнаша. 1943 йыл. Ҡаты бәрелеш бара. Баш ҡалҡытыр әмәл юҡ, немецтар туҡтауһыҙ пуля яуҙыра. Шул ваҡыт ҡартатайым: «Атыуҙы туҡтатығыҙ, яҡыныраҡ килһендәр, шунан ҡапыл бергә ут асырбыҙ!» – тип оран һала. Тынлыҡ урынлаша, фашистар тағы нығыраҡ яҡынлаша. Шул саҡ: «Огонь!» – тигән команда яңғырай һәм быны көтмәгән һанһыҙ немец һалдаттары ҡыйратыла. Ошонда күрһәткән батырлығы өсөн ҡартатайыма Богдан Хмельницкий ордены бирелә. Башҡорт атлы кавалерия дивизияһы фашист илбаҫарҙарын өңөнә ҡыуа, еңеү яҡынлаша... Ләкин Польшаны дошмандарҙан азат итеү өсөн барған аяуһыҙ һуғышта ҡартатайымдың ғүмере өҙөлә. Ул 1944 йылдың 20 декабрендә батырҙарса һәләк була, ә теүәл 63 йылдан ошо көндө мин донъяға килгәнмен. Беҙ ғаиләбеҙ менән ҡартатайымды эҙләүҙә ҙур эш алып барҙыҡ. Яңыраҡ өләсәйем Зәйтүнә Ғәбделкәбир ҡыҙы Халиҡоваға 81 йәш тулды. Беҙ, бөтә туғандары, яҡындары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, ҡартатайымдың батырлығын раҫлаусы документтар табып алып ҡайттыҡ. Өләсәйем өсөн ошонан да ҙур бүләк булмағандыр!Хәҙер интернет селтәрҙәрендә бөтә мәғлүмәт бар, сайттар эшләй, ярҙам ҡулы һуҙыусылар күп, тик эҙләнергә, табырға ғына кәрәк. Дөрөҫ әйтәләр, батырлыҡ ерҙә ятып ҡалмай, яугир олатайҙарыбыҙҙың даны тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға, мәңге йәшәргә тейеш. Әле беҙҙең ғаиләнең ҡуйған маҡсаты – ҡартатайымдың һәләк булған урынын, ҡәберен эҙләп табыу, өләсәйемде шунда алып барып, тыуған яғының бер ус тупрағын һәм сәскәләр гөлләмәһен һалдырыу. Минең ҡартатайым батыр булған, уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланам һәм «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашып, парадҡа фотоһүрәтен күтәреп сығасаҡмын. Эҙләнәйек, юғалған һалдаттарҙы табайыҡ, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаһын, дуҫтар! Радомир БӘХТИГӘРӘЕВ, VI «А» синыфы уҡыусыһы.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2021-05-05/batyrly-er-yatyp-almay-2272370
|
5 Май 2021, 08:30
|
ba
|
Күпте күргәндәр, күпте кисергәндәр
|
Әрмелә хеҙмәт иткән, тәжрибәһе лә бар, тип 1942 йылда ҡарт олатайымды,1913 йылғы Зәйҙулла Идиәтулла улы Идиәтуллинды, Әлкәгә һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү урынына ебәрәләр. Ул 2 – 3 айҙан фронтҡа китеп, Сталинград фронтында дошмандар менән алышҡан. Зәйҙулла олатайым Дон йылғаһын кискәндә бик ҡаты яраланып, өс ай госпиталдә дауаланып ятҡан. Һаулығына зыян килгән, шуға ла 1943 йылда комиссия, артабан һуғышҡа яраҡһыҙ, тип ҡарар сығарған. Зәйҙулла Идиәтуллин «Сталиндградты обороналаған өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары, ә 1985 йылда II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.1945 йылда уның ҡустыһына «ҡара ҡағыҙ» килгән. Шамил олатайым разведчик булған. Ул көндө бер тапҡыр арып-талып разведкаға барып ҡайтҡан, әммә мәғлүмәттәрҙе раҫларға әсиргә алынған дошман һуғышсыһы – «тел» кәрәккән. Шамил Идиәтуллин ныҡ көслө булған, хатта атты елкәһенә йөкмәп бара алған. Ул көндө лә, бик арыһа ла, тағы «тел» артынан үҙе киткән. Бойороҡто үтәп, шатланып ҡайтып барғанда дошман снаряды баш түбәһен алып осорған. «Ҡара хәбәр»ҙән ғаиләһенә бик ауыр булған, күҙ йәштәре даръялар булып аҡҡан...1912 йылғы икенсе ҡарт ҡартатайым Әхсән Хәсән улы Хәсәнов, бронь бирелеүенә ҡарамаҫтан,1941 йылдың июлендә үҙе теләп фронтҡа китә. Ул Ленинград фронтында 125-се уҡсылар дивизияһы составында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 9 октябрендә ҡаты яралана һәм Волхов ҡалаһындағы эвакуацион госпиталгә ебәрелә, һуңынан оҙаҡ ҡына Свердловскиҙа дауалана. Һуңынан Әхсән ҡарт ҡартатайымдың ҡаты яраланыуы һәм артабан хеҙмәт итергә яраҡһыҙ, тип табылыуы арҡаһында өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, ә 1985 йылда I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.Тылда ла ауыр булғанҺуғыш ваҡытында тылда ла бик ауыр булған. 1923 йылғы ҡарт өләсәйем Мөслимә Усман ҡыҙы Идиәтуллина Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Әсәйем уның хәтирәләрен яҙып алып ҡалған: «Һуғыш ваҡытында ла мәктәптә уҡытыу туҡтатылманы. Мин башланғыс синыфтарға белем бирҙем, егерме ике бала ине. Дүртенселәрҙең уҡытыусыһы ла фронтҡа киткәс, уның утыҙ балаһын да ҡушып уҡытырға тура килде. Тәүге көндө парталарҙы иң ҙур бүлмәгә күсерҙек. Дәрескә килеп индем, 52 пар күҙ миңә төбәлгән. Дәресте башлайым тиһәм, артҡы партала бер бала буҫығып илай, барып хәлен һорайым, үкһеп бөткән, яуап бирерлек түгел. Иптәштәре уның атаһына «ҡара ҡағыҙ» килгәнен әйтте. Башынан һыйпап йыуата башлағайным, бөтөнләй ярһып иларға тотондо, көскә тынысландырҙым.Ҡышҡа табан хәлдәр ауырлашты. Күп балалы ғаиләләрҙә бөтәһенә – бер пар быйма, бер генә бишмәт. Кем иртәрәк тора, шул кейенеп, уҡырға сығып йүгерә, башҡалары өйҙә ултырырға мәжбүр. Мәктәпкә инеү менән һәр береһе өй хәлдәрен, хат килеүен, ҡайғы-хәсрәтен һөйләп ала. Бөтәһенә лә йылы һүҙ табырға тырышам. Ә үҙҙәренә күҙ йәшһеҙ ҡарарлыҡ түгел: ныҡ ябыҡтар, атай-ағайҙарынан ҡалған ҡырҡ ямаулы ыштан, бишмәттәләр, күҙҙәрендә – һағыш... Мин дәрес аңлата башлаһам, аслыҡтарын да онотоп тыңлайҙар, һыуыҡ мәктәптә өшөп бөткән ҡулдары менән матурлап яҙырға тырышалар. Ул осорҙағы балаларҙа уҡырға теләк бик көслө булды. Тәнәфестә алабута орлоғонан бешерелгән көлсәләрен ашап алалар, ҡайһыһында ул да юҡ. Йәлләп, бейемемдән йәшереп кенә берәй ҡыйырсыҡ икмәк алып килеп бүлгеләп бирәм инде. Тыныс ҡына уҡытҡан бер көн дә булманы. Көн дә кемдеңдер атаһына йә ағаһына «ҡара ҡағыҙ» килә, «хәбәрһеҙ юғалды» тигән яҙыу ебәрәләр, ҡаты яраланып, госпиталдә ятыуҙарын хәбәр итәләр...Зәйҙуллам ҡайтып инде. Иң тәүҙә ҡыҙыбыҙҙы күтәреп күкрәгенә ҡыҫты: «Мине күрәсәк балам үлемдән йолоп ҡайтарҙы», – тип үпте, шунан мине ҡосоп алды. Һауыҡҡансы ҡыҙыбыҙҙы ҡарап өйҙә торҙо, имеҙергә күтәреп мәктәпкә алып килә ине.Зәйҙулланы тәүҙә – мәктәп директоры, шунан колхозға парторг итеп тәғәйенләнеләр. Һуңынан уҡытыусы, силсәүит рәйесе булып эшләне...»Өләсәй хәтирәләреТағы ла бер ҡарт өләсәйем 1917 йылдың 24 февралендә Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуа, 2017 йылдың 7 сентябрендә үҙ аҡылында тыныс ҡына яҡты донъя менән хушлаша. Тотош бер быуат! Был дәүерҙә нимәләр генә күрмәгән, нимәләр генә кисермәгән өләсәйем! Революция, Граждандар, Фин, Бөйөк Ватан һуғыштары, репрессия, аслыҡ йылдары... Олатайҙы һуғыштан көтөп алып, 11 балаға ғүмер биргән, шуларҙың 9-ы иҫән-имен үҫеп еткән, һәр береһе был донъяла үҙ урынын тапҡан, тик ҡайһыларының ғүмере ҡыҫҡа булған, өләсәй хәсрәткә сорналып, биш балаһын, ике ейәнен ерләгән...Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы Хәсәнованың ғүмере – оло бер тарих! Өләсәй менән һөйләшеү үҙе бер тарих була торғайны. Йөҙ йәше менән ҡотларға килгәнемдә һуғыш осорон һорашып яҙып алдым. Уның ихтыяр көсө, түҙемлелеге, тапҡырлығы, балалары өсөн йән аямай, баш етмәҫлек эштәр башҡарыуы миндә һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғолары уятты.Мин өләсәйемдең хәтирәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланым: «Фәнүз улымды имеҙеп ултыра инем, ишекте дөбөрләтеп астылар ҙа: «Һуғыш сыҡҡан!» – тип һөрән һалдылар. Кем икәнен күрмәй ҙә ҡалдым. Бәләбәйҙә хәрби училищела белем алған Әхсәнем Фин һуғышында ҡатнашты, унан ҡайтып, тормошобоҙ көскә яйлана башлағайны. Ул Ҡандра ҡасабаһында элеватор рәйесенең урынбаҫары ине. Уға бронь бирҙеләр, ә июлдә барыбер үҙе теләп фронтҡа китте. Һуғыш ваҡыты ғүмеремдең иң әсе, ауыр осоро булды. Көн дә иртүк ике баланы инәкәйҙәргә илтәм. Үҙем төнгә тиклем колхоз баҫыуында ер ҡаҙам, картуф утайым, көлтә бәйләйем, башҡа күп төрлө эштәрҙе башҡарам. Балаларҙы өйгә алып ҡайтып йоҡлатам да төнө буйы, улар туңмаһын, тип баҫыуҙағы эҫкерттән йолҡоп һалам ташып, мейескә яғам. Ат һарайында ҙурәтәй Фәррәх Әғлетдин улы эшләй ине. Минең интеккәнде күреп: «Хәтимә, һаламдың ни йылыһы булһын инде, ҡурҡмаһаң, төндә анау Мостай атын ек тә утынға бар, ипләп йөрө, күрмәһендәр», – тип кәңәш бирҙе. Ул өйрәткәнсә, һары бейәне егеп киттем. Ҡараңғы төндә Оҙонҡул урманына көскә барып индем, һыуыҡ, ҡурҡыныс... Балта менән биш төп йүкә ағасын сабып ауҙарам, урталайға өҙөп санаға тултырам. Балта тауышы ауылға ишетелмәһә ярар ине, тип ҡайғырам, башта мең төрлө уй ҡайнай... Ҡайтарып бушатҡас, атты туғарып, урынына индереп ҡуям да өйгә йүгерәм. Ҡайһы көндө балалар уянған, илап ярһып бөткән була.Әхсән ныҡ ғәҙел коммунист булды, элеваторҙа эшләһә лә, өйгә бер ҡасан да ашлыҡ урлап алып ҡайтманы. Ул фронтҡа киткәндә бер ус ҡына онобоҙ ҡалғайны. Балаларҙы асҡа тилмертмәҫ өсөн ҡоймаға тип әҙерләгән таҡталарҙы колхозға биреп, он алдым. Аҙ-маҙ ғына ҡалған картуфты, һуғанды киптереп, фронтҡа ебәрә инек. Үләндән аш бешереп эстек. Беҙҙең мал-тыуар юҡ ине, ә һөтһөҙ бала үҫтереүе бик ауыр. Тәүҙә инәкәй һөттән өҙмәне, аҙыҡ менән дә ярҙам итте. Нәсимә һеңлем ире Самат һуғышта үлгәс, Буҡай ауылына эшкә китте, яңынан кейәүгә сыҡты. Үҙенең һыйырын атайҙарға ҡалдырҙы, миңә лә һөтөн һауып алырға ҡушҡайны. Башта шулай иттем дә, һуңынан төп йортто ҡайғы баҫты. 54 йәшендә бик ҡаты ауырыуҙан атай үлеп китте, Ямалетдин ағайҙы, һуғышҡа киткән еренән, ялған ғәйеп тағып, 10 йылға лагерға яптылар. Былай ҙа уҫал еңгә бөтөнләй йүнһеҙләнде. Нәсимәнең төп йортта ҡалған балаларын ҡыйырһыта башланы, улар күберәк миндә булды. Аҙаҡ үҙемә лә юлды япты. Бер ҙә аптырап ҡалманым, еңгә йоҡлағас, төндә генә һыйырҙы һауып, улдарыма һөт алып ҡайта торғайным.Мәскәү ғаиләһеШулай осон-осҡа ялғап йәшәп ятҡанда Мәскәүҙән эвакуацияланған бер ғаиләне миңә индерҙеләр. Колхоз, кәрәсин, он, бәрәңге бирербеҙ, тип вәғәҙә итһә лә, тиҙ онотто. Минең елкәмә аслыҡтан шешенгән, бет баҫҡан тағы өс йән өҫтәлде. Үҙҙәре эш рәте белмәй, колхозға ла сыҡмайҙар. Барынса уларҙы ла ашатам, ә мин эштә саҡта һаҡлап ҡына тотҡан картуфымды алалар ҙа ашайҙар. Улар ҙа йәл, үҙ балаларымды ла уйлайым. Ултырып илаған саҡтарым аҙ булманы. Ауыр саҡтарҙа Әхсәнемдең хаттары йәнемә ял бирә ине. Тәүҙә Сталинградтан сәләмдәре килде лә, тик һуңынан оҙаҡ ҡына хәбәр-хәтер булманы. Ҡайғырып, илап бөттөм, ә ул яраланып госпиталдә ятҡан икән. Тағы ла яралаһы 8 йән булғанғалыр инде, ирем иҫән ҡалған. Яралы ҡулын муйынына аҫып-бәйләп ҡайтып ингәс, шатланыуҙарым! Ә ул тура сәңгелдәк янына барҙы ла балаларҙы күтәреп һөйҙө, ныҡ һағынғайны... Әхсәнде станциянан Мирғәлим ағай алып ҡайтҡайны, бергәләп ултырып сәй эстек. Үҙе һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, хәленең ни тиклем ауыр икәнен күреп торҙом. Уның аяғы, ҡулы яраланғайны, уң ҡулының бер ҡарыштай ере эскә батып тора, һөйәге юҡ, ике бармағы усына йыйылған, тураймай ҙа, төндәр буйы ыңғырашып сыға ла иртән тороп эшкә китә. Кладовщик булғас, ҡатындар менән тәүлек әйләнәһенә сей ашлыҡ киптерә, ә бер ваҡыт фонары шартлағас: «Һуҡыр лампа яҡтыһында эшләнек», – тип ҡайтҡайны.«Еңеү» хәбәрен амбарҙа симәнә әҙерләгәндә ишеттем. Венера ҡыҙыма ауырлы инем, июлдә таптым. 9 майҙа бөтә ауыл шау-гөр килеп байрам итте, тамаҡ бөткәнсе йырланыҡ, аяҡтар талғансы бейенек... Һуғыштан һуң да еңел булманы, әммә беҙ аслығына ла, ауыр эшенә лә бирешмәнек».Һуғыш алдынан атайымдың өләсәһе Мәҙинә Бәҙретдин ҡыҙы 26 йәшендә ике бала менән тол ҡалған, етмәһә, өсөнсөгә йөклө булған. Ире ауырып үлгән, шуға ла балаларға пособие алмаған. Уларҙы асҡа тилмертмәҫ өсөн көнө-төнө колхозда эшләгән. Ҙур ҡыҙы Фатима Ғәйнетдин ҡыҙы ул дәүерҙе шулай хәтерләй: «Һуғыш ваҡытында бик ауыр булды. Колхоз эше ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар ҡулына ҡалды. 8 йәштән утауға йөрөнөм. Көнлөк эш хаҡы: әсәйгә – 2 ҡашыҡ, миңә – 1 ҡашыҡ он. Уға ныҡ шатлана инек, сөнки ыумас ашына етә торғайны. Көҙөн әсәйҙәр косаркала көлтә бәйләне, әйләндерҙе, эҫкерткә һалды, молотилкала эшләне, мин таратып торҙом. Молотилка бейек, көлтә ырғытыуы ныҡ ауыр була торғайны. Буйға оҙон булғас, йәшем бәләкәй, тип тормай, ауыр эш ҡушалар ине. Комбайнды трактор һөйрәтеп йөрөтә, мин шунан ҡойолған ашлыҡты тоҡҡа тултырып, ауыҙын бәйләп торҙом. Уңыш йыйыу оҙаҡҡа һуҙыла, кеше етмәй. Ураҡты көскә бөтөрөп, ҡар яуғас ҡына көнбағыш йыйырға тотона торғайныҡ. Мин ҡар өҫтөнән күнәккә көнбағыш баштарын ҡырҡып төшөрәм, һуңынан йәйеп һалып, табағас менән ҡоям.Ҡышын тимер юлының ҡарын көрәргә йөрөнөк. Беҙ, 12 – 15 йәшлек балалар, көнө буйы ҡар көрәп, хәлдән тая инек. Өйҙән нимә алып бараһың, шуны ашайһың. Мин картуф ҡырып, аҙ ғына он ҡушып баҫып, икмәк һымаҡ бешереп ала инем. Яҙ көнө сеялкала торҙом.Йәйен салғы менән колхоз бесәнен сабып, киптереп, йыйып, кәбән һала инек. Дамир ат егеп беҙҙе ултыртып алып бара, төшкө аш ашаған арала һәр кем үҙенә утын әҙерләй һәм сиратлап көн дә беребеҙ арбаға тейәп алып ҡайта.Һуғыш ваҡытында ашарға таҡы-тоҡо ғына булды. Картуф йүнләп уңманы, колхоз баҫыуынан ҡалғанын йыйып, кәлйемә төйөп ашаныҡ. Бөтә халыҡ ас, тирә-йүндә үлән дә үҫеп өлгөрмәй ине. Кесерткән, ҡуҙғалаҡ, ат ҡуҙғалағынан аш бешерә торғайныҡ. Бер ваҡыт кешеләрҙең алабутанан да аш әҙерләгәндәрен ишетеп ҡалдым да әсәй ҡайтҡансы мин дә бешереп ашаным. Аҙаҡ ныҡ итеп ауырыным, шешендем, саҡ иҫән ҡалдым. Яҙын ҡалған башаҡ йыйып, ыуып, ҡул тирмәнендә тартып, ҡурып ашай инек. Ә бына тары башағы йыйыусылар күпләп ағыуланып үлде... Беҙ һыйыр аҫраныҡ, шуға ла иҫән ҡалдыҡ».Беҙҙең ғаилә Еңеүгә тос өлөш индергән. Һуғыш ваҡытында ҡартатай-ҡартинәйҙәремдең йән аямай дошманға ҡаршы һуғышыуы, колхоз ҡырҙарында тир түгеүе, үҙҙәре ас булһа ла, фронтҡа һуңға картуфтарын мейестә көлдә ҡурып ебәреүе миндә сикһеҙ ғорурлыҡ хисе тыуҙырҙы.Беҙгә улар яулаған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәргә, тырышып уҡырға, яҡшы кеше булырға тырышырға кәрәк. Айгизә АБЗАЛОВА, йәш хәбәрсе.Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.
|
Әрмелә хеҙмәт иткән, тәжрибәһе лә бар, тип 1942 йылда ҡарт олатайымды,1913 йылғы Зәйҙулла Идиәтулла улы Идиәтуллинды, Әлкәгә һалдаттарҙы һуғышҡа әҙерләү урынына ебәрәләр. Ул 2 – 3 айҙан фронтҡа китеп, Сталинград фронтында дошмандар менән алышҡан. Зәйҙулла олатайым Дон йылғаһын кискәндә бик ҡаты яраланып, өс ай госпиталдә дауаланып ятҡан. Һаулығына зыян килгән, шуға ла 1943 йылда комиссия, артабан һуғышҡа яраҡһыҙ, тип ҡарар сығарған. Зәйҙулла Идиәтуллин «Сталиндградты обороналаған өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалдары, ә 1985 йылда II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. 1945 йылда уның ҡустыһына «ҡара ҡағыҙ» килгән. Шамил олатайым разведчик булған. Ул көндө бер тапҡыр арып-талып разведкаға барып ҡайтҡан, әммә мәғлүмәттәрҙе раҫларға әсиргә алынған дошман һуғышсыһы – «тел» кәрәккән. Шамил Идиәтуллин ныҡ көслө булған, хатта атты елкәһенә йөкмәп бара алған. Ул көндө лә, бик арыһа ла, тағы «тел» артынан үҙе киткән. Бойороҡто үтәп, шатланып ҡайтып барғанда дошман снаряды баш түбәһен алып осорған. «Ҡара хәбәр»ҙән ғаиләһенә бик ауыр булған, күҙ йәштәре даръялар булып аҡҡан...1912 йылғы икенсе ҡарт ҡартатайым Әхсән Хәсән улы Хәсәнов, бронь бирелеүенә ҡарамаҫтан,1941 йылдың июлендә үҙе теләп фронтҡа китә. Ул Ленинград фронтында 125-се уҡсылар дивизияһы составында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 9 октябрендә ҡаты яралана һәм Волхов ҡалаһындағы эвакуацион госпиталгә ебәрелә, һуңынан оҙаҡ ҡына Свердловскиҙа дауалана. Һуңынан Әхсән ҡарт ҡартатайымдың ҡаты яраланыуы һәм артабан хеҙмәт итергә яраҡһыҙ, тип табылыуы арҡаһында өйөнә ҡайтарып ебәрәләр. Ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, ә 1985 йылда I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Тылда ла ауыр булғанҺуғыш ваҡытында тылда ла бик ауыр булған. 1923 йылғы ҡарт өләсәйем Мөслимә Усман ҡыҙы Идиәтуллина Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Әсәйем уның хәтирәләрен яҙып алып ҡалған: «Һуғыш ваҡытында ла мәктәптә уҡытыу туҡтатылманы. Мин башланғыс синыфтарға белем бирҙем, егерме ике бала ине. Дүртенселәрҙең уҡытыусыһы ла фронтҡа киткәс, уның утыҙ балаһын да ҡушып уҡытырға тура килде. Тәүге көндө парталарҙы иң ҙур бүлмәгә күсерҙек. Дәрескә килеп индем, 52 пар күҙ миңә төбәлгән. Дәресте башлайым тиһәм, артҡы партала бер бала буҫығып илай, барып хәлен һорайым, үкһеп бөткән, яуап бирерлек түгел. Иптәштәре уның атаһына «ҡара ҡағыҙ» килгәнен әйтте. Башынан һыйпап йыуата башлағайным, бөтөнләй ярһып иларға тотондо, көскә тынысландырҙым.Ҡышҡа табан хәлдәр ауырлашты. Күп балалы ғаиләләрҙә бөтәһенә – бер пар быйма, бер генә бишмәт. Кем иртәрәк тора, шул кейенеп, уҡырға сығып йүгерә, башҡалары өйҙә ултырырға мәжбүр. Мәктәпкә инеү менән һәр береһе өй хәлдәрен, хат килеүен, ҡайғы-хәсрәтен һөйләп ала. Бөтәһенә лә йылы һүҙ табырға тырышам. Ә үҙҙәренә күҙ йәшһеҙ ҡарарлыҡ түгел: ныҡ ябыҡтар, атай-ағайҙарынан ҡалған ҡырҡ ямаулы ыштан, бишмәттәләр, күҙҙәрендә – һағыш... Мин дәрес аңлата башлаһам, аслыҡтарын да онотоп тыңлайҙар, һыуыҡ мәктәптә өшөп бөткән ҡулдары менән матурлап яҙырға тырышалар. Ул осорҙағы балаларҙа уҡырға теләк бик көслө булды. Тәнәфестә алабута орлоғонан бешерелгән көлсәләрен ашап алалар, ҡайһыһында ул да юҡ. Йәлләп, бейемемдән йәшереп кенә берәй ҡыйырсыҡ икмәк алып килеп бүлгеләп бирәм инде. Тыныс ҡына уҡытҡан бер көн дә булманы. Көн дә кемдеңдер атаһына йә ағаһына «ҡара ҡағыҙ» килә, «хәбәрһеҙ юғалды» тигән яҙыу ебәрәләр, ҡаты яраланып, госпиталдә ятыуҙарын хәбәр итәләр...Зәйҙуллам ҡайтып инде. Иң тәүҙә ҡыҙыбыҙҙы күтәреп күкрәгенә ҡыҫты: «Мине күрәсәк балам үлемдән йолоп ҡайтарҙы», – тип үпте, шунан мине ҡосоп алды. Һауыҡҡансы ҡыҙыбыҙҙы ҡарап өйҙә торҙо, имеҙергә күтәреп мәктәпкә алып килә ине. Зәйҙулланы тәүҙә – мәктәп директоры, шунан колхозға парторг итеп тәғәйенләнеләр. Һуңынан уҡытыусы, силсәүит рәйесе булып эшләне...»Өләсәй хәтирәләреТағы ла бер ҡарт өләсәйем 1917 йылдың 24 февралендә Туймазы районы Йәрмөхәмәт ауылында тыуа, 2017 йылдың 7 сентябрендә үҙ аҡылында тыныс ҡына яҡты донъя менән хушлаша. Тотош бер быуат! Был дәүерҙә нимәләр генә күрмәгән, нимәләр генә кисермәгән өләсәйем! Революция, Граждандар, Фин, Бөйөк Ватан һуғыштары, репрессия, аслыҡ йылдары... Олатайҙы һуғыштан көтөп алып, 11 балаға ғүмер биргән, шуларҙың 9-ы иҫән-имен үҫеп еткән, һәр береһе был донъяла үҙ урынын тапҡан, тик ҡайһыларының ғүмере ҡыҫҡа булған, өләсәй хәсрәткә сорналып, биш балаһын, ике ейәнен ерләгән...Хәтимә Саҙретдин ҡыҙы Хәсәнованың ғүмере – оло бер тарих! Өләсәй менән һөйләшеү үҙе бер тарих була торғайны. Йөҙ йәше менән ҡотларға килгәнемдә һуғыш осорон һорашып яҙып алдым. Уның ихтыяр көсө, түҙемлелеге, тапҡырлығы, балалары өсөн йән аямай, баш етмәҫлек эштәр башҡарыуы миндә һоҡланыу, ғорурлыҡ тойғолары уятты. Мин өләсәйемдең хәтирәләрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланым: «Фәнүз улымды имеҙеп ултыра инем, ишекте дөбөрләтеп астылар ҙа: «Һуғыш сыҡҡан!» – тип һөрән һалдылар. Кем икәнен күрмәй ҙә ҡалдым. Бәләбәйҙә хәрби училищела белем алған Әхсәнем Фин һуғышында ҡатнашты, унан ҡайтып, тормошобоҙ көскә яйлана башлағайны. Ул Ҡандра ҡасабаһында элеватор рәйесенең урынбаҫары ине. Уға бронь бирҙеләр, ә июлдә барыбер үҙе теләп фронтҡа китте. Һуғыш ваҡыты ғүмеремдең иң әсе, ауыр осоро булды. Көн дә иртүк ике баланы инәкәйҙәргә илтәм. Үҙем төнгә тиклем колхоз баҫыуында ер ҡаҙам, картуф утайым, көлтә бәйләйем, башҡа күп төрлө эштәрҙе башҡарам. Балаларҙы өйгә алып ҡайтып йоҡлатам да төнө буйы, улар туңмаһын, тип баҫыуҙағы эҫкерттән йолҡоп һалам ташып, мейескә яғам. Ат һарайында ҙурәтәй Фәррәх Әғлетдин улы эшләй ине. Минең интеккәнде күреп: «Хәтимә, һаламдың ни йылыһы булһын инде, ҡурҡмаһаң, төндә анау Мостай атын ек тә утынға бар, ипләп йөрө, күрмәһендәр», – тип кәңәш бирҙе. Ул өйрәткәнсә, һары бейәне егеп киттем. Ҡараңғы төндә Оҙонҡул урманына көскә барып индем, һыуыҡ, ҡурҡыныс... Балта менән биш төп йүкә ағасын сабып ауҙарам, урталайға өҙөп санаға тултырам. Балта тауышы ауылға ишетелмәһә ярар ине, тип ҡайғырам, башта мең төрлө уй ҡайнай... Ҡайтарып бушатҡас, атты туғарып, урынына индереп ҡуям да өйгә йүгерәм. Ҡайһы көндө балалар уянған, илап ярһып бөткән була. Әхсән ныҡ ғәҙел коммунист булды, элеваторҙа эшләһә лә, өйгә бер ҡасан да ашлыҡ урлап алып ҡайтманы. Ул фронтҡа киткәндә бер ус ҡына онобоҙ ҡалғайны. Балаларҙы асҡа тилмертмәҫ өсөн ҡоймаға тип әҙерләгән таҡталарҙы колхозға биреп, он алдым. Аҙ-маҙ ғына ҡалған картуфты, һуғанды киптереп, фронтҡа ебәрә инек. Үләндән аш бешереп эстек. Беҙҙең мал-тыуар юҡ ине, ә һөтһөҙ бала үҫтереүе бик ауыр. Тәүҙә инәкәй һөттән өҙмәне, аҙыҡ менән дә ярҙам итте. Нәсимә һеңлем ире Самат һуғышта үлгәс, Буҡай ауылына эшкә китте, яңынан кейәүгә сыҡты. Үҙенең һыйырын атайҙарға ҡалдырҙы, миңә лә һөтөн һауып алырға ҡушҡайны. Башта шулай иттем дә, һуңынан төп йортто ҡайғы баҫты. 54 йәшендә бик ҡаты ауырыуҙан атай үлеп китте, Ямалетдин ағайҙы, һуғышҡа киткән еренән, ялған ғәйеп тағып, 10 йылға лагерға яптылар. Былай ҙа уҫал еңгә бөтөнләй йүнһеҙләнде. Нәсимәнең төп йортта ҡалған балаларын ҡыйырһыта башланы, улар күберәк миндә булды. Аҙаҡ үҙемә лә юлды япты. Бер ҙә аптырап ҡалманым, еңгә йоҡлағас, төндә генә һыйырҙы һауып, улдарыма һөт алып ҡайта торғайным. Мәскәү ғаиләһеШулай осон-осҡа ялғап йәшәп ятҡанда Мәскәүҙән эвакуацияланған бер ғаиләне миңә индерҙеләр. Колхоз, кәрәсин, он, бәрәңге бирербеҙ, тип вәғәҙә итһә лә, тиҙ онотто. Минең елкәмә аслыҡтан шешенгән, бет баҫҡан тағы өс йән өҫтәлде. Үҙҙәре эш рәте белмәй, колхозға ла сыҡмайҙар. Барынса уларҙы ла ашатам, ә мин эштә саҡта һаҡлап ҡына тотҡан картуфымды алалар ҙа ашайҙар. Улар ҙа йәл, үҙ балаларымды ла уйлайым. Ултырып илаған саҡтарым аҙ булманы. Ауыр саҡтарҙа Әхсәнемдең хаттары йәнемә ял бирә ине. Тәүҙә Сталинградтан сәләмдәре килде лә, тик һуңынан оҙаҡ ҡына хәбәр-хәтер булманы. Ҡайғырып, илап бөттөм, ә ул яраланып госпиталдә ятҡан икән. Тағы ла яралаһы 8 йән булғанғалыр инде, ирем иҫән ҡалған. Яралы ҡулын муйынына аҫып-бәйләп ҡайтып ингәс, шатланыуҙарым! Ә ул тура сәңгелдәк янына барҙы ла балаларҙы күтәреп һөйҙө, ныҡ һағынғайны... Әхсәнде станциянан Мирғәлим ағай алып ҡайтҡайны, бергәләп ултырып сәй эстек. Үҙе һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, хәленең ни тиклем ауыр икәнен күреп торҙом. Уның аяғы, ҡулы яраланғайны, уң ҡулының бер ҡарыштай ере эскә батып тора, һөйәге юҡ, ике бармағы усына йыйылған, тураймай ҙа, төндәр буйы ыңғырашып сыға ла иртән тороп эшкә китә. Кладовщик булғас, ҡатындар менән тәүлек әйләнәһенә сей ашлыҡ киптерә, ә бер ваҡыт фонары шартлағас: «Һуҡыр лампа яҡтыһында эшләнек», – тип ҡайтҡайны.«Еңеү» хәбәрен амбарҙа симәнә әҙерләгәндә ишеттем. Венера ҡыҙыма ауырлы инем, июлдә таптым. 9 майҙа бөтә ауыл шау-гөр килеп байрам итте, тамаҡ бөткәнсе йырланыҡ, аяҡтар талғансы бейенек... Һуғыштан һуң да еңел булманы, әммә беҙ аслығына ла, ауыр эшенә лә бирешмәнек».Һуғыш алдынан атайымдың өләсәһе Мәҙинә Бәҙретдин ҡыҙы 26 йәшендә ике бала менән тол ҡалған, етмәһә, өсөнсөгә йөклө булған. Ире ауырып үлгән, шуға ла балаларға пособие алмаған. Уларҙы асҡа тилмертмәҫ өсөн көнө-төнө колхозда эшләгән. Ҙур ҡыҙы Фатима Ғәйнетдин ҡыҙы ул дәүерҙе шулай хәтерләй: «Һуғыш ваҡытында бик ауыр булды. Колхоз эше ҡатын-ҡыҙҙар менән балалар ҡулына ҡалды. 8 йәштән утауға йөрөнөм. Көнлөк эш хаҡы: әсәйгә – 2 ҡашыҡ, миңә – 1 ҡашыҡ он. Уға ныҡ шатлана инек, сөнки ыумас ашына етә торғайны. Көҙөн әсәйҙәр косаркала көлтә бәйләне, әйләндерҙе, эҫкерткә һалды, молотилкала эшләне, мин таратып торҙом. Молотилка бейек, көлтә ырғытыуы ныҡ ауыр була торғайны. Буйға оҙон булғас, йәшем бәләкәй, тип тормай, ауыр эш ҡушалар ине. Комбайнды трактор һөйрәтеп йөрөтә, мин шунан ҡойолған ашлыҡты тоҡҡа тултырып, ауыҙын бәйләп торҙом. Уңыш йыйыу оҙаҡҡа һуҙыла, кеше етмәй. Ураҡты көскә бөтөрөп, ҡар яуғас ҡына көнбағыш йыйырға тотона торғайныҡ. Мин ҡар өҫтөнән күнәккә көнбағыш баштарын ҡырҡып төшөрәм, һуңынан йәйеп һалып, табағас менән ҡоям.Ҡышын тимер юлының ҡарын көрәргә йөрөнөк. Беҙ, 12 – 15 йәшлек балалар, көнө буйы ҡар көрәп, хәлдән тая инек. Өйҙән нимә алып бараһың, шуны ашайһың. Мин картуф ҡырып, аҙ ғына он ҡушып баҫып, икмәк һымаҡ бешереп ала инем. Яҙ көнө сеялкала торҙом. Йәйен салғы менән колхоз бесәнен сабып, киптереп, йыйып, кәбән һала инек. Дамир ат егеп беҙҙе ултыртып алып бара, төшкө аш ашаған арала һәр кем үҙенә утын әҙерләй һәм сиратлап көн дә беребеҙ арбаға тейәп алып ҡайта.Һуғыш ваҡытында ашарға таҡы-тоҡо ғына булды. Картуф йүнләп уңманы, колхоз баҫыуынан ҡалғанын йыйып, кәлйемә төйөп ашаныҡ. Бөтә халыҡ ас, тирә-йүндә үлән дә үҫеп өлгөрмәй ине. Кесерткән, ҡуҙғалаҡ, ат ҡуҙғалағынан аш бешерә торғайныҡ. Бер ваҡыт кешеләрҙең алабутанан да аш әҙерләгәндәрен ишетеп ҡалдым да әсәй ҡайтҡансы мин дә бешереп ашаным. Аҙаҡ ныҡ итеп ауырыным, шешендем, саҡ иҫән ҡалдым. Яҙын ҡалған башаҡ йыйып, ыуып, ҡул тирмәнендә тартып, ҡурып ашай инек. Ә бына тары башағы йыйыусылар күпләп ағыуланып үлде... Беҙ һыйыр аҫраныҡ, шуға ла иҫән ҡалдыҡ».Беҙҙең ғаилә Еңеүгә тос өлөш индергән. Һуғыш ваҡытында ҡартатай-ҡартинәйҙәремдең йән аямай дошманға ҡаршы һуғышыуы, колхоз ҡырҙарында тир түгеүе, үҙҙәре ас булһа ла, фронтҡа һуңға картуфтарын мейестә көлдә ҡурып ебәреүе миндә сикһеҙ ғорурлыҡ хисе тыуҙырҙы. Беҙгә улар яулаған тыныс тормоштоң ҡәҙерен белеп, матур итеп йәшәргә, тырышып уҡырға, яҡшы кеше булырға тырышырға кәрәк. Айгизә АБЗАЛОВА, йәш хәбәрсе.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2020-05-15/k-pte-k-rg-nd-r-k-pte-kiserg-nd-r-396793
|
15 Май 2020, 12:29
|
ba
|
Мәңгелек дан һәм хөрмәт
|
Мәҡәләмдең төп геройы – Бүребай Дауыт улы Моталов. Ул 1921 йылдың 15 декабрендә баш бала булып донъяға килә. Иң олоһо булараҡ, үҙенән кесе 5 туғанын тәрбиәләү ҙә уның иңенә төшә. 1940 йылда Сермән педагогия училищеһын тамамлай һәм шул уҡ йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Латвиялағы аэродромды хеҙмәтләндереүсе часҡа эләгә. Күп тә үтмәй немец илбаҫарҙарының һуғыш асыуы хаҡынды хәбәр алына. Шунда уҡ частағы һалдаттарҙы алғы фронтҡа ебәрәләр. 1942 йылда ҡаты алышта Бүребай Дауыт улына йәрәхәтләнеп госпиталдә ятырға тура килә. Бер аҙҙан, яралары төҙәлгәс, яңынан яуға китә. Ул 21-се уҡсылар дивизияһы составында Мәскәү, Орёл, Курск, Смоленск, Калинин, Минск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Бүребай олатай үҙе менән булған бер хәлде һөйләп ҡалдырған. Күпер аша үтә торған поезды фашистар шартлатырға йыйынған. Олатай элемтәсе булараҡ, үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, һыу аҫтына төшөп, секунд эсендә телефон сымын ялғап өлгөрә. Немецтар килеп еткәнсе поезд үтеп ҡала. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә Дан ордендары, «Батырлыҡ өсөн» һәм Еңеүҙең 30, 40, шулай уҡ 70 йыллыҡтарына миҙалдар менән бүләкләнә. 1948 йылда ауылдың сибәр, уңған, электән күҙ атып йөрөгән ҡыҙына өйләнә. Мәрзиә өләсәй менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тиҫтә йылға яҡын Әхмәт, Әбделғәзе ауылдарында уҡыта. Әхмәт ауылында тыуған улына – Әхмәт, ә Әбделғәзе ауылында тыуған ҡыҙҙарына Зөһрә тип исем ҡушалар. Унан һуң Ҡаҙмаш ауылына ҡайтып төпләнәләр. Һуғыш ветераны тыныс тормошта ла һынатмай, коммунист булараҡ, ҡайҙа ғына эшләһә лә тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Биш ҡыҙҙың өсәүһе киномеханик була. Ғүмерҙәре буйына һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалған Зөһрә, Динә, Диләфрүз «Рәсәйҙең почетлы кинематографисы» исеменә лайыҡ була. Зилдә мәҙәниәт өлкәһен үҙ итһә, Ҡариҙелдә йәшәгән, ғүмерен халыҡ һаулығын һаҡлауға арнаған Зәүрә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исемен йөрәтә. Әхмәт механизатор булып эшләй. Һуғышта алынған яралар үҙен белдереп, унан һуңғы ауыр хеҙмәт үҙенекен итә: 1993 йылда Бүребай Дауыт улының йөрәге тибеүҙән туҡтай. Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүҙәренә күп йылдар үтһә лә уларҙы ауылдаштары онотмай. Шулай булырға тейеш тә. Бөгөнгө матур тормош өсөн аяуһыҙ көрәшкән яугирҙарға мәңгелек дан һәм хөрмәт. Ошо мәҡәләмде әҙерләгәндә Бүребай олатайҙың ҡыҙҙары аталары тураһында матур, йылы хистәре менән бүлеште. Уларға рәхмәтемде еткерәм.Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе. Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.#уларбөйөкеңеүҙеяҡынайттыконкурсы
|
Мәҡәләмдең төп геройы – Бүребай Дауыт улы Моталов. Ул 1921 йылдың 15 декабрендә баш бала булып донъяға килә. Иң олоһо булараҡ, үҙенән кесе 5 туғанын тәрбиәләү ҙә уның иңенә төшә. 1940 йылда Сермән педагогия училищеһын тамамлай һәм шул уҡ йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Латвиялағы аэродромды хеҙмәтләндереүсе часҡа эләгә. Күп тә үтмәй немец илбаҫарҙарының һуғыш асыуы хаҡынды хәбәр алына. Шунда уҡ частағы һалдаттарҙы алғы фронтҡа ебәрәләр. 1942 йылда ҡаты алышта Бүребай Дауыт улына йәрәхәтләнеп госпиталдә ятырға тура килә. Бер аҙҙан, яралары төҙәлгәс, яңынан яуға китә. Ул 21-се уҡсылар дивизияһы составында Мәскәү, Орёл, Курск, Смоленск, Калинин, Минск ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Бүребай олатай үҙе менән булған бер хәлде һөйләп ҡалдырған. Күпер аша үтә торған поезды фашистар шартлатырға йыйынған. Олатай элемтәсе булараҡ, үҙенең ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, һыу аҫтына төшөп, секунд эсендә телефон сымын ялғап өлгөрә. Немецтар килеп еткәнсе поезд үтеп ҡала. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн уға Ҡыҙыл Йондоҙ, 3-сө дәрәжә Дан ордендары, «Батырлыҡ өсөн» һәм Еңеүҙең 30, 40, шулай уҡ 70 йыллыҡтарына миҙалдар менән бүләкләнә. 1948 йылда ауылдың сибәр, уңған, электән күҙ атып йөрөгән ҡыҙына өйләнә. Мәрзиә өләсәй менән алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Тиҫтә йылға яҡын Әхмәт, Әбделғәзе ауылдарында уҡыта. Әхмәт ауылында тыуған улына – Әхмәт, ә Әбделғәзе ауылында тыуған ҡыҙҙарына Зөһрә тип исем ҡушалар. Унан һуң Ҡаҙмаш ауылына ҡайтып төпләнәләр. Һуғыш ветераны тыныс тормошта ла һынатмай, коммунист булараҡ, ҡайҙа ғына эшләһә лә тырыш хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. Биш ҡыҙҙың өсәүһе киномеханик була. Ғүмерҙәре буйына һайлаған һөнәрҙәренә тоғро ҡалған Зөһрә, Динә, Диләфрүз «Рәсәйҙең почетлы кинематографисы» исеменә лайыҡ була. Зилдә мәҙәниәт өлкәһен үҙ итһә, Ҡариҙелдә йәшәгән, ғүмерен халыҡ һаулығын һаҡлауға арнаған Зәүрә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы исемен йөрәтә. Әхмәт механизатор булып эшләй. Һуғышта алынған яралар үҙен белдереп, унан һуңғы ауыр хеҙмәт үҙенекен итә: 1993 йылда Бүребай Дауыт улының йөрәге тибеүҙән туҡтай. Хөрмәтле ветерандарыбыҙҙың беҙҙең аранан китеүҙәренә күп йылдар үтһә лә уларҙы ауылдаштары онотмай. Шулай булырға тейеш тә. Бөгөнгө матур тормош өсөн аяуһыҙ көрәшкән яугирҙарға мәңгелек дан һәм хөрмәт. Ошо мәҡәләмде әҙерләгәндә Бүребай олатайҙың ҡыҙҙары аталары тураһында матур, йылы хистәре менән бүлеште. Уларға рәхмәтемде еткерәм. Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе. Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2020-04-23/m-gelek-dan-m-h-rm-t-389450
|
23 Апрель 2020, 15:25
|
ba
|
Олатайым хаттары
|
Өсмөйөшлө хаттар... Улар тураһында башланғыс синыфтарҙа уҡытыусы апай батырлыҡ дәресендә һөйләгәйне. Һуғыш темаһына яҙылған китаптарҙа, гәзит-журнал биттәрендә лә осрай ине был һүҙ. Гел генә: «Ниндәй була икән ул хаттар?» – тип уйлай торғайным. Һәм бына алдымда шул өсмөйөшлө хаттар.Уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡулыма алам. Фронттан килгән хаттар. Һарғайып бөткәндәр, таушалғандары, ситтәре йыртылғандары ла бар. Мисәт һуғылған. Ҡараһам, береһен дә уҡый алмайым. Латин хәрефтәре менән яҙылған икән.Өләсәйемдәргә Татарстандың Яр Cаллы ҡалаһынан Велина инәй ҡунаҡҡа килгәйне. Ул – Илсат олайымдың ике туған апайы. Инәйем үҙе менән ғаиләләрендә һаҡланған атаһы Әбүзәр олатайҙың фронтта төшкән фотоларын, уның тураһында гәзиттә баҫтырған үҙенең хәтирәләрен, хәрби наградаларын, хаттарын алып килгән. Уның тураһында беҙгә, ейәндәренә, олатайым һөйләгәне бар ине.Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Әбүзәр олатай ғаиләһе менән Мурманск өлкәһенең Кандалакша ҡалаһында хәрби гарнизонда йәшәй. Ҡазан пехота училищеһынан һуң уны шунда хеҙмәткә ебәргән булалар. Иң беренсе ҡатыны менән 4 балаһын тылға, Башҡортостанға, оҙата. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәр өсөн ҡулына ҡорал алып яуға китә.Өсмөйөшлө хаттар... 04.10.1942. «Вадим улым! Мин һеҙгә биргән вәғәҙәмде үтәйем һәм үтәйәсәкмен. Беҙ бик күп фашистарҙы ҡырҙыҡ, киләсәктә лә ҡырасаҡбыҙ...» Ошо уҡ йылда Велина инәйгә бына нимә тип яҙған: «...Тыуған илемде, һеҙҙең бәхетле киләсәгегеҙҙе һаҡлар өсөн һуғышам. Велина, тиҙҙән дошманды ҡыйратасаҡбыҙ. Шунан мин һеҙгә ҡайтасаҡмын, беҙ элеккесә матур итеп йәшәйәсәкбеҙ"...Еңеүгә ышаныс, минеңсә, олатайҙы батырлыҡҡа рухландырған.1944 йылдың 14 – 15 июлендә Волынь өлкәһе Горохов ҡалаһын дошмандан азат итеү өсөн һуғыштар бара. Атыштар ҡаланың көнбайышына күскәс, уҡсылар батальоны командирһыҙ ҡала. Майор Аминов батальон менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Дивизия командирының бойороғо үтәлә: ҡала фашистарҙан азат ителә. Ошо һуғыштағы батырлығы өсөн Әбүзәр олатайҙы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлайҙар.Өсмөйөшлө хаттар... Тағы берәү. Мин уҡый алмағаны. Өләсәйем уҡый(институтта латин телен өйрәнгәндәр икән). «...Вадим! Мин тағы орден алдым. Орден Отечественной войны. Вадим, был орден әгәр ҙә мин, бәлки, ҡайта алмаһам или үҙебеҙҙең тыуған ер өсөн ҡорбан булһам, һинең өсөн иҫтәлек булып ҡаласаҡ»...Иҫтәлек булып ҡына ҡалған шул миҙал-ордендар! Әбүзәр олатай 1945 йылдың 23 мартында Польшаның Равич ҡалаһын дошмандан азат иткәндә батырҙарса һәләк була һәм мәңгелеккә ятып ҡала. Еңеүгә бер айҙан аҙ ғына күберәк ваҡыт ҡалған була. Һуғыштың башынан алып фашистарҙы еңер өсөн көрәшкән, ғүмерен дә йәлләмәгән батыр ул Әбүзәр олатай.Өсмөйөшлө хаттар... Тыуған илде һөйөү, батырлыҡ шаһиттары, өмөт менән балаларының бәхетле киләсәге өсөн яу яландарынанЕңеүгәң табан барған һалдат хаттары. Мәңгелек хәтер һаҡлаусы хаттар.Уларҙы ҡәҙерләп кенә тотоп инәйемә тапшырам. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һуғышҡан олатайҙарым менән (әле уларҙың береһе тураһында ғына һөйләнем) сикһеҙ ғорурланам, уларға лайыҡлы алмаш булып үҫергә теләйем.Азат ХАЖИЕВ,Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.#уларбөйөкеңеүҙеяҡынайттыконкурсы
|
Өсмөйөшлө хаттар... Улар тураһында башланғыс синыфтарҙа уҡытыусы апай батырлыҡ дәресендә һөйләгәйне. Һуғыш темаһына яҙылған китаптарҙа, гәзит-журнал биттәрендә лә осрай ине был һүҙ. Гел генә: «Ниндәй була икән ул хаттар?» – тип уйлай торғайным. Һәм бына алдымда шул өсмөйөшлө хаттар. Уларҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡулыма алам. Фронттан килгән хаттар. Һарғайып бөткәндәр, таушалғандары, ситтәре йыртылғандары ла бар. Мисәт һуғылған. Ҡараһам, береһен дә уҡый алмайым. Латин хәрефтәре менән яҙылған икән. Өләсәйемдәргә Татарстандың Яр Cаллы ҡалаһынан Велина инәй ҡунаҡҡа килгәйне. Ул – Илсат олайымдың ике туған апайы. Инәйем үҙе менән ғаиләләрендә һаҡланған атаһы Әбүзәр олатайҙың фронтта төшкән фотоларын, уның тураһында гәзиттә баҫтырған үҙенең хәтирәләрен, хәрби наградаларын, хаттарын алып килгән. Уның тураһында беҙгә, ейәндәренә, олатайым һөйләгәне бар ине. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Әбүзәр олатай ғаиләһе менән Мурманск өлкәһенең Кандалакша ҡалаһында хәрби гарнизонда йәшәй. Ҡазан пехота училищеһынан һуң уны шунда хеҙмәткә ебәргән булалар. Иң беренсе ҡатыны менән 4 балаһын тылға, Башҡортостанға, оҙата. Тыуған ил алдындағы изге бурысын үтәр өсөн ҡулына ҡорал алып яуға китә. Өсмөйөшлө хаттар... 04.10.1942. «Вадим улым! Мин һеҙгә биргән вәғәҙәмде үтәйем һәм үтәйәсәкмен. Беҙ бик күп фашистарҙы ҡырҙыҡ, киләсәктә лә ҡырасаҡбыҙ...» Ошо уҡ йылда Велина инәйгә бына нимә тип яҙған: «...Тыуған илемде, һеҙҙең бәхетле киләсәгегеҙҙе һаҡлар өсөн һуғышам. Велина, тиҙҙән дошманды ҡыйратасаҡбыҙ. Шунан мин һеҙгә ҡайтасаҡмын, беҙ элеккесә матур итеп йәшәйәсәкбеҙ"...Еңеүгә ышаныс, минеңсә, олатайҙы батырлыҡҡа рухландырған. 1944 йылдың 14 – 15 июлендә Волынь өлкәһе Горохов ҡалаһын дошмандан азат итеү өсөн һуғыштар бара. Атыштар ҡаланың көнбайышына күскәс, уҡсылар батальоны командирһыҙ ҡала. Майор Аминов батальон менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Дивизия командирының бойороғо үтәлә: ҡала фашистарҙан азат ителә. Ошо һуғыштағы батырлығы өсөн Әбүзәр олатайҙы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлайҙар. Өсмөйөшлө хаттар... Тағы берәү. Мин уҡый алмағаны. Өләсәйем уҡый(институтта латин телен өйрәнгәндәр икән). «...Вадим! Мин тағы орден алдым. Орден Отечественной войны. Вадим, был орден әгәр ҙә мин, бәлки, ҡайта алмаһам или үҙебеҙҙең тыуған ер өсөн ҡорбан булһам, һинең өсөн иҫтәлек булып ҡаласаҡ»...Иҫтәлек булып ҡына ҡалған шул миҙал-ордендар! Әбүзәр олатай 1945 йылдың 23 мартында Польшаның Равич ҡалаһын дошмандан азат иткәндә батырҙарса һәләк була һәм мәңгелеккә ятып ҡала. Еңеүгә бер айҙан аҙ ғына күберәк ваҡыт ҡалған була. Һуғыштың башынан алып фашистарҙы еңер өсөн көрәшкән, ғүмерен дә йәлләмәгән батыр ул Әбүзәр олатай. Өсмөйөшлө хаттар... Тыуған илде һөйөү, батырлыҡ шаһиттары, өмөт менән балаларының бәхетле киләсәге өсөн яу яландарынанЕңеүгәң табан барған һалдат хаттары. Мәңгелек хәтер һаҡлаусы хаттар. Уларҙы ҡәҙерләп кенә тотоп инәйемә тапшырам. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн һуғышҡан олатайҙарым менән (әле уларҙың береһе тураһында ғына һөйләнем) сикһеҙ ғорурланам, уларға лайыҡлы алмаш булып үҫергә теләйем. Азат ХАЖИЕВ,Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2020-03-17/olatayym-hattary-374762
|
17 Март 2020, 15:17
|
ba
|
Эргәмдә олатайым булһа...
|
Олатайым Миңләхмәт Хисмәт улы Килмөхәмәтов 1925 йылда Ғафури районы Ибраһим ауылында күп балалы, эшһөйәр ғаиләлә тыуған.Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта уға 16 йәш кенә була. Ауылдағы барлыҡ эштәрҙе эшләргә тура килә. Ир-егеттәр һуғышҡа алына, күптәрҙән «ҡара ҡағыҙ» килә.Бер йылдан уға ла сират етә. Алкинда әҙерлек курстары үткәс, Карелия фронтына оҙаталар.Олатайым янған ауылдарҙы, ҡалаларҙы, һуғыштың ҡот осҡос емереклектәрен үҙ күҙҙәре менән күрә.1943 йылдың 29 авгусындағы ҡаты һуғыштарҙа ауыр яралана, контузия ала, аҙаҡ тупраҡ аҫтында күмелеп ҡала. Иптәштәре уны үлгән тип уйлай. Иң яҡын дуҫы, үҙебеҙҙең Ғафури егете уны тупраҡ араһынан соҡоп сығара, санитарҙарға тапшыра.Шунан олатайым дүрт ай госпиталдә дауалана, яңынан сафҡа баҫа. Смоленщинаны азат иткәндән һуң «Батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнә. Карелия һәм Төньяҡ фронттарында алған башҡа наградалары ла бар.1947 йылда тыуған ауылы Ибраһимға ҡайта. Һаңғырау, әммә иҫән...Нәсимә өләсәйем шатлана ла, ҡайғыра ла. Ҡайһылай итеп ике ҡолағы ла ишетмәгән, һаңғырау егет менән йәшәргә? Дауаланыуҙар үҙ эҙемтәһен бирә, олатайым яйлап һауыға.Миңләхмәт олатайым Мәжит Ғафури колхозында бригадир була, аҙаҡ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, Нәсимә өләсәйем менән 6 бала үҫтерәләр.Олатайым үҙенең наградаһын, 2-се дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы орденын оҙаҡ көткән. Билдәһеҙ сәбәптәр менән документтар юғалған икәнен дә белгән, ләкин көткән...1991 йылда олатайым донъя ҡуйған, ә ул көтөп тә ала алмаған орденды 1992 йылда Нәсимә өләсәйемә тапшырғандар...Мин V синыфта уҡыйым. Эргәмдә батыр олатайым булһа, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине...Сыңғыҙ КИЛМӨХӘМӘТОВ.Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран мәктәбе. #уларбөйөкеңеүҙеяҡынайтты
|
Олатайым Миңләхмәт Хисмәт улы Килмөхәмәтов 1925 йылда Ғафури районы Ибраһим ауылында күп балалы, эшһөйәр ғаиләлә тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытта уға 16 йәш кенә була. Ауылдағы барлыҡ эштәрҙе эшләргә тура килә. Ир-егеттәр һуғышҡа алына, күптәрҙән «ҡара ҡағыҙ» килә. Бер йылдан уға ла сират етә. Алкинда әҙерлек курстары үткәс, Карелия фронтына оҙаталар. Олатайым янған ауылдарҙы, ҡалаларҙы, һуғыштың ҡот осҡос емереклектәрен үҙ күҙҙәре менән күрә. 1943 йылдың 29 авгусындағы ҡаты һуғыштарҙа ауыр яралана, контузия ала, аҙаҡ тупраҡ аҫтында күмелеп ҡала. Иптәштәре уны үлгән тип уйлай. Иң яҡын дуҫы, үҙебеҙҙең Ғафури егете уны тупраҡ араһынан соҡоп сығара, санитарҙарға тапшыра. Шунан олатайым дүрт ай госпиталдә дауалана, яңынан сафҡа баҫа. Смоленщинаны азат иткәндән һуң «Батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнә. Карелия һәм Төньяҡ фронттарында алған башҡа наградалары ла бар. 1947 йылда тыуған ауылы Ибраһимға ҡайта. Һаңғырау, әммә иҫән...Нәсимә өләсәйем шатлана ла, ҡайғыра ла. Ҡайһылай итеп ике ҡолағы ла ишетмәгән, һаңғырау егет менән йәшәргә? Дауаланыуҙар үҙ эҙемтәһен бирә, олатайым яйлап һауыға. Миңләхмәт олатайым Мәжит Ғафури колхозында бригадир була, аҙаҡ ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә, Нәсимә өләсәйем менән 6 бала үҫтерәләр. Олатайым үҙенең наградаһын, 2-се дәрәжәләге Бөйөк Ватан һуғышы орденын оҙаҡ көткән. Билдәһеҙ сәбәптәр менән документтар юғалған икәнен дә белгән, ләкин көткән...1991 йылда олатайым донъя ҡуйған, ә ул көтөп тә ала алмаған орденды 1992 йылда Нәсимә өләсәйемә тапшырғандар...Мин V синыфта уҡыйым. Эргәмдә батыр олатайым булһа, минән дә бәхетле кеше булмаҫ ине...Сыңғыҙ КИЛМӨХӘМӘТОВ.Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран мәктәбе.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2020-03-16/erg-md-olatayym-bul-a-374508
|
16 Март 2020, 18:15
|
ba
|
Олатайыма рәхмәтлемен
|
Ошо яҡты, тыныс, матур тормошта йәшәүем өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветеран оло олатайҙарыма рәхмәт әйтәм, улар алдында баш эйәм һәм ғорурланам.Олатайҙарым барыһы ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән. Күбеһе ҡайта алмаған. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә. Минең оло олатайҙарымдың береһе – Сәлих Мәхмүт улы Бесәнчин. 1904 йылда Байғаҙы ауылында тыуа. Ул ваҡытта Байғаҙы ауылы Ҡыпсаҡ ауылы советына ҡараған була. Олатайым ҡайҙа ғына булһа ла, кешегә иғтибарлы, йомшаҡ күңелле эшсән кеше булған. 1926 йылдан 1928 йылға тиклем Ҡыҙыл армияла 83-сө кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, колхозға эшкә инә. Әммә тағы ла бер ҙур һуғыш башлана. Быныһында инде ул 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының 93-сө кавалерия полкында һуғышҡа инә. 1943 йылдың июленән 1944 йылдың ғинуарына тиклем 14-cе гвардия кавалерия полкында кавалерист булып алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың ғинуарында отделение командиры сифатында 401-се артиллерия часында һуғышты дауам итә. 1944 йылдың апреленән алып һуғыш бөткәнсә пулемётсы була. Ошо йылдың 15 апрелендә ҡаты яралана – снаряд ярсығы уң яҡ яурынынан үтә сыға. Госпиталдә дауаланып, артабан һуғышҡа китә.Еңеүҙән һуң 1945 йылдың 23 июнендә саҡ ҡайтырға сыға. Олатайым һуғышта булғанда өләсәйем ҡаты ауырып үлеп китә. Өс улы тороп ҡала. Уларҙы өләсәйем үлер алдынан Байназар балалар йортона бирә. Олатайым һуғыштан ҡайтҡас, донъяһын төҙөкләндерә. Оҙаҡламай Фәтих ағайымдың әсәһенә, Юмабикә инәйгә, өйләнә. Һуңынан балалар йортонан өс малайын алып ҡайталар. Олатайым – колхозда, һуңынан совхозда тимерсе булып эшләй. 1980 йылда 80 йәшендә үлеп китә. Олатайым Байғаҙы ауылында ерләнә.Ул 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Ә 1945 йылдың ғинуарында «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы тапшыралар. 1945 йылдың 2 майында – «Берлинды алған өсөн», 1945 йылдың 9 майында «Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Олатайымдың иң ҡәҙерләгән бүләге – Жуковтың Рәхмәт хаты. Ул 1945 йылда бирелә.Һуғыштан һуң колхозда эшләгәндә алған күп һанлы Маҡтау грамоталарын әле лә һаҡлайбыҙ. Олатайымды бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Улар бит беҙҙең илде генә түгел, Европа халыҡтарын да азат иткән.Олатайым 1978 йылдың 16 майында «Хеҙмәт ветераны» миҙалын ала. Уның орден-миҙалдары, грамоталары Өфө ҡалаһында музейҙа һаҡлана. Байғаҙыла уның исемендәге урам да бар.Ҡасандыр бар донъяны ҡаты шартлауҙар, пуля һыҙғырыуы тетрәткән. Ошо тыныс тормош өсөн күпме кеше йәнен аямай көрәшкән, ҡанын ҡойған. Улар араһында минең олатайым да булған. Миңә уны күреү бәхете теймәне. Ғаилә альбомындағы фотоларын йыш ҡарайым. Уйсан, аҡыллы ҡарашлы, мөләйем йөҙлө кеше булған ул. Беҙ уға эшләгән эштәре, күрһәткән батырлыҡтары, тыныс тормош бүләк иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ.Алина МӘХМҮТОВА, X синыф уҡыусыһы.Бөрйән районы, Әбделмәмбәт мәктәбе.
|
Ошо яҡты, тыныс, матур тормошта йәшәүем өсөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветеран оло олатайҙарыма рәхмәт әйтәм, улар алдында баш эйәм һәм ғорурланам. Олатайҙарым барыһы ла Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән. Күбеһе ҡайта алмаған. Улар мәңге беҙҙең хәтерҙә. Минең оло олатайҙарымдың береһе – Сәлих Мәхмүт улы Бесәнчин. 1904 йылда Байғаҙы ауылында тыуа. Ул ваҡытта Байғаҙы ауылы Ҡыпсаҡ ауылы советына ҡараған була. Олатайым ҡайҙа ғына булһа ла, кешегә иғтибарлы, йомшаҡ күңелле эшсән кеше булған. 1926 йылдан 1928 йылға тиклем Ҡыҙыл армияла 83-сө кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә. Унан ҡайтҡас, колхозға эшкә инә. Әммә тағы ла бер ҙур һуғыш башлана. Быныһында инде ул 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһының 93-сө кавалерия полкында һуғышҡа инә. 1943 йылдың июленән 1944 йылдың ғинуарына тиклем 14-cе гвардия кавалерия полкында кавалерист булып алыштарҙа ҡатнаша. 1944 йылдың ғинуарында отделение командиры сифатында 401-се артиллерия часында һуғышты дауам итә. 1944 йылдың апреленән алып һуғыш бөткәнсә пулемётсы була. Ошо йылдың 15 апрелендә ҡаты яралана – снаряд ярсығы уң яҡ яурынынан үтә сыға. Госпиталдә дауаланып, артабан һуғышҡа китә. Еңеүҙән һуң 1945 йылдың 23 июнендә саҡ ҡайтырға сыға. Олатайым һуғышта булғанда өләсәйем ҡаты ауырып үлеп китә. Өс улы тороп ҡала. Уларҙы өләсәйем үлер алдынан Байназар балалар йортона бирә. Олатайым һуғыштан ҡайтҡас, донъяһын төҙөкләндерә. Оҙаҡламай Фәтих ағайымдың әсәһенә, Юмабикә инәйгә, өйләнә. Һуңынан балалар йортонан өс малайын алып ҡайталар. Олатайым – колхозда, һуңынан совхозда тимерсе булып эшләй. 1980 йылда 80 йәшендә үлеп китә. Олатайым Байғаҙы ауылында ерләнә. Ул 1943 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Ә 1945 йылдың ғинуарында «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы тапшыралар. 1945 йылдың 2 майында – «Берлинды алған өсөн», 1945 йылдың 9 майында «Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Олатайымдың иң ҡәҙерләгән бүләге – Жуковтың Рәхмәт хаты. Ул 1945 йылда бирелә.Һуғыштан һуң колхозда эшләгәндә алған күп һанлы Маҡтау грамоталарын әле лә һаҡлайбыҙ. Олатайымды бер ваҡытта ла онотмаясаҡбыҙ. Улар бит беҙҙең илде генә түгел, Европа халыҡтарын да азат иткән. Олатайым 1978 йылдың 16 майында «Хеҙмәт ветераны» миҙалын ала. Уның орден-миҙалдары, грамоталары Өфө ҡалаһында музейҙа һаҡлана. Байғаҙыла уның исемендәге урам да бар.Ҡасандыр бар донъяны ҡаты шартлауҙар, пуля һыҙғырыуы тетрәткән. Ошо тыныс тормош өсөн күпме кеше йәнен аямай көрәшкән, ҡанын ҡойған. Улар араһында минең олатайым да булған. Миңә уны күреү бәхете теймәне. Ғаилә альбомындағы фотоларын йыш ҡарайым. Уйсан, аҡыллы ҡарашлы, мөләйем йөҙлө кеше булған ул. Беҙ уға эшләгән эштәре, күрһәткән батырлыҡтары, тыныс тормош бүләк иткәне өсөн рәхмәтлебеҙ. Алина МӘХМҮТОВА, X синыф уҡыусыһы.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2020-02-26/olatayyma-r-hm-tlemen-368581
|
26 Февраль 2020, 19:38
|
ba
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
|
Нисекме? Бөйөк Ватан һуғышы афәте ҡағылмаған йорт, ғаилә булмаған. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш һәм тыл ветерандарының сафтары йылдан-йыл һирәгәйә. Һеҙ улар тураһында атай-әсәйҙәрегеҙҙән һорашып, мәктәп музейынан мәғлүмәттәр таба алаһығыҙ, иҫән-һау булғандары менән үҙегеҙ әңгәмәләшегеҙ һәм ҙур булмаған мәҡәлә йәки инша яҙығыҙ ҙа «Йәншишмә» гәзите редакцияһының «Бәйләнештә»ге төркөмөнә ебәрегеҙ. Кемдәр әле һаман беҙҙең төркөмгә яҙылмаған, рәхим итегеҙ: https://vk.com/club45440006Акция 2020 йылдың 9 майына тиклем https://vk.com/club45440006 төркөмөндә барасаҡ. Иң йөкмәткеле, матур хат авторҙарына гәзиттең Почёт грамотаһы тапшырыласаҡ.#уларбөйөкеңеүҙеяҡынайтты
|
Нисекме? Бөйөк Ватан һуғышы афәте ҡағылмаған йорт, ғаилә булмаған. Хәҙер, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш һәм тыл ветерандарының сафтары йылдан-йыл һирәгәйә. Һеҙ улар тураһында атай-әсәйҙәрегеҙҙән һорашып, мәктәп музейынан мәғлүмәттәр таба алаһығыҙ, иҫән-һау булғандары менән үҙегеҙ әңгәмәләшегеҙ һәм ҙур булмаған мәҡәлә йәки инша яҙығыҙ ҙа «Йәншишмә» гәзите редакцияһының «Бәйләнештә»ге төркөмөнә ебәрегеҙ. Кемдәр әле һаман беҙҙең төркөмгә яҙылмаған, рәхим итегеҙ: 2020 йылдың 9 майына тиклем төркөмөндә барасаҡ. Иң йөкмәткеле, матур хат авторҙарына гәзиттең Почёт грамотаһы тапшырыласаҡ.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2020-02-21/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty-367307
|
21 Февраль 2020, 15:16
|
ba
|
Ветерандарға рәхмәтлебеҙ
|
Ваҡыт бер туҡтауһыҙ алға елә... Быйыл Бөйөк Ватан һуғышындағы тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, тормошон емергән, әсәйҙәрҙе – улһыҙ, балаларҙы – атайһыҙ ҡалдырған, аслыҡ-яланғаслыҡты күрһәткән, бик күп яҙмыштарҙы емергән, йән-тәндәрен зәғифләгән ҡәһәрле һуғыш тамамланыуға 75 йыл тула.Йылдар үткән һайын был данлы көндәр, ҡот осҡос ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Бөйөк Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветеран-олатайҙарыбыҙ ҙа илебеҙҙә бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалып килә. Кемеһелер яу яланында ятып ҡалһа, кемдәргәләр тыуған ерен, тупрағын күрергә насип иткән. Бына шундайҙарҙан минең өс бер туған олатайҙарым.. Минең олатайым –Ғәзизйән Уйылдан улы Ғәлин. Ул 1919 йылда Әбйәлил районы (хәҙерге Баймаҡ районы) Һәмән ауылында Фәғилә һәм Уйылдан Туңғатаровтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт юлы үткәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышы башланған тәүге көндәрҙән үк Һәмән ауылынан һуғышҡа алына. Унда барғас та, 78-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Дивизия командиры булып, Аванасий Павлентьевич Белобородов ҡуйыла.1941 йылдың октябрендә дивизия Алыҫ Көнсығыштан Мәскәү эргәһенә – Истра районына күсерелә. 16-сы состав армияһына индерелә. 1 ноябрҙән 258-се уҡсылар дивизияһы озерно йылғаһы буйында Мары-Слобода Городище янында фронт линияһына баҫа. Уларға Волоколам шоссеһын һаҡларға ҡушыла. 4 – 5 ноябрь көслө һуғыштар үтә. Михайлов ауылын алып, оло юлды ҡамарға ҡушалар. Сөнки, был юл ауыл янынан үтә һәм фашистар ошонан үтмәһен өсөн ҡушыла был эш. Хәрби бурысты өлөшләтә генә үтәйҙәр. Озерно йылғаһының көнбайыш ярында Федчино ауылы эргәһендә плацдарм төҙөйҙәр, тик Михайлов ауылын фашистарҙан азат итә алмайҙар.6 – 7 ноябрҙә фашистар Федчино районына ҡаты һөжүм башлағандар. Был ике аҙна барған һуғышта полк ҙур ғына юғалтыуҙар кисерә. Олатайымдың да арҡаһына снаряд ярсығы эләгә. 16 ноябрҙә Михайлов ауылын һәм уның янындағы Барышин, Волохин ауылдарын алырға приказ бирелә. Ошо алыштарҙа яҡшы күрһәткестәре өсөн 78-се уҡсы дивизияһына 1941 йылдың 26 ноябрендә 9-сы Гвардия званиеһы бирелә.1942 йылдың 3 майында 9-сы Гвардия уҡсылар дивизияһына Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирелә, ә уның 22-се уҡсылар полкы Ленин ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың яҙ айҙарында олатайымдың башына дошман пуляһы инә. Ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Пуляһын ала алмайҙар. Ул 1985 йылда вафат булып ҡала, Һәмән ауылында ерләнә. Шулай уҡ Ғәзизйән олатайымдың бер туған ҡустыһы Ноғоман Уйылдан улы Ғәлин да 1942 йылдың апрелендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. Өлкән сержант Ғәлин Новозыбковскийҙа 73-се уҡсылар дивизияһының 11-се артиллерия полкында икенсе батареяның орудие командиры була. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлана.1945 йылдың февралендә һуғыш Көнсығыш Пруссияла бара. Петерсдорф ауылы эргәһендә ҡаты алышта Ноғоман Уйылдан улы пехотаны алға барыуын тотҡарлаусы дошмандың терәк пунктына үҙ орудиеһынан ут яуҙырып, взводҡа яҡын һалдат һәм бер йөк тейәлгән машинаны юҡ итә. Шулай уҡ Цифальсфорт ауылы өсөн барған һөжүмдә лә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ул икенсе дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Һуғыш бөткәс, 1946 йылда олатайым тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Магнитогорский ҡалаһында бәхетле ғүмер кисерә. 1975 йылда ошо ҡалала вафат була. Шулай уҡ 3-сө олатайым Дәминдәр Уйылдан улы Ғәлин ошо һуғышта ҙур өлөш индергән. 1945 йылда хәбәрһеҙ юғалған.Быйылғы йыл илебеҙҙә Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан ителде. Һәр көн атҡан таңды, тыныс иртәләрҙе, ҡояшлы көндәрҙе күрергә ярҙам иткән, беҙҙе бәхетле баласаҡлы иткән атай-олатайҙарыбыҙға, еңеүҙе яҡынлаштырыуҙа ярҙам иткән тыл ветерандарына оло рәхмәтлебеҙ! Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!Азалия НАРЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.
|
Ваҡыт бер туҡтауһыҙ алға елә... Быйыл Бөйөк Ватан һуғышындағы тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, тормошон емергән, әсәйҙәрҙе – улһыҙ, балаларҙы – атайһыҙ ҡалдырған, аслыҡ-яланғаслыҡты күрһәткән, бик күп яҙмыштарҙы емергән, йән-тәндәрен зәғифләгән ҡәһәрле һуғыш тамамланыуға 75 йыл тула. Йылдар үткән һайын был данлы көндәр, ҡот осҡос ваҡиғалар артта ҡала бара. Улар менән бергә был һуғышта ҡатнашҡан, беҙгә Бөйөк Еңеүҙе бүләк иткән ҡаһарман ветеран-олатайҙарыбыҙ ҙа илебеҙҙә бармаҡ менән һанарлыҡ ҡалып килә. Кемеһелер яу яланында ятып ҡалһа, кемдәргәләр тыуған ерен, тупрағын күрергә насип иткән. Бына шундайҙарҙан минең өс бер туған олатайҙарым.. Минең олатайым –Ғәзизйән Уйылдан улы Ғәлин. Ул 1919 йылда Әбйәлил районы (хәҙерге Баймаҡ районы) Һәмән ауылында Фәғилә һәм Уйылдан Туңғатаровтар ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгән. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт юлы үткәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышы башланған тәүге көндәрҙән үк Һәмән ауылынан һуғышҡа алына. Унда барғас та, 78-се уҡсылар дивизияһына ебәрелә. Дивизия командиры булып, Аванасий Павлентьевич Белобородов ҡуйыла. 1941 йылдың октябрендә дивизия Алыҫ Көнсығыштан Мәскәү эргәһенә – Истра районына күсерелә. 16-сы состав армияһына индерелә. 1 ноябрҙән 258-се уҡсылар дивизияһы озерно йылғаһы буйында Мары-Слобода Городище янында фронт линияһына баҫа. Уларға Волоколам шоссеһын һаҡларға ҡушыла. 4 – 5 ноябрь көслө һуғыштар үтә. Михайлов ауылын алып, оло юлды ҡамарға ҡушалар. Сөнки, был юл ауыл янынан үтә һәм фашистар ошонан үтмәһен өсөн ҡушыла был эш. Хәрби бурысты өлөшләтә генә үтәйҙәр. Озерно йылғаһының көнбайыш ярында Федчино ауылы эргәһендә плацдарм төҙөйҙәр, тик Михайлов ауылын фашистарҙан азат итә алмайҙар. 6 – 7 ноябрҙә фашистар Федчино районына ҡаты һөжүм башлағандар. Был ике аҙна барған һуғышта полк ҙур ғына юғалтыуҙар кисерә. Олатайымдың да арҡаһына снаряд ярсығы эләгә. 16 ноябрҙә Михайлов ауылын һәм уның янындағы Барышин, Волохин ауылдарын алырға приказ бирелә. Ошо алыштарҙа яҡшы күрһәткестәре өсөн 78-се уҡсы дивизияһына 1941 йылдың 26 ноябрендә 9-сы Гвардия званиеһы бирелә. 1942 йылдың 3 майында 9-сы Гвардия уҡсылар дивизияһына Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бирелә, ә уның 22-се уҡсылар полкы Ленин ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың яҙ айҙарында олатайымдың башына дошман пуляһы инә. Ҡаты яраланып, госпиталгә эләгә. Пуляһын ала алмайҙар. Ул 1985 йылда вафат булып ҡала, Һәмән ауылында ерләнә. Шулай уҡ Ғәзизйән олатайымдың бер туған ҡустыһы Ноғоман Уйылдан улы Ғәлин да 1942 йылдың апрелендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. Өлкән сержант Ғәлин Новозыбковскийҙа 73-се уҡсылар дивизияһының 11-се артиллерия полкында икенсе батареяның орудие командиры була. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлана. 1945 йылдың февралендә һуғыш Көнсығыш Пруссияла бара. Петерсдорф ауылы эргәһендә ҡаты алышта Ноғоман Уйылдан улы пехотаны алға барыуын тотҡарлаусы дошмандың терәк пунктына үҙ орудиеһынан ут яуҙырып, взводҡа яҡын һалдат һәм бер йөк тейәлгән машинаны юҡ итә. Шулай уҡ Цифальсфорт ауылы өсөн барған һөжүмдә лә ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Ул икенсе дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Һуғыш бөткәс, 1946 йылда олатайым тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Магнитогорский ҡалаһында бәхетле ғүмер кисерә. 1975 йылда ошо ҡалала вафат була. Шулай уҡ 3-сө олатайым Дәминдәр Уйылдан улы Ғәлин ошо һуғышта ҙур өлөш индергән. 1945 йылда хәбәрһеҙ юғалған. Быйылғы йыл илебеҙҙә Хәтер һәм Дан йылы тип иғлан ителде. Һәр көн атҡан таңды, тыныс иртәләрҙе, ҡояшлы көндәрҙе күрергә ярҙам иткән, беҙҙе бәхетле баласаҡлы иткән атай-олатайҙарыбыҙға, еңеүҙе яҡынлаштырыуҙа ярҙам иткән тыл ветерандарына оло рәхмәтлебеҙ! Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған!Азалия НАРЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
|
Улар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/ular-b-y-k-e-e-e-ya-ynaytty/2020-02-17/veterandar-a-r-hm-tlebe-365426
|
17 Февраль 2020, 17:45
|
ba
|
Ҡағараҡ
|
Атлантик океандан алып Лена йылғаһы бассейнына һәм Байкал күленә тиклем тундра һәм урман зоналары күлдәре буйында соҡор рәүешендә оя ҡора. Ҙур һәм уртаса ҙурлыҡтағы, бик үк үҫмәгән таҙа күлдәрҙе өҫтөн күрә.
Ҡағараҡ 1,5 – 3,5 килограмм ауырлыҡта була, бәләкәй ҡаҙ ҙурлығында тиергә мөмкин. Ике, һирәгерәк бер йомортҡа һала. Үрсеү һыу ятҡылығының таҙалығына бәйле.
Төп ризығы – ваҡ һәм уртаса ҙурлыҡтағы балыҡ. Бынан тыш, ваҡ ҡыҫала, селәүсен, моллюск, һыу бөжәктәре, тәлмәрйен һәм һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Был ҡоштарҙың аяҡтары ер өҫтөндә хәрәкәт итеүгә бөтөнләй яраҡлашмаған, шуға күрә ғүмеренең күп өлөшөн һыуҙа үткәрә.
Һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы, оя ҡороу урындарында ҡамасаулыҡтар, балыҡсылар селтәренә эләгеү, күлдә балыҡтың кәмеүе, браконьерлыҡ – ошо факторҙар ҡағараҡтарҙың кәмеүенә килтерә. Шуға күрә ҡоштар Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
ba.wikipedia.
|
Атлантик океандан алып Лена йылғаһы бассейнына һәм Байкал күленә тиклем тундра һәм урман зоналары күлдәре буйында соҡор рәүешендә оя ҡора. Ҙур һәм уртаса ҙурлыҡтағы, бик үк үҫмәгән таҙа күлдәрҙе өҫтөн күрә.Ҡағараҡ 1,5 – 3,5 килограмм ауырлыҡта була, бәләкәй ҡаҙ ҙурлығында тиергә мөмкин. Ике, һирәгерәк бер йомортҡа һала. Үрсеү һыу ятҡылығының таҙалығына бәйле. Төп ризығы – ваҡ һәм уртаса ҙурлыҡтағы балыҡ. Бынан тыш, ваҡ ҡыҫала, селәүсен, моллюск, һыу бөжәктәре, тәлмәрйен һәм һыу үҫемлектәре менән туҡлана. Был ҡоштарҙың аяҡтары ер өҫтөндә хәрәкәт итеүгә бөтөнләй яраҡлашмаған, шуға күрә ғүмеренең күп өлөшөн һыуҙа үткәрә.Һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы, оя ҡороу урындарында ҡамасаулыҡтар, балыҡсылар селтәренә эләгеү, күлдә балыҡтың кәмеүе, браконьерлыҡ – ошо факторҙар ҡағараҡтарҙың кәмеүенә килтерә.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2023-09-06/a-ara-3421750
|
6 Сентябрь , 21:30
|
ba
|
Курил сәйе
|
Башҡортостанда Белорет, Баймаҡ райондарында осрай. Уның Алыҫ Көнсығышта үҫеүе лә билдәле – Курил утрауҙарынан беҙгә килеп ереккәнме курил сәйе, әллә киреһенсәме?Исеме үк әйтеп тора: уның япраҡ-сәскәләрен сәй итеп төнәтеп эсәләр. С һәм Р витаминдарына бай курил сәйе, уны ашҡаҙан-эсәк, үпкә ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланалар, йөрәккә лә файҙалы, тиҙәр. Тибет медицинаһында курил сәйе менән туберкулёзды, психик сирҙәрҙе дауалағандар.Шифалы ғына түгел, ә еребеҙҙе йәмләр бер аҫыл биҙәк тә ул.
zozy.ru
|
Башҡортостанда Белорет, Баймаҡ райондарында осрай. Уның Алыҫ Көнсығышта үҫеүе лә билдәле – Курил утрауҙарынан беҙгә килеп ереккәнме курил сәйе, әллә киреһенсәме?Исеме үк әйтеп тора: уның япраҡ-сәскәләрен сәй итеп төнәтеп эсәләр. С һәм Р витаминдарына бай курил сәйе, уны ашҡаҙан-эсәк, үпкә ауырыуҙарына ҡаршы ҡулланалар, йөрәккә лә файҙалы, тиҙәр. Тибет медицинаһында курил сәйе менән туберкулёзды, психик сирҙәрҙе дауалағандар.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2021-12-06/kuril-s-ye-2608080
|
6 Декабрь 2021, 14:15
|
ba
|
Алтей үләне
|
Баҡсаларҙа бейек булып үҫә ул, төрлө төҫтәге эре сәскәләре күҙҙең яуын алып ултыра. Алтей үләне ана шул мальваның боронғо ҡәрҙәше була инде. Ҡырағай сәскә, тәбиғәттә һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара.Хәҙерге ваҡытта алтей үләнен түтәлдә бағып үҫтерәләр. Сөнки уның тамырынан эшләнгән дарыуҙар мөғжизәле көскә эйә.Алтей үләне дымлы ерҙә, йылға буйҙарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа үҫә. Июль-августа аҡһыл ал төҫтәге яҫы бәбәкле сәскәләре хасил була.Был ҡөҙрәтле үләндең тамырынан эшләнгән һарҡындыны ашҡаҙан, бөйөр ауыртҡанда, йүтәлләгәндә эсәләр.Аптекаларҙа алтей үләненән эшләнгән мукалтин тигән дарыу һатыла, ул үпкәгә, тын юлдарына һалҡын тейгәндә, грипп, коклюш (быума, йүтәл) менән сирләгәндә ярҙам итә. Г. ЯҠУПОВА. ru-dachniki.ru
|
Баҡсаларҙа бейек булып үҫә ул, төрлө төҫтәге эре сәскәләре күҙҙең яуын алып ултыра. Алтей үләне ана шул мальваның боронғо ҡәрҙәше була инде. Ҡырағай сәскә, тәбиғәттә һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара. Хәҙерге ваҡытта алтей үләнен түтәлдә бағып үҫтерәләр. Сөнки уның тамырынан эшләнгән дарыуҙар мөғжизәле көскә эйә. Алтей үләне дымлы ерҙә, йылға буйҙарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа үҫә. Июль-августа аҡһыл ал төҫтәге яҫы бәбәкле сәскәләре хасил була. Был ҡөҙрәтле үләндең тамырынан эшләнгән һарҡындыны ашҡаҙан, бөйөр ауыртҡанда, йүтәлләгәндә эсәләр.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| true |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2021-12-02/altey-l-ne-2602676
|
2 Декабрь 2021, 14:05
|
ba
|
Ҡоросүлән
|
Үҙе үлән, үҙе ҡорос. Һабағына йәбештерелеп ҡуйылған һымаҡ сәскәләре алһыу төҫтә, япраҡтарынан һаҫыҡ еҫ килә. Орлоҡтары ҡуҙаҡ эсендә, июль-августа өлгөрә.Ҡоросүлән аҡландарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йылға һәм юл буйҙарында үҫә. Уны, дарыу үләне булараҡ, баҡса түтәлендә лә үҫтерәләр.Дарыу итеп тамыры ҡулланыла, унда ыҫмала, лимон кислотаһы, гликозидтар, крахмал, эфир майҙары бар.Табиптар әйтеүенсә, ҡоросүлән тамырынан эшләнгән дарыу ҡан тамырҙарын киңәйтә, ҡанды яҡшырта, бөйөр сирҙәренән ҡотҡара.
na-dache.pro
|
Үҙе үлән, үҙе ҡорос. Һабағына йәбештерелеп ҡуйылған һымаҡ сәскәләре алһыу төҫтә, япраҡтарынан һаҫыҡ еҫ килә. Орлоҡтары ҡуҙаҡ эсендә, июль-августа өлгөрә.Ҡоросүлән аҡландарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йылға һәм юл буйҙарында үҫә. Уны, дарыу үләне булараҡ, баҡса түтәлендә лә үҫтерәләр. Дарыу итеп тамыры ҡулланыла, унда ыҫмала, лимон кислотаһы, гликозидтар, крахмал, эфир майҙары бар.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| false |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2021-11-25/oros-l-n-2595068
|
25 Ноябрь 2021, 11:20
|
ba
|
Ирәмәл алтын тамыры
|
Алтай, Саян тауҙарында үҫә икән. Алтын тамырҙың ҡөҙрәтен халыҡ күптән белгән, уға арнап легендалар ҙа ижад иткән.Дарыу өсөн тамырҙы июль аҙағынан сентябрь урталарына тиклем ҡаҙып алырға була, шунан һуң был урынға 10 – 15 йыл теймәҫкә кәрәк.Башта алтын тамырҙы таҙарталар, күләгәле урында һулыталар. Артабан ҡәләм оҙонлоғонда киҫкеләп киптерәләр. Уны ағас һауытта йәки сепрәк тоҡсайҙа һаҡларға кәрәк.Халыҡ медицинаһында алтын тамыр төнәтмәһе менән ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, йөрәк хәлһеҙлеген дауалайҙар. Ул көс, дәрт бирә, нервыларҙы нығыта.Ирәмәл алтын тамырына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда юғалыу ҡурҡынысы янай. Ул һирәкләп кенә Ямантау, Ҡырҡты, Машаҡ тауҙарында осрай, Ирәмәлдә – дәүләт һаҡлағысында ҡурсалана.
Г. ЯҠУПОВА.
Яндекс.Дзен
|
Алтай, Саян тауҙарында үҫә икән. Алтын тамырҙың ҡөҙрәтен халыҡ күптән белгән, уға арнап легендалар ҙа ижад иткән. Дарыу өсөн тамырҙы июль аҙағынан сентябрь урталарына тиклем ҡаҙып алырға була, шунан һуң был урынға 10 – 15 йыл теймәҫкә кәрәк. Башта алтын тамырҙы таҙарталар, күләгәле урында һулыталар. Артабан ҡәләм оҙонлоғонда киҫкеләп киптерәләр. Уны ағас һауытта йәки сепрәк тоҡсайҙа һаҡларға кәрәк. Халыҡ медицинаһында алтын тамыр төнәтмәһе менән ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын, йөрәк хәлһеҙлеген дауалайҙар. Ул көс, дәрт бирә, нервыларҙы нығыта. Ирәмәл алтын тамырына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанда юғалыу ҡурҡынысы янай.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| true |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2021-11-22/ir-m-l-altyn-tamyry-2590056
|
22 Ноябрь 2021, 10:05
|
ba
|
Башҡорт солоҡ ҡорто
|
Йәшкелтем бал балғалаҡта – Әйтерһең дә, мөлдөр-мөлдөр, Мең-мең кәрәҙ күҙгә баға... Бер балғалаҡ балды йыйыр өсөн күпме тапҡырҙар оса сәскәле болондарға кескәй бал ҡорто?! Ундай уңғанлыҡ һәм фиҙаҡәр тырышлыҡ ҡырмыҫҡала ғына барҙыр, булһа ла. Башҡорт солоҡ ҡорто – Тыуған илебеҙ данын донъяға еткергән тере хазина ул. Солоҡсолоҡ борон-борондан халҡыбыҙҙың милли кәсебе булған. Йөҙйәшәр ҡарағастарҙы ҡыуышлап әҙерләгән урындарға күс ҡундырылған һәм бал ҡорттары ике-өс быуат һуҙымында уның хужаларына затлы ризыҡ биреп торған. Ғалимдар иҫәпләүенсә, бер солоҡтоң балы ете быуын нәҫеленә еткән! Балдың файҙаһы хаҡында әйтеп тороу кәрәкме икән? Бәғзе илдәрҙә, мәҫәлән, Японияла, мәктәп балаларына көн дә уны ашаталар: кәре артһын, зиһене яҡтырһын өсөн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, солоҡсолоҡта солоҡ балына әһәмиәт биреп еткерелмәй беҙҙә. Башҡорт солоҡ ҡорто ла (Бөрйән бал ҡорто тип тә әйтәләр) бик ныҡ кәмегән, хатта ки юғалыу алдында тора. Әммә был һирәк бал ҡортоноң генофондын һаҡлап ҡалырға һәм үрсетергә була әле. Бөрйән, Белорет, Мәләүез, Күгәрсен, Йылайыр, Ишембай райондарында башҡорт солоҡ ҡорто күс айыра, ул күстәргә солоҡтар, түмәр умарталар әҙерләргә, күҙ-ҡолаҡ булырға, үрсетергә кәрәк. Бөрйән бал ҡорто генофондын саф килеш һаҡлау сараһын да күрергә бурыслыбыҙ. Бының өсөн уны башҡа төр бал ҡорттарынан, бигерәк тә көньяҡтан килтереп үрсетелгәндәренән, айырым мөхиттә, урман төпкөлдәрендә, йүкәлектә аҫрау хәйерле.Гөлнур ЯҠУПОВА.
|
Йәшкелтем бал балғалаҡта – Әйтерһең дә, мөлдөр-мөлдөр, Мең-мең кәрәҙ күҙгә баға... Бер балғалаҡ балды йыйыр өсөн күпме тапҡырҙар оса сәскәле болондарға кескәй бал ҡорто?! Ундай уңғанлыҡ һәм фиҙаҡәр тырышлыҡ ҡырмыҫҡала ғына барҙыр, булһа ла. Башҡорт солоҡ ҡорто – Тыуған илебеҙ данын донъяға еткергән тере хазина ул. Солоҡсолоҡ борон-борондан халҡыбыҙҙың милли кәсебе булған. Йөҙйәшәр ҡарағастарҙы ҡыуышлап әҙерләгән урындарға күс ҡундырылған һәм бал ҡорттары ике-өс быуат һуҙымында уның хужаларына затлы ризыҡ биреп торған. Ғалимдар иҫәпләүенсә, бер солоҡтоң балы ете быуын нәҫеленә еткән! Балдың файҙаһы хаҡында әйтеп тороу кәрәкме икән? Бәғзе илдәрҙә, мәҫәлән, Японияла, мәктәп балаларына көн дә уны ашаталар: кәре артһын, зиһене яҡтырһын өсөн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, солоҡсолоҡта солоҡ балына әһәмиәт биреп еткерелмәй беҙҙә. Башҡорт солоҡ ҡорто ла (Бөрйән бал ҡорто тип тә әйтәләр) бик ныҡ кәмегән, хатта ки юғалыу алдында тора. Әммә был һирәк бал ҡортоноң генофондын һаҡлап ҡалырға һәм үрсетергә була әле. Бөрйән, Белорет, Мәләүез, Күгәрсен, Йылайыр, Ишембай райондарында башҡорт солоҡ ҡорто күс айыра, ул күстәргә солоҡтар, түмәр умарталар әҙерләргә, күҙ-ҡолаҡ булырға, үрсетергә кәрәк. Бөрйән бал ҡорто генофондын саф килеш һаҡлау сараһын да күрергә бурыслыбыҙ.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| true |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2017-12-29/bash-ort-solo-orto-210941
|
29 Декабрь 2017, 18:11
|
ba
|
Дала ҡара йыланы
|
Бесәнде беҙ йыл да бер урында, йомро ғына аҡланда, саба торғайныҡ. Ул ярлауға терәлеп тора, аҫта гөрләп йылға аға. Шул ерҙә ҙур ғына соҡор булып, уртаһында ҡарт муйыл үҫә. Ә муйыл төбөндә – ҡара йылан ояһы!Өләсәйем йыл да бесәнгә төшөр мәл етһә, ҡат-ҡат киҫәтә:– Соҡорға яҡын юлама, йыланға аслан теймә!– Ә ул сағып ҡуйһа? – тип һорайым.– Зыяның теймәһә, саҡмаҫ, – ти өләсәйем.Мин барыбер гел әлеге соҡор тирәһендә уралдым, теге йыланды күрә-күрә йөрөнөм. Таш өҫтөндә бөгәрләнеп йоҡлап ята. Һыртында киртмәсле тәгәрмәс кеүек биҙәге лә бар икән. Шулай бер ҡарап тора инем, йылан ҡапыл ғына башын сәкәйтте лә осоп барған күбәләкте тотоп, йотоп та ҡуйҙы. Тағы бөгәрләнде. Ә икенсе күргәндә уның эсендә йоҙроҡ ҙурлыҡ нәмәнең ҡыймырлағанын шәйләнем.– Баҡа йотҡандыр йә сысҡан, – тине өләсәйем аптырамай ғына. – Ҡошҡа ла һунар итә ул. Йөрөмә шул соҡор тирәһендә, аңһыҙҙан үҙеңә ырғып ҡуймаһын, тәүбә-тәүбә!– Ә уның балалары ҡайҙа икән?– Балаламаған әле, августа йә сентябрҙә инде… Ояһына таш-фәлән бәреп ҡуйма! – Өләсәйем тағы киҫәтеп ҡуйҙы. – Йылғаға һыу эсергә төшә ул, юлын бүлмә, йәме, ишетһен ҡолағың.– Ә ниңә, өләсәй, үлтерәйек тә ҡуяйыҡ ул ҡурҡыныс йыланды, – тим, – йә берәйһен сағыр…– Ерле юҡҡамы? Саҡмаҫ. Ә тере йәнде ҡыйырға ярамай, йылан булһа ла. Тәбиғәт уны бар иткән икән, йәшәһен, кәрәге тейә, тимәк.– Йыландың ни кәрәге булһын?– Ағыуы дарыу, ти, уның.Йыланлы аҡланда бесән сабып, күбә күбәләп, аҙналап ваҡыт үтә. Шул арала йылан тураһында һүҙ ҙә йыш сыға. Төрлө ырымдар, арбауҙар иҫкә төшөрөлә. «Сығыр булһаң, сыҡ, йылан. Сыҡмаҫ булһаң, ят, йылан, ятҡан ерҙә ҡат, йылан», – тип һамаҡлап йөрөйөм, һаҡланам, йәнәһе. Белгегеҙ килһә, ул йыландан мин генә түгел, этебеҙ Ҡарағолаҡ та шөрләй ине. Бер мәлде сәйгә мәтрүшкәгә тип китеп барһам, баяғы соҡорҙан сәйер тауыш килә, ата ҡаҙ, ғәҙәттә, бәпкәһен ҡурсып шулай ыҫылдай: ыҫ-ҫ, ы-ыҫ-ҫ! Ни күрәм: соҡор башында Ҡарағолаҡ ҡымшанмай ҙа арт аяҡтарында ултыра, аҫта теге йылан башын күтәреп ыҫылдай. Икеһе лә бер-береһенән күҙен алмай, аңдышалар. Ниһайәт, йылан сытыр араһына шылышты, йәшеренде, Ҡарағолаҡ миңә килеп һырпаланды.– Уф, ҡотто алды, яуыз! – тигәйнем, өләсәйем тағы яҡлашты йыланды:– Яуызға – яуыз, ә изгелеккә изгелекле ул.…Имеш, баҫыуҙа ашнаҡсы булып эшләгән ҡатын һауыт-һаба йыуған һыуын йырынға түгәйем тиһә, унда мыжғышып ваҡ ҡына йылан балалары ята, ти. Ул быларҙы йәлләгәндер инде, ара-тирә шундағы бер таш уйымына һөт-фәлән ҡойоп киткеләгән. Ураҡ бөтөп барғанда, көн яуынға әйләнеп, эш туҡтаған, комбайнсылар ауылға ҡайтып киткән. Ашнаҡсы машинанан тороп ҡалған. Ҡалмаҫ ине, ҡапыл ҡурҡыныс ҙур йыландар килеп сығып, аяғына уралған, машина киткәс кенә ысҡындырған, ти.Ҡатын йәйәү ҡайтырға булған. Йә, Хоҙай, йылғаға килеп етһә, ни күрә: күпер емерелгән, машина ауған, кешеләр имгәнешкән!Аңлаған инде ашнаҡсы – йыландар уға рәхмәт әйткән, һәләкәттән ҡотҡарған.Гөлнур ЯҠУПОВА.
|
Бесәнде беҙ йыл да бер урында, йомро ғына аҡланда, саба торғайныҡ. Ул ярлауға терәлеп тора, аҫта гөрләп йылға аға. Шул ерҙә ҙур ғына соҡор булып, уртаһында ҡарт муйыл үҫә. Ә муйыл төбөндә – ҡара йылан ояһы!Өләсәйем йыл да бесәнгә төшөр мәл етһә, ҡат-ҡат киҫәтә:– Соҡорға яҡын юлама, йыланға аслан теймә!– Ә ул сағып ҡуйһа? – тип һорайым.– Зыяның теймәһә, саҡмаҫ, – ти өләсәйем. Мин барыбер гел әлеге соҡор тирәһендә уралдым, теге йыланды күрә-күрә йөрөнөм. Таш өҫтөндә бөгәрләнеп йоҡлап ята. Һыртында киртмәсле тәгәрмәс кеүек биҙәге лә бар икән. Шулай бер ҡарап тора инем, йылан ҡапыл ғына башын сәкәйтте лә осоп барған күбәләкте тотоп, йотоп та ҡуйҙы. Тағы бөгәрләнде. Ә икенсе күргәндә уның эсендә йоҙроҡ ҙурлыҡ нәмәнең ҡыймырлағанын шәйләнем.– Баҡа йотҡандыр йә сысҡан, – тине өләсәйем аптырамай ғына. – Ҡошҡа ла һунар итә ул. Йөрөмә шул соҡор тирәһендә, аңһыҙҙан үҙеңә ырғып ҡуймаһын, тәүбә-тәүбә!– Ә уның балалары ҡайҙа икән?– Балаламаған әле, августа йә сентябрҙә инде… Ояһына таш-фәлән бәреп ҡуйма! – Өләсәйем тағы киҫәтеп ҡуйҙы. – Йылғаға һыу эсергә төшә ул, юлын бүлмә, йәме, ишетһен ҡолағың.– Ә ниңә, өләсәй, үлтерәйек тә ҡуяйыҡ ул ҡурҡыныс йыланды, – тим, – йә берәйһен сағыр…– Ерле юҡҡамы? Саҡмаҫ. Ә тере йәнде ҡыйырға ярамай, йылан булһа ла. Тәбиғәт уны бар иткән икән, йәшәһен, кәрәге тейә, тимәк.– Йыландың ни кәрәге булһын?– Ағыуы дарыу, ти, уның. Йыланлы аҡланда бесән сабып, күбә күбәләп, аҙналап ваҡыт үтә. Шул арала йылан тураһында һүҙ ҙә йыш сыға. Төрлө ырымдар, арбауҙар иҫкә төшөрөлә. «Сығыр булһаң, сыҡ, йылан. Сыҡмаҫ булһаң, ят, йылан, ятҡан ерҙә ҡат, йылан», – тип һамаҡлап йөрөйөм, һаҡланам, йәнәһе. Белгегеҙ килһә, ул йыландан мин генә түгел, этебеҙ Ҡарағолаҡ та шөрләй ине. Бер мәлде сәйгә мәтрүшкәгә тип китеп барһам, баяғы соҡорҙан сәйер тауыш килә, ата ҡаҙ, ғәҙәттә, бәпкәһен ҡурсып шулай ыҫылдай: ыҫ-ҫ, ы-ыҫ-ҫ! Ни күрәм: соҡор башында Ҡарағолаҡ ҡымшанмай ҙа арт аяҡтарында ултыра, аҫта теге йылан башын күтәреп ыҫылдай. Икеһе лә бер-береһенән күҙен алмай, аңдышалар. Ниһайәт, йылан сытыр араһына шылышты, йәшеренде, Ҡарағолаҡ миңә килеп һырпаланды.– Уф, ҡотто алды, яуыз! – тигәйнем, өләсәйем тағы яҡлашты йыланды:– Яуызға – яуыз, ә изгелеккә изгелекле ул.…Имеш, баҫыуҙа ашнаҡсы булып эшләгән ҡатын һауыт-һаба йыуған һыуын йырынға түгәйем тиһә, унда мыжғышып ваҡ ҡына йылан балалары ята, ти. Ул быларҙы йәлләгәндер инде, ара-тирә шундағы бер таш уйымына һөт-фәлән ҡойоп киткеләгән. Ураҡ бөтөп барғанда, көн яуынға әйләнеп, эш туҡтаған, комбайнсылар ауылға ҡайтып киткән. Ашнаҡсы машинанан тороп ҡалған. Ҡалмаҫ ине, ҡапыл ҡурҡыныс ҙур йыландар килеп сығып, аяғына уралған, машина киткәс кенә ысҡындырған, ти.Ҡатын йәйәү ҡайтырға булған.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| true |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2017-12-22/dala-ara-yylany-208693
|
22 Декабрь 2017, 12:32
|
ba
|
Һаҙ гөбөргәйеле
|
Борон-борон заманда, сауҙагәрҙәр ете диңгеҙ аръяғына сәйәхәт итеп, каруан-каруан тауарҙар алып ҡайтҡанда, йәшәгән, ти, бер хан. Уның берҙән-бер ҡыҙы булған. Үҙе сибәр, үҙе тәкәббер икән. Көндәрҙән бер көндө хан биләмәләре аша сауҙәгәрҙәр үтеп бара икән: ҡытай ебәге, сын сынаяҡтар, алтын еп менән ҡайылған яулыҡтар – күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тағы әллә күпме зиннәтле әйберҙәр бар, ти, тартмаларында. Хан ҡыҙының уймаҡ ҡына батмустарға күҙе төшкән, унда төшөрөлгән тауистарға, аллы-гөллө биҙәктәргә иҫе киткән дә һатып алған, ти. Инде был ханлыҡтағы халыҡтың байы ла, ярлыһы ла теге батмустарҙы күрергә килә. Ә бер кескәй ҡыҙыҡай бейеүгә әүәҫ икән, берәүһен ҡулына алыуы булған, күбәләктәй талпынып бейегән дә киткән. Хан ҡыҙы бейей белмәгән, шуға көнләшеп, батмусын тартып ала һалған. Тәтәй һауыттар сихри көскә эйә, имеш, ти: саф күңеллегә – матурлыҡ, тар күңеллегә йәмһеҙлек өҫтәй торған. Кескәй ҡыҙ гүзәлдән-гүзәлгә әүерелгән. Хан ҡыҙы иһә ғәжәйеп батмустарын башҡаса күрһәтмәгән, береһен эсенә, икенсеһен арҡаһына бәйләп, кейем аҫтына йәшереп йөрөткән. Ә үҙе, бахырҡай, көндән-көн ҡотһоҙлана бара, ти. Кәүҙәһе ҡорошоп, башы йыландыҡы кеүек кәксәйеп ҡатҡан, ти, ахырҙа. Тәтәй батмустары ла тәненә ҡуша йәбешеп, ҡарайып бөткән. Шулай бер көндө хан ҡыҙы күл буйына барған, күл көҙгөһөнә ҡараған да ҡото осоп ҡысҡырып ебәргән: унда имәнес бер йән эйәһе сағыла, ти! Хан ҡыҙы юҡ булған, ә күл буйына һыуға бер инеп, бер сығып сәйер мәхлүк йөрөй башлаған. Уның арҡаһы ла, ҡорһағы ла батмус кеүек нәмә менән ҡапланған, ти, абау! Шунан ни халыҡ был мәхлүкте гөбөргәйел йәки ташбаҡа тип атаған. Гөлнур ЯҠУПОВА.
|
Борон-борон заманда, сауҙагәрҙәр ете диңгеҙ аръяғына сәйәхәт итеп, каруан-каруан тауарҙар алып ҡайтҡанда, йәшәгән, ти, бер хан. Уның берҙән-бер ҡыҙы булған. Үҙе сибәр, үҙе тәкәббер икән. Көндәрҙән бер көндө хан биләмәләре аша сауҙәгәрҙәр үтеп бара икән: ҡытай ебәге, сын сынаяҡтар, алтын еп менән ҡайылған яулыҡтар – күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән тағы әллә күпме зиннәтле әйберҙәр бар, ти, тартмаларында. Хан ҡыҙының уймаҡ ҡына батмустарға күҙе төшкән, унда төшөрөлгән тауистарға, аллы-гөллө биҙәктәргә иҫе киткән дә һатып алған, ти. Инде был ханлыҡтағы халыҡтың байы ла, ярлыһы ла теге батмустарҙы күрергә килә. Ә бер кескәй ҡыҙыҡай бейеүгә әүәҫ икән, берәүһен ҡулына алыуы булған, күбәләктәй талпынып бейегән дә киткән. Хан ҡыҙы бейей белмәгән, шуға көнләшеп, батмусын тартып ала һалған. Тәтәй һауыттар сихри көскә эйә, имеш, ти: саф күңеллегә – матурлыҡ, тар күңеллегә йәмһеҙлек өҫтәй торған. Кескәй ҡыҙ гүзәлдән-гүзәлгә әүерелгән. Хан ҡыҙы иһә ғәжәйеп батмустарын башҡаса күрһәтмәгән, береһен эсенә, икенсеһен арҡаһына бәйләп, кейем аҫтына йәшереп йөрөткән. Ә үҙе, бахырҡай, көндән-көн ҡотһоҙлана бара, ти. Кәүҙәһе ҡорошоп, башы йыландыҡы кеүек кәксәйеп ҡатҡан, ти, ахырҙа. Тәтәй батмустары ла тәненә ҡуша йәбешеп, ҡарайып бөткән. Шулай бер көндө хан ҡыҙы күл буйына барған, күл көҙгөһөнә ҡараған да ҡото осоп ҡысҡырып ебәргән: унда имәнес бер йән эйәһе сағыла, ти! Хан ҡыҙы юҡ булған, ә күл буйына һыуға бер инеп, бер сығып сәйер мәхлүк йөрөй башлаған. Уның арҡаһы ла, ҡорһағы ла батмус кеүек нәмә менән ҡапланған, ти, абау!
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| true |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2017-12-18/a-g-b-rg-yele-206413
|
18 Декабрь 2017, 14:57
|
ba
|
Тараҡлы һыу кеҫәрткеһе
|
Теге йомро ташта бер бабай ултыра, ти, уф! Сәсе-һаҡалы көмөш, кейеме балыҡ тәңкәһендәй йылҡылдап тора икән. Күл эйәһе булып сыҡҡан был бабай. Ә егет бер күреүҙә ғашиҡ булған теге сибәркәй уның ҡыҙы Һыуһылыу инде. Егет көмөш һаҡаллы бабайға серен асҡан: алтын тараҡлы һылыу бер ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булыуы хаҡында һөйләгән. – Һин – ер балаһы, Һыуһылыуға йәр була алмайһың шул, егеткәй, – тигән, ти, бабай. – Мин унһыҙ йәшәй алмайым! – тип асырғанып әйткән егет. – Уның ҡоло булырға ла әҙермен. – Тылсымлы тарағын юғалтып, саҡ тапты Һыуһылыу. Шул тараҡты һаҡлап йөрөтөргә хеҙмәтсе кәрәк, ризаһыңмы? – Риза! – тигән егет, тәүәккәлләп, – янында ғына йөрөрмөн, тоғро һаҡсыһы булырмын. Тик бына ерҙе һағынырмын шул... – Ә мин һине амфибия итермен, һыуҙа ла, ерҙә лә йәшәрһең. Тик шуныһы, әҙәми ҡиәфәтеңде мәңгегә юғалтырһың. Күнәһеңме? Егет ризалашҡан. Шунан ни күл эйәһе вәғәҙә иткән мөғжизәһен ҡылған да ҡуйған: егет бәләкәй генә йор кеҫәрткегә әүерелгән, ти. Ә ҡара борсаҡ төшөрөлгән ҡыҙғылт һары күлдәге уның тиреһенә әйләнгән. Егет үҙенең күлдә сағылған ҡиәфәтен күреп, бик бошонған, әммә ни эшләмәк хәҙер: әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Шул саҡ Һыуһылыу ҙа йөҙөп килеп еткән, кеҫәртке егеткә иркә итеп йылмайған һәм тарағын уның арҡаһына ҡаҙап ҡуйған да әйткән, ти: – Саф һөйөүең өсөн рәхмәт, егет. Йәйге хозурлыҡта гелән эргәмдә бул, тарағымды һаҡла. Ҡышын ярға сығырһың, ағас тамыры аҫтында йылыла йоҡларһың. Исемең дә үҙең кеүек серле булыр: тараҡлы һыу кеҫәрткеһе. Гөлнур ЯҠУПОВА.
|
Сәсе-һаҡалы көмөш, кейеме балыҡ тәңкәһендәй йылҡылдап тора икән. Күл эйәһе булып сыҡҡан был бабай. Ә егет бер күреүҙә ғашиҡ булған теге сибәркәй уның ҡыҙы Һыуһылыу инде. Егет көмөш һаҡаллы бабайға серен асҡан: алтын тараҡлы һылыу бер ҡыҙға бер күреүҙән ғашиҡ булыуы хаҡында һөйләгән. – Һин – ер балаһы, Һыуһылыуға йәр була алмайһың шул, егеткәй, – тигән, ти, бабай. – Мин унһыҙ йәшәй алмайым! – тип асырғанып әйткән егет. – Уның ҡоло булырға ла әҙермен. – Тылсымлы тарағын юғалтып, саҡ тапты Һыуһылыу. Шул тараҡты һаҡлап йөрөтөргә хеҙмәтсе кәрәк, ризаһыңмы? – Риза! – тигән егет, тәүәккәлләп, – янында ғына йөрөрмөн, тоғро һаҡсыһы булырмын. Тик бына ерҙе һағынырмын шул... – Ә мин һине амфибия итермен, һыуҙа ла, ерҙә лә йәшәрһең. Тик шуныһы, әҙәми ҡиәфәтеңде мәңгегә юғалтырһың. Күнәһеңме? Егет ризалашҡан. Шунан ни күл эйәһе вәғәҙә иткән мөғжизәһен ҡылған да ҡуйған: егет бәләкәй генә йор кеҫәрткегә әүерелгән, ти. Ә ҡара борсаҡ төшөрөлгән ҡыҙғылт һары күлдәге уның тиреһенә әйләнгән. Егет үҙенең күлдә сағылған ҡиәфәтен күреп, бик бошонған, әммә ни эшләмәк хәҙер: әйткән һүҙ – атҡан уҡ. Шул саҡ Һыуһылыу ҙа йөҙөп килеп еткән, кеҫәртке егеткә иркә итеп йылмайған һәм тарағын уның арҡаһына ҡаҙап ҡуйған да әйткән, ти: – Саф һөйөүең өсөн рәхмәт, егет. Йәйге хозурлыҡта гелән эргәмдә бул, тарағымды һаҡла. Ҡышын ярға сығырһың, ағас тамыры аҫтында йылыла йоҡларһың.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| true |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2017-12-07/tara-ly-yu-ke-rtke-e-204364
|
7 Декабрь 2017, 21:26
|
ba
|
Дарыу һөлөгө
|
Боронғораҡ заманда, мәжүсилек осоронда, йәғни кешеләр тәбиғәт ҡөҙрәтенә инанғанда, ҡояшҡа, утҡа, һыуға һәм башҡа илаһи көстәргә табынғанда, йәшәгән, ти, бер имсе. Тупраҡ менән дә, һыу менән дә имләгән ул сирле бәндәләрҙе, ут менән дә ҡыуған сырхауҙарын, үлән төнәтмәләре эсереп тә дауалаған. Ҡыҫҡаһы, ҡулында им булған уның. Көндәрҙән бер көндө ошо имсе үҙе ҡаты ауырыуға дусар булған: аяҡтары гел шешеп, имәнес шешектәр менән ҡапланған, имеш, ти. Ахыр сиктә, ул түшәккә йығылған. Үҙенең билдәһеҙ сирҙән еңелә барыуын имсе ауыр кисергән. Башҡаларҙы сәләмәт итә алған башың менән күҙ алдында аяҡһыҙ булып ят инде! Ғазаплана торғас, ул төн йөҙөндә төйәгенән ҡасып китергә булған: кешеләр уның мөшкөл хәлен күрмәһен, ауырыуынан ҡотолғандыр ҙа яланға дарыу үләне йыйырға сыҡҡандыр, тип уйлаһындар, йәнәһе. Ысынында иһә урман эсендәге бер тәрән күлгә барып батырға уйлаған имсе. Саф һыулы, төбө йомшаҡ ләм менән ҡапланған был урында ырыуҙаштары йәйге селләләрҙә һыу инә, унда батыу килешмәҫ тәһә? Шулай уйлап, ары имгәкләгән, ти. Тымыҡ ҡына аҡҡан йылғаға ла батмаған – унан сәйгә һыу алалар, бала-саға ҡойона, ә быуаһында ат йөҙҙөрәләр. Шул тирәнән әллә ни алыҫ та түгел уфылдап ятҡан һаҙлыҡ яғына шылыша имсе, ахырҙа. Ай күрҙе, ҡояш алды булыр, бер кем юллап тапмаҫ эҙемде, мәңге сер булып ҡалыр минең юғалыуым, тип фараз итә лә тәүәккәлләй. Имгәкләп һаҙлыҡҡа инеп бара, инеп бара, ти, был. Әммә һис убылмай, туп кеүек өҫкә ҡалҡып килә лә сыға, килә лә сыға икән. Таң атҡан да кис булған, тағы ла таң атҡан… Өс көн шулай аҙапланған, ахырҙа, башын түмгәккә ҡуйып, аяҡтарын һаҙ күрәненә һуҙып һалып, йоҡлап киткән. Уянғас, ары шыуышмаҡ иткән, хәлһеҙ аяҡтарына күҙ һалған: абау! Ике аяғы ла тубыҡ тиңентен ҡарайған, яп-ялтыр булып күпкән, ти. Ҡото осоп ҡарап торғанда, бер заман тыптыр-тыптыр итеп, йоп-йомро ҡара бармаҡ кеүек әллә нәмәкәйҙәр балтырҙарынан өҙөлөп төшә башлаған, имеш. Имсе иҫен юйған, бындай ғибрәтте күргәс… Аңына килгәс, күрә икән: аяҡтары ағарып, таҙарып ҡалған, шеше ҡайтҡан, ә эргә-тирәлә теге ҡара нәмәкәйҙәр тәгәрәшеп ята. Төрткөләп ҡараһа, эстәре тулы ҡара ҡан, ти, ул мәхлүктәрҙең. Бәй, былар бит уның шешкән аяҡтарындағы яман ҡанды һурып һәләк булған, әләйһәң?! Имсе үҙенең ҙур асыш яһауын аңлаған һәм тиҙерәк был хаҡта кешеләргә еткерергә теләгән, тик еп өҙөрлөк тә хәлгенәһе юҡ, ти, шул. Һәр саҡ билбауында ҡыҫтырыулы йөрөгән һыбыҙғыһы иҫенә төшкән әлдә, шуны алып һыҙғыртып ебәргән икән, уны эҙләп сыҡҡан ырыуҙаштары ишетеп килеп тә еткән. Ә теге мәхлүктәрҙе шунан бирле дарыу һөлөгө тип йөрөтә башлағандар: дауалайҙар бит үҙҙәренсә. Имсе иһә һөлөк һалыу һөнәрен үҙләштереп алған, ти. * * * Әйткәндәй, һөлөктәр тәрән күлдәрҙә, һәлмәк ағышлы йылғаларҙа, быуа һәм һаҙлыҡтарҙа үрсей, шундағы тереклектең ҡанын һурып туҡлана икән. …Күргәнем бар дарыу һөлөгөн: ҡарағусҡыл йәшкелт төҫтә, башы яғы йыуаныраҡ, ҡойроҡҡа табан нәҙегерәк селәүсенгә оҡшаған. Һыртында өҙөк-өҙөк буй һыҙыҡсалары күренә, ҡорһағы һарғылтыраҡ. Үҙе шундай шыма, ҡан һурғыс имгестәре бар, әммә улар күҙгә салынып тормай. Дарыу һөлөгө менән дауалау бөгөнгө медицинала киң ҡулланыла һәм гирудотерапия тип атала, белгегеҙ килһә.Гөлнур ЯҠУПОВА.
|
Боронғораҡ заманда, мәжүсилек осоронда, йәғни кешеләр тәбиғәт ҡөҙрәтенә инанғанда, ҡояшҡа, утҡа, һыуға һәм башҡа илаһи көстәргә табынғанда, йәшәгән, ти, бер имсе. Тупраҡ менән дә, һыу менән дә имләгән ул сирле бәндәләрҙе, ут менән дә ҡыуған сырхауҙарын, үлән төнәтмәләре эсереп тә дауалаған. Ҡыҫҡаһы, ҡулында им булған уның. Көндәрҙән бер көндө ошо имсе үҙе ҡаты ауырыуға дусар булған: аяҡтары гел шешеп, имәнес шешектәр менән ҡапланған, имеш, ти. Ахыр сиктә, ул түшәккә йығылған. Үҙенең билдәһеҙ сирҙән еңелә барыуын имсе ауыр кисергән. Башҡаларҙы сәләмәт итә алған башың менән күҙ алдында аяҡһыҙ булып ят инде! Ғазаплана торғас, ул төн йөҙөндә төйәгенән ҡасып китергә булған: кешеләр уның мөшкөл хәлен күрмәһен, ауырыуынан ҡотолғандыр ҙа яланға дарыу үләне йыйырға сыҡҡандыр, тип уйлаһындар, йәнәһе. Ысынында иһә урман эсендәге бер тәрән күлгә барып батырға уйлаған имсе. Саф һыулы, төбө йомшаҡ ләм менән ҡапланған был урында ырыуҙаштары йәйге селләләрҙә һыу инә, унда батыу килешмәҫ тәһә? Шулай уйлап, ары имгәкләгән, ти. Тымыҡ ҡына аҡҡан йылғаға ла батмаған – унан сәйгә һыу алалар, бала-саға ҡойона, ә быуаһында ат йөҙҙөрәләр. Шул тирәнән әллә ни алыҫ та түгел уфылдап ятҡан һаҙлыҡ яғына шылыша имсе, ахырҙа. Ай күрҙе, ҡояш алды булыр, бер кем юллап тапмаҫ эҙемде, мәңге сер булып ҡалыр минең юғалыуым, тип фараз итә лә тәүәккәлләй. Имгәкләп һаҙлыҡҡа инеп бара, инеп бара, ти, был. Әммә һис убылмай, туп кеүек өҫкә ҡалҡып килә лә сыға, килә лә сыға икән. Таң атҡан да кис булған, тағы ла таң атҡан… Өс көн шулай аҙапланған, ахырҙа, башын түмгәккә ҡуйып, аяҡтарын һаҙ күрәненә һуҙып һалып, йоҡлап киткән. Уянғас, ары шыуышмаҡ иткән, хәлһеҙ аяҡтарына күҙ һалған: абау! Ике аяғы ла тубыҡ тиңентен ҡарайған, яп-ялтыр булып күпкән, ти. Ҡото осоп ҡарап торғанда, бер заман тыптыр-тыптыр итеп, йоп-йомро ҡара бармаҡ кеүек әллә нәмәкәйҙәр балтырҙарынан өҙөлөп төшә башлаған, имеш. Имсе иҫен юйған, бындай ғибрәтте күргәс… Аңына килгәс, күрә икән: аяҡтары ағарып, таҙарып ҡалған, шеше ҡайтҡан, ә эргә-тирәлә теге ҡара нәмәкәйҙәр тәгәрәшеп ята. Төрткөләп ҡараһа, эстәре тулы ҡара ҡан, ти, ул мәхлүктәрҙең. Бәй, былар бит уның шешкән аяҡтарындағы яман ҡанды һурып һәләк булған, әләйһәң?! Имсе үҙенең ҙур асыш яһауын аңлаған һәм тиҙерәк был хаҡта кешеләргә еткерергә теләгән, тик еп өҙөрлөк тә хәлгенәһе юҡ, ти, шул. Һәр саҡ билбауында ҡыҫтырыулы йөрөгән һыбыҙғыһы иҫенә төшкән әлдә, шуны алып һыҙғыртып ебәргән икән, уны эҙләп сыҡҡан ырыуҙаштары ишетеп килеп тә еткән. Ә теге мәхлүктәрҙе шунан бирле дарыу һөлөгө тип йөрөтә башлағандар: дауалайҙар бит үҙҙәренсә. Имсе иһә һөлөк һалыу һөнәрен үҙләштереп алған, ти. * * * Әйткәндәй, һөлөктәр тәрән күлдәрҙә, һәлмәк ағышлы йылғаларҙа, быуа һәм һаҙлыҡтарҙа үрсей, шундағы тереклектең ҡанын һурып туҡлана икән. …Күргәнем бар дарыу һөлөгөн: ҡарағусҡыл йәшкелт төҫтә, башы яғы йыуаныраҡ, ҡойроҡҡа табан нәҙегерәк селәүсенгә оҡшаған. Һыртында өҙөк-өҙөк буй һыҙыҡсалары күренә, ҡорһағы һарғылтыраҡ. Үҙе шундай шыма, ҡан һурғыс имгестәре бар, әммә улар күҙгә салынып тормай.
|
"Ҡыҙыл китап" аманаты
| true |
https://agideljurn.ru/articles/-y-yl-kitap-amanaty/2017-12-01/daryu-l-g-203011
|
1 Декабрь 2017, 11:19
|
ba
|
Юра Жданко
|
Ҡулсаны ҡаты тотһалар ҙа, гитлерсылар һөжүм башларға ашыҡмай. Сөнки Мәскәү янында совет ғәскәрҙәре тарафынан яһалған һөжүм ваҡытында көстәре ныҡ ҡына ҡаҡшаған була. Етмәһә, партизандар тураһында теүәл генә мәғлүмәт тә юҡ. Бәлки, уларҙың әҙерлеге бик яҡшылыр. Шуға өҫтәмә ярҙам килгәнен көтәләр.Ә партизандарҙың хәле бик шәптән булмай. Аҙыҡ-түлек запастары ла бөткән. Улар нисек тә ҡамауҙан сығыу тураһында баш вата. Отряд командиры ярҙам һорап, Ҡыҙыл Армия командованиеһына мөрәжәғәт итә. Рация аша улар тәжрибәле разведчик ебәрәсәктәре хаҡында хәбәр ала. Ысынлап та, билдәләнгән ваҡытта урман өҫтөндә самолёт моторының тауышы ишетелә. Бер нисә минуттан парашютсы ла килеп төшә. Партизандар бәләкәй генә малайҙы күреп, аптырап ҡала.– Тәжрибәле разведчик һин булаһыңмы инде? – тип һорай командир.– Мин. Әллә оҡшамағанмынмы? – Малай һалдат бушлатында, ҡалын һырмалы салбарҙа һәм йондоҙ тағылған ҡолаҡсынлы бүректә була. Ысын ҡыҙылармеец.– Нисә йәш һуң һиңә? – Оҙаҡламай ун бер тула.Малай үҙен, Юра Жданко, тип таныштыра. Сығышы менән Витебск ҡалаһынан. 1941 йылдың июлендә был шуҡ, шаян, урындағы биләмәләрҙе биш бармағы кеүек белгән малай сигенә башлаған совет һалдаттарына Двина аша кисеүҙе күрһәтергә бара. Ләкин тыуған йортона кире әйләнеп ҡайта алмай. Ул юл күрһәтеүсе булып йөрөгән арала ҡалаға немецтарҙың бронетехникаһы инә. Оҙатып барған разведчиктар уны үҙҙәре менән алырға мәжбүр була. Шулай ул Фрунзе исемендәге 332-се Иванов уҡсылар дивизияһының тәрбиәләнеүсеһе булып китә. Тәбиғәте менән күҙәтеүсән, хәтере шәп малай һәр нәмәне тиҙ арала үҙләштереп, өлкәндәргә үҙенең кәңәштәрен бирергә лә һорап тормай. Юраның һәләтен баһаламай ҡалмайҙар. Уны разведкаға үҙҙәре менән бергә ала башлайҙар. Хатта күперҙе миналауҙа ла ҡатнаша. Шартлау ваҡытында иптәше яраланғас, Юра тәүге ярҙам күрһәтеп, уны часҡа алып ҡайта һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалын ала.Ысынлап та, партизандарға ҡамауҙан сығырға ярҙам итер өсөн унан да шәберәк разведчикты тапмайҙар. – Парашюттан һикергәнең бармы? – тип һорайҙар.Бер тапҡыр ҙа үҙен һынамаһа ла, ул: «Эйе», – тип яуап бирә.Самолёт осоп киткәс кенә Юра дөрөҫөн әйтә. Быға инструктор бик ныҡ асыулана. Ләкин һуң була. Уға юлда ғына нимәләр эшләргә кәрәклеген өйрәтәләр. Ҡыйыу, отҡор егет бөтәһен дә дөрөҫ үтәп, отрядҡа имен-аман барып етә. Бер заман уны иҫке кейем кейҙереп, ауылға ебәрәләр. Бында Влас исемле ҡарттың өйөндә бер немец офицеры йәшәгән була. Ул үҙен был ҡарттың район үҙәгендә йәшәгән ейәне тип таныштыра. Бурысы ауыр: Юра немецтарҙың ҡамауҙа ҡалған отрядты юҡҡа сығарыу планын ҡулына төшөрөргә тейеш. Уңайлы мәлде уға бер нисә көн көтөргә тура килә. Бер көндө фриц урамға шинелен кеймәйенсә сыға. Ә уның кеҫәһендә – сейф асҡысы. Тиҙ арала ул Юраның ҡулына күсә һәм оҙаҡламай документтар отрядҡа килеп тә етә.1943 йылда ҡыйыу пионер ҡамауҙан Ҡыҙыл Армияның регуляр батальонын сығара. Юра Жданко ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.«Мин ысын һуғышты уйнаным, өлкәндәр үтәй алмаҫлыҡ эштәрҙе башҡарҙым һәм бындай осраҡтар бик күп булды», – ти үҙенең хәтерләүҙәрендә Юрий Иванович Жданко.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Ҡулсаны ҡаты тотһалар ҙа, гитлерсылар һөжүм башларға ашыҡмай. Сөнки Мәскәү янында совет ғәскәрҙәре тарафынан яһалған һөжүм ваҡытында көстәре ныҡ ҡына ҡаҡшаған була. Етмәһә, партизандар тураһында теүәл генә мәғлүмәт тә юҡ. Бәлки, уларҙың әҙерлеге бик яҡшылыр. Шуға өҫтәмә ярҙам килгәнен көтәләр. Ә партизандарҙың хәле бик шәптән булмай. Аҙыҡ-түлек запастары ла бөткән. Улар нисек тә ҡамауҙан сығыу тураһында баш вата. Отряд командиры ярҙам һорап, Ҡыҙыл Армия командованиеһына мөрәжәғәт итә. Рация аша улар тәжрибәле разведчик ебәрәсәктәре хаҡында хәбәр ала. Ысынлап та, билдәләнгән ваҡытта урман өҫтөндә самолёт моторының тауышы ишетелә. Бер нисә минуттан парашютсы ла килеп төшә. Партизандар бәләкәй генә малайҙы күреп, аптырап ҡала.– Тәжрибәле разведчик һин булаһыңмы инде? – тип һорай командир.– Мин. Әллә оҡшамағанмынмы? – Малай һалдат бушлатында, ҡалын һырмалы салбарҙа һәм йондоҙ тағылған ҡолаҡсынлы бүректә була. Ысын ҡыҙылармеец.– Нисә йәш һуң һиңә? – Оҙаҡламай ун бер тула. Малай үҙен, Юра Жданко, тип таныштыра. Сығышы менән Витебск ҡалаһынан. 1941 йылдың июлендә был шуҡ, шаян, урындағы биләмәләрҙе биш бармағы кеүек белгән малай сигенә башлаған совет һалдаттарына Двина аша кисеүҙе күрһәтергә бара. Ләкин тыуған йортона кире әйләнеп ҡайта алмай. Ул юл күрһәтеүсе булып йөрөгән арала ҡалаға немецтарҙың бронетехникаһы инә. Оҙатып барған разведчиктар уны үҙҙәре менән алырға мәжбүр була. Шулай ул Фрунзе исемендәге 332-се Иванов уҡсылар дивизияһының тәрбиәләнеүсеһе булып китә. Тәбиғәте менән күҙәтеүсән, хәтере шәп малай һәр нәмәне тиҙ арала үҙләштереп, өлкәндәргә үҙенең кәңәштәрен бирергә лә һорап тормай. Юраның һәләтен баһаламай ҡалмайҙар. Уны разведкаға үҙҙәре менән бергә ала башлайҙар. Хатта күперҙе миналауҙа ла ҡатнаша. Шартлау ваҡытында иптәше яраланғас, Юра тәүге ярҙам күрһәтеп, уны часҡа алып ҡайта һәм «Батырлыҡ өсөн» миҙалын ала. Ысынлап та, партизандарға ҡамауҙан сығырға ярҙам итер өсөн унан да шәберәк разведчикты тапмайҙар. – Парашюттан һикергәнең бармы? – тип һорайҙар. Бер тапҡыр ҙа үҙен һынамаһа ла, ул: «Эйе», – тип яуап бирә. Самолёт осоп киткәс кенә Юра дөрөҫөн әйтә. Быға инструктор бик ныҡ асыулана. Ләкин һуң була. Уға юлда ғына нимәләр эшләргә кәрәклеген өйрәтәләр. Ҡыйыу, отҡор егет бөтәһен дә дөрөҫ үтәп, отрядҡа имен-аман барып етә. Бер заман уны иҫке кейем кейҙереп, ауылға ебәрәләр. Бында Влас исемле ҡарттың өйөндә бер немец офицеры йәшәгән була. Ул үҙен был ҡарттың район үҙәгендә йәшәгән ейәне тип таныштыра. Бурысы ауыр: Юра немецтарҙың ҡамауҙа ҡалған отрядты юҡҡа сығарыу планын ҡулына төшөрөргә тейеш. Уңайлы мәлде уға бер нисә көн көтөргә тура килә. Бер көндө фриц урамға шинелен кеймәйенсә сыға. Ә уның кеҫәһендә – сейф асҡысы. Тиҙ арала ул Юраның ҡулына күсә һәм оҙаҡламай документтар отрядҡа килеп тә етә. 1943 йылда ҡыйыу пионер ҡамауҙан Ҡыҙыл Армияның регуляр батальонын сығара. Юра Жданко ошо батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.«Мин ысын һуғышты уйнаным, өлкәндәр үтәй алмаҫлыҡ эштәрҙе башҡарҙым һәм бындай осраҡтар бик күп булды», – ти үҙенең хәтерләүҙәрендә Юрий Иванович Жданко.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-07-07/yura-zhdanko-2399231
|
7 Июль 2021, 10:17
|
ba
|
Нина Сагайдаҡ
|
Пионер Нина Сагайдак был ваҡытта бер нисек тә өйҙә ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Төндә листовкалар яҙып, уларҙы кеше күберәк йөрөй торған майҙандарға алып барып йәбештерә. Йәшерен генә осрашып, ҡалалағы яңылыҡтар менән партизандарҙы таныштырып тора. Аҙаҡ ҡалала тороп ҡалған синыфташтары менән һөйләшеп, эшкә бергәләп тотоналар. Нина үҙенең отряды өсөн партизандарҙан төрлө заданиелар ала.7 ноябрь көндө ҡыҙ бик ҡурҡыныс аҙымға бара: иптәштәре менән радиоузелға килеп, ул үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән бөтә ҡала халҡын Октябрь байрамы менән ҡотлай. Ләкин ҡасып өлгөрмәй, гестаповсылар ҡулға ала. Ныҡ итеп туҡмайҙар, язалайҙар. Бер һүҙ ҙә әйттерә алмағас, конвой оҙатыуында өйҙәренә килтерәләр. «Ана, ҡустыңды, өләсәйеңде күрәһеңме? Иптәштәреңдең ҡайҙа икәнен әйтһәң, улар янында ҡалаһың», – тиҙәр. Ҡыҙ өндәшмәй. Уны 1943 йылдың 19 майында атып үлтерәләр.Украиналағы Щорс ҡалаһы немец илбаҫарҙарынан азат ителгәс, совет һалдаттары Нина һуңғы көндәрен үткәргән төрмәнең ишегендә ниндәйҙер осло әйбер менән сыйып яҙылған ошондай һүҙҙәрҙе күрә: «Миңә 16 йәш. Шул тиклем йәшәгем килә. Кемдәр бында була, кемдәр иҫән ҡалып, иреккә сыға – минең турала онотмаһындар. Нина Сагайдак. 19.V – 1943».Украин яҙыусыһы Дмитрий Мищенко документаль материалдарға таянып, ҡыйыу пионер Нина Сагайдак тураһында повесть яҙа, китап сығара.Ысынлап та, күпме үҫмер бәләкәй генә көйөнсә иҫ китмәле батырлыҡтар күрһәткән. Күбеһенә наградалары ла үҙҙәре үлгәндән һуң ғына тапшырыла. Ләкин уларҙың береһе лә был ваҡытта миҙал, орден тураһында уйламай. Тиҙерәк илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан таҙартып, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн көрәшәләр.
Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Пионер Нина Сагайдак был ваҡытта бер нисек тә өйҙә ҡул ҡаушырып ултыра алмай. Төндә листовкалар яҙып, уларҙы кеше күберәк йөрөй торған майҙандарға алып барып йәбештерә. Йәшерен генә осрашып, ҡалалағы яңылыҡтар менән партизандарҙы таныштырып тора. Аҙаҡ ҡалала тороп ҡалған синыфташтары менән һөйләшеп, эшкә бергәләп тотоналар. Нина үҙенең отряды өсөн партизандарҙан төрлө заданиелар ала. 7 ноябрь көндө ҡыҙ бик ҡурҡыныс аҙымға бара: иптәштәре менән радиоузелға килеп, ул үҙенең яңғырауыҡлы тауышы менән бөтә ҡала халҡын Октябрь байрамы менән ҡотлай. Ләкин ҡасып өлгөрмәй, гестаповсылар ҡулға ала. Ныҡ итеп туҡмайҙар, язалайҙар. Бер һүҙ ҙә әйттерә алмағас, конвой оҙатыуында өйҙәренә килтерәләр. «Ана, ҡустыңды, өләсәйеңде күрәһеңме? Иптәштәреңдең ҡайҙа икәнен әйтһәң, улар янында ҡалаһың», – тиҙәр. Ҡыҙ өндәшмәй. Уны 1943 йылдың 19 майында атып үлтерәләр. Украиналағы Щорс ҡалаһы немец илбаҫарҙарынан азат ителгәс, совет һалдаттары Нина һуңғы көндәрен үткәргән төрмәнең ишегендә ниндәйҙер осло әйбер менән сыйып яҙылған ошондай һүҙҙәрҙе күрә: «Миңә 16 йәш. Шул тиклем йәшәгем килә. Кемдәр бында була, кемдәр иҫән ҡалып, иреккә сыға – минең турала онотмаһындар. Нина Сагайдак. 19.V – 1943».Украин яҙыусыһы Дмитрий Мищенко документаль материалдарға таянып, ҡыйыу пионер Нина Сагайдак тураһында повесть яҙа, китап сығара. Ысынлап та, күпме үҫмер бәләкәй генә көйөнсә иҫ китмәле батырлыҡтар күрһәткән. Күбеһенә наградалары ла үҙҙәре үлгәндән һуң ғына тапшырыла. Ләкин уларҙың береһе лә был ваҡытта миҙал, орден тураһында уйламай. Тиҙерәк илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан таҙартып, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн көрәшәләр.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-07-06/nina-sagayda-2398043
|
6 Июль 2021, 09:23
|
ba
|
Лёня Анкинович
|
Нисекме? Бер ваҡыт ул сираттағы заданиенан ҡайтып килгәндә Кашино ауылы (Белоруссия) эргәһендә ун ике партизанды осрата. Дошман эшелонын юҡ итеп, улар ауыл эргәһенә ял алырға туҡталған була. Ағайҙары малайҙы үҙҙәре янында ҡалырға саҡырһа ла, ул үҙ юлын дауам итә. Ашыға, сөнки өс көн буйына йыйған мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк отрядҡа алып барып еткерергә кәрәк.Бер саҡрым да китеп өлгөрмәй, Лёня мотор геүләгән тауыш ишетеп, туҡтап ҡала. Ағас артына йәшенеп, ботаҡтар араһынан ҡараһа, ни күрһен, немецтар тейәлгән йөк машиналары килә. Башҡа ваҡыт булһа, ул тынын да сығармай боҫоп ятыр ине, хәҙер иһә кире Кашиноға йүгерергә кәрәк. Партизандарҙы иҫкәртеп өлгөрмәһәң, ҡамауға эләгеүҙәре бар.Малай ауылға ҡайынлыҡ аша тураға йүгерә, ләкин немецтар күреп ҡалып, уға автоматтан ут яуҙыра башлай. Лёняның аяғы, ҡулы яралана. Ауылға аҙ ғына ҡалған да бит... Бына тирмән янына ла етте. Тик малай яралы аяғы менән артабан йүгерә алмаҫын аңлай. Өлгөрмәйәсәк тә. Ул партизандарҙан ҡалған землянкаға ташлана. Тирмән янында йәшереп ҡалдырылған пулемёт та булырға тейеш.Оҙаҡламай «максимка» тыҡылдай ҙа башлай. Бына беренсе килгән машина туҡтап ҡала һәм уны ут ялмап ала. Эштең ниҙә икәнен аңлап алған фашистар землянкаға табан йүгерә. Ләкин ҡыйыу пионер уларҙы шунда уҡ ергә түшәп һала. Атыу тынып торған арала: «Бирел, партизан!» – тип ҡысҡыралар. «Пионерҙар бирелмәй», – тип шыбырлап, йәш батыр пулемёттың тотҡаһын нығыраҡ ҡыҫа. Ләкин көтмәгәндә «максимка» туҡтап ҡала. Патрондар бөтә. Немецтар яҡынлашҡандан-яҡынлаша. «Барыбер үтә алмаясаҡһығыҙ», – тип Лёня бер-бер артлы гранаталар ташлай. Бына һуңғыһы ҡалды. Ни эшләргә? Малай гранатаһын ҡулына йәшереп тотоп, өҫкә сыға. Фашистар ҡаршы йүгерә. Улар Лёняны бирелергә килә тип уйлай. Шул ваҡыт йәш партизан ҡулын һелтәүе була, ҡолаҡ тондорғос шартлау яңғырай. Ниндәйҙер мөғжизә менән үҙе иҫән ҡала.Иртәгеһен Константин Заслонов бригадаһының партизандары ауыр яраланған малайҙы табып, госпиталгә оҙата. Батырҙың ғүмере өсөн табиптар дүрт ай көрәшә.Ошо батырлығы өсөн Лёня Анкинович Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Сәләмәтлеге нығынғас та үҙенең отрядына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң осоусылар училищеһын тамамлай. Ул хәрби осоусы булып китә. 1956 йылда, демобилизациянан һуң, тыуған ҡалаһы Оршаға ҡайта. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Нисекме? Бер ваҡыт ул сираттағы заданиенан ҡайтып килгәндә Кашино ауылы (Белоруссия) эргәһендә ун ике партизанды осрата. Дошман эшелонын юҡ итеп, улар ауыл эргәһенә ял алырға туҡталған була. Ағайҙары малайҙы үҙҙәре янында ҡалырға саҡырһа ла, ул үҙ юлын дауам итә. Ашыға, сөнки өс көн буйына йыйған мәғлүмәттәрҙе тиҙерәк отрядҡа алып барып еткерергә кәрәк. Бер саҡрым да китеп өлгөрмәй, Лёня мотор геүләгән тауыш ишетеп, туҡтап ҡала. Ағас артына йәшенеп, ботаҡтар араһынан ҡараһа, ни күрһен, немецтар тейәлгән йөк машиналары килә. Башҡа ваҡыт булһа, ул тынын да сығармай боҫоп ятыр ине, хәҙер иһә кире Кашиноға йүгерергә кәрәк. Партизандарҙы иҫкәртеп өлгөрмәһәң, ҡамауға эләгеүҙәре бар. Малай ауылға ҡайынлыҡ аша тураға йүгерә, ләкин немецтар күреп ҡалып, уға автоматтан ут яуҙыра башлай. Лёняның аяғы, ҡулы яралана. Ауылға аҙ ғына ҡалған да бит... Бына тирмән янына ла етте. Тик малай яралы аяғы менән артабан йүгерә алмаҫын аңлай. Өлгөрмәйәсәк тә. Ул партизандарҙан ҡалған землянкаға ташлана. Тирмән янында йәшереп ҡалдырылған пулемёт та булырға тейеш. Оҙаҡламай «максимка» тыҡылдай ҙа башлай. Бына беренсе килгән машина туҡтап ҡала һәм уны ут ялмап ала. Эштең ниҙә икәнен аңлап алған фашистар землянкаға табан йүгерә. Ләкин ҡыйыу пионер уларҙы шунда уҡ ергә түшәп һала. Атыу тынып торған арала: «Бирел, партизан!» – тип ҡысҡыралар. «Пионерҙар бирелмәй», – тип шыбырлап, йәш батыр пулемёттың тотҡаһын нығыраҡ ҡыҫа. Ләкин көтмәгәндә «максимка» туҡтап ҡала. Патрондар бөтә. Немецтар яҡынлашҡандан-яҡынлаша. «Барыбер үтә алмаясаҡһығыҙ», – тип Лёня бер-бер артлы гранаталар ташлай. Бына һуңғыһы ҡалды. Ни эшләргә? Малай гранатаһын ҡулына йәшереп тотоп, өҫкә сыға. Фашистар ҡаршы йүгерә. Улар Лёняны бирелергә килә тип уйлай. Шул ваҡыт йәш партизан ҡулын һелтәүе була, ҡолаҡ тондорғос шартлау яңғырай. Ниндәйҙер мөғжизә менән үҙе иҫән ҡала. Иртәгеһен Константин Заслонов бригадаһының партизандары ауыр яраланған малайҙы табып, госпиталгә оҙата. Батырҙың ғүмере өсөн табиптар дүрт ай көрәшә. Ошо батырлығы өсөн Лёня Анкинович Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Сәләмәтлеге нығынғас та үҙенең отрядына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуң осоусылар училищеһын тамамлай. Ул хәрби осоусы булып китә. 1956 йылда, демобилизациянан һуң, тыуған ҡалаһы Оршаға ҡайта.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-07-01/lyonya-ankinovich-2392870
|
1 Июль 2021, 10:29
|
ba
|
Аркадий Каманин
|
Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеп, үткер, ныҡышмал, көслө ихтыярлы булып үҫә. Аркаша аккордеонда, баянда уйнай. Шөғөлдәре күп була, әммә һәр ваҡыт атаһы һымаҡ осоусы булырға хыяллана. Каникул көндәрен тулыһынса аэродромда үткәрә, механик һөнәрен үҙләштерергә тырыша. Өйрәнеп алғас, атаһынан үҙен Мәскәү авиация заводына эшкә урынлаштырыуын һорай. Ун өс йәшлек кенә малай үҙ һүҙен барыбер һүҙ итә. Бер ниндәй ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса өлкәндәр менән бергә тулы сменала эшләй.Һуғыш башланғас, Николай Петровичты ғаиләһе менән Ташкентҡа ебәрәләр. Был ваҡытта байтаҡ тәжрибә туплаған Аркаша үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Ул Калинин фронтының 423-сө элемтә авиаэскадрильяһында механик була. Үҫмер йыш ҡына хәрби осоштар хаҡында ла хыяллана. Был турала атаһы менән кәңәшләшкәс, ул ризалығын бирә. Өлкән дуҫтары самолёт менән идара итергә өйрәтә, практик һәм теоретик дәрестәр ҙә үткәрә.Беренсе тапҡыр Аркаша ике урынлыҡ У-2 элемтә самолётына ултыра. Өйрәнеү өсөн генә ҡулланыла ул. Был самолётта малайға үҙен бортмеханик итеп тә, штурман булараҡ та күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Ә бер ваҡыт осош ваҡытында көтмәгәндә кабинаның тәҙрәһенә пуля тейеп ватыла һәм осоусының күҙе һуҡырая. Иҫе юғала барыуын һиҙеп, өйрәтеүсеһе рацияны Аркашаға бирә һәм артабан «тимер ҡош» менән идара итеүҙе лә уға тапшыра. Малай шунда уҡ үҙен ҡулға алып, самолётты дөрөҫ итеп аэродромға йүнәлтә лә имен-аман уны ергә ултырта.1943 йылда бәләкәй Каманин осоуға рөхсәт алыу өсөн генерал атаһына имтихан тапшыра. Һынауҙарҙы һәйбәт үтә. Юғиһә, бер курсант имтихан биреү өсөн һигеҙ тапҡыр барған икән, тип тә һөйләйҙәр. Атаһы бик талапсан кеше шул.Ниһайәт, ул – осоусы! Оҙаҡламай үҙенең У-2 самолётында разведкаларға ла йөрөй башлай. Башта аэродромдар араһында ғына оса. Ләкин көтмәгәндә йәш осоусының оҫталығын тормош үҙе иҫбат итә. Бер мәл уның самолётына бер «мессер» һөжүм яһай. Ни эшләргә? Беҙҙең осоусылар аҫтан барыһын да күреп тора. Инде ярҙамға сығабыҙ тигәндә генә эҙәрләүҙән үҙ аллы ҡотола ала бит. Ошонан һуң үҙен яуаплы заданиеларға ла ҡурҡмайынса ебәрә башлайҙар.Бер ваҡыт хәрби бурысын үтәп ҡайтып килгәндә ул штаб урынлашҡан нейтраль һыҙыҡта бәреп төшөрөлгән Ил-2 самолётын күреп ҡала. Кабинаһы ябыҡ. Тимәк, осоусы үлгән йәки ҡаты йәрәхәтләнеп, йөрөрлөк хәлдә түгел. Аркаша самолётын ултыртып, тиҙ арала яралыны һәм ундағы бөтә фототехниканы сығарып, үҙенең машинаһына алып бара һәм осоп та китә. Фашистар күреп ҡалып, шунда уҡ миномёттан ут аса, ләкин беҙҙең көслө артиллерия ярҙамға килә. Аркаша ҡотҡарған осоусы разведканан ҡайтып килгән Бердников тигән лейтенант була. Был батырлығы өсөн егет Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.Икенсе тапҡыр ошондай уҡ орденды уға 1944 йылда тапшыралар. Был ваҡытта егет 2-се Украина фронтында һуғышҡан була. Фронт штабына бандеровсылар отряды һөжүм итә. Утлы ямғыр аҫтында үҙенең У-2-һенә ултырып, егет дошман өҫтөнә гранаталар ташлай, хатта өҫтәмә көс саҡырырға ла өлгөрә. Шулай бандеровсыларҙың һөжүме кире ҡағыла.Каманин 600-ҙән артыҡ хәрби осош яһай. Алты хөкүмәт наградаһы, йәнә бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.Еңеүҙән һуң, 1946 йылда, Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә. Ҡасандыр атаһы ла нәҡ ошо белем усағын тамамлай. Юғары белем алып, матур хыялдар менән йәшәргә ынтылған егет 18 йәшендә генә,1947 йылдың 13 апрелендә, үлеп ҡала. Ул менингит менән сирләгән була. Ауыр һуғыш йылдарын үтеп, аҙ ғына ла тыныс тормошта йәшәй алмауы, әлбиттә, үкенесле. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеп, үткер, ныҡышмал, көслө ихтыярлы булып үҫә. Аркаша аккордеонда, баянда уйнай. Шөғөлдәре күп була, әммә һәр ваҡыт атаһы һымаҡ осоусы булырға хыяллана. Каникул көндәрен тулыһынса аэродромда үткәрә, механик һөнәрен үҙләштерергә тырыша. Өйрәнеп алғас, атаһынан үҙен Мәскәү авиация заводына эшкә урынлаштырыуын һорай. Ун өс йәшлек кенә малай үҙ һүҙен барыбер һүҙ итә. Бер ниндәй ауырлыҡтарҙан ҡурҡмайынса өлкәндәр менән бергә тулы сменала эшләй.Һуғыш башланғас, Николай Петровичты ғаиләһе менән Ташкентҡа ебәрәләр. Был ваҡытта байтаҡ тәжрибә туплаған Аркаша үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Ул Калинин фронтының 423-сө элемтә авиаэскадрильяһында механик була. Үҫмер йыш ҡына хәрби осоштар хаҡында ла хыяллана. Был турала атаһы менән кәңәшләшкәс, ул ризалығын бирә. Өлкән дуҫтары самолёт менән идара итергә өйрәтә, практик һәм теоретик дәрестәр ҙә үткәрә. Беренсе тапҡыр Аркаша ике урынлыҡ У-2 элемтә самолётына ултыра. Өйрәнеү өсөн генә ҡулланыла ул. Был самолётта малайға үҙен бортмеханик итеп тә, штурман булараҡ та күрһәтеү мөмкинлеге тыуа. Ә бер ваҡыт осош ваҡытында көтмәгәндә кабинаның тәҙрәһенә пуля тейеп ватыла һәм осоусының күҙе һуҡырая. Иҫе юғала барыуын һиҙеп, өйрәтеүсеһе рацияны Аркашаға бирә һәм артабан «тимер ҡош» менән идара итеүҙе лә уға тапшыра. Малай шунда уҡ үҙен ҡулға алып, самолётты дөрөҫ итеп аэродромға йүнәлтә лә имен-аман уны ергә ултырта. 1943 йылда бәләкәй Каманин осоуға рөхсәт алыу өсөн генерал атаһына имтихан тапшыра. Һынауҙарҙы һәйбәт үтә. Юғиһә, бер курсант имтихан биреү өсөн һигеҙ тапҡыр барған икән, тип тә һөйләйҙәр. Атаһы бик талапсан кеше шул. Ниһайәт, ул – осоусы! Оҙаҡламай үҙенең У-2 самолётында разведкаларға ла йөрөй башлай. Башта аэродромдар араһында ғына оса. Ләкин көтмәгәндә йәш осоусының оҫталығын тормош үҙе иҫбат итә. Бер мәл уның самолётына бер «мессер» һөжүм яһай. Ни эшләргә? Беҙҙең осоусылар аҫтан барыһын да күреп тора. Инде ярҙамға сығабыҙ тигәндә генә эҙәрләүҙән үҙ аллы ҡотола ала бит. Ошонан һуң үҙен яуаплы заданиеларға ла ҡурҡмайынса ебәрә башлайҙар. Бер ваҡыт хәрби бурысын үтәп ҡайтып килгәндә ул штаб урынлашҡан нейтраль һыҙыҡта бәреп төшөрөлгән Ил-2 самолётын күреп ҡала. Кабинаһы ябыҡ. Тимәк, осоусы үлгән йәки ҡаты йәрәхәтләнеп, йөрөрлөк хәлдә түгел. Аркаша самолётын ултыртып, тиҙ арала яралыны һәм ундағы бөтә фототехниканы сығарып, үҙенең машинаһына алып бара һәм осоп та китә. Фашистар күреп ҡалып, шунда уҡ миномёттан ут аса, ләкин беҙҙең көслө артиллерия ярҙамға килә. Аркаша ҡотҡарған осоусы разведканан ҡайтып килгән Бердников тигән лейтенант була. Был батырлығы өсөн егет Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Икенсе тапҡыр ошондай уҡ орденды уға 1944 йылда тапшыралар. Был ваҡытта егет 2-се Украина фронтында һуғышҡан була. Фронт штабына бандеровсылар отряды һөжүм итә. Утлы ямғыр аҫтында үҙенең У-2-һенә ултырып, егет дошман өҫтөнә гранаталар ташлай, хатта өҫтәмә көс саҡырырға ла өлгөрә. Шулай бандеровсыларҙың һөжүме кире ҡағыла. Каманин 600-ҙән артыҡ хәрби осош яһай. Алты хөкүмәт наградаһы, йәнә бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Еңеүҙән һуң, 1946 йылда, Жуковский исемендәге Хәрби-һауа академияһына уҡырға инә. Ҡасандыр атаһы ла нәҡ ошо белем усағын тамамлай. Юғары белем алып, матур хыялдар менән йәшәргә ынтылған егет 18 йәшендә генә,1947 йылдың 13 апрелендә, үлеп ҡала. Ул менингит менән сирләгән була. Ауыр һуғыш йылдарын үтеп, аҙ ғына ла тыныс тормошта йәшәй алмауы, әлбиттә, үкенесле.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-30/arkadiy-kamanin-2392932
|
30 Июнь 2021, 09:47
|
ba
|
Киря Баев
|
Киря Баев 1903 йылда Поперечный ауылында тыуа. Уның атаһы Колчак офицерҙары һәм башҡа дәрәжәле кешеләр өсөн ҡунаҡхана тотҡан. Шунда ишеткән мәғлүмәттәрҙе подпольела эшләүселәргә, иң беренсе йәһәттә, етәкселәре Игнатий Громовҡа еткерә. Улар менән бәйләнеш тотор өсөн һәр ваҡыт ун биш йәшлек Киряны ебәрә. Зирәк, ҡыйыу малай, өйҙәге барлыҡ ғаилә ағзалары кеүек, аҡ гвардеецтарҙы ныҡ күрә алмай.1918 йылдың көҙөндә Корнилов ауылы халҡы аҡтар армияһына ҡаршылыҡ күрһәтә. Воронов етәкселегендә язалау отряды баш бирмәҫ крәҫтиәндәрҙе ыҙалата. Ете кеше үлтерелә, 200-ҙән артығы туҡмала.Был ваҡытта Игнатий Громов отрядында 23 кенә кеше була. Шулай ҙа палачтарҙы уҡытып алырға уйлайҙар. Разведкаға хәйерсе ҡиәфәтендә Киря Баев ебәрелә. Уның ярҙамында операция уңышлы тамамлана.1919 йылдың яҙынан Алтайҙа партизан хәрәкәте киң йәйелдерелә. Громов отряды ла үҫә. Ул Ефим Мамонтов, Барнаул һәм Каменскиҙа йәшерен ойошмалар менән бәйләнеш булдыра. Бергәләп Колчак контрразведкаһы ныҡ һаҡлаған Каменск дауаханаһынан Питер эшсе-коммунары Сергей Светлов-Топтыгинды ҡотҡаралар.Батыр малай Игнатий Громовтың һәм башҡа партизандарҙың яратҡан кешеһенә әүерелә. Ул ғүмере өсөн хәүефле заданиеларҙы ла үтәргә ҡурҡмай, хатта үҙе һорап ала. Язалаусылар ҡулынан атаһы һәләк булғас, уның дошмандарынан үс алыу теләге тағы ла арта төшә.1919 йылдың август төндәренең береһендә Игнатий Владимирович Киряны патрон һәм граната һаҡланған Поперечный ауылындағы бер крәҫтиәнгә ебәрә. Кире әйләнеп ҡайтҡанда аҡтар уның артынан ҡыуа төшә. Аяғы йәрәхәтләнеп, баҫыуҙа ҡаҙылған ер өйөнә саҡ йәшеренеп өлгөрә һәм эҙәрләүселәргә ҡаршы торорға була. Тегеләр партизан разведчигын тере көйөнсә алырға теләй. Киря һуңғы патроны ҡалғас, ер аҫты өйөнән сыға ла: «Эй, һеҙ. Юҡҡа тырыштығыҙ. Һеҙ минән бер нәмә лә белә алмаҫһығыҙ», – тип ҡысҡыра. Шунан револьверын ала ла маңлайына терәй. Атыу тауышы яңғырай. Дошмандар йүгереп килеп еткәндә Киря үлгән була инде. Бер ҡулында – револьвер, икенсеһендә «Тереләй көйөнсә ҡәбәхәттәргә бирелмәм» тигән яҙыу табыла.Герой-пионер һәләк булған ер аҫты өйө бүрәнәләр менән яңынан тергеҙелгән. Унан 10 метр алыҫлыҡта һәйкәл дә ҡуйылған. Мемориаль таҡтаһында: «Бында йәш партизан Киря Баев 1919 йылдың авгусында һәләк булды», – тип яҙылған.Йәш батырҙың ҡәберлегендә бюсы урынлаштырылған. Унда: «Киря Баев – йәш батыр, Громов партизандар отрядының ҡыйыу разведчигы», – тигән яҙыу тора. Барнаул ҡалаһында уҡыусылар йыйған аҡсаға Киря Баевҡа һәйкәл ҡуйылған. Уның исемендәге урам да бар, Каменскиҙағы ҡала пионерҙар йорто ла Киря Баев исемен йөрөтә. Г. РАМАҘАНОВА әҙерләне.
|
Киря Баев 1903 йылда Поперечный ауылында тыуа. Уның атаһы Колчак офицерҙары һәм башҡа дәрәжәле кешеләр өсөн ҡунаҡхана тотҡан. Шунда ишеткән мәғлүмәттәрҙе подпольела эшләүселәргә, иң беренсе йәһәттә, етәкселәре Игнатий Громовҡа еткерә. Улар менән бәйләнеш тотор өсөн һәр ваҡыт ун биш йәшлек Киряны ебәрә. Зирәк, ҡыйыу малай, өйҙәге барлыҡ ғаилә ағзалары кеүек, аҡ гвардеецтарҙы ныҡ күрә алмай. 1918 йылдың көҙөндә Корнилов ауылы халҡы аҡтар армияһына ҡаршылыҡ күрһәтә. Воронов етәкселегендә язалау отряды баш бирмәҫ крәҫтиәндәрҙе ыҙалата. Ете кеше үлтерелә, 200-ҙән артығы туҡмала. Был ваҡытта Игнатий Громов отрядында 23 кенә кеше була. Шулай ҙа палачтарҙы уҡытып алырға уйлайҙар. Разведкаға хәйерсе ҡиәфәтендә Киря Баев ебәрелә. Уның ярҙамында операция уңышлы тамамлана. 1919 йылдың яҙынан Алтайҙа партизан хәрәкәте киң йәйелдерелә. Громов отряды ла үҫә. Ул Ефим Мамонтов, Барнаул һәм Каменскиҙа йәшерен ойошмалар менән бәйләнеш булдыра. Бергәләп Колчак контрразведкаһы ныҡ һаҡлаған Каменск дауаханаһынан Питер эшсе-коммунары Сергей Светлов-Топтыгинды ҡотҡаралар. Батыр малай Игнатий Громовтың һәм башҡа партизандарҙың яратҡан кешеһенә әүерелә. Ул ғүмере өсөн хәүефле заданиеларҙы ла үтәргә ҡурҡмай, хатта үҙе һорап ала. Язалаусылар ҡулынан атаһы һәләк булғас, уның дошмандарынан үс алыу теләге тағы ла арта төшә. 1919 йылдың август төндәренең береһендә Игнатий Владимирович Киряны патрон һәм граната һаҡланған Поперечный ауылындағы бер крәҫтиәнгә ебәрә. Кире әйләнеп ҡайтҡанда аҡтар уның артынан ҡыуа төшә. Аяғы йәрәхәтләнеп, баҫыуҙа ҡаҙылған ер өйөнә саҡ йәшеренеп өлгөрә һәм эҙәрләүселәргә ҡаршы торорға була. Тегеләр партизан разведчигын тере көйөнсә алырға теләй. Киря һуңғы патроны ҡалғас, ер аҫты өйөнән сыға ла: «Эй, һеҙ. Юҡҡа тырыштығыҙ. Һеҙ минән бер нәмә лә белә алмаҫһығыҙ», – тип ҡысҡыра. Шунан револьверын ала ла маңлайына терәй. Атыу тауышы яңғырай. Дошмандар йүгереп килеп еткәндә Киря үлгән була инде. Бер ҡулында – револьвер, икенсеһендә «Тереләй көйөнсә ҡәбәхәттәргә бирелмәм» тигән яҙыу табыла. Герой-пионер һәләк булған ер аҫты өйө бүрәнәләр менән яңынан тергеҙелгән. Унан 10 метр алыҫлыҡта һәйкәл дә ҡуйылған. Мемориаль таҡтаһында: «Бында йәш партизан Киря Баев 1919 йылдың авгусында һәләк булды», – тип яҙылған. Йәш батырҙың ҡәберлегендә бюсы урынлаштырылған. Унда: «Киря Баев – йәш батыр, Громов партизандар отрядының ҡыйыу разведчигы», – тигән яҙыу тора. Барнаул ҡалаһында уҡыусылар йыйған аҡсаға Киря Баевҡа һәйкәл ҡуйылған. Уның исемендәге урам да бар, Каменскиҙағы ҡала пионерҙар йорто ла Киря Баев исемен йөрөтә.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-29/kirya-baev-2392982
|
29 Июнь 2021, 09:47
|
ba
|
Женя Попов
|
Хәҙер Поповтар йәшәгән йорт юҡ инде. Унда «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йорто урынлашҡан. Ә Женяның тирәктәре һаман ултыра әле.Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда малайға ун өсөнсө йәш киткән була. 1941 йылдың июнендә ул бишенсе синыфты тамамлап, алтынсыға күсә. Ике йылдан һуң ете йыллыҡ мәктәпте бөтөрөп, механика техникумына инергә хыяллана. Әммә һуғыш бөтә уйҙарын селпәрәмә килтерә. Ял көнө, 12 августа, немецтар Майкоп ҡалаһына баҫып инә. Тәүге көндән үк фашистар урындағы халыҡты талай һәм төрлөсә интектерә башлай. Бигерәк тә ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар йонсой. Туған мәктәбен немецтар ниндәй хәлгә килтергәнен Женя үҙ күҙҙәре менән күрә. Улар кәртәләрен, ишекте емерә, китапхананы пыран-заран килтерә, уҡыу бүлмәләрен ат аҙбарына әйләндерә. Женя дуҫтары менән листовкалар яҙып, йорт, ҡоймаларға йәбештерергә тотона. Малай яҙмаһында фашистарға ҡаршылыҡ күрһәтергә өндәй.Ғинуар айының һыуыҡ бер көнөндә ике автоматсы Женяны тотоп алып, бер нисә көн буйына язалай. 1943 йылдың ғинуарында, нәҡ тыуған көнөндә, уны атып үлтерәләр. Малай геройҙарса һәләк була.Майкоп немецтарҙан азат ителгәс, 8-се мәктәптең пионер вожатыйы Валентина Григорьевна Дробогова белем усағына уның исемен биреүҙе юллай. 1943 йылдың 26 майында «Комсомольская правда» гәзитендә Женяның батырлығы тураһында мәҡәлә баҫылып сыға. 1945 йылдан алып йыл һайын 17 ғинуарҙа ул уҡыған белем усағында тантаналы рәүештә Мәктәп намыҫы көнө билдәләнә.8-се мәктәп уҡытыусыһы Николай Александрович Кравченко ике йыл эсендә герой-пионерҙың скульптураһын эшләй. Ә 1989 йылда белем усағы эргәһенә һәйкәле ҡуйыла. Һуғыштан һуң Майкоп ҡалаһында Женяны «Майкоптың бөркөт балаһы» тип атайҙар. 1970 йылда «Огонёк» журналында «Геройҙың тыуған көнө» тигән мәҡәлә баҫылып сыға. Ул донъя күргәндән һуң Советтар Союзының төрлө яҡтарынан хаттар килә. 1973 йылда Женя Поповтың батырлығына 30 йыл тулыуға арнап, Ростов кинохроника студияһы 8-се мәктәп тураһында сюжет төшөрә.Үҙе үлһә лә, геройҙың исеме әле лә онотолмай. Г. РАМАҘАНОВА әҙерләне.
|
Хәҙер Поповтар йәшәгән йорт юҡ инде. Унда «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт йорто урынлашҡан. Ә Женяның тирәктәре һаман ултыра әле. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда малайға ун өсөнсө йәш киткән була. 1941 йылдың июнендә ул бишенсе синыфты тамамлап, алтынсыға күсә. Ике йылдан һуң ете йыллыҡ мәктәпте бөтөрөп, механика техникумына инергә хыяллана. Әммә һуғыш бөтә уйҙарын селпәрәмә килтерә. Ял көнө, 12 августа, немецтар Майкоп ҡалаһына баҫып инә. Тәүге көндән үк фашистар урындағы халыҡты талай һәм төрлөсә интектерә башлай. Бигерәк тә ҡарттар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар йонсой. Туған мәктәбен немецтар ниндәй хәлгә килтергәнен Женя үҙ күҙҙәре менән күрә. Улар кәртәләрен, ишекте емерә, китапхананы пыран-заран килтерә, уҡыу бүлмәләрен ат аҙбарына әйләндерә. Женя дуҫтары менән листовкалар яҙып, йорт, ҡоймаларға йәбештерергә тотона. Малай яҙмаһында фашистарға ҡаршылыҡ күрһәтергә өндәй. Ғинуар айының һыуыҡ бер көнөндә ике автоматсы Женяны тотоп алып, бер нисә көн буйына язалай. 1943 йылдың ғинуарында, нәҡ тыуған көнөндә, уны атып үлтерәләр. Малай геройҙарса һәләк була. Майкоп немецтарҙан азат ителгәс, 8-се мәктәптең пионер вожатыйы Валентина Григорьевна Дробогова белем усағына уның исемен биреүҙе юллай. 1943 йылдың 26 майында «Комсомольская правда» гәзитендә Женяның батырлығы тураһында мәҡәлә баҫылып сыға. 1945 йылдан алып йыл һайын 17 ғинуарҙа ул уҡыған белем усағында тантаналы рәүештә Мәктәп намыҫы көнө билдәләнә. 8-се мәктәп уҡытыусыһы Николай Александрович Кравченко ике йыл эсендә герой-пионерҙың скульптураһын эшләй. Ә 1989 йылда белем усағы эргәһенә һәйкәле ҡуйыла. Һуғыштан һуң Майкоп ҡалаһында Женяны «Майкоптың бөркөт балаһы» тип атайҙар. 1970 йылда «Огонёк» журналында «Геройҙың тыуған көнө» тигән мәҡәлә баҫылып сыға. Ул донъя күргәндән һуң Советтар Союзының төрлө яҡтарынан хаттар килә. 1973 йылда Женя Поповтың батырлығына 30 йыл тулыуға арнап, Ростов кинохроника студияһы 8-се мәктәп тураһында сюжет төшөрә. Үҙе үлһә лә, геройҙың исеме әле лә онотолмай.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-28/zhenya-popov-2393074
|
28 Июнь 2021, 09:03
|
ba
|
Боря Цариков
|
Ҡыҙыҡһынаусан Боря күберәк улар янында бутала: төрлө йомоштарын үтәй, ҡорал менән эш итергә, мина ҡуйырға ла өйрәнә.Бер көндө биленә пулемёт таҫмаһын урап, винтовкаһын ҡулына алып, Боряның атаһы алғы позицияға китә. Оҙаҡламай уның үлеме тураһында хәбәр килә. Боря бер кемгә әйтмәйенсә, атаһының кәүҙәһен булһа ла эҙләп табам, тип өйҙән сығып китә. Нәҡ шул ваҡытта ҡалаға фашист оккупанттары килеп тула. Малайҙың ҡайтыуына өй буп-буш була. Әсәһен дә, ҡустыһы Толяны ла таба алмай.Боря ҡурҡыныс барлығын һиҙенеп, тиҙерәк ауылда йәшәгән олатаһына ҡаса. Тимерлектә уға ярҙам итешә. Тик бында ла тыныс көндәр оҙаҡҡа бармай. Бер ваҡыт көтмәгәндә ишек шар асылып китә лә тупһала немец һалдаты күренә. Ул үҙ телендә нимәлер һораша башлай. Бер ни ҙә аңламаған олатаһы яурынын ғына һикертә. Ярһыған фашист автоматын уның күкрәгенә терәй ҙә атып та ебәрә. Аҙаҡтан шул уҡ вайымһыҙлыҡ менән боролоп, ишеккә табан атлай.Боря эргәһендә ятҡан ауыр сүкеште һәрмәп таба. Ул йәшен тиҙлегендә немецты ҡыуып етеп, бөтә көсөнә тегенең башына тондора. Дошмандың автоматын ҡулына төшөргәс, йүгереп урамға сыға. Шау-ғауғаны ишеткән гитлерсылар тимерлеккә табан йүгерә. Был ваҡытта малай ҡасып, йәшеренеп өлгөргән була.Ике тәүлек урман ҡыҙыра ул. Бәхетенә, исеме билдәле булған Батя отрядының партизан төркөмөн осрата. Уны командирға алып баралар. 1941 йылдың декабрендә Боря Цариков разведчик булып китә.Яуаплы заданиеларға йөрөп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе күп алып ҡайта ул. Бер мәл немецтарҙың ҙур карателдәр отряды штабына үтеп инә. Ләкин егетте бер һатлыҡ йән таный. Туҡмауҙар, ҡот осмалы язалауҙар ун ике йәшлек үҫмерҙең ихтыяр көсөн һындыра алмай. Фашистар партизандар разведчигын атырға хөкөм сығара.Әсирҙәр тейәлгән йөк машинаһын биш һаҡсы оҙатып бара. Ул башта ялан буйлап елдерә, шунан киң таш юлға сығып, немецтар ғәскәре барған ағымға ҡушыла.Көтмәгәндә һауала самолёттар геүләүе ишетелә. Тауыш көсәйгәндән-көсәйә. Баш осонда ҡыҙыл йондоҙло «Ил-2» штурмовиктары күренә. Гитлерсылар өҫтөнә бомба, пулялар яуа башлай. Боря ултырған машинаның моторына ла снаряд эләгә. Ике һаҡсы һәм шофёр шунда уҡ йән бирә. Ҡалғандары ҡурҡыштарынан батыр разведчик хаҡында онотоп, урман яғына табан йүгерә. Ә Боряға ҡасыу өсөн ошонан да уңайлыраҡ мәл булыуы мөмкин дә түгел. Шау-шыуҙан файҙаланып ҡалырға тырышҡан үҫмер бөтә көсөн йыйып, машинаның борты аша ергә һикерә. Ныҡ туҡмалғанлыҡтан һәр хәрәкәт ауыр бирелә. Шыуышып урман ситенә барып етә. Бында инде ҡурҡмаҫҡа ла мөмкин. Ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар уны йәшерәсәк. Ҡурҡыу белмәҫ пионер ярым үлек хәлендә отрядҡа саҡ ҡайтып йығыла.1942 йылдың башында Мәскәү эргәһендә немец ғәскәрҙәре тар-мар ителгәндән һуң, дошман үҙенең дивизияһын, хәрби техникаһын, боепристарын ашығыс рәүештә көнсығышҡа табан оҙата башлай. Ләкин уларҙың күбеһе фронт һыҙығына барып етә алмай. Партизандар юлдарын быуа. Үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн фашистар тимер юл буйындағы ағастарҙы киҫә, пулемёттар һәм көслө прожекторҙар менән вышкалар ҡуя. Тимер юлына һәм күперҙәргә табан илткән юлдарҙы миналайҙар. Һәр дүрт телеграф бағанаһы һайын һаҡсылар баҫа.Төн… Боря аҡ маскировка халатында тимер юлы янындағы тупраҡ өйөмөнә шыуыша. Һыуыҡ һөйәктәргә үтеп инә. Ләкин түҙергә, һаҡ булырға кәрәк. Унан бер нисә генә аҙым ситтәрәк немецтар тапана. Бына рельс геүләгән тауыш ишетелә. Оҙаҡламай дығырлап автодрезина үтеп китә. «Әһә, хәҙер поезд күренәсәк», – тигән уй үтә үҫмерҙең башынан. Ысынлап та, бер аҙҙан паровоз гудогы ишетелә. Боря яҡыныраҡ шыуышып, ырғырға әҙер генә ята, әммә ҡапыл нимәлер тотҡарлай. Тәгәрмәстәрҙең ҡыҫҡаҡ ҡына туҡылдауына ҡарағанда, тегеләрҙең мутлашҡаны һиҙелгән кеүек. Ауыр эшелон улай килмәй ул. Бына боролоштан паровоз күренә. Алдынан буш платформаны этәреп бара шул. Дөрөҫ һиҙенгән икән.«Ярар, беҙ һине үткәреп ебәрәбеҙ. Артабан юлыңды дауам ит. Ә бына артыңдан килгән поезд бик мөһимдер, ахырыһы. Уны инде беҙ тейешенсә, музыка менән, ҡаршы аласаҡбыҙ», – ти Боря, ғәйрәтләнеп. Ауыр итеп килгән паровоздың тауышын ишетеү менән малай тимер юлына табан яҡынлаша. Рельс аҫтына мина һалғас, кире урманға табан шыуыша. Унда ҡыйыу разведчикты иптәштәре көтә.Артта көслө шартлау тауышы яңғырай. Һуңынан, разведка асыҡлауынса, дошмандың 71 ауыр танкыһы күккә осҡаны билдәле була. Боря Цариков күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Фронт линияһы аша уны самолёт менән Мәскәүгә килтерәләр. 13 йәшлек пионерға Кремлдә Михаил Иванович Калинин үҙе хөкүмәт наградаһы тапшыра. Командование уны Мәскәүҙә ҡалдырырға теләһә лә, ҡыйыу пионер ризалашмай.Боря Цариков хәрби часть разведчигы булып китә. Десна йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн 1942 йылдың 7 авгусында икенсе тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың 14 октябрендә уларҙың часы Днепрға етә. Төндә Боря боҙло һыу аша дошман урынлашҡан ҡаршы яҡ ярға сыға. Таң атыуға ул үтә лә ҡиммәтле мәғлүмәттәр алып ҡайта. 15 октябрҙә йәш разведчикка дошмандың көслө утлы ямғыры аҫтында йылғаны тағы ла 9 тапҡыр йөҙөп сығырға тура килә. Ни өсөн тигәндә, командованиеға мөһим мәғлүмәттәрҙе ваҡытында еткерергә кәрәк.1943 йылдың 30 октябрендә Боря Цариковҡа Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шатлыҡлы хәбәр часҡа килеп еткәндә ул үлгән була. 13 ноябрҙә немец снайперының пуляһы һәләк итә.Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Ҡыҙыҡһынаусан Боря күберәк улар янында бутала: төрлө йомоштарын үтәй, ҡорал менән эш итергә, мина ҡуйырға ла өйрәнә. Бер көндө биленә пулемёт таҫмаһын урап, винтовкаһын ҡулына алып, Боряның атаһы алғы позицияға китә. Оҙаҡламай уның үлеме тураһында хәбәр килә. Боря бер кемгә әйтмәйенсә, атаһының кәүҙәһен булһа ла эҙләп табам, тип өйҙән сығып китә. Нәҡ шул ваҡытта ҡалаға фашист оккупанттары килеп тула. Малайҙың ҡайтыуына өй буп-буш була. Әсәһен дә, ҡустыһы Толяны ла таба алмай. Боря ҡурҡыныс барлығын һиҙенеп, тиҙерәк ауылда йәшәгән олатаһына ҡаса. Тимерлектә уға ярҙам итешә. Тик бында ла тыныс көндәр оҙаҡҡа бармай. Бер ваҡыт көтмәгәндә ишек шар асылып китә лә тупһала немец һалдаты күренә. Ул үҙ телендә нимәлер һораша башлай. Бер ни ҙә аңламаған олатаһы яурынын ғына һикертә. Ярһыған фашист автоматын уның күкрәгенә терәй ҙә атып та ебәрә. Аҙаҡтан шул уҡ вайымһыҙлыҡ менән боролоп, ишеккә табан атлай. Боря эргәһендә ятҡан ауыр сүкеште һәрмәп таба. Ул йәшен тиҙлегендә немецты ҡыуып етеп, бөтә көсөнә тегенең башына тондора. Дошмандың автоматын ҡулына төшөргәс, йүгереп урамға сыға. Шау-ғауғаны ишеткән гитлерсылар тимерлеккә табан йүгерә. Был ваҡытта малай ҡасып, йәшеренеп өлгөргән була. Ике тәүлек урман ҡыҙыра ул. Бәхетенә, исеме билдәле булған Батя отрядының партизан төркөмөн осрата. Уны командирға алып баралар. 1941 йылдың декабрендә Боря Цариков разведчик булып китә. Яуаплы заданиеларға йөрөп, кәрәкле мәғлүмәттәрҙе күп алып ҡайта ул. Бер мәл немецтарҙың ҙур карателдәр отряды штабына үтеп инә. Ләкин егетте бер һатлыҡ йән таный. Туҡмауҙар, ҡот осмалы язалауҙар ун ике йәшлек үҫмерҙең ихтыяр көсөн һындыра алмай. Фашистар партизандар разведчигын атырға хөкөм сығара. Әсирҙәр тейәлгән йөк машинаһын биш һаҡсы оҙатып бара. Ул башта ялан буйлап елдерә, шунан киң таш юлға сығып, немецтар ғәскәре барған ағымға ҡушыла. Көтмәгәндә һауала самолёттар геүләүе ишетелә. Тауыш көсәйгәндән-көсәйә. Баш осонда ҡыҙыл йондоҙло «Ил-2» штурмовиктары күренә. Гитлерсылар өҫтөнә бомба, пулялар яуа башлай. Боря ултырған машинаның моторына ла снаряд эләгә. Ике һаҡсы һәм шофёр шунда уҡ йән бирә. Ҡалғандары ҡурҡыштарынан батыр разведчик хаҡында онотоп, урман яғына табан йүгерә. Ә Боряға ҡасыу өсөн ошонан да уңайлыраҡ мәл булыуы мөмкин дә түгел. Шау-шыуҙан файҙаланып ҡалырға тырышҡан үҫмер бөтә көсөн йыйып, машинаның борты аша ергә һикерә. Ныҡ туҡмалғанлыҡтан һәр хәрәкәт ауыр бирелә. Шыуышып урман ситенә барып етә. Бында инде ҡурҡмаҫҡа ла мөмкин. Ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар уны йәшерәсәк. Ҡурҡыу белмәҫ пионер ярым үлек хәлендә отрядҡа саҡ ҡайтып йығыла. 1942 йылдың башында Мәскәү эргәһендә немец ғәскәрҙәре тар-мар ителгәндән һуң, дошман үҙенең дивизияһын, хәрби техникаһын, боепристарын ашығыс рәүештә көнсығышҡа табан оҙата башлай. Ләкин уларҙың күбеһе фронт һыҙығына барып етә алмай. Партизандар юлдарын быуа. Үҙҙәренең хәүефһеҙлеге өсөн фашистар тимер юл буйындағы ағастарҙы киҫә, пулемёттар һәм көслө прожекторҙар менән вышкалар ҡуя. Тимер юлына һәм күперҙәргә табан илткән юлдарҙы миналайҙар. Һәр дүрт телеграф бағанаһы һайын һаҡсылар баҫа. Төн… Боря аҡ маскировка халатында тимер юлы янындағы тупраҡ өйөмөнә шыуыша. Һыуыҡ һөйәктәргә үтеп инә. Ләкин түҙергә, һаҡ булырға кәрәк. Унан бер нисә генә аҙым ситтәрәк немецтар тапана. Бына рельс геүләгән тауыш ишетелә. Оҙаҡламай дығырлап автодрезина үтеп китә. «Әһә, хәҙер поезд күренәсәк», – тигән уй үтә үҫмерҙең башынан. Ысынлап та, бер аҙҙан паровоз гудогы ишетелә. Боря яҡыныраҡ шыуышып, ырғырға әҙер генә ята, әммә ҡапыл нимәлер тотҡарлай. Тәгәрмәстәрҙең ҡыҫҡаҡ ҡына туҡылдауына ҡарағанда, тегеләрҙең мутлашҡаны һиҙелгән кеүек. Ауыр эшелон улай килмәй ул. Бына боролоштан паровоз күренә. Алдынан буш платформаны этәреп бара шул. Дөрөҫ һиҙенгән икән.«Ярар, беҙ һине үткәреп ебәрәбеҙ. Артабан юлыңды дауам ит. Ә бына артыңдан килгән поезд бик мөһимдер, ахырыһы. Уны инде беҙ тейешенсә, музыка менән, ҡаршы аласаҡбыҙ», – ти Боря, ғәйрәтләнеп. Ауыр итеп килгән паровоздың тауышын ишетеү менән малай тимер юлына табан яҡынлаша. Рельс аҫтына мина һалғас, кире урманға табан шыуыша. Унда ҡыйыу разведчикты иптәштәре көтә. Артта көслө шартлау тауышы яңғырай. Һуңынан, разведка асыҡлауынса, дошмандың 71 ауыр танкыһы күккә осҡаны билдәле була. Боря Цариков күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Фронт линияһы аша уны самолёт менән Мәскәүгә килтерәләр. 13 йәшлек пионерға Кремлдә Михаил Иванович Калинин үҙе хөкүмәт наградаһы тапшыра. Командование уны Мәскәүҙә ҡалдырырға теләһә лә, ҡыйыу пионер ризалашмай. Боря Цариков хәрби часть разведчигы булып китә. Десна йылғаһын аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн 1942 йылдың 7 авгусында икенсе тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. 1943 йылдың 14 октябрендә уларҙың часы Днепрға етә. Төндә Боря боҙло һыу аша дошман урынлашҡан ҡаршы яҡ ярға сыға. Таң атыуға ул үтә лә ҡиммәтле мәғлүмәттәр алып ҡайта. 15 октябрҙә йәш разведчикка дошмандың көслө утлы ямғыры аҫтында йылғаны тағы ла 9 тапҡыр йөҙөп сығырға тура килә. Ни өсөн тигәндә, командованиеға мөһим мәғлүмәттәрҙе ваҡытында еткерергә кәрәк. 1943 йылдың 30 октябрендә Боря Цариковҡа Советтар Союзы Геройы тигән юғары исем бирелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был шатлыҡлы хәбәр часҡа килеп еткәндә ул үлгән була. 13 ноябрҙә немец снайперының пуляһы һәләк итә.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-26/borya-tsarikov-2393071
|
26 Июнь 2021, 10:44
|
ba
|
Вася Курка
|
Офицерҙың ҡулынан автомат алғанда уларҙың һәр береһе:– Был автоматтан герой-пионер Вася Курка кеүек мәргән атырға һүҙ бирәм, – тип ант итә.Кем ул Вася Курка, ни өсөн һалдаттар уға тиңләшергә теләй?1941 йылдың авгусында дошман менән көслө алыштан һуң Винница өлкәһенең Любомирка ауылына майор Андреевтың икенсе уҡсылар батальоны урынлаша. Улар ошонда оборона тоторға тейеш. Яралыларҙы тылға оҙатҡас, отделениеларҙа икешәр-өсәр генә һалдат ҡалып, батальон тулы булмаған рота хәлендә генә була. Өҫтәмә көс тә килмәй, ә немецтар утлы ямғыр яуҙырыуын дауам итә.Иртәгеһен иртә менән батальонға алыуҙарын һорап, майор Андреевҡа һәм өлкән политрук Шурфинскийға ауылдың һигеҙ колхозсыһы килә. Улар араһында 13 йәшлек пионер Вася Курка ла була. Бәләкәй буйлы малайға бер аҙ шикләнеберәк ҡараһалар ҙа, уның бөтә һорауҙарға ла шартлатып яуап биреүе оҡшап ҡала һәм ауылдаштарҙың барыһын да ҡабул итәләр.Төндә бойороҡ бирелгәс, батальон Любомирканы ҡалдыра. Яугирҙар менән бергә Вася ла китә. Шулай башлана үҫмерҙең һалдат тормошо. Тәүге тапҡыр разведкаға Стёпа исемле йәш кенә сержант менән ебәрелә. Чистяковкаға бара торған юл буйында элек уларҙың батальоны торған бәләкәй утар була. Шунда еткәс, Стёпа:– Бында бер һәйбәт инәй йәшәй, әйҙә, инеп һыу эсеп, хәлен белеп сығабыҙ, – ти.Вася ризалаша. Улар килеп инеү менән әбей Стёпаны таный һәм:– Большевик! – тип ҡысҡыра башлай. Ҡайҙандыр тиҙ арала немецтар килеп тула. Уларҙың икеһен дә мөгәрәпкә ырғыталар.– Әбей һатлыҡ йән икән. Теге ваҡыт шундай һәйбәт кеше булып күренгәйне. Хәҙер немецтарға минең турала барыһын да һөйләйәсәк. Һин: «Беҙ осраҡлы ғына таныштарбыҙ», – тип әйтерһең. Мине барыбер үлтерәсәктәр. Ә һин разведканы аҙағынаса еткерергә тейешһең, – ти Стёпа. – Чистяковкала танкылар бармы, күпме, шуны бел.Стёпаны Васяның күҙ алдында язалайҙар, аҙаҡ атып үлтерәләр. Шунда егет дуҫы өсөн үс алырға һүҙ бирә. Уның ҡурҡыныс үлемен күреп, фәҡәт снайпер булырға ҡарар итә. Фашистар Васяға теймәй. Стёпа менән осраҡлы ғына танышбыҙ, тигәненә ышаналар.Ҡыйыу пионер иптәше әйткәндәрҙең барыһын да еренә еткереп үтәй. Ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа йылға аша йөҙөп, ҡалаға барып һәм дошман танкыларының теүәл иҫәбен белеп, иҫән-һау батальонға ҡайтып етә. Командирға был турала хәбәр иткәс, бер сәғәттән беҙҙең осоусылар Чистяковка янындағы дошман танкылары колоннаһын күккә осора. Вася Курка «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Был уның тәүге хәрби наградаһы була.Беҙҙең ғәскәрҙәр Украинаны азат иткән ваҡытта үҫмер күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Максим Брыскин тигән мәргәндең исеме ул ваҡытта бөтә фронт буйынса билдәле була. Васяға уның өйрәнсеге булыу бәхете тейә.Бына ул беренсе тапҡыр үҙ аллы снайперҙар посында. Күп нәмә хәҙер Васяның үҙенән тора. Егет ҡарасҡы эшләп, уға маскировка халаты кейҙерә лә алыҫ булмаған ергә урынлаштыра. Атыу урынына барып еткәс, уға беркетелгән епте тартҡылай башлай. Шунда уҡ траншея өҫтөндә шартлау тауышы яңғырай, ҡарасҡы ҡолай. Оҙаҡламай «ҡорбан»ын ҡарарға тип йәшеренгән урынынан гитлерсының башы күренә. Курка автоматының көбәген төбәп, тәтегә баҫа. Тулҡынланыуҙан үҫмер атыу тауышын да ишетмәй. Уның ҡарауы, дошманының нисек итеп траншеяға ҡолауын бик асыҡ күрә.Полк командиры саф алдында Васяға рәхмәт белдерә, ә Максим Брыскин йәш мәргәндең тәүге етди уңыштары хаҡында дивизия гәзитенә ҙур мәҡәлә яҙа. Радомышел эргәһендә барған һуғыштарҙың береһендә Вася егермеләп немецтың ғүмерен өҙә. Ошонан һуң бер нисә көн үткәс, уҡсылар ротаһы терәк пункты өсөн һуғыш алып бара. Ҡурҡыу белмәҫ мәргән-разведкасы немецтарҙың тылына шыуышып үтеп, бер нисә утлы нөктәне юҡ итә һәм ротаға дошмандың терәк пунктын яулап алырға ярҙам итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Уның исеме хатта дошмандарға ла билдәле була. Шулай булмайынса, Вася бит йөҙәрләгән немец һалдатының, һикһәнләп офицерҙың башына еткән кеше. Шулай итеп, Стёпа дуҫы өсөн үсен артығы менән ала.– Иртәгә һөжүмгә күсәбеҙ. Күҙәтеү пунктын һәйбәт итеп әҙерлә.– Мин анау торған бейек торбаға урынлашам.– Һәйбәт идея, ләкин ҡурҡыныс. Унда менә алыуың да икеле.– Мин ул урында булдым инде. Үҙемә аҫылмалы эскәмйә лә яһап ҡуйҙым...Һуңғы алыш алдынан командир менән Вася Курка араһында шундай һөйләшеү була.Кирбес торба өҫтөнән ел һыҙғыра. Вася тыныс ҡына дошман торған яҡты күҙәтә һәм, ғәҙәттәгесә, фашист офицерҙарына һәм күҙәтеүселәренә үлемесле утын тоҫҡаған. Бына бер гитлерсы ҡоланы, икенсеһенең бинокленә эләкте, өсөнсөһө күкрәгенә пуля тейеп йығылды. Торбала телефон да бар. Вася артиллеристар менән даими бәйләнеш тота. Уларға ҡайҙа тоҫҡарға, атырға кәрәклеген еткерә. Ике яҡтан да атыш тынмай. Көтмәгәндә торбаның нәҡ Вася ултырған өҫкө өлөшөндә ут сыға. Төтөн ҡаплап ала. Артиллерия командиры тиҙерәк телефонға йүгерә. Шылтырата, ләкин яуап биреүсе булмай. Торбаның уртаһында снарядтан ҡалған тишекте күреп, командирҙың ҡото оса. Васянан ҡанға буялған ҡағыҙ киҫәге генә ҡала. Унда дошман миномёт батареяларының координаттары яҙылған була.Һуғыш яланы буйлап:– Алға, иптәштәр, Васябыҙ өсөн фашистарҙың кәрәген бирәйек! – тигән хәрби оран яңғырай.Бына ни өсөн йәш һалдаттар ҡулына тәүге тапҡыр автомат алғанда Вася Курка һымаҡ мәргән атырға ант итә икән. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Офицерҙың ҡулынан автомат алғанда уларҙың һәр береһе:– Был автоматтан герой-пионер Вася Курка кеүек мәргән атырға һүҙ бирәм, – тип ант итә. Кем ул Вася Курка, ни өсөн һалдаттар уға тиңләшергә теләй?1941 йылдың авгусында дошман менән көслө алыштан һуң Винница өлкәһенең Любомирка ауылына майор Андреевтың икенсе уҡсылар батальоны урынлаша. Улар ошонда оборона тоторға тейеш. Яралыларҙы тылға оҙатҡас, отделениеларҙа икешәр-өсәр генә һалдат ҡалып, батальон тулы булмаған рота хәлендә генә була. Өҫтәмә көс тә килмәй, ә немецтар утлы ямғыр яуҙырыуын дауам итә. Иртәгеһен иртә менән батальонға алыуҙарын һорап, майор Андреевҡа һәм өлкән политрук Шурфинскийға ауылдың һигеҙ колхозсыһы килә. Улар араһында 13 йәшлек пионер Вася Курка ла була. Бәләкәй буйлы малайға бер аҙ шикләнеберәк ҡараһалар ҙа, уның бөтә һорауҙарға ла шартлатып яуап биреүе оҡшап ҡала һәм ауылдаштарҙың барыһын да ҡабул итәләр. Төндә бойороҡ бирелгәс, батальон Любомирканы ҡалдыра. Яугирҙар менән бергә Вася ла китә. Шулай башлана үҫмерҙең һалдат тормошо. Тәүге тапҡыр разведкаға Стёпа исемле йәш кенә сержант менән ебәрелә. Чистяковкаға бара торған юл буйында элек уларҙың батальоны торған бәләкәй утар була. Шунда еткәс, Стёпа:– Бында бер һәйбәт инәй йәшәй, әйҙә, инеп һыу эсеп, хәлен белеп сығабыҙ, – ти. Вася ризалаша. Улар килеп инеү менән әбей Стёпаны таный һәм:– Большевик! – тип ҡысҡыра башлай. Ҡайҙандыр тиҙ арала немецтар килеп тула. Уларҙың икеһен дә мөгәрәпкә ырғыталар.– Әбей һатлыҡ йән икән. Теге ваҡыт шундай һәйбәт кеше булып күренгәйне. Хәҙер немецтарға минең турала барыһын да һөйләйәсәк. Һин: «Беҙ осраҡлы ғына таныштарбыҙ», – тип әйтерһең. Мине барыбер үлтерәсәктәр. Ә һин разведканы аҙағынаса еткерергә тейешһең, – ти Стёпа. – Чистяковкала танкылар бармы, күпме, шуны бел. Стёпаны Васяның күҙ алдында язалайҙар, аҙаҡ атып үлтерәләр. Шунда егет дуҫы өсөн үс алырға һүҙ бирә. Уның ҡурҡыныс үлемен күреп, фәҡәт снайпер булырға ҡарар итә. Фашистар Васяға теймәй. Стёпа менән осраҡлы ғына танышбыҙ, тигәненә ышаналар.Ҡыйыу пионер иптәше әйткәндәрҙең барыһын да еренә еткереп үтәй. Ҡайҙа шыуышып, ҡайҙа йылға аша йөҙөп, ҡалаға барып һәм дошман танкыларының теүәл иҫәбен белеп, иҫән-һау батальонға ҡайтып етә. Командирға был турала хәбәр иткәс, бер сәғәттән беҙҙең осоусылар Чистяковка янындағы дошман танкылары колоннаһын күккә осора. Вася Курка «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Был уның тәүге хәрби наградаһы була. Беҙҙең ғәскәрҙәр Украинаны азат иткән ваҡытта үҫмер күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ҡарар итә. Максим Брыскин тигән мәргәндең исеме ул ваҡытта бөтә фронт буйынса билдәле була. Васяға уның өйрәнсеге булыу бәхете тейә. Бына ул беренсе тапҡыр үҙ аллы снайперҙар посында. Күп нәмә хәҙер Васяның үҙенән тора. Егет ҡарасҡы эшләп, уға маскировка халаты кейҙерә лә алыҫ булмаған ергә урынлаштыра. Атыу урынына барып еткәс, уға беркетелгән епте тартҡылай башлай. Шунда уҡ траншея өҫтөндә шартлау тауышы яңғырай, ҡарасҡы ҡолай. Оҙаҡламай «ҡорбан»ын ҡарарға тип йәшеренгән урынынан гитлерсының башы күренә. Курка автоматының көбәген төбәп, тәтегә баҫа. Тулҡынланыуҙан үҫмер атыу тауышын да ишетмәй. Уның ҡарауы, дошманының нисек итеп траншеяға ҡолауын бик асыҡ күрә. Полк командиры саф алдында Васяға рәхмәт белдерә, ә Максим Брыскин йәш мәргәндең тәүге етди уңыштары хаҡында дивизия гәзитенә ҙур мәҡәлә яҙа. Радомышел эргәһендә барған һуғыштарҙың береһендә Вася егермеләп немецтың ғүмерен өҙә. Ошонан һуң бер нисә көн үткәс, уҡсылар ротаһы терәк пункты өсөн һуғыш алып бара. Ҡурҡыу белмәҫ мәргән-разведкасы немецтарҙың тылына шыуышып үтеп, бер нисә утлы нөктәне юҡ итә һәм ротаға дошмандың терәк пунктын яулап алырға ярҙам итә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Уның исеме хатта дошмандарға ла билдәле була. Шулай булмайынса, Вася бит йөҙәрләгән немец һалдатының, һикһәнләп офицерҙың башына еткән кеше. Шулай итеп, Стёпа дуҫы өсөн үсен артығы менән ала.– Иртәгә һөжүмгә күсәбеҙ. Күҙәтеү пунктын һәйбәт итеп әҙерлә.– Мин анау торған бейек торбаға урынлашам.– Һәйбәт идея, ләкин ҡурҡыныс. Унда менә алыуың да икеле.– Мин ул урында булдым инде. Үҙемә аҫылмалы эскәмйә лә яһап ҡуйҙым...Һуңғы алыш алдынан командир менән Вася Курка араһында шундай һөйләшеү була. Кирбес торба өҫтөнән ел һыҙғыра. Вася тыныс ҡына дошман торған яҡты күҙәтә һәм, ғәҙәттәгесә, фашист офицерҙарына һәм күҙәтеүселәренә үлемесле утын тоҫҡаған. Бына бер гитлерсы ҡоланы, икенсеһенең бинокленә эләкте, өсөнсөһө күкрәгенә пуля тейеп йығылды. Торбала телефон да бар. Вася артиллеристар менән даими бәйләнеш тота. Уларға ҡайҙа тоҫҡарға, атырға кәрәклеген еткерә. Ике яҡтан да атыш тынмай. Көтмәгәндә торбаның нәҡ Вася ултырған өҫкө өлөшөндә ут сыға. Төтөн ҡаплап ала. Артиллерия командиры тиҙерәк телефонға йүгерә. Шылтырата, ләкин яуап биреүсе булмай. Торбаның уртаһында снарядтан ҡалған тишекте күреп, командирҙың ҡото оса. Васянан ҡанға буялған ҡағыҙ киҫәге генә ҡала. Унда дошман миномёт батареяларының координаттары яҙылған була.Һуғыш яланы буйлап:– Алға, иптәштәр, Васябыҙ өсөн фашистарҙың кәрәген бирәйек! – тигән хәрби оран яңғырай. Бына ни өсөн йәш һалдаттар ҡулына тәүге тапҡыр автомат алғанда Вася Курка һымаҡ мәргән атырға ант итә икән.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-24/vasya-kurka-2393134
|
24 Июнь 2021, 12:08
|
ba
|
Тихон Баран
|
Ул бирелеп яратҡан геройы Александр Невский тураһында һөйләй. Һуңғы һорауға яуап биргәс, уҡытыусы:– Маладис, «бишле» ҡуям. Шулай ҙа Александр Невскийҙың холҡондағы иң оҡшаған һыҙатты әйт әле? – ти.– Ул бер ваҡытта ла ярты юлда туҡталып ҡалмаған, аҙаҡҡаса барған. Тыуған илен ныҡ яратҡан, – тип яуап бирә малай.Шунан һуң күп тә үтмәй, илебеҙгә фашист илбаҫарҙары һуғыш аса. Белоруссияның улар йәшәгән Байки ауылы баҫып алынғас, ғаиләләре партизандарға китә. Әсәһе, Тихон һәм уның ике һеңлеһе отрядта элемтәсе вазифаһын башҡара. Улар ауылға ҡайтып, фашистарҙың көсө, иҫәбе, күпме техникалары булыуы тураһында мәғлүмәт алып, партизандарға еткерә. Ауыл халҡы аҙыҡ-түлек, ҡорал менән ярҙам итә. Сөнки отрядта һәр береһенең яҡын кешеһе, туғандары була.Ауылға сираттағы ҡайтҡандарында бер һатлыҡ йән Тихондың әсәһен тоттора. Уның партизандар отрядының ҡайҙалығын белеүе тураһында әйтә. Бер ай буйы төрмәлә тотоп та, бер нәмә лә әйттерә алмағас, әсәйҙәрен Германияға концлагерға оҙаталар. Балаларҙы ҡайтарып ебәрәләр. Уларҙы күршеләре үҙҙәренә һыйындыра. Бер аҙҙан Тихон йәнә үҙенең отрядына китә.Партизандар фашистарҙы туҡтауһыҙ утҡа тота. Улар урынлашҡан өйҙәр яндырыла, ҡорал складтары шартлатыла. Дошман ҙур юғалтыуҙар кисерә. Әммә бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Партизандарға ауыл халҡының ярҙам иткәнен яҡшы аңлаған фашистар уларҙан үс алырға була.1944 йылдың 21 ғинуарында Тихон отрядтың ҡушыуы буйынса тағы ла тыуған еренә ҡайта. Ә немецтар был ваҡытта партизандарҙың терәк базаһы һаналған был ауылды халҡы менән бергә ер йөҙөнән юҡ итергә йыйынған була. Үҙәккә үтерлек һалҡында уларҙы урамға ҡыуып сығарып, ҙур соҡор ҡаҙырға ҡушалар. Өйҙәрҙе яндырып, кешеләрҙе үлтерәләр. Тихон тиҙерәк һеңлеләре янына ашыға. Уларҙы тынысландырырға тырыша. Атырға команда биреүсе гестаповсы малайҙы танып ҡала. Тихондың элемтәсе икәнлеген аңлай һәм уны ҡулға алырға ҡуша. Бер сәғәттән ауылдың бөтә 957 кешеһе һәм уның һеңлеләре – барыһы ла атып үлтерелә. Бөтә был ҡурҡынысты үҙ күҙҙәре менән күреп шаңҡыған Тихонға:– Һин беҙҙе партизандарға алып барасаҡһың. Уларҙың ҡайҙа икәнен беләһең бит, – тиҙәр. – Мин унда булғаным юҡ, юлды белмәйем, – тип ҡаршы килеп ҡарай малай.– Әйтмәһәң, атып үлтерәбеҙ. Атайың һәм ағайҙарыңдың партизан икәнлеген беҙ беләбеҙ, – тип гестаповсы тоҫҡамай ғына атып ебәрә.Ҡурҡыуҙан Тихон бер аҙ сайҡалып ҡуя.– Шаярттым, – ти немец хахылдап көлөп. – Әгәр алып бармаһаң, ысынлап атасаҡмын.Малай өндәшмәй. Ә отрядта йөҙәрләгән партизандар менән атаһы, ағайҙары. Нисек итеп ул ҡәҙерле кешеләренә хыянат итә алһын? Был бер ҡасан да улай булмаясаҡ. «Мин икенсе төрлө юл табасаҡмын», – тип уйлай ул.– Партизандарҙан ҡурҡаһыңмы ни? Ҡурҡма. Беҙ һине Германияға ебәрәсәкбеҙ. Унда һин ысын кеше булып үҫәсәкһең, – тип немец офицеры уға шоколад һуҙа.Уны дошманының йөҙөнә атып бәреүҙән саҡ тыйылып ҡала. Шунан тынысланып, рәхмәт әйтә лә:– Яҡшы, әйҙәгеҙ минең арттан, – тип уларҙы эйәртеп алып китә.Үлгән туғандарын уйлап, малай юл буйына һыҡтап бара. Үҙе генә белгән һуҡмаҡ менән ҡәбәхәттәрҙе кире сыға алмаҫлыҡ урынға алып китә. Ул йоҙроҡтарын йомарлап, аҙымдарын ҡыҙыулата. Урман барған һайын ҡараңғыраҡ, ҡуйыраҡ була бара. Немецтар борсола башлай.– Йыраҡмы әле? – тип һорай офицер малайҙың күҙҙәренә туп-тура ҡарап.– Әҙ генә ҡалды.Тихон немец һалдаттарын ҡыш көнө лә туңмай торған һаҙлыҡ янына алып килә.– Ҡайҙа партизандар? Кире алып сыҡ бынан. Ҡайҙа килтерҙең һин беҙҙе? – тип нимәлер һиҙенгән офицер аҡыра башлай.– Мин һеҙҙе бер ҡасан да сыға алмаҫлыҡ урынға алып килдем. Был һеҙгә әсәйем, туғандарым һәм тыуған ауылым өсөн, – тип ғорур яуап бирә ҡыйыу пионер.Атыу тауышы яңғырай. Тихон ҡарға ҡолай. Паникаға бирелеп, нимә эшләргә белмәй тегеләй-былай йүгерешкән 200-ҙән артыҡ немец һалдатын һаҙлыҡ үҙенә тартып ала.Ун ике йәшлек ҡыйыу малай тураһында шул ваҡытта осраҡлы ғына иҫән ҡалған немец һалдатының көндәлеген уҡып беләләр. Тихондың батырлығына иҫе китеп ул: «Беҙ урыҫтарҙы бер ваҡытта ла еңә алмаясаҡбыҙ. Сөнки уларҙың балалары ла ысын геройҙар һымаҡ һуғыша», – тип яҙып ҡалдырған икән. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Ул бирелеп яратҡан геройы Александр Невский тураһында һөйләй. Һуңғы һорауға яуап биргәс, уҡытыусы:– Маладис, «бишле» ҡуям. Шулай ҙа Александр Невскийҙың холҡондағы иң оҡшаған һыҙатты әйт әле? – ти.– Ул бер ваҡытта ла ярты юлда туҡталып ҡалмаған, аҙаҡҡаса барған. Тыуған илен ныҡ яратҡан, – тип яуап бирә малай. Шунан һуң күп тә үтмәй, илебеҙгә фашист илбаҫарҙары һуғыш аса. Белоруссияның улар йәшәгән Байки ауылы баҫып алынғас, ғаиләләре партизандарға китә. Әсәһе, Тихон һәм уның ике һеңлеһе отрядта элемтәсе вазифаһын башҡара. Улар ауылға ҡайтып, фашистарҙың көсө, иҫәбе, күпме техникалары булыуы тураһында мәғлүмәт алып, партизандарға еткерә. Ауыл халҡы аҙыҡ-түлек, ҡорал менән ярҙам итә. Сөнки отрядта һәр береһенең яҡын кешеһе, туғандары була. Ауылға сираттағы ҡайтҡандарында бер һатлыҡ йән Тихондың әсәһен тоттора. Уның партизандар отрядының ҡайҙалығын белеүе тураһында әйтә. Бер ай буйы төрмәлә тотоп та, бер нәмә лә әйттерә алмағас, әсәйҙәрен Германияға концлагерға оҙаталар. Балаларҙы ҡайтарып ебәрәләр. Уларҙы күршеләре үҙҙәренә һыйындыра. Бер аҙҙан Тихон йәнә үҙенең отрядына китә. Партизандар фашистарҙы туҡтауһыҙ утҡа тота. Улар урынлашҡан өйҙәр яндырыла, ҡорал складтары шартлатыла. Дошман ҙур юғалтыуҙар кисерә. Әммә бер ни ҙә эшләй алмайҙар. Партизандарға ауыл халҡының ярҙам иткәнен яҡшы аңлаған фашистар уларҙан үс алырға була. 1944 йылдың 21 ғинуарында Тихон отрядтың ҡушыуы буйынса тағы ла тыуған еренә ҡайта. Ә немецтар был ваҡытта партизандарҙың терәк базаһы һаналған был ауылды халҡы менән бергә ер йөҙөнән юҡ итергә йыйынған була. Үҙәккә үтерлек һалҡында уларҙы урамға ҡыуып сығарып, ҙур соҡор ҡаҙырға ҡушалар. Өйҙәрҙе яндырып, кешеләрҙе үлтерәләр. Тихон тиҙерәк һеңлеләре янына ашыға. Уларҙы тынысландырырға тырыша. Атырға команда биреүсе гестаповсы малайҙы танып ҡала. Тихондың элемтәсе икәнлеген аңлай һәм уны ҡулға алырға ҡуша. Бер сәғәттән ауылдың бөтә 957 кешеһе һәм уның һеңлеләре – барыһы ла атып үлтерелә. Бөтә был ҡурҡынысты үҙ күҙҙәре менән күреп шаңҡыған Тихонға:– Һин беҙҙе партизандарға алып барасаҡһың. Уларҙың ҡайҙа икәнен беләһең бит, – тиҙәр. – Мин унда булғаным юҡ, юлды белмәйем, – тип ҡаршы килеп ҡарай малай.– Әйтмәһәң, атып үлтерәбеҙ. Атайың һәм ағайҙарыңдың партизан икәнлеген беҙ беләбеҙ, – тип гестаповсы тоҫҡамай ғына атып ебәрә.Ҡурҡыуҙан Тихон бер аҙ сайҡалып ҡуя.– Шаярттым, – ти немец хахылдап көлөп. – Әгәр алып бармаһаң, ысынлап атасаҡмын. Малай өндәшмәй. Ә отрядта йөҙәрләгән партизандар менән атаһы, ағайҙары. Нисек итеп ул ҡәҙерле кешеләренә хыянат итә алһын? Был бер ҡасан да улай булмаясаҡ. «Мин икенсе төрлө юл табасаҡмын», – тип уйлай ул.– Партизандарҙан ҡурҡаһыңмы ни? Ҡурҡма. Беҙ һине Германияға ебәрәсәкбеҙ. Унда һин ысын кеше булып үҫәсәкһең, – тип немец офицеры уға шоколад һуҙа. Уны дошманының йөҙөнә атып бәреүҙән саҡ тыйылып ҡала. Шунан тынысланып, рәхмәт әйтә лә:– Яҡшы, әйҙәгеҙ минең арттан, – тип уларҙы эйәртеп алып китә. Үлгән туғандарын уйлап, малай юл буйына һыҡтап бара. Үҙе генә белгән һуҡмаҡ менән ҡәбәхәттәрҙе кире сыға алмаҫлыҡ урынға алып китә. Ул йоҙроҡтарын йомарлап, аҙымдарын ҡыҙыулата. Урман барған һайын ҡараңғыраҡ, ҡуйыраҡ була бара. Немецтар борсола башлай.– Йыраҡмы әле? – тип һорай офицер малайҙың күҙҙәренә туп-тура ҡарап.– Әҙ генә ҡалды. Тихон немец һалдаттарын ҡыш көнө лә туңмай торған һаҙлыҡ янына алып килә.– Ҡайҙа партизандар? Кире алып сыҡ бынан. Ҡайҙа килтерҙең һин беҙҙе? – тип нимәлер һиҙенгән офицер аҡыра башлай.– Мин һеҙҙе бер ҡасан да сыға алмаҫлыҡ урынға алып килдем. Был һеҙгә әсәйем, туғандарым һәм тыуған ауылым өсөн, – тип ғорур яуап бирә ҡыйыу пионер. Атыу тауышы яңғырай. Тихон ҡарға ҡолай. Паникаға бирелеп, нимә эшләргә белмәй тегеләй-былай йүгерешкән 200-ҙән артыҡ немец һалдатын һаҙлыҡ үҙенә тартып ала. Ун ике йәшлек ҡыйыу малай тураһында шул ваҡытта осраҡлы ғына иҫән ҡалған немец һалдатының көндәлеген уҡып беләләр. Тихондың батырлығына иҫе китеп ул: «Беҙ урыҫтарҙы бер ваҡытта ла еңә алмаясаҡбыҙ. Сөнки уларҙың балалары ла ысын геройҙар һымаҡ һуғыша», – тип яҙып ҡалдырған икән.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-23/tihon-baran-2393194
|
23 Июнь 2021, 10:50
|
ba
|
Алёша Голосевич
|
Ныҡ эҫе булғанда Берёза йылғаһы буйына төшөп, балыҡ ҡармаҡлай. Ә бер көндө көтөлмәгән хәлгә тап була. Уларҙың йылғаһында, Алёша балыҡ тотҡан ерҙән саҡ ҡына өҫтәрәк, немец һалдаттары һыу инеп йөрөй. Малайҙың иҫенә шунда уҡ Василий Иванович биреп ҡалдырған автомат килеп төшә. Һуғыш башланған ғына көндәрҙә уларҙа яраланған командир ике көн хәл алып киткәйне. Ана шул китер алдынан, кәрәге тейер, тип биргәйне ҡоралды.Иртәгеһенә ул шул автоматты тотоп, яр буйына тағы килә. Ләкин күпме генә ҡарауыллаһа ла, тегеләр күренмәй ҙә ҡуя. Ә өсөнсө көндө... Өмөтө өҙөлгән малай ҡайтырға йыйынғанда ғына ҡаршы яҡта машина тауышын ишетеп ҡала һәм саҡ йәшенеп өлгөрә. Эҫенән талсыҡҡан дошман һалдаттары йүгереп килгән ыңғайға сисенеп ташлап, аҡырышып, берәм-һәрәм һыуға һикерә башлай. Алёша уларҙың бер урынғараҡ тупланғанын көтә. Ләкин шул ваҡыт ул немецтар ултырып килгән йөк машиналарының һәр береһенән пулемёт көбәктәре сығып торғанын күрә. Тимәк, ашығырға ярамай. Уның бер автоматы менән әллә ни ҡыйратып булмаясаҡ. Һалдаттар һыуҙан сығып, тейәлеп китеүгә ярҙа еңел автомобиль күренә. Унан өс немец офицеры сыға. – Әһә, быларҙы дөмөктөрөргә мөмкин. – Бер нәмә һиҙмәгән офицерҙар йылғаның уртаһына табан йөҙөп, уға яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Йөҙҙәре Алёшаға ап-асыҡ булып күренә. Бына ул алданыраҡ йөҙөп килгән берәүһенә автоматын тоҫҡай ҙа тәтегә баҫа.– Берәү булды! – тип шатлығынан үрә һикерә.Икенсеһе, ерәнерәге, кире ярға табан йөҙә башлай. Йыраҡ китә алмаҫһың, тип ҡыйыу пионер тағы автоматтан тыҡылдата. Оҙаҡламай уныһы ла сәсәп, һыу төбөнә китә. Йәнә берәүһе ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пулялар бөткән була.Алёша һаҡ ҡына урман юлы менән өйөнә ҡайта. Үҙенең мажаралары тураһында бер кем менән дә уртаҡлашмай.Ваҡыт алға бара. Көҙ ҙә етә. Йылғанан күтәрелгән томан яр буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙы күрһәтмәй ҡаплап алған. Тал араһына инеп ултырған Алёша шым ғына йылғаны күҙәтә. Был ваҡытта Бобруйскиҙан Елизоваға табан немецтар менән тулы катер үтеп барған була. Алёшаның йөрәге шашып тибә башлай. Килеп сығырмы икән? Был һиңә һыуҙа ярҙамһыҙ ҡалған офицерҙар түгел...Катер яҡыная. Алёша палубала ун бишләгән немецты иҫәпләй. Уның автоматы йәнә телгә килә. Сабылған үлән һымаҡ немецтар бер-береһенең өҫтөнә йығыла. Иҫән ҡалғандары катер артына йәшенеп ҡалырға өмөтләнеп, һыуға һикерә.Иртәгеһен бөтәһе лә партизандарҙың катерҙағы немец һалдаттарын үлтереүе тураһында һөйләй. Үҫмер баланың эшелер, тип береһенең дә башына килмәй, әлбиттә. Ә немецтәр иһә: «Бер генә һалдатыбыҙҙы юғалтып, партизандар ротаһын юҡ иттек»,– тип маҡтанышып йөрөй.Партизандар отрядында дөрөҫөн Алёша төндә үҙенең айырылмаҫ дуҫы – автоматын тотоп килгәс кенә беләләр. – Һинең менән ни эшләмәк кәрәк инде, – тип ҡоласын йәйеп ҡаршылай уны командир, шатлығын йәшерә алмайынса. – Нисек шул кешене отрядҡа алмайһың инде. Һин бит күптән урман һалдаты...Шулай Кличев районының Лютин ауылы пионеры Алексей Голосевич партизан булып китә. Шәп разведчик та. Полицайҙарҙың гарнизоны урынлашҡан ергә йылға аша барып, кәрәкле мәғлүмәттәр килтерә. Шулай уҡ отрядҡа әллә ҡайҙан винтовкалар, патрон, гранаталар табып алып ҡайта. Ҡыйыу пионер-разведчик хаҡында дан бөтә ауылға тарала. 1943 йылдың август айында төнөн Лютин ауылына карателдәр отряды баҫып инә. Улар кешеләр йәшәгән өйҙәрҙе уратып ала. Алёша ла был көндә заданиенан ҡайтышлай ҡустыһы Коляны күреп сығыу ниәтенән бабайҙарына ингән була.– Алёша, тиҙерәк ҡас, ауылда немецтар, – тип хәле бөтөп урамдан инәһе йүгереп килеп инеүгә, үҫмер автоматын эләктереп, тәҙрә аша сығып та ҡаса. Полицайҙар уны күреп ҡалып, артынан төшә. Үлтермәҫкә, тереләй тотоп алып килергә, тигән бойороҡ була. Шуға башта атмайҙар. Алёша бәләкәйерәк һаҙлыҡ аша йүгереп сыға. Шул ваҡыт атыу тауышы яңғырай. Ул сайҡалып ергә йығыла. Тоноҡланған күҙҙәре менән малай дошмандың үҙенә табан яҡынлашҡанын күрә. Килеп еткәс, улар малайҙы типкеләп, мылтыҡ төйҙәһе менән туҡмай. Аҙаҡтан береһе ике аҙым артҡа китеп, башына төбәп ата.Шул ваҡыт ҡапыл зыярат артынан атыу тауышы ишетелә. Карателдәр ҡурҡышып ҡаса башлай. Партизандар батҡаҡҡа ҡуша тапалған Алёшаны саҡ табып ала. Ауылға алып ҡайтып, яраһын бәйләйҙәр. Ул иҫән ҡала. Йәш герой ике ай дауалана. Оҙаҡламай Коляны ла отрядҡа алып килергә рөхсәт алына. Аҙаҡ яралы партизандар артынан килгән самолётҡа ултыртып, ҡустыһын Оло ергә ебәрәләр. Шунан һуң улар башҡаса күрешмәй. Һуғыш тамамланғас, күпме эҙләһә лә, Коляны таба алмай. Иң үкенеслеһе: күпме үлемесле хәлдән иҫән ҡалған Алёша Еңеүҙән һуң, 1945 йылдың ноябрендә, уйламағанда һәләк була. Был хәл дуҫ егете Мирон менән балыҡҡа барғанда була. Алёша ҡармаҡтарын алып, ҡайтырға йыйына. Ә дуҫы таш аҫтынан һаман да селәү эҙләүен дауам итә.– Ҡара, мин нимә таптым, – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, дуҫының ҡулында – ҙур снаряд.– Нимәгә ул һиңә?– Йыраҡҡараҡ олаҡтырырға кәрәк. Берәйһенең бәләгә тарыуы бар...Шулай тип әйтеп, бер нисә аҙым эшләүе була, Мирон абынып йығыла. Снаряд ташҡа бәрелә. Алёша йәһәт кенә дуҫы янына ташланып, снарядты йылғаға һелтәй. Ләкин ул һыуға барып етмәйенсә шартлай. Ауыр яраланған Алёша аңына килә алмай һәм оҙаҡламай мәңгелеккә күҙҙәрен йома... Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Ныҡ эҫе булғанда Берёза йылғаһы буйына төшөп, балыҡ ҡармаҡлай. Ә бер көндө көтөлмәгән хәлгә тап була. Уларҙың йылғаһында, Алёша балыҡ тотҡан ерҙән саҡ ҡына өҫтәрәк, немец һалдаттары һыу инеп йөрөй. Малайҙың иҫенә шунда уҡ Василий Иванович биреп ҡалдырған автомат килеп төшә. Һуғыш башланған ғына көндәрҙә уларҙа яраланған командир ике көн хәл алып киткәйне. Ана шул китер алдынан, кәрәге тейер, тип биргәйне ҡоралды. Иртәгеһенә ул шул автоматты тотоп, яр буйына тағы килә. Ләкин күпме генә ҡарауыллаһа ла, тегеләр күренмәй ҙә ҡуя. Ә өсөнсө көндө... Өмөтө өҙөлгән малай ҡайтырға йыйынғанда ғына ҡаршы яҡта машина тауышын ишетеп ҡала һәм саҡ йәшенеп өлгөрә. Эҫенән талсыҡҡан дошман һалдаттары йүгереп килгән ыңғайға сисенеп ташлап, аҡырышып, берәм-һәрәм һыуға һикерә башлай. Алёша уларҙың бер урынғараҡ тупланғанын көтә. Ләкин шул ваҡыт ул немецтар ултырып килгән йөк машиналарының һәр береһенән пулемёт көбәктәре сығып торғанын күрә. Тимәк, ашығырға ярамай. Уның бер автоматы менән әллә ни ҡыйратып булмаясаҡ. Һалдаттар һыуҙан сығып, тейәлеп китеүгә ярҙа еңел автомобиль күренә. Унан өс немец офицеры сыға. – Әһә, быларҙы дөмөктөрөргә мөмкин. – Бер нәмә һиҙмәгән офицерҙар йылғаның уртаһына табан йөҙөп, уға яҡынлашҡандан-яҡынлаша. Йөҙҙәре Алёшаға ап-асыҡ булып күренә. Бына ул алданыраҡ йөҙөп килгән берәүһенә автоматын тоҫҡай ҙа тәтегә баҫа.– Берәү булды! – тип шатлығынан үрә һикерә. Икенсеһе, ерәнерәге, кире ярға табан йөҙә башлай. Йыраҡ китә алмаҫһың, тип ҡыйыу пионер тағы автоматтан тыҡылдата. Оҙаҡламай уныһы ла сәсәп, һыу төбөнә китә. Йәнә берәүһе ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пулялар бөткән була. Алёша һаҡ ҡына урман юлы менән өйөнә ҡайта. Үҙенең мажаралары тураһында бер кем менән дә уртаҡлашмай. Ваҡыт алға бара. Көҙ ҙә етә. Йылғанан күтәрелгән томан яр буйындағы ҡыуаҡлыҡтарҙы күрһәтмәй ҡаплап алған. Тал араһына инеп ултырған Алёша шым ғына йылғаны күҙәтә. Был ваҡытта Бобруйскиҙан Елизоваға табан немецтар менән тулы катер үтеп барған була. Алёшаның йөрәге шашып тибә башлай. Килеп сығырмы икән? Был һиңә һыуҙа ярҙамһыҙ ҡалған офицерҙар түгел...Катер яҡыная. Алёша палубала ун бишләгән немецты иҫәпләй. Уның автоматы йәнә телгә килә. Сабылған үлән һымаҡ немецтар бер-береһенең өҫтөнә йығыла. Иҫән ҡалғандары катер артына йәшенеп ҡалырға өмөтләнеп, һыуға һикерә. Иртәгеһен бөтәһе лә партизандарҙың катерҙағы немец һалдаттарын үлтереүе тураһында һөйләй. Үҫмер баланың эшелер, тип береһенең дә башына килмәй, әлбиттә. Ә немецтәр иһә: «Бер генә һалдатыбыҙҙы юғалтып, партизандар ротаһын юҡ иттек»,– тип маҡтанышып йөрөй. Партизандар отрядында дөрөҫөн Алёша төндә үҙенең айырылмаҫ дуҫы – автоматын тотоп килгәс кенә беләләр. – Һинең менән ни эшләмәк кәрәк инде, – тип ҡоласын йәйеп ҡаршылай уны командир, шатлығын йәшерә алмайынса. – Нисек шул кешене отрядҡа алмайһың инде. Һин бит күптән урман һалдаты...Шулай Кличев районының Лютин ауылы пионеры Алексей Голосевич партизан булып китә. Шәп разведчик та. Полицайҙарҙың гарнизоны урынлашҡан ергә йылға аша барып, кәрәкле мәғлүмәттәр килтерә. Шулай уҡ отрядҡа әллә ҡайҙан винтовкалар, патрон, гранаталар табып алып ҡайта. Ҡыйыу пионер-разведчик хаҡында дан бөтә ауылға тарала. 1943 йылдың август айында төнөн Лютин ауылына карателдәр отряды баҫып инә. Улар кешеләр йәшәгән өйҙәрҙе уратып ала. Алёша ла был көндә заданиенан ҡайтышлай ҡустыһы Коляны күреп сығыу ниәтенән бабайҙарына ингән була.– Алёша, тиҙерәк ҡас, ауылда немецтар, – тип хәле бөтөп урамдан инәһе йүгереп килеп инеүгә, үҫмер автоматын эләктереп, тәҙрә аша сығып та ҡаса. Полицайҙар уны күреп ҡалып, артынан төшә. Үлтермәҫкә, тереләй тотоп алып килергә, тигән бойороҡ була. Шуға башта атмайҙар. Алёша бәләкәйерәк һаҙлыҡ аша йүгереп сыға. Шул ваҡыт атыу тауышы яңғырай. Ул сайҡалып ергә йығыла. Тоноҡланған күҙҙәре менән малай дошмандың үҙенә табан яҡынлашҡанын күрә. Килеп еткәс, улар малайҙы типкеләп, мылтыҡ төйҙәһе менән туҡмай. Аҙаҡтан береһе ике аҙым артҡа китеп, башына төбәп ата. Шул ваҡыт ҡапыл зыярат артынан атыу тауышы ишетелә. Карателдәр ҡурҡышып ҡаса башлай. Партизандар батҡаҡҡа ҡуша тапалған Алёшаны саҡ табып ала. Ауылға алып ҡайтып, яраһын бәйләйҙәр. Ул иҫән ҡала. Йәш герой ике ай дауалана. Оҙаҡламай Коляны ла отрядҡа алып килергә рөхсәт алына. Аҙаҡ яралы партизандар артынан килгән самолётҡа ултыртып, ҡустыһын Оло ергә ебәрәләр. Шунан һуң улар башҡаса күрешмәй. Һуғыш тамамланғас, күпме эҙләһә лә, Коляны таба алмай. Иң үкенеслеһе: күпме үлемесле хәлдән иҫән ҡалған Алёша Еңеүҙән һуң, 1945 йылдың ноябрендә, уйламағанда һәләк була. Был хәл дуҫ егете Мирон менән балыҡҡа барғанда була. Алёша ҡармаҡтарын алып, ҡайтырға йыйына. Ә дуҫы таш аҫтынан һаман да селәү эҙләүен дауам итә.– Ҡара, мин нимә таптым, – тигән тауышҡа әйләнеп ҡараһа, дуҫының ҡулында – ҙур снаряд.– Нимәгә ул һиңә?– Йыраҡҡараҡ олаҡтырырға кәрәк. Берәйһенең бәләгә тарыуы бар...Шулай тип әйтеп, бер нисә аҙым эшләүе була, Мирон абынып йығыла. Снаряд ташҡа бәрелә. Алёша йәһәт кенә дуҫы янына ташланып, снарядты йылғаға һелтәй. Ләкин ул һыуға барып етмәйенсә шартлай. Ауыр яраланған Алёша аңына килә алмай һәм оҙаҡламай мәңгелеккә күҙҙәрен йома...
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-22/alyosha-golosevich-2393238
|
22 Июнь 2021, 10:02
|
ba
|
Ваня Андрианов
|
Калуга өлкәһендәге Боров районының Яңы Михайловка ауылында ла немец илбаҫарҙарының нисек баҫып инеүен һәм Ҡыҙыл Армия частарының уларҙы азат иткәнен хәтерләүселәр бар. Бында шулай уҡ үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡыҙылармеецтарҙы үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған Иван Фёдорович Андрианов тигән кеше лә йәшәй. 1941 йылдың октябрендә фашистар Яңы Михайловкаға баҫып инә. Улар мәктәпкә, кешеләрҙең өйҙәренә урынлаша. Был ваҡытта Ваняға 14 йәш кенә тула.Декабрь аҙаҡтарында була был хәл. Немецтар ауыл ситенә нығына. Тағы ла Протва йылғаһының бейек ярындағы һарайҙарҙы ҡоралдар менән тултыралар. Тегендә-бында һуғылып йөрөгән Ваня ишек ярығынан унда пулемёттар торғанын күреп ҡала. Аҫта – туғай, йылға аша – Лапшинка. Ә был ауылда беҙҙекеләр урынлашҡан. 28 декабрҙә уны 33-сө армия һалдаттары немецтарҙан азат итә. Артабан ҡыҙылармеецтар юлын Яңы Михайловка аша Ермолинға, Боровҡа табан дауам итергә тейеш була.Бер ваҡыт йылға янындағы ҡар ҡаплаған яланда аҡ маскировка халаты кейгән беҙҙең һалдаттарҙы күреп ҡала. Һарайҙа йәшенеп ятҡан фашистарға улар ус төбөндәге кеүек кенә күренә. Ике лә уйламай, ҡурҡыныс барлығын хәбәр итеү өсөн ҡыйыу пионер ҡыҙылармеецтарға ҡаршы йүгерә. Арттан пулемёттан ата башлайҙар. Йүгереп барған егет эргәһендә ҡар фонтаны барлыҡҡа килә.Ваня иҫән-имен барып етә. Ул һалдаттарҙы үлемдән иҫкәртеп кенә ҡалмай, дошман тылына ла алып сыға. Ҡыҙылармеецтар бер ниндәй юғалтыуһыҙ тиерлек Яңы Михайловканы ла дошмандан азат итә. Был батырлығы өсөн Ваня Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Награданы 33-сө армияның командующийы, генерал-лейтенант Михаил Ефремов тапшыра. Ҡыйыу пионерҙы 33-сө армияның ваҡытлыса штабынан Бунин тигән полковник Мәскәүгә алып китә. Ваня Андрианов радионан сығыш яһай. Ә фатирҙа билдәле опера йырсыһы Антонина Неждановала йәшәй. Ауыл малайы өсөн уның менән танышыу ғүмере буйына яҡты иҫтәлек булып ҡала. Бәләкәй геройҙың фотоһүрәттәре ул ваҡытта гәзиттәрҙә баҫыла. Батырлығы тураһында мәктәп уҡыусылары «Туған тел» дәреслеге аша таныша.Артабан Ваня Андриановты 33-сө армияның бер часына алалар. Ул һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Мәскәү, Смоленск өлкәләрен азат итеүҙә ҡатнаша. 17 йәшендә хәрби диңгеҙ училищеһына уҡырға ебәрелә. Аҙаҡ 50 йыл Мәскәүҙә «Коммунар» оборона предприятиеһында инженер-һынаусы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған Яңы Михайловкаһына ҡайта.Боров районы уҡыусылары герой-пионерҙы онотмай. «Балабанов ҡалаһының почётлы гражданины» тигән исем дә бирелә. Уның тураһында документаль фильмдар төшөрөлә.Иван Фёдорович Андрианов әле лә иҫән. Киләһе йыл 90 йәшен билдәләйәсәк. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Калуга өлкәһендәге Боров районының Яңы Михайловка ауылында ла немец илбаҫарҙарының нисек баҫып инеүен һәм Ҡыҙыл Армия частарының уларҙы азат иткәнен хәтерләүселәр бар. Бында шулай уҡ үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡыҙылармеецтарҙы үлемдән ҡотҡарып алып ҡалған Иван Фёдорович Андрианов тигән кеше лә йәшәй. 1941 йылдың октябрендә фашистар Яңы Михайловкаға баҫып инә. Улар мәктәпкә, кешеләрҙең өйҙәренә урынлаша. Был ваҡытта Ваняға 14 йәш кенә тула. Декабрь аҙаҡтарында була был хәл. Немецтар ауыл ситенә нығына. Тағы ла Протва йылғаһының бейек ярындағы һарайҙарҙы ҡоралдар менән тултыралар. Тегендә-бында һуғылып йөрөгән Ваня ишек ярығынан унда пулемёттар торғанын күреп ҡала. Аҫта – туғай, йылға аша – Лапшинка. Ә был ауылда беҙҙекеләр урынлашҡан. 28 декабрҙә уны 33-сө армия һалдаттары немецтарҙан азат итә. Артабан ҡыҙылармеецтар юлын Яңы Михайловка аша Ермолинға, Боровҡа табан дауам итергә тейеш була. Бер ваҡыт йылға янындағы ҡар ҡаплаған яланда аҡ маскировка халаты кейгән беҙҙең һалдаттарҙы күреп ҡала. Һарайҙа йәшенеп ятҡан фашистарға улар ус төбөндәге кеүек кенә күренә. Ике лә уйламай, ҡурҡыныс барлығын хәбәр итеү өсөн ҡыйыу пионер ҡыҙылармеецтарға ҡаршы йүгерә. Арттан пулемёттан ата башлайҙар. Йүгереп барған егет эргәһендә ҡар фонтаны барлыҡҡа килә. Ваня иҫән-имен барып етә. Ул һалдаттарҙы үлемдән иҫкәртеп кенә ҡалмай, дошман тылына ла алып сыға. Ҡыҙылармеецтар бер ниндәй юғалтыуһыҙ тиерлек Яңы Михайловканы ла дошмандан азат итә. Был батырлығы өсөн Ваня Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Награданы 33-сө армияның командующийы, генерал-лейтенант Михаил Ефремов тапшыра. Ҡыйыу пионерҙы 33-сө армияның ваҡытлыса штабынан Бунин тигән полковник Мәскәүгә алып китә. Ваня Андрианов радионан сығыш яһай. Ә фатирҙа билдәле опера йырсыһы Антонина Неждановала йәшәй. Ауыл малайы өсөн уның менән танышыу ғүмере буйына яҡты иҫтәлек булып ҡала. Бәләкәй геройҙың фотоһүрәттәре ул ваҡытта гәзиттәрҙә баҫыла. Батырлығы тураһында мәктәп уҡыусылары «Туған тел» дәреслеге аша таныша. Артабан Ваня Андриановты 33-сө армияның бер часына алалар. Ул һуғыштың бөтә ауырлығын үҙ елкәһендә татый. Мәскәү, Смоленск өлкәләрен азат итеүҙә ҡатнаша. 17 йәшендә хәрби диңгеҙ училищеһына уҡырға ебәрелә. Аҙаҡ 50 йыл Мәскәүҙә «Коммунар» оборона предприятиеһында инженер-һынаусы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған Яңы Михайловкаһына ҡайта. Боров районы уҡыусылары герой-пионерҙы онотмай. «Балабанов ҡалаһының почётлы гражданины» тигән исем дә бирелә. Уның тураһында документаль фильмдар төшөрөлә. Иван Фёдорович Андрианов әле лә иҫән. Киләһе йыл 90 йәшен билдәләйәсәк.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-21/vanya-andrianov-2387616
|
21 Июнь 2021, 09:58
|
ba
|
Муся Пинкензон
|
Ун бер йәшлек ҡурҡыу белмәҫ йәһүд малайының ҡоралы скрипка була.Йәш музыкант Абрамды бер кем дә исеме менән йөрөтмәй. Бөтәһе лә иркәләп «Муся» тип өндәшә. Әсәһе яратып: «Абрамуся», – тип әйткән була, аҙаҡ ҡыҫҡартып, Мусяһы ғына тороп ҡала. Муся Пинкензон 1930 йылда Молдавиялағы (ул ваҡытта Румыниялағы) Бельцы ҡалаһында донъяға килә. Уларҙың ғаиләһе әллә нисә быуынды берләштергән табиптар нәҫеленән. Мусяның атаһы, Владимир Пинкензон, уны дауам итеүселәрҙең береһе була. Урындағы халыҡ алтын ҡуллы табипҡа оло хөрмәт менән ҡарай.Ә Муся бәләкәй генә сағынан музыкаға тартыла. Биш йәшендә ул ҙур оҫталыҡ менән скрипкала уйнай. Йәш талант тураһында бөтә ҡала гәзиттәрендә яҙалар.1940 йылда Бессарабия, уның менән бергә Бельцы ҡалаһы ла СССР составына инә. Муся пионерға алына. Музыка менән шөғөлләнеүен дауам итә. Атаһы ауырыуҙарҙы дауалай. 1941 йылда малай Молдавияның 1-се республика үҙешмәкәр һынлы сәнғәт олимпиадаһында ҡатнашырға тейеш була. Ләкин һуғыш башланып, бөтә пландары селпәрәмә килә.Уларҙың ғаиләһе Кубангә, Усть-Лабинск станицаһына, эвакуациялана. Владимир Пинкензон хәрби госпиталдә эшләй башлай, Муся ундағы мәктәпкә уҡырға бара. Кистәрен атаһы янына госпиталгә килеп, яралылар өсөн скрипкала уйнай.1942 йылда немецтар Кубанде лә баҫып инә. Госпиталдән табиптарҙы ла, яралыларҙы ла алып китеп өлгөрмәйҙәр. Аҙаҡҡыға хәтле ауырыуҙары янында ҡалған Владимир Пинкензонды гитлерсылар ҡулға ала һәм яралы немец һалдаттарын дауаларға ҡуша. Табип ризалашмай, уны төрмәгә ябып ҡуялар. Оҙаҡламай янына ҡатыны менән улын да килтереп ырғыталар. Нацистар бөтә булған йәһүдтәрҙе юҡҡа сығарып ҡына ҡалмайынса, башҡалар өсөн ҡурҡытыу акцияһы ла уҙғарырға була.Язалау урынына халыҡты йыялар. Хөкөм ителеүселәр араһында күкрәгенә скрипкаһын ҡыҫҡан 11 йәшлек Мусяның да булыуын күреп, бөтәһе лә «аһ!» итә.Балаһына теймәүҙәрен үтенгән өлкән Пинкензонды шунда уҡ атып үлтерәләр. Артынса иренә ярҙамға ташланған ҡатынын да.Муся бер үҙе тороп ҡала. Ҡурҡыуҙан нимә эшләргә белмәйенсә ҡатып ҡалған халыҡ уға бер нисек тә ярҙам итә алмай.Шул ваҡыт Муся:– Офицер әфәнде, үлер алдынан миңә скрипкамда уйнарға рөхсәт итегеҙ әле, – тип мөрәжәғәт итә.Немец ҡәнәғәт йылмайып, ризалыҡ бирә. Ул, моғайын, малай ярамһаҡланып, иҫән ҡалдырыуын үтенер, тип уйлағандыр.Көслө музыка яңғырай. 11 йәшлек кенә бала гитлерсылар алдында ул ваҡытта Советтар Союзы гимны булған «Интернационал»ды уйнай. Халыҡ араһынан кемдер яй ғына итеп йыр башлай. Уны башҡалар эләктереп ала. Иҫенә килгән офицер:– Сусҡа, туҡтат хәҙер үк! – тип ҡысҡыра.Атыу тауышы яңғырай. Тәүге пуля скрипкасыны яралай. Ул уйнауын дауам итергә тырыша. Яңы залп Мусяның ғүмерен өҙә.Шулай итеп, халыҡты ҡурҡытыу акцияһы фашистарҙың үҙҙәренең кәмһетелеүе менән тамамлана. Был көндө станица халҡында Еңеүгә яңынан өмөт уяна. Был ышанысты уларға бәләкәй генә скрипкасы малай ҡайтара.Һуғыштан һуң Муся Пинкензонды атып үлтергән урынға һәйкәл ҡуйыла. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Ун бер йәшлек ҡурҡыу белмәҫ йәһүд малайының ҡоралы скрипка була. Йәш музыкант Абрамды бер кем дә исеме менән йөрөтмәй. Бөтәһе лә иркәләп «Муся» тип өндәшә. Әсәһе яратып: «Абрамуся», – тип әйткән була, аҙаҡ ҡыҫҡартып, Мусяһы ғына тороп ҡала. Муся Пинкензон 1930 йылда Молдавиялағы (ул ваҡытта Румыниялағы) Бельцы ҡалаһында донъяға килә. Уларҙың ғаиләһе әллә нисә быуынды берләштергән табиптар нәҫеленән. Мусяның атаһы, Владимир Пинкензон, уны дауам итеүселәрҙең береһе була. Урындағы халыҡ алтын ҡуллы табипҡа оло хөрмәт менән ҡарай. Ә Муся бәләкәй генә сағынан музыкаға тартыла. Биш йәшендә ул ҙур оҫталыҡ менән скрипкала уйнай. Йәш талант тураһында бөтә ҡала гәзиттәрендә яҙалар. 1940 йылда Бессарабия, уның менән бергә Бельцы ҡалаһы ла СССР составына инә. Муся пионерға алына. Музыка менән шөғөлләнеүен дауам итә. Атаһы ауырыуҙарҙы дауалай. 1941 йылда малай Молдавияның 1-се республика үҙешмәкәр һынлы сәнғәт олимпиадаһында ҡатнашырға тейеш була. Ләкин һуғыш башланып, бөтә пландары селпәрәмә килә. Уларҙың ғаиләһе Кубангә, Усть-Лабинск станицаһына, эвакуациялана. Владимир Пинкензон хәрби госпиталдә эшләй башлай, Муся ундағы мәктәпкә уҡырға бара. Кистәрен атаһы янына госпиталгә килеп, яралылар өсөн скрипкала уйнай. 1942 йылда немецтар Кубанде лә баҫып инә. Госпиталдән табиптарҙы ла, яралыларҙы ла алып китеп өлгөрмәйҙәр. Аҙаҡҡыға хәтле ауырыуҙары янында ҡалған Владимир Пинкензонды гитлерсылар ҡулға ала һәм яралы немец һалдаттарын дауаларға ҡуша. Табип ризалашмай, уны төрмәгә ябып ҡуялар. Оҙаҡламай янына ҡатыны менән улын да килтереп ырғыталар. Нацистар бөтә булған йәһүдтәрҙе юҡҡа сығарып ҡына ҡалмайынса, башҡалар өсөн ҡурҡытыу акцияһы ла уҙғарырға була. Язалау урынына халыҡты йыялар. Хөкөм ителеүселәр араһында күкрәгенә скрипкаһын ҡыҫҡан 11 йәшлек Мусяның да булыуын күреп, бөтәһе лә «аһ!» итә. Балаһына теймәүҙәрен үтенгән өлкән Пинкензонды шунда уҡ атып үлтерәләр. Артынса иренә ярҙамға ташланған ҡатынын да. Муся бер үҙе тороп ҡала. Ҡурҡыуҙан нимә эшләргә белмәйенсә ҡатып ҡалған халыҡ уға бер нисек тә ярҙам итә алмай. Шул ваҡыт Муся:– Офицер әфәнде, үлер алдынан миңә скрипкамда уйнарға рөхсәт итегеҙ әле, – тип мөрәжәғәт итә. Немец ҡәнәғәт йылмайып, ризалыҡ бирә. Ул, моғайын, малай ярамһаҡланып, иҫән ҡалдырыуын үтенер, тип уйлағандыр. Көслө музыка яңғырай. 11 йәшлек кенә бала гитлерсылар алдында ул ваҡытта Советтар Союзы гимны булған «Интернационал»ды уйнай. Халыҡ араһынан кемдер яй ғына итеп йыр башлай. Уны башҡалар эләктереп ала. Иҫенә килгән офицер:– Сусҡа, туҡтат хәҙер үк! – тип ҡысҡыра. Атыу тауышы яңғырай. Тәүге пуля скрипкасыны яралай. Ул уйнауын дауам итергә тырыша. Яңы залп Мусяның ғүмерен өҙә. Шулай итеп, халыҡты ҡурҡытыу акцияһы фашистарҙың үҙҙәренең кәмһетелеүе менән тамамлана. Был көндө станица халҡында Еңеүгә яңынан өмөт уяна. Был ышанысты уларға бәләкәй генә скрипкасы малай ҡайтара.Һуғыштан һуң Муся Пинкензонды атып үлтергән урынға һәйкәл ҡуйыла.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-18/musya-pinkenzon-2393299
|
18 Июнь 2021, 09:21
|
ba
|
Өс таған
|
Улар Ленинград өлкәһенең Смердыня ауылында йәшәп, бер синыфта белем ала. Ҡыйыу яҡташтары хаҡында урындағы халыҡ әле лә онотмай.– Маркс – үҙебеҙҙең Смердыня ауылында тыуып үҫкән егет, Альберт ғаиләһе менән Латвиянан күсеп килгән, ә бына Коля тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нәмә лә билдәле түгел, – тип һөйләй мәктәп музейы етәксеһе, китапхана мөдире Марина Ефремова. Бер мәктәптә уҡыйҙар. Һуғыш башланғанда уларға 12 – 13 йәш кенә була. Тәүҙә бөтә малайҙар кеүек урман буйлап тегеһен-быныһын ҡарап йөрөйҙәр. Аҙаҡ Маркс партизандарға китә. Уға дуҫтары ла эйәрә.Маркстың әсәһе Евдокия Павлованың хәтирәләренән: «Бер ваҡыт беҙҙең ауыл өҫтөндә генә һауа һөжүме башланды. Бөтәһе лә өйҙәренә ҡасып, йәшенеп бөттө. Ә теге өсәү юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ауыл осона барып, һауалағы бәрелеште күҙәткәндәр. Самолёттарҙың береһе янып төшә. Ул беҙҙеке була. Малайҙар тиҙерәк осоусыны ҡотҡарырға ашыға. Ләкин ул үлгән була. Документтарын алып ҡайталар. Һуңынан партизандарға тапшыралар. Улар туғандарына ебәрә. Төндә шым ғына барып, осоусыны ерләйҙәр».1941 йылдың декабрендә партизандарҙың ҡушыуы буйынса егеттәр төндә саңғы кейеп күрше Бородулино ауылына бара. Унда – аэродром. Егеттәр Ленинградҡа осҡан немец самолёттарының урынын кәрәсин фонарҙар менән билдәләргә тейеш була. Улар күрһәтеүе буйынса партизандар шул уҡ төндә килеп, фашистарҙың хәрби часына һөжүм итә. Үҙҙәрен ҡырып һалып, аттарын, ҡоралдарын, аҙыҡ-түлектәрен алалар.Ошонан һуң фашистар подпольщиктарҙы асыҡлау өсөн бөтә ауылды тентеп сыға. Бер ваҡыт төндә Кротовтарға, ҡыҙылармеецмын, тип бер кеше килә. Ашарына, кейеренә, шулай уҡ саңғы менән фонарь ҙа һорай. Маркс бер нәмә лә бирә алмауҙары тураһында әйтә. Теге кеше тағы ла бер нисә йортҡа инә. Береһендә ярҙамға киләләр. Ул һорағандарҙың барыһын да биреп, партизандарға юлды өйрәтеп тә ебәрәләр. Ә был кеше шымсы булып сыға. Марксты, Альбертты, Коляны һәм тағы ла бер подпольщикты ҡулға алалар. Тәүге икәүҙе аталар, Коляны аҫалар. Язалау Смердынянан алыҫ булмаған Аҡ күл яры буйында башҡарыла. Мәктәп музейында әле Альберт менән Маркстың фотолары һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Коляныҡын бер ҡайҙан да таба алмағандар. Һуғыштан һуң дуҫтарҙың үлгән урынына иҫтәлекле монумент ҡуйыла. Совет заманында уҡыусыларҙы пионерға алыу тантанаһы йыл һайын ошо урында үткәрелгән була. Күптән түгел был традиция ҡабаттан яңыртыла.Был өс тағандың батырлығы тураһында балалар белергә тейеш, ти уҡытыусылар. Ысынлап та, герой-пионерҙар була улар.Өс дуҫ I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән бүләкләнә. Үкенескә ҡаршы, Коля Рыжовтың фотоһыархивтарҙа һаҡланмаған. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Улар Ленинград өлкәһенең Смердыня ауылында йәшәп, бер синыфта белем ала. Ҡыйыу яҡташтары хаҡында урындағы халыҡ әле лә онотмай.– Маркс – үҙебеҙҙең Смердыня ауылында тыуып үҫкән егет, Альберт ғаиләһе менән Латвиянан күсеп килгән, ә бына Коля тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нәмә лә билдәле түгел, – тип һөйләй мәктәп музейы етәксеһе, китапхана мөдире Марина Ефремова. Бер мәктәптә уҡыйҙар. Һуғыш башланғанда уларға 12 – 13 йәш кенә була. Тәүҙә бөтә малайҙар кеүек урман буйлап тегеһен-быныһын ҡарап йөрөйҙәр. Аҙаҡ Маркс партизандарға китә. Уға дуҫтары ла эйәрә. Маркстың әсәһе Евдокия Павлованың хәтирәләренән: «Бер ваҡыт беҙҙең ауыл өҫтөндә генә һауа һөжүме башланды. Бөтәһе лә өйҙәренә ҡасып, йәшенеп бөттө. Ә теге өсәү юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Баҡтиһәң, ауыл осона барып, һауалағы бәрелеште күҙәткәндәр. Самолёттарҙың береһе янып төшә. Ул беҙҙеке була. Малайҙар тиҙерәк осоусыны ҡотҡарырға ашыға. Ләкин ул үлгән була. Документтарын алып ҡайталар. Һуңынан партизандарға тапшыралар. Улар туғандарына ебәрә. Төндә шым ғына барып, осоусыны ерләйҙәр».1941 йылдың декабрендә партизандарҙың ҡушыуы буйынса егеттәр төндә саңғы кейеп күрше Бородулино ауылына бара. Унда – аэродром. Егеттәр Ленинградҡа осҡан немец самолёттарының урынын кәрәсин фонарҙар менән билдәләргә тейеш була. Улар күрһәтеүе буйынса партизандар шул уҡ төндә килеп, фашистарҙың хәрби часына һөжүм итә. Үҙҙәрен ҡырып һалып, аттарын, ҡоралдарын, аҙыҡ-түлектәрен алалар. Ошонан һуң фашистар подпольщиктарҙы асыҡлау өсөн бөтә ауылды тентеп сыға. Бер ваҡыт төндә Кротовтарға, ҡыҙылармеецмын, тип бер кеше килә. Ашарына, кейеренә, шулай уҡ саңғы менән фонарь ҙа һорай. Маркс бер нәмә лә бирә алмауҙары тураһында әйтә. Теге кеше тағы ла бер нисә йортҡа инә. Береһендә ярҙамға киләләр. Ул һорағандарҙың барыһын да биреп, партизандарға юлды өйрәтеп тә ебәрәләр. Ә был кеше шымсы булып сыға. Марксты, Альбертты, Коляны һәм тағы ла бер подпольщикты ҡулға алалар. Тәүге икәүҙе аталар, Коляны аҫалар. Язалау Смердынянан алыҫ булмаған Аҡ күл яры буйында башҡарыла. Мәктәп музейында әле Альберт менән Маркстың фотолары һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Коляныҡын бер ҡайҙан да таба алмағандар. Һуғыштан һуң дуҫтарҙың үлгән урынына иҫтәлекле монумент ҡуйыла. Совет заманында уҡыусыларҙы пионерға алыу тантанаһы йыл һайын ошо урында үткәрелгән була. Күптән түгел был традиция ҡабаттан яңыртыла. Был өс тағандың батырлығы тураһында балалар белергә тейеш, ти уҡытыусылар. Ысынлап та, герой-пионерҙар була улар. Өс дуҫ I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән бүләкләнә. Үкенескә ҡаршы, Коля Рыжовтың фотоһыархивтарҙа һаҡланмаған.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-17/s-ta-an-2362511
|
17 Июнь 2021, 08:50
|
ba
|
Толя Шумов
|
Тик егеткә унда уҡыу бәхете эләкмәй. Һуғыш башлана. Ул ҡабаттан туған мәктәбенә туғыҙынсы синыфҡа килә. Ләкин элек тырышып белем алған, ҡыҙыҡһыныусан Толяла уҡыу ҡайғыһы китә. «Физик яҡтан көслө, таҙа егет, фашистар илебеҙгә баҫып ингәндә өйҙә ултырһын әле», – тип уйлай ул. Тиҙерәк дошмандан үс алғыһы килә. Шуға ла төп иғтибарын да мәктәп директоры ойошторған ирекле истребителдәр батальонында хәрби әҙерлек дәрестәренә йүнәлтә. Уҡыусылар унда пулемёт, винтовкалар менән эш итергә, маскировка алымдарына, ҡатмарлы хәлдән сығыу юлдарын өйрәнә.1941 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында Мәскәү өлкәһенең көнбайыш райондарында партизан отрядтары һәм йәшерен төркөмдәр ойошторола башлай. Дошман Можайск оборона һыҙығын өҙгән осраҡта улар баҫып алынған биләмәләрҙә көрәш алып барырға тейеш булалар. 17 октябрҙә гитлерсылар Толяның тыуған ҡалаһы Осташевоны баҫып ала.Ул ваҡытта был тирәлә өс партизан отряды ойошторолған була. Командир Василий Праскунин етәкләгән төркөмдөң составына Толяның әсәһе Евдокия Степановна ла индерелә. Элекке партия хеҙмәткәре булараҡ, уға Осташевола ҡалырға ярамай. Алыҫҡа тылға эвакуацияланырға үҙе теләмәй. Ни күрһәк тә, бергә күрербеҙ, ти ул. Әсәһе менән партизандарға Толя ла китә. Шулай уҡ уның иптәштәре – кисәге уҡыусылар – Володя Колядов, Юра Сухнев һәм Шура Вороновалар ҙа ҡушыла. Улар листовкалар тарата, урам араһындағы юлдан күпме немец илбаҫарҙары хәрәкәт итеүен асыҡлай. Толя автомобиль юлдарын миналау, телефон бәйләнеше сымдарын юҡҡа сығарыу кеүек ҡурҡыныс эштәрҙән дә баш тартмай. Тотолғаны ла була.Бер тапҡыр шулай задание буйынса китеп бара, юлы һыу тирмәненең быуаһы аша үтә. Унда немец һаҡсыһы тора. Ни эшләргә? Быуаны урап үтеп булмай, тимәк, теләйһеңме-юҡмы, һаҡсы менән һөйләшергә тура киләсәк. Был – бик ҡурҡыныс, сөнки Толяның итегенең эсе тулы листовкалар. Әгәр тотола ҡалһам, тип ул үҙенсә пландар ҙа ҡора башлай. Шул ваҡыт тирмәнгә табан юл алған егеүле арба килеп сыға. Унда немецтар тейәлгән. Быуаға етәрәк арба бысраҡҡа батмаһынмы? Беҙҙең егетебеҙ юғалып ҡалмай. Шунда уҡ ярҙамға ашыға. «Гут, гут», – тип маҡтап-маҡтап үткәреп ебәрәләр үҙен.Икенсе тапҡыр Суморок тигән ауылда дошман ҡулына эләгә. Һорау алғанда ул юғалған әсәһен эҙләүе тураһында әйтә. Үҙен дыуамал үҫмер һымаҡ тота: урыҫ телен яҡшы белгән немец офицерына коммунистар тураһында анекдоттар, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләй. Тегегә оҡшап ҡала малай, уны үҙенең янында ҡалдыра, хатта әсәһен табышырға вәғәҙә итә. Ике көн ошо ролдә бөтә ерҙе ентекләп ҡарап, иҫендә ҡалдырып, дошман лагерында нимәләр барғанын күҙәтеп йөрөй ҡыйыу егет. Аҙаҡ яйын тура килтереп, офицерҙың документтар һәм карта һалынған папкаһын, биноклен һәм пистолетын алып ҡаса.1941 йылдың 30 ноябрендә Толя Шумов Осташевоға сираттағы заданиеға килә. Бында Шура Воронова менән осрашырға тейеш була. Ләкин һөйләшелгән урынға ҡыҙ килмәй (уны немецтар атып үлтерә). Бер нисә өйгә инеп, Шура тураһында һораштырғылай. Уны Кириллин тигән урындағы полицай күреп ҡала һәм был турала немецтарға еткерә. Толяны тоталар. Сәғәттәр буйы язалап, һорау алалар. Аҙаҡтан санаға бәйләп һалып, алты автоматсы ҡарамағында Можайскиға оҙаталар. Шунда атып үлтерәләр.Күрһәткән батырлығы өсөн Анатолий Шумов үлгәндән һуң Ленин ордены менән бүләкләнә. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Тик егеткә унда уҡыу бәхете эләкмәй. Һуғыш башлана. Ул ҡабаттан туған мәктәбенә туғыҙынсы синыфҡа килә. Ләкин элек тырышып белем алған, ҡыҙыҡһыныусан Толяла уҡыу ҡайғыһы китә. «Физик яҡтан көслө, таҙа егет, фашистар илебеҙгә баҫып ингәндә өйҙә ултырһын әле», – тип уйлай ул. Тиҙерәк дошмандан үс алғыһы килә. Шуға ла төп иғтибарын да мәктәп директоры ойошторған ирекле истребителдәр батальонында хәрби әҙерлек дәрестәренә йүнәлтә. Уҡыусылар унда пулемёт, винтовкалар менән эш итергә, маскировка алымдарына, ҡатмарлы хәлдән сығыу юлдарын өйрәнә. 1941 йылдың сентябрь – октябрь айҙарында Мәскәү өлкәһенең көнбайыш райондарында партизан отрядтары һәм йәшерен төркөмдәр ойошторола башлай. Дошман Можайск оборона һыҙығын өҙгән осраҡта улар баҫып алынған биләмәләрҙә көрәш алып барырға тейеш булалар. 17 октябрҙә гитлерсылар Толяның тыуған ҡалаһы Осташевоны баҫып ала. Ул ваҡытта был тирәлә өс партизан отряды ойошторолған була. Командир Василий Праскунин етәкләгән төркөмдөң составына Толяның әсәһе Евдокия Степановна ла индерелә. Элекке партия хеҙмәткәре булараҡ, уға Осташевола ҡалырға ярамай. Алыҫҡа тылға эвакуацияланырға үҙе теләмәй. Ни күрһәк тә, бергә күрербеҙ, ти ул. Әсәһе менән партизандарға Толя ла китә. Шулай уҡ уның иптәштәре – кисәге уҡыусылар – Володя Колядов, Юра Сухнев һәм Шура Вороновалар ҙа ҡушыла. Улар листовкалар тарата, урам араһындағы юлдан күпме немец илбаҫарҙары хәрәкәт итеүен асыҡлай. Толя автомобиль юлдарын миналау, телефон бәйләнеше сымдарын юҡҡа сығарыу кеүек ҡурҡыныс эштәрҙән дә баш тартмай. Тотолғаны ла була. Бер тапҡыр шулай задание буйынса китеп бара, юлы һыу тирмәненең быуаһы аша үтә. Унда немец һаҡсыһы тора. Ни эшләргә? Быуаны урап үтеп булмай, тимәк, теләйһеңме-юҡмы, һаҡсы менән һөйләшергә тура киләсәк. Был – бик ҡурҡыныс, сөнки Толяның итегенең эсе тулы листовкалар. Әгәр тотола ҡалһам, тип ул үҙенсә пландар ҙа ҡора башлай. Шул ваҡыт тирмәнгә табан юл алған егеүле арба килеп сыға. Унда немецтар тейәлгән. Быуаға етәрәк арба бысраҡҡа батмаһынмы? Беҙҙең егетебеҙ юғалып ҡалмай. Шунда уҡ ярҙамға ашыға. «Гут, гут», – тип маҡтап-маҡтап үткәреп ебәрәләр үҙен. Икенсе тапҡыр Суморок тигән ауылда дошман ҡулына эләгә. Һорау алғанда ул юғалған әсәһен эҙләүе тураһында әйтә. Үҙен дыуамал үҫмер һымаҡ тота: урыҫ телен яҡшы белгән немец офицерына коммунистар тураһында анекдоттар, төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләй. Тегегә оҡшап ҡала малай, уны үҙенең янында ҡалдыра, хатта әсәһен табышырға вәғәҙә итә. Ике көн ошо ролдә бөтә ерҙе ентекләп ҡарап, иҫендә ҡалдырып, дошман лагерында нимәләр барғанын күҙәтеп йөрөй ҡыйыу егет. Аҙаҡ яйын тура килтереп, офицерҙың документтар һәм карта һалынған папкаһын, биноклен һәм пистолетын алып ҡаса. 1941 йылдың 30 ноябрендә Толя Шумов Осташевоға сираттағы заданиеға килә. Бында Шура Воронова менән осрашырға тейеш була. Ләкин һөйләшелгән урынға ҡыҙ килмәй (уны немецтар атып үлтерә). Бер нисә өйгә инеп, Шура тураһында һораштырғылай. Уны Кириллин тигән урындағы полицай күреп ҡала һәм был турала немецтарға еткерә. Толяны тоталар. Сәғәттәр буйы язалап, һорау алалар. Аҙаҡтан санаға бәйләп һалып, алты автоматсы ҡарамағында Можайскиға оҙаталар. Шунда атып үлтерәләр. Күрһәткән батырлығы өсөн Анатолий Шумов үлгәндән һуң Ленин ордены менән бүләкләнә.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-16/tolya-shumov-2361262
|
16 Июнь 2021, 09:17
|
ba
|
Лида Матвеева
|
1941 йылда ла уҡыуҙар тамамланғас, шунда юлланалар. Ләкин көтмәгәндә һуғыш башлана. Әсәһе кире Ленинградҡа ҡайтып китә, ә Лида тороп ҡала. Бер көндө ҡыҙ тәҙрәнән ҡарап, уйланып ултырғанда ауыл осонда йүгерешкән кешеләрҙе күреп ҡала. Немецтар! Улай тиһәң, ауылға йәшеренмәй-нитмәй, халыҡтың ҡотон алып, йорт хайуандарын, ҡош-ҡорттарын, ашарлыҡ ризыҡтарын талап, кирә баҫып килеп инәләр ине. Ни өсөн әле юл аша ҡаса-боҫа ғына сығып, соҡорҙарға йәшенәләр. Нимәлер эшләргә әҙерләнәләр, тимәк. Тик нимә? Кемдән йәшенәләр? Шул ваҡыт ҡыҙ урман буйлап танкылар килгәнен күреп ҡала. Тәүгеһендә – тәжрибәле танкист, старшина Иван Мороз, икенсеһендә йәш сержант Алёша Сенцов була. Улар разведкаға сыҡҡан икән. Ауылға килеп инәләр. Тып-тыныс. Лида уларҙы башта немецтар тип уйлай, аҙаҡ танкының башняһындағы ҡыҙыл йондоҙҙарҙы күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Үҙебеҙҙекеләр бит! Бында улар нисек килеп сыҡты икән? Фронт Мәскәү эргәһендә генә. Нисек үттеләр икән? Һөжүмгә күстеләрме әллә? Баяғы йүгерешкән немецтар танкыларҙы күреп йәшенгәндер әле. Был турала уларға әйтергә кәрәк. Лида тиҙ генә кейенә лә урамға сыға. Танкистар янына бара ла: – Һеҙҙе ҡамауға аласаҡтар. Улар күмәк, тиҙерәк китегеҙ бынан, – тип әйтеп өлгөрә. «Рәхмәт, һылыу», – тиҙәр ҙә танкистар немецтар йәшеренгән соҡорға табан юл ала. Фашистар быны күреп, төрлөһө төрлө яҡҡа ҡаса башлай. Тыҡылдап танкылағы пулемёт телгә килә. Ауылды сыҡҡанда Алёша юл сатында сыбар яулығын болғап торған Лиданы күрә. «Ҡыйыу ҡыҙ», – тип уйлап ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны Алёша ғына түгел, немецтар ҙа күреп ҡала һәм обер-лейтенант уны тотоп алып килергә ҡуша. – Беҙҙең турала һин хәбәр иттеңме? – тип ҡаршы ала уны фриц. Ҡыҙ яуап бирмәй. Обер-лейтенант тәҙрәгә ҡарап ала. Унда бер нисә һалдат үлгән кешеләрҙе арбаға тейәп маташа. – Ниңә өндәшмәйһең? Һине лә шул яҙмыш көтә. Ҡурҡыныс түгелме ни? – тип екерә. Лида шым ғына көлә башлай. Тегеһе сығырынан-сыға. – Аҫырға! – тип ҡысҡыра ул түҙемлеге бөтөп. Шунда уҡ ҡыҙҙы ҡулдарын ҡайырып, алып сығып та китәләр. Уны ауыл советы янында үҫеп ултырған йүкә янына килтерәләр. Ҡыҙ һуңғы тапҡыр күк йөҙөнә, ауыл урамына күҙ һала. Ә немец һалдатының йөҙө тып-тыныс. Әйтерһең дә, кеше үлтермәй, ә бауҙан ябай төйөндәр бәйләй. Лиданы ағасҡа табан яҡыныраҡ ҡуйып, муйынына тоҡан ташлай ҙа тарта. Ләкин бау сыҙамай, өҙөлөп китә. Өсөнсө тапҡырында ғына палачтар үҙҙәренең ҡара эштәрен атҡарып ҡуя. Фашистар нисек кенә ҡурҡытмаһын, төндә ҡыҙҙың кәүҙәһен төшөрөп, дауахана баҡсаһының ҡайынлыҡтары араһына ерләйҙәр. Һуғыштан һуң клуб янындағы скверға күсерәләр һәм ап-аҡтан мрамор обелиск ҡуялар. Ҡыш етә. Немецтарҙы Мәскәү янында ҡыйратып, Иваново аша ҡыҙыл йондоҙло танкылар үтә. Улар араһында Алёша Сенцов та була. Лида йәшәгән йорттан бер ҡарсыҡ сыға. Егет унан сыбар яулыҡлы ҡыҙ тураһында һораша. Исемен белешә, аяныслы яҙмышы тураһында ишетеп, оло тетрәнеү кисерә. Үҙе лә артабан һуғыш юлында ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. Ике тапҡыр госпиталдә ятып сыға. Ныҡ ҡыйын саҡтарҙа гел генә ҡыйыу пионер Лида Матвееваны иҫенә төшөрә. Һәр ваҡыт күңелендә уның менән бергә була. Янып торған танкынан сығырға ла, ярға йөҙөп сыҡҡанда ла, еңеү яулауҙа ла ул ярҙам итә. Лиданың иҫтәлегенә немецтарҙан азат ителгән ҡалаларҙың янған стеналарына старшина Сенцов Лида Матвееваны аңлатҡан «Л. М.» тигән ике генә хәреф яҙып ҡалдыра. Үҙе үлгәндән һуң Ленинград пионеры «Маршал Жуков» ордены һәм «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән бүләкләнә. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
1941 йылда ла уҡыуҙар тамамланғас, шунда юлланалар. Ләкин көтмәгәндә һуғыш башлана. Әсәһе кире Ленинградҡа ҡайтып китә, ә Лида тороп ҡала. Бер көндө ҡыҙ тәҙрәнән ҡарап, уйланып ултырғанда ауыл осонда йүгерешкән кешеләрҙе күреп ҡала. Немецтар! Улай тиһәң, ауылға йәшеренмәй-нитмәй, халыҡтың ҡотон алып, йорт хайуандарын, ҡош-ҡорттарын, ашарлыҡ ризыҡтарын талап, кирә баҫып килеп инәләр ине. Ни өсөн әле юл аша ҡаса-боҫа ғына сығып, соҡорҙарға йәшенәләр. Нимәлер эшләргә әҙерләнәләр, тимәк. Тик нимә? Кемдән йәшенәләр? Шул ваҡыт ҡыҙ урман буйлап танкылар килгәнен күреп ҡала. Тәүгеһендә – тәжрибәле танкист, старшина Иван Мороз, икенсеһендә йәш сержант Алёша Сенцов була. Улар разведкаға сыҡҡан икән. Ауылға килеп инәләр. Тып-тыныс. Лида уларҙы башта немецтар тип уйлай, аҙаҡ танкының башняһындағы ҡыҙыл йондоҙҙарҙы күреп, үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай. Үҙебеҙҙекеләр бит! Бында улар нисек килеп сыҡты икән? Фронт Мәскәү эргәһендә генә. Нисек үттеләр икән? Һөжүмгә күстеләрме әллә? Баяғы йүгерешкән немецтар танкыларҙы күреп йәшенгәндер әле. Был турала уларға әйтергә кәрәк. Лида тиҙ генә кейенә лә урамға сыға. Танкистар янына бара ла: – Һеҙҙе ҡамауға аласаҡтар. Улар күмәк, тиҙерәк китегеҙ бынан, – тип әйтеп өлгөрә. «Рәхмәт, һылыу», – тиҙәр ҙә танкистар немецтар йәшеренгән соҡорға табан юл ала. Фашистар быны күреп, төрлөһө төрлө яҡҡа ҡаса башлай. Тыҡылдап танкылағы пулемёт телгә килә. Ауылды сыҡҡанда Алёша юл сатында сыбар яулығын болғап торған Лиданы күрә. «Ҡыйыу ҡыҙ», – тип уйлап ҡуя. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны Алёша ғына түгел, немецтар ҙа күреп ҡала һәм обер-лейтенант уны тотоп алып килергә ҡуша. – Беҙҙең турала һин хәбәр иттеңме? – тип ҡаршы ала уны фриц. Ҡыҙ яуап бирмәй. Обер-лейтенант тәҙрәгә ҡарап ала. Унда бер нисә һалдат үлгән кешеләрҙе арбаға тейәп маташа. – Ниңә өндәшмәйһең? Һине лә шул яҙмыш көтә. Ҡурҡыныс түгелме ни? – тип екерә. Лида шым ғына көлә башлай. Тегеһе сығырынан-сыға. – Аҫырға! – тип ҡысҡыра ул түҙемлеге бөтөп. Шунда уҡ ҡыҙҙы ҡулдарын ҡайырып, алып сығып та китәләр. Уны ауыл советы янында үҫеп ултырған йүкә янына килтерәләр. Ҡыҙ һуңғы тапҡыр күк йөҙөнә, ауыл урамына күҙ һала. Ә немец һалдатының йөҙө тып-тыныс. Әйтерһең дә, кеше үлтермәй, ә бауҙан ябай төйөндәр бәйләй. Лиданы ағасҡа табан яҡыныраҡ ҡуйып, муйынына тоҡан ташлай ҙа тарта. Ләкин бау сыҙамай, өҙөлөп китә. Өсөнсө тапҡырында ғына палачтар үҙҙәренең ҡара эштәрен атҡарып ҡуя. Фашистар нисек кенә ҡурҡытмаһын, төндә ҡыҙҙың кәүҙәһен төшөрөп, дауахана баҡсаһының ҡайынлыҡтары араһына ерләйҙәр. Һуғыштан һуң клуб янындағы скверға күсерәләр һәм ап-аҡтан мрамор обелиск ҡуялар. Ҡыш етә. Немецтарҙы Мәскәү янында ҡыйратып, Иваново аша ҡыҙыл йондоҙло танкылар үтә. Улар араһында Алёша Сенцов та була. Лида йәшәгән йорттан бер ҡарсыҡ сыға. Егет унан сыбар яулыҡлы ҡыҙ тураһында һораша. Исемен белешә, аяныслы яҙмышы тураһында ишетеп, оло тетрәнеү кисерә. Үҙе лә артабан һуғыш юлында ҙур ҡыйынлыҡтарға осрай. Ике тапҡыр госпиталдә ятып сыға. Ныҡ ҡыйын саҡтарҙа гел генә ҡыйыу пионер Лида Матвееваны иҫенә төшөрә. Һәр ваҡыт күңелендә уның менән бергә була. Янып торған танкынан сығырға ла, ярға йөҙөп сыҡҡанда ла, еңеү яулауҙа ла ул ярҙам итә. Лиданың иҫтәлегенә немецтарҙан азат ителгән ҡалаларҙың янған стеналарына старшина Сенцов Лида Матвееваны аңлатҡан «Л. М.» тигән ике генә хәреф яҙып ҡалдыра. Үҙе үлгәндән һуң Ленинград пионеры «Маршал Жуков» ордены һәм «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы менән бүләкләнә.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-15/lida-matveeva-2361465
|
15 Июнь 2021, 11:55
|
ba
|
Володя Казначеев
|
Кискә табан өйөнә ҡайтҡас, әсәһе Елена Кондратьевнанан фашист Германияһы илебеҙгә һуғыш асҡанын белә. Ул йәшәгән Брянщина ҡалаһында тәүге көндәрҙә үк коммунистар партияһы бойороғо менән йәшерен төркөмдәр ойошторола. Володяның әсәһе шуларҙың береһенә эләгә. Партизандарға икмәк бешерә, улар менән йәшерен ойошма араһында элемтәсе хеҙмәтен дә башҡара. Ләкин оҙаҡламай немец разведкаһына быны кемдер еткерә. Йәшерен ойошма карателдәр отряды тарафынан юҡҡа сығарыла, Володяның әсәһе лә атып үлтерелә.Үҙҙәре генә тороп ҡалғас, Володя апаһы һәм ҡустыһы менән бергә партизан отрядына барып ҡушыла. Кемдең балалары икәнен белгәс, уларҙы шунда уҡ ҡабул итәләр.1942 йылда Брянск урмандарына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Алексей Фёдоров етәкселек иткән Щорс исемендәге партизан отряды килеп инә. Брянщина партизандар отряды үҙәктәренең береһенә әйләнә. 1942 йылдың урталарында немецтар уларға ҡаршы тулы масштаблы операцияға әҙерләнә башлай. Төп маҡсаттарының береһе – Щорс исемендәге отрядты юҡҡа сығарыу. Был ваҡытта Володя ла туғандары менән шунда күскән була. Ете көн буйына барған һуғышта Фёдоров отрядының яртыһы ғына ҡала. Бәхеткә, ҡулсанан сығыу юлын табалар. Улар Украинаның Чернигов өлкәһенә күсә.Мәскәүҙән подразделениены ике отрядҡа бүлергә тигән бойороҡ килә. Уларҙың береһе Чернигов өлкәһендә ҡала, ә икенсеһе, Фёдоров командалыҡ иткәне, Көнбайыш Украинаға, Белоруссияға табан юл тота. Дошманға ҡаршы бергәләп көрәшер өсөн Ковпактың отряды менән осрашырға тейеш булалар.Гомель ҡалаһы янында Ковпак менән ҡушылып, бер нисә тапҡыр һөжүмгә күтәрелгәндән һуң, Днепрҙы аша сығалар һәм Көнбайыш Украинаға юл алалар. Мәскәүҙән, һәр бер отрядта махсус шартлатыусылар һәм диверсанттар төркөмө булдырылырға тейеш, тигән задание килә. Бында һәр кемде үҙ теләге буйынса алалар. Әсәһе өсөн үсе ташып барған Володя шул төркөмдәрҙең береһенә алыуҙарын һорап рапорт яҙа. Ләкин отряд командиры, V синыфты ғына тамамлаған, физиканы йүнләп уҡып та өлгөрмәгән бала ҡатмарлы электрлы миналар менән эш итә алмаясаҡ, тип ҡырҡа ҡаршы була. Уға күп кенә һынауҙар үтергә тура килә. Имтихандарҙы «бишле»гә тапшырғас ҡына малайҙы шартлатыусылар төркөмөнә алалар. Бер мәл уларға Ковель тимер юлы үҙәгенең эшен туҡтатыу бурысы ҡуйыла. Был операция «Ковель үҙәге» тигән исем менән билдәле. Володяны шартлатыусы сифатында алалар. Һигеҙ кешенән торған төркөм тәүге заданиела уҡ ҡаршылыҡҡа осрай. Юлда улар аҙаша. Тимер юлына сығыу урынына үтеп сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡ янына килеп туҡтайҙар. Володя, араларында иң еңеле булараҡ, беренсе булып китә. Берәй хәл килеп тыуһа, иптәштәре ҡотҡарырына ышанып, артына әйләнеп ҡарамайынса алға бара. Һаҙлыҡтан үткәндә бер нисә тапҡыр үлем хәлендә ҡала, үҙенең көсө менән генә ҡотола. Бәхеткә, бөтәһе лә имен-аман ҡоро ергә аяҡ баҫа һәм оҙаҡламай тимер юлына ла килеп сығалар. 16 килограмм мина һалынған тоҡто һөйрәп Володя үҙенә йөкмәтелгән эште башҡарырға китә. Ике минут эсендә уны үтәй. Күпмелер ваҡыттан һуң немецтарҙың транспорт эшелоны күккә оса. Казначеев отрядындағы 15 шартлатыусы барлығы 41 эшелонды юҡҡа сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо «рельс һуғышы»нда уларҙың бишәүһе генә иҫән ҡала. Казначеевтың батырлығы тураһында немец командованиеһы ла белгән була. Ә был «ҡурҡыныс дошман»дың үҫмер малай икәнлеге баштарына ла килмәй.Һуғыштан һуң Владимир Казначеев Киевтағы офицерҙар мәктәбендә радислыҡҡа уҡый, аҙаҡ Фёдоровтың юллауы буйынса Херсон диңгеҙ училищеһы курсанты булып китә. Уны уңышлы тамамлай. Херсонда флоттың төп диспетчеры булып эшләй. Һуңынан Одессала диңгеҙ флотының инженерҙар институтын тамамлай. 1964 йылда Диңгеҙ флоты министрлығы тарафынан 5 йылға Алжирға ебәрелә, шунан Францияла һәм Бельгияла эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Херсон ҡалаһында төпләнә.Күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Почёт Билдәһе», I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына», «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Кискә табан өйөнә ҡайтҡас, әсәһе Елена Кондратьевнанан фашист Германияһы илебеҙгә һуғыш асҡанын белә. Ул йәшәгән Брянщина ҡалаһында тәүге көндәрҙә үк коммунистар партияһы бойороғо менән йәшерен төркөмдәр ойошторола. Володяның әсәһе шуларҙың береһенә эләгә. Партизандарға икмәк бешерә, улар менән йәшерен ойошма араһында элемтәсе хеҙмәтен дә башҡара. Ләкин оҙаҡламай немец разведкаһына быны кемдер еткерә. Йәшерен ойошма карателдәр отряды тарафынан юҡҡа сығарыла, Володяның әсәһе лә атып үлтерелә. Үҙҙәре генә тороп ҡалғас, Володя апаһы һәм ҡустыһы менән бергә партизан отрядына барып ҡушыла. Кемдең балалары икәнен белгәс, уларҙы шунда уҡ ҡабул итәләр. 1942 йылда Брянск урмандарына ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Алексей Фёдоров етәкселек иткән Щорс исемендәге партизан отряды килеп инә. Брянщина партизандар отряды үҙәктәренең береһенә әйләнә. 1942 йылдың урталарында немецтар уларға ҡаршы тулы масштаблы операцияға әҙерләнә башлай. Төп маҡсаттарының береһе – Щорс исемендәге отрядты юҡҡа сығарыу. Был ваҡытта Володя ла туғандары менән шунда күскән була. Ете көн буйына барған һуғышта Фёдоров отрядының яртыһы ғына ҡала. Бәхеткә, ҡулсанан сығыу юлын табалар. Улар Украинаның Чернигов өлкәһенә күсә. Мәскәүҙән подразделениены ике отрядҡа бүлергә тигән бойороҡ килә. Уларҙың береһе Чернигов өлкәһендә ҡала, ә икенсеһе, Фёдоров командалыҡ иткәне, Көнбайыш Украинаға, Белоруссияға табан юл тота. Дошманға ҡаршы бергәләп көрәшер өсөн Ковпактың отряды менән осрашырға тейеш булалар. Гомель ҡалаһы янында Ковпак менән ҡушылып, бер нисә тапҡыр һөжүмгә күтәрелгәндән һуң, Днепрҙы аша сығалар һәм Көнбайыш Украинаға юл алалар. Мәскәүҙән, һәр бер отрядта махсус шартлатыусылар һәм диверсанттар төркөмө булдырылырға тейеш, тигән задание килә. Бында һәр кемде үҙ теләге буйынса алалар. Әсәһе өсөн үсе ташып барған Володя шул төркөмдәрҙең береһенә алыуҙарын һорап рапорт яҙа. Ләкин отряд командиры, V синыфты ғына тамамлаған, физиканы йүнләп уҡып та өлгөрмәгән бала ҡатмарлы электрлы миналар менән эш итә алмаясаҡ, тип ҡырҡа ҡаршы була. Уға күп кенә һынауҙар үтергә тура килә. Имтихандарҙы «бишле»гә тапшырғас ҡына малайҙы шартлатыусылар төркөмөнә алалар. Бер мәл уларға Ковель тимер юлы үҙәгенең эшен туҡтатыу бурысы ҡуйыла. Был операция «Ковель үҙәге» тигән исем менән билдәле. Володяны шартлатыусы сифатында алалар. Һигеҙ кешенән торған төркөм тәүге заданиела уҡ ҡаршылыҡҡа осрай. Юлда улар аҙаша. Тимер юлына сығыу урынына үтеп сыға алмаҫлыҡ һаҙлыҡ янына килеп туҡтайҙар. Володя, араларында иң еңеле булараҡ, беренсе булып китә. Берәй хәл килеп тыуһа, иптәштәре ҡотҡарырына ышанып, артына әйләнеп ҡарамайынса алға бара. Һаҙлыҡтан үткәндә бер нисә тапҡыр үлем хәлендә ҡала, үҙенең көсө менән генә ҡотола. Бәхеткә, бөтәһе лә имен-аман ҡоро ергә аяҡ баҫа һәм оҙаҡламай тимер юлына ла килеп сығалар. 16 килограмм мина һалынған тоҡто һөйрәп Володя үҙенә йөкмәтелгән эште башҡарырға китә. Ике минут эсендә уны үтәй. Күпмелер ваҡыттан һуң немецтарҙың транспорт эшелоны күккә оса. Казначеев отрядындағы 15 шартлатыусы барлығы 41 эшелонды юҡҡа сығара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо «рельс һуғышы»нда уларҙың бишәүһе генә иҫән ҡала. Казначеевтың батырлығы тураһында немец командованиеһы ла белгән була. Ә был «ҡурҡыныс дошман»дың үҫмер малай икәнлеге баштарына ла килмәй.Һуғыштан һуң Владимир Казначеев Киевтағы офицерҙар мәктәбендә радислыҡҡа уҡый, аҙаҡ Фёдоровтың юллауы буйынса Херсон диңгеҙ училищеһы курсанты булып китә. Уны уңышлы тамамлай. Херсонда флоттың төп диспетчеры булып эшләй. Һуңынан Одессала диңгеҙ флотының инженерҙар институтын тамамлай. 1964 йылда Диңгеҙ флоты министрлығы тарафынан 5 йылға Алжирға ебәрелә, шунан Францияла һәм Бельгияла эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Херсон ҡалаһында төпләнә. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Почёт Билдәһе», I дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына», «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-13/volodya-kaznacheev-2364300
|
13 Июнь 2021, 11:01
|
ba
|
Лида Вашкевич
|
Эргәһендә ҡыҙыл галстук һәм батыр пионерҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, фашистарға ҡаршы көрәштә партизандарға ярҙам итеүе тураһында белешмә. Ул Матросов исемендәге партизандар отряды комиссары тарафынан бирелгән.Фашистар баҫып алған Гродно ҡалаһында коммунистарҙың йәшерен төркөмө ойошторола. Шуларҙың береһен Лиданың атаһы етәкләй. Уға иптәштәре килеп йөрөй. Был ваҡытта ҡыҙ урамда уйнаған кеше булып, дежурҙа тора. Полицайҙар йәки патруль күренһә, тиҙ генә был турала белдерә һала. Листовкалар өсөн ҡағыҙҙар табыу ҙа уға йөкмәтелә. Берәрләп-икешәрләп магазиндан һатып ала, иптәштәре лә ярҙам итә. Күпләп йыйылһа, баяғы ҡара сумканың төбөнә йәшереп, билдәләнгән урынға алып барып тапшыра. Иртәгеһенә инде бөтә ҡала халҡы Ҡыҙыл Армияның хәрәкәте хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт уҡый.Лида Вашкевич бөтә Гродно буйлап йәшерен осрашыу йорттарын йөрөп сыға һәм күргән-ишеткәндәрен хәбәр итеп, подпольщиктарҙы ҡамап алыуҙан, төрлө бәләләрҙән ҡотҡара. Поезда бер станциянан икенсеһенә йөрөп, йәшерен мәғлүмәттәр туплай. Дошман постары эргәһенән генә шул уҡ ҡара сумканың төбөнә шартлатҡыстар һалып та сығара. Өҫтөн күмер менән ҡаплай. Ауыр булһа ла, немецтар һиҙеп ҡалмаһын тип, эйелмәҫкә тырыша. Юғиһә, күмер еңел дә инде. Бына ниндәй сумка һаҡлана Гродно музейында?! Галстугы менән дә Лида бер ваҡытта ла айырылмаған була. Заданиеға ҡайҙа ғына бармаһын, ҡуйынына тығып, уны үҙе менән бергә йөрөтә ҡыйыу пионер. Лида Вашкевич Гродно ҡалаһында йәшәй һәм шундағы киске мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.Күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» һәм Еңеүҙең 20 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән бүләкләнә. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Эргәһендә ҡыҙыл галстук һәм батыр пионерҙың ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, фашистарға ҡаршы көрәштә партизандарға ярҙам итеүе тураһында белешмә. Ул Матросов исемендәге партизандар отряды комиссары тарафынан бирелгән. Фашистар баҫып алған Гродно ҡалаһында коммунистарҙың йәшерен төркөмө ойошторола. Шуларҙың береһен Лиданың атаһы етәкләй. Уға иптәштәре килеп йөрөй. Был ваҡытта ҡыҙ урамда уйнаған кеше булып, дежурҙа тора. Полицайҙар йәки патруль күренһә, тиҙ генә был турала белдерә һала. Листовкалар өсөн ҡағыҙҙар табыу ҙа уға йөкмәтелә. Берәрләп-икешәрләп магазиндан һатып ала, иптәштәре лә ярҙам итә. Күпләп йыйылһа, баяғы ҡара сумканың төбөнә йәшереп, билдәләнгән урынға алып барып тапшыра. Иртәгеһенә инде бөтә ҡала халҡы Ҡыҙыл Армияның хәрәкәте хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт уҡый. Лида Вашкевич бөтә Гродно буйлап йәшерен осрашыу йорттарын йөрөп сыға һәм күргән-ишеткәндәрен хәбәр итеп, подпольщиктарҙы ҡамап алыуҙан, төрлө бәләләрҙән ҡотҡара. Поезда бер станциянан икенсеһенә йөрөп, йәшерен мәғлүмәттәр туплай. Дошман постары эргәһенән генә шул уҡ ҡара сумканың төбөнә шартлатҡыстар һалып та сығара. Өҫтөн күмер менән ҡаплай. Ауыр булһа ла, немецтар һиҙеп ҡалмаһын тип, эйелмәҫкә тырыша. Юғиһә, күмер еңел дә инде. Бына ниндәй сумка һаҡлана Гродно музейында?! Галстугы менән дә Лида бер ваҡытта ла айырылмаған була. Заданиеға ҡайҙа ғына бармаһын, ҡуйынына тығып, уны үҙе менән бергә йөрөтә ҡыйыу пионер. Лида Вашкевич Гродно ҡалаһында йәшәй һәм шундағы киске мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Күрһәткән батырлығы өсөн I дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» һәм Еңеүҙең 20 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары менән бүләкләнә.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-09/lida-vashkevich-2356789
|
9 Июнь 2021, 12:03
|
ba
|
Валерий Волков
|
Исеме Владимир Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Почёт китабына индерелә. Ул һаҡлап көрәшкән Севастополдең 4-се мәктәбендә музей булдырыла. Фотоһүрәттәренең төп нөсхәләре, документтары, блокноттан яҙмалары, «Окоптағы дөрөҫлөк» ҡулъяҙма эштәре Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейына тапшырыла.Ҡурҡыу белмәҫ Севастополь малайы һәр ваҡыт бөтәһенә лә өлгө булып тора. Ун өс йәшендә генә ер ҡуйынына инә. Оҙаҡ ваҡыт уның батырлығы хаҡында бер кем дә белмәй. Бына бер мәл көтмәгәндә ныҡышмал, үҙ һүҙле егеттәрҙән торған ҡыҙыл эҙәрмәндәр төркөмө серей башлаған бер нисә ҡағыҙ киҫәге табып алып, ялҡынлы йылдарҙың хәбәрен уҡыуға өлгәшә. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының бер битен аса.Валерик оҙаҡ ҡына разведчиктарҙан үҙен бергә алыуҙарын һорай. Ниһайәт, ризалашалар. Шулай итеп, малай 7-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһына килеп эләгә. Ул комиссар Николай Ехлаков ҡушҡан хәрби заданиеларҙы еренә еткереп үтәй. Башта лозунгылар, плакаттар яҙып, ҡағыҙға фашистарҙың карикатураһын төшөрөп тарата. Унан гәзит сығарыуға тотона. Ул бөтәһенә лә ҡаты һуғыш мәлендә үҙе күргәндәрҙе, Севастополь һаҡсыларының батырлығын һөйләргә тырыша. Гәзитенә ураҡ һәм сүкеш төшөрөлгән флагты ла ҡуйырға онотмай. Бала ҡулы менән яҙылған «Окоптағы дөрөҫлөк. №1» ҡулъяҙмаһын эҙәрмәндәр тулҡынланып уҡый: «Матростар һәм һалдаттар! Беҙҙең яуыз дошманыбыҙ – фашистар Севастополгә килеп етте. Уларҙың меңәрләгән танкылары, самолёттары һәм башҡа күп ҡоралдары бар. Гитлерсыларҙы үткәрмәҫ өсөн беҙ Севастополдә торабыҙ. Беҙҙе Тыуған илебеҙ һәм Коммунистар партияһы һаҡҡа ҡуйҙы. Ҡоралыбыҙ аҙ. Шулай ҙа тыуған еребеҙҙе һаҡлап, дошманды еңергә тейешбеҙ. Беҙгә ауыр. Күптәр туған-тыумасалары ҡайҙа, иҫәндәрме, юҡмы икәнен дә белмәй. Кем ғаиләбеҙҙән һәм йәшәгән йортобоҙҙан айырҙы һуң? Фашистар. Улар еребеҙгә үтеп инеп, көрәшергә мәжбүр итте. Ауыр булһа ла, бар асыу һәм нәфрәтегеҙҙе һалып, дошманды туҡмағыҙ. Фашистар йыртҡыстарса кешеләрҙе үлтерә, бомбаға тота. Тик бөтәбеҙҙе лә ҡырып бөтә алмаясаҡтар. Беҙҙең көс сикһеҙ. Тыуған яҡ өсөн үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Беҙ мотлаҡ еңергә тейешбеҙ. Бар халыҡ та быны көтә.Беҙ еңербеҙ, тырышырбыҙТештәрҙе шығырлатып,Беҙгә ауыр булһа ла,Бирешмәйек берүк.Еңеү ҙә беҙҙең менән,Көсөбөҙ ҡорос кеүек.ВАЛЕРИК – шағир (Бүре)».Был юлдарҙы уҡыһаң, фекер камиллығына, уның нисек яҙылғанына ғәжәпләнәһең. 13 йәшлек кенә малай яҙған бит.Һуғыш көндән-көн ҡатыраҡ бара. Дошманға бирелгән һәр ҡарыш ер, таш ҡанға буяла. Ҡаланы һаҡлаусылар әҙәйә бара. 7-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһынан унға яҡын кеше ҡала.Йәнә бер яҙмаһында: «Ҡәҙерле унау! Кемегеҙ иҫән ҡала, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, кем был мәктәптә уҡыясаҡ, шуларға Севастополдә нимә булғанын һөйләгеҙ», – ти.«Ҡәҙерле унау» үлемгә ҡаршы ныҡ тора. Илита Даурованы снаряд ярсығы яралай, ул үҙе яраһын бәйләй. Мамедов, Ибраһимов, Журавлёв үлтерелә. Петрушенко йәрәхәтләнә. Сафтар һирәгәйә. Һуғыштан һуң Илита Валериктың һуңғы батырлығын хәтерләп, бына нимәләр һөйләй: «Өс танк күренде, Валерик алға килеп сығып, граната бәйләмен ырғытырға теләне. Тик дошман пуляһы уң яҡ ҡулбашына килеп тейҙе. Һул ҡулы менән бәйләмде эләктереп, тағы бер тапҡыр танкыға ҡаршы боролдо ла уның тәгәрмәсенә граната ташланы. Гөрһөлдәп шартлау яңғыраны». Валерик Илита ҡулында йән бирә. Ул малайҙың ҡыҙыл галстугын сисеп ала. «Был беҙҙең байрағыбыҙ буласаҡ», – ти Игобалидзе. Батыр малай мәктәп эргәһендә күмелә. «Бында герой-пионер Валерий Волков ерләнде», – тип ташына яҙып ҡуйыла. Йәш герой һәләк була, тик уның ҡаны менән буялған пионер галстугы бер нисә көн ярым емерелгән белем усағы өҫтөндә елберҙәп тора. Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА әҙерләне.
|
Исеме Владимир Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының Почёт китабына индерелә. Ул һаҡлап көрәшкән Севастополдең 4-се мәктәбендә музей булдырыла. Фотоһүрәттәренең төп нөсхәләре, документтары, блокноттан яҙмалары, «Окоптағы дөрөҫлөк» ҡулъяҙма эштәре Ҡораллы Көстәр Үҙәк музейына тапшырыла.Ҡурҡыу белмәҫ Севастополь малайы һәр ваҡыт бөтәһенә лә өлгө булып тора. Ун өс йәшендә генә ер ҡуйынына инә. Оҙаҡ ваҡыт уның батырлығы хаҡында бер кем дә белмәй. Бына бер мәл көтмәгәндә ныҡышмал, үҙ һүҙле егеттәрҙән торған ҡыҙыл эҙәрмәндәр төркөмө серей башлаған бер нисә ҡағыҙ киҫәге табып алып, ялҡынлы йылдарҙың хәбәрен уҡыуға өлгәшә. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының бер битен аса. Валерик оҙаҡ ҡына разведчиктарҙан үҙен бергә алыуҙарын һорай. Ниһайәт, ризалашалар. Шулай итеп, малай 7-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһына килеп эләгә. Ул комиссар Николай Ехлаков ҡушҡан хәрби заданиеларҙы еренә еткереп үтәй. Башта лозунгылар, плакаттар яҙып, ҡағыҙға фашистарҙың карикатураһын төшөрөп тарата. Унан гәзит сығарыуға тотона. Ул бөтәһенә лә ҡаты һуғыш мәлендә үҙе күргәндәрҙе, Севастополь һаҡсыларының батырлығын һөйләргә тырыша. Гәзитенә ураҡ һәм сүкеш төшөрөлгән флагты ла ҡуйырға онотмай. Бала ҡулы менән яҙылған «Окоптағы дөрөҫлөк. №1» ҡулъяҙмаһын эҙәрмәндәр тулҡынланып уҡый: «Матростар һәм һалдаттар! Беҙҙең яуыз дошманыбыҙ – фашистар Севастополгә килеп етте. Уларҙың меңәрләгән танкылары, самолёттары һәм башҡа күп ҡоралдары бар. Гитлерсыларҙы үткәрмәҫ өсөн беҙ Севастополдә торабыҙ. Беҙҙе Тыуған илебеҙ һәм Коммунистар партияһы һаҡҡа ҡуйҙы. Ҡоралыбыҙ аҙ. Шулай ҙа тыуған еребеҙҙе һаҡлап, дошманды еңергә тейешбеҙ. Беҙгә ауыр. Күптәр туған-тыумасалары ҡайҙа, иҫәндәрме, юҡмы икәнен дә белмәй. Кем ғаиләбеҙҙән һәм йәшәгән йортобоҙҙан айырҙы һуң? Фашистар. Улар еребеҙгә үтеп инеп, көрәшергә мәжбүр итте. Ауыр булһа ла, бар асыу һәм нәфрәтегеҙҙе һалып, дошманды туҡмағыҙ. Фашистар йыртҡыстарса кешеләрҙе үлтерә, бомбаға тота. Тик бөтәбеҙҙе лә ҡырып бөтә алмаясаҡтар. Беҙҙең көс сикһеҙ. Тыуған яҡ өсөн үҙегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Беҙ мотлаҡ еңергә тейешбеҙ. Бар халыҡ та быны көтә. Беҙ еңербеҙ, тырышырбыҙТештәрҙе шығырлатып,Беҙгә ауыр булһа ла,Бирешмәйек берүк. Еңеү ҙә беҙҙең менән,Көсөбөҙ ҡорос кеүек. ВАЛЕРИК – шағир (Бүре)».Был юлдарҙы уҡыһаң, фекер камиллығына, уның нисек яҙылғанына ғәжәпләнәһең. 13 йәшлек кенә малай яҙған бит.Һуғыш көндән-көн ҡатыраҡ бара. Дошманға бирелгән һәр ҡарыш ер, таш ҡанға буяла. Ҡаланы һаҡлаусылар әҙәйә бара. 7-се диңгеҙ пехотаһы бригадаһынан унға яҡын кеше ҡала. Йәнә бер яҙмаһында: «Ҡәҙерле унау! Кемегеҙ иҫән ҡала, ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, кем был мәктәптә уҡыясаҡ, шуларға Севастополдә нимә булғанын һөйләгеҙ», – ти.«Ҡәҙерле унау» үлемгә ҡаршы ныҡ тора. Илита Даурованы снаряд ярсығы яралай, ул үҙе яраһын бәйләй. Мамедов, Ибраһимов, Журавлёв үлтерелә. Петрушенко йәрәхәтләнә. Сафтар һирәгәйә. Һуғыштан һуң Илита Валериктың һуңғы батырлығын хәтерләп, бына нимәләр һөйләй: «Өс танк күренде, Валерик алға килеп сығып, граната бәйләмен ырғытырға теләне. Тик дошман пуляһы уң яҡ ҡулбашына килеп тейҙе. Һул ҡулы менән бәйләмде эләктереп, тағы бер тапҡыр танкыға ҡаршы боролдо ла уның тәгәрмәсенә граната ташланы. Гөрһөлдәп шартлау яңғыраны». Валерик Илита ҡулында йән бирә. Ул малайҙың ҡыҙыл галстугын сисеп ала. «Был беҙҙең байрағыбыҙ буласаҡ», – ти Игобалидзе. Батыр малай мәктәп эргәһендә күмелә. «Бында герой-пионер Валерий Волков ерләнде», – тип ташына яҙып ҡуйыла. Йәш герой һәләк була, тик уның ҡаны менән буялған пионер галстугы бер нисә көн ярым емерелгән белем усағы өҫтөндә елберҙәп тора.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-08/valeriy-volkov-2356017
|
8 Июнь 2021, 12:06
|
ba
|
Витя Черевичкин
|
Шулай уҡ уның тураһында йыр ҙа ижад ителгән. Тормош юлын, батырлығын сағылдырған, күгәрсендәре хаҡындағы был йырҙы yanshishma.ru сайтында табып, тыңлай алаһығыҙ....Түбәнге Дон яры буйында фашистар менән ҡаты алыш бара. Дошман Ростов ҡалаһын баҫып алырға ашҡына һәм оҙаҡламай теләгенә ирешә. Ҡала халҡы өсөн ауыр ваҡыттар башлана. Витя янғын шәүләһе күрә, ҡалала атыш тауыштары ишетә. Немецтар совет кешеләрен ҡыра. Ни эшләргә? Көрәшергә кәрәк!Бер көндө малай эсэсовсыларҙың халыҡты ҙур бина эсенән ҡыуып сығарғанын күреп ҡала. Унда оҙон булып телефон сымдары һуҙылған. Бер-бер артлы ялтырап торған машиналар килеп туҡтай. Дон ярында элемтәселәр тегеләй-былай йөрөп тора. «Был штаб», – тип аңлап ала Витя. Оҙаҡламай ул эре фашист берләшмәләренең «Ҡыҙыл Аксай» заводы районында тупланыуын белә. Малай, бер нәмәгә ҡарамай, үҙебеҙҙекеләр менән бәйләнеш булдырырға кәрәк, тигән ҡарарға килә. Совет һалдаттары Дондың теге яғында, Батайскиҙа торған була. Тик нисек хәбәр итергә?Черевичкиндарҙың Батайск ҡалаһында туғандары һәм почта хеҙмәтен үтәй алған күгәрсендәре бар. Был ҡоштар, әле һуғышҡа тиклем, Ростовтан Батайскиға хәбәр ташыған була…Ваҡыты-ваҡыты менән һауала совет самолёттары күренеп ҡала. Витя уларға фашистарҙың штабы ҡайҙа урынлашыуын еткерергә маташа. Мотор тауышы сыҡҡас та, штаб өҫтөнән күгәрсендәрен осора. Әммә уның сигналын лётчик әллә күрмәй, әллә аңламай. Ҡала өҫтөндә осоп йөрөй ҙә, күҙҙән юғала. Шунан йәш разведчик мөһим хәбәрҙәрҙе ҡағыҙға яҙып, ерәнерәк төҫтәге күгәрсендең тәпәйенә бәйләп осороп ҡарай. Артынан: «Батайскиға ос!» – тип ҡысҡырып ҡала.Витя ныҡ тулҡынлана. Әгәр ҡошсоғо барып етмәһә? Бәлки, туғандары ла хәҙер унда юҡтарҙыр. Шулай икән, уның хәбәрен совет командованиеһына кем алып барып еткерер?Ҡала өҫтөндә совет самолёты күренеү менән Витяның ҡулынан күгәрсендәр осоп китеп, штаб тирәләй өйөрөлә башлай. Самолёт аҫтан ғына оса. Малай шәп-шәп итеп сигналдар бирергә тырыша. Шул ваҡыт кемдер ҡаты итеп уның яурындарынан ҡымтып ала. Фашистар күреп ҡалған икән. Ҡасырға тырышып ҡараһа ла булдыра алмай. Йәш геройҙы штабҡа алып баралар.– Һин разведчикмы?..Партизандар ҡайҙа? – тигәнерәк һорауҙар яуҙыра немец офицеры, пистолеты менән янап. Өндәшмәгәс, ныҡ итеп туҡмайҙар. Кискә табан Дон яғына алып китәләр. Ул аяҡтарын саҡ күтәреп, ауыр атлай, ләкин башын ғорур тотоп бара. Дондың теге яғынан беҙҙекеләрҙең һөжүм башлауы ишетелә. Тимәк, Витяның күгәрсендәре Батайскийға барып еткән. «Ҡыҙыл Аксай» заводы районында бомбалар, снарядтар шартлай. Совет артиллерияһы һәм авиацияһы йәш развечикты Витя Черевичкин күрһәткән нөктәләргә ут асып, фашистарҙың штабын юҡҡа сығара. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Шулай уҡ уның тураһында йыр ҙа ижад ителгән. Тормош юлын, батырлығын сағылдырған, күгәрсендәре хаҡындағы был йырҙы сайтында табып, тыңлай алаһығыҙ....Түбәнге Дон яры буйында фашистар менән ҡаты алыш бара. Дошман Ростов ҡалаһын баҫып алырға ашҡына һәм оҙаҡламай теләгенә ирешә. Ҡала халҡы өсөн ауыр ваҡыттар башлана. Витя янғын шәүләһе күрә, ҡалала атыш тауыштары ишетә. Немецтар совет кешеләрен ҡыра. Ни эшләргә? Көрәшергә кәрәк!Бер көндө малай эсэсовсыларҙың халыҡты ҙур бина эсенән ҡыуып сығарғанын күреп ҡала. Унда оҙон булып телефон сымдары һуҙылған. Бер-бер артлы ялтырап торған машиналар килеп туҡтай. Дон ярында элемтәселәр тегеләй-былай йөрөп тора. «Был штаб», – тип аңлап ала Витя. Оҙаҡламай ул эре фашист берләшмәләренең «Ҡыҙыл Аксай» заводы районында тупланыуын белә. Малай, бер нәмәгә ҡарамай, үҙебеҙҙекеләр менән бәйләнеш булдырырға кәрәк, тигән ҡарарға килә. Совет һалдаттары Дондың теге яғында, Батайскиҙа торған була. Тик нисек хәбәр итергә?Черевичкиндарҙың Батайск ҡалаһында туғандары һәм почта хеҙмәтен үтәй алған күгәрсендәре бар. Был ҡоштар, әле һуғышҡа тиклем, Ростовтан Батайскиға хәбәр ташыған була…Ваҡыты-ваҡыты менән һауала совет самолёттары күренеп ҡала. Витя уларға фашистарҙың штабы ҡайҙа урынлашыуын еткерергә маташа. Мотор тауышы сыҡҡас та, штаб өҫтөнән күгәрсендәрен осора. Әммә уның сигналын лётчик әллә күрмәй, әллә аңламай. Ҡала өҫтөндә осоп йөрөй ҙә, күҙҙән юғала. Шунан йәш разведчик мөһим хәбәрҙәрҙе ҡағыҙға яҙып, ерәнерәк төҫтәге күгәрсендең тәпәйенә бәйләп осороп ҡарай. Артынан: «Батайскиға ос!» – тип ҡысҡырып ҡала. Витя ныҡ тулҡынлана. Әгәр ҡошсоғо барып етмәһә? Бәлки, туғандары ла хәҙер унда юҡтарҙыр. Шулай икән, уның хәбәрен совет командованиеһына кем алып барып еткерер?Ҡала өҫтөндә совет самолёты күренеү менән Витяның ҡулынан күгәрсендәр осоп китеп, штаб тирәләй өйөрөлә башлай. Самолёт аҫтан ғына оса. Малай шәп-шәп итеп сигналдар бирергә тырыша. Шул ваҡыт кемдер ҡаты итеп уның яурындарынан ҡымтып ала. Фашистар күреп ҡалған икән. Ҡасырға тырышып ҡараһа ла булдыра алмай. Йәш геройҙы штабҡа алып баралар.– Һин разведчикмы?..Партизандар ҡайҙа? – тигәнерәк һорауҙар яуҙыра немец офицеры, пистолеты менән янап. Өндәшмәгәс, ныҡ итеп туҡмайҙар. Кискә табан Дон яғына алып китәләр. Ул аяҡтарын саҡ күтәреп, ауыр атлай, ләкин башын ғорур тотоп бара. Дондың теге яғынан беҙҙекеләрҙең һөжүм башлауы ишетелә. Тимәк, Витяның күгәрсендәре Батайскийға барып еткән. «Ҡыҙыл Аксай» заводы районында бомбалар, снарядтар шартлай. Совет артиллерияһы һәм авиацияһы йәш развечикты Витя Черевичкин күрһәткән нөктәләргә ут асып, фашистарҙың штабын юҡҡа сығара.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-07/vitya-cherevichkin-2355231
|
7 Июнь 2021, 11:59
|
ba
|
Валя Зенкина
|
Ошонан һуң ике аҙна ваҡыт үтә. Иҫ китмәле йылы төн. Валя өйҙә була, китап уҡып ултырып, нисек йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡала. Ҡыҙ көслө шартлау тауышына уянып китә.Брест ҡәлғәһе беренселәрҙән булып дошман һөжүмен ҡабул итә. Уның уртаһында урынлашҡан 333-сө полк казармаһы яна башлай. Валяның атаһы шунда хеҙмәт иткән була. Шуға ул тиҙ генә кейенә лә сығып йүгерә. Ишектән сыҡҡанда:– Подвалға ҡасығыҙ! Һуғыш! – тип ҡысҡыра.Ул – һалдат һәм урыны ла һалдаттар янында. Ошонан һуң Валя атаһын башҡаса күрмәй. Атаһы Брест ҡәлғәһе өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була.Төш ваҡытында инде бер төркөм ҡатын-ҡыҙ һәм балалар әсирлеккә эләгә. Улар араһында Валя менән әсәһе лә була. Фашистар уларҙы Муховец йылғаһы буйына ҡыуып алып китә. Бер ваҡыт араларындағы яралы ҡатын йығылып китә һәм таҙа кәүҙәле фельдфебель уны мылтыҡ приклады менән туҡмай башлай.– Ул бит яралы, туҡмамағыҙ инде, – тип Валя әсәһенең ҡулынан ысҡынып китеп, уға ҡаршы бара.Тегеһе ҡыҙҙың ҡулын ҡайырып тотоп, нимәлер ҡысҡыра ла ҡәлғә яғына күрһәтә. Валя бер ни ҙә аңламай. Шунан тәржемәсе:– Фельдфебель әфәнде атырға тейеш ине, ләкин ул һиңә ғүмер бүләк итә. Уның ошо яҡшылығы өсөн хәҙер ҡәлғәгә бараһың һәм совет һалдаттарына бирелергә кәрәклеген әйтәһең. Тиҙ бул! Әгәр ҡушҡанды үтәмәһәләр, бөтәгеҙҙе лә юҡ итәсәкбеҙ, – тип ҡыҙҙы ҡапҡаға алып баралар. Валя пуля ямғыры аҫтында ҡәлғә янына барып етә. Уны беҙҙең һалдаттар күреп ҡала.– Утты туҡтатығыҙ, – тигән команда яңғырай. Һаҡсылар бәләкәй геройҙы подвалға индерә. Ул оҙаҡ ҡына һорауҙарға яуап бирә алмай. Аҙаҡ бөтә булған хәлде һөйләп бирә. Үҙен бында ни өсөн ебәргәндәрен дә әйтә. Дошмандың ниндәй ҡоралы, уларҙың ҡайҙа булыуы тураһында хәбәр итә һәм отрядта тороп ҡала. Яралыларға ярҙам күрһәтә, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Валя Зенкина аҙаҡҡаса Брест ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнаша. Фашистарға тағы әсирлеккә эләгә. Ҡаса. Артабан партизандар отрядында һуғыша. Буйға бәләкәй генә, сибек ҡыҙ үҙенең ҡыйыулығы, ҡурҡыу белмәүе менән барыһын хайран итә. Күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Һуғыштан иҫән ҡалып, беҙҙең көндәргәсә йәшәй. Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА әҙерләне.
|
Ошонан һуң ике аҙна ваҡыт үтә. Иҫ китмәле йылы төн. Валя өйҙә була, китап уҡып ултырып, нисек йоҡлап киткәнен дә һиҙмәй ҡала. Ҡыҙ көслө шартлау тауышына уянып китә. Брест ҡәлғәһе беренселәрҙән булып дошман һөжүмен ҡабул итә. Уның уртаһында урынлашҡан 333-сө полк казармаһы яна башлай. Валяның атаһы шунда хеҙмәт иткән була. Шуға ул тиҙ генә кейенә лә сығып йүгерә. Ишектән сыҡҡанда:– Подвалға ҡасығыҙ! Һуғыш! – тип ҡысҡыра. Ул – һалдат һәм урыны ла һалдаттар янында. Ошонан һуң Валя атаһын башҡаса күрмәй. Атаһы Брест ҡәлғәһе өсөн барған һуғышта батырҙарса һәләк була. Төш ваҡытында инде бер төркөм ҡатын-ҡыҙ һәм балалар әсирлеккә эләгә. Улар араһында Валя менән әсәһе лә була. Фашистар уларҙы Муховец йылғаһы буйына ҡыуып алып китә. Бер ваҡыт араларындағы яралы ҡатын йығылып китә һәм таҙа кәүҙәле фельдфебель уны мылтыҡ приклады менән туҡмай башлай.– Ул бит яралы, туҡмамағыҙ инде, – тип Валя әсәһенең ҡулынан ысҡынып китеп, уға ҡаршы бара. Тегеһе ҡыҙҙың ҡулын ҡайырып тотоп, нимәлер ҡысҡыра ла ҡәлғә яғына күрһәтә. Валя бер ни ҙә аңламай. Шунан тәржемәсе:– Фельдфебель әфәнде атырға тейеш ине, ләкин ул һиңә ғүмер бүләк итә. Уның ошо яҡшылығы өсөн хәҙер ҡәлғәгә бараһың һәм совет һалдаттарына бирелергә кәрәклеген әйтәһең. Тиҙ бул! Әгәр ҡушҡанды үтәмәһәләр, бөтәгеҙҙе лә юҡ итәсәкбеҙ, – тип ҡыҙҙы ҡапҡаға алып баралар. Валя пуля ямғыры аҫтында ҡәлғә янына барып етә. Уны беҙҙең һалдаттар күреп ҡала.– Утты туҡтатығыҙ, – тигән команда яңғырай. Һаҡсылар бәләкәй геройҙы подвалға индерә. Ул оҙаҡ ҡына һорауҙарға яуап бирә алмай. Аҙаҡ бөтә булған хәлде һөйләп бирә. Үҙен бында ни өсөн ебәргәндәрен дә әйтә. Дошмандың ниндәй ҡоралы, уларҙың ҡайҙа булыуы тураһында хәбәр итә һәм отрядта тороп ҡала. Яралыларға ярҙам күрһәтә, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Валя Зенкина аҙаҡҡаса Брест ҡәлғәһен һаҡлауҙа ҡатнаша. Фашистарға тағы әсирлеккә эләгә. Ҡаса. Артабан партизандар отрядында һуғыша. Буйға бәләкәй генә, сибек ҡыҙ үҙенең ҡыйыулығы, ҡурҡыу белмәүе менән барыһын хайран итә. Күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Һуғыштан иҫән ҡалып, беҙҙең көндәргәсә йәшәй.
|
Герой-пионерҙар
| false |
https://agideljurn.ru/articles/geroy-pioner-ar-/2021-06-05/valya-zenkina-2353967
|
5 Июнь 2021, 09:51
|
ba
|
Рыцарҙар алышасаҡ!
|
Һуңғы мең йыллыҡта кешеләр нисек йәшәгән? Улар нисек уҡыған, күңел асҡан, яуҙарға йөрөгән?
Ҡунаҡтарҙы боронғо урыҫ викингтары, күсмә башҡорттар, уҡсылар, һалдаттар һәм урта быуат рыцарҙары ҡаршы аласаҡ. Нимәләр күрергә була?
XV быуат рыцарҙары турниры.
Төрлө һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре.
Урта быуат музыканттары сығышы.
Боронғо Русь дружинниктары сығышы.
Башҡорт һыбайлыларының аттарҙа йөрөүе.
1940-сы йылдарҙағы бейеүҙәр.
Төрлө дәүерҙәрҙәге халыҡ уйындары.
Рәхим итегеҙ!
yandex.ru.
|
Һуңғы мең йыллыҡта кешеләр нисек йәшәгән? Улар нисек уҡыған, күңел асҡан, яуҙарға йөрөгән?Ҡунаҡтарҙы боронғо урыҫ викингтары, күсмә башҡорттар, уҡсылар, һалдаттар һәм урта быуат рыцарҙары ҡаршы аласаҡ. Нимәләр күрергә була?XV быуат рыцарҙары турниры. Төрлө һөнәрҙәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре. Урта быуат музыканттары сығышы. Боронғо Русь дружинниктары сығышы. Башҡорт һыбайлыларының аттарҙа йөрөүе. 1940-сы йылдарҙағы бейеүҙәр. Төрлө дәүерҙәрҙәге халыҡ уйындары.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2023-09-22/rytsar-ar-alyshasa-3449940
|
22 Сентябрь , 11:48
|
ba
|
Евразия күсмә цивилизациялар музейы
|
Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән яңы музей төҙөләсәк урында күсмә кәңәшмә үткәрҙе, буласаҡ үҙәктең нигеҙенә символик тәңкә һалды.
Әйткәндәй, Шишмә районындағы был тарихи урынға халыҡ әүҙем йөрөй. Унда бик боронғо Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре урынлашҡан.
Музей быйыл уҡ эшләй башлаясаҡ. Унда тарихи артефакттар мини-экспоцияһы, лекция амфитеатры, кафе һәм ҡарау майҙансығы буласаҡ. Киләсәктә Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген дә төҙөү күҙаллана.
Биләмәлә әле ҡаҙыу-тикшеренеү эштәре алып барыла. Унда 2-се республика полилингваль "Смарт" күп йүнәлешле гимназияҺынан "шайморатовсылар синыфы" уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ҡатнаша. "Мәктәп археологияһы" проекты сиктәрендә үткән сарала балалар палаткаларҙа йәшәй, археология серҙәре менән таныша.
glavarb. Евразия күсмә цивилизациялар музейы
|
Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән яңы музей төҙөләсәк урында күсмә кәңәшмә үткәрҙе, буласаҡ үҙәктең нигеҙенә символик тәңкә һалды. Әйткәндәй, Шишмә районындағы был тарихи урынға халыҡ әүҙем йөрөй. Унда бик боронғо Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре урынлашҡан. Музей быйыл уҡ эшләй башлаясаҡ. Унда тарихи артефакттар мини-экспоцияһы, лекция амфитеатры, кафе һәм ҡарау майҙансығы буласаҡ. Киләсәктә Башҡорт аты һәм һунар ҡоштары үҙәген дә төҙөү күҙаллана. Биләмәлә әле ҡаҙыу-тикшеренеү эштәре алып барыла. Унда 2-се республика полилингваль "Смарт" күп йүнәлешле гимназияҺынан "шайморатовсылар синыфы" уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ҡатнаша. "Мәктәп археологияһы" проекты сиктәрендә үткән сарала балалар палаткаларҙа йәшәй, археология серҙәре менән таныша.glavarb.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2023-08-03/evraziya-k-sm-tsivilizatsiyalar-muzeyy-3371274
|
3 Август , 13:07
|
ba
|
Бөрйәндәр шәп конкурс үткәргән
|
Бөрйән районындағы ер-һыу атамаларының тарихын өйрәнеп, бер урынға туплап ҡуйыу маҡсат итеп ҡуйылған. Уҡыусылар етәкселәре менән байтаҡ эҙләнеү эштәре яҙған, бай ғына мәғлүмәт тупланған. Тимәк киләһе быуындар ҙа тыуған еребеҙ тарихын ошо йәш тарихсыларҙың эштәренән уҡып беләсәк.
Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалған. Бүләкләү тантанаһы "Шүлгәнташ" музей-комплексында үткән. Йәш тарихсыларҙы уның директоры Фәүзил Маликов ҡотлаған. Әтек мәктәбенән Гөлшат Сәлихова менән Байназарҙан Асия Салауатовалар еңеүсе тип табылған. Улар диплом һәм смарфон менән бүләкләнгән.
Башланғыс синыф уҡыусылары Мәһәҙейҙән Тамерлан Ишемов менән Ҡотандан Айрат Әзекәев смарт-сәғәттәр, диплом алып ҡыуанған. Дәртләндереү бүләктәре лә булған. Һәр ҡатнашыусыға серификат һәм әкиәттәр китабы таратылған.
vk.com.Бөрйәндәр шәп конкурс үткәргән
|
Бөрйән районындағы ер-һыу атамаларының тарихын өйрәнеп, бер урынға туплап ҡуйыу маҡсат итеп ҡуйылған. Уҡыусылар етәкселәре менән байтаҡ эҙләнеү эштәре яҙған, бай ғына мәғлүмәт тупланған. Тимәк киләһе быуындар ҙа тыуған еребеҙ тарихын ошо йәш тарихсыларҙың эштәренән уҡып беләсәк. Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалған. Бүләкләү тантанаһы "Шүлгәнташ" музей-комплексында үткән. Йәш тарихсыларҙы уның директоры Фәүзил Маликов ҡотлаған. Әтек мәктәбенән Гөлшат Сәлихова менән Байназарҙан Асия Салауатовалар еңеүсе тип табылған. Улар диплом һәм смарфон менән бүләкләнгән. Башланғыс синыф уҡыусылары Мәһәҙейҙән Тамерлан Ишемов менән Ҡотандан Айрат Әзекәев смарт-сәғәттәр, диплом алып ҡыуанған. Дәртләндереү бүләктәре лә булған.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2022-11-20/b-ry-nd-r-sh-p-konkurs-tk-rg-n-3038266
|
20 Ноябрь 2022, 19:28
|
ba
|
Тарих яҙыу – маҡтаулы эш
|
Күпме тарих яҙып алынды, ташҡа баҫылды, хәҙер улар юғалмаясаҡ, киләһе быуындарға ла барып етәсәк. Афарин, уҡыусылар! Һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ! Беҙҙең гәзиттә ойошторолған конкурсты күренекле ғалим, топонимдар менән ентекле шөғөлләнгән Рәшит Шәкүр ағай ҙа баһаланы һәм иң һәйбәт эштәрҙе билдәләргә ярҙам итте. – Топонимдар аша тарихтағы бик күп мәғлүмәтте белә алабыҙ. Һәр ер-һыу атамаһы айырым бер тарих булып һаҡланып ҡалған. Икенсенән, улар – беҙҙең телебеҙҙең байлығы, өсөнсөнән, беҙҙең башҡорт халҡы биләп йәшәгән территорияны билдәләй. Минең картаға фәҡәт башҡорт теле менән бәйле ер-һыу атамаларын һалғаным бар. Ул хәҙерге республика территорияһынан 2 – 3 мәртәбә киңерәк. Тарихсылар уны Тарихи Башҡортостан тип атай. Шуның өсөн урындарҙағы ер-һыу атамаларын өйрәнеү, уларҙың тарихын ҡағыҙға теркәү, юғалтмау, фән, белем өсөн һаҡлап алып ҡалыу, башҡортса дөрөҫ әйтелешен билдәләү, урыҫ теле менән сағыштырып өйрәнеү тәрбиәүи йәһәттән дә, фән өсөн дә бик ҡиммәтле. Конкурсҡа килгән мәҡәләләрҙең күбеһендә ер-һыу атамаларының айышына төшөнөргә ынтылыу, легендалар менән бәйләп, дөрөҫ итеп аңлатырға тырышыу – бик маҡтаулы эш. Уҡыусыларҙың топонимияны тарих, тел, география, этнография, фольклор менән бәйләп өйрәнергә ынтылыуы хуплауға лайыҡ, – тине ул. Шулай итеп, төплө йөкмәткеле «Хәтирәләр һаҡлай таштары» һәм «Бөгәмәле нимәне аңлата?» тигән мәҡәләләре өсөн Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия) еңеүсе тип табылды. II урынға Илнар МӨХӘМӘТЙӘНОВ (Бөрйән, Мәһәҙей, «Элгеләү тауы») һәм Фәдис ХӘМИҘУЛЛИН (Ейәнсура, Иҫәнғол башҡорт гимназияһы, «Дөр-дөр сәскәһе ҡайҙан килгән?») лайыҡ булды. III урында – Элина БӘШИРОВА (Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт гимназияһы, «Ауыл бөтһә лә, легендалар йәшәй»), Заһиҙә РӘЖӘПОВА (Әбйәлил, Ҡаҙмаш, «Исмаҡайҙан килгән исем», «Ҡаҙмаш ауылы кисеүҙәре», «Беҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек…», «Сура батыр»), Белорет районы Мәхмүт мәктәбенең V СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ («Легендалар өйрәндек»). Ҡотлайбыҙ! Еңеүселәргә редакцияның Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ. Ә конкурста ҡатнашҡан һәр уҡыусыға Маҡтау ҡағыҙы биреләсәк.
|
Күпме тарих яҙып алынды, ташҡа баҫылды, хәҙер улар юғалмаясаҡ, киләһе быуындарға ла барып етәсәк. Афарин, уҡыусылар! Һеҙ ҙур эш башҡарҙығыҙ! Беҙҙең гәзиттә ойошторолған конкурсты күренекле ғалим, топонимдар менән ентекле шөғөлләнгән Рәшит Шәкүр ағай ҙа баһаланы һәм иң һәйбәт эштәрҙе билдәләргә ярҙам итте. – Топонимдар аша тарихтағы бик күп мәғлүмәтте белә алабыҙ. Һәр ер-һыу атамаһы айырым бер тарих булып һаҡланып ҡалған. Икенсенән, улар – беҙҙең телебеҙҙең байлығы, өсөнсөнән, беҙҙең башҡорт халҡы биләп йәшәгән территорияны билдәләй. Минең картаға фәҡәт башҡорт теле менән бәйле ер-һыу атамаларын һалғаным бар. Ул хәҙерге республика территорияһынан 2 – 3 мәртәбә киңерәк. Тарихсылар уны Тарихи Башҡортостан тип атай. Шуның өсөн урындарҙағы ер-һыу атамаларын өйрәнеү, уларҙың тарихын ҡағыҙға теркәү, юғалтмау, фән, белем өсөн һаҡлап алып ҡалыу, башҡортса дөрөҫ әйтелешен билдәләү, урыҫ теле менән сағыштырып өйрәнеү тәрбиәүи йәһәттән дә, фән өсөн дә бик ҡиммәтле. Конкурсҡа килгән мәҡәләләрҙең күбеһендә ер-һыу атамаларының айышына төшөнөргә ынтылыу, легендалар менән бәйләп, дөрөҫ итеп аңлатырға тырышыу – бик маҡтаулы эш. Уҡыусыларҙың топонимияны тарих, тел, география, этнография, фольклор менән бәйләп өйрәнергә ынтылыуы хуплауға лайыҡ, – тине ул. Шулай итеп, төплө йөкмәткеле «Хәтирәләр һаҡлай таштары» һәм «Бөгәмәле нимәне аңлата?» тигән мәҡәләләре өсөн Ләйсән СӘЙФУЛЛИНА (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия) еңеүсе тип табылды. II урынға Илнар МӨХӘМӘТЙӘНОВ (Бөрйән, Мәһәҙей, «Элгеләү тауы») һәм Фәдис ХӘМИҘУЛЛИН (Ейәнсура, Иҫәнғол башҡорт гимназияһы, «Дөр-дөр сәскәһе ҡайҙан килгән?») лайыҡ булды. III урында – Элина БӘШИРОВА (Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт гимназияһы, «Ауыл бөтһә лә, легендалар йәшәй»), Заһиҙә РӘЖӘПОВА (Әбйәлил, Ҡаҙмаш, «Исмаҡайҙан килгән исем», «Ҡаҙмаш ауылы кисеүҙәре», «Беҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек…», «Сура батыр»), Белорет районы Мәхмүт мәктәбенең V СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ («Легендалар өйрәндек»). Ҡотлайбыҙ! Еңеүселәргә редакцияның Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-04-05/tarih-ya-yu-ma-tauly-esh-296067
|
5 Апрель 2019, 17:02
|
ba
|
Ауыл бөтһә лә, легендалар йәшәй
|
Түбәнге Мотал ауылының төньяғында Тирмән тауы бар. Быуа исеменән алынған. Унда һыуҙы яҙғы ташҡын ваҡытында тултырып алып ҡалғандар. Тирмәнгә тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Ул революциянан һуң да эшләгән әле. Бөгөн быуа йырылған, урыны ғына һаҡланған. Тирә-яғында яртылаш ергә күмелгән аҡ тирмән таштары ғына ята.Йәшен атҡан тауы. Унда бер кешене йәшен атҡан. Исеме шул фажиғәгә бәйле. Һуңынан да был урында гел йәшен атыр булған. Өләсәйем һөйләүенсә, улар бала саҡта ауыл көтөүен көткән. Йәшенле ямғыр башланһа, малдарҙы был урындан икенсе урынға ҡыуғандар. Элек бурандар ҙа көслө булған, ҡойма ямғырҙар ҙа йыш яуған, йәшендәр ҙә ныҡ йәшнәгән. Шул сағында хатта ҡараңғы төн дә көндөҙҙәй яҡты булған.Мәндәм яланы. Ауылға яҡын ғына ерҙә, Шайтан йылғаһы менән Иҫҡырма шишмәһе араһындағы бик уңдырышлы яланда, Мәндәм тигән бай йәшәгән. Ер атамаһы ла уға бәйле тороп ҡалған. Ауыл бөтһә лә, ошо урында ҡарт олатайым Ғәйзулла картуф ултыртҡан.Ҡараҡ баҫҡан яланы. Иҫҡырма ҡаршыһында бер нисә гектар һөрөнтө ер бар. Был яланда иген үҫтергәндәр. 1917 йылдарҙа, уға тиклем дә, колхозлашыу ваҡытында ла кешеләрҙе төрлө сәбәптәр арҡаһында йә Себергә һөргөнгә, йә төрмәгә алып киткәндәр. Унан ҡасып ҡайтҡандар йыраҡ булмаған Яҫы Имән урманында йәшәгән. Төндә ошо яландан урлап башаҡ йыйғандар. Шуға ла Ҡараҡ баҫҡан яланы тип атағандар.Кәрим түбәһе. Түбәнге Моталдан Урта Моталға барған юлда Кәрим түбәһе тигән тау бар. Кәрим тигән кеше ошонда ҡылған сапҡан. Малын көткән.Иҫҡырма буйы. Ауылдың көнсығыш яғында, ике саҡрым алыҫлыҡта Иҫҡырма буйы тигән урын бар. Күсмә тормош менән йәшәгән саҡта был ҡышлау урыны булған. Тау итәгендә йорттар урынлашҡан, ҡаршылағы тау битләүҙәрендә ҡышын мал тибендә йөрөгән. Ике шишмәһе булған туғайлыҡта халыҡ балан, ҡомалаҡ йыйған. «Ыҙма» һүҙе «йорт» мәғәнәһен аңлатҡан. «Иҫке ыҙма» һүҙендәге «ҙ» өнө урынына халыҡ «р» өнөн әйтеп, «иҫҡырма» һүҙе яһалған. Был урында боронғо ҡәберлектәр бар. Ә шишмә ике саҡрым тирәһе аға ла Шайтан йылғаһына барып ҡушыла. Иҫҡырма шишмәһе эргәһендә өс тәрән генә бәләкәй күл булған. Өләсәйемдең мырҙалары бында балыҡ та тотҡан. 1970 йылда шишмә сыҡҡан ерҙә Яҡуп ауылы фермаһының туплау урыны булған. Һауынсылары һауған һөттәрен шишмәгә ҡуйып торғандар, сөнки уның һыуы ныҡ һалҡын булған. Түбәнге Мотал ауылы халҡы тәүҙә ошонда йәшәгән тигән фараз да бар. Һуңынан Шайтан йылғаһы буйына яҡыныраҡ килеп ултырғандар.Үлек соҡоро. Ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта туплауға яҡын бер соҡор бар. Ул элек тәрән булған. Аслыҡ йылында халыҡ күпләп ҡырылған. Ауылдаштарының мәйеттәрҙе зыяратҡа алып барып ерләргә хәлдәре булмай. Шуға уларҙы күмәген бергә ошо соҡорға алып барып һалғандар…Ҡыҙыл балсыҡ соҡоро. Һөләймән тауы итәгендә яҡшы сифатлы ҡыҙыл балсыҡ ятҡан. Рәмзиә өләсәйемдәр йәшәгән өй артында ғына булған был урын. Шуға улар балсыҡты күнәк менән генә ташыған. Ә күрше тирәләрҙән ат, машина менән килеп алғандар. Ауылда саман өйҙәрҙә йәшәгәндәр. Ситәндән эшләнгән синнектәрҙе, һарайҙарҙы, лапаҫтарҙы ошо балсыҡ менән һылағандар, һуңынан аҡ балсыҡ менән ағартҡандар. Урман булһа ла, ҡороған ағастарҙы ғына яҡҡандар. Яғыулыҡ өсөн тиҙәк һуҡҡандар. Шуға ауылдың арт яғы ла, йылға буйҙары ла таҙа булған. Хәҙерге һымаҡ йылға буйына тиҙәк түкмәгәндәр.Һөләймән тауы. Тау башында Һөләймән тигән бай йәшәгән. Ул эргәһендә генә ат һарайҙары төҙөгән. Шуға ла был урында ҡалынлығы бер метрға еткән тиреҫлек бар. Ауыл халҡы өй һалғанда йылы булһын өсөн түбәләренә ошо тиреҫте түшәгән. Өләсәйем дә биш йәшлек сағында атаһына тоҡтарға тиреҫ тултырырға ярҙам иткән. Граждандар һуғышы башланғас, был бай ҡайҙалыр ҡаса.Кинйә тауы. Ауылдан Кинйәгә (Туғай Кинйәһенә) барған юлда бер нисә саҡрымдарға һуҙылған тау бар. Халыҡ ошо тау аша йөрөгән. Шуға ла Кинйә тауы тигәндәр. Икенсе төрлө вариант буйынса, Кинйәнең ғәскәрҙәре күп һанлы булған, улар тау буйлап үткән.Шайтан йылғаһы. Исеме ямаҡ булһа ла, һыуы йомшаҡ уның. Ялсыҡай ауылы эргәһендә башлана ла, 30 саҡрым ағып, Көйөргәҙегә ҡушыла. Йылғаның исеме тураһында 3 төрлө ҡараш бар.1. Йылға йәйен тыныс ҡына аға, ләкин өйөрмәле ерҙәре бар. Уның төбөндә күп урындарҙа шишмә ағып сыға. Өләсәйем әйтеүе буйынса, шишмә сыҡҡанын еңел генә билдәләгәндәр. Ялан аяҡ йылға ситенән һыуҙа йөрөгәндәр. Ҡайҙа аяҡ өшөгән, шул урында соҡор ҡаҙығандар. Аҙаҡтан канау ҡаҙып, йылға менән тоташтырғандар. Шулай ҡойо яһағандар.Элек йылға мул һыулы булғас, аттар йөҙҙөргәндәр. Яҙ йылға ҡотороп ташҡан: боҙ китер алдынан һыу геүелдәгән, тирә-яҡты баҫҡан. Һыу ҡотороп ташҡанға ла Шайтан тип атағандар.2. Был серле йылға исеме тураһында Рәшит Шәкүр түбәндәгеләрҙе яҙа: «Башҡорт телендәге «Шайтан» һүҙе урыҫса «бес», «чёрт» тип тәржемә ителә. Был төрлө ышаныуҙарға ышаныуҙан килә. Шайтан йылғаһына ла ҡараңғы, шырлыҡ араһынан аҡҡанға ошо исем бирелгәндер».3. Ҡайһы бер кешеләр төндә йылға буйында уйнап йөрөгән шайтан балаларын күргән, имеш.Түбәнге Мотал ауылы. Уға Бөрйән ырыуы Монаш түбә башҡорттары нигеҙ һалған. Ауыл Мотал Абдуллин исемен йөрөтә. Был турала 1761 йылғы документтарҙа телгә алына. Ул ырыу ерҙәрен Кананикольск заводы хужаларына һатыуҙа ҡатнаша.Түбәнге Моталдан да 1812 йылғы француздарға ҡаршы Ватан һуғышында кешеләр ҡатнаша. Еңеүҙең 100 йыллығын байрам иткәндә батша иҫтәлекле миҙалдар сығарта. Был миҙалды яугирҙарҙың ейәндәренә тапшыралар. Түбәнге Моталдан Исмәғил Ейәнбаев 1912 йылда Ырымбурҙан барып ала.1920 йылда ауылда 118 өй була. Колхозлашыу осоронда ауылдың кешеләре яңы ауылға, Урта Моталға, нигеҙ һала. Аслыҡ ваҡытында халыҡ ҡырыла. 1970 йылда ауылда 24 кенә ғаилә йәшәй. Бөгөн был ауыл юҡ, һуңғы кешеһе 1984 йылда Яҡуп ауылына күсеп китә.Миңә мәғлүмәттәрҙе Түбәнге Мотал ауылында тыуып үҫкән инәйем Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Рәжәпова, өләсәйем Рәмзиә Ғәйзулла ҡыҙы Бикмаева һөйләне. Өлфәт Ҡобағошовтың «Таймаҫ ауылы» тигән китабы ла ярҙам итте.Элина БӘШИРОВА, V синыф уҡыусыһы.Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
|
Түбәнге Мотал ауылының төньяғында Тирмән тауы бар. Быуа исеменән алынған. Унда һыуҙы яҙғы ташҡын ваҡытында тултырып алып ҡалғандар. Тирмәнгә тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Ул революциянан һуң да эшләгән әле. Бөгөн быуа йырылған, урыны ғына һаҡланған. Тирә-яғында яртылаш ергә күмелгән аҡ тирмән таштары ғына ята. Йәшен атҡан тауы. Унда бер кешене йәшен атҡан. Исеме шул фажиғәгә бәйле. Һуңынан да был урында гел йәшен атыр булған. Өләсәйем һөйләүенсә, улар бала саҡта ауыл көтөүен көткән. Йәшенле ямғыр башланһа, малдарҙы был урындан икенсе урынға ҡыуғандар. Элек бурандар ҙа көслө булған, ҡойма ямғырҙар ҙа йыш яуған, йәшендәр ҙә ныҡ йәшнәгән. Шул сағында хатта ҡараңғы төн дә көндөҙҙәй яҡты булған. Мәндәм яланы. Ауылға яҡын ғына ерҙә, Шайтан йылғаһы менән Иҫҡырма шишмәһе араһындағы бик уңдырышлы яланда, Мәндәм тигән бай йәшәгән. Ер атамаһы ла уға бәйле тороп ҡалған. Ауыл бөтһә лә, ошо урында ҡарт олатайым Ғәйзулла картуф ултыртҡан.Ҡараҡ баҫҡан яланы. Иҫҡырма ҡаршыһында бер нисә гектар һөрөнтө ер бар. Был яланда иген үҫтергәндәр. 1917 йылдарҙа, уға тиклем дә, колхозлашыу ваҡытында ла кешеләрҙе төрлө сәбәптәр арҡаһында йә Себергә һөргөнгә, йә төрмәгә алып киткәндәр. Унан ҡасып ҡайтҡандар йыраҡ булмаған Яҫы Имән урманында йәшәгән. Төндә ошо яландан урлап башаҡ йыйғандар. Шуға ла Ҡараҡ баҫҡан яланы тип атағандар. Кәрим түбәһе. Түбәнге Моталдан Урта Моталға барған юлда Кәрим түбәһе тигән тау бар. Кәрим тигән кеше ошонда ҡылған сапҡан. Малын көткән. Иҫҡырма буйы. Ауылдың көнсығыш яғында, ике саҡрым алыҫлыҡта Иҫҡырма буйы тигән урын бар. Күсмә тормош менән йәшәгән саҡта был ҡышлау урыны булған. Тау итәгендә йорттар урынлашҡан, ҡаршылағы тау битләүҙәрендә ҡышын мал тибендә йөрөгән. Ике шишмәһе булған туғайлыҡта халыҡ балан, ҡомалаҡ йыйған. «Ыҙма» һүҙе «йорт» мәғәнәһен аңлатҡан. «Иҫке ыҙма» һүҙендәге «ҙ» өнө урынына халыҡ «р» өнөн әйтеп, «иҫҡырма» һүҙе яһалған. Был урында боронғо ҡәберлектәр бар. Ә шишмә ике саҡрым тирәһе аға ла Шайтан йылғаһына барып ҡушыла. Иҫҡырма шишмәһе эргәһендә өс тәрән генә бәләкәй күл булған. Өләсәйемдең мырҙалары бында балыҡ та тотҡан. 1970 йылда шишмә сыҡҡан ерҙә Яҡуп ауылы фермаһының туплау урыны булған. Һауынсылары һауған һөттәрен шишмәгә ҡуйып торғандар, сөнки уның һыуы ныҡ һалҡын булған. Түбәнге Мотал ауылы халҡы тәүҙә ошонда йәшәгән тигән фараз да бар. Һуңынан Шайтан йылғаһы буйына яҡыныраҡ килеп ултырғандар. Үлек соҡоро. Ауылдан ике саҡрым алыҫлыҡта туплауға яҡын бер соҡор бар. Ул элек тәрән булған. Аслыҡ йылында халыҡ күпләп ҡырылған. Ауылдаштарының мәйеттәрҙе зыяратҡа алып барып ерләргә хәлдәре булмай. Шуға уларҙы күмәген бергә ошо соҡорға алып барып һалғандар…Ҡыҙыл балсыҡ соҡоро. Һөләймән тауы итәгендә яҡшы сифатлы ҡыҙыл балсыҡ ятҡан. Рәмзиә өләсәйемдәр йәшәгән өй артында ғына булған был урын. Шуға улар балсыҡты күнәк менән генә ташыған. Ә күрше тирәләрҙән ат, машина менән килеп алғандар. Ауылда саман өйҙәрҙә йәшәгәндәр. Ситәндән эшләнгән синнектәрҙе, һарайҙарҙы, лапаҫтарҙы ошо балсыҡ менән һылағандар, һуңынан аҡ балсыҡ менән ағартҡандар. Урман булһа ла, ҡороған ағастарҙы ғына яҡҡандар. Яғыулыҡ өсөн тиҙәк һуҡҡандар. Шуға ауылдың арт яғы ла, йылға буйҙары ла таҙа булған. Хәҙерге һымаҡ йылға буйына тиҙәк түкмәгәндәр.Һөләймән тауы. Тау башында Һөләймән тигән бай йәшәгән. Ул эргәһендә генә ат һарайҙары төҙөгән. Шуға ла был урында ҡалынлығы бер метрға еткән тиреҫлек бар. Ауыл халҡы өй һалғанда йылы булһын өсөн түбәләренә ошо тиреҫте түшәгән. Өләсәйем дә биш йәшлек сағында атаһына тоҡтарға тиреҫ тултырырға ярҙам иткән. Граждандар һуғышы башланғас, был бай ҡайҙалыр ҡаса. Кинйә тауы. Ауылдан Кинйәгә (Туғай Кинйәһенә) барған юлда бер нисә саҡрымдарға һуҙылған тау бар. Халыҡ ошо тау аша йөрөгән. Шуға ла Кинйә тауы тигәндәр. Икенсе төрлө вариант буйынса, Кинйәнең ғәскәрҙәре күп һанлы булған, улар тау буйлап үткән. Шайтан йылғаһы. Исеме ямаҡ булһа ла, һыуы йомшаҡ уның. Ялсыҡай ауылы эргәһендә башлана ла, 30 саҡрым ағып, Көйөргәҙегә ҡушыла. Йылғаның исеме тураһында 3 төрлө ҡараш бар. 1. Йылға йәйен тыныс ҡына аға, ләкин өйөрмәле ерҙәре бар. Уның төбөндә күп урындарҙа шишмә ағып сыға. Өләсәйем әйтеүе буйынса, шишмә сыҡҡанын еңел генә билдәләгәндәр. Ялан аяҡ йылға ситенән һыуҙа йөрөгәндәр. Ҡайҙа аяҡ өшөгән, шул урында соҡор ҡаҙығандар. Аҙаҡтан канау ҡаҙып, йылға менән тоташтырғандар. Шулай ҡойо яһағандар. Элек йылға мул һыулы булғас, аттар йөҙҙөргәндәр. Яҙ йылға ҡотороп ташҡан: боҙ китер алдынан һыу геүелдәгән, тирә-яҡты баҫҡан. Һыу ҡотороп ташҡанға ла Шайтан тип атағандар. 2. Был серле йылға исеме тураһында Рәшит Шәкүр түбәндәгеләрҙе яҙа: «Башҡорт телендәге «Шайтан» һүҙе урыҫса «бес», «чёрт» тип тәржемә ителә. Был төрлө ышаныуҙарға ышаныуҙан килә. Шайтан йылғаһына ла ҡараңғы, шырлыҡ араһынан аҡҡанға ошо исем бирелгәндер».3. Ҡайһы бер кешеләр төндә йылға буйында уйнап йөрөгән шайтан балаларын күргән, имеш. Түбәнге Мотал ауылы. Уға Бөрйән ырыуы Монаш түбә башҡорттары нигеҙ һалған. Ауыл Мотал Абдуллин исемен йөрөтә. Был турала 1761 йылғы документтарҙа телгә алына. Ул ырыу ерҙәрен Кананикольск заводы хужаларына һатыуҙа ҡатнаша. Түбәнге Моталдан да 1812 йылғы француздарға ҡаршы Ватан һуғышында кешеләр ҡатнаша. Еңеүҙең 100 йыллығын байрам иткәндә батша иҫтәлекле миҙалдар сығарта. Был миҙалды яугирҙарҙың ейәндәренә тапшыралар. Түбәнге Моталдан Исмәғил Ейәнбаев 1912 йылда Ырымбурҙан барып ала. 1920 йылда ауылда 118 өй була. Колхозлашыу осоронда ауылдың кешеләре яңы ауылға, Урта Моталға, нигеҙ һала. Аслыҡ ваҡытында халыҡ ҡырыла. 1970 йылда ауылда 24 кенә ғаилә йәшәй. Бөгөн был ауыл юҡ, һуңғы кешеһе 1984 йылда Яҡуп ауылына күсеп китә. Миңә мәғлүмәттәрҙе Түбәнге Мотал ауылында тыуып үҫкән инәйем Әлфиә Ғәйзулла ҡыҙы Рәжәпова, өләсәйем Рәмзиә Ғәйзулла ҡыҙы Бикмаева һөйләне. Өлфәт Ҡобағошовтың «Таймаҫ ауылы» тигән китабы ла ярҙам итте. Элина БӘШИРОВА, V синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-03-01/auyl-b-t-l-legendalar-y-sh-y-291125
|
1 Март 2019, 13:21
|
ba
|
Еҙем, Уҡлығая
|
ЕҙемI вариант Элек был тирәлә бик бай бер кеше йәшәгән. Бер заман халыҡтың эсәр һыуға тотонған йылғаһы аҡмаҫ булған. Шунлыҡтан күптәр һыуһыҙ интегә башлаған. Ә байға йылғаның ҡороуы файҙаға ғына икән. Ул һыу һата башлаған. Халыҡ ни эшләһен инде, һуңғы аҡсаһын бирергә мәжбүр, ти. Ә бай яйлап хаҡты арттыра барған. Бер ҡыйыу егет түҙмәгән: «Мин ул йылғаның башын табып, ни өсөн аҡмағанын белеп ҡайтам», – тип алыҫ юлға сыҡҡан. Бай уның артынан шымсыларын ебәргән.Оҙаҡ барған егет. Бер ваҡыт теге йылғаның башын ҙур-ҙур таштар быуып ятҡанын күргән. Батыр ең һыҙғанып һыуҙы таҙарта башлаған. Көндәр, төндәр буйына тырышҡан ул. Йылғаны таҙартып бөттөм, тигәндә генә байҙың шымсылары килеп етеп, егетте һәләк иткән. Үҙҙәре лә тере ҡалмаған, сөнки йылға, ҡалған таштарҙы аҡтарып, атылып аға башлаған икән. Һыу тиҙҙән егет йәшәгән ауылға ла барып еткән. Йылға һыуы сарсаған кешеләргә йөҙөм һыуы кеүек тәмле тойолған. Шуға уға Йөҙөм тип исем ҡушҡандар.Кешеләр быға бик ныҡ шатланған, егеттең ҡайтырын көткән, өмөт иткән. Шул ваҡыттан бик күп йылдар үткән. Аҙаҡ йылғаның исеме Еҙемгә әйләнгән. II вариант Элек тә йәштәр яҙын урманға сығырға, тау башына менеп ултырырға яратҡан. Шул ваҡытта туй алдынан бер ҡыҙ егетенең батырлығын, көсөн һынап ҡарарға булған. Ул һөйгәненә Мағаш тауының бер ҡаяһынан йылғаға арҡан буйлап төшөп, ҡабат менергә ҡушҡан. Егет ҡаушап ҡалмаған, түбәнгә төшә башлаған. Тик көндәштәре арҡанды ҡырҡып өҙгән дә ҡуйған. Ләкин егет тере ҡалған. Бөтәһе лә аптыраған. «Нисек тере ҡалдың?» – тигән һорауға ул: «Йөҙҙөм», – тип яуап биргән. Һуңынан был йылғаны халыҡ Йөҙҙөм тип йөрөтә башлаған. Йылдар үтеү менән ябайлаштырылған Еҙем исеменә үҙгәргән. УҡлығаяБыл ҡая Бүгәс яуы үткәнгә тиклем нисек аталғандыр, әйтеүе ауыр. Арғы Ҡыҙылъяр башынан батша ғәскәрҙәре туптан атҡан, ә ҡая башынан Салауат Юлаев ғәскәре уҡтан атҡан, имеш, тип һөйләйҙәр. Дер һелкенеп торған был урын. Яу бөткән, күп йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡҡан, ҡая ҡалған, емерелмәгән. Әле лә ҡайҡайып, түшен киреп баҫып тора ул.«Был ҡаяла еҙ башаҡтар һаман да табыла», – ти ауыл ҡарттары. Шуның өсөн дә уға Уҡлығая тип исем биргәндәр.Ер-һыу атамаларының тарихын 2015 йылда сыҡҡан «Ҡауарҙы тарихы» тигән йыйынтыҡтан алдым. Рәнис ЮЛДАШБАЕВ, III синыф уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы.
|
ЕҙемI вариант Элек был тирәлә бик бай бер кеше йәшәгән. Бер заман халыҡтың эсәр һыуға тотонған йылғаһы аҡмаҫ булған. Шунлыҡтан күптәр һыуһыҙ интегә башлаған. Ә байға йылғаның ҡороуы файҙаға ғына икән. Ул һыу һата башлаған. Халыҡ ни эшләһен инде, һуңғы аҡсаһын бирергә мәжбүр, ти. Ә бай яйлап хаҡты арттыра барған. Бер ҡыйыу егет түҙмәгән: «Мин ул йылғаның башын табып, ни өсөн аҡмағанын белеп ҡайтам», – тип алыҫ юлға сыҡҡан. Бай уның артынан шымсыларын ебәргән. Оҙаҡ барған егет. Бер ваҡыт теге йылғаның башын ҙур-ҙур таштар быуып ятҡанын күргән. Батыр ең һыҙғанып һыуҙы таҙарта башлаған. Көндәр, төндәр буйына тырышҡан ул. Йылғаны таҙартып бөттөм, тигәндә генә байҙың шымсылары килеп етеп, егетте һәләк иткән. Үҙҙәре лә тере ҡалмаған, сөнки йылға, ҡалған таштарҙы аҡтарып, атылып аға башлаған икән. Һыу тиҙҙән егет йәшәгән ауылға ла барып еткән. Йылға һыуы сарсаған кешеләргә йөҙөм һыуы кеүек тәмле тойолған. Шуға уға Йөҙөм тип исем ҡушҡандар. Кешеләр быға бик ныҡ шатланған, егеттең ҡайтырын көткән, өмөт иткән. Шул ваҡыттан бик күп йылдар үткән. Аҙаҡ йылғаның исеме Еҙемгә әйләнгән. II вариант Элек тә йәштәр яҙын урманға сығырға, тау башына менеп ултырырға яратҡан. Шул ваҡытта туй алдынан бер ҡыҙ егетенең батырлығын, көсөн һынап ҡарарға булған. Ул һөйгәненә Мағаш тауының бер ҡаяһынан йылғаға арҡан буйлап төшөп, ҡабат менергә ҡушҡан. Егет ҡаушап ҡалмаған, түбәнгә төшә башлаған. Тик көндәштәре арҡанды ҡырҡып өҙгән дә ҡуйған. Ләкин егет тере ҡалған. Бөтәһе лә аптыраған. «Нисек тере ҡалдың?» – тигән һорауға ул: «Йөҙҙөм», – тип яуап биргән. Һуңынан был йылғаны халыҡ Йөҙҙөм тип йөрөтә башлаған. Йылдар үтеү менән ябайлаштырылған Еҙем исеменә үҙгәргән. УҡлығаяБыл ҡая Бүгәс яуы үткәнгә тиклем нисек аталғандыр, әйтеүе ауыр. Арғы Ҡыҙылъяр башынан батша ғәскәрҙәре туптан атҡан, ә ҡая башынан Салауат Юлаев ғәскәре уҡтан атҡан, имеш, тип һөйләйҙәр. Дер һелкенеп торған был урын. Яу бөткән, күп йылдар үтеп, күпме һыуҙар аҡҡан, ҡая ҡалған, емерелмәгән. Әле лә ҡайҡайып, түшен киреп баҫып тора ул.«Был ҡаяла еҙ башаҡтар һаман да табыла», – ти ауыл ҡарттары. Шуның өсөн дә уға Уҡлығая тип исем биргәндәр. Ер-һыу атамаларының тарихын 2015 йылда сыҡҡан «Ҡауарҙы тарихы» тигән йыйынтыҡтан алдым. Рәнис ЮЛДАШБАЕВ, III синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-02-22/e-em-u-ly-aya-290342
|
22 Февраль 2019, 13:25
|
ba
|
Бесәнсе-Хоҙайбирҙин
|
Тибеҙлек яланы. Ауылыбыҙҙың көньяғындағы үрге яҡ зыярат эргәһендә генә ялан бар. Төрлө һутлы үләндәргә бай был урынды халыҡ көтөүлек өсөн генә файҙаланған. Һәр өйгә уны тигеҙ итеп бүлгәндәр. Кешеләр үҙҙәренә тейгән өлөшөн ситән үреп кәртәләгән, тәрбиәләп торған. Бер ниндәй мал-тыуар сығырлыҡ урын булмаған, ә юл үткән урындарға ҡапҡалар ҡуйғандар. Әлеге көндә көтөүлек әҙ генә урында ҡалған, сөнки һуғыштан һуң ерҙе һөрөп, иген сәскәндәр, бесәнен дә сапҡандар.Керәүле йылғаһы. Бик боронғо ваҡыттарҙа ул бер урындан ғына түгел, ә ҡан тамырҙары кеүек, тармаҡланып аҡҡан. Был халыҡ өсөн уңайһыҙ булған. Шуға улар көрәктәр ярҙамында һыуҙың юлын бер генә урындан ағырлыҡ итеп, икенсе яҡҡа борған. Шуға йылғаны Көрәнде тип атағандар. Йылғаның үрге яғына сыуаштар, урыҫтар килеп ултырғас, «Көрәнде»не «Керәүле» тип үҙгәрткәндәр.Ҡыҙҙар тауы. Ул уйһыулыҡтар, сағылдар теҙмәһенән тора. Бер түбәһен Исхаҡ тауы тип йөрөтәләр. Элек тау башы ҡарҙан асылыу менән бала-сағалар, йәштәр унда төрлө уйындар уйнаған. Йәш-елкенсәк ошонда бер-береһе менән танышҡан. Ҡыҙҙар тауы граждандар һуғышының да эҙҙәрен һаҡлай. Унда йә ҡыҙылдар, йә аҡтар күҙәтеү пункты булдырған, сөнки урыны бик уңайлы, бар-тирә яҡ ус төбөндәй күренеп торған. Бесәнсе ауылы ла – бер ҡыҙылдар, бер аҡтар ҡулына күскән. Снаряд эҙҙәре, окоп урындары бөгөн дә һаҡлана.Исхаҡ тауы. Тура һүҙле, ғәҙеллекте яратҡан Исхаҡты байҙар күрә алмаған. Шуға ла уны ағыулап үлтерәләр. Ябай халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған Исхаҡты тау башына ерләйҙәр. Был ер изге урынға әйләнә. Әгәр оҙаҡ ямғыр яумаһа, ҡоролоҡ булһа, ҡатын-ҡыҙҙар Исхаҡ тауы башына көйәнтәләп һыу ташып, уның ҡәберенә һипкән.Бурһыҡ тауы. Элек был урында бурһыҡтар күп булған. Беҙ унда ҡунаҡҡа ғына киләбеҙ, тәбиғәтебеҙҙең матур урыны – бурһыҡтар төйәге менән һоҡланабыҙ. Ауылыма ҡайтҡан һайын ошонда барырға тырышам. Бындағы ағастар ҙа мине көткән кеүек, әҙ генә иҫкән елгә лә бөгөлә-һығыла сәләмләй, хатта япраҡтарына тиклем шыбырлашып, хәлемде һораша һымаҡ.Ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, балтырған ашайым, ап-аҡ сәскәгә күмелгән еләклеккә килеп сығам. Ҡаршымда – күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскәләре менән тулған тау битләүе… Илаһи зәңгәр донъя! Әйтерһең дә, аяҙ күктең бер киҫәге ергә төшкән дә сәскәләрҙе үҙ төҫөнә буяған. Сафлыҡ, тыныслыҡ аңҡый был урындан.Сәғит ҡултығы. Беҙҙең ғаиләнең сабынлығы эргәһенән генә һуҙыла ул. Элек бында Сәғит исемле бер ҡарт йәшәгән. Унда емеш-еләк тә күп була, бесән дә мул сабыла. Был ер түңәрәк кенә, үҙе ҙур ҙа түгел, урыны ла – уйһыулыҡ.Василий соҡоро. Бесәнлегебеҙҙән аҫтараҡ урынлашҡан. Элек Василий тигән кеше ошо урында тирмән тотҡан.Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы. Уның тарихы боронғо ваҡытҡа барып тоташа. 1587 йылда Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуынан Йома исемле кеше ауылға урынлаша. Уның 60 йәшендә теләп, көтөп алынған улы тыуған. Балаға Теләүҡабул тип исем ҡушҡандар. Ә уның улы Бесәнсе өйләнгәс, тыуған ауылынан бер саҡрым ғына алыҫлыҡтағы Керәүле йылғаһы буйына килеп төпләнә. Бесәнсенең, Теләүҡабулдың ейәне, хатта бүләһе булған, тигән фараздар ҙа бар. Аҙаҡтан туғандары ла күсеп килә, өйҙәр һаны 16-ға етә. Улар ҡышын бында ҡышлаһа, яҙын Кәшәүәр күл тирәһенә йәйләргә киткәндәр.Ауылым 1924 йылдың 22 декабрендә БашЦИК ҡарары буйынса ул шағир, яҙыусы, публицист, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1896 йылда ошо ауылда тыуып үҫкән Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөтә башлай.Ҡырын кисеү. Элек Керәүле йылғаһы мул һыулы булған. Бурһыҡ тауы яландарына барыр өсөн таштарҙы ватып, кисеү урыны эшләгәндәр. Ситтән ҡарағанда, был урын ҡырын һымаҡ күренгән. Шуға халыҡ Ҡырын кисеү тип исем ҡушҡан.Эйе, минең тыуған ауылымдың тәбиғәте матур, күренекле ул-ҡыҙҙары күп. Беҙҙең, киләсәк быуындың, төп бурысы – тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, ауыл үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү. Минең уйлауымса, һәр кеше ауылының тарихын белергә тейеш, сөнки илгә ҡарата һөйөү тәпәй баҫҡан ерҙән, беренсе тапҡыр һоҡланған тәбиғәтенән һәм уның тарихынан башлана. Гөлдәриә ҒАЙСИНА, XI синыф уҡыусыһы. Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.
|
Тибеҙлек яланы. Ауылыбыҙҙың көньяғындағы үрге яҡ зыярат эргәһендә генә ялан бар. Төрлө һутлы үләндәргә бай был урынды халыҡ көтөүлек өсөн генә файҙаланған. Һәр өйгә уны тигеҙ итеп бүлгәндәр. Кешеләр үҙҙәренә тейгән өлөшөн ситән үреп кәртәләгән, тәрбиәләп торған. Бер ниндәй мал-тыуар сығырлыҡ урын булмаған, ә юл үткән урындарға ҡапҡалар ҡуйғандар. Әлеге көндә көтөүлек әҙ генә урында ҡалған, сөнки һуғыштан һуң ерҙе һөрөп, иген сәскәндәр, бесәнен дә сапҡандар. Керәүле йылғаһы. Бик боронғо ваҡыттарҙа ул бер урындан ғына түгел, ә ҡан тамырҙары кеүек, тармаҡланып аҡҡан. Был халыҡ өсөн уңайһыҙ булған. Шуға улар көрәктәр ярҙамында һыуҙың юлын бер генә урындан ағырлыҡ итеп, икенсе яҡҡа борған. Шуға йылғаны Көрәнде тип атағандар. Йылғаның үрге яғына сыуаштар, урыҫтар килеп ултырғас, «Көрәнде»не «Керәүле» тип үҙгәрткәндәр.Ҡыҙҙар тауы. Ул уйһыулыҡтар, сағылдар теҙмәһенән тора. Бер түбәһен Исхаҡ тауы тип йөрөтәләр. Элек тау башы ҡарҙан асылыу менән бала-сағалар, йәштәр унда төрлө уйындар уйнаған. Йәш-елкенсәк ошонда бер-береһе менән танышҡан. Ҡыҙҙар тауы граждандар һуғышының да эҙҙәрен һаҡлай. Унда йә ҡыҙылдар, йә аҡтар күҙәтеү пункты булдырған, сөнки урыны бик уңайлы, бар-тирә яҡ ус төбөндәй күренеп торған. Бесәнсе ауылы ла – бер ҡыҙылдар, бер аҡтар ҡулына күскән. Снаряд эҙҙәре, окоп урындары бөгөн дә һаҡлана. Исхаҡ тауы. Тура һүҙле, ғәҙеллекте яратҡан Исхаҡты байҙар күрә алмаған. Шуға ла уны ағыулап үлтерәләр. Ябай халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған Исхаҡты тау башына ерләйҙәр. Был ер изге урынға әйләнә. Әгәр оҙаҡ ямғыр яумаһа, ҡоролоҡ булһа, ҡатын-ҡыҙҙар Исхаҡ тауы башына көйәнтәләп һыу ташып, уның ҡәберенә һипкән. Бурһыҡ тауы. Элек был урында бурһыҡтар күп булған. Беҙ унда ҡунаҡҡа ғына киләбеҙ, тәбиғәтебеҙҙең матур урыны – бурһыҡтар төйәге менән һоҡланабыҙ. Ауылыма ҡайтҡан һайын ошонда барырға тырышам. Бындағы ағастар ҙа мине көткән кеүек, әҙ генә иҫкән елгә лә бөгөлә-һығыла сәләмләй, хатта япраҡтарына тиклем шыбырлашып, хәлемде һораша һымаҡ.Ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, балтырған ашайым, ап-аҡ сәскәгә күмелгән еләклеккә килеп сығам. Ҡаршымда – күгәрсен күҙе, ҡыңғырау сәскәләре менән тулған тау битләүе… Илаһи зәңгәр донъя! Әйтерһең дә, аяҙ күктең бер киҫәге ергә төшкән дә сәскәләрҙе үҙ төҫөнә буяған. Сафлыҡ, тыныслыҡ аңҡый был урындан. Сәғит ҡултығы. Беҙҙең ғаиләнең сабынлығы эргәһенән генә һуҙыла ул. Элек бында Сәғит исемле бер ҡарт йәшәгән. Унда емеш-еләк тә күп була, бесән дә мул сабыла. Был ер түңәрәк кенә, үҙе ҙур ҙа түгел, урыны ла – уйһыулыҡ. Василий соҡоро. Бесәнлегебеҙҙән аҫтараҡ урынлашҡан. Элек Василий тигән кеше ошо урында тирмән тотҡан. Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылы. Уның тарихы боронғо ваҡытҡа барып тоташа. 1587 йылда Бошман-Ҡыпсаҡ ырыуынан Йома исемле кеше ауылға урынлаша. Уның 60 йәшендә теләп, көтөп алынған улы тыуған. Балаға Теләүҡабул тип исем ҡушҡандар. Ә уның улы Бесәнсе өйләнгәс, тыуған ауылынан бер саҡрым ғына алыҫлыҡтағы Керәүле йылғаһы буйына килеп төпләнә. Бесәнсенең, Теләүҡабулдың ейәне, хатта бүләһе булған, тигән фараздар ҙа бар. Аҙаҡтан туғандары ла күсеп килә, өйҙәр һаны 16-ға етә. Улар ҡышын бында ҡышлаһа, яҙын Кәшәүәр күл тирәһенә йәйләргә киткәндәр. Ауылым 1924 йылдың 22 декабрендә БашЦИК ҡарары буйынса ул шағир, яҙыусы, публицист, партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1896 йылда ошо ауылда тыуып үҫкән Шәһит Хоҙайбирҙин исемен йөрөтә башлай.Ҡырын кисеү. Элек Керәүле йылғаһы мул һыулы булған. Бурһыҡ тауы яландарына барыр өсөн таштарҙы ватып, кисеү урыны эшләгәндәр. Ситтән ҡарағанда, был урын ҡырын һымаҡ күренгән. Шуға халыҡ Ҡырын кисеү тип исем ҡушҡан. Эйе, минең тыуған ауылымдың тәбиғәте матур, күренекле ул-ҡыҙҙары күп. Беҙҙең, киләсәк быуындың, төп бурысы – тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, ауыл үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индереү. Минең уйлауымса, һәр кеше ауылының тарихын белергә тейеш, сөнки илгә ҡарата һөйөү тәпәй баҫҡан ерҙән, беренсе тапҡыр һоҡланған тәбиғәтенән һәм уның тарихынан башлана. Гөлдәриә ҒАЙСИНА, XI синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-02-15/bes-nse-ho-aybir-in-289778
|
15 Февраль 2019, 17:23
|
ba
|
Легендалар өйрәндек
|
Мәхмүт ауылы тарихы. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалы баҫтырылғас, батша власы аяуһыҙ рәүештә унда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй башлай. Ерле халыҡ ҡасып, тау-таш, урманлы ергә күсенә. Ошо ваҡытта хәҙерге Ғәбдөк ауылынан бер хәлле ғаилә Иҙел башына юллана. Яҙ көнө Мәхмүт ауылы эргәһендәрәк урынға – йәмле Әүнәр йылғаһы буйына килеп төпләнә. Әлеге көндә был ер Иҫке Ҡышлау тип йөрөтөлә. Ул Хәмиҙә тауы итәгендә урынлашҡан. Бер ҡыш ҡышлағас, ғаилә башлығы кире ҡайта, ә икенсе йылы яҙға ике улы менән тағы ла ошо яҡтарға юллана. Бер улының исеме Мәхмүт була. Уныһы атаһы төйәкләгән ерҙе яратмай, ишле малын түбәнән аҫҡа – Ағиҙел йылғаһында һуғарырға өйрәтә. Ә үҙҙәре Боҫҡон ҡойоһонан һыу ала. Шулай тип аталыуының сере – был ҡойоноң боҫоп ҡына (йәшенеп) ағыуында. Мәхмүттең йәшәгән төйәге Мәхмүт тип атала, ләкин ауыл ул һайлаған урында урынлашмаған, ә халыҡ әҙерәк түбәнгә, Иҙел буйынараҡ, төйәкләнгән. Сөнки Боҫҡон ҡойоһо ҡороған. («Урал» гәзите, №10, 2013 йыл, Вәсилә Әбдрәхимова мәҡәләһенән алынды.)Әйткәндәй, Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» исемле романында ла Мәхмүт олатай тураһында яҙылған. Хәмиҙә тауы I вариант Элегерәк Мәхмүт ауылында бер бай йәшәгән. Ул ярлы ғына кешенең ҡыҙын оҡшатып, кәләш итеп алырға уйлаған. Был һылыуҡайҙың исеме Хәмиҙә булған. Ҡыҙҙың байға кейәүгә сыҡҡыһы килмәгән. Ул ярлы ғаиләнән булған егетте яратҡан. Улар өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡан. Бай быны белһә лә, ҡыҙҙы һоратырға булған, ти. Ошо хәбәрҙе ишетеү менән Хәмиҙә урманға ҡасҡан. Ул аҙашып, Мәхмүт ауылы эргәһендәге тауға барып сыҡҡан.Икенсе көн ауыл халҡы ҡыҙҙы эҙләргә тотонған. Тапҡандар. Ҡараһалар, тау башында сүкәйеп кенә ултырып, туңып үлгән икән. Шунан бирле был урынды Хәмиҙә тауы тип йөрөтә башлағандар. II вариант Матур йәй көнө Хәмиҙә исемле бер ҡыҙ яңғыҙы ғына еләк йыйырға тип тауға киткән. Ләкин уны бәлә көтөп торған. Онотолоп еләк йыйып йөрөп, янына айыу килеп сыҡҡанын да аңғармаған. Януарҙың үкереүен ишеткәс, ҡото осоп, тырызын ташлап, йүгерә башлаған. Ләкин айыуҙан ҡасып ҡотола алмай, һәләк булған. Шунан инде был тауҙы халыҡ ҡыҙҙың исеме менән бәйләп, Хәмиҙә тауы тип атаған икән. III вариант Элегерәк бик йыуаш, һылыу ғына Хәмиҙә исемле ҡатын йәшәгән. Үҙен ауылдаштары күркәм холҡо өсөн ныҡ яратҡан.Ҡыштың бер һыуыҡ көнөндә ул утын әҙерләргә тип урманға киткән. Ҡапыл көслө буран сыҡҡан. Хәмиҙә атлауын дауам иткән. Бара торғас, аҙаша, тауға барып сыға. Бер ҡайын төбөнә ултырып, хәл алып, буран үткәнен көтөргә уйлай. Был көндө, үс иткәндәй, ыжғыр буран оҙаҡ туҡтамаған. Арыған, өшөгән Хәмиҙә йоҡлап киткән. Шул йоҡлауынан уянмаған, мәңгелеккә күҙен йомған.Ауылдаштары был күркәм холоҡло ҡатын исемен шул тауға бирә. Әһел осҡан яры Булған ваҡиға Был текә генә Ағиҙел йылғаһының ярын «Әһел осҡан яры» тип йөрөтәләр. Мәхмүттән Һөйөндөккә барған юл ситендә ул.Әһел исемле кеше (Мәхмүт ауылында йәшәгән) ҡышын ат менән күрше ауылға юлға сыҡҡан. Бара торғас, көслө буран ҡоторған. Толопҡа төрөнөп ултырып, Әһел йоҡлап киткән. Аты юлдан яҙып, йылға ярынан ҡолап төшә. Шул ваҡыттан алып был текә ярға халыҡ Әһел осҡан яры тип исем бирә. Эткүлкин Бер саҡ ошо яҡтағы һунарсылар күмәкләп һунарға сыға. Эттәрен өйҙә ҡалдырып китергә һөйләшәләр. «Беҙ үҙебеҙ уларһыҙ ҙа яҡшы һунарсылайбыҙ», – тигәндәр. Ләкин эттәр хужаларының урманға йыйыныуын һиҙеп, алдан сабып сығып киткән. Һунарсылар бер батҡылға барып юлыҡҡан, аттары менән был урындан сыға алмай, эй, ыҙаланғандар. Ә эттәр, алдан сабып сығып, ҡоро ерҙә хужаларын көткән була.Һунарсылар, ыҙа сигә-сигә, батҡылдан саҡ ҡотолған. Уларға эттәре көлөп-мыҫҡыллап ҡараған кеүек тойолған. Шунан башлап һунарға эттәрен ҡалдырмай сыҡҡандар, сөнки тоғро юлдаш икәндәрен аңлағандар.Ә был ваҡиға булған батҡылды Эткүлкин («Эт көлкөһө») тип йөрөтә башлағандар.(Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Барый Вәлиуллин олатайҙан 1992 йылда яҙып алынған.) Һарыбейә яланы Мәхмүт ауылынан һигеҙ километр алыҫлыҡта бер ялан бар. Элегерәк унда ҡайҙандыр һары бейә килеп сыҡҡан. Төҫөнә ҡыҙығып, күп кенә кеше үҙен тотоп ҡарарға була. Ләкин береһе лә булдыра алмай.Шул ваҡыттан алып был урынды Һарыбейә яланы тип йөрөтәләр. Санька үлгән ер Санька исемле бер кешенең Мәхмүттә лавкаһы( магазин) булған. Ул үҙе күрше Николаевка ауылынан йөрөп эшләгән икән.Шулай бер көндө, өйөнә ҡайтып барғанда, юлда бер кешене күреп ҡала. Санька ипләп кенә тирә-яғына күҙ һалһа, берәү түгел, ә биш-алты кеше ағастар араһында йәшенеп ятҡанын күрә. Ул юлбаҫарҙар үҙен һағалауын аңлай һәм сумкаһындағы аҡсаһын тирә-яҡҡа һибә. Тегеләр һатыусыны туҡмап үлтерә, ә байлығын йыйып алалар ҙа ҡасалар. Ул һәләк булған ерҙе Санька үлгән ер тип атайҙар.Был урын Мәхмүт һәм Николаевка ауылдары араһында.(Маһира өләсәйенән ейәне Рузил Камалетдинов яҙып алған.) IV СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ. Белорет районы, Мәхмүт ауылы.
|
Мәхмүт ауылы тарихы. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр ихтилалы баҫтырылғас, батша власы аяуһыҙ рәүештә унда ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләй башлай. Ерле халыҡ ҡасып, тау-таш, урманлы ергә күсенә. Ошо ваҡытта хәҙерге Ғәбдөк ауылынан бер хәлле ғаилә Иҙел башына юллана. Яҙ көнө Мәхмүт ауылы эргәһендәрәк урынға – йәмле Әүнәр йылғаһы буйына килеп төпләнә. Әлеге көндә был ер Иҫке Ҡышлау тип йөрөтөлә. Ул Хәмиҙә тауы итәгендә урынлашҡан. Бер ҡыш ҡышлағас, ғаилә башлығы кире ҡайта, ә икенсе йылы яҙға ике улы менән тағы ла ошо яҡтарға юллана. Бер улының исеме Мәхмүт була. Уныһы атаһы төйәкләгән ерҙе яратмай, ишле малын түбәнән аҫҡа – Ағиҙел йылғаһында һуғарырға өйрәтә. Ә үҙҙәре Боҫҡон ҡойоһонан һыу ала. Шулай тип аталыуының сере – был ҡойоноң боҫоп ҡына (йәшенеп) ағыуында. Мәхмүттең йәшәгән төйәге Мәхмүт тип атала, ләкин ауыл ул һайлаған урында урынлашмаған, ә халыҡ әҙерәк түбәнгә, Иҙел буйынараҡ, төйәкләнгән. Сөнки Боҫҡон ҡойоһо ҡороған. («Урал» гәзите, №10, 2013 йыл, Вәсилә Әбдрәхимова мәҡәләһенән алынды.)Әйткәндәй, Ғайса Хөсәйеновтың «Ҡанлы илле биш» исемле романында ла Мәхмүт олатай тураһында яҙылған. Хәмиҙә тауы I вариант Элегерәк Мәхмүт ауылында бер бай йәшәгән. Ул ярлы ғына кешенең ҡыҙын оҡшатып, кәләш итеп алырға уйлаған. Был һылыуҡайҙың исеме Хәмиҙә булған. Ҡыҙҙың байға кейәүгә сыҡҡыһы килмәгән. Ул ярлы ғаиләнән булған егетте яратҡан. Улар өйләнешергә һүҙ ҡуйышҡан. Бай быны белһә лә, ҡыҙҙы һоратырға булған, ти. Ошо хәбәрҙе ишетеү менән Хәмиҙә урманға ҡасҡан. Ул аҙашып, Мәхмүт ауылы эргәһендәге тауға барып сыҡҡан. Икенсе көн ауыл халҡы ҡыҙҙы эҙләргә тотонған. Тапҡандар. Ҡараһалар, тау башында сүкәйеп кенә ултырып, туңып үлгән икән. Шунан бирле был урынды Хәмиҙә тауы тип йөрөтә башлағандар. II вариант Матур йәй көнө Хәмиҙә исемле бер ҡыҙ яңғыҙы ғына еләк йыйырға тип тауға киткән. Ләкин уны бәлә көтөп торған. Онотолоп еләк йыйып йөрөп, янына айыу килеп сыҡҡанын да аңғармаған. Януарҙың үкереүен ишеткәс, ҡото осоп, тырызын ташлап, йүгерә башлаған. Ләкин айыуҙан ҡасып ҡотола алмай, һәләк булған. Шунан инде был тауҙы халыҡ ҡыҙҙың исеме менән бәйләп, Хәмиҙә тауы тип атаған икән. III вариант Элегерәк бик йыуаш, һылыу ғына Хәмиҙә исемле ҡатын йәшәгән. Үҙен ауылдаштары күркәм холҡо өсөн ныҡ яратҡан.Ҡыштың бер һыуыҡ көнөндә ул утын әҙерләргә тип урманға киткән. Ҡапыл көслө буран сыҡҡан. Хәмиҙә атлауын дауам иткән. Бара торғас, аҙаша, тауға барып сыға. Бер ҡайын төбөнә ултырып, хәл алып, буран үткәнен көтөргә уйлай. Был көндө, үс иткәндәй, ыжғыр буран оҙаҡ туҡтамаған. Арыған, өшөгән Хәмиҙә йоҡлап киткән. Шул йоҡлауынан уянмаған, мәңгелеккә күҙен йомған. Ауылдаштары был күркәм холоҡло ҡатын исемен шул тауға бирә. Әһел осҡан яры Булған ваҡиға Был текә генә Ағиҙел йылғаһының ярын «Әһел осҡан яры» тип йөрөтәләр. Мәхмүттән Һөйөндөккә барған юл ситендә ул. Әһел исемле кеше (Мәхмүт ауылында йәшәгән) ҡышын ат менән күрше ауылға юлға сыҡҡан. Бара торғас, көслө буран ҡоторған. Толопҡа төрөнөп ултырып, Әһел йоҡлап киткән. Аты юлдан яҙып, йылға ярынан ҡолап төшә. Шул ваҡыттан алып был текә ярға халыҡ Әһел осҡан яры тип исем бирә. Эткүлкин Бер саҡ ошо яҡтағы һунарсылар күмәкләп һунарға сыға. Эттәрен өйҙә ҡалдырып китергә һөйләшәләр. «Беҙ үҙебеҙ уларһыҙ ҙа яҡшы һунарсылайбыҙ», – тигәндәр. Ләкин эттәр хужаларының урманға йыйыныуын һиҙеп, алдан сабып сығып киткән. Һунарсылар бер батҡылға барып юлыҡҡан, аттары менән был урындан сыға алмай, эй, ыҙаланғандар. Ә эттәр, алдан сабып сығып, ҡоро ерҙә хужаларын көткән була.Һунарсылар, ыҙа сигә-сигә, батҡылдан саҡ ҡотолған. Уларға эттәре көлөп-мыҫҡыллап ҡараған кеүек тойолған. Шунан башлап һунарға эттәрен ҡалдырмай сыҡҡандар, сөнки тоғро юлдаш икәндәрен аңлағандар. Ә был ваҡиға булған батҡылды Эткүлкин («Эт көлкөһө») тип йөрөтә башлағандар.(Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Барый Вәлиуллин олатайҙан 1992 йылда яҙып алынған.) Һарыбейә яланы Мәхмүт ауылынан һигеҙ километр алыҫлыҡта бер ялан бар. Элегерәк унда ҡайҙандыр һары бейә килеп сыҡҡан. Төҫөнә ҡыҙығып, күп кенә кеше үҙен тотоп ҡарарға була. Ләкин береһе лә булдыра алмай. Шул ваҡыттан алып был урынды Һарыбейә яланы тип йөрөтәләр. Санька үлгән ер Санька исемле бер кешенең Мәхмүттә лавкаһы( магазин) булған. Ул үҙе күрше Николаевка ауылынан йөрөп эшләгән икән. Шулай бер көндө, өйөнә ҡайтып барғанда, юлда бер кешене күреп ҡала. Санька ипләп кенә тирә-яғына күҙ һалһа, берәү түгел, ә биш-алты кеше ағастар араһында йәшенеп ятҡанын күрә. Ул юлбаҫарҙар үҙен һағалауын аңлай һәм сумкаһындағы аҡсаһын тирә-яҡҡа һибә. Тегеләр һатыусыны туҡмап үлтерә, ә байлығын йыйып алалар ҙа ҡасалар. Ул һәләк булған ерҙе Санька үлгән ер тип атайҙар. Был урын Мәхмүт һәм Николаевка ауылдары араһында.(Маһира өләсәйенән ейәне Рузил Камалетдинов яҙып алған.) IV СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-02-08/legendalar-yr-ndek-288855
|
8 Февраль 2019, 16:01
|
ba
|
Ҡарамалы-Ғөбәй
|
Шундай уйҙар менән йөрөһә лә, 1550 йылда Ҡазан нығытмаһын яулай алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яҡтағы ауылдарҙы туҙҙыра. Шул емерелгән, яндырылғандарҙың береһе беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәшәгән Байҙар Сәрдеге була. Уның бер мәхәлләһендә Ғөбәй исемле мулла йәшәй. Урыҫ ғәскәрҙәре килә башлағас, ул үҙенең халҡын оло улы Алдарғол етәкселегендә Уралға табан оҙатып ебәрә. Ә үҙе атҡа атланып икенсе мәхәлләгә – ҡыҙы менән кейәүе янына саба. Халыҡ ҡасып ҡотола. Тик Ғөбәй мулла ғына өлгөрмәй ҡала. Уны һатлыҡ йәндәр урыҫ ғәскәрҙәренә тотоп бирә. Ауылда ҡалған, ҡаса алмаған халыҡтарҙы йыялар, ҙур ҡаҙан аҫалар. Ыҫмала һалып ҡайнаталар, шунда Ғөбәй мулланы төшөрөп, язалап үлтерәләр. Ҡалған суҡынмаған ирҙәрҙе лә юҡ итәләр, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа оҙаталар.Ғөбәй мулланың оҫтабикәһе (ҡатыны) Сәлиә исемле була. Ул яңы урында, тау башында ҡая таштарына баҫып, монһоуланып йыр һуҙырға яратҡан. Сәлиә әбейҙең шул йырҙарының һүҙҙәрен ҡаяларға яҙып ҡалдыралар. Был урынды әле булһа ла Сәлиә тауҙары тип йөрөтәләр (был ҡыялар Рәхмәй шишмәһе өҫтөндә булырға тейеш).Шулай итеп, Алдарғол үҙенең халҡын элек атаһы менән сауҙа итергә йөрөгән башҡорт ерҙәренә алып бара. Ямғырҙар башланғас, улар бер тау башына землянкалар ҡаҙып урынлаша. Был ерҙе әле булһа ла Алдар тауы тип атайҙар.Өсән йылғаһының аръяғындағы һаҙлыҡтар кибә башлағас, әлеге Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы урынына сығып ултыралар. Улар үҙҙәренең биләмәһенә язалап үлтерелгән муллаларының исемен ҡуша, Ғөбәй ауылы тип. Ә һуңыраҡ, тирә-яғында ҡарама урманы булғанға, Ҡарамалы-Ғөбәй булып китә.…Икенсе төркөм халыҡ Ғөбәй мулла ҡыҙы менән кейәүе етәкселегендә башта Алдарғол артынан бара, һуңынан эҙҙәрен юғалтҡас, Нөгөш йылғаһы буйына урынлаша. Ауылдарына үҙҙәре ташлап киткән ауыл иҫтәлеге итеп, Сәрдек тигән исем бирелә.Бына шулай әлеге Туймазы районында Ҡазан ерендәге бер ауылдан ике ауыл барлыҡҡа килә. Ә улар үҙҙәренең ауылдаш икәндәрен күптән онотҡандарҙыр инде. Хәҙерге ваҡытта Байҙар Сәрдеге урынын белгән кешеләр ҙә ҡалмаған, сөнки урыҫ ғәскәренә бик ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн бөтә ауылды яндырғандар, таш мәсеттәрҙе шартлатып, ерен тигеҙләгәндәр.Был мәғлүмәт Малик Шәкировтың 1989 йылда яҙылған хатынан алынды. «Минең тыуған ерем – Ҡарамалы-Ғөбәй ауылының Үкелсә урамы, эскән һыуым кескәй инеш ине», тип тамамлай ул үҙенең хатын.Ә хәҙер Фазлый ағай Камалиевтың иҫтәлектәренән өҙөктәр килтереп китәм:«…Тарихта 1908 йылға саҡлы булған хәлдәр ауыл ҡарттары һөйләгәндәрҙән хәтерҙә һаҡланған истәлектәргә нигеҙләнеп яҙылһа, 1908 йылдан башлап үҙ күргәндәрем һәм үҙемдең хәтерҙә ҡалғандарҙан сығып төҙөлдө.XVI быуатта Ҡазан ҡалаһы тирәһендәге татарҙар суҡындырыуҙан ҡасып, кеше аяғы баҫмаған ҡараңғы урмандарға барып һыйынған. Бына ошо осорҙа беренсе булып Ғөбәй ҡарт менән һигеҙ ғаилә килеп ултырған. Бөгөнгө Сәлиә тауы өҫтөндә ҙур булмаған аҡлан була, улар бына шунда йәшәй башлаған.Ул осорҙа йәшәүселәр Өсән йылғаһының барлығын да белмәгән. Күсеп килеүселәр өҫтәлә-өҫтәлә, ауыл ҙурайғандан-ҙурая. Әлеге ауыл урынының башта иң ҡалҡыу урындарына ғына йорт төҙөй алғандар.Һуңынан инде бик күп йылдар үткәс, урмандар киҫелеп, тирә-яҡ асылғас, Өсән йылғаһын белгәндәр. Ул ваҡытта мул һыулы була. Әлеге болон урындарында яҙғы ташҡын һыуҙары кибә алмайынса, йәй буйы һаҙлыҡ булып ятҡан. Ауыл ҙурайған һайын урмандар киҫелеп, иген баҫыуҙары киңәйә барған, тирә-яҡ асылған. Бында ауыл барлығын белгәс, эйәрләнгән аттарға атланып, башҡорт ҡарттары килгән. Был ерҙәргә башҡорттар хужа булғанлығын аңлатҡандар. Беҙҙең ауыл ҡарттары кәңәшләшкәс, уларҙы яҡшы итеп һыйлап, оҙаҡ ҡына ҡунаҡ иткән. Башҡорттар менән дуҫлашҡандар.Беҙҙең ауылдың икенсе яҡ күршеһенә лә йәшәү өсөн ер бирелеп, Туҡай ауылы барлыҡҡа килгән. Ана шулай Өсән йылғаһының һул яғында ауылдар күбәйгәндән-күбәйә барған». Аделина БУЛАТОВА, IX синыф уҡыусыһы. Туймазы ҡалаһы, 2-се мәктәп.
|
Шундай уйҙар менән йөрөһә лә, 1550 йылда Ҡазан нығытмаһын яулай алмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тирә-яҡтағы ауылдарҙы туҙҙыра. Шул емерелгән, яндырылғандарҙың береһе беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәшәгән Байҙар Сәрдеге була. Уның бер мәхәлләһендә Ғөбәй исемле мулла йәшәй. Урыҫ ғәскәрҙәре килә башлағас, ул үҙенең халҡын оло улы Алдарғол етәкселегендә Уралға табан оҙатып ебәрә. Ә үҙе атҡа атланып икенсе мәхәлләгә – ҡыҙы менән кейәүе янына саба. Халыҡ ҡасып ҡотола. Тик Ғөбәй мулла ғына өлгөрмәй ҡала. Уны һатлыҡ йәндәр урыҫ ғәскәрҙәренә тотоп бирә. Ауылда ҡалған, ҡаса алмаған халыҡтарҙы йыялар, ҙур ҡаҙан аҫалар. Ыҫмала һалып ҡайнаталар, шунда Ғөбәй мулланы төшөрөп, язалап үлтерәләр. Ҡалған суҡынмаған ирҙәрҙе лә юҡ итәләр, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡҡа оҙаталар. Ғөбәй мулланың оҫтабикәһе (ҡатыны) Сәлиә исемле була. Ул яңы урында, тау башында ҡая таштарына баҫып, монһоуланып йыр һуҙырға яратҡан. Сәлиә әбейҙең шул йырҙарының һүҙҙәрен ҡаяларға яҙып ҡалдыралар. Был урынды әле булһа ла Сәлиә тауҙары тип йөрөтәләр (был ҡыялар Рәхмәй шишмәһе өҫтөндә булырға тейеш).Шулай итеп, Алдарғол үҙенең халҡын элек атаһы менән сауҙа итергә йөрөгән башҡорт ерҙәренә алып бара. Ямғырҙар башланғас, улар бер тау башына землянкалар ҡаҙып урынлаша. Был ерҙе әле булһа ла Алдар тауы тип атайҙар. Өсән йылғаһының аръяғындағы һаҙлыҡтар кибә башлағас, әлеге Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы урынына сығып ултыралар. Улар үҙҙәренең биләмәһенә язалап үлтерелгән муллаларының исемен ҡуша, Ғөбәй ауылы тип. Ә һуңыраҡ, тирә-яғында ҡарама урманы булғанға, Ҡарамалы-Ғөбәй булып китә.…Икенсе төркөм халыҡ Ғөбәй мулла ҡыҙы менән кейәүе етәкселегендә башта Алдарғол артынан бара, һуңынан эҙҙәрен юғалтҡас, Нөгөш йылғаһы буйына урынлаша. Ауылдарына үҙҙәре ташлап киткән ауыл иҫтәлеге итеп, Сәрдек тигән исем бирелә. Бына шулай әлеге Туймазы районында Ҡазан ерендәге бер ауылдан ике ауыл барлыҡҡа килә. Ә улар үҙҙәренең ауылдаш икәндәрен күптән онотҡандарҙыр инде. Хәҙерге ваҡытта Байҙар Сәрдеге урынын белгән кешеләр ҙә ҡалмаған, сөнки урыҫ ғәскәренә бик ҡаты ҡаршылыҡ күрһәткәне өсөн бөтә ауылды яндырғандар, таш мәсеттәрҙе шартлатып, ерен тигеҙләгәндәр. Был мәғлүмәт Малик Шәкировтың 1989 йылда яҙылған хатынан алынды. «Минең тыуған ерем – Ҡарамалы-Ғөбәй ауылының Үкелсә урамы, эскән һыуым кескәй инеш ине», тип тамамлай ул үҙенең хатын. Ә хәҙер Фазлый ағай Камалиевтың иҫтәлектәренән өҙөктәр килтереп китәм:«…Тарихта 1908 йылға саҡлы булған хәлдәр ауыл ҡарттары һөйләгәндәрҙән хәтерҙә һаҡланған истәлектәргә нигеҙләнеп яҙылһа, 1908 йылдан башлап үҙ күргәндәрем һәм үҙемдең хәтерҙә ҡалғандарҙан сығып төҙөлдө.XVI быуатта Ҡазан ҡалаһы тирәһендәге татарҙар суҡындырыуҙан ҡасып, кеше аяғы баҫмаған ҡараңғы урмандарға барып һыйынған. Бына ошо осорҙа беренсе булып Ғөбәй ҡарт менән һигеҙ ғаилә килеп ултырған. Бөгөнгө Сәлиә тауы өҫтөндә ҙур булмаған аҡлан була, улар бына шунда йәшәй башлаған. Ул осорҙа йәшәүселәр Өсән йылғаһының барлығын да белмәгән. Күсеп килеүселәр өҫтәлә-өҫтәлә, ауыл ҙурайғандан-ҙурая. Әлеге ауыл урынының башта иң ҡалҡыу урындарына ғына йорт төҙөй алғандар.Һуңынан инде бик күп йылдар үткәс, урмандар киҫелеп, тирә-яҡ асылғас, Өсән йылғаһын белгәндәр. Ул ваҡытта мул һыулы була. Әлеге болон урындарында яҙғы ташҡын һыуҙары кибә алмайынса, йәй буйы һаҙлыҡ булып ятҡан. Ауыл ҙурайған һайын урмандар киҫелеп, иген баҫыуҙары киңәйә барған, тирә-яҡ асылған. Бында ауыл барлығын белгәс, эйәрләнгән аттарға атланып, башҡорт ҡарттары килгән. Был ерҙәргә башҡорттар хужа булғанлығын аңлатҡандар. Беҙҙең ауыл ҡарттары кәңәшләшкәс, уларҙы яҡшы итеп һыйлап, оҙаҡ ҡына ҡунаҡ иткән. Башҡорттар менән дуҫлашҡандар. Беҙҙең ауылдың икенсе яҡ күршеһенә лә йәшәү өсөн ер бирелеп, Туҡай ауылы барлыҡҡа килгән. Ана шулай Өсән йылғаһының һул яғында ауылдар күбәйгәндән-күбәйә барған». Аделина БУЛАТОВА, IX синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-02-01/aramaly-b-y-288191
|
1 Февраль 2019, 13:51
|
ba
|
Сура батыр
|
Сура батыр һуғышҡан, йәшәгән ерҙәрҙә уның исеменә бағышланған ер-һыу атамалары ла бихисап.…Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда йәйләүҙәге башҡорттарҙы бер төркөм ҡалмыҡ һыбайлылары баҫып ала. Быны ишеткән Сура, бер нисә ырыу вәкилдәре менән бер булып, баҫҡынсыларҙы аңдый башлай. Ләкин бер мәл ул үҙе генә тороп ҡала, шулай ҙа уҡ-һаҙағын яңырта ла ҡалмыҡтарға һөжүм аса. Ошо ваҡыт өйҙә ҡалған әсәһе менән ҡатыны эҙләп килеп етә. Уларҙың өсәүһен дә ҡулға алалар һәм Сураны – бер яҡҡа, ә яҡындарын икенсе яҡҡа оҙаталар. Батыр ҡалмыҡтар ҡулында һарыҡ көтә.Бер ваҡыт ҡатыны менән әсәһе уның ҡайҙа йөрөгәнен ишетеп ҡала һәм эҙләп сығып китә. Уны тапҡас, таңға ҡарай тирмәгә инеп, уятып алып ҡасалар. Ҡалмыҡтар арттарынан ҡыуа төшә. Был арала улар ҡасып барып, Ҡушый ауылын үтеп, бер биләнгә килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны Йәмилә ҡапыл ауырып китеп, ошонда донъя ҡуя. Дошмандарҙың килеүен күреп ҡалғас, Сура батыр әсәһен алға ебәрә, ә үҙе, уларға ата-ата, Ҡолғана ауылы яғына ҡарай саба. Дошмандар уны яңынан тотоп алып китә.Ошонан һуң Сура батыр ҡалмыҡтар менән алышҡан урынды – Ҡансура, ә уның тирмәһе янынан аҡҡан йылғаны әсәһе хөрмәтенә Ҡаҙна йылғаһы тип йөрөтә башлайҙар.Сурасапҡан ҡойоһо исеменең мәғәнәһе: элек Юлдаш ауылынан Ҡырҡты аша Рысҡужа, Амангилде, Үтәгән ауылдарына тура юл булған. Сура батыр шул тирәнән йылға аша атында тура сапҡан, тип аңларға кәрәк. Эргәһендәге ауылды ла Тирмән тип әйтәбеҙ, тик ваҡыт үтеү менән тирмәне лә юҡҡа сыҡҡан.Ҡаҙаҡ далаларынан баҫҡынсылар менән алышта Сура үҙенең ғәскәрен юғалта. Уға яңғыҙына ҡыуыусыларҙан ҡасырға тура килә. Шишмә эргәһендә атынан төшә лә уны өркөтә, ә үҙе ҡамыштар араһына инеп ята, һыуҙа ҡамыш менән тын ала. Ҡыуып килеүселәр ат артынан китә һәм Сура тере ҡала.Ҡалмыҡ баҫҡынсылары менән Ҡолғана ауылы янында осрашалар. Йола буйынса, иң тәүҙә һәр ғәскәрҙән берәр батыр алышырға тейеш була. Башҡорттарҙан Сура батырҙың улы Ҡансура сыға. Алышта ул еңә. Үлгән ҡалмыҡ батырын ат ҡойроғона бәйләп, халыҡҡа күрһәтергә ауылға һөйрәтеп алып киләләр. Аҙаҡ уны бер күлгә ташлайҙар. Был урын Ҡалмыҡ күле булып китә. Ә Ҡансура һуғышҡан, батыр исемен алған ерҙе Ҡансура яланы тип исемләйҙәр.Ҡалмыҡтар менән башҡорттар араһында һуғыштар йыш булып торған. Шуларҙың береһендә беҙҙекеләр тегеләрҙе Ҡыһыҡта тауында ҡамай һәм тулыһынса тиерлек ҡыра. Ҡасҡандарын баҫтырып барып, үҙҙәре тоҙаҡҡа эләгә. Ярлыҡап кисеүенә етер ерҙәрәк бик күп яугирҙәр, шул иҫәптән Сура батыр ҙа, һәләк була. Үҙен Киң туғай тигән ерҙә ерләйҙәр. Хәҙер ҙә унда ҡушҡайын үҫеп ултыра һәм ҡәбере лә беленеп ята.Сура батырҙың шәжәрәһе лә билдәле. Рысҡужа ауылында суҡмарҙар араһы бар. Уның нәҫелдәре, сөнки батырҙың төп һуғыш ҡоралы суҡмар булған. 2011 йылда исемен мәңгеләштереү маҡсатында район башҡорттары ҡоролтайы ул ерләнгән урында мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйҙыртты.Мәғлүмәтте Рысҡужа ауылында йәшәүсе Рәжәп Хәлфитдин улы Яҡуповтан һәм уның «Сура батыр» тип аталған китабынан яҙып алдым. Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе. Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш ауылы.
|
Сура батыр һуғышҡан, йәшәгән ерҙәрҙә уның исеменә бағышланған ер-һыу атамалары ла бихисап.…Шулай тыныс ҡына йәшәп ятҡанда йәйләүҙәге башҡорттарҙы бер төркөм ҡалмыҡ һыбайлылары баҫып ала. Быны ишеткән Сура, бер нисә ырыу вәкилдәре менән бер булып, баҫҡынсыларҙы аңдый башлай. Ләкин бер мәл ул үҙе генә тороп ҡала, шулай ҙа уҡ-һаҙағын яңырта ла ҡалмыҡтарға һөжүм аса. Ошо ваҡыт өйҙә ҡалған әсәһе менән ҡатыны эҙләп килеп етә. Уларҙың өсәүһен дә ҡулға алалар һәм Сураны – бер яҡҡа, ә яҡындарын икенсе яҡҡа оҙаталар. Батыр ҡалмыҡтар ҡулында һарыҡ көтә. Бер ваҡыт ҡатыны менән әсәһе уның ҡайҙа йөрөгәнен ишетеп ҡала һәм эҙләп сығып китә. Уны тапҡас, таңға ҡарай тирмәгә инеп, уятып алып ҡасалар. Ҡалмыҡтар арттарынан ҡыуа төшә. Был арала улар ҡасып барып, Ҡушый ауылын үтеп, бер биләнгә килеп етә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны Йәмилә ҡапыл ауырып китеп, ошонда донъя ҡуя. Дошмандарҙың килеүен күреп ҡалғас, Сура батыр әсәһен алға ебәрә, ә үҙе, уларға ата-ата, Ҡолғана ауылы яғына ҡарай саба. Дошмандар уны яңынан тотоп алып китә. Ошонан һуң Сура батыр ҡалмыҡтар менән алышҡан урынды – Ҡансура, ә уның тирмәһе янынан аҡҡан йылғаны әсәһе хөрмәтенә Ҡаҙна йылғаһы тип йөрөтә башлайҙар. Сурасапҡан ҡойоһо исеменең мәғәнәһе: элек Юлдаш ауылынан Ҡырҡты аша Рысҡужа, Амангилде, Үтәгән ауылдарына тура юл булған. Сура батыр шул тирәнән йылға аша атында тура сапҡан, тип аңларға кәрәк. Эргәһендәге ауылды ла Тирмән тип әйтәбеҙ, тик ваҡыт үтеү менән тирмәне лә юҡҡа сыҡҡан.Ҡаҙаҡ далаларынан баҫҡынсылар менән алышта Сура үҙенең ғәскәрен юғалта. Уға яңғыҙына ҡыуыусыларҙан ҡасырға тура килә. Шишмә эргәһендә атынан төшә лә уны өркөтә, ә үҙе ҡамыштар араһына инеп ята, һыуҙа ҡамыш менән тын ала. Ҡыуып килеүселәр ат артынан китә һәм Сура тере ҡала.Ҡалмыҡ баҫҡынсылары менән Ҡолғана ауылы янында осрашалар. Йола буйынса, иң тәүҙә һәр ғәскәрҙән берәр батыр алышырға тейеш була. Башҡорттарҙан Сура батырҙың улы Ҡансура сыға. Алышта ул еңә. Үлгән ҡалмыҡ батырын ат ҡойроғона бәйләп, халыҡҡа күрһәтергә ауылға һөйрәтеп алып киләләр. Аҙаҡ уны бер күлгә ташлайҙар. Был урын Ҡалмыҡ күле булып китә. Ә Ҡансура һуғышҡан, батыр исемен алған ерҙе Ҡансура яланы тип исемләйҙәр.Ҡалмыҡтар менән башҡорттар араһында һуғыштар йыш булып торған. Шуларҙың береһендә беҙҙекеләр тегеләрҙе Ҡыһыҡта тауында ҡамай һәм тулыһынса тиерлек ҡыра. Ҡасҡандарын баҫтырып барып, үҙҙәре тоҙаҡҡа эләгә. Ярлыҡап кисеүенә етер ерҙәрәк бик күп яугирҙәр, шул иҫәптән Сура батыр ҙа, һәләк була. Үҙен Киң туғай тигән ерҙә ерләйҙәр. Хәҙер ҙә унда ҡушҡайын үҫеп ултыра һәм ҡәбере лә беленеп ята. Сура батырҙың шәжәрәһе лә билдәле. Рысҡужа ауылында суҡмарҙар араһы бар. Уның нәҫелдәре, сөнки батырҙың төп һуғыш ҡоралы суҡмар булған. 2011 йылда исемен мәңгеләштереү маҡсатында район башҡорттары ҡоролтайы ул ерләнгән урында мәрмәрҙән һәйкәл ҡуйҙыртты. Мәғлүмәтте Рысҡужа ауылында йәшәүсе Рәжәп Хәлфитдин улы Яҡуповтан һәм уның «Сура батыр» тип аталған китабынан яҙып алдым. Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-01-11/sura-batyr-285700
|
11 Ғинуар 2019, 17:45
|
ba
|
Гәрәбаш ауылы
|
Танып йылғаһы буйынан Йәнсит нәҫеленән булған бер нисә ғаилә күсенеп килә. Хәҙерге көндә улар йәшәгән урынды Йәнсит (Йәнсик) тау тип йөрөтәләр. Тирә-яҡ урман, һаҙлыҡ булғанлыҡтан, күптәр был яҡтарҙы ташлап китә. Һуңыраҡ, 1750 йылда, бында удмурттар күсенеп килә. Был турала «Башҡорт энциклопедияһы»нда әйтелә: «Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса удмурттар нигеҙ һала». Килгән кешеләр урманды киҫеп, яндырып, иген баҫыуҙары эшләгән. Һуңынан тағы Можға, Вятка, Тобол яҡтарынан Туҡморҙа, Байсит, Сеткер нәҫелдәре күсенеп килә. Улар төпләнгән урынды Байсит тау, Туҡморҙа тау, Сеткер тау тип йөрөтәләр. Туҡморҙа нәҫеле менән Сеткер нәҫеле ҡушылып, Гәрәбаш ауылы барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме Гәрә йылғаһының башы менән атала. Был йылға Тәтешле районы Юрмияҙбаш ауылынан көнсығышҡа табан 2,5 километр йыраҡлыҡта башланып, Тере Танып йылғаһына ҡоя. Гәрә йылғаһы аша Бөрө – Пермь земство юлы үткән. Яҙғы ташҡындарҙан һуң күперҙе Шулған ауылында йәшәгән Гәрәй исемле кеше төҙәткән.«Гәрә» этнонимы ул боронғо башҡорт ҡәбиләһе менән бәйле. Ғалим Рим Янғужин «Башҡорт ырыуҙары» китабында: «Гәрә, гәрәле, башҡорт ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил-гәрәй, урман-гәрә. Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә (кирәиттәргә һәм ҡуңғраттарға) барып тоташа. «Гәрә» этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, ҡырым татарҙарында, төркмәндәрҙә билдәле». Мәҫәлән, Кавказдың Эльбрус түбәһендә «гәрә» этнонимы менән бәйле «Гарабаш» боҙлоғо, Төркмәнстанда «гарабаш» атамалы эт нәҫеле, Венгрияла Гара ауылы барлығы билдәле. «Гәрә ҡәбиләһенең формалашыуына ҡыпсаҡтар йоғонто яһай. XII – XIII быуаттарҙа ҡәбилә Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында урынлаша. XIV – XV быуаттың аҙағында ҡәбиләнең бер өлөшө Беүә һәм Тере Танып йылғалары араһына күсенә. Хәҙер улар йәшәгән ерҙәр Башҡортостандың Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл, Татарстандың Аҡтаныш райондарына ҡарай.Тарихсы-ғалим Әнүәр Әсфәндийәров үҙенең «История возникновения сел и деревень Башкортостана» китабында, ауылдың беренсе ата-бабалары удмурттар булған, тип телгә ала: «Гәрәбаш – аҙ өйрәнелгән удмурт ауылдарының береһе». Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы күптән инде удмуртса бөтөнләй һөйләшә белмәй.Гөлпәриҙә ҡалҡыулығының тарихы. Ауылда ХХ быуат башында Гөлфәриҙә исемле яңғыҙ ҡатын йәшәгән. Уның улы булған. Ирһеҙ йәшәгәс, бер үҙенә донъя көтөргә тура килә. Кәүҙәгә ҙур була ул. Шуға ла ауыр эштәрҙән дә ҡурҡмаған. Етеш тормош көтә. Ауыл халҡы был ҡатынға көнләшеп ҡарай, шунлыҡтан, йәнәһе, уға ен эйәләшкән, тип Гөлпәриҙә ҡушаматы тағалар. Был ваҡытта ваба (холера) сире тарала. Кешеләр күпләп ҡырыла. Наҙан халыҡ, сирҙе ен эйәләшкән ҡатын тарата, тип ҡотҡо һала. Бер көн һағалап тороп, Гөлфәриҙәне тоталар. Шунда уҡ ҡалҡыу урында тереләй ергә күмәләр.Ауылда халыҡ телендә урамдарҙың атамалары ҡыҙыҡ. Шуларҙың береһе – Ыштанбалаҡ урамы. Уның оҙонлоғо 2 километр тирәһе булыр. Документ буйынса, Октябрь урамы тип атала. Оло урам ауыл уртаһында икегә саталанып китә. Ошо урынын халыҡ телендә Ыштанбалаҡ урамы тип йөрөтәләр. Икенсе сатының исеме – Урман урамы. Элек Йәштәр исеме менән йөрөтөлгән. Ынйы ЗАКИРОВА. Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.
|
Танып йылғаһы буйынан Йәнсит нәҫеленән булған бер нисә ғаилә күсенеп килә. Хәҙерге көндә улар йәшәгән урынды Йәнсит (Йәнсик) тау тип йөрөтәләр. Тирә-яҡ урман, һаҙлыҡ булғанлыҡтан, күптәр был яҡтарҙы ташлап китә. Һуңыраҡ, 1750 йылда, бында удмурттар күсенеп килә. Был турала «Башҡорт энциклопедияһы»нда әйтелә: «Ауылға Ҡазан даруғаһы Урман-Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса удмурттар нигеҙ һала». Килгән кешеләр урманды киҫеп, яндырып, иген баҫыуҙары эшләгән. Һуңынан тағы Можға, Вятка, Тобол яҡтарынан Туҡморҙа, Байсит, Сеткер нәҫелдәре күсенеп килә. Улар төпләнгән урынды Байсит тау, Туҡморҙа тау, Сеткер тау тип йөрөтәләр. Туҡморҙа нәҫеле менән Сеткер нәҫеле ҡушылып, Гәрәбаш ауылы барлыҡҡа килә. Ауылдың исеме Гәрә йылғаһының башы менән атала. Был йылға Тәтешле районы Юрмияҙбаш ауылынан көнсығышҡа табан 2,5 километр йыраҡлыҡта башланып, Тере Танып йылғаһына ҡоя. Гәрә йылғаһы аша Бөрө – Пермь земство юлы үткән. Яҙғы ташҡындарҙан һуң күперҙе Шулған ауылында йәшәгән Гәрәй исемле кеше төҙәткән.«Гәрә» этнонимы ул боронғо башҡорт ҡәбиләһе менән бәйле. Ғалим Рим Янғужин «Башҡорт ырыуҙары» китабында: «Гәрә, гәрәле, башҡорт ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил-гәрәй, урман-гәрә. Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә (кирәиттәргә һәм ҡуңғраттарға) барып тоташа. «Гәрә» этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, ҡырым татарҙарында, төркмәндәрҙә билдәле». Мәҫәлән, Кавказдың Эльбрус түбәһендә «гәрә» этнонимы менән бәйле «Гарабаш» боҙлоғо, Төркмәнстанда «гарабаш» атамалы эт нәҫеле, Венгрияла Гара ауылы барлығы билдәле. «Гәрә ҡәбиләһенең формалашыуына ҡыпсаҡтар йоғонто яһай. XII – XIII быуаттарҙа ҡәбилә Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымында урынлаша. XIV – XV быуаттың аҙағында ҡәбиләнең бер өлөшө Беүә һәм Тере Танып йылғалары араһына күсенә. Хәҙер улар йәшәгән ерҙәр Башҡортостандың Илеш, Краснокама, Ҡалтасы, Тәтешле һәм Яңауыл, Татарстандың Аҡтаныш райондарына ҡарай. Тарихсы-ғалим Әнүәр Әсфәндийәров үҙенең «История возникновения сел и деревень Башкортостана» китабында, ауылдың беренсе ата-бабалары удмурттар булған, тип телгә ала: «Гәрәбаш – аҙ өйрәнелгән удмурт ауылдарының береһе». Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл халҡы күптән инде удмуртса бөтөнләй һөйләшә белмәй. Гөлпәриҙә ҡалҡыулығының тарихы. Ауылда ХХ быуат башында Гөлфәриҙә исемле яңғыҙ ҡатын йәшәгән. Уның улы булған. Ирһеҙ йәшәгәс, бер үҙенә донъя көтөргә тура килә. Кәүҙәгә ҙур була ул. Шуға ла ауыр эштәрҙән дә ҡурҡмаған. Етеш тормош көтә. Ауыл халҡы был ҡатынға көнләшеп ҡарай, шунлыҡтан, йәнәһе, уға ен эйәләшкән, тип Гөлпәриҙә ҡушаматы тағалар. Был ваҡытта ваба (холера) сире тарала. Кешеләр күпләп ҡырыла. Наҙан халыҡ, сирҙе ен эйәләшкән ҡатын тарата, тип ҡотҡо һала. Бер көн һағалап тороп, Гөлфәриҙәне тоталар. Шунда уҡ ҡалҡыу урында тереләй ергә күмәләр. Ауылда халыҡ телендә урамдарҙың атамалары ҡыҙыҡ. Шуларҙың береһе – Ыштанбалаҡ урамы. Уның оҙонлоғо 2 километр тирәһе булыр. Документ буйынса, Октябрь урамы тип атала. Оло урам ауыл уртаһында икегә саталанып китә. Ошо урынын халыҡ телендә Ыштанбалаҡ урамы тип йөрөтәләр. Икенсе сатының исеме – Урман урамы. Элек Йәштәр исеме менән йөрөтөлгән. Ынйы ЗАКИРОВА.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2019-01-05/g-r-bash-auyly-284304
|
5 Ғинуар 2019, 19:49
|
ba
|
Әлкәй мулла нигеҙ һалған
|
Әптекәй баҫыуы Әлкә ауылының көнбайышында, Сейәле тау яғында, һул яҡта булыр. Ләкин баҫыу тип әйтеүе бик тә дөрөҫ түгелдер, ни өсөн тигәндә, ул иген сәсеү өсөн яраҡһыҙ. Башлыса ваҡ таштарҙан тора, тау башында ел ныҡ иҫә. Иген үҫмәй. Ауылда шундай әйтем дә ҡалған: «Әгәр Әптекәйҙә иген уңһа, ҡунаҡ саҡырыр инем». Бер ҙә юҡҡа түгел инде. Был баҫыу Әптекәйҙеке булған. Иген унда бик һирәк кенә уңған. Ҡотсура ҡулы Бөрхийә тауы яғында. Был урында Ҡотсура бесән әҙерләгән булырға тейеш. Әле лә бесәнлек бит ул. Шулай уҡ беҙҙә Филат утары тигән урын бар.1910 – 1914 йылдарҙа Столыпин реформаһы нигеҙендә Үҙәк Рәсәйҙең урыҫ халҡына Башҡортостандан күпләп ер бүленеп бирелә. Әлкә ауылы биләмәһендә Филат хуторы барлыҡҡа килә. Уға Минька тигән ауылдан күсеп килгән урыҫ кешеһе нигеҙ һала, ләкин колхозлашыу ваҡытында исемен Калиновка тип үҙгәртәләр. Ә Филаттың үҙен кулак тип һөргөнгә ебәрергә уйлайҙар, ләкин ул көтмәгәндә үлеп китә. Был урынды хәҙер ҙә Калиновка тип йөрөтәләр. Шулай уҡ Батюгин яланы ла бар беҙҙә. Был урынды Батюгин тигән урыҫ һатып алған була. Ялан хәҙер бесәнлек. Столыпин реформаһы нигеҙендә күсеп килгән урыҫтар беҙҙең ауыл эргәһендә бик күп булған. Тағы береһе – Шалупов утары. Шулай уҡ урыҫтар йәшәгән. Хәҙер был урында Әлкә ауылының бер урамы урынлашҡан. Халыҡ телендә уны Шалупов урамы тип йөрөтәләр. Ауылыбыҙ эргәһендә тағы ла матур, бейек бер тау бар. Ул Бөрхийә тип атала. Исеменең килеп сығыуын ошолай аңлаталар: яуға киткән бер егеттең өйөндә Бөрхийә тигән ҡатыны ҡала. Уларҙың балалары булмай. Ире һуғыштан ҡайтмай. Ә Бөрхийә башҡа кейәүгә сыҡмай, шул тауҙа йөрөп, ҡартайғансы ирен көтә. Сөнки унда менһәң, юл әллә ҡайҙан күренә. Исеме шунан килеп сыҡҡан. Айзилә ШӘМСЕТДИНОВА, V синыф уҡыусыһы. Салауат районы, Әлкә мәктәбе.
|
Әптекәй баҫыуы Әлкә ауылының көнбайышында, Сейәле тау яғында, һул яҡта булыр. Ләкин баҫыу тип әйтеүе бик тә дөрөҫ түгелдер, ни өсөн тигәндә, ул иген сәсеү өсөн яраҡһыҙ. Башлыса ваҡ таштарҙан тора, тау башында ел ныҡ иҫә. Иген үҫмәй. Ауылда шундай әйтем дә ҡалған: «Әгәр Әптекәйҙә иген уңһа, ҡунаҡ саҡырыр инем». Бер ҙә юҡҡа түгел инде. Был баҫыу Әптекәйҙеке булған. Иген унда бик һирәк кенә уңған. Ҡотсура ҡулы Бөрхийә тауы яғында. Был урында Ҡотсура бесән әҙерләгән булырға тейеш. Әле лә бесәнлек бит ул. Шулай уҡ беҙҙә Филат утары тигән урын бар. 1910 – 1914 йылдарҙа Столыпин реформаһы нигеҙендә Үҙәк Рәсәйҙең урыҫ халҡына Башҡортостандан күпләп ер бүленеп бирелә. Әлкә ауылы биләмәһендә Филат хуторы барлыҡҡа килә. Уға Минька тигән ауылдан күсеп килгән урыҫ кешеһе нигеҙ һала, ләкин колхозлашыу ваҡытында исемен Калиновка тип үҙгәртәләр. Ә Филаттың үҙен кулак тип һөргөнгә ебәрергә уйлайҙар, ләкин ул көтмәгәндә үлеп китә. Был урынды хәҙер ҙә Калиновка тип йөрөтәләр. Шулай уҡ Батюгин яланы ла бар беҙҙә. Был урынды Батюгин тигән урыҫ һатып алған була. Ялан хәҙер бесәнлек. Столыпин реформаһы нигеҙендә күсеп килгән урыҫтар беҙҙең ауыл эргәһендә бик күп булған. Тағы береһе – Шалупов утары. Шулай уҡ урыҫтар йәшәгән. Хәҙер был урында Әлкә ауылының бер урамы урынлашҡан. Халыҡ телендә уны Шалупов урамы тип йөрөтәләр. Ауылыбыҙ эргәһендә тағы ла матур, бейек бер тау бар. Ул Бөрхийә тип атала. Исеменең килеп сығыуын ошолай аңлаталар: яуға киткән бер егеттең өйөндә Бөрхийә тигән ҡатыны ҡала. Уларҙың балалары булмай. Ире һуғыштан ҡайтмай. Ә Бөрхийә башҡа кейәүгә сыҡмай, шул тауҙа йөрөп, ҡартайғансы ирен көтә. Сөнки унда менһәң, юл әллә ҡайҙан күренә. Исеме шунан килеп сыҡҡан. Айзилә ШӘМСЕТДИНОВА, V синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-12-22/lk-y-mulla-nige-al-an-282062
|
22 Декабрь 2018, 00:05
|
ba
|
Конкурс оҙайтылды
|
Ошо юбилей айҡанлы «Йәншишмә» гәхитендә «Тарих яҙабыҙ» тип аталған конкурс ойошторғайныҡ. Йыл аҙағында йомғаҡ яһарбыҙ, тигәйнек, әммә уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, хаттар күп килә, шуға ла бәйгене 2019 йылдың мартына тиклем дауам итергә булдыҡ. Ә еңеүселәрҙе Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итер алдынан билдәләрбеҙ. Конкурс шарттарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Тыуған еребеҙҙә һәр тау, һәр йылға һәм күл тарих һөйләй. Был уларҙың атамаларында сағылыш тапҡан. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, ауылығыҙҙағы ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙ тарихын төплөрәк итеп өйрәнәйек. Бының өсөн өлкәндәрҙән үҙегеҙ йәшәгән яҡтағы ер-һыу атамаларының, ауылығыҙ исеменең ҡайҙан килеп сығыуы тураһында ҡыҙыҡһынып, яҙып алырға кәрәк. Уҡытыусыларығыҙҙан, атай-әсәйҙәрегеҙҙән, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән, инәй-бабайҙарҙан һорашып ҡарағыҙ. Бәлки, мәктәбегеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла бай мәғлүмәттәр һаҡланалыр. Уларҙы эҙләп, табып, матурлап яҙып, беҙҙең редакцияға ебәрегеҙ. Һеҙҙең мәҡәләләрегеҙ «Йәншишмә» гәзите биттәрендә баҫылып сығасаҡ. Мәғлүмәтте кемдән яҙып алғанығыҙҙы ла әйтеп үтергә онотмағыҙ. Иң мөһиме, һеҙ хеҙмәтегеҙ менән тарихыбыҙҙы байытыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәсәкһегеҙ. Был иһә яҡшы баһаға лайыҡ: иң тырыштарҙы билдәләп, редакцияның Почёт грамоталарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ. Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.
|
Ошо юбилей айҡанлы «Йәншишмә» гәхитендә «Тарих яҙабыҙ» тип аталған конкурс ойошторғайныҡ. Йыл аҙағында йомғаҡ яһарбыҙ, тигәйнек, әммә уҡыусылар әүҙем ҡатнаша, хаттар күп килә, шуға ла бәйгене 2019 йылдың мартына тиклем дауам итергә булдыҡ. Ә еңеүселәрҙе Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итер алдынан билдәләрбеҙ. Конкурс шарттарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Тыуған еребеҙҙә һәр тау, һәр йылға һәм күл тарих һөйләй. Был уларҙың атамаларында сағылыш тапҡан. Ә һеҙ, ҡәҙерле дуҫтар, ауылығыҙҙағы ер-һыу атамаларының ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһегеҙме? Әйҙәгеҙ, тыуған яғыбыҙ тарихын төплөрәк итеп өйрәнәйек. Бының өсөн өлкәндәрҙән үҙегеҙ йәшәгән яҡтағы ер-һыу атамаларының, ауылығыҙ исеменең ҡайҙан килеп сығыуы тураһында ҡыҙыҡһынып, яҙып алырға кәрәк. Уҡытыусыларығыҙҙан, атай-әсәйҙәрегеҙҙән, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙән, инәй-бабайҙарҙан һорашып ҡарағыҙ. Бәлки, мәктәбегеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында ла бай мәғлүмәттәр һаҡланалыр. Уларҙы эҙләп, табып, матурлап яҙып, беҙҙең редакцияға ебәрегеҙ. Һеҙҙең мәҡәләләрегеҙ «Йәншишмә» гәзите биттәрендә баҫылып сығасаҡ. Мәғлүмәтте кемдән яҙып алғанығыҙҙы ла әйтеп үтергә онотмағыҙ. Иң мөһиме, һеҙ хеҙмәтегеҙ менән тарихыбыҙҙы байытыуға үҙ өлөшөгөҙҙө индерәсәкһегеҙ. Был иһә яҡшы баһаға лайыҡ: иң тырыштарҙы билдәләп, редакцияның Почёт грамоталарын, иҫтәлекле бүләктәр тапшырасаҡбыҙ.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-12-14/konkurs-o-aytyldy-280364
|
14 Декабрь 2018, 18:47
|
ba
|
Өйәҙетамаҡ тауҙары
|
Ололар һөйләүенсә, Өйәҙ тигән кеше иң тәүгеләрҙән булып күсеп килгән. Күрәһең, ошо хозур ерҙәр оҡшағандыр. Ағас-ҡыуаҡтар араһынан сылтырап аҡҡан йылға буйына өй һалған һәм ғаиләһе менән шунда көн күрә башлаған. Йылдар үткән, Өйәҙ бабайҙың улдары үҙҙәре донъя ҡорған. Һуңынан улар Өйәҙ йылғаһының тамағына күсенгән. Ауыл ҙурайған һәм Өйәҙетамаҡ исеме менән йөрөтөлә башлаған. Рәсми рәүештә шулай аталһа ла, халыҡ телендә – Өйәҙе, ә сингармонизм законына буйһоноп, «Яҙы», «Уяҙы» тип тә әйтәләр. Боронғо Өйәҙетамаҡтан бөгөнгөһө ныҡ айырылып тора. Шулай ҙа ауылыбыҙҙы тирә-яҡлап уратып алған урман, тау, соҡор-саҡыр, ҡалҡыулыҡ, ҡыр-болондарҙың атамалары әле лә һаҡланып ҡалған. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәм.Сағыл тауыБейек, матур тау. Иртән ҡояш ҡалҡҡанда уның таштарында күҙҙе сағылдырып, ҡояш нурҙары уйнап торған. Шуға күрә лә Сағыл тауы тип атағандар.Ҡушсағыл тауы Был тау Сағыл тауынан алыҫ түгел. Уның итәгендә Ҡушсағыл исемле кеше мәк сәсеп үҫтергән булған.Ҡыҙылҡашлаҡ тауы Ҡыҙылҡашлаҡ тауынан ҡыҙыл ҡом сығарғандар. Унда әүәле ағас та, үлән дә үҫмәгән, тиҙәр. Кешеләр Хоҙайҙан ялбарып һораған, шунан тау башында ағастар үҫеп сыҡҡан, имеш.Ҡыяр тауы Ҡыяр тауында Ниғәмәт исемле кеше ерҙе эшкәртеп, ҡыяр үҫтергән.Ҡаракүл соҡоро Элек ауыл ситендә тәрән күл булған. Һыуы ҡара булып торғанға уны Ҡаракүл тип атағандар. Сәсеүлек ерҙәрен арттырыу маҡсатында күлде киптергәндәр, ул ергә һеңеп ҡороған. Шунан урыны ғына уйһыу булып ҡалған. Был соҡорҙо – Ҡаракүл соҡоро, ә уның янындағы тауҙы Ҡаракүл тауы, тиҙәр.Әжәл тауы Был тау аша Мулла ауылына тура юл үткән. Шунан барғанда Зәйнулла тигән ҡарттың аты ни эшләптер сығынсылай башлай. Үҙе лә, аты ла һәләк була. Ошо хәлдән һуң тауҙы Әжәл тауы тип йөрөтә башлағандар. Тирмән тауы Тау битендә ауылдың тирмәне урынлашҡан булған. Ул сифатлы оно менән дан тотҡан.Ғәли бабай тауы Был тауҙа Ғәли бабай ерҙе эшкәрткән дә күп итеп иген сәскән. Уның баҫыуҙары йәйрәп ятҡан. Өйөмташ тауы Өйәҙетамаҡ ауылы менән Октябрьский ҡалаһы араһында бик бейек тау бар. Ҡат-ҡат итеп һалынған таштар ҙа күп. Шуға ла Өйөмташ тип йөрөтәләр. Мейес башы тауы Тау ҡиәфәте менән мейес башына оҡшаған һәм исеме лә шунан алынған.Мөхиббә тауы Борон Мөхиббә әбей ошо тауҙа еләк йыйған һәм Мулла баҙарына алып барып һатыр булған. Мин тап ошо ауылда тыуғаныма сикһеҙ ҡыуанам һәм ғорурланам. Башҡортостандың һәм тыуған ауылымдың артабанғы үҫешендә үҙемдең дә өлөшөм булһын ине. Бының өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын.Юлиә ҒИЗӘТУЛЛИНА, VIII cиныф уҡыусыһы. Туймазы районы, Өйәҙетамаҡ мәктәбе.
|
Ололар һөйләүенсә, Өйәҙ тигән кеше иң тәүгеләрҙән булып күсеп килгән. Күрәһең, ошо хозур ерҙәр оҡшағандыр. Ағас-ҡыуаҡтар араһынан сылтырап аҡҡан йылға буйына өй һалған һәм ғаиләһе менән шунда көн күрә башлаған. Йылдар үткән, Өйәҙ бабайҙың улдары үҙҙәре донъя ҡорған. Һуңынан улар Өйәҙ йылғаһының тамағына күсенгән. Ауыл ҙурайған һәм Өйәҙетамаҡ исеме менән йөрөтөлә башлаған. Рәсми рәүештә шулай аталһа ла, халыҡ телендә – Өйәҙе, ә сингармонизм законына буйһоноп, «Яҙы», «Уяҙы» тип тә әйтәләр. Боронғо Өйәҙетамаҡтан бөгөнгөһө ныҡ айырылып тора. Шулай ҙа ауылыбыҙҙы тирә-яҡлап уратып алған урман, тау, соҡор-саҡыр, ҡалҡыулыҡ, ҡыр-болондарҙың атамалары әле лә һаҡланып ҡалған. Шуларҙың бер нисәһенә туҡталып китәм. Сағыл тауыБейек, матур тау. Иртән ҡояш ҡалҡҡанда уның таштарында күҙҙе сағылдырып, ҡояш нурҙары уйнап торған. Шуға күрә лә Сағыл тауы тип атағандар.Ҡушсағыл тауы Был тау Сағыл тауынан алыҫ түгел. Уның итәгендә Ҡушсағыл исемле кеше мәк сәсеп үҫтергән булған.Ҡыҙылҡашлаҡ тауы Ҡыҙылҡашлаҡ тауынан ҡыҙыл ҡом сығарғандар. Унда әүәле ағас та, үлән дә үҫмәгән, тиҙәр. Кешеләр Хоҙайҙан ялбарып һораған, шунан тау башында ағастар үҫеп сыҡҡан, имеш.Ҡыяр тауы Ҡыяр тауында Ниғәмәт исемле кеше ерҙе эшкәртеп, ҡыяр үҫтергән.Ҡаракүл соҡоро Элек ауыл ситендә тәрән күл булған. Һыуы ҡара булып торғанға уны Ҡаракүл тип атағандар. Сәсеүлек ерҙәрен арттырыу маҡсатында күлде киптергәндәр, ул ергә һеңеп ҡороған. Шунан урыны ғына уйһыу булып ҡалған. Был соҡорҙо – Ҡаракүл соҡоро, ә уның янындағы тауҙы Ҡаракүл тауы, тиҙәр. Әжәл тауы Был тау аша Мулла ауылына тура юл үткән. Шунан барғанда Зәйнулла тигән ҡарттың аты ни эшләптер сығынсылай башлай. Үҙе лә, аты ла һәләк була. Ошо хәлдән һуң тауҙы Әжәл тауы тип йөрөтә башлағандар. Тирмән тауы Тау битендә ауылдың тирмәне урынлашҡан булған. Ул сифатлы оно менән дан тотҡан. Ғәли бабай тауы Был тауҙа Ғәли бабай ерҙе эшкәрткән дә күп итеп иген сәскән. Уның баҫыуҙары йәйрәп ятҡан. Өйөмташ тауы Өйәҙетамаҡ ауылы менән Октябрьский ҡалаһы араһында бик бейек тау бар. Ҡат-ҡат итеп һалынған таштар ҙа күп. Шуға ла Өйөмташ тип йөрөтәләр. Мейес башы тауы Тау ҡиәфәте менән мейес башына оҡшаған һәм исеме лә шунан алынған. Мөхиббә тауы Борон Мөхиббә әбей ошо тауҙа еләк йыйған һәм Мулла баҙарына алып барып һатыр булған. Мин тап ошо ауылда тыуғаныма сикһеҙ ҡыуанам һәм ғорурланам. Башҡортостандың һәм тыуған ауылымдың артабанғы үҫешендә үҙемдең дә өлөшөм булһын ине. Бының өсөн бар тырышлығымды һаласаҡмын. Юлиә ҒИЗӘТУЛЛИНА, VIII cиныф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-12-14/y-etama-tau-ary-279933
|
14 Декабрь 2018, 14:47
|
ba
|
Әзүм тауы
|
Мин Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуғанмын. Әле Шығай мәктәбендә уҡып йөрөйөм. Исмаҡайға 1724 йылда нигеҙ һалынған. Түңгәүер ырыуына ҡарай. Ауылыбыҙ тәбиғәте бигерәк матур. Тауҙар араһында ултыра ул. Көнсығыштан – 1724 метр бейеклектә Бишитәк, ә көнбайыштан – Бейекморон, Ҡыҙылтау, Бүтәлайғы, көньяҡтан – Аҡтүбә, төньяҡтан Беҙәк тауҙары уратып алған. Ҡыҫҡаһы, ауылыбыҙ ҡаҙан эсендә ултырған кеүек. Ә уны икегә бүлеп, Әзүм тауы йәм биреп тора. 17 метр бейеклектәге тау барыһының да яратҡан урынылыр, тип уйлайым. Балалар уйын уйнаһа, йәштәр, ололар, килгән ҡунаҡтар ауылдың матурлығын күрер өсөн күтәреләләр. Әзүм тауының тарихы ла һеҙгә оҡшар, тип уйлайым. Аҡйөҙөм исемле ҡыҙ йәшәгән. Ул Аҡбай исемле егетте хәрби хеҙмәткә оҙатып ҡалған. Ҡыҙ көн дә шул тауға күтәрелгән. Аҡбайҙың дуҫы Һарыбай ҙа Аҡйөҙөмдө оҡшатып йөрөгән. Тиҙҙән был ике дуҫ хәрби хеҙмәттән бурысын үтәп ҡайта, тик бер мәл бәхәсләшеп, һуғышып китәләр. Аҡбай Һарыбайҙы үлтерә. Ике саҡрым ара үтеп, ул үҙе лә ҡанһырап мәрхүм була. Аҙаҡ егеттәр һәләк булған яландар уларҙың исеме менән йөрөтөлә башлай. Был урындарҙа хәҙер байрамдар үтә. Шулай уҡ яландарҙа төрлө еләктәр, яҙын ашап туйғыһыҙ ҡымыҙлыҡ, оҫҡон, йыуалар йыйып ҡыуана ауылдаштар. Ә Аҡйөҙөм һарыға һабышып, көн дә тауға күтәрелгән. Шунда Аҡбайын көткәйне бит. Аҡйөҙөм исемен ҡыҫҡартып, тау Әзүм булып ҡалған халыҡ хәтерендә. Был тирәне күгәрсен күҙе, сәғәт сәскәләре, бәрхәттәй үлән биҙәй. Бигерәк матур урын. Әйткәндәй, ошо хозур тәбиғәтле Исмаҡай ауылында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов тыуған. Уның бала сағы ошо йәмле урындарҙа үтә. Үҙенең китаптарында ла тыуған яғыбыҙҙы һүрәтләгән. Мәғлүмәттәрҙе ауылыбыҙҙағы ветеран-уҡытыусыбыҙ Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужаҡованан яҙып алдым.Даяна ФӘТҠУЛЛИНА, VI синыф уҡыусыһы. Белорет районы, Шығай мәктәбе.
|
Мин Белорет районының Исмаҡай ауылында тыуғанмын. Әле Шығай мәктәбендә уҡып йөрөйөм. Исмаҡайға 1724 йылда нигеҙ һалынған. Түңгәүер ырыуына ҡарай. Ауылыбыҙ тәбиғәте бигерәк матур. Тауҙар араһында ултыра ул. Көнсығыштан – 1724 метр бейеклектә Бишитәк, ә көнбайыштан – Бейекморон, Ҡыҙылтау, Бүтәлайғы, көньяҡтан – Аҡтүбә, төньяҡтан Беҙәк тауҙары уратып алған. Ҡыҫҡаһы, ауылыбыҙ ҡаҙан эсендә ултырған кеүек. Ә уны икегә бүлеп, Әзүм тауы йәм биреп тора. 17 метр бейеклектәге тау барыһының да яратҡан урынылыр, тип уйлайым. Балалар уйын уйнаһа, йәштәр, ололар, килгән ҡунаҡтар ауылдың матурлығын күрер өсөн күтәреләләр. Әзүм тауының тарихы ла һеҙгә оҡшар, тип уйлайым. Аҡйөҙөм исемле ҡыҙ йәшәгән. Ул Аҡбай исемле егетте хәрби хеҙмәткә оҙатып ҡалған. Ҡыҙ көн дә шул тауға күтәрелгән. Аҡбайҙың дуҫы Һарыбай ҙа Аҡйөҙөмдө оҡшатып йөрөгән. Тиҙҙән был ике дуҫ хәрби хеҙмәттән бурысын үтәп ҡайта, тик бер мәл бәхәсләшеп, һуғышып китәләр. Аҡбай Һарыбайҙы үлтерә. Ике саҡрым ара үтеп, ул үҙе лә ҡанһырап мәрхүм була. Аҙаҡ егеттәр һәләк булған яландар уларҙың исеме менән йөрөтөлә башлай. Был урындарҙа хәҙер байрамдар үтә. Шулай уҡ яландарҙа төрлө еләктәр, яҙын ашап туйғыһыҙ ҡымыҙлыҡ, оҫҡон, йыуалар йыйып ҡыуана ауылдаштар. Ә Аҡйөҙөм һарыға һабышып, көн дә тауға күтәрелгән. Шунда Аҡбайын көткәйне бит. Аҡйөҙөм исемен ҡыҫҡартып, тау Әзүм булып ҡалған халыҡ хәтерендә. Был тирәне күгәрсен күҙе, сәғәт сәскәләре, бәрхәттәй үлән биҙәй. Бигерәк матур урын. Әйткәндәй, ошо хозур тәбиғәтле Исмаҡай ауылында күренекле башҡорт яҙыусыһы Яныбай Хамматов тыуған. Уның бала сағы ошо йәмле урындарҙа үтә. Үҙенең китаптарында ла тыуған яғыбыҙҙы һүрәтләгән. Мәғлүмәттәрҙе ауылыбыҙҙағы ветеран-уҡытыусыбыҙ Зифа Сибәғәт ҡыҙы Ҡужаҡованан яҙып алдым. Даяна ФӘТҠУЛЛИНА, VI синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-11-30/z-m-tauy-276950
|
30 Ноябрь 2018, 17:17
|
ba
|
Мортас күле
|
Ер-һыу атамаларыбыҙҙың тарихын һәр беребеҙ өйрәнһәк ине. Ата-бабаларыбыҙ ҡурай уйнаһа, башҡарған көй тарихын тыңлаусыларға һөйләгән. Йырсылар йырлар булһа, ошо йырҙың исеме нисек килеп сығыуын аңлатҡан. Халҡыбыҙҙың күргән-кисергәндәрен үҙҙәрендә һаҡлай ул беҙҙе уратып алған ауыл-ҡалалар, тау-түбәләр, йылға-кисеүҙәр, ҡыр-болондар… Әлеге яҙып алған күл атамаһы хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Бер байҙың 40 тәкәһе булған. Уларҙы Мортас исемле егет көткән. Шулай бер мәл көслө ямғыр яуырға тотонған. Тәкәләргә көтөүсе баш була алмаған. Малдар үҙ иректәренә саба башлаған. Бахыр Мортас ары һуғылған, бире һуғылған. Тик барыбер тәкәләрҙең эҙенә төшә алмаған. Ни эшләргә? Көтөүсе малһыҙ ҡайтыуҙың мөмкин түгеллеген яҡшы белә. Бай үҙен юҡ итәсәк йәки көс етмәҫлек аҡса даулаясаҡ. Эй, барған Мортас, эй, барған малҡайҙарҙы эҙләп. Шул саҡ аңғармай ҙа ҡалған, тәрән соҡорҙа йыйылып ятҡан бер күлгә барып төшкән. Бәлки, тәкәләр ҙә шунда батҡандыр. Оҙон һайғау ҡырҡып алып, күл төбөнә төртөп ҡарарға уйлай. Ә ул төпһөҙ икән. Иртәгеһен бар ауыл халҡы көтөүсене лә, малдарҙы ла эҙләп ҡараған, әммә тапмаған. Теге күлгә барып сыҡҡандар. Был шомло урын һәр кемде һағайта. Тип-тигеҙ килгән ерҙә ҡапыл күл хасил була. Абайламай ҡалһаң, барып та сумырһың… Ошо хәлдән һуң күлде «Ҡырҡ Тәкә» йәки «Мортас күле» тип йөрөтә башлағандар. Ул Бөрйән районындағы Исламбай ауылынан 7 саҡрым алыҫлыҡта булыр. Был тарихты Аҫҡар ауылында 1961 йылда тыуған Зөһрә Кинйәбаеванан яҙып алдым.Нурзилә ИСХАҠОВА, IV синыф уҡыусыһы. Белорет ҡалаһы, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
|
Ер-һыу атамаларыбыҙҙың тарихын һәр беребеҙ өйрәнһәк ине. Ата-бабаларыбыҙ ҡурай уйнаһа, башҡарған көй тарихын тыңлаусыларға һөйләгән. Йырсылар йырлар булһа, ошо йырҙың исеме нисек килеп сығыуын аңлатҡан. Халҡыбыҙҙың күргән-кисергәндәрен үҙҙәрендә һаҡлай ул беҙҙе уратып алған ауыл-ҡалалар, тау-түбәләр, йылға-кисеүҙәр, ҡыр-болондар… Әлеге яҙып алған күл атамаһы хаҡында оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм. Бер байҙың 40 тәкәһе булған. Уларҙы Мортас исемле егет көткән. Шулай бер мәл көслө ямғыр яуырға тотонған. Тәкәләргә көтөүсе баш була алмаған. Малдар үҙ иректәренә саба башлаған. Бахыр Мортас ары һуғылған, бире һуғылған. Тик барыбер тәкәләрҙең эҙенә төшә алмаған. Ни эшләргә? Көтөүсе малһыҙ ҡайтыуҙың мөмкин түгеллеген яҡшы белә. Бай үҙен юҡ итәсәк йәки көс етмәҫлек аҡса даулаясаҡ. Эй, барған Мортас, эй, барған малҡайҙарҙы эҙләп. Шул саҡ аңғармай ҙа ҡалған, тәрән соҡорҙа йыйылып ятҡан бер күлгә барып төшкән. Бәлки, тәкәләр ҙә шунда батҡандыр. Оҙон һайғау ҡырҡып алып, күл төбөнә төртөп ҡарарға уйлай. Ә ул төпһөҙ икән. Иртәгеһен бар ауыл халҡы көтөүсене лә, малдарҙы ла эҙләп ҡараған, әммә тапмаған. Теге күлгә барып сыҡҡандар. Был шомло урын һәр кемде һағайта. Тип-тигеҙ килгән ерҙә ҡапыл күл хасил була. Абайламай ҡалһаң, барып та сумырһың… Ошо хәлдән һуң күлде «Ҡырҡ Тәкә» йәки «Мортас күле» тип йөрөтә башлағандар. Ул Бөрйән районындағы Исламбай ауылынан 7 саҡрым алыҫлыҡта булыр. Был тарихты Аҫҡар ауылында 1961 йылда тыуған Зөһрә Кинйәбаеванан яҙып алдым. Нурзилә ИСХАҠОВА, IV синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-11-23/mortas-k-le-275447
|
23 Ноябрь 2018, 15:42
|
ba
|
Беритәк – Берәтәк
|
Йәй һайын әсәйемдең тыуған ауылына бармай ҡалмайбыҙ. Берәтәктә Нөгөш һәм Берәтәк йылғалары бар, улар ҡушылған урын Күкьятыу тип атала. Миңә иң оҡшағаны – шунда һыу инеү. Таулы-урманлы тәбиғәте ныҡ матур. Ауылдың тарихын тарих уҡытыусыһы Вәли бабай Ғүмәров яҙып алған, ти әсәйем. Мин дә был турала интернеттан уҡыным.Күрше Аҫҡар ауылында йәшәгән Аҫҡар ҡарттың Арыҫланғол исемле улының ҡыҙы Айбикә еләккә киткәндән юғала. Тау һыртында шартый бигерәк уңған була. Еләк йыйып йөрөй торғас, ҡараһалар, Айбикә юҡ. Уны таба алмағас, ҡайтып киткәндәр. Эҙләргә һыбайлылар сыҡҡан. Шулай йөрөй торғас, йылғаға килеп еткәндәр. Ағай-эне кәңәшләшеп, һыу буйын эҙләгәндәр. Бара торғас, йылға ситендәге тамырҙа эләгеп торған сепрәкте күреп ҡалғандар. Был Айбикәнең күлдәк итәге булған. Һыбайлылар йылға түбәненә сапҡан һәм оло һыуға килеп сыҡҡан. Ул Оло Нөгөш икән. Эҙләүселәр шул урында туҡтаған, ҡыҙҙы тапмаҫтарын аңлағандар инде. «Бахыр Айбикәнең бер итәге генә тороп ҡалды», – тип уфтанған атаһы. Шунан һуң ҡыҙҙың күлдәк итәге табылған йылғаны Бер итәк йылғаһы тип атағандар, һуңынан Беритәк – Берәтәк тип ҡалыплашҡан. Ә Айбикә юғалған урынды Айбикә тауы тип йөрөтәләр. Һуңынан Берәтәк йылғаһы тамағына Ташлы, Ҡурғашлы, Бикташ, Аҫҡар яҡтарынан күп кенә ғаиләләр күсеп ултырған. Ауылға йылға исемен ҡушҡандар. Ошо дәүерҙән бирле уны Берәтәк тиҙәр.Алһыу ӘСӘҘУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
|
Йәй һайын әсәйемдең тыуған ауылына бармай ҡалмайбыҙ. Берәтәктә Нөгөш һәм Берәтәк йылғалары бар, улар ҡушылған урын Күкьятыу тип атала. Миңә иң оҡшағаны – шунда һыу инеү. Таулы-урманлы тәбиғәте ныҡ матур. Ауылдың тарихын тарих уҡытыусыһы Вәли бабай Ғүмәров яҙып алған, ти әсәйем. Мин дә был турала интернеттан уҡыным. Күрше Аҫҡар ауылында йәшәгән Аҫҡар ҡарттың Арыҫланғол исемле улының ҡыҙы Айбикә еләккә киткәндән юғала. Тау һыртында шартый бигерәк уңған була. Еләк йыйып йөрөй торғас, ҡараһалар, Айбикә юҡ. Уны таба алмағас, ҡайтып киткәндәр. Эҙләргә һыбайлылар сыҡҡан. Шулай йөрөй торғас, йылғаға килеп еткәндәр. Ағай-эне кәңәшләшеп, һыу буйын эҙләгәндәр. Бара торғас, йылға ситендәге тамырҙа эләгеп торған сепрәкте күреп ҡалғандар. Был Айбикәнең күлдәк итәге булған. Һыбайлылар йылға түбәненә сапҡан һәм оло һыуға килеп сыҡҡан. Ул Оло Нөгөш икән. Эҙләүселәр шул урында туҡтаған, ҡыҙҙы тапмаҫтарын аңлағандар инде. «Бахыр Айбикәнең бер итәге генә тороп ҡалды», – тип уфтанған атаһы. Шунан һуң ҡыҙҙың күлдәк итәге табылған йылғаны Бер итәк йылғаһы тип атағандар, һуңынан Беритәк – Берәтәк тип ҡалыплашҡан. Ә Айбикә юғалған урынды Айбикә тауы тип йөрөтәләр. Һуңынан Берәтәк йылғаһы тамағына Ташлы, Ҡурғашлы, Бикташ, Аҫҡар яҡтарынан күп кенә ғаиләләр күсеп ултырған. Ауылға йылға исемен ҡушҡандар. Ошо дәүерҙән бирле уны Берәтәк тиҙәр. Алһыу ӘСӘҘУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-11-16/berit-k-ber-t-k-273847
|
16 Ноябрь 2018, 16:41
|
ba
|
Алтынай яланы
|
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының сикһеҙ бай тарихлы ер-һыу атамалары менән таныштырыуымды дауам итәм.Алтынай яланы тураһында ике төрлө фараз бар. Беренсеһе ошолайыраҡ яңғырай. Элек ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар үҙ-ара һуғышып, яу сабышып йәшәгән. Бер ваҡыт, башҡорт ирҙәре һунарҙа саҡта, ҡаҙаҡтар уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарын ҡоллоҡҡа алып китә. Алтынай исемле ҡыҙ ҡасып өлгөрә. Уның артынан ҡыуа төшәләр. Ҡыҙ ҡасып бара торғас, матур ғына бер яланға килеп сыға. Унда үҙенә йәшеренер урын таба. Шул көндән алып был ерҙе Алтынай яланы тип атай башлайҙар. Икенсе фараз: башҡорттар элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, һәр береһе үҙенең тамғаһын ҡуйған. Ауылда бер кешенең генә ғүмере буйы үҙ солоғо булмаған. Ул бер саҡ сабынлығына барғанда солоҡ күреп ҡала. Бик көслө ҡорт күсе ҡайҙандыр осоп килеп, уның бесән эшләгән яланындағы ағаста ҡышлаған икән. Етмәһә, тамғаһыҙ урында. Быға ныҡ ҡыуана ул. Шунан инде үҙенең алтын ай формаһындағы тамғаһын солоҡ ояһына ҡуйып китә. Ошо көндән алып сабынлыҡты Алтынай яланы тип йөрөтәләр. (Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙинанан яҙып алынды.) Атъятҡан тауы ауылдың бирге яғында, ситтәрәк, бик күркәм урында урынлашҡан. Текә тау аҫтында туғай һәм бәләкәй генә йылға бар. Ҡышҡы утлауҙа аттар был урынға ла килеп сығыр булған. Ашарға эҙләп инде. Бер мәл бер ат текә тауҙан шыуып төшөп имгәнә, зәғифләнә, тора алмай ята. Шунан ҡала был урындың исеме. Гөлбостан яланы. Сапҡынсылар етеҙ аттарында Атъятҡанға менеп барған халыҡты ҡыуып етә. Гөлбостан исемле ҡыҙ ҡаршылыҡ күрһәтергә маташа, ләкин ярһыған ҡырғыҙҙар ҡатынды тотоп, аҡлан ситендә үҫкән бер ҡарағайға аҫып китә. Был түңәрәк ялан әле лә Гөлбостан исемен йөрөтә. Сәскәгә күмелгән аҡлан уртаһынан шишмә урғылып сыға. Уның сит яғында, ағастарҙан айырылып тигәндәй, шул ваҡиғалар шаһиты, ҡолас етмәҫлек ҡарт ҡарағай тора. (Тарих уҡытыусыһы Заһир Сәлихйән улы Дәүләтбирҙиндән яҙып алынды.)Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА, йәш хәбәрсе. Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
|
Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының сикһеҙ бай тарихлы ер-һыу атамалары менән таныштырыуымды дауам итәм. Алтынай яланы тураһында ике төрлө фараз бар. Беренсеһе ошолайыраҡ яңғырай. Элек ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар үҙ-ара һуғышып, яу сабышып йәшәгән. Бер ваҡыт, башҡорт ирҙәре һунарҙа саҡта, ҡаҙаҡтар уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарын ҡоллоҡҡа алып китә. Алтынай исемле ҡыҙ ҡасып өлгөрә. Уның артынан ҡыуа төшәләр. Ҡыҙ ҡасып бара торғас, матур ғына бер яланға килеп сыға. Унда үҙенә йәшеренер урын таба. Шул көндән алып был ерҙе Алтынай яланы тип атай башлайҙар. Икенсе фараз: башҡорттар элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, һәр береһе үҙенең тамғаһын ҡуйған. Ауылда бер кешенең генә ғүмере буйы үҙ солоғо булмаған. Ул бер саҡ сабынлығына барғанда солоҡ күреп ҡала. Бик көслө ҡорт күсе ҡайҙандыр осоп килеп, уның бесән эшләгән яланындағы ағаста ҡышлаған икән. Етмәһә, тамғаһыҙ урында. Быға ныҡ ҡыуана ул. Шунан инде үҙенең алтын ай формаһындағы тамғаһын солоҡ ояһына ҡуйып китә. Ошо көндән алып сабынлыҡты Алтынай яланы тип йөрөтәләр. (Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙинанан яҙып алынды.) Атъятҡан тауы ауылдың бирге яғында, ситтәрәк, бик күркәм урында урынлашҡан. Текә тау аҫтында туғай һәм бәләкәй генә йылға бар. Ҡышҡы утлауҙа аттар был урынға ла килеп сығыр булған. Ашарға эҙләп инде. Бер мәл бер ат текә тауҙан шыуып төшөп имгәнә, зәғифләнә, тора алмай ята. Шунан ҡала был урындың исеме. Гөлбостан яланы. Сапҡынсылар етеҙ аттарында Атъятҡанға менеп барған халыҡты ҡыуып етә. Гөлбостан исемле ҡыҙ ҡаршылыҡ күрһәтергә маташа, ләкин ярһыған ҡырғыҙҙар ҡатынды тотоп, аҡлан ситендә үҫкән бер ҡарағайға аҫып китә. Был түңәрәк ялан әле лә Гөлбостан исемен йөрөтә. Сәскәгә күмелгән аҡлан уртаһынан шишмә урғылып сыға. Уның сит яғында, ағастарҙан айырылып тигәндәй, шул ваҡиғалар шаһиты, ҡолас етмәҫлек ҡарт ҡарағай тора. (Тарих уҡытыусыһы Заһир Сәлихйән улы Дәүләтбирҙиндән яҙып алынды.)Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА, йәш хәбәрсе.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-11-09/altynay-yalany-272569
|
9 Ноябрь 2018, 15:35
|
ba
|
Соҡаҙыбаш
|
Тыуған ауылым ҡалҡыулыҡтар итәгендә урынлашҡан. Әллә ҡайҙан, бына мин ниндәй, тигән шикелле, ҡыҙыл ҡалай түбәле, бейек манаралы мәсете, ике ҡатлы мәктәбе сәләм бирә кеүек. Ауыл кескәй генә Соҡаҙы йылғаһы буйында ултыра. Унда миңә һәр ер таныш, ҡәҙерле. Бигерәк тә яҙ, йәй көндәрендә күп ваҡытымды урмандарҙа еләк, сәскә йыйып, ҡоштар һайрауын тыңлап үткәрергә яратам.Архив мәғлүмәттәре буйынса, Соҡаҙыбаштың барлыҡҡа килеүе 1788 йыл менән билдәләнә. Ләкин һуңғы осорҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең тикшеренеүҙәре был версияны бер ни тиклем үҙгәртә, ауылға күпкә алданыраҡ нигеҙ һалынған, тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Соҡаҙыбаштың тирә-яғында ҡалҡыулыҡтар, тауҙар, урмандар, шишмәләр, күлдәр, баҫыуҙар күп. Һәр береһенең исеме, атамаларының үҙ тарихы бар. Барыһының да риүәйәттәрен йыйып бөтөрөп булмаһа ла, ауылда уларҙы белеүсе аҡһаҡалдар бар әле. Мәктәп музейында ла был мәғлүмәттәр һаҡлана. «Башҡорт АССР-ының топонимик һүҙлеге»ндә Соҡаҙыбаш – Соҡаҙы гидронимына «баш» (сығанаҡ, һыу башы, йылға башы) һүҙе ҡушылып яһалған ҡушма топоним тип аңлатыла. Тимәк, Соҡаҙыбаш – Соҡаҙы йылғаһының килеп сыҡҡан урынындағы ауыл. Ләкин һүҙлектәге аңлатманың дөрөҫлөккә тап килмәүе лә ихтимал. Сөнки боронғо төрки телендә «соҡа» «балыҡ» тигән һүҙҙе аңлата, ә -лы аффиксы -ҙы ялғауына алмашынып, Соҡалы Соҡаҙыға әйләнеп, «балыҡлы йылға» тип аңлатыу дөрөҫлөккә яҡыныраҡ. Аҡһаҡалдар: «Элек йылға мул һыулы, балыҡ күп ине», – тип иҫкә ала. Ауылдың исеме тураһында ерле халыҡ араһында бер нисә риүәйәт йөрөй. Өлкәндәр элек Өсҡаҙбаш тип исемләнеүен фаразлай. Бер нисә кеше, ысынлап та, ата-әсәләре, әбей-бабайҙары тарафынан Соҡаҙыбаштың Өсҡаҙбаш тип йөрөтөлөүен хәтерләй һәм ошо исемгә аңлатма ла бирәләр. Ауыл янында аҡҡан йылға үҙенең башланғысын урман эсендәге бик матур ҙур күлдән алған, имеш. Ул Урман күле тип йөрөтөлә. Һәр яҙ һайын шунда аҡҡоштар осоп килгән, халыҡ һағынып, көтөп алған. Ләкин улар, ғәҙәттәгесә, парлы түгел, ә өсәү булған. Күлдең тирә-яғы ҡалын урман менән ҡапланған икән. Туҡай әйтмешләй, «был ҡап-ҡара урманда һәр төрлө йыртҡыс та бар, юҡ түгел айыу, бүре, төлкө-йыһан ҡоротҡос та бар». Төлкө тырнағына эләгепме, әллә башҡа сәбәптәнме, бер йылды кешеләр күл буйынан өс аҡҡош башы ғына табып алған. Башҡа бында бер аҡҡош та килмәгән. Ошо өс баш Соҡаҙыбаш ауылы исеменә нигеҙ булған, тип белдереүселәр бар.Гөлназ ҒИМАЛЕТДИНОВА. Туймазы районы, Соҡаҙыбаш ауылы.
|
Тыуған ауылым ҡалҡыулыҡтар итәгендә урынлашҡан. Әллә ҡайҙан, бына мин ниндәй, тигән шикелле, ҡыҙыл ҡалай түбәле, бейек манаралы мәсете, ике ҡатлы мәктәбе сәләм бирә кеүек. Ауыл кескәй генә Соҡаҙы йылғаһы буйында ултыра. Унда миңә һәр ер таныш, ҡәҙерле. Бигерәк тә яҙ, йәй көндәрендә күп ваҡытымды урмандарҙа еләк, сәскә йыйып, ҡоштар һайрауын тыңлап үткәрергә яратам. Архив мәғлүмәттәре буйынса, Соҡаҙыбаштың барлыҡҡа килеүе 1788 йыл менән билдәләнә. Ләкин һуңғы осорҙа тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең тикшеренеүҙәре был версияны бер ни тиклем үҙгәртә, ауылға күпкә алданыраҡ нигеҙ һалынған, тигән һығымта яһарға мөмкинлек бирә. Соҡаҙыбаштың тирә-яғында ҡалҡыулыҡтар, тауҙар, урмандар, шишмәләр, күлдәр, баҫыуҙар күп. Һәр береһенең исеме, атамаларының үҙ тарихы бар. Барыһының да риүәйәттәрен йыйып бөтөрөп булмаһа ла, ауылда уларҙы белеүсе аҡһаҡалдар бар әле. Мәктәп музейында ла был мәғлүмәттәр һаҡлана. «Башҡорт АССР-ының топонимик һүҙлеге»ндә Соҡаҙыбаш – Соҡаҙы гидронимына «баш» (сығанаҡ, һыу башы, йылға башы) һүҙе ҡушылып яһалған ҡушма топоним тип аңлатыла. Тимәк, Соҡаҙыбаш – Соҡаҙы йылғаһының килеп сыҡҡан урынындағы ауыл. Ләкин һүҙлектәге аңлатманың дөрөҫлөккә тап килмәүе лә ихтимал. Сөнки боронғо төрки телендә «соҡа» «балыҡ» тигән һүҙҙе аңлата, ә -лы аффиксы -ҙы ялғауына алмашынып, Соҡалы Соҡаҙыға әйләнеп, «балыҡлы йылға» тип аңлатыу дөрөҫлөккә яҡыныраҡ. Аҡһаҡалдар: «Элек йылға мул һыулы, балыҡ күп ине», – тип иҫкә ала. Ауылдың исеме тураһында ерле халыҡ араһында бер нисә риүәйәт йөрөй. Өлкәндәр элек Өсҡаҙбаш тип исемләнеүен фаразлай. Бер нисә кеше, ысынлап та, ата-әсәләре, әбей-бабайҙары тарафынан Соҡаҙыбаштың Өсҡаҙбаш тип йөрөтөлөүен хәтерләй һәм ошо исемгә аңлатма ла бирәләр. Ауыл янында аҡҡан йылға үҙенең башланғысын урман эсендәге бик матур ҙур күлдән алған, имеш. Ул Урман күле тип йөрөтөлә. Һәр яҙ һайын шунда аҡҡоштар осоп килгән, халыҡ һағынып, көтөп алған. Ләкин улар, ғәҙәттәгесә, парлы түгел, ә өсәү булған. Күлдең тирә-яғы ҡалын урман менән ҡапланған икән. Туҡай әйтмешләй, «был ҡап-ҡара урманда һәр төрлө йыртҡыс та бар, юҡ түгел айыу, бүре, төлкө-йыһан ҡоротҡос та бар». Төлкө тырнағына эләгепме, әллә башҡа сәбәптәнме, бер йылды кешеләр күл буйынан өс аҡҡош башы ғына табып алған. Башҡа бында бер аҡҡош та килмәгән. Ошо өс баш Соҡаҙыбаш ауылы исеменә нигеҙ булған, тип белдереүселәр бар. Гөлназ ҒИМАЛЕТДИНОВА.
|
"Тарих яҙабыҙ"
| false |
https://agideljurn.ru/articles/tarikh-ya-aby-/2018-10-27/so-a-ybash-269833
|
27 Октябрь 2018, 15:43
|
ba
|
Беҙҙең хәтерҙә йәшәй
|
Ул үҙ теләге менән яуға китә. Ҡартатайым Ленинград фронтының 4-се техник-авиация батареяһында рядовой автоматсы була. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер нисә тапҡыр орден, миҙалдар менән бүләкләнә.
1946 йылдың 20 мартында тыуған яғына иҫән-һау ҡайтып төшә. Өләсәйем Зөләйха Мырҙабулат ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр.
Ҡартатайым хәҙер иҫән түгел, әммә беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәй.
Зәлиә ЮНЫСБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Аҡморон ауылы.
|
Ул үҙ теләге менән яуға китә. Ҡартатайым Ленинград фронтының 4-се техник-авиация батареяһында рядовой автоматсы була. Ленинград блокадаһын өҙөүҙә күрһәткән батырлыҡтары өсөн бер нисә тапҡыр орден, миҙалдар менән бүләкләнә. 1946 йылдың 20 мартында тыуған яғына иҫән-һау ҡайтып төшә. Өләсәйем Зөләйха Мырҙабулат ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, ете балаға ғүмер бирәләр.Ҡартатайым хәҙер иҫән түгел, әммә беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәй. Зәлиә ЮНЫСБАЕВА, IV синыф уҡыусыһы.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2023-05-12/be-e-h-ter-y-sh-y-3255091
|
12 Май , 12:00
|
ba
|
Ҡара мыйыҡ мажаралары
|
Тәүҙәрәк бесәй үҙен һин дә мин тотто. Ләкин тора-бара хәйләләшә башланы. Иртән барыһы ла эшкә китеп бөтә. Иң аҙаҡтан мин ҡуҙғалам. Ҡара мыйыҡ шым ғына күҙәтеп ултыра. Кейенә башланыңмы, ишек төбөнә бара. Мине лә алығыҙ, тиҙер инде. Беҙ уны йома көнө баҡсаға алып китәбеҙ ҙә йәкшәмбе кире алып ҡайтабыҙ. Әммә эшкә бесәй менән килеп булмай ҙа инде.Шулай итеп, көн һайын Ҡара мыйыҡ ишек төбөн ҡарауыллай башланы. Бер саҡ, шулай уны алдаштырып ҡына сығып барғанда, теге йән-фарманға йүгереп килде лә ишектән сығып та һыҙҙы.Хәҙер быны нисек тоторға тип уйға ҡалдым. Ишекте бикләнем дә лифтҡа ултырып тиҙ генә етенсе ҡаттан беренсегә төштөм. Ишек алдында һаҡсы һымаҡ баҫып, уны көтәм.Юҡ бит әй, күренмәй. Аптырағас, йәйәүләп икенсе, өсөнсө ҡатҡа күтәрелә башланым. Ҡараһам, бесәйем һин дә мин баҫҡыс буйлап еҫкәнә-еҫкәнә төшөп килә. Ул мине, мин уны күреүгә икебеҙ ҙә тертләп ҡуйҙыҡ. Ярай, ит киҫәге һалып алғайным, иркә генә һүҙҙәр менән саҡырып, шуны быға һуҙам. Боролоп та ҡарамай бит.Ейәнсәремде күҙ алдына килтереп, уның тураһында уйланым да, нисек булһа ла тотоу яғын ҡарай башланым. Эшкә китәһе урынға бесәй баҫтырып йөрө инде. Етмәһә, таң менән. Таныштар күреп ҡалһа, был бер төрлө була башлаған икән, тип уйлауҙары ла мөмкин.Кешеләрҙән бер оялһам, шул бесәй арҡаһында эшкә лә һуңға ҡалына бит инде, тип кәйефем бөтөнләй бөттө.Бесәй хәтле етеҙ бесәйҙе, бар, тотоп ҡара. Ул бит дүрт аяҡлы, ә минеке икәү генә. Йәш саҡ булһа, бәлки, тотор ҙа инем. Һөйләнеп ни эш ҡылаһың. Бер ваҡыт тегене тоттом ғына тигәндә, һөрлөгөп йығылдым. Ярай әле бер ерем дә имгәнмәне. Кеше-фәлән күрмәҫ борон тип, тиҙ генә тороу яғын ҡараным. Тоторһоң, тотмай ни, тип өмөтһөҙләнеп, ҡул ғына һелтәнем дә эшкә киттем.Кис өйгә ҡайтһам, бесәйем ауыҙ-моронон ялап, һин дә мин ишек төбөндә көтөп ултыра. Хәҙер эшкә киткән һайын тегене тышта ҡалдырам, ә кис үҙе ҡайтып инә. Вәт бит әй, бесәйҙәр ҙә кеше һымаҡ бөтәһен дә аңлай икән. Хәҙер икәүләп, мин – эшкә, Ҡара мыйыҡ урамға сығып китә.Шулай итеп, беҙ бик ныҡ дуҫлашып киттек бының менән. Инде үҙем, әйҙә, теләгәнсә йөрөһөн, ваҡыты еткәс, ҡайтыр әле, тип ишек артында мыяулаған тауышын ишеткәнсе көтөп ултыра башланым.Бер көндө сериалдар ҡарап ултырып, бесәйҙең тауышын ишетмәгәнмен. Кемдер ишек ҡыңғырауына баҫҡас ҡына, сығып ҡараһам, был, мин ҡайттым, ишекте ас, тигән һымаҡ мыйығын тырпайтып ултыра.
Баҡсала
Баҡсаға бараһы көн яҡынлашһа, Ҡара мыйыҡ ишек төбөнә килеп ултыра ла, йә инде, тиҙерәк ҡыбырлағыҙ, тигән һымаҡ, мыяулап беҙҙе көтә башлай. Уның түҙемһеҙлеген күрһәң: туҡтауһыҙ аяҡ аҫтында тапана, ишек төбөнә ултыртҡан һәр нәмәне еҫкәп ҡарай. Шунан машинаға ингәс тә тыныслана алмай, тегеләй-былай йөрөй башлай. Баҡсаға барып еткәнсе шулай. Ҡыҫҡаһы, машинала йөрөргә бик яратмай. Бәлки, көн эҫе булғанға ла, шулай үҙен тынысһыҙ тоталыр. Инде нимә эшләһен, өйҙә яңғыҙы ултырыуға ҡарағанда иркенлектә йөрөүе һәйбәтерәк тә инде.Сираттағы ял көнөндә Ҡара мыйыҡты тағы баҡсаға алып киттек. Барып етер-етмәҫтән машинанан һикереп төштө лә үҙебеҙҙең баҡса өйө яғына йүгерҙе, әйтерһең, уның тыуған ере шунда. Ә бит, ысынлап та, уны ошонан алып ҡайттыҡ.…Көҙ көнө баҡсанан ҡайтып килгәндә ҡарауылсы өйө эргәһендә ейәнсәрем яңыраҡ ҡына тыуған бесәй балаларын күреп ҡалды ла: «Әйҙә, был бәләкәстәрҙең бөтәһен дә өйгә алып ҡайтайыҡ. Ана бит ниндәй матурҙар», – тип теңкәгә тейгәс, шуларҙың иң матурын ғына һайлап алдыҡ. Хәҙер Ҡара мыйыҡҡа бер йәш инде. Бесәйебеҙ кәүҙәгә ҙур булып үҫеп китте. Ейәнсәрем саҡ күтәреп йөрөтә үҙен.
Турғай
Баҡсаға барһаң, эштән бушап булмай. Бесәй ҡайғыһы ла китә. Ул үҙ көнөн үҙе күрә. Сысҡан тотоп ашай. Һуңғы барғанда бер турғайҙы тотоп алып, өҫтәл аҫтында уйната ғына башлағайны, ҡошсоҡ осоп сыҡты ла китте.Ейәнсәрем бесәйҙең башынан һыйпап, үҙен йәлләп ҡуйҙы. Бесәйебеҙ нимә эшләргә лә белмәй, бер иҙәнгә, бер беҙгә ҡарап бер аҙ аңҡы-тиңке булып йөрөнө.Мин уны: «Эй, асыҡ ауыҙ, тотҡан турғайыңды ла ысҡындырҙың бит, – тип әрләп тә ҡуйҙым. – «Деликатес» ашайым ғына тигәндә, ас ҡалдың инде».Шулай тиһәм дә, үҙем турғайҙың ҡотолғанына һөйөндөм генә. Әйҙә, осһон ҡошсоҡҡай. Бесәйгә ашарға унан башҡа ла ризыҡ етерлек.
Ҡарғалар
Бер заман эштән арынып бесәйҙе саҡырһам, ҡарға ҡарҡылдауынан башҡа бер ниндәй тауыш юҡ. Ни эшләп былар ҡысҡыра әле, тип шул яҡҡа барһам, бесәйебеҙгә ҡарғалар ташланырға итә.Ҡара мыйыҡ ағастың башына уҡ менгән дә төшә алмай аҙаплана. Ә ҡарғалар уға һөжүм итергә әҙерләнгән кеүек осоп ҡуналар. Бәлки, ҡоштарҙың унда оялары булғандыр ҙа, сабыйҙары өсөн борсолғандарҙыр. Ҡарғаларҙы көс-хәл менән ҡыуып ебәреп, Ҡара мыйыҡты әсирлектән саҡ ҡотҡарып алдыҡ.
Алабай
Күршебеҙ баҡсаға этен алып килә башланы. Ә беҙҙең бесәй үҙе генә рәхәтләнеп, был тирәгә хужа булып йөрөп өйрәнгәйне. Алабайҙы күрһә, йөндәрен ҡабартып ҡатып ҡала ла ҡуя. Эт өрөп тә ҡарай, ҡыуырға итә, ә бесәйҙең ҡасырға уйында ла юҡ. Шунан Алабай үҙе ҡурҡыптыр, күрәһең, һинең менән эт булғансы, типтер инде, быға өрмәй башланы. Бәләкәй генә йән эйәһенең үҙ ерен һаҡлауы, ҡурҡмауын белдереүе һоҡланырлыҡ ине.Күпмелер ултырғандан һуң, Ҡара мыйыҡ үҙебеҙҙең баҡсала йөрөй ҙә теге яҡҡа ла сығып китә. Бер нисә мәртәбә күршеләрҙән алып ҡайтҡыланыҡ. «Эт үҙеңде өҙгөләп ташлаһа, ни эшләрһең», – тип әрләп тә ҡараныҡ. Ә Алабай беҙгә килмәй, Ҡара мыйыҡ шунда барып, уның асыуын килтереп, йөнөн ҡабартып ултырмаһа, күңеле булмай.Эттең хужаһы ла, беҙ ҙә, уларҙың араларына ҡыҫылмаҫҡа ҡарар иттек. Кем белә, бәлки, дуҫлашып та китерҙәр. Әммә әлегә борсаҡтары бешмәй уларҙың. Бер-береһенә ырылдашып ултырыуҙан ары китә алмайҙар.
Иртә ҡайтыу
Һәр ваҡыттағыса, йәкшәмбе баҡсанан иртәрәк ҡайтырға уйланыҡ. Әйберҙәрҙе төйнәп, инде ҡуҙғалырға тип торғанда, Ҡара мыйыҡ юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.Уны эҙләй-эҙләй арып, тәүҙә ейәнсәрем йоҡлап китте, шунан улым карауатҡа ятып ҡына торған ерҙән ойоно. Үҙем дә әҙерәк серем итеп алдым, ә бесәй һаман юҡ.Көтә торғас, асыҡтыра ла башланы. Баҡсалағы урамдың теге яҡ башына эҙләп киттем, шунан килеп сыҡты был. Аҡ ҡына тәпәйҙәре менән йомшаҡ ҡына баҫып, башын аҫҡа эйеп, былай ҙа оҙон ҡойроғон һәлендереп, ғәйебен танығандай итеп артымдан эйәрҙе. Шатлығымдан шунда уҡ күтәреп алдым да арҡаһынан һыйпап иркәләгәс кенә, асыуымдан кире ергә ырғыттым:– Мыяу, мыяу! – тип яуап бирһәң ни була. Кәрәкмәгәндә бик тә тауышың сыға лабаһа, күпме саҡырҙым үҙеңде, – тип шелтәләп тә алдым.Алтыла ҡайтырға йыйынған кешеләр, киске унға саҡ өйгә килеп индек.Һанай башлаһаң, Ҡара мыйыҡтың мажаралары күп булды инде. Хәҙер баҡсанан ҡайтыр булһаҡ, бесәйҙе өйҙән сығармай тотабыҙ, юғиһә, тиҙ генә табырмын тимә.
Тәмле тамаҡ
Өйгә ҡайтып, сәй эсергә ултырғайныҡ, бесәйебеҙ мыр-мыр килеп, нимәлер һоранып йөрөй башланы. Асыҡҡандыр тип, ашап ултырған ҡауынымды саҡ ҡына бүлеп биргәйнем, ялп иттереп ауыҙына ҡапты. Шунан тағы күберәк итеп алдына һалғайным, уныһын да йомоп ҡуйҙы. Бесәй ундай тәмле-татлыны ашамайҙыр, тиһәк, бер ҙә улай түгел икән. Күрәһең, уларға ла витамин кәрәк. Аҙаҡ, үҙебеҙ ашаған һайын, быға ла ҡауындан өлөш сығарҙыҡ.
Л. САЙРАНОВА.
|
Тәүҙәрәк бесәй үҙен һин дә мин тотто. Ләкин тора-бара хәйләләшә башланы. Иртән барыһы ла эшкә китеп бөтә. Иң аҙаҡтан мин ҡуҙғалам. Ҡара мыйыҡ шым ғына күҙәтеп ултыра. Кейенә башланыңмы, ишек төбөнә бара. Мине лә алығыҙ, тиҙер инде. Беҙ уны йома көнө баҡсаға алып китәбеҙ ҙә йәкшәмбе кире алып ҡайтабыҙ. Әммә эшкә бесәй менән килеп булмай ҙа инде. Шулай итеп, көн һайын Ҡара мыйыҡ ишек төбөн ҡарауыллай башланы. Бер саҡ, шулай уны алдаштырып ҡына сығып барғанда, теге йән-фарманға йүгереп килде лә ишектән сығып та һыҙҙы. Хәҙер быны нисек тоторға тип уйға ҡалдым. Ишекте бикләнем дә лифтҡа ултырып тиҙ генә етенсе ҡаттан беренсегә төштөм. Ишек алдында һаҡсы һымаҡ баҫып, уны көтәм. Юҡ бит әй, күренмәй. Аптырағас, йәйәүләп икенсе, өсөнсө ҡатҡа күтәрелә башланым. Ҡараһам, бесәйем һин дә мин баҫҡыс буйлап еҫкәнә-еҫкәнә төшөп килә. Ул мине, мин уны күреүгә икебеҙ ҙә тертләп ҡуйҙыҡ. Ярай, ит киҫәге һалып алғайным, иркә генә һүҙҙәр менән саҡырып, шуны быға һуҙам. Боролоп та ҡарамай бит. Ейәнсәремде күҙ алдына килтереп, уның тураһында уйланым да, нисек булһа ла тотоу яғын ҡарай башланым. Эшкә китәһе урынға бесәй баҫтырып йөрө инде. Етмәһә, таң менән. Таныштар күреп ҡалһа, был бер төрлө була башлаған икән, тип уйлауҙары ла мөмкин. Кешеләрҙән бер оялһам, шул бесәй арҡаһында эшкә лә һуңға ҡалына бит инде, тип кәйефем бөтөнләй бөттө. Бесәй хәтле етеҙ бесәйҙе, бар, тотоп ҡара. Ул бит дүрт аяҡлы, ә минеке икәү генә. Йәш саҡ булһа, бәлки, тотор ҙа инем. Һөйләнеп ни эш ҡылаһың. Бер ваҡыт тегене тоттом ғына тигәндә, һөрлөгөп йығылдым. Ярай әле бер ерем дә имгәнмәне. Кеше-фәлән күрмәҫ борон тип, тиҙ генә тороу яғын ҡараным. Тоторһоң, тотмай ни, тип өмөтһөҙләнеп, ҡул ғына һелтәнем дә эшкә киттем. Кис өйгә ҡайтһам, бесәйем ауыҙ-моронон ялап, һин дә мин ишек төбөндә көтөп ултыра. Хәҙер эшкә киткән һайын тегене тышта ҡалдырам, ә кис үҙе ҡайтып инә. Вәт бит әй, бесәйҙәр ҙә кеше һымаҡ бөтәһен дә аңлай икән. Хәҙер икәүләп, мин – эшкә, Ҡара мыйыҡ урамға сығып китә. Шулай итеп, беҙ бик ныҡ дуҫлашып киттек бының менән. Инде үҙем, әйҙә, теләгәнсә йөрөһөн, ваҡыты еткәс, ҡайтыр әле, тип ишек артында мыяулаған тауышын ишеткәнсе көтөп ултыра башланым. Бер көндө сериалдар ҡарап ултырып, бесәйҙең тауышын ишетмәгәнмен. Кемдер ишек ҡыңғырауына баҫҡас ҡына, сығып ҡараһам, был, мин ҡайттым, ишекте ас, тигән һымаҡ мыйығын тырпайтып ултыра. БаҡсалаБаҡсаға бараһы көн яҡынлашһа, Ҡара мыйыҡ ишек төбөнә килеп ултыра ла, йә инде, тиҙерәк ҡыбырлағыҙ, тигән һымаҡ, мыяулап беҙҙе көтә башлай. Уның түҙемһеҙлеген күрһәң: туҡтауһыҙ аяҡ аҫтында тапана, ишек төбөнә ултыртҡан һәр нәмәне еҫкәп ҡарай. Шунан машинаға ингәс тә тыныслана алмай, тегеләй-былай йөрөй башлай. Баҡсаға барып еткәнсе шулай. Ҡыҫҡаһы, машинала йөрөргә бик яратмай. Бәлки, көн эҫе булғанға ла, шулай үҙен тынысһыҙ тоталыр. Инде нимә эшләһен, өйҙә яңғыҙы ултырыуға ҡарағанда иркенлектә йөрөүе һәйбәтерәк тә инде. Сираттағы ял көнөндә Ҡара мыйыҡты тағы баҡсаға алып киттек. Барып етер-етмәҫтән машинанан һикереп төштө лә үҙебеҙҙең баҡса өйө яғына йүгерҙе, әйтерһең, уның тыуған ере шунда. Ә бит, ысынлап та, уны ошонан алып ҡайттыҡ.…Көҙ көнө баҡсанан ҡайтып килгәндә ҡарауылсы өйө эргәһендә ейәнсәрем яңыраҡ ҡына тыуған бесәй балаларын күреп ҡалды ла: «Әйҙә, был бәләкәстәрҙең бөтәһен дә өйгә алып ҡайтайыҡ. Ана бит ниндәй матурҙар», – тип теңкәгә тейгәс, шуларҙың иң матурын ғына һайлап алдыҡ. Хәҙер Ҡара мыйыҡҡа бер йәш инде. Бесәйебеҙ кәүҙәгә ҙур булып үҫеп китте. Ейәнсәрем саҡ күтәреп йөрөтә үҙен. ТурғайБаҡсаға барһаң, эштән бушап булмай. Бесәй ҡайғыһы ла китә. Ул үҙ көнөн үҙе күрә. Сысҡан тотоп ашай. Һуңғы барғанда бер турғайҙы тотоп алып, өҫтәл аҫтында уйната ғына башлағайны, ҡошсоҡ осоп сыҡты ла китте. Ейәнсәрем бесәйҙең башынан һыйпап, үҙен йәлләп ҡуйҙы. Бесәйебеҙ нимә эшләргә лә белмәй, бер иҙәнгә, бер беҙгә ҡарап бер аҙ аңҡы-тиңке булып йөрөнө. Мин уны: «Эй, асыҡ ауыҙ, тотҡан турғайыңды ла ысҡындырҙың бит, – тип әрләп тә ҡуйҙым. – «Деликатес» ашайым ғына тигәндә, ас ҡалдың инде».Шулай тиһәм дә, үҙем турғайҙың ҡотолғанына һөйөндөм генә. Әйҙә, осһон ҡошсоҡҡай. Бесәйгә ашарға унан башҡа ла ризыҡ етерлек.ҠарғаларБер заман эштән арынып бесәйҙе саҡырһам, ҡарға ҡарҡылдауынан башҡа бер ниндәй тауыш юҡ. Ни эшләп былар ҡысҡыра әле, тип шул яҡҡа барһам, бесәйебеҙгә ҡарғалар ташланырға итә.Ҡара мыйыҡ ағастың башына уҡ менгән дә төшә алмай аҙаплана. Ә ҡарғалар уға һөжүм итергә әҙерләнгән кеүек осоп ҡуналар. Бәлки, ҡоштарҙың унда оялары булғандыр ҙа, сабыйҙары өсөн борсолғандарҙыр. Ҡарғаларҙы көс-хәл менән ҡыуып ебәреп, Ҡара мыйыҡты әсирлектән саҡ ҡотҡарып алдыҡ. АлабайКүршебеҙ баҡсаға этен алып килә башланы. Ә беҙҙең бесәй үҙе генә рәхәтләнеп, был тирәгә хужа булып йөрөп өйрәнгәйне. Алабайҙы күрһә, йөндәрен ҡабартып ҡатып ҡала ла ҡуя. Эт өрөп тә ҡарай, ҡыуырға итә, ә бесәйҙең ҡасырға уйында ла юҡ. Шунан Алабай үҙе ҡурҡыптыр, күрәһең, һинең менән эт булғансы, типтер инде, быға өрмәй башланы. Бәләкәй генә йән эйәһенең үҙ ерен һаҡлауы, ҡурҡмауын белдереүе һоҡланырлыҡ ине. Күпмелер ултырғандан һуң, Ҡара мыйыҡ үҙебеҙҙең баҡсала йөрөй ҙә теге яҡҡа ла сығып китә. Бер нисә мәртәбә күршеләрҙән алып ҡайтҡыланыҡ. «Эт үҙеңде өҙгөләп ташлаһа, ни эшләрһең», – тип әрләп тә ҡараныҡ. Ә Алабай беҙгә килмәй, Ҡара мыйыҡ шунда барып, уның асыуын килтереп, йөнөн ҡабартып ултырмаһа, күңеле булмай. Эттең хужаһы ла, беҙ ҙә, уларҙың араларына ҡыҫылмаҫҡа ҡарар иттек. Кем белә, бәлки, дуҫлашып та китерҙәр. Әммә әлегә борсаҡтары бешмәй уларҙың. Бер-береһенә ырылдашып ултырыуҙан ары китә алмайҙар. Иртә ҡайтыуҺәр ваҡыттағыса, йәкшәмбе баҡсанан иртәрәк ҡайтырға уйланыҡ. Әйберҙәрҙе төйнәп, инде ҡуҙғалырға тип торғанда, Ҡара мыйыҡ юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Уны эҙләй-эҙләй арып, тәүҙә ейәнсәрем йоҡлап китте, шунан улым карауатҡа ятып ҡына торған ерҙән ойоно. Үҙем дә әҙерәк серем итеп алдым, ә бесәй һаман юҡ. Көтә торғас, асыҡтыра ла башланы. Баҡсалағы урамдың теге яҡ башына эҙләп киттем, шунан килеп сыҡты был. Аҡ ҡына тәпәйҙәре менән йомшаҡ ҡына баҫып, башын аҫҡа эйеп, былай ҙа оҙон ҡойроғон һәлендереп, ғәйебен танығандай итеп артымдан эйәрҙе. Шатлығымдан шунда уҡ күтәреп алдым да арҡаһынан һыйпап иркәләгәс кенә, асыуымдан кире ергә ырғыттым:– Мыяу, мыяу! – тип яуап бирһәң ни була. Кәрәкмәгәндә бик тә тауышың сыға лабаһа, күпме саҡырҙым үҙеңде, – тип шелтәләп тә алдым. Алтыла ҡайтырға йыйынған кешеләр, киске унға саҡ өйгә килеп индек.Һанай башлаһаң, Ҡара мыйыҡтың мажаралары күп булды инде. Хәҙер баҡсанан ҡайтыр булһаҡ, бесәйҙе өйҙән сығармай тотабыҙ, юғиһә, тиҙ генә табырмын тимә. Тәмле тамаҡӨйгә ҡайтып, сәй эсергә ултырғайныҡ, бесәйебеҙ мыр-мыр килеп, нимәлер һоранып йөрөй башланы. Асыҡҡандыр тип, ашап ултырған ҡауынымды саҡ ҡына бүлеп биргәйнем, ялп иттереп ауыҙына ҡапты. Шунан тағы күберәк итеп алдына һалғайным, уныһын да йомоп ҡуйҙы. Бесәй ундай тәмле-татлыны ашамайҙыр, тиһәк, бер ҙә улай түгел икән. Күрәһең, уларға ла витамин кәрәк.
|
Победа. Новости
| true |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2021-08-10/ara-myyy-mazharalary-2459681
|
10 Август 2021, 13:40
|
ba
|
Өфө артистары ҡатнашлығында байрам концерты көтөлә
|
Иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡала мәҙәниәт һарайының солистары һәм ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ.Көндөҙгө сәғәт 2-лә йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттың ижади коллективтары сәхнә түрен биләйәсәк.Көндөҙгө сәғәт 3-тә Өфө ҡалаһы ҡала округының Мәғариф идаралығының ижади коллективтары концерт күрһәтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 4-тә Өфө балалар филармонияһының концерт программаһын ҡарағыҙ. Киске сәғәт 5-тә ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге артистары сығышы буласаҡ. 18.30 сәғәттә — Өфөнөң йәш тамашасылар театры программаһы. 19.30 сәғәттә — "Мотостроитель" мәҙәниәт һарайы программаһы. 21.00 сәғәттә — ҡала мәҙәниәт һарайы артистары һәм "Мирас" йыр һәм бейеү ансамбле сығышы. 23.00 сәғәттә байрам салюты буласаҡ.
|
Иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡала мәҙәниәт һарайының солистары һәм ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ. Көндөҙгө сәғәт 2-лә йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттың ижади коллективтары сәхнә түрен биләйәсәк. Көндөҙгө сәғәт 3-тә Өфө ҡалаһы ҡала округының Мәғариф идаралығының ижади коллективтары концерт күрһәтәсәк. Көндөҙгө сәғәт 4-тә Өфө балалар филармонияһының концерт программаһын ҡарағыҙ. Киске сәғәт 5-тә ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәге артистары сығышы буласаҡ. 18.30 сәғәттә — Өфөнөң йәш тамашасылар театры программаһы. 19.30 сәғәттә — "Мотостроитель" мәҙәниәт һарайы программаһы. 21.00 сәғәттә — ҡала мәҙәниәт һарайы артистары һәм "Мирас" йыр һәм бейеү ансамбле сығышы.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2021-05-08/f-artistary-atnashly-ynda-bayram-kontserty-k-t-l-2310677
|
8 Май 2021, 19:45
|
ba
|
Белоруссия Еңеү парадын үткәргән
|
Белоруссияла ғына Еңеү парадын бер нәмәгә ҡарамай үткәрҙеләр. "Беҙ башҡаса булдыра алманыҡ", - ти ил Президенты Александр Лукашенко. Парадта 3 мең хәрби ҡатнашҡан, араларында кадеттар ҙа бар. Кискә Еңеү майҙанында байрам концерты буласаҡ һәм салют аттырыласаҡ. Лукашенко, Белоруссияла уҙған саралар донъяны нацизмдан азат иткән бөтә совет һалдаттарына арнала, тип белдерҙе һәм коронавирус пандемияһы ваҡытында ҙур сара үткәргәнгә тәнҡитләмәҫкә саҡырҙы.
|
Белоруссияла ғына Еңеү парадын бер нәмәгә ҡарамай үткәрҙеләр. "Беҙ башҡаса булдыра алманыҡ", - ти ил Президенты Александр Лукашенко. Парадта 3 мең хәрби ҡатнашҡан, араларында кадеттар ҙа бар. Кискә Еңеү майҙанында байрам концерты буласаҡ һәм салют аттырыласаҡ.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-09/belorussiya-e-e-paradyn-tk-rg-n-1567382
|
9 Май 2020, 22:05
|
ba
|
Генерал миҙалы музейҙа һаҡланасаҡ
|
Яңыраҡ Рәсәй Геройы исеме бирелгән легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын йондоҙ" миҙалын Мәскәүҙән тыуған яғына килтерҙеләр. Аэропорттан тантаналы ҡаршы алып, хәрби кортежда Өфө урамдары буйлап Ҡала советы туҡталышына тиклем барып Совет майҙанында туҡталдылар. Ошонда киләсәктә Шайморатовҡа һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Унда награданы Рәсәй Геройы Николай Злобин Республика Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырҙы. Радий Фәрит улы Башҡортостан халҡын, ветерандарҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң, бер минут тынлык иғлан ителде. Шунан курсанттар оҙатыуы аҫтында республика етәксеһе миҙалы Милли музейға алып барҙы. Шайморатов генералға арналған йырҙың көйө яңғырап торҙо. Музейға ҡуйылғас, уның директоры Марат Зөлҡәрнәев һәм Радий Хәбиров был туралағы документҡа ҡул ҡуйҙы.
|
Яңыраҡ Рәсәй Геройы исеме бирелгән легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын йондоҙ" миҙалын Мәскәүҙән тыуған яғына килтерҙеләр. Аэропорттан тантаналы ҡаршы алып, хәрби кортежда Өфө урамдары буйлап Ҡала советы туҡталышына тиклем барып Совет майҙанында туҡталдылар. Ошонда киләсәктә Шайморатовҡа һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Унда награданы Рәсәй Геройы Николай Злобин Республика Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырҙы. Радий Фәрит улы Башҡортостан халҡын, ветерандарҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң, бер минут тынлык иғлан ителде. Шунан курсанттар оҙатыуы аҫтында республика етәксеһе миҙалы Милли музейға алып барҙы. Шайморатов генералға арналған йырҙың көйө яңғырап торҙо.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-09/general-mi-aly-muzey-a-a-lanasa-1567497
|
9 Май 2020, 14:05
|
ba
|
Шайморатов урамы төҙөкләндерелә
|
– Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Геройыбыҙ – генерал Шайморатов исемен йөрөткән урам бар. Бәлки, уны күптәр белеп бөтмәйҙер. 1949 йылдың ноябрендә, ул саҡта Черниковка ҡала башҡарма комитеты, урамға ошо исемде биргән, — тип яҙған Өфө хакимиәте башлығы.Был урамды төҙөкләндерер өсөн аҡса ҡала ҡаҙнаһынан бүленгән.
|
– Баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә Геройыбыҙ – генерал Шайморатов исемен йөрөткән урам бар. Бәлки, уны күптәр белеп бөтмәйҙер. 1949 йылдың ноябрендә, ул саҡта Черниковка ҡала башҡарма комитеты, урамға ошо исемде биргән, — тип яҙған Өфө хакимиәте башлығы.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-09/shaymoratov-uramy-t-kl-nderel-1567615
|
9 Май 2020, 11:02
|
ba
|
Шайморатовсыларҙың исемлеге баҫыла башлай
|
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында мәғлүмәт тупланған. Исемлектә – бөтәһе 3 мең 812 исем, әлегә барыһы тураһында тулы мәғлүмәт юҡ.– Әгәр ҙә исемлектә туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың исемен күрһәгеҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ. Легендар дивизияның тулы исемлеген бергәләп төҙөйөк! Беҙ бит – Шайморатов вариҫтары! – тиелә унда.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың авгусында «Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты старт алғайны. Уның сиктәрендә библиографик мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү буйынса күп көс талап иткән архив эше ойошторолдо. Проектты ойоштороусылар күләмле эш башҡарып, һуғыш осоро яугирҙәренең шәхси мәғлүмәттәре тупланған меңдәрсә документты өйрәнде, 500-ҙән ашыу фотодокументты сканерланы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың вариҫтарынан йөҙәрләгән анкетаны тикшерҙе.Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе составының исемлеге менән 8 майҙан 22 июнгә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә», «Фейсбук» социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрҙә танышырға мөмкин. Исемлектәр көн һайын алфавит тәртибендә баҫыла. Йыйылған материалдар буйынса «Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре» тигән биографик белешмә әҙерләп нәшер итеү планлаштырыла.
|
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһында мәғлүмәт тупланған. Исемлектә – бөтәһе 3 мең 812 исем, әлегә барыһы тураһында тулы мәғлүмәт юҡ.– Әгәр ҙә исемлектә туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың исемен күрһәгеҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ. Легендар дивизияның тулы исемлеген бергәләп төҙөйөк! Беҙ бит – Шайморатов вариҫтары! – тиелә унда. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың авгусында «Шайморатов вариҫтары» халыҡ проекты старт алғайны. Уның сиктәрендә библиографик мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү буйынса күп көс талап иткән архив эше ойошторолдо. Проектты ойоштороусылар күләмле эш башҡарып, һуғыш осоро яугирҙәренең шәхси мәғлүмәттәре тупланған меңдәрсә документты өйрәнде, 500-ҙән ашыу фотодокументты сканерланы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың вариҫтарынан йөҙәрләгән анкетаны тикшерҙе. Башҡорт кавалерия дивизияһының беренсе составының исемлеге менән 8 майҙан 22 июнгә тиклем Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Бәйләнештә», «Фейсбук» социаль селтәрҙәрендәге төркөмдәрҙә танышырға мөмкин. Исемлектәр көн һайын алфавит тәртибендә баҫыла.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-09/shaymoratovsylar-y-isemlege-ba-yla-bashlay-1567628
|
9 Май 2020, 10:43
|
ba
|
Ветерандарға Президент ҡотлауы менән өсмөйөшлө хаттар таратыла
|
Был хаттарҙы улар йыл аҙағына тиклем илдең теләһә ниндәй нөктәһенә ебәрә ала, сөнки уларҙа почта түләүе билдәһе ҡуйылған. Федераль элемтә агентлығы, Рәсәй почтаһы һәм «Марка» акционерҙар йәмғиәте Еңеүҙең һәр юбилейына ветерандар өсөн бушлай хаттар сығара.Әйткәндәй, һуғыш ваҡытында өсмөйөшлө хаттарҙы ябай ҡағыҙға яҙғандар. Үҙенсәлекле бөкләү системаһы конверт талап итмәгән, адресы ҡағыҙҙың тышҡы яғына яҙылған. 1941 – 1945 йылдарҙа почта хеҙмәте бөтәһе 6 миллиардтан ашыу фронт хаты ташыған.
|
Был хаттарҙы улар йыл аҙағына тиклем илдең теләһә ниндәй нөктәһенә ебәрә ала, сөнки уларҙа почта түләүе билдәһе ҡуйылған. Федераль элемтә агентлығы, Рәсәй почтаһы һәм «Марка» акционерҙар йәмғиәте Еңеүҙең һәр юбилейына ветерандар өсөн бушлай хаттар сығара. Әйткәндәй, һуғыш ваҡытында өсмөйөшлө хаттарҙы ябай ҡағыҙға яҙғандар. Үҙенсәлекле бөкләү системаһы конверт талап итмәгән, адресы ҡағыҙҙың тышҡы яғына яҙылған.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-09/veterandar-a-prezident-otlauy-men-n-sm-y-shl-hattar-taratyla-1567638
|
9 Май 2020, 09:47
|
ba
|
Музей асылған көн
|
Унда дивизияның тарихын һүрәтләгән бай экспозиция ҡуйылған: фотолар, документтар, ҡоралдар, хәрби кейемдәр, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыуға ҙур көс һалған, уның командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа айырым урын бирелгән. Дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километр үткән, Чернигов исеменә лайыҡ булған. Уның байрағын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов, II дәрәжә Кутузов ордендары биҙәгән. 78 һуғышсыһы Советтар Союзы Геройы исемен алған. 2020 йылдың 30 мартында генерал Шайморатовҡа ла Рәсәй Геройы исеме бирелде.
|
Унда дивизияның тарихын һүрәтләгән бай экспозиция ҡуйылған: фотолар, документтар, ҡоралдар, хәрби кейемдәр, яугирҙәрҙең шәхси әйберҙәре. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыуға ҙур көс һалған, уның командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа айырым урын бирелгән. Дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километр үткән, Чернигов исеменә лайыҡ булған. Уның байрағын Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов, II дәрәжә Кутузов ордендары биҙәгән. 78 һуғышсыһы Советтар Союзы Геройы исемен алған.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-08/muzey-asyl-an-k-n-1567797
|
8 Май 2020, 13:10
|
ba
|
«Еңеүгә юл» уйыны нигеҙендә тарихи мәғлүмәттәр ята
|
Хәрби юлды үтергә һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының төп этаптарын хәтергә төшөрөргә уйындың дүрт режимы – «Фронтовик», «Тыл хеҙмәтсәне», «Диверсант», «Снайпер» ярҙам итә. Һәр бер хәл ителгән аҙым персонаждың артабанғы яҙмышын билдәләй. Уның Еңеү көнөн ҡаршылай алыуы уйынсының белеменән һәм һайланған стратегияһынан тора.Уйын нигеҙенә ысын тарихи мәғлүмәттәр, ваҡиғалар һәм кешеләрҙең биографиялары һалынған. Уны булдырыусы белгестәргә Даян Мурзин, Алексей Ботян, Александр Печерский, снайперҙар Василий Зайцев, Фёдор Охлопков, Михаил Буденков, механик Иван Красносельских һәм башҡа яугирҙарҙың хәрби батырлыҡтары илһам биргән. Был квест-уйын балалар өсөн генә түгел, өлкәндәргә лә мауыҡтырғыс буласаҡ.
|
Хәрби юлды үтергә һәм Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының төп этаптарын хәтергә төшөрөргә уйындың дүрт режимы – «Фронтовик», «Тыл хеҙмәтсәне», «Диверсант», «Снайпер» ярҙам итә. Һәр бер хәл ителгән аҙым персонаждың артабанғы яҙмышын билдәләй. Уның Еңеү көнөн ҡаршылай алыуы уйынсының белеменән һәм һайланған стратегияһынан тора. Уйын нигеҙенә ысын тарихи мәғлүмәттәр, ваҡиғалар һәм кешеләрҙең биографиялары һалынған. Уны булдырыусы белгестәргә Даян Мурзин, Алексей Ботян, Александр Печерский, снайперҙар Василий Зайцев, Фёдор Охлопков, Михаил Буденков, механик Иван Красносельских һәм башҡа яугирҙарҙың хәрби батырлыҡтары илһам биргән.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-07/e-e-g-yul-uyyny-nige-end-tarihi-m-l-m-tt-r-yata-1567950
|
7 Май 2020, 16:39
|
ba
|
Яңы проект – «Утлы йылдар ауазы»
|
Күп ғаиләләр өйҙәрендә атай-олатайҙарының һуғыш хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. Йылдар үтеү менән дә улар фронт йылдарын, яугирҙәрҙең батырлыҡтарын хәтерләтеп тороусы изге ҡомартҡы булып ҡала.Театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов һәм театрҙың режисcёры Зиннур Сөләймәнов етәкселегендә проект өҫтөндә эш, фронт хаттарын йыйыу һәм эшкәртеү апрель башында уҡ башланған. Был яҙмаларҙа һуғыш тураһында ҡыҫҡаса һөйләүҙәр, шиғырҙар, һарғайған фотоһүрәттәр, хәрби гәзиттәрҙән киҫеп алынған өҙөктәр ҙә бар. Уларҙы артистар уҡып, көн һайын «Бәйләнештә» селтәрҙәрендәге төркөмдәренә https://vk.com/tko_sterlitamak һалып барасаҡ.
|
Күп ғаиләләр өйҙәрендә атай-олатайҙарының һуғыш хаттарын ҡәҙерләп һаҡлай. Йылдар үтеү менән дә улар фронт йылдарын, яугирҙәрҙең батырлыҡтарын хәтерләтеп тороусы изге ҡомартҡы булып ҡала. Театрҙың художество етәксеһе Айҙар Зарипов һәм театрҙың режисcёры Зиннур Сөләймәнов етәкселегендә проект өҫтөндә эш, фронт хаттарын йыйыу һәм эшкәртеү апрель башында уҡ башланған. Был яҙмаларҙа һуғыш тураһында ҡыҫҡаса һөйләүҙәр, шиғырҙар, һарғайған фотоһүрәттәр, хәрби гәзиттәрҙән киҫеп алынған өҙөктәр ҙә бар.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-05-05/ya-y-proekt-utly-yyldar-auazy-1568247
|
5 Май 2020, 13:11
|
ba
|
«Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе» интернет-акцияһына ҡушылығыҙ
|
Акцияла ҡатнашыусылар яҡындарының хәтирәләре буйынса ауылдаштарының яҙмышында Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы тәүге йылдар, тыл эшсәндәре һәм һуғыш йылдары балаларының яҙмыштары тураһында һөйләргә тейеш. Уларҙың фотоларын, архив документтарын да файҙаланырға була. Видеяҙманы республикабыҙ халыҡтарының милли телдәрендә төшөрөргә мөмкин.«Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе»ндә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?Фотоһүрәттәр, хаттар, хеҙмәт кенәгәләре, Маҡтау грамоталары, орден-миҙалдарҙы ҡулланып, тейешле форматта яҙҙырыу өсөн материал әҙерләргә;Бер минутлыҡ сығышты видеоға төшөрөргә;Видеояҙманы 20 майға тиклем #ғаиләмтарихындаһуғышэҙе хештегтары менән шәхси аккаунтҡа, тематик төркөмдәргә һалырға;Видеоматериалдарҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.Баҫылып сыҡҡан яҙмаларға талаптар ҙа бар: акция барышында ҡатнашыусыларҙың сәхифәләре һәм тематик төркөмдәр асыҡ булырға, видеояҙмалар 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күп милләтле совет халҡы ҡаһарманлығының тарихи әһәмиәтен сағылдырырға тейеш.Акция тамамланғас, иң яҡшы видеояҙмалар йомғаҡлау фильмына индерелеп, республика халыҡ ижады үҙәгенең YouTube каналына урынлаштырыласаҡ.
|
Акцияла ҡатнашыусылар яҡындарының хәтирәләре буйынса ауылдаштарының яҙмышында Бөйөк Ватан һуғышы һәм һуғыштан һуңғы тәүге йылдар, тыл эшсәндәре һәм һуғыш йылдары балаларының яҙмыштары тураһында һөйләргә тейеш. Уларҙың фотоларын, архив документтарын да файҙаланырға була. Видеяҙманы республикабыҙ халыҡтарының милли телдәрендә төшөрөргә мөмкин.«Ғаиләм тарихында һуғыш эҙе»ндә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?Фотоһүрәттәр, хаттар, хеҙмәт кенәгәләре, Маҡтау грамоталары, орден-миҙалдарҙы ҡулланып, тейешле форматта яҙҙырыу өсөн материал әҙерләргә;Бер минутлыҡ сығышты видеоға төшөрөргә;Видеояҙманы 20 майға тиклем #ғаиләмтарихындаһуғышэҙе хештегтары менән шәхси аккаунтҡа, тематик төркөмдәргә һалырға;Видеоматериалдарҙы [emailprotected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Баҫылып сыҡҡан яҙмаларға талаптар ҙа бар: акция барышында ҡатнашыусыларҙың сәхифәләре һәм тематик төркөмдәр асыҡ булырға, видеояҙмалар 1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күп милләтле совет халҡы ҡаһарманлығының тарихи әһәмиәтен сағылдырырға тейеш.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-04-26/ail-m-tarihynda-u-ysh-e-e-internet-aktsiya-yna-ushyly-y-1568837
|
26 Апрель 2020, 12:03
|
ba
|
20-нән ашыу онлайн-сара Бөйөк Еңеүгә арналған
|
– Хәтер һәм дан йылында бөтә саралар ҙа балалар өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытылған, хәҙерге форматта, илебеҙҙең, ҡаланың, мәктәптең тарихына ҡыҙыҡһыныу уята алырлыҡ булһын өсөн, төрлө педагогтар, эксперттар, ҡыҙыҡлы контенттары һәм идеялары булған күп партнерҙарҙы йәлеп итеп, беҙ бик ҙур эш башҡарҙыҡ, – тип һөйләне министр.Конкурстар тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе Мәғариф министрлығының Хәтер һәм дан йылы бүлегендә алырға мөмкин. Бындағы онлайн-сараларға көн һайын уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, илдең төрлө төбәктәрендәге педагогтар ҡушыла.– Беҙ архивтарҙа уҡытыусыларҙың уҡыусыларына һуғыштан яҙған хаттары һаҡланыуын белдек. Шулай уҡ фронтҡа һуғышырға киткән уҡыусыларҙың да яҙғандары бар. Уларҙы бер китапҡа йыйырға булдыҡ, – тип тә өҫтәне Сергей Кравцов.Унан тыш, һуғышҡа арналған иң яҡшы дәрестәр «Еңеү дәрестәре» халыҡ-ара конкурсына йыйылған. Быйыл бөтә Рәсәй һәм 27 сит илдән 15 меңдән ашыу уҡытыусы һәм методист үҙҙәренең эштәрен ебәргән.
|
– Хәтер һәм дан йылында бөтә саралар ҙа балалар өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән байытылған, хәҙерге форматта, илебеҙҙең, ҡаланың, мәктәптең тарихына ҡыҙыҡһыныу уята алырлыҡ булһын өсөн, төрлө педагогтар, эксперттар, ҡыҙыҡлы контенттары һәм идеялары булған күп партнерҙарҙы йәлеп итеп, беҙ бик ҙур эш башҡарҙыҡ, – тип һөйләне министр. Конкурстар тураһында бөтә мәғлүмәттәрҙе Мәғариф министрлығының Хәтер һәм дан йылы бүлегендә алырға мөмкин. Бындағы онлайн-сараларға көн һайын уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, илдең төрлө төбәктәрендәге педагогтар ҡушыла.– Беҙ архивтарҙа уҡытыусыларҙың уҡыусыларына һуғыштан яҙған хаттары һаҡланыуын белдек. Шулай уҡ фронтҡа һуғышырға киткән уҡыусыларҙың да яҙғандары бар. Уларҙы бер китапҡа йыйырға булдыҡ, – тип тә өҫтәне Сергей Кравцов. Унан тыш, һуғышҡа арналған иң яҡшы дәрестәр «Еңеү дәрестәре» халыҡ-ара конкурсына йыйылған.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-04-25/20-n-n-ashyu-onlayn-sara-b-y-k-e-e-g-arnal-an-1568876
|
25 Апрель 2020, 10:29
|
ba
|
Ейәнсуралар өсөн ҙур бүләк
|
– Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә бик күп эштәр алып барыла ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу килеп сәбәпле, ҡайһы берҙәре туҡталып ҡалды. Шулай ҙа «Дуҫлыҡ» паркындағы «Геройҙар аллеяһы»на алдан планлаштырылған Т-62 танкы ҡайтарылып, урынлаштырылды. Был ейәнсуралар өсөн ҙур бүләк. Балалар, йәштәр өсөн дә тәрбиәүи яҡтан өлөшө ҙур булыр, тип ышанабыҙ. Бының менән туҡталып ҡалмаясаҡбыҙ, райондағы өс һәйкәл дә яңыртыласаҡ, – тип белдерҙе Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов.
|
– Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы сиктәрендә бик күп эштәр алып барыла ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырыу килеп сәбәпле, ҡайһы берҙәре туҡталып ҡалды. Шулай ҙа «Дуҫлыҡ» паркындағы «Геройҙар аллеяһы»на алдан планлаштырылған Т-62 танкы ҡайтарылып, урынлаштырылды. Был ейәнсуралар өсөн ҙур бүләк. Балалар, йәштәр өсөн дә тәрбиәүи яҡтан өлөшө ҙур булыр, тип ышанабыҙ.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-04-19/ey-nsuralar-s-n-ur-b-l-k-1569050
|
19 Апрель 2020, 11:25
|
ba
|
Фатима өләсәйгә һәйкәл ҡуйырлыҡ
|
Өләсәйем 1901 йылда хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән абыстайға йөрөп, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Ун етенсе йәшендә Килдеғол ауылына кейәүгә бирәләр. Йәштәр бик һәйбәт кенә йәшәп китә. 1918 йылда улдары донъяға килә.Илдәге болғаныштар төпкөл Бөрйән яҡтарына ла килеп етә. Ауылда йә аҡтар, йә ҡыҙылдар хөкөм һөрә. Бөлгөнлөк, аслыҡ, төрлө ауырыуҙар халыҡты йонсота. Тиф ҡоторона. Ҡәйнәһе, бикәсе, ире ошо ауырыуҙан донъя ҡуя. Туҡыма булмағас, юрған тышын һүтеп, мәйеттәргә кәфен теккәндәр.Бер йәшлек улы менән Фатима өләсәйҙе ата-әсәһе Өмөтбайға алып ҡайта. 1920 йылда ошо ауыл егете Ғәҙелгәрәй Ғүмәровҡа кейәүгә сығып, тырышып донъя көтәләр. Тормоштарын биҙәп, ҡыҙҙар, малайҙар тыуа. Ғаилә башлығы йүнсел, тырыш була. Элек өләсәйем ғәрәпсә генә уҡыһа, ликбезға йөрөп, латин хәрефтәрен өйрәнә. Ә мәктәптә уҡытыу урыҫ графикаһына күскәс, үҙ аллы быныһын да үҙләштереп ала. Шулай итеп, ғәрәп, латин, урыҫса иркен уҡый, яҙа алған.Тырыш, егәрле ғаилә һынатмай. Бына тигән ҙур өйөн дә һалып инәләр, мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡса тултырып, картуф үҫтерәләр. Дуҫ, туғандарын һоҡландырырлыҡ итеп йәшәйҙәр. Оло улдары 1940 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлап, ауылда эш башлай. Халыҡ был йылдарҙа иркен тын алып ҡала: граждандар һуғышы афәттәре яйлап онотола, кешеләрҙең өҫтө бөтәйә, тамағы ашҡа туя башлай. Тик тыныс тормош Бөйөк Ватан һуғышы менән өҙөлә. Оло улдары фронтҡа китә. Урмансы булып эшләгән ғаилә башлығы Сәләх утарына күсергә ҡарар итә. Сөнки эшенә лә яҡын, икенсенән, нисә баш мал көтөүеңде тикшереп тороусы юҡ. Шулай бер ваҡыт олатайҙы Асҡарға саҡырталар (элек Билал ауыл Советы Әбйәлил районына ҡараған). Унда барғас, Совет власына ҡаршы эш алып бара, тип нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Бергә килгән юлдашы Маһинур апай атын ғаиләһенә алып ҡайтып биреп, хәлде һөйләй. Өләсәй төнө менән бар хәленсә бешеренеп, үҙе менән йылы кейемдәр алып, таң менән юлға сыға. Сепрәк, еп, ҡайсы ла онотмай, сөнки унынсы балаларын көткән булалар.Һыуыҡ ғинуар көнө. Ҡояш иртә байый, район үҙәгенә төнгә ҡалып килеп етә өләсәйем.– Бындай һыуыҡ көндә ни эшләп йөрөйһөң? – ти дежур милиционер.– Иремә аҙыҡ, кейем алып килгән инем, – ти.Тик олатайымды Өфөгә оҙатҡан булалар. Быны ишеткәс, ҡулындағы төйөнсөгөн төшөрөп ебәрә өләсәйем. Фатир хужаһы Абдулла миһырбанлы кеше булып сыға, кәңәштәре менән ҡайғыһын еңеләйтергә тырыша. Керпек тә ҡаҡмай төн үткәреп, иртәнсәк ҡайтыу юлына сыға. Һуң ғына ауылына етә ул, ә таңға балаһы тыуа.Олатайһыҙ тормош башлана. Ябай ауыл ире ниндәй халыҡ дошманы булһын инде. Балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк. Олатай ышаныслы танышы аша: «Фатима ауылға ҡайтһын, утарҙа ҡалмаһын, туғандары менән еңелерәк булыр», – тип сәләм ебәргән.Йәй еткәс, өләсәй ауылға күсеп ҡайта. «Мейесте һүтеп йөрөйөм, сығарттырһам, оҫтаға хаҡын нисек түләрмен икән, тип төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итеп торам. Шуны иҫләп, мейесте ҡабаттан үҙем сығарҙым, утын төтәмәй, геүләп янып китте», – тип хәтерләгән өләсәйем. Шунан мейессе тигән даны сыға уның. Ал-ял белмәй, балаларым ас-яланғас булмаһын тип, ауылдаштарына күп кенә мейестәр сығара. Ҡул араһына ингән балалары менән бесәнен дә сабалар, кәбәнен дә ҡоялар, утынын да әҙерләйҙәр.Өләсәйҙең ҡулдары алтын була: көпөһөн дә тегә, быйма табанлай, тире эшкәртеп, аяҡ кейемдәре әҙерләй, балаҫ, тирүгә, дебет шәлдәр һуға. Кәрәсинде һаҡлап, шәмһеҙ йөн иләй, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй. Ул ваҡытта дәүләткә йыл һайын 8 килограмм һары май һәм байтаҡ ҡына итте бушлай тапшырғандар. Балаларҙың ауыҙынан өҙгәндәр. Колхоз һәр ғаиләгә бесән әҙерләргә норма ҡуя: уныһы уңһа – гектарлап, ҡоро йылдарҙа – күбә һаны менән. Ҡушылған заданиены ла үтәйҙәр, үҙҙәренә лә күп итеп әҙерләйҙәр, артҡанын ҡыш Түбә баҙарына алып барып һатҡандар.Һуғыш бөтә, оҙаҡ көткән Еңеү килә, балалар үҫә. Күкрәген орден, миҙалдар менән тултырып, оло улы ҡайта. Тик олатай ғына кире әйләнмәй. Һорау алғандағы язалауҙарға, төрмәләге аслыҡ, һыуыҡҡа түҙмәй, шунда үлеп ҡала. Балалар атаһыҙ үҫә.Олатайҙы аҙаҡ аҡлағандар. Ул документ юғалмай, ҡулға алған сағында тыуған ҡыҙында – минең өләсәйемдә һаҡлана. Ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп, балаларын иҫән-аман үҫтергән, уҡытҡан: ике улы, ике ҡыҙы педагог булып эшләгән. Олатайҙы ауылдаштары тик яҡшы һүҙҙәр менән генә хәтерләй.Изгелекле, ярҙамсыл булған, дин тотҡан Фатима өләсәй 85 йәшкә етеп, бүлә-бүләсәрҙәрен дә һөйөп, донъя ҡуя. Шундай кешеләргә һәйкәлгә ҡуйырлыҡ. Нурзилә ӘМИНЕВА.Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.
|
Өләсәйем 1901 йылда хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Бәләкәйҙән абыстайға йөрөп, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Ун етенсе йәшендә Килдеғол ауылына кейәүгә бирәләр. Йәштәр бик һәйбәт кенә йәшәп китә. 1918 йылда улдары донъяға килә. Илдәге болғаныштар төпкөл Бөрйән яҡтарына ла килеп етә. Ауылда йә аҡтар, йә ҡыҙылдар хөкөм һөрә. Бөлгөнлөк, аслыҡ, төрлө ауырыуҙар халыҡты йонсота. Тиф ҡоторона. Ҡәйнәһе, бикәсе, ире ошо ауырыуҙан донъя ҡуя. Туҡыма булмағас, юрған тышын һүтеп, мәйеттәргә кәфен теккәндәр. Бер йәшлек улы менән Фатима өләсәйҙе ата-әсәһе Өмөтбайға алып ҡайта. 1920 йылда ошо ауыл егете Ғәҙелгәрәй Ғүмәровҡа кейәүгә сығып, тырышып донъя көтәләр. Тормоштарын биҙәп, ҡыҙҙар, малайҙар тыуа. Ғаилә башлығы йүнсел, тырыш була. Элек өләсәйем ғәрәпсә генә уҡыһа, ликбезға йөрөп, латин хәрефтәрен өйрәнә. Ә мәктәптә уҡытыу урыҫ графикаһына күскәс, үҙ аллы быныһын да үҙләштереп ала. Шулай итеп, ғәрәп, латин, урыҫса иркен уҡый, яҙа алған. Тырыш, егәрле ғаилә һынатмай. Бына тигән ҙур өйөн дә һалып инәләр, мал-тыуар аҫрайҙар, ҙур баҡса тултырып, картуф үҫтерәләр. Дуҫ, туғандарын һоҡландырырлыҡ итеп йәшәйҙәр. Оло улдары 1940 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлап, ауылда эш башлай. Халыҡ был йылдарҙа иркен тын алып ҡала: граждандар һуғышы афәттәре яйлап онотола, кешеләрҙең өҫтө бөтәйә, тамағы ашҡа туя башлай. Тик тыныс тормош Бөйөк Ватан һуғышы менән өҙөлә. Оло улдары фронтҡа китә. Урмансы булып эшләгән ғаилә башлығы Сәләх утарына күсергә ҡарар итә. Сөнки эшенә лә яҡын, икенсенән, нисә баш мал көтөүеңде тикшереп тороусы юҡ. Шулай бер ваҡыт олатайҙы Асҡарға саҡырталар (элек Билал ауыл Советы Әбйәлил районына ҡараған). Унда барғас, Совет власына ҡаршы эш алып бара, тип нахаҡҡа ғәйепләп, ҡулға алалар. Бергә килгән юлдашы Маһинур апай атын ғаиләһенә алып ҡайтып биреп, хәлде һөйләй. Өләсәй төнө менән бар хәленсә бешеренеп, үҙе менән йылы кейемдәр алып, таң менән юлға сыға. Сепрәк, еп, ҡайсы ла онотмай, сөнки унынсы балаларын көткән булалар.Һыуыҡ ғинуар көнө. Ҡояш иртә байый, район үҙәгенә төнгә ҡалып килеп етә өләсәйем.– Бындай һыуыҡ көндә ни эшләп йөрөйһөң? – ти дежур милиционер.– Иремә аҙыҡ, кейем алып килгән инем, – ти. Тик олатайымды Өфөгә оҙатҡан булалар. Быны ишеткәс, ҡулындағы төйөнсөгөн төшөрөп ебәрә өләсәйем. Фатир хужаһы Абдулла миһырбанлы кеше булып сыға, кәңәштәре менән ҡайғыһын еңеләйтергә тырыша. Керпек тә ҡаҡмай төн үткәреп, иртәнсәк ҡайтыу юлына сыға. Һуң ғына ауылына етә ул, ә таңға балаһы тыуа. Олатайһыҙ тормош башлана. Ябай ауыл ире ниндәй халыҡ дошманы булһын инде. Балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк. Олатай ышаныслы танышы аша: «Фатима ауылға ҡайтһын, утарҙа ҡалмаһын, туғандары менән еңелерәк булыр», – тип сәләм ебәргән. Йәй еткәс, өләсәй ауылға күсеп ҡайта. «Мейесте һүтеп йөрөйөм, сығарттырһам, оҫтаға хаҡын нисек түләрмен икән, тип төҙөлөшөнә ныҡ иғтибар итеп торам. Шуны иҫләп, мейесте ҡабаттан үҙем сығарҙым, утын төтәмәй, геүләп янып китте», – тип хәтерләгән өләсәйем. Шунан мейессе тигән даны сыға уның. Ал-ял белмәй, балаларым ас-яланғас булмаһын тип, ауылдаштарына күп кенә мейестәр сығара. Ҡул араһына ингән балалары менән бесәнен дә сабалар, кәбәнен дә ҡоялар, утынын да әҙерләйҙәр. Өләсәйҙең ҡулдары алтын була: көпөһөн дә тегә, быйма табанлай, тире эшкәртеп, аяҡ кейемдәре әҙерләй, балаҫ, тирүгә, дебет шәлдәр һуға. Кәрәсинде һаҡлап, шәмһеҙ йөн иләй, бейәләй, ойоҡбаштар бәйләй. Ул ваҡытта дәүләткә йыл һайын 8 килограмм һары май һәм байтаҡ ҡына итте бушлай тапшырғандар. Балаларҙың ауыҙынан өҙгәндәр. Колхоз һәр ғаиләгә бесән әҙерләргә норма ҡуя: уныһы уңһа – гектарлап, ҡоро йылдарҙа – күбә һаны менән. Ҡушылған заданиены ла үтәйҙәр, үҙҙәренә лә күп итеп әҙерләйҙәр, артҡанын ҡыш Түбә баҙарына алып барып һатҡандар.Һуғыш бөтә, оҙаҡ көткән Еңеү килә, балалар үҫә. Күкрәген орден, миҙалдар менән тултырып, оло улы ҡайта. Тик олатай ғына кире әйләнмәй. Һорау алғандағы язалауҙарға, төрмәләге аслыҡ, һыуыҡҡа түҙмәй, шунда үлеп ҡала. Балалар атаһыҙ үҫә. Олатайҙы аҙаҡ аҡлағандар. Ул документ юғалмай, ҡулға алған сағында тыуған ҡыҙында – минең өләсәйемдә һаҡлана. Ошондай ауырлыҡтарҙы еңеп, балаларын иҫән-аман үҫтергән, уҡытҡан: ике улы, ике ҡыҙы педагог булып эшләгән. Олатайҙы ауылдаштары тик яҡшы һүҙҙәр менән генә хәтерләй. Изгелекле, ярҙамсыл булған, дин тотҡан Фатима өләсәй 85 йәшкә етеп, бүлә-бүләсәрҙәрен дә һөйөп, донъя ҡуя. Шундай кешеләргә һәйкәлгә ҡуйырлыҡ.
|
Победа. Новости
| false |
https://agideljurn.ru/articles/news75/2020-04-17/fatima-l-s-yg-yk-l-uyyrly-1569075
|
17 Апрель 2020, 13:05
|
ba
|
Хәрби күнекмәләрҙә
|
Уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылғайны: йылы бүлмәләр, биш тапҡыр туҡланыу... Егеттәр ҡорал менән эш итеү, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, хәрби топография буйынса күнекмәләр үтте. Радиация, химик һәм биологик ҡурҡыныс янағанда нисек һаҡланырға, окоп ҡаҙырға өйрәнделәр. Лазерлы тирҙа атыу, Геройҙар уҙышында ҡатнашыу ҙа күңелле һәм файҙалы булды.
Бөтә егеттәр ҙә яҡшы физик әҙерлек күрһәтте.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.Хәрби күнекмәләрҙә
|
Уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылғайны: йылы бүлмәләр, биш тапҡыр туҡланыу... Егеттәр ҡорал менән эш итеү, тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, хәрби топография буйынса күнекмәләр үтте. Радиация, химик һәм биологик ҡурҡыныс янағанда нисек һаҡланырға, окоп ҡаҙырға өйрәнделәр. Лазерлы тирҙа атыу, Геройҙар уҙышында ҡатнашыу ҙа күңелле һәм файҙалы булды. Бөтә егеттәр ҙә яҡшы физик әҙерлек күрһәтте. Гөлназ ИБРАҺИМОВА.Хәйбулла районы.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2023-10-09/h-rbi-k-nekm-l-r-3471803
|
9 Октябрь , 21:00
|
ba
|
"Еңеү тәҙрәһе" акцияһы бара
|
Акцияға ярашлы, ҡала халҡы фатир, йорт йәки эш урындарының тәҙрәләрен һүрәттәр, фотоһүрәттәр, яҙыуҙар менән биҙәй. Әлеге сарала баш ҡаланың Совет районында йәшәүселәр бигерәк тә әүҙем ҡатнашты. Балалар ата-әсәйҙәре менән бергәләп тәҙрәләрҙе үҙенсәлекле итеп матурлап ҡуйҙы. Ошо райондың белем биреү учреждениелары ла ситтә ҡалманы.
|
Акцияға ярашлы, ҡала халҡы фатир, йорт йәки эш урындарының тәҙрәләрен һүрәттәр, фотоһүрәттәр, яҙыуҙар менән биҙәй. Әлеге сарала баш ҡаланың Совет районында йәшәүселәр бигерәк тә әүҙем ҡатнашты. Балалар ата-әсәйҙәре менән бергәләп тәҙрәләрҙе үҙенсәлекле итеп матурлап ҡуйҙы.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2021-05-07/e-e-t-r-e-aktsiya-y-bara-2310624
|
7 Май 2021, 12:18
|
ba
|
27 миллион ағас ултыртыласаҡ
|
Акцияға старт 18 мартта Севастополдә Еңеү паркында бирелде. Ә Башҡортостанда ағас ултыртыу апрель аҙағында башланасаҡ. «Хәтер баҡсалары» республикабыҙҙың бөтә муниципаль райондарында барлыҡҡа киләсәк. Акция барышында 70 гектарға яҡын майҙансыҡта ағастар ултыртыласаҡ. Сара тураһында тулыраҡ ошо сайтта садпамяти2021.рф танышырға була.Әйткәндәй, «Хәтер баҡсаһы» акцияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Федераль урман хужалығы агентлығы ярҙамында үткәрелә. Уны «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте һәм Еңеү полководецтары иҫтәлеге фонды ойоштора.
|
Акцияға старт 18 мартта Севастополдә Еңеү паркында бирелде. Ә Башҡортостанда ағас ултыртыу апрель аҙағында башланасаҡ. «Хәтер баҡсалары» республикабыҙҙың бөтә муниципаль райондарында барлыҡҡа киләсәк. Акция барышында 70 гектарға яҡын майҙансыҡта ағастар ултыртыласаҡ. Сара тураһында тулыраҡ ошо сайтта садпамяти2021.рф танышырға була. Әйткәндәй, «Хәтер баҡсаһы» акцияһы Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуы, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Федераль урман хужалығы агентлығы ярҙамында үткәрелә.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2021-03-24/27-million-a-as-ultyrtylasa-2310466
|
24 Март 2021, 13:08
|
ba
|
«Еңеү диктанты»нда ҡатнаш
|
Ойоштороусылар белдереүенсә, «Еңеү диктанты» өсөн 7 мең 500-ҙән дә кәм булмаған майҙансыҡ ойоштороласаҡ, ә Башҡортостанда – 80 урында. Шуларҙың 8-е – ҡалаларҙа, 13-ө – Өфөлә, ҡалғандары – муниципаль райондарҙа.Быйыл тест үткәреү форматы ла үҙгәргән: 20 һорау урынына 25 һорауға яуап бирергә кәрәк. Уның бишәүһе «Еңеү диктанты» үткәрелгән төбәк менән бәйле буласаҡ. Диктантҡа диктантпобеды.рф проектының рәсми сайтында онлайн-тестар ярҙамында әҙерләнергә мөмкин.Былтыр «Еңеү диктанты» майҙансыҡтарында тесты 105 мең кеше эшләгән, тағы ла 48 меңе онлайн яҙған. Быйыл иһә ярты миллиондан ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә.
|
Ойоштороусылар белдереүенсә, «Еңеү диктанты» өсөн 7 мең 500-ҙән дә кәм булмаған майҙансыҡ ойоштороласаҡ, ә Башҡортостанда – 80 урында. Шуларҙың 8-е – ҡалаларҙа, 13-ө – Өфөлә, ҡалғандары – муниципаль райондарҙа. Быйыл тест үткәреү форматы ла үҙгәргән: 20 һорау урынына 25 һорауға яуап бирергә кәрәк. Уның бишәүһе «Еңеү диктанты» үткәрелгән төбәк менән бәйле буласаҡ. Диктантҡа диктантпобеды.рф проектының рәсми сайтында онлайн-тестар ярҙамында әҙерләнергә мөмкин. Былтыр «Еңеү диктанты» майҙансыҡтарында тесты 105 мең кеше эшләгән, тағы ла 48 меңе онлайн яҙған.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-08-25/e-e-diktanty-nda-atnash-1566473
|
25 Август 2020, 18:17
|
ba
|
Акцияға ҡушылып, ветерандарҙы ҡотлағыҙ
|
Бында I – XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?– Бөйөк Ватан һуғышы темаһына һөйләгән шиғырыңды яҙҙырырға;– Исем-шәрифеңде, синыф, ҡала, был шиғырҙы кемгә арнауыңды, шиғырҙың авторын һәм исемен күрһәтергә;– Видеяҙманың оҙонлоғо – 15 секундтан 5 минутҡа тиклем, 1280 х 720 пиксель булырға тейеш.Әгәр ҙә һуғышта ҡатнашҡан олатайың булһа, видеяҙмала уның фотоһүрәтен дә ҡуя алаһың. Был осраҡта ул «Үлемһеҙ полк» акцияһының https://www.moypolk.ru сайтында баҫылып сығасаҡ.Видеояҙманы Яндекс.Диск йәки Google Диск, Mail.Облако-ға ҡуйып, һылтанмаһын ойоштороусыларға [email protected] электрон почтаһы буйынса ебәрегеҙ. Хаттың темаһына шиғыр уҡыусының исем-фамилияһы, йәшәгән ҡалаһы, шиғырҙың авторы һәм исеме яҙылыуы мотлаҡ. Теләүселәр видеяҙмаларын социаль селтәрҙәргә #летописьсердец, #культурныймарафон хэштектары менән һала ала.
|
Бында I – XI синыф уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн нимә эшләргә һуң?– Бөйөк Ватан һуғышы темаһына һөйләгән шиғырыңды яҙҙырырға;– Исем-шәрифеңде, синыф, ҡала, был шиғырҙы кемгә арнауыңды, шиғырҙың авторын һәм исемен күрһәтергә;– Видеяҙманың оҙонлоғо – 15 секундтан 5 минутҡа тиклем, 1280 х 720 пиксель булырға тейеш. Әгәр ҙә һуғышта ҡатнашҡан олатайың булһа, видеяҙмала уның фотоһүрәтен дә ҡуя алаһың. Был осраҡта ул «Үлемһеҙ полк» акцияһының сайтында баҫылып сығасаҡ. Видеояҙманы Яндекс. Диск йәки Google Диск, Mail.Облако-ға ҡуйып, һылтанмаһын ойоштороусыларға [emailprotected] электрон почтаһы буйынса ебәрегеҙ. Хаттың темаһына шиғыр уҡыусының исем-фамилияһы, йәшәгән ҡалаһы, шиғырҙың авторы һәм исеме яҙылыуы мотлаҡ.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-08/aktsiya-a-ushylyp-veterandar-y-otla-y-1567753
|
8 Май 2020, 15:12
|
ba
|
Виртуаль акцияла 36 меңгә яҡын яугир ҡатнаша
|
Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығында «Башҡортостан Республикаһының Үлемһеҙ полкы» сайты https://polk02.ru эшләй. Был виртуаль акцияла ҡатнашыу өсөн һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарығыҙҙың фотоһүрәтен һалырға һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәт (исем-шәрифен, йәшәгән йылдарын, наградаларын) ҡалдырырға кәрәк. Яугирҙәрҙең фотоһүрәттәре виртуаль йөрөштөң бер өлөшө булып, телевидениенан күрһәтеләсәк. 9 майҙан һуң да теләгән ваҡытта республикабыҙҙа тыуып үҫкән ветерандар тураһында мәғлүмәт өҫтәргә була.
|
Башҡортостан Республикаһы Һанлы үҫеш министрлығында «Башҡортостан Республикаһының Үлемһеҙ полкы» сайты эшләй. Был виртуаль акцияла ҡатнашыу өсөн һуғышта ҡатнашҡан олатайҙарығыҙҙың фотоһүрәтен һалырға һәм ҡыҫҡаса мәғлүмәт (исем-шәрифен, йәшәгән йылдарын, наградаларын) ҡалдырырға кәрәк. Яугирҙәрҙең фотоһүрәттәре виртуаль йөрөштөң бер өлөшө булып, телевидениенан күрһәтеләсәк.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-08/virtual-aktsiyala-36-me-g-ya-yn-yaugir-atnasha-1567781
|
8 Май 2020, 13:43
|
ba
|
Әйҙәгеҙ, балконға караоке йырларға сығайыҡ!
|
Улар бер айҙан ашыу үҙизоляцияла ултырыусы ҡала халҡын 9 май көндө балконға сығып, күршеләре менән бергәләп киң билдәле йырҙарҙы башҡарырға саҡыра. Барлығы биш йыр һайлап алынған.Ерҙең теләһә ниндәй нөктәһендә йәшәүселәр акцияға ҡушыла алһын өсөн, байрам марафоны сиктәрендә Балконноекараоке.рф сайты ла булдырылған. Бында музыка һәм йырҙарҙың һүҙҙәре менән тура видеотрансляция ойоштороласаҡ.Өфө халҡы Еңеү көнөндә киске сәғәт 7-лә балконға сыҡһа, ә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге ҡалаларҙа йәшәүселәр Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 5-тә акцияға ҡушылырға саҡырыла.
|
Улар бер айҙан ашыу үҙизоляцияла ултырыусы ҡала халҡын 9 май көндө балконға сығып, күршеләре менән бергәләп киң билдәле йырҙарҙы башҡарырға саҡыра. Барлығы биш йыр һайлап алынған. Ерҙең теләһә ниндәй нөктәһендә йәшәүселәр акцияға ҡушыла алһын өсөн, байрам марафоны сиктәрендә Балконноекараоке.рф сайты ла булдырылған. Бында музыка һәм йырҙарҙың һүҙҙәре менән тура видеотрансляция ойоштороласаҡ.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-07/y-ge-balkon-a-karaoke-yyrlar-a-sy-ayy-1567936
|
7 Май 2020, 18:03
|
ba
|
«Уҡы, бер ҡасан да эсмә, тартма, кеше булырһың», – ти отставкалағы полковник
|
Хәҙерге йәш быуынға оҙаҡ йәшәүҙең сере, Тыуған илгә һөйөү һәм ябай кешелек бәхете тураһындағы серҙәрҙе асыу өсөн «Еңеүселәрҙең 75 тормош ҡағиҙәһе»ндә 280-дән ашыу ветерандың тарихы, уларҙың тормош юлы һәм ҡаҙаныштары хаҡында һөйләнеләсәк. Башҡортостандан Илгизәр Хәйров, Николай Сычев, Кашшаф Сәмиғуллин, Ғәбдрәүеф Гәрәев проект геройҙары булып китте. «Уҡы, бер ҡасан да эсмә, тартма, кеше булырһың» – был отставкалағы полковник Кашшаф Сәмиғуллиндың тормош ҡағиҙәһе. Бындай васыятты атаһынан алып, ғүмере буйына тоғро ҡала.«Еңеүселәрҙең 75 тормош ҡағиҙәһе» фотопроекты – «Минең менән хыяллан» хәйриә проектындағы «Еңеүселәр хыялдары» Бөтә Рәсәй акцияһының өлөшө. Был проект Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 1 майҙан башланды.
|
Хәҙерге йәш быуынға оҙаҡ йәшәүҙең сере, Тыуған илгә һөйөү һәм ябай кешелек бәхете тураһындағы серҙәрҙе асыу өсөн «Еңеүселәрҙең 75 тормош ҡағиҙәһе»ндә 280-дән ашыу ветерандың тарихы, уларҙың тормош юлы һәм ҡаҙаныштары хаҡында һөйләнеләсәк. Башҡортостандан Илгизәр Хәйров, Николай Сычев, Кашшаф Сәмиғуллин, Ғәбдрәүеф Гәрәев проект геройҙары булып китте. «Уҡы, бер ҡасан да эсмә, тартма, кеше булырһың» – был отставкалағы полковник Кашшаф Сәмиғуллиндың тормош ҡағиҙәһе. Бындай васыятты атаһынан алып, ғүмере буйына тоғро ҡала.«Еңеүселәрҙең 75 тормош ҡағиҙәһе» фотопроекты – «Минең менән хыяллан» хәйриә проектындағы «Еңеүселәр хыялдары» Бөтә Рәсәй акцияһының өлөшө.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-06/u-y-ber-asan-da-esm-tartma-keshe-bulyr-y-ti-otstavkala-y-polkovnik-1568043
|
6 Май 2020, 17:16
|
ba
|
«Беҙҙең Еңеү көнө» марафонына Пенза өлкәһе ҡушылды
|
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған эстафетала Мордва, Мари Иле, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау, Ульяновск өлкәләре, Пермь крайы ҡатнашты. Ә 5 майҙа йыр марафонын Ульяновск өлкәһенән Пенза халҡы ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итеп алды.Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек, Пенза өлкәһе лә Бөйөк Еңеүгә үҙенең өлөшөн индерә. Уларҙан фронтҡа 300 меңдән ашыу кеше китеп, шуларҙың 190 меңдән ашыуы яу ҡырында ятып ҡала. Быйыл Пенза ҡалаһы «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны» тигән маҡтаулы исемгә лә дәғүә итә. Ә эстафетаны улар Сыуаш Республикаһына тапшыра.«Беҙҙең Еңеү көнө» марафоны барышы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары тарафынан киң яҡтыртыла, эстафета буйынса яҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә лә табырға мөмкин.
|
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған эстафетала Мордва, Мари Иле, Удмурт, Башҡортостан, Татарстан республикалары, Һамар, Түбәнге Новгород, Һарытау, Ульяновск өлкәләре, Пермь крайы ҡатнашты. Ә 5 майҙа йыр марафонын Ульяновск өлкәһенән Пенза халҡы ҙур ғорурлыҡ менән ҡабул итеп алды. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек, Пенза өлкәһе лә Бөйөк Еңеүгә үҙенең өлөшөн индерә. Уларҙан фронтҡа 300 меңдән ашыу кеше китеп, шуларҙың 190 меңдән ашыуы яу ҡырында ятып ҡала. Быйыл Пенза ҡалаһы «Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм даны» тигән маҡтаулы исемгә лә дәғүә итә.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-06/be-e-e-e-k-n-marafonyna-penza-lk-e-ushyldy-1568168
|
6 Май 2020, 09:23
|
ba
|
Һәр кем һуғыш ветеранына рәхмәтен белдерә ала
|
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Коронавирус арҡаһында беҙ уларҙы өйҙәренә барып ҡотлай алмайбыҙ, шуға күрә икенсе юлын уйлап таптыҡ. Беҙ уларға хаттар яҙа алабыҙ. Илебеҙ халҡын был акцияла ҡатнашып, рәхмәт һүҙҙәрен яҙырға саҡырабыҙ. Ҡасаба, ҡала, илдәге әүҙем кешеләребеҙ уларҙы геройҙарына еткерәсәк, – ти «Еңеү ирекмәндәре»нең етәксеһе Ольга Амельченкова. Шәхсән рәхмәтеңде белдерер өсөн волонтерыпобеды.рф сайтына инеп, «Письмо Победы» баннерына үтергә кәрәк. Ундағы махсус бланкты сығарып алып, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. Уны сканерҙан үткәреп алып, хатығыҙҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Теләк буйынса үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәрҙе лә күрһәтергә була. Был акцияла ҡатнашыуығыҙҙы #скажиспасиболично #волонтерыпобеды хэштегын ҡуйып, социаль селтәрҙәрҙә лә һөйләгеҙ.
|
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә бара. Коронавирус арҡаһында беҙ уларҙы өйҙәренә барып ҡотлай алмайбыҙ, шуға күрә икенсе юлын уйлап таптыҡ. Беҙ уларға хаттар яҙа алабыҙ. Илебеҙ халҡын был акцияла ҡатнашып, рәхмәт һүҙҙәрен яҙырға саҡырабыҙ. Ҡасаба, ҡала, илдәге әүҙем кешеләребеҙ уларҙы геройҙарына еткерәсәк, – ти «Еңеү ирекмәндәре»нең етәксеһе Ольга Амельченкова. Шәхсән рәхмәтеңде белдерер өсөн волонтерыпобеды.рф сайтына инеп, «Письмо Победы» баннерына үтергә кәрәк. Ундағы махсус бланкты сығарып алып, Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына рәхмәт һүҙҙәрегеҙҙе яҙығыҙ. Уны сканерҙан үткәреп алып, хатығыҙҙы [emailprotected] электрон почтаһына ебәрегеҙ. Теләк буйынса үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәрҙе лә күрһәтергә була.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-04/r-kem-u-ysh-veteranyna-r-hm-ten-belder-ala-1568353
|
4 Май 2020, 00:15
|
ba
|
Өфө китапханалары онлайн-сараларын Еңеү көнөнә бағышлай
|
Мәҫәлән, 4 майҙа 26-сы моделле китапханаһы «Рәхмәт һеҙгә!» челлендж-акцияһын ойоштора. Ул китапхананың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә уҙғарыла.7 майҙа 41-се моделле йәштәр китапханаһы үҙҙәренең сайтында «Йөрәккә яҡын булған һуғыш тураһындағы китаптар» виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итә. Ул көндөҙгө сәғәт 3-тә башланасаҡ.Ә 9 май – Еңеү көнөндә бөтә теләүселәр ҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге https://vk.com/biblio_ufa төркөмдәрендә уҙғарылған «Йөрәк хәтере» онлайн-марафонында ҡатнаша ала. Ул иртәнге сәғәт 11-ҙә старт аласаҡ.Унан тыш, Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн «Хәтерләү өсөн һуғыш тураһында уҡыу» презентацияһы, Бөйөк Ватан һуғышы китаптарына арналған һүрәттәрҙең онлайн-күргәҙмәһе, һуғыш тураһында нәфис фильмдар марафоны, флешмобтар, тарихи экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үтәсәк. Улар менән тулыраҡ http://www.ufa-lib.ru сайтында танышырға мөмкин.
|
Мәҫәлән, 4 майҙа 26-сы моделле китапханаһы «Рәхмәт һеҙгә!» челлендж-акцияһын ойоштора. Ул китапхананың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә уҙғарыла. 7 майҙа 41-се моделле йәштәр китапханаһы үҙҙәренең сайтында «Йөрәккә яҡын булған һуғыш тураһындағы китаптар» виртуаль күргәҙмәһен тәҡдим итә. Ул көндөҙгө сәғәт 3-тә башланасаҡ. Ә 9 май – Еңеү көнөндә бөтә теләүселәр ҙә «Бәйләнештә» селтәрендәге ufa төркөмдәрендә уҙғарылған «Йөрәк хәтере» онлайн-марафонында ҡатнаша ала. Ул иртәнге сәғәт 11-ҙә старт аласаҡ. Унан тыш, Өфөлә йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн «Хәтерләү өсөн һуғыш тураһында уҡыу» презентацияһы, Бөйөк Ватан һуғышы китаптарына арналған һүрәттәрҙең онлайн-күргәҙмәһе, һуғыш тураһында нәфис фильмдар марафоны, флешмобтар, тарихи экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа саралар үтәсәк.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-03/f-kitaphanalary-onlayn-saralaryn-e-e-k-n-n-ba-yshlay-1568387
|
3 Май 2020, 01:40
|
ba
|
Уҡытыусылар өсөн – Бөйөк Еңеүгә арналған акция
|
– Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илебеҙ азатлығын яулашыусы яҡындарының фотоһүрәтен тотоп, берәй авторҙың йәки үҙенең шәхси шиғырын һөйләгән хеҙмәттәштәребеҙҙән 2-3 минутлыҡ видеооткрыткалар көтәбеҙ. Акцияла ҡатнашҡан уҡытыусыларға сертификат биреләсәк. Видеооткрыткаларығыҙҙың һылтанмаһын һәм үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте түбәндәге электрон почтаға ебәреүегеҙ һорала: [email protected], – ти ойоштороусылар.Уларға #мыедины #беҙберҙәм #быуындарбәйләнеше #башҡорттелейылы #әсәтеле #победа#еңеү #9мая#9май #75летпобеды #еңеүгә75йыл #мыпомниммыгордимся #хәтерләйбеҙғорурланабыҙ хэштектарын ҡуйырға ла кәрәк буласаҡ.
|
– Бөйөк Ватан һуғышында тыуған илебеҙ азатлығын яулашыусы яҡындарының фотоһүрәтен тотоп, берәй авторҙың йәки үҙенең шәхси шиғырын һөйләгән хеҙмәттәштәребеҙҙән 2-3 минутлыҡ видеооткрыткалар көтәбеҙ. Акцияла ҡатнашҡан уҡытыусыларға сертификат биреләсәк. Видеооткрыткаларығыҙҙың һылтанмаһын һәм үҙегеҙ тураһындағы мәғлүмәтте түбәндәге электрон почтаға ебәреүегеҙ һорала: [emailprotected], – ти ойоштороусылар.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-02/u-ytyusylar-s-n-b-y-k-e-e-g-arnal-an-aktsiya-1568463
|
2 Май 2020, 11:48
|
ba
|
«Фронт портреты. Һалдат яҙмышы» күргәҙмәһе Бөйөк Еңеүгә арналған
|
Үҙенсәлекле күргәҙмә проекты Мәскәүҙәге Еңеү музейы һәм Рәсәйҙәге эҙәрмәнлек хәрәкәтенең дөйөм эш һөҙөмтәһе. Виртуаль ҡарарға килеүселәр 43 фронт рәссамының рәсемдәрен күрә аласаҡ. Бында эҙәрмәндәр тарафынан яҙмыштары асыҡланған һалдаттарҙың портреттары төшөрөлгән. Шулай уҡ хәрби тормошто һүрәтләгән яу ваҡытындағы һыҙмалар ҙа бар.– Был беҙҙең музейҙың һәм Рәсәйҙәге эҙәрмәндәр хәрәкәтенең оҙайлы проекты. Күргәҙмә һәр ваҡыт яңыртылып торасаҡ. Геройҙарҙың шәхесе билдәләнгән осраҡта уларҙың портреттарының күсермәһе яугирҙәрҙең туғандарына тапшырыла, – ти Еңеү музейының директор урынбаҫары Эльдар Янибеков.Күргәҙмәлә һуғышсылар менән бергә бөтә фронт ауырлыҡтарын кисереүсе рәссамдар тураһында ла белергә була. Экспозицияны 1 июлгә тиклем http://bash-rmbs.ru/ сайтында күрергә мөмкин.
|
Үҙенсәлекле күргәҙмә проекты Мәскәүҙәге Еңеү музейы һәм Рәсәйҙәге эҙәрмәнлек хәрәкәтенең дөйөм эш һөҙөмтәһе. Виртуаль ҡарарға килеүселәр 43 фронт рәссамының рәсемдәрен күрә аласаҡ. Бында эҙәрмәндәр тарафынан яҙмыштары асыҡланған һалдаттарҙың портреттары төшөрөлгән. Шулай уҡ хәрби тормошто һүрәтләгән яу ваҡытындағы һыҙмалар ҙа бар.– Был беҙҙең музейҙың һәм Рәсәйҙәге эҙәрмәндәр хәрәкәтенең оҙайлы проекты. Күргәҙмә һәр ваҡыт яңыртылып торасаҡ. Геройҙарҙың шәхесе билдәләнгән осраҡта уларҙың портреттарының күсермәһе яугирҙәрҙең туғандарына тапшырыла, – ти Еңеү музейының директор урынбаҫары Эльдар Янибеков. Күргәҙмәлә һуғышсылар менән бергә бөтә фронт ауырлыҡтарын кисереүсе рәссамдар тураһында ла белергә була.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-05-02/front-portrety-aldat-ya-myshy-k-rg-m-e-b-y-k-e-e-g-arnal-an-1568466
|
2 Май 2020, 11:14
|
ba
|
Башҡортостандан 500-ҙән ашыу кеше Еңеү открыткаһы эшләгән
|
http://пфопобеда.рф сайтында округтың барлыҡ 14 төбәгендә йәшәүселәрҙең үҙенсәлекле ижади эштәрен күрергә мөмкин. Беҙҙең Башҡортостандан 500-ҙән ашыу кеше Еңеү открыткаһын төшөргән.Открытка йыйылмаһы көндән-көн тулыланып тора. Был проектта теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Бының өсөн «Добавить открытку» бүлексәһенә инеп, махсус форманы тултырырға һәм үҙеңдең башҡарға эштәреңде беркетергә кәрәк.
|
http://пфопобеда.рф сайтында округтың барлыҡ 14 төбәгендә йәшәүселәрҙең үҙенсәлекле ижади эштәрен күрергә мөмкин. Беҙҙең Башҡортостандан 500-ҙән ашыу кеше Еңеү открыткаһын төшөргән. Открытка йыйылмаһы көндән-көн тулыланып тора. Был проектта теләгән һәр кеше ҡатнаша ала.
|
Победа. Акции
| false |
https://agideljurn.ru/articles/aktsii75/2020-04-26/bash-ortostandan-500-n-ashyu-keshe-e-e-otkrytka-y-eshl-g-n-1568811
|
26 Апрель 2020, 23:47
|
ba
|
Мал рәнйеше
|
Арҡаһынан алып ҡорһағына тиклем буй-буй сыбыртҡы һалған яраһы ҡанһыраған һыйырҙарға ҡарап, мин дә күршемә өнһөҙ генә теләктәшлек белдерҙем. Тағы ла һауын оло бер бәләгә әйләнә икән: көтөүсенең сыбыртҡыһынан ҡурҡып ҡалған мал эргәһенә кеше ебәрмәй тертләп тора, тибенә. Ҡанһыраған яраға килгән күгәүен-себендәрҙе ҡыуып, ҡойроғо менән һелтәнә башлай. Тышаулап, кәртәләүгә бәйләп, саҡ һауыла. Әллә ҡурҡыуҙан, әллә туҡмалып ас ҡалыуҙан һөтө лә эймәй – һауын оҙаҡҡа һуҙыла. Ярай беҙ ике генә баш һыйыр малы тотабыҙ, ә Нәсимә апайҙың алты баш булғас, ярты төнгә тиклем хитлана. Һауған һөттө ситкә ултырттым да, тышауын ысҡындырғансы тип, ҡанлы яраларға махсус май һөртөп ебәрҙем.
– Иртәгә уполнамоч Әхтәмгә барып килмәй булмаҫ: был Илдар тамам шашты. Оло һыйырымды нисек ҡамсылағандыр, белмәйем, еленендә ҡанлы яра. Бөтөнләй һауырлыҡ түгел. Бахыр малҡай, елене тулып бер яфалана, яраһы һыҙлауына ла түҙмәй. Иртәгә көтөүгә ҡыумайым, йәйге селлә эҫеһендә йомшаҡ ағза хәҙер боҙолоп, ҡортлап бөтә инде.– Ҡуйһаңсы инде, – кәртә аша күрше апай менән әңгәмәләшеп киттек. – Иртәгә иртәнсәк мал тағы туплауға ҡушылмай яфалатыр инде. Илдарҙы күреү менән ҡаса башлайҙар. Мин дә бына арҡаһына май һөртөп йөрөйөм. Былтыр шулай боҙолоп киткәйне бит, шуға был юлы запас менән алдым әле. Кәрәкме? – ҡулымдағы майҙы тәҡдим иттем.– Мин дә алып ҡуйғайным. Тиреһе ҡалын ерҙәр бирешмәҫ тә ул, ә бына елене боҙолһа, оҙаҡҡа һуҙылыр ул. Көн һайын 20 литр һөт бирә ине малҡайым, хәҙер төҙәлгәнсе һыуала инде. Яҙғы сходта Илдарҙы көтөүгә сығармаҫҡа, тинеләр бит инде, ниңә ҡабат шуға әйтәләрҙер...– Һуң, Нәсимә апай, ни хәл итмәк кәрәк? Көтөү көтөргә теләүселәр юҡ бит хәҙер. Бына оҙаҡламай сират беҙҙең урамға төшә, Алмас эшкә киткән генә ваҡытта. Ярай, һинең ике улың буй еткереп килә, көтөрҙәр. Ә мин кемгә әйтәм? Илдарға ҡала инде көнөм...– Алла бирһә, малайҙарға әйтермен, көтөрҙәр. Малһыҙ ҡалыр әмәл юҡ. Бик булмаһа, күрше ауыл Хәсәнгә әйт, ул матур көтә. Һөткә лә мулығабыҙ, мал да иркен йөрөй.– Һуң, Шәрифә инәйҙең көтөүен көткәндән һуң, ул һаман айыға алмай эсеп йөрөй, тиҙәр бит...Нәсимә апай асыуынан ҡатлы-ҡатлы һүгенде лә, биҙрәләрен күтәреп өйөнә ыңғайланы.Түбәнге ос Илдар көтөүгә сыҡтымы, мин генә түгел, бар ауыл ҡатындары һыйыр һауыуҙан биҙрәй. Башҡа ваҡытта һин дә мин булған ир әллә ниңә малға ҡарата аяуһыҙ шул. Йәш саҡтарҙа сит ауылдан килгән йәиһә бер ҡыҙ артынан йөрөгән егеттәр үҙ-ара йыш һуғышты. Бер-береһен еңә алмаһалар, дуҫ-туғандары менән командаға тупланып алышҡандарын да күреп йөрөнөк. Ә Илдар бындай “аңлашыу”ҙарҙан һәр ваҡытта тиерлек алыҫ булды. Хатта уның бер һүҙе лаҡапҡа әйләнеп, бар районға таралды. Эсеп алған егетте дуҫтары һуғышырға бармағаны өсөн битәрләй икән:– Бешмәгән һин, Илдар. Шул саҡта йоҙроғоң менән бер һуғыу ғына етә ине. Ә һин боролоп киттең. Ҡурҡтыңмы?– Юҡ, егеттәр, ҡурҡмайым мин. Бер генә һуғыу түгел, ҡайһы саҡта асыу килтергән кешеләрҙе йығып һалып типкесләгем килеп китә. Йоҙроҡто ны-ы-ыҡ итеп төйнәйем ул. Әммә эстән генә өскә тиклем һанайым да, “Тормозға баҫ, Илдар! Егетбаевтар нәҫелен бысратма!” тип үҙемә әмер бирәм! Асыуланмағыҙ инде, егеттәр, – тип яуаплаған икән. Хәҙер күп кеше ҡыҙып китһә, эргәһендәгеләр: “Тормозға баҫ! Нәҫелеңде бысратма!” – тип шаяртыуға бора. Тик Илдар малдарға ҡарата ҡанһыҙ булыуы менән барыбер ҙә нәҫеленең түгел, үҙенең насар данын ҡалдырҙы. Кеше малына ғына ҡарата ҡаты ҡылана икән, тип уйлаһам, бер осраҡтан һуң был иргә ҡарата ихтирамым бөтөнләй юҡҡа сыҡты.“Ир ҡанаты ат була” тигән мәҡәл юҡҡа ғына әйтелмәй. Аҫҡы урамдан Нәсих олатайға ул тап килеп торған кеүек: үҙе менән бергә ҡартайған атын эйәртеп урамдан үтеүе генә ти тора. Икеһе бер темпта атлаһа ла, дүрт тояҡ тупылдауы менән кәлүштең ҡырпылдауы үҙенә генә хас көй сығара. Тыҡрыҡ буйлап һөҙәк тау битләүенә сығып еткәс, бабай фильтрһыҙ тәмәкеһен тоҡандыра ла, атының муйынын ҡосаҡлап бер аҙ иркәләй, бармаҡтары менән ялын тарай. Ә малҡай, тәмәкенең һаҫыҡ еҫенә ҡарамайынса, хужаһына иркәләнеп тора бирә. Нәсих олатай тауышы сыҡмаһын өсөн еп менән бәйләп алып килгән ҡыңғырауҙы ысҡындырып, атының муйынына бәйләй. Тышаулап ебәргәс иһә, кеҫәһенән икмәк һынығы менән шаҡмаҡлы шәкәр сығарып, дуҫының моронона терәй. Тегеһе ялҡау ғына семсенеп, һыйҙан ауыҙ итергә тотона. Был эштәрҙе башҡарғас та бабай ҡайтып китергә ашыҡмай – икенсе тәмәкеһен тоҡандырып, ергә ултыра. Уның ауылды күҙәткәнен ат та сабыр көтә. Бары тик хужаһы ҡайтыу яғына ыңғайлағас ҡына үлән ашарға тотона.Ә кис олатайҙың атын алып ҡайтыуы беҙҙең өсөн оло байрам: алмашлап һыбай ҡайтырға була. Нәсих олатайға эйәреп, беҙ ҙә тауға үрмәләйбеҙ. Уны күргән ҡарт ат ашыҡмай ғына һикерәндәп, ҡаршы килә. Тышауын ысҡындырып, ҡыңғырауы алынғас, хужаһы, ысын кешеләй күреп, уға һүҙ ҡуша:– Йә, малҡай, ни хәлдәһең? Һутлы үлән ашап, көс тупланыңмы? Оҙаҡламай бесән ташый башлайһың, ялдың ҡәҙерен бел. Мин как-нибут та сабып тейәрмен ул, бына һиңә уны һөйрәргә кәрәк бит. Йә-ә-ә, малҡайым, ҡайғырма, быйыл күберәк һоло алырмын да, бесәнде самалап әҙерләһәк тә етер, – уның һөйләгәнен аңлағандай, ат башын һелкеп-һелкеп ҡуя. Аллы-артлы йүгереп килеп еткән бала-сағаға ҡарап, бабай мәрәкәләп тә ала. – Хужаңдың һине менеп сабырға хәле ҡалманы, давай, һыбайлыны онотмаҫ өсөн ошо малай-ҡыҙҙарҙы йөрөтөп алайыҡ әле!Кем беренсе ултыра, тип бәхәсләшеп сыр-сыу килгән беҙгә ҡарап йылмая ла, бабай һүҙен дауам итә:– Но-но, мал ҡәҙерен белмәҫ ҡапҡорһаҡтар! Ат аҡыллы мал ул, күп сырылдашһағыҙ, сөйөрөп кенә атып барыр үҙегеҙҙе! Сиратҡа баҫтыҡ! Барығыҙ ҙа өлгөрәһегеҙ, быуаға барып, һыуһынын ҡандырып ҡайтабыҙ!Юл буйы Нәсих олатай аттарға бәйле әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләй, беҙҙән хор менән “Ел, ерәнем”, “Шайморатов генерал” йырҙарын йырлата, ат тәрбиәләргә өйрәтә. Ул замандарҙа кемдәр ат аҫраған, уға әллә ни иҫе китмәһә лә, беҙҙең кеүек атһыҙ хужалыҡта үҫеүселәр ошо олатай менән мал йәнле булып үҫтек. “Ат эшсән мал. Көс, тир сығара, хужаһына хеҙмәт итә. Шуға ла майында холестерин юҡ. Ә һинең өсөн хеҙмәт иткән, тормошоңдо еңеләйткән йәнгә нисек ҡул күтәрмәк кәрәк! Мин хатта ҡысҡырып әрләмәйем дә: әйткәнде аңлай. Ни өсөн? Йылдар буйы янымда йөрөп, аңлашырға өйрәндек. Ә хәҙер йәштәр ана йыл һайын ат алыштыра. Улар бит үҙ малының көслөмө- юҡмы икәнен дә аңламай!” Ат йәнле олатайға ҡарап, малға ҡарата йомшаҡ булырға өйрәндек. Ауыл ерендә туйҙырыусы улар бит...Бер көн ирем Алмас ярһып ҡайтып инде.– Илдар атын үлтерә яҙған. Саҡ салып өлгөрҙөк. Бикләп ҡуйып ҡамсылаған да, аҙағынан тимер сым менән туҡмаған. Бахырҙың ҡанһырамаған ере юҡ, күҙҙәре ялбарып ҡарай инде. Ергә йығылған, тыпырсынып ята... Ух-х, үҙен туҡмарҙай булдым ул ахмаҡтың!– Эскәнме әллә? – аптырағандан, аҡлау эҙләргә булдым.– Юҡ, ап-айныҡ. Ялан кәртә һайғауын емереп, ишек алдына сыҡҡан өсөн шулай туҡмаған малҡайҙы! – ике йыл элек тартыуын ташлаған ирем, эшкә ҡушҡан ир-атҡа тип алған тәмәке ҡабын эҙләп алып, ихатаға сығып китте. Күргәне шулай күңелен әрнеткән икән. Хәйер, ҡанға туҙып ерҙә ауған атты күҙ алдына килтереп кенә лә, үҙемдең йөрәк өшөп китте...* * *– Күрше, ишеттеңме, район үҙәгенән ҡайтып килгәндә Таһир аварияға осраған, ти! – ноябрь иртәһендә мал ҡарап йөрөгән ерҙән Нәсимә апайҙың хәбәренә туҡтап ҡалдым.– Йә Хоҙай, вәт бәлә... Үҙе иҫәнме икән һуң?– Аллаға шөкөр, үҙенә лә, ҡатынына ла бер ни ҙә булмаған. Ҡыҙҙары Айгөлдөң аяғы һынған.– Ярай, аяҡ ҡына төҙәлер, иң мөһиме – дөрөҫ дауалаһындар. Нимә булды икән һуң?– Кисә яуып, бөгөн туңдырғайны бит. Трассанан беҙҙең ауылға боролған ерҙә КамАЗ туҡтай алмай, килеп бәрелгән.– Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр бит, – башҡаса әйтер һүҙ тапманым. – Аҙағы хәйерле булһын инде...– Эй, онотоп торам... Егетбаев Илдар ҙа улар менән булған, ти. Ҡайһы ере имгәнгәндер, теүәл белмәйем, алты сәғәт буйы операция яһағандар. Бөгөн Өфөнән санитар самолет килеп алып китә, тиҙәр...– Йә Аллам, ярҙамыңдан ташлама.Тик Илдарға медицина ярҙам итә алманы. Иҫән ҡалыуын-ҡалды, әммә телдән һәм хәрәкәттән мәхрүм булды. Ҡатынына, туғандарына рәхмәт, ике йыл буйына үҙен матур итеп ҡаранылар. Тәүге осорҙа коляска менән тышҡа ла сығара торғайны, тик аҙаҡҡа табан баш тартҡан, тинеләр. Сираттағы вахтаһынан ҡайтҡас, Алмас класташының хәлен белергә китте.– Бәһлеүәндәй буй-һыны менән ята инде, бахыр. Бер яҡтан ҡараһаң, йөрәге һау булғас, ята ла ята инде. Ныҡлап әйтә алмайым, әммә уның телдән ҡалыуы башы бәрелеүҙән булырға тейеш. Телмәр һәм хәрәкәт нервылары зыян күргәндер ул.– Уны дауалап булмаймы икән?– Әллә инде. Башҡа органдары һау булһа, йәшәр әле. Тик күҙҙәренең нуры һүнгән кеүек тойолдо. Һөйләгәнде аңлай ул, йылмайып ҡуя. Ҡатыны өйрәнеп бөткән, күҙ ҡарашынан аңлап торған кеүек. Хушлаша башлағайным, уйнап йөрөгән балаларына ҡарап, илай башланы. Дөрөҫ аңланыммы инде, юҡмы, үҙемсә йыуатыр өсөн: “Балаларың өсөн борсолма, ярҙамдан ташламаҫбыҙ. Атай-әсәйеңдәр ҙә шәп әле!” – тигән булдым. Тик күҙҙәренән йәш аҡты ла аҡты. Еүеш салфетка менән битен һөртөп, ятҡырып сығып киттем.– Ни эшләтәһең инде...Төндә иремдең тороп сығып киткән тауышына уяндым. Бер аҙ күҙем эленеп китеп, ҡапыл тертләп уянғанымда ул һаман инмәгәйне әле. Аптырап, алғы яҡҡа, унда ла булмағас, болдорға сыҡтым. Тәмәке тартып ултырыуын күреп, ризаһыҙлыҡ белдерергә ашыҡтым:– Һин былай уйланған, йөрәгең янған һайын ҡабат тәмәкегә тотонһаң, ғүмерҙә лә ташлай алмайһың инде.– Ҡуй, кәләш, әрләшмәйек әле... Уйланып яттым-яттым да, сығып киттем бына.– Ауыр икәнен аңлайым. Яңы 40 йәше тулған ирҙе, етмәһә, класташыңды, түшәктә күреү еңел түгел. Ҡайһы бер кешеләр ҡаты ауырыу янына хәл белергә бармаһа, ғәйепләргә генә торалар. Ә күңелең күтәрә алмай илап-һыҡтап, йәлләүеңде күрһәтеп, киреһенсә хәлен насарайтырға ла мөмкин бит. Мин, мәҫәлән, ундай саҡта дарыу эсеп, тынысланып, хатта күңелемде бер аҙ “туңдырып” ҡына барам. Хистәргә бирелмәҫ өсөн.– Уныһы шулай, – Алмас бер аҙ тын ултырҙы ла, ҡабат һүҙ башланы. – Тик мин ҡапыл икенсе нәмә тураһында уйлап ҡуйҙым. Балаларына ҡарап илаған мәлдә улар бит сыбыртҡыһын ат итеп уйнап йөрөй ине. Әллә шул ҡанһыҙлыҡтарын иҫенә төшөрөп, үкенеп иланымы икән? Мал рәнйеше төштөмө әллә уға?– Ни уйлағанын кем белә инде, бәлки, ысынлап та үкенеүҙән илағандыр.– Шул фекер башҡа килде лә, тормошто барлап ултырам бына. Кемдәрҙе хаҡһыҙға рәнйеттем икән? Уларҙан нисек ғәфү һорарға? Иртәгә Илдар янына тағы барып киләм әле. Ҡатыны ул сыбыртҡыһын йыйып ҡуйһын. Күрһә, тағы илар...Илдар ысынлап та оҙаҡҡа барманы. Аварияға осрауына ике йыл да дүрт ай үтеүгә баҡый донъяға күсте.
mykaleidoscope.ru
Венер ИСХАҠОВ.
|
Арҡаһынан алып ҡорһағына тиклем буй-буй сыбыртҡы һалған яраһы ҡанһыраған һыйырҙарға ҡарап, мин дә күршемә өнһөҙ генә теләктәшлек белдерҙем. Тағы ла һауын оло бер бәләгә әйләнә икән: көтөүсенең сыбыртҡыһынан ҡурҡып ҡалған мал эргәһенә кеше ебәрмәй тертләп тора, тибенә. Ҡанһыраған яраға килгән күгәүен-себендәрҙе ҡыуып, ҡойроғо менән һелтәнә башлай. Тышаулап, кәртәләүгә бәйләп, саҡ һауыла. Әллә ҡурҡыуҙан, әллә туҡмалып ас ҡалыуҙан һөтө лә эймәй – һауын оҙаҡҡа һуҙыла. Ярай беҙ ике генә баш һыйыр малы тотабыҙ, ә Нәсимә апайҙың алты баш булғас, ярты төнгә тиклем хитлана. Һауған һөттө ситкә ултырттым да, тышауын ысҡындырғансы тип, ҡанлы яраларға махсус май һөртөп ебәрҙем.– Иртәгә уполнамоч Әхтәмгә барып килмәй булмаҫ: был Илдар тамам шашты. Оло һыйырымды нисек ҡамсылағандыр, белмәйем, еленендә ҡанлы яра. Бөтөнләй һауырлыҡ түгел. Бахыр малҡай, елене тулып бер яфалана, яраһы һыҙлауына ла түҙмәй. Иртәгә көтөүгә ҡыумайым, йәйге селлә эҫеһендә йомшаҡ ағза хәҙер боҙолоп, ҡортлап бөтә инде.– Ҡуйһаңсы инде, – кәртә аша күрше апай менән әңгәмәләшеп киттек. – Иртәгә иртәнсәк мал тағы туплауға ҡушылмай яфалатыр инде. Илдарҙы күреү менән ҡаса башлайҙар. Мин дә бына арҡаһына май һөртөп йөрөйөм. Былтыр шулай боҙолоп киткәйне бит, шуға был юлы запас менән алдым әле. Кәрәкме? – ҡулымдағы майҙы тәҡдим иттем.– Мин дә алып ҡуйғайным. Тиреһе ҡалын ерҙәр бирешмәҫ тә ул, ә бына елене боҙолһа, оҙаҡҡа һуҙылыр ул. Көн һайын 20 литр һөт бирә ине малҡайым, хәҙер төҙәлгәнсе һыуала инде. Яҙғы сходта Илдарҙы көтөүгә сығармаҫҡа, тинеләр бит инде, ниңә ҡабат шуға әйтәләрҙер...– Һуң, Нәсимә апай, ни хәл итмәк кәрәк? Көтөү көтөргә теләүселәр юҡ бит хәҙер. Бына оҙаҡламай сират беҙҙең урамға төшә, Алмас эшкә киткән генә ваҡытта. Ярай, һинең ике улың буй еткереп килә, көтөрҙәр. Ә мин кемгә әйтәм? Илдарға ҡала инде көнөм...– Алла бирһә, малайҙарға әйтермен, көтөрҙәр. Малһыҙ ҡалыр әмәл юҡ. Бик булмаһа, күрше ауыл Хәсәнгә әйт, ул матур көтә. Һөткә лә мулығабыҙ, мал да иркен йөрөй.– Һуң, Шәрифә инәйҙең көтөүен көткәндән һуң, ул һаман айыға алмай эсеп йөрөй, тиҙәр бит...Нәсимә апай асыуынан ҡатлы-ҡатлы һүгенде лә, биҙрәләрен күтәреп өйөнә ыңғайланы. Түбәнге ос Илдар көтөүгә сыҡтымы, мин генә түгел, бар ауыл ҡатындары һыйыр һауыуҙан биҙрәй. Башҡа ваҡытта һин дә мин булған ир әллә ниңә малға ҡарата аяуһыҙ шул. Йәш саҡтарҙа сит ауылдан килгән йәиһә бер ҡыҙ артынан йөрөгән егеттәр үҙ-ара йыш һуғышты. Бер-береһен еңә алмаһалар, дуҫ-туғандары менән командаға тупланып алышҡандарын да күреп йөрөнөк. Ә Илдар бындай “аңлашыу”ҙарҙан һәр ваҡытта тиерлек алыҫ булды. Хатта уның бер һүҙе лаҡапҡа әйләнеп, бар районға таралды. Эсеп алған егетте дуҫтары һуғышырға бармағаны өсөн битәрләй икән:– Бешмәгән һин, Илдар. Шул саҡта йоҙроғоң менән бер һуғыу ғына етә ине. Ә һин боролоп киттең. Ҡурҡтыңмы?– Юҡ, егеттәр, ҡурҡмайым мин. Бер генә һуғыу түгел, ҡайһы саҡта асыу килтергән кешеләрҙе йығып һалып типкесләгем килеп китә. Йоҙроҡто ны-ы-ыҡ итеп төйнәйем ул. Әммә эстән генә өскә тиклем һанайым да, “Тормозға баҫ, Илдар! Егетбаевтар нәҫелен бысратма!” тип үҙемә әмер бирәм! Асыуланмағыҙ инде, егеттәр, – тип яуаплаған икән. Хәҙер күп кеше ҡыҙып китһә, эргәһендәгеләр: “Тормозға баҫ! Нәҫелеңде бысратма!” – тип шаяртыуға бора. Тик Илдар малдарға ҡарата ҡанһыҙ булыуы менән барыбер ҙә нәҫеленең түгел, үҙенең насар данын ҡалдырҙы. Кеше малына ғына ҡарата ҡаты ҡылана икән, тип уйлаһам, бер осраҡтан һуң был иргә ҡарата ихтирамым бөтөнләй юҡҡа сыҡты.“Ир ҡанаты ат була” тигән мәҡәл юҡҡа ғына әйтелмәй. Аҫҡы урамдан Нәсих олатайға ул тап килеп торған кеүек: үҙе менән бергә ҡартайған атын эйәртеп урамдан үтеүе генә ти тора. Икеһе бер темпта атлаһа ла, дүрт тояҡ тупылдауы менән кәлүштең ҡырпылдауы үҙенә генә хас көй сығара. Тыҡрыҡ буйлап һөҙәк тау битләүенә сығып еткәс, бабай фильтрһыҙ тәмәкеһен тоҡандыра ла, атының муйынын ҡосаҡлап бер аҙ иркәләй, бармаҡтары менән ялын тарай. Ә малҡай, тәмәкенең һаҫыҡ еҫенә ҡарамайынса, хужаһына иркәләнеп тора бирә. Нәсих олатай тауышы сыҡмаһын өсөн еп менән бәйләп алып килгән ҡыңғырауҙы ысҡындырып, атының муйынына бәйләй. Тышаулап ебәргәс иһә, кеҫәһенән икмәк һынығы менән шаҡмаҡлы шәкәр сығарып, дуҫының моронона терәй. Тегеһе ялҡау ғына семсенеп, һыйҙан ауыҙ итергә тотона. Был эштәрҙе башҡарғас та бабай ҡайтып китергә ашыҡмай – икенсе тәмәкеһен тоҡандырып, ергә ултыра. Уның ауылды күҙәткәнен ат та сабыр көтә. Бары тик хужаһы ҡайтыу яғына ыңғайлағас ҡына үлән ашарға тотона. Ә кис олатайҙың атын алып ҡайтыуы беҙҙең өсөн оло байрам: алмашлап һыбай ҡайтырға була. Нәсих олатайға эйәреп, беҙ ҙә тауға үрмәләйбеҙ. Уны күргән ҡарт ат ашыҡмай ғына һикерәндәп, ҡаршы килә. Тышауын ысҡындырып, ҡыңғырауы алынғас, хужаһы, ысын кешеләй күреп, уға һүҙ ҡуша:– Йә, малҡай, ни хәлдәһең? Һутлы үлән ашап, көс тупланыңмы? Оҙаҡламай бесән ташый башлайһың, ялдың ҡәҙерен бел. Мин как-нибут та сабып тейәрмен ул, бына һиңә уны һөйрәргә кәрәк бит. Йә-ә-ә, малҡайым, ҡайғырма, быйыл күберәк һоло алырмын да, бесәнде самалап әҙерләһәк тә етер, – уның һөйләгәнен аңлағандай, ат башын һелкеп-һелкеп ҡуя. Аллы-артлы йүгереп килеп еткән бала-сағаға ҡарап, бабай мәрәкәләп тә ала. – Хужаңдың һине менеп сабырға хәле ҡалманы, давай, һыбайлыны онотмаҫ өсөн ошо малай-ҡыҙҙарҙы йөрөтөп алайыҡ әле!Кем беренсе ултыра, тип бәхәсләшеп сыр-сыу килгән беҙгә ҡарап йылмая ла, бабай һүҙен дауам итә:– Но-но, мал ҡәҙерен белмәҫ ҡапҡорһаҡтар! Ат аҡыллы мал ул, күп сырылдашһағыҙ, сөйөрөп кенә атып барыр үҙегеҙҙе! Сиратҡа баҫтыҡ! Барығыҙ ҙа өлгөрәһегеҙ, быуаға барып, һыуһынын ҡандырып ҡайтабыҙ!Юл буйы Нәсих олатай аттарға бәйле әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләй, беҙҙән хор менән “Ел, ерәнем”, “Шайморатов генерал” йырҙарын йырлата, ат тәрбиәләргә өйрәтә. Ул замандарҙа кемдәр ат аҫраған, уға әллә ни иҫе китмәһә лә, беҙҙең кеүек атһыҙ хужалыҡта үҫеүселәр ошо олатай менән мал йәнле булып үҫтек. “Ат эшсән мал. Көс, тир сығара, хужаһына хеҙмәт итә. Шуға ла майында холестерин юҡ. Ә һинең өсөн хеҙмәт иткән, тормошоңдо еңеләйткән йәнгә нисек ҡул күтәрмәк кәрәк! Мин хатта ҡысҡырып әрләмәйем дә: әйткәнде аңлай. Ни өсөн? Йылдар буйы янымда йөрөп, аңлашырға өйрәндек. Ә хәҙер йәштәр ана йыл һайын ат алыштыра. Улар бит үҙ малының көслөмө- юҡмы икәнен дә аңламай!” Ат йәнле олатайға ҡарап, малға ҡарата йомшаҡ булырға өйрәндек. Ауыл ерендә туйҙырыусы улар бит...Бер көн ирем Алмас ярһып ҡайтып инде.– Илдар атын үлтерә яҙған. Саҡ салып өлгөрҙөк. Бикләп ҡуйып ҡамсылаған да, аҙағынан тимер сым менән туҡмаған. Бахырҙың ҡанһырамаған ере юҡ, күҙҙәре ялбарып ҡарай инде. Ергә йығылған, тыпырсынып ята... Ух-х, үҙен туҡмарҙай булдым ул ахмаҡтың!– Эскәнме әллә? – аптырағандан, аҡлау эҙләргә булдым.– Юҡ, ап-айныҡ. Ялан кәртә һайғауын емереп, ишек алдына сыҡҡан өсөн шулай туҡмаған малҡайҙы! – ике йыл элек тартыуын ташлаған ирем, эшкә ҡушҡан ир-атҡа тип алған тәмәке ҡабын эҙләп алып, ихатаға сығып китте. Күргәне шулай күңелен әрнеткән икән. Хәйер, ҡанға туҙып ерҙә ауған атты күҙ алдына килтереп кенә лә, үҙемдең йөрәк өшөп китте...* * *– Күрше, ишеттеңме, район үҙәгенән ҡайтып килгәндә Таһир аварияға осраған, ти! – ноябрь иртәһендә мал ҡарап йөрөгән ерҙән Нәсимә апайҙың хәбәренә туҡтап ҡалдым.– Йә Хоҙай, вәт бәлә... Үҙе иҫәнме икән һуң?– Аллаға шөкөр, үҙенә лә, ҡатынына ла бер ни ҙә булмаған. Ҡыҙҙары Айгөлдөң аяғы һынған.– Ярай, аяҡ ҡына төҙәлер, иң мөһиме – дөрөҫ дауалаһындар. Нимә булды икән һуң?– Кисә яуып, бөгөн туңдырғайны бит. Трассанан беҙҙең ауылға боролған ерҙә КамАЗ туҡтай алмай, килеп бәрелгән.– Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр бит, – башҡаса әйтер һүҙ тапманым. – Аҙағы хәйерле булһын инде...– Эй, онотоп торам... Егетбаев Илдар ҙа улар менән булған, ти. Ҡайһы ере имгәнгәндер, теүәл белмәйем, алты сәғәт буйы операция яһағандар. Бөгөн Өфөнән санитар самолет килеп алып китә, тиҙәр...– Йә Аллам, ярҙамыңдан ташлама. Тик Илдарға медицина ярҙам итә алманы. Иҫән ҡалыуын-ҡалды, әммә телдән һәм хәрәкәттән мәхрүм булды. Ҡатынына, туғандарына рәхмәт, ике йыл буйына үҙен матур итеп ҡаранылар. Тәүге осорҙа коляска менән тышҡа ла сығара торғайны, тик аҙаҡҡа табан баш тартҡан, тинеләр. Сираттағы вахтаһынан ҡайтҡас, Алмас класташының хәлен белергә китте.– Бәһлеүәндәй буй-һыны менән ята инде, бахыр. Бер яҡтан ҡараһаң, йөрәге һау булғас, ята ла ята инде. Ныҡлап әйтә алмайым, әммә уның телдән ҡалыуы башы бәрелеүҙән булырға тейеш. Телмәр һәм хәрәкәт нервылары зыян күргәндер ул.– Уны дауалап булмаймы икән?– Әллә инде. Башҡа органдары һау булһа, йәшәр әле. Тик күҙҙәренең нуры һүнгән кеүек тойолдо. Һөйләгәнде аңлай ул, йылмайып ҡуя. Ҡатыны өйрәнеп бөткән, күҙ ҡарашынан аңлап торған кеүек. Хушлаша башлағайным, уйнап йөрөгән балаларына ҡарап, илай башланы. Дөрөҫ аңланыммы инде, юҡмы, үҙемсә йыуатыр өсөн: “Балаларың өсөн борсолма, ярҙамдан ташламаҫбыҙ. Атай-әсәйеңдәр ҙә шәп әле!” – тигән булдым. Тик күҙҙәренән йәш аҡты ла аҡты. Еүеш салфетка менән битен һөртөп, ятҡырып сығып киттем.– Ни эшләтәһең инде...Төндә иремдең тороп сығып киткән тауышына уяндым. Бер аҙ күҙем эленеп китеп, ҡапыл тертләп уянғанымда ул һаман инмәгәйне әле. Аптырап, алғы яҡҡа, унда ла булмағас, болдорға сыҡтым. Тәмәке тартып ултырыуын күреп, ризаһыҙлыҡ белдерергә ашыҡтым:– Һин былай уйланған, йөрәгең янған һайын ҡабат тәмәкегә тотонһаң, ғүмерҙә лә ташлай алмайһың инде.– Ҡуй, кәләш, әрләшмәйек әле... Уйланып яттым-яттым да, сығып киттем бына.– Ауыр икәнен аңлайым. Яңы 40 йәше тулған ирҙе, етмәһә, класташыңды, түшәктә күреү еңел түгел. Ҡайһы бер кешеләр ҡаты ауырыу янына хәл белергә бармаһа, ғәйепләргә генә торалар. Ә күңелең күтәрә алмай илап-һыҡтап, йәлләүеңде күрһәтеп, киреһенсә хәлен насарайтырға ла мөмкин бит. Мин, мәҫәлән, ундай саҡта дарыу эсеп, тынысланып, хатта күңелемде бер аҙ “туңдырып” ҡына барам. Хистәргә бирелмәҫ өсөн.– Уныһы шулай, – Алмас бер аҙ тын ултырҙы ла, ҡабат һүҙ башланы. – Тик мин ҡапыл икенсе нәмә тураһында уйлап ҡуйҙым. Балаларына ҡарап илаған мәлдә улар бит сыбыртҡыһын ат итеп уйнап йөрөй ине. Әллә шул ҡанһыҙлыҡтарын иҫенә төшөрөп, үкенеп иланымы икән? Мал рәнйеше төштөмө әллә уға?– Ни уйлағанын кем белә инде, бәлки, ысынлап та үкенеүҙән илағандыр.– Шул фекер башҡа килде лә, тормошто барлап ултырам бына. Кемдәрҙе хаҡһыҙға рәнйеттем икән? Уларҙан нисек ғәфү һорарға? Иртәгә Илдар янына тағы барып киләм әле. Ҡатыны ул сыбыртҡыһын йыйып ҡуйһын. Күрһә, тағы илар...Илдар ысынлап та оҙаҡҡа барманы.
|
Әҙәби мѳхит
| false |
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-28/mal-r-nyeshe-3497228
|
28 Октябрь , 20:30
|
ba
|
Йәшәгән, ти, Гулливер
|
Әсәһе әлеге күк төҫөндәге зәп-зәңгәргә аҡ борсаҡтар төшкән күлдәктә. Башына һандалайып төҫө саҡ ҡына уңа башлаған,ҡасандыр көрән төҫтәге яулығын тарттырып бәйләгән. Аяҡтарында сепрәк танкеткалар. Рәсүл тәүге тапҡыр мәктәп формаһында. Йәй башында уҡ алып ҡуйылып,пинжәгенең еңдәре,салбар балаҡтары ҡыҫҡартылып,үтекләнеп шкафҡа бөгөнгө көндө көтөп элеп ҡуйылған мәктәп формаһында.Әсәһе менән бер аяҡтан атларға тырышып,бәләкәй генә устарын уның устарына йомдорған да мәктәпкә йүгерә имеш Рәсүл.Төшө булдымы,әллә ҡасандыр,бынан бик күп йылдар үҙе менән булған элекке хәтирәләрен тергеҙеүе булдымы аңлап бөтмәне барыбер.Атаһы бүлдерҙе уйҙарын.-Рәсүл,икмәк бөткән икән өйҙә.Аръяҡтағы магазинға барып киләһеңме әллә? Беҙҙекенә ике көнгә бер генә алып киләләр,бөткәндер ул – тине атаһы пакет һуҙып.Күмелгән уйҙарынан һаман да айнып бөтмәгән Рәсүл пакетты алып кеҫәһенә тыҡты ла, картуф баҡсаһы аша аръяҡҡа илтеүсе һуҡмаҡ буйлап күпергә ыңғайланы.Һуңлатып ҡына килгән быйылғы яҙ әкренләп кенә үҙенекен итә шулай ҙа. Ер өҫтө ала-солаға әйләнеп,соҡорҙарҙарҙа,тау үҙәктәрендә генә ҡалған тиерлек иреп бөтөп барған ҡар.Боҙонан әрселеп,яҙҙарҙа ғына ярһып,сығырынан сығып аҡҡан ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаған көслө,үкергән гөрөлдәү сығарып аға әлеге мәлдә Көнбулаҡ йылғаһы.Байтаҡ ҡына ҡарап торҙо Рәсүл күпер өҫтөнән аҡҡан һыуҙарға. Ошо ярһыу һыуҙар үҙе менән төрлө ҡыйҙар,бүрәнә киҫәктәре,тамырҙарынан аҡтарылған сатыр-соторҙы ҡайҙалыр алыҫ-алыҫҡа,түбәнгә ағыҙа.Нишләптер ҡапылда үҙенең уйҙарын да ҡуша ағыҙғыһы килде Рәсүлдең дә.Кискә ауышып барған көн,томорайып барған эңер тиҙҙән,әгәр алыусы кешеләр башҡаса булмаһа магазиндың бикләнеп ҡуйыу ихтималлығын иҫенә төшөрҙе уның.Аҫмалы күперҙе сайҡалдырып, ҡыҫҡа аҙымдар менән аръяҡҡа ыңғайланы ул уйҙарын күперҙә ҡалдырып.Артынан тәҙрә аша оҙатып ҡалыусы ҡарашты ғына һиҙмәне Рәсүл.Арғы яҡҡа сығып етеп,магазин боролошона еткәнсе оҙатты ул уны был ҡараш. Бер туған еңгәһе Гөлнараның иртәнсәк үк,юҡ,ете төн уртаһында йоҡлай алмай ятып,күңеле төбөндәге иң-иң ҡурҡыныс уйҙары менән үрелеп,бергә оҙатты Рәсүлде. Ах,ошо, барыһын да әле,әлеге мәлдә ҡәтғи хәл иткән гонаһлы ҡараш булмаһа....Күберәген ауылда,өләсәһе ҡарауында үҫте ҡала ҡыҙы булһа ла Гөлнара.Өләсәһенең иң яратҡан баш ейәнсәре булып үҫте.Йәйҙәрен ҡапҡа алдында,ҡаҙ,өйрәк бәпкәләрен көттөләр,еләккә,төрлө үләндәр йыйырға тау баштарына,урманға йөрөнөләр.Ҡышҡы каникулдарҙа саҡта урындыҡҡа ултырып алып,бәйләм бәйләнеләр,ҡорама ҡоранылар.Әкиәттәр һөйләр ине өләсәһе шундай оҙон,ҡышҡы кистәрҙә. Хәтере,иҫе шәп ине Сания әбейҙең.Күп белде ул ҡасандыр үҙенә өләсәләре һөйләгән әкиәттәрҙе. Дейеүҙәр менән алышҡан батырҙар,төпһөҙ күлдәрҙәге һыуһылыуҙар, көтөү-көтөү мал,тау аҫтындағы хазина-ниғмәттәр бөтәһе лә тере,ысын һымаҡ ине Гөлнара өсөн шул әкиәттәрҙе тыңлаған мәлдә.Телевизор,хатта радио ла булмаған бәләкәй генә өйҙә ҙур ҡыуаныс ине уның өсөн ошоларҙың бөтәһе лә. Аныҡ бер көнгә тиклем генә дауам итте әкиәт-бәйеттәр һөйләү.Ҡышҡы көндәрҙең береһендә урамдан үҙе һымаҡ ауыл балалары менән тышта уйнап ҡайтҡандан һуң,кискелеккә сираттағы әкиәт үҙе бер ҡарыш,һаҡалы мең ҡарыш,һөмһөҙ иргәйел тураһында булды.Ҡурҡты туғыҙынсы йәше менән барған Гөлнара.Оҙаҡ йоҡлап китә алманы. Һаташып,ҡысҡырып уянды төшөндә. Әкиәттәге,анау,ҡурҡыныс,бәләкәй генә буйлы ҡарт ,башы өҫтөнән осоп йөрөнө.Үҙенән дә оҙон таяғы менән Гөлнараға киҙәнде,оҙон һаҡалы менән быуырға маташты. Манма тиргә батып,бышлығып,ҡысҡыра-ҡысҡыра таңға ғына,өләсәһе ҡабат-ҡабат өшкөргәндән һуң ғына йоҡлап китә алды ул.Сарпыу һуғылыу тип аңланы үҙенсә быны Сания.Сарпыу ине шул был сир ысынлап та. Үткән көндө күп итеп ҡар яуыу сәбәпле,ҡырғараҡ юл көрәргә ялҡауҙары килеп ,мәрхүм булып ҡалған Лоҡман ҡартты рәтләгәндән һуң мәйет һыуын кеше аяғы йөрәмәгән ергә түгел,тыҡрыҡҡа түкккән ине ҡайһылыр диуанаһы. Балалар сана шыуырға, аша үтеп йөрөгән тыҡрыҡҡа. Ана шунда баҫып үтеүе сәбәпсе булды Гөлнараның өҙлөгөүенә. Ҡот ҡойоп,ҡурғашта ҡап-ҡара йәйелеп сыҡҡан аңлайышһыҙ һынды муйынына тағып йөрөткәндән һуң баҫылды ейәнсәре. Баҫылды ла башҡаса әкиәттәр тыңламаҫ булды.Өләсәһе һөйләй башлаһа үҙенә йомолдо Гөлнара.
Ауылға һирәк барырға тырышты хәҙер.Әсәләре өгөтләүенә ҡарамаҫтан бармаҫ өсөн төрлөһөнән-төрлө һылтауҙар тапты.Гөлнара бишенселә уҡығанда өләсәһе Сания әбей ҙә,әкиәттәрен үҙе менән бергә баҡыйлыҡҡа алып китеп барҙы.Шулай ҙа ауылға килен булып төшөргә яҙылған ине Гөлнараның маңлайына.Пединституттың дүртенсе курсында уҡып йөрөгәнендә атайымдар менән таныштырам тип үҙ ауылына алып ҡайтты Гөлнараны Рәфис.Өфөнән кискә,көтөү ҡайтҡан мәлдә ҡайтып еттеләр йәштәр.Ҡапҡалар шар асыҡ.Кәртә эсендә ала һыйыр ҡойма ситендәге кесерткәндәрҙе йолҡҡолай,аҙашып тороп ҡалған бәрәсен саҡырып бер булып ҡуй һарығы баҡыра.Ауылса бөтәһе лә. Биниһая ваҡыт ауылда булмаған Гөлнара өсөн былар бөтәһе лә сәйер,аңлайышһыҙ ығы-зығы кеүегерәк күренә.Атаһы менән таныштырып донъя хәлдәрен белешкәндән һуң Рәсүлде һорашты Рәфис:-Өйҙә юҡ мәллә? Күренмәй ҙәһә.-Әй,эсеп ята, ти ине, арғы яҡта. Комбат ветеранскийын алған шикелле. Беләһең дә инде,әллә ниндәйгә әйләнде әсәйең үлгәндән һуң.-Айыҡҡас ҡайтһын инде,атай,Гөлнара әллә ни уйлар.Ҡустыһы алкаш,гел эсеп йөрөй икән тип уйлауынан ҡурҡам.Иртәгәһенә ҡараңғы төшкәс ҡайтып инде Рәсүл. Кәртәләге ҡулйыуғыста аҙна буйына эскән хәмерҙе саҡ ҡына булһа ла сығарыр өсөн оҙаҡ итеп йыуынды. Ҡырынғысы өйҙә булғанға ҡырына ғына алманы.Унан һуң болдорҙа оҙаҡ итеп тәмәке тартты. Ағаһының ҡайтҡанын,таныштырыға ҡыҙын алып килгәнен ишеткәнгә оҙаҡ баҙнат итмәй ултырҙы ул күтәрмәлә.Барыбер ҙә инергә кәрәк тип ҡыйыуһыҙ ғына ишек шаҡыны.-А вот и Гулливер! Сәләм! Ҡайҙа йөрөйһең юғалып?-Һин һорама,мин әйтмәйем.Белә күрә һорайһың бит инде,Рәфис.Һорама.Рәфистең бүлмәһендә ултырған Гөлнараны ла ҡыҡыҡһыныуы еңде шикелле.Һаҡ ҡына баҫып Рәсүлде күрергә тип аш бүлмәһенә ыңғайланы..“Йә,Хоҙайым!” –шулай тип асырғанып,эстән генә яр һалып ҡысҡырҙы Гөлнараның тауышы. “Йә,Хоҙайым! Был бит кәрлә! Карлик был! Иргәйел дә һуң!”Эйе,иргәйел ине Рәсүл. Нәҫел-заттарында бер ҡасан да булмаған,хатта бөтә ауыл өсөн ят бер ауырыу – буйға үҫмәгәнлек сире бар ине Рәхимдең кесе улында. Шок хәлендә ҡалдырҙы әле бына Гөлнараны буласаҡ ҡәйнеше. Шок ҡынамы әле? Өләсәһе Сания әбейҙең бәләкәй өйәнә,бала сағындағы урындығана алды ла һелтәне ошо факт уны.Ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланды,быуындары тотманы,башы әйләнеп уҡшып алды ла китте Гөлнара. Өйәҙәгеләр уны-быны аңғарғансы ойоҡсан килеш кәртәгә йүгерҙе.Солан күтәрәмәһенән төшөп тә өлгөрмәне.Ҡоҫто шунда аҡтарып әле генә өҫтәл артында ашағандарын.Артынан йүгереп сыҡҡан Рәфискә боролоп та ҡарамай арҡа аша ғыны килмә тигәнде белдереп ҡул ғына һелтәне.Белә Рәфис Гөлнараһының ауырлы икәнен.Шуға сыҡты артынан.Ҡурҡа бер-бер хәл булмаһын тип.Ә хәл булырға ысынлап та оҙаҡ ҡалмаған ине.Бала сағындағылай төнө буйы тағы һаташып сыҡты Гөлнара.Шул уҡ хәл ҡабатланды.Шул уҡ төштө күрҙе ул.Тик был юлы төшөндә иргәйел түгел,Рәсүл баҫтыра ине уны. Ҡыҫҡа ғына ҡулдары менән ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлаған да,ҡырынмаған сикәләре менән Гөлнараның йөҙөнә ышҡыла имеш.”Кил,күпме көттөм,һине.Мин Гулливер” – тип шарҡылдап көлә тип һаташып борғаланды ауырлы ҡатын. Таңға ауырыуы тағы ла нығыраҡ көсәйҙе.Иртәнсәк көс-хәл менән бәҙрәфкә барғанында тыуып та өлгөрмәгән балаһы төшөп тә ҡуйҙы.“Тиҙ ярҙам” каретаһы килеп Гөлнараны алып киткәндә Рәфис тә ултырып китте бергә. Ике-өс көн дауаханала система аҫында ятҡандан һуң арыуланған Гөлнара тапҡыр Өфөгә китте.Уның артынан Рәфис тә.Ауырыуын ауыл климатына өйрәнмәгән организмына һылтанылар.Табиптар ҙа,Гөлнара үҙе лә.Уҡып бөткәндән һуң тағы ла өс-дүрт йылға ҡалала ҡалдылар йәштәр.Туйҙы ла,күпертеүһеҙ-ниһеҙ генә шунда үткәрҙеләр ҙә, тороп ҡалдылар ана шул таш,бетон ҡойма менән уратылған миллионлы зинданда.Ә ауылда тормош үҙ яйына аҡты. Яйлап утыҙға яҡынлаған Рәсүл дә атаһы менән бергә донъя көттө. Мал ҡаранылар,ҡош-ҡорт үрсеттеләр.Ваҡыты-ваҡыты менән ҡалаға гуманитар ярҙам оҙаттылар.Хәйер,ҡалалағы ул икәү ярҙамһыҙ ҙа насар йәшәмәне.Эшләне икеһе лә.Береһе уҡытты,икенсеһе,регпалатала кадастр бүлегендә ултырҙы.Бала ғына юҡ ине әле һаман. Гөлнара башҡаса ауырға ҡала алманы.Ташлаша ла алманылар.Көслө ине яратыуҙары.”Һеҙҙең икегеҙҙең дә бөтәһе лә яҡшы” тип врачтар ҙа өмөтләндергәс көттөләр әле ул. Рәфис кенә ауылға тартылды йылдан-йылы.Тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек,ул да тиште Гөлнараһының “ауылға ни ногой” тигән күңеленә ҡороп ҡуйған ҡорғанды.Күндерҙе яйлап Рәфисе.Атай йортона алып ҡайтты барыбер. Йәш,уҡымышлы,теник юғары белеме булған,дәрт-дарманы ташып торған ирҙе киләһе һауйлауҙарҙа ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланылар. Ауыл ситенән ер алып,яйлап төҙөлә башлағансы атай йортонда,дүртәүләп көн иттеләр хәҙер. Рәсүлдең тәбиғәт биргән һынына,булмышына өйрәнә алмаһа ла түҙҙе Гөлнара. Юҡ,бер ниҙә эшләмәне уныға ҡәйнеше.”Еңгә лә,еңгә” – тип өҙөлөп торҙо уның өсөн. Еңгәһе илтифат итмәһә лә,йомшарғандай булды әҙерәк.Уныһына ла Рәсүлдең был яҡын тирәлә береһендә лә булмаған һәләте йомшартты буғай. Һүрәт төшөрөүгә маһир,ныҡ әүәҫ ине шул ҡәйнеше. Ауылда йәшәүҙәренә ярты йыл үткәс утыҙ йәшен үткәрҙеләр Гөлнараның.Ана шунда ҡунаҡҡа килгән ҡоҙаларҙың бөтәһенең дә иҫен китәреп Гөлнараның портретын бүләк итте ул. Шаулап ағыусы йылғаның яры ситендә сәстәрен елгә ебәргән Гөлнара тора. Билен килешле итеп һығып торған күлдәк итәктәрен ел уйната.Ихлас,балаларса шат йылмайыу менән йылмая ине ул һүрәттә еңгәһе. Сибәр килеп сыҡҡайны Гөлнара. Барыбер ҙә тартылманы ҡәйнешенә. Һүҙ ҡушты ул кәрәккәндә.Йомош йомшағанда ғына.Шаяртып,еңгәләрсә итеп өндәшкәне булманы.Бындай мөғәмәнең сәбәбе ниҙә икәнен аңламаһа ла Рәсүл дә һырышланып,һорашманы,төпсөнмәне. Үҙ ыңғайына ебәрҙе лә ҡуйҙы. “Ярай,йәшәп ята бит Рәфис.Бер-бере менән килешкәстәр булған” – тине лә ҡуйҙы эстән генә.Ошолай көн артынан көндәр үтә торҙо. Гөлнара ла ауыл тормошона өйрәнде яйлап.Ауыл мәктәбендә үҙенә эш булмаһа ла ,буш ултырманы. Бәйләне буш саҡтарында.Сикте. Бешерҙе,йыуҙы.Ауылса донъя көттө. Бала көҫәне ул тағы ла ныҡ итеп. Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгән микән уҙҙы ул балаға Яңы Йыл төнөнән һуң.Ҡыуанысының сиктәре юҡ ине. Унан бигерәк Рәфисе һөйөндө. Бисәһенә һиҙҙермәһә лә тәүгеһе кеүек булып ҡуймаһын тип ҡурҡып та алды ваҡыты менән.Гөлнара ла үҙгәрҙе лә ҡуйҙы ауырға ҡалғандан һуң. Шиклегә әйләнде. Үҙ-үҙенә инеп бикләнде. Йомолдо үҙ донъяһына.Шөбһәләре артты. Ни т иклем генә үҙен алдарға тырышһа ла ҡәнешенән ҡурҡты ул. “Балам тыуһа ҡотон осора бит,кәрлә! Харап итеп ҡуйһа баламды!”Шундайыраҡ уйҙар сөңгөләнә батты ла ҡуйҙы шул.Яйлап ояланы мәкерле план буласаҡ әсәнең эсенә.Тәүҙәрәк шик,бор солоу,бәлки тигән һымағыраҡ икеле уйҙарҙы ҡыуырға тырышһа ла һуңғараҡ биреште уларға....”Ҡотолорға! Был лилипуттан,баламды харап итмәҫ элгәре ҡотолорға!” Юҡ,аяҙ көндө йәшен атҡандағы һымаҡ көтмәгәндә түгел,яйлап ҡына әсеп ятҡан тиҙәктә үрсегән ҡорттарҙарҙай үрсене был хәшәрәт уйҙары.“Үлтерәм мин аны!”..Аҙана самаһы,һәр бер деталде урынына еткереп,бер кем бәйләнә алмаҫлыҡ итеп ҡоролдо мәкер.Бәләкәй генә булһа ла быныға көс, етмәҫ.Кәрләләр көслө була тиҙәр.Ҡулында тиҙәр уларҙың көсө. Әгәр мунсала тонсоҡторһам нисек булыр? Юҡ,ярамай,унда аҙаҡ бәпес йыуындырырға. Унда түгел. Батырырға! Ташҡын мәлендә батырырға. Эйе,күперҙән этәрәм мин аны. Уныға ғына көс етер...Шулай хәл итте..Енәйәт ҡылына торған көн Рәфисе эшкә киткәс ,магазинға барып икмәк киләгнме,юҡмы икәнелеген барып белеште. Юҡ икәнен белеп ҡайтас өйәҙәге бар булған, ҡалған икмәкте сығарып һарыҡтарға ашатты. Ҡайныһы урманға киткән көн. Ул да,Рәфис тә һуңһыҙ ҡайтмайҙар. Рәфисе төнгә ҡалыр әле өҫтәүенә. Бөтәһе лә ул уйлағанса килеп сыҡты. Урмандан ҡайтҡан ҡайныһы икмәк юҡлығын белгәс киленен йомшап торманы. Рәсүлгә өндәште:-Рәсүл! Рәсүл,тием,кәзәҡолаҡ!..Магазин бикләнергә генә тора ине Рәсүл барып ингәндә.-Нимә,Гулливер,бөткәнме һеҙҙең яҡта икмәк?
-Юҡ таһа. Минең кәйеф һымағыраҡ икмәге лә бөткән шул.Төштәр боларып торған һымаҡ ошо арала.Төшөн һөйләп сығып китте магазиндан. Рәсүл. Эңер тартылып ҡараңғы төшә башлаған ине инде ул икмәк алып ҡайтырға сыҡҡанында.Яр ситенә етеп күпергә аяҡ баҫҡас сәйер итеп шығырлап ҡуйған кеүегерәк булды уныһы. Бына ул күперҙең уртаһында. Магазинға барғандағы һымаҡ тағы ла шаулаған һыуға ҡараны. Иреп бөтмәгән боҙ киҫәктәре,ҡыйғыпыр һаман аға....Ах! Нимә булды? Ныҡ баҫып тора,таймаған кеүек ине лә,аҫҡа осто түгелме? Бөттө баш! Йөҙә белмәй ҙә һуң ул! Яҙғы боҙло һыуға ҡапыл барып төшкән Рәсүлдең башы нимәгәлер ҡапыл һуғылды. Тәнен ваҡ ҡына меңәрләгән энәләр сәнсеп үтте. Яртылаш һушы киткән аңын йыйып алғансы,ауыҙына,танауына тулған һыу соңҡаһына бәрҙе әсеттереп. Көслө ағым үҙенекен итте. Уны һаман да һыу өҫтөнә бер ҡалҡытып,бер батырып ағым буйлап һөйрәне. Йөрәге шартлар сиккә етеп хәле бөтөп быуындары тыңламаҫ булды. Энәләр тағы төпкәрәк инеп,әсерәк итеп сәнсте. Һыу төбөнә салҡатан китеп барған Рәсүлдең күҙҙәренә ҡолағанда ҡулынан ысҡынып киткәндәге пакеттағы икмәктәр салынды. Шул буханкаға һуҙып ҡараны ҡулын ахырыһы. Ҡағылыуы көс, шау сүпрәнән генә бешерелгән икмәк ҡойолдо ла ҡуйҙы. Үпкә тултырып алам тигән һуңғы һулышы соңҡаһын тишкәнсе килеп инде был юлы. Ҡапыл күҙҙәре сағылды Рәсүлдең. Йылы ғына булып китте. Һуң шулай итмәй ни,Рәсүл мәктәпкә китеп бара бит. Ана әсәһен етәкләгән. Шул тиклем йомшаҡ һәм ҡайнар уның устары. Ә күҙҙәрен йәйгә эҫелеген һаман юғалтмаған ҡояш сағылдыра ла һуң. Бына мәктәп,бына тәүге уҡытыусыһы Рәмзиә апай.Бына уларҙың класстары. Тәүге дәрес. Тәүге танышыу.... Аптырап,үҙ ғүмерҙәрендә тәүгә күргән һымаҡ ҡараны классташтары тәүҙә Рәсүлгә. Күптәре тәүгә күрәләр ҙә ине шул уны. Бәләкәй генә кәүҙәлә ҡыҫҡа боттар,шундай уҡ ҡулдар һәм ғәҙҙәттәгенән ҙурыраҡ баштағы, август аҙағында тулышып бешкән муйыл һымаҡ һытылырға торған сөм ҡара күҙҙәр. Иларға ғына торған мөлдөрәмә күҙҙәр ҙә тәүгә күрә ине күптәрен.Икенселә уҡығандамы икән уҡытыусылары Рәмзиә апай Джонатан Свифттың “Гулливерҙың лилипуттар илендәге мажараларын” уҡыны. Ундағы бәләкәй кәүҙәле көслө кешеләрҙең әзмәүерҙәй Гулливерҙы йығып һалып бәйләүҙәре,төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыуы сәбәпсе булды ла инде Рәсүлгә Гулливер ҡушаматы йоғоуға. Шулай булып ҡалды ла аҙаҡҡаса. Үпкәләмәне лә,көймәне лә шулай тиеүҙәренә. Дуҫтары ла,хатта ағаһы Рәфис тә шулай тип йөрөттө уны. Атаһы менән әсәһе генә исеме менән өндәштеләр.Әле лә бына әсәһе етәгендә мәктәпкә йүгереүсе улына:-Ипләп,Рәсүл,аяҡ аҫтыңды аңғарып атла- ти йомшаҡ ҡына итеп.Май урталарында,һыуҙар ярҙарына ҡайтып бөткәс таптылар Гулливерҙың кәүҙәһен. Балыҡ ҡармаҡлаған малайҙар тап булған ярҙағы тамырға эләгеп ҡалған,һыуҙа оҙаҡ ятыуҙан туп һымаҡ йоморайып шешкән мәйеткә.Участковый тейешенсә тәфтишселәрҙе саҡыртты. Улары килеп нимәләрҙер оҙаҡ итеп яҙҙылар,үлсәнеләр ҙә,көсләп үлтерелгән эҙҙәр тапмағас ҡуйырға була тип ҡайтып та киттеләр.Рәсүлдең муйынында элеүле торған асҡысты ҡалдырҙы ла ҡайтты улары ла.Асҡыс һандыҡтыҡы ине. Унда һүрәттәрен,ҡағыҙҙарын,буяуҙарын,ватмандарын һаҡлағанын белһә лә байтаҡ ваҡыт асып ҡарағыһы килмәне Рәхим ағайҙың. Һыҙлаған йөрәген былай ҙа һыҙлатҡыһы килмәне.Асты,асты ул һандыҡты. Һағышын баҫҡыһы килде,күргеһе килде улының ҡулдары тейгән ҡәҙерле әйберҙәргә. Ә унда! Ә унда тиҫтәләгән,йөҙәрләгән эскиздар,һүрәттәр..Бына улар бөтәһе лә өҫтәл артында ултырғандар ҙа киске сәй эсәләр. Бөтәһе лә тере унда.Ҡатыны ла,Рәсүл дә..Бына улар күмәкләшеп бесән сабалар.Бына ат егеп алғандар ҙа еләккәме,әллә былай ғына миндеккәме китеп баралар дүртәүләшеп.. ..Һүрәттәрендә Рәсүл кәрлә түгел ине.Иргәйел түгел ине ул. Оҙон буйлы,мөһабәт буй-һынлы ине Рәсүл үҙенең һүрәттәрендә.Бәләкәй генә буйлы Рәсүл ҙур йөрәкле ине рәсемдәрендә....Гөлнара инде Рәсүлде ҡуйғандан һуң тамам тынысланды.Баҫылды.Кәүҙәһенә йоморайып ит ҡунды.Төштәре лә тынысланды хәҙер. Ашауы ла һәйбәтәйҙе.Көндәлек эштәренә лә йырлап тотондо ул бынан ары. Выждан ғазабы ни икәнен генә белмәне Гөлнара.Ҡыҙ тыуыр тип көттө.Ҡыҙылдан пинеткалар,башлыҡтар,жилеткалар бәйләне. Көҙгө алдында йыш ураланды. Ул күлдәген кейеп ҡараны,быныһын.Улай боролоп,былай борғаланып көҙгө алдында ҡорһағын һыйпаштырҙы..
..Ә әлегә ҡыҙ бала түгел,Гулливер һымаҡ бер гонаһы булмаған тумалаҡ ҡына кәрлә ир бала тыуырын Аллаһы Тәғәләнән башҡаГөлнара ла,береһе лә белмәй ине.
Венер Сәлихов.фото:stylishbag.ru
|
Әсәһе әлеге күк төҫөндәге зәп-зәңгәргә аҡ борсаҡтар төшкән күлдәктә. Башына һандалайып төҫө саҡ ҡына уңа башлаған,ҡасандыр көрән төҫтәге яулығын тарттырып бәйләгән. Аяҡтарында сепрәк танкеткалар. Рәсүл тәүге тапҡыр мәктәп формаһында. Йәй башында уҡ алып ҡуйылып,пинжәгенең еңдәре,салбар балаҡтары ҡыҫҡартылып,үтекләнеп шкафҡа бөгөнгө көндө көтөп элеп ҡуйылған мәктәп формаһында. Әсәһе менән бер аяҡтан атларға тырышып,бәләкәй генә устарын уның устарына йомдорған да мәктәпкә йүгерә имеш Рәсүл. Төшө булдымы,әллә ҡасандыр,бынан бик күп йылдар үҙе менән булған элекке хәтирәләрен тергеҙеүе булдымы аңлап бөтмәне барыбер. Атаһы бүлдерҙе уйҙарын.-Рәсүл,икмәк бөткән икән өйҙә. Аръяҡтағы магазинға барып киләһеңме әллә? Беҙҙекенә ике көнгә бер генә алып киләләр,бөткәндер ул – тине атаһы пакет һуҙып. Күмелгән уйҙарынан һаман да айнып бөтмәгән Рәсүл пакетты алып кеҫәһенә тыҡты ла, картуф баҡсаһы аша аръяҡҡа илтеүсе һуҡмаҡ буйлап күпергә ыңғайланы.Һуңлатып ҡына килгән быйылғы яҙ әкренләп кенә үҙенекен итә шулай ҙа. Ер өҫтө ала-солаға әйләнеп,соҡорҙарҙарҙа,тау үҙәктәрендә генә ҡалған тиерлек иреп бөтөп барған ҡар. Боҙонан әрселеп,яҙҙарҙа ғына ярһып,сығырынан сығып аҡҡан ниндәйҙер әйтеп аңлатып булмаған көслө,үкергән гөрөлдәү сығарып аға әлеге мәлдә Көнбулаҡ йылғаһы. Байтаҡ ҡына ҡарап торҙо Рәсүл күпер өҫтөнән аҡҡан һыуҙарға. Ошо ярһыу һыуҙар үҙе менән төрлө ҡыйҙар,бүрәнә киҫәктәре,тамырҙарынан аҡтарылған сатыр-соторҙы ҡайҙалыр алыҫ-алыҫҡа,түбәнгә ағыҙа. Нишләптер ҡапылда үҙенең уйҙарын да ҡуша ағыҙғыһы килде Рәсүлдең дә. Кискә ауышып барған көн,томорайып барған эңер тиҙҙән,әгәр алыусы кешеләр башҡаса булмаһа магазиндың бикләнеп ҡуйыу ихтималлығын иҫенә төшөрҙе уның. Аҫмалы күперҙе сайҡалдырып, ҡыҫҡа аҙымдар менән аръяҡҡа ыңғайланы ул уйҙарын күперҙә ҡалдырып. Артынан тәҙрә аша оҙатып ҡалыусы ҡарашты ғына һиҙмәне Рәсүл. Арғы яҡҡа сығып етеп,магазин боролошона еткәнсе оҙатты ул уны был ҡараш. Бер туған еңгәһе Гөлнараның иртәнсәк үк,юҡ,ете төн уртаһында йоҡлай алмай ятып,күңеле төбөндәге иң-иң ҡурҡыныс уйҙары менән үрелеп,бергә оҙатты Рәсүлде. Ах,ошо, барыһын да әле,әлеге мәлдә ҡәтғи хәл иткән гонаһлы ҡараш булмаһа....Күберәген ауылда,өләсәһе ҡарауында үҫте ҡала ҡыҙы булһа ла Гөлнара. Өләсәһенең иң яратҡан баш ейәнсәре булып үҫте. Йәйҙәрен ҡапҡа алдында,ҡаҙ,өйрәк бәпкәләрен көттөләр,еләккә,төрлө үләндәр йыйырға тау баштарына,урманға йөрөнөләр.Ҡышҡы каникулдарҙа саҡта урындыҡҡа ултырып алып,бәйләм бәйләнеләр,ҡорама ҡоранылар. Әкиәттәр һөйләр ине өләсәһе шундай оҙон,ҡышҡы кистәрҙә. Хәтере,иҫе шәп ине Сания әбейҙең. Күп белде ул ҡасандыр үҙенә өләсәләре һөйләгән әкиәттәрҙе. Дейеүҙәр менән алышҡан батырҙар,төпһөҙ күлдәрҙәге һыуһылыуҙар, көтөү-көтөү мал,тау аҫтындағы хазина-ниғмәттәр бөтәһе лә тере,ысын һымаҡ ине Гөлнара өсөн шул әкиәттәрҙе тыңлаған мәлдә. Телевизор,хатта радио ла булмаған бәләкәй генә өйҙә ҙур ҡыуаныс ине уның өсөн ошоларҙың бөтәһе лә. Аныҡ бер көнгә тиклем генә дауам итте әкиәт-бәйеттәр һөйләү.Ҡышҡы көндәрҙең береһендә урамдан үҙе һымаҡ ауыл балалары менән тышта уйнап ҡайтҡандан һуң,кискелеккә сираттағы әкиәт үҙе бер ҡарыш,һаҡалы мең ҡарыш,һөмһөҙ иргәйел тураһында булды.Ҡурҡты туғыҙынсы йәше менән барған Гөлнара. Оҙаҡ йоҡлап китә алманы. Һаташып,ҡысҡырып уянды төшөндә. Әкиәттәге,анау,ҡурҡыныс,бәләкәй генә буйлы ҡарт ,башы өҫтөнән осоп йөрөнө. Үҙенән дә оҙон таяғы менән Гөлнараға киҙәнде,оҙон һаҡалы менән быуырға маташты. Манма тиргә батып,бышлығып,ҡысҡыра-ҡысҡыра таңға ғына,өләсәһе ҡабат-ҡабат өшкөргәндән һуң ғына йоҡлап китә алды ул. Сарпыу һуғылыу тип аңланы үҙенсә быны Сания. Сарпыу ине шул был сир ысынлап та. Үткән көндө күп итеп ҡар яуыу сәбәпле,ҡырғараҡ юл көрәргә ялҡауҙары килеп ,мәрхүм булып ҡалған Лоҡман ҡартты рәтләгәндән һуң мәйет һыуын кеше аяғы йөрәмәгән ергә түгел,тыҡрыҡҡа түкккән ине ҡайһылыр диуанаһы. Балалар сана шыуырға, аша үтеп йөрөгән тыҡрыҡҡа. Ана шунда баҫып үтеүе сәбәпсе булды Гөлнараның өҙлөгөүенә. Ҡот ҡойоп,ҡурғашта ҡап-ҡара йәйелеп сыҡҡан аңлайышһыҙ һынды муйынына тағып йөрөткәндән һуң баҫылды ейәнсәре. Баҫылды ла башҡаса әкиәттәр тыңламаҫ булды. Өләсәһе һөйләй башлаһа үҙенә йомолдо Гөлнара. Ауылға һирәк барырға тырышты хәҙер. Әсәләре өгөтләүенә ҡарамаҫтан бармаҫ өсөн төрлөһөнән-төрлө һылтауҙар тапты. Гөлнара бишенселә уҡығанда өләсәһе Сания әбей ҙә,әкиәттәрен үҙе менән бергә баҡыйлыҡҡа алып китеп барҙы. Шулай ҙа ауылға килен булып төшөргә яҙылған ине Гөлнараның маңлайына. Пединституттың дүртенсе курсында уҡып йөрөгәнендә атайымдар менән таныштырам тип үҙ ауылына алып ҡайтты Гөлнараны Рәфис. Өфөнән кискә,көтөү ҡайтҡан мәлдә ҡайтып еттеләр йәштәр.Ҡапҡалар шар асыҡ. Кәртә эсендә ала һыйыр ҡойма ситендәге кесерткәндәрҙе йолҡҡолай,аҙашып тороп ҡалған бәрәсен саҡырып бер булып ҡуй һарығы баҡыра. Ауылса бөтәһе лә. Биниһая ваҡыт ауылда булмаған Гөлнара өсөн былар бөтәһе лә сәйер,аңлайышһыҙ ығы-зығы кеүегерәк күренә. Атаһы менән таныштырып донъя хәлдәрен белешкәндән һуң Рәсүлде һорашты Рәфис:-Өйҙә юҡ мәллә? Күренмәй ҙәһә.-Әй,эсеп ята, ти ине, арғы яҡта. Комбат ветеранскийын алған шикелле. Беләһең дә инде,әллә ниндәйгә әйләнде әсәйең үлгәндән һуң.-Айыҡҡас ҡайтһын инде,атай,Гөлнара әллә ни уйлар.Ҡустыһы алкаш,гел эсеп йөрөй икән тип уйлауынан ҡурҡам. Иртәгәһенә ҡараңғы төшкәс ҡайтып инде Рәсүл. Кәртәләге ҡулйыуғыста аҙна буйына эскән хәмерҙе саҡ ҡына булһа ла сығарыр өсөн оҙаҡ итеп йыуынды. Ҡырынғысы өйҙә булғанға ҡырына ғына алманы. Унан һуң болдорҙа оҙаҡ итеп тәмәке тартты. Ағаһының ҡайтҡанын,таныштырыға ҡыҙын алып килгәнен ишеткәнгә оҙаҡ баҙнат итмәй ултырҙы ул күтәрмәлә. Барыбер ҙә инергә кәрәк тип ҡыйыуһыҙ ғына ишек шаҡыны.-А вот и Гулливер! Сәләм! Ҡайҙа йөрөйһең юғалып?-Һин һорама,мин әйтмәйем. Белә күрә һорайһың бит инде,Рәфис.Һорама. Рәфистең бүлмәһендә ултырған Гөлнараны ла ҡыҡыҡһыныуы еңде шикелле.Һаҡ ҡына баҫып Рәсүлде күрергә тип аш бүлмәһенә ыңғайланы..“Йә,Хоҙайым!” –шулай тип асырғанып,эстән генә яр һалып ҡысҡырҙы Гөлнараның тауышы. “Йә,Хоҙайым! Был бит кәрлә! Карлик был! Иргәйел дә һуң!”Эйе,иргәйел ине Рәсүл. Нәҫел-заттарында бер ҡасан да булмаған,хатта бөтә ауыл өсөн ят бер ауырыу – буйға үҫмәгәнлек сире бар ине Рәхимдең кесе улында. Шок хәлендә ҡалдырҙы әле бына Гөлнараны буласаҡ ҡәйнеше. Шок ҡынамы әле? Өләсәһе Сания әбейҙең бәләкәй өйәнә,бала сағындағы урындығана алды ла һелтәне ошо факт уны.Ҡапыл күҙ алдары ҡараңғыланды,быуындары тотманы,башы әйләнеп уҡшып алды ла китте Гөлнара. Өйәҙәгеләр уны-быны аңғарғансы ойоҡсан килеш кәртәгә йүгерҙе. Солан күтәрәмәһенән төшөп тә өлгөрмәне.Ҡоҫто шунда аҡтарып әле генә өҫтәл артында ашағандарын. Артынан йүгереп сыҡҡан Рәфискә боролоп та ҡарамай арҡа аша ғыны килмә тигәнде белдереп ҡул ғына һелтәне. Белә Рәфис Гөлнараһының ауырлы икәнен. Шуға сыҡты артынан.Ҡурҡа бер-бер хәл булмаһын тип. Ә хәл булырға ысынлап та оҙаҡ ҡалмаған ине. Бала сағындағылай төнө буйы тағы һаташып сыҡты Гөлнара. Шул уҡ хәл ҡабатланды. Шул уҡ төштө күрҙе ул. Тик был юлы төшөндә иргәйел түгел,Рәсүл баҫтыра ине уны. Ҡыҫҡа ғына ҡулдары менән ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлаған да,ҡырынмаған сикәләре менән Гөлнараның йөҙөнә ышҡыла имеш.”Кил,күпме көттөм,һине. Мин Гулливер” – тип шарҡылдап көлә тип һаташып борғаланды ауырлы ҡатын. Таңға ауырыуы тағы ла нығыраҡ көсәйҙе. Иртәнсәк көс-хәл менән бәҙрәфкә барғанында тыуып та өлгөрмәгән балаһы төшөп тә ҡуйҙы.“Тиҙ ярҙам” каретаһы килеп Гөлнараны алып киткәндә Рәфис тә ултырып китте бергә. Ике-өс көн дауаханала система аҫында ятҡандан һуң арыуланған Гөлнара тапҡыр Өфөгә китте. Уның артынан Рәфис тә. Ауырыуын ауыл климатына өйрәнмәгән организмына һылтанылар. Табиптар ҙа,Гөлнара үҙе лә. Уҡып бөткәндән һуң тағы ла өс-дүрт йылға ҡалала ҡалдылар йәштәр. Туйҙы ла,күпертеүһеҙ-ниһеҙ генә шунда үткәрҙеләр ҙә, тороп ҡалдылар ана шул таш,бетон ҡойма менән уратылған миллионлы зинданда. Ә ауылда тормош үҙ яйына аҡты. Яйлап утыҙға яҡынлаған Рәсүл дә атаһы менән бергә донъя көттө. Мал ҡаранылар,ҡош-ҡорт үрсеттеләр. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡалаға гуманитар ярҙам оҙаттылар. Хәйер,ҡалалағы ул икәү ярҙамһыҙ ҙа насар йәшәмәне. Эшләне икеһе лә. Береһе уҡытты,икенсеһе,регпалатала кадастр бүлегендә ултырҙы. Бала ғына юҡ ине әле һаман. Гөлнара башҡаса ауырға ҡала алманы. Ташлаша ла алманылар. Көслө ине яратыуҙары.”Һеҙҙең икегеҙҙең дә бөтәһе лә яҡшы” тип врачтар ҙа өмөтләндергәс көттөләр әле ул. Рәфис кенә ауылға тартылды йылдан-йылы. Тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек,ул да тиште Гөлнараһының “ауылға ни ногой” тигән күңеленә ҡороп ҡуйған ҡорғанды. Күндерҙе яйлап Рәфисе. Атай йортона алып ҡайтты барыбер. Йәш,уҡымышлы,теник юғары белеме булған,дәрт-дарманы ташып торған ирҙе киләһе һауйлауҙарҙа ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланылар. Ауыл ситенән ер алып,яйлап төҙөлә башлағансы атай йортонда,дүртәүләп көн иттеләр хәҙер. Рәсүлдең тәбиғәт биргән һынына,булмышына өйрәнә алмаһа ла түҙҙе Гөлнара. Юҡ,бер ниҙә эшләмәне уныға ҡәйнеше.”Еңгә лә,еңгә” – тип өҙөлөп торҙо уның өсөн. Еңгәһе илтифат итмәһә лә,йомшарғандай булды әҙерәк. Уныһына ла Рәсүлдең был яҡын тирәлә береһендә лә булмаған һәләте йомшартты буғай. Һүрәт төшөрөүгә маһир,ныҡ әүәҫ ине шул ҡәйнеше. Ауылда йәшәүҙәренә ярты йыл үткәс утыҙ йәшен үткәрҙеләр Гөлнараның. Ана шунда ҡунаҡҡа килгән ҡоҙаларҙың бөтәһенең дә иҫен китәреп Гөлнараның портретын бүләк итте ул. Шаулап ағыусы йылғаның яры ситендә сәстәрен елгә ебәргән Гөлнара тора. Билен килешле итеп һығып торған күлдәк итәктәрен ел уйната. Ихлас,балаларса шат йылмайыу менән йылмая ине ул һүрәттә еңгәһе. Сибәр килеп сыҡҡайны Гөлнара. Барыбер ҙә тартылманы ҡәйнешенә. Һүҙ ҡушты ул кәрәккәндә. Йомош йомшағанда ғына. Шаяртып,еңгәләрсә итеп өндәшкәне булманы. Бындай мөғәмәнең сәбәбе ниҙә икәнен аңламаһа ла Рәсүл дә һырышланып,һорашманы,төпсөнмәне. Үҙ ыңғайына ебәрҙе лә ҡуйҙы. “Ярай,йәшәп ята бит Рәфис. Бер-бере менән килешкәстәр булған” – тине лә ҡуйҙы эстән генә. Ошолай көн артынан көндәр үтә торҙо. Гөлнара ла ауыл тормошона өйрәнде яйлап. Ауыл мәктәбендә үҙенә эш булмаһа ла ,буш ултырманы. Бәйләне буш саҡтарында. Сикте. Бешерҙе,йыуҙы. Ауылса донъя көттө. Бала көҫәне ул тағы ла ныҡ итеп. Фәрештәләрҙең амин тигән сағына тура килгән микән уҙҙы ул балаға Яңы Йыл төнөнән һуң.Ҡыуанысының сиктәре юҡ ине. Унан бигерәк Рәфисе һөйөндө. Бисәһенә һиҙҙермәһә лә тәүгеһе кеүек булып ҡуймаһын тип ҡурҡып та алды ваҡыты менән. Гөлнара ла үҙгәрҙе лә ҡуйҙы ауырға ҡалғандан һуң. Шиклегә әйләнде. Үҙ-үҙенә инеп бикләнде. Йомолдо үҙ донъяһына. Шөбһәләре артты. Ни т иклем генә үҙен алдарға тырышһа ла ҡәнешенән ҡурҡты ул. “Балам тыуһа ҡотон осора бит,кәрлә! Харап итеп ҡуйһа баламды!”Шундайыраҡ уйҙар сөңгөләнә батты ла ҡуйҙы шул. Яйлап ояланы мәкерле план буласаҡ әсәнең эсенә. Тәүҙәрәк шик,бор солоу,бәлки тигән һымағыраҡ икеле уйҙарҙы ҡыуырға тырышһа ла һуңғараҡ биреште уларға....”Ҡотолорға! Был лилипуттан,баламды харап итмәҫ элгәре ҡотолорға!” Юҡ,аяҙ көндө йәшен атҡандағы һымаҡ көтмәгәндә түгел,яйлап ҡына әсеп ятҡан тиҙәктә үрсегән ҡорттарҙарҙай үрсене был хәшәрәт уйҙары.“Үлтерәм мин аны!”..Аҙана самаһы,һәр бер деталде урынына еткереп,бер кем бәйләнә алмаҫлыҡ итеп ҡоролдо мәкер. Бәләкәй генә булһа ла быныға көс, етмәҫ. Кәрләләр көслө була тиҙәр.Ҡулында тиҙәр уларҙың көсө. Әгәр мунсала тонсоҡторһам нисек булыр? Юҡ,ярамай,унда аҙаҡ бәпес йыуындырырға. Унда түгел. Батырырға! Ташҡын мәлендә батырырға. Эйе,күперҙән этәрәм мин аны. Уныға ғына көс етер...Шулай хәл итте..Енәйәт ҡылына торған көн Рәфисе эшкә киткәс ,магазинға барып икмәк киләгнме,юҡмы икәнелеген барып белеште. Юҡ икәнен белеп ҡайтас өйәҙәге бар булған, ҡалған икмәкте сығарып һарыҡтарға ашатты. Ҡайныһы урманға киткән көн. Ул да,Рәфис тә һуңһыҙ ҡайтмайҙар. Рәфисе төнгә ҡалыр әле өҫтәүенә. Бөтәһе лә ул уйлағанса килеп сыҡты. Урмандан ҡайтҡан ҡайныһы икмәк юҡлығын белгәс киленен йомшап торманы. Рәсүлгә өндәште:-Рәсүл! Рәсүл,тием,кәзәҡолаҡ!..Магазин бикләнергә генә тора ине Рәсүл барып ингәндә.-Нимә,Гулливер,бөткәнме һеҙҙең яҡта икмәк? -Юҡ таһа. Минең кәйеф һымағыраҡ икмәге лә бөткән шул. Төштәр боларып торған һымаҡ ошо арала. Төшөн һөйләп сығып китте магазиндан. Рәсүл. Эңер тартылып ҡараңғы төшә башлаған ине инде ул икмәк алып ҡайтырға сыҡҡанында. Яр ситенә етеп күпергә аяҡ баҫҡас сәйер итеп шығырлап ҡуйған кеүегерәк булды уныһы. Бына ул күперҙең уртаһында. Магазинға барғандағы һымаҡ тағы ла шаулаған һыуға ҡараны. Иреп бөтмәгән боҙ киҫәктәре,ҡыйғыпыр һаман аға....Ах! Нимә булды? Ныҡ баҫып тора,таймаған кеүек ине лә,аҫҡа осто түгелме? Бөттө баш! Йөҙә белмәй ҙә һуң ул! Яҙғы боҙло һыуға ҡапыл барып төшкән Рәсүлдең башы нимәгәлер ҡапыл һуғылды. Тәнен ваҡ ҡына меңәрләгән энәләр сәнсеп үтте. Яртылаш һушы киткән аңын йыйып алғансы,ауыҙына,танауына тулған һыу соңҡаһына бәрҙе әсеттереп. Көслө ағым үҙенекен итте. Уны һаман да һыу өҫтөнә бер ҡалҡытып,бер батырып ағым буйлап һөйрәне. Йөрәге шартлар сиккә етеп хәле бөтөп быуындары тыңламаҫ булды. Энәләр тағы төпкәрәк инеп,әсерәк итеп сәнсте. Һыу төбөнә салҡатан китеп барған Рәсүлдең күҙҙәренә ҡолағанда ҡулынан ысҡынып киткәндәге пакеттағы икмәктәр салынды. Шул буханкаға һуҙып ҡараны ҡулын ахырыһы. Ҡағылыуы көс, шау сүпрәнән генә бешерелгән икмәк ҡойолдо ла ҡуйҙы. Үпкә тултырып алам тигән һуңғы һулышы соңҡаһын тишкәнсе килеп инде был юлы. Ҡапыл күҙҙәре сағылды Рәсүлдең. Йылы ғына булып китте. Һуң шулай итмәй ни,Рәсүл мәктәпкә китеп бара бит. Ана әсәһен етәкләгән. Шул тиклем йомшаҡ һәм ҡайнар уның устары. Ә күҙҙәрен йәйгә эҫелеген һаман юғалтмаған ҡояш сағылдыра ла һуң. Бына мәктәп,бына тәүге уҡытыусыһы Рәмзиә апай. Бына уларҙың класстары. Тәүге дәрес. Тәүге танышыу.... Аптырап,үҙ ғүмерҙәрендә тәүгә күргән һымаҡ ҡараны классташтары тәүҙә Рәсүлгә. Күптәре тәүгә күрәләр ҙә ине шул уны. Бәләкәй генә кәүҙәлә ҡыҫҡа боттар,шундай уҡ ҡулдар һәм ғәҙҙәттәгенән ҙурыраҡ баштағы, август аҙағында тулышып бешкән муйыл һымаҡ һытылырға торған сөм ҡара күҙҙәр. Иларға ғына торған мөлдөрәмә күҙҙәр ҙә тәүгә күрә ине күптәрен. Икенселә уҡығандамы икән уҡытыусылары Рәмзиә апай Джонатан Свифттың “Гулливерҙың лилипуттар илендәге мажараларын” уҡыны. Ундағы бәләкәй кәүҙәле көслө кешеләрҙең әзмәүерҙәй Гулливерҙы йығып һалып бәйләүҙәре,төрлө ҡыҙыҡ хәлдәргә тарыуы сәбәпсе булды ла инде Рәсүлгә Гулливер ҡушаматы йоғоуға. Шулай булып ҡалды ла аҙаҡҡаса. Үпкәләмәне лә,көймәне лә шулай тиеүҙәренә. Дуҫтары ла,хатта ағаһы Рәфис тә шулай тип йөрөттө уны. Атаһы менән әсәһе генә исеме менән өндәштеләр. Әле лә бына әсәһе етәгендә мәктәпкә йүгереүсе улына:-Ипләп,Рәсүл,аяҡ аҫтыңды аңғарып атла- ти йомшаҡ ҡына итеп. Май урталарында,һыуҙар ярҙарына ҡайтып бөткәс таптылар Гулливерҙың кәүҙәһен. Балыҡ ҡармаҡлаған малайҙар тап булған ярҙағы тамырға эләгеп ҡалған,һыуҙа оҙаҡ ятыуҙан туп һымаҡ йоморайып шешкән мәйеткә. Участковый тейешенсә тәфтишселәрҙе саҡыртты. Улары килеп нимәләрҙер оҙаҡ итеп яҙҙылар,үлсәнеләр ҙә,көсләп үлтерелгән эҙҙәр тапмағас ҡуйырға була тип ҡайтып та киттеләр. Рәсүлдең муйынында элеүле торған асҡысты ҡалдырҙы ла ҡайтты улары ла. Асҡыс һандыҡтыҡы ине. Унда һүрәттәрен,ҡағыҙҙарын,буяуҙарын,ватмандарын һаҡлағанын белһә лә байтаҡ ваҡыт асып ҡарағыһы килмәне Рәхим ағайҙың. Һыҙлаған йөрәген былай ҙа һыҙлатҡыһы килмәне. Асты,асты ул һандыҡты. Һағышын баҫҡыһы килде,күргеһе килде улының ҡулдары тейгән ҡәҙерле әйберҙәргә. Ә унда! Ә унда тиҫтәләгән,йөҙәрләгән эскиздар,һүрәттәр..Бына улар бөтәһе лә өҫтәл артында ултырғандар ҙа киске сәй эсәләр. Бөтәһе лә тере унда.Ҡатыны ла,Рәсүл дә..Бына улар күмәкләшеп бесән сабалар. Бына ат егеп алғандар ҙа еләккәме,әллә былай ғына миндеккәме китеп баралар дүртәүләшеп.. ..Һүрәттәрендә Рәсүл кәрлә түгел ине. Иргәйел түгел ине ул. Оҙон буйлы,мөһабәт буй-һынлы ине Рәсүл үҙенең һүрәттәрендә. Бәләкәй генә буйлы Рәсүл ҙур йөрәкле ине рәсемдәрендә....Гөлнара инде Рәсүлде ҡуйғандан һуң тамам тынысланды. Баҫылды. Кәүҙәһенә йоморайып ит ҡунды. Төштәре лә тынысланды хәҙер. Ашауы ла һәйбәтәйҙе. Көндәлек эштәренә лә йырлап тотондо ул бынан ары. Выждан ғазабы ни икәнен генә белмәне Гөлнара.Ҡыҙ тыуыр тип көттө.Ҡыҙылдан пинеткалар,башлыҡтар,жилеткалар бәйләне. Көҙгө алдында йыш ураланды. Ул күлдәген кейеп ҡараны,быныһын. Улай боролоп,былай борғаланып көҙгө алдында ҡорһағын һыйпаштырҙы..
..Ә әлегә ҡыҙ бала түгел,Гулливер һымаҡ бер гонаһы булмаған тумалаҡ ҡына кәрлә ир бала тыуырын Аллаһы Тәғәләнән башҡаГөлнара ла,береһе лә белмәй ине.
|
Әҙәби мѳхит
| false |
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-26/y-sh-g-n-ti-gulliver-3495033
|
26 Октябрь , 20:45
|
ba
|
Һуңға ҡалған үкенес
|
Иҫерек улы шарҡылдап көлөп:—Ҡайтһын да китһен, кем тота уны? Дүрт яғы ҡибла!—тип яман һүгенеп ебәрер ине.Ишмырҙа иҫерек ҡайтып, ишектән үк ҡысҡыра башлай, бер туҡтауһыҙ өйҙән ҡыуа. «Уф, яратмайым бит мин һине, яратмайым, Земфира! Яңылыштым иҫерек баштан, дүрәк! Ҡайт кире атайыңдарға, ҡайт зинһа-а-а-а-р, үлтерәм бит юғиһә! Башымды төрмәгә тыҡтыраһың бит»,—тип илар булып китте.Бөтәһен дә аңлай Земфира. Ишмырҙаның һөйөп, вәғәҙәләшкән кешеһе булғанын да бик яҡшы белә ине. Тик... Ярата ул Ишмырҙаны. Йәне-тәне, бөтә булмышы менән өҙөлөп һөйә ирен. Ишмырҙа—һулар һауаһы, эсәр һыуы, батыр күле! Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй ҡатынға! Ире төнгөлөккә ҡайтмай ҡалһа, ҡыҙғаныуҙан аҡылдан шашыр сиккә етә торғайны. Хатта иҫерек Ишмырҙаның ҡайҙа, кемгә барып, ни ҡылғанына тиклем күҙәткәне әҙ булманы. «Йөрөһөн. Барыбер миңә ҡайта». Тешен ҡыҫып түҙҙе ҡатын аяныс хәленә. «Сабый тыуғас, әлбиттә, тынысланасаҡ—бала баҫа тиҙәр бит»,—тип үҙ-үҙен йыуатты.Ләкин малайҙары Азат тыуғас та баҫылманы Ишмырҙа. Киреһенсә, оторо ҡоторҙо. Бәләкәс улы менән ҡатынын көн-төн тимәй баҫтырып сығарыр ине. Бала саҡтан Азат атаһынан ҡурҡып үҫте. Донъяла иң ҡәҙерле кешеһен—әсәһен яҡлай алмағанына ғәрләнеп илай торғайны. Хатта атаһы айыҡ саҡта ла уның янына барырға баҙнат итмәй, өйҙә шым ғына баҫып йөрөнө. Әсәһе лә шулай ҡушты: уянып ҡуймаһын, борсолмаһын, ҡысҡырмаһын. Атай менән ул араһында була торған дуҫлыҡтың, яҡынлыҡтың тамсыһы ла юҡ ине был икәүҙә. Азаттың хатта бер нисә тапҡыр: «Киттек өләсәйгә, шунда рәхәтләнеп йәшәрбеҙ»,—тип инәлгәне лә булды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әсәһе, шым ғына илап, малайының сәсенән һыйпаны. Улына бөтәһен дә һөйләп, аңлатып бөтөрөрлөк түгел ине шул. Бәләкәй сағында атаһынан ҡурҡһа, ҙурая килә малай уны күрә алмаҫ сиккә етте.Fаиләһендә тыныслыҡ булмаһа ла, Азат уҡыуға бик әүәҫ ине. Төн уртаһында иҫерек атаһы аҡырып, йоҙроҡтарын һелтәп ҡыуа башлаһа, сығыр алдынан ҡулына иң беренсе мәктәп сумкаһын эләктерер булды.Эскелектең ни икәнен күреп, белеп, үҙ иңендә татып, аңлы егет булып буй еткерҙе Азат. «Мин бер ҡасан да эсмәйәсәкмен, атайым кеүек булмаясаҡмын!»—тип эстән генә үҙ-үҙенә һүҙ биреп ҡуйҙы. Имтихандарын уңышлы тапшырып институтҡа инһә лә, әсәһен йәлләп, уҡымаҫҡа ҡарар итеп, кире ауылына ҡайтты, сөнки атаһының ул өйҙә саҡта шашмағанын күрә ине. Нисек тә әсәһен туҡмаҡтан йолоп алып ҡалыу ине теләге. Ә уныһы ай-вайына ҡуймай: «Ю-у-у-ҡ, бараһың! Беҙ олоғайҙыҡ бит инде, улым, атаң да артыҡ ҡотормай хәҙер. Мин күнгәнмен яҙмышыма, яҡшыны ҡайҙан алаһың? Ә һин уҡып, ҙур кеше булырға тейешһең!»—тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп яратып, улын кире уҡыу йортона оҙатты. Хәҙер Азат йылына бер-ике тапҡыр ғына ҡайта башланы тыуған йортона. Бөтөнләй йөрөмәҫ тә ине, әсәһе зарығып көтә бит.Улының ялында төрләндереп тәмлекәстәр бешерә, ауыл яңылыҡтарын тәфсирләп һөйләй, балаһын күреп, һөйөп туя алмай. Кем, нимә тураһында ғына гәпләшмәйҙәр икәүләп, тик атаһы тураһында ләм-мим! Һиҙә Азат, аңлап тора барыһын да: үҙгәрмәгән ул, һаман булһа әсәһен ыҙалата, дөмөккөр! Бер мәл хатта: «Ниңә өләсәйгә ҡайтмайһың? Туҡмалып, иҙелеп йәшәү оҡшаймы әллә?!»—тип ҡысҡырҙы әсәһенә, йәшел күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп. Терт итеп ҡалды ҡәҙерлеһе, арыҡ яурындары ҡалтыранып китте. Унан улына: «Бер ҡасан да ҡысҡырма миңә, юғиһә һин дә уға оҡшарһың»,—тип ҡуйҙы. Ҡыҙып киткәнен аңлаған Азат, әсәһен ҡосаҡлап, тиҙ генә ғәфү үтенде лә башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманы.Бына егет ашҡынып ҡышҡы ялға ҡайтты. Йүгереп килеп инһә, өй һып-һыуыҡ, түрбашта—иҙән тулы буш шешә... Әсәһе өйҙә юҡ. Тимәк, атаһы иҫерек. Тимәк, әсәһе тағы ла кемдәрҙәлер йәшенеп ята. Тимәк, тағы ла туҡмалған... Мейеһендә ҡайнашҡан меңәрләгән «тимәк»тәрҙән егеттең башы шартлар сиккә етте. «Туҡтаймы ул бер ҡасан, юҡмы? Эх! Йә, ярар»,—тип үҙен тынысландырырға тырышты. Иң мөһиме—әсәһе иҫән, ә ҡалғаны... Сәнселеп киткәнсе эсмәйме ни! Өҫтөн дә һалмаҫтан Азат өйҙө йыйыштыра башланы: утын индереп, мейес тоҡандырҙы, шешәләрҙе сығарып ташланы. Ең һыҙғанып иҙәндәрҙе йыуып йөрөгәндә атаһы ауа-түнә килеп инде.
—Оһо, улым ҡайтҡан икән дә! Ҡасан ҡайттың? Мин ней, әсәңде эҙләп киләм әле, әпәт ҡасҡан, кәнтәй, кемдәрҙә яталыр инде. Ну, ну, һаумы?—тип һөйләнә-һөйләнә күрешергә ҡулын һуҙҙы. Үҙ-үҙенән бик риза булып, ауыҙ тултырып йылмайып торған иҫерек атаһын күреү, уның ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәрен ишетеү егеттең тынысланып барған күңелендә йәнә ҡойон уйнатты. Азат турайып баҫты. Әкренләп кенә атаһына бөтә кәүҙәһе менән боролдо. Күҙҙәренән йәшен сат-ҡылары сәсеп Ишмырҙаға ҡараны. Әммә иҫәнләшмәне. Атаһы берсә һауала аҫылынып ҡалған ҡулына, берсә ир етеп, үҙе менән типә-тиң булған улына ҡарап торҙо ла йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу сығарҙы.
—Һе! Дәәә... Көсөк ҙ-у-р-а-й-ҙы. Хәҙер килеп, тешләмәк булаһыңмы? Барып сыҡмаҫ, маңҡа!!! Миңә ҡулыңды бирергә ғәрләнеп тораһыңмы? Һине үҫтергән, кеше иткән атайыңа, ә?—тигән ыңғайға тондорам тип һелтәнгән ҡулды Азат ныҡ итеп шаҡарып, кире урынына ҡуйҙы. Үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәй, курткаһына үрелде. Улының өндәшмәүе Ишмырҙаны тағы ла енләндерҙе:
—Ха-ха! Сығып таяһыңмы? Бар, бар, әсәң менән ҡуша һыпырт, көсөк! Бәлки, үҙеңдең ысын атаңа барырһың, ә? Нимә аҡшайҙың? Ҡәҙерле әсәйең ни өсөн туҡмалғанын һаман да һөйләмәнеме ней? Их, ә бит табанымды яларға тейешһең һин! Мин һине көттөм! Мин! Һине лә, әпсәңде лә, ҡәҙерҙе белмәгән эттәр! Хәҙер килеп, ҡулыңды бирергә ғәрләнеп торһаң да...—тип екеренә-екеренә төпкә үтеп, бысраҡ килеш диванға ауҙы ул.Курткаһын ҡулына нисек тотҡан, шулай шаҡ ҡатып торҙо Азат. Барыһын да төшөндө егет. Әсәһенең нисә йылдар буйы уның өсөн кәмһетелеүен, иҙелеүен, рәнйетелеүен, туҡмалыуын аңлауы егеткә түҙеп торғоһоҙ ғазап килтерҙе. Хатта ҡапыл тыны ҡыҫылып, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып дарҫлап типте. «Аһ! Мин генә ғәйепле!»—тигән уй зиһенен ағыуланы. Курткаһын тотҡан килеш тышҡа атылып сыҡты. Тик саф һауа өмөт иткән еңеллекте килтермәне. «Бына ни өсөн, бына кем арҡаһында, их!» Курткаһын ергә атып бәрҙе лә келәткә инде Азат. Унан ҡулына арҡан тотоп һарайға йүгерҙе. Үҙенең ни ҡыланғанын аңларлыҡ, туҡтарлыҡ хәлдә түгел ине был ваҡытта. Башын элмәккә тыҡҡанда ла, баҫҡан ултырғысын йән-тәслимгә тибеп осорғанда ла мейеһендә: «Мин ғәйепле! Барыһы ла минең өсөн булған»,—тигән хәсрәтле уйҙар өйөрөлдө...Әллә ҡайҙан, бик алыҫтан әсәһенең: «Улы-ы-ы-ы-м! Улыҡайым»,—тип өҙәләнеп саҡырғанын ишетеп, Азат күҙҙәрен асты. Ул диванда ята, янында илап, йөҙө шешенеп бөткән әсәһе, арыраҡ айыҡ атаһы ултыра. Ни булғаны башына еткән егет: «Әсәй, илама, тыныслан йәме. Fәфү ит. Мин бөтәһен дә беләм. Башҡаса бер ҡасан да улай итмәм»,—тип саҡ-саҡ әйтә алды.—Балам, улым, Азатым! Бөртөгөм минең, алтыным! Иҫерек атайың ни һөйләмәҫ, юҡ хәбәр бит ул! Ышанамы инде кеше эскесегә, йә, Аллам! Ҡуй, яңылышма, улым! Эй, балам, һин бит асһың! Уф, ҡана, берәй нәмә йүнәтә һалайым,—тип тороп китте әсәһе. Унан ултырғысҡа Ишмырҙа килеп ултырҙы. Балаһының күкрәгенә ҙур ҡулын һалып, унан ысын күңелдән ғәфү үтенгеһе, яңылыш хәбәр һөйләүен, хаталанғанын, балаһын ошо көнгә төшөрөүенә бик ныҡ үкенеүен әйткеһе килде. Тик: «Улым, ныҡ тейәп ташлағанмын шул, һин ней, теге»,—тиеүҙән үтә алманы, улының күҙҙәренә ҡарарға батырсылыҡ итте. Ҡараштар осрашты. Азаттың мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәре Ишмырҙаға бөтмәҫ рәнйеш менән баҡҡан ине. Тап ошо мәлдә атай кешегә ниҙер булды: гүйә, ошо һағыш тулы йәп-йәшел күҙҙәр уның бөтә үткән тормошоноң мәғәнәһеҙлеген асып бирҙе. Нисәмә йылдар буйы бер бөртөк улын, ғәзиз ҡатынын ыҙалатҡанын тәрән төшөндө. Ҡапыл ярһып киткән күңел кисерештәренән күңеле тулды. Fәфү үтенәм тип асҡан ауыҙын да яба алмай, ырғып тороп өйҙән сығып уҡ китте.Азаттың ҡалған ял көндәре ғүмерҙә булмағанса бик тыныс үтте. Әсәһе менән атаһы икәүләшеп улдарының эргәһендә ни алып, ни ҡуйырға белмәй өлтөрәп кенә торҙо. Ишмырҙа ул тышҡа сыҡһа—сығып, инһә, артынан тып итеп өйгә кереп йөрөнө. Икәүләшеп утын өйҙөләр, мал ҡаранылар. Ошо йәшенә етеп атаһы менән бергә ниҙер эшләү түгел, уны бик һирәк айыҡ күргән егеткә был хәл сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Әлбиттә, һиҙҙе Азат атаһының һүҙ башлай алмай йөрөгәнен, шулай ҙа өндәшмәне. Ә Ишмырҙа һуҙа килде. Тупаҫ, ҡот осҡос ҡылығы, ауыҙынан сыҡҡан ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәре арҡаһында балаһыҙ тороп ҡала яҙыуы уны тетрәндергәйне. Улы янында саҡта ғәфү үтенәйем тип ынтыла ла, ғәрләнеүенән күңеле тулып, һүҙен башлай алмай ҙа ҡуя.Һанаулы көндәр бик тиҙ үтте. Бына Азат сумкаһын яурынына аҫып, хушлашып өйҙән сыҡты. Әсәһе улын автобус туҡталышына тиклем оҙата китте. Ишмырҙа урамдан сыҡҡас, ҡул биреп һаубуллашты, килешһеҙ генә итеп яурынынан ҡосоп алды малайын. «Йә, ярар, киләһе ҡайтҡанында һис шикһеҙ ғәфү үтенермен улымдан»,—тип үҙен тынысландырыр-ға маташты. Толҡа тапмаған күңеле генә ҡапыл һулҡылдап-һулҡылдап ҡуйҙы....Ә бер нисә сәғәттән Азаттың юлда фажиғәле һәләк булыуы хаҡында хәбәр барыһын да шаңҡытты. Алҡымына килеп тығылған оло ҡайғынан Ишмырҙа ни эшләргә лә белмәне. «Улым, балам минең,—тип иңрәне ул эстән.—Нисек? Нимә булды? Мин бит һинең менән һөйләшеп тә өлгөрмәнем, улым! Һин бит йәшәргә тейешһең! Уф, әгәр белһәм, улым... өлгөрмәнем... Азат, ғәфү ит, улым, кисер алйот атайыңды, балам». Күк ҡабағы асылып, улыңдың урынына һин киләһеңме, тиһәләр, Ишмырҙа һис һүҙһеҙ китер ине лә бит! Көс еткеһеҙ юғалтыуҙан алйырҙай булды ул. «Йә Хоҙай! Исмаһам, кисергәнен белһәм, бәлки, былай уҡ ҡыйын булмаҫ ине»,—тип уйлап ҡуйҙы хатта. Земфираны ла эргәһенә барып йыуатырға хәленән килмәне. Оло ҡайғыны икеһе ике яҡта, айырым күтәрергә тырыштылар.Fүмеренең ҡайһылыр мәлендә яҙа баҫып, шул аҙымын үҙ мәлендә төҙәтмәне Ишмырҙа. Кемделер ғәйепләй ҙә алмай. Ошо тиклем әсе үкенес менән йәшәү оло ғазап. Терһәк яҡын да бит...
АЛЬМИРА ИСХАКОВА.Фото:
mykaleidoscope.ru
|
Иҫерек улы шарҡылдап көлөп:—Ҡайтһын да китһен, кем тота уны? Дүрт яғы ҡибла!—тип яман һүгенеп ебәрер ине. Ишмырҙа иҫерек ҡайтып, ишектән үк ҡысҡыра башлай, бер туҡтауһыҙ өйҙән ҡыуа. «Уф, яратмайым бит мин һине, яратмайым, Земфира! Яңылыштым иҫерек баштан, дүрәк! Ҡайт кире атайыңдарға, ҡайт зинһа-а-а-а-р, үлтерәм бит юғиһә! Башымды төрмәгә тыҡтыраһың бит»,—тип илар булып китте. Бөтәһен дә аңлай Земфира. Ишмырҙаның һөйөп, вәғәҙәләшкән кешеһе булғанын да бик яҡшы белә ине. Тик... Ярата ул Ишмырҙаны. Йәне-тәне, бөтә булмышы менән өҙөлөп һөйә ирен. Ишмырҙа—һулар һауаһы, эсәр һыуы, батыр күле! Унан башҡа бер кем дә кәрәкмәй ҡатынға! Ире төнгөлөккә ҡайтмай ҡалһа, ҡыҙғаныуҙан аҡылдан шашыр сиккә етә торғайны. Хатта иҫерек Ишмырҙаның ҡайҙа, кемгә барып, ни ҡылғанына тиклем күҙәткәне әҙ булманы. «Йөрөһөн. Барыбер миңә ҡайта». Тешен ҡыҫып түҙҙе ҡатын аяныс хәленә. «Сабый тыуғас, әлбиттә, тынысланасаҡ—бала баҫа тиҙәр бит»,—тип үҙ-үҙен йыуатты. Ләкин малайҙары Азат тыуғас та баҫылманы Ишмырҙа. Киреһенсә, оторо ҡоторҙо. Бәләкәс улы менән ҡатынын көн-төн тимәй баҫтырып сығарыр ине. Бала саҡтан Азат атаһынан ҡурҡып үҫте. Донъяла иң ҡәҙерле кешеһен—әсәһен яҡлай алмағанына ғәрләнеп илай торғайны. Хатта атаһы айыҡ саҡта ла уның янына барырға баҙнат итмәй, өйҙә шым ғына баҫып йөрөнө. Әсәһе лә шулай ҡушты: уянып ҡуймаһын, борсолмаһын, ҡысҡырмаһын. Атай менән ул араһында була торған дуҫлыҡтың, яҡынлыҡтың тамсыһы ла юҡ ине был икәүҙә. Азаттың хатта бер нисә тапҡыр: «Киттек өләсәйгә, шунда рәхәтләнеп йәшәрбеҙ»,—тип инәлгәне лә булды. Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, әсәһе, шым ғына илап, малайының сәсенән һыйпаны. Улына бөтәһен дә һөйләп, аңлатып бөтөрөрлөк түгел ине шул. Бәләкәй сағында атаһынан ҡурҡһа, ҙурая килә малай уны күрә алмаҫ сиккә етте.Fаиләһендә тыныслыҡ булмаһа ла, Азат уҡыуға бик әүәҫ ине. Төн уртаһында иҫерек атаһы аҡырып, йоҙроҡтарын һелтәп ҡыуа башлаһа, сығыр алдынан ҡулына иң беренсе мәктәп сумкаһын эләктерер булды. Эскелектең ни икәнен күреп, белеп, үҙ иңендә татып, аңлы егет булып буй еткерҙе Азат. «Мин бер ҡасан да эсмәйәсәкмен, атайым кеүек булмаясаҡмын!»—тип эстән генә үҙ-үҙенә һүҙ биреп ҡуйҙы. Имтихандарын уңышлы тапшырып институтҡа инһә лә, әсәһен йәлләп, уҡымаҫҡа ҡарар итеп, кире ауылына ҡайтты, сөнки атаһының ул өйҙә саҡта шашмағанын күрә ине. Нисек тә әсәһен туҡмаҡтан йолоп алып ҡалыу ине теләге. Ә уныһы ай-вайына ҡуймай: «Ю-у-у-ҡ, бараһың! Беҙ олоғайҙыҡ бит инде, улым, атаң да артыҡ ҡотормай хәҙер. Мин күнгәнмен яҙмышыма, яҡшыны ҡайҙан алаһың? Ә һин уҡып, ҙур кеше булырға тейешһең!»—тип арҡаһынан тупылдатып һөйөп яратып, улын кире уҡыу йортона оҙатты. Хәҙер Азат йылына бер-ике тапҡыр ғына ҡайта башланы тыуған йортона. Бөтөнләй йөрөмәҫ тә ине, әсәһе зарығып көтә бит. Улының ялында төрләндереп тәмлекәстәр бешерә, ауыл яңылыҡтарын тәфсирләп һөйләй, балаһын күреп, һөйөп туя алмай. Кем, нимә тураһында ғына гәпләшмәйҙәр икәүләп, тик атаһы тураһында ләм-мим! Һиҙә Азат, аңлап тора барыһын да: үҙгәрмәгән ул, һаман булһа әсәһен ыҙалата, дөмөккөр! Бер мәл хатта: «Ниңә өләсәйгә ҡайтмайһың? Туҡмалып, иҙелеп йәшәү оҡшаймы әллә?!»—тип ҡысҡырҙы әсәһенә, йәшел күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп. Терт итеп ҡалды ҡәҙерлеһе, арыҡ яурындары ҡалтыранып китте. Унан улына: «Бер ҡасан да ҡысҡырма миңә, юғиһә һин дә уға оҡшарһың»,—тип ҡуйҙы. Ҡыҙып киткәнен аңлаған Азат, әсәһен ҡосаҡлап, тиҙ генә ғәфү үтенде лә башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманы. Бына егет ашҡынып ҡышҡы ялға ҡайтты. Йүгереп килеп инһә, өй һып-һыуыҡ, түрбашта—иҙән тулы буш шешә... Әсәһе өйҙә юҡ. Тимәк, атаһы иҫерек. Тимәк, әсәһе тағы ла кемдәрҙәлер йәшенеп ята. Тимәк, тағы ла туҡмалған... Мейеһендә ҡайнашҡан меңәрләгән «тимәк»тәрҙән егеттең башы шартлар сиккә етте. «Туҡтаймы ул бер ҡасан, юҡмы? Эх! Йә, ярар»,—тип үҙен тынысландырырға тырышты. Иң мөһиме—әсәһе иҫән, ә ҡалғаны... Сәнселеп киткәнсе эсмәйме ни! Өҫтөн дә һалмаҫтан Азат өйҙө йыйыштыра башланы: утын индереп, мейес тоҡандырҙы, шешәләрҙе сығарып ташланы. Ең һыҙғанып иҙәндәрҙе йыуып йөрөгәндә атаһы ауа-түнә килеп инде.—Оһо, улым ҡайтҡан икән дә! Ҡасан ҡайттың? Мин ней, әсәңде эҙләп киләм әле, әпәт ҡасҡан, кәнтәй, кемдәрҙә яталыр инде. Ну, ну, һаумы?—тип һөйләнә-һөйләнә күрешергә ҡулын һуҙҙы. Үҙ-үҙенән бик риза булып, ауыҙ тултырып йылмайып торған иҫерек атаһын күреү, уның ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәрен ишетеү егеттең тынысланып барған күңелендә йәнә ҡойон уйнатты. Азат турайып баҫты. Әкренләп кенә атаһына бөтә кәүҙәһе менән боролдо. Күҙҙәренән йәшен сат-ҡылары сәсеп Ишмырҙаға ҡараны. Әммә иҫәнләшмәне. Атаһы берсә һауала аҫылынып ҡалған ҡулына, берсә ир етеп, үҙе менән типә-тиң булған улына ҡарап торҙо ла йөҙөнә мыҫҡыллы йылмайыу сығарҙы.—Һе! Дәәә... Көсөк ҙ-у-р-а-й-ҙы. Хәҙер килеп, тешләмәк булаһыңмы? Барып сыҡмаҫ, маңҡа!!! Миңә ҡулыңды бирергә ғәрләнеп тораһыңмы? Һине үҫтергән, кеше иткән атайыңа, ә?—тигән ыңғайға тондорам тип һелтәнгән ҡулды Азат ныҡ итеп шаҡарып, кире урынына ҡуйҙы. Үҙе бер һүҙ ҙә өндәшмәй, курткаһына үрелде. Улының өндәшмәүе Ишмырҙаны тағы ла енләндерҙе:—Ха-ха! Сығып таяһыңмы? Бар, бар, әсәң менән ҡуша һыпырт, көсөк! Бәлки, үҙеңдең ысын атаңа барырһың, ә? Нимә аҡшайҙың? Ҡәҙерле әсәйең ни өсөн туҡмалғанын һаман да һөйләмәнеме ней? Их, ә бит табанымды яларға тейешһең һин! Мин һине көттөм! Мин! Һине лә, әпсәңде лә, ҡәҙерҙе белмәгән эттәр! Хәҙер килеп, ҡулыңды бирергә ғәрләнеп торһаң да...—тип екеренә-екеренә төпкә үтеп, бысраҡ килеш диванға ауҙы ул. Курткаһын ҡулына нисек тотҡан, шулай шаҡ ҡатып торҙо Азат. Барыһын да төшөндө егет. Әсәһенең нисә йылдар буйы уның өсөн кәмһетелеүен, иҙелеүен, рәнйетелеүен, туҡмалыуын аңлауы егеткә түҙеп торғоһоҙ ғазап килтерҙе. Хатта ҡапыл тыны ҡыҫылып, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып дарҫлап типте. «Аһ! Мин генә ғәйепле!»—тигән уй зиһенен ағыуланы. Курткаһын тотҡан килеш тышҡа атылып сыҡты. Тик саф һауа өмөт иткән еңеллекте килтермәне. «Бына ни өсөн, бына кем арҡаһында, их!» Курткаһын ергә атып бәрҙе лә келәткә инде Азат. Унан ҡулына арҡан тотоп һарайға йүгерҙе. Үҙенең ни ҡыланғанын аңларлыҡ, туҡтарлыҡ хәлдә түгел ине был ваҡытта. Башын элмәккә тыҡҡанда ла, баҫҡан ултырғысын йән-тәслимгә тибеп осорғанда ла мейеһендә: «Мин ғәйепле! Барыһы ла минең өсөн булған»,—тигән хәсрәтле уйҙар өйөрөлдө...Әллә ҡайҙан, бик алыҫтан әсәһенең: «Улы-ы-ы-ы-м! Улыҡайым»,—тип өҙәләнеп саҡырғанын ишетеп, Азат күҙҙәрен асты. Ул диванда ята, янында илап, йөҙө шешенеп бөткән әсәһе, арыраҡ айыҡ атаһы ултыра. Ни булғаны башына еткән егет: «Әсәй, илама, тыныслан йәме. Fәфү ит. Мин бөтәһен дә беләм. Башҡаса бер ҡасан да улай итмәм»,—тип саҡ-саҡ әйтә алды.—Балам, улым, Азатым! Бөртөгөм минең, алтыным! Иҫерек атайың ни һөйләмәҫ, юҡ хәбәр бит ул! Ышанамы инде кеше эскесегә, йә, Аллам! Ҡуй, яңылышма, улым! Эй, балам, һин бит асһың! Уф, ҡана, берәй нәмә йүнәтә һалайым,—тип тороп китте әсәһе. Унан ултырғысҡа Ишмырҙа килеп ултырҙы. Балаһының күкрәгенә ҙур ҡулын һалып, унан ысын күңелдән ғәфү үтенгеһе, яңылыш хәбәр һөйләүен, хаталанғанын, балаһын ошо көнгә төшөрөүенә бик ныҡ үкенеүен әйткеһе килде. Тик: «Улым, ныҡ тейәп ташлағанмын шул, һин ней, теге»,—тиеүҙән үтә алманы, улының күҙҙәренә ҡарарға батырсылыҡ итте. Ҡараштар осрашты. Азаттың мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәре Ишмырҙаға бөтмәҫ рәнйеш менән баҡҡан ине. Тап ошо мәлдә атай кешегә ниҙер булды: гүйә, ошо һағыш тулы йәп-йәшел күҙҙәр уның бөтә үткән тормошоноң мәғәнәһеҙлеген асып бирҙе. Нисәмә йылдар буйы бер бөртөк улын, ғәзиз ҡатынын ыҙалатҡанын тәрән төшөндө. Ҡапыл ярһып киткән күңел кисерештәренән күңеле тулды. Fәфү үтенәм тип асҡан ауыҙын да яба алмай, ырғып тороп өйҙән сығып уҡ китте. Азаттың ҡалған ял көндәре ғүмерҙә булмағанса бик тыныс үтте. Әсәһе менән атаһы икәүләшеп улдарының эргәһендә ни алып, ни ҡуйырға белмәй өлтөрәп кенә торҙо. Ишмырҙа ул тышҡа сыҡһа—сығып, инһә, артынан тып итеп өйгә кереп йөрөнө. Икәүләшеп утын өйҙөләр, мал ҡаранылар. Ошо йәшенә етеп атаһы менән бергә ниҙер эшләү түгел, уны бик һирәк айыҡ күргән егеткә был хәл сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Әлбиттә, һиҙҙе Азат атаһының һүҙ башлай алмай йөрөгәнен, шулай ҙа өндәшмәне. Ә Ишмырҙа һуҙа килде. Тупаҫ, ҡот осҡос ҡылығы, ауыҙынан сыҡҡан ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәре арҡаһында балаһыҙ тороп ҡала яҙыуы уны тетрәндергәйне. Улы янында саҡта ғәфү үтенәйем тип ынтыла ла, ғәрләнеүенән күңеле тулып, һүҙен башлай алмай ҙа ҡуя.Һанаулы көндәр бик тиҙ үтте. Бына Азат сумкаһын яурынына аҫып, хушлашып өйҙән сыҡты. Әсәһе улын автобус туҡталышына тиклем оҙата китте. Ишмырҙа урамдан сыҡҡас, ҡул биреп һаубуллашты, килешһеҙ генә итеп яурынынан ҡосоп алды малайын. «Йә, ярар, киләһе ҡайтҡанында һис шикһеҙ ғәфү үтенермен улымдан»,—тип үҙен тынысландырыр-ға маташты. Толҡа тапмаған күңеле генә ҡапыл һулҡылдап-һулҡылдап ҡуйҙы....Ә бер нисә сәғәттән Азаттың юлда фажиғәле һәләк булыуы хаҡында хәбәр барыһын да шаңҡытты. Алҡымына килеп тығылған оло ҡайғынан Ишмырҙа ни эшләргә лә белмәне. «Улым, балам минең,—тип иңрәне ул эстән.—Нисек? Нимә булды? Мин бит һинең менән һөйләшеп тә өлгөрмәнем, улым! Һин бит йәшәргә тейешһең! Уф, әгәр белһәм, улым... өлгөрмәнем... Азат, ғәфү ит, улым, кисер алйот атайыңды, балам». Күк ҡабағы асылып, улыңдың урынына һин киләһеңме, тиһәләр, Ишмырҙа һис һүҙһеҙ китер ине лә бит! Көс еткеһеҙ юғалтыуҙан алйырҙай булды ул. «Йә Хоҙай! Исмаһам, кисергәнен белһәм, бәлки, былай уҡ ҡыйын булмаҫ ине»,—тип уйлап ҡуйҙы хатта. Земфираны ла эргәһенә барып йыуатырға хәленән килмәне. Оло ҡайғыны икеһе ике яҡта, айырым күтәрергә тырыштылар.Fүмеренең ҡайһылыр мәлендә яҙа баҫып, шул аҙымын үҙ мәлендә төҙәтмәне Ишмырҙа. Кемделер ғәйепләй ҙә алмай. Ошо тиклем әсе үкенес менән йәшәү оло ғазап.
|
Әҙәби мѳхит
| true |
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-24/u-a-al-an-kenes-3490521
|
24 Октябрь , 10:00
|
ba
|
КИЛЕН ШӘЛЕ
|
“Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, уларҙың ҡатындарына хөкүмәттән фатир бирелә икән!” – тигән яҡшы хәбәр ауылда йәшен тиҙлегендә таралды. Зәбирә ҡарсыҡтың тиҙҙән ҡалала йәшәйәсәген белгән ҡайһы бер әхирәттәре көнләшеү-шаярыу ҡатыш:
– Бабайың теге донъяға киткәс тә һине ҡарауҙан, ҡайғыртыуҙан туҡтамай, әй. Бәхетле кеше ғүмере буйы бәхетле була инде ул, – тиеште.
Ҡала тормошондағы “рәхәт”, “бәхетле” көндәр, ысынлап та оҙаҡ көттөрмәне. “Һуғыш ветерандарына, уларҙың ҡатындарына фатир бирәләр” тигәнде ишетеү менән, кинйә ҡыҙы Гөлназ ҡайтып та төштө. Торлаҡ юллауға тип яйлап йыйыла башлаған документ-фәләндәрен еңгәһенең ҡулынан тартып тигәндәй алып, әсәһен үҙе янына ҡалаға әйҙәне.
Фатирҙы йүнләгәнсе ҡыҙы менән дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бер бүлмәһендә арыу ғына уҡ йәшәп ҡалды. Торлаҡлы булып, уны үҙ исеменә яҙҙыртып алғас, ҡапыл бәйеле аҙҙы ҡыҙының. Юҡтан сәбәп табып бәйләнә башланы… Зәбирә ҡарсыҡ үҙ ҡыҙын таный алманы. Ҡырҡҡа еткәндә тапҡан ҡыҙын ҡарты менән иркәләп кенә үҫтерҙеләр, теләгәне һәр саҡ алдында булды. Нимә етмәне икән Гөлназды тәрбиәләгәндә? Аптырай әсә, кинйәһенең ҡылығын аңлай алмай.
Бер төн Зәбирә ҡарсыҡ лабыр-лобор һөйләшкән тауышҡа уянып китте. Өҫкө ҡаттағы, айына бер нисә рәт кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан күршеләре шаулашалыр, тип уйланы башта. Әммә Гөлназдың сырылдаҡ тауышынан танып, төнгө ҡунаҡтарҙың үҙенең аш-һыу бүлмәһендә ултырғанын аңланы.
Ҡарсыҡты күргәс, тегеләр ҡәнәғәтһеҙ генә шылыуын шылды ла, тик иҫерек ҡыҙы тауыш ҡуптарҙы.
– Никакой личной жизни юҡ хәҙер һин ҡортҡа менән! – тип зәһәр ыҫылданы. – Квартира тигән булып, башыма бәлә, имгәк алдым.
– Һуң, ҡыҙым, йәшәргә үҙең алып килдең, мин көсләшмәнем дә, – тине аптырауҙың сигенә сыҡҡан әсә.
– Нимә, квартираңды шул киленеңә, уйнаштан тапҡан балаларына биреп ҡуйыр инеңме? Шиш! – Ҡуҡышын әсәһенең танау төбөндә уйнатып-уйнатып алды Гөлназ.
– Ярай, уларға булмаһа, һиңә, ике ейәнемә ҡалыр.
– Һи-и-и, балаларыңды күргәнең бармы тип һора башта, ыштанһыҙ! Һөйләгән әкиәттәремә ышандың инде, ә?! Белһәң, бел! Беренсе иремдән тапҡан малайҙы хөкүмәт әсәлек хоҡуғымдан сығарғас, олатаһы менән өләсәһе ҡарай. Ә бәләкәйе мәктәп-интернатта. Уныһын да йылдан ашыу күргәнем юҡ. Береһен дә күргем дә, ишеткем дә килеп тормай!
Квартира икебеҙҙең исемдә булмаһа, һине лә йә ҡарттар йортона олаҡтырып, йә ауылға алып барып, ырғытыр ҙа китер инем. Ҡарсыҡтың башына һуҡҡандай булды. Аяҡ аҫтында ер умырылһа, шул мәлдә, биллаһи, ғәрлегенән шунда төшөп кенә китеп, бындай хурлыҡты күрмәҫ, ишетмәҫ ине.
Әсәһенән ҡотолоу әмәлен тапты ҡыҙы. Йәйге эҫелә ҡала саңын йотоп, таш йортта бышлығып ятма, тигән булып, бер “ухажеры”ның ҡатыны менән донъя бүлешкәндән һуң ҡалған дачаһына ҡалдырып китте. Йәнәһе, саф һауа һуларһың, баҡсалағы төрлө емеш-еләк менән һыйланырһың. Көҙгә тиклем аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ ташып торормон тип, пенсия күскән банк картаһын да ҡулынан тартып тигәндәй алып киткәйне Гөлназ. Йәй үтте, ә ғәзизе әсәһенең иҫәнлеген дә белешмәй, исмаһам.
Үҙе менән алып килгән аҙыҡ_түлек наҡыҫайғас, үлән сәйе, емеш_еләк менән йән аҫрап торғайны башта, хәҙер сейә, ҡурай еләктәре ҡойолоп бөттө, алмалар ҙа ағас баштарында берәм-һәрәм генә ҡалды. Уларын үрелеп алыр хәлдә түгел Зәбирә ҡарсыҡ. Икенсе көн инде ҡурай еләге, сейә, ҡарағат япраҡтарынан, гөлйемеш ҡушылған сәй-төнәтмә лә эскәне юҡ. Былай ҙа ауыртҡан тамағы кибеп, сирле ашҡаҙаны ла, үҙенең барлығын белдереп, төрлө ауаз сығарып бөрә эстән.
“Их, киленкәйгенәмдең ҡәҙергенәһен белмәгәнмен элек”, тип үкенә ҡарсыҡ, ауырыуҙан, асығыуҙан үҙәге өҙөлөп-өҙөлөп киткәндә. Уның менән, ейән-ейәнсәрҙәре янында булһа, хөкүмәт фатиры тип, йортон, ауылын ташлап сығып китмәһә, ошо көнгә ҡалыр инеме ни?! Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра… Бушлай бирелгән бындай фатирҙар күпме туғандарҙы талаштырып, дошманлаштырҙы икән?!
Ҡарты үлеп, ҡайғыһын “уртаҡлашырға” ярты ҡыҫтырып килгән һәр береһе менән хәсрәтен йыуа башлағас, район үҙәгендә йәшәгән улы ғаиләһен алып, гөрләп торған донъяһын, эшен ҡалдырып әсәһе янына ҡайтты. Алдында нисек кенә өлтөрәп тормаһын, киленен электән яратмаған ҡәйнәгә бәйләнергә, түбәнһетергә сәбәптәр табылып ҡына торҙо. Үҙенең диалектында “з”, “с”, “ж” өндәрен күпләп ҡулланып һөйләшкән килененең телмәренән көлһөнмө, оҙонса, аҡһыл һылыу йөҙөн “бешмәгән, сей йомортҡа” тип мыҫҡыллап һөйләһенме – килен кеше барыһына ла тешен ҡыҫып түҙҙе. Хатта күрше ҡатындарының:
– Кит, сабырлығың тимерҙәндер һинең. Бәләсник ҡәйнәңдең телен ниңә әҙерәк ҡыҫҡартмайһың? Төшөп ҡалғандарҙан түгелһең дә, буй тиһәң – буйың, төҫөң, уңғанлығың өҫтөнә үткерлегең дә бар бит, – тиеүенә ғәйбәткә төшмәне, Зәбирә ҡарсыҡҡа һүҙ тейҙермәне.
– Иң яҡшы ҡәйнә лә йомортҡанан йөй эҙләй. Минеке лә әүлиә затынан, ә үҙем фәрештә түгел. Тимәк, етешһеҙлегем бар…
Колхоз тарҡалғас, агроном улы эшһеҙ ҡалып, “йәшел йылан” һаҙлығына батты. Ары-бире һуғылып йөрөп, әсәһенең киленен яманлап мыжыуынан тамам ялҡып, бахмурҙан башы сатнап ярылырҙай булып йөрөгәндә, башын элмәккә тығып, был донъянан үҙ теләге менән китеп барҙы.
– Йүнле ҡатындың ире аҫылынмай! – Оторо ярһыны шул мәл Зәбирә ҡарсыҡ, улының үлемендә бар ғәйепте килененә япһарып.
– Бер нәмәгә риза булмаҫ был алйыған ҡарсыҡ менән килене артабан тормаҫ, балаларын алып, тыуған яғына ҡайтып китер, тигәндәрҙең фараздары дөрөҫкә сыҡманы. Ауыл халҡын аптыратып, мыжыҡ ҡәйнәһенә түҙеп, атайһыҙ ҡалған өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып килә сәмсел ҡатын.
…Төш аралаш уйланып ятҡан ҡарсыҡ иҫенә төшөрөргә тырышмаһа ла, килене бешергән аш-һыу күҙ алдына килеүҙән ауыҙ һыуҙары ҡойолоп, аслыҡтан ауыртҡан эсе тағы ла нығыраҡ көтөрләп ҡуя. Уңған, тилбер ине килене. Ә ул бәйләгән шарфтар, шәлдәр күпме ҡатын-ҡыҙҙың тәнен ҡыштың селләһенән һаҡланы икән? Үҙҙәре тотҡан кәзәләрҙе тарап, йөнөн иләп, бәйләй башлағас, өйҙә еҫ таратаһың, һаҫығы бөтә донъяға, кейемгә һеңә тип, киленен күпме әрләне! Әле туңып барған арҡаһына шәлен ябып, аяҡтарына башалтайҙарын кейеп ебәрһә, тәне менән бергә күңеле лә йылынып китер ине. Тик үҙе:
– Ҡалала кәзә еҫе аңҡыған шәл ябынып, башалтай кейеп йөрөмәйҙәрҙер. Пенсиям тун алырға ла, ҡиммәтле тиренән тегелгән итектәргә лә етә. Быларың, килен, үҙеңә – моданан артта ҡалған кешегә – ҡалһын, – тип, борсаҡты эренән ярып ҡалдырып киткәйне шул.
Ҡәҙерен белмәгән килененең, белмәгән. Ҡайһылай хәстәрләгән, тәрбиәләгән бит ул ҡәйнәһен.
“Йүнле һыуҙы ла йыраҡҡа түкмәйҙәр, һәйбәт булһаң, ир эҙләп, ер аяғы, ер башына килмәҫ инең”, – тип битәрләү һүҙҙәрен көн дә ишеткән килененән башҡа бер кемгә лә кәрәге булмаған бит үҙенең.
Күҙ йәштәре юлаҡ_юлаҡ булып аға. Тышта ямғыр ҙа һаман туҡтамай яуа ла яуа. Аяҡ һуҙмаҫ элек килененә шылтыратып, исмаһам, ғүфү үтенергә, кисереүен һорарға ине лә, күптән тороп йөрөмәгәс, телефоны ла һүнгән. Донъя менән тамам бәхилләшеп, тамсы һыу йотмай ятып, дүртенсе көнгә киткәндә: “Ҡәйнәм, ҡәйнәм, тереһеңме һин?” – тип өҙгөләнгән килененең тауышына айнып киткәндәй булды.
Һаташыу ҡатыш төштөр был?! Үҙ күҙҙәренә ышанмай ятҡанда, килене үҙ шәлен өҫтөнән алып арҡаһына япҡас, ҡарсыҡтың күҙҙәрендә осҡон баҙлап китте, тик ятыуҙан, өшөүҙән ҡатып барған тәненә йылы йүгерҙе.
Рәзинә Зәйнетдинова.
|
“Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, уларҙың ҡатындарына хөкүмәттән фатир бирелә икән!” – тигән яҡшы хәбәр ауылда йәшен тиҙлегендә таралды. Зәбирә ҡарсыҡтың тиҙҙән ҡалала йәшәйәсәген белгән ҡайһы бер әхирәттәре көнләшеү-шаярыу ҡатыш:– Бабайың теге донъяға киткәс тә һине ҡарауҙан, ҡайғыртыуҙан туҡтамай, әй. Бәхетле кеше ғүмере буйы бәхетле була инде ул, – тиеште.Ҡала тормошондағы “рәхәт”, “бәхетле” көндәр, ысынлап та оҙаҡ көттөрмәне. “Һуғыш ветерандарына, уларҙың ҡатындарына фатир бирәләр” тигәнде ишетеү менән, кинйә ҡыҙы Гөлназ ҡайтып та төштө. Торлаҡ юллауға тип яйлап йыйыла башлаған документ-фәләндәрен еңгәһенең ҡулынан тартып тигәндәй алып, әсәһен үҙе янына ҡалаға әйҙәне. Фатирҙы йүнләгәнсе ҡыҙы менән дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бер бүлмәһендә арыу ғына уҡ йәшәп ҡалды. Торлаҡлы булып, уны үҙ исеменә яҙҙыртып алғас, ҡапыл бәйеле аҙҙы ҡыҙының. Юҡтан сәбәп табып бәйләнә башланы… Зәбирә ҡарсыҡ үҙ ҡыҙын таный алманы. Ҡырҡҡа еткәндә тапҡан ҡыҙын ҡарты менән иркәләп кенә үҫтерҙеләр, теләгәне һәр саҡ алдында булды. Нимә етмәне икән Гөлназды тәрбиәләгәндә? Аптырай әсә, кинйәһенең ҡылығын аңлай алмай. Бер төн Зәбирә ҡарсыҡ лабыр-лобор һөйләшкән тауышҡа уянып китте. Өҫкө ҡаттағы, айына бер нисә рәт кәйеф-сафа ҡорорға яратҡан күршеләре шаулашалыр, тип уйланы башта. Әммә Гөлназдың сырылдаҡ тауышынан танып, төнгө ҡунаҡтарҙың үҙенең аш-һыу бүлмәһендә ултырғанын аңланы.Ҡарсыҡты күргәс, тегеләр ҡәнәғәтһеҙ генә шылыуын шылды ла, тик иҫерек ҡыҙы тауыш ҡуптарҙы.– Никакой личной жизни юҡ хәҙер һин ҡортҡа менән! – тип зәһәр ыҫылданы. – Квартира тигән булып, башыма бәлә, имгәк алдым.– Һуң, ҡыҙым, йәшәргә үҙең алып килдең, мин көсләшмәнем дә, – тине аптырауҙың сигенә сыҡҡан әсә.– Нимә, квартираңды шул киленеңә, уйнаштан тапҡан балаларына биреп ҡуйыр инеңме? Шиш! – Ҡуҡышын әсәһенең танау төбөндә уйнатып-уйнатып алды Гөлназ.– Ярай, уларға булмаһа, һиңә, ике ейәнемә ҡалыр.– Һи-и-и, балаларыңды күргәнең бармы тип һора башта, ыштанһыҙ! Һөйләгән әкиәттәремә ышандың инде, ә?! Белһәң, бел! Беренсе иремдән тапҡан малайҙы хөкүмәт әсәлек хоҡуғымдан сығарғас, олатаһы менән өләсәһе ҡарай. Ә бәләкәйе мәктәп-интернатта. Уныһын да йылдан ашыу күргәнем юҡ. Береһен дә күргем дә, ишеткем дә килеп тормай!Квартира икебеҙҙең исемдә булмаһа, һине лә йә ҡарттар йортона олаҡтырып, йә ауылға алып барып, ырғытыр ҙа китер инем. Ҡарсыҡтың башына һуҡҡандай булды. Аяҡ аҫтында ер умырылһа, шул мәлдә, биллаһи, ғәрлегенән шунда төшөп кенә китеп, бындай хурлыҡты күрмәҫ, ишетмәҫ ине. Әсәһенән ҡотолоу әмәлен тапты ҡыҙы. Йәйге эҫелә ҡала саңын йотоп, таш йортта бышлығып ятма, тигән булып, бер “ухажеры”ның ҡатыны менән донъя бүлешкәндән һуң ҡалған дачаһына ҡалдырып китте. Йәнәһе, саф һауа һуларһың, баҡсалағы төрлө емеш-еләк менән һыйланырһың. Көҙгә тиклем аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ ташып торормон тип, пенсия күскән банк картаһын да ҡулынан тартып тигәндәй алып киткәйне Гөлназ. Йәй үтте, ә ғәзизе әсәһенең иҫәнлеген дә белешмәй, исмаһам. Үҙе менән алып килгән аҙыҡ түлек наҡыҫайғас, үлән сәйе, емеш еләк менән йән аҫрап торғайны башта, хәҙер сейә, ҡурай еләктәре ҡойолоп бөттө, алмалар ҙа ағас баштарында берәм-һәрәм генә ҡалды. Уларын үрелеп алыр хәлдә түгел Зәбирә ҡарсыҡ. Икенсе көн инде ҡурай еләге, сейә, ҡарағат япраҡтарынан, гөлйемеш ҡушылған сәй-төнәтмә лә эскәне юҡ. Былай ҙа ауыртҡан тамағы кибеп, сирле ашҡаҙаны ла, үҙенең барлығын белдереп, төрлө ауаз сығарып бөрә эстән.“Их, киленкәйгенәмдең ҡәҙергенәһен белмәгәнмен элек”, тип үкенә ҡарсыҡ, ауырыуҙан, асығыуҙан үҙәге өҙөлөп-өҙөлөп киткәндә. Уның менән, ейән-ейәнсәрҙәре янында булһа, хөкүмәт фатиры тип, йортон, ауылын ташлап сығып китмәһә, ошо көнгә ҡалыр инеме ни?! Барлыҡ яраштыра, юҡлыҡ талаштыра… Бушлай бирелгән бындай фатирҙар күпме туғандарҙы талаштырып, дошманлаштырҙы икән?!Ҡарты үлеп, ҡайғыһын “уртаҡлашырға” ярты ҡыҫтырып килгән һәр береһе менән хәсрәтен йыуа башлағас, район үҙәгендә йәшәгән улы ғаиләһен алып, гөрләп торған донъяһын, эшен ҡалдырып әсәһе янына ҡайтты. Алдында нисек кенә өлтөрәп тормаһын, киленен электән яратмаған ҡәйнәгә бәйләнергә, түбәнһетергә сәбәптәр табылып ҡына торҙо. Үҙенең диалектында “з”, “с”, “ж” өндәрен күпләп ҡулланып һөйләшкән килененең телмәренән көлһөнмө, оҙонса, аҡһыл һылыу йөҙөн “бешмәгән, сей йомортҡа” тип мыҫҡыллап һөйләһенме – килен кеше барыһына ла тешен ҡыҫып түҙҙе. Хатта күрше ҡатындарының:– Кит, сабырлығың тимерҙәндер һинең. Бәләсник ҡәйнәңдең телен ниңә әҙерәк ҡыҫҡартмайһың? Төшөп ҡалғандарҙан түгелһең дә, буй тиһәң – буйың, төҫөң, уңғанлығың өҫтөнә үткерлегең дә бар бит, – тиеүенә ғәйбәткә төшмәне, Зәбирә ҡарсыҡҡа һүҙ тейҙермәне.– Иң яҡшы ҡәйнә лә йомортҡанан йөй эҙләй. Минеке лә әүлиә затынан, ә үҙем фәрештә түгел. Тимәк, етешһеҙлегем бар…Колхоз тарҡалғас, агроном улы эшһеҙ ҡалып, “йәшел йылан” һаҙлығына батты. Ары-бире һуғылып йөрөп, әсәһенең киленен яманлап мыжыуынан тамам ялҡып, бахмурҙан башы сатнап ярылырҙай булып йөрөгәндә, башын элмәккә тығып, был донъянан үҙ теләге менән китеп барҙы.– Йүнле ҡатындың ире аҫылынмай! – Оторо ярһыны шул мәл Зәбирә ҡарсыҡ, улының үлемендә бар ғәйепте килененә япһарып.– Бер нәмәгә риза булмаҫ был алйыған ҡарсыҡ менән килене артабан тормаҫ, балаларын алып, тыуған яғына ҡайтып китер, тигәндәрҙең фараздары дөрөҫкә сыҡманы. Ауыл халҡын аптыратып, мыжыҡ ҡәйнәһенә түҙеп, атайһыҙ ҡалған өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырып килә сәмсел ҡатын.…Төш аралаш уйланып ятҡан ҡарсыҡ иҫенә төшөрөргә тырышмаһа ла, килене бешергән аш-һыу күҙ алдына килеүҙән ауыҙ һыуҙары ҡойолоп, аслыҡтан ауыртҡан эсе тағы ла нығыраҡ көтөрләп ҡуя. Уңған, тилбер ине килене. Ә ул бәйләгән шарфтар, шәлдәр күпме ҡатын-ҡыҙҙың тәнен ҡыштың селләһенән һаҡланы икән? Үҙҙәре тотҡан кәзәләрҙе тарап, йөнөн иләп, бәйләй башлағас, өйҙә еҫ таратаһың, һаҫығы бөтә донъяға, кейемгә һеңә тип, киленен күпме әрләне! Әле туңып барған арҡаһына шәлен ябып, аяҡтарына башалтайҙарын кейеп ебәрһә, тәне менән бергә күңеле лә йылынып китер ине. Тик үҙе:– Ҡалала кәзә еҫе аңҡыған шәл ябынып, башалтай кейеп йөрөмәйҙәрҙер. Пенсиям тун алырға ла, ҡиммәтле тиренән тегелгән итектәргә лә етә. Быларың, килен, үҙеңә – моданан артта ҡалған кешегә – ҡалһын, – тип, борсаҡты эренән ярып ҡалдырып киткәйне шул.Ҡәҙерен белмәгән килененең, белмәгән. Ҡайһылай хәстәрләгән, тәрбиәләгән бит ул ҡәйнәһен.“Йүнле һыуҙы ла йыраҡҡа түкмәйҙәр, һәйбәт булһаң, ир эҙләп, ер аяғы, ер башына килмәҫ инең”, – тип битәрләү һүҙҙәрен көн дә ишеткән килененән башҡа бер кемгә лә кәрәге булмаған бит үҙенең. Күҙ йәштәре юлаҡ юлаҡ булып аға. Тышта ямғыр ҙа һаман туҡтамай яуа ла яуа. Аяҡ һуҙмаҫ элек килененә шылтыратып, исмаһам, ғүфү үтенергә, кисереүен һорарға ине лә, күптән тороп йөрөмәгәс, телефоны ла һүнгән. Донъя менән тамам бәхилләшеп, тамсы һыу йотмай ятып, дүртенсе көнгә киткәндә: “Ҡәйнәм, ҡәйнәм, тереһеңме һин?” – тип өҙгөләнгән килененең тауышына айнып киткәндәй булды.Һаташыу ҡатыш төштөр был?! Үҙ күҙҙәренә ышанмай ятҡанда, килене үҙ шәлен өҫтөнән алып арҡаһына япҡас, ҡарсыҡтың күҙҙәрендә осҡон баҙлап китте, тик ятыуҙан, өшөүҙән ҡатып барған тәненә йылы йүгерҙе.
|
Әҙәби мѳхит
| false |
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-18/kilen-sh-le-3482549
|
18 Октябрь , 18:55
|
ba
|
ЫҘАЛАМА, ӘСӘЙ
|
Нимә менән көн үткәрҙең, тип һораһаң:- Әллә нимә менән булғнмындыр, таң ата ла кис була, - тип кенә яуап бирә.Йылдан-йыл өлкәнәйә барған ата-әсәһеҡартайған көнөндә рәхәт йәшәһен тип, биш бер туған ныҡ ҡына тырышты: өйгә газ үткәрҙеләр, һыу индерҙеләр, башҡа уңайлыҡтар булдырҙылар. Ғилмиә был юлы әсәһенә ке йыуыу машинаһы алып бирҙе. Биш баланың, үҙенең, иренең керен көн аша йыуып, йәш сағынан ярылып, һырылып бөткән ҡулдары йәл.- Әсәй, башҡа кер йыуып ыҙалап ултырма. Һалаһың да, өйрөлтәһең,- тип машинканың ниндәй төймәләренәбаҫырға икәнлеген өйрәтеп, ҡайтып китте. Әсәһе ҡыуанып бөтә алманы. Ундай яңылыҡ тиҙ генә ауыл буйлап таралды ла, күрше-күлән йыйылып китте. "Килен"еңде күрһәт ",- тип кис буйы кеше өҙөлмәне...Тик ҡайһы арала яңылышлыҡ киткәндер, Ғилмиә икенсе айҙа килгәнендә, әсәһәе уны бер өйөм ҡорғн-түлдәр менән көтә ине:- Һин килгәндә әйҙә, ҡыҙым, ошоно йыуып алайыҡ, - тине әсәһе.- Аһ, нимәгә машинкала өйрөлтөп алмайһың?!- Кит! Бының сама керҙе уға һалып, боҙоп ҡуйһаҡ, шунан? Йәлләйем уны, былай ҙа, кисә генә эшләттем, -тип ҡарап тормаһынмы!- Ғилмиә, әсәһенең ҡаршылашыуына ҡарамай, ҡорғандарҙы машинкала йыуып бирҙе. Шунан ғына икенсе бүләген сығарҙы.- Әсәй, быныһы робот-саң һурғыс. Саңыңды үҙе һура, үҙе таҙалай. Үҙең туңҡаңлап йөрөмә башҡа. Былай ҙа билең ауырта, - тип наказ бирҙе.- Мөйөштәрҙәге саңды алып бөтмәй, үҙем һепереп сығам, - тип бер зарланды әсәһе ҡыҙына шылтыратҡанда.- Исмаһам, балаҫыңда йөрөт. Роботты йәлләп ултырма!Техника бит! -тине Ғилмиә ҡаты итеп.- Ярай-ярай, былай ҙа,- тигән яуап ишеткәс тә, тынысланманы.- Шулай тигән булаһың да ул, әсәй... теге юлы электр сепаратор алып бирҙек. Эргәһендә тик торғансы тип, һамман элеккеһе менән ҡулдан һөт айыртаһың. Ә электр ит үткәргес? Ҡиммәтле, боҙола тип, һаман атай иҫкеһен әйләндерә. Үҙегеҙҙе йәлләй белмәйһегеҙ!- Роботты тотонам бит, Ғилмиә. Улай үпкәләмә, ҡыҙым. Ул техниканы башҡа йәлләмәйем, ысын әйтәм, - тип йыуатты әсәһе.Әммә өсөнсө килеүенә Ғилмиә ни күрһен! Әсәһенең өйөндә бер түгел, ике робот-саң һурғыс ултыра.-Бер үҙенә күңелһеҙ күңелһеҙ бит, - тип аңлатты әсәһе.- Артымдан бесәй балаһылай эйәреп тик йөрөй, шуға иптәш алдым әле. Балаҫты ла икәү иттем, береһе үсегә һымаҡ. Йөрөһөндәр әйҙә, шунда. Иҙәнде ни үҙем дә тиҙ генә йыуып сыға алам әле, Аллаға шөкөр...Ғилмиә һүҙ тапманы. Һабыт-һауа йыуғыс машина бүләк итмәй торорға булды. Бына бит донъя: берәүҙәрҙе эшкә, икенселәрҙе эшләмәҫкә өйрәтеп булмай...
Айгөл Сәлихова.
|
Нимә менән көн үткәрҙең, тип һораһаң:- Әллә нимә менән булғнмындыр, таң ата ла кис була, - тип кенә яуап бирә. Йылдан-йыл өлкәнәйә барған ата-әсәһеҡартайған көнөндә рәхәт йәшәһен тип, биш бер туған ныҡ ҡына тырышты: өйгә газ үткәрҙеләр, һыу индерҙеләр, башҡа уңайлыҡтар булдырҙылар. Ғилмиә был юлы әсәһенә ке йыуыу машинаһы алып бирҙе. Биш баланың, үҙенең, иренең керен көн аша йыуып, йәш сағынан ярылып, һырылып бөткән ҡулдары йәл.- Әсәй, башҡа кер йыуып ыҙалап ултырма. Һалаһың да, өйрөлтәһең,- тип машинканың ниндәй төймәләренәбаҫырға икәнлеген өйрәтеп, ҡайтып китте. Әсәһе ҡыуанып бөтә алманы. Ундай яңылыҡ тиҙ генә ауыл буйлап таралды ла, күрше-күлән йыйылып китте. "Килен"еңде күрһәт ",- тип кис буйы кеше өҙөлмәне...Тик ҡайһы арала яңылышлыҡ киткәндер, Ғилмиә икенсе айҙа килгәнендә, әсәһәе уны бер өйөм ҡорғн-түлдәр менән көтә ине:- Һин килгәндә әйҙә, ҡыҙым, ошоно йыуып алайыҡ, - тине әсәһе.- Аһ, нимәгә машинкала өйрөлтөп алмайһың?!- Кит! Бының сама керҙе уға һалып, боҙоп ҡуйһаҡ, шунан? Йәлләйем уны, былай ҙа, кисә генә эшләттем, -тип ҡарап тормаһынмы!- Ғилмиә, әсәһенең ҡаршылашыуына ҡарамай, ҡорғандарҙы машинкала йыуып бирҙе. Шунан ғына икенсе бүләген сығарҙы.- Әсәй, быныһы робот-саң һурғыс. Саңыңды үҙе һура, үҙе таҙалай. Үҙең туңҡаңлап йөрөмә башҡа. Былай ҙа билең ауырта, - тип наказ бирҙе.- Мөйөштәрҙәге саңды алып бөтмәй, үҙем һепереп сығам, - тип бер зарланды әсәһе ҡыҙына шылтыратҡанда.- Исмаһам, балаҫыңда йөрөт. Роботты йәлләп ултырма!Техника бит! -тине Ғилмиә ҡаты итеп.- Ярай-ярай, былай ҙа,- тигән яуап ишеткәс тә, тынысланманы.- Шулай тигән булаһың да ул, әсәй... теге юлы электр сепаратор алып бирҙек. Эргәһендә тик торғансы тип, һамман элеккеһе менән ҡулдан һөт айыртаһың. Ә электр ит үткәргес? Ҡиммәтле, боҙола тип, һаман атай иҫкеһен әйләндерә. Үҙегеҙҙе йәлләй белмәйһегеҙ!- Роботты тотонам бит, Ғилмиә. Улай үпкәләмә, ҡыҙым. Ул техниканы башҡа йәлләмәйем, ысын әйтәм, - тип йыуатты әсәһе. Әммә өсөнсө килеүенә Ғилмиә ни күрһен! Әсәһенең өйөндә бер түгел, ике робот-саң һурғыс ултыра.-Бер үҙенә күңелһеҙ күңелһеҙ бит, - тип аңлатты әсәһе.- Артымдан бесәй балаһылай эйәреп тик йөрөй, шуға иптәш алдым әле. Балаҫты ла икәү иттем, береһе үсегә һымаҡ. Йөрөһөндәр әйҙә, шунда. Иҙәнде ни үҙем дә тиҙ генә йыуып сыға алам әле, Аллаға шөкөр...Ғилмиә һүҙ тапманы. Һабыт-һауа йыуғыс машина бүләк итмәй торорға булды.
|
Әҙәби мѳхит
| false |
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-17/y-alama-s-y-3482119
|
17 Октябрь , 21:05
|
Subsets and Splits
No community queries yet
The top public SQL queries from the community will appear here once available.