lang
stringclasses
1 value
title
stringlengths
3
183
original_text
stringlengths
92
79k
text
stringlengths
49
78.2k
label
stringclasses
80 values
processed
bool
2 classes
url
stringlengths
42
284
date
stringlengths
11
23
ba
тӨҪ ҠАЙҘА?
«Башҡалар араһында башҡалар кеүек булырға тейешбеҙ», тибеҙ ҙә, үҙ төҫөбөҙҙө юғалтабыҙ йыш ҡына...– Башҡаларҙың (к)өйө бар – минеке лә булһын...– Башҡаларҙың (теле)фоны бар – минеке лә булһын...– Башҡаларҙың (б)аҡсаһы бар – минеке лә булһын... – тибеҙ ҙә, йәнә-йәнә нимәгә булһа ла тотонабыҙ... Эш ҡыйратабыҙмы, әллә үҙебеҙҙе шулай ҡыйратабыҙмы - бөтмәҫ-төкәнмәҫ маҡсат-хыялдарҙы алдыбыҙға бейек-бейек тауҙар итеп өйәбеҙ ҙә «башҡалар араһында башҡалар кеүек булһын», тигәндән генә күңелебеҙ түрендә яҙа-йоҙа моронлаған уй-ниәттәрҙән ашыҡ-бошоҡ ҡоршалған үрҙәргә артылыуы үтә лә хәүефле икәнен аңлағандан бәлки, шул тауҙарҙы ҡабалан-ҡарһалан кире аҡтара башлайбыҙ шикелле.Йәл... Мәғәнәһеҙгә түгелгән көс йәл...Йәнә, әлеге лә баяғы тауҙарҙы ғына түгел, ғөмүмән, нимәне булһа ла киренән тиргәндә мотлаҡ юҡҡа сығасаҡ (т)өҫ йәл...   РӘМИЛӘ ТОРОМТАЕВА.
«Башҡалар араһында башҡалар кеүек булырға тейешбеҙ», тибеҙ ҙә, үҙ төҫөбөҙҙө юғалтабыҙ йыш ҡына...– Башҡаларҙың (к)өйө бар – минеке лә булһын...– Башҡаларҙың (теле)фоны бар – минеке лә булһын...– Башҡаларҙың (б)аҡсаһы бар – минеке лә булһын... – тибеҙ ҙә, йәнә-йәнә нимәгә булһа ла тотонабыҙ... Эш ҡыйратабыҙмы, әллә үҙебеҙҙе шулай ҡыйратабыҙмы - бөтмәҫ-төкәнмәҫ маҡсат-хыялдарҙы алдыбыҙға бейек-бейек тауҙар итеп өйәбеҙ ҙә «башҡалар араһында башҡалар кеүек булһын», тигәндән генә күңелебеҙ түрендә яҙа-йоҙа моронлаған уй-ниәттәрҙән ашыҡ-бошоҡ ҡоршалған үрҙәргә артылыуы үтә лә хәүефле икәнен аңлағандан бәлки, шул тауҙарҙы ҡабалан-ҡарһалан кире аҡтара башлайбыҙ шикелле. Йәл...
Әҙәби мѳхит
true
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-17/t-ay-a-3481636
17 Октябрь , 15:15
ba
Уғрылыҡ ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Студенттар менән әҙәби осрашыу мәлендә эшемә, ижадыма, шәхесемә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә башлағайным ғына, бер буйсан егет урынынан ҡалҡты:      - Һеҙ ғәҙел кешеме, ағай?!     Көтөлмәгән һорауҙан баҙап ҡалдым башта, шунан һорауға һорау биреп ҡотолорға иттем:      - Ә һеҙ һуң, минең хаҡта ниндәйерәк фекерҙә?      - Китаптарығыҙҙы уҡып сыҡҡандан һуң ғәҙелдәрҙән ғәҙел тип иҫәпләйем!      - Китаптарымда бит минең йәшәү рәүешемде, холҡомдо, булмышымды сағылдырмаған әҙәби геройҙар ғына һүрәтләнгән бары.      - Улайһа һеҙ мин биргән баһа менән килешеп етмәйһегеҙ була?      Тағы ла ситләтеп яуапланым:      - Әйҙәгеҙ, әйткәндәрегеҙҙең ысынбарлыҡҡа тап килеренә өмөт итәйек...      Унынсы класты тамамлағас Сибай медицина училищыһына уҡырға индем. Ҡаланың бер яҡ ситендә иркен итеп кәртәләп алынған ҡаласыҡтағы барактарҙа административ бина, уҡыу кабинеттары һәм барлыҡ уңайлыҡтары тышҡа булған өс ятаҡ урынлашҡайны. Ергә һеңгән серек иҙәнле, күк еҫе аңҡыған оҙон коридорҙың бер яғында ҡыҙҙар, икенсе яғында беҙ йәшәнек. Аш-һыу бүлмәһендә дүрт табаҡсалы, бик тә яй ҡыҙған ике электр плитәһе бар ине. Уларҙың янында һәр саҡ оҙон сират. Иҫке мәктәп парталар ҡуйылған, тын алғыһыҙ кимәлдә хлорка, формалин еҫе һеңгән уҡыу кабинеттары ла күп тигәндә ун, ун биш кеше һыймалы ғына. Спорт залы булмағанлыҡтан физкультура дәрестәрен яҙлы-көҙлө еүешләнеп, ҡышҡы селләлә өшөп-туңып асыҡ һауала үткәрҙеләр. Беҙҙең тарафҡа маршрут автобустары йөрөмәгәнлектән йомош төшкәндә, йәйәүләп, һирәк-һаяҡ, ҡалаға барып әйләнгән булабыҙ. Төркөмләп йөрөйбөҙ, шулай итмәһәң ҡала малайҙары әллә ҡайған күреп ҡалып, ҡамап алып, туҡмап-түбәләп ҡайтаралар. Олонан ҡубып ҡала тигә-небеҙ ҙә ике тиҫтәгә яҡын ҡатлы йорттар, “Октябрҙең 40 йыллығы” исемендәге мәҙәниәт һарайы, “Труд” стадионы, “Мир” кинотеатры, универмаг, “Ирәндек” ҡунаҡханаһы, “Төйәләҫ” ресторанынан ойошҡан. Һүҙ араһында тағы шуны өҫтәйем, ресторанға барып башҡаса баш тыҡмаҫтай булып ултырып сыҡтым бер тапҡыр, талғын ағылған музыканы тыңлап, ике-өс бөртөк печенье ҡабып, ҡаралай сәй һөрпөлдәткән өсөн ҡан ялаған эттекенә тартым сағыу иренле, бот төптәре күренгән ҡыҫҡа юбка кейгән, ҡалҡыу түшле, ҡабарынҡы сәсле официант ҡыҙ, ауылдан икәнлегемде һиҙеп әллә күҙ ҙә йоммай өс тәңкәмде һыпырып алып ҡалды. Аҡса тигәнең ныҡ ҡиммәт, бәрәкәтле ине ул заманда, ҡыҫып-ҡымтып, ҡат-ҡат иҫәпләп тотһаң елгә осороп ҡалдырып киткәнемә бер аҙна тирәһе иркенләп йәшәргә мөмкин булыр ине. Ни хәл итәһең, күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәндәре шулдыр.        Мауығып китеп ситләштем, ятаҡ, тип аталып харабаға ҡалған баракҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Панцирлы, бер кеше йоҡлауға иҫәпләнгән дүрт карауат, ҡулдан әтмәләнгән ағас өҫтәл тығылған ҡыҫынҡы ғына бүлмәлә дүрт малай йәшәнек, йәғни тереклек иттек, икәүбеҙ унынсы кластан, икәүбеҙ һигеҙҙән һуң килгәнбеҙ. Арабыҙҙа Силәбе яҡтарынан килгән, сандыр оҙон буйлы Йыһанур исемле егет тә бар ине, ул йылдарҙа “Тотолмаҫ үс алыусылар” кинофильмы бик популяр булғанлыҡтан тәүге көндән үк теге үҙен Яшка-сиған, тип таныштырҙы. Ысынлап та ул төҫкә башҡа һуйған да ҡаплаған сиған инде, ҡолаҡтарына еҙ алҡалар ғына етмәй. Тән тиреһе суйын төҫлө, бөҙрәләнеп таралған сәстәре ыҫ-малалай ҡара. Күрмәлекле генә булһа ла, боҙ һалҡынлығы, башкиҫәр саялығы бөрккән йөҙө юлбаҫарҙарҙыҡына тартым, ҡалын ҡаштар аҫтынан уҫал, мәрхәмәтһеҙ, яһил күҙҙәр көйрәп-янып ҡарайҙар, уң яҡ битендә үткер әйбер менән тамғаланған иҫке яра эҙе ялтасланып күренә. Һөйләше, әйтере ҡыҫҡа һәм төрпө, улар бары ымлыҡтарҙан һәм русса һүгенеүҙәрҙән әүәләнгән. Уҡыу башында уҡ ярпылдаҡ балаҡтарына бер тинлек тәңкәләр тишеп тегелгән клёщ салбар һәм эсе ҡара бумазый, тышы көрәнһыу төҫтәге болонья куртка, аяҡтарына ныҡ туҙған, ташларлығы ғына ҡалған ботинкалар кейеп килгәйне, аҙаҡҡа-са, йыл әйләнәһенә ошо кейемдәр һылап, йәбештереп ҡуйғандай уның өҫтөнән төшмәнеләр. Ауыҙынан һис ҡасан тәмәке өҙөлмәне, сигареттың ҡырҡыуын, танауҙы ярып алып барғанын, “Кавказ” тип аталғанын борхотто. Беҙ ни, руссаны икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупала-ған ауыл малайҙары саманан артыҡ баҫалҡыбыҙ, йыуашбыҙ, телһеҙ-тешһеҙ күндәмбеҙ, шуға тәүге көндән үк Йыһанур беренселекте, хакимлыҡты үҙ өҫтөнә алып беҙгә бойороҡтарын, күрһәтмәләрен бирергә, иҫкәрмәләрен аңыбыҙға һеңдерергә тотондо. Өҫ-башын яңыртырға теләү уйынандыр, сираты еткәнгә бармағы менән төртөп ҡәтғи, кире ҡаҡмаҫ-лыҡ итеп бойора: “Все подряд сымай, на этой недели твои шмотки буду носить я! Смотри, ҡаршылашһаң һыҙырам!” Аҙна һайын шулай. Барыбер һүҙен һүҙ иттерә, тыңламаҫҡа маташһаң яғанан алып этеш-төртөш ойоштороуҙан да тартынмай. Тиҙҙән тағы ла бер кире яғы асыҡланды, “бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай”, тиҙәр бит, ғаиләһендә шундайыраҡ тәрбиә алғандыр, бүлмәләшебеҙ торғаны менән “тотолмаҫ үс алыусы” түгел, һис ҡасан “тотолмаҫ ҡараҡ”, оҫта бур, йылғыр уғры булды. Ҡырын, юлында арҡыры ятҡанды ашатлап үтмәй, ыңғайы бер ҡыйырға, һыпырырға әҙер, шул урлыҡ менән тапҡаны күҙ менән ҡаш араһында уның “хәләл” табышына әүерелә.      Уҡыу башланып бер ай ҙа үтмәне, һаҡлап ҡына тотонғандан ҡалған ун һум аҡсам юға-лды бит, бына аяҡ аҫтында ятҡан бәлә! Төшөп ҡалды, тиер инең дә түш кеҫәләге паспорт араһына ҡыҫтырылғайны. Ул саҡтағы студенттың айлыҡ степендияһы утыҙ һум, ә мин на-ҙан-оңҡотҡа алдынғыға тәғәйен дәүләт түләүен кем генә сығарып тотторһон инде?! Ҡаб-ат-ҡабат усыма һалып һыйпап-ҡарап күҙ терәп торған болом булғас аныҡ хәтерләйем; банкнот әллә кемдәр ҡулынан үтә барып ҡат-ҡат хисаплана торғас, керләнеп бөткәйне, уң яҡтан аҫҡы өлөшө бармаҡ бителәй уйылып кителгәйне. Шул ҡәҙерле байлыҡһыҙ тороп ҡалдым һуңғы сиктә! Бүлмәләштәр менән алдан килешелгәнсә сиратлап, көнөнә  бер тап-ҡыр эргәләге аҙыҡ-түлек кибетенә барып әйләнәбеҙ, һатып аласаҡ нимәләребеҙ ҙә алдан аныҡ тәғәйенләнгән, бер иш, йәшәйеш, донъя түңкәрелгән хәлдә лә үҙгәрешһеҙ; ике буханка ҡара икмәк, бер пачка маргарин (май урынына ашар өсөн), бер банка ҡабаҡ икраһы, шул үтемле һыйҙы шәкәрһеҙ, ҡаралай, икенсе сортлы грузин сәйенә ҡушып тәғәмләнә-беҙ. Астан үлмәҫ, тереклек итер өсөн ошолар ҙа баштан ашҡан! Килгәндә төртһәң йығы-лырлыҡ ябыҡлау булһам, бында саҡта энә йотҡанлыҡтан мөҙөрөп ҡабырғалары беленгән урам бурҙайы хәлендә төштөм.      Бик теләһәм дә һыйыр майына, ауыл ризығына өйрәнгән ҡорһағым маргаринды ҡыр-ҡа ҡабул итергә теләмәне лә ҡуйҙы, бөттө-китте! Арыҡ малдай күтәртеү хәленә төшөүем бәлки шунан да булғандыр. Уның ҡарауы Әҡсән исемле егетебеҙ буҙ төҫтәге, салидолға тартым нәмәне арыш икмәгенә ҡалын итеп һылап оло теләк менән, аппетит менән,  умы-раһынан тешләп елгәрә генә, үҙе ыңғайы бер бер үк таҡмаҡты һамаҡлай:                                                         Айға оса, айға оса                                                       Айға оса Гагарин.                                                       Мин дә айға осор инем,                                                       Эсем тулы маргарин!        Шулай итеп мөлкәтһеҙ тороп ҡалдым, ә иртәгә кибеткә миңә бараһы, ни эшләргә? Аптырағандың көнөнән карауатында аунаған Яшкаға мөрәжәғәт иттем:      - Йыһанур, үтескә аҡса биреп тора алмаҫһыңмы, ай аҙағында әсәйем пенсия алып аҡса ебәрһә кире ҡайтарыр инем...    Яшка ҡалҡып ултырып ауыҙындағы сигаретын иҙәнгә ырғытып лимон төҫөндәге бо-тинкаһының үксәһе менән иҙгәндән һуң мыҫҡыллы тексәйҙе:      - Хе, деревня, ты такой бедный что ли?      - Паспортҡа ҡыҫтырылған аҡсам юғалды, әллә төшөп ҡалды, хәйерһеҙ, улай тиер инең, кеҫәм төбө лә тишек түгел ине һымаҡ...      - Беречь надо было, бережённого Бог бережет!      - Хоҙай Тәғәлә араламаны шул, уға ни юғарыла ултырғанға ун һум күҙенә лә эләкмәйҙер, күрәһең...      - Короче, философ, сколько тебе надо?      - Ун һум да баштан ашҡан!      Яшка эре ҡиәфәттә кеҫәһенән аҡса сығарып өҫтәлгә ырғытты:      - Бери, холоп, до конца месяца, опоздаешь, в двойном размере будешь возвращать, понял?! Һуңлаһаң – һыҙырам!      - Аңламаған ҡайҙа, аңланым! – Ҡыуанып киттем, был ауыр хәлдә Йыһанурҙан башҡа кем генә миңә ярҙам итер тиһең, ете-ят, төрлө тарафтарҙан йыйылған группалаш һабаҡташтарымдың исемдәрен әлегә белеп тә бөтмәйем бит.      Ҡулыма алғаныма текәлдем дә йәшен атҡандай юғалдым да ҡалдым, усымда минең теге аҡсам ята ине! Яңылышыу мөмкин түгел, шул үҙе, бер сите китек, керле. Танауыма яҡын килтереп еҫкәгәндәй ҙә иттем, еҫе лә тап килгәндәй.      - Был бит... – Минең аҡсам, тип саҡ әйтеп ысҡындырмай тотлоғоп ҡалдым.      Йөҙөмдәге үҙгәреште күреп өлгөргән Йыһанур ауыҙымды томаларға теләп шундуҡ һөжүмгә күсте:      - Ну что ты стоишь как парализованный, припадочный! Если не хочешь брать в долг, не настаиваю, кати обратно!      - Юҡ, алам!     Бирәсәгемде һуңлатып ташлағас ун биш һум итеп ҡайтарырға тура килде...     Ятаҡтың бер бүлмәһендә келәткә тартым урын да бар ине. Студенттар унда ҡартуф-тарын, һуған-кишерҙәрен һаҡлай торғайнылар. Асҡыс ятаҡ буйынса дежурныйҙа, һор-аусыларға ул асып-яба.  Кис етһә Яшка, ҡаныҡты ла баһа, әллә минән башҡа кеше юҡ, бармағы менән төртөп йәнә бойора:      - Пошли, деревня, за картошкой, там шухером будешь стоять!      - Унда беребеҙҙең дә йәшелсәһе һаҡланмай шикелле?! – Еңел генә ҡотолорға итәм.      - Историю надо читать, деревня! Как известно, восьмидесятом году будет коммунизм, а при новом общественном формате, все ценности будут общими, и все продукты питания будут бесплатными!      Башҡа яуап таба алмағанға башымды баҫам.       Урам яҡтан теге бүлмә янына барғас Яшка ятлатып бөткән күрһәтмәһен ҡабатлай:      - Я, через форточку, если все спокойно молчи, если шум-гам, пни ногой в стену три раза!       Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Йыһанур форточка аша оло сетка менән картуф һона, мин ҡабул итеп алам.       Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй ятаҡҡа инеү менән ҡаршы бүлмәлә йәшәгән Нурия беҙҙе тап итте лә һорай һалды:      - Был картуф ҡайҙан?      Енәйәт өҫтөндә тотолғандай ҡыҙарып киттем: - Теге, ней, әсәйем таныштар аша ауылдан ебәргән, шуны индереп килә ятыуым...      - Беҙҙең баҡсалағы каруф та хас һеҙҙеке ише эре, үҙе ҡыҙыл!      - Картуф орлоғон үткән йыл һеҙҙең яҡтан алғайныҡ, шуға тап киләлер, бәлки...      Бүлмәгә ингәс Йыһанур маҡтап алырға ла онотманы:      - Ну, ты, деревня, даешь, научился воровать, теперь научился так гладко и убедительно обманывать, молодец, продолжай дальше!       Иртәгеһен Яшка-сиған шул урлағанын әрсеп-бешереп беҙгә ашатты ла былай тине:      - Кушайте, кушайте, холопы царские, картошка с меня, поэтому за продуктами в магазин будете ходит вы, по очереди, бесплатный сыр бывает только в мышеловке! Тығынығыҙ, ашамай икәнһегеҙ – һыҙырам!      Күп йылдар үткәс башҡала урамында тап иттем Йыһанурҙы. Ул мине әллә ҡайҙан та-нып алып йүгереп килеп ҡәҙерле кешеһен күргәндәй ҡосағына ҡыҫты. Ныҡ таушалғай-ны, олоғайғайны ул.       Ғәжәбемә ҡаршы башҡортса өндәште:      - Хәлдәрең нисек, дуҫ!      - Шөкөр әле.      - Шөкөр итә белеү үҙе үк аҡыл. – Ҡоласын яҙҙы. – Мин ни бына, элеккесә. – Өҫтөндә теге саҡты хәтерләткән күлдәк тә йоҡа куртка, аяҡтарындағы ботинкалары хәҙер сөрөшөп ҡатҡан әфлисун төҫөнә ингәндәр. Барыһы ла элеккесә, тамсы ла үҙгәрешһеҙ.      - Донъялар ныҡ боларҙы, тарафтар буталды, аҡсаның хаҡы төштө, алмашта йөрөгән ваҡ ҡулаҡса рәүешендә ҡалып әҙәм балаһының ҡәҙере китте. Йәл, бик йәл! – Тәмәке ҡабыҙҙы. – Тура баҫып ҡырын һөйләмәйек, уны һин дә мин дә яҡшы беләбеҙ, теге ун һум, һуңынан ун биш итеп ҡайтарылған аҡсалар һинеке ине бит... Кисерә алһаң кисер, һәм һәр нимә донъялыҡта мәлендә тулы күләмдә түләнергә һәм кире ҡайтарылырға бу-рыслы. Мә, тейешлене ал! – Керләнеп ҡатҡан сепрәк кәшелүгенән сығарып ун биш һум аҡсаны усыма йомдорҙо. – Баш тарта алмайһың, бирәсәгемде тулы күләмендә кире ҡай-тарам. Быларға хәҙер бер ни ҙә һатып ала алмаясаҡһың, шулай ҙа...      - Алмаһам - һыҙыраһыңмы!     Йыһанур урам яңғыратып, күҙҙәре көлмәһә лә үҙе һаһылдап ебәрҙе:      - Онотмағанһың бит әй, минең әйткәндәрҙе! Юҡ, һыҙырмайым, бары һине ғәҙел йәнле, матур күңелле кеше булараҡ ҡосаҡлайым ғына. – Ҡосағына ҡармап оҙаҡ һүҙһеҙ торҙо, күҙҙәре йәшләнгәйне уның. – С онкодиспансера я, поставили смертельный диагноз, вот и бесцельно скитаюсь по улицам...      Нисек ҡойондай йүгереп килһә шул етеҙлегендә Йыһанур китеп барҙы һәм апаруҡ ер киткәс кире ҡайырылды:      - Урлап байып булмай туған, мин шуны бар тәрәнлегендә аңланым!      Ә ғәҙеллеккә, кешелек сифаттарына килгәндә быныһы инде бик сетерекле мәсьәлә, бур менән юлдашһың, табындаш ҡорҙашһың икән, тимәк һин дә шул түбән кимәлдәһең, кү-рәләтә урланғанды ейеү ҙә ауыр гөнаһтарҙың береһе иҫәпләнә, ә миңә килгәндә, нисә тиҫ-тә йыл инде ҡара төйөрҙәй күңелемдә йөрөткән оятыма ҡаршы, әле лә уғрының урлаған-ын ҡарап, күҙәтеп, уның хәүефһеҙлеген ҡайғыртып һаҡта торам һымаҡ...
Студенттар менән әҙәби осрашыу мәлендә эшемә, ижадыма, шәхесемә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирә башлағайным ғына, бер буйсан егет урынынан ҡалҡты: - Һеҙ ғәҙел кешеме, ағай?! Көтөлмәгән һорауҙан баҙап ҡалдым башта, шунан һорауға һорау биреп ҡотолорға иттем: - Ә һеҙ һуң, минең хаҡта ниндәйерәк фекерҙә? - Китаптарығыҙҙы уҡып сыҡҡандан һуң ғәҙелдәрҙән ғәҙел тип иҫәпләйем! - Китаптарымда бит минең йәшәү рәүешемде, холҡомдо, булмышымды сағылдырмаған әҙәби геройҙар ғына һүрәтләнгән бары. - Улайһа һеҙ мин биргән баһа менән килешеп етмәйһегеҙ була? Тағы ла ситләтеп яуапланым: - Әйҙәгеҙ, әйткәндәрегеҙҙең ысынбарлыҡҡа тап килеренә өмөт итәйек... Унынсы класты тамамлағас Сибай медицина училищыһына уҡырға индем. Ҡаланың бер яҡ ситендә иркен итеп кәртәләп алынған ҡаласыҡтағы барактарҙа административ бина, уҡыу кабинеттары һәм барлыҡ уңайлыҡтары тышҡа булған өс ятаҡ урынлашҡайны. Ергә һеңгән серек иҙәнле, күк еҫе аңҡыған оҙон коридорҙың бер яғында ҡыҙҙар, икенсе яғында беҙ йәшәнек. Аш-һыу бүлмәһендә дүрт табаҡсалы, бик тә яй ҡыҙған ике электр плитәһе бар ине. Уларҙың янында һәр саҡ оҙон сират. Иҫке мәктәп парталар ҡуйылған, тын алғыһыҙ кимәлдә хлорка, формалин еҫе һеңгән уҡыу кабинеттары ла күп тигәндә ун, ун биш кеше һыймалы ғына. Спорт залы булмағанлыҡтан физкультура дәрестәрен яҙлы-көҙлө еүешләнеп, ҡышҡы селләлә өшөп-туңып асыҡ һауала үткәрҙеләр. Беҙҙең тарафҡа маршрут автобустары йөрөмәгәнлектән йомош төшкәндә, йәйәүләп, һирәк-һаяҡ, ҡалаға барып әйләнгән булабыҙ. Төркөмләп йөрөйбөҙ, шулай итмәһәң ҡала малайҙары әллә ҡайған күреп ҡалып, ҡамап алып, туҡмап-түбәләп ҡайтаралар. Олонан ҡубып ҡала тигә-небеҙ ҙә ике тиҫтәгә яҡын ҡатлы йорттар, “Октябрҙең 40 йыллығы” исемендәге мәҙәниәт һарайы, “Труд” стадионы, “Мир” кинотеатры, универмаг, “Ирәндек” ҡунаҡханаһы, “Төйәләҫ” ресторанынан ойошҡан. Һүҙ араһында тағы шуны өҫтәйем, ресторанға барып башҡаса баш тыҡмаҫтай булып ултырып сыҡтым бер тапҡыр, талғын ағылған музыканы тыңлап, ике-өс бөртөк печенье ҡабып, ҡаралай сәй һөрпөлдәткән өсөн ҡан ялаған эттекенә тартым сағыу иренле, бот төптәре күренгән ҡыҫҡа юбка кейгән, ҡалҡыу түшле, ҡабарынҡы сәсле официант ҡыҙ, ауылдан икәнлегемде һиҙеп әллә күҙ ҙә йоммай өс тәңкәмде һыпырып алып ҡалды. Аҡса тигәнең ныҡ ҡиммәт, бәрәкәтле ине ул заманда, ҡыҫып-ҡымтып, ҡат-ҡат иҫәпләп тотһаң елгә осороп ҡалдырып киткәнемә бер аҙна тирәһе иркенләп йәшәргә мөмкин булыр ине. Ни хәл итәһең, күрмәгәндең күргеһе, күргәндең ҡоҫҡоһо килә, тигәндәре шулдыр. Мауығып китеп ситләштем, ятаҡ, тип аталып харабаға ҡалған баракҡа кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Панцирлы, бер кеше йоҡлауға иҫәпләнгән дүрт карауат, ҡулдан әтмәләнгән ағас өҫтәл тығылған ҡыҫынҡы ғына бүлмәлә дүрт малай йәшәнек, йәғни тереклек иттек, икәүбеҙ унынсы кластан, икәүбеҙ һигеҙҙән һуң килгәнбеҙ. Арабыҙҙа Силәбе яҡтарынан килгән, сандыр оҙон буйлы Йыһанур исемле егет тә бар ине, ул йылдарҙа “Тотолмаҫ үс алыусылар” кинофильмы бик популяр булғанлыҡтан тәүге көндән үк теге үҙен Яшка-сиған, тип таныштырҙы. Ысынлап та ул төҫкә башҡа һуйған да ҡаплаған сиған инде, ҡолаҡтарына еҙ алҡалар ғына етмәй. Тән тиреһе суйын төҫлө, бөҙрәләнеп таралған сәстәре ыҫ-малалай ҡара. Күрмәлекле генә булһа ла, боҙ һалҡынлығы, башкиҫәр саялығы бөрккән йөҙө юлбаҫарҙарҙыҡына тартым, ҡалын ҡаштар аҫтынан уҫал, мәрхәмәтһеҙ, яһил күҙҙәр көйрәп-янып ҡарайҙар, уң яҡ битендә үткер әйбер менән тамғаланған иҫке яра эҙе ялтасланып күренә. Һөйләше, әйтере ҡыҫҡа һәм төрпө, улар бары ымлыҡтарҙан һәм русса һүгенеүҙәрҙән әүәләнгән. Уҡыу башында уҡ ярпылдаҡ балаҡтарына бер тинлек тәңкәләр тишеп тегелгән клёщ салбар һәм эсе ҡара бумазый, тышы көрәнһыу төҫтәге болонья куртка, аяҡтарына ныҡ туҙған, ташларлығы ғына ҡалған ботинкалар кейеп килгәйне, аҙаҡҡа-са, йыл әйләнәһенә ошо кейемдәр һылап, йәбештереп ҡуйғандай уның өҫтөнән төшмәнеләр. Ауыҙынан һис ҡасан тәмәке өҙөлмәне, сигареттың ҡырҡыуын, танауҙы ярып алып барғанын, “Кавказ” тип аталғанын борхотто. Беҙ ни, руссаны икмәк-тоҙлоҡ ҡына һупала-ған ауыл малайҙары саманан артыҡ баҫалҡыбыҙ, йыуашбыҙ, телһеҙ-тешһеҙ күндәмбеҙ, шуға тәүге көндән үк Йыһанур беренселекте, хакимлыҡты үҙ өҫтөнә алып беҙгә бойороҡтарын, күрһәтмәләрен бирергә, иҫкәрмәләрен аңыбыҙға һеңдерергә тотондо. Өҫ-башын яңыртырға теләү уйынандыр, сираты еткәнгә бармағы менән төртөп ҡәтғи, кире ҡаҡмаҫ-лыҡ итеп бойора: “Все подряд сымай, на этой недели твои шмотки буду носить я! Смотри, ҡаршылашһаң һыҙырам!” Аҙна һайын шулай. Барыбер һүҙен һүҙ иттерә, тыңламаҫҡа маташһаң яғанан алып этеш-төртөш ойоштороуҙан да тартынмай. Тиҙҙән тағы ла бер кире яғы асыҡланды, “бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай”, тиҙәр бит, ғаиләһендә шундайыраҡ тәрбиә алғандыр, бүлмәләшебеҙ торғаны менән “тотолмаҫ үс алыусы” түгел, һис ҡасан “тотолмаҫ ҡараҡ”, оҫта бур, йылғыр уғры булды. Ҡырын, юлында арҡыры ятҡанды ашатлап үтмәй, ыңғайы бер ҡыйырға, һыпырырға әҙер, шул урлыҡ менән тапҡаны күҙ менән ҡаш араһында уның “хәләл” табышына әүерелә. Уҡыу башланып бер ай ҙа үтмәне, һаҡлап ҡына тотонғандан ҡалған ун һум аҡсам юға-лды бит, бына аяҡ аҫтында ятҡан бәлә! Төшөп ҡалды, тиер инең дә түш кеҫәләге паспорт араһына ҡыҫтырылғайны. Ул саҡтағы студенттың айлыҡ степендияһы утыҙ һум, ә мин на-ҙан-оңҡотҡа алдынғыға тәғәйен дәүләт түләүен кем генә сығарып тотторһон инде?! Ҡаб-ат-ҡабат усыма һалып һыйпап-ҡарап күҙ терәп торған болом булғас аныҡ хәтерләйем; банкнот әллә кемдәр ҡулынан үтә барып ҡат-ҡат хисаплана торғас, керләнеп бөткәйне, уң яҡтан аҫҡы өлөшө бармаҡ бителәй уйылып кителгәйне. Шул ҡәҙерле байлыҡһыҙ тороп ҡалдым һуңғы сиктә! Бүлмәләштәр менән алдан килешелгәнсә сиратлап, көнөнә бер тап-ҡыр эргәләге аҙыҡ-түлек кибетенә барып әйләнәбеҙ, һатып аласаҡ нимәләребеҙ ҙә алдан аныҡ тәғәйенләнгән, бер иш, йәшәйеш, донъя түңкәрелгән хәлдә лә үҙгәрешһеҙ; ике буханка ҡара икмәк, бер пачка маргарин (май урынына ашар өсөн), бер банка ҡабаҡ икраһы, шул үтемле һыйҙы шәкәрһеҙ, ҡаралай, икенсе сортлы грузин сәйенә ҡушып тәғәмләнә-беҙ. Астан үлмәҫ, тереклек итер өсөн ошолар ҙа баштан ашҡан! Килгәндә төртһәң йығы-лырлыҡ ябыҡлау булһам, бында саҡта энә йотҡанлыҡтан мөҙөрөп ҡабырғалары беленгән урам бурҙайы хәлендә төштөм. Бик теләһәм дә һыйыр майына, ауыл ризығына өйрәнгән ҡорһағым маргаринды ҡыр-ҡа ҡабул итергә теләмәне лә ҡуйҙы, бөттө-китте! Арыҡ малдай күтәртеү хәленә төшөүем бәлки шунан да булғандыр. Уның ҡарауы Әҡсән исемле егетебеҙ буҙ төҫтәге, салидолға тартым нәмәне арыш икмәгенә ҡалын итеп һылап оло теләк менән, аппетит менән, умы-раһынан тешләп елгәрә генә, үҙе ыңғайы бер бер үк таҡмаҡты һамаҡлай: Айға оса, айға оса Айға оса Гагарин. Мин дә айға осор инем, Эсем тулы маргарин! Шулай итеп мөлкәтһеҙ тороп ҡалдым, ә иртәгә кибеткә миңә бараһы, ни эшләргә? Аптырағандың көнөнән карауатында аунаған Яшкаға мөрәжәғәт иттем: - Йыһанур, үтескә аҡса биреп тора алмаҫһыңмы, ай аҙағында әсәйем пенсияалып аҡса ебәрһә кире ҡайтарыр инем... Яшка ҡалҡып ултырып ауыҙындағы сигаретын иҙәнгә ырғытып лимон төҫөндәге бо-тинкаһының үксәһе менән иҙгәндән һуң мыҫҡыллы тексәйҙе: - Хе, деревня, ты такой бедный что ли? - Паспортҡа ҡыҫтырылған аҡсам юғалды, әллә төшөп ҡалды, хәйерһеҙ, улай тиер инең, кеҫәм төбө лә тишек түгел ине һымаҡ... - Беречь надо было, бережённого Бог бережет! - Хоҙай Тәғәлә араламаны шул, уға ни юғарыла ултырғанға ун һум күҙенә лә эләкмәйҙер, күрәһең... - Короче, философ, сколько тебе надо? - Ун һум да баштан ашҡан! Яшка эре ҡиәфәттә кеҫәһенән аҡса сығарып өҫтәлгә ырғытты: - Бери, холоп, до конца месяца, опоздаешь, в двойном размере будешь возвращать, понял?! Һуңлаһаң – һыҙырам! - Аңламаған ҡайҙа, аңланым! – Ҡыуанып киттем, был ауыр хәлдә Йыһанурҙан башҡа кем генә миңә ярҙам итер тиһең, ете-ят, төрлө тарафтарҙан йыйылған группалаш һабаҡташтарымдың исемдәрен әлегә белеп тә бөтмәйем бит. Ҡулыма алғаныма текәлдем дә йәшен атҡандай юғалдым да ҡалдым, усымда минең теге аҡсам ята ине! Яңылышыу мөмкин түгел, шул үҙе, бер сите китек, керле. Танауыма яҡын килтереп еҫкәгәндәй ҙә иттем, еҫе лә тап килгәндәй. - Был бит... – Минең аҡсам, тип саҡ әйтеп ысҡындырмай тотлоғоп ҡалдым. Йөҙөмдәге үҙгәреште күреп өлгөргән Йыһанур ауыҙымды томаларға теләп шундуҡ һөжүмгә күсте: - Ну что ты стоишь как парализованный, припадочный! Если не хочешь брать в долг, не настаиваю, кати обратно! - Юҡ, алам! Бирәсәгемде һуңлатып ташлағас ун биш һум итеп ҡайтарырға тура килде... Ятаҡтың бер бүлмәһендә келәткә тартым урын да бар ине. Студенттар унда ҡартуф-тарын, һуған-кишерҙәрен һаҡлай торғайнылар. Асҡыс ятаҡ буйынса дежурныйҙа, һор-аусыларға ул асып-яба. Кис етһә Яшка, ҡаныҡты ла баһа, әллә минән башҡа кеше юҡ, бармағы менән төртөп йәнә бойора: - Пошли, деревня, за картошкой, там шухером будешь стоять! - Унда беребеҙҙең дә йәшелсәһе һаҡланмай шикелле?! – Еңел генә ҡотолорға итәм. Башҡа яуап таба алмағанға башымды баҫам. Урам яҡтан теге бүлмә янына барғас Яшка ятлатып бөткән күрһәтмәһен ҡабатлай: - Я, через форточку, если все спокойно молчи, если шум-гам, пни ногой в стену три раза! Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Йыһанур форточка аша оло сетка менән картуф һона, мин ҡабул итеп алам. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй ятаҡҡа инеү менән ҡаршы бүлмәлә йәшәгән Нурия беҙҙе тап итте лә һорай һалды: - Был картуф ҡайҙан? Енәйәт өҫтөндә тотолғандай ҡыҙарып киттем: - Теге, ней, әсәйем таныштар аша ауылдан ебәргән, шуны индереп килә ятыуым... - Беҙҙең баҡсалағы каруф та хас һеҙҙеке ише эре, үҙе ҡыҙыл! - Картуф орлоғон үткән йыл һеҙҙең яҡтан алғайныҡ, шуға тап киләлер, бәлки... Тығынығыҙ, ашамай икәнһегеҙ – һыҙырам! Күп йылдар үткәс башҡала урамында тап иттем Йыһанурҙы. Ул мине әллә ҡайҙан та-нып алып йүгереп килеп ҡәҙерле кешеһен күргәндәй ҡосағына ҡыҫты. Ныҡ таушалғай-ны, олоғайғайны ул. Ғәжәбемә ҡаршы башҡортса өндәште: - Хәлдәрең нисек, дуҫ! - Шөкөр әле. - Шөкөр итә белеү үҙе үк аҡыл. – Ҡоласын яҙҙы. – Мин ни бына, элеккесә. – Өҫтөндә теге саҡты хәтерләткән күлдәк тә йоҡа куртка, аяҡтарындағы ботинкалары хәҙер сөрөшөп ҡатҡан әфлисун төҫөнә ингәндәр. Барыһы ла элеккесә, тамсы ла үҙгәрешһеҙ. - Донъялар ныҡ боларҙы, тарафтар буталды, аҡсаның хаҡы төштө, алмашта йөрөгән ваҡ ҡулаҡса рәүешендә ҡалып әҙәм балаһының ҡәҙере китте. Йәл, бик йәл! – Тәмәке ҡабыҙҙы. – Тура баҫып ҡырын һөйләмәйек, уны һин дә мин дә яҡшы беләбеҙ, теге ун һум, һуңынан ун биш итеп ҡайтарылған аҡсалар һинеке ине бит... Кисерә алһаң кисер, һәм һәр нимә донъялыҡта мәлендә тулы күләмдә түләнергә һәм кире ҡайтарылырға бу-рыслы. Мә, тейешлене ал! – Керләнеп ҡатҡан сепрәк кәшелүгенән сығарып ун биш һум аҡсаны усыма йомдорҙо. – Баш тарта алмайһың, бирәсәгемде тулы күләмендә кире ҡай-тарам. Быларға хәҙер бер ни ҙә һатып ала алмаясаҡһың, шулай ҙа... - Алмаһам - һыҙыраһыңмы! Йыһанур урам яңғыратып, күҙҙәре көлмәһә лә үҙе һаһылдап ебәрҙе: - Онотмағанһың бит әй, минең әйткәндәрҙе! Юҡ, һыҙырмайым, бары һине ғәҙел йәнле, матур күңелле кеше булараҡ ҡосаҡлайым ғына. – Ҡосағына ҡармап оҙаҡ һүҙһеҙ торҙо, күҙҙәре йәшләнгәйне уның. – С онкодиспансера я, поставили смертельный диагноз, вот и бесцельно скитаюсь по улицам... Нисек ҡойондай йүгереп килһә шул етеҙлегендә Йыһанур китеп барҙы һәм апаруҡ ер киткәс кире ҡайырылды: - Урлап байып булмай туған, мин шуны бар тәрәнлегендә аңланым!
Әҙәби мѳхит
true
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-17/u-ryly-h-ter-ge-h-tir-l-r-tsiklynan-h-y-r-tapa-ov-3481212
17 Октябрь , 11:30
ba
ЯҘМЫШТЫ ҺАЙЛАП БУЛАМЫ?
Шәхси тормошона килгәндә ҡәҙимгесә ғүмер иттеләр, әсәһе менән күптән бирле икәүләшеп кенә йәшәнеләр.. Йәмғиәтте яңыртып ҡороу заманы, артабан баҙар экономикаһына күсеү уларҙың ғаиләһенә бер ниндәй ыңғайлыҡ та бирмәне. Ҡыҙ беренсе класҡа барған йылы атаһы Себергә эшкә киткәндән юҡҡа сыҡты, әллә тере, әллә юҡ – был турала бер хәбәр ҙә булманы, көтөп көтөк булдылар, тора биргәс, яҙмыштарына бойһонорға тура килде, яйлап ҡайтмаҫына инандылар. Артабан колхоздар юҡҡа сыҡты, шул арҡала пенсия йәшенә етмәҫ борон уҡ һауынсы әсәһе эшһеҙ ҡалды, әллә эстән янып көйөүҙән, әллә башҡа сәбәптән ул ауырыуға әйләнде. Шуға күрә Зөлфирә медицина институтына инергә хыялланһа ла мәктәпте тамамлағас та ситкә, йәғни башҡалаға табан юллана алманы. Нисек итеп ауырыу әсәһен ташлап ауылдан сығып китһен инде! Әсәһенән башҡа яҡын кешеһе юҡ бит уның. Ярай әле ҡулайлы күргән эш тиҙ табылды, яңы ғына ауылда асылған шәхси магазинға һатыусы кәрәк булды, ул шунда урынлаша алды. Магазин хужаһы бер-ике көн эш тәртибен аңлатты ла һатылған әйберҙәрҙе яҙып барырға ҡушып, эш хаҡы тураһында аңғартып, оҙаҡҡа туҡтамай ҡалаға олаҡты. Яңы эшкә тиҙ өйрәнде йәш кеше, ауылдаштары менән һәйбәт мөғәмәлә булды, дебет-кредит системаһын аңлап алды, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙы документтары буйынса ентекләп ҡарап ала барҙы, һатылғандарын яҙа барҙы, ныҡлап иҫәптә тотто. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла әсәһе менән икәүһенә осон-осҡа ялғарға етә ине булғаны. Мал-тыуар тотмаһалар ҙа ҡош-ҡорт, йәғни тауыҡ-ҡаҙ тәрбиәләп көн иттеләр. Бына шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда әсәһе ныҡлап ауырып китте. Район дауаханаһына һалырға тура килде. Ике көндән һуң әсәһенең үлеме тураһында хәбәр алды ҡыҙыҡай. Эйе, әсәһен һуңғы юлға оҙатҡан саҡта күп уйланды Зөлфирә. Артабан ауылда ҡалыуҙан фәтеүә юҡ, тигән ҡарарға килде ул. Июнь башында эшен тапшырып, ҡош-ҡортон уңлы-һуллы һатып, өйөнөң тәҙрәләренән арҡыс-торҡос таҡталар менән ҡатып, булған аҡсаларын һалып алып юлға сыҡты. Медицина институтының педиатрия бүлегенә ынтылды ул, сөнки балаларҙы дауалау, уларҙың һаулығын күҙәтеү эше Земфираға килешле һөнәр тойолдо. Ләкин “балл” тип аталған күрһәткес уны ситкә этте, ҡыҙ институтҡа уҡырға инә алманы. Документтарын алған саҡта ҡабул итеү комиссияһы рәйесе түләп уҡыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны ла ул, ләкин Зөлфирә риза була алманы, улар әйткән түләүҙәргә көс етерлек түгел ине. Йылына 170 мең аҡсаны ҡайҙан табып булһын! Ярай әле ваҡытлыса булһа ла йәшәп торорлоҡ торлаҡ тапты, бер үҙе йәшәгән өлкән йәштәрҙәге ҡарсыҡ фатирына индерҙе, торлаҡҡа түләүҙә әллә ни юғары булманы. Ә артабан ҡайҙа барырға? Урам буйындағы бағаналарға йәбештерелгән иғландарҙы ҡарай-ҡарай Зөлфирә алға атланы. Бер иғланда трамвай йөрөтөүселәр курсына саҡыралар ине, ләкин курстар октябрь башынан ғына асыла икән. Уға тиклем нимә ҡарап ятмаҡ кәрәк? Тағы бер-ике иғланды уҡып алды, ләкин иғтибарға алғандайы тап килмәне. Артабан ҡайҙа барырға белмәй, Ағиҙел ярындағы һыбайлы Салауат батыр һәйкәленә ҡарай юлын дауам итте. Бында ял итеүселәр әллә ни күп тә түгел ине, көндөҙ күп кеше эштә була инде ул. Зөлфирә буш булған эскәмйәләрҙең береһенә барып ултырҙы һәм уйға талды. Артан нишләргә? Берәй уңайлы булған ябайыраҡ эш табылырмы икән?Тап ошо ваҡытта эскәмйәнең икенсе осона ике егет килеп ултырҙы. Ниндәйҙер эшҡыуарлыҡ асыу тураһында бәхәсләшәләр, бер-береһенең фекерен инҡар итәләр. Төҫ-баштарына ҡарағанда, береһе –рус, икенсеһе башҡорт милләтенән буғай. Ултыра торғас ҡара сәсле егет Зөлфирәгә ҡарап:- Һылыуҡай, нишләп бик бойоғоп, балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың? – тип башҡортса өндәште.- Тимәк, сәбәбе бар, - тип яуап бирҙе Зөлфирә артабан һөйләшкеһе килмәйенсә.- Сәбәбен әйтһәң, бәлки, ярҙам итә алыр инек, - тип артабан ҡара сәслеһе һүҙен дауам итте, - бындай матур ҡыҙ тик бәхетле булып, йылмайып ҡына йәшәргә тейеш.- Ярҙам итә алыр инек тиһегеҙме? Улайһа әйтегеҙ әле – һөнәре булмаған ҡыҙға бөгөн-иртән эш урыны булғандай предприятие белмәйһегеҙме?- Бәй! Мин эшләгән урында кеше етешмәй, ләкин унда эш шарттары ауырыраҡ – шуныһы насар. Улайһа ныҡлап һөйләшер алдынан танышайыҡ булмаһа. Мин – Азамат, быныһы – Сергей, минең класташ. Беҙ былтыр ошондағы мәктәп-интернатты бергәләп тамамланыҡ, йәғни класташтар. Мин Селикат заводында эшләйем, ә Серега Милли йәштәр театрында билет һатып ултыра. Һеҙҙең исем нисек? Ҡайһы яҡтың елдәре һеҙҙе бында ташланы.- Мин – ауыл ҡыҙы, исемем – Зөлфирә, - тип яуап бирҙе ҡыҙ кеше, - әлеге мәлдә эш эҙләү өҫтөндәмен. Бынан алда ауыл магазинында эшләп торҙом.- Ярай, бик яҡшы. Ҡаланың селикат заводына эшкә саҡыра алам һеҙҙе. Мин бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡһам да аҡсаһына ҡыҙығып, заводта “ҡара” эшсе булып йөрөйөм. Шуға беләм: заводтың әҙер продукция бүлексәһенә кассирмы, продукцияны ебәреп тороусымы шунда кәрәк ине. Теләһәгеҙ бөгөн үк эшкә аласаҡтар, сөнки ул урын бер аҙна инде буш тора. Элекке кассир кейәүгә сығып, Казанға күсеп китте. Эше ауыр түгел, тиҙ генә эшкә өйрәнергә була. Ундағы эш шунан ғибәрәт: әҙер продукцияның күпме, ҡасан, кемгә киткәнен иҫәпләп яҙып барырға кәрәк. Бына шулай эш. - Мин һеҙҙең һөйләшкәнде аңлап ултырам. Азамат әйткән урынға барһаң - хур булмаҫһың, бар ҙа тәүҙә эш рәтен белеш. Уларҙың бына тигән ятаҡтары ла бар, - тип Сергей һүҙгә ҡушылды. Бына шулай итеп Зөлфирә селикат заводына барып эләкте, ятаҡҡа мәшәҡәтһеҙ урынлашты, “әҙер продукция” бүлегенә урынлашты, уға килгән документҡа ҡарап әҙер булған һатлыҡ тауарҙы төрлө тарафтарға оҙатты.Ә эштән буш булған саҡтарҙа өсәүләшеп ҡала урамын ҡыҙырҙылар, кинотеатрҙарға инештерҙеләр, танцмайҙандарҙа булдылар. Ҡыҙҙың күңелендә өмөт сатҡылары уянды, сөнки эшле булды, торорлоҡ торлаҡ та бар. Ике егет тә ҡыҙға яратыу тойғоһо аша ҡарайҙар ине инде, ләкин ҡыҙ кеше Азаматты һайланы һәм улар, ярты йылдан һуң өйләнешеп, мосолман ҡанундары буйынса бата уҡытып, бер бүлмәле фатирға сығып алып, бер бөтөн ғаилә булып йәшәй башланылар.................................................................................................... Йәш осорҙа, әлбиттә, әллә ни ҙур булмаған эш хаҡтары иркенләп тотонорға етмәй ине шул: моданан ҡалмайынса кеше ыңғайына кейенергә лә кәрәк, фатирға, ЖКХ-ға түләргә лә кәрәк, аҙыҡ-түлеккә лә сығарырға кәрәк, унда-бында кафе-ресторандарға инеп ултырғы ла килә. Тап бына шул арҡалалыр Азамат бер көндө көтөлмәгән хәбәр һалды: -Зөлфирә! Сергей дуҫ бөтөнләй башҡа кермәгән, шулай ҙа иғтибарға лайыҡ булырҙай бер тәҡдимен күптәнән бирле әйтә килә. Әйҙә һеҙ йәшәгән урам мөйөшөндә “бистро” вариантында берәй кафешка асайыҡ ти. Уның уйынса тәүҙә кредит алабыҙ, шул аҡсаның бер өлөшөнә йүнлерәк бер вагончик һатып алабыҙ. Артабан шуны матур итеп биҙәп, тәртипкә килтерәбеҙ. Кәрәкле газо-электроплиткаларҙы, һыуытҡыстарҙы, бер-нисә быяла витрина һатып алабыҙ, кәрәкле продуктарҙы килтерәбеҙ һәм бешереп-төшөрөүсе, йәғни ашнаҡсы табып эш башлайбыҙ. Һинең ҡарашың нисек? Һин нисек уйлайһың?- Мин бындай эштең килеп сығырына ышанып етмәйем бит әле. Бурысҡа батып аптыраҡҡа ҡалып йөрөмәҫһегеҙме икән? Сергейҙың холҡо билдәле, тура һуғырға ярата шикелле. Һүҙем шул: мин хупламайым, икенсе яҡтан һеҙҙе тыйырға хоҡуғым да юҡ минең, - тип ҡырҡа яуап бирҙе Зөлфирә.- Ә беҙҙең эш бешһә, һин ашнаҡсы булып барыр инеңме?- Юҡ! Мин бара алмайым. Ундай урынға мотлаҡ дипломлы кеше кәрәк. Икенсе яҡтан мин эшләп йөрөгән эшемде ташлап китке килмәй. Тураһын әйткәндә, эшем әле яңыраҡ ҡына ныҡлап өйрәнеп алдым, хатта ул миңә оҡшай башланы...Ике егет уйҙарын тормошҡа ашырыу эшенә тотондолар. Эште былай бүлештеләр: Сергей кәрәкле кешеләр менән бәйләнешкә кереп, нимә кәрәк шуны таба, йәғни директор вазифаһын үтәй, Азамат аҡса менән етәкселек итеп, баш бухгалтер эшен алып бара. Бөтә кәрәкле документацияны әҙерләү, финанс, дебет-кредит, сығым-керем, эш хаҡын түләү уның ҡулында. Икеһе лә элекке эшенән китергә мәжбүр булдылар. Мул ғына итеп кредитҡа алынған аҡсаға ғәмәлдән сығарылған, ләкин әле эшкингәндәй оҙонтороҡ тимер юл вагонын осһоҙ ғына хаҡҡа һатып алып, уны йыһазландырып эш башланылар. Шулай итеп ҡала ситендәге урамда “Ихлас” исемле кафе барлыҡҡа килде һәм уйламағанда уның эштәре яйлап алға китте. Был юҫыҡта бер Хоҙай Тәғәләнең ризалығы ғына түгел, ә ашнаҡсы һөнәрен яңыраҡ алып, ошонда эшкә төшкән йәш ҡыҙ Гөлнисаның тырышлығы, төрлө аш һәм башҡа ашамлыҡтарҙы тәмле итеп бешерә белеүе, уның алсаҡлығы беренсе урында булды шикелле. Унда-бында үткән халыҡ тәүҙә ҡыҙыҡһынып, һуңыраҡ тамаҡ ялғарға күпләп инә башланы, хатта Гөлнисаға ярҙамсы, йәғни даими һатып тороусы кәрәк булды. Уның тәҡдиме буйынса бергә уҡып сыҡҡан Вәсимә исемле ҡыҙ кеше һатыусы булып эшкә урынлашты. Ҡыҙҙарға эш хаҡын егеттәр матур итеп түләнеләр, тәүге рәттә үҙҙәренә хеҙмәт хаҡын бик бәләкәй генә ҡуйып, эште башҡарҙылар. Ләкин вагон – вагон инде, күпләп индереп ашатырҙай, йәки корпоратив, ял кисәһе, булмаһа туй-маҙар үткәрерҙәй урындар етешмәй ине.Теүәл бер йыл үтеп китте. Налогтан, сығымдан һәм эш хаҡынан башҡа килем урам ҡаршыһындағы өс бүлмәле фатир һатып алырға етте, шуны рәткә килтереп күсеп сыҡтылар һәм “Ихлас”тың эшен һәүетемсә генә артабан дауам иттеләр. Тик был тормош, күрәһең, һәр ваҡыт ыңғай ғына бармайҙыр. Бер ваҡыт Сергей үҙен һауалы итеп тота башланы, Эшкә йөрөүе лә һирәгәйҙе. Күренгән ваҡыттарҙа ла еңелтә эсеп килер булды. Шул арҡала Азамат менән Сергей араһында аңлашылмаусылыҡ тыуҙы, тора бара ул талашҡа әйләнде. Ярты йыллыҡ отчетты эшләгән ваҡытта Азамат счеттан ҙур ғына сумманың юҡҡа сығыуын күреп аптыраны. Сергейгә инеп был турала хәбәр итте Азамат. Шуны ғына көтөп торғандай, директор аудиторҙар саҡырып ревизия үткәртте. Эйе, ҙур ғына сумма аҡсаның юҡҡа сығыуы асыҡланды. Сергей Азаматтың “әйҙә осона яйлап сығайыҡ, минең бында бер ниндәй ғәйебем юҡ” тигән һүҙенә ҡолаҡ һалып торманы, был эште судҡа бирҙе. Суд бик тиҙ үтте, Азаматтың һүҙе өҫкә сыҡманы, уны биш йылға иркенән мәхрүм иттеләр, телефон аша һөйләшеп алыу мөмкинлеген тыйҙылар. Шул арҡала өҙөлөп һөйгән Зөлфирә менән һөйләшеү бөтөнләй булманы. Ҡатынына хат яҙып ҡарау ҙа файҙа бирмәне. Икенсе яҡтан уның өсөн ҙур сумма аҡсаның ҡапыл юғалыуы ниндәйҙер аңлашылмаған сер булып ҡалды, “бынан ҡотолоп сыҡһам, был эштең төбөнә мотлаҡ төшәсәкмен”, тип үҙ-үҙенә ҡат-ҡат маҡсат ҡуйҙы ул, шул уйҙары менән үҙенең янған күңелен баҫыр булды. Бында ул үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтте, барыһы менән дә тигеҙ мөғәмәлә булырға тырышты. Амнистияға ғариза яҙып та ҡарағайны, ләкин бер файҙаһы ла булманы. Ваҡытын тулыһынса тултырғандан һуң, үҙе йәштән йөрөп өйрәнгән ҡалаһына юл тотто. Уның маҡсаты Зөлфирәһен эҙләп табыу һәм берәй тотороҡло эшкә урынлашыу ине. Бын ул таныш урамдарҙан атлай. Биш-алты йыл эсендә лә ҡала өлөшләтә үҙгәргән. Бында яңыраҡ һалынған күп ҡатлы йорттар үҙенең архитектур стиле менән элеккеләрҙән ҡырҡа айырылып тора икән: яңы технологиялар ҡулланған йорттар байтаҡ күренә: премиум класс, барнхауз, хатта лэйнхауз тибындағы йорттар үҙҙәренең үҙенсәлектәре менән әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора.Юлды аша сығырға самалап, светофор төбөндә туҡтаны ул. Машиналар тулҡыны туҡтамай үтә лә үтә, тап шул ваҡытта 5-6 йәшлек бер малай, светофор утына ҡарап тормайынса, ике машина араһынан үтеп өлгөрөргә тырышып, велосипедынан төшмәйенсә ҡаршы яҡтан бирге яҡҡа ынтылды. Бәлки, был ҡабалан бала сығып та өлгөрөр ине, тик юлды арҡыры үтеп бөтмәҫ элек, велосипеды менән ҡушарлап ҡолап китте. Уның өҫтөнә тулыһынса әйбер тейәгән олоғара КамАЗ етеп килә ине. Азамат етеҙ генә ырғып, машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала яҙған малайҙы тотоп алып, юл ситенә ташланы. КамАЗ велосипедты тапап үтте һәм яман итеп гудок биреп артабан елде. Был малай теремек бала булып сыҡты. Тапалған ике тәгәрмәсле техникаһына аптырап ҡарап торҙо ла ҡулын һелтәне:- Ярай, великты атайым яңынан алып бирер әле, ул – миллионер, - тине. Шунан былай тип өҫтәне: - Олатай! Әйҙәгеҙ минең менән, йәнәш урамда атайымдың кафеһы бар. Шунда барайыҡ, мин һеҙҙе рәхмәт йөҙөнән бушлай ашатып сығарам. - Улым! Исемең кем һинең? -Азат минең исемем. Атайым рус булһа ла, әсәйем миңә башҡорт исемен ҡуштырған. - Шулаймы ни! - Эйе. Әйҙә киттек. - Юҡ, улым, улай оҡшамаҫ, мин һине тамаҡ ашар өсөн ҡотҡарманым бит. Бөтәһе лә автоматик рәүештә килеп сыҡты. Атайыңдан, йә әсәйеңдән әрләнерһең. - Әрләнмәйем. Хәҙер атайыма шылтыратып аңғартам. Ир бала телефон аша атаһы менән һөйләшеп алды, хәлү-әүәхеүәлде тәфсирләп аңғартты. Шунан һуң Азаматҡа боролоп:- Олатай! Атайым рөхсәт итте, унда беҙҙе көтөргә тейештәр – тине. Кафе бинаһы күрше урамда ғына урынлашҡан булып сыҡты. Өлкән повар уларҙы матур ғына итеп ҡаршы алып, төпкө бүлмәләгә оҙатты, ундағы өҫтәлгә мул ғына итеп һый-хөрмәтте теҙелгән ине. Тамаҡ ялғаған ваҡытта Азат әсәһенә шылтыратып, үҙе менән булған хәлде тәсфирләп һөйләп алды, мине килеп ал, велигым тапалды, тип хәбәр итте. Тамаҡ ялғаған ваҡытта Азат әсәһенә шылтыратып, үҙе менән булған хәлде тәсфирләп һөйләп алды, мине килеп ал, велигым тапалды, тип хәбәр итте. Шунан: - Хәҙер әсәйем мине килеп ала, - тип ҡыуанысын белдерҙе малай кеше. – Әсәйемдең үҙенең еңел машинаһы бар. Күп тә ваҡыт үтмәне, буғай, ишектән спорт формаһы кейгән ҡатын-ҡыҙ заты пәйҙә булды һәм ул әллә ҡайҙан уҡ сәләмләп өҫтәл артына килеп ултырҙы ла, балаһын үлемдән йолоп алып ҡалған өсөн ир кешегә рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә уҡталды. Ләкин ныҡ аптырауҙан әйтә алмай тотлоғоп ҡалды. - Азамат? Азамат! Был һинме? Уй аллаҡайым, әллә күҙемә күренәме тип торам. Был һинме һуң? Ҡайҙа юғалдың һин? Азамат таныш тауышты ишетеп, иғтибар менән күҙҙәрен ҡатын-ҡыҙға ҡарай йүнәлтте. Уның алдында Зөлфирәнең үҙе ултыра ине. - Бына һиңә мә! Көтөлмәгән осрашыу! Зөлфирә икәнеңде күреп танып торам. Был һинең улыңмы? Әллә мин юҡ саҡта кейәүгә сыҡтыңмы? Әйт! Йәшермә! Мин аңларға тырышырмын. Мин бит һине һаман яратам, һине эҙләргә тип йөрөй инем әле... - Азат! Ашап бөткәнең икән, балам! Бар әле, улым, бер-ике пакет һөт алып, машинаға алып барып һал, шунда көт мине, - тип Зөлфирә улына өндәште. Азат залдан сығып китте. Зөлфирә һүҙен дауам итте:- Был һинең улыңмы, тип һорайһың, эйе, минеке шул. Ләкин ул һинең дә улың... - Ә нишләп был турала мин бер ни белмәнем, Зөлфирә? - Сөнки ул саҡта мин үҙем бер ни ҙә белмәй инем әле, ә һуңынан һиңә әйтергә мөмкинлек булманы. - Тағы бер һорауымды ҡабатлайым. Мин юҡта кейәүгә сыҡтыңма әллә? Сыҡһаң – кемгә? - Эйе, сыҡтым. Дуҫың Сергей һин юҡлыҡтан файҙаланып үҙенә сығырға мәжбүр итте... - Ах! Мин уны... - Туҡта! Туҡта! Ҡыҙмай тор әле! Тағы төрмәгә ултырырға ынтылаһың түгелме? Әйтеп бөтәйем башлағас... Мин уны яратмайым... Минең күңелемдә һин генә. Мин һине һаман көттөм, Азамат. Ниһәйәт Хоҙай Тәғәлә осрашырға насип итте. Зөлфирәнең күҙ йәштәре ике битк буйлап ағы башланы. - Насип итте, насип итте. Ә артабан мин нишләргә тейешмен. Әйт, Зөлфирә!- Сабырлығың етһә барыһын да әйтәм, мин – һинеке, был юҫыҡта аптырай торған бер ни ҙә юҡ. Тик һине ултыртҡандар яза алырға тейештәр, тигән уй әллә ҡасанан бирле башымды быраулай инде. - Нишләргә һуң? Ниндәйҙер тәҡдимең бармы әллә? Үҙемдең башым тубал булып эшләмәй тора әле, шуға һорайым. Тәүге рәттә Сергей: - Зөлфирә! Мин һине яратам. Миңә кейәүгә сыҡ, - тип йөҙәтте. – Баланы үҙемә яҙҙырырмын. Икегеҙ ҙә бал эсендәге май кеүек йәшәрһегеҙ, тине. Тора биргәс һинең үлемең тураһында ниндәйҙер телеграмма тотторҙо. Ә инде артабан “миңә сығырға риза булмаһаң, ҡул-аяғыңды бәйләп алып ҡайтып һалам һәм төпкө бүлмәлә бикле тотам, тигәс риза булырға тура килде. Мине кем яҡлаһын? Шунан бирле эшләмәйем. - Ах, мин уны... Мин уның мутлығын асыу өсөн бында ҡайттым, тик нисек итеп эш башларға ғына белмәй торам, - тип әйтеп һалды Азамат. - Бер нығыраҡ эсеп ҡайтҡан көндө Сергей маҡтанып ташланы, уның ҡушыуы буйынса хакерҙар аҡсаны ситкә шылдырғандар. Минең ул әйткән һүҙҙәрҙе телефонға яҙырға башыма етте. Тексты бер таныш юрисҡа тапшырып, шуның осона сығыуҙы һораным, хеҙмәтенә түләйәсәгемде белдерҙем. Ул эш башланы инде. Өсәүләһәк эшебеҙ бешер тип уйлайым. Һиңә мотлаҡ юрист менән осрашырға кәрәк. - Ярай осрашырмын, адресын биререһең. Ә Сергей нимә менән булыша әле?- Ул йыл да бизнесын киңәйтеү менән булышты. Биналар һатып алып, тағы бер кафе, бер ресторан асты. Һуңғы ваҡытта әллә ни эше менән ҡыҙыҡһынмай, күп күңел асыуға күсеп китте. Көн дә иҫерек... Тәжрибәле юрист Азамат менән берлектә ай буйы ҡыҙыу эш алып барҙы, кәрәге тейерҙәй документтарҙы судҡа әҙерләне, прокуратура менән кәңәш ҡорҙо, кафе, ресторандағы баш бухгалтерҙар менән аралашты. Шул йыйылған ҡағыҙҙарға таянып, Азамат Сергейҙы судҡа бирҙе. Был юлы суд оҙаҡ ҡына барҙы, ултырыштар төрлө сәбәптәр арҡаһында өҙөлә-өҙөлә дүрт тапҡыр үткәрелде. Был юлы Сергей тулыһынса фаш ителде, ул нисек булған шулай, йәшермәйенсә һөйләргә мәжбүр, сөнки енәйәтен асҡандай факттар күп ине. Был уны иркенән мәхрүм иткәндәй суд ҡарарын сығарыуға нигеҙ булды. Булған шәхси мөлкәт тулыһынса Азаматҡа ҡайтарылды. Шул аҡсаның бер өлөшөнә ул фатир һатып алды. Азамат ҡатыны Зөлфирә, улы Азат менән яңынан ғаилә ҡороп йәшәй башланылар. Тик Азамат шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙе хуп күрмәне, ҙур аҡса кешене боҙа, тип уйланы ул, шуға күрә ҡатыны менән кәңәшләшеп, ике кафеһын, ресторанын һатып ебәрҙе һәм элек эшләп киткән селикат заводына был юлы баш бухгалтер булып эшкә урынлашты.Шулай итеп был ғаиләлә ахырҙа тыныслыҡ урынлашып, эштәр ыңғай китте. Эйе, бындай бәхет һәм берҙәмлек был тормошта бик һирәк була шул. Ғаиләнең матурлығы ир менән ҡатындың бер төптән тормош йөгөн тарта белеүенән тора икәнен аңлап алһаң, бөтәһе лә үҙ урынына ултыра. Ошондай ғаиләләр күберәк булһа ине, унда берҙәмлек, аңлашып йәшәү гел дә сәскә атһын ине... Ҡыҫҡаһы – яҙмышты һайлап була, тик үҙең, нисек кенә ҡыйын булмаһын, тырышып ыңайлыҡҡа ынтылырға тейешһең. Был юлда арыу-талыу арҡаһында туҡтарға тейеш түгелһең. Йәш саҡта күберәк ыҙалаһаң, ҡартлыҡта муллыҡ көтәсәк, ә күңелең тулы буласаҡ, йөрәгең тыныс һуғасаҡ. Эйе, кешегә түгел үҙеңә ышанып йәшә, сөнки башҡа кешенең теләһә лә әйткән һүҙен, вәғәҙәһен үтәргә юлы ябыҡ булыуы мөмкин... Борис ХӘЙРЕТДИНОВ.
Шәхси тормошона килгәндә ҡәҙимгесә ғүмер иттеләр, әсәһе менән күптән бирле икәүләшеп кенә йәшәнеләр.. Йәмғиәтте яңыртып ҡороу заманы, артабан баҙар экономикаһына күсеү уларҙың ғаиләһенә бер ниндәй ыңғайлыҡ та бирмәне. Ҡыҙ беренсе класҡа барған йылы атаһы Себергә эшкә киткәндән юҡҡа сыҡты, әллә тере, әллә юҡ – был турала бер хәбәр ҙә булманы, көтөп көтөк булдылар, тора биргәс, яҙмыштарына бойһонорға тура килде, яйлап ҡайтмаҫына инандылар. Артабан колхоздар юҡҡа сыҡты, шул арҡала пенсия йәшенә етмәҫ борон уҡ һауынсы әсәһе эшһеҙ ҡалды, әллә эстән янып көйөүҙән, әллә башҡа сәбәптән ул ауырыуға әйләнде. Шуға күрә Зөлфирә медицина институтына инергә хыялланһа ла мәктәпте тамамлағас та ситкә, йәғни башҡалаға табан юллана алманы. Нисек итеп ауырыу әсәһен ташлап ауылдан сығып китһен инде! Әсәһенән башҡа яҡын кешеһе юҡ бит уның. Ярай әле ҡулайлы күргән эш тиҙ табылды, яңы ғына ауылда асылған шәхси магазинға һатыусы кәрәк булды, ул шунда урынлаша алды. Магазин хужаһы бер-ике көн эш тәртибен аңлатты ла һатылған әйберҙәрҙе яҙып барырға ҡушып, эш хаҡы тураһында аңғартып, оҙаҡҡа туҡтамай ҡалаға олаҡты. Яңы эшкә тиҙ өйрәнде йәш кеше, ауылдаштары менән һәйбәт мөғәмәлә булды, дебет-кредит системаһын аңлап алды, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙы документтары буйынса ентекләп ҡарап ала барҙы, һатылғандарын яҙа барҙы, ныҡлап иҫәптә тотто. Эш хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла әсәһе менән икәүһенә осон-осҡа ялғарға етә ине булғаны. Мал-тыуар тотмаһалар ҙа ҡош-ҡорт, йәғни тауыҡ-ҡаҙ тәрбиәләп көн иттеләр. Бына шулай һәүетемсә йәшәп ятҡанда әсәһе ныҡлап ауырып китте. Район дауаханаһына һалырға тура килде. Ике көндән һуң әсәһенең үлеме тураһында хәбәр алды ҡыҙыҡай. Эйе, әсәһен һуңғы юлға оҙатҡан саҡта күп уйланды Зөлфирә. Артабан ауылда ҡалыуҙан фәтеүә юҡ, тигән ҡарарға килде ул. Июнь башында эшен тапшырып, ҡош-ҡортон уңлы-һуллы һатып, өйөнөң тәҙрәләренән арҡыс-торҡос таҡталар менән ҡатып, булған аҡсаларын һалып алып юлға сыҡты. Медицина институтының педиатрия бүлегенә ынтылды ул, сөнки балаларҙы дауалау, уларҙың һаулығын күҙәтеү эше Земфираға килешле һөнәр тойолдо. Ләкин “балл” тип аталған күрһәткес уны ситкә этте, ҡыҙ институтҡа уҡырға инә алманы. Документтарын алған саҡта ҡабул итеү комиссияһы рәйесе түләп уҡыу тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны ла ул, ләкин Зөлфирә риза була алманы, улар әйткән түләүҙәргә көс етерлек түгел ине. Йылына 170 мең аҡсаны ҡайҙан табып булһын!Ярай әле ваҡытлыса булһа ла йәшәп торорлоҡ торлаҡ тапты, бер үҙе йәшәгән өлкән йәштәрҙәге ҡарсыҡ фатирына индерҙе, торлаҡҡа түләүҙә әллә ни юғары булманы. Ә артабан ҡайҙа барырға? Урам буйындағы бағаналарға йәбештерелгән иғландарҙы ҡарай-ҡарай Зөлфирә алға атланы. Бер иғланда трамвай йөрөтөүселәр курсына саҡыралар ине, ләкин курстар октябрь башынан ғына асыла икән. Уға тиклем нимә ҡарап ятмаҡ кәрәк? Тағы бер-ике иғланды уҡып алды, ләкин иғтибарға алғандайы тап килмәне. Артабан ҡайҙа барырға белмәй, Ағиҙел ярындағы һыбайлы Салауат батыр һәйкәленә ҡарай юлын дауам итте. Бында ял итеүселәр әллә ни күп тә түгел ине, көндөҙ күп кеше эштә була инде ул. Зөлфирә буш булған эскәмйәләрҙең береһенә барып ултырҙы һәм уйға талды. Артан нишләргә? Берәй уңайлы булған ябайыраҡ эш табылырмы икән?Тап ошо ваҡытта эскәмйәнең икенсе осона ике егет килеп ултырҙы. Ниндәйҙер эшҡыуарлыҡ асыу тураһында бәхәсләшәләр, бер-береһенең фекерен инҡар итәләр. Төҫ-баштарына ҡарағанда, береһе –рус, икенсеһе башҡорт милләтенән буғай. Ултыра торғас ҡара сәсле егет Зөлфирәгә ҡарап:- Һылыуҡай, нишләп бик бойоғоп, балтаң һыуға төшкән кеүек ултыраһың? – тип башҡортса өндәште.- Тимәк, сәбәбе бар, - тип яуап бирҙе Зөлфирә артабан һөйләшкеһе килмәйенсә.- Сәбәбен әйтһәң, бәлки, ярҙам итә алыр инек, - тип артабан ҡара сәслеһе һүҙен дауам итте, - бындай матур ҡыҙ тик бәхетле булып, йылмайып ҡына йәшәргә тейеш.- Ярҙам итә алыр инек тиһегеҙме? Улайһа әйтегеҙ әле – һөнәре булмаған ҡыҙға бөгөн-иртән эш урыны булғандай предприятие белмәйһегеҙме?- Бәй! Мин эшләгән урында кеше етешмәй, ләкин унда эш шарттары ауырыраҡ – шуныһы насар. Улайһа ныҡлап һөйләшер алдынан танышайыҡ булмаһа. Мин – Азамат, быныһы – Сергей, минең класташ. Беҙ былтыр ошондағы мәктәп-интернатты бергәләп тамамланыҡ, йәғни класташтар. Мин Селикат заводында эшләйем, ә Серега Милли йәштәр театрында билет һатып ултыра. Һеҙҙең исем нисек? Ҡайһы яҡтың елдәре һеҙҙе бында ташланы.- Мин – ауыл ҡыҙы, исемем – Зөлфирә, - тип яуап бирҙе ҡыҙ кеше, - әлеге мәлдә эш эҙләү өҫтөндәмен. Бынан алда ауыл магазинында эшләп торҙом.- Ярай, бик яҡшы. Ҡаланың селикат заводына эшкә саҡыра алам һеҙҙе. Мин бухгалтер һөнәренә уҡып сыҡһам да аҡсаһына ҡыҙығып, заводта “ҡара” эшсе булып йөрөйөм. Шуға беләм: заводтың әҙер продукция бүлексәһенә кассирмы, продукцияны ебәреп тороусымы шунда кәрәк ине. Теләһәгеҙ бөгөн үк эшкә аласаҡтар, сөнки ул урын бер аҙна инде буш тора. Элекке кассир кейәүгә сығып, Казанға күсеп китте. Эше ауыр түгел, тиҙ генә эшкә өйрәнергә була. Ундағы эш шунан ғибәрәт: әҙер продукцияның күпме, ҡасан, кемгә киткәнен иҫәпләп яҙып барырға кәрәк. Бына шулай эш.- Мин һеҙҙең һөйләшкәнде аңлап ултырам. Азамат әйткән урынға барһаң - хур булмаҫһың, бар ҙа тәүҙә эш рәтен белеш. Уларҙың бына тигән ятаҡтары ла бар, - тип Сергей һүҙгә ҡушылды. Бына шулай итеп Зөлфирә селикат заводына барып эләкте, ятаҡҡа мәшәҡәтһеҙ урынлашты, “әҙер продукция” бүлегенә урынлашты, уға килгән документҡа ҡарап әҙер булған һатлыҡ тауарҙы төрлө тарафтарға оҙатты. Ә эштән буш булған саҡтарҙа өсәүләшеп ҡала урамын ҡыҙырҙылар, кинотеатрҙарға инештерҙеләр, танцмайҙандарҙа булдылар. Ҡыҙҙың күңелендә өмөт сатҡылары уянды, сөнки эшле булды, торорлоҡ торлаҡ та бар. Ике егет тә ҡыҙға яратыу тойғоһо аша ҡарайҙар ине инде, ләкин ҡыҙ кеше Азаматты һайланы һәм улар, ярты йылдан һуң өйләнешеп, мосолман ҡанундары буйынса бата уҡытып, бер бүлмәле фатирға сығып алып, бер бөтөн ғаилә булып йәшәй башланылар....................................................................................................Йәш осорҙа, әлбиттә, әллә ни ҙур булмаған эш хаҡтары иркенләп тотонорға етмәй ине шул: моданан ҡалмайынса кеше ыңғайына кейенергә лә кәрәк, фатирға, ЖКХ-ға түләргә лә кәрәк, аҙыҡ-түлеккә лә сығарырға кәрәк, унда-бында кафе-ресторандарға инеп ултырғы ла килә. Тап бына шул арҡалалыр Азамат бер көндө көтөлмәгән хәбәр һалды:-Зөлфирә! Сергей дуҫ бөтөнләй башҡа кермәгән, шулай ҙа иғтибарға лайыҡ булырҙай бер тәҡдимен күптәнән бирле әйтә килә. Әйҙә һеҙ йәшәгән урам мөйөшөндә “бистро” вариантында берәй кафешка асайыҡ ти. Уның уйынса тәүҙә кредит алабыҙ, шул аҡсаның бер өлөшөнә йүнлерәк бер вагончик һатып алабыҙ. Артабан шуны матур итеп биҙәп, тәртипкә килтерәбеҙ. Кәрәкле газо-электроплиткаларҙы, һыуытҡыстарҙы, бер-нисә быяла витрина һатып алабыҙ, кәрәкле продуктарҙы килтерәбеҙ һәм бешереп-төшөрөүсе, йәғни ашнаҡсы табып эш башлайбыҙ. Һинең ҡарашың нисек? Һин нисек уйлайһың?- Мин бындай эштең килеп сығырына ышанып етмәйем бит әле. Бурысҡа батып аптыраҡҡа ҡалып йөрөмәҫһегеҙме икән? Сергейҙың холҡо билдәле, тура һуғырға ярата шикелле. Һүҙем шул: мин хупламайым, икенсе яҡтан һеҙҙе тыйырға хоҡуғым да юҡ минең, - тип ҡырҡа яуап бирҙе Зөлфирә.- Ә беҙҙең эш бешһә, һин ашнаҡсы булып барыр инеңме?- Юҡ! Мин бара алмайым. Ундай урынға мотлаҡ дипломлы кеше кәрәк. Икенсе яҡтан мин эшләп йөрөгән эшемде ташлап китке килмәй. Тураһын әйткәндә, эшем әле яңыраҡ ҡына ныҡлап өйрәнеп алдым, хатта ул миңә оҡшай башланы...Ике егет уйҙарын тормошҡа ашырыу эшенә тотондолар. Эште былай бүлештеләр: Сергей кәрәкле кешеләр менән бәйләнешкә кереп, нимә кәрәк шуны таба, йәғни директор вазифаһын үтәй, Азамат аҡса менән етәкселек итеп, баш бухгалтер эшен алып бара. Бөтә кәрәкле документацияны әҙерләү, финанс, дебет-кредит, сығым-керем, эш хаҡын түләү уның ҡулында. Икеһе лә элекке эшенән китергә мәжбүр булдылар. Мул ғына итеп кредитҡа алынған аҡсаға ғәмәлдән сығарылған, ләкин әле эшкингәндәй оҙонтороҡ тимер юл вагонын осһоҙ ғына хаҡҡа һатып алып, уны йыһазландырып эш башланылар. Шулай итеп ҡала ситендәге урамда “Ихлас” исемле кафе барлыҡҡа килде һәм уйламағанда уның эштәре яйлап алға китте. Был юҫыҡта бер Хоҙай Тәғәләнең ризалығы ғына түгел, ә ашнаҡсы һөнәрен яңыраҡ алып, ошонда эшкә төшкән йәш ҡыҙ Гөлнисаның тырышлығы, төрлө аш һәм башҡа ашамлыҡтарҙы тәмле итеп бешерә белеүе, уның алсаҡлығы беренсе урында булды шикелле. Унда-бында үткән халыҡ тәүҙә ҡыҙыҡһынып, һуңыраҡ тамаҡ ялғарға күпләп инә башланы, хатта Гөлнисаға ярҙамсы, йәғни даими һатып тороусы кәрәк булды. Уның тәҡдиме буйынса бергә уҡып сыҡҡан Вәсимә исемле ҡыҙ кеше һатыусы булып эшкә урынлашты. Ҡыҙҙарға эш хаҡын егеттәр матур итеп түләнеләр, тәүге рәттә үҙҙәренә хеҙмәт хаҡын бик бәләкәй генә ҡуйып, эште башҡарҙылар. Ләкин вагон – вагон инде, күпләп индереп ашатырҙай, йәки корпоратив, ял кисәһе, булмаһа туй-маҙар үткәрерҙәй урындар етешмәй ине. Теүәл бер йыл үтеп китте. Налогтан, сығымдан һәм эш хаҡынан башҡа килем урам ҡаршыһындағы өс бүлмәле фатир һатып алырға етте, шуны рәткә килтереп күсеп сыҡтылар һәм “Ихлас”тың эшен һәүетемсә генә артабан дауам иттеләр. Тик был тормош, күрәһең, һәр ваҡыт ыңғай ғына бармайҙыр. Бер ваҡыт Сергей үҙен һауалы итеп тота башланы, Эшкә йөрөүе лә һирәгәйҙе. Күренгән ваҡыттарҙа ла еңелтә эсеп килер булды. Шул арҡала Азамат менән Сергей араһында аңлашылмаусылыҡ тыуҙы, тора бара ул талашҡа әйләнде. Ярты йыллыҡ отчетты эшләгән ваҡытта Азамат счеттан ҙур ғына сумманың юҡҡа сығыуын күреп аптыраны. Сергейгә инеп был турала хәбәр итте Азамат. Шуны ғына көтөп торғандай, директор аудиторҙар саҡырып ревизия үткәртте. Эйе, ҙур ғына сумма аҡсаның юҡҡа сығыуы асыҡланды. Сергей Азаматтың “әйҙә осона яйлап сығайыҡ, минең бында бер ниндәй ғәйебем юҡ” тигән һүҙенә ҡолаҡ һалып торманы, был эште судҡа бирҙе. Суд бик тиҙ үтте, Азаматтың һүҙе өҫкә сыҡманы, уны биш йылға иркенән мәхрүм иттеләр, телефон аша һөйләшеп алыу мөмкинлеген тыйҙылар. Шул арҡала өҙөлөп һөйгән Зөлфирә менән һөйләшеү бөтөнләй булманы. Ҡатынына хат яҙып ҡарау ҙа файҙа бирмәне. Икенсе яҡтан уның өсөн ҙур сумма аҡсаның ҡапыл юғалыуы ниндәйҙер аңлашылмаған сер булып ҡалды, “бынан ҡотолоп сыҡһам, был эштең төбөнә мотлаҡ төшәсәкмен”, тип үҙ-үҙенә ҡат-ҡат маҡсат ҡуйҙы ул, шул уйҙары менән үҙенең янған күңелен баҫыр булды. Бында ул үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтте, барыһы менән дә тигеҙ мөғәмәлә булырға тырышты. Амнистияға ғариза яҙып та ҡарағайны, ләкин бер файҙаһы ла булманы. Ваҡытын тулыһынса тултырғандан һуң, үҙе йәштән йөрөп өйрәнгән ҡалаһына юл тотто. Уның маҡсаты Зөлфирәһен эҙләп табыу һәм берәй тотороҡло эшкә урынлашыу ине. Бын ул таныш урамдарҙан атлай. Биш-алты йыл эсендә лә ҡала өлөшләтә үҙгәргән. Бында яңыраҡ һалынған күп ҡатлы йорттар үҙенең архитектур стиле менән элеккеләрҙән ҡырҡа айырылып тора икән: яңы технологиялар ҡулланған йорттар байтаҡ күренә: премиум класс, барнхауз, хатта лэйнхауз тибындағы йорттар үҙҙәренең үҙенсәлектәре менән әллә ҡайҙан күҙгә ташланып тора. Юлды аша сығырға самалап, светофор төбөндә туҡтаны ул. Машиналар тулҡыны туҡтамай үтә лә үтә, тап шул ваҡытта 5-6 йәшлек бер малай, светофор утына ҡарап тормайынса, ике машина араһынан үтеп өлгөрөргә тырышып, велосипедынан төшмәйенсә ҡаршы яҡтан бирге яҡҡа ынтылды. Бәлки, был ҡабалан бала сығып та өлгөрөр ине, тик юлды арҡыры үтеп бөтмәҫ элек, велосипеды менән ҡушарлап ҡолап китте. Уның өҫтөнә тулыһынса әйбер тейәгән олоғара КамАЗ етеп килә ине. Азамат етеҙ генә ырғып, машина тәгәрмәстәре аҫтында ҡала яҙған малайҙы тотоп алып, юл ситенә ташланы. КамАЗ велосипедты тапап үтте һәм яман итеп гудок биреп артабан елде. Был малай теремек бала булып сыҡты. Тапалған ике тәгәрмәсле техникаһына аптырап ҡарап торҙо ла ҡулын һелтәне:- Ярай, великты атайым яңынан алып бирер әле, ул – миллионер, - тине. Шунан былай тип өҫтәне: - Олатай! Әйҙәгеҙ минең менән, йәнәш урамда атайымдың кафеһы бар. Шунда барайыҡ, мин һеҙҙе рәхмәт йөҙөнән бушлай ашатып сығарам.- Улым! Исемең кем һинең?-Азат минең исемем. Атайым рус булһа ла, әсәйем миңә башҡорт исемен ҡуштырған.- Шулаймы ни!- Эйе. Әйҙә киттек.- Юҡ, улым, улай оҡшамаҫ, мин һине тамаҡ ашар өсөн ҡотҡарманым бит. Бөтәһе лә автоматик рәүештә килеп сыҡты. Атайыңдан, йә әсәйеңдән әрләнерһең.- Әрләнмәйем. Хәҙер атайыма шылтыратып аңғартам. Ир бала телефон аша атаһы менән һөйләшеп алды, хәлү-әүәхеүәлде тәфсирләп аңғартты. Шунан һуң Азаматҡа боролоп:- Олатай! Атайым рөхсәт итте, унда беҙҙе көтөргә тейештәр – тине. Кафе бинаһы күрше урамда ғына урынлашҡан булып сыҡты. Өлкән повар уларҙы матур ғына итеп ҡаршы алып, төпкө бүлмәләгә оҙатты, ундағы өҫтәлгә мул ғына итеп һый-хөрмәтте теҙелгән ине. Тамаҡ ялғаған ваҡытта Азат әсәһенә шылтыратып, үҙе менән булған хәлде тәсфирләп һөйләп алды, мине килеп ал, велигым тапалды, тип хәбәр итте. Тамаҡ ялғаған ваҡытта Азат әсәһенә шылтыратып, үҙе менән булған хәлде тәсфирләп һөйләп алды, мине килеп ал, велигым тапалды, тип хәбәр итте. Шунан:- Хәҙер әсәйем мине килеп ала, - тип ҡыуанысын белдерҙе малай кеше. – Әсәйемдең үҙенең еңел машинаһы бар. Күп тә ваҡыт үтмәне, буғай, ишектән спорт формаһы кейгән ҡатын-ҡыҙ заты пәйҙә булды һәм ул әллә ҡайҙан уҡ сәләмләп өҫтәл артына килеп ултырҙы ла, балаһын үлемдән йолоп алып ҡалған өсөн ир кешегә рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә уҡталды. Ләкин ныҡ аптырауҙан әйтә алмай тотлоғоп ҡалды.- Азамат? Азамат! Был һинме? Уй аллаҡайым, әллә күҙемә күренәме тип торам. Был һинме һуң? Ҡайҙа юғалдың һин?Азамат таныш тауышты ишетеп, иғтибар менән күҙҙәрен ҡатын-ҡыҙға ҡарай йүнәлтте. Уның алдында Зөлфирәнең үҙе ултыра ине.- Бына һиңә мә! Көтөлмәгән осрашыу! Зөлфирә икәнеңде күреп танып торам. Был һинең улыңмы? Әллә мин юҡ саҡта кейәүгә сыҡтыңмы? Әйт! Йәшермә! Мин аңларға тырышырмын. Мин бит һине һаман яратам, һине эҙләргә тип йөрөй инем әле...- Азат! Ашап бөткәнең икән, балам! Бар әле, улым, бер-ике пакет һөт алып, машинаға алып барып һал, шунда көт мине, - тип Зөлфирә улына өндәште. Азат залдан сығып китте. Зөлфирә һүҙен дауам итте:- Был һинең улыңмы, тип һорайһың, эйе, минеке шул. Ләкин ул һинең дә улың...- Ә нишләп был турала мин бер ни белмәнем, Зөлфирә?- Сөнки ул саҡта мин үҙем бер ни ҙә белмәй инем әле, ә һуңынан һиңә әйтергә мөмкинлек булманы.- Тағы бер һорауымды ҡабатлайым. Мин юҡта кейәүгә сыҡтыңма әллә? Сыҡһаң – кемгә?- Эйе, сыҡтым. Дуҫың Сергей һин юҡлыҡтан файҙаланып үҙенә сығырға мәжбүр итте...- Ах! Мин уны...- Туҡта! Туҡта! Ҡыҙмай тор әле! Тағы төрмәгә ултырырға ынтылаһың түгелме? Әйтеп бөтәйем башлағас... Мин уны яратмайым... Минең күңелемдә һин генә. Мин һине һаман көттөм, Азамат. Ниһәйәт Хоҙай Тәғәлә осрашырға насип итте. Зөлфирәнең күҙ йәштәре ике битк буйлап ағы башланы.- Насип итте, насип итте. Ә артабан мин нишләргә тейешмен. Әйт, Зөлфирә!- Сабырлығың етһә барыһын да әйтәм, мин – һинеке, был юҫыҡта аптырай торған бер ни ҙә юҡ. Тик һине ултыртҡандар яза алырға тейештәр, тигән уй әллә ҡасанан бирле башымды быраулай инде.- Нишләргә һуң? Ниндәйҙер тәҡдимең бармы әллә? Үҙемдең башым тубал булып эшләмәй тора әле, шуға һорайым. Тәүге рәттә Сергей:- Зөлфирә! Мин һине яратам. Миңә кейәүгә сыҡ, - тип йөҙәтте. – Баланы үҙемә яҙҙырырмын. Икегеҙ ҙә бал эсендәге май кеүек йәшәрһегеҙ, тине. Тора биргәс һинең үлемең тураһында ниндәйҙер телеграмма тотторҙо. Ә инде артабан “миңә сығырға риза булмаһаң, ҡул-аяғыңды бәйләп алып ҡайтып һалам һәм төпкө бүлмәлә бикле тотам, тигәс риза булырға тура килде. Мине кем яҡлаһын? Шунан бирле эшләмәйем.- Ах, мин уны... Мин уның мутлығын асыу өсөн бында ҡайттым, тик нисек итеп эш башларға ғына белмәй торам, - тип әйтеп һалды Азамат.- Бер нығыраҡ эсеп ҡайтҡан көндө Сергей маҡтанып ташланы, уның ҡушыуы буйынса хакерҙар аҡсаны ситкә шылдырғандар. Минең ул әйткән һүҙҙәрҙе телефонға яҙырға башыма етте. Тексты бер таныш юрисҡа тапшырып, шуның осона сығыуҙы һораным, хеҙмәтенә түләйәсәгемде белдерҙем. Ул эш башланы инде. Өсәүләһәк эшебеҙ бешер тип уйлайым. Һиңә мотлаҡ юрист менән осрашырға кәрәк.- Ярай осрашырмын, адресын биререһең. Ә Сергей нимә менән булыша әле?- Ул йыл да бизнесын киңәйтеү менән булышты. Биналар һатып алып, тағы бер кафе, бер ресторан асты. Һуңғы ваҡытта әллә ни эше менән ҡыҙыҡһынмай, күп күңел асыуға күсеп китте. Көн дә иҫерек...Тәжрибәле юрист Азамат менән берлектә ай буйы ҡыҙыу эш алып барҙы, кәрәге тейерҙәй документтарҙы судҡа әҙерләне, прокуратура менән кәңәш ҡорҙо, кафе, ресторандағы баш бухгалтерҙар менән аралашты. Шул йыйылған ҡағыҙҙарға таянып, Азамат Сергейҙы судҡа бирҙе. Был юлы суд оҙаҡ ҡына барҙы, ултырыштар төрлө сәбәптәр арҡаһында өҙөлә-өҙөлә дүрт тапҡыр үткәрелде. Был юлы Сергей тулыһынса фаш ителде, ул нисек булған шулай, йәшермәйенсә һөйләргә мәжбүр, сөнки енәйәтен асҡандай факттар күп ине. Был уны иркенән мәхрүм иткәндәй суд ҡарарын сығарыуға нигеҙ булды. Булған шәхси мөлкәт тулыһынса Азаматҡа ҡайтарылды. Шул аҡсаның бер өлөшөнә ул фатир һатып алды. Азамат ҡатыны Зөлфирә, улы Азат менән яңынан ғаилә ҡороп йәшәй башланылар. Тик Азамат шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүҙе хуп күрмәне, ҙур аҡса кешене боҙа, тип уйланы ул, шуға күрә ҡатыны менән кәңәшләшеп, ике кафеһын, ресторанын һатып ебәрҙе һәм элек эшләп киткән селикат заводына был юлы баш бухгалтер булып эшкә урынлашты. Шулай итеп был ғаиләлә ахырҙа тыныслыҡ урынлашып, эштәр ыңғай китте. Эйе, бындай бәхет һәм берҙәмлек был тормошта бик һирәк була шул. Ғаиләнең матурлығы ир менән ҡатындың бер төптән тормош йөгөн тарта белеүенән тора икәнен аңлап алһаң, бөтәһе лә үҙ урынына ултыра. Ошондай ғаиләләр күберәк булһа ине, унда берҙәмлек, аңлашып йәшәү гел дә сәскә атһын ине...Ҡыҫҡаһы – яҙмышты һайлап була, тик үҙең, нисек кенә ҡыйын булмаһын, тырышып ыңайлыҡҡа ынтылырға тейешһең. Был юлда арыу-талыу арҡаһында туҡтарға тейеш түгелһең. Йәш саҡта күберәк ыҙалаһаң, ҡартлыҡта муллыҡ көтәсәк, ә күңелең тулы буласаҡ, йөрәгең тыныс һуғасаҡ.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-11/ya-myshty-aylap-bulamy-3475029
11 Октябрь , 21:10
ba
БЕР ТАМСЫ ӨМӨТ
Етмәһә, инеп тә етмәйһең, артыңдан шап итеп ябыла һала. Әйтерһең дә, һине ашыҡтыра, өлгөрөп ҡал, һуңлауың бар, тигән кеүек, ябылғанда, йәмһеҙ сыйылдап ҡуя. Кеҫәмдәге бахилдарҙы ашыға-ашыға аяҡҡа эләктерә һалам да, аҡ халатты яурынға ташлап, осо-ҡырыйы күренмәҫ коридор буйлап 13-сө палатаға юлланам. Ҡаршыға осраған шәфҡәт туташына йөҙ ҙә беренсе тапҡыр шул бер һорауҙы бирәм: «Нисек?». – Иртәнән бирле көтә. Көткәнен беләм. Бына инде бер йылға торош бер айҙы шулай йәшәйбеҙ: ул көтә, мин киләм, ул ышана, мин йәлләйем. «13». Был һанда ниндәйҙер хикмәт бар тиһәләр ҙә, мин инде уға иғтибар итмәйем. Ғәҙәттәгесә, ишекте ипләп кенә асып, таныш палатаға уҙам. Ишек төбөндәге карауат йыйыштырып ҡуйылған. Йөрәгем жыу итеп ҡала. Бер секундта башыма уҡтай ҡаҙалған уйҙарымды йыйып, һушыма килә алмай торғанымда, уның ҙур устары арҡамдан һөйөп тә өлгөрә: – Йә, хәлдәрең нисек, аҡыллым? Яуабымды ла көтмәй, үҙ һорауына үҙе яуап бирә: «Күреп торам, хәлең һәйбәт. Сәсеңде генә ҡырҡтырып әрәм иткәнһең. Оҙон килеш яҡшыраҡ ине». – Сәс нимә ул, үҫер әле, баш иҫән булһын. Үҙем теге йыйыулы карауаттан күҙемде алмайым. Үлдеме әллә, тип һорарға телем әйләнмәй. Юҡтыр. Нисек үлһен? Ике көн элек килгәнемдә генә, ҡатыны, балалары тураһында һөйләп ултырҙы. Йәп-йәш бит әле үҙе. Утыҙ һигеҙ йәштә кеше үлә тиме? Өс бала атаһы, етмәһә. Уның сабыйҙары үҙенән башҡа кемгә кәрәк инде? Хөкүмәт уларға йәлләү йөҙөнән бишәр мең һум аҡсаһын биреп барған булыр, ә һин йәшәп ҡара ана шул аҡсаға! Атайһыҙ тормоштоң ни икәнен ул балаҡайҙарҙан башҡа эт тә белмәҫ, бер кем килеп, етемлек ауырмы ул, тип һорашмаҫ, хәлдәренә инмәҫ. «Атайһыҙ» мөһөрө тағып, ситкә тибеүселәр ҙә булмаҫ тимә. Әҙәм заты яҡшы булһа ғына әҙәм ул, әшәкеләрен әҙәм аҡтыҡтары тип юҡҡа атамағандарҙыр. Тап ана шулары булышыр улар менән, йәберләп, мыҫҡыллап, әсе телдәрен бәреп, яралы йөрәктәрен телгеләр. – Ҡайҙа ул? – Ошо һүҙҙе әллә ҡайҙан төптән саҡ һығып сығарам. – Кисә Өфөгә ебәрҙеләр. Диагнозын раҫлар өсөн. – Йә, Раббым! Раҫланмаһын! Берүк раҫланмаһын! – Быларын башымды өҫкә күтәреп, түшәмгә ҡарап бышылдап ҡына әйтәм дә, янымда ултырған ағайыма текәләм: – Беҙгә лә Өфөгә барырға кәрәк. Бында ваҡыт уҙғарып ятыу ғына. Ул ваҡыт һеҙҙең файҙаға түгел, һеҙгә ҡаршы уйнай, ишетәһегеҙме? Юҡ, юҡ, бында ҡалырға ярамай! Иртәгә үк, йә иртәнән һуң, документтарығыҙҙы алығыҙ ҙа, китегеҙ Өфөгә. Кәрәк булһа, үҙем дә барам. Онкодиспансерҙың ҡайҙа икәнен мин беләм... – Фәрештә… Тағы мандариндар килтерҙеңме? – Уның ипле, баҫалҡы тауышы мине йәһәт кенә Өфө онкодиспансерынан 13-сө палатаға ҡайтара. – Тәмле булып еҫе сыға шул. Уңайһыҙланып, сумкамды аҡтарырға тотонам. Мандариндар һалынған полиэтилен ҡапсыҡты, ул яратҡан йөҙөм бәлешен һәм шиғырҙар китабын һөйрәп сығарып, тумба өҫтөнә һалам. Нескә күңелле, хисле кеше ул, шиғырҙар уҡырға ярата. Шуға ла килгән һайын әле бер, әле икенсе китапты килтергән булам. – Тегендә бойоҡ көйө китмәһен, тиһеңдер инде ағайыңды, гел күңелде күтәрерлектәрен һайлап килтерәһең, – был һүҙҙәре асыуыма тейә, төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөккә бирелеүенә ҡырҡа ҡаршымын. Уға тишерҙәй итеп ҡарап алам да, тағы ҡарайым. Булһа, була бит күркәм кешеләр. Матур ҙа, сибәр ҙә түгел, тап күркәм. Ундайҙарҙың йәшен дә документына ҡарап беләһең, былай самалармын тимә. Кем ул, ҡайҙан, ҡайҙа эшләй, нисек йәшәй – быларҙың береһе лә мөһим түгел. Шул күркәм зат яныңда торһа, күктән Алла үҙе төшөп торғандай, әллә ниндәй аңлатып булмаҫ тойғолар кисерәһең. Тулҡынланаһың, ҡаушайһың, һоҡланаһың. Миндә ана шул тойғоноң һуңғыһы. Зәһәр ҡыштың 35 градус һалҡынында туҡталышта тәнем генә түгел, йәнем ҡатып баҫып торғанда, әжәл тырнағынан йолоп, машинаһына индереп ултыртҡан минуттан алып әлегәсә һоҡланам мин уға. Миллион һумлыҡ сит ил машиналары янымдан битараф ҡына зыйлап уҙып киткән ул көндө, тешемде ҡыҫып, сит ҡала туҡталышында өмөтһөҙлөк менән айҡашҡанда, ул мине яңғыҙ ҡалдырмағайны. Бына хәҙер иһә онкология тип аталған хәсрәт донъяһында мин – уның берҙән-бер өмөтө. – Тағы эсең янамы, Хызыр? – Уң ҡулын ашҡаҙан тирәһенә ҡуйыуын күреп, тиҙ генә һорай һалам. Ул өндәшмәй. Тәҙрәгә текләп ултыра бирә. Мин иһә һүҙҙе нисек ялғап китергә белмәй аҙапланам. – Арҡа буйың да һыҙлаймы? Ни яна икән ул эсеңдә? – Бына һинең эсең быяла кеүек. Үтәнән-үтә күренә. Унда ни бар икән, тип йонсомайһың да, эсендәге – тышында, тигәндәре тап һинең хаҡта ул, ҡыҙыҡай. – Шаярып ҡына сәсемдән тартып ҡуйған була үҙе. Ауырыуы тураһында һораштыра башлаһаң, гел һүҙҙе миңә табан бора һалған була шул. – Юҡ, былай булмай! Ни ҙә булһа эшләргә кәрәк! Һин һауығырға тейешһең! Бер ай буйы... – Ултырған урынымдан ырғып торам да, ишеккә йүнәләм. – Киттем докторға! Үҙемдә ғүмергә булмаған ҡыйыулыҡ табып, табип бүлмәһенең ишеген шаҡыйым. Ҡабалан ғына иҫәнләшкәс, ҙур өҫтәл артында ҡәһүә эсеп ултырған оло йәштәге докторҙың ҡаршыһынан урын алам. – Ни булды? – Уны бында ҡалдырырға ярамай. Ишетәһегеҙме? Өфөгә юллама бирегеҙ. Зинһар. – Кемгә? Ошо һүҙҙән айнып киткәндәй булам. Йә, Хоҙай! Табип минең кем тураһында һөйләгәнемде лә белмәй бит. Уңайһыҙланып китәм. – Ғәлләмовҡа. – Зарланамы әллә? Насар ҡарайҙар, тиме? Кәрәкмәгән уколдар эшләйҙәр, файҙаһыҙ дарыуҙар ашаталар, тағы әллә ниҙәр, тиҙер инде. Ауырыуҙың эше шул бит, ыңғырашыу ҙа зарланыу. – Ул өҫтәлендә ятҡан лупалы күҙлеген һәрмәп алып кейә лә, мине баштан-аяҡ тикшереп сыға. – Ә һеҙ уға кем булаһығыҙ? Ҡатынымы? Әллә һөйәркәһеме? Тамағыма арҡыры торған төйөндө саҡ йотоп ебәрәм: – Бер кем дә түгел. Сит кеше. Бер йыл элек һалҡын ҡышта ул мине туҡталыштан ултыртып алғайны. Шунан бирле аралашабыҙ. Һеҙ уйлағанса түгел, дуҫтарса. Табип, башын артҡа ташлап, иҫәрҙәрсә шарҡылдап көлә башлай. Йәнгә тейерлек итеп. – Мин уның изге күңеленә, оло йөрәгенә һоҡланам, – муйынымды һығып торған шарфымды бушата биреп, һүҙемде дауам итәм, – ул табип булһа, моргта һәм ер аҫтында ятыусыларға ҡарағанда һау-сәләмәт, бәхетле кешеләр күберәк булыр ине, моғайын. Һәм тағы ла... Ҡатыны тураһында үҙенән һорап ҡуймағыҙ, ул уны бер йыл элек юл фажиғәһендә юғалтҡан. Күңел яраларын ҡуҙғатмағыҙ. Хуш булып тороғоҙ, доктор! – Айҡала-сайҡала коридор буйлап барып, таныш палатаның ишегенә үреләм. – Оҙаҡланың, аҡыллым. Таныш тауыш ҡолағымды иркәләй. Ул гел шулай яғымлы, ипле һөйләшә. Магнит кеүек үҙенә тартып, ылыҡтырып торһа ла, ул минең өсөн барыбер ағай булып ҡала килә. Хөрмәт һәм һоҡланыу кеүек тойғоларҙы аша атлап сыҡмаясағымды беләм. Ул мине фәрештә тип йөрөтә, минең өсөн ул үҙе – Хызыр Ильяс. Исеме Ильяс булғаны өсөн генә түгел, юлда бер тамсы өмөт ҡалмағанда килеп сығып, ғүмеремде һаҡлап ҡалғаны өсөн шулай тип өндәшәм. Үҙенә лә оҡшай. – Табип менән оҙаҡ һөйләштек шул. Шәбәйәһең тине. Анализдарың яҡшы. Һине әлегә тулыһынса тикшерә алмай торалар икән, аппараттары ремонтта. Шуның ҡайтҡанын көтәләр. Алдай белмәгән көйөңә алдашып ултырыу хәтәр ҡыйын икән. Телем тотлоҡто, тир бәреп сыҡты. Үҙемде мең гонаһлы бәндә итеп тойҙом. Ә ул миңә һынап ҡарай, ялғанды һиҙә, ахыры. – Футбол тубы итеп тоям үҙемде. Тегендә – бында, бында – тегендә... Типкеләйҙәр бит. Врачтар футбол уйнай. Ә һин шул тупты ҡапҡаға инеп китеүҙән һаҡлап баҫып тороусы һаҡсы кеүекһең, фәрештә. Табипҡа уҡымағанһың бит үҙең, һинең ҡулда шундуҡ шәбәйер инем, – тыйнаҡ йылмайып, серле ҡараш ташлауынан ҡыйынһынып китәм. – Эйе шул. Был хаҡта үҙем дә йыш уйлайым. Табип йәки бик бай кеше булһам ине, тип. Тәүгеһе булһам, сирлеләрҙе бар көсөмдө биреп дауалар инем, ә бай булһам, иң яҡшы табиптарға аҡса түләп, дауалатыр инем уларҙы. Һине лә... – Ошо һүҙҙәремдән нисектер рәхәт булып китә, эсемә йылы, йөҙөмә йылмайыу ҡуна. – Гел ана шулай тип әйт. – Нимә тип? – Һин, тип. Атыу һеҙ ҙә һеҙ, ағай ҙа ағай. Көлөшөп алабыҙ. – Арҡам һыҙлап киттесе, – ул йәтешләп бер яҡҡа янтайҙы. Арҡа һыҙлау, эс яныу. Былар миңә таныш! Үтә лә таныш бит! Нисек әлегәсә ошо хаҡта уйламағанмын? – Һиндә бер ниндәй ҙә онкология юҡ. Хызыр, ишетәһеңме? Мин аңланым. Табиптар һинең ауырыуыңды белә алмай йонсой, ә мин белдем, аңланым! – Тулҡынланыуымды еңә алмай, тағы әллә ниҙәр һөйләнем дә, ауырыуҙы табиптар бүлмәһенә алып киттем. Онколог был юлы тәмәке көйрәтә ине. Сирлеләрең үлем менән көрәшкәндә, ни йөрәгең менән шундай битараф ҡиәфәт һаҡлап ултырырһың? – Беләһегеҙме, Хызыр һеҙҙең сирле түгел. Сығарығыҙ уны бынан. Ҡайтарығыҙ. Табип беҙгә мыҫҡыллы ҡараш ташлай: – Шунан, ниндәй диагноз ҡуйҙығыҙ инде Ғәлләмовҡа? Табиптың бындай ҡыланышына аптырамайым. Уны ла аңларға була, үҙемде былай тотоуымды ул үҙен һанға һуҡмау итеп ҡабул итәлер. Тик миңә үҙ туҡһаным туҡһан, сөнки алған дауа ярҙам итмәй, һыҙланыуҙарың сәғәтләп түгел, минутлап көсәйә икән, тимәк, дөрөҫ дауаламайҙар, диагноз дөрөҫ түгел. Хызыр ҙа бит әле бер, әле икенсе табипҡа йөрөй торғас ошо ғазап донъяһына килеп эләккән. – Ильяс йән ауырыуы менән ауырый. Һарыға һабышҡан. Ул сирҙе депрессия тип атайҙар, доктор. Тап ана шул депрессия ваҡытында тән менән ҡуша йән дә һыҙлай. Уны бер ниндәй терапевт та, хирург та, хатта һеҙҙең кеүек онколог та дауалай алмай. «Һеҙҙең кеүек» тигән һүҙҙе айырым бер баҫым менән, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм яғымлы итеп әйтергә тырышам, сөнки Хызырҙы артабан бында ҡалдырырға ярамай. Был хәсрәт донъяһында сир көсәйәсәк кенә. – Ҡыҙыҡ. Кем һәм нимә һауыҡтырырға тейеш була инде Ғәлләмовты? – Табип урынынан тороп, миңә ҡаршы килеп баҫа. Уйҙарымды йыя алмай торғанымда, артымда торған Хызыр уң яҡ яурыныма ҡулын һала: – Ошо фәрештә һәм бер тамсы өмөт... Үҙе йылмая. Бығаса уның бындай һүҙҙәрен бары тик шаяртыу тип ҡабул иткән булһам, тап ошо минутта эскерһеҙ йылмайыу артында ниндәйҙер ысынбарлыҡ йәшеренеүен тойҙом. Йөрәгем һулҡ итеп ҡуйҙы. Бисара! Ниндәй генә күркәм һәм көслө булмаһын, тәү сиратта ул бит кеше. Ә һәр әҙәм заты барыбер һөйөү һәм наҙға мохтаж. Бигерәк тә көслө зат ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар алдында үтә лә көсһөҙ булып сыға. Ҡатын-ҡыҙ көстө үҙ йәненән, үҙ булмышынан тапһа, ирҙәр уны ситтән, кемдәндер көтә. Ҡырҡ сыраҡлы ҡатындарҙың бер сырағы һүнһә, икенсеһе ҡабына. Яңғыҙ ҡалғанында ла, балаһын йөрәгенә ҡыҫып һөйһә, һағышы тарала. Ә бында... Бала... Хызырҙың балаһы ла юҡ бит, исмаһам. Ҡатыны менән биш йыл йәшәп өлгөргән, ә сабыйҙары булмаған. Көткән, өмөтләнгән. Бер йыл элек һуңғы өмөтө селпәрәмә килгән. Яҙмыштың рәхимһеҙлеге тураһында уйлаһаң, йәнең өҙөлөр. ...Өс-дүрт көн тартҡылашҡандан һуң Хызырҙы дауахананан сығарҙылар. Өфөгә юллама ла бирҙеләр. Онкодиспансерҙан тотоп сыҡҡан ҡағыҙ киҫәге донъялағы иң ҡәҙерле нәмә булып тойолдо. Артабан йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы ине ул. – Мин барыһына ла күнеп бөткәйнем инде, фәрештә. Яҙмыш менән яғалашырға көсөм дә, теләгем дә ҡалмағайны. – Ул ҡапыл моңһоуланып ҡала. – Ә йән ауырыуын нисек дауаларбыҙ икән? – Үтер ул. Күп нәмә үҙеңдән тора. Тормошҡа ҡарашыңды үҙгәрт. Һин бит улай уҡ бәхетһеҙ кеше түгелһең. Кемгәлер кәрәкһең. Яҡыныңды юғалтыу ҡайғыһын уны кисергәндәр генә белә, аңлай. Яҡыныңдан яҙмаҫ өсөн иң һуңғы өмөтөңә йән-сытырман йәбешер кәрәк. Артабан йәшәргә кәрәк бит, Хызыр! Йәшәгем килмәй тип кенә ятып үлеп булмай ул. Сей иткә ут ҡапмай, тиҙәр бит. Эсең тулы ут булһа, ғүмер бер генә. Зинһар, бирешмә! Тормош дауам итә! – Йән ауырыуҙарын дауалаусы дауахана тураһында Хызырға әйткән һуңғы һүҙҙәрем ошолар ине. Ошонан һуң беҙҙең юлдар айырылды. Шулай килеп сыҡты. Ярты йылдан һуң урамда осраҡлы ғына таныш шәфҡәт туташын осраттым. Ул миңә сумкаһынан хат сығарып тотторҙо. Хызырҙан ине ул. – Яңыраҡ инеп сыҡҡайны беҙгә. Һиңә ошо хатты тапшырырға ҡушҡайны, юлым төшмәй тик тора. Адресыңды ла белмәй булып сыҡты ла ул үҙе. Дуҫтар, имеш, – Зөлфиә апай серле йылмая, – ағай ҙа ағай, һеҙ ҙә һеҙ, тип йәнен ҡыя инең Ғәлләмовтың. Ә ул бит һиңә битараф түгел ине. Шуны ла һиҙмәнеңме, әллә һиҙмәмешкә һалыштыңмы, ҡыҙыҡай? Мин шаңҡып ҡалдым. Нисек инде, битараф түгел ине? Үҙемде уның тормошондағы бер тамсы өмөт итеп күрә инем, артығы тураһында уйларға ла ҡыйманым. Кит, юҡты. Йән-фарман сабып өйөмә ҡайттым да, хатты асып уҡый башланым. Унда шундай юлдар бар ине: «Табип булмаһаң да, бик бай булмаһаң да, берүк ҡайғырма. Иң мөһиме – кеше булып ҡал! Тән һыҙлауҙарымды ғына түгел, йән әрнеүҙәремде дауаланың, фәрештә. Мин һауыҡтым. Һәм тағы ла ҡыштың зәһәр һыуығында бынан ары бер ҡасан да юлға сыҡма. Ғүмер бер генә бит, шуны онотма. Кәрәк тип тапһаң, ошо номерға шылтырат. Сәләм менән – Ильяс. Юҡ, Хызыр». Ҡулдарым ҡалтырай-ҡалтырай, хаттағы һандарҙы йыйҙым. Йөрәгем ситлеген ташлап осор ҡоштай талпынды. Ҡаушау-тулҡынланыуымды теге остағы таныш тауыш баҫты: «Һаумы, фәрештәм!» Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Етмәһә, инеп тә етмәйһең, артыңдан шап итеп ябыла һала. Әйтерһең дә, һине ашыҡтыра, өлгөрөп ҡал, һуңлауың бар, тигән кеүек, ябылғанда, йәмһеҙ сыйылдап ҡуя. Кеҫәмдәге бахилдарҙы ашыға-ашыға аяҡҡа эләктерә һалам да, аҡ халатты яурынға ташлап, осо-ҡырыйы күренмәҫ коридор буйлап 13-сө палатаға юлланам.Ҡаршыға осраған шәфҡәт туташына йөҙ ҙә беренсе тапҡыр шул бер һорауҙы бирәм: «Нисек?».– Иртәнән бирле көтә. Көткәнен беләм. Бына инде бер йылға торош бер айҙы шулай йәшәйбеҙ: ул көтә, мин киләм, ул ышана, мин йәлләйем.«13». Был һанда ниндәйҙер хикмәт бар тиһәләр ҙә, мин инде уға иғтибар итмәйем. Ғәҙәттәгесә, ишекте ипләп кенә асып, таныш палатаға уҙам. Ишек төбөндәге карауат йыйыштырып ҡуйылған. Йөрәгем жыу итеп ҡала. Бер секундта башыма уҡтай ҡаҙалған уйҙарымды йыйып, һушыма килә алмай торғанымда, уның ҙур устары арҡамдан һөйөп тә өлгөрә:– Йә, хәлдәрең нисек, аҡыллым?Яуабымды ла көтмәй, үҙ һорауына үҙе яуап бирә: «Күреп торам, хәлең һәйбәт. Сәсеңде генә ҡырҡтырып әрәм иткәнһең. Оҙон килеш яҡшыраҡ ине».– Сәс нимә ул, үҫер әле, баш иҫән булһын. Үҙем теге йыйыулы карауаттан күҙемде алмайым. Үлдеме әллә, тип һорарға телем әйләнмәй. Юҡтыр. Нисек үлһен? Ике көн элек килгәнемдә генә, ҡатыны, балалары тураһында һөйләп ултырҙы. Йәп-йәш бит әле үҙе. Утыҙ һигеҙ йәштә кеше үлә тиме? Өс бала атаһы, етмәһә. Уның сабыйҙары үҙенән башҡа кемгә кәрәк инде? Хөкүмәт уларға йәлләү йөҙөнән бишәр мең һум аҡсаһын биреп барған булыр, ә һин йәшәп ҡара ана шул аҡсаға! Атайһыҙ тормоштоң ни икәнен ул балаҡайҙарҙан башҡа эт тә белмәҫ, бер кем килеп, етемлек ауырмы ул, тип һорашмаҫ, хәлдәренә инмәҫ. «Атайһыҙ» мөһөрө тағып, ситкә тибеүселәр ҙә булмаҫ тимә. Әҙәм заты яҡшы булһа ғына әҙәм ул, әшәкеләрен әҙәм аҡтыҡтары тип юҡҡа атамағандарҙыр. Тап ана шулары булышыр улар менән, йәберләп, мыҫҡыллап, әсе телдәрен бәреп, яралы йөрәктәрен телгеләр.– Ҡайҙа ул? – Ошо һүҙҙе әллә ҡайҙан төптән саҡ һығып сығарам.– Кисә Өфөгә ебәрҙеләр. Диагнозын раҫлар өсөн.– Йә, Раббым! Раҫланмаһын! Берүк раҫланмаһын! – Быларын башымды өҫкә күтәреп, түшәмгә ҡарап бышылдап ҡына әйтәм дә, янымда ултырған ағайыма текәләм:– Беҙгә лә Өфөгә барырға кәрәк. Бында ваҡыт уҙғарып ятыу ғына. Ул ваҡыт һеҙҙең файҙаға түгел, һеҙгә ҡаршы уйнай, ишетәһегеҙме? Юҡ, юҡ, бында ҡалырға ярамай! Иртәгә үк, йә иртәнән һуң, документтарығыҙҙы алығыҙ ҙа, китегеҙ Өфөгә. Кәрәк булһа, үҙем дә барам. Онкодиспансерҙың ҡайҙа икәнен мин беләм...– Фәрештә… Тағы мандариндар килтерҙеңме? – Уның ипле, баҫалҡы тауышы мине йәһәт кенә Өфө онкодиспансерынан 13-сө палатаға ҡайтара. – Тәмле булып еҫе сыға шул. Уңайһыҙланып, сумкамды аҡтарырға тотонам. Мандариндар һалынған полиэтилен ҡапсыҡты, ул яратҡан йөҙөм бәлешен һәм шиғырҙар китабын һөйрәп сығарып, тумба өҫтөнә һалам. Нескә күңелле, хисле кеше ул, шиғырҙар уҡырға ярата. Шуға ла килгән һайын әле бер, әле икенсе китапты килтергән булам.– Тегендә бойоҡ көйө китмәһен, тиһеңдер инде ағайыңды, гел күңелде күтәрерлектәрен һайлап килтерәһең, – был һүҙҙәре асыуыма тейә, төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөккә бирелеүенә ҡырҡа ҡаршымын. Уға тишерҙәй итеп ҡарап алам да, тағы ҡарайым. Булһа, була бит күркәм кешеләр. Матур ҙа, сибәр ҙә түгел, тап күркәм. Ундайҙарҙың йәшен дә документына ҡарап беләһең, былай самалармын тимә. Кем ул, ҡайҙан, ҡайҙа эшләй, нисек йәшәй – быларҙың береһе лә мөһим түгел. Шул күркәм зат яныңда торһа, күктән Алла үҙе төшөп торғандай, әллә ниндәй аңлатып булмаҫ тойғолар кисерәһең. Тулҡынланаһың, ҡаушайһың, һоҡланаһың. Миндә ана шул тойғоноң һуңғыһы. Зәһәр ҡыштың 35 градус һалҡынында туҡталышта тәнем генә түгел, йәнем ҡатып баҫып торғанда, әжәл тырнағынан йолоп, машинаһына индереп ултыртҡан минуттан алып әлегәсә һоҡланам мин уға. Миллион һумлыҡ сит ил машиналары янымдан битараф ҡына зыйлап уҙып киткән ул көндө, тешемде ҡыҫып, сит ҡала туҡталышында өмөтһөҙлөк менән айҡашҡанда, ул мине яңғыҙ ҡалдырмағайны. Бына хәҙер иһә онкология тип аталған хәсрәт донъяһында мин – уның берҙән-бер өмөтө.– Тағы эсең янамы, Хызыр? – Уң ҡулын ашҡаҙан тирәһенә ҡуйыуын күреп, тиҙ генә һорай һалам. Ул өндәшмәй. Тәҙрәгә текләп ултыра бирә. Мин иһә һүҙҙе нисек ялғап китергә белмәй аҙапланам. – Арҡа буйың да һыҙлаймы? Ни яна икән ул эсеңдә?– Бына һинең эсең быяла кеүек. Үтәнән-үтә күренә. Унда ни бар икән, тип йонсомайһың да, эсендәге – тышында, тигәндәре тап һинең хаҡта ул, ҡыҙыҡай. – Шаярып ҡына сәсемдән тартып ҡуйған була үҙе. Ауырыуы тураһында һораштыра башлаһаң, гел һүҙҙе миңә табан бора һалған була шул.– Юҡ, былай булмай! Ни ҙә булһа эшләргә кәрәк! Һин һауығырға тейешһең! Бер ай буйы... – Ултырған урынымдан ырғып торам да, ишеккә йүнәләм. – Киттем докторға!Үҙемдә ғүмергә булмаған ҡыйыулыҡ табып, табип бүлмәһенең ишеген шаҡыйым. Ҡабалан ғына иҫәнләшкәс, ҙур өҫтәл артында ҡәһүә эсеп ултырған оло йәштәге докторҙың ҡаршыһынан урын алам.– Ни булды?– Уны бында ҡалдырырға ярамай. Ишетәһегеҙме? Өфөгә юллама бирегеҙ. Зинһар.– Кемгә?Ошо һүҙҙән айнып киткәндәй булам. Йә, Хоҙай! Табип минең кем тураһында һөйләгәнемде лә белмәй бит. Уңайһыҙланып китәм.– Ғәлләмовҡа.– Зарланамы әллә? Насар ҡарайҙар, тиме? Кәрәкмәгән уколдар эшләйҙәр, файҙаһыҙ дарыуҙар ашаталар, тағы әллә ниҙәр, тиҙер инде. Ауырыуҙың эше шул бит, ыңғырашыу ҙа зарланыу. – Ул өҫтәлендә ятҡан лупалы күҙлеген һәрмәп алып кейә лә, мине баштан-аяҡ тикшереп сыға. – Ә һеҙ уға кем булаһығыҙ? Ҡатынымы? Әллә һөйәркәһеме?Тамағыма арҡыры торған төйөндө саҡ йотоп ебәрәм:– Бер кем дә түгел. Сит кеше. Бер йыл элек һалҡын ҡышта ул мине туҡталыштан ултыртып алғайны. Шунан бирле аралашабыҙ. Һеҙ уйлағанса түгел, дуҫтарса. Табип, башын артҡа ташлап, иҫәрҙәрсә шарҡылдап көлә башлай. Йәнгә тейерлек итеп.– Мин уның изге күңеленә, оло йөрәгенә һоҡланам, – муйынымды һығып торған шарфымды бушата биреп, һүҙемде дауам итәм, – ул табип булһа, моргта һәм ер аҫтында ятыусыларға ҡарағанда һау-сәләмәт, бәхетле кешеләр күберәк булыр ине, моғайын. Һәм тағы ла... Ҡатыны тураһында үҙенән һорап ҡуймағыҙ, ул уны бер йыл элек юл фажиғәһендә юғалтҡан. Күңел яраларын ҡуҙғатмағыҙ. Хуш булып тороғоҙ, доктор! – Айҡала-сайҡала коридор буйлап барып, таныш палатаның ишегенә үреләм.– Оҙаҡланың, аҡыллым. Таныш тауыш ҡолағымды иркәләй. Ул гел шулай яғымлы, ипле һөйләшә. Магнит кеүек үҙенә тартып, ылыҡтырып торһа ла, ул минең өсөн барыбер ағай булып ҡала килә. Хөрмәт һәм һоҡланыу кеүек тойғоларҙы аша атлап сыҡмаясағымды беләм. Ул мине фәрештә тип йөрөтә, минең өсөн ул үҙе – Хызыр Ильяс. Исеме Ильяс булғаны өсөн генә түгел, юлда бер тамсы өмөт ҡалмағанда килеп сығып, ғүмеремде һаҡлап ҡалғаны өсөн шулай тип өндәшәм. Үҙенә лә оҡшай.– Табип менән оҙаҡ һөйләштек шул. Шәбәйәһең тине. Анализдарың яҡшы. Һине әлегә тулыһынса тикшерә алмай торалар икән, аппараттары ремонтта. Шуның ҡайтҡанын көтәләр. Алдай белмәгән көйөңә алдашып ултырыу хәтәр ҡыйын икән. Телем тотлоҡто, тир бәреп сыҡты. Үҙемде мең гонаһлы бәндә итеп тойҙом. Ә ул миңә һынап ҡарай, ялғанды һиҙә, ахыры.– Футбол тубы итеп тоям үҙемде. Тегендә – бында, бында – тегендә... Типкеләйҙәр бит. Врачтар футбол уйнай. Ә һин шул тупты ҡапҡаға инеп китеүҙән һаҡлап баҫып тороусы һаҡсы кеүекһең, фәрештә. Табипҡа уҡымағанһың бит үҙең, һинең ҡулда шундуҡ шәбәйер инем, – тыйнаҡ йылмайып, серле ҡараш ташлауынан ҡыйынһынып китәм.– Эйе шул. Был хаҡта үҙем дә йыш уйлайым. Табип йәки бик бай кеше булһам ине, тип. Тәүгеһе булһам, сирлеләрҙе бар көсөмдө биреп дауалар инем, ә бай булһам, иң яҡшы табиптарға аҡса түләп, дауалатыр инем уларҙы. Һине лә... – Ошо һүҙҙәремдән нисектер рәхәт булып китә, эсемә йылы, йөҙөмә йылмайыу ҡуна.– Гел ана шулай тип әйт.– Нимә тип?– Һин, тип. Атыу һеҙ ҙә һеҙ, ағай ҙа ағай. Көлөшөп алабыҙ.– Арҡам һыҙлап киттесе, – ул йәтешләп бер яҡҡа янтайҙы. Арҡа һыҙлау, эс яныу. Былар миңә таныш! Үтә лә таныш бит! Нисек әлегәсә ошо хаҡта уйламағанмын?– Һиндә бер ниндәй ҙә онкология юҡ. Хызыр, ишетәһеңме? Мин аңланым. Табиптар һинең ауырыуыңды белә алмай йонсой, ә мин белдем, аңланым! – Тулҡынланыуымды еңә алмай, тағы әллә ниҙәр һөйләнем дә, ауырыуҙы табиптар бүлмәһенә алып киттем. Онколог был юлы тәмәке көйрәтә ине. Сирлеләрең үлем менән көрәшкәндә, ни йөрәгең менән шундай битараф ҡиәфәт һаҡлап ултырырһың?– Беләһегеҙме, Хызыр һеҙҙең сирле түгел. Сығарығыҙ уны бынан. Ҡайтарығыҙ. Табип беҙгә мыҫҡыллы ҡараш ташлай:– Шунан, ниндәй диагноз ҡуйҙығыҙ инде Ғәлләмовҡа?Табиптың бындай ҡыланышына аптырамайым. Уны ла аңларға була, үҙемде былай тотоуымды ул үҙен һанға һуҡмау итеп ҡабул итәлер. Тик миңә үҙ туҡһаным туҡһан, сөнки алған дауа ярҙам итмәй, һыҙланыуҙарың сәғәтләп түгел, минутлап көсәйә икән, тимәк, дөрөҫ дауаламайҙар, диагноз дөрөҫ түгел. Хызыр ҙа бит әле бер, әле икенсе табипҡа йөрөй торғас ошо ғазап донъяһына килеп эләккән.– Ильяс йән ауырыуы менән ауырый. Һарыға һабышҡан. Ул сирҙе депрессия тип атайҙар, доктор. Тап ана шул депрессия ваҡытында тән менән ҡуша йән дә һыҙлай. Уны бер ниндәй терапевт та, хирург та, хатта һеҙҙең кеүек онколог та дауалай алмай.«Һеҙҙең кеүек» тигән һүҙҙе айырым бер баҫым менән, шул уҡ ваҡытта йомшаҡ һәм яғымлы итеп әйтергә тырышам, сөнки Хызырҙы артабан бында ҡалдырырға ярамай. Был хәсрәт донъяһында сир көсәйәсәк кенә.– Ҡыҙыҡ. Кем һәм нимә һауыҡтырырға тейеш була инде Ғәлләмовты? – Табип урынынан тороп, миңә ҡаршы килеп баҫа. Уйҙарымды йыя алмай торғанымда, артымда торған Хызыр уң яҡ яурыныма ҡулын һала:– Ошо фәрештә һәм бер тамсы өмөт...Үҙе йылмая. Бығаса уның бындай һүҙҙәрен бары тик шаяртыу тип ҡабул иткән булһам, тап ошо минутта эскерһеҙ йылмайыу артында ниндәйҙер ысынбарлыҡ йәшеренеүен тойҙом. Йөрәгем һулҡ итеп ҡуйҙы. Бисара! Ниндәй генә күркәм һәм көслө булмаһын, тәү сиратта ул бит кеше. Ә һәр әҙәм заты барыбер һөйөү һәм наҙға мохтаж. Бигерәк тә көслө зат ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙар алдында үтә лә көсһөҙ булып сыға. Ҡатын-ҡыҙ көстө үҙ йәненән, үҙ булмышынан тапһа, ирҙәр уны ситтән, кемдәндер көтә. Ҡырҡ сыраҡлы ҡатындарҙың бер сырағы һүнһә, икенсеһе ҡабына. Яңғыҙ ҡалғанында ла, балаһын йөрәгенә ҡыҫып һөйһә, һағышы тарала. Ә бында... Бала... Хызырҙың балаһы ла юҡ бит, исмаһам. Ҡатыны менән биш йыл йәшәп өлгөргән, ә сабыйҙары булмаған. Көткән, өмөтләнгән. Бер йыл элек һуңғы өмөтө селпәрәмә килгән. Яҙмыштың рәхимһеҙлеге тураһында уйлаһаң, йәнең өҙөлөр....Өс-дүрт көн тартҡылашҡандан һуң Хызырҙы дауахананан сығарҙылар. Өфөгә юллама ла бирҙеләр. Онкодиспансерҙан тотоп сыҡҡан ҡағыҙ киҫәге донъялағы иң ҡәҙерле нәмә булып тойолдо. Артабан йәшәүгә рөхсәт ҡағыҙы ине ул.– Мин барыһына ла күнеп бөткәйнем инде, фәрештә. Яҙмыш менән яғалашырға көсөм дә, теләгем дә ҡалмағайны. – Ул ҡапыл моңһоуланып ҡала. – Ә йән ауырыуын нисек дауаларбыҙ икән?– Үтер ул. Күп нәмә үҙеңдән тора. Тормошҡа ҡарашыңды үҙгәрт. Һин бит улай уҡ бәхетһеҙ кеше түгелһең. Кемгәлер кәрәкһең. Яҡыныңды юғалтыу ҡайғыһын уны кисергәндәр генә белә, аңлай. Яҡыныңдан яҙмаҫ өсөн иң һуңғы өмөтөңә йән-сытырман йәбешер кәрәк. Артабан йәшәргә кәрәк бит, Хызыр! Йәшәгем килмәй тип кенә ятып үлеп булмай ул. Сей иткә ут ҡапмай, тиҙәр бит. Эсең тулы ут булһа, ғүмер бер генә. Зинһар, бирешмә! Тормош дауам итә! – Йән ауырыуҙарын дауалаусы дауахана тураһында Хызырға әйткән һуңғы һүҙҙәрем ошолар ине. Ошонан һуң беҙҙең юлдар айырылды. Шулай килеп сыҡты. Ярты йылдан һуң урамда осраҡлы ғына таныш шәфҡәт туташын осраттым. Ул миңә сумкаһынан хат сығарып тотторҙо. Хызырҙан ине ул.– Яңыраҡ инеп сыҡҡайны беҙгә. Һиңә ошо хатты тапшырырға ҡушҡайны, юлым төшмәй тик тора. Адресыңды ла белмәй булып сыҡты ла ул үҙе. Дуҫтар, имеш, – Зөлфиә апай серле йылмая, – ағай ҙа ағай, һеҙ ҙә һеҙ, тип йәнен ҡыя инең Ғәлләмовтың. Ә ул бит һиңә битараф түгел ине. Шуны ла һиҙмәнеңме, әллә һиҙмәмешкә һалыштыңмы, ҡыҙыҡай?Мин шаңҡып ҡалдым. Нисек инде, битараф түгел ине? Үҙемде уның тормошондағы бер тамсы өмөт итеп күрә инем, артығы тураһында уйларға ла ҡыйманым. Кит, юҡты. Йән-фарман сабып өйөмә ҡайттым да, хатты асып уҡый башланым. Унда шундай юлдар бар ине: «Табип булмаһаң да, бик бай булмаһаң да, берүк ҡайғырма. Иң мөһиме – кеше булып ҡал! Тән һыҙлауҙарымды ғына түгел, йән әрнеүҙәремде дауаланың, фәрештә. Мин һауыҡтым.Һәм тағы ла ҡыштың зәһәр һыуығында бынан ары бер ҡасан да юлға сыҡма. Ғүмер бер генә бит, шуны онотма. Кәрәк тип тапһаң, ошо номерға шылтырат. Сәләм менән – Ильяс. Юҡ, Хызыр».Ҡулдарым ҡалтырай-ҡалтырай, хаттағы һандарҙы йыйҙым. Йөрәгем ситлеген ташлап осор ҡоштай талпынды.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-10/ber-tamsy-m-t-3473613
10 Октябрь , 15:00
ba
ЕТЕМ ХАҠЫ
Ирғәлегә кейәүгә сыҡҡас, Илфат ҡәйнешенең һөйгәненә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булыуына бер килке аптырап йөрөгәйне Мәрғиә. Мәрхүм ҡайныһының фотоһын күргәс, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. “Минең бер ҡыҫылыш та юҡ, атаһы тапты уларҙы!” Килененең нимә әйтергә белмәй аптырап тороуон күреп, шулай тип мәрәкәләгәйне асыҡ-ярыҡ ҡына холоҡло ҡәйнәһе. Әле килеп Нурғәленең дә улар яғына тартыуына иҫе китеп ултырыуы. Уныһынан да бигерәк, егеттең дауаханаға хәл белергә килеүенә ғәжәпләнде. Пакет тултырып, күстәнәсенә тиклем алған бит әле. “Тағы кереп сығам әле, инәй”, − тип тороп сығып китте, етмәһә. Берәү булһа, хәл белеү түгел, юлында осраҡлы ғына тап итһә лә, урап үтер ине. Эйе, яҡын да юламаҫ ине. Үткәндәрҙә ҡалған бер ҡылығын ғәфү итерлек түгел шул Мәрғиәнең, ай-һай, ғәфү итерлек түгел... . Илай-илай күҙ йәштәрем ҡороп, күңелем ташҡа әйләнеп бөткәндер, тиһә лә, аҙ-маҙ ҡалған икән әле улары ла. Ҡатындың төпкә батҡан күҙҙәренән ике шишмә урғылып сыҡты ла түбәнгә ҡарай юрғаланы... . Йәше утыҙға етһә лә Илфат өйләнергә ашыҡманы. Тотлоғоуынан оялып, кеше менән әллә ни аралашып та барманы шул. Баш баҫып, эш менән булып тик йөрөнө. Ҡәйнәһе мәрхүмә тәүҙәрәк, кинйәкәйе өсөн борсолоп, уға үҙе кәләш күҙләп тә маташты. Тик, ҡайҙан, Илфатты, арҡанлап һөйрәһәң дә, кис урамға сығарырлыҡ түгел ине. Башҡалар клуб тапап, ҡыҙҙар артынан сапҡанда, ул өйҙә китап уҡып, телевизор ҡарап ваҡыт үткәрҙе. Эшенән ҡайтыуына ашарға әҙер – әсәһе бешерә, өҫ-башы таҙа – әсәһе йыуа. Кәләш алырға кәрәк икән, тип уйламаны ла ул, ахыры. Тик берҙән-бер көндө һин дә мин йөрөгән ҡәйнәһе ҡапыл үлде лә китте. Әсәйһеҙ тормошто Илфат ауыр кисерҙе. Былай ҙа йомоҡ кеше, бөтөнләй үҙенә бикләнде. Ирғәле уны йәлләп, ҡалаға эшкә саҡырып та ҡараны. Ул тиклем баҙнатһыҙлығы менән, ҡала тормошон үҙ итә алмаҫын аңлаған Илфат ағаһының тәҡдименә ҡырҡа ҡаршы булды. Тиҙҙән, ҡалала йәшәгән таныш ауылдаштары аша, уның эсештергеләй башлағанын ишеттеләр. Ирғәле һаман ҡустыһы өсөн өҙгөләнде. Ялы етһә, тотор ҙа ауыл тип сабыр ине. Ҡайтып, тегене юхалап-юмалап айыҡтырып, донъяһын ҡарашып килеүҙе ғәҙәт итеп алды. Тәүҙәрәк өндәшмәһә лә, тора-бара Мәрғиәнең быға йәне көйә башланы. “Ике көн ялыңды ҡыҙың менән миңә бүләһе урынға, эскеһенә баш була алмаған Илфат өсөн район ашаһына аҙна һайын машина ҡыуаһың! Бала-саға түгел дәһә ул, кеше ҡасан да булһа үҙ алдына йәшәп өйрәнергә тейеш инде!” – тип әрләп тороп ҡалыр ине ирен. “Әйҙә, һеҙ ҙә барығыҙ һуң” – тиеүгә ҡыҙҙарының ауырыуына һылтанды. Ысынлап та, Ҡәҙриәһе биш йәшенә тиклем үтә сибек булды, йыш сирләне шул. Оҙон юлға йөрөтөү түгел, ҡышҡы айҙарҙа урамға алып сығырға ла ҡурҡып ултыра торғайны балаҡайын. Мәрғиәнең ризаһыҙлығынан биҙрәпме, әллә бушҡа йөрөүенән ялҡыпмы (эскесегә нотоҡ уҡының ни ҙә, стенаға борсаҡ бәрҙең ни!), әкренләп Ирғәле лә ауыл яғына юлын һирәгәйтте. Йылына ике-өстө генә ҡайтып ураһа урағандыр. Унда ла ата-әсәһенең заманында балҡып ултырған донъяһының ҡотон ебәргән ҡустыһы өсөн йәне көйөп килер ине. Шулай биш йыл самаһы ваҡыт уҙып киткәндер. Бер көндө, апрель баштары ине шикелле, ауыл хакимиәте башлығы шылтыратты. Ул йәйгелек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрергә йыйыныуҙарын, Илфаттан фәтеүә булмағас, Ирғәле үҙе булһа ла өйҙәрен рәткә килтереп – буяй торғанын буяп, төҙәтерлеген төҙәтеп китеүен үтенде. Атай йортоноң ҡарауһыҙ торғанына былай ҙа эсе бошоп йөрөгән ире күп уйлап торманы – ял алып, тыуған ауылына юлланды. Рәшәткә булһа ла буяшырмын тигән булып, Мәрғиә лә ҡыҙы менән уға эйәрҙе. Ваҡытында ауылдың йәме булып, күкрәк киреп ултырған алты мөйөшлө ҙур матур өй, хакимиәт башлығы әйткәнсә, ысынлап та, әҙәм күргеһеҙ хәлгә төшкәйне шул. Буяуы уңып, төҫһөҙләнеп ҡалған ҡапҡа бер яҡҡа ыҡҡан. Рәшәткәһе серегән алғы баҡсаға ваҡ мал ингән. Ҡәйнәһенең йыл да емерелеп уңған ағас еләге, ҡарағатынан бер нәмә лә ҡалмағанын күреп, Мәрғиәнең, эй, эсе бошҡайны шунда. Ә өй эсе тышына ҡарағанда ла ҡотһоҙораҡ булып сыҡты. Күптән йыуғыс күрмәгәнгән иҙән, берҙән, бысраҡ булһа, икенсенән, нигеҙе төйөлмәгәс, аяҡ баҫҡыһыҙ һыуыҡ ине. Сервант, шкаф кәштәләрҙә бер иле саң. Ҡәйнәһе тере саҡта селт аҡ ғына булып көлөп ултырған мейес тә, тыштан бысранып ингән бала шикелле, ғәйепле генә ҡиәфәттә ултырған кеүек тойолдо. Ирғәлеһе ең һыҙғанып эшкә тотондо: ҡапҡа, баҡса рәшәткәләү өсөн таҡта бысты, шымартты, йышты... Көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп төшкәс, эскеһенән бер аҙ айнып ҡалған Илфат та баш баҫып ағаһына ярҙамға ҡушылды. Мәрғиә өй эсен таҙалап, йыуып-һөртөп бөткәс, яңы ҡапҡаны, рәшәткәләрҙе, тәҙрә ҡапҡастарын шаллап сыҡты. Етемһерәп ултырған атай йортон бер аҙна эсендә буйтым рәтләп ҡайтып киткәйне улар... Йәйгеһен “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына юлландылар. Эскән булһа, Илфатта байрам ҡайғыһы юҡтыр инде, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрербеҙ ҙә кисенә үк кире ҡуҙғалырбыҙ тип, бешеренеп-төшөрөнөп, етмәгәнен магазиндан алып, тейәнеп барып төшһәләр, “ах” иттеләр. Ҡәйнеше эскеһен ташлаған! Хатта ташлап ҡына ҡалмаған, ә өндәшмәй-нитмәй генә өйләнеп, һәүетемсә генә йәшәп ята, имеш. Гөлниса исемле төҫкә сибәр, егәрле кәләште күрше райондан алып ҡайтҡан икән. Эйәреп килгән ике бәләкәй ҡыҙсыҡтары ла бар ине уның. Улары килеп тороп илгәҙәктәр, Ҡәҙриә менән уртаҡ тел таба һалып, мәж килеп уйнарға ла керештеләр. Ә Илфатты алыштырып ҡуйғандармы ни?! Өлтөрәп йүгереп йөрөй кәләше эргәһендә. Тормош йөгөн икең бер булып тартһаң ғына алға китә тигәндәре шулдыр инде. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта донъяларын да ярайһы ғына бөтәйтеп ташлағандар: ҡәйнәһе вафат булғаны биреле буш торған һарайҙа йәш тана, игеҙ бәрәсле кәзә пәйҙә булған, ихата эсендәге йәшел сиҙәмдә ҡаҙ бәпкәләре сипылдашып йүгереп йөрөй. “Үәт, Илфат партизан! Партизан тиһәң дә, партизан инде! Беҙгә өндәшмәй генә кәләш алған да, ана, ҡалай ғына йәшәп ята!?.” – тип, аптырап та, ҡыуанып та бөтә алманы ҡустыһы өсөн Ирғәле. Кисен тыуған-тыумасалар йыйылған табын артында ла һүҙ шул юҫыҡтараҡ барҙы: яңы ҡауышҡан бәхетле парға атай нигеҙен ҡоротмайса тигеҙ һәм бәрәкәтле ғүмер итергә, итәк тулы бала үҫтерергә тигән ихлас теләктәр яуҙы. Илфаттың ялт итеп торған донъяһын күреп ҡыуанған, унан да бигерәк ҙурҙан ҡубып мәжлес ойоштороуҙарына ҡәнәғәт ҡалған ҡунаҡтарҙың килендәшен үтә ныҡ маҡтағандарын ғына оҡшатманы Мәрғиә. Әйтерһең, бер Гөлниса ғына йән өргән ҡуйған ҡайны-ҡәйнәһенең һүнеп барған нигеҙенә?! Ирғәле менән Мәрғиәнең, иртә яҙҙан килеп, аҙна-ун көн буйы тир түгеп йөрөгәнен берәү ҙә иҫкә алманы... “Йүнле бисә булһа, тәүге ире менән эшкиндереп йәшәр ине. Егәрле булыу менәнме ни, бәлки, холҡо юҡтыр, кем белә?” – тип уйланы ул эстән генә. Бишектәге бала бишкә төрләнә тигәндәре дөп-дөрөҫ икән. Нурғәлене ул ошоға тиклем икене генә күрҙе. Унда ла сабый сағында ғына. Теге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан һуң ниңәлер ауылға юлдары төшмәне шул уларҙың. Киләһе йылына, Яңы йыл байрамынан һуң, бәпес күрергә генә ҡайта алдылар. Сәңгелдәктә уймаҡтай ғына иренен супылдатып, мыш-мыш килеп йоҡлаған Нурғәлене ул ҡапылғара кемгә оҡшатырға ла белмәгәйне. Ә янында бөтөрөлгән Илфат ҡәйнешенә, Гөлниса килендәшенә ҡарап, бер ҡыуанһа, икенсе яҡтан, йәне өҙгөләнде Мәрғиәнең. Ирғәлеһенә ул табырға күпме генә хыялланһа ла, Аллаһы Тәғәлә уға ҡабат әсә булыу бәхете насип итмәне шул. Етмәһә, ире лә, уны үртәгәндәй, Илфаттың улын күреп донъяһын онотто – ҡайтҡансы сабыйҙы ҡулынан төшөрмәне. “Беҙҙең нәҫелде дауам иттереүсе бит ул! Минән бүләк – улыма велосипед һәм ҡышҡы куртка алырһығыҙ!” – тип, ҡайтыр саҡта Илфаттың ҡулына биш мең аҡса сығарып тотторғас, Мәрғиә саҡ шартламаны. Машинаға инеп ултырыу менән иренә ябырылды: “Ипотека түләргә саҡ-саҡ еткерәбеҙ, ә һин шунсама аҡсаны уңлы-һуллы һелтәйһең!” “Ирҙән иргә йөрөгән бисәнең балаһы әллә Илфаттыҡы, әллә икенсе берәүҙеке? Туғыҙ ай ҙа булмай ҡалды бит йәшәүҙәренә!” − тип, күңелендәге икеле-микеле уйын да ҡыҙған баштан әйтеп ысҡындырғайны. Икенсе тапҡыр күреүе тап ярты йылдан һуң, Илфатты ерләгәндә булды. Урманда бура бурағанда, өҫтөнә бүрәнә төшөп, ҡәйнешенең үле кәүҙәһен генә тейәп алып ҡайттылар. Йыназа ваҡытында бер нәмә лә аңламаған алты айлыҡ сабыйҙың, атаһын һуңғы юлға оҙатышырға килгән кешеләрҙе аптырап күҙәткәне, ҡайғынан һеңгәҙәгән килендәше балаһын имеҙә алмағас, күрше-тирәнән ингән ҡатындарҙың асығып илаған Нурғәлегә шешәнән кәзә һөтө эсереп маташҡаны ныҡ иҫендә ҡалған... Шунан аҙаҡ Мәрғиә Нурғәлене лә, килендәшен дә күрмәне. Бер аҙҙан Гөлнисаның, балаларын алып, үҙенең районына ҡайтып китеүен ишеттерҙеләр. “Нурғәле улым беҙҙең нәҫелде дауам итеүсе, ауылдағы өй уға тейеш”, − тип, тәүҙәрәк Ирғәлеһе һөйләнеп-һөйләнеп алһа ла, Гөлниса килендәштәре килеп донъяға дәғәүәләшеп йөрөмәгәс, милеккә кем хужа булырға тейешлеге тураһында башҡа һүҙ ҡуҙғатманы. Уның байы Мәрғиә, яйы сыҡҡан һайын, бер нәмәне тыҡыны: “Илфаттыҡы түгелдер бала! Шулай булмаһа, Гөлниса ҡайтып китмәҫ ине әле, өй минеке тип, йәбешеп ятыр ине”. Йорттоң барыбер буш торғанына ишара яһаған булып, яйлап-яйлап машина яңыртыу тураһында ла иҫкәртә башланы. Тамсы тама-тама таш тишә – Мәрғиә лә, ахыр сиктә, ирен күндерҙе. Документ йүнләргә тип, ауылға ҡайтып әйләнгәндәрендә, ҡәйнәһенең әхирәте Сәйҙә апайҙың ғына ризаһыҙыраҡ хәбәр һөйләүен иҫәпкә алмағанда, өйҙө һатҡан өсөн береһе лә ҡаршы булманы. Дөрөҫөрәге, белмәй ҙә ҡалдылар. Сөнки Илфат менән Гөлниса законлы никахҡа тороп өлгөрмәгәндәр ине, шуға күрә милеккә документ эшләү әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Бер-ике айҙан ауылдағы бер йәш ғаилә әсәлек капиталына өйлө булып, ә улар өр-яңы тимер ат алып ҡыуандылар. Тик ҡыуаныстары оҙаҡҡа барманы... Эштән ҡайтып килгәндә, машинаһы менән фура аҫтына барып инеп ғүмере ҡыйылған Ирғәлеһенең йәнселеп бөткән йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлап, аҡылынан яҙыр сиккә етеп иланы Мәрғиә. Ике һүҙенең береһендә “Ҡайҙан ғына алдыҡ шул машинаны, ҡайҙан ғына?..” – тип һамаҡланы. Сәйҙә апайҙың өйҙө һатҡан саҡтағы әйткән хәбәренең айышына ла шунда ғына төшөнөндө Мәрғиә. “Етем хаҡына керәһегеҙ, балалар. Ебәрмәй бит ул, ебәрмәй... Аҙағы хәйерле булһын инде”, − тигәйне ул... - Әсәй, Илфат ағайҙың улы ҙурайғандыр инде? Улар ҡайҙа икән хәҙер? Йән тартмаһа ла, ҡан тарталыр күрәһең, Ҡәҙриәһе бер ваҡыт үҙенең зат-ырыуы менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡыҙы әлеге һорауҙы бирмәһә, Мәрғиә тол ҡалған килендәше һәм Нурғәле тураһында бөтөнләй иҫләмәҫ тә ине. Иҫләүенән дә ни фәтеүә?! “Үгеҙ үлде – уртаҡ айырылды, туғанлыҡ ептәрен бәйләр кешеләр, ағайлы-ҡустылы Ирғәле менән Илфат, күптән гүр эйәһе. Гөлниса килендәше, йәш кеше, моғайын, кейәүгә лә сыҡҡандыр әле”, − тип уйлай ине ул ошоғаса. Ҡыҙы һорағас, Мәрғиә килендәшенең артабанғы яҙмышын белешергә уҡталып-уҡталып ҡуйһа ла, милек менән бәйле хәлдәге ғәйебен иҫенә төшөрөп, уңайһыҙланды. Улар ҡырға күсеп киткәндәр тип, ҡыҙын да алдарға мәжбүр булды. Ә ҡара тырыш Ҡәҙриәһе әсәһенең яуабы менән ҡәнәғәт булмаған икән, баҡтиһәң. Шым ғына эҙләнеп, осона сыҡҡан барыбер. Ҡустыһы менән бер йыл тирәһе телефондан аралашып торғандар икән. Быларҙы уға Нурғәле һөйләне. Эх, күрешеп кенә өлгөрмәнеләр... Бәләкәй генә нәмәнән дә ҙур ҡыуаныс, йәм табып йәшәй белгән Ҡәҙриәһе өсөн ул осрашыу иң ҙур бәхет булыр ине, моғайын... Уйҙары ошо тирәгә еткәс, Мәрғиәнең йөрәге сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙы, университеттың һуңғы курсына аяҡ баҫтым ғына тигәндә, һыуға батып барған баланы ҡотҡарам тип, үҙе һәләк булып ҡуйҙы шул бахыр. Ирғәлеһен юғалтҡанда ла ул тиклем бөтөрөнмәгән Мәрғиәне күҙ терәп торған берҙән-бер балаһының үлеме аяҡтан йыҡты. Ярай күршеләре ваҡытында килтереп өлгөргән дауаханаға. Юғиһә, инсульт аямаҫ ине. Шөкөр, хәҙер буйтым шәбәйеп килә, шикелле. Тик табиптар тыныслыҡ кәрәк тиһәләр ҙә, йөрәгеңде ярып сыҡҡан ҡәҙерле балаңды ҡалайтып ҡына онотмаҡ кәрәк?.. Ҡыҙы менән бәйле хәтирәләре иҫенә төшә лә, ҡан баҫымы күтәрелеп, тағы йығыла... Етмәһә, Нурғәлене күргәс, әллә ҡасан гүр әйәһе булған ҡәйнәһе, ҡәйнеше, Ирғәлеһе иҫенә төшә лә тора. Көндөҙ, ярай, палаталаш ҡатындарҙың хәбәренә әүрәй, ә төнөн уйҙарынан уйылып китерҙәй була. Ә Нурғәлеләр теге юлы, ысынлап та, әсәһенең ауылына, яңғыҙ йәшәгән өләсәһе эргәһенә, ҡайтып төпләнгән булғандар. Гөлниса килендәше башҡаса кейәүгә сыҡмаған, өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Ҡыҙҙарын күптән башлы-күҙле итеп, хәҙер ейәндәр һөйөп ултыра икән. Туғыҙынсы класты тамамлаған Нурғәле, быйыл сәнғәт училищеһына уҡырға ингән дә, Ҡәҙриә менән алдан килешкәнсә, осрашыу өсөн уларға ашыҡҡан. Килһә ишек бикле, ә апайының телефоны һүнгән. Нимә эшләргә белмәй аптырап торғанында, ярай ҙа, тағы шул мәрхәмәтле күршеләре тап булған. Бына шулай дауаханала осрашты ла инде Мәрғиә Нурғәле менән. “Йүнәлеп сыҡһам, иң тәүҙә Нурғәле улымды әсәһе менән ҡунаҡҡа саҡырып алам. Сәйҙә апайҙы хәҙер бындағы кесе ҡыҙында йәшәй тиҙәр ине, ауырып-фәлән китмәгән булһа, уға ла әйтермен. Бер юлы ҡайны-ҡәйнәм, Илфат ҡәйнешем, Ирғәлем һәм Ҡәҙриәм рухына аят бағышлатырмын. Гөлниса килендәшем тыңлаһа, Нурғәлене үҙемдә йәшәргә күндерер кәрәк әле. Ятаҡта аслы-туҡлы йөрөмәҫ, исмаһам, өҫ-башы ла ҡараулы булыр. Яйлап квартираны ла уның исеменә күсерермен... Әҙеһәмовтарҙың нәҫелен дауам итеүсе бит ул!..” Шундай уйҙар менән мендәренә башын терәне Мәрғиә. Дауаханаға килеп эләккәндән биреле бөгөнгөләй тыныс күңел менән йоҡоға талғаны юҡ ине әле уның.   Зөлфиә Муллағолова – Салихова.   m.fotostrana.ru
Ирғәлегә кейәүгә сыҡҡас, Илфат ҡәйнешенең һөйгәненә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш булыуына бер килке аптырап йөрөгәйне Мәрғиә. Мәрхүм ҡайныһының фотоһын күргәс, бөтөнләй телһеҙ ҡалды. “Минең бер ҡыҫылыш та юҡ, атаһы тапты уларҙы!” Килененең нимә әйтергә белмәй аптырап тороуон күреп, шулай тип мәрәкәләгәйне асыҡ-ярыҡ ҡына холоҡло ҡәйнәһе. Әле килеп Нурғәленең дә улар яғына тартыуына иҫе китеп ултырыуы. Уныһынан да бигерәк, егеттең дауаханаға хәл белергә килеүенә ғәжәпләнде. Пакет тултырып, күстәнәсенә тиклем алған бит әле. “Тағы кереп сығам әле, инәй”, − тип тороп сығып китте, етмәһә. Берәү булһа, хәл белеү түгел, юлында осраҡлы ғына тап итһә лә, урап үтер ине. Эйе, яҡын да юламаҫ ине. Үткәндәрҙә ҡалған бер ҡылығын ғәфү итерлек түгел шул Мәрғиәнең, ай-һай, ғәфү итерлек түгел... . Илай-илай күҙ йәштәрем ҡороп, күңелем ташҡа әйләнеп бөткәндер, тиһә лә, аҙ-маҙ ҡалған икән әле улары ла. Ҡатындың төпкә батҡан күҙҙәренән ике шишмә урғылып сыҡты ла түбәнгә ҡарай юрғаланы... .Йәше утыҙға етһә лә Илфат өйләнергә ашыҡманы. Тотлоғоуынан оялып, кеше менән әллә ни аралашып та барманы шул. Баш баҫып, эш менән булып тик йөрөнө. Ҡәйнәһе мәрхүмә тәүҙәрәк, кинйәкәйе өсөн борсолоп, уға үҙе кәләш күҙләп тә маташты. Тик, ҡайҙан, Илфатты, арҡанлап һөйрәһәң дә, кис урамға сығарырлыҡ түгел ине. Башҡалар клуб тапап, ҡыҙҙар артынан сапҡанда, ул өйҙә китап уҡып, телевизор ҡарап ваҡыт үткәрҙе. Эшенән ҡайтыуына ашарға әҙер – әсәһе бешерә, өҫ-башы таҙа – әсәһе йыуа. Кәләш алырға кәрәк икән, тип уйламаны ла ул, ахыры. Тик берҙән-бер көндө һин дә мин йөрөгән ҡәйнәһе ҡапыл үлде лә китте. Әсәйһеҙ тормошто Илфат ауыр кисерҙе. Былай ҙа йомоҡ кеше, бөтөнләй үҙенә бикләнде. Ирғәле уны йәлләп, ҡалаға эшкә саҡырып та ҡараны. Ул тиклем баҙнатһыҙлығы менән, ҡала тормошон үҙ итә алмаҫын аңлаған Илфат ағаһының тәҡдименә ҡырҡа ҡаршы булды. Тиҙҙән, ҡалала йәшәгән таныш ауылдаштары аша, уның эсештергеләй башлағанын ишеттеләр. Ирғәле һаман ҡустыһы өсөн өҙгөләнде. Ялы етһә, тотор ҙа ауыл тип сабыр ине. Ҡайтып, тегене юхалап-юмалап айыҡтырып, донъяһын ҡарашып килеүҙе ғәҙәт итеп алды. Тәүҙәрәк өндәшмәһә лә, тора-бара Мәрғиәнең быға йәне көйә башланы. “Ике көн ялыңды ҡыҙың менән миңә бүләһе урынға, эскеһенә баш була алмаған Илфат өсөн район ашаһына аҙна һайын машина ҡыуаһың! Бала-саға түгел дәһә ул, кеше ҡасан да булһа үҙ алдына йәшәп өйрәнергә тейеш инде!” – тип әрләп тороп ҡалыр ине ирен. “Әйҙә, һеҙ ҙә барығыҙ һуң” – тиеүгә ҡыҙҙарының ауырыуына һылтанды. Ысынлап та, Ҡәҙриәһе биш йәшенә тиклем үтә сибек булды, йыш сирләне шул. Оҙон юлға йөрөтөү түгел, ҡышҡы айҙарҙа урамға алып сығырға ла ҡурҡып ултыра торғайны балаҡайын. Мәрғиәнең ризаһыҙлығынан биҙрәпме, әллә бушҡа йөрөүенән ялҡыпмы (эскесегә нотоҡ уҡының ни ҙә, стенаға борсаҡ бәрҙең ни!), әкренләп Ирғәле лә ауыл яғына юлын һирәгәйтте. Йылына ике-өстө генә ҡайтып ураһа урағандыр. Унда ла ата-әсәһенең заманында балҡып ултырған донъяһының ҡотон ебәргән ҡустыһы өсөн йәне көйөп килер ине. Шулай биш йыл самаһы ваҡыт уҙып киткәндер. Бер көндө, апрель баштары ине шикелле, ауыл хакимиәте башлығы шылтыратты. Ул йәйгелек “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрергә йыйыныуҙарын, Илфаттан фәтеүә булмағас, Ирғәле үҙе булһа ла өйҙәрен рәткә килтереп – буяй торғанын буяп, төҙәтерлеген төҙәтеп китеүен үтенде. Атай йортоноң ҡарауһыҙ торғанына былай ҙа эсе бошоп йөрөгән ире күп уйлап торманы – ял алып, тыуған ауылына юлланды. Рәшәткә булһа ла буяшырмын тигән булып, Мәрғиә лә ҡыҙы менән уға эйәрҙе. Ваҡытында ауылдың йәме булып, күкрәк киреп ултырған алты мөйөшлө ҙур матур өй, хакимиәт башлығы әйткәнсә, ысынлап та, әҙәм күргеһеҙ хәлгә төшкәйне шул. Буяуы уңып, төҫһөҙләнеп ҡалған ҡапҡа бер яҡҡа ыҡҡан. Рәшәткәһе серегән алғы баҡсаға ваҡ мал ингән. Ҡәйнәһенең йыл да емерелеп уңған ағас еләге, ҡарағатынан бер нәмә лә ҡалмағанын күреп, Мәрғиәнең, эй, эсе бошҡайны шунда. Ә өй эсе тышына ҡарағанда ла ҡотһоҙораҡ булып сыҡты. Күптән йыуғыс күрмәгәнгән иҙән, берҙән, бысраҡ булһа, икенсенән, нигеҙе төйөлмәгәс, аяҡ баҫҡыһыҙ һыуыҡ ине. Сервант, шкаф кәштәләрҙә бер иле саң. Ҡәйнәһе тере саҡта селт аҡ ғына булып көлөп ултырған мейес тә, тыштан бысранып ингән бала шикелле, ғәйепле генә ҡиәфәттә ултырған кеүек тойолдо. Ирғәлеһе ең һыҙғанып эшкә тотондо: ҡапҡа, баҡса рәшәткәләү өсөн таҡта бысты, шымартты, йышты... Көтөлмәгән ҡунаҡтар килеп төшкәс, эскеһенән бер аҙ айнып ҡалған Илфат та баш баҫып ағаһына ярҙамға ҡушылды. Мәрғиә өй эсен таҙалап, йыуып-һөртөп бөткәс, яңы ҡапҡаны, рәшәткәләрҙе, тәҙрә ҡапҡастарын шаллап сыҡты. Етемһерәп ултырған атай йортон бер аҙна эсендә буйтым рәтләп ҡайтып киткәйне улар...Йәйгеһен “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына юлландылар. Эскән булһа, Илфатта байрам ҡайғыһы юҡтыр инде, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрербеҙ ҙә кисенә үк кире ҡуҙғалырбыҙ тип, бешеренеп-төшөрөнөп, етмәгәнен магазиндан алып, тейәнеп барып төшһәләр, “ах” иттеләр. Ҡәйнеше эскеһен ташлаған! Хатта ташлап ҡына ҡалмаған, ә өндәшмәй-нитмәй генә өйләнеп, һәүетемсә генә йәшәп ята, имеш. Гөлниса исемле төҫкә сибәр, егәрле кәләште күрше райондан алып ҡайтҡан икән. Эйәреп килгән ике бәләкәй ҡыҙсыҡтары ла бар ине уның. Улары килеп тороп илгәҙәктәр, Ҡәҙриә менән уртаҡ тел таба һалып, мәж килеп уйнарға ла керештеләр. Ә Илфатты алыштырып ҡуйғандармы ни?! Өлтөрәп йүгереп йөрөй кәләше эргәһендә. Тормош йөгөн икең бер булып тартһаң ғына алға китә тигәндәре шулдыр инде. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта донъяларын да ярайһы ғына бөтәйтеп ташлағандар: ҡәйнәһе вафат булғаны биреле буш торған һарайҙа йәш тана, игеҙ бәрәсле кәзә пәйҙә булған, ихата эсендәге йәшел сиҙәмдә ҡаҙ бәпкәләре сипылдашып йүгереп йөрөй. “Үәт, Илфат партизан! Партизан тиһәң дә, партизан инде! Беҙгә өндәшмәй генә кәләш алған да, ана, ҡалай ғына йәшәп ята!?.” – тип, аптырап та, ҡыуанып та бөтә алманы ҡустыһы өсөн Ирғәле. Кисен тыуған-тыумасалар йыйылған табын артында ла һүҙ шул юҫыҡтараҡ барҙы: яңы ҡауышҡан бәхетле парға атай нигеҙен ҡоротмайса тигеҙ һәм бәрәкәтле ғүмер итергә, итәк тулы бала үҫтерергә тигән ихлас теләктәр яуҙы. Илфаттың ялт итеп торған донъяһын күреп ҡыуанған, унан да бигерәк ҙурҙан ҡубып мәжлес ойоштороуҙарына ҡәнәғәт ҡалған ҡунаҡтарҙың килендәшен үтә ныҡ маҡтағандарын ғына оҡшатманы Мәрғиә. Әйтерһең, бер Гөлниса ғына йән өргән ҡуйған ҡайны-ҡәйнәһенең һүнеп барған нигеҙенә?! Ирғәле менән Мәрғиәнең, иртә яҙҙан килеп, аҙна-ун көн буйы тир түгеп йөрөгәнен берәү ҙә иҫкә алманы... “Йүнле бисә булһа, тәүге ире менән эшкиндереп йәшәр ине. Егәрле булыу менәнме ни, бәлки, холҡо юҡтыр, кем белә?” – тип уйланы ул эстән генә. Бишектәге бала бишкә төрләнә тигәндәре дөп-дөрөҫ икән. Нурғәлене ул ошоға тиклем икене генә күрҙе. Унда ла сабый сағында ғына. Теге “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамынан һуң ниңәлер ауылға юлдары төшмәне шул уларҙың. Киләһе йылына, Яңы йыл байрамынан һуң, бәпес күрергә генә ҡайта алдылар. Сәңгелдәктә уймаҡтай ғына иренен супылдатып, мыш-мыш килеп йоҡлаған Нурғәлене ул ҡапылғара кемгә оҡшатырға ла белмәгәйне. Ә янында бөтөрөлгән Илфат ҡәйнешенә, Гөлниса килендәшенә ҡарап, бер ҡыуанһа, икенсе яҡтан, йәне өҙгөләнде Мәрғиәнең. Ирғәлеһенә ул табырға күпме генә хыялланһа ла, Аллаһы Тәғәлә уға ҡабат әсә булыу бәхете насип итмәне шул. Етмәһә, ире лә, уны үртәгәндәй, Илфаттың улын күреп донъяһын онотто – ҡайтҡансы сабыйҙы ҡулынан төшөрмәне. “Беҙҙең нәҫелде дауам иттереүсе бит ул! Минән бүләк – улыма велосипед һәм ҡышҡы куртка алырһығыҙ!” – тип, ҡайтыр саҡта Илфаттың ҡулына биш мең аҡса сығарып тотторғас, Мәрғиә саҡ шартламаны. Машинаға инеп ултырыу менән иренә ябырылды: “Ипотека түләргә саҡ-саҡ еткерәбеҙ, ә һин шунсама аҡсаны уңлы-һуллы һелтәйһең!” “Ирҙән иргә йөрөгән бисәнең балаһы әллә Илфаттыҡы, әллә икенсе берәүҙеке? Туғыҙ ай ҙа булмай ҡалды бит йәшәүҙәренә!” − тип, күңелендәге икеле-микеле уйын да ҡыҙған баштан әйтеп ысҡындырғайны. Икенсе тапҡыр күреүе тап ярты йылдан һуң, Илфатты ерләгәндә булды. Урманда бура бурағанда, өҫтөнә бүрәнә төшөп, ҡәйнешенең үле кәүҙәһен генә тейәп алып ҡайттылар. Йыназа ваҡытында бер нәмә лә аңламаған алты айлыҡ сабыйҙың, атаһын һуңғы юлға оҙатышырға килгән кешеләрҙе аптырап күҙәткәне, ҡайғынан һеңгәҙәгән килендәше балаһын имеҙә алмағас, күрше-тирәнән ингән ҡатындарҙың асығып илаған Нурғәлегә шешәнән кәзә һөтө эсереп маташҡаны ныҡ иҫендә ҡалған... Шунан аҙаҡ Мәрғиә Нурғәлене лә, килендәшен дә күрмәне. Бер аҙҙан Гөлнисаның, балаларын алып, үҙенең районына ҡайтып китеүен ишеттерҙеләр. “Нурғәле улым беҙҙең нәҫелде дауам итеүсе, ауылдағы өй уға тейеш”, − тип, тәүҙәрәк Ирғәлеһе һөйләнеп-һөйләнеп алһа ла, Гөлниса килендәштәре килеп донъяға дәғәүәләшеп йөрөмәгәс, милеккә кем хужа булырға тейешлеге тураһында башҡа һүҙ ҡуҙғатманы. Уның байы Мәрғиә, яйы сыҡҡан һайын, бер нәмәне тыҡыны: “Илфаттыҡы түгелдер бала! Шулай булмаһа, Гөлниса ҡайтып китмәҫ ине әле, өй минеке тип, йәбешеп ятыр ине”. Йорттоң барыбер буш торғанына ишара яһаған булып, яйлап-яйлап машина яңыртыу тураһында ла иҫкәртә башланы. Тамсы тама-тама таш тишә – Мәрғиә лә, ахыр сиктә, ирен күндерҙе. Документ йүнләргә тип, ауылға ҡайтып әйләнгәндәрендә, ҡәйнәһенең әхирәте Сәйҙә апайҙың ғына ризаһыҙыраҡ хәбәр һөйләүен иҫәпкә алмағанда, өйҙө һатҡан өсөн береһе лә ҡаршы булманы. Дөрөҫөрәге, белмәй ҙә ҡалдылар. Сөнки Илфат менән Гөлниса законлы никахҡа тороп өлгөрмәгәндәр ине, шуға күрә милеккә документ эшләү әллә ни ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Бер-ике айҙан ауылдағы бер йәш ғаилә әсәлек капиталына өйлө булып, ә улар өр-яңы тимер ат алып ҡыуандылар. Тик ҡыуаныстары оҙаҡҡа барманы... Эштән ҡайтып килгәндә, машинаһы менән фура аҫтына барып инеп ғүмере ҡыйылған Ирғәлеһенең йәнселеп бөткән йәнһеҙ кәүҙәһен ҡосаҡлап, аҡылынан яҙыр сиккә етеп иланы Мәрғиә. Ике һүҙенең береһендә “Ҡайҙан ғына алдыҡ шул машинаны, ҡайҙан ғына?..” – тип һамаҡланы. Сәйҙә апайҙың өйҙө һатҡан саҡтағы әйткән хәбәренең айышына ла шунда ғына төшөнөндө Мәрғиә. “Етем хаҡына керәһегеҙ, балалар. Ебәрмәй бит ул, ебәрмәй... Аҙағы хәйерле булһын инде”, − тигәйне ул...- Әсәй, Илфат ағайҙың улы ҙурайғандыр инде? Улар ҡайҙа икән хәҙер?Йән тартмаһа ла, ҡан тарталыр күрәһең, Ҡәҙриәһе бер ваҡыт үҙенең зат-ырыуы менән ҡыҙыҡһына башланы. Ҡыҙы әлеге һорауҙы бирмәһә, Мәрғиә тол ҡалған килендәше һәм Нурғәле тураһында бөтөнләй иҫләмәҫ тә ине. Иҫләүенән дә ни фәтеүә?! “Үгеҙ үлде – уртаҡ айырылды, туғанлыҡ ептәрен бәйләр кешеләр, ағайлы-ҡустылы Ирғәле менән Илфат, күптән гүр эйәһе. Гөлниса килендәше, йәш кеше, моғайын, кейәүгә лә сыҡҡандыр әле”, − тип уйлай ине ул ошоғаса. Ҡыҙы һорағас, Мәрғиә килендәшенең артабанғы яҙмышын белешергә уҡталып-уҡталып ҡуйһа ла, милек менән бәйле хәлдәге ғәйебен иҫенә төшөрөп, уңайһыҙланды. Улар ҡырға күсеп киткәндәр тип, ҡыҙын да алдарға мәжбүр булды. Ә ҡара тырыш Ҡәҙриәһе әсәһенең яуабы менән ҡәнәғәт булмаған икән, баҡтиһәң. Шым ғына эҙләнеп, осона сыҡҡан барыбер. Ҡустыһы менән бер йыл тирәһе телефондан аралашып торғандар икән. Быларҙы уға Нурғәле һөйләне. Эх, күрешеп кенә өлгөрмәнеләр... Бәләкәй генә нәмәнән дә ҙур ҡыуаныс, йәм табып йәшәй белгән Ҡәҙриәһе өсөн ул осрашыу иң ҙур бәхет булыр ине, моғайын...Уйҙары ошо тирәгә еткәс, Мәрғиәнең йөрәге сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙы, университеттың һуңғы курсына аяҡ баҫтым ғына тигәндә, һыуға батып барған баланы ҡотҡарам тип, үҙе һәләк булып ҡуйҙы шул бахыр. Ирғәлеһен юғалтҡанда ла ул тиклем бөтөрөнмәгән Мәрғиәне күҙ терәп торған берҙән-бер балаһының үлеме аяҡтан йыҡты. Ярай күршеләре ваҡытында килтереп өлгөргән дауаханаға. Юғиһә, инсульт аямаҫ ине. Шөкөр, хәҙер буйтым шәбәйеп килә, шикелле. Тик табиптар тыныслыҡ кәрәк тиһәләр ҙә, йөрәгеңде ярып сыҡҡан ҡәҙерле балаңды ҡалайтып ҡына онотмаҡ кәрәк?.. Ҡыҙы менән бәйле хәтирәләре иҫенә төшә лә, ҡан баҫымы күтәрелеп, тағы йығыла... Етмәһә, Нурғәлене күргәс, әллә ҡасан гүр әйәһе булған ҡәйнәһе, ҡәйнеше, Ирғәлеһе иҫенә төшә лә тора. Көндөҙ, ярай, палаталаш ҡатындарҙың хәбәренә әүрәй, ә төнөн уйҙарынан уйылып китерҙәй була. Ә Нурғәлеләр теге юлы, ысынлап та, әсәһенең ауылына, яңғыҙ йәшәгән өләсәһе эргәһенә, ҡайтып төпләнгән булғандар. Гөлниса килендәше башҡаса кейәүгә сыҡмаған, өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырған. Ҡыҙҙарын күптән башлы-күҙле итеп, хәҙер ейәндәр һөйөп ултыра икән. Туғыҙынсы класты тамамлаған Нурғәле, быйыл сәнғәт училищеһына уҡырға ингән дә, Ҡәҙриә менән алдан килешкәнсә, осрашыу өсөн уларға ашыҡҡан. Килһә ишек бикле, ә апайының телефоны һүнгән. Нимә эшләргә белмәй аптырап торғанында, ярай ҙа, тағы шул мәрхәмәтле күршеләре тап булған. Бына шулай дауаханала осрашты ла инде Мәрғиә Нурғәле менән.“Йүнәлеп сыҡһам, иң тәүҙә Нурғәле улымды әсәһе менән ҡунаҡҡа саҡырып алам. Сәйҙә апайҙы хәҙер бындағы кесе ҡыҙында йәшәй тиҙәр ине, ауырып-фәлән китмәгән булһа, уға ла әйтермен. Бер юлы ҡайны-ҡәйнәм, Илфат ҡәйнешем, Ирғәлем һәм Ҡәҙриәм рухына аят бағышлатырмын. Гөлниса килендәшем тыңлаһа, Нурғәлене үҙемдә йәшәргә күндерер кәрәк әле. Ятаҡта аслы-туҡлы йөрөмәҫ, исмаһам, өҫ-башы ла ҡараулы булыр. Яйлап квартираны ла уның исеменә күсерермен... Әҙеһәмовтарҙың нәҫелен дауам итеүсе бит ул!..”Шундай уйҙар менән мендәренә башын терәне Мәрғиә. Дауаханаға килеп эләккәндән биреле бөгөнгөләй тыныс күңел менән йоҡоға талғаны юҡ ине әле уның.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-07/etem-ha-y-3469292
7 Октябрь , 20:25
ba
МУЖИК
Кәйефе бик күтәренке ине Ғәрәфиҙең. Шулай булырға тейеш тә, сөнки байтаҡтан тулҡынланып көткән көн дә килеп етте. Иртәгә ҡыҙы-ның - берҙән-беренең, ал-тынҡайының туйы һәм бөгөн буласаҡ кейәү менән кәләш кисләтеп кенә ҡайтып, Сәби-ләһе менән уны Өфөгә алып китәсәк. Көн алырға ла иҫәбе бар ине Ғәрәфиҙең, әммә ферма мөдире Хызыр: «Ҡайҙан ғына кеше табайым, үҙең берәйһе менән һөйләшеп ҡара», - тигәс өлгөрөрмөн әле тип, көтөүгә үҙе сығырға булды. Иң мөһиме алдағы көндәргә кеше табылды. Торна Мостафа: оҙон муйынына сиртеп: «Күстәнәсте мулыраҡ апҡайтһаң бер-ике көн көтөрмөн быҙауҙарыңды», - тип ризалығын бирҙе. Кис өлгөрөп булмаҫ, тип таңдан тороп мунсаһын да яғып ҡуйҙы Ғәрәфи. Ҡайтыуына эҫеһе ҡалмаһа ла, йәйге көндә һыуы бик һыуынып бармаҫ, йыуынып сығырға таман ғына булыр, моғайын. Иртәрәк ҡайтһалар, өҫтәп, ҡыҙы менән буласаҡ кейәү ҙә мунса инеп сығырҙар, бәлки. Хәйер, кейәүҙе буласаҡ, тип тә әйтеп булмай инде хәҙер. Ҡыҙы мәсеткә барып никах уҡыттыҡ, тине бит. Тимәк, Хоҙай алдында бурыстарын үтәгәндәр, ир менән ҡатын, тип аталырға тулы  хоҡуҡтары бар. Әлбиттә, атай кешенең матур табын ҡороп, мулла саҡырып никахты өйөндә уҡытаһы, берҙән-бер ҡыҙының оло байрамында төп шаһит булаһы бик килгәйне лә бит. Нишләйһең, ул уйлағанса килеп сыҡманы. Ишеткәс, йәштәр үҙҙәре белә-лер әле, тип бары үҙ-үҙен йыуата биреп кенә ҡуйған булды. Уның ҡарауы иртәгә туйҙа төп ҡоҙа булып ултырасаҡ. Етмәһә, кемдәр янында бит әле! Кейәүең атаһы билдәле профессор икән, нәҫелдәрендә лә уҡымышлылар байтаҡ, ти. Бына кемдәр менән ҡоҙала-шасаҡ, артабан кемдәр ме-нән аралашып йәшәйәсәк ул. Әл-биттә, үҙенең ябай бер көтөүсе генә булыуы кәйефте ҡыра-ҡырыуын, бына шуға туйҙа ла оялып ултырасаҡ әле ул. - Ниңә, көтөүсе лә кеше, етмәһә миҙаллы  көтөүсе әле мин, - тип аҡланғандай ҡысҡыра биреп әйтеп ҡуйҙы Ғәрәфи. Аты, был миңә өн-дәшәме, тигәндәй ҡолаҡта-рын ҡайсылап алып, башын борғоланы ла, аҙымдарын тиҙләтә һалды. Быҙауҙар уй-һыулыҡҡа төшөп етеп, оҙайлы ямғырҙарҙан һуң йәшәреп, күтәрелеп киткән һутлы үләнгә йәбешкәйне инде. Көтөүсе атын һыу буйында туҡтатып, эйәренән төштө һәм ярына ултырып, тыныс ҡына аҡҡан йылғаға текләнде лә, тағы уйға батты. Ябай көтөүсе булһа ла ниндәй ҡыҙ үҫтерҙе әле ул! Айгөлдәре университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, аспирантураға уҡырға кер-ҙе. Шул уҡ университетта уҡытып та йөрөй, хатта. Кем белә, бәлки ул да ҡоҙалары һымаҡ атаҡлы профессор булып ҡуйыр. Уҡыһа, Ғәрәфи үҙе лә берәй арыу һөнәр алып, шәп кенә кеше булып китер ине, моғайын. Бына шул уҡыу эләкмәне шул. Нужа уны бик иртә атҡа мендереп, ҡулына сыбыртҡы тоттороп ҡуйҙы. Уның ҡарауы бик иртә тол ҡалған әсәһе менән икәүләшеп ҡустыһын да, һеңлеһен дә уҡытып сығарып, кеше итә алдылар. Зариф хәҙер билдәле генә хирург. Әҡлимә иһә мәктәп директоры. Туйҙа ҡыҙ яғынан да күрһәтерлек кешеләре бар. Миҙалын тағып шулар менән бер тирәрәк ултырһа, көтөүселеге бик күренмәҫ әле. Ул байтаҡ йылдар элек үк бирелгән «Фи-ҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн» тигән миҙалды соҡоп сығарып, һөрткөләп, костюмы кеҫәһенә һалып ҡуйғайны инде. «Быны таҡһам килешерме, ҡупырсыҡ, тип әйтмәҫтәрме икән?» - тип ҡатынына өндәшкәйне, уныһы, үҙең беләһең, тигәндәй яурындарын ғына һикертеп ҡуйҙы. Башҡа күрһәтерлек нәмәң булмағас, нишләйһең инде. Тик бына костюмы ғына иҫкерәк. Яңыһын алыуға рәттәре лә ҡалманы. Айгөл: «Туй ресторанда үтәсәк, аҡса бик мул кәрәк буласаҡ», - тигәс, бар мал - тыуарҙарын, хатта нәҫелгә ҡалдырырмын, тип йөрөгән матур ғына танаһын да һуйып һатырға тура килде. Кешенән дә бурысҡа байтаҡ ҡына аҡса алдылар. Һарайҙа бер һыйыр менән ошо күк бейәһе генә ҡалды хәҙер. Ҡарт атына алмашҡа, тип тотҡан ипле генә холоҡло тайы бар ине, ҡыҙҙары: «Төп ҡоҙағыҙ ҡаҙы менән  ат итенән бешерелгән бишбармаҡты яратам, туй өҫтәлендә лә шулар  булырға тейеш, ҡоҙаның һуйырҙай йәш  ат фәләне юҡмы икән, тип әйтә», - тигәс, шундай ҙур кешенең үтенесен кире ҡаҡ-майыҡ, тип тайҙы ла тотондолар. Сыҡҡанса ҡаҙы әҙерләп, һум иттәрен, ҡабырғаларын сапҡылап туңдырғысҡа тултырып ҡуйҙылар. Ҡыҙҙары бөгөн бына шулар артынан да ҡайтып, бер ыңғай әсәһе менән уны ла алып китергә тейештәр. Был ғүмеркәйҙәр, ай-һай, тиҙ  үтә икән. Сәбиләһе менән кисә генә ҡауышҡан һымаҡ тойолһа ла, егерме дүрт йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Үҙе ул һуң, утыҙ йәшен тултырып ҡына өйләнде. Һуңға ҡалыуына әлеге лә баяғы  оялсанлығы ғәйепле инде. Йәш сағында бер ҡыҙға күҙе төшкәйне Ғәрәфиҙең. Әммә уға өндәшергә байтаҡ ҡына баҙнат итмәй йөрөнө.  Инде ҡыйыулығы етеп һүҙ ҡушам тип йөрөгәндә генә ҡыҙ башҡа берәүгә кейәүгә сыҡты ла китте. Бына шунан һуң үҙең мәмәй ауыҙ, тип оҙаҡ ҡына әрләп, ҡыҙҙарға күҙ һалыуҙан төңөлә биреп тә ҡуйҙы. Насип аш ауыҙҙы йырып  килеп инә тиҙәр бит. Сәбиләһе менән дә шулайыраҡ булды. Уҡытыусы булып ауылға килгәс, уны Ғәрәфиҙәргә күрше Көнһылыу инәйгә фатирға ҡуйҙылар. Инде бик үк йәш тә, төҫ-башҡа ла әллә ни булмаған ҡыҙҙы Ғәрәфи тәү күргәс тә нисектер оҡшата һалды. Күршеләре менән аралашып йәшәйҙәр ине улар. Көнһылыу инәйгә ир-ат ҡулы талап иткән эштәрҙе башҡарырға ла күп ярҙам итте Ғәрәфи. Сәбилә килгәс тә ваҡ-төйәк эш табылып торҙо. Егет уларҙы бик теләп башҡарҙы. Ни тиһәң дә ҡыҙҙы күрергә, уға бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушырға мөмкинселек тыуа. Сәбилә уны башта бик өнәп етмәне, шикелле. Егеткә тәкәббер генә ҡарашын ташлап, уны күрмәмешкә һалышҡан кеше кеүек ҡыланды. Ғәрәфи бының өсөн ҡыҙға асыуланманы ла. Уҡытыусы башы менән нин-дәйҙер бер көтөүсегә йәбешеп ятмаҫ инде. Ләкин яңылышҡан булып сыҡты Ғәрәфи. Килеүенә бер ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, Сәбилә һарайҙары янында ниҙер эшләп йөрөгән егет янына килде лә, уны ентекләп ҡараштырғылап сыҡҡас: «Былай нисауа күренәһең, әллә һиңә кейәүгә сығырға ла ҡуйырға инде», - тине. Ғәрәфи уның һүҙҙәрен ишеткәс, шаңҡып, ни әйтергә лә белмәй ауыҙын асты ла ҡалды. Шулай ҙа ике-өс ай самаһы ваҡыт үткәс, ҡыйыулығын йыйып, телгә бөткән дуҫы Харисты яусы итеп, барып инде ул ҡыҙ йәшәгән өйгә. Сәбилә: «Мин һиңә теге ваҡытта уҡ әйттем бит инде», - тип шунда уҡ риза булды ла ҡуйҙы, оҡшаттымы, әллә инде ҡарт ҡыҙға әйләнеп барам, тип ризалаштымы икән. - Ғәрәфи әле һаман уның ғилләһенә төшөнөп етә алмай. Тиҙ арала туй һымаҡ нимә лә үткәреп ташланылар. Ул көн, дөрөҫөрәге төн иҫкә төшһә Ғәрәфи  әле лә ҡыҙарынып китә. Икеһен келәткә индереп япҡас ул ни эшләргә лә белмәй ятыр урын йәйелгән һике ситендә оҙаҡ ултырҙы. Аптыраған көнөнәндер инде, Сәбилә: «Әллә быҙауҙарың  араһында йөрөп быҙауға әй-ләнеп бөткәнһең, егет», - тип шунда дилбегәне үҙ ҡулына алды. Ғәрәфи ни булғанын да, нисек булғанын да аңғармай ҡалды. Иртән мунсаға барғас та кәләшенең йыуынып сыҡ-ҡанын соланда көтөп тороп, һуңынан үҙе инде. Аҙаҡ ояты ҡасып, ҡатынына эйәләшеп китте - китеүен. Ғәрәфи урынынан тороп малдары йөрөгән туғайға күҙ һалды. Быҙауҙары туйынып, йылғаға төшөп һыу эсеп, ял итергә ятҡайны инде. Бер-нисәһе генә иренә биреп үлән һәрмәштергеләп йөрөй. Күк бейәһе лә ағас күләгәһенә инеп, йә башын, йә ҡойроғон һелкеп, себен-серәкәйҙәрҙе ҡыуып маташа. Ғәрәфи баш осона етеп килгән ҡояшҡа күҙ ташлап алды ла, рюкзагынан һөтлө шешә менән икмәк сығарып, тамаҡ ялғарға тотондо. Аҙаҡ бер аҙ серем итеп алайым, тип йомшаҡ үләнгә һуҙылып ятты. Ләкин бындай көндө күҙгә йоҡо инәме ни ул - уйҙары баштан ашҡан һәм улары тағы үткәндәргә барып  терәлде. Ғәрәфи өйләнгәнсе үк бәләкәй генә иҫке өйҙәрен һүтеп, эшләп тә, күпләп мал аҫрап та тапҡан аҡсаһына әсәһе бөртөкләп йыйғанды ла ҡушып, иркен генә өй төҙөп ултыртҡайны инде. Карьерҙан таш сығарып, һарай менән келәт тә һалып ҡуйҙы. Ҡустыһы менән һеңлеһе Өфөгә уҡырға киткәс, өй бушап ҡалған һымаҡ ине. Кәләш төшөргәс ул тағын тулыланып, күркәмләнеп китте. Ә инде сабыйы тыуғас бөтөнләй йәмләнде. Һағынып, көтөп алды ул Айгөлөн. Ҡыҙы барлығын ишеткәс шатлығынан  ауыҙы йырылып, аҙна буйы ябылмай йөрөнө, тиһәң дә ярай. Фермала эшен тиҙ генә тамамлап, һәр көн сабыйы янына ашыҡты. «Нишләптер ялҡауландың, егет, быҙауҙарыңдың привесы кәмегәндән-кәмей», - тип шелтәләп тә алғайны уны ферма мөдире ул саҡ. Сәбиләһе менән матур ғына йәшәп алып киткән һымаҡтар ине башта. Ләкин ул аҡрынлап холҡон күрһәтә башланы. Бигерәк тә әсәһе ҡапылдан ғына үлеп киткәс мыжыуҙары, юҡ-бар  ғына сәбәптән тауыш сығарырға маташыуҙары йышайҙы. Холҡо шулай булғас нишләһен инде, тип Ғәрәфи ҡаршы өндәшмәҫкә, түҙергә тырышты. Эштән ҡайтып инһә, ҡатынының: «Уф, силос менән тиреҫ еҫе өйҙө алды, кейемдәргә һеңеп бөттө, балаға яҡын барма, «хушбуйыңды» уға ла һеңдерәһең», - тип ҡыҙы янына яҡын ебәрмәҫкә маташыуҙары сығырынан-сығара яҙа ине шулай ҙа. Айгөлө тел белә башлағас,«Атаң кәкәс - барма эргәһенә», - тип баланы тыйыуын, уныһының танауын сирыштырғылап: «Фу-у, кәкәс!» - тип янынан китә һалыуы ҡыҙын ҡосағына алып яратырға ынтылған атайҙың йөрәген семетмәй ҡалманы, әлбиттә. Ҡатынының ҡыланыштарына ҡарап, әллә балам менән минең араға кәртә ҡорорға маташа инде, тип уйлап та ҡуя ине Ғәрәфи. Уҡырға төшкәс ҡыҙы берәй нимә һорарға тип атаһына өндәшкән саҡта әсәй кешенең: «Ул наҙан көтөүсе нимә белһен, кил үҙем аңлатам», - тип әйтеүҙәре, бала алдында башҡасараҡ та мыҫҡыллауҙары, ул кәртәне нығытҡандан-нығытты, буғай. Үҫә төшкәс, Айгөлө әсәһе ыңғайына атаһына ҡысҡырырға ла тартынмай башланы, хатта. Ҡыҙының ҡылыҡтарына асыуланмай, минең «кәкәс», наҙан, көтөүсе булыуыма бала ғәйепле түгел бит инде, тип уны  аҡларға ғына тырышты Ғәрәфи. Нисек кенә булмаһын ҡыҙын ысын күңелдән, бар йөрәге менән яратты, уның өсөн йәнен  бирергә әҙер ине атай кеше. Айгөлө университетҡа уҡырға кергәс, түбәһе күккә тейә яҙҙы уның. «Завферма Хызырҙың ҡыҙы ла, бухгалтер Мәҙинәнең улы ла буш ҡайтты, ә минең, ябай бер көтөүсенең балаһы инде бит тәки», -  тип ҡайһылай ҡыуанды ул. Маҡтанырға яратмаһа ла, башҡалар менән аралашҡанда юҡтан ғына һүҙҙе ҡыҙына борорға тырышты. Баланы уҡытып сығарыу өсөн, ай-һай, күп кәрәк. Ғәрәфи ҡураһындағы малдарын да ишәйтте, ҡош-ҡортон да күпләп аҫраны, үҙенсә бар көсөн һалып тырышты. Ҡыҙы эшләй башлағас, бер аҙ тын алып ҡалғайнылар, бына хәҙер туйы оло мәшәҡәт тыуҙырып, ыштанһыҙ ҡалдыра яҙҙы. Ярай, баш иҫән булһа мал табылыр, главный туй кешесә, ҡыҙы теләгәнсә үтһен, тип күптән үҙ-үҙен йыуатып ҡуйғайны инде Ғәрәфи. Ана бит, тырышҡас, күптәнге теләге тормошҡа ашып, ҡыҙына туй бүләге әҙерләй алды. Бер каникулына ҡайтҡанда Айгөлдөң әсәһенә: «Беҙҙең күп ҡыҙҙар алтын алҡа таға, ә минеке копеечный», - тип әйткәнен ишетеп ҡыҙына шул алтын алҡаны алып бүләк итәһе, уны шатландыраһы бик килгәйне. Ләкин, ҡатыны әйтмешләй, икмәк-тоҙлоҡ ҡына аҡса эшләп йөрөгән кешенең ундай алҡа алырлыҡ рәте юҡ ине шул. Бары теләк кенә булып күңеленә һеңеп ҡалғайны. Яйы  уйламаған ерҙән килеп сыҡты. Бер ай самаһы элек быҙау-ҙарын таш сығарған карьер туғайында көтөп йөрөй ине, янына үҙен эшҡыуар тип йөрөткән Наил машинаһы менән килеп туҡтаны. - Бына, таҡта ярыу цехы төҙөргә ине иҫәп. Һин, Ғәрәфи ағай, ташты күп сығарған кеше, ҡайҙа арыуырағы барын беләһеңдер, - тип һораны ул күрешеп. - Анау остараҡ матур сыға, түлкә тракторың менән әҙерәк тупрағын ышыртырһың, - тине Ғәрәфи ҡулын һуҙып күрһәтеп һәм һорап та ҡуйҙы. - Кешең бармы һуң таш сығарырҙай. Наил елкәһен тырнап алды ла: - Бик юҡ шул. Әллә үҙең  сығарып бирәһеңме, хаҡын йәлләмәм, - тип үтенесле ҡара-шын уға төбәне. Шунда ҡапыл ғына Ғәрә-фиҙең иҫенә алтын алҡа төштө. Теге ваҡыт булдыра алманы, хәҙер ҡыҙының туйында бүләк итһә ҡайһылай шәп буласаҡ. - Ярай, сығарырмын, түлкә эш хаҡына бер матур ғына алтын алҡа алып бир, - тине ул. - Килештек!.. Туҡта, туҡта, әллә любовницаң бармы, Ғәрәфи ағай? - тип һораны эшҡыуар. - Уныһы кем була тағы? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе Ғәрәфи. - Ну-у… беҙҙеңсә әйтһәң, һөйәркә инде - Наилдең әйткә-нен ишеткәс ҡыҙарып уҡ киткәйне ул саҡ Ғәрәфи һәм ҡыҙына туй бүләге икәнен аңлата һалғайны. Көн дә быҙауҙарын карьер янына ҡыуып, бер аҙна тигәндә Наилгә етерлек таш сығара алды ул. Уныһы ҡулына бик матур алтын алҡа менән, юллыҡ булыр, тип бер аҙ аҡса ла тотторғас, ҡыуанысы эсенә һыйманы Ғәрәфиҙең. Туйында көтөлмәгән бүләк менән нисек ҡыуандырасаҡ ҡыҙын! Ҡатынына әйтмәй генә алҡаларҙы таҙа ҡулъяулыҡҡа төрөп костюмының эске кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ул.   Ғәрәфи башын күтәреп ҡояшҡа күҙ ташлап алды. Уныһы кискә ауышҡан булһа ла көтөүҙе алып ҡайтырға иртәрәк ине. Шулай ҙа көтөүсе уйһыулыҡ буйлап таралышҡан быҙауҙарын йыйып алып, ҡайтыу яғына ыңғайлатты. Бер ҙә ҡыҙы менән кейәүен көттөрәһе килмәй ине уның. Әйткәндәй, кейәүен беренсе тапҡыр күрәсәк әле Ғәрәфи. Уныһы ҡулын ғына бирерме, әллә ҡосаҡлап күрешерме икән? Ҡайным, тиерме, әллә Мортазаның кейәүе һымаҡ, папа, тип өндәшерме? Ярай, ҡайһылай әйтһә лә ул риза, бары уларҙы ситкә ҡаҡмай, ҡыҙы менән бер-береһен ихтирам итеп, матур йәшәһендәр. Бына ошолай эйәрендә бәүелә-бәүелә килгәндә, Ғә-рәфи, их, улым булып, уны алдыма ултыртып йөрөтһәм ине, тип хыяллана ине. Бер саҡ Сәбиләһенә:  «Берәй малай табып бирәһеңме әллә?» - тигәс, ҡатыны күҙҙәрен аҡайтып ҡарап: «Һиңә оҡшап тыуһа нишләрһең, бер тупой көтөүсе лә башымдан ашҡан!» - тигәс, ҡабат ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Хоҙай насип итһә, ҡыҙы берәй ейән бүләк итер ҙә, шуны ултыртып йөрөтөр әле ул.  Ғәрәфи быҙауҙарын ялан кәртәгә индереп япты ла, күк бейәһен шунда уҡ тышап ҡалдырып, йүгәнен һелтәй-һелтәй өйөнә ашыҡты. Ҡапҡалары алдында ҡояшта ялтырап торған ҡара төҫтәге бейек машинаны алыҫтан уҡ шәйләп ҡалды ул. Бына ниндәй машинаға ултырып китәсәк көтөүсе Ғәрәфи! Ауылдаштарының һәр береһе ҡапҡа алдына сығып, уларҙың киткәнен ҡарап ҡалһа ине лә бит, тик урамда һирәк-мирәк кенә кеше күҙгә ташлана. Яҡын килеп машинаның тәҙрәләре тоноҡландырылып, үтә күренмәле булмауы күҙенә сағылғас та Ғәрәфиҙең кәйефе ҡырыла биреп ҡуйғайны ла, шунда уҡ ярай, күрһәләр - күрерҙәр, күрмәһәләр - ише-терҙәр, тип үҙ-үҙен тынысландыра һалды. Ҡапҡанан инеп барғанда ҡаршыһына ҡулына ике ҙур сумка тотоп сығып барған таҙа кәүҙәле егет осраны. Ғәрәфи: «Кейәү ошомо икән?» - тип  уйлап та өлгөрмәне уныһы: «Привет, как дела?»  - тип эргәһенән үтеп тә китте. Артынан уҡ пакеттар күтәргән Айгөлө сығып килә ине. - Сәләм, атай. Таныш бул, кейәүең, - тип багажнигын асып булашҡан егеткә ымланы. Ләкин кейәүҙең танышырға уйында ла юҡ ине шикелле, сумкаларын багажнигына урын-лаштырҙы ла, сепрәк алып ма-шинаһының тәҙрәләрен һөр-төргә үк керешеп китте. Ғәрәфи, былар юлға сы-ғырға уҡ әҙерләнә, мин дә көттөрмәйем, тип өйгә лә кереп тормай йүгерә-атлай мунсаға инеп китте. Таҙа эске кейемдәрен иртән үк әҙер-ләп мунса соланына һалып киткәйне, тиҙ генә сайҡанып, шуларҙы кейә һалып та сыҡ-ты. Юлға әҙерләнеп алған Сәбиләһе уны солан ишеге янында көтөп тора ине. - Мин хәҙер.., - тип өйгә инергә ынтылған ирен ул беләгенән тотоп туҡтатты. - Ни, бит әле.., Ғәрәфи… - тине ул күҙҙәрен йәшерә биреп, бығаса ишетелмәгән ғәйепле тауыш менән. Ғәрәфи: «Нәмә, ни?» – тип һорап та өлгөрмәне эргә-ләренә Айгөл килеп баҫты. - Әсәй, әйтмәнеңме ни һа-ман? - тине лә ул, Сәбиләнең «юҡ» тигәнде аңлатып башын һелккәнен күргәс, матур, йәшел күҙҙәрен Ғәрәфигә төбәне. - Аңла, атай, шундай дәрәжәле ҙур кешеләр алдында үҙемде позорит итеп, ауыл мужигын, көтөүсене төп ҡоҙағыҙ, тип уларға таныштыра алмайым бит инде. Һине Зариф ағай алмаштырып торор. Ҡыҙының әйткәне Ғәрәфигә башта барып етмәй торҙо. Аңлап алғас, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, тамағына оло төйөн килеп тығылды. Сәбиләһенең күҙҙәрендә йәш бөртөктәре ялтырауын да, ғәйепле ҡарашын ташлап артына боролоп ҡарай-ҡарай сығып барыуын да томан аша ғына шәйләп ҡалғандай булды. Бары ирендәре генә: «Ярай улайһа...» - тип ҡыбырҙаны уның. Машина ҡыҙҙырған тауышты ишетеү Ғәрәфиҙе ҡапыл айнытып ебәрҙе. «Ах, бүләгем!» - тип ул ҡапыл өйгә ташланды. Костюмы кеҫәһенән алтын алҡалар төрөлгән ҡулъяулыҡты ала һалып, йү-гереп урамға сыҡҡанда машина ҡуҙғалып киткәйне инде. Ғәрәфи ҡулын болғай-болғай артынан йүгерһә лә, уға иғтибар итеп, машинаны туҡтатыусы булманы. - Ҡыҙыма, бәпесемә, алтыныма бүләгемде тапшыра алманым бит... - тип өҙгөләнде Ғәрәфи, күҙенән сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәрен алтын алҡа уралған ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә.  Мөҙәрис БАГАЕВ   фото: svezhayagazeta.ru
Кәйефе бик күтәренке ине Ғәрәфиҙең. Шулай булырға тейеш тә, сөнки байтаҡтан тулҡынланып көткән көн дә килеп етте. Иртәгә ҡыҙы-ның - берҙән-беренең, ал-тынҡайының туйы һәм бөгөн буласаҡ кейәү менән кәләш кисләтеп кенә ҡайтып, Сәби-ләһе менән уны Өфөгә алып китәсәк. Көн алырға ла иҫәбе бар ине Ғәрәфиҙең, әммә ферма мөдире Хызыр: «Ҡайҙан ғына кеше табайым, үҙең берәйһе менән һөйләшеп ҡара», - тигәс өлгөрөрмөн әле тип, көтөүгә үҙе сығырға булды. Иң мөһиме алдағы көндәргә кеше табылды. Торна Мостафа: оҙон муйынына сиртеп: «Күстәнәсте мулыраҡ апҡайтһаң бер-ике көн көтөрмөн быҙауҙарыңды», - тип ризалығын бирҙе. Кис өлгөрөп булмаҫ, тип таңдан тороп мунсаһын да яғып ҡуйҙы Ғәрәфи. Ҡайтыуына эҫеһе ҡалмаһа ла, йәйге көндә һыуы бик һыуынып бармаҫ, йыуынып сығырға таман ғына булыр, моғайын. Иртәрәк ҡайтһалар, өҫтәп, ҡыҙы менән буласаҡ кейәү ҙә мунса инеп сығырҙар, бәлки. Хәйер, кейәүҙе буласаҡ, тип тә әйтеп булмай инде хәҙер. Ҡыҙы мәсеткә барып никах уҡыттыҡ, тине бит. Тимәк, Хоҙай алдында бурыстарын үтәгәндәр, ир менән ҡатын, тип аталырға тулы хоҡуҡтары бар. Әлбиттә, атай кешенең матур табын ҡороп, мулла саҡырып никахты өйөндә уҡытаһы, берҙән-бер ҡыҙының оло байрамында төп шаһит булаһы бик килгәйне лә бит. Нишләйһең, ул уйлағанса килеп сыҡманы. Ишеткәс, йәштәр үҙҙәре белә-лер әле, тип бары үҙ-үҙен йыуата биреп кенә ҡуйған булды. Уның ҡарауы иртәгә туйҙа төп ҡоҙа булып ултырасаҡ. Етмәһә, кемдәр янында бит әле! Кейәүең атаһы билдәле профессор икән, нәҫелдәрендә лә уҡымышлылар байтаҡ, ти. Бына кемдәр менән ҡоҙала-шасаҡ, артабан кемдәр ме-нән аралашып йәшәйәсәк ул. Әл-биттә, үҙенең ябай бер көтөүсе генә булыуы кәйефте ҡыра-ҡырыуын, бына шуға туйҙа ла оялып ултырасаҡ әле ул.- Ниңә, көтөүсе лә кеше, етмәһә миҙаллы көтөүсе әле мин, - тип аҡланғандай ҡысҡыра биреп әйтеп ҡуйҙы Ғәрәфи. Аты, был миңә өн-дәшәме, тигәндәй ҡолаҡта-рын ҡайсылап алып, башын борғоланы ла, аҙымдарын тиҙләтә һалды. Быҙауҙар уй-һыулыҡҡа төшөп етеп, оҙайлы ямғырҙарҙан һуң йәшәреп, күтәрелеп киткән һутлы үләнгә йәбешкәйне инде. Көтөүсе атын һыу буйында туҡтатып, эйәренән төштө һәм ярына ултырып, тыныс ҡына аҡҡан йылғаға текләнде лә, тағы уйға батты. Ябай көтөүсе булһа ла ниндәй ҡыҙ үҫтерҙе әле ул! Айгөлдәре университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, аспирантураға уҡырға кер-ҙе. Шул уҡ университетта уҡытып та йөрөй, хатта. Кем белә, бәлки ул да ҡоҙалары һымаҡ атаҡлы профессор булып ҡуйыр. Уҡыһа, Ғәрәфи үҙе лә берәй арыу һөнәр алып, шәп кенә кеше булып китер ине, моғайын. Бына шул уҡыу эләкмәне шул. Нужа уны бик иртә атҡа мендереп, ҡулына сыбыртҡы тоттороп ҡуйҙы. Уның ҡарауы бик иртә тол ҡалған әсәһе менән икәүләшеп ҡустыһын да, һеңлеһен дә уҡытып сығарып, кеше итә алдылар. Зариф хәҙер билдәле генә хирург. Әҡлимә иһә мәктәп директоры. Туйҙа ҡыҙ яғынан да күрһәтерлек кешеләре бар. Миҙалын тағып шулар менән бер тирәрәк ултырһа, көтөүселеге бик күренмәҫ әле. Ул байтаҡ йылдар элек үк бирелгән «Фи-ҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн» тигән миҙалды соҡоп сығарып, һөрткөләп, костюмы кеҫәһенә һалып ҡуйғайны инде. «Быны таҡһам килешерме, ҡупырсыҡ, тип әйтмәҫтәрме икән?» - тип ҡатынына өндәшкәйне, уныһы, үҙең беләһең, тигәндәй яурындарын ғына һикертеп ҡуйҙы. Башҡа күрһәтерлек нәмәң булмағас, нишләйһең инде. Тик бына костюмы ғына иҫкерәк. Яңыһын алыуға рәттәре лә ҡалманы. Айгөл: «Туй ресторанда үтәсәк, аҡса бик мул кәрәк буласаҡ», - тигәс, бар мал - тыуарҙарын, хатта нәҫелгә ҡалдырырмын, тип йөрөгән матур ғына танаһын да һуйып һатырға тура килде. Кешенән дә бурысҡа байтаҡ ҡына аҡса алдылар. Һарайҙа бер һыйыр менән ошо күк бейәһе генә ҡалды хәҙер. Ҡарт атына алмашҡа, тип тотҡан ипле генә холоҡло тайы бар ине, ҡыҙҙары: «Төп ҡоҙағыҙ ҡаҙы менән ат итенән бешерелгән бишбармаҡты яратам, туй өҫтәлендә лә шулар булырға тейеш, ҡоҙаның һуйырҙай йәш ат фәләне юҡмы икән, тип әйтә», - тигәс, шундай ҙур кешенең үтенесен кире ҡаҡ-майыҡ, тип тайҙы ла тотондолар. Сыҡҡанса ҡаҙы әҙерләп, һум иттәрен, ҡабырғаларын сапҡылап туңдырғысҡа тултырып ҡуйҙылар. Ҡыҙҙары бөгөн бына шулар артынан да ҡайтып, бер ыңғай әсәһе менән уны ла алып китергә тейештәр. Был ғүмеркәйҙәр, ай-һай, тиҙ үтә икән. Сәбиләһе менән кисә генә ҡауышҡан һымаҡ тойолһа ла, егерме дүрт йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Үҙе ул һуң, утыҙ йәшен тултырып ҡына өйләнде. Һуңға ҡалыуына әлеге лә баяғы оялсанлығы ғәйепле инде. Йәш сағында бер ҡыҙға күҙе төшкәйне Ғәрәфиҙең. Әммә уға өндәшергә байтаҡ ҡына баҙнат итмәй йөрөнө. Инде ҡыйыулығы етеп һүҙ ҡушам тип йөрөгәндә генә ҡыҙ башҡа берәүгә кейәүгә сыҡты ла китте. Бына шунан һуң үҙең мәмәй ауыҙ, тип оҙаҡ ҡына әрләп, ҡыҙҙарға күҙ һалыуҙан төңөлә биреп тә ҡуйҙы. Насип аш ауыҙҙы йырып килеп инә тиҙәр бит. Сәбиләһе менән дә шулайыраҡ булды. Уҡытыусы булып ауылға килгәс, уны Ғәрәфиҙәргә күрше Көнһылыу инәйгә фатирға ҡуйҙылар. Инде бик үк йәш тә, төҫ-башҡа ла әллә ни булмаған ҡыҙҙы Ғәрәфи тәү күргәс тә нисектер оҡшата һалды. Күршеләре менән аралашып йәшәйҙәр ине улар. Көнһылыу инәйгә ир-ат ҡулы талап иткән эштәрҙе башҡарырға ла күп ярҙам итте Ғәрәфи. Сәбилә килгәс тә ваҡ-төйәк эш табылып торҙо. Егет уларҙы бик теләп башҡарҙы. Ни тиһәң дә ҡыҙҙы күрергә, уға бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушырға мөмкинселек тыуа. Сәбилә уны башта бик өнәп етмәне, шикелле. Егеткә тәкәббер генә ҡарашын ташлап, уны күрмәмешкә һалышҡан кеше кеүек ҡыланды. Ғәрәфи бының өсөн ҡыҙға асыуланманы ла. Уҡытыусы башы менән нин-дәйҙер бер көтөүсегә йәбешеп ятмаҫ инде. Ләкин яңылышҡан булып сыҡты Ғәрәфи. Килеүенә бер ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, Сәбилә һарайҙары янында ниҙер эшләп йөрөгән егет янына килде лә, уны ентекләп ҡараштырғылап сыҡҡас: «Былай нисауа күренәһең, әллә һиңә кейәүгә сығырға ла ҡуйырға инде», - тине. Ғәрәфи уның һүҙҙәрен ишеткәс, шаңҡып, ни әйтергә лә белмәй ауыҙын асты ла ҡалды. Шулай ҙа ике-өс ай самаһы ваҡыт үткәс, ҡыйыулығын йыйып, телгә бөткән дуҫы Харисты яусы итеп, барып инде ул ҡыҙ йәшәгән өйгә. Сәбилә: «Мин һиңә теге ваҡытта уҡ әйттем бит инде», - тип шунда уҡ риза булды ла ҡуйҙы, оҡшаттымы, әллә инде ҡарт ҡыҙға әйләнеп барам, тип ризалаштымы икән. - Ғәрәфи әле һаман уның ғилләһенә төшөнөп етә алмай. Тиҙ арала туй һымаҡ нимә лә үткәреп ташланылар. Ул көн, дөрөҫөрәге төн иҫкә төшһә Ғәрәфи әле лә ҡыҙарынып китә. Икеһен келәткә индереп япҡас ул ни эшләргә лә белмәй ятыр урын йәйелгән һике ситендә оҙаҡ ултырҙы. Аптыраған көнөнәндер инде, Сәбилә: «Әллә быҙауҙарың араһында йөрөп быҙауға әй-ләнеп бөткәнһең, егет», - тип шунда дилбегәне үҙ ҡулына алды. Ғәрәфи ни булғанын да, нисек булғанын да аңғармай ҡалды. Иртән мунсаға барғас та кәләшенең йыуынып сыҡ-ҡанын соланда көтөп тороп, һуңынан үҙе инде. Аҙаҡ ояты ҡасып, ҡатынына эйәләшеп китте - китеүен. Ғәрәфи урынынан тороп малдары йөрөгән туғайға күҙ һалды. Быҙауҙары туйынып, йылғаға төшөп һыу эсеп, ял итергә ятҡайны инде. Бер-нисәһе генә иренә биреп үлән һәрмәштергеләп йөрөй. Күк бейәһе лә ағас күләгәһенә инеп, йә башын, йә ҡойроғон һелкеп, себен-серәкәйҙәрҙе ҡыуып маташа. Ғәрәфи баш осона етеп килгән ҡояшҡа күҙ ташлап алды ла, рюкзагынан һөтлө шешә менән икмәк сығарып, тамаҡ ялғарға тотондо. Аҙаҡ бер аҙ серем итеп алайым, тип йомшаҡ үләнгә һуҙылып ятты. Ләкин бындай көндө күҙгә йоҡо инәме ни ул - уйҙары баштан ашҡан һәм улары тағы үткәндәргә барып терәлде. Ғәрәфи өйләнгәнсе үк бәләкәй генә иҫке өйҙәрен һүтеп, эшләп тә, күпләп мал аҫрап та тапҡан аҡсаһына әсәһе бөртөкләп йыйғанды ла ҡушып, иркен генә өй төҙөп ултыртҡайны инде. Карьерҙан таш сығарып, һарай менән келәт тә һалып ҡуйҙы. Ҡустыһы менән һеңлеһе Өфөгә уҡырға киткәс, өй бушап ҡалған һымаҡ ине. Кәләш төшөргәс ул тағын тулыланып, күркәмләнеп китте. Ә инде сабыйы тыуғас бөтөнләй йәмләнде. Һағынып, көтөп алды ул Айгөлөн. Ҡыҙы барлығын ишеткәс шатлығынан ауыҙы йырылып, аҙна буйы ябылмай йөрөнө, тиһәң дә ярай. Фермала эшен тиҙ генә тамамлап, һәр көн сабыйы янына ашыҡты. «Нишләптер ялҡауландың, егет, быҙауҙарыңдың привесы кәмегәндән-кәмей», - тип шелтәләп тә алғайны уны ферма мөдире ул саҡ. Сәбиләһе менән матур ғына йәшәп алып киткән һымаҡтар ине башта. Ләкин ул аҡрынлап холҡон күрһәтә башланы. Бигерәк тә әсәһе ҡапылдан ғына үлеп киткәс мыжыуҙары, юҡ-бар ғына сәбәптән тауыш сығарырға маташыуҙары йышайҙы. Холҡо шулай булғас нишләһен инде, тип Ғәрәфи ҡаршы өндәшмәҫкә, түҙергә тырышты. Эштән ҡайтып инһә, ҡатынының: «Уф, силос менән тиреҫ еҫе өйҙө алды, кейемдәргә һеңеп бөттө, балаға яҡын барма, «хушбуйыңды» уға ла һеңдерәһең», - тип ҡыҙы янына яҡын ебәрмәҫкә маташыуҙары сығырынан-сығара яҙа ине шулай ҙа. Айгөлө тел белә башлағас,«Атаң кәкәс - барма эргәһенә», - тип баланы тыйыуын, уныһының танауын сирыштырғылап: «Фу-у, кәкәс!» - тип янынан китә һалыуы ҡыҙын ҡосағына алып яратырға ынтылған атайҙың йөрәген семетмәй ҡалманы, әлбиттә. Ҡатынының ҡыланыштарына ҡарап, әллә балам менән минең араға кәртә ҡорорға маташа инде, тип уйлап та ҡуя ине Ғәрәфи. Уҡырға төшкәс ҡыҙы берәй нимә һорарға тип атаһына өндәшкән саҡта әсәй кешенең: «Ул наҙан көтөүсе нимә белһен, кил үҙем аңлатам», - тип әйтеүҙәре, бала алдында башҡасараҡ та мыҫҡыллауҙары, ул кәртәне нығытҡандан-нығытты, буғай. Үҫә төшкәс, Айгөлө әсәһе ыңғайына атаһына ҡысҡырырға ла тартынмай башланы, хатта. Ҡыҙының ҡылыҡтарына асыуланмай, минең «кәкәс», наҙан, көтөүсе булыуыма бала ғәйепле түгел бит инде, тип уны аҡларға ғына тырышты Ғәрәфи. Нисек кенә булмаһын ҡыҙын ысын күңелдән, бар йөрәге менән яратты, уның өсөн йәнен бирергә әҙер ине атай кеше. Айгөлө университетҡа уҡырға кергәс, түбәһе күккә тейә яҙҙы уның. «Завферма Хызырҙың ҡыҙы ла, бухгалтер Мәҙинәнең улы ла буш ҡайтты, ә минең, ябай бер көтөүсенең балаһы инде бит тәки», - тип ҡайһылай ҡыуанды ул. Маҡтанырға яратмаһа ла, башҡалар менән аралашҡанда юҡтан ғына һүҙҙе ҡыҙына борорға тырышты. Баланы уҡытып сығарыу өсөн, ай-һай, күп кәрәк. Ғәрәфи ҡураһындағы малдарын да ишәйтте, ҡош-ҡортон да күпләп аҫраны, үҙенсә бар көсөн һалып тырышты. Ҡыҙы эшләй башлағас, бер аҙ тын алып ҡалғайнылар, бына хәҙер туйы оло мәшәҡәт тыуҙырып, ыштанһыҙ ҡалдыра яҙҙы. Ярай, баш иҫән булһа мал табылыр, главный туй кешесә, ҡыҙы теләгәнсә үтһен, тип күптән үҙ-үҙен йыуатып ҡуйғайны инде Ғәрәфи. Ана бит, тырышҡас, күптәнге теләге тормошҡа ашып, ҡыҙына туй бүләге әҙерләй алды. Бер каникулына ҡайтҡанда Айгөлдөң әсәһенә: «Беҙҙең күп ҡыҙҙар алтын алҡа таға, ә минеке копеечный», - тип әйткәнен ишетеп ҡыҙына шул алтын алҡаны алып бүләк итәһе, уны шатландыраһы бик килгәйне. Ләкин, ҡатыны әйтмешләй, икмәк-тоҙлоҡ ҡына аҡса эшләп йөрөгән кешенең ундай алҡа алырлыҡ рәте юҡ ине шул. Бары теләк кенә булып күңеленә һеңеп ҡалғайны. Яйы уйламаған ерҙән килеп сыҡты. Бер ай самаһы элек быҙау-ҙарын таш сығарған карьер туғайында көтөп йөрөй ине, янына үҙен эшҡыуар тип йөрөткән Наил машинаһы менән килеп туҡтаны.- Бына, таҡта ярыу цехы төҙөргә ине иҫәп. Һин, Ғәрәфи ағай, ташты күп сығарған кеше, ҡайҙа арыуырағы барын беләһеңдер, - тип һораны ул күрешеп.- Анау остараҡ матур сыға, түлкә тракторың менән әҙерәк тупрағын ышыртырһың, - тине Ғәрәфи ҡулын һуҙып күрһәтеп һәм һорап та ҡуйҙы. - Кешең бармы һуң таш сығарырҙай. Наил елкәһен тырнап алды ла:- Бик юҡ шул. Әллә үҙең сығарып бирәһеңме, хаҡын йәлләмәм, - тип үтенесле ҡара-шын уға төбәне. Шунда ҡапыл ғына Ғәрә-фиҙең иҫенә алтын алҡа төштө. Теге ваҡыт булдыра алманы, хәҙер ҡыҙының туйында бүләк итһә ҡайһылай шәп буласаҡ.- Ярай, сығарырмын, түлкә эш хаҡына бер матур ғына алтын алҡа алып бир, - тине ул.- Килештек!.. Туҡта, туҡта, әллә любовницаң бармы, Ғәрәфи ағай? - тип һораны эшҡыуар.- Уныһы кем була тағы? – тип һорауға һорау менән яуап бирҙе Ғәрәфи.- Ну-у… беҙҙеңсә әйтһәң, һөйәркә инде - Наилдең әйткә-нен ишеткәс ҡыҙарып уҡ киткәйне ул саҡ Ғәрәфи һәм ҡыҙына туй бүләге икәнен аңлата һалғайны. Көн дә быҙауҙарын карьер янына ҡыуып, бер аҙна тигәндә Наилгә етерлек таш сығара алды ул. Уныһы ҡулына бик матур алтын алҡа менән, юллыҡ булыр, тип бер аҙ аҡса ла тотторғас, ҡыуанысы эсенә һыйманы Ғәрәфиҙең. Туйында көтөлмәгән бүләк менән нисек ҡыуандырасаҡ ҡыҙын! Ҡатынына әйтмәй генә алҡаларҙы таҙа ҡулъяулыҡҡа төрөп костюмының эске кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ул. Ғәрәфи башын күтәреп ҡояшҡа күҙ ташлап алды. Уныһы кискә ауышҡан булһа ла көтөүҙе алып ҡайтырға иртәрәк ине. Шулай ҙа көтөүсе уйһыулыҡ буйлап таралышҡан быҙауҙарын йыйып алып, ҡайтыу яғына ыңғайлатты. Бер ҙә ҡыҙы менән кейәүен көттөрәһе килмәй ине уның. Әйткәндәй, кейәүен беренсе тапҡыр күрәсәк әле Ғәрәфи. Уныһы ҡулын ғына бирерме, әллә ҡосаҡлап күрешерме икән? Ҡайным, тиерме, әллә Мортазаның кейәүе һымаҡ, папа, тип өндәшерме? Ярай, ҡайһылай әйтһә лә ул риза, бары уларҙы ситкә ҡаҡмай, ҡыҙы менән бер-береһен ихтирам итеп, матур йәшәһендәр. Бына ошолай эйәрендә бәүелә-бәүелә килгәндә, Ғә-рәфи, их, улым булып, уны алдыма ултыртып йөрөтһәм ине, тип хыяллана ине. Бер саҡ Сәбиләһенә: «Берәй малай табып бирәһеңме әллә?» - тигәс, ҡатыны күҙҙәрен аҡайтып ҡарап: «Һиңә оҡшап тыуһа нишләрһең, бер тупой көтөүсе лә башымдан ашҡан!» - тигәс, ҡабат ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Хоҙай насип итһә, ҡыҙы берәй ейән бүләк итер ҙә, шуны ултыртып йөрөтөр әле ул. Ғәрәфи быҙауҙарын ялан кәртәгә индереп япты ла, күк бейәһен шунда уҡ тышап ҡалдырып, йүгәнен һелтәй-һелтәй өйөнә ашыҡты. Ҡапҡалары алдында ҡояшта ялтырап торған ҡара төҫтәге бейек машинаны алыҫтан уҡ шәйләп ҡалды ул. Бына ниндәй машинаға ултырып китәсәк көтөүсе Ғәрәфи! Ауылдаштарының һәр береһе ҡапҡа алдына сығып, уларҙың киткәнен ҡарап ҡалһа ине лә бит, тик урамда һирәк-мирәк кенә кеше күҙгә ташлана. Яҡын килеп машинаның тәҙрәләре тоноҡландырылып, үтә күренмәле булмауы күҙенә сағылғас та Ғәрәфиҙең кәйефе ҡырыла биреп ҡуйғайны ла, шунда уҡ ярай, күрһәләр - күрерҙәр, күрмәһәләр - ише-терҙәр, тип үҙ-үҙен тынысландыра һалды.Ҡапҡанан инеп барғанда ҡаршыһына ҡулына ике ҙур сумка тотоп сығып барған таҙа кәүҙәле егет осраны. Ғәрәфи: «Кейәү ошомо икән?» - тип уйлап та өлгөрмәне уныһы: «Привет, как дела?» - тип эргәһенән үтеп тә китте. Артынан уҡ пакеттар күтәргән Айгөлө сығып килә ине.- Сәләм, атай. Таныш бул, кейәүең, - тип багажнигын асып булашҡан егеткә ымланы. Ләкин кейәүҙең танышырға уйында ла юҡ ине шикелле, сумкаларын багажнигына урын-лаштырҙы ла, сепрәк алып ма-шинаһының тәҙрәләрен һөр-төргә үк керешеп китте. Ғәрәфи, былар юлға сы-ғырға уҡ әҙерләнә, мин дә көттөрмәйем, тип өйгә лә кереп тормай йүгерә-атлай мунсаға инеп китте. Таҙа эске кейемдәрен иртән үк әҙер-ләп мунса соланына һалып киткәйне, тиҙ генә сайҡанып, шуларҙы кейә һалып та сыҡ-ты. Юлға әҙерләнеп алған Сәбиләһе уны солан ишеге янында көтөп тора ине.- Мин хәҙер.., - тип өйгә инергә ынтылған ирен ул беләгенән тотоп туҡтатты.- Ни, бит әле.., Ғәрәфи… - тине ул күҙҙәрен йәшерә биреп, бығаса ишетелмәгән ғәйепле тауыш менән. Ғәрәфи: «Нәмә, ни?» – тип һорап та өлгөрмәне эргә-ләренә Айгөл килеп баҫты.- Әсәй, әйтмәнеңме ни һа-ман? - тине лә ул, Сәбиләнең «юҡ» тигәнде аңлатып башын һелккәнен күргәс, матур, йәшел күҙҙәрен Ғәрәфигә төбәне. - Аңла, атай, шундай дәрәжәле ҙур кешеләр алдында үҙемде позорит итеп, ауыл мужигын, көтөүсене төп ҡоҙағыҙ, тип уларға таныштыра алмайым бит инде. Һине Зариф ағай алмаштырып торор.Ҡыҙының әйткәне Ғәрәфигә башта барып етмәй торҙо. Аңлап алғас, күҙ алдары ҡараңғыланып китеп, тамағына оло төйөн килеп тығылды. Сәбиләһенең күҙҙәрендә йәш бөртөктәре ялтырауын да, ғәйепле ҡарашын ташлап артына боролоп ҡарай-ҡарай сығып барыуын да томан аша ғына шәйләп ҡалғандай булды. Бары ирендәре генә: «Ярай улайһа...» - тип ҡыбырҙаны уның. Машина ҡыҙҙырған тауышты ишетеү Ғәрәфиҙе ҡапыл айнытып ебәрҙе. «Ах, бүләгем!» - тип ул ҡапыл өйгә ташланды. Костюмы кеҫәһенән алтын алҡалар төрөлгән ҡулъяулыҡты ала һалып, йү-гереп урамға сыҡҡанда машина ҡуҙғалып киткәйне инде. Ғәрәфи ҡулын болғай-болғай артынан йүгерһә лә, уға иғтибар итеп, машинаны туҡтатыусы булманы.- Ҡыҙыма, бәпесемә, алтыныма бүләгемде тапшыра алманым бит... - тип өҙгөләнде Ғәрәфи, күҙенән сөбөрләп аҡҡан күҙ йәштәрен алтын алҡа уралған ҡулъяулыҡ менән һөртә-һөртә.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-06/muzhik-3469280
6 Октябрь , 20:25
ba
Яратаһың килеп ярат, Йәшәйһең килеп йәшә!
Йәшләй генә өйләнде ул. Юҡҡа ғына ғәйепләнеп өс йылға төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Срогын тултырып ҡайтыуға яратҡан ҡатыны башҡа ир менән йәшәй ине. Заман төрмәлә саҡта бер туған ағаһын машина бәреп үлтергән. Уның ҡатыны һәм ике балаһы йәтим ҡалған. Ғаиләһеҙ ҙә ҡалғас, “тюремщик”, - тигән мөһөрө лә булғас юлдан яҙып китер тип, туғандары уны еңгәһенә димләп өйләндерҙе. Еңгәһенең дәрте ташып торған сағы, балалар ҙа йәтим булмаҫ, ни тиһәң дә үҙебеҙҙеке, тип уйлағандарҙыр. Шулай булмай ни! Бер атыуҙа ике ҡуян! Ул ваҡытта Заманға барыбер ине. Икенсенән еңгәһен, ағаһының балаларын йәлләне. Бигерәк йәш көйө үлеп киткән шул ағаһы. Буш ваҡытты үткәрергә улар терәк булды. Ағаһының балаларын тәрбиәләп йәш ғүмеренең үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды ул. Сетерекле донъя. Ә күңеле... Ә күңеле ғүмере буйына кемделер көттө... үҙе үлеп яратҡан кеше менән бар донъяһын онотоп һөйөп-һөйөлөп ҡала алманы шул! Алманы! Шулай кәрәк, шулай тейеш тип, йәшәне. Эх! Ғүмер тигәнең!... Ниңә шулай тиҙ үтә икән?... Бына, Заманға ла хәҙер 50 йәш тула. Ғүмеренең иң аҫыл, матур ваҡыттары үтеп киткән.... Ҡай арала үтте икән һуң ул! Был донъяла яҡты эҙ ҡалдырырлыҡ нимә эшләне?! Уйы менән йәшәлгән ғүмерен арҡыры-буй байҡап оҙаҡ ултырҙы ул. Ә ҡолағынан һаман да йыр китмәне: Яратаһың килеп ярат, Йәшәйһең килеп йәшә! Яратаһың килеп ярат!.. Яратаһың килеп ярат! .... Әгәр егет сағында ишеткән булһа был йырға артыҡ әһәмиәт тә бирмәгән булыр ине. Яратаһың килмәгән кешене яратып булалыр шул, - тип уйлар ине. Эх, йәш саҡтар, йәш саҡтар! Ул ваҡытта: “яратмаған кеше менән ғүмер кисерәсәкһең!” – тиһәләр ҙә көлөп кенә ҡуйыр, улай ғүмер кисерергә бер нәмә лә мәжбүр итә алмаҫ, тип уйлай ине. Ә донъя... Ә донъя бөтөнләй башҡа яғы менән асылды. Һис ул уйлағанса түгел! Уның уйҙары ирекһеҙҙән йәш сағына урап ҡайтты. Беренсе ҡатыны менән бер складта эшләп йөрөйҙәр ине. Ревизия ваҡытында складта күп кенә суммаға етешмәүсәнлек асыҡланды. Ҡатыныны уйламай тегендә-бында осорған икән шул. Уны ултыртып ҡуйһалар, улы йәтим ҡала, ҡатыны ла йәл. Шунлыҡтан ул бөтә ғәйепте үҙенә алды. Ир кешегә төрмәлә еңелерәк булыр, тип уйланы. Ҡатыны уның ҡайтҡанды көтәр, баланы ҡарар, тип уйлаған ине лә бит... Юҡ! Тағы ла ул уйлағанса булманы!... . Төрмәнән ул туры атай йортона ҡайтты. Ҡатынында ҡалған ике бүлмәле фатирын да бүлдереп даулашып йөрөмәне. Шунан еңгәһе менән йәшәп алып киттеләр. Сөнки ул ағаһының балаларын ҡарап үҫтерергә тейешмен, тип уйланы. Еңгәһенә лә өйрәнде. Эштән ҡурҡманы ул. Аҡсаһын да күп эшләне Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас ул элекке еңгәһе, хәҙер ҡатыны менән үҙ эштәрен асып ебәргәйне. Эштәре гөрләп барҙы. Яңы өйҙән дүрт бүлмәле фатир алып күсенделәр. Яҡшы машина алдылар. Йөк машинаһы һатып алдылар. Ҡатыны ла эшкә шәп булып сыҡты. Бер туҡтауһыҙ донъя “ҡыуҙылар”. Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә бит!.. Донъя ҡыуып, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп күпме ғүмер үткән. Тормош ҡуласаһы бертуҡтауһыҙ әйләнә, артҡа ҡарарға ла ваҡыт юҡ. Ә ул нимәлер көтә, йәненә тыныслыҡ тапмай. Булыр микән ундай мөғжизә?.. Әллә?.. Эх, ошо күңеленең нескәлеге! Барыһын да йәлләй шул ул! Барыһына ла ярҙам итергә тырыша.. Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаңда эйәреп йөрөй – тигәндәй, уның кешеләргә булған эскерһеҙ ярҙамы үҙенә яуызлыҡ булып кире ҡайта. Әллә ул үҙенең ярҙамын көсләп тағамы икән? Әллә “ит изгелек-көт яуызлыҡ”, тигән халыҡ мәҡәле дөрөҫ микән? Ни өсөн нахал, яуыз бәндәләргә генә тормошта гел еңел, уларҙан ҡурҡалар, ситләп үтәләр.. Нисәнсе ҡат ул башҡаса береһенә лә ярҙам итмәм, тип анттар итә. Тик... Тик берәйһене ярҙам һорап килһә йәлләй. Мин ярҙам итмәһәм кем итер?! Юҡҡа сығып ҡуйһа нисек итеп йоҡлармын?! Нисек йәшәрмен?! – тигән уйҙар быраулай уның мейеһен. Әгәр ҙә берәйһе ярҙам һорап та, ярҙам итә алмайһа уның эсендә төйөр булып ҡала. Ул төйөр гел генә эсен бошороп тора, йоҡо бирмәй. Кешегә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетле итеп тоя ине шул. Ул бит кешеләргә кәрәк! Тормошоноң бөтә асылы ла шунда. Донъя гел яманлыҡтан ғына тормай бит ул! Яҡшы кешеләре барыбер күберәк уның. Бәлки Хоҙай тарафынан мохтаждарға ярҙам итер өсөн ебәрелгәндер ул! Был уйҙары уның күңелен тынысландырып ебәрҙе. Эйе! Күпме рәхмәттәр ишетте. Күпме кешене ҡыуандырҙы. Кешенең йөҙөндәге ҡыуанысты күреү үҙе бер бәхет бит ул. Һин ул кешене аҙға ғына булһа ла бәхетле итә алдың, тигән һүҙ. Кешеләрҙең ихтирамы, рәхмәте йәшәтә уны. Шул алға әйҙәй. Хоҙай ҙа бит уны үҙенең рәхмәтенән ташламай. Әгәр ҙә шулай булмаһа уңышлы бизнесмен була алыр инеме ни ул?! Заман беренсе ҡатынынан тыуған улын да эшкә алған ине. Беренсе ҡатыны эскегә һабышҡан, улы ла һуғышып төрмәлә ултырып сыҡҡан, бөтөнләй юлдан яҙып ҡуймаһын тип, янында йөрөтә. Улының дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын да эшкә алды. Эшләп ашаһындар, ваҡыттары эш менән уҙһа, шәләй-вәләй йөрөрмәҫтәр, тип уйлай. Улар өсөн үҙен яуаплы тоя. Бала сағында күҙ уңынан ысҡындырғанына үҙен ғәфү итә алмай. Улы бөгөн иртүк килеп еткән, үгәй атаһын үле килеш тапҡандар, ерләргә бирмәйҙәр икән. Сөнки әсәһе менән ЗАГС-лары юҡ, бер ай үткәнсе көтөп торорға, йәки аҡса түләп алырға ҡушҡандар. Унда бер ай ятҡырып булмай бит инде тип, Заман аҡса түләп барып алып ерләргә булды. Элекке ҡатыны ике бүлмәле фатирҙы бер бүлмәгә алыштырып, иренең фатирын да һатып эсеп бөтөргәндәр, көн итергә лә аҡсалары юҡ. Нишләп ярҙам итмәйһең инде. Ауылдарында туған-тумасаһыҙ ҡалған, ерләргә лә кешеһе булмаған бер-нисә мәйетте лә үҙ иҫәбенә ерләшеп ҡуйҙы. Был юлы улы ла үтенгәс ситтә ҡала алманы. Күптән түгел Заман бизнесын ҙурайтып билмән яһау цехы асып ебәрҙе. Унда эшләр өсөн эшселәр алды. Шул ҡатындар араһында Ғәҙилә исемле йәш ҡыҙҙың үҙенә ҡарата йылы ҡарашын тойһа ла уға артыҡ иғтибар итмәне. Элеккесә эшкә күмелеп, ҡатынының аһ-зарҙарына, көнләшеүҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышты. Ҡатыны ла ҡыҙҙың ҡарашын һиҙеп ҡалған ахырыһы, сәбәбе булмаһа ла көнләшеп йәнен ашай башланы, ә бөгөн килеп ҡыҙы менән икәүләп шул Ғәҙиләне туҡмай башлағандар. Заман саҡ аралап алды. Ҡыҙҙың сәсе-башы туҙған, танауынан ҡан киткән. Ғәҙиләне был көйө ташлап китә алманы ул, машинаға ултыртып өйҙәренә илтте. Ҡыҙ шунда асылып китеп үҙе тураһында һөйләне. Әсәһе менән генә йәшәй, атайһыҙ үҫкән. Үҙ ғүмерендә һинең кеүек яҡшы кешене күргәнем булманы, ошоға ҡәҙәр береһен дә оҡшатманым, - тине ул. Заман аптырашта ҡалды, ул ҡыҙҙан күпкә өлкән, өйләнгән, шуның өсөн ҡырҡа ғына итеп: - Үҙеңә тиң егет табырһың! Һуңынан үкенеп бер булырһың! Мин ҡарт инде! - тине. Ҡыҙ моңһоу ғына ҡарап, тороп ҡалды. Шулай ҙа ҡыҙҙың был һүҙҙәре Заманға дәрт, ышаныс өҫтәне. Ул бөтә ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. Бер ҡарауға әллә ни ваҡиға ла булманы, ә ҡыҙҙың мөхәббәте уның күңеленең аҫтын өҫкә килтерҙе, көс, ғәйрәт өҫтәне. Заман үҙендә тау аҡтарырлыҡ, йыһан гиҙерлек көс тойҙо. Ул ҡыҙ алдында үҙен ҡаты тоторға тырышһа ла уға ҡарата битараф түгеллеген аңлай, тик был хисен ауыҙлыҡлап тоторға тырыша. Йәш айырмаһы, ҡатыны барлығы уға ҡыҙҙың мөхәббәтен ҡабул итергә ҡушмай ине. - Әллә уның ғүмере буйына көткән бәхете ошомо икән? Шулай кәрәк! Щулай тейеш! – тип йәшәп ғүмере бит үтеп китеп бара. Үҙе яратҡан кеше менән йәшәргә ваҡыт еттеме икән әллә? Заман үҙ балаһы кеүек итеп тәрбиәләгән ағаһының балалары ла башлы-күҙле булып бөтөп баралар. Ғүмер буйы көткән мәл килеп етһә ҡапыл юғалып ҡалаһың икән ул. Кеше күңеленә иң ауыр, тәрән яраны уның яҡын, яратҡан кешеләре һала шул. Был юлы ла шулай булды. Улар көнө-төнө донъя ҡыуҙы. Шунлыҡтан балалар бөтөнләйе менән үҙҙәренең ҡарамағында ҡалғандар. Уларҙы бер нимәнән дә мәхрүм булмаһын тип, нимә һораһалар шуны алып бирҙеләр, аҡса һораһалар ҡатынына күрһәтмәй ҙә биргеләне. Балалар күпселек үҙаллы үҫте. Тик балаларҙың күңеленә рухи аҙыҡ һалмағандар ахыры , араларында ниндәйҙер кәртә бар кеүек. Тормоштоң бер яғы алға китһә, икенсе яғы аҡһай бит уның, Һис түңәрәкләтеп булмай, ҡарап та еткермәгәндәрҙер инде... Балаларҙың икеһе үҙ алла донъя көтә, уларҙы уҡырға, фатир алырға ярҙам итте. Кесе ҡыҙҙары ғына кейәүе менән килешеп йәшәй алманы, йәш ярымлыҡ ҡыҙы менән айырылып ҡайтты. Ярай, иҫән булһа ул баланы ла үҫтерерҙәр. Бына өйөнә ҡатып етте. Ишек асыуға ҡатыны ҡысҡырып ебәрҙе: - Нимә, Дон-Жуан, ҡайттыңмы!? Мин һине ҡайтмаҫһыңдыр тип уйлаған инем, - тине. Заман уға иғтибар итмәҫкә тырышып аш бүлмәһенә үтте. Унда ултырған ҡыҙы уҫал итеп: - Молоденкую захотел! Ну, что! Хороша! – тип уға һүҙ ҡатты. - Эй, ҡыҙым! Нимә юҡты һөйләйһегеҙ? Ниңә уны туҡманығыҙ? – тиеүгә: - Мин һинең ҡыҙың түгел! Не нужен мне такой отец!– тип ҡысҡырҙы. Ул, атаһы үлгәндә өс йәштә генә ҡалған ине. Йоҡо бүлмәһенән ҡатыны килеп сыҡты: - Кеше булды бит! Миңә өйләнмәгән булһаң йөрөр инең шунда, берәҙәк булып! Ҡайҙа йөрөгәнһең, шунда йәшә! - тип үҙенең һүҙҙәрен теҙҙе. Заман уларға бер ни тип тә ҡаршы әйтмәне, ҡолағында бары: - Мин һинең ҡыҙың түгел! - тигән һүҙҙәр ҡайнаны. Ошо балаларҙы кеше итәм тип күпме тырышты, ә улар нимә ти. Йәшәлгән ғүмере шулай бушҡа үттеме? - Эй, балам! Һеҙ интегеп үҫмәһен тип тырыштым бит! - Мы этого не просили! И без тебя нормально росли! Ҡыҙының ошо һүҙҙәре уның йәшәлгән ғүмерен юҡҡа сығарғандай тойолдо. Уның йәшәүенән ни мәғнә? Уларҙы йәлләп яҙмышын еңгәһе менән бәйләне бит ул. Араларында мөхәббәт булмаһа ла ошо балаларҙы үҫтереп кеше итергә тейешмен тип, үҙен бурыслы тойоп йәшәне. Бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй үҫтеләр, нимә һораһалар шуны алып бирҙе. Артыҡ иркәләттеме икән? Ҡыҙының әйткән һүҙҙәре уларҙы ялғап торған епте бөтөнләйгә өҙҙө. Балалар үҫте, хәҙер мин уларға кәрәк түгел, үҙ көндәрен үҙҙәре күрһендәр, тип уйланы. Былай йәшәүҙең бер сиге буласағын аңлай, тик былай ҡапыл булыр тип уйламаған ине, сөнки ҡатынының бер туҡтауһыҙ игәүенә, кәмһетеүҙәренә ошо балалар кеше булһын, тип кенә түҙеп йәшәне. Инде бала сағынан үҙ ҡыҙылай күреп үҫтергән баланан шундай һүҙ ишеткәс Заман бында үҙенең бер минут та ҡала алмаясағын аңлап, сығып китте. Уның артынан ниндәйҙер насар һүҙҙәр ҡысҡырып ҡалдылар, иғтибар итмәне. Ул атаһынан ҡалған бер бүлмәле фатирға килеп яңғыҙы йәшәй башланы. Дүрт бүлмәле фатирын, ике машинаһын, бизнесын да ҡатынына ҡалдырҙы, бары кейемдәрен генә алды. Ул ҡатынынан башҡа үҙенең эшен башлап ебәрҙе. Ғәҙиләнең мөхәббәтен ҡабул итмәһә лә, ул уға ҡанат ҡуйҙы, көс-дәрт өҫтәне. Ундай ҡыҙҙар ҡарарлыҡ булғас, йәшәйбеҙ әле, - тип уйланы ул, ал-ял бирмәй эшләне лә эшләне. Ҡатыны хөсөтлөктәр эшләүҙән бушаманы. Теге ҡыҙ башҡаса күренмәне. Ай буйына нимә уйларға белмәй йөрөнө Заман. Эштән һуң ғына ҡайтып ашарға әҙерләп йөрөй ине, ишек шаҡынылар. Һорап та тормай асып ебәргән ине, Ғәҙиләне күргәс күҙҙәре янып китте. Ҡыҙ ҡыйынһынып ҡына килеп инде, Замандың аптыраулы ҡарашына: Адресыңды улың бирҙе, - тине. Заман ни әйтергә белмәй торған арала Ғәҙилә пакетын тотоп аш бүлмәһенә инеп китте. Заман тиҙ генә магазинға сығып кергәнсе өҫтәл әҙер ине инде. Осрашыу хөрмәтенә шарап та күтәргәс уларҙың араһындағы көсөргәнешлек юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Заман һаман “хоҡуғым юҡ”, тип уйлай ине. Ғәҙилә аптырағас үҙе һүҙ башланы: - Әгәр һин кире ҡаҡһаң минең был донъяла йәшәүемдең мәғәнәһе ҡалмаясаҡ! Яраттым шул һине, онота алмайым! һөйөүемде ҡабул итмәһәң, башҡаса ныҡышмам, - тине. Ул һөйөү тулы наҙлы күҙҙәрен менән Заманға текләне. Заман сихырланған кеүек уға тартылды, уның ҡулдарынан тотто, ҡосаҡлап алды. Уға кемдер: - Был бәхеткә хоҡуғың бар һинең... бар..- тигән кеүек ине. Улар бер-береһенә һыйынып тын ҡалдылар, радионан тағы ла Салауат Фәтхетдиновтың йыры ишетелде: Яратаһың килеп ярат, Йәшәйһең килеп йәшә! Шатлығынан уның нескә күңеле тағы нескәрҙе. Күҙ йәштәре яңаҡтарын яндырып төштөләр, тик был йәштәрҙә элекке кеүек һағыш түгел, улар һөйөү, өмөт, бәхет менән тулы ине.     klike.net Рәйлә НАЗАРҒОЛОВА
Йәшләй генә өйләнде ул. Юҡҡа ғына ғәйепләнеп өс йылға төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар. Срогын тултырып ҡайтыуға яратҡан ҡатыны башҡа ир менән йәшәй ине. Заман төрмәлә саҡта бер туған ағаһын машина бәреп үлтергән. Уның ҡатыны һәм ике балаһы йәтим ҡалған. Ғаиләһеҙ ҙә ҡалғас, “тюремщик”, - тигән мөһөрө лә булғас юлдан яҙып китер тип, туғандары уны еңгәһенә димләп өйләндерҙе. Еңгәһенең дәрте ташып торған сағы, балалар ҙа йәтим булмаҫ, ни тиһәң дә үҙебеҙҙеке, тип уйлағандарҙыр. Шулай булмай ни! Бер атыуҙа ике ҡуян! Ул ваҡытта Заманға барыбер ине. Икенсенән еңгәһен, ағаһының балаларын йәлләне. Бигерәк йәш көйө үлеп киткән шул ағаһы. Буш ваҡытты үткәрергә улар терәк булды. Ағаһының балаларын тәрбиәләп йәш ғүмеренең үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалды ул. Сетерекле донъя. Ә күңеле... Ә күңеле ғүмере буйына кемделер көттө... үҙе үлеп яратҡан кеше менән бар донъяһын онотоп һөйөп-һөйөлөп ҡала алманы шул! Алманы! Шулай кәрәк, шулай тейеш тип, йәшәне. Эх! Ғүмер тигәнең!... Ниңә шулай тиҙ үтә икән?... Бына, Заманға ла хәҙер 50 йәш тула. Ғүмеренең иң аҫыл, матур ваҡыттары үтеп киткән.... Ҡай арала үтте икән һуң ул! Был донъяла яҡты эҙ ҡалдырырлыҡ нимә эшләне?! Уйы менән йәшәлгән ғүмерен арҡыры-буй байҡап оҙаҡ ултырҙы ул. Ә ҡолағынан һаман да йыр китмәне: Яратаһың килеп ярат, Йәшәйһең килеп йәшә! Яратаһың килеп ярат!.. Яратаһың килеп ярат! .... Әгәр егет сағында ишеткән булһа был йырға артыҡ әһәмиәт тә бирмәгән булыр ине. Яратаһың килмәгән кешене яратып булалыр шул, - тип уйлар ине. Эх, йәш саҡтар, йәш саҡтар! Ул ваҡытта: “яратмаған кеше менән ғүмер кисерәсәкһең!” – тиһәләр ҙә көлөп кенә ҡуйыр, улай ғүмер кисерергә бер нәмә лә мәжбүр итә алмаҫ, тип уйлай ине. Ә донъя... Ә донъя бөтөнләй башҡа яғы менән асылды. Һис ул уйлағанса түгел! Уның уйҙары ирекһеҙҙән йәш сағына урап ҡайтты. Беренсе ҡатыны менән бер складта эшләп йөрөйҙәр ине. Ревизия ваҡытында складта күп кенә суммаға етешмәүсәнлек асыҡланды. Ҡатыныны уйламай тегендә-бында осорған икән шул. Уны ултыртып ҡуйһалар, улы йәтим ҡала, ҡатыны ла йәл. Шунлыҡтан ул бөтә ғәйепте үҙенә алды. Ир кешегә төрмәлә еңелерәк булыр, тип уйланы. Ҡатыны уның ҡайтҡанды көтәр, баланы ҡарар, тип уйлаған ине лә бит... Юҡ! Тағы ла ул уйлағанса булманы!... .Төрмәнән ул туры атай йортона ҡайтты. Ҡатынында ҡалған ике бүлмәле фатирын да бүлдереп даулашып йөрөмәне. Шунан еңгәһе менән йәшәп алып киттеләр. Сөнки ул ағаһының балаларын ҡарап үҫтерергә тейешмен, тип уйланы. Еңгәһенә лә өйрәнде. Эштән ҡурҡманы ул. Аҡсаһын да күп эшләне Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас ул элекке еңгәһе, хәҙер ҡатыны менән үҙ эштәрен асып ебәргәйне. Эштәре гөрләп барҙы. Яңы өйҙән дүрт бүлмәле фатир алып күсенделәр. Яҡшы машина алдылар. Йөк машинаһы һатып алдылар. Ҡатыны ла эшкә шәп булып сыҡты. Бер туҡтауһыҙ донъя “ҡыуҙылар”. Рәхәтләнеп йәшә лә йәшә бит!.. Донъя ҡыуып, тормош мәшәҡәттәренә күмелеп күпме ғүмер үткән. Тормош ҡуласаһы бертуҡтауһыҙ әйләнә, артҡа ҡарарға ла ваҡыт юҡ. Ә ул нимәлер көтә, йәненә тыныслыҡ тапмай. Булыр микән ундай мөғжизә?.. Әллә?.. Эх, ошо күңеленең нескәлеге! Барыһын да йәлләй шул ул! Барыһына ла ярҙам итергә тырыша.. Ҡара һаҡалың ҡайҙа барһаңда эйәреп йөрөй – тигәндәй, уның кешеләргә булған эскерһеҙ ярҙамы үҙенә яуызлыҡ булып кире ҡайта. Әллә ул үҙенең ярҙамын көсләп тағамы икән? Әллә “ит изгелек-көт яуызлыҡ”, тигән халыҡ мәҡәле дөрөҫ микән? Ни өсөн нахал, яуыз бәндәләргә генә тормошта гел еңел, уларҙан ҡурҡалар, ситләп үтәләр.. Нисәнсе ҡат ул башҡаса береһенә лә ярҙам итмәм, тип анттар итә. Тик... Тик берәйһене ярҙам һорап килһә йәлләй. Мин ярҙам итмәһәм кем итер?! Юҡҡа сығып ҡуйһа нисек итеп йоҡлармын?! Нисек йәшәрмен?! – тигән уйҙар быраулай уның мейеһен. Әгәр ҙә берәйһе ярҙам һорап та, ярҙам итә алмайһа уның эсендә төйөр булып ҡала. Ул төйөр гел генә эсен бошороп тора, йоҡо бирмәй. Кешегә ярҙам итә алыуы менән үҙен бәхетле итеп тоя ине шул. Ул бит кешеләргә кәрәк! Тормошоноң бөтә асылы ла шунда. Донъя гел яманлыҡтан ғына тормай бит ул! Яҡшы кешеләре барыбер күберәк уның. Бәлки Хоҙай тарафынан мохтаждарға ярҙам итер өсөн ебәрелгәндер ул! Был уйҙары уның күңелен тынысландырып ебәрҙе. Эйе! Күпме рәхмәттәр ишетте. Күпме кешене ҡыуандырҙы. Кешенең йөҙөндәге ҡыуанысты күреү үҙе бер бәхет бит ул. Һин ул кешене аҙға ғына булһа ла бәхетле итә алдың, тигән һүҙ. Кешеләрҙең ихтирамы, рәхмәте йәшәтә уны. Шул алға әйҙәй. Хоҙай ҙа бит уны үҙенең рәхмәтенән ташламай. Әгәр ҙә шулай булмаһа уңышлы бизнесмен була алыр инеме ни ул?! Заман беренсе ҡатынынан тыуған улын да эшкә алған ине. Беренсе ҡатыны эскегә һабышҡан, улы ла һуғышып төрмәлә ултырып сыҡҡан, бөтөнләй юлдан яҙып ҡуймаһын тип, янында йөрөтә. Улының дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын да эшкә алды. Эшләп ашаһындар, ваҡыттары эш менән уҙһа, шәләй-вәләй йөрөрмәҫтәр, тип уйлай. Улар өсөн үҙен яуаплы тоя. Бала сағында күҙ уңынан ысҡындырғанына үҙен ғәфү итә алмай. Улы бөгөн иртүк килеп еткән, үгәй атаһын үле килеш тапҡандар, ерләргә бирмәйҙәр икән. Сөнки әсәһе менән ЗАГС-лары юҡ, бер ай үткәнсе көтөп торорға, йәки аҡса түләп алырға ҡушҡандар. Унда бер ай ятҡырып булмай бит инде тип, Заман аҡса түләп барып алып ерләргә булды. Элекке ҡатыны ике бүлмәле фатирҙы бер бүлмәгә алыштырып, иренең фатирын да һатып эсеп бөтөргәндәр, көн итергә лә аҡсалары юҡ. Нишләп ярҙам итмәйһең инде. Ауылдарында туған-тумасаһыҙ ҡалған, ерләргә лә кешеһе булмаған бер-нисә мәйетте лә үҙ иҫәбенә ерләшеп ҡуйҙы. Был юлы улы ла үтенгәс ситтә ҡала алманы. Күптән түгел Заман бизнесын ҙурайтып билмән яһау цехы асып ебәрҙе. Унда эшләр өсөн эшселәр алды. Шул ҡатындар араһында Ғәҙилә исемле йәш ҡыҙҙың үҙенә ҡарата йылы ҡарашын тойһа ла уға артыҡ иғтибар итмәне. Элеккесә эшкә күмелеп, ҡатынының аһ-зарҙарына, көнләшеүҙәренә иғтибар итмәҫкә тырышты. Ҡатыны ла ҡыҙҙың ҡарашын һиҙеп ҡалған ахырыһы, сәбәбе булмаһа ла көнләшеп йәнен ашай башланы, ә бөгөн килеп ҡыҙы менән икәүләп шул Ғәҙиләне туҡмай башлағандар. Заман саҡ аралап алды. Ҡыҙҙың сәсе-башы туҙған, танауынан ҡан киткән. Ғәҙиләне был көйө ташлап китә алманы ул, машинаға ултыртып өйҙәренә илтте. Ҡыҙ шунда асылып китеп үҙе тураһында һөйләне. Әсәһе менән генә йәшәй, атайһыҙ үҫкән. Үҙ ғүмерендә һинең кеүек яҡшы кешене күргәнем булманы, ошоға ҡәҙәр береһен дә оҡшатманым, - тине ул. Заман аптырашта ҡалды, ул ҡыҙҙан күпкә өлкән, өйләнгән, шуның өсөн ҡырҡа ғына итеп: - Үҙеңә тиң егет табырһың! Һуңынан үкенеп бер булырһың! Мин ҡарт инде! - тине. Ҡыҙ моңһоу ғына ҡарап, тороп ҡалды. Шулай ҙа ҡыҙҙың был һүҙҙәре Заманға дәрт, ышаныс өҫтәне. Ул бөтә ғүмерен күҙ алдынан үткәрҙе. Бер ҡарауға әллә ни ваҡиға ла булманы, ә ҡыҙҙың мөхәббәте уның күңеленең аҫтын өҫкә килтерҙе, көс, ғәйрәт өҫтәне. Заман үҙендә тау аҡтарырлыҡ, йыһан гиҙерлек көс тойҙо. Ул ҡыҙ алдында үҙен ҡаты тоторға тырышһа ла уға ҡарата битараф түгеллеген аңлай, тик был хисен ауыҙлыҡлап тоторға тырыша. Йәш айырмаһы, ҡатыны барлығы уға ҡыҙҙың мөхәббәтен ҡабул итергә ҡушмай ине. - Әллә уның ғүмере буйына көткән бәхете ошомо икән? Шулай кәрәк! Щулай тейеш! – тип йәшәп ғүмере бит үтеп китеп бара. Үҙе яратҡан кеше менән йәшәргә ваҡыт еттеме икән әллә? Заман үҙ балаһы кеүек итеп тәрбиәләгән ағаһының балалары ла башлы-күҙле булып бөтөп баралар. Ғүмер буйы көткән мәл килеп етһә ҡапыл юғалып ҡалаһың икән ул. Кеше күңеленә иң ауыр, тәрән яраны уның яҡын, яратҡан кешеләре һала шул. Был юлы ла шулай булды. Улар көнө-төнө донъя ҡыуҙы. Шунлыҡтан балалар бөтөнләйе менән үҙҙәренең ҡарамағында ҡалғандар. Уларҙы бер нимәнән дә мәхрүм булмаһын тип, нимә һораһалар шуны алып бирҙеләр, аҡса һораһалар ҡатынына күрһәтмәй ҙә биргеләне. Балалар күпселек үҙаллы үҫте. Тик балаларҙың күңеленә рухи аҙыҡ һалмағандар ахыры , араларында ниндәйҙер кәртә бар кеүек. Тормоштоң бер яғы алға китһә, икенсе яғы аҡһай бит уның, Һис түңәрәкләтеп булмай, ҡарап та еткермәгәндәрҙер инде... Балаларҙың икеһе үҙ алла донъя көтә, уларҙы уҡырға, фатир алырға ярҙам итте. Кесе ҡыҙҙары ғына кейәүе менән килешеп йәшәй алманы, йәш ярымлыҡ ҡыҙы менән айырылып ҡайтты. Ярай, иҫән булһа ул баланы ла үҫтерерҙәр. Бына өйөнә ҡатып етте. Ишек асыуға ҡатыны ҡысҡырып ебәрҙе: - Нимә, Дон-Жуан, ҡайттыңмы!? Мин һине ҡайтмаҫһыңдыр тип уйлаған инем, - тине. Заман уға иғтибар итмәҫкә тырышып аш бүлмәһенә үтте. Унда ултырған ҡыҙы уҫал итеп: - Молоденкую захотел! Ну, что! Хороша! – тип уға һүҙ ҡатты. - Эй, ҡыҙым! Нимә юҡты һөйләйһегеҙ? Ниңә уны туҡманығыҙ? – тиеүгә: - Мин һинең ҡыҙың түгел! Не нужен мне такой отец!– тип ҡысҡырҙы. Ул, атаһы үлгәндә өс йәштә генә ҡалған ине. Йоҡо бүлмәһенән ҡатыны килеп сыҡты: - Кеше булды бит! Миңә өйләнмәгән булһаң йөрөр инең шунда, берәҙәк булып! Ҡайҙа йөрөгәнһең, шунда йәшә! - тип үҙенең һүҙҙәрен теҙҙе. Заман уларға бер ни тип тә ҡаршы әйтмәне, ҡолағында бары: - Мин һинең ҡыҙың түгел! - тигән һүҙҙәр ҡайнаны. Ошо балаларҙы кеше итәм тип күпме тырышты, ә улар нимә ти. Йәшәлгән ғүмере шулай бушҡа үттеме? - Эй, балам! Һеҙ интегеп үҫмәһен тип тырыштым бит! Ҡыҙының ошо һүҙҙәре уның йәшәлгән ғүмерен юҡҡа сығарғандай тойолдо. Уның йәшәүенән ни мәғнә? Уларҙы йәлләп яҙмышын еңгәһе менән бәйләне бит ул. Араларында мөхәббәт булмаһа ла ошо балаларҙы үҫтереп кеше итергә тейешмен тип, үҙен бурыслы тойоп йәшәне. Бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй үҫтеләр, нимә һораһалар шуны алып бирҙе. Артыҡ иркәләттеме икән? Ҡыҙының әйткән һүҙҙәре уларҙы ялғап торған епте бөтөнләйгә өҙҙө. Балалар үҫте, хәҙер мин уларға кәрәк түгел, үҙ көндәрен үҙҙәре күрһендәр, тип уйланы. Былай йәшәүҙең бер сиге буласағын аңлай, тик былай ҡапыл булыр тип уйламаған ине, сөнки ҡатынының бер туҡтауһыҙ игәүенә, кәмһетеүҙәренә ошо балалар кеше булһын, тип кенә түҙеп йәшәне. Инде бала сағынан үҙ ҡыҙылай күреп үҫтергән баланан шундай һүҙ ишеткәс Заман бында үҙенең бер минут та ҡала алмаясағын аңлап, сығып китте. Уның артынан ниндәйҙер насар һүҙҙәр ҡысҡырып ҡалдылар, иғтибар итмәне. Ул атаһынан ҡалған бер бүлмәле фатирға килеп яңғыҙы йәшәй башланы. Дүрт бүлмәле фатирын, ике машинаһын, бизнесын да ҡатынына ҡалдырҙы, бары кейемдәрен генә алды. Ул ҡатынынан башҡа үҙенең эшен башлап ебәрҙе. Ғәҙиләнең мөхәббәтен ҡабул итмәһә лә, ул уға ҡанат ҡуйҙы, көс-дәрт өҫтәне. Ундай ҡыҙҙар ҡарарлыҡ булғас, йәшәйбеҙ әле, - тип уйланы ул, ал-ял бирмәй эшләне лә эшләне. Ҡатыны хөсөтлөктәр эшләүҙән бушаманы. Теге ҡыҙ башҡаса күренмәне. Ай буйына нимә уйларға белмәй йөрөнө Заман. Эштән һуң ғына ҡайтып ашарға әҙерләп йөрөй ине, ишек шаҡынылар. Һорап та тормай асып ебәргән ине, Ғәҙиләне күргәс күҙҙәре янып китте. Ҡыҙ ҡыйынһынып ҡына килеп инде, Замандың аптыраулы ҡарашына: Адресыңды улың бирҙе, - тине. Заман ни әйтергә белмәй торған арала Ғәҙилә пакетын тотоп аш бүлмәһенә инеп китте. Заман тиҙ генә магазинға сығып кергәнсе өҫтәл әҙер ине инде. Осрашыу хөрмәтенә шарап та күтәргәс уларҙың араһындағы көсөргәнешлек юҡҡа сыҡты. Шулай ҙа Заман һаман “хоҡуғым юҡ”, тип уйлай ине. Ғәҙилә аптырағас үҙе һүҙ башланы: - Әгәр һин кире ҡаҡһаң минең был донъяла йәшәүемдең мәғәнәһе ҡалмаясаҡ! Яраттым шул һине, онота алмайым! һөйөүемде ҡабул итмәһәң, башҡаса ныҡышмам, - тине. Ул һөйөү тулы наҙлы күҙҙәрен менән Заманға текләне. Заман сихырланған кеүек уға тартылды, уның ҡулдарынан тотто, ҡосаҡлап алды. Уға кемдер: - Был бәхеткә хоҡуғың бар һинең... бар..- тигән кеүек ине. Улар бер-береһенә һыйынып тын ҡалдылар, радионан тағы ла Салауат Фәтхетдиновтың йыры ишетелде: Яратаһың килеп ярат, Йәшәйһең килеп йәшә! Шатлығынан уның нескә күңеле тағы нескәрҙе.
Әҙәби мѳхит
true
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-04/yarata-y-kilep-yarat-y-sh-y-e-kilep-y-sh-3464656
4 Октябрь , 11:35
ba
ХУШЛАШЫУ
Фирүзәне улы менән купеға урынлаштырып, хушлашып сыҡҡас, Мансур перронда поезд күҙҙән юғалғансы тороуын белде. Аяҡтары ергә ҡуша ҡаҙаҡлағандай торҙо ул. Күңеленең түрендә ниндәйҙер бер ҡыл сыңлап өҙөлдө. Йөрәген әсе, аңлайышһыҙ һыҙланыу ҡыҫты... Бөтә донъяны тетрәткән Оло Теләктәге фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. Ҡапма ҡаршы йүнәлештәге "Адлер–Новосибирск " һәм "Новосибирск– Адлер " поездары көслө шартлау арҡаһында, рельстан ситкә сығып оса. Вагондар яна, хатта өс километр алыҫлыҡтағы ағастар ауа, алты йөҙләп ҡазаланған кешеләрҙең дүрт йөҙләбе үлә. Ошо поездың береһендә тыуған яғына ашҡыныусы, йәш һәм сибәр Фирүзәнең дә, әле ҡырҡы ла тулмаған сабыйының да ғүмере өҙөлдө. Бер көн эсендә сәстәре ап-аҡ булды Мансурҙың. Артабан нисек йәшәргә, нисек күтәрергә был ҡайғыны, яңы утыҙ йәшен тултырған иргә доньяның йәме ҡалманы. Ҡатынын алырға барғанда, ҡолағындағы алтын алҡаларының, муйынындағы цепочка, хатта бармағындағы никах балдағының да юҡлығын абайлаған ирҙең күҙҙәренән әсе йәштәре субырлап аҡты. Кемдәрҙең ҡулы барҙы икән, үлгән кешенең биҙәүестәрен сисеп алырға! Берәүҙәр оло фажиғә кисергәндә,икенселәрҙең донья ялтырауыҡтарына ҡыҙығыуы уның аҡылына һыйманы. Юҡ, алтындар өсөн ҡайғырманы ул. Йәненән артыҡ күреп яратҡан, һөйөклө Фирүзәһенең саф тәненә ҡағылған әшәке ҡулдарға рәнйене ул.   Миңзифа Ҡашҡарова.   фото: mixyfotos.ru
Фирүзәне улы менән купеға урынлаштырып, хушлашып сыҡҡас, Мансур перронда поезд күҙҙән юғалғансы тороуын белде. Аяҡтары ергә ҡуша ҡаҙаҡлағандай торҙо ул. Күңеленең түрендә ниндәйҙер бер ҡыл сыңлап өҙөлдө. Йөрәген әсе, аңлайышһыҙ һыҙланыу ҡыҫты...Бөтә донъяны тетрәткән Оло Теләктәге фажиғәне күптәр хәтерләйҙер. Ҡапма ҡаршы йүнәлештәге "Адлер–Новосибирск " һәм "Новосибирск– Адлер " поездары көслө шартлау арҡаһында, рельстан ситкә сығып оса. Вагондар яна, хатта өс километр алыҫлыҡтағы ағастар ауа, алты йөҙләп ҡазаланған кешеләрҙең дүрт йөҙләбе үлә. Ошо поездың береһендә тыуған яғына ашҡыныусы, йәш һәм сибәр Фирүзәнең дә, әле ҡырҡы ла тулмаған сабыйының да ғүмере өҙөлдө. Бер көн эсендә сәстәре ап-аҡ булды Мансурҙың. Артабан нисек йәшәргә, нисек күтәрергә был ҡайғыны, яңы утыҙ йәшен тултырған иргә доньяның йәме ҡалманы.Ҡатынын алырға барғанда, ҡолағындағы алтын алҡаларының, муйынындағы цепочка, хатта бармағындағы никах балдағының да юҡлығын абайлаған ирҙең күҙҙәренән әсе йәштәре субырлап аҡты. Кемдәрҙең ҡулы барҙы икән, үлгән кешенең биҙәүестәрен сисеп алырға! Берәүҙәр оло фажиғә кисергәндә,икенселәрҙең донья ялтырауыҡтарына ҡыҙығыуы уның аҡылына һыйманы.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-10-03/hushlashyu-3464025
3 Октябрь , 21:15
ba
КҮЛ БУЙЫНДАҒЫ ҺЫЙ
Ҡара, һинән өс йәшкә олораҡ мин, ниңә тыңламайһың, ярты көн эсендә донъяң емерелмәҫ, йәнәһе. Әрләй, төрттөрә, намыҫына тейә. Нишләйһең, тупһыҙыраҡ инде.– Ҡайһы тирәгә барабыҙ һуң? Йыраҡҡамы?– Зәңгәркүлгә. Һиңә лә яҡын, миңә лә уңай. Ошо шәмбе сәғәт өстәргә барып ет. Һыу инербеҙ, шашлыҡ, уха, башҡаһы. Ҡыҙҙар булмаҫ, деловой разговор. Үҙебеҙгә үҙебеҙ ял ойошторайыҡ. Йәй үтер ҙә китер ул. Гел эш тә эш тимәгән. Давай, ҡустым, – Дамир Ғәлимйәнгә үҙенең ололоғон белгерткеһе килһә, ҡустынан һалдыра, был юлы ла шул ғәҙәтен ҡыуҙы. – Һөйләштек: шәмбе, өстә. Осрашҡанға тиклем.– Минән нимәләр талап ителә? Нәмә алып барырға?– Үҙеңдән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәген үҙем хәстәрләрмен. Ике туған ғына ағаңдың арлы-бирле пикник ҡына ойошторорға ла хәле юҡ тип уйлайһыңмы ни? Минең ҡайҙа эшләгәнде онотма.Шулай ҙа көнө килеп еткәс Ғәлимйән ҡармағын, кәмәһен, алмаш кейем-һалым, кәрәк булырҙай башҡаһын, бер шешә араҡы алды. Бындай сараларға һирәк йөрөгәс ни, тағы нәмә алырға һуң, тип аптыраны. Дамир, үҙем хәстәрләрмен тиһә лә, бөтөнләй буш ҡул менән барып булмай ҙа.Ауылдарынан ун саҡрым самаһында ята теге күл. Ярайһы уҡ аулаҡ урын, йыраҡ күреп халыҡ бик йөрөмәй. Юлы ла һәр машина үтерлек түгел, соҡор-саҡырлы, төрлө ерҙән йырмаслап, ҡаҙып бөткәндәр, ямғыр яуһа батҡаҡҡа әйләнә. Шөкөр, бына аҙна-ун көн яумай, шуға ла, юл тигәнең апаруҡ ҡоро һәм Ғәлимйән үҙенең «УАЗ»игында бер сәғәттә барып та етте.Ағаһы, йәнә ике дуҫы күл буйындалар ине инде. Усаҡ яғырға ла, ҡаҙан аҫырға ла өлгөргәндәр, шашлыҡ теҙеп маташалар. Иҫәнләштеләр, көлөшә-шаярыша ҙур аҡ брезент өҫтөнә табын ҡорҙолар. Ризыҡтары күп, араҡылары ла, һыралары ла байтаҡ. Байрам итә белә инде Дамир. Төптән йыуан, башынан аяғына тиклем солоҡ умарталай йоп-йоморо, башы тап-таҡыр ҡырылған Дамир аш-һыу эшендә ҡатнашмай, ярҙағы мүкле сирәмдә күбәләй өйөлөп һуйҙайып ята, күбеһенсә бая, бына, иптәштәрем, бергә эшләйбеҙ, тип таныштырған ике егет хәстәрләй – хужаның шуны ал, шуны сығар, быны килтер, тигән бойороҡтарын үтәй. Осрашыу хөрмәтенә, яҡшы ял өсөн тип бер-бер артлы ике рюмка күтәрҙеләр. Ҡапҡылап алдылар. Йәнә икәүҙе күтәрҙеләр. Быларына ла һүҙен тапты Дамир. Эскелек түгел, ә сара булғас һүҙ мотлаҡ әйтелергә тейеш, тип иҫәпләй ул. Балыҡ һурпаһы өлгөрөүгә тағы тоттолар.– Нимәгә саҡырҙым мин һине, ҡустым, – тине Дамир байтаҡ ҡына дөйөм хәбәр, лаҡап, көлдөргөс һөйләгәндән һуң. Был юҫыҡта ағаһынан бигерәк егеттәр маһирлыҡ күрһәтте, әйтерһең дә, лаҡап-анекдот, бигерәк енси ваҡиғалар һөйләүгә махсуслашҡандар һәм Дамир уларҙы нәҡ шуның өсөн үҙе менән алған. Ҡыҙарған йөҙө етдиләнде, хатта асыу яғылды, күҙҙәре ҡыҫылды, икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен ыуҙы.– Шашлыҡ ашатыр өсөн генә саҡырмағаныңды самалайым инде, – тине Ғәлимйән, ағаһына текәлеп. – Һин былай ғына, бер ниндәй сәбәпһеҙ, туған тип кенә йөрөй булаһыңмы?– Әсе телләнмә, әрем тел. Ҡусты тип әллә һыйлағаным булманымы? Тормош ул – ҡатмарлы нәмә... – Ғәлимйәндең алдан алыуын оҡшатманы Дамир, берауыҡ өндәшә алмай торҙо хатта. – Бер тәҡдимем бар. Икебеҙ өсөн дә отошло.– Ике яҡ өсөн дә отошло нәмә булмай ул. Күпселектә бер яҡ ота, икенсе яҡ отола. Физика законы. Хәйер, әйт башлағас, давай.– Аттарыңды, әйҙә, миңә килтер. Күпме тәҡдим итәһең, шунса алам.– Һин осһоҙға алаһың бит.– Әле һөйләшмәгәнбеҙ, һин осһоҙ тип тораһың.– Юҡ, Дамир, беҙ ул турала бер нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараныҡ, тик килешә алманыҡ, әле лә килешә алмабыҙ. Икебеҙгә лә отошло тиһәң дә һиңә отошло, ә миңә убыток ҡына буласаҡ. Иҫәпләгәнмен хаҡын.– Элеккенән күберәк бирәм, бәй.– Һин теге юлы ла өҫтәйем тигәйнең, өҫтәмәнең, мин ыштанһыҙ ҡалдым. Икенсе тапҡырға... ғәфү ит.– Ул ике йөҙ баш йылҡыны ҡайҙа ҡуйып бөтөрмәксеһең? Күпме бесән, һалам, фураж, һоло әҙерләргә, дала яғынан ябырылған бурҙарҙан һаҡларға кәрәк. Һәр тауар әйләнештә булырға тейеш.– Уныһы минең эш. Беренсе йыл ғына тотмайым бит. Эш юлға һалынған инде. Ашантыны ат үҙенә-үҙе әҙерләй, ул һыйыр түгел. Көнөнә бер нисәне алып китеп торалар, проблема юҡ, Дамир. Йыл әйләнәһенә шулай. Бурҙарҙан һаҡлар кешеләр ҙә бар.– Вертолеттан атып алалар, тип ишеткәйнек, шул ысынмы? – быныһын Дамирҙың иптәше һораны.– Булғылай ундай хәлдәр ҙә. Өс тайҙы шулай әрәм иттеләр.– Нисек улай өлгөрәләр һуң? Вертолеттан төшөп, салып, итләй алып китәләрме, әллә берәй нисек тулайым тейәйҙәрме? – егет йәнә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтте. – Ҡарауылда егеттәр бар тиһең дә.– Малдың эсен ярып, сапҡылап алып менеү өсөн ярты сәғәт ваҡыт етә. Белгән кешеһе, йәнә лә таҙа ике кеше кәрәк. Күтәреп мендереү өсөн. Тәүгеһендә минең егеттәр барып өлгөрҙө – тартып алып ҡалдылар. Икенсеһендә өлгөрмәнеләр. Өсөнсөһөндә үҙҙәре ташлап ҡасты. Хәҙер өйөр айғыры ҡолағына чип ҡуйып, компьютерҙа өйөрҙөң ҡайһы тирәлә йөрөгәнен белеп торабыҙ. Ситкә китә башлаһалар, барып, әйләндереп алабыҙ.Ҡараҡтар тағы ла камилыраҡ хәйлә тапты хәҙер. Өйөргә йәш, көслө айғыр ебәрәләр. Ул беҙҙең айғырҙы тибеп йә тешләп имгәтә лә өйөрҙө үҙ яғына ҡыуып ала ла китә. Күрше райондағы бер таныштың илле ҡымыҙ бейәһен шулайтып өйөргән. Миңә лә ебәргәйнеләр, мәлендә белеп ҡалып, биш һыбай ир көскә ҡыуып ебәрҙек. Китмәй, ялтанып сабып тик йөрөй. Махсус өйрәтелгән тиерһең.– Вәт, әй, хәс тә шпион. Сит мөлкәткә яҫҡына икән? Илле ат бер айғырҙан шулай ҡыуылып торамы? – егеттәр Ғәлимйәндең хәбәренә ышанманы, күҙҙәре ялтлап ҡуйҙы.– Ниңә, ул илле башты табып булмаймы ни? Кәбәндәге энә түгел дә, – икенсе егет һүҙ ҡыҫтырҙы.– Район, республика сигенән үттеме – тот ҡойроғон. Ҡом араһына һенгән һыу һымаҡ юғала ла ҡуя. Унда бит көтөп торалар. «Производство» юлға һалынған. Ә өйрәнгән өйөр тулыһынса айғырға буйһона – ҡайҙа бара, ҡайҙа әйҙәй баш баҫып китә лә бара. Шуға ла ситтән килгән айғырға ҡаршы торорҙай көслө айғыр кәрәк өйөргә.Һәр кем был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә теләгәндәй уйланып, тынып ҡалды. Тормош-көнкүрештәре ат менән бәйле булмағас Дамир ярандарына был хәл ҡыҙыҡ, хатта асыш ине.– Йә, ҡустым, уйла, килешәйек: берәм-һәрәм биреп ултырыу бөгөн серьезно түгел, ә мин оптом, оптом алам, әйтәйек, берыңғай унды, егермене, хатта күберәк тә. По-крупному надо играть! Мясокомбинат хәҙер ҙурайҙы, реконструкция эшләнек, беҙҙең ундай ғына итте эшкәртергә мөмкинлегебеҙ бар. Аҡсаһын шундуҡ бирермен, уныһына ҡайғырма.Тынлыҡ урынлашты. Өндәшмәй генә сәкәштереп эсеп ҡуйҙылар. Һәр кем үҙ уйына сумды.– Йә, ҡулға ҡулмы? – Дамир икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен тырнаны.– Юҡ, Дамир. Дөрөҫөн әйткәндә, туған кеше менән бизнес эшләп булмай. Үткәнендәге һымаҡ бәхәс сығасаҡ. Берләшеп ҡараныҡ, әммә тәмһеҙләшеп айырылыштыҡ таһа.– Әй, еңгәң ҡыҫылды ла. Шулай ҙа былай, нишләп тегеләй түгел... Ҡыҫҡаһы, минең решение булманы.– Артабан да ҡыҫыласаҡ, һин артабан да унан уҙып бер ни ҙә эшләй алмаясаҡһың.– Аҡыл алдым, инде ҡыҫылдырыу бөттө. Берәй нәмә һөйләһәмме, билләһи лазим, Алла һуҡһын.– Аллаһы Тәғәлә исеме менән һатыу итмә. Ысынлап һуғып ҡуйһа? Үтәй алмаһаң нишләрһең?– Үтәр өсөн бына ант итеп ултырам да инде.– Юҡ, Дамир, булмай, үҙ йүнемде үҙем күрәйем, һин үҙең башҡа. Йылҡы малы һинең өсөн бынау шашлыҡ, колбаса ғына, минең өсөн башҡорт тоҡомон һаҡлау, үрсетеү, таратыу.– Ниңә, һуғымға ла алмайҙармы ни?– Мин ихатамда һуймайым, итләтә һатмайым, алып киткәс һуяларҙыр ҙа, бәлки, әммә аҫрар өсөн таратам. Һин әйткән унды, йә егермене берыңғай ит цехына оҙатыу өсөн түгел. Ит өсөн, ана, һыйыр малы, сусҡа тулып ята. Ал шуларҙан.– Ҡыҙыҡ философия. Шул рәүешле тоҡомдо һаҡлап ҡалырға маташаһың, тимәк? – Дамир мыҫҡыллы көлдө. – Был теләгеңде белмәй инем әле.– Эйе, тап шулай.– Да-а, булмай, тимәк, килешеп? Был һинең һуңғы һүҙме?Ғәлимйән өндәшмәне, күл яғына ҡарап баш ҡына ҡаҡты. Йәнә күтәрҙеләр. Иҫерешеп тә баралар. Ғәлимйән: "Ярар, үҙең әйтмешләй, ял да итәйек, мин һыу инеп сығам", - тине.– Төшмә, эстең бит.– Һыу буйына килеп һыу ҙа инмәй ҡайтайыҡмы ни? Әйҙә һеҙ ҙә төшөгөҙ.Ғәлимйән футболкаһын сисеп ырғытты ла күлгә төшөп тә китте. Сумды, йөҙҙө, арҡаһында ятты, ах та ух килеп оло ҡәнәғәтлек кисерҙе. Ә ярҙағылар ашыҡманы, мәғәнәле ҡарашып ымлаштылар һәм Дамирҙың ике егете аяғына баҫты, кирелде, көт, сыҡмай тор, беҙ ҙә төшәбеҙ, тип һөрәнләне. Йәнә берәр рюмка күтәрҙеләр, шунан ашыҡмай ғына күлгә атланылар. Яр ҡырсынташлы, төпкәрәк ингән һайын күл төбө батҡыллана бара. Һыуы ла һалҡыная. Ағып ятҡан һыу булмағас ни, әллә ни таҙа ла түгел, буйраҡ. Егеттәр Ғәлимйән янына йөҙөп барып еттеләр ҙә берауыҡ эргәһендә йөҙҙөләр, шунан береһе ҡапыл арттан ташланды ла муйынынан һығып аҫҡа батырҙы, икенсеһе, ҡулынан тотоп, һыу эсенә һөйрәне. Быны һис көтмәгән Ғәлимйән аптырап ҡалды, тыпырсынды, ниҙер әйтергә теләне, аяҡтары менән тибенде. Әммә салҡатан һыуға батырылған башын ысҡындыра алмағас бер аҙҙан хәрәкәттәре туҡтаны.Дамирҙың ике яраны Ғәлимйән ҡаршылашыуҙан туҡтап, тамам тынысланғас, икеһе ике яҡҡа китеп йәнә йөҙгән кеше булдылар ҙа ах та ух ярға сыҡтылар.Ярты сәғәт самаһы үткәс кенә егеттәрҙең береһе: "Бәй, һинең братың ҡайҙа булды, һыуҙан сыҡмай түгелме һуң?" - тип аптырап унда-бында текәлде. Уға икенсеһе ҡушылды, шунан Дамир ҙа ғәжәпләнгән кеше рәүешендә күл яғына боролдо.– Бәй, ысынлап та, сыҡманы лаһа, давай, бегом һыуға, тиҙ генә тикшерегеҙ, табығыҙ, батып ятмаһын! – тип бойороҡ бирҙе. – Бергә йөҙҙөгөҙ түгелме ни? – Аяғына баҫты, ҡабаланып футболкаһын кейҙе.Егеттәр атлай-йүгерә күлгә йомолдо, эйелеп тикшерҙе, сумды, тегеләй-былай йөҙҙө, байтаҡ бер тирәне айҡап-байҡап йөрөгәндән һуң... Ғәлимйәндең кәүҙәһен өҫкә ҡалҡыттылар. Ахылдап Дамир һыуға төштө. Әйттем, төшмә тип, әйттем, тип ҡабатлай-ҡабатлай, егеттәренә уны ярға сығарырға ярҙамлашты. Ҡом-ҡырсынлы ярға һуҙып һалдылар, күкрәген баҫҡылап, яһалма тын алдырырға маташтылар, салҡатан әйләндереп, елкәһенә һуҡтылар. Әммә фәтеүә булманы. Ғәлимйән үлгәйне инде. Эх, ҡустым, ҡустым, әйттем мин һиңә, ә һин тыңламаның, һәр ваҡыттағыса үҙ һүҙле булдың, ағайҙы тыңларға кәрәк шул, тип һөйләнде.– Тәрәнгә ингән бит, йөҙә белмәгән кеүек тә ине, – тине егеттәрҙең береһе.– Аяҡтарын көҙән тартҡандыр, һыу өҫтө йылы булһа ла төбө шишмә кеүек һалҡын бит, – тине икенсеһе.– Һеҙ бер тирәлә йөҙҙөгөҙ ҙә инде. Батып барғанында тауыш-фәлән бирмәнеме ни? – тип ыҫылданы Дамир.– Юҡсы, ишетмәнек. Беҙ йөҙгәндә ул да шунда ине, беҙ сыҡҡас батҡан инде. Янында булһаҡ ярҙам итер инек тә. Дамир тағы ниҙер әйтергәме, һорарғамы уҡталды ла ниңәлер өндәшә алманы, башын сайҡап ҡулын ғына һелтәне. Уның ишараһы буйынса егеттәре мәйетте өҫкәрәк, үләнгә үк һөйрәп һалды. Һәм табын элеккесә дауам итте. Байтаҡ күңел асҡас осло күҙле егеттәрҙең береһе үҙҙәренән әллә ни йыраҡ та түгел, ярҙағы бейек ҡамыштар араһында, берәүҙең ҡармаҡ һалып ултырғанын шәйләне. Быға тиклем нисек күрмәгәндәр? Сыбар йәшел күлдәге, шундай уҡ йәшел салбар кейгән икән шул, хатта башындағы кәпәсе лә йәшел төҫтә. Тимәк, уларҙы күреп, Ғәлимйәнде батырғандарын ҡарап ултырған... Ҡәһәрең... Тауышы ла сыҡманы бит әле. Егет терһәге менән Дамирға төрттө лә балыҡсы яғына ымланы. Дамир тәүҙә иптәшенә, унан баш иҙәгән яҡҡа боролдо. Күрҙе. Күҙҙәре түңәрәкләнде, яңаҡ мускулдары тартышты, шашлыҡ киҫәген ауыҙына килтергән еренән яй ғына кире төшөрҙө. – Эй, балыҡсы брат, кил беҙҙең янға, тот йөҙ грамм. Теге ҡуҙғалманы. Яуап та бирмәне. Дамир хәҙер уға түгел, ярандарына өндәште. – Бар әле, килтерегеҙ шуны елтерәтеп. Ишетмәмешкә һалыша. Ҡолағын ыуғылап алығыҙ, асылып китер. Балыҡсы янауҙы ишетте. Яй ғына ҡалҡынды. Оҙон ҡармаҡ сыбығын ергә һалды ла табын янына атланы. Лутсы барайым, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндер. – Бәй, Әхиәр, һин түгелме ни? Сәләм-сәләм, шунан, ҡабамы? Күптән ултыраң, ахыры. Балыҡ тоторға әүәҫлегеңде белмәгәйнем, – балыҡсы үҙҙәренә яҡынлағас Дамир ғәжәпләнеп һөйләнде. – Егеттәр, был минең ауылдаш ағай, таныш булығыҙ. – Һеҙҙең бөтәһе лә туған, ауылдаш, – тип мөгөрҙәне ярандарының береһе ҡәнәғәтһеҙ генә. – Бәй, ысынлап ауылдаш! Донъя тар, кем әйтмешләй. Әйҙә, яҡын кил, табыныбыҙҙы уртаҡлаш. Беҙ ҡайғынан, ҡайғынан! Ай, иҫәр булып сыҡты Ғәлимйән ҡусты. Иҫерек көйө күлгә төштө лә батты. Саҡ табып, һөйрәп сығарҙыҡ. Көҙән тотҡандыр йә йөрәге туҡтағандыр. Әйттем, төшмә, тинем, тыңламаны. Үҙһүҙле, бүкән күҙле булды ғүмере буйы. Бына хәҙер яуап бир инде. Һин үҙең дә күреп ултырғанһыңдыр инде. Шаһит кәрәк булһа, ҡеүәтләрһең, Әхиәр ағай. Әйҙә, ултыр яныма. Мә, тотоп ебәр, бер һүҙле булайыҡ, закусывай, әллә ашағанһың, әллә юҡ... – Дамир мышҡылдатып танауын тартты, күҙҙәрен һөрттө. – Тормош ҡатмарлы нәмә шул... ˜– Бына ошо икәү батырҙы Ғәлимйәнде, – тине Әхиәр көтмәгәндә, йөҙө асыулы, нәфрәтле, әммә тыныс ине. – Ике яҡтан йөҙөп килделәр ҙә береһе арттан йәбешеп башын һыуға тыҡты, икенсеһе ҡулынан тартты. – Нисек ... батырҙы? Ошо егеттәрме? Һин дөрөҫ күрмәгәнһең, Әхиәр ағай, ул үҙе батты. Не может быть! Егеттәр, шулаймы, әллә ағай әйткәнсә, һеҙҙең этлек булдымы? – Дамир күҙҙәрен аҡайтып алмаш-тилмәш ярандарына текәлде. – Юҡ, Дамир Шакирович, нишләп беҙ ти инде? Алла һаҡлаһын. Беҙ ни һыу индек тә сыҡтыҡ, ул ҡалды. Ҡараһаҡ, ярҙа ла, һыуҙа ла юҡ. Һеҙ әйткәс кире төштөк эҙләргә, йөрөй торғас саҡ таптыҡ. Шып-шым ғына төпкә киткән дә ҡуйған, – егеттәрҙең береһе шулай һөйләнде. – Эйе, дөрөҫ, мин уларға, үҙемә ышанғандай ышанам. Ул үҙе батты, Әхиәр ағай. – Дамир, мин бит һуҡыр түгел, күреп ултырҙым батырғандарын. – Күреп торғас ниңә әйтмәнең, ҡысҡырманың һуң? Мине лә танып ултырғанһыңдыр әле? Вәт свидетель, былар батыра, ә ул спокойно ҡарап ултыра, әммә өндәшмәй. Бәлки һин үҙең төшөп батырғанһыңдыр, ә? Короче, Әхиәр ағай, шулай, һин бында булманың, бер нәмә лә күрмәнең. Аңлашыламы? Һөйләнеп йөрөһәң телеңде тиҙ ҡыҫҡартырбыҙ. Тормош үтә лә ҡатмарлы нәмә... – Дамир Шакирович, һөйләнһә ни, уға кем ышанһын? – Һүҙ китәсәк. Йәшереп булмай, мал түгел, кеше. Әхиәр ағай, хужалығығыҙға берәй ярҙам кәрәкмәйме? Ремонт, материал, ағас, таҡта, тимер, мәҫәлән. Ярҙам итермен. Аҡсалата ла мөмкин. Ҡайҙа эшләгәнемде, мөмкинселегемде беләһең. – Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Үҙең әйттең бит, мин бында булманым, бер нәмә лә күрмәнем. – Дөрөҫ яуап, Әхиәр ағай. Һин бит аҡыллы кеше. Мин иҫкәрттем генә. Күпме көсләһәләр ҙә балыҡсы араҡыға ла, брезент буйлап тәртипһеҙ сәселгән ризыҡҡа ла ҡағылманы. Берсә Ғәлимйәндең мәйетенә, берсә күлгә текәлеп, ҡымшанмай ултырыуын белде. Тулҡынланыуын белдермәҫкә тырышһа ла, эсендә нәфрәт, асыу ҡайнағанын яңаҡ мускулдарының тартышып, ҡулдарын ыуғылауынан күреп була ине. Бер аҙҙан ауыр ҡалҡынып, ярҙағы ҡамышлыҡта ҡалған ҡармағы яғына атланы. – Әхиәр ағай, ярар һау бул, әйткәндәрҙе онотма, – тип ҡалды Дамир уның артынан. Әхиәр әйләнмәне лә, яуап та бирмәне. Дамирҙың егеттәре, аңламаныҡ, шулай китәме ни, тигән ҡиәфәт менән хужаларына текәлде. Дамир ярандарына алмашлап ҡараны ла баш сайҡаны. Тегеләре яурын һикертте. Сәйнүкте, ҡаҙанды түктеләр, өҫтөндәге ризыҡтарҙы ҡыуаҡ төбөнә һирптеләр ҙә, мәйетте брезенткә төрөп багажникка тыҡтылар. Ашығып ҡуҙғалып китеп илле- алтмыш метр самаһы ара үткәс ҡапыл туҡтанылар. Йүгерешеп төшөп Ғәлимйәндең машинаһын һыу ситенә үк этеп килтереп ут төрттөләр.Иртәгәһенә эңерҙә Әхиәрҙең ауыл осондағы өйө янына сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Ялтыр кабинаһынан берәү төшөп уны ихатаһынан саҡырып сығарҙы ла, әйҙә әле, һүҙ бар, тигән булып машина артына ымланы. Кабинанан йәнә берәү төштө, эскә ултырырға ҡушты, Әхиәр тыңламағас, башына ауыр асҡыс менән һуҡты. Ҡамырға әйләнгән кәүҙәне йәһәт кенә багажникка тыҡтылар ҙа китеп тә барҙылар. Ауылдан илле саҡрым самаһындағы һөҙәк тау битләүендә яңғыҙ ҡарт ҡарағай янында туҡтанылар. Аңына килгән Әхиәрҙе, багажниктан һөйрәкләп сығарып, аяғына баҫтырҙылар. Күҙ бәйләнерлек ҡараңғы ялмағайны инде тирә-йүнде. – Әхиәр ағай, һин кисә Зәңгәркүлдә булдыңмы, юҡмы? – Дамир, терәлеп тигәндәй ҡаршыһына баҫып һораны. – Юҡ, булманым, – балыҡсы соҡор-саҡырлы, күләүек-һыулы тау юлынан ойпаланып килеп тәненең ауыртыуынан йөҙөн һытып саҡ ике һүҙ һығып сығарҙы. – Һинең ҡармаҡ һалып ултырғаныңды күргән кешеләр бар бит. – Унда булмағас нисек ҡармаҡ һалайым? Мин һеҙҙе лә күрмәнем. Дамир ҡустым, ебәр, әйтәм бит, бер нәмә лә күрмәнем. Ҡурҡма, минән һүҙ сыҡмаҫ. – Ә минең егеттәр ниңәлер һиңә ышанмай, – Дамир алмашлап ярандарына ҡараны. – Һинең Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәнеңде еңгәй белмәй булмаҫ? – Белә инде. Нисек әйтмәй йөрөйһөң? Әле лә һеҙҙең алып киткәнде күрҙе, – Әхиәр Дамирҙы ҡурҡытырға ниәтләп шулай тине. – Бына бит, – Дамир ҡулдарын бөйөрөнә таянып берауыҡ өндәшмәй торҙо. – Әпәт свидетель. Улайһа еңгәне лә «тыйырға» тура килер. – Дамир, зинһар, ҡағылма уға. Еңгәңдең бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ! – Әхиәр илап ебәреүҙән саҡ тыйылды, ирендәре ҡалтыранды, күҙҙәре аҡайҙы. – Шакирович, һүҙ бутҡаһы тыңлар өсөн килдекме ошо тиклем ергә? – тип ҡыҫылды ярандарының береһе. – Бәйләнек – эш тә бөттө. Кеше килеп тапҡансы һөлдәгә ҡаласаҡ. – Ҡараңғы төшә, аҙашып йөрөүебеҙ бар. Соҡор ҙа-саҡыр, һыу, батып ултырһаҡ, – тип йөпләне иптәшен икенсеһе. Ҡайтыу юлын ҡайғыртҡас, быныһы шоферҙарылыр. – Ауыҙын скотч менән сырмайым. Нимә тип тыңлап торабыҙ? Ҡана... – Давай, йәһәт кенә. – Дамир ҡустым, минең ни ғәйебем? – шулай тип кенә әйтеп өлгөрҙө Әхиәр, йәнә башына тондорҙолар. – Ғәйебең бар шул, ағай, кәрәкмәгәнде күреп ултырҙың. Елкәһе аша алып ауыҙын ҡалын скотч менән сырманылар, инәнән тыума сисендерҙеләр, ҡулдарын, аяҡтарын ҡарағайға айырым бәйләнеләр, ағас аша биленән ураттылар. Ҡабаланып ҡуҙғалып киткәнендә ул һаман аңына килмәгәйне әле. Ул нисек тә бәйҙән ысҡынырға тырышты. Асырғанып ҡулдарын тартты, аяҡтарын ҡыймылдатты – бәлки йүнләп бәйләмәгәндәрҙер – ләкин синтетик шпагат епте бушатырлыҡ түгел ине. Киреһенсә, һыҡты ғына. Етмәһә, теге ике башкиҫәр, Дамир ҙа ҡушылғандыр, епкә һейеп, уны еүешләгәйнеләр. Ауыҙын сырмаған скотч та ныҡ йәбештерелгән. Шулай өс көн, өс төн торҙо ғәйепһеҙ балыҡсы ҡарағайға сырмалған килеш. Тәүҙә тартылырға, ҡыймылдарға көсө бар ине әле, яйлап хәле бөтә барҙы, бөтә барҙы. Асыҡты, һыуһауҙан тамағы кипте. Уныһына ла түҙергә мөмкин, бына серәкәй, күгәүен оторо йонсота. Әрһеҙ хәшәрәттәр бөтә тәнен һырып алды. Тешләүҙәре тәүҙә ауырта, ҡысыта ине, тора-бара уны ла һиҙмәй-тоймай башланы, тотош бер һыҙлауға әүерелде лә ҡуйҙы. Туйып төшкәндәре урынына икенселәре йәбешә. Күҙ, танау тишектәренә, ҡолаҡтарына кергәндәре, йән еренә ҡаҙалғандары инде энә ҡаҙаған кеүек. Тәне буйлап ҡырмыҫҡалар, тағы әллә ниндәй бөжәктәр йүгерешә, ҡарағай башына һайыҫҡандар, эре-эре ҡоҙғондар ҡуна башланы... Бер мәл күҙен асһа алдында айыу баҫып тора. Ике балаһы ла бар. Айыу яҡын үк килеп, уны еҫкәне, башын сайҡаны, унан томшоғон өҫкә күтәреп үкереп ебәрҙе. Торҙо-торҙо ла китеп барҙы. Ниңә ботарламаны, былай этләнгәнсе үлеп ҡотолор инем яфаларҙан, тип уйланы балыҡсы томаланған аңы менән. Йәне булғанға теймәгәндер, уға мәйет кәрәктер. Хәйер, ысынында тере мәйет ине ул. Икенсегә аңы ҡайтҡанда, эргәһенән боландар үтеп барғанын шәйләне. Баштарын текә тотоп, берсә өркөп, берсә ғәжәпләнеп уға ҡарайҙар. Әммә яҡынламайҙар. Байтаҡ киткәс тә боролоп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙолар. Һикерәндәп ҡуяндар үткеләй, төлкө темеҫкенә. Бер мәл бала-сағаның сыр-сыу килгәне ҡолағына салынды. Улар ҡарағайҙан йыраҡ та түгел үтеп бара, араларынан берәүһе ҡапыл уны шәйләне лә башҡаларына ҡысҡырҙы. Балыҡсы уларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡыймылдарға, башын борғоларға тырышты, әммә бер көтөү мәктәп балаһы ағасҡа ҡуша бәйләнгән шыр яланғас кешенән – бәлки, ул кеше түгелдер, шайтан бисура, йәки урман эйәһелер – ҡоттары алынып эләгә-йығыла тау түбәненә йүгерҙе. Араларында ир-егет уҡытыусылары ла бар ине. Ғәжәп, ул да ҡурҡты яҡын килеүҙән. Бала-сағаның урман буйлап экскурсияла йөрөп ятыуылыр, моғайын. Самолет осоп үтте, төнөн йондоҙҙар атылды. Дөбөр-шатыр күк күкрәп биҙрәнән ҡойған ише ямғыр яуҙы, ялағай ялтланы. Ямғыр һыуы бер ни тиклем еңеллек килтерҙе, тәнендәге серәкәй, күгәүендәрҙе, лайлалы әллә ниндәй бөжәктәрҙе, ҡырмыҫҡаларҙы йыуып төшөрҙө... Ҡарағайҙы уратып йәш ҡыҙҙар әйләнә. Матур кейенгәндәр, барыһы ла оҙон толомло, баштарына төрлө төҫтәге сәскәләрҙән таж үреп кейгәндәр. Улар күңелеңде аҡтарып сығарырлыҡ һағышлы йыр йырлай. Мәктәп балалары тиһәң, олораҡ һымаҡ, клубтарындағы үҙешмәкәр ансамбле тиһәң йәшерәктәр. Йөҙҙәре таныш түгел.Ҡыҙҙар томан араһына инеп юғалғандай яйлап һүнә бара, арттарынан аттар өйөрө пәйҙә була бара. Өйөр шулай уҡ ҡарағайҙы уратып саба башлай, ҙур түңәрәк яһап сабалар. Кешнәйҙәр, ярһығандар, нимәнәндер өрккән, ҡурҡҡан кеүектәр. Әллә берәйһе баҫтыра, әллә өйөр алдынан барған аҫау айғырға ҡороҡ ташларға йыйына. Иғтибарлабыраҡ күҙ һалһа, ҡара йылан ише оҙон сыбыртҡы менән уларҙы бынау Дамир ҡыуа, имеш. Яра ғына. Меҫкендәр, ниңәлер, әлеге түңәрәктән сыға алмайҙарсы. Үҙе, әленән-әле, һеҙ хәҙер минеке, барығыҙҙы ла иткә оҙатам, Ғәлимйәнгә – шиш, бирмәй маташты, әрем тел, тип һөрәнләй. Шунан ҙур йылҡы өйөрө үрәпсей-үрәпсей, янғын эсенә инеп юғалды ла, тауҙай өйөлөп, шашлыҡ булып килеп сыҡты... Йәнә өс көндән балыҡсы иҫенән яҙҙы, кәүҙәһе буш тоҡ кеүек һәленеп төштө. Тәненә батҡан нәҙек ептәргә күпме аҫылынып торғандыр, кемдеңдер ауыҙын томалаған скотчты яй ғына аҡтарғанынан аңына килде. Ептәрҙе ҡырҡҡылағанын да хәтерләй. Бәйҙән ысҡынғас аяҡ быуындары тотмай ҡолап китте. Күпме ятҡандыр, хәтерләмәй, күҙҙәрен асҡанда Алла бәндәһе янында юҡ ине. Әллә бөтөнләй булманыламы? Балыҡсы тубыҡланды, терһәктәренә таянды, ҡарағайға йәбешә-тотона аяғына баҫты ла тәнтерәкләй-тәнтерәкләй тау түбәненә атлап китте. Абынып йығылды. Бысраҡ, күләүек-һыуға, соҡор-саҡырлы һуҡмаҡ ишаратынан бары торғас ҡуйы урманға инде, шунан бесән сапҡан туғайға аяҡ баҫты. Туғай уртаһында яңы ғына ҡойолған кәбән ултыра. Кәртәләп тә өлгөрмәгәндәр. Балыҡсы шунда тәнтерәкләне. Хәле юҡ, арыған, уға ял кәрәк. Шунһыҙ артабан атлай алмаясаҡ. Ҡоро бесәнде тартҡылап, эткеләп өң яһаны ла шунда инеп ятты. Башы терәлеү менән йоҡлап та китте. Күҙҙәрен асҡанда ҡояш байтаҡҡа күтәрелгәйне. Аллаһ бәндәһе кисә төш тирәһендә ысҡындырһа, тәүлек самаһы йоҡлаған булып сыға. Аңы теүәл, тәне ял итте, йоҡоһо туйҙы. Кәрәк йүнәлеште самаланы – беленер-беленмәҫ әлеге юлды ташламаһа, ауылына сығарасаҡ. Кеше күҙенә салынмаҫҡа, бигерәк тә теге хәшәрәттәргә осрамаҫҡа кәрәк. Берҙән-бер мәсьәлә шул. Асығыуы быуынһыҙ итмәҫ борон. Ауылына яҡынайған һайын теләгенә ҡаршы кешеләр тап булды. Яҡындан күргәне ситкә тайпылды, бармағын сикәһе тирәһендә әйләндерҙе, көлдө, аптыраны, йыраҡтан шәйләгәне – туҡтап ҡарап торҙо. Тәүҙәрәк ҡыйынһынһа ла килә-килә балыҡсы үҙенең яланғаслығына өйрәнде, күнекте. Нишләһен, сараһыҙҙан бит. Көнө буйы атланы. Осраған шишмә-күлдәргә ятып һыуһынын ҡандырҙы, бөрлөгән, ҡурай еләге ҡапты. Йәнә бер кәбән эсенә инеп төн үткәрҙе. Һәм икенсе көндөң кисенә ауылына ҡайтып етте. Төнгә йыраҡ, түҙә алмай, картуф баҡсалары аша өйөнә яҡынланы. Малын эҙләп әрәмәлектә йөрөгән күршеһенең бисәһен ҡурҡытты – теге, уны, күрәһең, таныманы, сәрелдәп өйөнә сапты. Ҡоро һөйәккә ҡалған, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан яланғас әҙәмде ҡайҙан таныһын инде? Соланына ингәйне, өйҙән сығып килгән ҡатыны ҡулындағы сәйнүген ташлап ултыра төштө. Танығас, ҡосаҡлап алды ла, һинме был, тип түгелеп илап ебәрҙе. Балыҡсы, кейем бир йәһәтерәк, тип көскә әйтә алды. Өйгә ингәнендә ишек тупһаһына эләгеп йығылып китте. Ҡатыны кейем тапҡансы, элгестә элеүле торған пинжәген эләктереп диванға ауҙы. Кейенгәс, ҡалтырана-ҡалтырана бер сүмес һыу эсте, хәлен һөйләне. Ҡатыны, әллә ниндәй кешеләр килеп уны һорағандарын бәйәнләне. Һин нимә тип яуапланың һуң, тигәс, Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәйне, шунан ҡайтманы, юғалды, тип әйттем, тине. Үҙе, төнөн күрше ауылда йәшәгән бер туған һеңлеләренә барып йәшеренергә кәңәш бирҙе. Сөнки теге кешеләрҙең йәнә килеүҙәре ихтимал... Ашағас, мунсаға йылымыс һыу ташып ҡабалан-ҡарһалан сайҡанды ла баҡса артынан күрше ауылға юл тотто. Әхиәр бер әжәлдән ҡотолдо, икенсеһенә һис юлығырға түгел. Тимәк, ул юлда саҡта барып ҡарағандар, юҡлығын күреп, эҙләп йөрөгәндәр. Ниндәй мөғжизә менән тап булышмағандар, аптыраҡ. Кәбән төбөндә йоҡлаған мәлендә үтеп киткәндәрҙер... Көҙөнә ҡаланың билдәле бизнесмены, ит комбинаты директоры Дамир Шакирович ғәйеп булды. Иртәнсәк эшенә киткән, йомош менән ҡайҙалыр барып килгән, төшкөлөгөн комбинатта ашаған, кисенә машинаһында ҡайтырға сыҡҡан, әммә өйөнә ҡайтып етмәгән... Оҙаҡ эҙләнеләр, төрлө фараздар булды. Эшендәгеләрҙән, ғаиләһенән, дуҫ-иштәренән һорау алып бөттөләр. Әммә береһе лә кәрәкле мәғлүмәт бирә алманы. Юғалғандан бер ай үткәс кенә сереп ҡурышҡан мәйетен таптылар. Ауылынан илле саҡрымдағы тау битләүендә. Яңғыҙ ҡарағайға сисендереп, сырмап, ауыҙына елемле таҫма йәбештереп киткәндәр, тиме. Ундалығын кем белгәндер, шулай уҡ билдәһеҙ. Хәйер, участкаһын тикшергән лесник күргән, тигән хәбәр ҙә йөрөнө. Йылтырап торған ҡара иномаркаһы ла эргәһендә торған икән... Әмир Әминев.фото: stranabolgariya.ru
Ҡара, һинән өс йәшкә олораҡ мин, ниңә тыңламайһың, ярты көн эсендә донъяң емерелмәҫ, йәнәһе. Әрләй, төрттөрә, намыҫына тейә. Нишләйһең, тупһыҙыраҡ инде.– Ҡайһы тирәгә барабыҙ һуң? Йыраҡҡамы?– Зәңгәркүлгә. Һиңә лә яҡын, миңә лә уңай. Ошо шәмбе сәғәт өстәргә барып ет. Һыу инербеҙ, шашлыҡ, уха, башҡаһы. Ҡыҙҙар булмаҫ, деловой разговор. Үҙебеҙгә үҙебеҙ ял ойошторайыҡ. Йәй үтер ҙә китер ул. Гел эш тә эш тимәгән. Давай, ҡустым, – Дамир Ғәлимйәнгә үҙенең ололоғон белгерткеһе килһә, ҡустынан һалдыра, был юлы ла шул ғәҙәтен ҡыуҙы. – Һөйләштек: шәмбе, өстә. Осрашҡанға тиклем.– Минән нимәләр талап ителә? Нәмә алып барырға?– Үҙеңдән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй. Кәрәген үҙем хәстәрләрмен. Ике туған ғына ағаңдың арлы-бирле пикник ҡына ойошторорға ла хәле юҡ тип уйлайһыңмы ни? Минең ҡайҙа эшләгәнде онотма. Шулай ҙа көнө килеп еткәс Ғәлимйән ҡармағын, кәмәһен, алмаш кейем-һалым, кәрәк булырҙай башҡаһын, бер шешә араҡы алды. Бындай сараларға һирәк йөрөгәс ни, тағы нәмә алырға һуң, тип аптыраны. Дамир, үҙем хәстәрләрмен тиһә лә, бөтөнләй буш ҡул менән барып булмай ҙа. Ауылдарынан ун саҡрым самаһында ята теге күл. Ярайһы уҡ аулаҡ урын, йыраҡ күреп халыҡ бик йөрөмәй. Юлы ла һәр машина үтерлек түгел, соҡор-саҡырлы, төрлө ерҙән йырмаслап, ҡаҙып бөткәндәр, ямғыр яуһа батҡаҡҡа әйләнә. Шөкөр, бына аҙна-ун көн яумай, шуға ла, юл тигәнең апаруҡ ҡоро һәм Ғәлимйән үҙенең «УАЗ»игында бер сәғәттә барып та етте. Ағаһы, йәнә ике дуҫы күл буйындалар ине инде. Усаҡ яғырға ла, ҡаҙан аҫырға ла өлгөргәндәр, шашлыҡ теҙеп маташалар. Иҫәнләштеләр, көлөшә-шаярыша ҙур аҡ брезент өҫтөнә табын ҡорҙолар. Ризыҡтары күп, араҡылары ла, һыралары ла байтаҡ. Байрам итә белә инде Дамир. Төптән йыуан, башынан аяғына тиклем солоҡ умарталай йоп-йоморо, башы тап-таҡыр ҡырылған Дамир аш-һыу эшендә ҡатнашмай, ярҙағы мүкле сирәмдә күбәләй өйөлөп һуйҙайып ята, күбеһенсә бая, бына, иптәштәрем, бергә эшләйбеҙ, тип таныштырған ике егет хәстәрләй – хужаның шуны ал, шуны сығар, быны килтер, тигән бойороҡтарын үтәй. Осрашыу хөрмәтенә, яҡшы ял өсөн тип бер-бер артлы ике рюмка күтәрҙеләр. Ҡапҡылап алдылар. Йәнә икәүҙе күтәрҙеләр. Быларына ла һүҙен тапты Дамир. Эскелек түгел, ә сара булғас һүҙ мотлаҡ әйтелергә тейеш, тип иҫәпләй ул. Балыҡ һурпаһы өлгөрөүгә тағы тоттолар.– Нимәгә саҡырҙым мин һине, ҡустым, – тине Дамир байтаҡ ҡына дөйөм хәбәр, лаҡап, көлдөргөс һөйләгәндән һуң. Был юҫыҡта ағаһынан бигерәк егеттәр маһирлыҡ күрһәтте, әйтерһең дә, лаҡап-анекдот, бигерәк енси ваҡиғалар һөйләүгә махсуслашҡандар һәм Дамир уларҙы нәҡ шуның өсөн үҙе менән алған. Ҡыҙарған йөҙө етдиләнде, хатта асыу яғылды, күҙҙәре ҡыҫылды, икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен ыуҙы.– Шашлыҡ ашатыр өсөн генә саҡырмағаныңды самалайым инде, – тине Ғәлимйән, ағаһына текәлеп. – Һин былай ғына, бер ниндәй сәбәпһеҙ, туған тип кенә йөрөй булаһыңмы?– Әсе телләнмә, әрем Ҡусты тип әллә һыйлағаным булманымы? Тормош ул – ҡатмарлы нәмә... – Ғәлимйәндең алдан алыуын оҡшатманы Дамир, берауыҡ өндәшә алмай торҙо хатта. – Бер тәҡдимем бар. Икебеҙ өсөн дә отошло.– Ике яҡ өсөн дә отошло нәмә булмай ул. Күпселектә бер яҡ ота, икенсе яҡ отола. Физика законы. Хәйер, әйт башлағас, давай.– Аттарыңды, әйҙә, миңә килтер. Күпме тәҡдим итәһең, шунса алам.– Һин осһоҙға алаһың бит.– Әле һөйләшмәгәнбеҙ, һин осһоҙ тип тораһың.– Юҡ, Дамир, беҙ ул турала бер нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараныҡ, тик килешә алманыҡ, әле лә килешә алмабыҙ. Икебеҙгә лә отошло тиһәң дә һиңә отошло, ә миңә убыток ҡына буласаҡ. Иҫәпләгәнмен хаҡын.– Элеккенән күберәк бирәм, бәй.– Һин теге юлы ла өҫтәйем тигәйнең, өҫтәмәнең, мин ыштанһыҙ ҡалдым. Икенсе тапҡырға... ғәфү ит.– Ул ике йөҙ баш йылҡыны ҡайҙа ҡуйып бөтөрмәксеһең? Күпме бесән, һалам, фураж, һоло әҙерләргә, дала яғынан ябырылған бурҙарҙан һаҡларға кәрәк. Һәр тауар әйләнештә булырға тейеш.– Уныһы минең эш. Беренсе йыл ғына тотмайым бит. Эш юлға һалынған инде. Ашантыны ат үҙенә-үҙе әҙерләй, ул һыйыр түгел. Көнөнә бер нисәне алып китеп торалар, проблема юҡ, Дамир. Йыл әйләнәһенә шулай. Бурҙарҙан һаҡлар кешеләр ҙә бар.– Вертолеттан атып алалар, тип ишеткәйнек, шул ысынмы? – быныһын Дамирҙың иптәше һораны.– Булғылай ундай хәлдәр ҙә. Өс тайҙы шулай әрәм иттеләр.– Нисек улай өлгөрәләр һуң? Вертолеттан төшөп, салып, итләй алып китәләрме, әллә берәй нисек тулайым тейәйҙәрме? – егет йәнә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ күрһәтте. – Ҡарауылда егеттәр бар тиһең дә.– Малдың эсен ярып, сапҡылап алып менеү өсөн ярты сәғәт ваҡыт етә. Белгән кешеһе, йәнә лә таҙа ике кеше кәрәк. Күтәреп мендереү өсөн. Тәүгеһендә минең егеттәр барып өлгөрҙө – тартып алып ҡалдылар. Икенсеһендә өлгөрмәнеләр. Өсөнсөһөндә үҙҙәре ташлап ҡасты. Хәҙер өйөр айғыры ҡолағына чип ҡуйып, компьютерҙа өйөрҙөң ҡайһы тирәлә йөрөгәнен белеп торабыҙ. Ситкә китә башлаһалар, барып, әйләндереп алабыҙ.Ҡараҡтар тағы ла камилыраҡ хәйлә тапты хәҙер. Өйөргә йәш, көслө айғыр ебәрәләр. Ул беҙҙең айғырҙы тибеп йә тешләп имгәтә лә өйөрҙө үҙ яғына ҡыуып ала ла китә. Күрше райондағы бер таныштың илле ҡымыҙ бейәһен шулайтып өйөргән. Миңә лә ебәргәйнеләр, мәлендә белеп ҡалып, биш һыбай ир көскә ҡыуып ебәрҙек. Китмәй, ялтанып сабып тик йөрөй. Махсус өйрәтелгән тиерһең.– Вәт, әй, хәс тә шпион. Сит мөлкәткә яҫҡына икән? Илле ат бер айғырҙан шулай ҡыуылып торамы? – егеттәр Ғәлимйәндең хәбәренә ышанманы, күҙҙәре ялтлап ҡуйҙы.– Ниңә, ул илле башты табып булмаймы ни? Кәбәндәге энә түгел дә, – икенсе егет һүҙ ҡыҫтырҙы.– Район, республика сигенән үттеме – тот ҡойроғон. Ҡом араһына һенгән һыу һымаҡ юғала ла ҡуя. Унда бит көтөп торалар. «Производство» юлға һалынған. Ә өйрәнгән өйөр тулыһынса айғырға буйһона – ҡайҙа бара, ҡайҙа әйҙәй баш баҫып китә лә бара. Шуға ла ситтән килгән айғырға ҡаршы торорҙай көслө айғыр кәрәк өйөргә.Һәр кем был һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә теләгәндәй уйланып, тынып ҡалды. Тормош-көнкүрештәре ат менән бәйле булмағас Дамир ярандарына был хәл ҡыҙыҡ, хатта асыш ине.– Йә, ҡустым, уйла, килешәйек: берәм-һәрәм биреп ултырыу бөгөн серьезно түгел, ә мин оптом, оптом алам, әйтәйек, берыңғай унды, егермене, хатта күберәк тә. По-крупному надо играть! Мясокомбинат хәҙер ҙурайҙы, реконструкция эшләнек, беҙҙең ундай ғына итте эшкәртергә мөмкинлегебеҙ бар. Аҡсаһын шундуҡ бирермен, уныһына ҡайғырма. Тынлыҡ урынлашты. Өндәшмәй генә сәкәштереп эсеп ҡуйҙылар. Һәр кем үҙ уйына сумды.– Йә, ҡулға ҡулмы? – Дамир икенсе ҡабырғаһына әйләнеп ятты, йөнтәҫ түшен тырнаны.– Юҡ, Дамир. Дөрөҫөн әйткәндә, туған кеше менән бизнес эшләп булмай. Үткәнендәге һымаҡ бәхәс сығасаҡ. Берләшеп ҡараныҡ, әммә тәмһеҙләшеп айырылыштыҡ таһа.– Әй, еңгәң ҡыҫылды ла. Шулай ҙа былай, нишләп тегеләй түгел... Ҡыҫҡаһы, минең решение булманы.– Артабан да ҡыҫыласаҡ, һин артабан да унан уҙып бер ни ҙә эшләй алмаясаҡһың.– Аҡыл алдым, инде ҡыҫылдырыу бөттө. Берәй нәмә һөйләһәмме, билләһи лазим, Алла һуҡһын.– Аллаһы Тәғәлә исеме менән һатыу итмә. Ысынлап һуғып ҡуйһа? Үтәй алмаһаң нишләрһең?– Үтәр өсөн бына ант итеп ултырам да инде.– Юҡ, Дамир, булмай, үҙ йүнемде үҙем күрәйем, һин үҙең башҡа. Йылҡы малы һинең өсөн бынау шашлыҡ, колбаса ғына, минең өсөн башҡорт тоҡомон һаҡлау, үрсетеү, таратыу.– Ниңә, һуғымға ла алмайҙармы ни?– Мин ихатамда һуймайым, итләтә һатмайым, алып киткәс һуяларҙыр ҙа, бәлки, әммә аҫрар өсөн таратам. Һин әйткән унды, йә егермене берыңғай ит цехына оҙатыу өсөн түгел. Ит өсөн, ана, һыйыр малы, сусҡа тулып ята. Ал шуларҙан.– Ҡыҙыҡ философия. Шул рәүешле тоҡомдо һаҡлап ҡалырға маташаһың, тимәк? – Дамир мыҫҡыллы көлдө. – Был теләгеңде белмәй инем әле.– Эйе, тап шулай.– Да-а, булмай, тимәк, килешеп? Был һинең һуңғы һүҙме?Ғәлимйән өндәшмәне, күл яғына ҡарап баш ҡына ҡаҡты. Йәнә күтәрҙеләр. Иҫерешеп тә баралар. Ғәлимйән: "Ярар, үҙең әйтмешләй, ял да итәйек, мин һыу инеп сығам", - тине.– Төшмә, эстең бит.– Һыу буйына килеп һыу ҙа инмәй ҡайтайыҡмы ни? Әйҙә һеҙ ҙә төшөгөҙ. Ғәлимйән футболкаһын сисеп ырғытты ла күлгә төшөп тә китте. Сумды, йөҙҙө, арҡаһында ятты, ах та ух килеп оло ҡәнәғәтлек кисерҙе. Ә ярҙағылар ашыҡманы, мәғәнәле ҡарашып ымлаштылар һәм Дамирҙың ике егете аяғына баҫты, кирелде, көт, сыҡмай тор, беҙ ҙә төшәбеҙ, тип һөрәнләне. Йәнә берәр рюмка күтәрҙеләр, шунан ашыҡмай ғына күлгә атланылар. Яр ҡырсынташлы, төпкәрәк ингән һайын күл төбө батҡыллана бара. Һыуы ла һалҡыная. Ағып ятҡан һыу булмағас ни, әллә ни таҙа ла түгел, буйраҡ. Егеттәр Ғәлимйән янына йөҙөп барып еттеләр ҙә берауыҡ эргәһендә йөҙҙөләр, шунан береһе ҡапыл арттан ташланды ла муйынынан һығып аҫҡа батырҙы, икенсеһе, ҡулынан тотоп, һыу эсенә һөйрәне. Быны һис көтмәгән Ғәлимйән аптырап ҡалды, тыпырсынды, ниҙер әйтергә теләне, аяҡтары менән тибенде. Әммә салҡатан һыуға батырылған башын ысҡындыра алмағас бер аҙҙан хәрәкәттәре туҡтаны. Дамирҙың ике яраны Ғәлимйән ҡаршылашыуҙан туҡтап, тамам тынысланғас, икеһе ике яҡҡа китеп йәнә йөҙгән кеше булдылар ҙа ах та ух ярға сыҡтылар. Ярты сәғәт самаһы үткәс кенә егеттәрҙең береһе: "Бәй, һинең братың ҡайҙа булды, һыуҙан сыҡмай түгелме һуң?" - тип аптырап унда-бында текәлде. Уға икенсеһе ҡушылды, шунан Дамир ҙа ғәжәпләнгән кеше рәүешендә күл яғына боролдо.– Бәй, ысынлап та, сыҡманы лаһа, давай, бегом һыуға, тиҙ генә тикшерегеҙ, табығыҙ, батып ятмаһын! – тип бойороҡ бирҙе.– Бергә йөҙҙөгөҙ түгелме ни? – Аяғына баҫты, ҡабаланып футболкаһын кейҙе. Егеттәр атлай-йүгерә күлгә йомолдо, эйелеп тикшерҙе, сумды, тегеләй-былай йөҙҙө, байтаҡ бер тирәне айҡап-байҡап йөрөгәндән һуң... Ғәлимйәндең кәүҙәһен өҫкә ҡалҡыттылар. Ахылдап Дамир һыуға төштө. Әйттем, төшмә тип, әйттем, тип ҡабатлай-ҡабатлай, егеттәренә уны ярға сығарырға ярҙамлашты. Ҡом-ҡырсынлы ярға һуҙып һалдылар, күкрәген баҫҡылап, яһалма тын алдырырға маташтылар, салҡатан әйләндереп, елкәһенә һуҡтылар. Әммә фәтеүә булманы. Ғәлимйән үлгәйне инде. Эх, ҡустым, ҡустым, әйттем мин һиңә, ә һин тыңламаның, һәр ваҡыттағыса үҙ һүҙле булдың, ағайҙы тыңларға кәрәк шул, тип һөйләнде.– Тәрәнгә ингән бит, йөҙә белмәгән кеүек тә ине, – тине егеттәрҙең береһе.– Аяҡтарын көҙән тартҡандыр, һыу өҫтө йылы булһа ла төбө шишмә кеүек һалҡын бит, – тине икенсеһе.– Һеҙ бер тирәлә йөҙҙөгөҙ ҙә инде. Батып барғанында тауыш-фәлән бирмәнеме ни? – тип ыҫылданы Дамир.– Юҡсы, ишетмәнек. Беҙ йөҙгәндә ул да шунда ине, беҙ сыҡҡас батҡан инде. Янында булһаҡ ярҙам итер инек тә. Дамир тағы ниҙер әйтергәме, һорарғамы уҡталды ла ниңәлер өндәшә алманы, башын сайҡап ҡулын ғына һелтәне. Уның ишараһы буйынса егеттәре мәйетте өҫкәрәк, үләнгә үк һөйрәп һалды. Һәм табын элеккесә дауам итте. Байтаҡ күңел асҡас осло күҙле егеттәрҙең береһе үҙҙәренән әллә ни йыраҡ та түгел, ярҙағы бейек ҡамыштар араһында, берәүҙең ҡармаҡ һалып ултырғанын шәйләне. Быға тиклем нисек күрмәгәндәр? Сыбар йәшел күлдәге, шундай уҡ йәшел салбар кейгән икән шул, хатта башындағы кәпәсе лә йәшел төҫтә. Тимәк, уларҙы күреп, Ғәлимйәнде батырғандарын ҡарап ултырған... Ҡәһәрең... Тауышы ла сыҡманы бит әле. Егет терһәге менән Дамирға төрттө лә балыҡсы яғына ымланы. Дамир тәүҙә иптәшенә, унан баш иҙәгән яҡҡа боролдо. Күрҙе. Күҙҙәре түңәрәкләнде, яңаҡ мускулдары тартышты, шашлыҡ киҫәген ауыҙына килтергән еренән яй ғына кире төшөрҙө.– Эй, балыҡсы брат, кил беҙҙең янға, тот йөҙ грамм. Теге ҡуҙғалманы. Яуап та бирмәне. Дамир хәҙер уға түгел, ярандарына өндәште.– Бар әле, килтерегеҙ шуны елтерәтеп. Ишетмәмешкә һалыша. Ҡолағын ыуғылап алығыҙ, асылып китер. Балыҡсы янауҙы ишетте. Яй ғына ҡалҡынды. Оҙон ҡармаҡ сыбығын ергә һалды ла табын янына атланы. Лутсы барайым, бәләһенән баш-аяҡ, тигәндер.– Бәй, Әхиәр, һин түгелме ни? Сәләм-сәләм, шунан, ҡабамы? Күптән ултыраң, ахыры. Балыҡ тоторға әүәҫлегеңде белмәгәйнем, – балыҡсы үҙҙәренә яҡынлағас Дамир ғәжәпләнеп һөйләнде. – Егеттәр, был минең ауылдаш ағай, таныш булығыҙ.– Һеҙҙең бөтәһе лә туған, ауылдаш, – тип мөгөрҙәне ярандарының береһе ҡәнәғәтһеҙ генә.– Бәй, ысынлап ауылдаш! Донъя тар, кем әйтмешләй. Әйҙә, яҡын кил, табыныбыҙҙы уртаҡлаш. Беҙ ҡайғынан, ҡайғынан! Ай, иҫәр булып сыҡты Ғәлимйән ҡусты. Иҫерек көйө күлгә төштө лә батты. Саҡ табып, һөйрәп сығарҙыҡ. Көҙән тотҡандыр йә йөрәге туҡтағандыр. Әйттем, төшмә, тинем, тыңламаны. Үҙһүҙле, бүкән күҙле булды ғүмере буйы. Бына хәҙер яуап бир инде. Һин үҙең дә күреп ултырғанһыңдыр инде. Шаһит кәрәк булһа, ҡеүәтләрһең, Әхиәр ағай. Әйҙә, ултыр яныма. Мә, тотоп ебәр, бер һүҙле булайыҡ, закусывай, әллә ашағанһың, әллә юҡ... – Дамир мышҡылдатып танауын тартты, күҙҙәрен һөрттө. – Тормош ҡатмарлы нәмә шул...˜– Бына ошо икәү батырҙы Ғәлимйәнде, – тине Әхиәр көтмәгәндә, йөҙө асыулы, нәфрәтле, әммә тыныс ине. – Ике яҡтан йөҙөп килделәр ҙә береһе арттан йәбешеп башын һыуға тыҡты, икенсеһе ҡулынан тартты.– Нисек ... батырҙы? Ошо егеттәрме? Һин дөрөҫ күрмәгәнһең, Әхиәр ағай, ул үҙе батты. Не может быть! Егеттәр, шулаймы, әллә ағай әйткәнсә, һеҙҙең этлек булдымы? – Дамир күҙҙәрен аҡайтып алмаш-тилмәш ярандарына текәлде.– Юҡ, Дамир Шакирович, нишләп беҙ ти инде? Алла һаҡлаһын. Беҙ ни һыу индек тә сыҡтыҡ, ул ҡалды. Ҡараһаҡ, ярҙа ла, һыуҙа ла юҡ. Һеҙ әйткәс кире төштөк эҙләргә, йөрөй торғас саҡ таптыҡ. Шып-шым ғына төпкә киткән дә ҡуйған, – егеттәрҙең береһе шулай һөйләнде.– Эйе, дөрөҫ, мин уларға, үҙемә ышанғандай ышанам. Ул үҙе батты, Әхиәр ағай.– Дамир, мин бит һуҡыр түгел, күреп ултырҙым батырғандарын.– Күреп торғас ниңә әйтмәнең, ҡысҡырманың һуң? Мине лә танып ултырғанһыңдыр әле? Вәт свидетель, былар батыра, ә ул спокойно ҡарап ултыра, әммә өндәшмәй. Бәлки һин үҙең төшөп батырғанһыңдыр, ә? Короче, Әхиәр ағай, шулай, һин бында булманың, бер нәмә лә күрмәнең. Аңлашыламы? Һөйләнеп йөрөһәң телеңде тиҙ ҡыҫҡартырбыҙ. Тормош үтә лә ҡатмарлы нәмә...– Дамир Шакирович, һөйләнһә ни, уға кем ышанһын?– Һүҙ китәсәк. Йәшереп булмай, мал түгел, кеше. Әхиәр ағай, хужалығығыҙға берәй ярҙам кәрәкмәйме? Ремонт, материал, ағас, таҡта, тимер, мәҫәлән. Ярҙам итермен. Аҡсалата ла мөмкин. Ҡайҙа эшләгәнемде, мөмкинселегемде беләһең.– Миңә бер нәмә лә кәрәкмәй. Үҙең әйттең бит, мин бында булманым, бер нәмә лә күрмәнем.– Дөрөҫ яуап, Әхиәр ағай. Һин бит аҡыллы кеше. Мин иҫкәрттем генә. Күпме көсләһәләр ҙә балыҡсы араҡыға ла, брезент буйлап тәртипһеҙ сәселгән ризыҡҡа ла ҡағылманы. Берсә Ғәлимйәндең мәйетенә, берсә күлгә текәлеп, ҡымшанмай ултырыуын белде. Тулҡынланыуын белдермәҫкә тырышһа ла, эсендә нәфрәт, асыу ҡайнағанын яңаҡ мускулдарының тартышып, ҡулдарын ыуғылауынан күреп була ине. Бер аҙҙан ауыр ҡалҡынып, ярҙағы ҡамышлыҡта ҡалған ҡармағы яғына атланы.– Әхиәр ағай, ярар һау бул, әйткәндәрҙе онотма, – тип ҡалды Дамир уның артынан. Әхиәр әйләнмәне лә, яуап та бирмәне. Дамирҙың егеттәре, аңламаныҡ, шулай китәме ни, тигән ҡиәфәт менән хужаларына текәлде. Дамир ярандарына алмашлап ҡараны ла баш сайҡаны. Тегеләре яурын һикертте. Сәйнүкте, ҡаҙанды түктеләр, өҫтөндәге ризыҡтарҙы ҡыуаҡ төбөнә һирптеләр ҙә, мәйетте брезенткә төрөп багажникка тыҡтылар. Ашығып ҡуҙғалып китеп илле- алтмыш метр самаһы ара үткәс ҡапыл туҡтанылар. Йүгерешеп төшөп Ғәлимйәндең машинаһын һыу ситенә үк этеп килтереп ут төрттөләр. Иртәгәһенә эңерҙә Әхиәрҙең ауыл осондағы өйө янына сит ил машинаһы килеп туҡтаны. Ялтыр кабинаһынан берәү төшөп уны ихатаһынан саҡырып сығарҙы ла, әйҙә әле, һүҙ бар, тигән булып машина артына ымланы. Кабинанан йәнә берәү төштө, эскә ултырырға ҡушты, Әхиәр тыңламағас, башына ауыр асҡыс менән һуҡты. Ҡамырға әйләнгән кәүҙәне йәһәт кенә багажникка тыҡтылар ҙа китеп тә барҙылар. Ауылдан илле саҡрым самаһындағы һөҙәк тау битләүендә яңғыҙ ҡарт ҡарағай янында туҡтанылар. Аңына килгән Әхиәрҙе, багажниктан һөйрәкләп сығарып, аяғына баҫтырҙылар. Күҙ бәйләнерлек ҡараңғы ялмағайны инде тирә-йүнде.– Әхиәр ағай, һин кисә Зәңгәркүлдә булдыңмы, юҡмы? – Дамир, терәлеп тигәндәй ҡаршыһына баҫып һораны.– Юҡ, булманым, – балыҡсы соҡор-саҡырлы, күләүек-һыулы тау юлынан ойпаланып килеп тәненең ауыртыуынан йөҙөн һытып саҡ ике һүҙ һығып сығарҙы.– Һинең ҡармаҡ һалып ултырғаныңды күргән кешеләр бар бит.– Унда булмағас нисек ҡармаҡ һалайым? Мин һеҙҙе лә күрмәнем. Дамир ҡустым, ебәр, әйтәм бит, бер нәмә лә күрмәнем. Ҡурҡма, минән һүҙ сыҡмаҫ.– Ә минең егеттәр ниңәлер һиңә ышанмай, – Дамир алмашлап ярандарына ҡараны. – Һинең Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәнеңде еңгәй белмәй булмаҫ?– Белә инде. Нисек әйтмәй йөрөйһөң? Әле лә һеҙҙең алып киткәнде күрҙе, – Әхиәр Дамирҙы ҡурҡытырға ниәтләп шулай тине.– Бына бит, – Дамир ҡулдарын бөйөрөнә таянып берауыҡ өндәшмәй торҙо. – Әпәт свидетель. Улайһа еңгәне лә «тыйырға» тура килер.– Дамир, зинһар, ҡағылма уға. Еңгәңдең бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ! – Әхиәр илап ебәреүҙән саҡ тыйылды, ирендәре ҡалтыранды, күҙҙәре аҡайҙы.– Шакирович, һүҙ бутҡаһы тыңлар өсөн килдекме ошо тиклем ергә? – тип ҡыҫылды ярандарының береһе. – Бәйләнек – эш тә бөттө. Кеше килеп тапҡансы һөлдәгә ҡаласаҡ.– Ҡараңғы төшә, аҙашып йөрөүебеҙ бар. Соҡор ҙа-саҡыр, һыу, батып ултырһаҡ, – тип йөпләне иптәшен икенсеһе. Ҡайтыу юлын ҡайғыртҡас, быныһы шоферҙарылыр.– Ауыҙын скотч менән сырмайым. Нимә тип тыңлап торабыҙ? Ҡана...– Давай, йәһәт кенә.– Дамир ҡустым, минең ни ғәйебем? – шулай тип кенә әйтеп өлгөрҙө Әхиәр, йәнә башына тондорҙолар.– Ғәйебең бар шул, ағай, кәрәкмәгәнде күреп ултырҙың. Елкәһе аша алып ауыҙын ҡалын скотч менән сырманылар, инәнән тыума сисендерҙеләр, ҡулдарын, аяҡтарын ҡарағайға айырым бәйләнеләр, ағас аша биленән ураттылар. Ҡабаланып ҡуҙғалып киткәнендә ул һаман аңына килмәгәйне әле. Ул нисек тә бәйҙән ысҡынырға тырышты. Асырғанып ҡулдарын тартты, аяҡтарын ҡыймылдатты – бәлки йүнләп бәйләмәгәндәрҙер – ләкин синтетик шпагат епте бушатырлыҡ түгел ине. Киреһенсә, һыҡты ғына. Етмәһә, теге ике башкиҫәр, Дамир ҙа ҡушылғандыр, епкә һейеп, уны еүешләгәйнеләр. Ауыҙын сырмаған скотч та ныҡ йәбештерелгән. Шулай өс көн, өс төн торҙо ғәйепһеҙ балыҡсы ҡарағайға сырмалған килеш. Тәүҙә тартылырға, ҡыймылдарға көсө бар ине әле, яйлап хәле бөтә барҙы, бөтә барҙы. Асыҡты, һыуһауҙан тамағы кипте. Уныһына ла түҙергә мөмкин, бына серәкәй, күгәүен оторо йонсота. Әрһеҙ хәшәрәттәр бөтә тәнен һырып алды. Тешләүҙәре тәүҙә ауырта, ҡысыта ине, тора-бара уны ла һиҙмәй-тоймай башланы, тотош бер һыҙлауға әүерелде лә ҡуйҙы. Туйып төшкәндәре урынына икенселәре йәбешә. Күҙ, танау тишектәренә, ҡолаҡтарына кергәндәре, йән еренә ҡаҙалғандары инде энә ҡаҙаған кеүек. Тәне буйлап ҡырмыҫҡалар, тағы әллә ниндәй бөжәктәр йүгерешә, ҡарағай башына һайыҫҡандар, эре-эре ҡоҙғондар ҡуна башланы...Бер мәл күҙен асһа алдында айыу баҫып тора. Ике балаһы ла бар. Айыу яҡын үк килеп, уны еҫкәне, башын сайҡаны, унан томшоғон өҫкә күтәреп үкереп ебәрҙе. Торҙо-торҙо ла китеп барҙы. Ниңә ботарламаны, былай этләнгәнсе үлеп ҡотолор инем яфаларҙан, тип уйланы балыҡсы томаланған аңы менән. Йәне булғанға теймәгәндер, уға мәйет кәрәктер. Хәйер, ысынында тере мәйет ине ул. Икенсегә аңы ҡайтҡанда, эргәһенән боландар үтеп барғанын шәйләне. Баштарын текә тотоп, берсә өркөп, берсә ғәжәпләнеп уға ҡарайҙар. Әммә яҡынламайҙар. Байтаҡ киткәс тә боролоп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙолар. Һикерәндәп ҡуяндар үткеләй, төлкө темеҫкенә. Бер мәл бала-сағаның сыр-сыу килгәне ҡолағына салынды. Улар ҡарағайҙан йыраҡ та түгел үтеп бара, араларынан берәүһе ҡапыл уны шәйләне лә башҡаларына ҡысҡырҙы. Балыҡсы уларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡыймылдарға, башын борғоларға тырышты, әммә бер көтөү мәктәп балаһы ағасҡа ҡуша бәйләнгән шыр яланғас кешенән – бәлки, ул кеше түгелдер, шайтан бисура, йәки урман эйәһелер – ҡоттары алынып эләгә-йығыла тау түбәненә йүгерҙе. Араларында ир-егет уҡытыусылары ла бар ине. Ғәжәп, ул да ҡурҡты яҡын килеүҙән. Бала-сағаның урман буйлап экскурсияла йөрөп ятыуылыр, моғайын. Самолет осоп үтте, төнөн йондоҙҙар атылды. Дөбөр-шатыр күк күкрәп биҙрәнән ҡойған ише ямғыр яуҙы, ялағай ялтланы. Ямғыр һыуы бер ни тиклем еңеллек килтерҙе, тәнендәге серәкәй, күгәүендәрҙе, лайлалы әллә ниндәй бөжәктәрҙе, ҡырмыҫҡаларҙы йыуып төшөрҙө...Ҡарағайҙы уратып йәш ҡыҙҙар әйләнә. Матур кейенгәндәр, барыһы ла оҙон толомло, баштарына төрлө төҫтәге сәскәләрҙән таж үреп кейгәндәр. Улар күңелеңде аҡтарып сығарырлыҡ һағышлы йыр йырлай. Мәктәп балалары тиһәң, олораҡ һымаҡ, клубтарындағы үҙешмәкәр ансамбле тиһәң йәшерәктәр. Йөҙҙәре таныш түгел.Ҡыҙҙар томан араһына инеп юғалғандай яйлап һүнә бара, арттарынан аттар өйөрө пәйҙә була бара. Өйөр шулай уҡ ҡарағайҙы уратып саба башлай, ҙур түңәрәк яһап сабалар. Кешнәйҙәр, ярһығандар, нимәнәндер өрккән, ҡурҡҡан кеүектәр. Әллә берәйһе баҫтыра, әллә өйөр алдынан барған аҫау айғырға ҡороҡ ташларға йыйына. Иғтибарлабыраҡ күҙ һалһа, ҡара йылан ише оҙон сыбыртҡы менән уларҙы бынау Дамир ҡыуа, имеш. Яра ғына. Меҫкендәр, ниңәлер, әлеге түңәрәктән сыға алмайҙарсы. Үҙе, әленән-әле, һеҙ хәҙер минеке, барығыҙҙы ла иткә оҙатам, Ғәлимйәнгә – шиш, бирмәй маташты, әрем тел, тип һөрәнләй. Шунан ҙур йылҡы өйөрө үрәпсей-үрәпсей, янғын эсенә инеп юғалды ла, тауҙай өйөлөп, шашлыҡ булып килеп сыҡты...Йәнә өс көндән балыҡсы иҫенән яҙҙы, кәүҙәһе буш тоҡ кеүек һәленеп төштө. Тәненә батҡан нәҙек ептәргә күпме аҫылынып торғандыр, кемдеңдер ауыҙын томалаған скотчты яй ғына аҡтарғанынан аңына килде. Ептәрҙе ҡырҡҡылағанын да хәтерләй. Бәйҙән ысҡынғас аяҡ быуындары тотмай ҡолап китте. Күпме ятҡандыр, хәтерләмәй, күҙҙәрен асҡанда Алла бәндәһе янында юҡ ине. Әллә бөтөнләй булманыламы? Балыҡсы тубыҡланды, терһәктәренә таянды, ҡарағайға йәбешә-тотона аяғына баҫты ла тәнтерәкләй-тәнтерәкләй тау түбәненә атлап китте. Абынып йығылды. Бысраҡ, күләүек-һыуға, соҡор-саҡырлы һуҡмаҡ ишаратынан бары торғас ҡуйы урманға инде, шунан бесән сапҡан туғайға аяҡ баҫты. Туғай уртаһында яңы ғына ҡойолған кәбән ултыра. Кәртәләп тә өлгөрмәгәндәр. Балыҡсы шунда тәнтерәкләне. Хәле юҡ, арыған, уға ял кәрәк. Шунһыҙ артабан атлай алмаясаҡ. Ҡоро бесәнде тартҡылап, эткеләп өң яһаны ла шунда инеп ятты. Башы терәлеү менән йоҡлап та китте. Күҙҙәрен асҡанда ҡояш байтаҡҡа күтәрелгәйне. Аллаһ бәндәһе кисә төш тирәһендә ысҡындырһа, тәүлек самаһы йоҡлаған булып сыға. Аңы теүәл, тәне ял итте, йоҡоһо туйҙы. Кәрәк йүнәлеште самаланы – беленер-беленмәҫ әлеге юлды ташламаһа, ауылына сығарасаҡ. Кеше күҙенә салынмаҫҡа, бигерәк тә теге хәшәрәттәргә осрамаҫҡа кәрәк. Берҙән-бер мәсьәлә шул. Асығыуы быуынһыҙ итмәҫ борон. Ауылына яҡынайған һайын теләгенә ҡаршы кешеләр тап булды. Яҡындан күргәне ситкә тайпылды, бармағын сикәһе тирәһендә әйләндерҙе, көлдө, аптыраны, йыраҡтан шәйләгәне – туҡтап ҡарап торҙо. Тәүҙәрәк ҡыйынһынһа ла килә-килә балыҡсы үҙенең яланғаслығына өйрәнде, күнекте. Нишләһен, сараһыҙҙан бит. Көнө буйы атланы. Осраған шишмә-күлдәргә ятып һыуһынын ҡандырҙы, бөрлөгән, ҡурай еләге ҡапты. Йәнә бер кәбән эсенә инеп төн үткәрҙе. Һәм икенсе көндөң кисенә ауылына ҡайтып етте. Төнгә йыраҡ, түҙә алмай, картуф баҡсалары аша өйөнә яҡынланы. Малын эҙләп әрәмәлектә йөрөгән күршеһенең бисәһен ҡурҡытты – теге, уны, күрәһең, таныманы, сәрелдәп өйөнә сапты. Ҡоро һөйәккә ҡалған, бит-йөҙөн һаҡал-мыйыҡ баҫҡан яланғас әҙәмде ҡайҙан таныһын инде? Соланына ингәйне, өйҙән сығып килгән ҡатыны ҡулындағы сәйнүген ташлап ултыра төштө. Танығас, ҡосаҡлап алды ла, һинме был, тип түгелеп илап ебәрҙе. Балыҡсы, кейем бир йәһәтерәк, тип көскә әйтә алды. Өйгә ингәнендә ишек тупһаһына эләгеп йығылып китте. Ҡатыны кейем тапҡансы, элгестә элеүле торған пинжәген эләктереп диванға ауҙы. Кейенгәс, ҡалтырана-ҡалтырана бер сүмес һыу эсте, хәлен һөйләне. Ҡатыны, әллә ниндәй кешеләр килеп уны һорағандарын бәйәнләне. Һин нимә тип яуапланың һуң, тигәс, Зәңгәркүлгә балыҡҡа киткәйне, шунан ҡайтманы, юғалды, тип әйттем, тине. Үҙе, төнөн күрше ауылда йәшәгән бер туған һеңлеләренә барып йәшеренергә кәңәш бирҙе. Сөнки теге кешеләрҙең йәнә килеүҙәре ихтимал...Ашағас, мунсаға йылымыс һыу ташып ҡабалан-ҡарһалан сайҡанды ла баҡса артынан күрше ауылға юл тотто. Әхиәр бер әжәлдән ҡотолдо, икенсеһенә һис юлығырға түгел. Тимәк, ул юлда саҡта барып ҡарағандар, юҡлығын күреп, эҙләп йөрөгәндәр. Ниндәй мөғжизә менән тап булышмағандар, аптыраҡ. Кәбән төбөндә йоҡлаған мәлендә үтеп киткәндәрҙер...Көҙөнә ҡаланың билдәле бизнесмены, ит комбинаты директоры Дамир Шакирович ғәйеп булды. Иртәнсәк эшенә киткән, йомош менән ҡайҙалыр барып килгән, төшкөлөгөн комбинатта ашаған, кисенә машинаһында ҡайтырға сыҡҡан, әммә өйөнә ҡайтып етмәгән...Оҙаҡ эҙләнеләр, төрлө фараздар булды. Эшендәгеләрҙән, ғаиләһенән, дуҫ-иштәренән һорау алып бөттөләр. Әммә береһе лә кәрәкле мәғлүмәт бирә алманы. Юғалғандан бер ай үткәс кенә сереп ҡурышҡан мәйетен таптылар. Ауылынан илле саҡрымдағы тау битләүендә. Яңғыҙ ҡарағайға сисендереп, сырмап, ауыҙына елемле таҫма йәбештереп киткәндәр, тиме. Ундалығын кем белгәндер, шулай уҡ билдәһеҙ. Хәйер, участкаһын тикшергән лесник күргән, тигән хәбәр ҙә йөрөнө.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-09-30/k-l-buyynda-y-yy-3460425
30 Сентябрь , 16:30
ba
БӘХЕТ - ҠОШ ТҮГЕЛ
«Жигули»ҙы гаражына бикләп, эшенә ноябрҙең тәүге көндәренән үк автобуста йөрөй башланы. Уңайһыҙ, ваҡытын бигерәк күп ала. Әммә ни хәл итмәк кәрәк, машина йөрөтөүҙә тәжрибәһе ҙур түгел. Хәйер, «Лихач»тар һәр миҙгелдә лә, һәр урында ла етерлек. Кеше генә түгел, үҙ башын да уйламай улар.Туҡталышҡа етер-етмәҫтән, урам сатынан боролоп, Ғилман эргәһенән генә «Газель» үтеп китте. Нәҡ улар яғына бара. Ул йүгерә-атлай ашыҡты. Туҡталышҡа еттем генә тигәндә… аяғы тайып китте лә, йығылмаҫҡа тырышып, электр бағанаһына һул ҡулы менән ынтылды. Усы, унан ҡулы буйлап, үҙәк өҙөп, елегенә етеп һыҙлау үтте. Еңен, плащ, хатта салбар балаҡтарын, боҙланған ерҙе ҡан тамсылары «биҙәй» башланы.Нимә булғанын аңламаған Ғилман әйләнеп әлеге бағанаға ҡарап ҡуйҙы. Абау, кемдер тоҙаҡ бәйләп киткән! Эшһеҙлектән йонсоп, ел ҡыуып йөрөгән малайҙарҙың этлегелер.Ус ярып ебәрерлек булғас, бик ҡаты тоҙаҡ осо булған. Ҡанды туҡтатып, йәһәтерәк ҡулды бәйләргә кәрәк. Ғилман, салбар кеҫәһенән һау ҡулы менән ҡулъяулыҡ сығарып, ҡан таптарын һөрткөләне лә, ҡып-ҡыҙыл булғас, яралы усына шуны ҡыҫып, тағы нимә эшләргә тигән һораулы төҫ менән аптырап ҡалды.Туҡталышта тиҫтәгә яҡын кеше таптана. Шул саҡ уның янына бер ҡатын яҡынлашты.– Һаумыһығыҙ. Күреп торам, бәләгә тарынығыҙ, – тине ул башҡортса. – Әйҙәгеҙ, ҡулығыҙҙы бәйләйек.Ғилман өсөн, ҡапыл алған ҡул яраһы кеүек, был өндәшеү ҙә көтөлмәгән хәл ине.– Рәхмәт, борсолмағыҙ, – тине ниңәлер балаларса уңайһыҙланып.– Юҡ, былай ярамай, аҙып китеүе бар. Мин бынау поликлиникала эшләйем, ҡатын уң яҡтағы бинаға күрһәтте лә урынынан ҡуҙғалды. Профессорға уға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Төнгө һаҡта ултырған ҡарттан ишек астырғас:– Чечняла ғына түгел ир-егет юлда ла яралана, ярҙам итмәйсә булмай, – тине лә ҡатын икенсе ҡатҡа – үрләй башланы. Яйлап ҡына баҫҡыстарҙан күтәрелгән Ғилман, таныш булмаған ҡатындың ҡыҫҡа ғына ҡуныслы итектәре ҡаплап бөтөрә алмаған матур балтырҙарына ҡарап. хәлдең шулай килеп сығыуына хатта һөйөнөп тә ҡуйҙы.Эйе, ҡәнәғәтлек, хатта әҙ генә рәхәтлек кисерҙе. Тиҙерәк исемен һорашҡыһы, танышҡыһы килде. Бүлмәһенә ишеген асып кереү менән ут яҡтыртҡас, ҡатын өҫтөндәге пальтоһын, ялтлап торған йомшаҡ йөнлө һорғолт бүркен һалғас, халатын кейеп, ултырғысҡа күрһәтте.– Әйҙә, ултырығыҙ. Шунан Ғилмандың уйында булған, тел осонда ғына торған һорауына үҙе үк яуап биреп:– Мин Ҡунаҡбаева Райхана Саматовна булам. Ошо поликлиникала эшләйем, врачтерапевт, – тине.– Эске ауырыуҙарҙы дауаламайһығыҙ икән. Мин һеҙгә «врач психолог» тигән исем дә бирер инем.– Бәй, – тип йылмайҙы Райхана, – шулай тиҙ арала дәрәжәне күтәрәһегеҙ түгелме?– Cөнки һеҙ кешенең эске серҙәренә тиҙ төшөнәһегеҙ, уны ла уңышлыдауалайһығыҙҙыр, моғайын. Артабан ике аралағы һөйләш еп-еңел барҙы. Райханаға көтөлмәгәндә ҡабул итергә тура килгән пациент Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы, профессор булыуы, кафедраға етәкселек итеүе хаҡында әйтте.Бүлмәнән сығыр алдынан Райхана:– Ә мин Ғилман Хәйруллин тигән яҙыусыны ла беләм. Телевизорҙан һөйләгәнен күргәнем, ишеткәнем бар. Ниңә ул һеҙҙең исем-фамилияғыҙҙы алған? – тип һораны ла ҡара күҙҙәрендә нур уйнатып, тигеҙ тештәрен күрһәтеп яғымлы йылмайып, яңы танышына текәлде. Ғилман ике ҡулын күтәрҙе лә:– Биреләм! – тине, кинәнесле, шатлығын йәшермәй. – Ҡатын-ҡыҙ белмәгән донъяла бер генә сер ҙә юҡ, тигәндәре дөрөҫ икән…Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, улар яңынан урамға сыҡты. Ниңәлер, Ғилмандың бер ҙә йортона ҡайтаһы килмәне. Хатта эстән генә Райхана йәшәгән яҡҡа транспорттың оҙағыраҡ килмәүен теләй ине ул. Төнгө һалҡын һауа бер ни тиклем йылынып киткәндәй тойолдо Ғилманға. Ҡулындағы яраһы ла бөтөнләй һыҙламай кеүек.Туҡталышта бер нисә автобус торғанын күреп, Ғилман тертләп ҡуйҙы. Ысынлап та, Райхана арттағыһының номерын күргәс тә:– Беҙҙең яҡҡа бара, ярар, таныштыҡ, һау булығыҙ, – тип ашыҡты.– Һеҙгә йүнләп рәхмәтемде лә әйтергә өлгөрмәнем… бәлки, такси тоторбоҙ, оҙатып ҡуярмын… Былай әллә нисек килеп бит әле… Хәҙер такси тотам… – Ғилман шулай һөйләнеп, ҡулынан килгәнсә яңы танышына ярҙамлаша-ярҙамлаша уның эргәһенән йүгерә-атлай барҙы.– Рәхмәт, борсолмағыҙ, ҡулығыҙҙы яңынан бәйләргә онотмағыҙ, – тине лә Райхана автобус эсенә инеп юғалды.– Ә мин һеҙҙе табырмын! – Ғилмандың был вәғәҙәһен Райхана ишетмәне – автобус ҡуҙғалып китеп тә барҙы. Ғилман, ҡулын бәйләтеп ҡайтҡас, ҡатыны менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп-серләшепултырҙы. Ул нимә булғанын һөйләп бирҙе. Тик ҡулын кем бәйләүен өндәшмәне, дежурҙағы больницаға барырға тура килде, тине. Әллә ҡасан Алма-Атанан Ғилманға күстәнәс итеп бирелгән матур шешәле шараптарҙың берәүһен алып, ике рюмка ауыҙ иткәс, икеһенең дә кәйефе күтәрелеп китте. Тик Гөлзифа ғына бер мәл әллә балаларыхәсрәтенән, әллә иренең бәләһе ҙур булмау шатлығынан әҙ генә балауыҙ һығып алды. Ғилман уны бәләкәй балалай итеп һөйөп ҡуйғас, иркәләгәс тиҙ тынысланды, йәш саҡтағыса күҙҙәре нурланып, йөҙҙәре алһыуланып китте. Иренә нығыраҡ һыйынды ла, уның һау ҡулын ыуғылап:– Һин дә ныҡ арының, берәй ерҙә ял итергә кәрәк, – тине.– Ял итеп ултырам бит… Ул «ял» тигәндәре нимә була һуң ул? – Ғилмандың был яуабында әҙ генә шаярыу ҙа, аҫтыртын ғына төрттөрөү ҙә һиҙҙе Гөлзифа. Ысынлап та, уның яңғыҙ ғына ла, ҡыҙы менән дә ял йорттарында булғылағаны бар. Ә бына Ғилманға элегерәк бары бер генә тапҡыр Абхазиялағы Пицунда санаторийында ял итеп (дөрөҫөрәге, яҙышып) йәшәргә тура килде. Ул йә ғилми, йә яҙыусылыҡ эшенәнбашын күтәрә, ял-йәйҙәрен төҙөлөш, ер мәшәҡәттәренән бер көн дә арына алмай. Ошо хәлгә күнеп бөттө, ғәҙәти тормошо тип һананы. Һуңғараҡ, илдә буталыштар, уны бүлеүҙәр башланғас, аҡсалары ла, форсаттары ла булманы. Хәҙер улар матди яҡтан, уның эш хаҡын бер ни тиклем күтәргәс, китаптары ла сыҡҡылай башлағас, ярайһығына аяҡҡа баҫтылар.– Льготалы путёвка таба алмаһаң, үҙ хаҡына һатып алырбыҙ. Ял кәрәк һиңә, – тип һүҙен дауам итте ҡатыны. – Беҙҙең күҙ терәп торған кешебеҙ – һин бит!.. –Гөлзифаның тауышы йомшаҡ та, бер ни тиклем ҡәтғи ҙә ине. Ғилман, ниндәй ваҡытлы тәҡдим тип уйлап ҡуйһа ла, ҡатынының баш тартасағын белеп:– Барһаҡ, бергә барабыҙ инде, – тине. – Айырым-айырым йөрөргә, беҙ бит йәш егет, йәш ҡыҙ түгел хәҙер.– Эй-й-й, – тине Гөлзифа үкенесле итеп һуҙып, көрһөнөп, – биш аяҡлап, рәхәтләнеп барыр инем. Малайҙың бер үҙен нисек ҡалдырып китәйем… Ҡыҙыбыҙ тормошоноң да рәте юҡ. Әле ҡайта, әле китә. Эштәге хәлдәрҙе лә белеп тораһың. Ә һиңә, сәбәбен табып, китергә була. Кафедраң күтәрелеп осмаҫ, ана, йәштәр күпме – эшләһендәр.Көндәр буйы шундаһың… Һинең өтәләнеүеңдән нимә үҙгәрә? Хәҙер бер кем дә бер нимәгә лә яуап бирмәй. Үҙ һаулығыңды уйла.– Ярар, әсәһе, путёвка табырмын, ял итермен. – Был мәлдә Ғилман, үҙенең һаулығынан бигерәк, теге ҡатынды уйлай ине. Һылыу йөҙө, аҡ халат кейгән килешле кәүҙәһе менән күҙ алдында, ниңәлер, баҫып тик торасы.***Райхана ваннала йыуынып урынына ятыуы булды, телефон шылтыраны:– Тыңлайым.– Райхана Саматовна?– Эйе, мин.– Һаумыһығыҙ? Был Ғилман Хәйруллин ине. Уңайһыҙ хәлгә ҡуйһам, трубканы һалам.– Юҡ, юҡ һөйләгеҙ, тыңлайым.– Телефонығыҙҙы белгәнгә аптырамағыҙ инде. Һеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйткем килде. Борсоғанға ғәфү итегеҙ.– Рәхмәт әйтер өсөн борсоғандарға мин дә рәхмәт кенә әйтәм.– Улай булғас, һәйбәт. Тауышығыҙҙы ла ишеттем. Күңел күтәрелеп китте… – Ғилман бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды. Әммә Райхана телефон трубкаһын һалырға ашыҡманы. –Беләһегеҙме, мине йома көнгә дуҫ саҡырғайны. Һеҙ минең менән бармаҫһығыҙмы?– Бына быныһын булдыра алмайым, ғәфү итегеҙ, – тине Райхана.– Бәлки, бүтән берәй саҡ…– Ғәфү итегеҙ, килеп сыҡмаҫтыр, моғайын. Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, әлбиттә.– Һеҙ ҙә ғә ғәфү итегеҙ, йоҡоғоҙҙо ҡалдырһам. Шулай ҙа уйлай ҡуйһағыҙ, минең сотовый телефон номеры…– Туҡтағыҙ, яҙайым, юҡһа, йә тағы өйгә шылтыратырһығыҙ. Өйҙә гел генә яңғыҙ булмайым бит. Әйтегеҙ…Райхана һандар яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡул сумкаһына һалып ҡуйҙы ла йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Тәҡдимдән баш тартһа ла, Ғилмандың шылтыратыуына үҙе бик ҡәнәғәт ине. Эстән генә көтөп тә йөрөгәйне. Райхана урынына барып ятҡас, яңынан тороп, шәрә килеш көҙгө алдына барып баҫты. Ҡырҡ йәше лә тулмаған ҡатын… Әҙерәк ябығырға кәрәк икән тип уйлап ҡуйҙы. Ә күкрәктәре тулы, имсәктәре йомарланған май кеүек әле. Битенә йомшаҡ ҡына кершән һөртөп, сәстәрен тараны ла, телевизор тоҡандырып, яңынан урынына барып ятты. Тикуның кино ҡарағыһы килмәне, йоҡо ла алманы. Ниңәлер йөрәге ярһып типте. Һыуытҡысты барып асты ла, башланған кагор алып, әҙерәк һалып эсте. Сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт үтте, тик ире һаман да шылтыратманы. Тағы бер нисә рюмка төшөргәс, Райхана бөтөнләй иҫерә башланы. Сәғәт ун беренсе китеүгә телефон шылтыраны. Трубканы күтәреүгә иренең тауышы ишетелде.– Командировканы кәмендә ике-өс көнгә оҙайтырға тура килә, – тине ул, – бәлки, икенсе аҙнаға ла ҡалырға тура килер. Үҙең нисек? Ҡыҙ шылтыратамы? Ауылға ҡасан бараһың?– Бөтәһе лә һәйбәт. Ҡыҙ шылтыратып тора. Ауылға теге аҙнала барырмын тип торам.Был аҙнала минең дә мәшәҡәттәр күп.– Ярар, ауылға барып ҡайт. Мин дә, ашыҡмай, теге аҙна аҙағына тиклем булырмын. Был осорға ҡыҙҙың дә сәйәхәте бөтә булһа кәрәк. Үбәм…Ире менән һөйләшеүе тамамланғас, Райхана тағы ла урынына барып ятты. Күңелен елкенеүле хис-тойғолар биләп алды, йәнендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ырғып торҙо ла, тағы бер рюмка төшөрөп, сумкаһынан Ғилмандың телефоны яҙылған ҡағыҙҙы,унан сотовый телефонын ҡулына алды. Таныш тауыш ишетелгәс:– Алло, мин инем был, Райхана, – тине. Һеҙҙе ҡайҙа көтөргә?– Әйтермен…Университеттың филология факультетын тамамлаған Ғилман студент йылдарында бер кемгә лә ғишыҡ тотманы, ҡатын-ҡыҙҙар менән артыҡ буталманы. Юҡ, йыуашлыҡтан, баҙнатһыҙлыҡтан түгел ине был. Киреһенсә, оҙон буйлы, ҡара һөрөнкө йөҙлө, һоро төҫтөге күҙле, артыҡ йәйелмәгән йәлпәк танаулы егеттә тел дә, йылғырлыҡ та, кәрәгендә ҡыҙҙар ҡаратыр шаянлыҡ та бар ине. Тик ул барлыҡ һәләтен, тырышлығын уҡырға бирҙе. Бөтә маҡсаты, теләге карьера эшләүгә, юғарыға үрләргә ҡоролғайны.Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, филология фәндәре докторы, тел кафедраһы мөдире Йәмил Ғәлиәхмәтов уны аспирантураға алып ҡалды. Бер йыл үтерүтмәҫтән биология факультетының бишенсе курсында уҡып йөрөүсе, ошо юғары вузда эшләүсе философия фәндәре докторының ҡыҙы Гөлзифа менән бары ике ай танышып йөрөнө лә һәләт кенә уға өйләнеп тә ҡуйҙы. Кандидатлыҡ диссертацияһыяҡлауға, ҡыҙҙары тыуыуға уларға ике бүлмәне фатир бирҙеләр.Бына шулай Ғилмандың тормошо ла, ғилми уңышы ла ыңғай барҙы. Фән кешеләренең күптәре яҙыусылыҡ ижады менән дә шөғөлләнгәс, был өлкәгә ынтылыу сире уға ла йоҡто, берәүҙән да ҡалышҡыһы килмәне. Тәүҙә балалар, тора-бара, ололар өсөн хикәйәләр, повестар ижад итеүгә күсте. Һәр редакцияла, һәр урында кисә үҙе лекциялар уҡыған шәкерттәре ултырғас, ҡайһы берҙәре әҙәбиәт буйынса ситтән торопаспирантурала уҡығас, уға әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу әллә ни ауырға тура килмәне.Таланттың бер өлөшө тыумыштан, туғыҙ өлөшө тырышлыҡтан икәне билдәле. Ғилмандың иһә ун өлөшө лә тырышлыҡтан ине. Көн тимәҫ, төн тимәҫ – төрлө әҙәби китаптар, фәнни йыйынтыҡтар, дәреслектәр менән тыңҡыслап тултырылған шкафтары уртаһына ҡуйылған ҙур өҫтәле артында ҡулдан йә яҙып, йә машинкаһында туҡылдатып ултырҙы ла ултырҙы ул. Бынан ике йыл элек ошо ныҡышлығы менән тырышлығы уны тағы бер баҫҡысҡа күтәрҙе: әллә күпме йылдар яҙған романы, төрлөсә «төрткөләй торғас», ниһайәт, айырым китап булып донъя күрҙе. Бынан һуң инде, ғалимдар араһынан тағы ла бер әҙип артты, тип, хуплап-маҡтап, уны Яҙыусылар союзына алдылар. Ағзалыҡ билетын кеҫәгә һалғас, Ғилмандың күңеле күккә күтәрелде. Сөнки был хәл ижтимағи даирәлә мода ғына түгел, тел һәм әҙәбиәт ғалимдарында һәр кем мотлаҡ өлгәшергә тейеш оло абруй иҫәпләнә.Ғилмандың кеше араһында, тантаналарҙа хәҙер рәсми телгә алыр исем-дәрәжәләре байтаҡ. Ләкин өлгәшмәгәндәре күберәк шул әле. Юллау ҡағыҙҙары тейешле инстанцияларға барып етеп, яҡын йылдарҙа атҡаҙанған фән эшмәкәре булып китһә, унан инде берәй төрлө премия юллауҙы ла башларға мөмкин. Ҡайныһы дөрөҫ әйткән уға: исемдәрҙе, премияларҙы төрлө бүләктәрҙе хәҙер талант өсөн генә бирмәйҙәр, кәрәк урында шарап, ҡайһы саҡ талап ҡуйып, һорап, яйлап, хатта яулап алалар. Эйе, ҡартластан күп нәмәләргә өйрәнергә мөмкин ине. Фәндә өс тинлек асыш булмаһа ла, ә исем-дәрәжәләре байтаҡ ине уның! Тик яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы. Таянысы ҙур ине Ғилмандың. Хәҙер бына яңғыҙына уйларға, үҙенә юл ярыр кәрәк. Юҡ, бирешмәҫ, өлөшөн ебәрмәҫ Ғилманов. Байтаҡ тәжрибә лә туплап өлгөрҙө бит.Тормошонда иң ышаныслы тоғро Гөлзифаһы бар. Унһыҙ нимә ҡылыр ине. Балалар ҡарау, аҙыҡ ташыу, аш-һыу әҙерләү кеүек донъя көтөүҙең бөтмәҫ хәстәрлекмәшәкәттәрен ул үҙ өҫтөнә ала. Ҡәйнәһенә лә рәхмәт. Иренең – Гөлзифаның атаһы үлгәс, ул күберәк уларҙа була.Кейәүен үҙ балаһы кеүек яҡын күрҙе. Ғилман да уны ныҡ хөрмәт итә. Ата-әсәһе донъянан йәшләй киткәйнеләр, әйтеп аңлатмаһа ла, уларға һаҡлаған күңел йылыһын ҡәйнәһенә бүлергә тырыша. Йыл да тип әйтерлек ул, ҡатыны – өсәүләп – ауылда ғаиләһе менән йәшәгән берҙән-бер апаһына ҡайтып әйләнәләр. Ә инде балалары өләсәләрендә үҫте тиергә лә була. Әле лә Артур күберәк ваҡыт шунда йәшәй.Бер-береһенә йән мөхәббәттәре артыҡ булмаһа ла, Ғилман менән Гөлзифа үҙ-ара татыу, күп осраҡта аңлашып, килешеп йәшәнеләр. Бигерәк тә туған-дуҫтары араһында күрер күҙгә уларҙың мөнәсәбәттәре һоҡланғыс тойолдо, өлгөлө ғаилә ҡороусы юғары интеллектлы кешеләр һаналдылар. Асылда, Ғилман үҙен йыш ҡына япа-яңғыҙ итеп тойҙо, йәнен ҡайһы саҡ әллә ниндәй билдәһеҙ һағыш-хәсрәт сорнап алды. Ул ирем һәм балаларым тип йәшәгән Гөлзифаһы янына ла ҡайтҡыһы килмәй, кафедрала ҡалып, бүлмәләге сейфынан коньяк һалып эскеләне, күңеле урынына ултырмағас, толҡа тапмай, яңы башлаған яҙмаларына тотонғоланы. Ундай мәлдәрҙә ҡулына эш барманы, аң-аҡылына йүнле уй-фекер килмәне. Бары ҡанына һеңгән ғәҙәти хеҙмәтен башҡарырға тырышыу ғына ине был. Их, курсташ, бүлмәләш дуҫы Сәлих иҫән булһа икән. Йөрәгендәген асыр ҙа һалыр, ә ул уны тыңлар, аңлар, үҙенекен дә һөйләр, һиҙҙермәй генә кәңәшен дә әйтеп ҡуйыр ине. Иртә китте шул дуҫы. Бергә эшләгәндәрҙән кемгә һөйләйһең? Улар бары үҙ-ара көндәштәр…Ғилман менән Гөлзифа араһында, оло талаш-тартыштар булмаһа ла, йәшерәк саҡтарында һауыт-һаба шылтырап ҡуйғылай торғайны. Әммә бер-береһенә ышанмауҙан, кемгәлер көнләшеүҙән, ҡыҙғанышыуҙан килеп сыҡманы улар. Тәүҙәрәк әйтелгән һүҙҙәре аҡсаға, әйбергә бәйләнешле булһа, балалары үҫә төшкәс, үҙ-ара аңлашылмаусылыҡҡа, күберәк тәрбиәгә ҡайтып ҡалды. Һәр кем үҙ хәҡиҡәтен яҡларға тырышты.Өфөнөң биология фәнни тикшеренеү институтында эшләүсе Гөлзифа Сәхи ҡыҙының балаларына йоғонтоһо ҙур ине, әлбиттә. Бигерәк тә улдары Артурға. Ҡыҙы Эльза бәләкәй ваҡытында, киреһенсә, атаһына нығыраҡ яҡынланы. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡымаһа ла, уның өлгәшеүенә артыҡ һүҙ тейҙерерлек түгел ине.Университетҡа ла көсәнмәй, еңел барып керҙе. Атаһы имтихандар мәлендә ҡыҙына бары күҙ-ҡолаҡ булып ҡына йөрөнө. Ҡыҙҙары сит телдәр факультетының икенсе курсында уҡығанда уҡ дүртенсе курс студентына – буласаҡ инженер-технологҡа кейәүгә сыға һалып та ҡуйҙы. Уҡыуыңды бөтөрмәй һөйләнмә лә, тип тыйып таҡаранылар, юҡ, барыбер үҙенсә эшләне. Ата-әсәләр бик бай кейәүҙәренең фатиры, бөтә нәмәһе булһа ла, тик йәштәр рәтле йәшәй алманы. Ҡыҙҙары күп тигәндә ярты йыл ире менән торҙо ла яңынан ҡайтты, тағы барҙы. Бына шулай бергә лә, бергә лә түгел йәшәп яттылар. Хәҙер бына Эльза яңынан үҙҙәрендә. Ә инде Ғилман менән Гөлзифаның малайы Артурҙың бәләһе тыуыу менән башланды.Сабый сағында уҡ әле һыу сәсәге, әле скарлатина менән йонсоно. Әллә нисә тапҡыр хәстәханаға һалдылар, әжәл тырнағынан саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалған мәлдәре булды. Мәктәптә лә йүнләп уҡый алманы. Төрлө мажараларға эләгеп бөттө. Гөлзифа бөтә ваҡытын, көсөн улын ҡарауға бирҙе. Ғилманды ла бала сағында Артурының ауырыуы, уҡыуы борсоһа, малайы үҫә төшкәс, улы уның баш, аҙаҡ инде «кеҫә сиренә» әүерелде.Бер бәләһенә икенсеһе өҫтәлеп кенә торҙо. Этеп-төртөп урта мәктәпте тамамлағас, атаһы уны университеттың тарих факультетына урынлаштырҙы, тик унда Артур тәүге курсты ла тамамлай алманы. Бер ҡыҙҙы көсләүҙә ҡатнашып, уҡыуынан ҡыуылды, саҡ-саҡ төрмәгә ултыртыуҙан ҡотҡарып ҡалдылар. Ул саҡта Гөлзифа менән Ғилмандың ҡайғырыуҙары, йөрөүҙәре…Үҙҙәре генә белә.Ғилман улын армияға алыуға башта ныҡ ҡаршы булһа ла, һуңынан, бәлки, төҙәлеп ҡайтыр тигән уйға килеп, уны алып ҡалыу өсөн бер ни ҙә ҡылманы. Гөлзифаһы иһә, Чечняға эләкһә, күрәләтә улымды үлемгә ебәрәйемме, тип бөтә йөрәге, булмышы менән ҡаршы булды, бының өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине.Осрашырға ризалашһа ла, дуҫы йортона саҡырған Ғилман тәҡдименән Райхана баш тартып, фатирына яҡын, әммә кеше күҙҙәренән йырағыраҡ, тынысыраҡ урынды – Өфөнөң Якутов исемендәге парктың күл ярын һайлағас, Ғилман әҙ генә шымып торҙо ла:– Һеҙ тигәндә – мин күл төбөндә! – тине, шатлығын йәшермәй.Һөйләшеүҙең икенсе көнөндә сәскәләр бәйләмен, һалҡын тиеүҙән бигерәк таныштар күҙенә салынмаһын өсөн ҡат-ҡат урап, һау ҡулына тотоп паркка юлланды. Ул килгәндә алты тулмағайны әле. Һәр урындағыса, күл янындағы ағастарҙан, бөтә нәмәнән ҡыштың яҡынлашҡаны һиҙелеп тора. Баҡсала кешеләр һирәк-һаяҡ ҡынакүренә. Күл эргәһендә бары бер нисә пар йөрөп ята.Ғилман Райхананы әллә ҡайҙан таныны, әйтерһең, көн дә осрашып торалар. Бер күреүҙә лә ҡайһы берәүҙең атлауы, һәр хәрәкәте хәтергә инеп ҡала икән. Бығаса берәүҙе лә ул шулай иҫендә ҡалдырғаны юҡ ине. Бәлки, ошо араларҙа тик уны көн-төн уйлағанғалыр. Ғүмер уртаһы үтеп барғанда, уйламағанда-көтмәгәндә, осраҡлы ғына осрашыуҙан ғашиҡтар күленә ҡолағына тиклем сумған үҫмерҙәй йөрөп ят сәле!Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ, тиҙәр ҙә ул. Яҙҙырмай торғаны микән?..Ғилман бына шулай, уйлана-ҡыуана, Райханаға ҡаршы атланы. Гөлләмә тапшырғас, Райхананың бит осонан саҡ ҡына, һаҡ ҡына үбеп алды ла:– Килгәнегеҙгә рәхмәт, – тине шым ғына, үҙен бының өсөн ғәйепле кеше һымағыраҡ тойоп. – Саҡырғанығыҙға рәхмәт, – тип йылмайҙы ла Райхана, – ҡулығыҙ ни хәлдә? – тип һораны.– Һеҙ һаман минең хаҡта хәстәрлек күрәһегеҙ. Яңынан бәйләттем. Уның хаҡында онотоп барам инде. Ә һеҙ онотмайһығыҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә.– Мин үҙем ҡабул иткән пациенттарымды онотмайым. Бигерәк тә күҙ алдында яраланғандарын…Ғилман менән Райхана араһында бына шулай тәбиғи, ихлас башланған әңгәмә осрашыуҙың аҙағынаса дауам итте. Улар был кисте оҙаҡ аралаштылар, парктан тыш башҡа урындарҙа ла йөрөнөләр. Бер-береһенең тормошонан, яҙмышынан күп нәмә белделәр. Мөхәббәткә, ғаиләгә ҡағылғандарҙың да иң мөһимдәре асыҡланды, ләкин ҡайһы берҙәре күңел диңгеҙе төбөндәге сер булып ҡалды. Бер-ике осрашып ҡына уларҙы ҡайҙан беләһең. Ир менән ҡатындың күпме йылдар бер түшәкте уртаҡ итеп тә бер-береһен аса алмаған, тик үҙе өсөн генә ғәзиз һәм мөҡәддәс серҙәре була.Донъянан киткәс, ошо серҙәре тәне-йәне менән бергә серей. Юҡҡа ғына халыҡ, ҡатын менән ир – ике сир һәм ике сер, тип әйтмәгәндер. Кешелек донъяһы башланғандан бирле күпме рух һәм һүҙ даһиҙары шул серҙе асырға тырышҡан, бөйөк әҫәрҙәр тыуҙырғандар, ләкин ул һаман йәшәүҙең иң оло сере булып ҡала килгән, килә, киләсәк.Райхана менән Ғилман да быны ғына аңлау түгел, бер кем белмәҫ һөйөү серҙәрен йөрәктәрендә яңғыҙ һаҡлап атлаған донъяның яп-ябай йән эйәләре. Тәжрибәләре әллә ни ҙур түгел, бигерәк тә Ғилмандыҡы. Шуға ла һүҙ үткән тормош, ғаилә, үҙ-ара мөхәббәт, мөнәсәбәт кеүек мәсьәләләргә килеп төртөлһә, быларҙы артыҡ ҡуйыртманылар, дөйөмләштереп тормайынса, күп осраҡта шаярыуға борҙолар.Осрашыу-танышыуҙарҙың дауамында Ғилман:– Быйылғы көҙ һеҙгә оҡшаймы? – тип һорай ҡуйҙы.– Көҙ-көҙ инде, – тине Райхана иҫе китмәй генә, – яҙ түгел, һалҡын. Башҡа йылдарға ҡарағанда һыуығыраҡ кеүек. Ә һеҙгә нисек?Ғилман көткәйне был һорауҙы.– Һоҡланғыс! – тине ул, хатта ян-яҡҡа ҡулдарын йәйеп. – Ниңә, тип һорағыҙ?– Ниңә?– Cөнки был көҙҙә донъялағы иң сибәр, иң аҡыллы ҡатынды осраттым, үәт!Шул саҡ улар йылмайышып бер-береһенә ҡарашы. Райхананың күҙҙәрендә ниндәйҙер әйтеп аңлатылмаҫ нурҙар бар, улар, гүйә, рәхмәт, дауам итегеҙ, тиҙәр кеүек. Ғилман дауам итте.– Әйт әле, Райхана, мин хәҙер һинһеҙ нисек йәшәргә тейеш? – Ғилман үҙенең «һеҙ»ҙән «һиңә» күсеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Яуабын таба алмайым.– Һин, беҙ ҡасан тағы осрашабыҙ, тип һорайһыңмы? – Райхана ла «һиңә» күсте. – Мин был көндәрҙә япа-яңғыҙ…Ошо саҡ Ғилман, уның алдына боролоп баҫты ла, Райхананы ҡапыл үҙенә тартып, һығып ҡосаҡлағас:– Иртәгә үк! – тип, уның ирендәренә үҙ ирендәрен батырҙы… Тирә-йүндә кеше күренмәне, шуға ла ҡосаҡлашыуҙары ихлас, оҙаҡ булды.– Ә хәҙер мине оҙатып ҡуй, – тип Райхана йәшәгән йорттары яғына ыңғайланы.Оҙаҡламай улар, шылтыратышырға һөйләшеп,йылы хушлаштылар…Һуңлап ҡайтҡан Ғилман иртәгә Нефтекама ҡалаһынан килеүҙәре, унда үтәсәк фәнни конференцияға уны ла алып китәсәктәре хаҡында әйткәс, бындай сараларға күнегеп бөткән ҡатыны: «Булғас ни, бараһың инде», – тип кенә ҡуйҙы. Гөлзифаһының үҙ ҡайғы-хәстәрлектәре башынан ашҡан: больницаға малайы янына көн дә йүгерә, уға Мәскәүҙәге таныштары яңы дарыуҙар ебәрергә тейеш, ҡыҙына бәйләнешле мәшәҡәттәр ҙә етәрлек…Ысынбарлыҡта, кисләтеп кенә Ғилман Райхана йортона килде. Хужабикә, һалҡын урамда йөрөргә беҙ йәш егет менән ҡыҙ түгел, тип үҙенә саҡырғас, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай торҙо ла, сәскә гөлләмәһе, төрлө күстәнәстәр күтәреп уның фатирына килеп керҙе. Килеүен тәҙрәнән күҙәтеп торған Райхана ул инер саҡта, биктәрен ысҡындырып, ишеген ҡыҫып ҡына асып ҡуйғайны инде. Ғилманға, ҡулындағы бүләктәрен тоттороп, уны ҡосаҡлап үбеп, сисенеп, тәҡдим ителгән ҙур бүлмәгә үтеү мәшәҡәте генә тороп ҡалды.Райхана ҡыҙ сағындағыса һаҡланған еңел, уртаса буйлы кәүҙәһенә килешле йомшаҡ бәрхәт халат кейеп алғайны. Электр утында ялтлап торған ҡарағусҡыл сәстәре, шундай уҡ күҙҙәре уның алһыу йөҙөнә тағы ла алсаҡлыҡ, мөләйемлек өҫтәгән. Ә инде килешле тура танауы менән тулы ирендәре сибәрлеген арттырып, гүйә, уны бер алиһә иткән. Ризыҡ, шешәләр менән тулы түңәрәк өҫтәлгә йәнәш ҡунаҡлаған ултырғыстың береһенән Райхана урын күрһәткәс, Ғилман ҡулдарын йыуырға йүнәлде. Залға сығып,ултырғыстарҙың береһенә йәнәшәһенә Райхана ултырғас, көтмәгәндә күктән төшкән ошо бәхеттән Ғилман, нимә әйтергә, ни ҡылырға ла белмәй, алйып-аптырап ҡалды.Шуны һиҙептер, Райхана:– Аҡты һалһам, ҡаршы килмәйһеңме? – тип һораны ла, ҡунағының ризалағын аңлап, ғәжәп һырҙар менән семәрләнгән ҙур шешәнән уға, үҙенә һырлы бәллүер рюмкаларға эсемлек ҡойҙо. – Беҙҙе осраштырған көҙ өсөн, – тине.– Һине күргән онотолмаҫ кис өсөн, – тип Ғилман рюмкаларҙы сәкәштерҙе. Икеһе лә бөткәнсе эсеп ҡуйҙылар. Шунан улар бер-береһенә яҡыныраҡ ултырҙылар. Тойғолар, теләктәр әйтелеп, тағы ла бер нисә рюмка эселгәс, Райхана йоҡо бүлмәһенә атланы, унда яй ғына тауышҡа музыка ҡуйҙы ла Ғилманды тансаға саҡырҙы. Улар бербереһенең ҡулдарына тотоноу менән ирендәре иренгә уйылды, телдәре иркәләште.Ғилман Райхананың биленән тағы ла нығыраҡ үҙенә тартты. Икеһе лә шул хәлдәге рәхәткә бер нисә секундҡа ғына, тындары бөткәндәй, ҡатып ҡалдылар. Ғилман, Райхананың ирендәренән айырылып, уның муйынын үбә башланы. Ҡапыл ғына Райхана халатының бауын тартты. Эстән уның бер нәмәһе лә юҡ ине. Ғилман түштәренә лә ирен тейҙергәс, Райхана уларҙы алғараҡ кирҙе. Ҡараштары менән осрашмаҫҡа тырыштылар. Ғилман уң ҡулын аҫҡа төшөргәс, Райхана:– Һин нимә эшләйһең? – тип һаҡ ҡына бышылданы.– Белмәйем… аҡылдан яҙам, ахыры…Ваҡыт һиҙелмәне. Ҡушылған тәндәре аша йәндәре лә бер бөтөнгә әүерелеп, гүйә, бүлмә биләмендә түгел, зәңгәр күк бейеклегендә бәүелде… Ләззәт йыһанында…Улар һүҙһеҙ генә йәнәшә ятҡас, тәүләп Ғилмандың теле асылды:– Беҙ тағы ла бер нисә осрашһаҡ, мин һинең алдыңа тубыҡланып, миңә кейәүгә сыҡ, тиәсәкмен.– Ә һин тағы осрашыуға икеләнәһеңме ни? Һин баш тартырһың, тип ҡурҡам.– Ҡурҡма!– Рәхмәт.– Нимә өсөн?– Был донъяла һин булған өсөн… Мин икебеҙгә лә берәй ял йортона путёвка алам.– Ал, тик үҙеңә генә. Мин яныңа барырмын.– Ғүмеремдә беренсе тапҡыр ял иткем килә. Бары һинең менән.– Ә мин ғүмер буйы бары һинең менән ошо йортомда. Ошо урында ошолай йәнәш ятҡым килә.– Ә нимә ҡамасаулай?– Выждан… Ҡыҙымдың, иремдең күҙҙәренә нисек ҡарармын?.. Былай ҙа гонаһҡа баттым…– Үкенәһеңме?– Юҡ. Эҙләгән кешеңде тапҡан өсөн ниңә үкенергә? Тик һуң шул инде. Барыбер бөтәһе лә элеккесә ҡаласаҡ.– Ә минең элекке тормошом селпәрәмә килде кеүек.– Ғилман, Райхананы ҡыҫып ҡосаҡланы ла, тағы ла ирендәрен, күҙҙәрен үбеп алды. Һинең менән осрашҡандан һуң…– Йә әйтеп бөтөр, – тине Райхана уға нығыраҡ һыйынып.– Йәшәй генә башланым, ахырыһы…– Ҡуй, Ғилман, илатма мине… Бәхетте ҡурҡытып ҡуймайыҡ…Улар шым ғына оҙаҡ яттылар. Тик ваҡыт менән тормош, билдәле, туҡтаманы, үҙ яйы, үҙ хөкөмө менән алға тәгәрәне.***Башҡортостандың төньяк-көнсығыш районының ҙур ғына ауылында донъяға килгән Райхана бала саҡтан уҡ тиҫтерҙәре, бигерәк тә әхирәттәре араһынан айырылыбыраҡ торҙо. Төҫкө-башҡа һылыулығы, ыҡсым буй-һыны менән генә түгел, аң-аҡылы, һәрнәмәне зирәк төшөнөү менән дә башҡасараҡ, өҫтәүенә, һәр саҡ шат, ғәҙел, игелекле ҡыҙ ине ул. Беренсе кластан уҡ яҡшы уҡыны. Улар, атаһы әсәһенән киткәнсә, өсәүләп, мәктәпкә яҡын ғына йортта йәшәнеләр. Оләсәһе менән олатаһы, ҡыҙы һәм малайыменән уларҙан алыҫта – оҙон ауыл урамының иң осонда торҙо. Улар өйө тирәһендә һәр саҡ кеше йыйылыр, бигерәк тә Райхананың тиҫтерҙәре күп килер ине. Дәрестәр бөтөп, әҙерәк буш ваҡыттар булһа, бөтәһе лә уның менән бергә булырға тырышты. Башланғыс кластарҙа уҡығанда мәктәптә, клубта нимә генә уйлапсығармай торғайнылар! Күпме концерт, спектакль ҡуйҙылар. Һәр яңылыҡҡа әйҙәүсе, уны ойоштороусы Райхана булды. Юғары кластарҙа уға ғашиҡ булмаған егет ҡалманы, тик был хаҡта белдерергә береһе лә батырсылыҡ итә алманы. Һәр кем Райхананың һәр йәһәттән унан бер башҡа юғары тороуын белә, аңлай ине.Бына шулай ваҡыт үтә торҙо. Райханаға урта мәктәпте тамамларға бер йыл ҡалғас, ауылға яңы уҡытыусы килде. Ошо уҡ райондан, мәктәп директорының дуҫы, математика факультетын бергә тамамлағандар икән. Өйләнгән, ҡатыны, бәләкәй ҡыҙы бар. Уларға Райханаларҙан йыраҡ түгел хужалары йәшәргә ҡалаға күскән бәләкәй генә бер йорт бирҙеләр. Ҡатыны колхоз бухгалтерияһына урынлашты. Үҙен «Мәһәҙи Мәхмутович» тип танытҡан яңы уҡытыусы Райханалар класында физика фәнен уҡытабашланы. Урта буйлынан саҡ ҡына оҙонораҡ, яҫы ғына ҡаштарын ҡаплап торған ҡарағусҡыл йөҙөндәге көмөрөрәк танауҙағы ҙур күҙлеген һис һалмаған был физик уҡыусыларға тиҙ оҡшаны. Ауыл халҡы ла уны ятһынманы. Белемле, күп һөнәрҙәргә маһир был ир кемдеңдер йә телевизорына «йән өрҙө», йә берәйһенә тейешле урынға ғариза, юллау кеүек ҡағыҙҙар яҙырға ярҙамлашты. Аралашып бармаҫ, үҙен бер ни тиклем һауалыраҡ, көнләшеүсән, ҡылтым ҡатынын ғына ауыл халҡы әллә ни өнәп етмәне.Райхана яңы уҡытыусыны күргән көндән үк йән тыныслығын юғалтты. Байрамдарҙа, төрлө тантаналы сараларҙа кейгән матур күлдәген, килешле джинса салбарын ҡыҙыл кофтаһы менән ғәҙәти көндәрҙә лә мәктәпкә кейә башланы. Әсәһе: «Бөтөрәһең бит, имтихандар бирергә ҡалаға нимә кейеп барырһың?!» – тип, бер ниcә тапҡыр әйтеп ҡараны – тыңламаны. «Бер ике йыл үҙебеҙҙең мәктәптә эшләйем, директор менән һөйләштем», – тип кенә ҡуйҙы. Әсә кеше, үҙ һүҙле ҡыҙын барыбер еңә алмаҫын белеп, ҡул ғына һелтәне лә башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы.Райханаға физика фәне иң көтөп алған дәрескә әүерелде. Һәр саҡ әҙерләнеп килде, тик бишлегә генә уҡыны. Дәрестәрҙә төрлө һорауҙар бирҙе, гелән һәр урында яңы уҡытыусы күҙенә салынырға тырышты. Ҡайһы бер көтөлмәгән һорауҙары йәш физикты хатта ауыр хәлгә лә ҡуйғылай ине. Тик ул һиҙҙермәне, бары уҡыусыһының ғәҙәти булмаған ҙур күҙҙәрен үҙ күҙҙәре менән осраштырмаҫҡа ғына тырышыр ине.Райхананың яңы уҡытыусыға үлеп ғашиҡ булғанын мәктәптә лә, ауылда ла тиҙ белделәр. Күптәр аптыраны, тик ҡайһы берәүҙәр генә һис иҫтәре китмәй: «Ниңә, бербереһенә торош, һәйбәт пар булырҙар ине», – тип кенә ҡуйҙы.Мәһәҙиҙең ҡатыны Розала был хәл тәүҙәрәк ҡыҙыҡһыныу ғына уятһа, тора-бара уны нәфрәт, үс алыу тойғоһо биләп алды.Райхана тирәһендә уралған, күңелдәрендәниндәйҙер өмөт-хыял йөрөткән егеттәргә ләеңел түгел ине был күренеш. Башҡа саралары булмағас, өлкән синыф уҡыусылары, уны элеккесә Мәһәҙи Мәхмүтович тип түгел, яңы ҡушамат уйлап, үҙ-ара Күҙлек тип кенә йөрөтә башланылар. Асыуҙарын нисек тә булһа әҙерәк баҫырға кәрәк шул. Мәһәҙи, йәш ҡыҙҙың мауығыуы ваҡытлыса ғыналыр, үҙемдә лә булды бындай хәл, үтеп китер, тип уйлаһа ла, көндәр үткән һайын үҙенә ҡарата Райхананың етди икәненә төшөнә барҙы, үҙ күңелендә лә ниҙер ҡуҙғалғанын, уянғанын һиҙҙе, тойғоларының ҙурға китеүенән ҡурҡа башланы. Розаһының бына-бына ене ҡуҙасағын тойоп йөрөнө.Бер тапҡыр һүҙ башлағайны бит инде.– Уның өсөн яуап бирә алмайым. Йәштеэҙләйһеңме, тиһең, мин һиңә шулай уйларғаберәй сәбәп бирҙемме? Ауылда бөтә нәмә үтәнән-үтә күренеп тора. Бигерәк тә ситтән килгән кешеләрҙең һәр аҙымын күҙәтеп-ҡарап торалар.Мәһәҙиҙең ошо һүҙҙәренән һуң, ире үҙен тыныс, бәҫле тотҡас, ҡатыны туҡтап ҡалғайны. Хәйер, бөгөн туҡталды, иртәгә тоҡанды, тигәндәй, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың ҡылығы бер тәүлектә ҡырҡҡа үҙгәреп ҡуя. Роза ла шулар нәҫеленән. Ә Мәһәҙиурынын-яйын табып, Райхана менән аңлашып, мөнәсәбәттәрен асыҡлап ҡуйырға тигәйне лә, уйлана торғас, быны эшләмәҫкә булды. Тиҙҙән мәктәпте бөтә, иң алдынғы уҡыусы, моғайын, берәй юғары уҡыу йортона имтихан тапшырыр, уҡыр, башҡалар менән аралаша башлаһа, бөтәһе онотолор ҙа бөтөр, тигән уйы еңеп ҡуйҙы. ЛәкинРайхана уны бер генә көнгә, бер генә сәғәткәонотманы. Һаман да бөтә һылыулығындайәш уҡытыусыһының күҙенә нығыраҡ салынырға, янында булырға ынтылды. Бер көн шулай мәктәп эргәһендәге уҡыусылар, уларҙан бушағас ололар өсөн ойошторолған ауыл ашханаһына төштән һуң Райхана барып инде. Байтаҡ ҡына халыҡйыйылған, кешеләр ашарға сиратҡа баҫҡан. Иң артта – Мәһәҙи. Райхана уның эргәһенә килеп торҙо ла уҡытыусыһы менән һөйләшә башланы. Шул саҡ ашхана ишегенән Мәһәҙинең ҡатыны күренде. Роза етеҙ аҙымдар менән улар уртаһына килеп баҫты ла бөтәһе лә ишетелерлек тауыш менән:– Оят түгелме һиңә, туҡтауһыҙ кеше ире артынан йүгерәһең?! Ҡайҙа һинең ҡыҙ намыҫың, оятың?! – тип ҡысҡырҙы. Мәһәҙи:– Туҡта, Роза, нимә һөйләйһең? – тип, уны еңенән тартып, туҡтатмаҡсы иткәйне, ҡатыны ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп:– Теймә миңә! – тип тағы ла яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы. Райхана атылып тышҡа сыҡты ла ямғыр күҙҙәре һибәләй башлаған урам буйлапяҡындағы йылға яры туғайлығына йүгерҙе. Кешеләр күрмәҫ ышыҡ урынға барып еткәс, ямғырға ҡушылған күҙ йәштәрен берсә уң, берсә һул ҡулы менән һөрткөләйһөрткөләй, ергә сүгәләне. Унан, тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш, башын эйеп оҙаҡ ултырҙы. Ғәрлеге тамағына төйөн булып тығылды…Ҡараңғылатып ҡына өйҙәренә ҡайтҡан Райхана был көндө аттестат алыу менән ауылдан китергә тигән ҡәтғи ҡарарға килде. Тик йортонда яңғыҙ ҡаласаҡ әсәһен уйлаһа, яңынан йәнен хәсрәт биләп алды… Уның бындай аптырап ҡалған көсһөҙ сағы ошоғаса булғаны юҡ ине ләбаһа. Мөхәббәтшулай була микән ни? Юҡ, ул башҡаса ғашиҡ булмаясаҡ, булһа, кешегә күрһәтмәйәсәк,һиҙҙермәйәсәк…***Райхана, урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү, йәки башҡа берәй ҙур ҡаланың юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләһә лә, иптәштәренән берәү ҙә бармағас, был хыялынан баш тартты. Алыҫыраҡ яҡта булһам, ауылға һирәкләп ҡайтылыр, физикауҡытыусыһы менән осрашмам, тип уйлағайны, тик яңғыҙы ғына сәфәр тоторға йөрәге етеңкерәмәне. Өҫтәүенә, әсәһе быға ҡаршы булды. Ул ҡырт киҫмәһә, бәлки тәүәкәлләр ҙә ине.Уларҙың мәктәбенән дүрт кеше Өфө медицина институтына барҙы. Райхана менән берегет кенә, имтихандарҙы уңышлы биреп, ҙур конкурстан үтеп һөйөнә алды.Һылыу ҡыҙға күҙ һалыусылар баш ҡалала ла әҙ булманы. Үҙең яратыу ғына бәхет килтермәүҙе тәүләп татыған Райхана хәҙер инде ир-егеттәрҙең ул тип йән атыуҙарын теләне. Маҡсат ҡуйһа, бөгөндән кейәүгә сыға ала ине ул. Бығаса осрағандарҙың матур итеп һөйләгәндәре, күңелле итеп көлгәндәре күп, ә бына ул тип үлгәндәре, ул тип көйгәндәре күренмәй һымаҡ Райханаға. Шуға ла кейәүгә сығырға ашыҡманы, дөрөҫөрәге, Альберт Фәйзуллин тигән егет менән аралашҡанға тиклем. Бер группала уҡыған егет бишенсе курсты бөтөрөүҙе байрам итергә, атаһының ҙурбаҡсаһына алып барғайны. Бында башҡа йәштәр ҙә булып сыҡты. Асылда уларҙы таныштырыу өсөнойошторолған кисәлә Райхананың теләк-хыялы тормошҡа ашты ла инде. Оҙон буйлы, ҡыр моронло, етди уйлы лейтенант ҡыҙҙы, халыҡ теле менән әйтһәк, «күрҙе лә – үлде!» Бөтәһе лә ҡыҙып алғас, уйын-көлкө, йыр-таҡмаҡ башланғас,Райхананы икенсе тапҡыр тансыға саҡырҙы ла:– Мин һеҙҙе яратам. Һеҙҙе бер кемгә лә бирмәйем!– тип, уңайын килтереп, уның ҡолағына шыбырҙаны.– Быны әйтергә оҙаҡ уйланығыҙмы? – тип Райхана егеттең йөҙөнә матур күҙҙәрентөбәне.– Һеҙҙе күргәс тә… Ә бына башҡортса нисек әйтергә күп уйланым. Сөнки мин гел русса уҡыным.– Һәйбәт һөйләшәһегеҙ ҙә.– Мин һеҙҙән яуап көтәм.– Шулай тиһегеҙме? Уйлашырбыҙ…***Альберттың мөхәббәте лә, ныҡышлығы ла үтә ҡайнар һәм ихлас булып сыҡты. Ул юлын, яйын табып, Рязань яғынан Өфөгә бер йылда әллә нисә тапҡыр килде.Архангель районында тыуып, баш ҡалала йәшәгән туғандарын (ата-әсәһе бала сағында уҡ вафат) буласаҡ кәләшенең әсәһе, туғандары менән осрашып та өлгөрҙө. Дипломын алғас, Өфөлә танышыу кисәһе үткәреп, яҙылып, Райхананы ҙур булмаған ҡалаға бер көндө алды ла китте. Уларға дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, бер йылдан ҡыҙҙары Розалина тыуҙы.Йәштәрҙең тормошо бына шулай һәйбәт кенә башланғайны. Йәшәгән туғыҙ ҡатлыдөйөм ятаҡта ла кешеләр менән танышып, бер-береһенә йомошҡа, ҡунаҡҡа йөрөшәләр ине. Үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғас, былар бөтәһе лә әллә ҡайҙа була барҙы. Был ятаҡтан, фатир алып, йүнлерәк ғаиләләр ҡайҙалыр күсә, киреһенсә, бында эшһеҙҙәр, эскеселәр һаны көнләп арта торҙо. Ятаҡ күргеһеҙ хәлгә килде. Сүп-сар, эт, бесәй тиҙәге еҫтәре һәр этажға таралды. Күп осраҡта лифттар ҙа бер аҙналар буйыурынынан да ҡуҙғалманы. Аптырағас, Райхана үҙҙәре подъезын дежур итеү графигын төҙөп, элеп, йәшәүселәрҙең байтағын йыйып, һөйләшеп ҡараны. Дөрөҫ, кәрәк, тип шаулаштылар ҙа – эш тә бөттө: берәү ҙә һепертке, сепрәк тотоп сыҡманы, күренмәне. Этаждарҙа бысраҡтан баҫырурын ҡалмағас, уларҙа көпә-көндөҙ тараҡандар йөрөй, сысҡандар йүгерә башлағас, тамам нервыһы ҡаҡшаған Райхана:– Етте, башҡа түҙер хәлем ҡалманы: йә һин беҙҙе машинаң менән Өфөгә алып барып ҡуяһың, йә баланы үҙем күтәреп сығып китәм, – тине. – Күпме шулай йәшәргә мөмкин?!   РИФ МИФТАХОВ.   catalog-photo.ru
«Жигули»ҙы гаражына бикләп, эшенә ноябрҙең тәүге көндәренән үк автобуста йөрөй башланы. Уңайһыҙ, ваҡытын бигерәк күп ала. Әммә ни хәл итмәк кәрәк, машина йөрөтөүҙә тәжрибәһе ҙур түгел. Хәйер, «Лихач»тар һәр миҙгелдә лә, һәр урында ла етерлек. Кеше генә түгел, үҙ башын да уйламай улар. Туҡталышҡа етер-етмәҫтән, урам сатынан боролоп, Ғилман эргәһенән генә «Газель» үтеп китте. Нәҡ улар яғына бара. Ул йүгерә-атлай ашыҡты. Туҡталышҡа еттем генә тигәндә… аяғы тайып китте лә, йығылмаҫҡа тырышып, электр бағанаһына һул ҡулы менән ынтылды. Усы, унан ҡулы буйлап, үҙәк өҙөп, елегенә етеп һыҙлау үтте. Еңен, плащ, хатта салбар балаҡтарын, боҙланған ерҙе ҡан тамсылары «биҙәй» башланы. Нимә булғанын аңламаған Ғилман әйләнеп әлеге бағанаға ҡарап ҡуйҙы. Абау, кемдер тоҙаҡ бәйләп киткән! Эшһеҙлектән йонсоп, ел ҡыуып йөрөгән малайҙарҙың этлегелер. Ус ярып ебәрерлек булғас, бик ҡаты тоҙаҡ осо булған. Ҡанды туҡтатып, йәһәтерәк ҡулды бәйләргә кәрәк. Ғилман, салбар кеҫәһенән һау ҡулы менән ҡулъяулыҡ сығарып, ҡан таптарын һөрткөләне лә, ҡып-ҡыҙыл булғас, яралы усына шуны ҡыҫып, тағы нимә эшләргә тигән һораулы төҫ менән аптырап ҡалды. Туҡталышта тиҫтәгә яҡын кеше таптана. Шул саҡ уның янына бер ҡатын яҡынлашты.– Һаумыһығыҙ. Күреп торам, бәләгә тарынығыҙ, – тине ул башҡортса. – Әйҙәгеҙ, ҡулығыҙҙы бәйләйек. Ғилман өсөн, ҡапыл алған ҡул яраһы кеүек, был өндәшеү ҙә көтөлмәгән хәл ине.– Рәхмәт, борсолмағыҙ, – тине ниңәлер балаларса уңайһыҙланып.– Юҡ, былай ярамай, аҙып китеүе бар. Мин бынау поликлиникала эшләйем, ҡатын уң яҡтағы бинаға күрһәтте лә урынынан ҡуҙғалды. Профессорға уға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Төнгө һаҡта ултырған ҡарттан ишек астырғас:– Чечняла ғына түгел ир-егет юлда ла яралана, ярҙам итмәйсә булмай, – тине лә ҡатын икенсе ҡатҡа – үрләй башланы. Яйлап ҡына баҫҡыстарҙан күтәрелгән Ғилман, таныш булмаған ҡатындың ҡыҫҡа ғына ҡуныслы итектәре ҡаплап бөтөрә алмаған матур балтырҙарына ҡарап. хәлдең шулай килеп сығыуына хатта һөйөнөп тә ҡуйҙы. Эйе, ҡәнәғәтлек, хатта әҙ генә рәхәтлек кисерҙе. Тиҙерәк исемен һорашҡыһы, танышҡыһы килде. Бүлмәһенә ишеген асып кереү менән ут яҡтыртҡас, ҡатын өҫтөндәге пальтоһын, ялтлап торған йомшаҡ йөнлө һорғолт бүркен һалғас, халатын кейеп, ултырғысҡа күрһәтте.– Әйҙә, ултырығыҙ. Шунан Ғилмандың уйында булған, тел осонда ғына торған һорауына үҙе үк яуап биреп:– Мин Ҡунаҡбаева Райхана Саматовна булам. Ошо поликлиникала эшләйем, врачтерапевт, – тине.– Эске ауырыуҙарҙы дауаламайһығыҙ икән. Мин һеҙгә «врач психолог» тигән исем дә бирер инем.– Бәй, – тип йылмайҙы Райхана, – шулай тиҙ арала дәрәжәне күтәрәһегеҙ түгелме?– Cөнки һеҙ кешенең эске серҙәренә тиҙ төшөнәһегеҙ, уны ла уңышлыдауалайһығыҙҙыр, моғайын. Артабан ике аралағы һөйләш еп-еңел барҙы. Райханаға көтөлмәгәндә ҡабул итергә тура килгән пациент Башҡорт дәүләт университетында уҡытыусы, профессор булыуы, кафедраға етәкселек итеүе хаҡында әйтте. Бүлмәнән сығыр алдынан Райхана:– Ә мин Ғилман Хәйруллин тигән яҙыусыны ла беләм. Телевизорҙан һөйләгәнен күргәнем, ишеткәнем бар. Ниңә ул һеҙҙең исем-фамилияғыҙҙы алған? – тип һораны ла ҡара күҙҙәрендә нур уйнатып, тигеҙ тештәрен күрһәтеп яғымлы йылмайып, яңы танышына текәлде. Ғилман ике ҡулын күтәрҙе лә:– Биреләм! – тине, кинәнесле, шатлығын йәшермәй. – Ҡатын-ҡыҙ белмәгән донъяла бер генә сер ҙә юҡ, тигәндәре дөрөҫ икән…Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үтеүгә, улар яңынан урамға сыҡты. Ниңәлер, Ғилмандың бер ҙә йортона ҡайтаһы килмәне. Хатта эстән генә Райхана йәшәгән яҡҡа транспорттың оҙағыраҡ килмәүен теләй ине ул. Төнгө һалҡын һауа бер ни тиклем йылынып киткәндәй тойолдо Ғилманға. Ҡулындағы яраһы ла бөтөнләй һыҙламай кеүек. Туҡталышта бер нисә автобус торғанын күреп, Ғилман тертләп ҡуйҙы. Ысынлап та, Райхана арттағыһының номерын күргәс тә:– Беҙҙең яҡҡа бара, ярар, таныштыҡ, һау булығыҙ, – тип ашыҡты.– Һеҙгә йүнләп рәхмәтемде лә әйтергә өлгөрмәнем… бәлки, такси тоторбоҙ, оҙатып ҡуярмын… Былай әллә нисек килеп бит әле… Хәҙер такси тотам… – Ғилман шулай һөйләнеп, ҡулынан килгәнсә яңы танышына ярҙамлаша-ярҙамлаша уның эргәһенән йүгерә-атлай барҙы.– Рәхмәт, борсолмағыҙ, ҡулығыҙҙы яңынан бәйләргә онотмағыҙ, – тине лә Райхана автобус эсенә инеп юғалды.– Ә мин һеҙҙе табырмын! – Ғилмандың был вәғәҙәһен Райхана ишетмәне – автобус ҡуҙғалып китеп тә барҙы. Ғилман, ҡулын бәйләтеп ҡайтҡас, ҡатыны менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп-серләшепултырҙы. Ул нимә булғанын һөйләп бирҙе. Тик ҡулын кем бәйләүен өндәшмәне, дежурҙағы больницаға барырға тура килде, тине. Әллә ҡасан Алма-Атанан Ғилманға күстәнәс итеп бирелгән матур шешәле шараптарҙың берәүһен алып, ике рюмка ауыҙ иткәс, икеһенең дә кәйефе күтәрелеп китте. Тик Гөлзифа ғына бер мәл әллә балаларыхәсрәтенән, әллә иренең бәләһе ҙур булмау шатлығынан әҙ генә балауыҙ һығып алды. Ғилман уны бәләкәй балалай итеп һөйөп ҡуйғас, иркәләгәс тиҙ тынысланды, йәш саҡтағыса күҙҙәре нурланып, йөҙҙәре алһыуланып китте. Иренә нығыраҡ һыйынды ла, уның һау ҡулын ыуғылап:– Һин дә ныҡ арының, берәй ерҙә ял итергә кәрәк, – тине.– Ял итеп ултырам бит… Ул «ял» тигәндәре нимә була һуң ул? – Ғилмандың был яуабында әҙ генә шаярыу ҙа, аҫтыртын ғына төрттөрөү ҙә һиҙҙе Гөлзифа. Ысынлап та, уның яңғыҙ ғына ла, ҡыҙы менән дә ял йорттарында булғылағаны бар. Ә бына Ғилманға элегерәк бары бер генә тапҡыр Абхазиялағы Пицунда санаторийында ял итеп (дөрөҫөрәге, яҙышып) йәшәргә тура килде. Ул йә ғилми, йә яҙыусылыҡ эшенәнбашын күтәрә, ял-йәйҙәрен төҙөлөш, ер мәшәҡәттәренән бер көн дә арына алмай. Ошо хәлгә күнеп бөттө, ғәҙәти тормошо тип һананы. Һуңғараҡ, илдә буталыштар, уны бүлеүҙәр башланғас, аҡсалары ла, форсаттары ла булманы. Хәҙер улар матди яҡтан, уның эш хаҡын бер ни тиклем күтәргәс, китаптары ла сыҡҡылай башлағас, ярайһығына аяҡҡа баҫтылар.– Льготалы путёвка таба алмаһаң, үҙ хаҡына һатып алырбыҙ. Ял кәрәк һиңә, – тип һүҙен дауам итте ҡатыны. – Беҙҙең күҙ терәп торған кешебеҙ – һин бит!.. –Гөлзифаның тауышы йомшаҡ та, бер ни тиклем ҡәтғи ҙә ине. Ғилман, ниндәй ваҡытлы тәҡдим тип уйлап ҡуйһа ла, ҡатынының баш тартасағын белеп:– Барһаҡ, бергә барабыҙ инде, – тине. – Айырым-айырым йөрөргә, беҙ бит йәш егет, йәш ҡыҙ түгел хәҙер.– Эй-й-й, – тине Гөлзифа үкенесле итеп һуҙып, көрһөнөп, – биш аяҡлап, рәхәтләнеп барыр инем. Малайҙың бер үҙен нисек ҡалдырып китәйем… Ҡыҙыбыҙ тормошоноң да рәте юҡ. Әле ҡайта, әле китә. Эштәге хәлдәрҙе лә белеп тораһың. Ә һиңә, сәбәбен табып, китергә була. Кафедраң күтәрелеп осмаҫ, ана, йәштәр күпме – эшләһендәр. Көндәр буйы шундаһың… Һинең өтәләнеүеңдән нимә үҙгәрә? Хәҙер бер кем дә бер нимәгә лә яуап бирмәй. Үҙ һаулығыңды уйла.– Ярар, әсәһе, путёвка табырмын, ял итермен. – Был мәлдә Ғилман, үҙенең һаулығынан бигерәк, теге ҡатынды уйлай ине. Һылыу йөҙө, аҡ халат кейгән килешле кәүҙәһе менән күҙ алдында, ниңәлер, баҫып тик торасы.***Райхана ваннала йыуынып урынына ятыуы булды, телефон шылтыраны:– Тыңлайым.– Райхана Саматовна?– Эйе, мин.– Һаумыһығыҙ? Был Ғилман Хәйруллин ине. Уңайһыҙ хәлгә ҡуйһам, трубканы һалам.– Юҡ, юҡ һөйләгеҙ, тыңлайым.– Телефонығыҙҙы белгәнгә аптырамағыҙ инде. Һеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт әйткем килде. Борсоғанға ғәфү итегеҙ.– Рәхмәт әйтер өсөн борсоғандарға мин дә рәхмәт кенә әйтәм.– Улай булғас, һәйбәт. Тауышығыҙҙы ла ишеттем. Күңел күтәрелеп китте… – Ғилман бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды. Әммә Райхана телефон трубкаһын һалырға ашыҡманы. –Беләһегеҙме, мине йома көнгә дуҫ саҡырғайны. Һеҙ минең менән бармаҫһығыҙмы?– Бына быныһын булдыра алмайым, ғәфү итегеҙ, – тине Райхана.– Бәлки, бүтән берәй саҡ…– Ғәфү итегеҙ, килеп сыҡмаҫтыр, моғайын. Саҡырыуығыҙ өсөн рәхмәт, әлбиттә.– Һеҙ ҙә ғә ғәфү итегеҙ, йоҡоғоҙҙо ҡалдырһам. Шулай ҙа уйлай ҡуйһағыҙ, минең сотовый телефон номеры…– Туҡтағыҙ, яҙайым, юҡһа, йә тағы өйгә шылтыратырһығыҙ. Өйҙә гел генә яңғыҙ булмайым бит. Әйтегеҙ…Райхана һандар яҙылған ҡағыҙ киҫәген ҡул сумкаһына һалып ҡуйҙы ла йоҡо бүлмәһенә йүнәлде. Тәҡдимдән баш тартһа ла, Ғилмандың шылтыратыуына үҙе бик ҡәнәғәт ине. Эстән генә көтөп тә йөрөгәйне. Райхана урынына барып ятҡас, яңынан тороп, шәрә килеш көҙгө алдына барып баҫты. Ҡырҡ йәше лә тулмаған ҡатын… Әҙерәк ябығырға кәрәк икән тип уйлап ҡуйҙы. Ә күкрәктәре тулы, имсәктәре йомарланған май кеүек әле. Битенә йомшаҡ ҡына кершән һөртөп, сәстәрен тараны ла, телевизор тоҡандырып, яңынан урынына барып ятты. Тикуның кино ҡарағыһы килмәне, йоҡо ла алманы. Ниңәлер йөрәге ярһып типте. Һыуытҡысты барып асты ла, башланған кагор алып, әҙерәк һалып эсте. Сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт үтте, тик ире һаман да шылтыратманы. Тағы бер нисә рюмка төшөргәс, Райхана бөтөнләй иҫерә башланы. Сәғәт ун беренсе китеүгә телефон шылтыраны. Трубканы күтәреүгә иренең тауышы ишетелде.– Командировканы кәмендә ике-өс көнгә оҙайтырға тура килә, – тине ул, – бәлки, икенсе аҙнаға ла ҡалырға тура килер. Үҙең нисек? Ҡыҙ шылтыратамы? Ауылға ҡасан бараһың?– Бөтәһе лә һәйбәт. Ҡыҙ шылтыратып тора. Ауылға теге аҙнала барырмын тип торам. Был аҙнала минең дә мәшәҡәттәр күп.– Ярар, ауылға барып ҡайт. Мин дә, ашыҡмай, теге аҙна аҙағына тиклем булырмын. Был осорға ҡыҙҙың дә сәйәхәте бөтә булһа кәрәк. Үбәм…Ире менән һөйләшеүе тамамланғас, Райхана тағы ла урынына барып ятты. Күңелен елкенеүле хис-тойғолар биләп алды, йәнендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо. Ырғып торҙо ла, тағы бер рюмка төшөрөп, сумкаһынан Ғилмандың телефоны яҙылған ҡағыҙҙы,унан сотовый телефонын ҡулына алды. Таныш тауыш ишетелгәс:– Алло, мин инем был, Райхана, – тине. Һеҙҙе ҡайҙа көтөргә?– Әйтермен…Университеттың филология факультетын тамамлаған Ғилман студент йылдарында бер кемгә лә ғишыҡ тотманы, ҡатын-ҡыҙҙар менән артыҡ буталманы. Юҡ, йыуашлыҡтан, баҙнатһыҙлыҡтан түгел ине был. Киреһенсә, оҙон буйлы, ҡара һөрөнкө йөҙлө, һоро төҫтөге күҙле, артыҡ йәйелмәгән йәлпәк танаулы егеттә тел дә, йылғырлыҡ та, кәрәгендә ҡыҙҙар ҡаратыр шаянлыҡ та бар ине. Тик ул барлыҡ һәләтен, тырышлығын уҡырға бирҙе. Бөтә маҡсаты, теләге карьера эшләүгә, юғарыға үрләргә ҡоролғайны. Университетты ҡыҙыл дипломға тамамлағас, филология фәндәре докторы, тел кафедраһы мөдире Йәмил Ғәлиәхмәтов уны аспирантураға алып ҡалды. Бер йыл үтерүтмәҫтән биология факультетының бишенсе курсында уҡып йөрөүсе, ошо юғары вузда эшләүсе философия фәндәре докторының ҡыҙы Гөлзифа менән бары ике ай танышып йөрөнө лә һәләт кенә уға өйләнеп тә ҡуйҙы. Кандидатлыҡ диссертацияһыяҡлауға, ҡыҙҙары тыуыуға уларға ике бүлмәне фатир бирҙеләр. Бына шулай Ғилмандың тормошо ла, ғилми уңышы ла ыңғай барҙы. Фән кешеләренең күптәре яҙыусылыҡ ижады менән дә шөғөлләнгәс, был өлкәгә ынтылыу сире уға ла йоҡто, берәүҙән да ҡалышҡыһы килмәне. Тәүҙә балалар, тора-бара, ололар өсөн хикәйәләр, повестар ижад итеүгә күсте. Һәр редакцияла, һәр урында кисә үҙе лекциялар уҡыған шәкерттәре ултырғас, ҡайһы берҙәре әҙәбиәт буйынса ситтән торопаспирантурала уҡығас, уға әҫәрҙәрен баҫтырып сығарыу әллә ни ауырға тура килмәне. Таланттың бер өлөшө тыумыштан, туғыҙ өлөшө тырышлыҡтан икәне билдәле. Ғилмандың иһә ун өлөшө лә тырышлыҡтан ине. Көн тимәҫ, төн тимәҫ – төрлө әҙәби китаптар, фәнни йыйынтыҡтар, дәреслектәр менән тыңҡыслап тултырылған шкафтары уртаһына ҡуйылған ҙур өҫтәле артында ҡулдан йә яҙып, йә машинкаһында туҡылдатып ултырҙы ла ултырҙы ул. Бынан ике йыл элек ошо ныҡышлығы менән тырышлығы уны тағы бер баҫҡысҡа күтәрҙе: әллә күпме йылдар яҙған романы, төрлөсә «төрткөләй торғас», ниһайәт, айырым китап булып донъя күрҙе. Бынан һуң инде, ғалимдар араһынан тағы ла бер әҙип артты, тип, хуплап-маҡтап, уны Яҙыусылар союзына алдылар. Ағзалыҡ билетын кеҫәгә һалғас, Ғилмандың күңеле күккә күтәрелде. Сөнки был хәл ижтимағи даирәлә мода ғына түгел, тел һәм әҙәбиәт ғалимдарында һәр кем мотлаҡ өлгәшергә тейеш оло абруй иҫәпләнә. Ғилмандың кеше араһында, тантаналарҙа хәҙер рәсми телгә алыр исем-дәрәжәләре байтаҡ. Ләкин өлгәшмәгәндәре күберәк шул әле. Юллау ҡағыҙҙары тейешле инстанцияларға барып етеп, яҡын йылдарҙа атҡаҙанған фән эшмәкәре булып китһә, унан инде берәй төрлө премия юллауҙы ла башларға мөмкин. Ҡайныһы дөрөҫ әйткән уға: исемдәрҙе, премияларҙы төрлө бүләктәрҙе хәҙер талант өсөн генә бирмәйҙәр, кәрәк урында шарап, ҡайһы саҡ талап ҡуйып, һорап, яйлап, хатта яулап алалар. Эйе, ҡартластан күп нәмәләргә өйрәнергә мөмкин ине. Фәндә өс тинлек асыш булмаһа ла, ә исем-дәрәжәләре байтаҡ ине уның! Тик яҡты донъянан иртәрәк китеп барҙы. Таянысы ҙур ине Ғилмандың. Хәҙер бына яңғыҙына уйларға, үҙенә юл ярыр кәрәк. Юҡ, бирешмәҫ, өлөшөн ебәрмәҫ Ғилманов. Байтаҡ тәжрибә лә туплап өлгөрҙө бит. Тормошонда иң ышаныслы тоғро Гөлзифаһы бар. Унһыҙ нимә ҡылыр ине. Балалар ҡарау, аҙыҡ ташыу, аш-һыу әҙерләү кеүек донъя көтөүҙең бөтмәҫ хәстәрлекмәшәкәттәрен ул үҙ өҫтөнә ала. Ҡәйнәһенә лә рәхмәт. Иренең – Гөлзифаның атаһы үлгәс, ул күберәк уларҙа була. Кейәүен үҙ балаһы кеүек яҡын күрҙе. Ғилман да уны ныҡ хөрмәт итә. Ата-әсәһе донъянан йәшләй киткәйнеләр, әйтеп аңлатмаһа ла, уларға һаҡлаған күңел йылыһын ҡәйнәһенә бүлергә тырыша. Йыл да тип әйтерлек ул, ҡатыны – өсәүләп – ауылда ғаиләһе менән йәшәгән берҙән-бер апаһына ҡайтып әйләнәләр. Ә инде балалары өләсәләрендә үҫте тиергә лә була. Әле лә Артур күберәк ваҡыт шунда йәшәй. Бер-береһенә йән мөхәббәттәре артыҡ булмаһа ла, Ғилман менән Гөлзифа үҙ-ара татыу, күп осраҡта аңлашып, килешеп йәшәнеләр. Бигерәк тә туған-дуҫтары араһында күрер күҙгә уларҙың мөнәсәбәттәре һоҡланғыс тойолдо, өлгөлө ғаилә ҡороусы юғары интеллектлы кешеләр һаналдылар. Асылда, Ғилман үҙен йыш ҡына япа-яңғыҙ итеп тойҙо, йәнен ҡайһы саҡ әллә ниндәй билдәһеҙ һағыш-хәсрәт сорнап алды. Ул ирем һәм балаларым тип йәшәгән Гөлзифаһы янына ла ҡайтҡыһы килмәй, кафедрала ҡалып, бүлмәләге сейфынан коньяк һалып эскеләне, күңеле урынына ултырмағас, толҡа тапмай, яңы башлаған яҙмаларына тотонғоланы. Ундай мәлдәрҙә ҡулына эш барманы, аң-аҡылына йүнле уй-фекер килмәне. Бары ҡанына һеңгән ғәҙәти хеҙмәтен башҡарырға тырышыу ғына ине был. Их, курсташ, бүлмәләш дуҫы Сәлих иҫән булһа икән. Йөрәгендәген асыр ҙа һалыр, ә ул уны тыңлар, аңлар, үҙенекен дә һөйләр, һиҙҙермәй генә кәңәшен дә әйтеп ҡуйыр ине. Иртә китте шул дуҫы. Бергә эшләгәндәрҙән кемгә һөйләйһең? Улар бары үҙ-ара көндәштәр…Ғилман менән Гөлзифа араһында, оло талаш-тартыштар булмаһа ла, йәшерәк саҡтарында һауыт-һаба шылтырап ҡуйғылай торғайны. Әммә бер-береһенә ышанмауҙан, кемгәлер көнләшеүҙән, ҡыҙғанышыуҙан килеп сыҡманы улар. Тәүҙәрәк әйтелгән һүҙҙәре аҡсаға, әйбергә бәйләнешле булһа, балалары үҫә төшкәс, үҙ-ара аңлашылмаусылыҡҡа, күберәк тәрбиәгә ҡайтып ҡалды. Һәр кем үҙ хәҡиҡәтен яҡларға тырышты. Өфөнөң биология фәнни тикшеренеү институтында эшләүсе Гөлзифа Сәхи ҡыҙының балаларына йоғонтоһо ҙур ине, әлбиттә. Бигерәк тә улдары Артурға. Ҡыҙы Эльза бәләкәй ваҡытында, киреһенсә, атаһына нығыраҡ яҡынланы. Мәктәптә яҡшы билдәләргә генә уҡымаһа ла, уның өлгәшеүенә артыҡ һүҙ тейҙерерлек түгел ине. Университетҡа ла көсәнмәй, еңел барып керҙе. Атаһы имтихандар мәлендә ҡыҙына бары күҙ-ҡолаҡ булып ҡына йөрөнө. Ҡыҙҙары сит телдәр факультетының икенсе курсында уҡығанда уҡ дүртенсе курс студентына – буласаҡ инженер-технологҡа кейәүгә сыға һалып та ҡуйҙы. Уҡыуыңды бөтөрмәй һөйләнмә лә, тип тыйып таҡаранылар, юҡ, барыбер үҙенсә эшләне. Ата-әсәләр бик бай кейәүҙәренең фатиры, бөтә нәмәһе булһа ла, тик йәштәр рәтле йәшәй алманы. Ҡыҙҙары күп тигәндә ярты йыл ире менән торҙо ла яңынан ҡайтты, тағы барҙы. Бына шулай бергә лә, бергә лә түгел йәшәп яттылар. Хәҙер бына Эльза яңынан үҙҙәрендә. Ә инде Ғилман менән Гөлзифаның малайы Артурҙың бәләһе тыуыу менән башланды. Сабый сағында уҡ әле һыу сәсәге, әле скарлатина менән йонсоно. Әллә нисә тапҡыр хәстәханаға һалдылар, әжәл тырнағынан саҡ-саҡ ҡотолоп ҡалған мәлдәре булды. Мәктәптә лә йүнләп уҡый алманы. Төрлө мажараларға эләгеп бөттө. Гөлзифа бөтә ваҡытын, көсөн улын ҡарауға бирҙе. Ғилманды ла бала сағында Артурының ауырыуы, уҡыуы борсоһа, малайы үҫә төшкәс, улы уның баш, аҙаҡ инде «кеҫә сиренә» әүерелде. Бер бәләһенә икенсеһе өҫтәлеп кенә торҙо. Этеп-төртөп урта мәктәпте тамамлағас, атаһы уны университеттың тарих факультетына урынлаштырҙы, тик унда Артур тәүге курсты ла тамамлай алманы. Бер ҡыҙҙы көсләүҙә ҡатнашып, уҡыуынан ҡыуылды, саҡ-саҡ төрмәгә ултыртыуҙан ҡотҡарып ҡалдылар. Ул саҡта Гөлзифа менән Ғилмандың ҡайғырыуҙары, йөрөүҙәре…Үҙҙәре генә белә. Ғилман улын армияға алыуға башта ныҡ ҡаршы булһа ла, һуңынан, бәлки, төҙәлеп ҡайтыр тигән уйға килеп, уны алып ҡалыу өсөн бер ни ҙә ҡылманы. Гөлзифаһы иһә, Чечняға эләкһә, күрәләтә улымды үлемгә ебәрәйемме, тип бөтә йөрәге, булмышы менән ҡаршы булды, бының өсөн бөтәһен дә эшләргә әҙер ине. Осрашырға ризалашһа ла, дуҫы йортона саҡырған Ғилман тәҡдименән Райхана баш тартып, фатирына яҡын, әммә кеше күҙҙәренән йырағыраҡ, тынысыраҡ урынды – Өфөнөң Якутов исемендәге парктың күл ярын һайлағас, Ғилман әҙ генә шымып торҙо ла:– Һеҙ тигәндә – мин күл төбөндә! – тине, шатлығын йәшермәй.Һөйләшеүҙең икенсе көнөндә сәскәләр бәйләмен, һалҡын тиеүҙән бигерәк таныштар күҙенә салынмаһын өсөн ҡат-ҡат урап, һау ҡулына тотоп паркка юлланды. Ул килгәндә алты тулмағайны әле. Һәр урындағыса, күл янындағы ағастарҙан, бөтә нәмәнән ҡыштың яҡынлашҡаны һиҙелеп тора. Баҡсала кешеләр һирәк-һаяҡ ҡынакүренә. Күл эргәһендә бары бер нисә пар йөрөп ята. Ғилман Райхананы әллә ҡайҙан таныны, әйтерһең, көн дә осрашып торалар. Бер күреүҙә лә ҡайһы берәүҙең атлауы, һәр хәрәкәте хәтергә инеп ҡала икән. Бығаса берәүҙе лә ул шулай иҫендә ҡалдырғаны юҡ ине. Бәлки, ошо араларҙа тик уны көн-төн уйлағанғалыр. Ғүмер уртаһы үтеп барғанда, уйламағанда-көтмәгәндә, осраҡлы ғына осрашыуҙан ғашиҡтар күленә ҡолағына тиклем сумған үҫмерҙәй йөрөп ят сәле!Яҙмыш юлдан яҙҙырмаҫ, тиҙәр ҙә ул. Яҙҙырмай торғаны микән?..Ғилман бына шулай, уйлана-ҡыуана, Райханаға ҡаршы атланы. Гөлләмә тапшырғас, Райхананың бит осонан саҡ ҡына, һаҡ ҡына үбеп алды ла:– Килгәнегеҙгә рәхмәт, – тине шым ғына, үҙен бының өсөн ғәйепле кеше һымағыраҡ тойоп. – Саҡырғанығыҙға рәхмәт, – тип йылмайҙы ла Райхана, – ҡулығыҙ ни хәлдә? – тип һораны.– Һеҙ һаман минең хаҡта хәстәрлек күрәһегеҙ. Яңынан бәйләттем. Уның хаҡында онотоп барам инде. Ә һеҙ онотмайһығыҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә.– Мин үҙем ҡабул иткән пациенттарымды онотмайым. Бигерәк тә күҙ алдында яраланғандарын…Ғилман менән Райхана араһында бына шулай тәбиғи, ихлас башланған әңгәмә осрашыуҙың аҙағынаса дауам итте. Улар был кисте оҙаҡ аралаштылар, парктан тыш башҡа урындарҙа ла йөрөнөләр. Бер-береһенең тормошонан, яҙмышынан күп нәмә белделәр. Мөхәббәткә, ғаиләгә ҡағылғандарҙың да иң мөһимдәре асыҡланды, ләкин ҡайһы берҙәре күңел диңгеҙе төбөндәге сер булып ҡалды. Бер-ике осрашып ҡына уларҙы ҡайҙан беләһең. Ир менән ҡатындың күпме йылдар бер түшәкте уртаҡ итеп тә бер-береһен аса алмаған, тик үҙе өсөн генә ғәзиз һәм мөҡәддәс серҙәре була. Донъянан киткәс, ошо серҙәре тәне-йәне менән бергә серей. Юҡҡа ғына халыҡ, ҡатын менән ир – ике сир һәм ике сер, тип әйтмәгәндер. Кешелек донъяһы башланғандан бирле күпме рух һәм һүҙ даһиҙары шул серҙе асырға тырышҡан, бөйөк әҫәрҙәр тыуҙырғандар, ләкин ул һаман йәшәүҙең иң оло сере булып ҡала килгән, килә, киләсәк. Райхана менән Ғилман да быны ғына аңлау түгел, бер кем белмәҫ һөйөү серҙәрен йөрәктәрендә яңғыҙ һаҡлап атлаған донъяның яп-ябай йән эйәләре. Тәжрибәләре әллә ни ҙур түгел, бигерәк тә Ғилмандыҡы. Шуға ла һүҙ үткән тормош, ғаилә, үҙ-ара мөхәббәт, мөнәсәбәт кеүек мәсьәләләргә килеп төртөлһә, быларҙы артыҡ ҡуйыртманылар, дөйөмләштереп тормайынса, күп осраҡта шаярыуға борҙолар. Осрашыу-танышыуҙарҙың дауамында Ғилман:– Быйылғы көҙ һеҙгә оҡшаймы? – тип һорай ҡуйҙы.– Көҙ-көҙ инде, – тине Райхана иҫе китмәй генә, – яҙ түгел, һалҡын. Башҡа йылдарға ҡарағанда һыуығыраҡ кеүек. Ә һеҙгә нисек?Ғилман көткәйне был һорауҙы.– Һоҡланғыс! – тине ул, хатта ян-яҡҡа ҡулдарын йәйеп. – Ниңә, тип һорағыҙ?– Ниңә?– Cөнки был көҙҙә донъялағы иң сибәр, иң аҡыллы ҡатынды осраттым, үәт!Шул саҡ улар йылмайышып бер-береһенә ҡарашы. Райхананың күҙҙәрендә ниндәйҙер әйтеп аңлатылмаҫ нурҙар бар, улар, гүйә, рәхмәт, дауам итегеҙ, тиҙәр кеүек. Ғилман дауам итте.– Әйт әле, Райхана, мин хәҙер һинһеҙ нисек йәшәргә тейеш? – Ғилман үҙенең «һеҙ»ҙән «һиңә» күсеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. – Яуабын таба алмайым.– Һин, беҙ ҡасан тағы осрашабыҙ, тип һорайһыңмы? – Райхана ла «һиңә» күсте. – Мин был көндәрҙә япа-яңғыҙ…Ошо саҡ Ғилман, уның алдына боролоп баҫты ла, Райхананы ҡапыл үҙенә тартып, һығып ҡосаҡлағас:– Иртәгә үк! – тип, уның ирендәренә үҙ ирендәрен батырҙы… Тирә-йүндә кеше күренмәне, шуға ла ҡосаҡлашыуҙары ихлас, оҙаҡ булды.– Ә хәҙер мине оҙатып ҡуй, – тип Райхана йәшәгән йорттары яғына ыңғайланы. Оҙаҡламай улар, шылтыратышырға һөйләшеп,йылы хушлаштылар…Һуңлап ҡайтҡан Ғилман иртәгә Нефтекама ҡалаһынан килеүҙәре, унда үтәсәк фәнни конференцияға уны ла алып китәсәктәре хаҡында әйткәс, бындай сараларға күнегеп бөткән ҡатыны: «Булғас ни, бараһың инде», – тип кенә ҡуйҙы. Гөлзифаһының үҙ ҡайғы-хәстәрлектәре башынан ашҡан: больницаға малайы янына көн дә йүгерә, уға Мәскәүҙәге таныштары яңы дарыуҙар ебәрергә тейеш, ҡыҙына бәйләнешле мәшәҡәттәр ҙә етәрлек…Ысынбарлыҡта, кисләтеп кенә Ғилман Райхана йортона килде. Хужабикә, һалҡын урамда йөрөргә беҙ йәш егет менән ҡыҙ түгел, тип үҙенә саҡырғас, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай торҙо ла, сәскә гөлләмәһе, төрлө күстәнәстәр күтәреп уның фатирына килеп керҙе. Килеүен тәҙрәнән күҙәтеп торған Райхана ул инер саҡта, биктәрен ысҡындырып, ишеген ҡыҫып ҡына асып ҡуйғайны инде. Ғилманға, ҡулындағы бүләктәрен тоттороп, уны ҡосаҡлап үбеп, сисенеп, тәҡдим ителгән ҙур бүлмәгә үтеү мәшәҡәте генә тороп ҡалды. Райхана ҡыҙ сағындағыса һаҡланған еңел, уртаса буйлы кәүҙәһенә килешле йомшаҡ бәрхәт халат кейеп алғайны. Электр утында ялтлап торған ҡарағусҡыл сәстәре, шундай уҡ күҙҙәре уның алһыу йөҙөнә тағы ла алсаҡлыҡ, мөләйемлек өҫтәгән. Ә инде килешле тура танауы менән тулы ирендәре сибәрлеген арттырып, гүйә, уны бер алиһә иткән. Ризыҡ, шешәләр менән тулы түңәрәк өҫтәлгә йәнәш ҡунаҡлаған ултырғыстың береһенән Райхана урын күрһәткәс, Ғилман ҡулдарын йыуырға йүнәлде. Залға сығып,ултырғыстарҙың береһенә йәнәшәһенә Райхана ултырғас, көтмәгәндә күктән төшкән ошо бәхеттән Ғилман, нимә әйтергә, ни ҡылырға ла белмәй, алйып-аптырап ҡалды. Шуны һиҙептер, Райхана:– Аҡты һалһам, ҡаршы килмәйһеңме? – тип һораны ла, ҡунағының ризалағын аңлап, ғәжәп һырҙар менән семәрләнгән ҙур шешәнән уға, үҙенә һырлы бәллүер рюмкаларға эсемлек ҡойҙо. – Беҙҙе осраштырған көҙ өсөн, – тине.– Һине күргән онотолмаҫ кис өсөн, – тип Ғилман рюмкаларҙы сәкәштерҙе. Икеһе лә бөткәнсе эсеп ҡуйҙылар. Шунан улар бер-береһенә яҡыныраҡ ултырҙылар. Тойғолар, теләктәр әйтелеп, тағы ла бер нисә рюмка эселгәс, Райхана йоҡо бүлмәһенә атланы, унда яй ғына тауышҡа музыка ҡуйҙы ла Ғилманды тансаға саҡырҙы. Улар бербереһенең ҡулдарына тотоноу менән ирендәре иренгә уйылды, телдәре иркәләште. Ғилман Райхананың биленән тағы ла нығыраҡ үҙенә тартты. Икеһе лә шул хәлдәге рәхәткә бер нисә секундҡа ғына, тындары бөткәндәй, ҡатып ҡалдылар. Ғилман, Райхананың ирендәренән айырылып, уның муйынын үбә башланы. Ҡапыл ғына Райхана халатының бауын тартты. Эстән уның бер нәмәһе лә юҡ ине. Ғилман түштәренә лә ирен тейҙергәс, Райхана уларҙы алғараҡ кирҙе. Ҡараштары менән осрашмаҫҡа тырыштылар. Ғилман уң ҡулын аҫҡа төшөргәс, Райхана:– Һин нимә эшләйһең? – тип һаҡ ҡына бышылданы.– Белмәйем… аҡылдан яҙам, ахыры…Ваҡыт һиҙелмәне. Ҡушылған тәндәре аша йәндәре лә бер бөтөнгә әүерелеп, гүйә, бүлмә биләмендә түгел, зәңгәр күк бейеклегендә бәүелде… Ләззәт йыһанында…Улар һүҙһеҙ генә йәнәшә ятҡас, тәүләп Ғилмандың теле асылды:– Беҙ тағы ла бер нисә осрашһаҡ, мин һинең алдыңа тубыҡланып, миңә кейәүгә сыҡ, тиәсәкмен.– Ә һин тағы осрашыуға икеләнәһеңме ни? Һин баш тартырһың, тип ҡурҡам.– Ҡурҡма!– Рәхмәт.– Нимә өсөн?– Был донъяла һин булған өсөн… Мин икебеҙгә лә берәй ял йортона путёвка алам.– Ал, тик үҙеңә генә. Мин яныңа барырмын.– Ғүмеремдә беренсе тапҡыр ял иткем килә. Бары һинең менән.– Ә мин ғүмер буйы бары һинең менән ошо йортомда. Ошо урында ошолай йәнәш ятҡым килә.– Ә нимә ҡамасаулай?– Выждан… Ҡыҙымдың, иремдең күҙҙәренә нисек ҡарармын?.. Былай ҙа гонаһҡа баттым…– Үкенәһеңме?– Юҡ. Эҙләгән кешеңде тапҡан өсөн ниңә үкенергә? Тик һуң шул инде. Барыбер бөтәһе лә элеккесә ҡаласаҡ.– Ә минең элекке тормошом селпәрәмә килде кеүек.– Ғилман, Райхананы ҡыҫып ҡосаҡланы ла, тағы ла ирендәрен, күҙҙәрен үбеп алды. Һинең менән осрашҡандан һуң…– Йә әйтеп бөтөр, – тине Райхана уға нығыраҡ һыйынып.– Йәшәй генә башланым, ахырыһы…– Ҡуй, Ғилман, илатма мине… Бәхетте ҡурҡытып ҡуймайыҡ…Улар шым ғына оҙаҡ яттылар. Тик ваҡыт менән тормош, билдәле, туҡтаманы, үҙ яйы, үҙ хөкөмө менән алға тәгәрәне.***Башҡортостандың төньяк-көнсығыш районының ҙур ғына ауылында донъяға килгән Райхана бала саҡтан уҡ тиҫтерҙәре, бигерәк тә әхирәттәре араһынан айырылыбыраҡ торҙо. Төҫкө-башҡа һылыулығы, ыҡсым буй-һыны менән генә түгел, аң-аҡылы, һәрнәмәне зирәк төшөнөү менән дә башҡасараҡ, өҫтәүенә, һәр саҡ шат, ғәҙел, игелекле ҡыҙ ине ул. Беренсе кластан уҡ яҡшы уҡыны. Улар, атаһы әсәһенән киткәнсә, өсәүләп, мәктәпкә яҡын ғына йортта йәшәнеләр. Оләсәһе менән олатаһы, ҡыҙы һәм малайыменән уларҙан алыҫта – оҙон ауыл урамының иң осонда торҙо. Улар өйө тирәһендә һәр саҡ кеше йыйылыр, бигерәк тә Райхананың тиҫтерҙәре күп килер ине. Дәрестәр бөтөп, әҙерәк буш ваҡыттар булһа, бөтәһе лә уның менән бергә булырға тырышты. Башланғыс кластарҙа уҡығанда мәктәптә, клубта нимә генә уйлапсығармай торғайнылар! Күпме концерт, спектакль ҡуйҙылар. Һәр яңылыҡҡа әйҙәүсе, уны ойоштороусы Райхана булды. Юғары кластарҙа уға ғашиҡ булмаған егет ҡалманы, тик был хаҡта белдерергә береһе лә батырсылыҡ итә алманы. Һәр кем Райхананың һәр йәһәттән унан бер башҡа юғары тороуын белә, аңлай ине. Бына шулай ваҡыт үтә торҙо. Райханаға урта мәктәпте тамамларға бер йыл ҡалғас, ауылға яңы уҡытыусы килде. Ошо уҡ райондан, мәктәп директорының дуҫы, математика факультетын бергә тамамлағандар икән. Өйләнгән, ҡатыны, бәләкәй ҡыҙы бар. Уларға Райханаларҙан йыраҡ түгел хужалары йәшәргә ҡалаға күскән бәләкәй генә бер йорт бирҙеләр. Ҡатыны колхоз бухгалтерияһына урынлашты. Үҙен «Мәһәҙи Мәхмутович» тип танытҡан яңы уҡытыусы Райханалар класында физика фәнен уҡытабашланы. Урта буйлынан саҡ ҡына оҙонораҡ, яҫы ғына ҡаштарын ҡаплап торған ҡарағусҡыл йөҙөндәге көмөрөрәк танауҙағы ҙур күҙлеген һис һалмаған был физик уҡыусыларға тиҙ оҡшаны. Ауыл халҡы ла уны ятһынманы. Белемле, күп һөнәрҙәргә маһир был ир кемдеңдер йә телевизорына «йән өрҙө», йә берәйһенә тейешле урынға ғариза, юллау кеүек ҡағыҙҙар яҙырға ярҙамлашты. Аралашып бармаҫ, үҙен бер ни тиклем һауалыраҡ, көнләшеүсән, ҡылтым ҡатынын ғына ауыл халҡы әллә ни өнәп етмәне. Райхана яңы уҡытыусыны күргән көндән үк йән тыныслығын юғалтты. Байрамдарҙа, төрлө тантаналы сараларҙа кейгән матур күлдәген, килешле джинса салбарын ҡыҙыл кофтаһы менән ғәҙәти көндәрҙә лә мәктәпкә кейә башланы. Әсәһе: «Бөтөрәһең бит, имтихандар бирергә ҡалаға нимә кейеп барырһың?!» – тип, бер ниcә тапҡыр әйтеп ҡараны – тыңламаны. «Бер ике йыл үҙебеҙҙең мәктәптә эшләйем, директор менән һөйләштем», – тип кенә ҡуйҙы. Әсә кеше, үҙ һүҙле ҡыҙын барыбер еңә алмаҫын белеп, ҡул ғына һелтәне лә башҡаса был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Райханаға физика фәне иң көтөп алған дәрескә әүерелде. Һәр саҡ әҙерләнеп килде, тик бишлегә генә уҡыны. Дәрестәрҙә төрлө һорауҙар бирҙе, гелән һәр урында яңы уҡытыусы күҙенә салынырға тырышты. Ҡайһы бер көтөлмәгән һорауҙары йәш физикты хатта ауыр хәлгә лә ҡуйғылай ине. Тик ул һиҙҙермәне, бары уҡыусыһының ғәҙәти булмаған ҙур күҙҙәрен үҙ күҙҙәре менән осраштырмаҫҡа ғына тырышыр ине. Райхананың яңы уҡытыусыға үлеп ғашиҡ булғанын мәктәптә лә, ауылда ла тиҙ белделәр. Күптәр аптыраны, тик ҡайһы берәүҙәр генә һис иҫтәре китмәй: «Ниңә, бербереһенә торош, һәйбәт пар булырҙар ине», – тип кенә ҡуйҙы. Мәһәҙиҙең ҡатыны Розала был хәл тәүҙәрәк ҡыҙыҡһыныу ғына уятһа, тора-бара уны нәфрәт, үс алыу тойғоһо биләп алды. Райхана тирәһендә уралған, күңелдәрендәниндәйҙер өмөт-хыял йөрөткән егеттәргә ләеңел түгел ине был күренеш. Башҡа саралары булмағас, өлкән синыф уҡыусылары, уны элеккесә Мәһәҙи Мәхмүтович тип түгел, яңы ҡушамат уйлап, үҙ-ара Күҙлек тип кенә йөрөтә башланылар. Асыуҙарын нисек тә булһа әҙерәк баҫырға кәрәк шул. Мәһәҙи, йәш ҡыҙҙың мауығыуы ваҡытлыса ғыналыр, үҙемдә лә булды бындай хәл, үтеп китер, тип уйлаһа ла, көндәр үткән һайын үҙенә ҡарата Райхананың етди икәненә төшөнә барҙы, үҙ күңелендә лә ниҙер ҡуҙғалғанын, уянғанын һиҙҙе, тойғоларының ҙурға китеүенән ҡурҡа башланы. Розаһының бына-бына ене ҡуҙасағын тойоп йөрөнө. Бер тапҡыр һүҙ башлағайны бит инде.– Уның өсөн яуап бирә алмайым. Йәштеэҙләйһеңме, тиһең, мин һиңә шулай уйларғаберәй сәбәп бирҙемме? Ауылда бөтә нәмә үтәнән-үтә күренеп тора. Бигерәк тә ситтән килгән кешеләрҙең һәр аҙымын күҙәтеп-ҡарап торалар. Мәһәҙиҙең ошо һүҙҙәренән һуң, ире үҙен тыныс, бәҫле тотҡас, ҡатыны туҡтап ҡалғайны. Хәйер, бөгөн туҡталды, иртәгә тоҡанды, тигәндәй, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙың ҡылығы бер тәүлектә ҡырҡҡа үҙгәреп ҡуя. Роза ла шулар нәҫеленән. Ә Мәһәҙиурынын-яйын табып, Райхана менән аңлашып, мөнәсәбәттәрен асыҡлап ҡуйырға тигәйне лә, уйлана торғас, быны эшләмәҫкә булды. Тиҙҙән мәктәпте бөтә, иң алдынғы уҡыусы, моғайын, берәй юғары уҡыу йортона имтихан тапшырыр, уҡыр, башҡалар менән аралаша башлаһа, бөтәһе онотолор ҙа бөтөр, тигән уйы еңеп ҡуйҙы. ЛәкинРайхана уны бер генә көнгә, бер генә сәғәткәонотманы. Һаман да бөтә һылыулығындайәш уҡытыусыһының күҙенә нығыраҡ салынырға, янында булырға ынтылды. Бер көн шулай мәктәп эргәһендәге уҡыусылар, уларҙан бушағас ололар өсөн ойошторолған ауыл ашханаһына төштән һуң Райхана барып инде. Байтаҡ ҡына халыҡйыйылған, кешеләр ашарға сиратҡа баҫҡан. Иң артта – Мәһәҙи. Райхана уның эргәһенә килеп торҙо ла уҡытыусыһы менән һөйләшә башланы. Шул саҡ ашхана ишегенән Мәһәҙинең ҡатыны күренде. Роза етеҙ аҙымдар менән улар уртаһына килеп баҫты ла бөтәһе лә ишетелерлек тауыш менән:– Оят түгелме һиңә, туҡтауһыҙ кеше ире артынан йүгерәһең?! Ҡайҙа һинең ҡыҙ намыҫың, оятың?! – тип ҡысҡырҙы. Мәһәҙи:– Туҡта, Роза, нимә һөйләйһең? – тип, уны еңенән тартып, туҡтатмаҡсы иткәйне, ҡатыны ике ҡулын ике яҡҡа йәйеп:– Теймә миңә! – тип тағы ла яманыраҡ итеп ҡысҡырҙы. Райхана атылып тышҡа сыҡты ла ямғыр күҙҙәре һибәләй башлаған урам буйлапяҡындағы йылға яры туғайлығына йүгерҙе. Кешеләр күрмәҫ ышыҡ урынға барып еткәс, ямғырға ҡушылған күҙ йәштәрен берсә уң, берсә һул ҡулы менән һөрткөләйһөрткөләй, ергә сүгәләне. Унан, тубыҡтарын ҡосаҡлаған килеш, башын эйеп оҙаҡ ултырҙы. Ғәрлеге тамағына төйөн булып тығылды…Ҡараңғылатып ҡына өйҙәренә ҡайтҡан Райхана был көндө аттестат алыу менән ауылдан китергә тигән ҡәтғи ҡарарға килде. Тик йортонда яңғыҙ ҡаласаҡ әсәһен уйлаһа, яңынан йәнен хәсрәт биләп алды… Уның бындай аптырап ҡалған көсһөҙ сағы ошоғаса булғаны юҡ ине ләбаһа. Мөхәббәтшулай була микән ни? Юҡ, ул башҡаса ғашиҡ булмаясаҡ, булһа, кешегә күрһәтмәйәсәк,һиҙҙермәйәсәк…***Райхана, урта мәктәпте тамамлағас, Мәскәү, йәки башҡа берәй ҙур ҡаланың юғары уҡыу йортона уҡырға инергә теләһә лә, иптәштәренән берәү ҙә бармағас, был хыялынан баш тартты. Алыҫыраҡ яҡта булһам, ауылға һирәкләп ҡайтылыр, физикауҡытыусыһы менән осрашмам, тип уйлағайны, тик яңғыҙы ғына сәфәр тоторға йөрәге етеңкерәмәне. Өҫтәүенә, әсәһе быға ҡаршы булды. Ул ҡырт киҫмәһә, бәлки тәүәкәлләр ҙә ине. Уларҙың мәктәбенән дүрт кеше Өфө медицина институтына барҙы. Райхана менән берегет кенә, имтихандарҙы уңышлы биреп, ҙур конкурстан үтеп һөйөнә алды.Һылыу ҡыҙға күҙ һалыусылар баш ҡалала ла әҙ булманы. Үҙең яратыу ғына бәхет килтермәүҙе тәүләп татыған Райхана хәҙер инде ир-егеттәрҙең ул тип йән атыуҙарын теләне. Маҡсат ҡуйһа, бөгөндән кейәүгә сыға ала ине ул. Бығаса осрағандарҙың матур итеп һөйләгәндәре, күңелле итеп көлгәндәре күп, ә бына ул тип үлгәндәре, ул тип көйгәндәре күренмәй һымаҡ Райханаға. Шуға ла кейәүгә сығырға ашыҡманы, дөрөҫөрәге, Альберт Фәйзуллин тигән егет менән аралашҡанға тиклем. Бер группала уҡыған егет бишенсе курсты бөтөрөүҙе байрам итергә, атаһының ҙурбаҡсаһына алып барғайны. Бында башҡа йәштәр ҙә булып сыҡты. Асылда уларҙы таныштырыу өсөнойошторолған кисәлә Райхананың теләк-хыялы тормошҡа ашты ла инде. Оҙон буйлы, ҡыр моронло, етди уйлы лейтенант ҡыҙҙы, халыҡ теле менән әйтһәк, «күрҙе лә – үлде!» Бөтәһе лә ҡыҙып алғас, уйын-көлкө, йыр-таҡмаҡ башланғас,Райхананы икенсе тапҡыр тансыға саҡырҙы ла:– Мин һеҙҙе яратам. Һеҙҙе бер кемгә лә бирмәйем!– тип, уңайын килтереп, уның ҡолағына шыбырҙаны.– Быны әйтергә оҙаҡ уйланығыҙмы? – тип Райхана егеттең йөҙөнә матур күҙҙәрентөбәне.– Һеҙҙе күргәс тә… Ә бына башҡортса нисек әйтергә күп уйланым. Сөнки мин гел русса уҡыным.– Һәйбәт һөйләшәһегеҙ ҙә.– Мин һеҙҙән яуап көтәм.– Шулай тиһегеҙме? Уйлашырбыҙ…***Альберттың мөхәббәте лә, ныҡышлығы ла үтә ҡайнар һәм ихлас булып сыҡты. Ул юлын, яйын табып, Рязань яғынан Өфөгә бер йылда әллә нисә тапҡыр килде. Архангель районында тыуып, баш ҡалала йәшәгән туғандарын (ата-әсәһе бала сағында уҡ вафат) буласаҡ кәләшенең әсәһе, туғандары менән осрашып та өлгөрҙө. Дипломын алғас, Өфөлә танышыу кисәһе үткәреп, яҙылып, Райхананы ҙур булмаған ҡалаға бер көндө алды ла китте. Уларға дөйөм ятаҡтан бүлмә бирҙеләр, бер йылдан ҡыҙҙары Розалина тыуҙы. Йәштәрҙең тормошо бына шулай һәйбәт кенә башланғайны. Йәшәгән туғыҙ ҡатлыдөйөм ятаҡта ла кешеләр менән танышып, бер-береһенә йомошҡа, ҡунаҡҡа йөрөшәләр ине. Үҙгәртеп ҡороу йылдары башланғас, былар бөтәһе лә әллә ҡайҙа була барҙы. Был ятаҡтан, фатир алып, йүнлерәк ғаиләләр ҡайҙалыр күсә, киреһенсә, бында эшһеҙҙәр, эскеселәр һаны көнләп арта торҙо. Ятаҡ күргеһеҙ хәлгә килде. Сүп-сар, эт, бесәй тиҙәге еҫтәре һәр этажға таралды. Күп осраҡта лифттар ҙа бер аҙналар буйыурынынан да ҡуҙғалманы. Аптырағас, Райхана үҙҙәре подъезын дежур итеү графигын төҙөп, элеп, йәшәүселәрҙең байтағын йыйып, һөйләшеп ҡараны. Дөрөҫ, кәрәк, тип шаулаштылар ҙа – эш тә бөттө: берәү ҙә һепертке, сепрәк тотоп сыҡманы, күренмәне. Этаждарҙа бысраҡтан баҫырурын ҡалмағас, уларҙа көпә-көндөҙ тараҡандар йөрөй, сысҡандар йүгерә башлағас, тамам нервыһы ҡаҡшаған Райхана:– Етте, башҡа түҙер хәлем ҡалманы: йә һин беҙҙе машинаң менән Өфөгә алып барып ҡуяһың, йә баланы үҙем күтәреп сығып китәм, – тине.
Әҙәби мѳхит
true
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-09-20/b-het-osh-t-gel-3446859
20 Сентябрь , 20:15
ba
Һыҙланыу ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Мин уны осраҡлы ғына ҡала урамында тап иттем. Өтөп алып барған ҡышҡы сас-ҡау селлә булыуға ҡарамаҫтан өҫтөндә ҡара күк төҫтәге йоҡа болонъя куртка, аяҡ-тарында яҙлы-көҙлө кейә торған, урын-урыны менән ярғыланып, теткеләнеп-һүткеләнеп бөткән дермантан тышлы ботинкалар, башында туҙған, йыуғыс-сепрәккә ҡалған спорт кәпәсе. Кәпәс аҫтынан һүнгән, битараф ҡарашлы күҙҙәр ҡарай, урттары эскә тартылған һирәк шырт баҫҡан биттәрҙе ҡап уртала ҙур, итләс танау бе-рләштерә. Бейәләйһеҙ, һыуыҡтан ҡыҙарған оҙон бармаҡтар йоҡа, кәлберләк кәүҙ-әнең ҡорһаҡ өлөшөн ҡармағандар, ир көйәнтәләй бөгөлә биреп атлай, ваҡыт-ва-ҡыт быуылып йүтәлләп ала ла ары тәнтерәкләй.        Туҡта был ирҙе ҡайҙалыр күрҙем бит! Эйе, яҡындан ғына күргәнем, хатта иғ-тибар менән текәлеп торғаным бар, тик ҡайҙа һәм ҡасан?!        - Һаумыһығыҙ? - Бәлки тауышынан сырамытырмын тигән өмөт менән һаулыҡ һораштым.        Ир ваҡытһыҙ борсоғанға ғәжәпләнгәндәй ҡырҡа хәрәкәт менән ҡайырылып, теге өмөтһөҙ күҙҙәренә аҙға ғына булһа ла ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сатҡыларын яғыл-дырып миңә ҡараны ла сәләмемде ҡабул итеүен белдереп сөрәкә башын һелкте.        - Бәлки һеҙҙе фатирығыҙға ҡәҙәр оҙатып ҡуйырға кәрәктер, еңел, йоҡа кейен-гәнһегеҙ, ә көн бигерәк һалҡын? - Эргәлә торған редакция машинаһы яғына ымла-ным.        - Һеҙ кем? Танымайым! – Ир баш тартыуын белдереп эсен ҡосаҡлаған ҡулда-рын төшөрөп һелтәгәндәй итте лә яҡындағы йорт яғына ҡарашын атты. - Мин бы-науында, яҡында ғына йәшәйем ул... - Ир мосолман милләтенән булһа ла таҙа ит-еп русса яуапланы, тимәк ҡала ерендә үҫкән, дөйөм мөхиттә тәрбиәләнгән кеше.        Шулай тине лә яңынан эсен ҡармап, тағы ла алға бөгөлөңкерәй төшөп китеп тә барҙы.       Йыбырлата баҫып атлау, ҡырҡа ҡайырылыу, ҡыҙыҡһыныусан итеп һирпелеү, йәнә таҙа итеп русса һөйләү... Таныным бит уны, таныным, Әйүпов Ғәйзулла Әҙ-еһәмович, шул, үҙе...      Унынсы класты тамамлағандан һуң Сибай медицина училищыһына уҡырға ин-дем. Беҙҙән башҡа тағы ла бер, һигеҙенсе кластан һуңғылар йыйылған тағы ла бер параллель фельдшерҙар төркөмө бар. Уҡыу башланыу менән беҙҙе, урта белем ал-ғандарҙы туранан-тура төп, һөнәри фәндәрҙе уҡытырға керештеләр, теге, тулы бу-лмаған урта белемлеләргә өҫтәмә рәүештә мәктәп дәрестәре, атап әйткәндә хими-яны, биологияны тарихты, рус телдәрен уҡыталар. Беҙ дүрт үҫмер медицина учи-лищыһының ҡаласығында теҙелгән өс барактың береһендә бөтә ҡулайлыҡтары тышта урынлашҡан, туҙа барып хараба рәүешенә ҡалған иҫке ятаҡта йәшәйбеҙ. Икәүбеҙ унынсы кластан һуң уҡырға ингәндәр, икәүбеҙ һигеҙҙән һуң. Александр исемле егетебеҙ ҡайта ла дәрестәрҙә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашырға кер-ешә:        - Беҙҙе рус теленән Ғәйзулла Әҙеһәмович уҡыта. Шәп уҡыта, әй, дәрескә ҡағыҙ-һыҙ-ниһеҙ килеп инә лә һөйләргә керешә, малай, ауыҙҙарыбыҙҙы асып, онотолоп тыңлайбыҙ, барлыҡ рус шағирҙарының шиғырҙарын, поэмаларын яттан белә, сат-натып, образға инеп китеп һөйләй, иҫең китерлек! Үҙе бер ҡатлы, эсендәге-тышы-нда диуана ише бер әҙәм, аҙыраҡ сәйер ҙә. Дәрес башланырҙан алда класс таҡтаһын һөртөргә әҙерләгән еүеш сепрәкте йәшерәбеҙ. Теге килеп инә лә ошоғас таҡта тултырып яҙғандарына аптырғандай  текәлеп тора ла танауы аҫтынан мығырҙап һорай: “Ребята, где тряпка?” Дежурный баҫа ла шуҡ йылмайып ҡоласын йәйә: “До звонка была на месте, не знаю...” “Если нет, значит нет, да ладно!” Уҡытыусыбыҙ шулай ти ҙә таҡтаны усы менән һыпырып һөртөргә керешә, шул ҡулы менән теманы аңлатыу барышында биттәрен, өҫ кейемен ап-аҡ итеп буяп бөтөрә. Мәрәкә инде.  - Икенселәй инде яттан таныштырған уҡытыусыһына яңы ҡылыҡһырлама өҫтәй. - Бөгөн дәрес аҙағында ваҡыт ҡалдырып Ғәйзулла Әҙеһәмович үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шиғыр ҡанундарын аңлап, төшөнөп етмәһәм дә шуны өҫтәйем, шәп, камил яҙылғандар! Шиғырҙар беләһеңме кемгә бағышланған? Ҡатынына! Ул беҙҙе латин теленән уҡыта!       Тағы ла бер аҙна самаһынан тегеләрҙе ҡала урамында тап иттем һәм һүҙһеҙ ҙә таныным. Һомғол буйлы, заманса кейенгән, һылыу ҡатын башын юғары тотоп, те-кә баҫып алдан атлай, артынан үтә тәбәнәк буйлы, оло сумкаһын ергә тейҙерә яҙ-ып, йыбырлата баҫып ире эйәргән. Ирекһеҙҙән Антон Чеховтың “Дама с собачк-ой” хикәйәһе иҫкә килеп төштө. Ысынлап та был үтә сибәр, ирен ҡултыҡлап, йә-нәш атлауҙан тартынған ҡатын атлап китеп бармай, бары этен йөрөтөп әйләнергә сыҡҡан һауалы байбисәгә оҡшаған.      Уларҙы ошондай хәлдә ҡала урамдарында йыш осратасаҡмын әле мин. Күргән һайын бер үк күренеш: ҡатын алдан, иргәйел арттан...      Яҙ башында кәңәшмәләр залына барлыҡ студенттарҙы йыйып ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған күркәм сара үткәрҙеләр. Училищы директоры доклад менән сығ-ыш яһағандан һуң иң алға теҙеп ултыртылған ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға өсәр бөртөк ҡәнәфер сәскәләрен өләшеп сыҡтылар, ары тантана урындағы, үҙешмәкәр сә-нғәт түңәрәгендә шөғөлләнгән көстәр тарафынан ойошторолған концерт менән дауам итте: физкультура уҡытыусыһы башына бисәләрҙең төлкө кәпәсен кейеп ҡарай барып теңкәгә тейеп, танһыҡты ҡандырып бөткән “Байыҡ” бейеүен башҡарҙы, шәфҡәт туташтары төркөмөндә уҡыған тәбәнәк буйлы, тыңҡыш кәүҙәле Гө-лнәзирә иҙәнгә ырғытылған баҡыр тәңкәләй тәгәрәп йөрөп “Заһиҙә”не бейене, беҙҙән бер курсҡа юғары уҡыған Николай ҡарлыҡҡан тауышына моң һыҙаттары өҫтәргә тырышып гитара сиртеп йырланы, беҙҙең группала уҡыған Гәүһәр бер ҙә аптыратмаған, ғәжәпләндермәгән фокустарын күрһәтеп аҙапланды. Бер һүҙ мен-ән әйткәндә күп тапҡырҙар ҡабатланған, екһендереп бөткән тамаша. Бына йыбырлата баҫып сәхнәгә Ғәйзулла Әҙеһәмович сығып баҫты ла шиғыр һөйләргә кере-ште. Юҡ, ул шиғыр һөйләмәне, ә үҙенә эйәртеп матурлыҡ, хистәр донъяһына, әкиәт иленә, мөғжизәләр төйәгенә алып китте. Бындай камил башҡарыуҙы тәүләп ишетеүем ине. Ир шиғыр һөйләй, ә һөйөү тулы ҡарашы иң алда ханбикәләй ултырған ҡатынына төбәлгән, ә тегеһенең битараф ҡарашы ситтә...       ... "Магнит" супермаркетында сиратта торам. Ни күрәм, минән алда ғына Ғәйзулла Әҙеһәмович баҫҡан икән дә баһа. Бына касса артында ултырған ҡатын кәр-зинкәгә һалынған аҙыҡ-түлекте теүәлләп бөттө лә тәғәйен хаҡты әйтте. Ғәйзулла ағай, теге, өҫтөнән төшмәгән курткаһының кеҫәһенән сепрәк кәшелүк килтереп сығарҙы ла ундағы ваҡ аҡсаны иҫәпләү аппаратының эргәһендәге табаҡсаға буш-атты.             - Һеҙҙең ун һум аҡсағыҙ етмәй бит! - тине   ҡуш ус самаһы тимер аҡсаларҙы иҫәпләп бөткән һатыусы.             - Нимә тинегеҙ? - Ғәйзулла көтөлмәгән хәлдән аңшайыңҡырап ҡалды ла аҡланғандай үҙ алдына мығырҙанып, һуҡҡылап-соҡоноп кеҫәләрен теүәлләргә кер-ешеп китте, эҙләгәнен таба алмағас һуңғы сиктә түш кеҫәһенә тығылды. - Берүк ғәфү итегеҙ, аҙыҡ-түлек хаҡтарын кеҫәләге аҡсам менән тап килтерә алмағанмын, - тине ул ғәфү үтенгәндәй, - хәҙер миңә нимә эшләргә инде?       Һатыусы ла бирешергә уйламай:             - Белмәйем инде, һеҙҙең баш ҡайғыһы был, дөрөҫ аңлағыҙ мине лә, һәр бер һатып алыусыға аҡса өләшә башлаһам нимә килеп сығыр? Хәҙер товароведты саҡ-ыртайыҡ та исемлеккә ингән тауарҙың береһен юйҙырырға тура килер. Быны мин яңғыҙ эшләй алмайым, беҙҙәге тәртип шулай...             - Ғәфү итегеҙ, әле әйтелгән сумманы минең картанан тотоп ҡалығыҙ. – Һор-аулы төбәлгән һатыусыны тынысландыра һалдым. - Минең яҡын танышым ул.       Ғәйзулла ағай алған аҙыҡ-түлеген пакетҡа тултырҙы ла сығыу яғына ҡарай ат-ланы. Ул мине күтәрмәлә көтә ине.             - Рәхмәт һеҙгә, - тине ул башын баҫып мине күрмәгәндәй. - Ауыр хәлдән ҡотҡарҙығыҙ. Ҡалала мине күптәр белә...             - Бына мин дә һеҙҙе беләм бит, ә таныштар бына ошондай сетерекле хәл ки-леп сыҡҡанда бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслылар. - Медицина учили-щыһы йылдарын хәтергә төшөрөп әңгәмә ҡорорға йыйындым.             - Сетерекле хәл, тинегеҙме?.. Сетерекле хәл беҙҙең фатирҙа ул... Ике улым бар, икеһе лә ҡырҡ йәштән уҙғандар. Эшләргә лә йыйынмайҙар, ғаилә ҡороу ха-ҡында ла уйламайҙар. Пенсияма шуларҙы ашатам көнөнә өс тапҡыр, керҙәрен йыуам, фатирҙы йыйыштырып алған булам. Квартплата ла ай һайын тейерлек артып тик бара. Осто-осҡа ялғай алмай ыҙалайым... - Ғәйзулла шулай тине лә һа-убуллашмай китеп тә барҙы.       Һуңғы тапҡыр уны ҡала паркында тап иттем. Ҡыш булһа ла көн сағыштырма-са йылы. Ғәйзулла ғәҙәтенсә эсен ҡосаҡлаған да юл ҡырындағы ултырғыстарҙың береһен биләгән. Эргәһенә яҡынлап өркөтөп ҡуйыуҙан шөбһәләнеп ситтәрәк то- ра инем, ағайым күҙ ҡырыйы менән абайлап ҡалып ҡалҡынды ла яныма килде:             - Һаумы? - Беренсе тапҡыр үҙе сәләмләне.             - Һаумыһығыҙ, Ғәйзулла Әҙеһәмович!             - Мин дә һеҙҙе таныным, ниһайәт. Юйыла барған хәтеремде көсәндереп иҫемә төшөрҙөм. Медик бит әле һин?             - Юҡ, күп йылдар уҡытыусы булып эшләнем, хәҙер гәзиттә.             - Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа медицина хеҙмәткәре булдығыҙ һәм булып ҡа-лаһығыҙ. Нисек йәшәп ятаһың?             - Арыу ғына.             - Арыу булыуы һәйбәт. Ә минең бер үҙемде ҡалдырып ҡатыным үлеп китте. - Шулай тине лә китеү яғына ыңғайланы, шунан күҙ күреме киткәс тертләгәндәй минең яҡҡа ҡайырылды. - Ҡатыным үлеп китте, аңлайһыңмы, ҡатыным... ... Ят әҙәм донъяһы, сит кеше күңеле ҡара урман менән бер, унда нимә булғаны һәм булып ятҡанын белеү, хатта тойомлау мөмкин түгел. Тик теүәл итеп Ғәйзулла ағайҙың йәшәүендә шуны беләм - теге, мин белмәгән ҡатыны моғайын да һәй-бәт кеше булғандыр, ғаиләне йылы, яҡты иткәндер, ирен эйәртеп йөрөп, алдан юл һалып, ярып донъя көттөргәндер, шулай булмаһа ошо ҡорҙай ғына иргә ике ул бүләк итмәҫ ине. Ә был икәү ҡартайған көнөндә аталарына бүләк булғандармы-лыр-юҡмылыр, быныһы инде икенсе мәсьәлә. Ә яратыу-яратмауға килгәндә һәр ғаиләнең үҙ ҡалыбы, тормошта тап килеүҙәргә ҡарағанда тап килмәүҙәр, осраҡ-лыҡтар етерлек. Түбәнселекле, бахыр яратыу булмай, ысын яратыу берәү генә ул, ә Ғәйзулла Әҙеһәмович ҡатынын яратты, ихтирам итте, уны алиһәләй күреп уйы, хистәре менән гелән юғарыға сөйҙө. Ә ярата белеү һәр кемгә лә бирелмәгән илаһи һәләт.      Ағайҙы башҡаса тап итмәнем, таныштарым аша үлеп ҡалған ул, тигән урыҡ-һурыҡ хәбәр генә ишетелде аҙаҡ.     Әллә ысын, әллә буш:“Ирен һанламаған, ихтирам итмәгән ҡатындың урыны тамуҡта тиҙәр”. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Миңә ҡалһа Ғәйзулла ағай үлмәгәндер, бары донъяуи һыҙланыуҙарынан арынып, яратҡан ҡатынына пар булып эйәреп йөрөргә ниәтләп, ожмахтан баш тартып тамуҡҡа юлланғандыр. Мин шулай уйлайым.
Мин уны осраҡлы ғына ҡала урамында тап иттем. Өтөп алып барған ҡышҡы сас-ҡау селлә булыуға ҡарамаҫтан өҫтөндә ҡара күк төҫтәге йоҡа болонъя куртка, аяҡ-тарында яҙлы-көҙлө кейә торған, урын-урыны менән ярғыланып, теткеләнеп-һүткеләнеп бөткән дермантан тышлы ботинкалар, башында туҙған, йыуғыс-сепрәккә ҡалған спорт кәпәсе. Кәпәс аҫтынан һүнгән, битараф ҡарашлы күҙҙәр ҡарай, урттары эскә тартылған һирәк шырт баҫҡан биттәрҙе ҡап уртала ҙур, итләс танау бе-рләштерә. Бейәләйһеҙ, һыуыҡтан ҡыҙарған оҙон бармаҡтар йоҡа, кәлберләк кәүҙ-әнең ҡорһаҡ өлөшөн ҡармағандар, ир көйәнтәләй бөгөлә биреп атлай, ваҡыт-ва-ҡыт быуылып йүтәлләп ала ла ары тәнтерәкләй. Туҡта был ирҙе ҡайҙалыр күрҙем бит! Эйе, яҡындан ғына күргәнем, хатта иғ-тибар менән текәлеп торғаным бар, тик ҡайҙа һәм ҡасан?! - Һаумыһығыҙ? - Бәлки тауышынан сырамытырмын тигән өмөт менән һаулыҡ һораштым. Ир ваҡытһыҙ борсоғанға ғәжәпләнгәндәй ҡырҡа хәрәкәт менән ҡайырылып, теге өмөтһөҙ күҙҙәренә аҙға ғына булһа ла ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сатҡыларын яғыл-дырып миңә ҡараны ла сәләмемде ҡабул итеүен белдереп сөрәкә башын һелкте. - Бәлки һеҙҙе фатирығыҙға ҡәҙәр оҙатып ҡуйырға кәрәктер, еңел, йоҡа кейен-гәнһегеҙ, ә көн бигерәк һалҡын? - Эргәлә торған редакция машинаһы яғына ымла-ным. - Һеҙ кем? Танымайым! – Ир баш тартыуын белдереп эсен ҡосаҡлаған ҡулда-рын төшөрөп һелтәгәндәй итте лә яҡындағы йорт яғына ҡарашын атты. - Мин бы-науында, яҡында ғына йәшәйем ул... - Ир мосолман милләтенән булһа ла таҙа ит-еп русса яуапланы, тимәк ҡала ерендә үҫкән, дөйөм мөхиттә тәрбиәләнгән кеше. Шулай тине лә яңынан эсен ҡармап, тағы ла алға бөгөлөңкерәй төшөп китеп тә барҙы. Йыбырлата баҫып атлау, ҡырҡа ҡайырылыу, ҡыҙыҡһыныусан итеп һирпелеү, йәнә таҙа итеп русса һөйләү... Таныным бит уны, таныным, Әйүпов Ғәйзулла Әҙ-еһәмович, шул, үҙе... Унынсы класты тамамлағандан һуң Сибай медицина училищыһына уҡырға ин-дем. Беҙҙән башҡа тағы ла бер, һигеҙенсе кластан һуңғылар йыйылған тағы ла бер параллель фельдшерҙар төркөмө бар. Уҡыу башланыу менән беҙҙе, урта белем ал-ғандарҙы туранан-тура төп, һөнәри фәндәрҙе уҡытырға керештеләр, теге, тулы бу-лмаған урта белемлеләргә өҫтәмә рәүештә мәктәп дәрестәре, атап әйткәндә хими-яны, биологияны тарихты, рус телдәрен уҡыталар. Беҙ дүрт үҫмер медицина учи-лищыһының ҡаласығында теҙелгән өс барактың береһендә бөтә ҡулайлыҡтары тышта урынлашҡан, туҙа барып хараба рәүешенә ҡалған иҫке ятаҡта йәшәйбеҙ. Икәүбеҙ унынсы кластан һуң уҡырға ингәндәр, икәүбеҙ һигеҙҙән һуң. Александр исемле егетебеҙ ҡайта ла дәрестәрҙә алған тәьҫораттары менән уртаҡлашырға кер-ешә: - Беҙҙе рус теленән Ғәйзулла Әҙеһәмович уҡыта. Шәп уҡыта, әй, дәрескә ҡағыҙ-һыҙ-ниһеҙ килеп инә лә һөйләргә керешә, малай, ауыҙҙарыбыҙҙы асып, онотолоп тыңлайбыҙ, барлыҡ рус шағирҙарының шиғырҙарын, поэмаларын яттан белә, сат-натып, образға инеп китеп һөйләй, иҫең китерлек! Үҙе бер ҡатлы, эсендәге-тышы-нда диуана ише бер әҙәм, аҙыраҡ сәйер ҙә. Дәрес башланырҙан алда класс таҡтаһын һөртөргә әҙерләгән еүеш сепрәкте йәшерәбеҙ. Теге килеп инә лә ошоғас таҡта тултырып яҙғандарына аптырғандай текәлеп тора ла танауы аҫтынан мығырҙап һорай: “Ребята, где тряпка?” Дежурный баҫа ла шуҡ йылмайып ҡоласын йәйә: “До звонка была на месте, не знаю...” “Если нет, значит нет, да ладно!” Уҡытыусыбыҙ шулай ти ҙә таҡтаны усы менән һыпырып һөртөргә керешә, шул ҡулы менән теманы аңлатыу барышында биттәрен, өҫ кейемен ап-аҡ итеп буяп бөтөрә. Мәрәкә инде. - Икенселәй инде яттан таныштырған уҡытыусыһына яңы ҡылыҡһырлама өҫтәй. - Бөгөн дәрес аҙағында ваҡыт ҡалдырып Ғәйзулла Әҙеһәмович үҙе яҙған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шиғыр ҡанундарын аңлап, төшөнөп етмәһәм дә шуны өҫтәйем, шәп, камил яҙылғандар! Шиғырҙар беләһеңме кемгә бағышланған? Ҡатынына! Ул беҙҙе латин теленән уҡыта! Тағы ла бер аҙна самаһынан тегеләрҙе ҡала урамында тап иттем һәм һүҙһеҙ ҙә таныным. Һомғол буйлы, заманса кейенгән, һылыу ҡатын башын юғары тотоп, те-кә баҫып алдан атлай, артынан үтә тәбәнәк буйлы, оло сумкаһын ергә тейҙерә яҙ-ып, йыбырлата баҫып ире эйәргән. Ирекһеҙҙән Антон Чеховтың “Дама с собачк-ой” хикәйәһе иҫкә килеп төштө. Ысынлап та был үтә сибәр, ирен ҡултыҡлап, йә-нәш атлауҙан тартынған ҡатын атлап китеп бармай, бары этен йөрөтөп әйләнергә сыҡҡан һауалы байбисәгә оҡшаған. Уларҙы ошондай хәлдә ҡала урамдарында йыш осратасаҡмын әле мин. Күргән һайын бер үк күренеш: ҡатын алдан, иргәйел арттан... Яҙ башында кәңәшмәләр залына барлыҡ студенттарҙы йыйып ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған күркәм сара үткәрҙеләр. Училищы директоры доклад менән сығ-ыш яһағандан һуң иң алға теҙеп ултыртылған ҡатын-ҡыҙ уҡытыусыларға өсәр бөртөк ҡәнәфер сәскәләрен өләшеп сыҡтылар, ары тантана урындағы, үҙешмәкәр сә-нғәт түңәрәгендә шөғөлләнгән көстәр тарафынан ойошторолған концерт менән дауам итте: физкультура уҡытыусыһы башына бисәләрҙең төлкө кәпәсен кейеп ҡарай барып теңкәгә тейеп, танһыҡты ҡандырып бөткән “Байыҡ” бейеүен башҡарҙы, шәфҡәт туташтары төркөмөндә уҡыған тәбәнәк буйлы, тыңҡыш кәүҙәле Гө-лнәзирә иҙәнгә ырғытылған баҡыр тәңкәләй тәгәрәп йөрөп “Заһиҙә”не бейене, беҙҙән бер курсҡа юғары уҡыған Николай ҡарлыҡҡан тауышына моң һыҙаттары өҫтәргә тырышып гитара сиртеп йырланы, беҙҙең группала уҡыған Гәүһәр бер ҙә аптыратмаған, ғәжәпләндермәгән фокустарын күрһәтеп аҙапланды. Бер һүҙ мен-ән әйткәндә күп тапҡырҙар ҡабатланған, екһендереп бөткән тамаша. Бына йыбырлата баҫып сәхнәгә Ғәйзулла Әҙеһәмович сығып баҫты ла шиғыр һөйләргә кере-ште. Юҡ, ул шиғыр һөйләмәне, ә үҙенә эйәртеп матурлыҡ, хистәр донъяһына, әкиәт иленә, мөғжизәләр төйәгенә алып китте. Бындай камил башҡарыуҙы тәүләп ишетеүем ине. Ир шиғыр һөйләй, ә һөйөү тулы ҡарашы иң алда ханбикәләй ултырған ҡатынына төбәлгән, ә тегеһенең битараф ҡарашы ситтә... ... "Магнит" супермаркетында сиратта торам. Ни күрәм, минән алда ғына Ғәйзулла Әҙеһәмович баҫҡан икән дә баһа. Бына касса артында ултырған ҡатын кәр-зинкәгә һалынған аҙыҡ-түлекте теүәлләп бөттө лә тәғәйен хаҡты әйтте. Ғәйзулла ағай, теге, өҫтөнән төшмәгән курткаһының кеҫәһенән сепрәк кәшелүк килтереп сығарҙы ла ундағы ваҡ аҡсаны иҫәпләү аппаратының эргәһендәге табаҡсаға буш-атты. - Һеҙҙең ун һум аҡсағыҙ етмәй бит! - тине ҡуш ус самаһы тимер аҡсаларҙы иҫәпләп бөткән һатыусы. - Нимә тинегеҙ? - Ғәйзулла көтөлмәгән хәлдән аңшайыңҡырап ҡалды ла аҡланғандай үҙ алдына мығырҙанып, һуҡҡылап-соҡоноп кеҫәләрен теүәлләргә кер-ешеп китте, эҙләгәнен таба алмағас һуңғы сиктә түш кеҫәһенә тығылды. - Берүк ғәфү итегеҙ, аҙыҡ-түлек хаҡтарын кеҫәләге аҡсам менән тап килтерә алмағанмын, - тине ул ғәфү үтенгәндәй, - хәҙер миңә нимә эшләргә инде? Һатыусы ла бирешергә уйламай: - Белмәйем инде, һеҙҙең баш ҡайғыһы был, дөрөҫ аңлағыҙ мине лә, һәр бер һатып алыусыға аҡса өләшә башлаһам нимә килеп сығыр? Хәҙер товароведты саҡ-ыртайыҡ та исемлеккә ингән тауарҙың береһен юйҙырырға тура килер. Быны мин яңғыҙ эшләй алмайым, беҙҙәге тәртип шулай... - Ғәфү итегеҙ, әле әйтелгән сумманы минең картанан тотоп ҡалығыҙ. – Һор-аулы төбәлгән һатыусыны тынысландыра һалдым. - Минең яҡын танышым ул. Ғәйзулла ағай алған аҙыҡ-түлеген пакетҡа тултырҙы ла сығыу яғына ҡарай ат-ланы. Ул мине күтәрмәлә көтә ине. - Рәхмәт һеҙгә, - тине ул башын баҫып мине күрмәгәндәй. - Ауыр хәлдән ҡотҡарҙығыҙ. Ҡалала мине күптәр белә... - Бына мин дә һеҙҙе беләм бит, ә таныштар бына ошондай сетерекле хәл ки-леп сыҡҡанда бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға бурыслылар. - Медицина учили-щыһы йылдарын хәтергә төшөрөп әңгәмә ҡорорға йыйындым. - Сетерекле хәл, тинегеҙме?.. Сетерекле хәл беҙҙең фатирҙа ул... Ике улым бар, икеһе лә ҡырҡ йәштән уҙғандар. Эшләргә лә йыйынмайҙар, ғаилә ҡороу ха-ҡында ла уйламайҙар. Пенсияма шуларҙы ашатам көнөнә өс тапҡыр, керҙәрен йыуам, фатирҙы йыйыштырып алған булам. Квартплата ла ай һайын тейерлек артып тик бара. Осто-осҡа ялғай алмай ыҙалайым... - Ғәйзулла шулай тине лә һа-убуллашмай китеп тә барҙы. Һуңғы тапҡыр уны ҡала паркында тап иттем. Ҡыш булһа ла көн сағыштырма-са йылы. Ғәйзулла ғәҙәтенсә эсен ҡосаҡлаған да юл ҡырындағы ултырғыстарҙың береһен биләгән. Эргәһенә яҡынлап өркөтөп ҡуйыуҙан шөбһәләнеп ситтәрәк то-ра инем, ағайым күҙ ҡырыйы менән абайлап ҡалып ҡалҡынды ла яныма килде: - Һаумы? - Беренсе тапҡыр үҙе сәләмләне. - Һаумыһығыҙ, Ғәйзулла Әҙеһәмович! - Мин дә һеҙҙе таныным, ниһайәт. Юйыла барған хәтеремде көсәндереп иҫемә төшөрҙөм. Медик бит әле һин? - Юҡ, күп йылдар уҡытыусы булып эшләнем, хәҙер гәзиттә. - Минең өсөн һеҙ барығыҙ ҙа медицина хеҙмәткәре булдығыҙ һәм булып ҡа-лаһығыҙ. Нисек йәшәп ятаһың? - Арыу ғына. - Арыу булыуы һәйбәт. Ә минең бер үҙемде ҡалдырып ҡатыным үлеп китте. - Шулай тине лә китеү яғына ыңғайланы, шунан күҙ күреме киткәс тертләгәндәй минең яҡҡа ҡайырылды. - Ҡатыным үлеп китте, аңлайһыңмы, ҡатыным...... Ят әҙәм донъяһы, сит кеше күңеле ҡара урман менән бер, унда нимә булғаны һәм булып ятҡанын белеү, хатта тойомлау мөмкин түгел. Тик теүәл итеп Ғәйзулла ағайҙың йәшәүендә шуны беләм - теге, мин белмәгән ҡатыны моғайын да һәй-бәт кеше булғандыр, ғаиләне йылы, яҡты иткәндер, ирен эйәртеп йөрөп, алдан юл һалып, ярып донъя көттөргәндер, шулай булмаһа ошо ҡорҙай ғына иргә ике ул бүләк итмәҫ ине. Ә был икәү ҡартайған көнөндә аталарына бүләк булғандармы-лыр-юҡмылыр, быныһы инде икенсе мәсьәлә. Ә яратыу-яратмауға килгәндә һәр ғаиләнең үҙ ҡалыбы, тормошта тап килеүҙәргә ҡарағанда тап килмәүҙәр, осраҡ-лыҡтар етерлек. Түбәнселекле, бахыр яратыу булмай, ысын яратыу берәү генә ул, ә Ғәйзулла Әҙеһәмович ҡатынын яратты, ихтирам итте, уны алиһәләй күреп уйы, хистәре менән гелән юғарыға сөйҙө. Ә ярата белеү һәр кемгә лә бирелмәгән илаһи һәләт. Ағайҙы башҡаса тап итмәнем, таныштарым аша үлеп ҡалған ул, тигән урыҡ-һурыҡ хәбәр генә ишетелде аҙаҡ. Әллә ысын, әллә буш:“Ирен һанламаған, ихтирам итмәгән ҡатындың урыны тамуҡта тиҙәр”. Бәлки, шулайҙыр ҙа. Миңә ҡалһа Ғәйзулла ағай үлмәгәндер, бары донъяуи һыҙланыуҙарынан арынып, яратҡан ҡатынына пар булып эйәреп йөрөргә ниәтләп, ожмахтан баш тартып тамуҡҡа юлланғандыр.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-09-19/y-lanyu-h-ter-ge-h-tir-l-r-tsiklynan-h-y-r-tapa-ov-3444646
19 Сентябрь , 11:06
ba
Гүр саҙаҡаһы ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Яңы ғына өйләнешкән саҡ. Тәүге осорҙа әллә нишләп һуҙһаҡ-тартһаҡ, йыйнаҡ тотонорға тырышһаҡ та эш хаҡын еткереп булманы ла ҡуйҙы, тормошобоҙҙо үҙебеҙсә, яңыса ҡорорға тырышҡас өй эсенә ул-был ҡаралтыны һатып алған булабыҙ, башҡалар алдында кәм-хур ҡалғы килмәгәнлектән ҡуҫтарланабыҙ ҙа, йәнә аҙнаһы ҡоро түгел,  ҡунаҡтарҙан ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә саҡырабыҙ,  тыуған көндәргә лә йөрөйбөҙ, улары ла өҫ-тәмә сығым. Нисек кенә һаҡсыл, иҫәпләп тотонорға тырышһаҡ та  икебеҙгә тәғәйен мәктәп оклады, әсәйемдең алған пенсияһы тотошлайы менән айыныҡы айына китә, бик йыш ҡына етмәй ҙә ҡала әле. Хәйерселәй ҡайта-ҡайта кешенән теләнселәү ҙә килешмәгән эш, ни тиһәң дә ауылдаштар араһында, дуҫтар алдында дәрәжә лә, абруй ҙа бар һымаҡ, мәжлестә ултырған ер ҙә ишек төбөндә түгел. Үҙебеҙҙең ҡорҙа биләгән урыныбыҙҙы әйтеүем. Һуңғы сиктә көн тағы ла әсәйемдең гүр саҙаҡаһына тороп ҡала. Осто-осҡа ялғай алмай бөтөнләй өҙөлөп киткәндә әйтеремде туранан-тура һалдырам:      - Әсәй, кеҫәбеҙ төбө таҡырайып китте бит әле, төйнәнгәнеңде тотонайыҡ мәллә?    Ә ул нимә хаҡында һүҙ барғанлығын шундуҡ тойомлап, төшөнөп тә ала:      - Ҡапылғара үлеп-нитеп китһәм, ҡайһылайтырһығыҙ икән? Ата-әсәһен һәр бала был донъяға  ғүмерлеккә килгән тип иҫәпләй, бик теләһә лә тормошта булмаҫ, ысынбарлыҡҡа һис ҡасан тап килмәҫ ошо күңел фантазияһына мөкиббән китеп ышана, ышаныу ғына түгел инана ла. Ғүмерлеккә килгәндәр ҙә йылылыҡ, яҡтылыҡ бөрккән аҡ ҡая ышығылай  улар беҙҙе һәр саҡ ел-ямғырҙан һаҡлап, ҡурҡыныс-хәүефтән аралап, ҡасан йоҡоға ятҡандарын, ҡасан йоҡонан торғандарын күрһәтмәй, белгертмәй, тәүлек әйләнәһендә ығырлап-шығырлап, ауырыу-һыҙланыуҙарын тышҡа сығармай аяғөҫтө мәңге йөрөп ятырҙар һымаҡ.         Мин дә ҡурҡыныс хәбәрҙе яҡын-тирәбеҙгә эйәләтмәй ҡыуалап ебәрергә теләгәндәй сәбәләнеп ҡулдарымды болғайым:      - Буш һүҙ һөйләп күңелгә шом һалма әле!      - Буш һүҙ, тип, донъялыҡта була торған хәл.      - Булһа ла һөйләмә, ауыҙыңдан ел алһын! Әсәйем ғәҙәти, көтөлгән, кисектергеһеҙ сәфәргә йыйынғандай тыныс тауыш менән үҙенекен тыҡый бирә:      - Бер көн менән йәшәйем мин хәҙер, иртәгә ни булырын бер Хоҙай белә. Өй беренсә теүәлләп хисаплай китһәң әхирәттәремдән бер үҙем генә ҡалып барам бит, сама белмәй әрһеҙләшергә лә ярамай. Ғазраилдың юғарынан әшкәртеүен көтмәй алдан йыйнана, төйнәнә башлауың хәйерле.      - Бирәсәкле кеше үлмәй тиҙәр, һин дә хәйергә әҙерләгәнеңде тотоноп бурысҡа бат та, йөҙгә еткәнсе йәшә!      - Ни хәл итәһең, һүҙҙегеҙҙе йығыу килешмәҫ, намаҙ мәлендә Хоҙай Тәғәләнән әхирәткә күсеүҙе бер аҙ кисектереүен һорармын. Артыҡлап мулыҡмаһа ла ризалашыр, бәлки, үтенесемде ҡабул ҡылыр… - Шулай ти ҙә һандығына тыҡшырған яулыҡ-таҫтамал-дар араһын аҡтарырға, соҡорға тотона.    Әсәйемдең биргәнен алабыҙ ҙа онотабыҙ, сөнки беләбеҙ, бер ни тиклем ваҡыттан, ниндәйҙер, беҙ белмәгән юлдар аша саҙаҡа теүәл генә булып урынына барып ятасаҡ.        Оҙаҡ та үтмәй һөйләшеү тағы ҡабатлана...         Һуңынан матди яғыбыҙ яйға һалынды, хәлбүки әсәйем йомошҡа тип ингән-сыҡҡандарға һандығы төбөндәген биреүҙе ғәҙәт итеп алды. Шулай итеп, әжәл алдында бирәсәкле булып, ғүмерен оҙайтып һикһәнгә еткәнсе йәшәне. Бөгөн мөмкин булмағанды ялбарып ҡысҡырғым килә:      - Тәңре, үтенеп һорайым, әсәйемде кире ҡайтар. Уның алдында әллә күпме ҡайтарылмаған бирәсәктәрем,  бурыстарым бар!
Яңы ғына өйләнешкән саҡ. Тәүге осорҙа әллә нишләп һуҙһаҡ-тартһаҡ, йыйнаҡ тотонорға тырышһаҡ та эш хаҡын еткереп булманы ла ҡуйҙы, тормошобоҙҙо үҙебеҙсә, яңыса ҡорорға тырышҡас өй эсенә ул-был ҡаралтыны һатып алған булабыҙ, башҡалар алдында кәм-хур ҡалғы килмәгәнлектән ҡуҫтарланабыҙ ҙа, йәнә аҙнаһы ҡоро түгел, ҡунаҡтарҙан ҡалмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә саҡырабыҙ, тыуған көндәргә лә йөрөйбөҙ, улары ла өҫ-тәмә сығым. Нисек кенә һаҡсыл, иҫәпләп тотонорға тырышһаҡ та икебеҙгә тәғәйен мәктәп оклады, әсәйемдең алған пенсияһы тотошлайы менән айыныҡы айына китә, бик йыш ҡына етмәй ҙә ҡала әле. Хәйерселәй ҡайта-ҡайта кешенән теләнселәү ҙә килешмәгән эш, ни тиһәң дә ауылдаштар араһында, дуҫтар алдында дәрәжә лә, абруй ҙа бар һымаҡ, мәжлестә ултырған ер ҙә ишек төбөндә түгел. Үҙебеҙҙең ҡорҙа биләгән урыныбыҙҙы әйтеүем. Һуңғы сиктә көн тағы ла әсәйемдең гүр саҙаҡаһына тороп ҡала. Осто-осҡа ялғай алмай бөтөнләй өҙөлөп киткәндә әйтеремде туранан-тура һалдырам: - Әсәй, кеҫәбеҙ төбө таҡырайып китте бит әле, төйнәнгәнеңде тотонайыҡ мәллә? Ә ул нимә хаҡында һүҙ барғанлығын шундуҡ тойомлап, төшөнөп тә ала: - Ҡапылғара үлеп-нитеп китһәм, ҡайһылайтырһығыҙ икән?Ата-әсәһен һәр бала был донъяға ғүмерлеккә килгән тип иҫәпләй, бик теләһә лә тормошта булмаҫ, ысынбарлыҡҡа һис ҡасан тап килмәҫ ошо күңел фантазияһына мөкиббән китеп ышана, ышаныу ғына түгел инана ла. Ғүмерлеккә килгәндәр ҙә йылылыҡ, яҡтылыҡ бөрккән аҡ ҡая ышығылай улар беҙҙе һәр саҡ ел-ямғырҙан һаҡлап, ҡурҡыныс-хәүефтән аралап, ҡасан йоҡоға ятҡандарын, ҡасан йоҡонан торғандарын күрһәтмәй, белгертмәй, тәүлек әйләнәһендә ығырлап-шығырлап, ауырыу-һыҙланыуҙарын тышҡа сығармай аяғөҫтө мәңге йөрөп ятырҙар һымаҡ. Мин дә ҡурҡыныс хәбәрҙе яҡын-тирәбеҙгә эйәләтмәй ҡыуалап ебәрергә теләгәндәй сәбәләнеп ҡулдарымды болғайым: - Буш һүҙ һөйләп күңелгә шом һалма әле! - Буш һүҙ, тип, донъялыҡта була торған хәл. - Булһа ла һөйләмә, ауыҙыңдан ел алһын!Әсәйем ғәҙәти, көтөлгән, кисектергеһеҙ сәфәргә йыйынғандай тыныс тауыш менән үҙенекен тыҡый бирә: - Бер көн менән йәшәйем мин хәҙер, иртәгә ни булырын бер Хоҙай белә. Өй беренсә теүәлләп хисаплай китһәң әхирәттәремдән бер үҙем генә ҡалып барам бит, сама белмәй әрһеҙләшергә лә ярамай. Ғазраилдың юғарынан әшкәртеүен көтмәй алдан йыйнана, төйнәнә башлауың хәйерле. - Бирәсәкле кеше үлмәй тиҙәр, һин дә хәйергә әҙерләгәнеңде тотоноп бурысҡа бат та, йөҙгә еткәнсе йәшә! - Ни хәл итәһең, һүҙҙегеҙҙе йығыу килешмәҫ, намаҙ мәлендә Хоҙай Тәғәләнән әхирәткә күсеүҙе бер аҙ кисектереүен һорармын. Артыҡлап мулыҡмаһа ла ризалашыр, бәлки, үтенесемде ҡабул ҡылыр… - Шулай ти ҙә һандығына тыҡшырған яулыҡ-таҫтамал-дар араһын аҡтарырға, соҡорға тотона. Әсәйемдең биргәнен алабыҙ ҙа онотабыҙ, сөнки беләбеҙ, бер ни тиклем ваҡыттан, ниндәйҙер, беҙ белмәгән юлдар аша саҙаҡа теүәл генә булып урынына барып ятасаҡ. Оҙаҡ та үтмәй һөйләшеү тағы ҡабатлана... Һуңынан матди яғыбыҙ яйға һалынды, хәлбүки әсәйем йомошҡа тип ингән-сыҡҡандарға һандығы төбөндәген биреүҙе ғәҙәт итеп алды. Шулай итеп, әжәл алдында бирәсәкле булып, ғүмерен оҙайтып һикһәнгә еткәнсе йәшәне. Бөгөн мөмкин булмағанды ялбарып ҡысҡырғым килә: - Тәңре, үтенеп һорайым, әсәйемде кире ҡайтар.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-09-15/g-r-sa-a-a-y-h-ter-ge-h-tir-l-r-tsiklynan-h-y-r-tapa-ov-3438207
15 Сентябрь , 10:12
ba
Бала төҫө күрмә!
..Гөлсөм менән бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫтек. Үҙе миңә әхирәт булып йөрөһә лә көнләшеүен, башҡаларҙан да, минән өҫтөн булырға тырышыуын һиҙә инем. Мин нимә алдырам, ул да шуға ҡыҙыҡты, минең кеүек кейенергә тырышты. Әсәйем дә уйнама шуның менән, килеп тороп һине баҫа, торғаны бер командир инде, тиер ине. -Кем менән уйнайым һуң? – тип һорайым да тағы Гөлсөм янына йүгерәм. Мәктәптә уҡығанда ул бер аҙ баҫыла төштө. Шулай ҙа мине ҡабатлауын ҡуйманы. Юғары уҡыу йортонда ла бергә уҡыныҡ. Беҙҙе хатта игеҙектәр тип бутап бөтә торғандар ине. Былай оҡшашлығыбыҙ күп: икебеҙ ҙә оҙон буйлы, эре һөйәкле, башҡорт ҡыҙҙарына хас ай битле. Бер мәл минең арттан бер егет эйәрә төштө. Ул да беҙҙең райондан икән, ҡалала эшләп йөрөй. Танышып, йөрөп киттек. Шулай барыһы ла яҡшы ғына булып, эш туйға китеп барғанда, юҡҡа ғына үпкәләштек. Һәм Салауат зым-зыя юҡ булды. Бер аҙ ваҡыттан тәҙрәнән ҡарап торһам, ул беҙҙең ятаҡ яғына килә ята. -Әһә! Онота алмайһыңмы?! Ә нисек туҙына инең? Барыбер килә ятаһың бит! – тип эстән уйлап та өлгөрмәнем, егетем ҡаршыһында Гөлсөм пәйҙә булды. Улар бер-береһенә еңел генә ҡағылды, ҡыҙ хатта үрелеп үпте. -Әстәғфирулла! Гөлсөмгә ҡарамаһа, ятаҡта башҡа ҡыҙҙар бөткәнме? Ғәрләндем хатта. Ятаҡта ла был егеттең вкусы бер иштер, ике ҡыҙҙың башын ҡатыра тигән, имеш-мимештәр тарала башланы. Бер көн Салауаттың алдына Гөлсөмдән алда үҙем йүгереп сыҡтым. -Һаумы! -Сәләм! -Һөйләшә торған һүҙ бар! – тигән булдым. Үҙем уның ҡарашынан уның да шуны көтөүен тойомланым. -Һине көнләштерер өсөн йөрөнөм мин ул ҡыҙ менән. Үҙе бигерәк әрһеҙ бит, ҡайҙа ҡараһаң да юлыма осрай. Һине яратыуымды аңланым! Ҡоҙалар көтһөн әсәйеңдәр, был аҙнала уҡ ҡайтып әйт! – тип Салауат яусы ебәрергә булып китте. Тәгәрмәс китте әйләнеп. Уҡып бөтөп районға эшкә ҡайтыуға инде беҙ инде ғаилә булған инек. Ул да ҡаланан ҡайтты. Гөлсөмдөң ауылға эшкә йүнәлтелеүен белдем. Йәш ғаилә кисергән бөтә ҡытыршылыҡтарҙы үттек. Район үҙәгендә башта ятаҡта, унан улым Иршат тыуғас, ике бүлмәле фатир алып сыҡтыҡ. Унан ғаиләбеҙгә йәм өҫтәм ҡыҙыбыҙ Ирина тыуҙы. Балалар бәләкәй, аҡса етмәгәс, декрет ялында ла оҙаҡ ултырмай эшкә сыҡтым. Салауатҡа артыҡ көс һалманым, балаларҙы башлыса үҙем баҡтым. Ир бит эштән арып ҡайта! Бер мәл ирем бөтөнләй эштән ҡайтмай башланы. Егеттәр менән эскәйнек, ятып йоҡлағанмын да ҡуйғанмын, прости, кәләш, башҡа улайтмайым, тип анттар әйтеп ҡайтып инә лә, 2-3 аҙнанан тағы шул уҡ хәл ҡабатлана башланы. Ауылда бит һиңә “яҡшылыҡ теләүселәр” етерлек, бер мәл иремдең бер ҡыҙ менән буталыуын еткерҙеләр. Ни ҡолағым менән ишетәйем, һөйәркәһе әлеге лә баяғы Гөлсөм! Иремдең ҡайтыуын 5 күҙ менән көтөп алдым да хәлде аңлатыуын һораным. -Нимәһе аңлатырға? Яратам мин уны... -Нисек яратаһың? -Уның һинеке шикелле, һәпрәһе ҡойолоп тормай! Ошо халатыңды сисәһеңме, юҡмы һин? – тип ирем миңә ҡаршы екерҙе. -Балалар менән матур кейенеп ултырып ҡара әле! Биҙәнеп-төҙәнеп ултырһам, кем ашарға бешерә лә, балаларҙы кем ҡарай?! – мин дә арыу ғына яуап ҡайтарам. -Гөлсөм балаларҙы ла, өйҙө лә таҙа тотор ине! Ул һинең кеүек әрпеш түгел! Билең ҡайҙа ул һинең, эсеңде ҡара, һәлберәп тора! – ир һаман мине яманланы. -Улай булғас бөгөн үк сығып кит һөйәркәңә! Башҡа бында аяҡ баҫма! Духың булмаһын! Йәшә, ана матур бисә менән! Артыңдан 5 биҙрә көл! – тип ярһыным ғына. Салауат, шуны ғына көткәндәй, арлы-бирле кейемдәрен пакетҡа тулдырып алды ла, балалар яғына ҡарамай ғына сығып китте... -Бала төҫө күрмә башҡа! Мине, балаларыңды рәнйетеп бәхетле булырмын тип уйлама! Ныҡ иланым, рәнйенем, алйыным...Үҙемде саҡ ҡулға алдым. 1-се класҡа уҡырға барырға йөрөгән улым атаһының ташлап китеүен ауыр кисерҙе. 4 йәшлек ҡыҙым иһә уны көттө-көттө лә төңөлдө. Йәй балаларымды атай-әсәйем янына ауылда ҡалдырып, үҙем ялда ғына ҡайтып йөрөйөм. Бер ҡайтыуымы урамда туй бара бит! Салауат туйлап тороп Гөлсөмгә өйләнеп ята! Әсәйемдәрҙең йорто янынан хатта геүләтеп үтеп баралар. Өйҙә улым сәсрәп ауырып ята! Баҡтиһәң, уға бергә уйнаған әсе телле малайҙар атаһының кәләш алып йөрөүен әйткәндәр икән. Һыу инеп өшөп тә йөрөгәнме икән, был хәбәрҙе ишетеүе лә ҡушылғас, йөрәге ҡуҙғып, янып-һаташып сирләп китте. Ә туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы! Музыка тауышы оҙаҡ тынманы. Улар беҙ танышҡан, ҡауышҡан ҡалаға йәшәргә китте. Ике балаға алимент ваҡытында килә. Бер тиненә теймәнем. Йыйҙым. Үҙемдең дә аҡсам бар ине 3 ҡатлы йорт һатып алыуға етте. Инде улыма - 16, ҡыҙыма 13 йәш. Һәр беребеҙгә бер ҡат. Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Улым әсәй тип өҙөлөп тора. Бөтә эшемде эшләй. Ҡыҙым инде өйҙә беренсе ярҙамсым. Ир-атҡа әйләнеп ҡарамаҫлыҡ булдым. Минең тормошомда улар юҡ. Йәнә кеше араһында эшләйем, исем һатып, улар менән ҡыялырға теләгем юҡ. Салауат менән Гөлсөм дә йорт һалып сыҡҡан. Тик балалары юҡ. Был балаларын килеп күрергә намыҫы етмәй. Улым уға ныҡ асыулы, үҙе лә яҡын ебәрмәҫ ине. Әле улар йәштәр, бына ҡартлыҡ килгәс кем ҡулына ҡалырҙар? Аллаһ ҡына белә. Ә мин инде уларға бүтәнсә рәнйемәйем. Минең үҙ тормошом, уларҙың үҙ юлы. Башҡа ғүмер юлдарыбыҙ бер ваҡытта ла киҫешмәүен, балаларыма, үҙемә, яҡындарыма именлек кенә теләйем!
..Гөлсөм менән бәләкәй саҡтан бергә уйнап үҫтек. Үҙе миңә әхирәт булып йөрөһә лә көнләшеүен, башҡаларҙан да, минән өҫтөн булырға тырышыуын һиҙә инем. Мин нимә алдырам, ул да шуға ҡыҙыҡты, минең кеүек кейенергә тырышты. Әсәйем дә уйнама шуның менән, килеп тороп һине баҫа, торғаны бер командир инде, тиер ине.-Кем менән уйнайым һуң? – тип һорайым да тағы Гөлсөм янына йүгерәм. Мәктәптә уҡығанда ул бер аҙ баҫыла төштө. Шулай ҙа мине ҡабатлауын ҡуйманы. Юғары уҡыу йортонда ла бергә уҡыныҡ. Беҙҙе хатта игеҙектәр тип бутап бөтә торғандар ине. Былай оҡшашлығыбыҙ күп: икебеҙ ҙә оҙон буйлы, эре һөйәкле, башҡорт ҡыҙҙарына хас ай битле. Бер мәл минең арттан бер егет эйәрә төштө. Ул да беҙҙең райондан икән, ҡалала эшләп йөрөй. Танышып, йөрөп киттек. Шулай барыһы ла яҡшы ғына булып, эш туйға китеп барғанда, юҡҡа ғына үпкәләштек. Һәм Салауат зым-зыя юҡ булды. Бер аҙ ваҡыттан тәҙрәнән ҡарап торһам, ул беҙҙең ятаҡ яғына килә ята.-Әһә! Онота алмайһыңмы?! Ә нисек туҙына инең? Барыбер килә ятаһың бит! – тип эстән уйлап та өлгөрмәнем, егетем ҡаршыһында Гөлсөм пәйҙә булды. Улар бер-береһенә еңел генә ҡағылды, ҡыҙ хатта үрелеп үпте.-Әстәғфирулла! Гөлсөмгә ҡарамаһа, ятаҡта башҡа ҡыҙҙар бөткәнме?Ғәрләндем хатта. Ятаҡта ла был егеттең вкусы бер иштер, ике ҡыҙҙың башын ҡатыра тигән, имеш-мимештәр тарала башланы. Бер көн Салауаттың алдына Гөлсөмдән алда үҙем йүгереп сыҡтым.-Һаумы!-Сәләм!-Һөйләшә торған һүҙ бар! – тигән булдым. Үҙем уның ҡарашынан уның да шуны көтөүен тойомланым.-Һине көнләштерер өсөн йөрөнөм мин ул ҡыҙ менән. Үҙе бигерәк әрһеҙ бит, ҡайҙа ҡараһаң да юлыма осрай. Һине яратыуымды аңланым! Ҡоҙалар көтһөн әсәйеңдәр, был аҙнала уҡ ҡайтып әйт! – тип Салауат яусы ебәрергә булып китте. Тәгәрмәс китте әйләнеп. Уҡып бөтөп районға эшкә ҡайтыуға инде беҙ инде ғаилә булған инек. Ул да ҡаланан ҡайтты. Гөлсөмдөң ауылға эшкә йүнәлтелеүен белдем. Йәш ғаилә кисергән бөтә ҡытыршылыҡтарҙы үттек. Район үҙәгендә башта ятаҡта, унан улым Иршат тыуғас, ике бүлмәле фатир алып сыҡтыҡ. Унан ғаиләбеҙгә йәм өҫтәм ҡыҙыбыҙ Ирина тыуҙы. Балалар бәләкәй, аҡса етмәгәс, декрет ялында ла оҙаҡ ултырмай эшкә сыҡтым. Салауатҡа артыҡ көс һалманым, балаларҙы башлыса үҙем баҡтым. Ир бит эштән арып ҡайта!Бер мәл ирем бөтөнләй эштән ҡайтмай башланы. Егеттәр менән эскәйнек, ятып йоҡлағанмын да ҡуйғанмын, прости, кәләш, башҡа улайтмайым, тип анттар әйтеп ҡайтып инә лә, 2-3 аҙнанан тағы шул уҡ хәл ҡабатлана башланы. Ауылда бит һиңә “яҡшылыҡ теләүселәр” етерлек, бер мәл иремдең бер ҡыҙ менән буталыуын еткерҙеләр. Ни ҡолағым менән ишетәйем, һөйәркәһе әлеге лә баяғы Гөлсөм!Иремдең ҡайтыуын 5 күҙ менән көтөп алдым да хәлде аңлатыуын һораным.-Нимәһе аңлатырға? Яратам мин уны...-Нисек яратаһың?-Уның һинеке шикелле, һәпрәһе ҡойолоп тормай! Ошо халатыңды сисәһеңме, юҡмы һин? – тип ирем миңә ҡаршы екерҙе.-Балалар менән матур кейенеп ултырып ҡара әле! Биҙәнеп-төҙәнеп ултырһам, кем ашарға бешерә лә, балаларҙы кем ҡарай?! – мин дә арыу ғына яуап ҡайтарам.-Гөлсөм балаларҙы ла, өйҙө лә таҙа тотор ине! Ул һинең кеүек әрпеш түгел! Билең ҡайҙа ул һинең, эсеңде ҡара, һәлберәп тора! – ир һаман мине яманланы.-Улай булғас бөгөн үк сығып кит һөйәркәңә! Башҡа бында аяҡ баҫма! Духың булмаһын! Йәшә, ана матур бисә менән! Артыңдан 5 биҙрә көл! – тип ярһыным ғына. Салауат, шуны ғына көткәндәй, арлы-бирле кейемдәрен пакетҡа тулдырып алды ла, балалар яғына ҡарамай ғына сығып китте...-Бала төҫө күрмә башҡа! Мине, балаларыңды рәнйетеп бәхетле булырмын тип уйлама!Ныҡ иланым, рәнйенем, алйыным...Үҙемде саҡ ҡулға алдым. 1-се класҡа уҡырға барырға йөрөгән улым атаһының ташлап китеүен ауыр кисерҙе. 4 йәшлек ҡыҙым иһә уны көттө-көттө лә төңөлдө. Йәй балаларымды атай-әсәйем янына ауылда ҡалдырып, үҙем ялда ғына ҡайтып йөрөйөм. Бер ҡайтыуымы урамда туй бара бит! Салауат туйлап тороп Гөлсөмгә өйләнеп ята! Әсәйемдәрҙең йорто янынан хатта геүләтеп үтеп баралар. Өйҙә улым сәсрәп ауырып ята! Баҡтиһәң, уға бергә уйнаған әсе телле малайҙар атаһының кәләш алып йөрөүен әйткәндәр икән. Һыу инеп өшөп тә йөрөгәнме икән, был хәбәрҙе ишетеүе лә ҡушылғас, йөрәге ҡуҙғып, янып-һаташып сирләп китте. Ә туй ҡыҙғандан-ҡыҙҙы! Музыка тауышы оҙаҡ тынманы. Улар беҙ танышҡан, ҡауышҡан ҡалаға йәшәргә китте. Ике балаға алимент ваҡытында килә. Бер тиненә теймәнем. Йыйҙым. Үҙемдең дә аҡсам бар ине 3 ҡатлы йорт һатып алыуға етте. Инде улыма - 16, ҡыҙыма 13 йәш. Һәр беребеҙгә бер ҡат. Бөтә нәмәбеҙ ҙә бар. Улым әсәй тип өҙөлөп тора. Бөтә эшемде эшләй. Ҡыҙым инде өйҙә беренсе ярҙамсым. Ир-атҡа әйләнеп ҡарамаҫлыҡ булдым. Минең тормошомда улар юҡ. Йәнә кеше араһында эшләйем, исем һатып, улар менән ҡыялырға теләгем юҡ. Салауат менән Гөлсөм дә йорт һалып сыҡҡан. Тик балалары юҡ. Был балаларын килеп күрергә намыҫы етмәй. Улым уға ныҡ асыулы, үҙе лә яҡын ебәрмәҫ ине. Әле улар йәштәр, бына ҡартлыҡ килгәс кем ҡулына ҡалырҙар? Аллаһ ҡына белә. Ә мин инде уларға бүтәнсә рәнйемәйем. Минең үҙ тормошом, уларҙың үҙ юлы.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-09-14/bala-t-k-rm-3436091
14 Сентябрь , 13:10
ba
Шайтан ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Бер ир эсһә лә, эсмәһә лә ғаиләһендә гелән ғауға ойошторҙо. Тауыш ҡуптара ла ҡатынын, бала-сағаһын ишек алдына ҡыуып сығара. Баҡса ултырығысына һаҡҡан ҡатынды, балаларҙы күрһәң һүҙһеҙ ҙә аңлашыла – йортта тағы ла талаш сыҡҡан. Бер көн эңер мәлендә теге ир бер үҙе генә ине. Башын ҡушуслап суҡайған.      - Көн дә боларып тора, йоҡа кейенгәнһең, нишләп ултыраһың әле бында?      - Тормоштоң ҡото китеңкерәп барғас атай-әсәй йортҡа аят бағышлатырға тәҡдим иттеләр. Ҡатын да ошо хаҡта ыжығас ризалаштым. Мулла аяттан һуң дүрт мөйөшкә лә аҙан ҡысҡырып торлаҡтан беҙҙе ирештергән-талаштырған шайтанды ҡыуалап сығарҙы.      - Әләйгәс йортоғоҙ тынысланып ҡалыр инде.      - Шулай ғына була күрһен инде. Тик бында һерәйеүемдең ғилләһе икенселә, теге мөгөҙлө шайтан әллә мин булып сыҡтым инде?      - Нишләп улай тиһең әле?      - Һуң ҡайтып инә алмай аптыранып ыуаланғанды күрәһең бит!      - Аңһыҙ бала түгелһең, урынһыҙ сафсата һатып аҡыл өйрәтергә йыйынмайым, мырҙа, шулай ҙа әйтәм, ниһайәт килеп үҙеңде таный алыуың ҙур эш, үҙен таныған кеше генә хаталарын, етешһеҙлектәрен күрә һәм төҙәтә ала. Мөйөштәрҙәге түгел, күңелеңдәге иблесте ҡыу иң башта, шунда ғына бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ!      - Мин... тырышырмын, ныҡ тырышырмын!     Ир ышаныслы ҡалҡып йорт ҡапҡаһынан инеп китте...
Бер ир эсһә лә, эсмәһә лә ғаиләһендә гелән ғауға ойошторҙо. Тауыш ҡуптара ла ҡатынын, бала-сағаһын ишек алдына ҡыуып сығара. Баҡса ултырығысына һаҡҡан ҡатынды, балаларҙы күрһәң һүҙһеҙ ҙә аңлашыла – йортта тағы ла талаш сыҡҡан. Бер көн эңер мәлендә теге ир бер үҙе генә ине. Башын ҡушуслап суҡайған. - Көн дә боларып тора, йоҡа кейенгәнһең, нишләп ултыраһың әле бында? - Тормоштоң ҡото китеңкерәп барғас атай-әсәй йортҡа аят бағышлатырға тәҡдим иттеләр. Ҡатын да ошо хаҡта ыжығас ризалаштым. Мулла аяттан һуң дүрт мөйөшкә лә аҙан ҡысҡырып торлаҡтан беҙҙе ирештергән-талаштырған шайтанды ҡыуалап сығарҙы. - Әләйгәс йортоғоҙ тынысланып ҡалыр инде. - Шулай ғына була күрһен инде. Тик бында һерәйеүемдең ғилләһе икенселә, теге мөгөҙлө шайтан әллә мин булып сыҡтым инде? - Нишләп улай тиһең әле? - Һуң ҡайтып инә алмай аптыранып ыуаланғанды күрәһең бит! - Аңһыҙ бала түгелһең, урынһыҙ сафсата һатып аҡыл өйрәтергә йыйынмайым, мырҙа, шулай ҙа әйтәм, ниһайәт килеп үҙеңде таный алыуың ҙур эш, үҙен таныған кеше генә хаталарын, етешһеҙлектәрен күрә һәм төҙәтә ала. Мөйөштәрҙәге түгел, күңелеңдәге иблесте ҡыу иң башта, шунда ғына бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ! - Мин... тырышырмын, ныҡ тырышырмын!
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-09-14/shaytan-h-ter-ge-h-tir-l-r-tsiklynan-h-y-r-tapa-ov-3435967
14 Сентябрь , 11:45
ba
Ҡабырға ("Хәтерҙәге хәтирәләр" циклынан) Хәйҙәр Тапаҡов
Өсәүләп ултырабыҙ. Эргәмдәге икәү генә үҙ-ара һөйләшәләр, ә мин бары һауа һуларға тип сыҡҡанмын, тегеләрҙең әңгәмәһенә ҡыҫылмайым да, ҡушылмайым да. Сәстәре сыбыҡланған, бит-йөҙөн шырт һаҡал-мыйыҡ япҡан, өҫ-башы әрпеш ир эргәбеҙҙән үткән-һүткән ҡатын-ҡыҙҙы яратмай яманлай:      - Ҡара әле бынау бисәне, ҡайһылайтып килешһеҙ итеп кейенеп алған булған, ә тегене күр, лыс буяҡ, сибәрмен, тип китеп баралыр инде. Анауһысы…       Өлкән йәштәгеһе шуҡ йылмайҙы:      - Ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ир кешенең ҡабырғаһынан яралтҡан, тигәнде ишеткәнең бармы?      - Бар. Шунан? Һынамсыл ҡараш елдә елберҙәргә әҙер йоҡа кәүҙәне баштан-аяҡ үткәрҙе: – Шунан, тип сифатһыҙ ҡабырғанан яҡшы ҡатын-ҡыҙ әүәләп булмайҙыр ул. Шуны ғына әйтмәксе инем.
Өсәүләп ултырабыҙ. Эргәмдәге икәү генә үҙ-ара һөйләшәләр, ә мин бары һауа һуларға тип сыҡҡанмын, тегеләрҙең әңгәмәһенә ҡыҫылмайым да, ҡушылмайым да. Сәстәре сыбыҡланған, бит-йөҙөн шырт һаҡал-мыйыҡ япҡан, өҫ-башы әрпеш ир эргәбеҙҙән үткән-һүткән ҡатын-ҡыҙҙы яратмай яманлай: - Ҡара әле бынау бисәне, ҡайһылайтып килешһеҙ итеп кейенеп алған булған, ә тегене күр, лыс буяҡ, сибәрмен, тип китеп баралыр инде. Анауһысы… Өлкән йәштәгеһе шуҡ йылмайҙы: - Ҡатын-ҡыҙҙы Аллаһы Тәғәлә ир кешенең ҡабырғаһынан яралтҡан, тигәнде ишеткәнең бармы? - Бар.
Әҙәби мѳхит
false
https://ataisal.com/articles/-bi-m-khit/2023-09-12/abyr-a-h-ter-ge-h-tir-l-r-tsiklynan-h-y-r-tapa-ov-3432757
12 Сентябрь , 15:48
ba
Байрам менән, дуҫтар!
Был дата – республикабыҙҙың күп милләтле халҡының берҙәмлек символы. Байрам меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ, рухи һәм мәҙәни мираҫыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыусыларҙы, төбәгебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплы кешеләрҙе берләштерә. Әле Башҡортостан ныҡлы үҫешә һәм илдә күп кенә йүнәлештәр буйынса алдынғы позициялар биләй. Уның сәскә атыуына беҙҙең ҡалала йәшәүселәр ҙә тос өлөш индерә. Һәр кем көндәлек тырыш һәм ныҡышмал хеҙмәте менән ҡалабыҙ, төбәгебеҙ именлеген нығыта. Илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергәләшеп үткәреп киләбеҙ. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ, гуманитар ылау ебәрәбеҙ. Изгелек, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем! Барлыҡ өмөттәрегеҙ аҡланһын, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын! Байрам менән! Сибай ҡала хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев.
Был дата – республикабыҙҙың күп милләтле халҡының берҙәмлек символы. Байрам меңәр йыллыҡ тарихыбыҙ, рухи һәм мәҙәни мираҫыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланыусыларҙы, төбәгебеҙҙең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплы кешеләрҙе берләштерә. Әле Башҡортостан ныҡлы үҫешә һәм илдә күп кенә йүнәлештәр буйынса алдынғы позициялар биләй. Уның сәскә атыуына беҙҙең ҡалала йәшәүселәр ҙә тос өлөш индерә. Һәр кем көндәлек тырыш һәм ныҡышмал хеҙмәте менән ҡалабыҙ, төбәгебеҙ именлеген нығыта. Илебеҙ өсөн ябай булмаған осорҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергәләшеп үткәреп киләбеҙ. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам күрһәтәбеҙ, гуманитар ылау ебәрәбеҙ. Изгелек, тыныслыҡ һәм бәхет теләйем!
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-10-11/bayram-men-n-du-tar-3474443
11 Октябрь , 12:10
ba
ИРТӘГӘ - ҒӘРӘФӘ КӨНӨ
Иртәгә, 27 июнь, Ғәрәфә көнө. Мосолмандар инаныуынса, был көндә сауаптар ҙа, гонаһтар ҙа бик күпкә арттырып яҙыла. Ғәрәфә көнөнән һуң Ҡорбан байрамы үткәрелә. Был тауҙа тороп үткәргән көндөң тамамланыуына ( Исламда яңы көн ҡояш батып бөткән ваҡыттан башлана) хаж ҡылыусылар Мина үҙәненә йүнәлә. Ошо үҙәндән өс көн дауамында шайтандарға таш бәрергә йөрөйҙәр. Ғәрәфә көнөндә тотолған ураҙа мөьмин-мосолманды Аллаһы тәғәләгә яҡынайта тип һанала. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм был хаҡта: "Был көндөң ураҙаһы үткән һәм киләһе йылдың гонаһтарынан таҙарта", - тип әйткән.
Иртәгә, 27 июнь, Ғәрәфә көнө. Мосолмандар инаныуынса, был көндә сауаптар ҙа, гонаһтар ҙа бик күпкә арттырып яҙыла. Ғәрәфә көнөнән һуңҠорбан байрамыүткәрелә. Был тауҙа тороп үткәргән көндөң тамамланыуына (Исламдаяңы көн ҡояш батып бөткән ваҡыттан башлана) хаж ҡылыусылар Мина үҙәненә йүнәлә. Ошо үҙәндән өс көн дауамындашайтандарғаташ бәрергә йөрөйҙәр. Ғәрәфә көнөндә тотолғанураҙамөьмин-мосолмандыАллаһытәғәләгә яҡынайта тип һанала.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-06-26/irt-g-r-f-k-n-3315840
26 Июнь , 20:20
ba
Ҡорбан салыу - фарыз ғәмәл
Ҡорбан салыу тәртибе      Рәсүлуллаһ, ғәләйһиссәләм, хәҙрәттәре былай бойора: «Бер кешенең хәле, байлығы һәм мөмкинлеге булып та байрамда ҡорбан (ошонда баҫ) салмаһа, намаҙлыҡтарыбыҙҙа йәнәшә булмаһын, йәғни арабыҙҙа булмаһын”. Аңлауыбыҙса, һәр хәлле кешегә ҡорбан салыу үәжибтыр. Хәленән килгән ғәиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Ҡайһы берҙәр ҡорбан салыу сөннәт тиҙәр, үәжиб булыуы (үтәмәһән гонаһлы, бурыслы булып ҡалаң Аллаһ Тәғәлә алдында) ошо аятҡа „Кәүҫәр“ (ошонда баҫ) бәйле. Был ғибәҙәт ошо Ҡорбан байрамы (махсус билдәләнгән өс көн дауамында) көндәрендә үтәлергә тейеш. Малды ошо көндәрҙә салыр кәрәк. Был Ҡорбанды башҡа нәфел (ирекле) ҡорбандар менән, йәки үҙең, ғәиләң, һатыу өсөн салынған мал ите менән бутамағыҙ.      Ҡорбандар, байрам намаҙы уҡылған ерҙәрҙә, байрам намаҙы уҡылғандан һуң салынырға тейеш. Хәҙис шәрифтә: “Байрам намаҙына ҡәҙәр ҡорбан салыуҙар — ит булараҡ салыу, намаҙҙан һуң салған кешенең ҡорбан салыу сауабы тулы һәм мосолманса, малы мосолмандар өсөн салынған булыр”, — тип әйтелгән.      Ҡорбан салыу ваҡыты һәр мосолмандын үҙе йәшәгән ерҙә ошо байрам ғәйете намаҙы тамамланғас башлана. Ә Ғәйет байрамы намаҙын мәсеттәрҙә төрлөсә уҡыйҙар.      Мәсеттәре булмаған ауылдарҙа иртәнге намаҙҙан һуң ҡорбан салыу дөрөҫ.      Ҡорбан байрамынын беренсе көнөндә был эште башҡарыу бик мәслихәт. Байрамдың өсөнсө көнөндә аҡшамға ҡәҙәр йәки ҡояш байығанса ҡорбан салыу ҙа дөрөҫтөр. Өсөнсө көндөң аҡшамынан һуң салған ҡорбан малдары шулай ук саҙаҡаға бирелер.      Инде мал салынмаһа, берәй нәмә арҡаһында (мәҫәлән; малды йәлләп) шул миҡдарҙа аҡсалата саҙаҡа булараҡ тараталар. Был сүрәттә лә ҡорбан бурысы үтәлер, әммә ваҡытында салынған ҡорбан бурысын тулыһынса үтәү сауабы булыр микән. Әйтелә бит, ниәт менән салынған ҡорбандың беренсе тамсы ҡаны тамыу менән ҡорбанығыҙ ҡабул була тип. Аллаһ Тәғәлә ихтиярында барыһыла.      Икенсе яғы бар: Аллаһ Тәғәлә «Йәсин» сүрәһендә 71 аяттында: “Күрмәйҙәрме, беҙ улар өсөн хайуандар яраттыҡ”- тип әйтә һәм 72 аятта: “һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ашар өсөн” — тип аңлата. Мал үҙенең ҡорбан икәнен белә, был турала риүәйәттәр күп.      Аллаһы Тәғәләнең аятыңда: “Ул ҡорбан иттәрен ашағыҙ, фәҡирҙәргә һәм теләгәндәргә таратығыҙ”, — тип бойоролған. “Әл-Хаджж» (Хаж) сүрәһе, 36-сы аят.      Кешегә үҙ ғәиләң менән ҡорбан итен ауыҙ итеү, ашау мөмкин (ярлылар тулыһынса ла ҡалдыра ала), бер өлөшөн запасҡа һаҡлауға ҡалдырыу, саҙаҡа итеп ярлы- фәҡирҙәргә таратыу бик сауаплы (бар бит ит ашамаған ғәиләләр).      Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Ҡорбан итеп салған мал итен ашағыҙ, саҙаҡа итеп бирегеҙ һәм туплағыҙ», —тип әйтә. Бынан шул аңлашыла: мосолман кеше ҡорбан итенең бер өлөшөн ғаиләһе менән бергә ашарға, икенсе өлөшөн ярлы-фоҡараға таратырға тейеш. Хәҙистә «туплау» һүҙе ҡорбан итен ғаилә ағзалары менән бергә ашарға, һаҡларға ишара.      Ҡорбан салыуҙы ышаныслы ир-атҡа тапшыралар. Ҡорбанды салыр алдынан тәһәрәт алыу кәрәктер һәм ниәт ҡылыу: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн... шул-шул кеше исеменән” — тип. Ә инде ҙур малды салғанда ла Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн — тип тәүҙә үҙ исемен (әгәр был өлөшкә ҡатнашһа), шунан – башҡа кеше исемдәрен һанап сыға.      Беҙҙең кешеләр, шул ғилем етмәү арҡаһында малды мулла салырға тейеш тигән фекерҙә йөрөйҙәр. Мулла ошо байрам көндәрендә мясник була ла китә. Был дөрөҫ түгел – мулланын эше һеҙгә ғибәҙәттең рәтен, тәртибен өйрәтеү, ә өйҙәр буйлап мал салып, тунап, эшкәртеп йөрөү түгел. Һеҙ мосолман икән, үҙ ҡулығыҙ менән салыуығыҙ бик сауаблы һәм ҡабул булыуыла һис шикһеҙ, сөнки үҙ күңелегеҙ менән был эште башҡарағыҙ, ниәтегеҙҙә ихлас. Намаҙ уҡымайһығыҙ икән – үҙегеҙ ғәйепле, гонаһлы. Ә мулланың намаҙҙы ул аның үҙе өсөн, һеҙгә бер ниҙә килтермәй, тик доғаһы ғына ҡабул булыуы ихтимал. Бер мосолмандын икенсе мосолманға ҡылған доғаһы ҡабул була тигәнде онотмағыҙ.      Ҡорбанлыҡ хайуанды Ҡиблаға табан ҡаратып, үткер бысаҡ менән салалар. Салыр алдында «Ихлас» сүрәһенән аяттар уҡыла. Унан һуң «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп ҡорбан салына.      “Аллаһү Әкбәр! Аллаһүммә иннә һәҙә минкә үә лә фәтәҡаббәл минни" тип әйтергә лә була (Аллаһ! бөйөк Аллаһым, был Һинә һәм Һинең өсөн,(шуға ла быны) минән ҡабул итсе).      Әгәр хайуанды хужаһы үҙе салмаһа, салған кеше эргәһендә тороп, уның да «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп тороуы бик хуп.      Әгәр ҡорбан салыусы уҡылырға тейешле аяттарҙы белмәһә, уның ихлас йөрәктән, пак ниәт һәм күңел менән «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеүе лә етә.      Ҡорбан салған ике кеше рәкәғәт намаҙ уҡып, Аллаһ Тәғәләгә хәмед үә ҫәнә итһә, доға ҡылып, ҡорбандың Хаҡ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеүен үтенһә, бик мәслихәт булыр.      Ҡорбан салырға керешкәнсе, бер нисә шарттың үтәлеүе мәжбүри. Беренсенән, бысаҡ бик яҡшы ҡайралған булырға тейеш. Аллаһ Рәсүленең бер хәҙисендә былай тип әйтә: «Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәлә (эштә) яҡшылыҡ (тәртип) итеүҙе лә әмер иттелер. Шулай булғас, (хайуанды) салғанда быны оҫта башҡарығыҙ. Боғаҙлағанда был эште яҡшы белеп башҡарығыҙ. Бысаҡтарығыҙҙы ҡайрағыҙ, хайуанды ғазапламағыҙ».      Мал салыуҙы көсө һәм оҫталығы еткән кеше башҡара ала. Йәғни ир кеше лә, йәш үҫмер ҙә, хатта ҡатын –ҡыҙ башҡара ала, һуйыуҙары дөрөҫ (Бухари,5504-нсе хәҙис)     Хәҙистәрҙә хайуанды боғаҙлағанда ла, тәртибе буйынса сығып эш итергә кәрәк. Башҡа риүәйәттәрҙә бысаҡты хайуанға күрһәтмәү, бер хайуанды башҡаһы эргәһендә салмау, хайуанды салыу урынына һөрәтеп килтермәү тураһында әйтелә.    Ҡорбан салыусы, эшкә тотонғанда, иң тәүҙә «бисмилләһ» тип әйтергә тейеш. «Хаж» сүрәсенең аят-кәримәһендә бының үәжиб булыуы тураһында әйтелә. Башҡа аятта Аллаһ Тәғәлә: "Аллаһ исеме менән һуйылмаған хайуандың итен ашамағыҙ! («Әнғәм», 6/121). Мал итен ашау өсөн «бисмиллаһ» әйтеүҙең шарт булыуын белдерә.     Ғәҙәттә, ҡорбан салғанда, «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтелә. «Аллаһ, Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әғзәм...» һүҙҙәрен лә ҡулланырға мөмкин, тик улар доға рәүешендә әйтелмәһен.    Кем биссмилләне әйтергә онотҡан икән, һуйылған ит барыбер хәләл тип һанала. Сөнки динебеҙҙә онотоу гонаһ түгел, ә инде белә тороп әйтмәһә, был итте ашау хәрәм була.                                                   Мал боғаҙлау миҫалдары     1 -нсе миҫал: бисмилләһне яңылыш ҡалдырһа, хәләл булыр. Әммә юрый ҡалдырһа, хәләл булмаҫ. Әгәр ҙә бисмилләһнән һуң боғаҙланмайынса бер-бер эш ҡылып, йә иһә һөйләшеп ваҡытын үткәрһә, һуңынан боғаҙлаһа ла, дөрөҫ булмаҫ. Әммә бик аҙ ғына торһа дөрөҫ булыр.      2 -нсе миҫал: боғаҙлаған хайуандың эсенән: балаһы сыҡһа, тере булһа, тиҙ үк шәриғәт буйынса салынһа хәләл булыр. Әммә йәнһеҙ булһа, имам Әгзам мәҙһәбе буйынса хәләл булмаҫ.      3 -сө миҫал: бер кеше бер хайуанды боғаҙламаҡсы булып, бисмилләне әйткәс, тиҙ генә ҡулындағы бысағын ҡуйып, икенсе бысаҡ менән боғаҙлаһа, ул хайуандың ите дөрөҫ һәм хәләл булыр.      4 -нсе миҫал: бер хайуанды шәриғәт буйынса салғандан һуң ул хайуандың бер тәүлек самаһ эсендәге тиҙәктәре менән тотһалар, бының ашарға дөрөҫ булмаҫ. Сөнки эсендәге нәжестә бөтөн гәүҙәһенә йәйелеүе ихтималдыр. (Ҡаҙ һәм өйрәк кеүек ҡоштарғала ҡағыла – нәжестәре бик бысраҡ, ауыр һанала).                                                                     Ҡайһы бер миҫалдар «Башҡортса дини календарь»ҙан алынды.
Ҡорбан салыу тәртибе Рәсүлуллаһ, ғәләйһиссәләм, хәҙрәттәре былай бойора: «Бер кешенең хәле, байлығы һәм мөмкинлеге булып та байрамдаҡорбан(ошонда баҫ) салмаһа, намаҙлыҡтарыбыҙҙа йәнәшә булмаһын, йәғни арабыҙҙа булмаһын”. Аңлауыбыҙса, һәр хәлле кешегә ҡорбан салыу үәжибтыр. Хәленән килгән ғәиләгә ҡорбан салыу мәжбүри. Ҡайһы берҙәр ҡорбан салыу сөннәт тиҙәр, үәжиб булыуы (үтәмәһән гонаһлы, бурыслы булып ҡалаң Аллаһ Тәғәлә алдында) ошо аятҡа„Кәүҫәр“ (ошонда баҫ) бәйле. Был ғибәҙәт ошо Ҡорбан байрамы (махсус билдәләнгән өс көн дауамында) көндәрендә үтәлергә тейеш. Малды ошо көндәрҙә салыр кәрәк. Был Ҡорбанды башҡа нәфел (ирекле) ҡорбандар менән, йәки үҙең, ғәиләң, һатыу өсөн салынған мал ите менән бутамағыҙ. Ҡорбандар, байрам намаҙы уҡылған ерҙәрҙә, байрам намаҙы уҡылғандан һуң салынырға тейеш. Хәҙис шәрифтә: “Байрам намаҙына ҡәҙәр ҡорбан салыуҙар— ит булараҡ салыу, намаҙҙан һуң салған кешенең ҡорбан салыу сауабы тулы һәм мосолманса, малы мосолмандар өсөн салынған булыр”,— тип әйтелгән. Ҡорбан салыу ваҡыты һәр мосолмандын үҙе йәшәгән ерҙә ошо байрам ғәйете намаҙы тамамланғас башлана. Ә Ғәйет байрамы намаҙын мәсеттәрҙә төрлөсә уҡыйҙар. Мәсеттәре булмаған ауылдарҙа иртәнге намаҙҙан һуң ҡорбан салыу дөрөҫ. Ҡорбан байрамынын беренсе көнөндә был эште башҡарыу бик мәслихәт. Байрамдың өсөнсө көнөндә аҡшамға ҡәҙәр йәки ҡояш байығанса ҡорбан салыу ҙа дөрөҫтөр. Өсөнсө көндөң аҡшамынан һуң салған ҡорбан малдары шулай ук саҙаҡаға бирелер. Инде мал салынмаһа, берәй нәмә арҡаһында (мәҫәлән; малды йәлләп) шул миҡдарҙа аҡсалата саҙаҡа булараҡ тараталар. Был сүрәттә лә ҡорбан бурысы үтәлер, әммә ваҡытында салынған ҡорбан бурысын тулыһынса үтәү сауабы булыр микән. Әйтелә бит, ниәт менән салынған ҡорбандың беренсе тамсы ҡаны тамыу менән ҡорбанығыҙ ҡабул була тип. Аллаһ Тәғәлә ихтиярында барыһыла. Икенсе яғы бар: Аллаһ Тәғәлә «Йәсин» сүрәһендә 71 аяттында: “Күрмәйҙәрме, беҙ улар өсөн хайуандар яраттыҡ”- тип әйтә һәм 72 аятта: “һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен ашар өсөн”— тип аңлата. Мал үҙенеңҡорбаникәнен белә, был турала риүәйәттәр күп. Аллаһы Тәғәләнең аятыңда: “Ул ҡорбан иттәрен ашағыҙ, фәҡирҙәргә һәм теләгәндәргә таратығыҙ”,— тип бойоролған. “Әл-Хаджж» (Хаж) сүрәһе, 36-сы аят. Кешегә үҙ ғәиләң менән ҡорбан итен ауыҙ итеү, ашау мөмкин (ярлылар тулыһынса ла ҡалдыра ала), бер өлөшөн запасҡа һаҡлауға ҡалдырыу, саҙаҡа итеп ярлы- фәҡирҙәргә таратыу бик сауаплы (бар бит ит ашамаған ғәиләләр). Пәйғәмбәребеҙ ғәләйһиссәләм бер хәҙисендә: «Ҡорбан итеп салған мал итен ашағыҙ, саҙаҡа итеп бирегеҙ һәм туплағыҙ», —тип әйтә. Бынан шул аңлашыла: мосолман кеше ҡорбан итенең бер өлөшөн ғаиләһе менән бергә ашарға, икенсе өлөшөн ярлы-фоҡараға таратырға тейеш. Хәҙистә «туплау» һүҙе ҡорбан итен ғаилә ағзалары менән бергә ашарға, һаҡларға ишара. Ҡорбан салыуҙы ышаныслы ир-атҡа тапшыралар. Ҡорбанды салыр алдынан тәһәрәт алыу кәрәктер һәм ниәт ҡылыу: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн... шул-шул кеше исеменән”— тип. Ә инде ҙур малды салғанда ла Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн— тип тәүҙә үҙ исемен (әгәр был өлөшкә ҡатнашһа), шунан – башҡа кеше исемдәрен һанап сыға. Беҙҙең кешеләр, шул ғилем етмәү арҡаһында малды мулла салырға тейеш тигән фекерҙә йөрөйҙәр. Мулла ошо байрам көндәрендә мясник була ла китә. Был дөрөҫ түгел – мулланын эше һеҙгә ғибәҙәттең рәтен, тәртибен өйрәтеү, ә өйҙәр буйлап мал салып, тунап, эшкәртеп йөрөү түгел. Һеҙ мосолман икән, үҙ ҡулығыҙ менән салыуығыҙ бик сауаблы һәм ҡабул булыуыла һис шикһеҙ, сөнки үҙ күңелегеҙ менән был эште башҡарағыҙ, ниәтегеҙҙә ихлас. Намаҙ уҡымайһығыҙ икән – үҙегеҙ ғәйепле, гонаһлы. Ә мулланың намаҙҙы ул аның үҙе өсөн, һеҙгә бер ниҙә килтермәй, тик доғаһы ғына ҡабул булыуы ихтимал. Бер мосолмандын икенсе мосолманға ҡылған доғаһы ҡабул була тигәнде онотмағыҙ. Ҡорбанлыҡ хайуанды Ҡиблаға табан ҡаратып, үткер бысаҡ менән салалар. Салыр алдында «Ихлас» сүрәһенән аяттар уҡыла. Унан һуң «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп ҡорбан салына. “Аллаһү Әкбәр! Аллаһүммә иннә һәҙә минкә үә лә фәтәҡаббәл минни" тип әйтергә лә була (Аллаһ! бөйөк Аллаһым, был Һинә һәм Һинең өсөн,(шуға ла быны) минән ҡабул итсе). Әгәр хайуанды хужаһы үҙе салмаһа, салған кеше эргәһендә тороп, уның да «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп тороуы бик хуп. Әгәр ҡорбан салыусы уҡылырға тейешле аяттарҙы белмәһә, уның ихлас йөрәктән, пак ниәт һәм күңел менән «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеүе лә етә. Ҡорбан салған ике кеше рәкәғәт намаҙ уҡып, Аллаһ Тәғәләгә хәмед үә ҫәнә итһә, доға ҡылып, ҡорбандың Хаҡ Тәғәлә тарафынан ҡабул ителеүен үтенһә, бик мәслихәт булыр. Ҡорбан салырға керешкәнсе, бер нисә шарттың үтәлеүе мәжбүри. Беренсенән, бысаҡ бик яҡшы ҡайралған булырға тейеш. Аллаһ Рәсүленең бер хәҙисендә былай тип әйтә: «Аллаһы Тәғәлә һәр нәмәлә (эштә) яҡшылыҡ (тәртип) итеүҙе лә әмер иттелер. Шулай булғас, (хайуанды) салғанда быны оҫта башҡарығыҙ. Боғаҙлағанда был эште яҡшы белеп башҡарығыҙ. Бысаҡтарығыҙҙы ҡайрағыҙ, хайуанды ғазапламағыҙ». Мал салыуҙы көсө һәм оҫталығы еткән кеше башҡара ала. Йәғни ир кеше лә, йәш үҫмер ҙә, хатта ҡатын –ҡыҙ башҡара ала, һуйыуҙары дөрөҫ (Бухари,5504-нсе хәҙис) Хәҙистәрҙә хайуанды боғаҙлағанда ла, тәртибе буйынса сығып эш итергә кәрәк. Башҡа риүәйәттәрҙә бысаҡты хайуанға күрһәтмәү, бер хайуанды башҡаһы эргәһендә салмау, хайуанды салыу урынына һөрәтеп килтермәү тураһында әйтелә. Ҡорбан салыусы, эшкә тотонғанда, иң тәүҙә «бисмилләһ» тип әйтергә тейеш. «Хаж» сүрәсенең аят-кәримәһендә бының үәжиб булыуы тураһында әйтелә. Башҡа аятта Аллаһ Тәғәлә: "Аллаһ исеме менән һуйылмаған хайуандың итен ашамағыҙ! («Әнғәм», 6/121). Мал итен ашау өсөн «бисмиллаһ» әйтеүҙең шарт булыуын белдерә. Ғәҙәттә, ҡорбан салғанда, «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтелә. «Аллаһ, Аллаһу Әкбәр, Аллаһу Әғзәм...» һүҙҙәрен лә ҡулланырға мөмкин, тик улар доға рәүешендә әйтелмәһен. Кем биссмилләне әйтергә онотҡан икән, һуйылған ит барыбер хәләл тип һанала. Сөнки динебеҙҙә онотоу гонаһ түгел, ә инде белә тороп әйтмәһә, был итте ашау хәрәм була. Мал боғаҙлау миҫалдары 1 -нсе миҫал: бисмилләһне яңылыш ҡалдырһа, хәләл булыр. Әммә юрый ҡалдырһа, хәләл булмаҫ. Әгәр ҙә бисмилләһнән һуң боғаҙланмайынса бер-бер эш ҡылып, йә иһә һөйләшеп ваҡытын үткәрһә, һуңынан боғаҙлаһа ла, дөрөҫ булмаҫ. Әммә бик аҙ ғына торһа дөрөҫ булыр. 2 -нсе миҫал: боғаҙлаған хайуандың эсенән: балаһы сыҡһа, тере булһа, тиҙ үк шәриғәт буйынса салынһа хәләл булыр. Әммә йәнһеҙ булһа, имам Әгзам мәҙһәбе буйынса хәләл булмаҫ. 3 -сө миҫал: бер кеше бер хайуанды боғаҙламаҡсы булып, бисмилләне әйткәс, тиҙ генә ҡулындағы бысағын ҡуйып, икенсе бысаҡ менән боғаҙлаһа, ул хайуандың ите дөрөҫ һәм хәләл булыр. 4 -нсе миҫал: бер хайуанды шәриғәт буйынса салғандан һуң ул хайуандың бер тәүлек самаһ эсендәге тиҙәктәре менән тотһалар, бының ашарға дөрөҫ булмаҫ. Сөнки эсендәге нәжестә бөтөн гәүҙәһенә йәйелеүе ихтималдыр.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-06-24/orban-salyu-faryz-m-l-3313152
24 Июнь , 20:23
ba
МИН - ТӘБИҒӘТ БАЛАҺЫ
Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ Баймаҡ районы Буранбай ауылында буй еткергән. Лилиә Ишалина башҡаларға хас булмаған һирәк һөнәрҙе һайлаған. Ул—эколог.--Тәбиғәткә яҡын һөнөрҙе үҙ итеүем юҡҡа түгел,--ти Лилиә.—Тыуған ауылым хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ҡартатайымдың, ата-әсәйемдең һөйләүе буйынса, элек Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булған, ярында талдар күп үҫкән, урман да ҡуйылығы менән һоҡландырған. Йәй бесәнгә барған һайын атайым: “Ошонда күл була торғайны, ә бында ҡуйы ағаслыҡ ине”,--тип әсенеп һөйләһә, мин уйға ҡала инем: ҡайҙа булған һуң? Ниңә һаҡламағандар? Шулай бәләкәйҙән тәбиғәткә тартылып, уның матурлығына һоҡланып, ҡайһы саҡта борсолоп үҫтем һәм икеләнмәй генә эколог булырға ҡарар иттем. Мәктәптә география уҡытыусыһы Мостафа Ибраһим улы Ҡотдосовтың да тәьҫире көслө булды. Уның дәрестәре бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы ине. Үҙ фәнен яҡшы белеүе, беҙҙән шуны талап итеүе маҡтауға ғына лайыҡ.Ысынлап та, мәктәптә география дәресен оҡшатҡан, тәбиғәтте яратҡан Лилиә күп уйлап тормай Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға бара. Эколог һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙ студент сағынан Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығында эш башлай. Бында йыйған тәжрибәһе уға ныҡ ҡына ярҙам итә. Әле ул Магнитогорск ҡалаһында урынлашҡан “ГИПРОМЕЗ” металлургия заводында әйҙәүсе инженер-эколог булып эшләй.--Төп бурысым--металлургия заводтары, биналар, күп ҡатлы йорттар төҙөлөр алдынан шул ерлектеге шишмә-йылғаларҙы тикшереү, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлек-ҡоштарҙы өйрәнеү. Төҙөлөш уларҙың йәшәйешенә зыян килтермәҫкә тейеш. Һөнәремдең тәбиғәт менән тығыҙ бәйле булғанына ҡыуанам. Төҙөлөш проектын тикшергән-өйрәнгән ваҡытта ағастарҙы күҙәтеп, ҡоштар һайрағанын тыңлап күңелемә йыуаныс алам. Эшем буйынса Силәбе өлкәһендә генә түгел, Рәсәй буйлап йөрөргә тура килә. Сәйәхәт итергә лә яратам. Сит илдәрҙә лә күп булдым. Әммә тулы ышаныс менән әйтәм: тыуған яҡтарға бер ни етмәй! Башҡортостаным, тыуған ауылым—Буранбайым иң гүзәле! Беҙ уның һәр бер тауын, һәр бер ташын, йылға-күлен, урманын һаҡларға һәм матур килеш киләһе быуынға еткерергә бурыслы,--ти Лилиә Зөбәйер ҡыҙы.
Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ Баймаҡ районы Буранбай ауылында буй еткергән. Лилиә Ишалина башҡаларға хас булмаған һирәк һөнәрҙе һайлаған. Ул—эколог.--Тәбиғәткә яҡын һөнөрҙе үҙ итеүем юҡҡа түгел,--ти Лилиә.—Тыуған ауылым хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Ҡартатайымдың, ата-әсәйемдең һөйләүе буйынса, элек Һаҡмар йылғаһы мул һыулы булған, ярында талдар күп үҫкән, урман да ҡуйылығы менән һоҡландырған. Йәй бесәнгә барған һайын атайым: “Ошонда күл була торғайны, ә бында ҡуйы ағаслыҡ ине”,--тип әсенеп һөйләһә, мин уйға ҡала инем: ҡайҙа булған һуң? Ниңә һаҡламағандар? Шулай бәләкәйҙән тәбиғәткә тартылып, уның матурлығына һоҡланып, ҡайһы саҡта борсолоп үҫтем һәм икеләнмәй генә эколог булырға ҡарар иттем. Мәктәптә география уҡытыусыһы Мостафа Ибраһим улы Ҡотдосовтың да тәьҫире көслө булды. Уның дәрестәре бик мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы ине. Үҙ фәнен яҡшы белеүе, беҙҙән шуны талап итеүе маҡтауға ғына лайыҡ. Ысынлап та, мәктәптә география дәресен оҡшатҡан, тәбиғәтте яратҡан Лилиә күп уйлап тормай Башҡорт дәүләт университетының география факультетына уҡырға бара. Эколог һөнәрен үҙләштереүсе ҡыҙ студент сағынан Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу идаралығында эш башлай. Бында йыйған тәжрибәһе уға ныҡ ҡына ярҙам итә. Әле ул Магнитогорск ҡалаһында урынлашҡан “ГИПРОМЕЗ” металлургия заводында әйҙәүсе инженер-эколог булып эшләй.--Төп бурысым--металлургия заводтары, биналар, күп ҡатлы йорттар төҙөлөр алдынан шул ерлектеге шишмә-йылғаларҙы тикшереү, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән йәнлек-ҡоштарҙы өйрәнеү. Төҙөлөш уларҙың йәшәйешенә зыян килтермәҫкә тейеш. Һөнәремдең тәбиғәт менән тығыҙ бәйле булғанына ҡыуанам. Төҙөлөш проектын тикшергән-өйрәнгән ваҡытта ағастарҙы күҙәтеп, ҡоштар һайрағанын тыңлап күңелемә йыуаныс алам. Эшем буйынса Силәбе өлкәһендә генә түгел, Рәсәй буйлап йөрөргә тура килә. Сәйәхәт итергә лә яратам. Сит илдәрҙә лә күп булдым. Әммә тулы ышаныс менән әйтәм: тыуған яҡтарға бер ни етмәй! Башҡортостаным, тыуған ауылым—Буранбайым иң гүзәле!
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-06-24/min-t-bi-t-bala-y-3313036
24 Июнь , 17:55
ba
Йәш Рәсәй граждандары
Байрам саралары спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар төрлө ярыштарҙа көстәрен һанап ҡараусыларҙы ихлас күҙәткән мәлдә Эльза Рафаэль ҡыҙы менән әңгәмәләшеү форматы тейҙе. Ул яңылыҡтары менән дә уртаҡлашты: -Сибай—минең тыуған ҡалам һәм минең яҙмышым. Ошонда тыуҙым, белем алдым һәм эшләйем. Уның барлыҡ проблемалары миңә яҡын, ни тиһәң дә ҡала округында урындағы үҙидаралыҡтың заманса системаһы башланғысында торҙом. 2003 йылдың 6 октябрендә “Урындағы үҙидаралыҡ ойошмаһының дөйөм принциптары тураһында” Федераль закон ҡабул ителгәндән һуң урындағы үҙиралыҡтың яңы үҫеш этабы башланды. Был үҙ нәүбәтендә урындағы кимәлдә закондар сығарыуҙы яңыртты. Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү процесын рәткә һалыу, муниципаль хоҡуҡи акттарҙы системалаштырыу маҡсатында, ҡала округының Уставын ҡабул итеүгә әҙерлек буйынса эш алып барҙым. Ҡала округының символикаһын, гербы һәм флагын булдырыу буйынса эшмәкәрлектә ҡатнаштым. 20 йыл элек ҡалала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһен асыуҙа ҡатнаштым. Ошо йылдар эсендә партия үҙ эшенең күләмлелеген күрһәтте һәм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын раҫланы. Партияның “Аныҡ эштәр”, “Бәләкәй тыуған ер мәҙәниәте”, “Ҡала мөхите” проекттарына ярашлы ҡаланың социаль объекттарының, йәмәғәт биләмәләренең киҫкен торған мәсьәләләре хәл ителде. Был өлкәлә бай тәжрибәм бар, тип әйтә алам. Махсус хәрби операция кешеләрҙе икенсе яҡтан асты. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалалаштар, депутаттар, эшҡыуарҙар алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға туҡтамай ярҙам итә. Әүҙем йәмәғәтселәр, депутаттар менән бергәләшеп йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә тос өлөш индерәбеҙ. Бер нисә йыл элек ҡалала Депутаттар скверы булдырҙыҡ, унда йыл һайын өҫтәп ағастар ултыртабыҙ. Бөгөн беҙ киләсәгебеҙ хаҡына көслө һәм дөрөҫ ҡарарҙар талап иткән үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ. Уларҙың һөҙөмтәһе өсөн үҙеңә яуаплылыҡ алыу—үҙе ҙур көс. Минеңсә, һәр лидер, ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, ошондай ҡарар ҡабул итергә һәм эшенең һөҙөмтәһе өсөн яуап бирә белергә тейеш.
Байрам саралары спорт ярыштары менән үрелеп барҙы. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусылар төрлө ярыштарҙа көстәрен һанап ҡараусыларҙы ихлас күҙәткән мәлдә Эльза Рафаэль ҡыҙы менән әңгәмәләшеү форматы тейҙе. Ул яңылыҡтары менән дә уртаҡлашты:-Сибай—минең тыуған ҡалам һәм минең яҙмышым. Ошонда тыуҙым, белем алдым һәм эшләйем. Уның барлыҡ проблемалары миңә яҡын, ни тиһәң дә ҡала округында урындағы үҙидаралыҡтың заманса системаһы башланғысында торҙом. 2003 йылдың 6 октябрендә “Урындағы үҙидаралыҡ ойошмаһының дөйөм принциптары тураһында” Федераль закон ҡабул ителгәндән һуң урындағы үҙиралыҡтың яңы үҫеш этабы башланды. Был үҙ нәүбәтендә урындағы кимәлдә закондар сығарыуҙы яңыртты. Урындағы мәсьәләләрҙе хәл итеү процесын рәткә һалыу, муниципаль хоҡуҡи акттарҙы системалаштырыу маҡсатында, ҡала округының Уставын ҡабул итеүгә әҙерлек буйынса эш алып барҙым. Ҡала округының символикаһын, гербы һәм флагын булдырыу буйынса эшмәкәрлектә ҡатнаштым. 20 йыл элек ҡалала “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһен асыуҙа ҡатнаштым. Ошо йылдар эсендә партия үҙ эшенең күләмлелеген күрһәтте һәм халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуын раҫланы. Партияның “Аныҡ эштәр”, “Бәләкәй тыуған ер мәҙәниәте”, “Ҡала мөхите” проекттарына ярашлы ҡаланың социаль объекттарының, йәмәғәт биләмәләренең киҫкен торған мәсьәләләре хәл ителде. Был өлкәлә бай тәжрибәм бар, тип әйтә алам. Махсус хәрби операция кешеләрҙе икенсе яҡтан асты. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡалалаштар, депутаттар, эшҡыуарҙар алғы һыҙыҡтағы яҡташтарға туҡтамай ярҙам итә. Әүҙем йәмәғәтселәр, депутаттар менән бергәләшеп йәмәғәт урындарын төҙөкләндереүгә һәм йәшелләндереүгә тос өлөш индерәбеҙ. Бер нисә йыл элек ҡалала Депутаттар скверы булдырҙыҡ, унда йыл һайын өҫтәп ағастар ултыртабыҙ. Бөгөн беҙ киләсәгебеҙ хаҡына көслө һәм дөрөҫ ҡарарҙар талап иткән үҙгәрештәр заманында йәшәйбеҙ. Уларҙың һөҙөмтәһе өсөн үҙеңә яуаплылыҡ алыу—үҙе ҙур көс.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-06-21/y-sh-r-s-y-grazhdandary-3307965
21 Июнь , 10:40
ba
Матбуғат хеҙмәткәрҙәре халыҡ өсөн тырыша
Бөгөн беҙ мәғлүмәт өҫкә яуып торған осорҙа йәшәйбеҙ. Гәзит-журналдар, телевидение һәм радио, интернет аша ниндәй генә яңылыҡ ишетмәйбеҙ. Ваҡытлы матбуғат саралары журналистарының төп эше – ышаныслы һәм дөрөҫ мәғлүмәтте генә халыҡҡа еткерә. Ҡалабыҙҙа әлеге ваҡытта «Сибайский рабочий» һәм «Атайсал» төбәк гәзите сыға һәм тарала. Улар халыҡтың ышанысын күптән яулаған.   Сибай мәғлүмәт үҙәгендә Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары гәзиттәренән тыш, бик күп полигарфия продукцияһы ла баҫыла. Типография хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта үҙ эштәренең оҫталары булып танылған. Баҫма продукция төрлөлөгө һәм сифатлы булыуы менән алдыра. Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Булат Абдрафиҡов баҫма продукция баҫылыу цехтары буйлап алып йөрөнө һәм эш барыштары менән таныштырҙы. Һәр бүлектә эш ҡайнай, айырыуса китап сығарырға теләүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Редакцияларҙың подписка һәм реклама бүлегенең дә ишеге ябылмай, ни тиһәң дә гәзиттәргә арзан хаҡҡа яҙылыуға 10 көнлөк иғлан ителгән. Байрам уңайынан да ҡотларға теләүселәр күпләп инә.
Бөгөн беҙ мәғлүмәт өҫкә яуып торған осорҙа йәшәйбеҙ. Гәзит-журналдар, телевидение һәм радио, интернет аша ниндәй генә яңылыҡ ишетмәйбеҙ. Ваҡытлы матбуғат саралары журналистарының төп эше – ышаныслы һәм дөрөҫ мәғлүмәтте генә халыҡҡа еткерә. Ҡалабыҙҙа әлеге ваҡытта «Сибайский рабочий» һәм «Атайсал» төбәк гәзите сыға һәм тарала. Улар халыҡтың ышанысын күптән яулаған. Сибай мәғлүмәт үҙәгендә Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары гәзиттәренән тыш, бик күп полигарфия продукцияһы ла баҫыла. Типография хеҙмәткәрҙәре был юҫыҡта үҙ эштәренең оҫталары булып танылған. Баҫма продукция төрлөлөгө һәм сифатлы булыуы менән алдыра. Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Булат Абдрафиҡов баҫма продукция баҫылыу цехтары буйлап алып йөрөнө һәм эш барыштары менән таныштырҙы. Һәр бүлектә эш ҡайнай, айырыуса китап сығарырға теләүселәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Редакцияларҙың подписка һәм реклама бүлегенең дә ишеге ябылмай, ни тиһәң дә гәзиттәргә арзан хаҡҡа яҙылыуға 10 көнлөк иғлан ителгән.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-06-16/matbu-at-he-m-tk-r-re-haly-s-n-tyrysha-3303057
16 Июнь , 16:45
ba
Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп
Рәсәй көнөндә Сибай ҡалаһында бик күп саралар үтте. Иң үҙенсәлекле сараларҙың береһен «Мин ирекмән» ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәре ойошторҙо. Улар ҡала Советы депутаты Роман Зәйдуллин етәкселегендә «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ҡарамағандағы яңғыҙ йәшәгән ололарға, «Һуғыш осоро балалары», «Тыл хеҙмәтсәндәре» категорияһына ҡараған физик сәләмәтлектәре сикле кешеләргә ярҙам күрһәтте.Төп бағыусы – «Продуктовушка» магазиндары селтәре 17 кешегә аҙыҡ-түлек: ҡарабойҙай ярмаһы, макарон изделиелары, печенье, сәй, көнбағыш майы, шырпы һәм картуф әҙерләп биргән. Байрам көндө изгелек ҡылыусылар «Тиҫтер» клубының автоирекмәндәре ярҙамында йыйылмаларҙы тигеҙ бүлеп, тәғәйен адрестарға йөрөп тапшырҙы.Күстәнәс таратыусыларҙы оло йәштәгеләр ҡыуанып ҡаршы алды, ҙур рәхмәттәр әйтеп, ихлас оҙатып ҡалды. Күптәрҙең күңелдәре тулып, күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Ирекмәндәргә, депутатҡа, бағыусыларға ҡылған изгелектәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ! Донъялар тыныс, имен булһын, һаулыҡ-сәләмәтлек һеҙҙе бер ваҡытта ла ташламаһын!Оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп
Рәсәй көнөндә Сибай ҡалаһында бик күп саралар үтте. Иң үҙенсәлекле сараларҙың береһен «Мин ирекмән» ирекмәндәр хәрәкәте әүҙемселәре ойошторҙо. Улар ҡала Советы депутаты Роман Зәйдуллин етәкселегендә «Азатлыҡ» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге ҡарамағандағы яңғыҙ йәшәгән ололарға, «Һуғыш осоро балалары», «Тыл хеҙмәтсәндәре» категорияһына ҡараған физик сәләмәтлектәре сикле кешеләргә ярҙам күрһәтте. Төп бағыусы – «Продуктовушка» магазиндары селтәре 17 кешегә аҙыҡ-түлек: ҡарабойҙай ярмаһы, макарон изделиелары, печенье, сәй, көнбағыш майы, шырпы һәм картуф әҙерләп биргән. Байрам көндө изгелек ҡылыусылар «Тиҫтер» клубының автоирекмәндәре ярҙамында йыйылмаларҙы тигеҙ бүлеп, тәғәйен адрестарға йөрөп тапшырҙы. Күстәнәс таратыусыларҙы оло йәштәгеләр ҡыуанып ҡаршы алды, ҙур рәхмәттәр әйтеп, ихлас оҙатып ҡалды. Күптәрҙең күңелдәре тулып, күҙ йәштәре аша йылмайҙы. Ирекмәндәргә, депутатҡа, бағыусыларға ҡылған изгелектәре өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-06-13/olo-y-sht-gel-r-e-h-st-rl-p-3297725
13 Июнь , 12:10
ba
Балалар--донъябыҙ йәме
-Шат көлөүҙәрҙән, балалар тауышына урам яңғырап торҙо, ауылға йәм бирҙе, ҡот өҫтәне. Ауыл клубы янында улар өсөн төрлө хәрәкәтле музыкаль, шаян уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ урам асфальтына матур һүрәттәр ҙә төшөрөп алдыҡ, оҫталыҡтарҙы күрһәттек. Тиктормаҫ, дәртле балалар менән йүгерешеп "Өсөнсө артыҡ" уйынын да яратып уйнаныҡ. Һау-сәләмәт, бәхетле булһын балаларыбыҙ!» - тип яҙа социаль селтәрҙә вәзәмдәр.
-Шат көлөүҙәрҙән, балалар тауышына урам яңғырап торҙо, ауылға йәм бирҙе, ҡот өҫтәне. Ауыл клубы янында улар өсөн төрлө хәрәкәтле музыкаль, шаян уйындар ойошторолдо. Шулай уҡ урам асфальтына матур һүрәттәр ҙә төшөрөп алдыҡ, оҫталыҡтарҙы күрһәттек. Тиктормаҫ, дәртле балалар менән йүгерешеп "Өсөнсө артыҡ" уйынын да яратып уйнаныҡ.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-06-02/balalar-don-yaby-y-me-3285414
2 Июнь , 12:40
ba
"КӘКҮК СӘЙЕ"НӘ БАРҘЫҠ
Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре бөгөн йәмле Һаҡмар буйында балалар менән бергә иң боронғо милли йолаларыбыҙҙың береһе - ,,Кәкүк сәйе"н атҡарҙыҡ ."Кәкүк сәйе" май айында , тәбиғәттең иң матур мәлендә үткәрелә.Балаларға боронғо үҙебеҙҙең бала саҡта уйнаған уйындарыбыҙҙы өйрәтеп, еңеүселәргә бүләктәр тараттыҡ, яҙғы йолалар, йолаларыбыҙҙы һаҡлау тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында самауырҙар ҡайнатып, тел йоторлоҡ тәмле бутҡа бешереп, кәкүктең моңло тауышын тыңлай - тыңлай, кәкүк сәйен эстек. Балаларға ололар менән аралашыу оҡшаны , хәтерҙәрендә күңелле байрам булып һаҡланыр ...Ата-бабаларыбыҙҙың йола, ғөрөф - ғәҙәттәрен аманат итеп ҡабул итеп , милләтебеҙ менән ғорурланып үҫһендәр.Ишһылыу Рәжәпова, Сыңғыҙ ауылының ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе.
Сыңғыҙ ауылы ағинәйҙәре бөгөн йәмле Һаҡмар буйында балалар менән бергә иң боронғо милли йолаларыбыҙҙың береһе - ,,Кәкүк сәйе"н атҡарҙыҡ ."Кәкүк сәйе" май айында , тәбиғәттең иң матур мәлендә үткәрелә. Балаларға боронғо үҙебеҙҙең бала саҡта уйнаған уйындарыбыҙҙы өйрәтеп, еңеүселәргә бүләктәр тараттыҡ, яҙғы йолалар, йолаларыбыҙҙы һаҡлау тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында самауырҙар ҡайнатып, тел йоторлоҡ тәмле бутҡа бешереп, кәкүктең моңло тауышын тыңлай - тыңлай, кәкүк сәйен эстек. Балаларға ололар менән аралашыу оҡшаны , хәтерҙәрендә күңелле байрам булып һаҡланыр ...Ата-бабаларыбыҙҙың йола, ғөрөф - ғәҙәттәрен аманат итеп ҡабул итеп , милләтебеҙ менән ғорурланып үҫһендәр.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-05-30/k-k-k-s-ye-n-bar-y-3281452
30 Май , 22:00
ba
ИХ, ТӘМЛЕ ШУЛ СӘЙҘӘРЕ...
Айырыуса самауыр сәйен яратабыҙ, эйеме? Насип Һаҡмаровтың шиғырын уҡып алайыҡ әле. Әйткәндәй, был шиғырға йыр ҙа бар. Эй ҡыуана еҙ самауырӨҫтәлгә саҡырғанға .Онотолған йырын йырлайТуғандар , яҡындарға .Ҡулын бөйөргә таянып ,Ҡырын һалып түбәсәй .Үҙ баһаһын белеп кенәЯһап бирә ҡайнар сәй .Көмөш батмуслы самауырКилешә һәр өҫтәлгә .Йылы хистәргә сорнай ҙа ,Мансый матур төҫтәргә .Ҡушымта :Әйҙә , әйҙә , түрҙән уҙ !Сынаяғың тағын һуҙ .Сәйең тәмле булһын , тиһәңӨҫтәп ебәр бары ҡуҙ .Н. Һаҡмаров .
Айырыуса самауыр сәйен яратабыҙ, эйеме? Насип Һаҡмаровтың шиғырын уҡып алайыҡ әле. Әйткәндәй, был шиғырға йыр ҙа бар.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-05-21/ih-t-mle-shul-s-y-re-3266378
21 Май , 11:30
ba
ҒОРУРЛАНАБЫҘ!
Был хаҡта ТАҢҺЫЛЫУ ӘЛМӨХӘМӘТОВА хәбәр итә:--Минҽң ҡарт олатайым,Хәлитов Зәки Ғималетдин улы,1914 йылда Байым ауылында тыуған. 1942 йыл һуғышҡа алына. Бүздәк районында хәрби әҙерлек үтеп, ошо уҡ йылдың 1 майында һуғышҡа инәләр. Смоленский ҡалаһы өсөн барған һуғышта яралана. 4 ай госпиталдә дауаланғас, кире үҙ часына китә. 1944 йылда Белоруссияны азат итеү һуғышында ҡатнаша. 44-45 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында артиллерия часында хеҙмәт итә. 1945 йыл Германияның 12 ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көндәрен Берлинда ҡаршылай. Уны "За отвагу" миҙалы менән бүләкләйҙәр, 2 тапҡыр рәхмәт ҡағыҙы бирәләр. Һуғыштан һуң колхозда бригадир, иҫәпсе, звеновой булып та эшләй. Пенсияға сыҡһа ла буш ултырмай, ҡырҙағы игенселәргә аш ташый. 1993 йыл Байым ауылында мәсет һалдырыуҙа һәм астырыуҙа күп көс һала. 1995 йылдың 30 сентябрендә мәрхүм була.
Был хаҡта ТАҢҺЫЛЫУ ӘЛМӨХӘМӘТОВА хәбәр итә:--Минҽң ҡарт олатайым,Хәлитов Зәки Ғималетдин улы,1914 йылда Байым ауылында тыуған. 1942 йыл һуғышҡа алына. Бүздәк районында хәрби әҙерлек үтеп, ошо уҡ йылдың 1 майында һуғышҡа инәләр. Смоленский ҡалаһы өсөн барған һуғышта яралана. 4 ай госпиталдә дауаланғас, кире үҙ часына китә. 1944 йылда Белоруссияны азат итеү һуғышында ҡатнаша. 44-45 йылдарҙа Ленинград ҡалаһында артиллерия часында хеҙмәт итә. 1945 йыл Германияның 12 ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көндәрен Берлинда ҡаршылай. Уны "За отвагу" миҙалы менән бүләкләйҙәр, 2 тапҡыр рәхмәт ҡағыҙы бирәләр. Һуғыштан һуң колхозда бригадир, иҫәпсе, звеновой булып та эшләй. Пенсияға сыҡһа ла буш ултырмай, ҡырҙағы игенселәргә аш ташый. 1993 йыл Байым ауылында мәсет һалдырыуҙа һәм астырыуҙа күп көс һала.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-05-09/orurlanaby-3250941
9 Май , 16:40
ba
ВЕТЕРАН ЙОРТО ЯНЫНДА...
"Һуғыш йылдарында һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы илһөйәрлек, Ватанға һөйөү тәрбиәләүҙең бөткөһөҙ сығанағы булды һәм булып ҡала.Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан «шайморатовсылар» - Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының 6Б класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Потапованың йорто эргәһендә тантаналы марш менән үтте.Йыйылғандар өсөн халыҡ ижады үҙәге артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны.Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ хөрмәтле Валентина Георгиевна!Һеҙ азатлыҡты яҡланығыҙ, тыуған ереҙә тыныс йәшәргә һәм эшләргә мөмкинлек бирҙегеҙ. Һаулыҡ, бәхет һәм изгелек һеҙгә!" -- тип яҙа социаль селтәрҙә Баймаҡ районы башлығы Фәнис Әминев.
"Һуғыш йылдарында һалдаттарыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы илһөйәрлек, Ватанға һөйөү тәрбиәләүҙең бөткөһөҙ сығанағы булды һәм булып ҡала. Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы алдынан «шайморатовсылар» - Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернатының 6Б класс уҡыусылары Бөйөк Ватан һуғышыветераны Валентина Потапованың йорто эргәһендә тантаналы марш менән үтте. Йыйылғандар өсөн халыҡ ижады үҙәге артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Алдығыҙҙа баш эйәбеҙ хөрмәтле Валентина Георгиевна!Һеҙ азатлыҡты яҡланығыҙ, тыуған ереҙә тыныс йәшәргә һәм эшләргә мөмкинлек бирҙегеҙ.
Байрамдар
false
https://ataisal.com/articles/bayramdar/2023-05-05/veteran-yorto-yanynda-3247169
5 Май , 14:20
ba
ҠОЙОНАБЫҘ АТАЙ ҺӨЙӨҮЕНӘ...
Беҙҙең атайыбыҙ - Иҫәнбаев Айбулат Фазылйән улы.Атайҙа беҙ алтау ғына)Атай һөйөүенә, наҙына күмелеп үҫәбеҙ,Аллаһҡа шөкөр.Беҙҙең атайыбыҙ үҙ иленең, еренең тоғро улы булыуы менән һоҡландыра. Тыуып үҫкән ауылынан ситкә китмәй, үҙ көсө менән донъя ҡороп, төп йортта-ҡартатайыбыҙ,ҡартәсәйебеҙ янында ҡалған.Ул туған йәнле, беҙҙе лә ныҡ ярата. Һөнәре күп атайыбыҙҙың. Башҡорт ир - егеттәренә генә хас яратып эшләгән шөғөлө бар: бал ҡорттары,йылҡы сылылыҡ менән булыша.Беҙҙең атай иң текәҺөйөү менән,Йылайыр районы Сәләх ауылынан Иҫәнбаевтар ғаиләһе🤍
Беҙҙең атайыбыҙ - Иҫәнбаев Айбулат Фазылйән улы. Атайҙа беҙ алтау ғына)Атай һөйөүенә, наҙына күмелеп үҫәбеҙ,Аллаһҡа шөкөр. Беҙҙең атайыбыҙ үҙ иленең, еренең тоғро улы булыуы менән һоҡландыра. Тыуып үҫкән ауылынан ситкә китмәй, үҙ көсө менән донъя ҡороп, төп йортта-ҡартатайыбыҙ,ҡартәсәйебеҙ янында ҡалған. Ул туған йәнле, беҙҙе лә ныҡ ярата. Һөнәре күп атайыбыҙҙың. Башҡорт ир - егеттәренә генә хас яратып эшләгән шөғөлө бар: бал ҡорттары,йылҡы сылылыҡ менән булыша.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-10-16/oyonaby-atay-y-en-3480318
16 Октябрь , 15:55
ba
АТАЙЛЫ БАЛА - АРҠАЛЫ БАЛА
Мин Самира Байназарова. Һөйөклө һәм ҡәҙәрле атайым хаҡында яҙырға булдым. Минең атайым, Байназаров Фәрит Мөрит улы, Баймаҡ районы Түбә аулында башҡорт ғаиләһендә тыуған. Беҙ хәзер Сибай ҡалаһында йәшәйбеҙ. Беҙҙең ғаиләбеҙ 4 кешенен тора: атайым, әсәйем, апайым Динә һәм мин Самира. Мин үҙемде бәхетлә һанайым. Мин мөхәббәтле, тыныс, эшсән ғаиләлә тәрбиәләнәм. Бының менән атайыма, әсәйемә оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай ҙа беҙҙең ғаиләбеҙҙең төп фигураһы,төп геройы- ул минең Атайым. Беҙ атайыбыҙҙы бөтә ғаиләбеҙ менән ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ. Атайыбыҙ беҙгә бөтөн йәһәттән өлгө. Ул үҙе лә тырыш, намыҫлы, эшсән ғаиләлә тәрбиәләнгән. Нәҡ уларҙан атайым эшсәнлек һәм тормошта юғарылыҡҡа ынтылышты мираҫ итеп ала. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул бөтөн йүнәлештә бик оҫта. "Аталы бала – арҡалы бала", – тип әйткән боронғолар. "Атаһы барҙың - бәхете бар", ти халыҡ. Ысынлап та, ул шулай. Беҙҙең бәхеткә, айыҡ аҡыллы атайыбыҙ үҙенә ғүмерлек йәр итеп сабыр холҡло, изге күңелле әсәйебеҙҙе һайлаған. Атайыбыҙ менән беҙ бөтә беҙҙә бәхетле, ҡараулы, ҡурсалау, һаҡлау аҫтындабыҙ. Беҙ уның ныҡлы арҡаһын, рухи терәген тойоп тормош юлынан ышаныслы атлайбыҙ. Хәҙерге ваҡытта "Башҡорт баҡыры" йәмғиәтендә электромеханик. Был эш күп көс һәм ваҡыт талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бөтәбеҙ ҙә атайыбыҙҙың иғтибар үҙәгендә. Ул күп ваҡытын беҙҙең менән үткәрә. Банан тыш, атайым үҙе белгән бөтә нәмәне беҙгә өйрәтергә тырыша. Минең атайымдың төп һыҙаттарының береһе - уның проблемаларҙы хәл итеү һәләте. Мин уның ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуын һәм башҡаларға үҙ проблемаларын хәл итергә ярҙам итеүен күп тапҡырҙар күрҙем. Атайым кешеләргә ярҙам итеүҙе һәм йәмғиәт өсөн файҙалы нәмәләр эшләүҙе ярата. Йомғаҡлап әйткәндә, минең атайым күп йәһәттән өлгө алырлыҡ кеше. Ул беҙгә нисек эшләргә, яҡындарыбыҙ хаҡында ҡайғыртырға, иғтибарлы һәм башҡаларға ярҙам итергә икәнен күрһәтә. Минең атайым булыуы менән ғорурланам һәм уның кеүек яҡшы кеше булырға тырышырмын.   Самира Байназарова.Сибай ҡалаһы.
Мин Самира Байназарова. Һөйөклө һәм ҡәҙәрле атайым хаҡында яҙырға булдым. Минең атайым, Байназаров Фәрит Мөрит улы, Баймаҡ районы Түбә аулында башҡорт ғаиләһендә тыуған. Беҙ хәзер Сибай ҡалаһында йәшәйбеҙ. Беҙҙең ғаиләбеҙ 4 кешенен тора: атайым, әсәйем, апайым Динә һәм мин Самира. Мин үҙемде бәхетлә һанайым. Мин мөхәббәтле, тыныс, эшсән ғаиләлә тәрбиәләнәм. Бының менән атайыма, әсәйемә оло рәхмәтемде белдерәм. Шулай ҙа беҙҙең ғаиләбеҙҙең төп фигураһы,төп геройы- ул минең Атайым. Беҙ атайыбыҙҙы бөтә ғаиләбеҙ менән ихтирам итәбеҙ, яратабыҙ. Атайыбыҙ беҙгә бөтөн йәһәттән өлгө. Ул үҙе лә тырыш, намыҫлы, эшсән ғаиләлә тәрбиәләнгән. Нәҡ уларҙан атайым эшсәнлек һәм тормошта юғарылыҡҡа ынтылышты мираҫ итеп ала. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул бөтөн йүнәлештә бик оҫта. "Аталы бала – арҡалы бала", – тип әйткән боронғолар. "Атаһы барҙың - бәхете бар", ти халыҡ. Ысынлап та, ул шулай. Беҙҙең бәхеткә, айыҡ аҡыллы атайыбыҙ үҙенә ғүмерлек йәр итеп сабыр холҡло, изге күңелле әсәйебеҙҙе һайлаған. Атайыбыҙ менән беҙ бөтә беҙҙә бәхетле, ҡараулы, ҡурсалау, һаҡлау аҫтындабыҙ. Беҙ уның ныҡлы арҡаһын, рухи терәген тойоп тормош юлынан ышаныслы атлайбыҙ. Хәҙерге ваҡытта "Башҡорт баҡыры" йәмғиәтендә электромеханик. Был эш күп көс һәм ваҡыт талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ бөтәбеҙ ҙә атайыбыҙҙың иғтибар үҙәгендә. Ул күп ваҡытын беҙҙең менән үткәрә. Банан тыш, атайым үҙе белгән бөтә нәмәне беҙгә өйрәтергә тырыша. Минең атайымдың төп һыҙаттарының береһе - уның проблемаларҙы хәл итеү һәләте. Мин уның ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыуын һәм башҡаларға үҙ проблемаларын хәл итергә ярҙам итеүен күп тапҡырҙар күрҙем. Атайым кешеләргә ярҙам итеүҙе һәм йәмғиәт өсөн файҙалы нәмәләр эшләүҙе ярата. Йомғаҡлап әйткәндә, минең атайым күп йәһәттән өлгө алырлыҡ кеше. Ул беҙгә нисек эшләргә, яҡындарыбыҙ хаҡында ҡайғыртырға, иғтибарлы һәм башҡаларға ярҙам итергә икәнен күрһәтә. Минең атайым булыуы менән ғорурланам һәм уның кеүек яҡшы кеше булырға тырышырмын. Самира Байназарова.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-10-13/atayly-bala-ar-aly-bala-3478238
13 Октябрь , 21:30
ba
МИНЕҢ АТАЙЫМ
Минең атайым - Солтанов Артур Ирек улы. Ул Сибай ҡалаһында йәшәй. "Новатэк" заправкаһында эшләй һәм ваҡыты булғанда таксиҙа йөрөй. Атайым бер минутын да бушҡа үткәрмәй, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ, ул бик оҫта. Ул беҙҙе ныҡ ярата.Минең атайыма шиғырым да бар:АТАЙ КЕҮЕК БУЛАМ МИН!Мәрәкә күрепҺорайҙар минән.Баш ҡатыраларШул һорау менән:- Үҫкәс, кем булаң?Яуаплай алам.— Мин атай кеүекШәп кеше булам!Улы Солтанов Вилдан.
Минең атайым - Солтанов Артур Ирек улы. Ул Сибай ҡалаһында йәшәй. "Новатэк" заправкаһында эшләй һәм ваҡыты булғанда таксиҙа йөрөй. Атайым бер минутын да бушҡа үткәрмәй, һәр ваҡыт эш менән мәшғүл. Атайымдың ҡулынан килмәгән эше юҡ, ул бик оҫта. Ул беҙҙе ныҡ ярата. Минең атайыма шиғырым да бар:АТАЙ КЕҮЕК БУЛАМ МИН!Мәрәкә күрепҺорайҙар минән.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-10-12/mine-atayym-3475286
12 Октябрь , 09:45
ba
Аҡъяр һылыуҡайы һынатманы!
Шарттар буйынса, конкурста башҡорт милләтенән булған йәш ҡыҙҙар ҡатнаша алды. Ҡатнашыусылар традицион башҡорт һөнәрҙәре, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары аша үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте, шулай уҡ матурлыҡ, интеллект, мәҙәни мираҫ һәм талант категориялары буйынса баһа алды.Бөтә этаптар йомғаҡтары буйынса Гран-приға Өфөнән Айһылыу Ишбаева лайыҡ булды, беренсе вице-мисс - Туймазынан Рената Ғәниева, икенсе вице-мисс - Өфөнән Алина Мәжитова, ә өсөнсөлә - Аҡъярҙан Резеда Ҡотлобирҙина. Шулай уҡ яҡташыбыҙ "Һөйкөмлө Һылыуҡай" номинацияһына эйә булды.Конкурста еңеүсе Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайынан ҡашмау (милли баш кейеме) алды, ә ҡалған ҡатнашыусыларға бағымсыларҙан бүләктәр тапшырылды.«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был ваҡиға башҡорт йәштәре араһында көтөлгән ваҡиғаларҙың береһе булып тора. Конкурс республика менән Мәскәү араһында мәҙәни алмашыу сиктәрендә уҙғарыла һәм Башҡортостандың мәҙәни мираҫына һәм йолаларына иғтибарҙы йәлеп итеүҙе бурыс итеп ҡуя.
Шарттар буйынса, конкурста башҡорт милләтенән булған йәш ҡыҙҙар ҡатнаша алды. Ҡатнашыусылар традицион башҡорт һөнәрҙәре, халыҡ бейеүҙәре һәм йырҙары аша үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте, шулай уҡ матурлыҡ, интеллект, мәҙәни мираҫ һәм талант категориялары буйынса баһа алды. Бөтә этаптар йомғаҡтары буйынса Гран-приға Өфөнән Айһылыу Ишбаева лайыҡ булды, беренсе вице-мисс - Туймазынан Рената Ғәниева, икенсе вице-мисс - Өфөнән Алина Мәжитова, ә өсөнсөлә - Аҡъярҙан Резеда Ҡотлобирҙина. Шулай уҡ яҡташыбыҙ "Һөйкөмлө Һылыуҡай" номинацияһына эйә булды. Конкурста еңеүсе Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайынан ҡашмау (милли баш кейеме) алды, ә ҡалған ҡатнашыусыларға бағымсыларҙан бүләктәр тапшырылды.«Башинформ» агентлығына ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был ваҡиға башҡорт йәштәре араһында көтөлгән ваҡиғаларҙың береһе булып тора.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-05-03/a-yar-ylyu-ayy-ynatmany-3243630
3 Май , 12:45
ba
ЙОНДОҘҘАР БАЛҠЫҒАНДА...
Баймаҡ лицей-интернатында уҡыу йылы дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән иң–иңдәрҙе, көслө, аҡыллыларҙы биләдәләп, “Лицей йондоҙҙары” сараһы үтәкәреү бик матур йолаға әйләнгән.Ошондай мәртәбәле сарала, минең класымдың “Йыл класы” номинацияһына лайыҡ булыуы, ә инде класташыбыҙ Иҙрисова Раушанияның “Йыл уҡыусыһы” булып танылыуы беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Быйылғы уҡыу йылында уҡыуҙа ла һынатмаған, район һәм республика кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар алған, мәктәп һәм район кимәлендәге бар мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап, гөрләп йәшәгән 10 а класының етәксеһе һәм тәрбиәсеһе булараҡ, үҙ класым өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо минең күңелемдә. Класс етәксеһе булараҡ, Һәр бала үҙ һәләтен тейешле кимәлдә аса ала икән, бында класс етәксеһенең дә роле бик ҙур тип иҫәпләйем. Һәм үҙ эшемдең матур һөҙөмтәһе итеп ошо саралағы иң ҙур ҡаҙанышына лайыҡ булыуы менән бәхетлемен.Баймаҡ лицей-интернатының көслө коллективын үҙ эшенең ысын оҫтаһы, коллективтың терәге, төрлө башланғыстарҙы һәм проекттарҙы хуплап ҡаршы алған директорыбыҙ Иҙел Данил улы Әбүбәкиров етәкләй.Эйе, уҡыусыларымдың уңыштарының төп нигеҙе – лицей-интернаты коллективының тынғыһыҙ хеҙмәтенең бер өлөшө ул. Уҡытыусы белем тауына, тәрбиәселәр тәртип һәм матур ғәҙәт, әҙәплелек күгенә етәкләп мендереүсе, йондоҙҙар булып балҡырлыҡ итеп ҡабындырыусы ул.. Йондоҙҙар балҡыр өсөн, яныр өсөн кәрәк. Әммә улар үҙҙәренән-үҙҙәре балҡымай бит, уларҙың балҡыуы уҡытыусылар ҡулында, хеҙмәтендә. Ә инде уҡыусыларҙың барлыҡ уңыштарының нигеҙенә уҡытыусы һәм тәрбиәсе хеҙмәте һалынған. Һәр баланы йондоҙ итеп балҡытыусы ла ул- улар!Йондоҙҙар күктә генә түгел,ә көндәлек тормошобоҙҙа, ерҙә лә балҡыһын!   Лилиә МУСИНА.
Баймаҡ лицей-интернатында уҡыу йылы дауамында төрлө йүнәлештәрҙә алдынғы булған, ҙур уңыштарға өлгәшкән иң–иңдәрҙе, көслө, аҡыллыларҙы биләдәләп, “Лицей йондоҙҙары” сараһы үтәкәреү бик матур йолаға әйләнгән. Ошондай мәртәбәле сарала, минең класымдың “Йыл класы” номинацияһына лайыҡ булыуы, ә инде класташыбыҙ Иҙрисова Раушанияның “Йыл уҡыусыһы” булып танылыуы беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Быйылғы уҡыу йылында уҡыуҙа ла һынатмаған, район һәм республика кимәлендәге төрлө олимпиадаларҙа призлы урындар алған, мәктәп һәм район кимәлендәге бар мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнап, гөрләп йәшәгән 10 а класының етәксеһе һәм тәрбиәсеһе булараҡ, үҙ класым өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо минең күңелемдә. Класс етәксеһе булараҡ, Һәр бала үҙ һәләтен тейешле кимәлдә аса ала икән, бында класс етәксеһенең дә роле бик ҙур тип иҫәпләйем. Һәм үҙ эшемдең матур һөҙөмтәһе итеп ошо саралағы иң ҙур ҡаҙанышына лайыҡ булыуы менән бәхетлемен. Баймаҡ лицей-интернатының көслө коллективын үҙ эшенең ысын оҫтаһы, коллективтың терәге, төрлө башланғыстарҙы һәм проекттарҙы хуплап ҡаршы алған директорыбыҙ Иҙел Данил улы Әбүбәкиров етәкләй. Эйе, уҡыусыларымдың уңыштарының төп нигеҙе – лицей-интернаты коллективының тынғыһыҙ хеҙмәтенең бер өлөшө ул. Уҡытыусы белем тауына, тәрбиәселәр тәртип һәм матур ғәҙәт, әҙәплелек күгенә етәкләп мендереүсе, йондоҙҙар булып балҡырлыҡ итеп ҡабындырыусы ул.. Йондоҙҙар балҡыр өсөн, яныр өсөн кәрәк. Әммә улар үҙҙәренән-үҙҙәре балҡымай бит, уларҙың балҡыуы уҡытыусылар ҡулында, хеҙмәтендә. Ә инде уҡыусыларҙың барлыҡ уңыштарының нигеҙенә уҡытыусы һәм тәрбиәсе хеҙмәте һалынған. Һәр баланы йондоҙ итеп балҡытыусы ла ул- улар!Йондоҙҙар күктә генә түгел,ә көндәлек тормошобоҙҙа, ерҙә лә балҡыһын!
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-05-02/yondo-ar-bal-y-anda-3242495
2 Май , 16:30
ba
ЯҢҒЫРАНЫ ИРӘНДЕК МОҢДАРЫ
Ниһайәт, Сибай ҡалаһында ике көн барған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Быйыл ул XVI тапҡыр үткәрелде.Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала округы хакимиәте.Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Йылдан-йыл конкурс киңәйә бара, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта.Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Баһалама ағзалары араһында ҡасандыр ошо конкурста ҡатнашып, бөгөн йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаровтарҙың булыуы бигерәк тә мәртәбәле.Ижади бәйге дүрт йәш төркөмөндә уҙғарылды: 7 - 10 йәшлектәр, 11-ҙән 16 йәшкә тиклемгеләр, 16 - 45 йәшлектәр — һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр — профессиональ башҡарыусылар. 16 - 45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнашты.11-16 йәшкә тиклемгеләр араһында гран-при Учалынан Аиша Йыһаншинаға тапшырылды. Конкурста иң йәш ҡатнашыусы булып Сибай ҡалаһынан өс йәшлек Айлина Сәғәҙәтова сығыш яһаны. Уға эшҡыуар һәм меценат Илсур Нәбиуллин "тимер ат" тапшырҙы. Үҙешмәкәр һәм профессиональ йырсылар араһында еңеүселәрҙең исемдәре әлегә әйтелмәне. Еңеүселәр тиҙҙән Сибай ҡалаһында үтәсәк "Урал аръяғы-23" инвестиция һабантуйында билдәле буласаҡ."Ирәндек моңдары" конкурсы тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ.   КӘРИМӘ УСМАНОВА
Ниһайәт, Сибай ҡалаһында ике көн барған башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" төбәк-ара конкурсы тамамланды. Быйыл ул XVI тапҡыр үткәрелде. Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Сибай ҡала округы хакимиәте. Конкурстың төп маҡсаты – башҡорт халҡының бай йыр мираҫын һаҡлау, юғары һөнәри кимәлгә эйә яңы таланттар асыу, һәләтле йәштәргә ярҙам итеү. Йылдан-йыл конкурс киңәйә бара, уның йөкмәткеһе тәрәнәйә, абруйы арта. Конкурста ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың халыҡ артисы Флүрә Килдейәрова рәйеслегендәге абруйлы жюри баһаланы. Баһалама ағзалары араһында ҡасандыр ошо конкурста ҡатнашып, бөгөн йыр сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаровтарҙың булыуы бигерәк тә мәртәбәле. Ижади бәйге дүрт йәш төркөмөндә уҙғарылды: 7 - 10 йәшлектәр, 11-ҙән 16 йәшкә тиклемгеләр, 16 - 45 йәшлектәр — һәүәҫкәр башҡарыусылар, 17 йәштән 45 йәшкә тиклемгеләр — профессиональ башҡарыусылар. 16 - 45 йәшлек йырсылар төрлө номинацияларҙа (оҙон көй, ҡыҫҡа көй) ҡатнашты. 11-16 йәшкә тиклемгеләр араһында гран-при Учалынан Аиша Йыһаншинаға тапшырылды. Конкурста иң йәш ҡатнашыусы булып Сибай ҡалаһынан өс йәшлек Айлина Сәғәҙәтова сығыш яһаны. Уға эшҡыуар һәм меценат Илсур Нәбиуллин "тимер ат" тапшырҙы. Үҙешмәкәр һәм профессиональ йырсылар араһында еңеүселәрҙең исемдәре әлегә әйтелмәне.
Конкурстар
true
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-04-29/ya-yrany-ir-ndek-mo-dary-3239552
29 Апрель , 10:05
ba
ИҢ ШӘП ҠУМЫҘСЫЛАР—«ЯУГҮЛ»ДӘ!
21-22 апрелдә Мәсетле районында Роберт Заһретдинов исемендәге халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтте. 8-се тапҡыр ойошторолған сарала Ҡырғыҙстандан, Рәсәй өлкәләренән һәм Башҡортостан республикаһының ҡала һәм райондарынан ҡумыҙ һәм өзләү оҫталары йыйылғайны. Бәйгенең маҡсаты — башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау, ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәтен популярлаштырыу. Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан алып уҙғарыла. Уға бөтөн донъяға билдәле виртуоз-ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов башланғыс һалған. Мәртәбәле сарала сибайҙар ҙа ҡатнашты. «Яугүл» фольклор ансамблен тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова етәкләгән ансамбль лайыҡлы рәүештә 1-се урын яуланы.Тулыраҡ мәғлүмәт гәзитебеҙҙең 17-се һанында донъя күрер.
21-22 апрелдә Мәсетле районында Роберт Заһретдинов исемендәге халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр бәйгеһе үтте. 8-се тапҡыр ойошторолған сарала Ҡырғыҙстандан, Рәсәй өлкәләренән һәм Башҡортостан республикаһының ҡала һәм райондарынан ҡумыҙ һәм өзләү оҫталары йыйылғайны. Бәйгенең маҡсаты — башҡорт халҡының үҙенсәлекле музыка ҡоралын тергеҙеү, һаҡлау һәм пропагандалау, ҡумыҙ һәм өзләү сәнғәтен популярлаштырыу. Ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы 2007 йылдан алып уҙғарыла. Уға бөтөн донъяға билдәле виртуоз-ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов башланғыс һалған. Мәртәбәле сарала сибайҙар ҙа ҡатнашты. «Яугүл» фольклор ансамблен тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова етәкләгән ансамбль лайыҡлы рәүештә 1-се урын яуланы.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-04-25/i-sh-p-umy-sylar-yaug-l-d-3234180
25 Апрель , 17:00
ba
Азалия Байғабулова «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы»!
Азалия әлеге көндә Сибай медицина колледжының IV курсында белем ала. Киләсәктә лә уҡыуын медицина университетында дауам итеп табип булмаҡсы. Азалияны ихлас күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ! Конкурста беренсе урынға Айһылыу Хәйруллина лайыҡ булды. Икенсе урынға Нәргизә Вәлиева, өсөнсөгә Айзилә Солтанова сыҡты. “Иң нәзәҡәтле һылыуҡай” номинацияһында Әлиә Өмөтҡужина, “Иң наҙлы һылыуҡай” номинацияһында Наҙгөл Ишмөхәмәтова, “Иң һөйкөмлө һылыуҡай” номинацияһында Филүзә Бүләкова билдәләнде. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бағыусылар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде. Сараны ойоштороусы – Халыҡ ижады һәм ялы үҙәге түбәндәге бағыусыларға ҙур рәхмәт белдерә: Баймөхәмәтова Гүзәл, Тапаҡова Альбина Әхмәтшин Илгиз Уразбахтина Юлиә Раҡаев Рифат Штарева Анастасия Ширмаев Динис Рафиҡов Фәрүәз Ҡотлогилдина Нургизә Ҡотуева Светлана Һунаршина Гөлназ Әҙеһәмова Гүзәл Рәсүлева Рамзиә.Азалия Байғабулова «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы»!
Азалия әлеге көндәСибай медицина колледжының IV курсында белем ала. Киләсәктә лә уҡыуын медицина университетында дауам итеп табип булмаҡсы. Азалияны ихлас күңелдән еңеүе менән ҡотлайбыҙ. Яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ!Конкурста беренсе урынға Айһылыу Хәйруллина лайыҡ булды. Икенсе урынға Нәргизә Вәлиева, өсөнсөгә Айзилә Солтанова сыҡты. “Иң нәзәҡәтле һылыуҡай” номинацияһында Әлиә Өмөтҡужина, “Иң наҙлы һылыуҡай” номинацияһында Наҙгөл Ишмөхәмәтова, “Иң һөйкөмлө һылыуҡай” номинацияһында Филүзә Бүләкова билдәләнде. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла бағыусылар әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде. Сараны ойоштороусы – Халыҡ ижады һәм ялы үҙәге түбәндәге бағыусыларға ҙур рәхмәт белдерә:Баймөхәмәтова Гүзәл, Тапаҡова Альбина Әхмәтшин Илгиз Уразбахтина Юлиә Раҡаев Рифат Штарева Анастасия Ширмаев Динис Рафиҡов Фәрүәз Ҡотлогилдина Нургизә Ҡотуева Светлана Һунаршина Гөлназ Әҙеһәмова Гүзәл Рәсүлева Рамзиә.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-04-05/azaliya-bay-abulova-altyn-ully-sibay-ylyu-ayy-3205517
5 Апрель , 12:10
ba
Тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек!
«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында интернет аша тауыш биреү башланды. Һорау алыуҙа республиканың бөтә 54 районынан ауыл биләмәләре ҡатнаша. Йыйылған тауыштар һаны конкурста артабан ҡатнашыу өсөн балдар йыйырға мөмкинлек бирә. 5 апрель 23.59 сәғәтҡә ҡәҙәр тәүлегенә һәр кешегә бер тапҡыр тауыш бирергә мөмкин. Урал аръяғынан был конкурста эре ауылдар араһында көс һынашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Йылайыр районының Юлдыбай ауылдары, уртаса ауылдар менән ярышҡан Хәйбулла районы Әбүбәкер халҡына тауыштар йыйыуҙа ярҙам итәйек! Тауыш биреү «Голос РБ» порталында ойошторола.
«Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсында ҡатнашыусылар араһында интернет аша тауыш биреү башланды. Һорау алыуҙа республиканың бөтә 54 районынан ауыл биләмәләре ҡатнаша. Йыйылған тауыштар һаны конкурста артабан ҡатнашыу өсөн балдар йыйырға мөмкинлек бирә. 5 апрель 23.59 сәғәтҡә ҡәҙәр тәүлегенә һәр кешегә бер тапҡыр тауыш бирергә мөмкин. Урал аръяғынан был конкурста эре ауылдар араһында көс һынашҡан Баймаҡ районының Иҫке Сибай, Йылайыр районының Юлдыбай ауылдары, уртаса ауылдар менән ярышҡан Хәйбулла районы Әбүбәкер халҡына тауыштар йыйыуҙа ярҙам итәйек!
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-04-04/tauyshtaryby-y-y-ll-m-yek-3203260
4 Апрель , 08:20
ba
ИҒТИБАР: КОНКУРС! МИНЕҢ АТАЙСАЛЫМ!
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды «Кесе Ватан өсөн изге ғәмәлдәр йылы» тип иғлан итте. Беҙҙең «Атайсал» гәзитенең атамаһы ла тыуған төйәкте, Кесе Ватанды аңлата. Быйыл беҙ үҙенең изге эштәрен Ватанына, тыуған төйәгенә бағышлаған кешеләр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Улар хаҡында башҡалар белергә тейеш. Төбәгебеҙҙә ерен, халҡын яратҡан һәм уның үҫеше өсөн үҙ өлөшөн индерергә теләгән кешеләр бихисап. Улар хаҡында ҙурыраҡ аудиторияға еткереү маҡсатында «Атайсал» гәзите редакцияһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров инициативаһы менән «Минең Атайсалым» акцияһын иғлан итә. Конкурстың шарттары бик ябай. Беренсенән, әлбиттә, йәнтөйәк өсөн изге ғәмәл башҡарыуығыҙ мөһим. Икенсенән, ошо хаҡта гәзиткә мәҡәлә яҙырға кәрәк. Йыл дауамында мәҡәлә һәм очерктар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Тәүге урындарҙы алыусы өс еңеүсене күләмле аҡсалата приздар көтә. Бынан тыш, иң яҡшы биш мәҡәлә авторын дәртләндереү призы менән билдәләйбеҙ. Эштәрҙе Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Б.К.Абдрафиҡов етәкселегендәге комиссия баһалай. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров, «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, «Атайсал» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Резеда Усманова һәм Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова—комиссия ағзалары. Улар ғәҙел һәм лайыҡлы баһа бирергә әҙер. Барығыҙҙы ла акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ! Изгелек ҡылырға ашығығыҙ, үҙ ҡалағыҙҙың, үҙ ауылығыҙҙың тарихында яҡшы эҙ ҡалдырығыҙ! Башҡаларға үрнәк күрһәтегеҙ! Акция һөҙөмтәләре 2023 йылдың декабрь урталарында билдәле булып, еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләйбеҙ. Акциянан ситтә ҡалмағыҙ!       Глава Башкортостана Радий Хабиров объявил 2023 год Годом полезных дел для малой Родины. Название нашего информационного издания «Атайсал» также означает малую Родину. Поэтому в этом году мы будем рассказывать о тех, кто помогает своей Родине своими полезными делами на благо республики в целом, о таких людях должны узнавать как можно больше. В нашем регионе очень много людей, которые любят свой край, свой народ и готовы вносить свой вклад в его развитие. Чтобы рассказать истории таких людей большой аудитории, редакция газеты «Атайсал» по инициативе и при поддержке депутата Государственного Собрания — Курултая Республики Башкортостан Дениса Назарова объявляет акцию «Мой Атайсал». Условия простые. Во-первых, нужно сделать какое-то благое, значимое, полезное дело для малой Родины. Во-вторых, вы должны написать нам в редакцию об этом в формате небольшой статьи. В течение года статьи и очерки о благодетелях будут печататься на страницах нашей газеты и сайта. В конце года мы проведем итоги акции. Победителей ждут хорошие денежные призы за первые три места. Кроме этого, будет еще пять призов поменьше для лучших авторов статей. Работу будет оценивать комиссия под руководством директора Сибайского информационного центра Булата Абдрафикова. Члены комиссии: депутат Государственного Собрания — Курултая РБ Денис Назаров, редактор газеты «Атайсал» Хайдар Тапаков, ответственный секретарь газеты Резеда Усманова, председатель исполкома Курултая башкир Роза Бикбова. Делайте добро, внесите свой вклад в развитие своего села, деревни, города и напишите нам об этом, и, возможно, именно о вашем добром примере мы разместим статью в нашей газете в течение года. Итоги акции подведем в середине декабря 2023 года. Присоединяйтесь к нашей акции!
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров 2023 йылды «Кесе Ватан өсөн изге ғәмәлдәр йылы» тип иғлан итте. Беҙҙең «Атайсал» гәзитенең атамаһы ла тыуған төйәкте, Кесе Ватанды аңлата. Быйыл беҙ үҙенең изге эштәрен Ватанына, тыуған төйәгенә бағышлаған кешеләр хаҡында һөйләйәсәкбеҙ. Улар хаҡында башҡалар белергә тейеш. Төбәгебеҙҙә ерен, халҡын яратҡан һәм уның үҫеше өсөн үҙ өлөшөн индерергә теләгән кешеләр бихисап. Улар хаҡында ҙурыраҡ аудиторияға еткереү маҡсатында «Атайсал» гәзите редакцияһы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров инициативаһы менән «Минең Атайсалым» акцияһын иғлан итә. Конкурстың шарттары бик ябай. Беренсенән, әлбиттә, йәнтөйәк өсөн изге ғәмәл башҡарыуығыҙ мөһим. Икенсенән, ошо хаҡта гәзиткә мәҡәлә яҙырға кәрәк. Йыл дауамында мәҡәлә һәм очерктар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк. Тәүге урындарҙы алыусы өс еңеүсене күләмле аҡсалата приздар көтә. Бынан тыш, иң яҡшы биш мәҡәлә авторын дәртләндереү призы менән билдәләйбеҙ. Эштәрҙе Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры Б.К.Абдрафиҡов етәкселегендәге комиссия баһалай. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Д.А.Назаров, «Атайсал» гәзите мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов, «Атайсал» гәзитенең яуаплы сәркәтибе Резеда Усманова һәм Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Бикбова—комиссия ағзалары. Улар ғәҙел һәм лайыҡлы баһа бирергә әҙер. Барығыҙҙы ла акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ! Изгелек ҡылырға ашығығыҙ, үҙ ҡалағыҙҙың, үҙ ауылығыҙҙың тарихында яҡшы эҙ ҡалдырығыҙ! Башҡаларға үрнәк күрһәтегеҙ!Акция һөҙөмтәләре 2023 йылдың декабрь урталарында билдәле булып, еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә бүләкләйбеҙ.
Конкурстар
true
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-03-24/i-tibar-konkurs-mine-ataysalym-3189573
24 Март , 09:10
ba
ИРӘНДЕК УҠСЫЛАРЫ ЯРЫШТЫ
БАЙМАҠ УҠСЫЛАРЫ ХӘБӘР ИТӘ:18 март Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының 2-се этабы үтте.Сибай, Баймаҡ, Өфө, Учалы, Белорет, Күмертау ҡалаларынан, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Күгәрсен, Ауырғазы, Асҡын райондарынан килгән 50-нән ашыу уҡсы атыу тәжрибәһенә ҡарап яңы уҡсыларға һәм оҫта уҡсыларға бүленде.Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса атыш 18 метрҙан бара. Квалификация этабында бөтәһе 60 уҡ атҡандан һуң иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән 16 уҡсы артабан финалдар этабына күсә. (1/8, 1/4, ярым финал, бронза һәм алтын миҙал өсөн көс һынашыу).Шулай итеп беҙҙең уҡсыларҙың уңыштарын яҙып үтәйек.Мөмкинлектәре сикләнгән уҡсылар араһында Ниғәмәттән Таһиров Мансур иң мәргәне булып сыҡты.Яңы ата башлаған уҡсылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Түбәнге Яйыҡбайҙан Мырҙағәлина Фәнүзә 1-се урын яуланы.Оҫта уҡсылар араһында ир-егеттәр бөтә призлы урындарҙы ла яуланы:1 урын-Өмөтбаев Тимур(Әхмәр);2 урын-Иҫәнбаев Нәил(Ниғәмәт);3 урын-Рахманғолов Ғәфүр(Үрге Яйыҡбай).Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, яңы ата башлаған уҡсылар араһында Ниғәмәттән Файзуллин Азат 5-се урын, ә оҫта атыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Үрге Яйыҡбайҙан Ҡолһарина Гөлгөнә 4-се урын яуланы.Афарин, Баймаҡтар!!!Ярышты ойоштороусыларға һәм тәмле аштары менән һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт.Ятып ҡалғансы-атып ҡал!
БАЙМАҠ УҠСЫЛАРЫ ХӘБӘР ИТӘ:18 март Сибай ҡалаһында "Ирәндек уҡсыһы" клубы кубогының 2-се этабы үтте. Сибай, Баймаҡ, Өфө, Учалы, Белорет, Күмертау ҡалаларынан, Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Күгәрсен, Ауырғазы, Асҡын райондарынан килгән 50-нән ашыу уҡсы атыу тәжрибәһенә ҡарап яңы уҡсыларға һәм оҫта уҡсыларға бүленде. Ярыштың ҡағиҙәләре буйынса атыш 18 метрҙан бара. Квалификация этабында бөтәһе 60 уҡ атҡандан һуң иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән 16 уҡсы артабан финалдар этабына күсә. (1/8, 1/4, ярым финал, бронза һәм алтын миҙал өсөн көс һынашыу).Шулай итеп беҙҙең уҡсыларҙың уңыштарын яҙып үтәйек. Мөмкинлектәре сикләнгән уҡсылар араһында Ниғәмәттән Таһиров Мансур иң мәргәне булып сыҡты. Яңы ата башлаған уҡсылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Түбәнге Яйыҡбайҙан Мырҙағәлина Фәнүзә 1-се урын яуланы. Оҫта уҡсылар араһында ир-егеттәр бөтә призлы урындарҙы ла яуланы:1 урын-Өмөтбаев Тимур(Әхмәр);2 урын-Иҫәнбаев Нәил(Ниғәмәт);3 урын-Рахманғолов Ғәфүр(Үрге Яйыҡбай).Шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, яңы ата башлаған уҡсылар араһында Ниғәмәттән Файзуллин Азат 5-се урын, ә оҫта атыусы ҡатын-ҡыҙҙар араһында Үрге Яйыҡбайҙан Ҡолһарина Гөлгөнә 4-се урын яуланы. Афарин, Баймаҡтар!!!Ярышты ойоштороусыларға һәм тәмле аштары менән һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур рәхмәт.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-03-19/ir-ndek-u-sylary-yaryshty-3183081
19 Март , 19:50
ba
Ҡул эшенә оҫталар
Сынбулатов Шәмсетдин ағастан йорт йыһаздары эшләү оҫтаһы. Билалов Хәсән ағай күпләп ҡош - ҡорт аҫраусыларҙың береһе. Данир Назаров умартасылыҡ менән шөғөлләнә.Һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булған ир- егеттәребеҙҙең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ла, теләге лә юҡ. Ауылдың ҡотон һаҡлап, гөрләтеп донъя көтә улар.#Айыҡауыл2022Ҡул эшенә оҫталар
Сынбулатов Шәмсетдин ағастан йорт йыһаздары эшләү оҫтаһы. Билалов Хәсән ағай күпләп ҡош - ҡорт аҫраусыларҙың береһе. Данир Назаров умартасылыҡ менән шөғөлләнә.Һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булған ир- егеттәребеҙҙең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ла, теләге лә юҡ. Ауылдың ҡотон һаҡлап, гөрләтеп донъя көтә улар.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-03-13/ul-eshe-o-talary-k-p-3175305
13 Март , 15:15
ba
Сибайҙан ике ғаилә финалға сыҡты!
* Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бәйге 2021 йылдан алып уҙғарыла, ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Сараны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары бөйөк Мостай кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса сәхнәләштергән спектакленән өҙөк менән башлап ебәрҙе, Кендектең мажаралары, һәр ғаилә өсөн иң бәхетле мәл – бала тыуыу кеүек изге төшөнсәләр хаҡындағы тамаша сараға йән һәм йәм өҫтәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бәйгелә ҡатнашыусыларҙы видобәйләнеш аша тәбрикләне.   – Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо күркәм, оло мәғәнәле бәйгелә еңеүегеҙ менән ҡотлайым һәм балаларҙы тап ошондай рухлы, маҡсатлы башҡорт ғаиләләрендә халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, телен өйрәтеп үҫтергән, ошо рухи ҡиммәттәргә күңелдәрендә һөйөү тәрбиәләгән өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ғаилә – ул йылы усаҡ, яҡтылыҡ һәм берҙәмлек. Һәр берегеҙгә именлек, бәхет теләйем! Балаларыбыҙ иҫән-һау, тәүфиҡле шәхестәр булып үҫһен, милләтебеҙҙең киләсәгәге ышансылы ҡулдарҙа булһын!, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Жюри ағзалары лауреаттарҙы «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ижады» номинацияларында билдәләне. Проект финалында республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан ике тиҫтәгә яҡын ғаилә ҡатнашты. Конкурсанттарҙың эштәрен медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорма комитеты ағзаһы Тәнзилә Үлмәҫбаева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, Халыҡтар дуҫлығы йорто, министрлыҡтар вәкилдәре һәм башҡалар баһалаған. Конкурс географияһы йылдан-йыл киңәйә. Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, унда башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә ҡатнашҡан. Конкурстың беренсе зона этабы онлайн уҙғарылған, ғаиләләр унда видеоролик форматында визит карточкаһын тәҡдим иткән. Видеороликтарҙа ғаиләләр үҙҙәренең ғаилә йолаларын һәм байрамдарын, кәсептәрен һәм мауығыуҙарын күрһәткән. Шулай уҡ роликтарҙа ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, күп балалы һәм сәләмәт ғаиләнең өҫтөнлөктәре сағылдырылған. Жюри ағзалары әйтеүенсә, яҡшыларҙан яҡшыларҙы һайлап алыу еңелдән булмаған. Бәйгенең жюри рәйесе, медицина фәндәре докторы, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының жюри рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева сараның әһәмиәтен тағы берҙе билдәләп үтте: – Бәйге бер нисә этапта үтә: муниципаль, зона һәм республика кимәлдәре бар. Конкурс күптән республика сиктәренән сығып, төбәк-ара сараға әүерелде. Мәҫәлән, быйыл Рәсәйҙең ун субъектынан 13 ғаилә ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләре документтарҙы бер аҙ һуңлабыраҡ тапшырҙы, өлгөрмәйерәк ҡалды, — тине ул. Ҡатнашыусыларҙы беҙ маҡсатлы, уңған, балаларын һәр яҡтан үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һалған, мәҙәниәтле, рухлы кешеләр итеп күрәбеҙ, уларҙы ошо талаптарға ярашлы һайлайбыҙ. Унан тыш туған телде, тарихты белеүҙәре мотлаҡ. Тамырыҙарын, ырыуын, нәҫел-нәсебен белеү генә түгел, хөрмәт иткән, ошо мәғлүмәтте быуындан-быуынға тапшыра килгән ғаиләләр, һис шикһеҙ, хөрмәт уята. Унан, бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаиләнең башҡаларға өлгө булырлыҡ дәрт-дарманлы , сағыу булыуы фарыз. Быйыл Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Асҡын райондарынан әүҙем ҡатнаштылар. Межгорье ҡалаһынан ғариза булыуға ла шатландыҡ. Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттарының район-ҡалаларҙа эшләп килгән бүлектәре әүҙемлегенән дә күп нәмә тора: башҡорт ғаиләләрен дәртләндереп, илһамландырып, ярҙам итеп торған әүҙем милләттәштәребеҙгә рәхмәт. Ә был бик мөһим, сөнки башҡорт халҡына ғөмүмән, баҫалҡылыҡ, иплелек хас, шуға күп кенә өлгөлө, бынамын тигән ғаиләләр ҙә конкурста ҡатнашырға йөрьәт итмәй. Бына ошо саҡта урындағы ҡоролтайҙар этәргес була ла. Быйыл бәйгелә ҡатнашырға йөҙҙән ашыу ғаилә теләк белдерҙе, зона этабына 27 ғаилә сыҡты, улар араһынан тиҫтәнән ашыу ғаилә финалға үтте. Беҙ уларҙы төрлө номинацияларҙа баһаланыҡ, тәҡдим ителәгән видеояҙмаларҙы һоҡланып та, ғорурланып та ҡараныҡ, шул уҡ ваҡытта, бәғзе ғаиләләрҙең фәһем алырлыҡ тәжрибәләрен барлыҡ Башҡортостанға таратырға ине, тигән уй-ниәт тә килде. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, Башҡортостандың киләсәге ныҡ буласаҡ, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова быйыл ҡалала Етегән байрамын һигеҙенсе тапҡыр (2016 йылдан) уҙғарабыҙ, тип белдерҙе. Һәр еңеүсегә аҡсалата приздар, махсус бүләктәр ҡаралған. Шулай итеп, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында гран-приҙы Стәрлебаш районынан Тойғоновтар яуланы. “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынға Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар сыҡты, икенселә – Өфөнән Вәлиевтар, өсөнсөлә – Сибайҙан Байғужиндар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында еңеүселәр түбәндәгеләр: I урында – Асҡын районынан Ғайсиндар; II урында – Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар, III урында – Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндар. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында иһә алдынғылыҡты Нефтекама ҡалаһынан Ғилемхановтар бирмәне, икеселә һәм өсөнсөлө – Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар һәм Ғафури районынан Күскилдиндар. Махсус номинацияларҙа айырым бүләктәр менән шулай уҡ бер нисә ғаилә билдәләнде. Мәҫәлән, “Һәләтле ғаилә” тип Сибайҙан Ғәйетбаевтар, “Мираҫлы ғаилә” тип Стәрлетамаҡтан Мансуровтар, “Рухлы ғаилә” тип Татарсан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәйевтар билдәләнде. Шулай уҡ, “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Иглин районынан Нуреевтарға махсус приз тапшырылды. Ҡайһы бер миҫалдарға туҡтап китәйек. “Һәләтле ғаилә” номинацияһында еңеүсе Дилә һәм Хәким Ғәйетбаевтар биш бала тәрбиәләй. Икеһе лә уҡытыусылар, өлкән ҡыҙҙары Вилиә лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улдары Тимур ҙа үҙаллы донъя ҡорған, өсөнсө улдары Нәғим Өфө махсус музыка урта белем биреү колледжында уҡый, Кинйәкәйҙәре – Азат менән Азалия – мәктәп уҡыусылары. Ғәйетбаевтарҙың яратҡан шөғөлдәре – спорт, уҡтан атыу. Улар ГТО нормаларын үтәп, алтын миҙал яулаған. Төрлө мәҙәни һәм спорт ярыштарында ҡатнашалар, малсылыҡ, баҡса эштәре менән ихлас шөғөлләнәләр. “Рухлы ғаилә” номинацияһында еңеүсе Кирәевтар ғаиләһе – Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан. Башҡортостанда тыуып үҫкән йәштәр Татарстанға күсеп киткән. Ғаилә башлығы Данил Динар улы Татарстан нефть эшкәртеү компексында эшләй, ҡатыны Ҡарлуғас Иҙел ҡыҙы сабыйҙары Мәргән менән декрет ялында. Татарстанда Кирәевтарҙы рухлы, татыу ғаилә булараҡ хөрмәт итәләр, улар ижади ғаилә, башҡорт ойошмаһы уҙғарған һәр сарала әүҙем ҡатнаша, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлайҙар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында III урын алған Хәйруллиндар ғаиләһе – Межгорье ҡалаһынан. Аҡһаҡалдар ҡоро әүҙемселәре Хәйруллиндар күптән түгел ҡыҙыл яҡут туйын билдәләгән. Мәүлит Салауат улы –төҙөлөш ойошмаһында киң профилле механизатор булып 40 йылдан ашыу эшләгән, бөгөн хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе ҡул ҡаушырып ултырмай, ағасты һырлап матур әйберҙәр яһай – һандыҡ, ҡумталар, сувенирҙар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары эшләй. Сәнғәт әҫәрҙәренә тиң мөғжизәләр тыуҙыра уның ҡулдары! Рәмилә Мөхәмәҙи ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, 45 йыл балаларҙы уҡыта, йәш быуынды тәрбиәләй. Уларҙың балалары Венера һәм Рөстәм үҙаллы ғаилә ҡорғандар, ейәндәр үҫәләр. Хәйруллиндарҙың дөйөм педагогик стажы – 150 йылдан ашыу. Хәйруллиндар башҡорт йолаларын тергеҙеүгә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, спорт менән дә дуҫ улар. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында II урын алған Рахманғоловтар иһә Көйөргәҙе районынан. Улар башҡорт халыҡ милли йолаларын, ижадын, телен, быуындар бәйләнешен һаҡлаған ғаилә, ике яҡлап 8 һәм 12 быуынға тиклем шәжәрәләрҙе өйрәнгән. Тыуған ауылдарына исем биргән Кинйә Арыҫланов менән сикһеҙ ғорурлана улар. Артур Йәмил улы – автомеханик, Рәмилә Миңлеяз ҡыҙы –уҡытыусылар династияһынан. Татыу, рухлы ғаиләлә Асман, Йәсминә, Ранил исемле илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләнә. “Һәр башҡорт үҙенең ырыуын , быуындар сылбырын белергә тейеш” – тигән фекерҙә Рахманғоловтар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған өлгөлө ғаилә - Ғайсиндар - Асҡын районынан. Уларҙың ғаилә бизнесы бар: тәмле икмәк бешерәләр, милли ризыҡтар ҙа бешереп һаталар. Малды, ҡош-ҡортто күпләп тоталар. Ата-әсәһенән күреп балалары - Дильназ, Камилла, Амелия, кескәй генә Рәхим дә эшһөйәр булып үҫеп килә. Улар бар эште бергәләп башҡаралар. “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынды Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар ғаиләһе яуланы. Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итеүсе Ғимаҙиевтар “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” тигән ғәмәлгә инанып, артабан да халҡыбыҙҙың рухи байлыҡтарын һаҡлап, киләһе быуынға тапшырыу маҡсаты менән йәшәй. Илфат Радик улы – Яңы Ноғай ауыл мәҙәниәт йортонда хореограф-балетмейстер, Нәҙилә Рәиф ҡыҙы – Нефтекама дәүләт филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле солисткаһы. Ҡыҙҙары Гүзәл, улдары Вәғиз дә – ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ата-әсәһенең юлын дауам итеп, сәнғәт йәнле булып үҫә. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында ла нефтекамалар еңде: беренсе урыны Ғилемхановтар ғаиләһе яуланы. Ринат Мөхәмәтхәниф улы һәм Гөлнара Рәшит ҡыҙы тыуған ерен ҡәҙерләгән ғаилә. Улар атайсалдары өсөн изге эштәр башҡара –Юрмиязбаш ауылында шишмәне таҙарта, һуғыш балалары, тыл эшселәре һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлеген мәңгеләштереп, һәйкәл ҡуя. Өлкән ҡыҙҙары Оксана үҙаллы тормошта, ике ҡыҙ үҫтерә; уртансы балалары Әлиә медицина академияһында белем ала, улдары Вәғиз – мәктәп уҡыусыһы. Улар халҡыбыҙҙың тарихын ихтирам итәләр. Ғаиләнең байлығы, тиңһеҙ ҡомартҡыһы – француз яулығы, уға 210 йыл. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” асыҡ республика конкурсында гран- при яулаусы Тойғоновтар ғаиләһе менән дә таныштырайыҡ. Ғаилә башлығы Урал Мансур улы “Салауатгаз” ойошмаһының Стәрлебаш бүлегендә диспетчер булып эшләй. Әлфиә Риф ҡыҙы - Стәрлебаш районы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, райондың бөтә сараларының уртаһында ҡайнай. Урал Мансур улы күңеле менән йыр-моң һөйә, ул - ир-егеттәр ансамбле солисы, маһир йырсы ла. Тойғоновтар Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй, улар сәнғәткә ғашиҡ ғаилә - хатта “Тойғон” исемле ғаилә ансамблдәре лә бар. Был татыу, ижади, йырлы-моңло ғаиләлә Тимур, Таһир һәм Дамир исемле өс малай үҫә. Сәнғәт менән спорт – уларҙың яратҡан шөғөлдәре. Төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулайҙар, бер бәйгелә лә һынатмайҙар. Әлбиттә, бер яҙмала барлыҡ ғаиләләрҙе һанап-һүрәтләп бөтөп булмай. Беҙҙең ошо урында номинацияла биләгән урынына ҡарамайынса, төрлө ғаиләләрҙе һүрәтләп сығыуыбыҙ ҙа осраҡлы түгел, сөнки кемде генә алма, улар лайыҡлы тормош юлы үткән, тәүфиҡле һәм даланлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләгән милләттәштәребеҙ, дан башҡорт ғаиләләре. Уларҙың һәр береһе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ. Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.  Сибайҙан ике ғаилә финалға сыҡты!
*Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсының финал этабы һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Конкурс «Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған. Сара ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Бәйге 2021 йылдан алып уҙғарыла, ойоштороусылары — Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Сараны Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары бөйөк Мостай кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәре буйынса сәхнәләштергән спектакленән өҙөк менән башлап ебәрҙе, Кендектең мажаралары, һәр ғаилә өсөн иң бәхетле мәл – бала тыуыу кеүек изге төшөнсәләр хаҡындағы тамаша сараға йән һәм йәм өҫтәне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова бәйгелә ҡатнашыусыларҙы видобәйләнеш аша тәбрикләне. – Һеҙҙең барығыҙҙы ла ошо күркәм, оло мәғәнәле бәйгелә еңеүегеҙ менән ҡотлайым һәм балаларҙы тап ошондай рухлы, маҡсатлы башҡорт ғаиләләрендә халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, телен өйрәтеп үҫтергән, ошо рухи ҡиммәттәргә күңелдәрендә һөйөү тәрбиәләгән өсөн рәхмәтемде белдерәм. Ғаилә – ул йылы усаҡ, яҡтылыҡ һәм берҙәмлек. Һәр берегеҙгә именлек, бәхет теләйем! Балаларыбыҙ иҫән-һау, тәүфиҡле шәхестәр булып үҫһен, милләтебеҙҙең киләсәгәге ышансылы ҡулдарҙа булһын!, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Жюри ағзалары лауреаттарҙы «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ижады» номинацияларында билдәләне. Проект финалында республиканың төрлө район-ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан ике тиҫтәгә яҡын ғаилә ҡатнашты. Конкурсанттарҙың эштәрен медицина фәндәре докторы, «Айыҡ ауыл» проекты координаторы, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы етәксеһе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡорма комитеты ағзаһы Тәнзилә Үлмәҫбаева, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова, Халыҡтар дуҫлығы йорто, министрлыҡтар вәкилдәре һәм башҡалар баһалаған. Конкурс географияһы йылдан-йыл киңәйә. Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, унда башҡорттар күпләп йәшәгән Рәсәй төбәктәре вәкилдәре лә ҡатнашҡан. Конкурстың беренсе зона этабы онлайн уҙғарылған, ғаиләләр унда видеоролик форматында визит карточкаһын тәҡдим иткән. Видеороликтарҙа ғаиләләр үҙҙәренең ғаилә йолаларын һәм байрамдарын, кәсептәрен һәм мауығыуҙарын күрһәткән. Шулай уҡ роликтарҙа ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, күп балалы һәм сәләмәт ғаиләнең өҫтөнлөктәре сағылдырылған. Жюри ағзалары әйтеүенсә, яҡшыларҙан яҡшыларҙы һайлап алыу еңелдән булмаған. Бәйгенең жюри рәйесе, медицина фәндәре докторы, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсының жюри рәйесе, Бөтә донъя башҡорттары Президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева сараның әһәмиәтен тағы берҙе билдәләп үтте: – Бәйге бер нисә этапта үтә: муниципаль, зона һәм республика кимәлдәре бар. Конкурс күптән республика сиктәренән сығып, төбәк-ара сараға әүерелде. Мәҫәлән, быйыл Рәсәйҙең ун субъектынан 13 ғаилә ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәғзеләре документтарҙы бер аҙ һуңлабыраҡ тапшырҙы, өлгөрмәйерәк ҡалды, — тине ул. Ҡатнашыусыларҙы беҙ маҡсатлы, уңған, балаларын һәр яҡтан үҫешкән шәхестәр итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөн һалған, мәҙәниәтле, рухлы кешеләр итеп күрәбеҙ, уларҙы ошо талаптарға ярашлы һайлайбыҙ. Унан тыш туған телде, тарихты белеүҙәре мотлаҡ. Тамырыҙарын, ырыуын, нәҫел-нәсебен белеү генә түгел, хөрмәт иткән, ошо мәғлүмәтте быуындан-быуынға тапшыра килгән ғаиләләр, һис шикһеҙ, хөрмәт уята. Унан, бәйгелә ҡатнашҡан һәр ғаиләнең башҡаларға өлгө булырлыҡ дәрт-дарманлы , сағыу булыуы фарыз. Быйыл Нефтекама, Сибай ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Асҡын райондарынан әүҙем ҡатнаштылар. Межгорье ҡалаһынан ғариза булыуға ла шатландыҡ. Ғөмүмән, Бөтә донъя башҡорттарының район-ҡалаларҙа эшләп килгән бүлектәре әүҙемлегенән дә күп нәмә тора: башҡорт ғаиләләрен дәртләндереп, илһамландырып, ярҙам итеп торған әүҙем милләттәштәребеҙгә рәхмәт. Ә был бик мөһим, сөнки башҡорт халҡына ғөмүмән, баҫалҡылыҡ, иплелек хас, шуға күп кенә өлгөлө, бынамын тигән ғаиләләр ҙә конкурста ҡатнашырға йөрьәт итмәй. Бына ошо саҡта урындағы ҡоролтайҙар этәргес була ла. Быйыл бәйгелә ҡатнашырға йөҙҙән ашыу ғаилә теләк белдерҙе, зона этабына 27 ғаилә сыҡты, улар араһынан тиҫтәнән ашыу ғаилә финалға үтте. Беҙ уларҙы төрлө номинацияларҙа баһаланыҡ, тәҡдим ителәгән видеояҙмаларҙы һоҡланып та, ғорурланып та ҡараныҡ, шул уҡ ваҡытта, бәғзе ғаиләләрҙең фәһем алырлыҡ тәжрибәләрен барлыҡ Башҡортостанға таратырға ине, тигән уй-ниәт тә килде. Һәр ғаиләнең үҙ тарихы, йолалары, кәсебе булһа, милли ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡланһа, Башҡортостандың киләсәге ныҡ буласаҡ, – тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” бәйгеһен ойоштороусыларҙың береһе, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йосопова быйыл ҡалала Етегән байрамын һигеҙенсе тапҡыр (2016 йылдан) уҙғарабыҙ, тип белдерҙе. Һәр еңеүсегә аҡсалата приздар, махсус бүләктәр ҡаралған. Шулай итеп, “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында гран-приҙы Стәрлебаш районынан Тойғоновтар яуланы. “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынға Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар сыҡты, икенселә – Өфөнән Вәлиевтар, өсөнсөлә – Сибайҙан Байғужиндар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында еңеүселәр түбәндәгеләр: I урында – Асҡын районынан Ғайсиндар; II урында – Күгәрсен районынан Ишмөхәмәтовтар, III урында – Межгорье ҡалаһынан Хәйруллиндар. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында иһә алдынғылыҡты Нефтекама ҡалаһынан Ғилемхановтар бирмәне, икеселә һәм өсөнсөлө – Көйөргәҙе районынан Рахманғоловтар һәм Ғафури районынан Күскилдиндар. Махсус номинацияларҙа айырым бүләктәр менән шулай уҡ бер нисә ғаилә билдәләнде. Мәҫәлән, “Һәләтле ғаилә” тип Сибайҙан Ғәйетбаевтар, “Мираҫлы ғаилә” тип Стәрлетамаҡтан Мансуровтар, “Рухлы ғаилә” тип Татарсан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан Кирәйевтар билдәләнде. Шулай уҡ, “Күп балалы ғаилә” номинацияһында Иглин районынан Нуреевтарға махсус приз тапшырылды. Ҡайһы бер миҫалдарға туҡтап китәйек. “Һәләтле ғаилә” номинацияһында еңеүсе Дилә һәм Хәким Ғәйетбаевтар биш бала тәрбиәләй. Икеһе лә уҡытыусылар, өлкән ҡыҙҙары Вилиә лә уҡытыусы һөнәрен һайлаған. Улдары Тимур ҙа үҙаллы донъя ҡорған, өсөнсө улдары Нәғим Өфө махсус музыка урта белем биреү колледжында уҡый, Кинйәкәйҙәре – Азат менән Азалия – мәктәп уҡыусылары. Ғәйетбаевтарҙың яратҡан шөғөлдәре – спорт, уҡтан атыу. Улар ГТО нормаларын үтәп, алтын миҙал яулаған. Төрлө мәҙәни һәм спорт ярыштарында ҡатнашалар, малсылыҡ, баҡса эштәре менән ихлас шөғөлләнәләр. “Рухлы ғаилә” номинацияһында еңеүсе Кирәевтар ғаиләһе – Татарстан Республикаһының Түбәнге Кама ҡалаһынан. Башҡортостанда тыуып үҫкән йәштәр Татарстанға күсеп киткән. Ғаилә башлығы Данил Динар улы Татарстан нефть эшкәртеү компексында эшләй, ҡатыны Ҡарлуғас Иҙел ҡыҙы сабыйҙары Мәргән менән декрет ялында. Татарстанда Кирәевтарҙы рухлы, татыу ғаилә булараҡ хөрмәт итәләр, улар ижади ғаилә, башҡорт ойошмаһы уҙғарған һәр сарала әүҙем ҡатнаша, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлайҙар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында III урын алған Хәйруллиндар ғаиләһе – Межгорье ҡалаһынан. Аҡһаҡалдар ҡоро әүҙемселәре Хәйруллиндар күптән түгел ҡыҙыл яҡут туйын билдәләгән. Мәүлит Салауат улы –төҙөлөш ойошмаһында киң профилле механизатор булып 40 йылдан ашыу эшләгән, бөгөн хаҡлы ялда. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе ҡул ҡаушырып ултырмай, ағасты һырлап матур әйберҙәр яһай – һандыҡ, ҡумталар, сувенирҙар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары эшләй. Сәнғәт әҫәрҙәренә тиң мөғжизәләр тыуҙыра уның ҡулдары! Рәмилә Мөхәмәҙи ҡыҙы – башланғыс синыфтар уҡытыусыһы, 45 йыл балаларҙы уҡыта, йәш быуынды тәрбиәләй. Уларҙың балалары Венера һәм Рөстәм үҙаллы ғаилә ҡорғандар, ейәндәр үҫәләр. Хәйруллиндарҙың дөйөм педагогик стажы – 150 йылдан ашыу. Хәйруллиндар башҡорт йолаларын тергеҙеүгә арналған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, спорт менән дә дуҫ улар. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында II урын алған Рахманғоловтар иһә Көйөргәҙе районынан. Улар башҡорт халыҡ милли йолаларын, ижадын, телен, быуындар бәйләнешен һаҡлаған ғаилә, ике яҡлап 8 һәм 12 быуынға тиклем шәжәрәләрҙе өйрәнгән. Тыуған ауылдарына исем биргән Кинйә Арыҫланов менән сикһеҙ ғорурлана улар. Артур Йәмил улы – автомеханик, Рәмилә Миңлеяз ҡыҙы –уҡытыусылар династияһынан. Татыу, рухлы ғаиләлә Асман, Йәсминә, Ранил исемле илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләнә. “Һәр башҡорт үҙенең ырыуын , быуындар сылбырын белергә тейеш” – тигән фекерҙә Рахманғоловтар. “Ғаилә кәсебе” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған өлгөлө ғаилә - Ғайсиндар - Асҡын районынан. Уларҙың ғаилә бизнесы бар: тәмле икмәк бешерәләр, милли ризыҡтар ҙа бешереп һаталар. Малды, ҡош-ҡортто күпләп тоталар. Ата-әсәһенән күреп балалары - Дильназ, Камилла, Амелия, кескәй генә Рәхим дә эшһөйәр булып үҫеп килә. Улар бар эште бергәләп башҡаралар. “Ғаилә ижады” номинацияһында беренсе урынды Нефтекама ҡалаһынан Ғимаҙиевтар ғаиләһе яуланы. Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итеүсе Ғимаҙиевтар “Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” тигән ғәмәлгә инанып, артабан да халҡыбыҙҙың рухи байлыҡтарын һаҡлап, киләһе быуынға тапшырыу маҡсаты менән йәшәй. Илфат Радик улы – Яңы Ноғай ауыл мәҙәниәт йортонда хореограф-балетмейстер, Нәҙилә Рәиф ҡыҙы – Нефтекама дәүләт филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле солисткаһы. Ҡыҙҙары Гүзәл, улдары Вәғиз дә – ҡул эштәре менән шөғөлләнә, ата-әсәһенең юлын дауам итеп, сәнғәт йәнле булып үҫә. “Ғаилә ҡиммәттәре” номинацияһында ла нефтекамалар еңде: беренсе урыны Ғилемхановтар ғаиләһе яуланы. Ринат Мөхәмәтхәниф улы һәм Гөлнара Рәшит ҡыҙы тыуған ерен ҡәҙерләгән ғаилә. Улар атайсалдары өсөн изге эштәр башҡара –Юрмиязбаш ауылында шишмәне таҙарта, һуғыш балалары, тыл эшселәре һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлеген мәңгеләштереп, һәйкәл ҡуя. Өлкән ҡыҙҙары Оксана үҙаллы тормошта, ике ҡыҙ үҫтерә; уртансы балалары Әлиә медицина академияһында белем ала, улдары Вәғиз – мәктәп уҡыусыһы. Улар халҡыбыҙҙың тарихын ихтирам итәләр. Ғаиләнең байлығы, тиңһеҙ ҡомартҡыһы – француз яулығы, уға 210 йыл. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” асыҡ республика конкурсында гран- при яулаусы Тойғоновтар ғаиләһе менән дә таныштырайыҡ. Ғаилә башлығы Урал Мансур улы “Салауатгаз” ойошмаһының Стәрлебаш бүлегендә диспетчер булып эшләй. Әлфиә Риф ҡыҙы - Стәрлебаш районы хәкимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, райондың бөтә сараларының уртаһында ҡайнай. Урал Мансур улы күңеле менән йыр-моң һөйә, ул - ир-егеттәр ансамбле солисы, маһир йырсы ла. Тойғоновтар Ерҙең ҡояшлы яғында йәшәй, улар сәнғәткә ғашиҡ ғаилә - хатта “Тойғон” исемле ғаилә ансамблдәре лә бар. Был татыу, ижади, йырлы-моңло ғаиләлә Тимур, Таһир һәм Дамир исемле өс малай үҫә. Сәнғәт менән спорт – уларҙың яратҡан шөғөлдәре. Төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулайҙар, бер бәйгелә лә һынатмайҙар. Әлбиттә, бер яҙмала барлыҡ ғаиләләрҙе һанап-һүрәтләп бөтөп булмай. Беҙҙең ошо урында номинацияла биләгән урынына ҡарамайынса, төрлө ғаиләләрҙе һүрәтләп сығыуыбыҙ ҙа осраҡлы түгел, сөнки кемде генә алма, улар лайыҡлы тормош юлы үткән, тәүфиҡле һәм даланлы, булдыҡлы балалар тәрбиәләгән милләттәштәребеҙ, дан башҡорт ғаиләләре. Уларҙың һәр береһе менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ. Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-03-11/sibay-an-ike-ail-final-a-sy-ty-3173302
11 Март , 11:10
ba
Ерҙең даны ирҙән
Әбүбәкерҙәр өлгөһөндә райондың һәр ауылында ирҙәр ҡоро булдырыу, ошо эшмәкәрлеккә үрнәк булырҙай ир-аттар менән бер рәттән, яҙыҡ юлға баҫҡандарын да йәлеп итеү, райондар менән артабан хеҙмәттәшлекте дауам итеү кеүек ҡарарҙар ҡабул ителде. Яугир ир-егеттәребеҙ именлегенә салынған ҡорбан итенән ауыҙ итеү менән тамамланған сара, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына иреште. Ошондай мәртәбәле осрашыу уҙғарған ауыл халҡына уңыштар теләйем! Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов диуарынан. #АйыҡАуыл2022#ТрезвоеСело2022Ерҙең даны ирҙән
Әбүбәкерҙәр өлгөһөндә райондың һәр ауылында ирҙәр ҡоро булдырыу, ошо эшмәкәрлеккә үрнәк булырҙай ир-аттар менән бер рәттән, яҙыҡ юлға баҫҡандарын да йәлеп итеү, райондар менән артабан хеҙмәттәшлекте дауам итеү кеүек ҡарарҙар ҡабул ителде. Яугир ир-егеттәребеҙ именлегенә салынған ҡорбан итенән ауыҙ итеү менән тамамланған сара, һис шикһеҙ, үҙ маҡсатына иреште. Ошондай мәртәбәле осрашыу уҙғарған ауыл халҡына уңыштар теләйем!Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов диуарынан.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-03-10/er-e-dany-ir-n-3172995
10 Март , 20:55
ba
Ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгелдәр
Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө! Ауылыбыҙҙа күркәм ғаиләләр бихисап. Шуларҙы береһе - "сәнғәт ене" ҡалғылғаны Ултраҡовтар. Һеҙҙең иғтибарға килендәре яҙған мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре.Ҡәйнәм бәләкәй сағынан йырларға, бейергә яратҡан. Үҙенән кеселәрҙе теҙеп ултыртып, урындыҡты сәхнә итеп концерт ҡуя. Төрлө уйындар ойошторорға ла әүәҫ була, тиңдәштәренә бейеүҙәр ҙә өйрәтә. Ауылға төрлө ҡаланан килгән артистарҙың һөйләшеүҙәренә, мөләйем ҡараштарына, йылмайыуҙарына һоҡланыр булған. Ҡәйнәмдең йырсы ла, актриса ла булыу хыялы тормошҡа ашҡан инде. Сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килә. Унда бейеү бүлеген тамамлай.Үҙе үҫкән ғаиләгә лә ижад ҡомары ҡағыл¬ған: әсәһе матур йырлай, атаһы оҫта скрипкасы булған (үкенескә күрә, улар мәрхүм инде), туғандары араһында оҫта гармунсы, ҡурайсы, думбырасы ла бар.Ҡәйнәм егерме йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлаған. Әле яратҡан эшен дауам итә.Ҡайным Ғәлимйән дә сәнғәт кешеһе. Өҙҙөрөп баянда уйнай, матур йырлай, ябай ғына ағастан күҙ яуын алырлыҡ матур һындар эшләүсе оҫта ҡуллы көслө зат тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Ҡәйнәм менән егерме алты йыл бергә йәшәү дәүерендә бик күп ҡала сәхнәләрендә сығыш яһарға тура килә. Бөгөн дә бергәләшеп ең һыҙғанып мәҙәниәт уса¬ғында эшләй¬ҙәр. Уларҙың сығыштарын баһалаусы Маҡтау ҡа¬ғыҙҙарының иҫә¬бе-һаны юҡ. Гран-при, беренсе, призлы урындар, махсус бүләктәр ҙә уларҙыҡы. Үҙҙәре татыу, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһенә те¬рәк-таяныс булып йәшәгәнгә балалары ла яҡшы тәрбиә ала. Ике улдары ла йырлай, ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙҙары Наҙгөл дә бейеүгә, йыр-моңға ғашиҡ.Сәнғәт кешеләре тигәс тә, йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр. Йорт эштәренә лә өлгөрәләр. Ишек алдын аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмеп, баҡса тултырып емеш-еләк тә үҫтерәләр.Бөгөн ейәндәрен ҡарашырға булышалар. Ҡәйнәм төрлө һамаҡ-бишек йырҙары менән йоҡлатһа, ҡайным баянда уйнап, бейетеп ебәрә. Балаларына биргән тәрбиәне ейәндәренә лә бирергә тырышалар.Ҡайным менән ҡәйнәм тормош тәжрибәләре менән дә уртаҡлашып, төрлө кәңәш бирәләр, ярҙамдарынан да ташламайҙар. Аллаға шөкөр, тим шундай һоҡланғыс, уңған, эшһөйәр, талантлы, бар яҡтан да етеш, балаларым, тип өҙөлөп торған ҡайны-ҡәйнәм булыуына. Улар беҙгә өлгө лә, үрнәк тә, маяҡ та.Әлфинә УЛТРАҠОВА.#АйыҡАуыл2022ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
Бөгөн - Башҡорт ғаиләһе көнө! Ауылыбыҙҙа күркәм ғаиләләр бихисап. Шуларҙы береһе - "сәнғәт ене" ҡалғылғаны Ултраҡовтар. Һеҙҙең иғтибарға килендәре яҙған мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.Һәр ғаиләлә тормошта таянырға ҡайны-ҡәйнә бар. Ләкин уларҙың төрлө ҡарашлыһы була. Ә бына минең ҡайны-ҡәйнәм Әлфиҙә һәм Ғәлимйән Ултраҡовтар кеүектәр бик һирәктер тим. Сөнки улар ябай ғына ҡайны-ҡәйнә түгел, ә йыр-моңға ғашиҡ, бейеүгә маһир, бер һүҙ менән әйткәндә, һоҡланғыс, сәхнә ене ҡағылған сәнғәт кешеләре.Ҡәйнәм бәләкәй сағынан йырларға, бейергә яратҡан. Үҙенән кеселәрҙе теҙеп ултыртып, урындыҡты сәхнә итеп концерт ҡуя. Төрлө уйындар ойошторорға ла әүәҫ була, тиңдәштәренә бейеүҙәр ҙә өйрәтә. Ауылға төрлө ҡаланан килгән артистарҙың һөйләшеүҙәренә, мөләйем ҡараштарына, йылмайыуҙарына һоҡланыр булған. Ҡәйнәмдең йырсы ла, актриса ла булыу хыялы тормошҡа ашҡан инде. Сәнғәткә булған һөйөүе уны Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына алып килә. Унда бейеү бүлеген тамамлай. Үҙе үҫкән ғаиләгә лә ижад ҡомары ҡағыл¬ған: әсәһе матур йырлай, атаһы оҫта скрипкасы булған (үкенескә күрә, улар мәрхүм инде), туғандары араһында оҫта гармунсы, ҡурайсы, думбырасы ла бар.Ҡәйнәм егерме йылдан ашыу ғүмерен сәхнәгә бағышлаған. Әле яратҡан эшен дауам итә.Ҡайным Ғәлимйән дә сәнғәт кешеһе. Өҙҙөрөп баянда уйнай, матур йырлай, ябай ғына ағастан күҙ яуын алырлыҡ матур һындар эшләүсе оҫта ҡуллы көслө зат тиһәм, һис тә яңылыш булмаҫ. Ҡәйнәм менән егерме алты йыл бергә йәшәү дәүерендә бик күп ҡала сәхнәләрендә сығыш яһарға тура килә. Бөгөн дә бергәләшеп ең һыҙғанып мәҙәниәт уса¬ғында эшләй¬ҙәр. Уларҙың сығыштарын баһалаусы Маҡтау ҡа¬ғыҙҙарының иҫә¬бе-һаны юҡ. Гран-при, беренсе, призлы урындар, махсус бүләктәр ҙә уларҙыҡы. Үҙҙәре татыу, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, бер-береһенә те¬рәк-таяныс булып йәшәгәнгә балалары ла яҡшы тәрбиә ала. Ике улдары ла йырлай, ҡурайҙа уйнай. Ҡыҙҙары Наҙгөл дә бейеүгә, йыр-моңға ғашиҡ. Сәнғәт кешеләре тигәс тә, йырлап-бейеп кенә йөрөмәйҙәр. Йорт эштәренә лә өлгөрәләр. Ишек алдын аллы-гөллө, хуш еҫле сәскәләргә күмеп, баҡса тултырып емеш-еләк тә үҫтерәләр. Бөгөн ейәндәрен ҡарашырға булышалар. Ҡәйнәм төрлө һамаҡ-бишек йырҙары менән йоҡлатһа, ҡайным баянда уйнап, бейетеп ебәрә. Балаларына биргән тәрбиәне ейәндәренә лә бирергә тырышалар.Ҡайным менән ҡәйнәм тормош тәжрибәләре менән дә уртаҡлашып, төрлө кәңәш бирәләр, ярҙамдарынан да ташламайҙар. Аллаға шөкөр, тим шундай һоҡланғыс, уңған, эшһөйәр, талантлы, бар яҡтан да етеш, балаларым, тип өҙөлөп торған ҡайны-ҡәйнәм булыуына. Улар беҙгә өлгө лә, үрнәк тә, маяҡ та.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-03-01/yabay-yna-ayny-yn-t-geld-r-3161323
1 Март , 12:40
ba
Өлгөлө ғаиләләр күп беҙҙә
Заһир һәм Гөлнур Байғужиндар талантлы, рухлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләреҙең береһе. Улар 11 йыл бергә тормош көтә, Мәликә, Сафия исемле ике ҡыҙ һәм Ҡадир исемле ул үҫтерә. Ғаилә башлығы Заһир Рафаил улыСибай концерт-театр берекмәһендә баш инженер булып эшләй, баянда бик матур уйнай. Балаларын халҡыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, рухи тәрбиә бирергә тырышалар, үҙ-ара туған телдә аралашалар. Гөлнур Йәмил ҡыҙы әлеге ваҡытта бәләкәй Ҡадирҙы бағып, аш-һыу әҙерләп, өйөндә таҙалыҡ, йәм булдырып өйөндә ултыра. Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлө--күндән төрлө әйберҙәр, биҙәүестәр яһауға бағышлай. Тәбиғи материалдан яһадған үҙенсәлекле әйберҙәре менән ҡалабыҙҙа, республикала үткән күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Ҡыҙҙары Мәликә менән Сафия Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә “Яугүл” ҡумыҙсылар ансамблендә шөғөлләнә, Балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү бүлегенә йөрөй. Ҡыҙҙар республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлендә үткәрелгән күп конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған. Мәликә Мәскәү ҡалаһында “Нур” фестивалендә һәм “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-приға өлгәшкән. Арҡайым ҡасабаһынан Ғәйетбаевтар ҙа ҡалала музыкаль, спортсы ғаилә булып танылған. Хәким Ғинәт улы һәм Дилә Әмир ҡыҙы икеһе лә Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары. Улар бергә 5 бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Вилиә ата-әсәһенең юлынан китеп педагог һөнәрен үҙләштергән. Өфө мәктәптәренең береһендә тарих фәненән уҡыта. Тимур улдары әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып “Газпром” йәмғиәтенә эшкә урынлашҡан. Регина исемле ҡыҙға өйләнергә лә өлгөргән. Йәштәрҙе сәнғәт ҡауыштырған: икеһе лә баласаҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгән. Нәғимдәре быйыл Өфөнөң музыкаль колледжын тамамлай. Азамат менән Азалия ҡаланың 6-сы мәктәбендә белем ала. Ғәйетбаевтар спорт, музыка, бейеү менән шөғәлләнеүҙе тормош девизы итеп алған. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңеүгә өлгәшкән ошо өс ғаилә 1 мартта Стәрлетамаҡта уҙасаҡ республика турында төбәк намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Барыһына ла уңыштар теләйбеҙ!
Заһир һәм Гөлнур Байғужиндар талантлы, рухлы балалар тәрбиәләгән ғаиләләреҙең береһе. Улар 11 йыл бергә тормош көтә, Мәликә, Сафия исемле ике ҡыҙ һәм Ҡадир исемле ул үҫтерә. Ғаилә башлығы Заһир Рафаил улыСибай концерт-театр берекмәһендә баш инженер булып эшләй, баянда бик матур уйнай. Балаларын халҡыбыҙ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә таянып, рухи тәрбиә бирергә тырышалар, үҙ-ара туған телдә аралашалар. Гөлнур Йәмил ҡыҙы әлеге ваҡытта бәләкәй Ҡадирҙы бағып, аш-һыу әҙерләп, өйөндә таҙалыҡ, йәм булдырып өйөндә ултыра. Буш ваҡыттарында яратҡан шөғөлө--күндән төрлө әйберҙәр, биҙәүестәр яһауға бағышлай. Тәбиғи материалдан яһадған үҙенсәлекле әйберҙәре менән ҡалабыҙҙа, республикала үткән күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.Ҡыҙҙары Мәликә менән Сафия Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә “Яугүл” ҡумыҙсылар ансамблендә шөғөлләнә, Балалар сәнғәт мәктәбенең бейеү бүлегенә йөрөй. Ҡыҙҙар республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлендә үткәрелгән күп конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындар яулаған. Мәликә Мәскәү ҡалаһында “Нур” фестивалендә һәм “Байыҡ” телевизион конкурсында Гран-приға өлгәшкән. Арҡайым ҡасабаһынан Ғәйетбаевтар ҙа ҡалала музыкаль, спортсы ғаилә булып танылған. Хәким Ғинәт улы һәм Дилә Әмир ҡыҙы икеһе лә Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусылары. Улар бергә 5 бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Вилиә ата-әсәһенең юлынан китеп педагог һөнәрен үҙләштергән. Өфө мәктәптәренең береһендә тарих фәненән уҡыта. Тимур улдары әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтып “Газпром” йәмғиәтенә эшкә урынлашҡан. Регина исемле ҡыҙға өйләнергә лә өлгөргән. Йәштәрҙе сәнғәт ҡауыштырған: икеһе лә баласаҡтан халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгән. Нәғимдәре быйыл Өфөнөң музыкаль колледжын тамамлай. Азамат менән Азалия ҡаланың 6-сы мәктәбендә белем ала. Ғәйетбаевтар спорт, музыка, бейеү менән шөғәлләнеүҙе тормош девизы итеп алған.“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңеүгә өлгәшкән ошо өс ғаилә 1 мартта Стәрлетамаҡта уҙасаҡ республика турында төбәк намыҫын яҡлап сығыш яһаясаҡ.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-02-20/lg-l-ail-l-r-k-p-be-3150542
20 Февраль , 20:55
ba
Ике ауыл туғанлаша
Һәйкәл янында булып, яуҙа баштарын һалған һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә сәскәләр һалған, бай тарихлы иман йортонда булып, әрүахтар рухына доғалар ҡылған улар. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы йыр-бейеү менән ҡаршы алып, төрлө самауырҙарҙарҙан торған күргәҙмә лә әҙерләгән бикбулаттар. Концерт номерҙарын ҡарағас, түңәрәк өҫтәл артында дауам иткән осрашыу шулай уҡ эскелек проблемаһын хәл итеү юлдары, ошо юҫыҡта ауылдарҙа башҡарылған эш тәжрибәһе хаҡында һөйләшеү менән дауам иткән.- Күркәм тәбиғәте, нурлы иман йорто менән яуланы беҙҙең күңелдәрҙе Бикбулат ауылы. Беҙҙе лә йылы ҡабул иткән ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Осрашыуҙың һуңғыһы булмаҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тип кисерештәре менән уртаҡлаша әбүбәкерҙәр.#АйыҡАуыл2022#ТрезвоеСело2022
Һәйкәл янында булып, яуҙа баштарын һалған һәм еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан яугирҙарҙың яҡты иҫтәлегенә сәскәләр һалған, бай тарихлы иман йортонда булып, әрүахтар рухына доғалар ҡылған улар. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы йыр-бейеү менән ҡаршы алып, төрлө самауырҙарҙарҙан торған күргәҙмә лә әҙерләгән бикбулаттар. Концерт номерҙарын ҡарағас, түңәрәк өҫтәл артында дауам иткән осрашыу шулай уҡ эскелек проблемаһын хәл итеү юлдары, ошо юҫыҡта ауылдарҙа башҡарылған эш тәжрибәһе хаҡында һөйләшеү менән дауам иткән.- Күркәм тәбиғәте, нурлы иман йорто менән яуланы беҙҙең күңелдәрҙе Бикбулат ауылы. Беҙҙе лә йылы ҡабул иткән ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Осрашыуҙың һуңғыһы булмаҫ тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тип кисерештәре менән уртаҡлаша әбүбәкерҙәр.
Конкурстар
false
https://ataisal.com/articles/konkurstar/2023-02-17/ike-auyl-tu-analasha-3146676
17 Февраль , 11:05
ba
Гәзит уҡымаһам донъянан артта ҡалам
Матбуғат-2023 “Атайсал” гәзите 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына подписка йомғаҡтары буйынса уҙғарған лото-уйында Хәйбулла районының Подольск ҡасабаһынан 84 йәшлек Мәстүрә Ултыраҡова плед отто. -“Атайсал” гәзитен 10 йылдан ашыу алдырып уҡыйым. Баҫма аша Урал аръяғының ҡала һәм райондары һулышын тоям. Баш мөхәррир Хәйҙәр Тапаҡовтың, башҡа авторҙарҙың хикәйәләрен яратып уҡыйым. Намаҙ ваҡыты сыға, башҡа мәҡәләләре лә бик уҡымлы. Хаҡы арзан булыуы ла ҡыҙыҡтыра. Етмәһә, бына бүләк отҡанмын! – тип ҡыуана Мәстүрә инәй. Ул сығышы менән Йылайыр районының Һабыр ауылынан. Хәйбулла районының Урыҫбай ауылына кейәүгә сыҡҡан. Ире менән 5 бала үҫтергәндәр. Ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән. 2005 йылда Подольск ҡасабаһына күскәндәр.
Матбуғат-2023“Атайсал” гәзите 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына подписка йомғаҡтары буйынса уҙғарған лото-уйында Хәйбулла районының Подольск ҡасабаһынан 84 йәшлек Мәстүрә Ултыраҡова плед отто.-“Атайсал” гәзитен 10 йылдан ашыу алдырып уҡыйым. Баҫма аша Урал аръяғының ҡала һәм райондары һулышын тоям. Баш мөхәррир Хәйҙәр Тапаҡовтың, башҡа авторҙарҙың хикәйәләрен яратып уҡыйым. Намаҙ ваҡыты сыға, башҡа мәҡәләләре лә бик уҡымлы. Хаҡы арзан булыуы ла ҡыҙыҡтыра. Етмәһә, бына бүләк отҡанмын! – тип ҡыуана Мәстүрә инәй. Ул сығышы менән Йылайыр районының Һабыр ауылынан. Хәйбулла районының Урыҫбай ауылына кейәүгә сыҡҡан. Ире менән 5 бала үҫтергәндәр. Ғүмере буйы малсылыҡта эшләгән.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2023-02-06/g-zit-u-yma-am-don-yanan-artta-alam-3132104
6 Февраль , 14:15
ba
ТОҒРО ДУҪТАРҒА РӘХМӘТ
Билдәле булыуынса, быйыл беҙҙең бүләктәр күп булды. Йылдағыса декабрь аҙағында лото-уйын үткәрҙек. Төп приз бер тоҡ он ине. Бағыусыбыҙ—Сибай ҡалаһындағы «Радуга» магазины директоры Дамир Хәсәнов. Бынан тыш, иҫтәлекле бүләктәр булды. Улар кемгә эләгеүен  6 ғинуарҙа донъя күрәсәк гәзитебеҙ һанында уҡып белерһегеҙ. Шулай уҡ үҙе «Атайсал»ға яҙылып, унан тыш йәнә 10-дан кәм булмаған танышын өгөтләп яҙҙырыусылар араһында «Березки» шифаханаһына юллама уйнаттыҡ. Йомғаҡлауҙы байрамдан һуң үткәрәбеҙ һәм еңеүсене иғлан итәбеҙ. Ә әлегә беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән бер нисә дуҫыбыҙҙы һөйөндөрөргә ашығабыҙ. Улар—Йылайыр районынан Селәүсинов Рәүеф Аллабирҙе улы, Таһиров Рәсих Насырйән улы, Баймаҡ районынан Булатова Райхана Эдуард ҡыҙы.
Билдәле булыуынса, быйыл беҙҙең бүләктәр күп булды. Йылдағыса декабрь аҙағында лото-уйын үткәрҙек. Төп приз бер тоҡ он ине. Бағыусыбыҙ—Сибай ҡалаһындағы «Радуга» магазины директоры Дамир Хәсәнов. Бынан тыш, иҫтәлекле бүләктәр булды. Улар кемгә эләгеүен 6 ғинуарҙа донъя күрәсәк гәзитебеҙ һанында уҡып белерһегеҙ. Шулай уҡ үҙе «Атайсал»ға яҙылып, унан тыш йәнә 10-дан кәм булмаған танышын өгөтләп яҙҙырыусылар араһында «Березки» шифаханаһына юллама уйнаттыҡ. Йомғаҡлауҙы байрамдан һуң үткәрәбеҙ һәм еңеүсене иғлан итәбеҙ. Ә әлегә беҙгә ҙур ярҙам күрһәткән бер нисә дуҫыбыҙҙы һөйөндөрөргә ашығабыҙ.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2022-12-28/to-ro-du-tar-a-r-hm-t-3089056
28 Декабрь 2022, 15:50
ba
БАРЫБЫҘ ҘА БЕР ТУЛҠЫНДА
2021 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән «Атайсал» тигән яңы социаль проект башланды. Был проекттың идеяһын Сибайҙың почетлы гражданы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы Мәүлиҙә Яҡупова ла хупланы. Социаль проектлау - формаль булмаған темалар баҫтырырға мөмкинлек биргән форма ул. Ике йыл рәттән «Сибайский рабочий»  гәзите сәхифәләрендә проект сиктәрендә авторҙар конкурсында ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләре урынлаштырыла. Уның һөҙөмтәләре буйынса ошо көндәрҙә ҡала гәзите редакцияһында журналистарҙың һәм авторҙарҙың осрашыуы үтте. Изге йола буйынса ойоштороусылар  йомғаҡты Яңы йыл алдынан конкурста ҡатнашыусыларға байрам алды һәм дуҫтарса мөхит булдырыу өсөн үткәрергә ҡарар итте һәм сара үҙ маҡсатына иреште. Осрашыуҙы асып, Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы секретары Эльза Мансурова һәм гәзиттең баш мөхәррире Людмила Ильязова «Сибайский рабочий»гәзитенең  штаттан тыш авторҙарының республика проектында ҡатнашыуының әһәмиәтен билдәләне. Авторлыҡ конкурсы башланыу менән  ул көтөлмәгәндә халыҡ-ара конкурсҡа әүерелде, сөнки тәүге көндәрҙән үк конкурсҡа  Чехиянан Миләүшә Әминеваның (Годбодь) мәҡәләләре баҫылды. Шулай уҡ былтыр конкурсҡа Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә, баш ҡалала йәшәүселәр - сығышы менән Сибайҙан булғандар ҙа ҡатнашҡайны. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл элекке авторҙарға яңы исемдәр өҫтәлде: улар -  Әлиә Әхмәтйәнова, Михаил Ершов, Рауза Вәлитова, Зифа Әхмәрова. Гәзиттең 65 йыллығына арналған проект сиктәрендә 19 авторҙың ҡырҡҡа яҡын материалы баҫылып сыҡты, күп йыллыҡ журналист стажы булған хәбәрсе Гөлсинә Кейекбаева улар менән профессиональ  эшләне. Авторҙарға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт, уларҙың һүҙҙәрен хуплау, һис шикһеҙ, уларға үҙҙәренә һәм мөмкинлектәренә ышанырға ярҙам итте. Республика киң мәғлүмәт саралары күргән ҡайһы бер авторҙар уларҙа хеҙмәттәшлек итеүгә саҡырылды, атап әйткәндә, Фирҙәүес Ибраһимованың мәҡәләһе  «Ватандаш» журналында баҫылып сыға. Редакцияның штаттан тыш составынан Нина Максимованы, Миләүшә Годбодь, Нурия Курманованы, Миңза Ҡотлогилдинды, Фәниә Хәмитовты, Закир Сөләймәновты ҡиммәтле табылдыҡтар (яңы һәм элеккеләре) тип атарға мөмкин, улар Сибай ҡалаһының почетлы гражданин премияһына лайыҡ булды ла инде. Конкурста ҡатнашыусылар әйтеүенсә, уларҙың күптәре мәҡәләләр серияһы менән «Сибайский рабочий» биттәрендә сығыш яһаған, «Бер көндөң тарихы» номинацияһы улар өсөн иң үҙенсәлеклеһе булып сыҡҡан. Бында Светлана Дзюбинскаяның, РФ Һанлы үҫеш министрлығының матбуғатҡа һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫарының: «Кешеләр яңылыҡтарҙан арыны, кешеләр тарих теләй!» тигән һүҙҙәре ирекһеҙҙән иҫкә алына. Киң мәғлүмәт сараларының ҙур түңәрәк өҫтәлдәренең береһендә ҡатнашыусылар шундай фекер белдерҙе. Кеше тураһындағы хикәйәләр - беҙҙе совет журналистикаһы өйрәткән нәмәләр. Беҙ был хаҡта онотмайбыҙ. Редакция янында һәр ваҡыт кешеләр булырға тейеш: уларҙың тормошҡа һәм ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, уларҙың хаттары һәм шылтыратыуҙары булмаһа - контент ярлы буласаҡ. Осрашыу барышында конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән уртаҡлашты, редакция эштәрендә элекке ҡатнашыуҙарын һәм киләсәккә пландарын хәтергә төшөрҙө. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенсәлекле түңәрәк өҫтәл килеп сыҡты. Бындай конкурстар кәрәк, ул ҡала тарихын тулыландырыуҙа ла, гәзит биттәрен яҡтыртыуҙа ла ҙур роль уйнай, тигән уй-теләктәр менән таралышты һәр кем. Фото һәм сығанаҡ: "Сибайский рабочий" Кәримә Усманова
2021 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән «Атайсал» тигән яңы социаль проект башланды. Был проекттың идеяһын Сибайҙың почетлы гражданы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы Мәүлиҙә Яҡупова ла хупланы. Социаль проектлау - формаль булмаған темалар баҫтырырға мөмкинлек биргән форма ул. Ике йыл рәттән «Сибайский рабочий» гәзите сәхифәләрендә проект сиктәрендә авторҙар конкурсында ҡатнашыусыларҙың мәҡәләләре урынлаштырыла. Уның һөҙөмтәләре буйынса ошо көндәрҙә ҡала гәзите редакцияһында журналистарҙың һәм авторҙарҙың осрашыуы үтте. Изге йола буйынса ойоштороусылар йомғаҡты Яңы йыл алдынан конкурста ҡатнашыусыларға байрам алды һәм дуҫтарса мөхит булдырыу өсөн үткәрергә ҡарар итте һәм сара үҙ маҡсатына иреште. Осрашыуҙы асып, Сибай ҡалаһы ҡала округы Советы секретары Эльза Мансурова һәм гәзиттең баш мөхәррире Людмила Ильязова «Сибайский рабочий»гәзитенең штаттан тыш авторҙарының республика проектында ҡатнашыуының әһәмиәтен билдәләне. Авторлыҡ конкурсы башланыу менән ул көтөлмәгәндә халыҡ-ара конкурсҡа әүерелде, сөнки тәүге көндәрҙән үк конкурсҡа Чехиянан Миләүшә Әминеваның (Годбодь) мәҡәләләре баҫылды. Шулай уҡ былтыр конкурсҡа Силәбе өлкәһе вәкилдәре лә, баш ҡалала йәшәүселәр - сығышы менән Сибайҙан булғандар ҙа ҡатнашҡайны. Шуныһы ҡыуаныслы: быйыл элекке авторҙарға яңы исемдәр өҫтәлде: улар - Әлиә Әхмәтйәнова, Михаил Ершов, Рауза Вәлитова, Зифа Әхмәрова. Гәзиттең 65 йыллығына арналған проект сиктәрендә 19 авторҙың ҡырҡҡа яҡын материалы баҫылып сыҡты, күп йыллыҡ журналист стажы булған хәбәрсе Гөлсинә Кейекбаева улар менән профессиональ эшләне. Авторҙарға ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт, уларҙың һүҙҙәрен хуплау, һис шикһеҙ, уларға үҙҙәренә һәм мөмкинлектәренә ышанырға ярҙам итте. Республика киң мәғлүмәт саралары күргән ҡайһы бер авторҙар уларҙа хеҙмәттәшлек итеүгә саҡырылды, атап әйткәндә, Фирҙәүес Ибраһимованың мәҡәләһе «Ватандаш» журналында баҫылып сыға. Редакцияның штаттан тыш составынан Нина Максимованы, Миләүшә Годбодь, Нурия Курманованы, Миңза Ҡотлогилдинды, Фәниә Хәмитовты, Закир Сөләймәновты ҡиммәтле табылдыҡтар (яңы һәм элеккеләре) тип атарға мөмкин, улар Сибай ҡалаһының почетлы гражданин премияһына лайыҡ булды ла инде. Конкурста ҡатнашыусылар әйтеүенсә, уларҙың күптәре мәҡәләләр серияһы менән «Сибайский рабочий» биттәрендә сығыш яһаған, «Бер көндөң тарихы» номинацияһы улар өсөн иң үҙенсәлеклеһе булып сыҡҡан. Бында Светлана Дзюбинскаяның, РФ Һанлы үҫеш министрлығының матбуғатҡа һәм китап индустрияһына дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫарының: «Кешеләр яңылыҡтарҙан арыны, кешеләр тарих теләй!» тигән һүҙҙәре ирекһеҙҙән иҫкә алына. Киң мәғлүмәт сараларының ҙур түңәрәк өҫтәлдәренең береһендә ҡатнашыусылар шундай фекер белдерҙе. Кеше тураһындағы хикәйәләр - беҙҙе совет журналистикаһы өйрәткән нәмәләр. Беҙ был хаҡта онотмайбыҙ. Редакция янында һәр ваҡыт кешеләр булырға тейеш: уларҙың тормошҡа һәм ваҡиғаларға ҡарамаҫтан, уларҙың хаттары һәм шылтыратыуҙары булмаһа - контент ярлы буласаҡ. Осрашыу барышында конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән уртаҡлашты, редакция эштәрендә элекке ҡатнашыуҙарын һәм киләсәккә пландарын хәтергә төшөрҙө. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенсәлекле түңәрәк өҫтәл килеп сыҡты. Бындай конкурстар кәрәк, ул ҡала тарихын тулыландырыуҙа ла, гәзит биттәрен яҡтыртыуҙа ла ҙур роль уйнай, тигән уй-теләктәр менән таралышты һәр кем.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2022-12-19/baryby-a-ber-tul-ynda-3078643
19 Декабрь 2022, 14:25
ba
ЯРАТТАРҒА РӘХМӘТ!
Эш сәфәре менән йөрөгән һайын баймаҡтарҙың дәртле, берҙәм, һәр эштә лә әүҙем булыуҙарын күреп һөйөнәбеҙ. Яңыраҡ Ярат ауыл биләмәһенең өс ауылын бер итеп урап ҡайтҡандан һуң быға тағы ла нығыраҡ инандыҡ. Ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Альбина Булат ҡыҙы Байымова, ауыл хакимиәте белгестәре, депутаттар һәм ағинәйҙәрҙең «Атайсал» гәзите мөхәрририәте башлап ебәргән «Яугир ғаиләһенә бүләккә—гәзит!» хәйриәлек акцияһында ҡатнашырға теләк белдереүҙәре оло маҡтауға лайыҡ. Ошо биләмәгә ҡараған Ярат, Ғүмәр һәм Йәрмөхәмәт ауылдарынан махсус хәрби операцияға бөтәһе 10 ир-егетте оҙатҡандар. Халыҡ менән осрашыу барышында яугирҙарҙың яҡындарына 2023 йылдың 1-се ярты йыллығына «Атайсал» төбәк гәзитенә бушлай яҙылыу абонементтары тапшырылды. Һалдат ата-әсәләре быны Яңы йыл бүләге итеп ҡабул итте һәм ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, Ярат ауыл биләмәһендә көн итеүсе ҡәрҙәштәребеҙ яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәрҙең яҡындарын онотмай, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеп тора. Яугирҙарҙы ла иғтибар үҙәгенән ысҡындармайҙар бында. Октябрь айында биләмәлә йәшәүселәр һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр йыйылмаһы туплап һәм аҡса йыйып ебәргән. Әле ҡатын-ҡыҙҙар йылы бейәләй-ойоҡбаштар бәйләү менән мәшғүл. Яҡын арала көн дә кәрәкле әйберҙәр һалынған сираттағы посылкалар яугир яҡташтарыбыҙға юлланасаҡ.    Ярат ауыл биләмәһендә йәшәсе берҙәм халыҡ киләсәккә ҙур уй-ниәттәр ҡороп йәшәй.  Улар 2023 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Хыялдары—биләмәгә МТЗ-82 тракторын алыу. Был ҡеүәтле техника Ярат биләмәһенә ҡараған юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, сүп-сарҙы түгергә ярҙам итәсәк. Өмәләргә, янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы йүнәлтелгән сараларға ла йәлеп ителәсәк. Йәрмөхәмәттәр “Сәләмәт ауыл” программаһында ҡатнашырға йөрьәт иткән. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Ярат ауыл биләмәһендә йәшәүселәрҙең бар уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ һәм сәфәр барышында «Атайсал»ға яҙылған 20 уҡыусыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.    Альбина Ҡудашева.
Эш сәфәре менән йөрөгән һайын баймаҡтарҙың дәртле, берҙәм, һәр эштә лә әүҙем булыуҙарын күреп һөйөнәбеҙ. Яңыраҡ Ярат ауыл биләмәһенең өс ауылын бер итеп урап ҡайтҡандан һуң быға тағы ла нығыраҡ инандыҡ. Ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Альбина Булат ҡыҙы Байымова, ауыл хакимиәте белгестәре, депутаттар һәм ағинәйҙәрҙең «Атайсал» гәзите мөхәрририәте башлап ебәргән «Яугир ғаиләһенә бүләккә—гәзит!» хәйриәлек акцияһында ҡатнашырға теләк белдереүҙәре оло маҡтауға лайыҡ. Ошо биләмәгә ҡараған Ярат, Ғүмәр һәм Йәрмөхәмәт ауылдарынан махсус хәрби операцияға бөтәһе 10 ир-егетте оҙатҡандар. Халыҡ менән осрашыу барышында яугирҙарҙың яҡындарына 2023 йылдың 1-се ярты йыллығына «Атайсал» төбәк гәзитенә бушлай яҙылыу абонементтары тапшырылды. Һалдат ата-әсәләре быны Яңы йыл бүләге итеп ҡабул итте һәм ауылдаштарына рәхмәт белдерҙе. Әйткәндәй, Ярат ауыл биләмәһендә көн итеүсе ҡәрҙәштәребеҙ яу ҡырында йөрөгән ир-егеттәрҙең яҡындарын онотмай, һәр ваҡыт ярҙам күрһәтеп тора. Яугирҙарҙы ла иғтибар үҙәгенән ысҡындармайҙар бында. Октябрь айында биләмәлә йәшәүселәр һалдаттарға кәрәкле әйберҙәр йыйылмаһы туплап һәм аҡса йыйып ебәргән. Әле ҡатын-ҡыҙҙар йылы бейәләй-ойоҡбаштар бәйләү менән мәшғүл. Яҡын арала көн дә кәрәкле әйберҙәр һалынған сираттағы посылкалар яугир яҡташтарыбыҙға юлланасаҡ. Ярат ауыл биләмәһендә йәшәсе берҙәм халыҡ киләсәккә ҙур уй-ниәттәр ҡороп йәшәй. Улар 2023 йылда урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашырға теләк белдергән. Хыялдары—биләмәгә МТЗ-82 тракторын алыу. Был ҡеүәтле техника Ярат биләмәһенә ҡараған юлдарҙы ҡарҙан таҙартырға, сүп-сарҙы түгергә ярҙам итәсәк. Өмәләргә, янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы йүнәлтелгән сараларға ла йәлеп ителәсәк. Йәрмөхәмәттәр “Сәләмәт ауыл” программаһында ҡатнашырға йөрьәт иткән.
Матбуғат
true
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2022-12-12/yarattar-a-r-hm-t-3067825
12 Декабрь 2022, 15:10
ba
ТӨРКӨМ МЕНӘН ЯҘЫЛДЫҠ!
Киләһе ярты йыллыҡҡа баҫмаға яҙылыу кампанияһын  “Бөтә төркөм менән “Атайсал”ға!”  акцияһы менән башлап ебәрҙек. Иң беренсе булып был сараға Сибай педагогия колледжы мәктәп бүлегенен 2-се курс студенттары (етәксеһе—Г.М.Шәкирова) ҡушылды. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Урында донъя күргән милли баҫмаларға яҙылыуҙы улар үҙҙәренен изге бурысы тип һанай. –Тыуған илеңде яратаһың икән, унда баҫылған гәзит-журналдарға ла яҙылырға тейешһең, тип һанайбыҙ. Милли баҫмалар—рухи ҡиммәтебеҙ, уның биттәрендә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ, тотош йәшәйешебеҙ сағылыш таба. Беҙ Урал аръяғы һулышын тойоп йәшәр өсөн “Атайсал” төбәк гәзитенә бөтә төркөм менән, йәғни 25 кеше яҙылдыҡ. Әйҙә һеҙ ҙә матур башланғысҡа ҡушылығыҙ,—тип оран һала йәштәр. Беҙ студенттарға афарин тибеҙ! Бөтә төркөм, класс һәм коллектив менән акцияға ҡушылығыҙ. 2023 йылға “Атайсал” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыласаҡ. Тотош коллектив менән яҙылыусыларға махсус приз әҙерләйбеҙ! Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, шәп бүләктәр отоғоҙ!   Альбина Ҡудашева. Автор фотоһы.
Киләһе ярты йыллыҡҡа баҫмаға яҙылыу кампанияһын “Бөтә төркөм менән “Атайсал”ға!” акцияһы менән башлап ебәрҙек. Иң беренсе булып был сараға Сибай педагогия колледжы мәктәп бүлегенен 2-се курс студенттары (етәксеһе—Г.М.Шәкирова) ҡушылды. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Урында донъя күргән милли баҫмаларға яҙылыуҙы улар үҙҙәренен изге бурысы тип һанай.–Тыуған илеңде яратаһың икән, унда баҫылған гәзит-журналдарға ла яҙылырға тейешһең, тип һанайбыҙ. Милли баҫмалар—рухи ҡиммәтебеҙ, уның биттәрендә телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, тарихыбыҙ, тотош йәшәйешебеҙ сағылыш таба. Беҙ Урал аръяғы һулышын тойоп йәшәр өсөн “Атайсал” төбәк гәзитенә бөтә төркөм менән, йәғни 25 кеше яҙылдыҡ. Әйҙә һеҙ ҙә матур башланғысҡа ҡушылығыҙ,—тип оран һала йәштәр. Беҙ студенттарға афарин тибеҙ! Бөтә төркөм, класс һәм коллектив менән акцияға ҡушылығыҙ. 2023 йылға “Атайсал” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыласаҡ. Тотош коллектив менән яҙылыусыларға махсус приз әҙерләйбеҙ!
Матбуғат
true
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2022-09-05/t-rk-m-men-n-ya-yldy-2935580
5 Сентябрь 2022, 11:35
ba
“Атайсал”дан айырылмағыҙ!
--Көнө буйы мәктәптә балалар уҡытып арып ҡайтһам, улар мине бер-бер артлы гәзиттән уҡыған яңылыҡтары менән таныштыра башлай. Бүләк отоуым хаҡындағы хәбәрҙе лә ҡайным һөйөнсөләне,-- ти Асмә Нуретдин ҡыҙы. Оло кешеләрҙе бер һүҙһеҙ баҡҡан килен үҙенең даланлы булыуына һөйөнә: “Сауаптары төшәлер, бүләк отоуға әүәҫмен”,-- ти уҡытыусы. Киләсәктә лә гел шулай даланлы, өлөшлө булығыҙ! “Атайсал”дан айырылмағыҙ!
--Көнө буйы мәктәптә балалар уҡытып арып ҡайтһам, улар мине бер-бер артлы гәзиттән уҡыған яңылыҡтары менән таныштыра башлай. Бүләк отоуым хаҡындағы хәбәрҙе лә ҡайным һөйөнсөләне,-- ти Асмә Нуретдин ҡыҙы. Оло кешеләрҙе бер һүҙһеҙ баҡҡан килен үҙенең даланлы булыуына һөйөнә: “Сауаптары төшәлер, бүләк отоуға әүәҫмен”,-- ти уҡытыусы. Киләсәктә лә гел шулай даланлы, өлөшлө булығыҙ!
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2022-01-13/ataysal-dan-ayyrylma-y-2653072
13 Ғинуар 2022, 17:00
ba
“Атайсал” күңелен, балаҫы аяғын йылыта
2022 йылдың ярты йыллығына яҙылыусылар араһында лото-уйында иң төп бүләкте отоусы Миңнур Яратова балаҫты редакциянан килеп алды. --Иң ҡыҙығы – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ике Миңнур Яратова йәшәй. Ҡулыма “Атайсал”дың беренсе һанын алғас М.Яратова балаҫ отто тип уҡығас, нишләптер мин түгел, апһын Миңнурҙыр тип уйланым. Ул Миңнур иһә киреһенсә, мине күҙ уңында тотҡан. Баҡтиһәң, уңыш миңә йылмаған икән,--тине гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Миңнур апай.—Ҙур рәхмәт! Яңы йылға шәп бүләк булды! “Атайсал” гәзитенең киләсәктә лә тиражы артһын, уҡыусылары ишәйһен. Минең теләгем шул. Амин, һүҙегеҙгә көс-ҡеүәт! Бер уйлаһаң, ябай ғына гәзит, ябай ғына бүләк һымаҡ. Төпкә төшһәң, был милләтте, телде һаҡлап ҡалыуға бер бәләкәй генә өлөш. Һәр кем шуны аңлаһа ине. Күптәр беҙгә мәҡәлә яҙып алып килә лә тиҙерәк сығарығыҙ инде, баҫылһа әйтегеҙ, мин һеҙҙән гәзит килеп алам, ти. Улай булмай, йәмәғәт! Атаңдың ғына улы булма, халҡыңдың да улы бул!“Атайсал” күңелен, балаҫы аяғын йылыта
2022 йылдың ярты йыллығына яҙылыусылар араһында лото-уйында иң төп бүләкте отоусы Миңнур Яратова балаҫты редакциянан килеп алды.--Иң ҡыҙығы – Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында ике Миңнур Яратова йәшәй. Ҡулыма “Атайсал”дың беренсе һанын алғас М.Яратова балаҫ отто тип уҡығас, нишләптер мин түгел, апһын Миңнурҙыр тип уйланым. Ул Миңнур иһә киреһенсә, мине күҙ уңында тотҡан. Баҡтиһәң, уңыш миңә йылмаған икән,--тине гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Миңнур апай.—Ҙур рәхмәт! Яңы йылға шәп бүләк булды! “Атайсал” гәзитенең киләсәктә лә тиражы артһын, уҡыусылары ишәйһен. Минең теләгем шул. Амин, һүҙегеҙгә көс-ҡеүәт! Бер уйлаһаң, ябай ғына гәзит, ябай ғына бүләк һымаҡ. Төпкә төшһәң, был милләтте, телде һаҡлап ҡалыуға бер бәләкәй генә өлөш. Һәр кем шуны аңлаһа ине. Күптәр беҙгә мәҡәлә яҙып алып килә лә тиҙерәк сығарығыҙ инде, баҫылһа әйтегеҙ, мин һеҙҙән гәзит килеп алам, ти. Улай булмай, йәмәғәт!
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2022-01-12/ataysal-k-elen-bala-y-aya-yn-yylyta-2650886
12 Ғинуар 2022, 08:55
ba
Матбуғатты ваҡытында килтерә
Төбәк һәм республика баҫмаларына киләһе йылға яҙылыу бара. Әйтергә кәрәк, элекке һымаҡ тиҫтәгә яҡын гәзит-журналға яҙылыусылар хәҙер юҡ иҫәбендә. Беренсенән, гәзитһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән оло быуын кешеләре бик әҙ генә ҡалып бара. Икенсенән, күптәр гәзит материалдарын сайттан ғына уҡый. Өсөнсөнән, баҫмаларға яҙылыу почтальондарҙың үҙ эшенә нисек ҡарауынан да тора. Ҡалала йәшәгән таныштарымдың күбеһе гәзит-журнал алдырмай. «Нисек гәзитһеҙ йәшәйһегеҙ?»--тигән һорауға, улар: «Ваҡытында ала алмайбыҙ, бөтә һандар ҙа теүәл килмәй»,--ти. Ул йәһәттән беҙҙең Төйәләҫ халҡы почтальондарҙан уңдыҡ. Пенсияға сыҡҡансы ошо эштә эшләгән Валентина Крюкованы, Лилиә Мәхмүтованы халыҡ рәхмәт менән иҫкә ала. Миңһылыу Фәйзуллинаға ла халыҡ рәхмәтле. Әле, алда эшләп киткән апайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеп, ауыл халҡын Асия Булат ҡыҙы Бикмәтова хеҙмәтләндерә. Ҡар-буранға, ямғыр, бысраҡҡа ҡарамай, гәзиттәрҙе ваҡытында үҙәк урамдарға ла, ситтә, йылға буйында, ятҡан Мәктәп урамына ла ваҡытында таратып өлгөрә. Почта бүлексәһендә көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатылыуы лә уңайлы. Асияға шылтыратып әйтһәң, ул һиңә кәрәк әйберҙе өйөңә алып килеп китә. Подписка осоронда әүҙемлек күрһәтеп, яҙылыуҙы ойоштора. Гәзиттә өгөт-нәсихәтһеҙ даими яҙылған оло йәштәге ауылдаштарына рәхмәтле Асия. Бына улар: Таңғатарова Мәҙинә, Исхакова Клара, Сафина Сәйҙә, Хәлисова Ишбикә, Миҙәтов Нурғәли, Йәнбирҙин Мотаһар, Заманова Гәүһәр... Беҙҙең Асия һымаҡ үҙ эшенә яуаплы ҡараған, өлгөр почтальондар күберәк булһа, гәзиткә яҙылырға теләгәндәрҙең дә һаны артыр ине, тип уйлайым. Асия Булат ҡыҙына артабан дә уңыштар юлдаш булһын. Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны. Төйәләҫ ауылы.
Төбәк һәм республика баҫмаларына киләһе йылға яҙылыу бара. Әйтергә кәрәк, элекке һымаҡ тиҫтәгә яҡын гәзит-журналға яҙылыусылар хәҙер юҡ иҫәбендә. Беренсенән, гәзитһеҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәгән оло быуын кешеләре бик әҙ генә ҡалып бара. Икенсенән, күптәр гәзит материалдарын сайттан ғына уҡый. Өсөнсөнән, баҫмаларға яҙылыу почтальондарҙың үҙ эшенә нисек ҡарауынан да тора.Ҡалала йәшәгән таныштарымдың күбеһе гәзит-журнал алдырмай. «Нисек гәзитһеҙ йәшәйһегеҙ?»--тигән һорауға, улар: «Ваҡытында ала алмайбыҙ, бөтә һандар ҙа теүәл килмәй»,--ти. Ул йәһәттән беҙҙең Төйәләҫ халҡы почтальондарҙан уңдыҡ. Пенсияға сыҡҡансы ошо эштә эшләгән Валентина Крюкованы, Лилиә Мәхмүтованы халыҡ рәхмәт менән иҫкә ала. Миңһылыу Фәйзуллинаға ла халыҡ рәхмәтле. Әле, алда эшләп киткән апайҙарының юлын лайыҡлы дауам итеп, ауыл халҡын Асия Булат ҡыҙы Бикмәтова хеҙмәтләндерә. Ҡар-буранға, ямғыр, бысраҡҡа ҡарамай, гәзиттәрҙе ваҡытында үҙәк урамдарға ла, ситтә, йылға буйында, ятҡан Мәктәп урамына ла ваҡытында таратып өлгөрә. Почта бүлексәһендә көнкүреш кәрәк-яраҡтары һатылыуы лә уңайлы. Асияға шылтыратып әйтһәң, ул һиңә кәрәк әйберҙе өйөңә алып килеп китә. Подписка осоронда әүҙемлек күрһәтеп, яҙылыуҙы ойоштора. Гәзиттә өгөт-нәсихәтһеҙ даими яҙылған оло йәштәге ауылдаштарына рәхмәтле Асия. Бына улар: Таңғатарова Мәҙинә, Исхакова Клара, Сафина Сәйҙә, Хәлисова Ишбикә, Миҙәтов Нурғәли, Йәнбирҙин Мотаһар, Заманова Гәүһәр...Беҙҙең Асия һымаҡ үҙ эшенә яуаплы ҡараған, өлгөр почтальондар күберәк булһа, гәзиткә яҙылырға теләгәндәрҙең дә һаны артыр ине, тип уйлайым. Асия Булат ҡыҙына артабан дә уңыштар юлдаш булһын. Сәғиҙә Байназарова, мәғариф ветераны.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-12-15/matbu-atty-va-ytynda-kilter-2619950
15 Декабрь 2021, 09:15
ba
Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!
Почта аша ярты йылға яҙылыу хаҡы – 551 һум 46 тин. Сибай ҡалаһы һәм Иҫке Сибай ауылы халҡы редакцияның подписка бүлеге аша 500 һумға яҙыла ала. Редакция йылдағыса иң яҡын дуҫтарына күркәм бүләктәр ҙә әҙерләне. Бүләк отоу өсөн бары тик гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙың фотоһын йә күсермәһен фотоға төшөрөп беҙгә ватсап аша 8-927-941-26-06 телефонына йәки электрон адресҡа [email protected] ебәрергә ашығығыҙ. Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!
Почта аша ярты йылғаяҙылыухаҡы – 551 һум 46 тин. Сибай ҡалаһы һәм Иҫке Сибай ауылы халҡы редакцияның подписка бүлеге аша 500 һумға яҙыла ала. Редакция йылдағыса иң яҡын дуҫтарына күркәм бүләктәр ҙә әҙерләне. Бүләк отоу өсөн бары тик гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙың фотоһын йә күсермәһен фотоға төшөрөп беҙгә ватсап аша телефонына йәки электрон адресҡа[emailprotected]ебәрергә ашығығыҙ. Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ!
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-10-09/be-e-men-n-berg-aly-y-2537148
9 Октябрь 2021, 21:30
ba
Килеп инер төҫлө...
Көтмәгәндә-уйламағанда мәшһүр ҡурайсы Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовты юғалтып ҡайтып киләбеҙ. Йәйге сәхнәлә “Буранбай”ҙы уйнап торған ерендә ҡулынан ҡурайы төшөп китеп йән бирҙе лә ҡуйҙы бит. Ошо ваҡиға шаңҡытты, һеңгәҙәтте. Салт аяҙ йәйге көн бөләңгертләнеп ҡалған, һөйләшер инек тә һүҙҙәр берекмәй. Өндәшешмәй, шымтайып килеп Аҡъяр зап-равкаһына туҡтаныҡ. Мин кабинала ҡалдым, Шәйхислам ағай ситкәрәк китте лә бер аҙҙан уның ҡыуаныслы тауышы ишетел-де. Сыҡһам ағайыбыҙҙы бер өйөр бесәйҙәр уратып алған, уларҙың икәүһе ҡулында, ҡалғандары аяҡтарына һырпаланған. Шәйхислам ағай шунда әйтә ҡуйҙы:        - Кеше ҡайғыһын әҙәмдән ғәйре мал-тыуар белә, бынау гөнаһһыҙ йәндәр һыйынғайны, нисектер еңел булып ҡалдысы.        - Ағай, ә нишләп был бесәйҙәр башҡаларҙы түгел, ә шәхсән һине һайланы?        - Мал йәнле кешемен мин, ҡустым, уларҙың телен беләм, тоям, хәлдәренә инәм...             Шул мал йәнле ағайыбыҙ бөгөн арабыҙҙа юҡ, ышанғы ла килмәй хатта, ҡолаҡ ишетһә лә күңел ҡабул итмәй ҡара хәбәрҙе. Ул ғүмер баҡый ҡабаланмай ғына, аҫҡаңлата, аушаңлата баҫып арабыҙҙа йөрөп ятыр һымаҡ ине лә бит, тимәк кө-нө, ейер ризығы бөткән, ни хәл итмәк, йәне йәннәттә, урыны ожмахтың түрендә булһын...             Шәп журналист ине, һәр йәһәттән шәп, урын-еренә еткереп яҙҙы, ғәҙел һәм матур яҙҙы. Ундайҙар бөгөн бик тә һир-әк, өҫтәп әйтер инем бөтөнләй юҡ кимәлендә, көнөбөҙ телдең йәмен, мәғәнәһен, татын, бөйөклөгөн белмәгәндәргә ҡалып бара. Ә Шәйхислам ағайҙың яҙмаларын саф һыу һымаҡ рәхәтләнеп эсәһең, һемерәһең, йомолоп китеп уҡыйһың, танһыҡ та, һыуһын да ҡана һуңынан. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың көнъяҡ райондарында “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе бу-лып эшләне. Өҙлөкһөҙ яҡын-тирә райондарҙы, төпкөл ауылдарҙы гиҙҙе, баҫыу-ҡырҙарҙы иңләне, ябай эшсән халыҡты, уның көнитмешен яҙҙы, һүрәтләне. Етәкселәр алдында абруйы ла юғары ине арҙаҡлы хәбәрсенең,  “Волга” ебәреп ҡаршы алып, эштәре бөткәс өйөнә кире килтереп ҡуялар ине. Ә был хөрмәт һәм иғтибар күптәргә эләгә һалып бармай. Бер саҡ минең эш кабинетымда әңгәмә ҡороп ултырғанда һүҙ араһында һорай ҡуйҙым:        - Нисек итеп улайтып яҙа алаһың ағай, һәр һүҙ, һөйләм, тыныш билдәләре үҙ урынында, мәҡәләләрең ҡалыпҡа ҡойоп ҡуйылған һымаҡ.        - Беҙгә телде белгән кешеләр һабаҡ бирҙе, ә редакцияларҙа иһә журналистиканы тамырынан айҡаған редакторҙар эш-ләне. Улар талап итте матур мәҡәләләр, уҡымлы очерктар, йәмле һәм йәнле һүрәтләмәләр. Һөйләмдә өтөр урынында бул-маған хәлдә лә иҫкәрмә яһайҙар ине, әгәр икенсе тапҡыр хата ебәрһәң - киҫәтәләр, өсөнсөһө инде һүҙһеҙ ҙә билдәле.             Бына ошондай үткер ҡәләмле, үҙенә лә, башҡаларға ла үтә талапсан кеше ине Шәйхислам Айсыуаҡов.             Ағай сығышы менән Хәйбулла районы Аҡнаҙар ауылынан. Бик хозур төбәк, күҙҙе ҡамаштырған тәбиғәтенә һоҡланып та, яратып та, ғәжәпләнеп тә төбәлеп торғаным бар. Кешене белгең килһә уның тыуған еренә ҡара, тиҙәр бит. Шәйхислам ағай ҙа бына ошо тәбиғәт төҫлө ине: сыуаҡ, яҡты, көләс, һөйкөмлө....             Шәйхислам Айсыуаҡов шылтыратып баҫалҡы тауыш менән сәләмләне гелән:        - Ни хәлдә ултыраһың әле, ҡустым?        - Һинең фатихала, ағай...        - Минең фатихала булғас, ызнашит зәмишәтелне!        Бөгөн дә ихлас йылмайып, баҫалҡы ҡиәфәттә килеп инер һымаҡ ағай, инер ҙә ғәҙәтенсә йылмайып әйтер төҫлө:        - Бөгөн көнө лә искючительно һәйбәт, кәйефтәр ҙә зәмишәтелне. Ошо ултырыуыңда ни бөтөрәһең әле, ҡустым?..        - Яҙыштырам шунда...        Яҙылғанда яҙ һин, ул бер мәл генә була торған нимә. Мин дә гел генә яҙып ял иттем, яҙып ҡыуандым һәм хыялландым!
Көтмәгәндә-уйламағанда мәшһүр ҡурайсы Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтовты юғалтып ҡайтып киләбеҙ. Йәйге сәхнәлә “Буранбай”ҙы уйнап торған ерендә ҡулынан ҡурайы төшөп китеп йән бирҙе лә ҡуйҙы бит. Ошо ваҡиға шаңҡытты, һеңгәҙәтте. Салт аяҙ йәйге көн бөләңгертләнеп ҡалған, һөйләшер инек тә һүҙҙәр берекмәй. Өндәшешмәй, шымтайып килеп Аҡъяр зап-равкаһына туҡтаныҡ. Мин кабинала ҡалдым, Шәйхислам ағай ситкәрәк китте лә бер аҙҙан уның ҡыуаныслы тауышы ишетел-де. Сыҡһам ағайыбыҙҙы бер өйөр бесәйҙәр уратып алған, уларҙың икәүһе ҡулында, ҡалғандары аяҡтарына һырпаланған. Шәйхислам ағай шунда әйтә ҡуйҙы: - Кеше ҡайғыһын әҙәмдән ғәйре мал-тыуар белә, бынау гөнаһһыҙ йәндәр һыйынғайны, нисектер еңел булып ҡалдысы. - Ағай, ә нишләп был бесәйҙәр башҡаларҙы түгел, ә шәхсән һине һайланы? - Мал йәнле кешемен мин, ҡустым, уларҙың телен беләм, тоям, хәлдәренә инәм... Шул мал йәнле ағайыбыҙ бөгөн арабыҙҙа юҡ, ышанғы ла килмәй хатта, ҡолаҡ ишетһә лә күңел ҡабул итмәй ҡара хәбәрҙе. Ул ғүмер баҡый ҡабаланмай ғына, аҫҡаңлата, аушаңлата баҫып арабыҙҙа йөрөп ятыр һымаҡ ине лә бит, тимәк кө-нө, ейер ризығы бөткән, ни хәл итмәк, йәне йәннәттә, урыны ожмахтың түрендә булһын... Шәп журналист ине, һәр йәһәттән шәп, урын-еренә еткереп яҙҙы, ғәҙел һәм матур яҙҙы. Ундайҙар бөгөн бик тә һир-әк, өҫтәп әйтер инем бөтөнләй юҡ кимәлендә, көнөбөҙ телдең йәмен, мәғәнәһен, татын, бөйөклөгөн белмәгәндәргә ҡалып бара. Ә Шәйхислам ағайҙың яҙмаларын саф һыу һымаҡ рәхәтләнеп эсәһең, һемерәһең, йомолоп китеп уҡыйһың, танһыҡ та, һыуһын да ҡана һуңынан. Оҙаҡ йылдар Башҡортостандың көнъяҡ райондарында “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе бу-лып эшләне. Өҙлөкһөҙ яҡын-тирә райондарҙы, төпкөл ауылдарҙы гиҙҙе, баҫыу-ҡырҙарҙы иңләне, ябай эшсән халыҡты, уның көнитмешен яҙҙы, һүрәтләне. Етәкселәр алдында абруйы ла юғары ине арҙаҡлы хәбәрсенең, “Волга” ебәреп ҡаршы алып, эштәре бөткәс өйөнә кире килтереп ҡуялар ине. Ә был хөрмәт һәм иғтибар күптәргә эләгә һалып бармай. Бер саҡ минең эш кабинетымда әңгәмә ҡороп ултырғанда һүҙ араһында һорай ҡуйҙым: - Нисек итеп улайтып яҙа алаһың ағай, һәр һүҙ, һөйләм, тыныш билдәләре үҙ урынында, мәҡәләләрең ҡалыпҡа ҡойоп ҡуйылған һымаҡ. - Беҙгә телде белгән кешеләр һабаҡ бирҙе, ә редакцияларҙа иһә журналистиканы тамырынан айҡаған редакторҙар эш-ләне. Улар талап итте матур мәҡәләләр, уҡымлы очерктар, йәмле һәм йәнле һүрәтләмәләр. Һөйләмдә өтөр урынында бул-маған хәлдә лә иҫкәрмә яһайҙар ине, әгәр икенсе тапҡыр хата ебәрһәң - киҫәтәләр, өсөнсөһө инде һүҙһеҙ ҙә билдәле. Бына ошондай үткер ҡәләмле, үҙенә лә, башҡаларға ла үтә талапсан кеше ине Шәйхислам Айсыуаҡов. Ағай сығышы менән Хәйбулла районы Аҡнаҙар ауылынан. Бик хозур төбәк, күҙҙе ҡамаштырған тәбиғәтенә һоҡланып та, яратып та, ғәжәпләнеп тә төбәлеп торғаным бар. Кешене белгең килһә уның тыуған еренә ҡара, тиҙәр бит. Шәйхислам ағай ҙа бына ошо тәбиғәт төҫлө ине: сыуаҡ, яҡты, көләс, һөйкөмлө.... Шәйхислам Айсыуаҡов шылтыратып баҫалҡы тауыш менән сәләмләне гелән: - Ни хәлдә ултыраһың әле, ҡустым? - Һинең фатихала, ағай... - Минең фатихала булғас, ызнашит зәмишәтелне! Бөгөн дә ихлас йылмайып, баҫалҡы ҡиәфәттә килеп инер һымаҡ ағай, инер ҙә ғәҙәтенсә йылмайып әйтер төҫлө: - Бөгөн көнө лә искючительно һәйбәт, кәйефтәр ҙә зәмишәтелне. Ошо ултырыуыңда ни бөтөрәһең әле, ҡустым?.. - Яҙыштырам шунда... Яҙылғанда яҙ һин, ул бер мәл генә була торған нимә.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-09-26/kilep-iner-t-l-2521007
26 Сентябрь 2021, 18:35
ba
Ҡаҙанды килеп алығыҙ!
Ҡаҙан булһа, күршеләрҙән май алып бутҡа бешерер инем, тары юҡ-тигән ти бешерергә бер нәмәһе лә булмаған бер әҙәм. Ә беҙҙең гәзиткә яҙылыусы ҡаҙанлы булды.“Аҙна һайын бүләк” уйынында был юлы бағыусыбыҙ Хәйбулла районынан Денис Юлдашбаев әҙерләгән тағанлы ҡаҙанды Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов отто!Даланлы яҙылыусыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм бүләген редакциянан килеп алыуын һорайбыҙ. Кемдәр “Атайса”ға яҙылып өлгөрмәгән, борсолмағыҙ! Подписка әле лә дауам итә. Сибайҙар һәм Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәр “Атайсал” гәзитенә редакцияға килеп яҙыла ала. Почта аша яҙылғандар гәзитебеҙҙе август айынан ала башлаясаҡ.
Ҡаҙан булһа, күршеләрҙән май алып бутҡа бешерер инем, тары юҡ-тигән ти бешерергә бер нәмәһе лә булмаған бер әҙәм. Ә беҙҙең гәзиткә яҙылыусы ҡаҙанлы булды.“Аҙна һайын бүләк” уйынында был юлы бағыусыбыҙ Хәйбулла районынан Денис Юлдашбаев әҙерләгән тағанлы ҡаҙанды Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡолов отто!Даланлы яҙылыусыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм бүләген редакциянан килеп алыуын һорайбыҙ. Кемдәр “Атайса”ға яҙылып өлгөрмәгән, борсолмағыҙ! Подписка әле лә дауам итә. Сибайҙар һәм Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәр “Атайсал” гәзитенә редакцияға килеп яҙыла ала.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-07-02/a-andy-kilep-aly-y-2408205
2 Июль 2021, 15:43
ba
Баязиттың еңел ҡулынан шәп бүләктәр.
Хуш-еҫле сәскәләргә төрөлгән йәмле йәй айҙарында кемдар ҡайҙа ял итә? Бына “Атайсал” редакцияһы сираттағы командировкала Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында булып тәбиғәт ҡосағында эшләп ҡайтты.Түбәнге Яйыҡбай ауылының берҙәм һәм тырыш халҡы республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығып 5 миллион һум аҡсаға лайыҡ булғайны. Хәҙер республика төбәктәренең һәр ауылы тиерлек тап Түбәнге Яйыҡбаҙарҙы миҫал итеп ҡуя һәм улар кимәленә күтәрелергә теләй. Тап ошо ауылдың дәррәү халҡы менән күрештек тә инде.Осрашыу ябай форматта үтмәне, ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Апай” шишмәһе янында йыйылышып, аралашып, гәзитебеҙ менән таныштырып, яҙылыу үткәрҙек. Ауыл халҡының ни тиклем ойошҡандығын тап ошондай мәлдә күреп булалыр, моғайын. Улар йәһәт кенә йыйылышып ауыл старостаһы менән эшләнәһе эштәр тураһында һөйләште, гәзитебеҙ тураһында ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе, уйында ҡатнашты. Конкурсҡа әҙерләнгән ваҡыттағы ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләп көлдөрөп тә алды. Яҙылыусыларыбыҙ араһында ғәҙәттәгесә “Аҙна һайын бүләк” уйынын ойоштороп приздар ҙа уйнаттыҡ. Шулай итеп, күптә вәғәҙә биргән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан З.Ғәлиндың шәхси хужалығынан ун өйрәк себешен Фирүҙә Сәхи ҡыҙы Хажина отто. Блендер Маһинур Шәрифулла ҡыҙы Хәсәноваға уйнаны. Бынан тыш Сибай институтының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе, сығышы менән ошо ауыл ҡыҙы Рәүилә Хәсәнова ауылдаштарына алып килгән приздарҙы ла уйнаттыҡ. Уйынды алып барыусы бәләкәс Баязит лототронды әйләндерә торғас арып: “Мин анаааауында барып киләм”,-тип ҡасып китте, хатта.Бына шулай, юлыбыҙ уңып яҡшы кәйефтә ҡайтып индек. “Атайсал”ға яҙылыу ойоштороп, милли матбуғатты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Рәүилә Хәсәноваға, ауыл старостаһы Рәил Сәфәрғәли улы Хәсәновҡа, “Ағинәйҙәр” клубына һәм осрашыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ауыл халҡына сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Хуш-еҫле сәскәләргә төрөлгән йәмле йәй айҙарында кемдар ҡайҙа ял итә? Бына “Атайсал” редакцияһы сираттағы командировкала Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында булып тәбиғәт ҡосағында эшләп ҡайтты. Түбәнге Яйыҡбай ауылының берҙәм һәм тырыш халҡы республика кимәлендә үткәрелгән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сығып 5 миллион һум аҡсаға лайыҡ булғайны. Хәҙер республика төбәктәренең һәр ауылы тиерлек тап Түбәнге Яйыҡбаҙарҙы миҫал итеп ҡуя һәм улар кимәленә күтәрелергә теләй. Тап ошо ауылдың дәррәү халҡы менән күрештек тә инде. Осрашыу ябай форматта үтмәне, ауылдың йөҙөк ҡашы булған “Апай” шишмәһе янында йыйылышып, аралашып, гәзитебеҙ менән таныштырып, яҙылыу үткәрҙек. Ауыл халҡының ни тиклем ойошҡандығын тап ошондай мәлдә күреп булалыр, моғайын. Улар йәһәт кенә йыйылышып ауыл старостаһы менән эшләнәһе эштәр тураһында һөйләште, гәзитебеҙ тураһында ҡыҙыҡһынып һорауҙар бирҙе, уйында ҡатнашты. Конкурсҡа әҙерләнгән ваҡыттағы ҡыҙыҡлы хәлдәрен һөйләп көлдөрөп тә алды. Яҙылыусыларыбыҙ араһында ғәҙәттәгесә “Аҙна һайын бүләк” уйынын ойоштороп приздар ҙа уйнаттыҡ. Шулай итеп, күптә вәғәҙә биргән Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан З.Ғәлиндың шәхси хужалығынан ун өйрәк себешен Фирүҙә Сәхи ҡыҙы Хажина отто. Блендер Маһинур Шәрифулла ҡыҙы Хәсәноваға уйнаны. Бынан тыш Сибай институтының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе, сығышы менән ошо ауыл ҡыҙы Рәүилә Хәсәнова ауылдаштарына алып килгән приздарҙы ла уйнаттыҡ. Уйынды алып барыусы бәләкәс Баязит лототронды әйләндерә торғас арып: “Мин анаааауында барып киләм”,-тип ҡасып китте, хатта. Бына шулай, юлыбыҙ уңып яҡшы кәйефтә ҡайтып индек.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-06-17/bayazitty-e-el-ulynan-sh-p-b-l-kt-r-2363625
17 Июнь 2021, 14:52
ba
Даланлы уҡыусыларыбыҙ билдәләнде!
Бөгөн сираттағы командировкала Баймаҡ районы Төркмән ауылында булдыҡ.“Башҡортостанда башҡорт, татар, рус һәм баймаҡ милләте татыу йәшәй”, тип яҙған ти бер яҙыусы. Ысынлап та, баймаҡтарҙы айырым милләт итеп билдәләһәләр, нисек булыр ине икән? Ниндәй генә райондың кешеләре менән танышырға тура килмәне, үҙҙәренең татыу булыуҙары һәм тырышлыҡтары менән барыһынан да айырылып торған Баймаҡ районы халҡына етеүселәрҙе күргән юҡ әле.Был юлы Төркмән ауылы халҡы дәррәү йыйылып гәзиткә яҙылыу ойошторҙо. Ауылдың йәме булған матур апай һәм ағайҙарға бүләк өләшмәйенсә лә ҡайтып булмай бит инде. Был аҙнала икенсе тапҡыр “Аҙна һайын бүләк” уйынын үткәреп, шәп бүләктәр уйнатып ҡайттыҡ. Шулай итеп, күптән рекламалаған балсыҡ табаны икенсе тапҡыр беҙҙең уйындарҙа бүләк отоусы даланлы уҡыусыбыҙ Рәғиҙә Әхмәтшина отто. Газ плитәһе инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Аҫылбаеваға уйнаны. Кемдәргә бүләк уйнамаған - бер ҙә көймәгеҙ, тиҙ арала квитанция күсермәләрен редакцияла уйнатыласаҡ лото-уйынға ебәрә һалығыҙ!Осрашыу ойошторғандары һәм милли матбуғатты үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн Төркмән урта мәктәбе директоры Зәһүрә Сәғәҙәт ҡыҙы Ҡаһармановаға һәм почта бүлексәһе начальнигы Рәйсә Рафаил ҡыҙы Харрасоваға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Бөгөн сираттағы командировкала Баймаҡ районы Төркмән ауылында булдыҡ.“Башҡортостанда башҡорт, татар, рус һәм баймаҡ милләте татыу йәшәй”, тип яҙған ти бер яҙыусы. Ысынлап та, баймаҡтарҙы айырым милләт итеп билдәләһәләр, нисек булыр ине икән? Ниндәй генә райондың кешеләре менән танышырға тура килмәне, үҙҙәренең татыу булыуҙары һәм тырышлыҡтары менән барыһынан да айырылып торған Баймаҡ районы халҡына етеүселәрҙе күргән юҡ әле. Был юлы Төркмән ауылы халҡы дәррәү йыйылып гәзиткә яҙылыу ойошторҙо. Ауылдың йәме булған матур апай һәм ағайҙарға бүләк өләшмәйенсә лә ҡайтып булмай бит инде. Был аҙнала икенсе тапҡыр “Аҙна һайын бүләк” уйынын үткәреп, шәп бүләктәр уйнатып ҡайттыҡ. Шулай итеп, күптән рекламалаған балсыҡ табаны икенсе тапҡыр беҙҙең уйындарҙа бүләк отоусы даланлы уҡыусыбыҙ Рәғиҙә Әхмәтшина отто. Газ плитәһе инглиз теле уҡытыусыһы Әлфиә Аҫылбаеваға уйнаны.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-06-04/dalanly-u-yusylaryby-bild-l-nde-2354306
4 Июнь 2021, 18:41
ba
Ике тоҡ он – Иҫәнбәттә!
Бөгөн “Атайсал” гәзите редакцияһы сираттағы командировкала Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында булды. Ауылдың дәртле, сәмле, тырыш халҡы менән осрашыу уҙғарҙыҡ һәм гәзиткә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын үткәреп, бүләктәр уйнатып ҡайттыҡ. Шулай итеп, спонсорҙарыбыҙ Йылайыр районындағы “ВЕНЕР ТУСАЛИН” крәҫтиән –фермер хужалығынан бер тоҡ ондо - Мәрзиә Исрафилова, Баймаҡ районы Байыш ауылындағы фермер Ғәҙел Рәхмәтуллиндан бер тоҡ ондо - Вәлимә Фәйзуллина, бер тоҡ көрпәне Гөлзифа Исрафилова отто. Күңелле осрашыу сараһына ҡушылып, Күсей ауылы биләмәһе башлығы Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов Ғәлимйән Исрафиловтың ғаиләһенә “Атайсал”ға подписка бүләк итте.Осрашыуға килеүселәрҙең теләктәрен тыңлап, артабан эшләргә көс-дәрт алып ҡайттыҡ. Редакциябыҙ исеменән Иҫәнбәттәргә йылы ҡаршы алыуҙары һәм матур осрашыу сараһы ойошторғандары өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!
Бөгөн “Атайсал” гәзите редакцияһы сираттағы командировкала Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында булды. Ауылдың дәртле, сәмле, тырыш халҡы менән осрашыу уҙғарҙыҡ һәм гәзиткә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын үткәреп, бүләктәр уйнатып ҡайттыҡ. Шулай итеп, спонсорҙарыбыҙ Йылайыр районындағы “ВЕНЕР ТУСАЛИН” крәҫтиән –фермер хужалығынан бер тоҡ ондо - Мәрзиә Исрафилова, Баймаҡ районы Байыш ауылындағы фермер Ғәҙел Рәхмәтуллиндан бер тоҡ ондо - Вәлимә Фәйзуллина, бер тоҡ көрпәне Гөлзифа Исрафилова отто. Күңелле осрашыу сараһына ҡушылып, Күсей ауылы биләмәһе башлығы Мөхәмәт Рәфҡәт улы Әбсәләмов Ғәлимйән Исрафиловтың ғаиләһенә “Атайсал”ға подписка бүләк итте. Осрашыуға килеүселәрҙең теләктәрен тыңлап, артабан эшләргә көс-дәрт алып ҡайттыҡ.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-06-03/ike-to-on-i-nb-tt-2352362
3 Июнь 2021, 19:31
ba
Һабырҙар бүләк отто!
“Атайсал” гәзите редакцияһы Йылайыр районы Һабыр ауылына барып гәзитебеҙ дуҫтары араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын башлап ебәрҙе. Редакторыбыҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаков менән бик фәһемле һәм йылы осрашыуҙан һуң, уҡыусыларыбыҙ араһында уйын үткәрҙек. Шулай итеп, күп модулле картина Һабыр урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлиә Рәшит ҡыҙы Бүләковаға уйнаны. Ә инде бағыусыбыҙ Йылайыр районы “ВЕНЕР ТУСАЛИН” крәҫтиән –фермер хужалығынан бер тоҡ ондо Гөлйыһан Ишмөхәмәт ҡыҙы Әҙеһәмова отто. Бүләк отоусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!Ә инде кемдәргә бүләк сыҡмаған, тиҙ арала квитанцияларығыҙҙы “Атайсал” редакцияһына ебәрергә ашығығыҙ. Редакцияла ла бик шәп бүләктәр уйнатыласаҡ!
“Атайсал” гәзите редакцияһы Йылайыр районы Һабыр ауылына барып гәзитебеҙ дуҫтары араһында “Аҙна һайын бүләк” уйынын башлап ебәрҙе. Редакторыбыҙ Хәйҙәр Ниғәмәт улы Тапаков менән бик фәһемле һәм йылы осрашыуҙан һуң, уҡыусыларыбыҙ араһында уйын үткәрҙек. Шулай итеп, күп модулле картина Һабыр урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Әлиә Рәшит ҡыҙы Бүләковаға уйнаны. Ә инде бағыусыбыҙ Йылайыр районы “ВЕНЕР ТУСАЛИН” крәҫтиән –фермер хужалығынан бер тоҡ ондо Гөлйыһан Ишмөхәмәт ҡыҙы Әҙеһәмова отто. Бүләк отоусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!Ә инде кемдәргә бүләк сыҡмаған, тиҙ арала квитанцияларығыҙҙы “Атайсал” редакцияһына ебәрергә ашығығыҙ.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-05-25/abyr-ar-b-l-k-otto-2258303
25 Май 2021, 12:48
ba
“АТАЙСАЛ”ҒА ЯҘЫЛ ДА ҠАҘАНЛЫ, ТАҒАНЛЫ ҺӘМ СЕБЕШЛЕ БУЛ!
Ғүмер тигәнебеҙ аҡҡан һыу һымаҡ... Йәнә ярты айҙан йәйгә лә аяҡ баҫабыҙ. Миҙгелдең сағыу сәскәләргә, йәшеллеккә, әйтеп бөтөргөһөҙ хозурурлыҡҡа сорналған мәлендә, йәғни йәйҙең тәүге айында беҙ киләһе ярты йыллыҡҡа подписканы тамамлайбыҙ.Ҡояшлы, сағыу көндәрҙә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, ял итергә ашыҡһағыҙ ҙа, йә, киреһенсә, ҡош-ҡорт тәрбиәләү, баҡса үҫтереү мәшәҡәте менән ваҡыт тапмай китһәгеҙ ҙә матбуғат баҫмаһына яҙылыуҙан баш тартмаҫһығыҙ тип ышанабыҙ. Сөнки бының өсөн шәп сәбәптәр бар. Беренсенән, йыл аҙағына тиклем төбәк яңылыҡтары менән танышырға, гәзитебеҙҙә сыҡҡан йөкмәткеле мәҡәләләрҙе, ҡыҙыҡлы хикәйәләрҙе уҡырға мөмкин. Икенсенән, беҙ был юлы “Аҙна һайын бүләк” акцияһы иғлан итеп, һеҙгә шәп бүләктәр әҙерләнек. Тәүге аҙнала, квитанциялар бер аҙ тупланғас, гәзитебеҙ дуҫтары араһында Хәйбулла районының шәп егете, шәхси эшҡыуар ДЕНИС ЮЛДАШБАЕВ биргән аш бешереү йыйылмаһын—ТАҒАН һәм ҠАҘАН уйнатабыҙ. Уйын барышы видеоға төшөрөлөп, гәзиттең бәйләнештәге һәм инстаграмдағы сәхифәләрҙә урынлаштырасаҡбыҙ. Тимәк, тәбиғәттә ял итергә яратыусылар өсөн шәп мөмкинлек булдырыла. “Атайсал”ға яҙыл һәм тағанлы, ҡаҙанлы бул!Таған һәм ҡаҙан үҙ хужаһын тапҡас, киләһе аҙнаһына Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Заһир Ғәлиндың шәхси хужалығынан өйрәк себештәре уйнатасаҡбыҙ.Ике аҙна рәттән 10 мулард өйрәге бәпкәһе отоу мөмкинлеге бар.Бының өсөн тиҙ арала “Атайсал”ға яҙылып, квитанция күсермәһен Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 22 адресына йәки электрон адресҡа: [email protected] ебәрергә кәрәк.Гәзитебеҙгә почта бүлексәләрендә ярты йылға—592 һум 44 тингә, редакцияның подписка бүлеге аша (сибайҙарға һәм Иҫке Сибай ауылы халҡына) 550 һумға яҙылырға мөмкин.Гәзиттең электрон версияһына яҙылыу—300 һум.
Ғүмер тигәнебеҙ аҡҡан һыу һымаҡ... Йәнә ярты айҙан йәйгә лә аяҡ баҫабыҙ. Миҙгелдең сағыу сәскәләргә, йәшеллеккә, әйтеп бөтөргөһөҙ хозурурлыҡҡа сорналған мәлендә, йәғни йәйҙең тәүге айында беҙ киләһе ярты йыллыҡҡа подписканы тамамлайбыҙ.Ҡояшлы, сағыу көндәрҙә, бар эштәрегеҙҙе ситкә ҡуйып, ял итергә ашыҡһағыҙ ҙа, йә, киреһенсә, ҡош-ҡорт тәрбиәләү, баҡса үҫтереү мәшәҡәте менән ваҡыт тапмай китһәгеҙ ҙә матбуғат баҫмаһына яҙылыуҙан баш тартмаҫһығыҙ тип ышанабыҙ. Сөнки бының өсөн шәп сәбәптәр бар. Беренсенән, йыл аҙағына тиклем төбәк яңылыҡтары менән танышырға, гәзитебеҙҙә сыҡҡан йөкмәткеле мәҡәләләрҙе, ҡыҙыҡлы хикәйәләрҙе уҡырға мөмкин. Икенсенән, беҙ был юлы “Аҙна һайын бүләк” акцияһы иғлан итеп, һеҙгә шәп бүләктәр әҙерләнек. Тәүге аҙнала, квитанциялар бер аҙ тупланғас, гәзитебеҙ дуҫтары араһында Хәйбулла районының шәп егете, шәхси эшҡыуар ДЕНИС ЮЛДАШБАЕВ биргән аш бешереү йыйылмаһын—ТАҒАН һәм ҠАҘАН уйнатабыҙ. Уйын барышы видеоға төшөрөлөп, гәзиттең бәйләнештәге һәм инстаграмдағы сәхифәләрҙә урынлаштырасаҡбыҙ. Тимәк, тәбиғәттә ял итергә яратыусылар өсөн шәп мөмкинлек булдырыла. “Атайсал”ға яҙыл һәм тағанлы, ҡаҙанлы бул!Таған һәм ҡаҙан үҙ хужаһын тапҡас, киләһе аҙнаһына Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында йәшәүсе Заһир Ғәлиндың шәхси хужалығынан өйрәк себештәре уйнатасаҡбыҙ. Ике аҙна рәттән 10 мулард өйрәге бәпкәһе отоу мөмкинлеге бар. Бының өсөн тиҙ арала “Атайсал”ға яҙылып, квитанция күсермәһен Сибай ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 22 адресына йәки электрон адресҡа: [emailprotected] ебәрергә кәрәк. Гәзитебеҙгә почта бүлексәләрендә ярты йылға—592 һум 44 тингә, редакцияның подписка бүлеге аша (сибайҙарға һәм Иҫке Сибай ауылы халҡына) 550 һумға яҙылырға мөмкин.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-05-14/ataysal-a-ya-yl-da-a-anly-ta-anly-m-sebeshle-bul-2368052
14 Май 2021, 18:25
ba
«Еңеү бүләге—«Атайсал»
«Еңеү бүләге—«Атайсал» 9 май - Еңеү көнө яҡынлашып килә. “Атайсал” гәзите редакцияһы иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһында ҡатнашып Йылайыр районынан биш ветеранға гәзит бүләк итеүсе Һабыр ауылы урман хужалығында үлсәү мастеры, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Салауат Латиф улы Солтанғужин ветерандарға теләктәрен еткерҙе.- Ветерандарыбыҙ һирәк кенә ҡалды. Шуға күрә уларҙың рухын, күңел көсөн, ныҡлығын тойоп, ихтирамға күмеп йәшәп өлгөрөргә кәрәк. Бала саҡтары үтә ауыр ваҡыттарҙа үткәнгәме, егет ҡорона ла инеп бөтмәй ҡулына ҡорал алып дошмандарға ҡаршы сығырға көс тапҡанғамы улар һәр атҡан таңға ҡыуанып, бөгөнгө тормошты ҡәҙерләп йәшәй. “Атайсал” гәзите иғлан иткән акцияға ҡушылып, биш ветеранға “Атайсал” гәзитенә подписка бүләк итәм. Кинәнеп уҡыһындар, дәртләнеп донъя көтһөндәр, беҙҙең менән бергә булһындар!
«Еңеү бүләге—«Атайсал» 9 май - Еңеү көнө яҡынлашып килә. “Атайсал” гәзите редакцияһы иғлан иткән «Еңеү бүләге—«Атайсал» акцияһында ҡатнашып Йылайыр районынан биш ветеранға гәзит бүләк итеүсе Һабыр ауылы урман хужалығында үлсәү мастеры, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре Салауат Латиф улы Солтанғужин ветерандарға теләктәрен еткерҙе.- Ветерандарыбыҙ һирәк кенә ҡалды. Шуға күрә уларҙың рухын, күңел көсөн, ныҡлығын тойоп, ихтирамға күмеп йәшәп өлгөрөргә кәрәк. Бала саҡтары үтә ауыр ваҡыттарҙа үткәнгәме, егет ҡорона ла инеп бөтмәй ҡулына ҡорал алып дошмандарға ҡаршы сығырға көс тапҡанғамы улар һәр атҡан таңға ҡыуанып, бөгөнгө тормошты ҡәҙерләп йәшәй. “Атайсал” гәзите иғлан иткән акцияға ҡушылып, биш ветеранға “Атайсал” гәзитенә подписка бүләк итәм.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2021-04-29/e-e-b-l-ge-ataysal-2370205
29 Апрель 2021, 16:00
ba
ГӘЗИТҺЕҘ ҠАЛА КҮРМӘГЕҘ
Йыл да тамамланыуға бара... Матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа тамамлана...Йыл да почта бүлексәләре 15 ғинуарға тиклем халыҡты ҡабул итә ине. Сөнки кеше тәүҙә гәзит-журналға яҙылыуҙы аҙаҡҡы көнгә - декабргә ҡалдыра килә, аҙаҡ иһә байрам шауҡымы менән бөтөнләй яҙылырға онота ла ҡуя инде. Бына шундайҙар өсөн подписканың 15 ғинуарға ҡәҙәр оҙайтылыуы уңайлы булды. Тик быйыл почта бүлексәләре был эште 26 декабрҙә үк туҡтатырға ҡарар итте. Тимәк, дуҫтар, һеҙҙең ни бары ике көн бар...Беҙ, "Атайсал" гәзите коллективы, Сибайҙа һәм Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәрҙән подписканы 15 ғинуарға тиклем үҙ редакциябыҙҙа ҡабул итә алабыҙ. Тик ташламалы хаҡ инде бөткән була.Әгәр ошо ике көндә "Атайсал"ға яҙылабыҙ тиһәгеҙ, ярты йыл өсөн почтала 539 һум да 16 тин түләйһегеҙ, редакцияла яҙылыусылар (Сибай һәм Иҫке Сибай халҡы) 500 һум ғына түләй. Ә инде киләһе аҙнанан, алдан әйтеүебеҙсә, почта бөтөнләй ҡабул итмәй, ә редакция ғәҙәти хаҡ менән ала. Ярты йыллыҡ хаҡ - 616 һум 90 тин (индексы ПО586), бер йыллыҡ хаҡ - 1115 һум 14 тин (индексы ПО926).Ашығығыҙ! Квитанция күсермәләрен тиҙ арала электрон почтаға ебәрегеҙ. 28 декабрь Лото-уйын уҙғарыла. Әйткәндәй, Ҡыш бабай "Атайсал"ды яратып уҡый һәм уны уҡыусы башҡаларға бик матур иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: төп бүләк - балаҫ!
Йыл да тамамланыуға бара... Матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа тамамлана...Йыл да почта бүлексәләре 15 ғинуарға тиклем халыҡты ҡабул итә ине. Сөнки кеше тәүҙә гәзит-журналға яҙылыуҙы аҙаҡҡы көнгә - декабргә ҡалдыра килә, аҙаҡ иһә байрам шауҡымы менән бөтөнләй яҙылырға онота ла ҡуя инде. Бына шундайҙар өсөн подписканың 15 ғинуарға ҡәҙәр оҙайтылыуы уңайлы булды. Тик быйыл почта бүлексәләре был эште 26 декабрҙә үк туҡтатырға ҡарар итте. Тимәк, дуҫтар, һеҙҙең ни бары ике көн бар...Беҙ, "Атайсал" гәзите коллективы, Сибайҙа һәм Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәрҙән подписканы 15 ғинуарға тиклем үҙ редакциябыҙҙа ҡабул итә алабыҙ. Тик ташламалы хаҡ инде бөткән була. Әгәр ошо ике көндә "Атайсал"ға яҙылабыҙ тиһәгеҙ, ярты йыл өсөн почтала 539 һум да 16 тин түләйһегеҙ, редакцияла яҙылыусылар (Сибай һәм Иҫке Сибай халҡы) 500 һум ғына түләй. Ә инде киләһе аҙнанан, алдан әйтеүебеҙсә, почта бөтөнләй ҡабул итмәй, ә редакция ғәҙәти хаҡ менән ала. Ярты йыллыҡ хаҡ - 616 һум 90 тин (индексы ПО586), бер йыллыҡ хаҡ - 1115 һум 14 тин (индексы ПО926).Ашығығыҙ! Квитанция күсермәләрен тиҙ арала электрон почтаға ебәрегеҙ. 28 декабрь Лото-уйын уҙғарыла. Әйткәндәй, Ҡыш бабай "Атайсал"ды яратып уҡый һәм уны уҡыусы башҡаларға бик матур иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгән.
Матбуғат
false
https://ataisal.com/articles/matbu-at/2020-12-24/g-zit-e-ala-k-rm-ge-1244997
24 Декабрь 2020, 22:00
ba
СӘХНӘГӘ "ФРОНТОВИЧКА" СЫҠТЫ
Эйе, 20 октябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһенә сығарылған Анна Батуринаның «Фронтовичка» драмаһы ошо хаҡта. Барып күрегеҙ. 21 октябрь киске сәғәт 7-лә башлана. Әйткәндәй, премьера "Берҙәм Рәсәй" партияһының “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды.Спектаклде Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе.Шулай уҡ ҡуйыусы төркөмдә: ҡуйыусы-рәссам — Сулпан Азаматова, хореограф – Дамир Ибраһимов, композитор - Магуля Мезинова.
Эйе, 20 октябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһенә сығарылған Анна Батуринаның «Фронтовичка» драмаһы ошо хаҡта. Барып күрегеҙ. 21 октябрь киске сәғәт 7-лә башлана. Әйткәндәй, премьера "Берҙәм Рәсәй" партияһының “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды. Спектаклде Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-10-21/s-hn-g-frontovichka-sy-ty-3487528
21 Октябрь , 00:15
ba
ТАЛАНТЛЫЛАР - ИЖАД ҮҘӘГЕНДӘ
Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге—бөгөн күптәрҙең яратҡан урыны. Бында буш ваҡытты файҙалы һәмкүңелле итеп үткәрергә мөмкин. Үҙәктә һәр төрлө ансамблдәр, түңәрәктәр эшләй, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла.Йәше лә, олоһо ла тупланған коллектив менән 2011 йылдан Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова етәкселек итә. Урта һәм өлкән йәштәгеләр тәжрибәһе, һәр эште урынына еткереп, теүәлбашҡарыуы менән маҡтауға лайыҡ булһа, йәш белгестәрҙең заманса эшләй белеүе, отҡорлоғо, сослоғо үҙәк эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим.—Теләһә ҡайһы мәлдә лә коллективҡа таянырға, ышанырға була. Бөгөн бөтә нәмә интернет аша эшләнә. Сайтты алып барырға, төрлө сараларға Пушкин картаһы менән йәшелкенсәкте йәлеп итергә кәрәк. Бында, әлбиттә, йәш белгестәрҙең заманса, яңыса ҡарашы бик кәрәк. Ололарыбыҙ ҙа һыр бирмәй. Үҙҙәре етәкләгән ансамблдәрҙе, түңәрәктәрҙе бик матур алып бара. Беҙҙә “Миләш”, “Йәнгүҙәй”, “Яугүл”, “Мироколица” ансамблдәре электәнэшләп килә, уларҙың ҡалала ғына түгел, республикала үҙ йөҙө бар. Әйткәндәй, ветерандар хоры (етәксеһе Нина Давыдова) ойошторолоуға ноябрь айында 40 йыл тула. Уны билдәләргә ниәтләйбеҙ. Оло йәштәге коллегаларыбыҙ спорттан да ситләшмәй. ГТО нормативтарын уңышлы тапшырып, 10 меңлек сертификатҡа эйә булды.Әүҙемлектәре менән һоҡландыралар. Хатта беҙҙе лә әйҙүкләп, спортҡа ылыҡтыралар, бассейнға саҡыралар,—ти Халыҡ ижады һәм ял үҙәге директоры Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы.Ысынлап та, үҙәктә төрлө быуын вәкилдәре килешеп, татыу эшләй. Әйткәндәй, коллектив һәр йыл 1 октябрь—Ололар көнөндә өлкән йәштәге коллегаларына мул сәй табыны әҙерләй, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшыра. Быйыл да үҙ традицияларынан ситләшмәнеләр. Шулай уҡ улар үҙ яҡындарын да онотмай. Мәҫәлән, күркәм дата уңайынан, үҙәкхеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәүсе ата-әсәләренә,ҡартатай-өләсәйҙәренә, ҡайны-ҡәйнәләренә “Атайсал” гәзите яҙҙырҙы. Иҫтәлекле һәм шәп бүләкте яҡындары 2024 йылдың тәүге айҙарында алып ҡыуанасаҡ. Ҡәҙерле кешеләренә матбуғат баҫмаһы бүләк иткән коллективҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ!Артабан да хеҙмәттәшлек итергә яҙһын!Һүҙ аҙағында йәнә шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә һәр төрлө түңәрәктәр (йыр, бейеү, театр, ҡумыҙ, ҡурай һ.б) эшләй, ҡул эштәре буйынса (етәксеһе—“Ете ҡыҙ”, “Оҫта ҡулдар” түңәрәге алып барыусы Миңзәлә Ғәйнуллина) оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ғөмүмән, бында олоһо ла, кесеһе лә үҙенә кәрәкле, файҙалы шөғөл табаала. Килегеҙ, күрегеҙ, ижад үҙәгенә йөрөгөҙ!
Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге—бөгөн күптәрҙең яратҡан урыны. Бында буш ваҡытты файҙалы һәмкүңелле итеп үткәрергә мөмкин. Үҙәктә һәр төрлө ансамблдәр, түңәрәктәр эшләй, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Йәше лә, олоһо ла тупланған коллектив менән 2011 йылдан Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова етәкселек итә. Урта һәм өлкән йәштәгеләр тәжрибәһе, һәр эште урынына еткереп, теүәлбашҡарыуы менән маҡтауға лайыҡ булһа, йәш белгестәрҙең заманса эшләй белеүе, отҡорлоғо, сослоғо үҙәк эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим.—Теләһә ҡайһы мәлдә лә коллективҡа таянырға, ышанырға була. Бөгөн бөтә нәмә интернет аша эшләнә. Сайтты алып барырға, төрлө сараларға Пушкин картаһы менән йәшелкенсәкте йәлеп итергә кәрәк. Бында, әлбиттә, йәш белгестәрҙең заманса, яңыса ҡарашы бик кәрәк. Ололарыбыҙ ҙа һыр бирмәй. Үҙҙәре етәкләгән ансамблдәрҙе, түңәрәктәрҙе бик матур алып бара. Беҙҙә “Миләш”, “Йәнгүҙәй”, “Яугүл”, “Мироколица” ансамблдәре электәнэшләп килә, уларҙың ҡалала ғына түгел, республикала үҙ йөҙө бар. Әйткәндәй, ветерандар хоры (етәксеһе Нина Давыдова) ойошторолоуға ноябрь айында 40 йыл тула. Уны билдәләргә ниәтләйбеҙ. Оло йәштәге коллегаларыбыҙ спорттан да ситләшмәй. ГТО нормативтарын уңышлы тапшырып, 10 меңлек сертификатҡа эйә булды. Әүҙемлектәре менән һоҡландыралар. Хатта беҙҙе лә әйҙүкләп, спортҡа ылыҡтыралар, бассейнға саҡыралар,—ти Халыҡ ижады һәм ял үҙәге директоры Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы. Ысынлап та, үҙәктә төрлө быуын вәкилдәре килешеп, татыу эшләй. Әйткәндәй, коллектив һәр йыл 1 октябрь—Ололар көнөндә өлкән йәштәге коллегаларына мул сәй табыны әҙерләй, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшыра. Быйыл да үҙ традицияларынан ситләшмәнеләр. Шулай уҡ улар үҙ яҡындарын да онотмай. Мәҫәлән, күркәм дата уңайынан, үҙәкхеҙмәткәрҙәре Сибай ҡалаһында, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарында йәшәүсе ата-әсәләренә,ҡартатай-өләсәйҙәренә, ҡайны-ҡәйнәләренә “Атайсал” гәзите яҙҙырҙы. Иҫтәлекле һәм шәп бүләкте яҡындары 2024 йылдың тәүге айҙарында алып ҡыуанасаҡ. Ҡәҙерле кешеләренә матбуғат баҫмаһы бүләк иткән коллективҡа айырыуса рәхмәтлебеҙ!Артабан да хеҙмәттәшлек итергә яҙһын!Һүҙ аҙағында йәнә шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә һәр төрлө түңәрәктәр (йыр, бейеү, театр, ҡумыҙ, ҡурай һ.б) эшләй, ҡул эштәре буйынса (етәксеһе—“Ете ҡыҙ”, “Оҫта ҡулдар” түңәрәге алып барыусы Миңзәлә Ғәйнуллина) оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ғөмүмән, бында олоһо ла, кесеһе лә үҙенә кәрәкле, файҙалы шөғөл табаала.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-10-18/talantlylar-izhad-gend-3482606
18 Октябрь , 12:15
ba
ЙЫЛАЙЫР ТАЛАНТТАРЫ КОНЦЕРТҠА САҠЫРА
17 октябрҙә 19.00 сәғәттә “Башҡортостан” Дәүләт Концерт залында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт) махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе һалдаттарыбыҙға ярҙам йөҙөнән, Хәйриә концерты уҙғарыла. Сараны ойоштороусы булып Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ сыҡты.Концертта ҡатнашасаҡ: Азат Айытҡолов, Гөлсөм Бикбулатова, Эльмира Юлдашева, Марсель Сәйетов, Флера Шәрипова, Юлай Ҡасимов, Венера Юлгилдина, Әлфиә Ғәлләмова һәм Йылайыр районының һәүәҫкәр артистары.Концерттан йыйылған килем һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр алыуға йүнәлтеләсәк.Билеттарҙы ДКЗ кассаһында һәм онлайн https://iframeab-pre1991.intickets.ru/seance/14117974/#abiframe һылтанмаһы аша һатып ала алаһығыҙ.Концертҡа рәхим итегеҙ! Яҡташтарыбыҙға ярҙам итәйек!Программала:16.30 – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскәләр һалыу (Совет майҙаны).17.00 – Йылайыр районы студенттары менән осрашыу (ДКЗ-ның кесе залы)18.00 – Йылайыр деликатестарынан ауыҙ итеү һәм һатыу.– Республика һәм район баҫмаларына яҙылыу.
17 октябрҙә 19.00 сәғәттә “Башҡортостан” Дәүләт Концерт залында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 50-се йорт) махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеүсе һалдаттарыбыҙға ярҙам йөҙөнән, Хәйриә концерты уҙғарыла. Сараны ойоштороусы булып Өфө ҡалаһында йәшәүсе яҡташтарыбыҙ сыҡты. Концертта ҡатнашасаҡ: Азат Айытҡолов, Гөлсөм Бикбулатова, Эльмира Юлдашева, Марсель Сәйетов, Флера Шәрипова, Юлай Ҡасимов, Венера Юлгилдина, Әлфиә Ғәлләмова һәм Йылайыр районының һәүәҫкәр артистары. Концерттан йыйылған килем һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр алыуға йүнәлтеләсәк. Билеттарҙы ДКЗ кассаһында һәм онлайнһылтанмаһы аша һатып ала алаһығыҙ. Концертҡа рәхим итегеҙ!
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-10-13/yylayyr-talanttary-kontsert-a-sa-yra-3478203
13 Октябрь , 20:10
ba
ЙЫРҺЫҘ БЕР КӨН ТОРА АЛМАМ...
Ҡайһы саҡ кешенең йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап ҡына ла уның һөнәрен төҫмөрләргә була. Сибай урамында уны күргәндә үк ниңәлер йырсылыр, сәнғәт кешеһелер тип уйлағайным. Күҙҙәре генә түгел, ғөмүмән йөҙө йырлап, көйләп торған кеүек. Яңылышмағанмын, ҡасандыр Сибайҙа эш башлап, Стәрлетамаҡ, Өфө яҡтарында йәшәп, ижад итеп, кире Сибайға ҡайтыусы йырсы Айгөл Әсәҙуллина булып сыҡҡан ул. Күптән түгел интернетта уның һәм Искәндәр Ғәзизовтың “Һанама” тигән йырҙары бик популяр булып киткәс, ныҡлап иғтибар иттем һәм Айгөл менән әңгәмә ҡорорға булдым. Әйткәндәй, бик алсаҡ, асыҡ, ихлас һәм ябай булып сыҡты ул. Йырсы менән әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәм. —Айгөл, һеҙ бәләкәйҙән йырлайһығыҙмы? —Мин Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә баш баламын. Бик илаҡ булғанмын. Ә илаҡ балаларҙы, ғәҙәттә, моңло була тиҙәр. Ауыл клубында художество етәксеһе булып эшләгән атайыма өс йәшемдән эйәреп йөрөп сәхнәләрҙә йырлағанмын. Бер куплетын йырлап, икенсеһен онотоп, “Эй, оноттом да ҡуйҙым”,—тип тә төшөп киткән саҡтарым булған. Хатта ауылда урамда мине күрһәләр “Эй, оноттом да ҡуйҙым” тип көлөп тороп ҡалалар ине. Ауылдағы бер ҡунаҡ та, туй ҙа минһеҙ үтмәгәндер ул. Шунда йырлата торғайнылар, аҡса һибәләр. Аҡсаларҙы йыйып алып, мине көтөп кенә торған апайҙар менән магазинға барып, тәмлекәстәр алып ашай инек. —Тимәк, бәләкәйҙән йырлап ҡына ҡалмағанһығыҙ, бәләкәйҙән үҙегеҙгә тәмлекәслек булһа ла аҡса эшләй башлағанһығыҙ. Ә ҡайҙарҙа уҡынығыҙ һеҙ? —Ата-әсәйем һәләтемде күреп, 5-се кластан мине Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияға бирҙе. Вокал-фортепиано класында уҡыным. Унан Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында белем алдым, уны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Лирико-колоратур сопрано тауышлымын. —Хеҙмәт юлығыҙҙы Сибайҙа башлағанһығыҙ? —Эйе, Сибай филармонияһында башланым. 6 йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ тарафынан саҡырыу алдым. Унан Өфөлә “Мираҫ” ансамблендә эшләнем. Әммә тыуған яҡтарға тартыла инем, кире Сибайға ҡайттым. Быйыл сәхнәлә булыуыма—20 йыл. —Уңыштарға өлгәштегеҙме? —Әлбиттә! Шөкөр, уңыштарым йәнәшә бара. Яңы йыр сығарыу ҙа, ниндәйҙер конкурста ҡатнашыу ҙа уңыш. Шулай ҙа йырлағаның халыҡҡа барып етеп, уларҙың күңеленә юл тапһа, был иң ҙур уңыштыр, тимен. Халыҡ өсөн эшләйбеҙ бит инде һәм, әлбиттә, халыҡтың баһаһы мөһим. Айырым концертты сығарыу ҙа ныҡышмал хеҙмәт емеше ул. “Айгөл иле” тигән тамашамды халыҡ яратып ҡабул итте, шөкөр. Мине телевизион конкурстарға саҡырып торған Рита Өмөтбаеваға рәхмәтлемен. Уның “Башҡорт йыры” проекты бик уңышлы булды. 2011 йылда мин унда “Йыл асышы” номинацияһына лайыҡ булдым. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәренә, Риф Арыҫлановҡа рәхмәтлемен. Ғөмүмән, ижадыма битараф булмаған, конкурстарға саҡырғандарға, тамашасыларыма рәхмәтлемен! —Билдәле булыуынса, өс бала үҫтерәһегеҙ. Уларҙың йырсы булыуын теләр инегеҙме? —Эйе, шөкөр, өс балам бар. Динисламға—19, Арсланға—14, Самираға 5 йәш. Уларҙа музыкаға ынтылыш күрмәйем. Улдарым компьютер, программалаштырыу менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙым әле бәләкәй, йырға бер аҙ барымы бар һымаҡ. Теләһә берәй түңәрәккә бирермен. Әммә сәнғәт юлынан китеүҙәрен бөтөнләй теләмәйем. —Ни өсөн? —Еңел эш түгел. Әлбиттә, һәр эштең үҙ ауырлығы. Әммә йырсы булараҡ, артистар эшенең ауырлығын үҙ тәжрибәмдә беләм. Бер туҡтауһыҙ юлдар, гастролдәр, ауылдарҙа һыуыҡ клубтар... Кеше ял иткәндә, беҙ эшләйбеҙ. Үҙенә күрә ауырлыҡтары күп кенә. —Йырсы булғанға үкенәһегеҙме? —Юҡ! Мин башҡа профессияны күҙ алдына килтермәйем хатта. Уйлағаным да юҡ. Йырһыҙ йәшәй ҙә алмаҫмын ул! Минең уйлауымса, һәр кем Хоҙай тарафынан был донъяға үҙ тәғәйенләнешен үтәргә килә. Кемгәлер кешене дауаларға табиплыҡ һәләте бирелә, кемгәлер уҡытыуслыҡ эше тапшырыла, ә бына миңә тыуғас та маңлайыма “йырсы” тип яҙылғандыр ул. Сөнки йырламаған көнөм юҡ. —Эшегеҙҙе яратаһығыҙмы? —Яратам. Алда йырсы эше ауыр тиһәм дә, уның ауырлығына әһәмиәт бирмәйем. Сөнки мин яратып башҡарам уны. Әле беҙҙең филармониябыҙ яңы бит инде. Уның сәхнәһендә йырлағы ғына килеп тора. Эшкә байрамға килгәндәй ашҡынып киләм. Һәр кем үҙ эшен яратһа, ул уға эш тип түгел, байрам тип ҡарай, минеңсә. Шөкөр, коллектив татыу. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ, аңлайбыҙ, кәңәшләшәбеҙ. Беҙҙә ҡара уйлы, үсле кешеләр юҡ. —Әйткәндәй, ниндәй холоҡло кешеләрҙе яратмайһығыҙ, өнәмәйһегеҙ? Кешелә ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ? —Күңеле асыҡ, матур кешенең йөҙө лә асыҡ, матурҙыр. Ябай, эскерһеҙ кешеләрҙе яратам. Яһалмалыҡты, эрелекте өнәмәйем. Һауалы, үс тотҡан кешеләрҙән ытарғынам. Ғөмүмән, тормош девизым: Ябайлыҡта—матурлыҡ! —Репертуарға килгәндә, нисек һайлайһығыҙ? —Ныҡ һайлансыҡмын. Көйөнә лә, һүҙҙәренә лә иғтибар итәм. Быға тиклем Сәйет Билалов, Юнир Һағынбаев менән дуэттар башҡарғаным булһа, һуңғы арала Искәндәр Ғәзизов менән йырлай башланыҡ. Әйткәндәй, тауыштарығыҙ тап килә, бербереһен тулыландыра тинеләр. Шуға киләсәктә лә эште дауам итергә уй бар. —Ә һеҙгә эстрада яҡынмы, әллә халыҡ йырҙарымы? —Икеһен дә берҙәй үҙ итәм, икеһе лә күңелгә яҡын. —Үҙегеҙ яратып тыңлаған йырсылар бармы? —Барыһының да ижадын хөрмәт итәм. Шулай ҙа ауылдашым, Башҡортостандың халыҡ артисы Рима Амангилдинаға һәр яҡлап һоҡланам мин. Сәхнәлә ҡыланмай ҙа, ябай ғына тота үҙен. Мөләйем генә ҡатын, тауышы ла матур. —Кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ? —Төрлө шағирҙар һәм композиторҙар менән. Үҙешмәкәрҙәр менән дә эшләгәнем булды. Мәҫәлән, Зөһрә апай Фәйзуллинаның йырҙары оҡшай ине. Хәҙер Татарстандан ижадташ дуҫтарым барлыҡҡа килде. Айгөл Вәлиуллина, Зөһрә Ғатауллина, Ривал Хисмәтуллин, Альфред Яҡшымбәтовтар менән йырҙар сығарҙыҡ. —Йырлы булыу ҙа ҡиммәткә төшәлер? —Әлбиттә. Һәр эштең баһаланыуы зарур. Һәр кем эшләй һәм хеҙмәтенә хаҡ алырға тейеш. Был йәһәттән беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Юнир Мөнир улы Кәлимуллинға рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙе аңлап, йырҙар алып бирә, костюмдар менән дә ярҙам итә. Киләсәктә лә шулай татыу, аңлашып эшләргә яҙһын. —Сәхнә кешеһенә үҙен формала тотоу еңел түгелдер? —Сәхнә кешеһе булараҡ ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та үҙемде ҡарарға тырышам. Бәпәйҙән һуң тулылана торған “холҡом” бар. Шуға диетала ултырырға тура килде. Һәр гүзәл зат кеүек битемә маскалар ҡулланам. —Гел йырлап ҡына йәшәп булмай бит инде. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар буламы? —Була инде... Күпме һынап ҡараным: эс бошҡанда йә йыр тыуа, йә идея. Шуға уның файҙаһы ла бар ул. Күңел һыҡтаған саҡта балаңдың килеп ҡосаҡлап, үбеп алыуы бөтә шик-шөбһәләрҙе алып ташлай. Аллаһы Тәғәлә миңә өс бала биргәненә рәхмәтлемен. Әсә хистәрен үҙемдә тоя алыуым менән ифрат бәхетлемен. —Әйткәндәй, гастролдәр мәлендә балалар ҡайҙа була? —Әсәйемә, ҡәйнәмә рәхмәтлемен. Улар шәп өләсәйҙәр. Һис ҡасан юҡ тимәй, ҡыуанып алып ҡалалар. Именһау ғына булһындар! —Донъяла мөхәббәт бармы икән ул? Нисек уйлайһығыҙ? —Бар. Ышанам. Һәр ҡатынҡыҙ һөйөп-һөйөлөр өсөн донъяға яралалыр. Беҙ, гүзәл заттар, һөйөүгә мохтажбыҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың янында көслө, уны аңлаған һәм ишетә белгән көслө терәк булыуын теләйем. —Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Моңло йырҙарға, һөйөүгә сорналып, бәхеткә төрөнөп йәшәргә, ижад итергә яҙһын!
Ҡайһы саҡ кешенең йөҙ-ҡиәфәтенә ҡарап ҡына ла уның һөнәрен төҫмөрләргә була. Сибай урамында уны күргәндә үк ниңәлер йырсылыр, сәнғәт кешеһелер тип уйлағайным. Күҙҙәре генә түгел, ғөмүмән йөҙө йырлап, көйләп торған кеүек. Яңылышмағанмын, ҡасандыр Сибайҙа эш башлап, Стәрлетамаҡ, Өфө яҡтарында йәшәп, ижад итеп, кире Сибайға ҡайтыусы йырсы Айгөл Әсәҙуллина булып сыҡҡан ул. Күптән түгел интернетта уның һәм Искәндәр Ғәзизовтың “Һанама” тигән йырҙары бик популяр булып киткәс, ныҡлап иғтибар иттем һәм Айгөл менән әңгәмә ҡорорға булдым. Әйткәндәй, бик алсаҡ, асыҡ, ихлас һәм ябай булып сыҡты ул. Йырсы менән әңгәмәне һеҙгә лә тәҡдим итәм.—Айгөл, һеҙ бәләкәйҙән йырлайһығыҙмы?—Мин Әбйәлил районы Хәлил ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә баш баламын. Бик илаҡ булғанмын. Ә илаҡ балаларҙы, ғәҙәттә, моңло була тиҙәр. Ауыл клубында художество етәксеһе булып эшләгән атайыма өс йәшемдән эйәреп йөрөп сәхнәләрҙә йырлағанмын. Бер куплетын йырлап, икенсеһен онотоп, “Эй, оноттом да ҡуйҙым”,—тип тә төшөп киткән саҡтарым булған. Хатта ауылда урамда мине күрһәләр “Эй, оноттом да ҡуйҙым” тип көлөп тороп ҡалалар ине. Ауылдағы бер ҡунаҡ та, туй ҙа минһеҙ үтмәгәндер ул. Шунда йырлата торғайнылар, аҡса һибәләр. Аҡсаларҙы йыйып алып, мине көтөп кенә торған апайҙар менән магазинға барып, тәмлекәстәр алып ашай инек.—Тимәк, бәләкәйҙән йырлап ҡына ҡалмағанһығыҙ, бәләкәйҙән үҙегеҙгә тәмлекәслек булһа ла аҡса эшләй башлағанһығыҙ. Ә ҡайҙарҙа уҡынығыҙ һеҙ?—Ата-әсәйем һәләтемде күреп, 5-се кластан мине Өфөгә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияға бирҙе. Вокал-фортепиано класында уҡыным. Унан Өфө сәнғәт училищеһының Сибай филиалында белем алдым, уны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Лирико-колоратур сопрано тауышлымын.—Хеҙмәт юлығыҙҙы Сибайҙа башлағанһығыҙ?—Эйе, Сибай филармонияһында башланым. 6 йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ тарафынан саҡырыу алдым. Унан Өфөлә “Мираҫ” ансамблендә эшләнем. Әммә тыуған яҡтарға тартыла инем, кире Сибайға ҡайттым. Быйыл сәхнәлә булыуыма—20 йыл.—Уңыштарға өлгәштегеҙме?—Әлбиттә! Шөкөр, уңыштарым йәнәшә бара. Яңы йыр сығарыу ҙа, ниндәйҙер конкурста ҡатнашыу ҙа уңыш. Шулай ҙа йырлағаның халыҡҡа барып етеп, уларҙың күңеленә юл тапһа, был иң ҙур уңыштыр, тимен. Халыҡ өсөн эшләйбеҙ бит инде һәм, әлбиттә, халыҡтың баһаһы мөһим. Айырым концертты сығарыу ҙа ныҡышмал хеҙмәт емеше ул. “Айгөл иле” тигән тамашамды халыҡ яратып ҡабул итте, шөкөр. Мине телевизион конкурстарға саҡырып торған Рита Өмөтбаеваға рәхмәтлемен. Уның “Башҡорт йыры” проекты бик уңышлы булды. 2011 йылда мин унда “Йыл асышы” номинацияһына лайыҡ булдым. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәренә, Риф Арыҫлановҡа рәхмәтлемен. Ғөмүмән, ижадыма битараф булмаған, конкурстарға саҡырғандарға, тамашасыларыма рәхмәтлемен!—Билдәле булыуынса, өс бала үҫтерәһегеҙ. Уларҙың йырсы булыуын теләр инегеҙме?—Эйе, шөкөр, өс балам бар. Динисламға—19, Арсланға—14, Самираға 5 йәш. Уларҙа музыкаға ынтылыш күрмәйем. Улдарым компьютер, программалаштырыу менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙым әле бәләкәй, йырға бер аҙ барымы бар һымаҡ. Теләһә берәй түңәрәккә бирермен. Әммә сәнғәт юлынан китеүҙәрен бөтөнләй теләмәйем. —Ни өсөн?—Еңел эш түгел. Әлбиттә, һәр эштең үҙ ауырлығы. Әммә йырсы булараҡ, артистар эшенең ауырлығын үҙ тәжрибәмдә беләм. Бер туҡтауһыҙ юлдар, гастролдәр, ауылдарҙа һыуыҡ клубтар... Кеше ял иткәндә, беҙ эшләйбеҙ. Үҙенә күрә ауырлыҡтары күп кенә.—Йырсы булғанға үкенәһегеҙме?—Юҡ! Мин башҡа профессияны күҙ алдына килтермәйем хатта. Уйлағаным да юҡ. Йырһыҙ йәшәй ҙә алмаҫмын ул! Минең уйлауымса, һәр кем Хоҙай тарафынан был донъяға үҙ тәғәйенләнешен үтәргә килә. Кемгәлер кешене дауаларға табиплыҡ һәләте бирелә, кемгәлер уҡытыуслыҡ эше тапшырыла, ә бына миңә тыуғас та маңлайыма “йырсы” тип яҙылғандыр ул. Сөнки йырламаған көнөм юҡ.—Эшегеҙҙе яратаһығыҙмы?—Яратам. Алда йырсы эше ауыр тиһәм дә, уның ауырлығына әһәмиәт бирмәйем. Сөнки мин яратып башҡарам уны. Әле беҙҙең филармониябыҙ яңы бит инде. Уның сәхнәһендә йырлағы ғына килеп тора. Эшкә байрамға килгәндәй ашҡынып киләм. Һәр кем үҙ эшен яратһа, ул уға эш тип түгел, байрам тип ҡарай, минеңсә. Шөкөр, коллектив татыу. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ, аңлайбыҙ, кәңәшләшәбеҙ. Беҙҙә ҡара уйлы, үсле кешеләр юҡ.—Әйткәндәй, ниндәй холоҡло кешеләрҙе яратмайһығыҙ, өнәмәйһегеҙ? Кешелә ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк бирәһегеҙ?—Күңеле асыҡ, матур кешенең йөҙө лә асыҡ, матурҙыр. Ябай, эскерһеҙ кешеләрҙе яратам. Яһалмалыҡты, эрелекте өнәмәйем. Һауалы, үс тотҡан кешеләрҙән ытарғынам. Ғөмүмән, тормош девизым: Ябайлыҡта—матурлыҡ!—Репертуарға килгәндә, нисек һайлайһығыҙ?—Ныҡ һайлансыҡмын. Көйөнә лә, һүҙҙәренә лә иғтибар итәм. Быға тиклем Сәйет Билалов, Юнир Һағынбаев менән дуэттар башҡарғаным булһа, һуңғы арала Искәндәр Ғәзизов менән йырлай башланыҡ. Әйткәндәй, тауыштарығыҙ тап килә, бербереһен тулыландыра тинеләр. Шуға киләсәктә лә эште дауам итергә уй бар.—Ә һеҙгә эстрада яҡынмы, әллә халыҡ йырҙарымы?—Икеһен дә берҙәй үҙ итәм, икеһе лә күңелгә яҡын.—Үҙегеҙ яратып тыңлаған йырсылар бармы?—Барыһының да ижадын хөрмәт итәм. Шулай ҙа ауылдашым, Башҡортостандың халыҡ артисы Рима Амангилдинаға һәр яҡлап һоҡланам мин. Сәхнәлә ҡыланмай ҙа, ябай ғына тота үҙен. Мөләйем генә ҡатын, тауышы ла матур.—Кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһегеҙ?—Төрлө шағирҙар һәм композиторҙар менән. Үҙешмәкәрҙәр менән дә эшләгәнем булды. Мәҫәлән, Зөһрә апай Фәйзуллинаның йырҙары оҡшай ине. Хәҙер Татарстандан ижадташ дуҫтарым барлыҡҡа килде. Айгөл Вәлиуллина, Зөһрә Ғатауллина, Ривал Хисмәтуллин, Альфред Яҡшымбәтовтар менән йырҙар сығарҙыҡ.—Йырлы булыу ҙа ҡиммәткә төшәлер?—Әлбиттә. Һәр эштең баһаланыуы зарур. Һәр кем эшләй һәм хеҙмәтенә хаҡ алырға тейеш. Был йәһәттән беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған Сибай концерт-театр берекмәһе директоры Юнир Мөнир улы Кәлимуллинға рәхмәтлебеҙ. Ул беҙҙе аңлап, йырҙар алып бирә, костюмдар менән дә ярҙам итә. Киләсәктә лә шулай татыу, аңлашып эшләргә яҙһын.—Сәхнә кешеһенә үҙен формала тотоу еңел түгелдер?—Сәхнә кешеһе булараҡ ҡына түгел, ҡатын-ҡыҙ булараҡ та үҙемде ҡарарға тырышам. Бәпәйҙән һуң тулылана торған “холҡом” бар. Шуға диетала ултырырға тура килде. Һәр гүзәл зат кеүек битемә маскалар ҡулланам.—Гел йырлап ҡына йәшәп булмай бит инде. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтар буламы?—Була инде... Күпме һынап ҡараным: эс бошҡанда йә йыр тыуа, йә идея. Шуға уның файҙаһы ла бар ул. Күңел һыҡтаған саҡта балаңдың килеп ҡосаҡлап, үбеп алыуы бөтә шик-шөбһәләрҙе алып ташлай. Аллаһы Тәғәлә миңә өс бала биргәненә рәхмәтлемен. Әсә хистәрен үҙемдә тоя алыуым менән ифрат бәхетлемен.—Әйткәндәй, гастролдәр мәлендә балалар ҡайҙа була?—Әсәйемә, ҡәйнәмә рәхмәтлемен. Улар шәп өләсәйҙәр. Һис ҡасан юҡ тимәй, ҡыуанып алып ҡалалар. Именһау ғына булһындар!—Донъяла мөхәббәт бармы икән ул? Нисек уйлайһығыҙ?—Бар. Ышанам. Һәр ҡатынҡыҙ һөйөп-һөйөлөр өсөн донъяға яралалыр. Беҙ, гүзәл заттар, һөйөүгә мохтажбыҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙҙың янында көслө, уны аңлаған һәм ишетә белгән көслө терәк булыуын теләйем.—Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-09-29/yyr-y-ber-k-n-tora-almam-3459124
29 Сентябрь , 11:30
ba
Сибайҙарҙы ҙур концерт көтә
Егеттәр икеһе лә, төп эштә коллега булыуҙарынан тыш, Сибай сәнғәт колледжы студенттары ла. Фәиз флейта йүнәлешендә икенсе курста уҡыһа, Азамат хореография бүлегенең һуңғы курсында белем ала. Ике бейеүсе лә баш ҡаланың Р.Ғарипов исемендәге гимназияла уҡығанда Әнүәр Шафиҡов етәкселегендәге бейеү ансамблендә шөғөлләнгән. Шулай уҡ егеттәр быйыл икеһе лә өйләнгән. -Бейеү-минең өсөн бөтәһе лә!--ти Фәиз, быйыл беренсе тапҡыр репетитор булараҡ, көсөн һынап ҡарап.-Бейергә атайым Зәкир Үҙәнбаев мәрхүм өйрәтте. Ул ғүмере буйы балаларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрҙө, төрлө ансамблдәрҙе етәкләне. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында хореографиянан уҡытты. Өс улы ла бейеүгә ғашиҡбыҙ. Ғөмүмән, мин үҙемде сәхнәнән тыш күҙ алдына килтерә алмайым. Музыкаль инструменттарҙа уйнайым, йыр яҙам, көй сығарам, йырлайым. Азамат Тажетдинов Учалы районының Наурыз ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе крәҫтиән-фермер хужалығы тота, нәҫелендә бейеүселәр юҡ. Азамат үҙе торғаны менән талант, ул ансамблдә бейеп кенә ҡалмай, ҙур юбилей концертына кордебалет өсөн художестволы композиция һалған. ДАУАМЫ 3-сө биттә. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин әйтеүенсә, яңы миҙгелде асыу концертында сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын бик күп яңылыҡтар көтә. -Концертты ни өсөн ҙур тип атаныҡ, сөнки ул, ысынлап та, ҙур булмаҡсы. Йыр-моңға сарсаусылар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, талантлы йырсы, бейеүселәр ҡатнашлығындағы иң яҡшы һәм сағыу сығыштарҙы тыңлай, ҡарай ала. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин етәкләгән легендар «Сибай» башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарына тағы өр-яңы ике бейеү өҫтәлде. Береһен “Урал аръяғы мираҫы” тип аталғанын, үрҙә әйтеүебеҙсә, Фәиз Үҙәнбаев ҡуйһа, икенсеһе-татар бейеүен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин һалды. Ике бейеүгә лә өр-яңы кейем тектерҙек,--тине Юнир Мөнир улы, барыһын да концерт ҡарарға саҡырып.-Румил Ярасбаев еткәләгән халыҡ инструменттары оркестры төрлө жанрҙағы музыка һәм көйҙәр менән таң ҡалдырасаҡ. Концертта оркестрҙың репертуары менән танышырһығыҙ, темпераментын күрерһегеҙ. Виртуоз-музыканттар, ысын профессионалдар һеҙгә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтер, улар ҡулында музыка инструменттарының терелеүен һәм яңы сиктәр асылыуын тойорһоғоҙ. Концерт программаһының режиссеры--Башҡортостандың атҡаҙан артисы Сулпан Асҡарова. Юбилей концерты Урал аръяғының ғына түгел, тотош республиканың мәҙәни һәм музыкаль сараһы булырына шик юҡ. Әйткәндәй, тап ошо прграмма менән октябрь айы башында Өфөлә уҙасаҡ филармониялар фестивалендә сығыш яһаясаҡбыҙ. Дөйөм яңылыҡтарға килгәндә, быйыл ғына концерт-театр берекмәһе коллективы 15 артист менән тулыланған. Махсус хәрби операцияға киткән йырсы, бейеүсе ир-егеттәрҙе башлыса йәштәр алмаштырған. Ошо көндәрҙә “Сулпан” театрында Наил Ғәйетбаевтың “Ике һайыҫҡан” спектакле премьераһы сәхнәгә сыҡҡан. Был пьеса ла сентябрь аҙағында баш ҡалала уҙғасаҡ фестивалдә ҡатнаша. Ике ижади бригада сентябрь урталарында күсмә концерттар менән Урал аръяғы райондары буйлап йөрөп сыҡҡан. -Планға ярашлы эшләйбеҙ, беҙ йылына 505 сара уҙғарырға тейешбеҙ. Шуның 180 тирәһен берекмәнең “Сулпан” балалар театры әҙерләһә, ҡалғанын филармония ҡуя. Пушкин картаһы менән эшләү буйынса республикала өсөнсө урынды биләйбеҙ,--тип эшмәкәрлектәре хаҡында ла һөйләне Юнир Мөнир улы.-Йәй мәлендә федераль һабантуйҙарҙа ҡатнаштыҡ. Санкт-Петербург, Ханты-манси автономлы округтары ҡалаларында йәшәүсе милләттәштәр беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Өс йыл элек Ҡаҙағстан менән меморандум килешеүе төҙөнөк. Уға ярашлы өсөнсө йыл рәттән мосолман ҡәрҙәштәр алдында сығыш яһаныҡ. Быйыл Ҡустанай ҡалаһына барҙыҡ. Оҙаҡламай ҡурайсы Айнур Әминев яңғыҙ концерты менән республика ҡалалары буйлап гастролгә сыға. Яңы миҙгелдә йырсы Зәбирә Әминева яңғыҙ концерт әҙерләргә иҫәп тота. Ижади коллектив 5 бригадаға бүленеп яңы йыл иртәлектәре әҙерләй. Ҡанташ иртәлек уҙғарыусы 3 бригада урында балаларға күңел асыу саралары тәҡдим итһә, тик башҡорт һәм тик рус телендә генә тамаша ҡуйған ике бригада күсмә иртәлектәр уҙғара.Сибайҙарҙы ҙур концерт көтә
Егеттәр икеһе лә, төп эштә коллега булыуҙарынан тыш, Сибай сәнғәт колледжы студенттары ла. Фәиз флейта йүнәлешендә икенсе курста уҡыһа, Азамат хореография бүлегенең һуңғы курсында белем ала. Ике бейеүсе лә баш ҡаланың Р.Ғарипов исемендәге гимназияла уҡығанда Әнүәр Шафиҡов етәкселегендәге бейеү ансамблендә шөғөлләнгән. Шулай уҡ егеттәр быйыл икеһе лә өйләнгән.-Бейеү-минең өсөн бөтәһе лә!--ти Фәиз, быйыл беренсе тапҡыр репетитор булараҡ, көсөн һынап ҡарап.-Бейергә атайым Зәкир Үҙәнбаев мәрхүм өйрәтте. Ул ғүмере буйы балаларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрҙө, төрлө ансамблдәрҙе етәкләне. Һуңғы йылдарҙа Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында хореографиянан уҡытты. Өс улы ла бейеүгә ғашиҡбыҙ. Ғөмүмән, мин үҙемде сәхнәнән тыш күҙ алдына килтерә алмайым. Музыкаль инструменттарҙа уйнайым, йыр яҙам, көй сығарам, йырлайым. Азамат Тажетдинов Учалы районының Наурыз ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәһе крәҫтиән-фермер хужалығы тота, нәҫелендә бейеүселәр юҡ. Азамат үҙе торғаны менән талант, ул ансамблдә бейеп кенә ҡалмай, ҙур юбилей концертына кордебалет өсөн художестволы композиция һалған. ДАУАМЫ 3-сө биттә. Сибай концерт-театр берекмәһе директоры вазифаһын башҡарыусы Юнир Кәлимуллин әйтеүенсә, яңы миҙгелде асыу концертында сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын бик күп яңылыҡтар көтә.-Концертты ни өсөн ҙур тип атаныҡ, сөнки ул, ысынлап та, ҙур булмаҡсы. Йыр-моңға сарсаусылар Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, талантлы йырсы, бейеүселәр ҡатнашлығындағы иң яҡшы һәм сағыу сығыштарҙы тыңлай, ҡарай ала. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин етәкләгән легендар «Сибай» башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарына тағы өр-яңы ике бейеү өҫтәлде. Береһен “Урал аръяғы мираҫы” тип аталғанын, үрҙә әйтеүебеҙсә, Фәиз Үҙәнбаев ҡуйһа, икенсеһе-татар бейеүен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин һалды. Ике бейеүгә лә өр-яңы кейем тектерҙек,--тине Юнир Мөнир улы, барыһын да концерт ҡарарға саҡырып.-Румил Ярасбаев еткәләгән халыҡ инструменттары оркестры төрлө жанрҙағы музыка һәм көйҙәр менән таң ҡалдырасаҡ. Концертта оркестрҙың репертуары менән танышырһығыҙ, темпераментын күрерһегеҙ. Виртуоз-музыканттар, ысын профессионалдар һеҙгә үҙҙәренең оҫталығын күрһәтер, улар ҡулында музыка инструменттарының терелеүен һәм яңы сиктәр асылыуын тойорһоғоҙ. Концерт программаһының режиссеры--Башҡортостандың атҡаҙан артисы Сулпан Асҡарова. Юбилей концерты Урал аръяғының ғына түгел, тотош республиканың мәҙәни һәм музыкаль сараһы булырына шик юҡ. Әйткәндәй, тап ошо прграмма менән октябрь айы башында Өфөлә уҙасаҡ филармониялар фестивалендә сығыш яһаясаҡбыҙ. Дөйөм яңылыҡтарға килгәндә, быйыл ғына концерт-театр берекмәһе коллективы 15 артист менән тулыланған. Махсус хәрби операцияға киткән йырсы, бейеүсе ир-егеттәрҙе башлыса йәштәр алмаштырған. Ошо көндәрҙә “Сулпан” театрында Наил Ғәйетбаевтың “Ике һайыҫҡан” спектакле премьераһы сәхнәгә сыҡҡан. Был пьеса ла сентябрь аҙағында баш ҡалала уҙғасаҡ фестивалдә ҡатнаша. Ике ижади бригада сентябрь урталарында күсмә концерттар менән Урал аръяғы райондары буйлап йөрөп сыҡҡан.-Планға ярашлы эшләйбеҙ, беҙ йылына 505 сара уҙғарырға тейешбеҙ. Шуның 180 тирәһен берекмәнең “Сулпан” балалар театры әҙерләһә, ҡалғанын филармония ҡуя. Пушкин картаһы менән эшләү буйынса республикала өсөнсө урынды биләйбеҙ,--тип эшмәкәрлектәре хаҡында ла һөйләне Юнир Мөнир улы.-Йәй мәлендә федераль һабантуйҙарҙа ҡатнаштыҡ. Санкт-Петербург, Ханты-манси автономлы округтары ҡалаларында йәшәүсе милләттәштәр беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Өс йыл элек Ҡаҙағстан менән меморандум килешеүе төҙөнөк. Уға ярашлы өсөнсө йыл рәттән мосолман ҡәрҙәштәр алдында сығыш яһаныҡ. Быйыл Ҡустанай ҡалаһына барҙыҡ. Оҙаҡламай ҡурайсы Айнур Әминев яңғыҙ концерты менән республика ҡалалары буйлап гастролгә сыға. Яңы миҙгелдә йырсы Зәбирә Әминева яңғыҙ концерт әҙерләргә иҫәп тота. Ижади коллектив 5 бригадаға бүленеп яңы йыл иртәлектәре әҙерләй. Ҡанташ иртәлек уҙғарыусы 3 бригада урында балаларға күңел асыу саралары тәҡдим итһә, тик башҡорт һәм тик рус телендә генә тамаша ҡуйған ике бригада күсмә иртәлектәр уҙғара.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-09-27/sibay-ar-y-ur-kontsert-k-t-3455686
27 Сентябрь , 11:05
ba
ӘЛДЕРМЕШТӘН ӘЛМӘНДӘР БИШЛЕК!
Бынан 12-13 йыл элек Баймаҡ районының бер ауылында йәшәгән инәй менән танышып, оҙаҡ һөйләшеп ултырғайныҡ. Инәй оло ине (80 йәште уҙған), инвалид улын ҡарай. Өлкән булһа ла инәй яңы мунса төҙөткән ине.--Мине һөйләйҙәр. "Был әбей үлергә йыйынмайҙыр ул, то мунса яңырта, то ҡойма алмаштырта", - тиҙәр. Үләм тип донъямды ҡарамаҫҡамы ни миңә? 20 йәштә лә "Үләм" тип ятып, бер нәмә лә эшләмәҫкә мөмкин бит...,--тигәйне.Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында "Әлдермештән Әлмәндәр" исемле спектаклде ҡарағас, ана шул инәй һәм уның һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Спектаклдең төп геройы Әлмәндәр ҡарт 91 йәшкә етһә лә йәшәп танһығы ҡанмаған, дәртләнеп донъя көтә, пландар ҡора. Ҡасандыр 5 улын һуғышҡа оҙатып, уның дүртәүһен юғалтҡан бабай уландары өсөн йәшәгеһе килә... Мыжымай ҙа, зарланмай ҙа һәм һуғыштан иҫән ҡайтып, әле 70 йәшкә етеп килгән берҙән-бер улының мыжығынан өнәмәй ҙә. Әйткәндәй, Әлмәндәр ҡарт үҙенең улынан да йәшерәк күренеп, тетә баҫып йөрөй...Әжәл Әлмәндәр ҡарттың ғүмерен ала килгәндә лә бабай шаярыуҙан туҡтамай, хатта Әжәлде үҙенә бойһондороп ҡуя. Әлмәндәр менән Әжәлдең осрашыуы, һөйләшеүҙәре бик ҡыҙыҡ итеп бирелде. Көлөп һенең ҡатмалы! Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ һәм тәрән мәғәнәле спектакль. Барығыҙ, күрегеҙ!Әйткәндәй, яңы почерк һиҙелә. Йәш режиссер Денис Нурғәлинға уңыштар! Актерҙар һәр ваҡыттағыса килештереп уйнаны.    Сибай театры коллективына ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә матур-матур спектаклдәр көтәбеҙ!
Бынан 12-13 йыл элек Баймаҡ районының бер ауылында йәшәгән инәй менән танышып, оҙаҡ һөйләшеп ултырғайныҡ. Инәй оло ине (80 йәште уҙған), инвалид улын ҡарай. Өлкән булһа ла инәй яңы мунса төҙөткән ине.--Мине һөйләйҙәр. "Был әбей үлергә йыйынмайҙыр ул, то мунса яңырта, то ҡойма алмаштырта", - тиҙәр. Үләм тип донъямды ҡарамаҫҡамы ни миңә? 20 йәштә лә "Үләм" тип ятып, бер нәмә лә эшләмәҫкә мөмкин бит...,--тигәйне. Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында "Әлдермештән Әлмәндәр" исемле спектаклде ҡарағас, ана шул инәй һәм уның һүҙҙәре иҫкә килеп төштө. Спектаклдең төп геройы Әлмәндәр ҡарт 91 йәшкә етһә лә йәшәп танһығы ҡанмаған, дәртләнеп донъя көтә, пландар ҡора. Ҡасандыр 5 улын һуғышҡа оҙатып, уның дүртәүһен юғалтҡан бабай уландары өсөн йәшәгеһе килә... Мыжымай ҙа, зарланмай ҙа һәм һуғыштан иҫән ҡайтып, әле 70 йәшкә етеп килгән берҙән-бер улының мыжығынан өнәмәй ҙә. Әйткәндәй, Әлмәндәр ҡарт үҙенең улынан да йәшерәк күренеп, тетә баҫып йөрөй...Әжәл Әлмәндәр ҡарттың ғүмерен ала килгәндә лә бабай шаярыуҙан туҡтамай, хатта Әжәлде үҙенә бойһондороп ҡуя. Әлмәндәр менән Әжәлдең осрашыуы, һөйләшеүҙәре бик ҡыҙыҡ итеп бирелде. Көлөп һенең ҡатмалы! Ғөмүмән, бик ҡыҙыҡ һәм тәрән мәғәнәле спектакль. Барығыҙ, күрегеҙ!Әйткәндәй, яңы почерк һиҙелә. Йәш режиссер Денис Нурғәлинға уңыштар! Актерҙар һәр ваҡыттағыса килештереп уйнаны. Сибай театры коллективына ҙур рәхмәт!
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-09-20/ldermesht-n-lm-nd-r-bishlek-3446187
20 Сентябрь , 10:35
ba
МИҘГЕЛДӘРҘӘН ТОРА БЫЛ ТОРМОШ
Йылдағыса, вәғәҙәһеҙ, бер ниһеҙ, йола буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙенең Ижади миҙгелен аса. Ябылғанды яңынан асыу, тип ҡабул итмәгеҙ. Был осраҡта асыу һүҙенә тәрән мәғәнә һалынған. Асыу! Тимәк, яңырыу, дәртләнеү, йәшәреү, өмөт менән йәшәү! Ижади миҙгел быйыл нисек асыласаҡ, театр коллективының кәйефе ниндәй? Нимә көтә беҙҙе тантаналы көндә? Ошо турала һорашып, театрҙың баш режиссеры Денис Сәлим улы НУРҒӘЛИНГӘ мөрәжәғәт иттек:   --Ижади миҙгелдәрҙе асыу һәм ябыу үҙенә күрә бик мәртәбәле йола ғына. Әлбиттә, театр үҙ эшен миҙгел ябылғас та дауам итә, гастролдәр, йәйге ялдарҙан тыш, йыл дауамында бара. Хатта ки, киреһенсә, эштәр ул осорҙа ҡыҙыуыраҡ була. Әлеге көндә артистарыбыҙҙың бер төркөмө ауылдар буйлап гастролдә йөрөй, ҡалғандар Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Автор әҫәрҙең жанрын моңһоу комедия тип ҡуйған, жанрын үҙгәртеп, фантасмагорияға тартым әҫәр тыуҙырырға тырышабыҙ. Ни өсөн яңы алымдар ҡулланабыҙ? Сөнки театрҙа жанрҙар төрлөлөгө булырға тейеш. Мәҫәлән, бөтә тамашасылар ҙа тик драма ғына  ҡарарға яратмай бит, кемгәлер комедия оҡшай, трагедия ҡарарға теләгәндәр ҙә бар. Нәфис фильмдарҙы алһаң да, берәүҙәр фантастика ҡарай, икенселәр--мелодрама, тормош шулай ҡоролған. Тамашасыларҙың ихтыяжын күҙ уңында тоторға, театрҙың үҫешен дә иҫәпкә алырға кәрәк, артистар өсөн дә төрлө жанрҙа эшләү ҡыҙығыраҡ. Көн һайын аҡ икмәк ашап ултырып булмай бит, ҡай саҡ ҡара икмәк ашағы ла килеп китә. Кемдер жанрҙар төрлөлөгө театрҙың йүнәлешен үҙгәртә, тип уйларға мөмкин. Юҡ, бындай яңы алымдар эшмәкәрлекте һис тә төп эшенән ситләтмәй. Хәҙерге заманда интернет бар, һәр кешенең ҡулында телефон, ауыл кешеһе менән ҡала кешеһенең менталитеты айырылмай тиерлек. Замана кешеһе бик мәғлүмәтле, яңылыҡтарҙы белә, ишетеп, күреп тора. Элек колхоз-совхоз осоронда халыҡ баш баҫып, таңдан төнгә тиклем баҫыуҙарҙа, фермаларҙа эшләне, биш көн эшләп, ике көн ял иткән ҡала кешеһе менән ауыл кешеһе араһында айырма бар ине. Хәҙер, етмәһә, һәр кешелә машина бар, ҡайҙа теләй, шунда ултырып сыға ла китә. Теләһә, баш ҡалаға барып, спектакль ҡарай ала. Шундай мөмкинлектәре булған тамашасыны жанрҙарҙың төрлө булыуы ҡыҙыҡһындыра ғына. Беҙҙе йыш ҡына халыҡсан театр, тип, халыҡ театры менән сағыштыралар, әммә күп кеше шуны аңлап етмәй: халыҡсан тигән һүҙ халыҡҡа яҡын, тигәнде аңлата. Театрҙың тарихын ҡараһаң, беренсе аҙымдарынан уҡ ул халыҡ өсөн эшләгән тәгәрмәс өҫтөндәге театр булған, ауылдар буйлап йөрөп, театрға һөйөү тәрбиәләгән. Бөтә кешенең дә театрға килеп, спектаклдәр ҡарарға мөмкинселеге юҡ, ауыл килеп ҡарай алмай бит инде. Мөхәммәт тауға бармаһа, тау Мөхәммәткә бара, тигәндәй, беҙ үҙебеҙ халыҡ өсөн эшләйбеҙ, хеҙмәт итәбеҙ, бурыс ҡайтарабыҙ. Аллаһ бойорһа, премьерабыҙ менән миҙгелде асырбыҙ, тип, ниәт итәбеҙ. Репетициялар һәйбәт бара, материал ауыр, ваҡыт тар. Шуға ҡарамаҫтан, артистар тырышып эшләйҙәр, һәр кем үҙ персонажының образын тыуҙыра. Спектаклдең композиторы Рәмил Мәхийәнов бик матур көйҙәр яҙа, Залина Усманова пластик хәрәкәттәр һала башланы. Ҡуйыусы-рәссам Зилә Юлай ҡыҙы Нурғәлиеваның эшен премьера ваҡытынды баһаларһығыҙ. Театр бит ул коллектив эште ярата, режиссер иһә дөрөҫ ойоштора белергә тейеш. Ә артистар инде--тыуҙырыусылар, һәр береһе үҙенең образын юҡтан бар яһай. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, таныш эште урынына еткереп атҡарырбыҙ. Артистарҙың эше сәхәнәлә күренер, ә бит күренмәгән кешеләр ҙә бар был коллектив хеҙмәттә. Костюмерҙар, тегеү цехы, бутафорҙар, реквизиторҙар, декораторҙар ҙа күмәкләп дөйөм эште башҡара. Спектаклдең үҙенә килгәндә, ул тормошто һөйә белергә өйрәтә, ынтылышлы йәшәргә саҡыра. Хәҙер бит күп кеше зарланырға ярата. Беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, ә беҙгә һәр ваҡыт ниҙер етмәй. Улай булырға ярамай, шөкөр итә белергә, тормоштоң мәғәнәһен, ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәклеге тураһында һөйләнелә был спектаклдә. Тамашасылар үҙҙәре күрер, аңлар. 19 сентябрь киске спектаклгә-- премьераға, миҙгел асыу тантанаһына рәхим итегеҙ! Радик ӨМӨТҠУЖИН, театрҙың әҙәби-драматургик бүлек етәксеһе.
Йылдағыса, вәғәҙәһеҙ, бер ниһеҙ, йола буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙенең Ижади миҙгелен аса. Ябылғанды яңынан асыу, тип ҡабул итмәгеҙ. Был осраҡта асыу һүҙенә тәрән мәғәнә һалынған. Асыу! Тимәк, яңырыу, дәртләнеү, йәшәреү, өмөт менән йәшәү! Ижади миҙгел быйыл нисек асыласаҡ, театр коллективының кәйефе ниндәй? Нимә көтә беҙҙе тантаналы көндә? Ошо турала һорашып, театрҙың баш режиссеры Денис Сәлим улы НУРҒӘЛИНГӘ мөрәжәғәт иттек: --Ижади миҙгелдәрҙе асыу һәм ябыу үҙенә күрә бик мәртәбәле йола ғына. Әлбиттә, театр үҙ эшен миҙгел ябылғас та дауам итә, гастролдәр, йәйге ялдарҙан тыш, йыл дауамында бара. Хатта ки, киреһенсә, эштәр ул осорҙа ҡыҙыуыраҡ була. Әлеге көндә артистарыбыҙҙың бер төркөмө ауылдар буйлап гастролдә йөрөй, ҡалғандар Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Автор әҫәрҙең жанрын моңһоу комедия тип ҡуйған, жанрын үҙгәртеп, фантасмагорияға тартым әҫәр тыуҙырырға тырышабыҙ. Ни өсөн яңы алымдар ҡулланабыҙ? Сөнки театрҙа жанрҙар төрлөлөгө булырға тейеш. Мәҫәлән, бөтә тамашасылар ҙа тик драма ғына ҡарарға яратмай бит, кемгәлер комедия оҡшай, трагедия ҡарарға теләгәндәр ҙә бар. Нәфис фильмдарҙы алһаң да, берәүҙәр фантастика ҡарай, икенселәр--мелодрама, тормош шулай ҡоролған. Тамашасыларҙың ихтыяжын күҙ уңында тоторға, театрҙың үҫешен дә иҫәпкә алырға кәрәк, артистар өсөн дә төрлө жанрҙа эшләү ҡыҙығыраҡ. Көн һайын аҡ икмәк ашап ултырып булмай бит, ҡай саҡ ҡара икмәк ашағы ла килеп китә. Кемдер жанрҙар төрлөлөгө театрҙың йүнәлешен үҙгәртә, тип уйларға мөмкин. Юҡ, бындай яңы алымдар эшмәкәрлекте һис тә төп эшенән ситләтмәй. Хәҙерге заманда интернет бар, һәр кешенең ҡулында телефон, ауыл кешеһе менән ҡала кешеһенең менталитеты айырылмай тиерлек. Замана кешеһе бик мәғлүмәтле, яңылыҡтарҙы белә, ишетеп, күреп тора. Элек колхоз-совхоз осоронда халыҡ баш баҫып, таңдан төнгә тиклем баҫыуҙарҙа, фермаларҙа эшләне, биш көн эшләп, ике көн ял иткән ҡала кешеһе менән ауыл кешеһе араһында айырма бар ине. Хәҙер, етмәһә, һәр кешелә машина бар, ҡайҙа теләй, шунда ултырып сыға ла китә. Теләһә, баш ҡалаға барып, спектакль ҡарай ала. Шундай мөмкинлектәре булған тамашасыны жанрҙарҙың төрлө булыуы ҡыҙыҡһындыра ғына. Беҙҙе йыш ҡына халыҡсан театр, тип, халыҡ театры менән сағыштыралар, әммә күп кеше шуны аңлап етмәй: халыҡсан тигән һүҙ халыҡҡа яҡын, тигәнде аңлата. Театрҙың тарихын ҡараһаң, беренсе аҙымдарынан уҡ ул халыҡ өсөн эшләгән тәгәрмәс өҫтөндәге театр булған, ауылдар буйлап йөрөп, театрға һөйөү тәрбиәләгән. Бөтә кешенең дә театрға килеп, спектаклдәр ҡарарға мөмкинселеге юҡ, ауыл килеп ҡарай алмай бит инде. Мөхәммәт тауға бармаһа, тау Мөхәммәткә бара, тигәндәй, беҙ үҙебеҙ халыҡ өсөн эшләйбеҙ, хеҙмәт итәбеҙ, бурыс ҡайтарабыҙ. Аллаһ бойорһа, премьерабыҙ менән миҙгелде асырбыҙ, тип, ниәт итәбеҙ. Репетициялар һәйбәт бара, материал ауыр, ваҡыт тар. Шуға ҡарамаҫтан, артистар тырышып эшләйҙәр, һәр кем үҙ персонажының образын тыуҙыра. Спектаклдең композиторы Рәмил Мәхийәнов бик матур көйҙәр яҙа, Залина Усманова пластик хәрәкәттәр һала башланы. Ҡуйыусы-рәссам Зилә Юлай ҡыҙы Нурғәлиеваның эшен премьера ваҡытынды баһаларһығыҙ. Театр бит ул коллектив эште ярата, режиссер иһә дөрөҫ ойоштора белергә тейеш. Ә артистар инде--тыуҙырыусылар, һәр береһе үҙенең образын юҡтан бар яһай. Күмәкләгән яу ҡайтарған, тигәндәй, таныш эште урынына еткереп атҡарырбыҙ. Артистарҙың эше сәхәнәлә күренер, ә бит күренмәгән кешеләр ҙә бар был коллектив хеҙмәттә. Костюмерҙар, тегеү цехы, бутафорҙар, реквизиторҙар, декораторҙар ҙа күмәкләп дөйөм эште башҡара. Спектаклдең үҙенә килгәндә, ул тормошто һөйә белергә өйрәтә, ынтылышлы йәшәргә саҡыра. Хәҙер бит күп кеше зарланырға ярата. Беҙҙең бөтә нәмәбеҙ ҙә бар, ә беҙгә һәр ваҡыт ниҙер етмәй. Улай булырға ярамай, шөкөр итә белергә, тормоштоң мәғәнәһен, ҡәҙерен белеп ҡалырға кәрәклеге тураһында һөйләнелә был спектаклдә. Тамашасылар үҙҙәре күрер, аңлар.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-09-14/mi-geld-r-n-tora-byl-tormosh-3435961
14 Сентябрь , 12:05
ba
ТАНҺЫҠ МОҢДАР...
Юлдыбай ауылы янында, саф һауала, Сонтоғаш тауы янында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә матур сара үтте. Уны сығыштары менән Йылайыр районынан булған аҫыл ҡыҙҙар Гөлсөм Бикбулатова һәм Эльмира Юлдашева инициативаһы буйынса ойошторҙолар. Сәләмләү һүҙе менән район башлығы Борис Мелкоедов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны. Әйткәндәй, Зариф Закир улы сара барышында махсус операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыға сәғәт бүләк итте. Концертҡа килеүсе билдәле йырсыларҙың сығышын ҡарап ҡыуанды, Фәрит Бикбулатов хаҡында матур, йылы һүҙҙәр ишетте, йырҙарын, үҙен юҡһынып моңланды.
Юлдыбай ауылы янында, саф һауала, Сонтоғаш тауы янында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Бикбулатовтың яҡты иҫтәлегенә матур сара үтте. Уны сығыштары менән Йылайыр районынан булған аҫыл ҡыҙҙар Гөлсөм Бикбулатова һәм Эльмира Юлдашева инициативаһы буйынса ойошторҙолар. Сәләмләү һүҙе менән район башлығы Борис Мелкоедов, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сығыш яһаны. Әйткәндәй, Зариф Закир улы сара барышында махсус операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыға сәғәт бүләк итте.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-08-13/tan-y-mo-dar-3386589
13 Август , 22:50
ba
Августа Баймаҡ районындағы Граф күле буйында «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивале уҙғарыласаҡ.
Сара йылҡысылар, ошо өлкәләге белгестәр һәм ғалимдар, биҙәү-ҡулланма ижад оҫталары, һөнәрселәр, рәссамдар, халыҡ ижады коллективтары һәм халыҡ ижады өлкәһендәге белгестәр, фольклорсылар, этнографтар, спорт ярыштарында ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Һеҙ улар иҫәбенә инһәгеҙ һәм яратҡан эшегеҙ менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнһәгеҙ, шул саҡта фестиваль программаһы менән танышып, теркәлегеҙ: www.bashkort-aty.ruФестивалдең маҡсаты - төбәктә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу. Геолокация: 52.6493197, 58.3256030Махсус ойошторолған маршрут автобустарында Баймаҡтан Граф күленә тиклем барып етергә мөмкин, ара - 3 саҡрым.Үҙ машинаһында барғандарға парковка бар, маршрут буйынса күрһәткестәр ярҙам итәсәк:- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Темәс ауылы аша - Түбә ауылы - Иҫән ауылы - Граф күле- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Баймаҡ ҡалаһы аша - Граф күле- Ира - Магнитогорск автотрассаһы: Юлдыбай ауылы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле- Магнитогорск - Ира автотрассаһы: Сибай ҡалаһы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле.Әгәр балаларығыҙ менән килергә йыйынһағыҙ, уларға ла ҡыҙыҡ буласаҡ. Бәләкәй ҡатнашыусылар өсөн программала - интерактив уйындар һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле ҡуйыла, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре үткәрәсәк милли уйындар ҡаралған.Фестиваль өс көн - 11-енән 13 авгусҡа тиклем барасаҡ. Ситтән килгәндәр Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡунаҡханаларында урынлаша, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Белорет райондарында йәшәй ала. Бының өсөн алдан уҡ номерҙарға заказ бирергә кәрәк.Теләге булғандар халыҡ-ара физкультура-спорт уйындарында ҡатнашырға мөмкин, әммә талаптар ҙа юҡ түгел. Әйткәндәй, еңеүсегә төп бүләк - автомобиль! Тулыраҡ мәғлүмәт - сайттағы Положениела.Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр өсөн халыҡ уйындары һәм эстафеталар ойоштороласаҡ.📞 Бәйләнеш үҙәгендә өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин: 8 (937) 331 02 01, 122 (өҫтәмә 4)#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Сара йылҡысылар, ошо өлкәләге белгестәр һәм ғалимдар, биҙәү-ҡулланма ижад оҫталары, һөнәрселәр, рәссамдар, халыҡ ижады коллективтары һәм халыҡ ижады өлкәһендәге белгестәр, фольклорсылар, этнографтар,спорт ярыштарында ҡатнашыусылар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ. Һеҙ улар иҫәбенә инһәгеҙ һәм яратҡан эшегеҙ менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнһәгеҙ, шул саҡта фестиваль программаһы менән танышып, теркәлегеҙ: маҡсаты - төбәктә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу. Геолокация: 52.6493197, 58.3256030Махсус ойошторолған маршрут автобустарында Баймаҡтан Граф күленә тиклем барып етергә мөмкин, ара - 3 саҡрым. Үҙ машинаһында барғандарға парковка бар, маршрут буйынса күрһәткестәр ярҙам итәсәк:- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Темәс ауылы аша - Түбә ауылы - Иҫән ауылы - Граф күле- Сермән - Баймаҡ автотрассаһы: Баймаҡ ҡалаһы аша - Граф күле- Ира - Магнитогорск автотрассаһы: Юлдыбай ауылы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле- Магнитогорск - Ира автотрассаһы: Сибай ҡалаһы аша - Баймаҡ ҡалаһы - Граф күле. Әгәр балаларығыҙ менән килергә йыйынһағыҙ, уларға ла ҡыҙыҡ буласаҡ. Бәләкәй ҡатнашыусылар өсөн программала - интерактив уйындар һәм Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры спектакле ҡуйыла, шулай уҡ Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре үткәрәсәк милли уйындар ҡаралған. Фестиваль өс көн - 11-енән 13 авгусҡа тиклем барасаҡ. Ситтән килгәндәр Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡунаҡханаларында урынлаша, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Белорет райондарында йәшәй ала. Бының өсөн алдан уҡ номерҙарға заказ бирергә кәрәк. Теләге булғандар халыҡ-ара физкультура-спорт уйындарында ҡатнашырға мөмкин, әммә талаптар ҙа юҡ түгел. Әйткәндәй, еңеүсегә төп бүләк - автомобиль! Тулыраҡ мәғлүмәт - сайттағы Положениела.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-07-12/avgusta-bayma-rayonynda-y-graf-k-le-buyynda-bash-ort-aty-haly-ara-bash-ort-to-omlo-attar-festivale-u-arylasa-3337226
12 Июль , 15:15
ba
ТЕАТРҒА КИЛЕГЕҘ!
Тормош бер туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән кеүек тойолһа ла, уның иҫтә ҡалырлыҡ үҙ осорҙары була. Театр коллективтары, мәҫәлән, ижади миҙгелдәр менән йәшәй – һәр йыл яңы һулыштан башлана ла, йәй башына тантаналы рәүештә ябыу мәле лә етә. Был, әлбиттә, йыл уртаһындағы тамашалар уртаса була, тигәнде һис тә аңлатмай, һәр спектакль тамашасылар зауығын ҡәнәғәтләндерергә тейеш, әммә һәр нәмәнең башы менән аҙағы ҡыҙығыраҡ була түгелме?Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Беҙҙе аңлаған, ҡабул иткән, һәр һулышыбыҙҙы тойған театр йәнле, зауыҡлы, мөбәрәковсыларҙың тоғро дуҫтары, һеҙҙе өс көн дауамында барасаҡ ижади миҙгелде ябыу тамашаларына саҡырабыҙ.13 июндә Салауат Әбүзәровтың әҫәре буйынса режиссер Дамир Ғәлимовтың “Ғүмерлек ғазап” спектакле булсаҡ. Сәхнәләге күренештәр XX быуаттың 70-80-се йылдарын һүрәтләй. Әҫәрҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, әсирлек яҙмышын үҙ елкәһендә татыған һәм шул арҡала тормошо ғүмерлек ғазапҡа әйләнгән Сәлмән исемле кеше тураһында бара. Кеше яҙмышы, ғаилә яҙмышы аша авторҙар тотош система ҡоролошон күрһәтеп бирергә ирешкән. Режиссер автор менән берлектә спектакль аша бәлә килгәндә рух ныҡлығы кәрәклеге тураһында ла иҫкәртә.14 июндә буласаҡ “Һағыштарым тулы ғазаптарым” спектакленең төп героиняһы – Эльза. Яҙмышы еңелдән булмаған был ханым төрлө михнәттәр менән ғүмер юлының етенсе тиҫтәһенә аяҡҡа баҫҡанда Хоҙай уға тағы ла бер һынау ебәрә – Эльза ғашиҡ була... Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Олег Ханов.15 июндә театр һеҙҙең өсөн “Мөхәббәтте ергә ҡарап түгел, йондоҙҙарға ҡарап көткәнмен” исемле театрлаштырылған концерт тәҡдим итә. Тамашаның төп маҡсаты – бөгөнгө ауыл тормошо шарттарында иң ҙур социаль проблема һаналған ғаилә ҡороу мәсьәләһен күтәреү. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: бөгөн ауыл ерендә өйләнмәгән егеттәр, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар күп. Сценарий буйынса, клуб директоры бөтә ауыл менән бергәләп йыр-бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға тигән уй менән ауылдағы буйҙаҡтарҙы бергә йыя. Еңерҙәрме улар был конкурста?Гөлсәсәк Саламатованың уйын ҡуйыусы-режиссер Денис Нурғәлин тормошҡа ашырҙы.Өс көн дауамында барған, ижади миҙгелде ябыуға арналған тантаналы тамашаларҙан ситтә ҡалмағыҙ!
Тормош бер туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән кеүек тойолһа ла, уның иҫтә ҡалырлыҡ үҙ осорҙары була. Театр коллективтары, мәҫәлән, ижади миҙгелдәр менән йәшәй – һәр йыл яңы һулыштан башлана ла, йәй башына тантаналы рәүештә ябыу мәле лә етә. Был, әлбиттә, йыл уртаһындағы тамашалар уртаса була, тигәнде һис тә аңлатмай, һәр спектакль тамашасылар зауығын ҡәнәғәтләндерергә тейеш, әммә һәр нәмәнең башы менән аҙағы ҡыҙығыраҡ була түгелме?Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ! Беҙҙе аңлаған, ҡабул иткән, һәр һулышыбыҙҙы тойған театр йәнле, зауыҡлы, мөбәрәковсыларҙың тоғро дуҫтары, һеҙҙе өс көн дауамында барасаҡ ижади миҙгелде ябыу тамашаларына саҡырабыҙ. 13 июндә Салауат Әбүзәровтың әҫәре буйынса режиссер Дамир Ғәлимовтың “Ғүмерлек ғазап” спектакле булсаҡ. Сәхнәләге күренештәр XX быуаттың 70-80-се йылдарын һүрәтләй. Әҫәрҙә һүҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, әсирлек яҙмышын үҙ елкәһендә татыған һәм шул арҡала тормошо ғүмерлек ғазапҡа әйләнгән Сәлмән исемле кеше тураһында бара. Кеше яҙмышы, ғаилә яҙмышы аша авторҙар тотош система ҡоролошон күрһәтеп бирергә ирешкән. Режиссер автор менән берлектә спектакль аша бәлә килгәндә рух ныҡлығы кәрәклеге тураһында ла иҫкәртә. 14 июндә буласаҡ “Һағыштарым тулы ғазаптарым” спектакленең төп героиняһы – Эльза. Яҙмышы еңелдән булмаған был ханым төрлө михнәттәр менән ғүмер юлының етенсе тиҫтәһенә аяҡҡа баҫҡанда Хоҙай уға тағы ла бер һынау ебәрә – Эльза ғашиҡ була... Спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры – Башҡортостандың халыҡ, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Олег Ханов. 15 июндә театр һеҙҙең өсөн “Мөхәббәтте ергә ҡарап түгел, йондоҙҙарға ҡарап көткәнмен” исемле театрлаштырылған концерт тәҡдим итә. Тамашаның төп маҡсаты – бөгөнгө ауыл тормошо шарттарында иң ҙур социаль проблема һаналған ғаилә ҡороу мәсьәләһен күтәреү. Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: бөгөн ауыл ерендә өйләнмәгән егеттәр, кейәүгә сыҡмаған ҡыҙҙар күп. Сценарий буйынса, клуб директоры бөтә ауыл менән бергәләп йыр-бейеү бәйгеһендә ҡатнашырға тигән уй менән ауылдағы буйҙаҡтарҙы бергә йыя. Еңерҙәрме улар был конкурста?Гөлсәсәк Саламатованың уйын ҡуйыусы-режиссер Денис Нурғәлин тормошҡа ашырҙы.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-06-06/teatr-a-kilege-3288463
6 Июнь , 10:05
ba
Музейға ҡомартҡы тапшыр
Сибайҙың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында март башында «Музейға ҡомартҡы тапшыр» сираттағы акция иғлан ителде. Акция сиктәрендә тарихҡа, үткәндәргә битараф булмаған ҡалалаштарыбыҙ ярҙамында совет осоронда балалар уйнаған төрлө уйынсыҡтар, ҡалабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән төҙөүселәрҙең, ер аҫты байлыҡтарын табыуҙа ҡатнашҡан шахтерҙарҙың, таусыларҙың документтары һәм фотолары, 1970-1990-сы йылдарҙа ҡулланылған мәктәп әсбаптары (көндәлек, пенал, китап, дәфтәрҙәр), көнкүреш әйберҙәре (һауыт-һаба, сәғәттәр, төрлө сувенирҙар), музыка ҡоралдары, сигелгән, һуғылған әйберҙәр (таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, балаҫ, келәмдәр), милли кейемдәр, минералдар һәм минерология коллекцияларын тулыландырыу күҙаллана. Ҡомартҡылар яйлап йыйыла. Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында йәшәүсе Г.М.Баймурзина һәм М.Х.Баймурзин совет осоронда мәктәптәрҙә балалар ултырып уҡыған парта, яҙыусылар тураһында китаптар алып килде. Сибайҙан Ю.Н.Передельский «Siluet electro», «Смена 8» фотоаппараттары тапшырҙы. Хәҙерге көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-азаматыбыҙ И.Р.Ҡурамшин дошман пуляһы тишкән һалдат фляжкаһын ҡалдырҙы. Р.Нагаева ғаиләлә ҡомартҡы итеп һаҡланған Бареев Александрҙың фронттан яҙған хатын алып килде. Йыл һайын һәр акцияға әүҙем ҡушылыусы М.Ғ.Шәфиев музей фондын совет осоронда ҡулланылған үтек, будильник, шыршы биҙәү уйынсыҡтары, комсомолецтарҙың документтары менән тулыландырҙы. Ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов танк ғәскәрҙәре хәрбиҙәре кейгән берет, «Социалистик ярышта еңеүсегә» вымпелы, 25 төрлө комсомол значоктарынан тупланған коллекцияһын бүләк итте. Музейыбыҙҙың дуҫы Ф.З.Привалова совет осоронда ҡулланылған һауыттар һәм күп йылдар төҙөлөштә ташсы булып эшләгән әсәһе Хәйруллина Шәмғиәнең Почет грамоталарын алып килһә, А.М.Шәкиров тальян гармунын бирҙе. Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы, билдәле мәғариф ветераны, Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсе Утәғолов Рамаҙан Исмәғил улының документтарын һәм наградаларын улы Утәғолов И.Р. музей фондына тапшырҙы. Шулай уҡ Д.Н.Моратова, В.Т. Каплин, И.И.Мышинская, Р.А.Тимербулатова фонд туплауға тос өлөш индерҙе. Бөйөк Еңеү көнө алдынан беҙҙең яҡташыбыҙ, хәҙерге ваҡытта Пермь крайының Оса ҡалаһында йәшәүсе Рафаэль Сырлыбаевтан хат килеп төштө. Ул һөйөклө атаһының Рәхмәт Исҡужа улының Бөйөк Ватан һуғышы алдынан алып барған көндәлеген һәм ғаилә архивынан фотолар ебәргән. Иң ҡиммәтле мәғлүмәт көндәлек биттәрендә йәбештерелгән фотоларҙа сағылған. Тағы ла беҙҙең яҡташыбыҙ, хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе М.Исхаков Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Скрябин Петр Кузьмичтың гармунын тапшырҙы. Музейҙағы һәр бер экспонатты ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Иғлан ителгән акцияларға халыҡтың ихлас ҡушылыуы киләсәккә ышанысты арттыра, дәртләндерә. Халҡыбыҙҙың тарихи үткәнен, ҡомартҡыларыбыҙҙы, милли йола-ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлап, уларҙы быуындан-быуынға ҡәҙерләп тапшырыу--беҙҙең бурыс. «Музейға ҡомартҡы тапшыр» акцияһында ҡатнашыусы һәр кешегә шатбыҙ, рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән мәҙәниәт усағыбыҙ тағы ла күркәмерәк, сағыуыраҡ булһын! Рәзилә Ишбулатова, Сибай ҡалаһының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының баш һаҡлаусыһы.
Сибайҙың тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында март башында «Музейға ҡомартҡы тапшыр» сираттағы акция иғлан ителде. Акция сиктәрендә тарихҡа, үткәндәргә битараф булмаған ҡалалаштарыбыҙ ярҙамында совет осоронда балалар уйнаған төрлө уйынсыҡтар, ҡалабыҙҙы төҙөүгә ҙур өлөш индергән төҙөүселәрҙең, ер аҫты байлыҡтарын табыуҙа ҡатнашҡан шахтерҙарҙың, таусыларҙың документтары һәм фотолары, 1970-1990-сы йылдарҙа ҡулланылған мәктәп әсбаптары (көндәлек, пенал, китап, дәфтәрҙәр), көнкүреш әйберҙәре (һауыт-һаба, сәғәттәр, төрлө сувенирҙар), музыка ҡоралдары, сигелгән, һуғылған әйберҙәр (таҫтамалдар, ашъяулыҡтар, балаҫ, келәмдәр), милли кейемдәр, минералдар һәм минерология коллекцияларын тулыландырыу күҙаллана.Ҡомартҡылар яйлап йыйыла. Баймаҡ районының 1-се Төркмән ауылында йәшәүсе Г.М.Баймурзина һәм М.Х.Баймурзин совет осоронда мәктәптәрҙә балалар ултырып уҡыған парта, яҙыусылар тураһында китаптар алып килде. Сибайҙан Ю.Н.Передельский «Siluet electro», «Смена 8» фотоаппараттары тапшырҙы. Хәҙерге көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-азаматыбыҙ И.Р.Ҡурамшин дошман пуляһы тишкән һалдат фляжкаһын ҡалдырҙы. Р.Нагаева ғаиләлә ҡомартҡы итеп һаҡланған Бареев Александрҙың фронттан яҙған хатын алып килде. Йыл һайын һәр акцияға әүҙем ҡушылыусы М.Ғ.Шәфиев музей фондын совет осоронда ҡулланылған үтек, будильник, шыршы биҙәү уйынсыҡтары, комсомолецтарҙың документтары менән тулыландырҙы. Ветерандар советы рәйесе Р.Х.Иҙрисов танк ғәскәрҙәре хәрбиҙәре кейгән берет, «Социалистик ярышта еңеүсегә» вымпелы, 25 төрлө комсомол значоктарынан тупланған коллекцияһын бүләк итте. Музейыбыҙҙың дуҫы Ф.З.Привалова совет осоронда ҡулланылған һауыттар һәм күп йылдар төҙөлөштә ташсы булып эшләгән әсәһе Хәйруллина Шәмғиәнең Почет грамоталарын алып килһә, А.М.Шәкиров тальян гармунын бирҙе. Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы, билдәле мәғариф ветераны, Почетлы тыуған яҡты өйрәнеүсе Утәғолов Рамаҙан Исмәғил улының документтарын һәм наградаларын улы Утәғолов И.Р. музей фондына тапшырҙы. Шулай уҡ Д.Н.Моратова, В.Т. Каплин, И.И.Мышинская, Р.А.Тимербулатова фонд туплауға тос өлөш индерҙе. Бөйөк Еңеү көнө алдынан беҙҙең яҡташыбыҙ, хәҙерге ваҡытта Пермь крайының Оса ҡалаһында йәшәүсе Рафаэль Сырлыбаевтан хат килеп төштө. Ул һөйөклө атаһының Рәхмәт Исҡужа улының Бөйөк Ватан һуғышы алдынан алып барған көндәлеген һәм ғаилә архивынан фотолар ебәргән. Иң ҡиммәтле мәғлүмәт көндәлек биттәрендә йәбештерелгән фотоларҙа сағылған. Тағы ла беҙҙең яҡташыбыҙ, хәҙерге ваҡытта Өфө ҡалаһында йәшәүсе М.Исхаков Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Скрябин Петр Кузьмичтың гармунын тапшырҙы. Музейҙағы һәр бер экспонатты ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Иғлан ителгән акцияларға халыҡтың ихлас ҡушылыуы киләсәккә ышанысты арттыра, дәртләндерә.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-05-19/muzey-a-omart-y-tapshyr-3264444
19 Май , 10:50
ba
"Яҙгөл"гә - 10 йәш!
Ансамбль ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә барлыҡҡа килә. Ойошманың етәксеһе Вәлиуллина Мөслимә Тәхиә ҡыҙы ижади коллектив төҙөү идеяһы менән ауылдың гүзәл заттарына мөрәжәғәт итә. Ауылдың әүҙем, йыр-моңдо һөйөүсе 13 ҡатын-ҡыҙы ансамблгә берләшә.“Яҙгөл”дөң беренсе етәксеһе итеп музыка уҡытыусыһы Сәлихова Рәзилә Рәхмәтулла ҡыҙын билдәләйҙәр, һуңынан бер нисә йыл уны музыка мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Харун ҡыҙы Янбаева етәкләй. 2013 йылдың яҙында уҡ ансамбль “Мәңгелек ут” йыры менән Еңеү көнөндә беренсе тапҡыр халыҡ алдында сығыш яһай. Шул ваҡыттан алып “Яҙгөл” халыҡ фольклор ансамбле төрлө жанрҙағы йырҙарҙы оҫта башҡарыусы һәм һәр ерҙә сәхнә күрке булып танылды. Әлеге көндә коллективты Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ибраһимова етәкләй. Ансамблгә оло йәштәге дәртле һәм уңған 13 ҡатын-ҡыҙ йөрөй. 2021 йыл ансамбль өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәге алып барған хореограф Алһыу Хафизова “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Шулай итеп, “Яҙгөл” йыр-фольклор ансамбленә әүрелә. Бәйгенең 1-се турына бейеүҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәис Низаметдинов ҡуя. Февралдә “Милләтем биҙәктәре” бейеүе менән Өфөлә сығыш яһап, 100 балл йыялар һәм 2-се турға үтәләр! 2021 йылда Баймаҡ районында киң билдәләнгән Сибай сәсәндең (Шәйәхмәт Сибаевтың) тыуыуына 200 йыл тулыуға арнап, бейеүҙе “Атайсалда дуҫлыҡ йыйыны” тип атайҙар. Һуңғы йылдарҙа “Яҙгөл” йыр-фольклор ансамбленең уңыштары бигерәк тә күп, был ҡыуаныслы хәл! 2021 йылдың март айында район күләмендә үткәрелгән үҙешмәкәр коллективтар фестивалендә Гран-при яуланылар! 2021 йылдың 12 ноябрендә “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһенең Гала-концертына барып, Өфөнән Гран-при алып ҡайтты. Был уңыштар өсөн “Яҙгөл”дәр балетмейстер Фәнил Әсәҙуллинға, Алһыу Хафизоваға, ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаевҡа, ауыл клубы мөдире Миңнур Һунаршинаға, шәхси эшҡыуарҙар Юлай Ибраһимовҡа, Баймаҡтан Рәмзиә Яналинаға, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә, Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселегенә оло рәхмәттәрен белдерә. Иҫке Сибай ауылы ике йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңышлы ҡатнашты. Әлбиттә, конкурс сиктәрендә уҙғарылған сараларҙа ла “Яҙгөл” ансамбле әүҙем эш алып барҙы һәм 2022 йылда Иҫке Сибай ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа “Яҙгөл” халыҡ йыр-фольклор ансамбленең хеҙмәте ғәйәт ҙур. Уйлап ҡараһаң, ансамблгә һәр кем үҙенең күңел ҡушыуы буйынса йөрөй, уларға бер ниндәй ҙә аҡса түләнмәй. Әммә йөрәктәре йәш, дәрттәре ташып тора, үҙҙәре һәр саҡ үҫеш, эҙләнеү һәм камиллашыу өҫтөндә даими эшләй. Йыр-моңға ғашиҡ гүзәл заттарҙың дәрт-дармандары һүнмәһен, һүрелмәһен! Фирҙәүес Ибраһимова, мәғариф ветераны.
Ансамбль ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә барлыҡҡа килә. Ойошманың етәксеһе Вәлиуллина Мөслимә Тәхиә ҡыҙы ижади коллектив төҙөү идеяһы менән ауылдың гүзәл заттарына мөрәжәғәт итә. Ауылдың әүҙем, йыр-моңдо һөйөүсе 13 ҡатын-ҡыҙы ансамблгә берләшә.“Яҙгөл”дөң беренсе етәксеһе итеп музыка уҡытыусыһы Сәлихова Рәзилә Рәхмәтулла ҡыҙын билдәләйҙәр, һуңынан бер нисә йыл уны музыка мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Харун ҡыҙы Янбаева етәкләй. 2013 йылдың яҙында уҡ ансамбль “Мәңгелек ут” йыры менән Еңеү көнөндә беренсе тапҡыр халыҡ алдында сығыш яһай. Шул ваҡыттан алып “Яҙгөл” халыҡ фольклор ансамбле төрлө жанрҙағы йырҙарҙы оҫта башҡарыусы һәм һәр ерҙә сәхнә күрке булып танылды. Әлеге көндә коллективты Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ибраһимова етәкләй. Ансамблгә оло йәштәге дәртле һәм уңған 13 ҡатын-ҡыҙ йөрөй. 2021 йыл ансамбль өсөн бигерәк тә уңышлы булды. Мәҙәниәт йортонда бейеү түңәрәге алып барған хореограф Алһыу Хафизова “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итә. Шулай итеп, “Яҙгөл” йыр-фольклор ансамбленә әүрелә. Бәйгенең 1-се турына бейеүҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рәис Низаметдинов ҡуя. Февралдә “Милләтем биҙәктәре” бейеүе менән Өфөлә сығыш яһап, 100 балл йыялар һәм 2-се турға үтәләр! 2021 йылда Баймаҡ районында киң билдәләнгән Сибай сәсәндең (Шәйәхмәт Сибаевтың) тыуыуына 200 йыл тулыуға арнап, бейеүҙе “Атайсалда дуҫлыҡ йыйыны” тип атайҙар.Һуңғы йылдарҙа “Яҙгөл” йыр-фольклор ансамбленең уңыштары бигерәк тә күп, был ҡыуаныслы хәл! 2021 йылдың март айында район күләмендә үткәрелгән үҙешмәкәр коллективтар фестивалендә Гран-при яуланылар!2021 йылдың 12 ноябрендә “Байыҡ” телевизион бейеү бәйгеһенең Гала-концертына барып, Өфөнән Гран-при алып ҡайтты. Был уңыштар өсөн “Яҙгөл”дәр балетмейстер Фәнил Әсәҙуллинға, Алһыу Хафизоваға, ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаевҡа, ауыл клубы мөдире Миңнур Һунаршинаға, шәхси эшҡыуарҙар Юлай Ибраһимовҡа, Баймаҡтан Рәмзиә Яналинаға, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә, Сибай концерт-театр берекмәһе етәкселегенә оло рәхмәттәрен белдерә. Иҫке Сибай ауылы ике йыл рәттән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында уңышлы ҡатнашты. Әлбиттә, конкурс сиктәрендә уҙғарылған сараларҙа ла “Яҙгөл” ансамбле әүҙем эш алып барҙы һәм 2022 йылда Иҫке Сибай ауыл хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа “Яҙгөл” халыҡ йыр-фольклор ансамбленең хеҙмәте ғәйәт ҙур. Уйлап ҡараһаң, ансамблгә һәр кем үҙенең күңел ҡушыуы буйынса йөрөй, уларға бер ниндәй ҙә аҡса түләнмәй. Әммә йөрәктәре йәш, дәрттәре ташып тора, үҙҙәре һәр саҡ үҫеш, эҙләнеү һәм камиллашыу өҫтөндә даими эшләй.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-05-12/ya-g-l-g-10-y-sh-3254511
12 Май , 08:20
ba
ҺҮҘҺЕҘ ТОЙҒОЛАР
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Яу ҡупҡас...” исемле пластик спектаклдең премьераһы булды. Шунан, тиерһегеҙ... Эйе, премьералар булып тора – был күренеш һәр театрҙың йәшәү рәүеше, үҫеше, йә иһә бер кимәлдә тапаныуы. Әлеге премьераны театр өсөн тарихи ваҡиға булды, тип әйтергә була. Эйе, шулай! Сөнки туҡһан йылдан ашыу тарихы булған театрҙа тәүге тапҡыр пластик спектакль ҡуйылды. Был мәғлүмәт тә шаңҡытмаймы? Эйе, пластик спектаклдәр бөгөнгө театрҙар өсөн яңылыҡ түгел шул. Премьера бик уңышлы булды, тиһәм дә, иҫегеҙ китмәҫ, моғайын, сөнки уңышлы спектаклдәр ҙә йыш була. Әммә был юлы театрҙың тын алышында күптән көткән яңылыҡ һиҙелде, хатта ки бөгөнгө тынғыһыҙ заманда спектакль ниндәйҙер өмөт сатҡылары уятҡандай тойолдо, йәш актерҙар дыу ҡуптарып, беҙ – бар, беҙ булдырабыҙ, тип оран һалғандай тойолдо. Йәш, өмөтлө режиссер Залина Усманованың йәш актерҙар составы менән яңы жанрға мөрәжәғәт итеүен ҙур ҡыйыулыҡ тип һанарға була. Күҙ алдына килтерегеҙ, бер һүҙһеҙ, тик пластик хәрәкәттәр ярҙамында тамашасылар күңелен яуларға кәрәк. Беҙ, ғәҙәттә, ғашиҡтар, йә иһә ғаилә ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгәндәр генә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай, тип күнеккәнбеҙ. Ярты һүҙҙән... Ә был тамашала бер һүҙ ҙә юҡ! Хәрәкәттәр, музыка, яҡтыртыу саралары һәм төрлө тауыштарҙың эффекты ярҙамында ғына алдан уйланылған сюжетты, әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлайышлы итеп тамашасыға алып барып еткерергә кәрәк. Күпме оҫталыҡ, ихласлыҡ талап ителгәнен аңлайһығыҙҙыр. Нимәһе ҡыуаныслы, һәләттәре, таһылдары етте йәштәрҙең! Маҡсаттарына ирештеләр!Спектакль, тәү ҡарамаҡҡа, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һымаҡ. Немец самолеттарының тауышы, бомбалар шартлауы, пулеметтар тырылдауы, сирена геүләүе – бөтәһе лә һуғыш тураһындағы киноларҙан таныш. Әммә былар барыһы ла сәхнә әҫәренә динамика биреүсе эффекттар ғына. Пластик спектаклдең төп темаһы – мөхәббәт! Мәңгелек мөхәббәт тураһында һөйләнелә был спектаклдә. Ниндәй генә ауыр замандар булмаһын – һуғышмы ул, аслыҡ-яланғаслыҡмы, йәшәй алмаҫлыҡ йәшәү шарттарымы – мөхәббәт үлмәй, ул мәңгелек! Бына нимә тураһында һөйләнә, дөрөҫөрәге, күрһәтелә был пластик спектаклдә. Бәлки шуғалыр ҙа тәүге тамашаны ҡарарға килгән студенттар уны тын да алмай ҡараны. Спектаклдең иң ҡыҙғаныс урындарында уҡытыусылары ла күҙҙәренә йәш алды. Был һоҡланғыс ижади тәүәкәллекте һөйләп аңлатыуы ауыр, спектаклде килеп ҡарарға кәрәк. Радик ӨМӨТҠУЖИН, театрҙың әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе.
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Яу ҡупҡас...” исемле пластик спектаклдең премьераһы булды. Шунан, тиерһегеҙ... Эйе, премьералар булып тора – был күренеш һәр театрҙың йәшәү рәүеше, үҫеше, йә иһә бер кимәлдә тапаныуы. Әлеге премьераны театр өсөн тарихи ваҡиға булды, тип әйтергә була. Эйе, шулай! Сөнки туҡһан йылдан ашыу тарихы булған театрҙа тәүге тапҡыр пластик спектакль ҡуйылды. Был мәғлүмәт тә шаңҡытмаймы? Эйе, пластик спектаклдәр бөгөнгө театрҙар өсөн яңылыҡ түгел шул. Премьера бик уңышлы булды, тиһәм дә, иҫегеҙ китмәҫ, моғайын, сөнки уңышлы спектаклдәр ҙә йыш була. Әммә был юлы театрҙың тын алышында күптән көткән яңылыҡ һиҙелде, хатта ки бөгөнгө тынғыһыҙ заманда спектакль ниндәйҙер өмөт сатҡылары уятҡандай тойолдо, йәш актерҙар дыу ҡуптарып, беҙ – бар, беҙ булдырабыҙ, тип оран һалғандай тойолдо. Йәш, өмөтлө режиссер Залина Усманованың йәш актерҙар составы менән яңы жанрға мөрәжәғәт итеүен ҙур ҡыйыулыҡ тип һанарға була. Күҙ алдына килтерегеҙ, бер һүҙһеҙ, тик пластик хәрәкәттәр ярҙамында тамашасылар күңелен яуларға кәрәк. Беҙ, ғәҙәттә, ғашиҡтар, йә иһә ғаилә ҡороп, оҙаҡ йылдар бергә йәшәгәндәр генә бер-береһен ярты һүҙҙән аңлай, тип күнеккәнбеҙ. Ярты һүҙҙән... Ә был тамашала бер һүҙ ҙә юҡ! Хәрәкәттәр, музыка, яҡтыртыу саралары һәм төрлө тауыштарҙың эффекты ярҙамында ғына алдан уйланылған сюжетты, әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлайышлы итеп тамашасыға алып барып еткерергә кәрәк. Күпме оҫталыҡ, ихласлыҡ талап ителгәнен аңлайһығыҙҙыр. Нимәһе ҡыуаныслы, һәләттәре, таһылдары етте йәштәрҙең! Маҡсаттарына ирештеләр!Спектакль, тәү ҡарамаҡҡа, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында һымаҡ. Немец самолеттарының тауышы, бомбалар шартлауы, пулеметтар тырылдауы, сирена геүләүе – бөтәһе лә һуғыш тураһындағы киноларҙан таныш. Әммә былар барыһы ла сәхнә әҫәренә динамика биреүсе эффекттар ғына. Пластик спектаклдең төп темаһы – мөхәббәт! Мәңгелек мөхәббәт тураһында һөйләнелә был спектаклдә. Ниндәй генә ауыр замандар булмаһын – һуғышмы ул, аслыҡ-яланғаслыҡмы, йәшәй алмаҫлыҡ йәшәү шарттарымы – мөхәббәт үлмәй, ул мәңгелек! Бына нимә тураһында һөйләнә, дөрөҫөрәге, күрһәтелә был пластик спектаклдә. Бәлки шуғалыр ҙа тәүге тамашаны ҡарарға килгән студенттар уны тын да алмай ҡараны. Спектаклдең иң ҡыҙғаныс урындарында уҡытыусылары ла күҙҙәренә йәш алды. Был һоҡланғыс ижади тәүәкәллекте һөйләп аңлатыуы ауыр, спектаклде килеп ҡарарға кәрәк.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-04-19/e-toy-olar-3227281
19 Апрель , 22:00
ba
Урал балаларының тауышы тынмаһын
-Әсәйем мәрхүмә ейән-ейәнсәрҙәренә милли кейем тегеп кейҙерергә яратты, кес кенәнән уларҙа рух, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләне. Лицейҙарында сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның сығышын тыңлағандан һуң икәүләшеп эпос ятларға теләк белдерҙеләр. Теләктәренә ҡаршы төшмәнем, уны урын еренә еткереп өйрәттем. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ күреп тораһығыҙ,--ти еңеүселәрҙең әсәһе Гөлнара Салауат ҡыҙы, ҡыуанып. Әйткәндәй, Сибайҙа мәртәбәле сараны икенсе йыл рәттән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина ойошторҙо. -Быйылғы ярышҡа 45 заявка ҡабул иттек. Шуларҙың 9-ы призер булды. 4 кеше эпосты шиғыр кеүек ятлаһа, 5-әүһе тейешле кимәлдә һөйләп тә, һамаҡлап та, музыкаль инструментта уйнап та башҡарҙы. Тап шуларҙы ғына өлгө булараҡ конкурсты йомғаҡлау өлөшөнә саҡырҙыҡ та инде,--ти Асия Солтан ҡыҙы. -5 кешенең финалға сығыуы үҙе ҙур эш. Эпосты башҡарыу ул йыр йәки таҡмаҡ әйтеү түгел. Тап ошо ҡыҙҙар-егеттәрҙе—Хәйбулланан Батырхан Билаловты, Сибай сәнғәт колледжынан Батыр Дәүләтшин, Буранбай Исҡужинды, Нургизә һәм Искәндәр Раевтарҙы майҙа Өфөлә уҙасаҡ Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһенә әҙерләйем. Йәш сәсәндәрҙең сығыштарын абруйлы жюри ағзалары—филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, “Истоки” гәзите мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы, “Башбланкиздат” йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаева баһаланы. Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы шулай уҡ конкурстың бағыусыһы булараҡ еңеүселәргә һәм уларҙы әҙерләүселәргә махсус приздарын да тапшырҙы. -Яҡташым Асия Солтан ҡыҙы уҙғарған һәр сараны хуплап, уға ярҙам итергә тырышам. Сәсәниә халҡыбыҙ өсөн бик ҙур башҡара,--тине Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы. Конкурс һуңында Асия Ғәйнуллинанан сәсәнлек серҙәренә өйрәнгән уҡыусыһы Зөбәржәт Утарбаева остазына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығының “Халыҡ сәсәне” дипломын тапшырҙы. Ул етәкләгән сәсәндәр мәктәбенә “Халыҡ коллективы” исемен раҫлаусы документ та бирелде.  Урал балаларының тауышы тынмаһын
-Әсәйем мәрхүмә ейән-ейәнсәрҙәренә милли кейем тегеп кейҙерергә яратты, кес кенәнән уларҙа рух, халҡыбыҙға һөйөү тәрбиәләне. Лицейҙарында сәсәниә Асия Ғәйнуллинаның сығышын тыңлағандан һуң икәүләшеп эпос ятларға теләк белдерҙеләр. Теләктәренә ҡаршы төшмәнем, уны урын еренә еткереп өйрәттем. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ күреп тораһығыҙ,--ти еңеүселәрҙең әсәһе Гөлнара Салауат ҡыҙы, ҡыуанып. Әйткәндәй, Сибайҙа мәртәбәле сараны икенсе йыл рәттән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай сәнғәт колледжы ҡарамағындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Асия Ғәйнуллина ойошторҙо.-Быйылғы ярышҡа 45 заявка ҡабул иттек. Шуларҙың 9-ы призер булды. 4 кеше эпосты шиғыр кеүек ятлаһа, 5-әүһе тейешле кимәлдә һөйләп тә, һамаҡлап та, музыкаль инструментта уйнап та башҡарҙы. Тап шуларҙы ғына өлгө булараҡ конкурсты йомғаҡлау өлөшөнә саҡырҙыҡ та инде,--ти Асия Солтан ҡыҙы. -5 кешенең финалға сығыуы үҙе ҙур эш. Эпосты башҡарыу ул йыр йәки таҡмаҡ әйтеү түгел. Тап ошо ҡыҙҙар-егеттәрҙе—Хәйбулланан Батырхан Билаловты, Сибай сәнғәт колледжынан Батыр Дәүләтшин, Буранбай Исҡужинды, Нургизә һәм Искәндәр Раевтарҙы майҙа Өфөлә уҙасаҡ Халыҡ-ара йәш сәсәндәр бәйгеһенә әҙерләйем. Йәш сәсәндәрҙең сығыштарын абруйлы жюри ағзалары—филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова, “Истоки” гәзите мөхәррире Айҙар Хөсәйенов, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзаһы, “Башбланкиздат” йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаева баһаланы. Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы шулай уҡ конкурстың бағыусыһы булараҡ еңеүселәргә һәм уларҙы әҙерләүселәргә махсус приздарын да тапшырҙы.-Яҡташым Асия Солтан ҡыҙы уҙғарған һәр сараны хуплап, уға ярҙам итергә тырышам. Сәсәниә халҡыбыҙ өсөн бик ҙур башҡара,--тине Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы. Конкурс һуңында Асия Ғәйнуллинанан сәсәнлек серҙәренә өйрәнгән уҡыусыһы Зөбәржәт Утарбаева остазына Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығының “Халыҡ сәсәне” дипломын тапшырҙы. Ул етәкләгән сәсәндәр мәктәбенә “Халыҡ коллективы” исемен раҫлаусы документ та бирелде.
Мәҙәниәт
false
https://ataisal.com/articles/m-ni-t/2023-04-18/ural-balalaryny-tauyshy-tynma-yn-3224110
18 Апрель , 08:35
ba
Эт менән бесәй
Бәләкәйҙән бер-береһенә өйрәнеп үҫкәнгәлер, үҙҙәрен тыныс һәм татыу тоталар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ғәҙәттәре икеһе араһында ғына һаҡлана. Ә сит эт-бесәй күрһәләр шундуҡ йөндәре ҡабарып, тештәре ыржая үҙҙәренең. Һыйыр һауһаң да, икеһе ике яҡтан ҡойроҡтарын болғап көтөп ултыра. Һөттөң яңы ғына һауылып, боҫрап торған йылыһын эсәләр, икмәкте лә ҡаймаҡ һылап бирһәң генә ашайҙар. Наҙланыуҙары шулай.???? Ихатала уҫал әтәс тә бар. Бесәйгә ташлана ҡалһа, эт ярҙамға йүгереп килә. Ә суҡышлы ҡупырый кешене, йә башҡа йән эйәләрен баҫтырғанда ояһынан сығыуҙы кәрәк тип тә тапмай. Бына шунан әйтеп ҡара инде, эт менән бесәй булып йәшәү насар мөнәсәбәтте аңлата тип...???? Кешеләр араһында ғына түгел, хайуандарҙа ла дуҫлыҡ төшөнсәһенең булыуы инде был. Улар өсөн дә таныш яҡынлыҡ тигән тойғо. Тимәк, тәбиғәт шулай ҡоролған, тәғәйенләнештәре, ғәҙәттәре, темпераменттары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, януарҙар ҙа ысын дуҫ булып йәшәй белә. Бының өсөн алмашҡа бер нәмә лә һорамайҙар, һынашмайҙар, иҫәпләшмәйҙәр.???? Әле ауылдан тағы бер сәләм килде. Һыйыр ҡазаланып, һуйып алырға тура килгәс, гел уға эйәреп йөрөргә күнеккән, дебеткә тип тотҡан кәртәләге яңғыҙ кәзә юҡһына икән үҙен. Ғәжәп бит... Ҡыҙғаныс та... Ә һеҙҙең йорт хайуандары араһындағы ошондай дуҫлыҡ шаһиты булғанығыҙ бармы?Райля Кучемханова#ҠошТеле фото интернет селтәренән
Бәләкәйҙән бер-береһенә өйрәнеп үҫкәнгәлер, үҙҙәрен тыныс һәм татыу тоталар. Шуныһы ҡыҙыҡ, ғәҙәттәре икеһе араһында ғына һаҡлана. Ә сит эт-бесәй күрһәләр шундуҡ йөндәре ҡабарып, тештәре ыржая үҙҙәренең. Һыйыр һауһаң да, икеһе ике яҡтан ҡойроҡтарын болғап көтөп ултыра. Һөттөң яңы ғына һауылып, боҫрап торған йылыһын эсәләр, икмәкте лә ҡаймаҡ һылап бирһәң генә ашайҙар. Наҙланыуҙары шулай.???? Ихатала уҫал әтәс тә бар. Бесәйгә ташлана ҡалһа, эт ярҙамға йүгереп килә. Ә суҡышлы ҡупырый кешене, йә башҡа йән эйәләрен баҫтырғанда ояһынан сығыуҙы кәрәк тип тә тапмай. Бына шунан әйтеп ҡара инде, эт менән бесәй булып йәшәү насар мөнәсәбәтте аңлата тип...???? Кешеләр араһында ғына түгел, хайуандарҙа ла дуҫлыҡ төшөнсәһенең булыуы инде был. Улар өсөн дә таныш яҡынлыҡ тигән тойғо. Тимәк, тәбиғәт шулай ҡоролған, тәғәйенләнештәре, ғәҙәттәре, темпераменттары төрлө булыуға ҡарамаҫтан, януарҙар ҙа ысын дуҫ булып йәшәй белә. Бының өсөн алмашҡа бер нәмә лә һорамайҙар, һынашмайҙар, иҫәпләшмәйҙәр.???? Әле ауылдан тағы бер сәләм килде. Һыйыр ҡазаланып, һуйып алырға тура килгәс, гел уға эйәреп йөрөргә күнеккән, дебеткә тип тотҡан кәртәләге яңғыҙ кәзә юҡһына икән үҙен. Ғәжәп бит... Ҡыҙғаныс та...
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-28/et-men-n-bes-y-3496769
28 Октябрь , 10:50
ba
Ике тел белеү яҡшы
Кеше тормошонда туған тел иң мөһим социаль һәм мәҙәни аспекттарҙың береһе булып тора. Ул аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә халыҡтың мәҙәни һәм тарихи үҙенсәлеген сағылдыра, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа төп ролде үтәй. Бөгөн беҙ оло проблемаға юлыҡтыҡ. Ата-әсәләр сабый тыуғанда үҙ телендә иркәләтһә лә, балаға 3-4 йәш тулһа, рус теленә күсә лә китә. Һынылышлы осорҙа бала үҙ теленән баш тартып, урамдағы, балалар баҡсаһындағы, интернеттағы телгә эйәреп китә. Әсә теленең “престижы” юҡ тип иҫәпләгән ҡайһы бер ата-әсәләр быға ҡул һелтәп ҡарай, “заманлашып” маташа. Бәғзеләр бер нисә телдә һөйләшеүҙе бала өсөн көсөргәнешле тип иҫәпләй. Ике телдә һөйләшеү телде боҙа, һөйләшеп китеүгә ҡамасаулай тип уйлаусылар ҙа бар. Үҙ теленән оялғандар ҙа юҡ түгел. Әсә телен өйрәтергә “ваҡыт” тапмаусылар ҙа осрап ҡуя. Һәр кем сәбәбен таба… Беҙ ике телде белеү файҙаға ғына тип дәлилләргә ашығабыҙ. Беҙҙең күп милләтле республикала, шул иҫәптән Баймаҡ районында ике телде белеү бик кәрәк. Әйткәндәй, фәнни тикшеренеүҙәр бер нисә телде белеү бала үҫешенә бик яҡшы тәьҫир итеүен белдерә. Интеллект, телмәр, фекерләү йәһәтенән ыңғай яҡтары бихисап. Билингвизм механизмы бер телдән икенсе телгә еңел күсергә мөмкинлек бирә. Урал аръяғында йәшәүселәр бәләкәйҙән ике, йә унан күберәк тел ишетеп үҫә. Шуға ла телде өйрәнеү тәбиғи килеп сыға, бары тик шул тел мөхитенә инеү ваҡытын ғына иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр бала бәләкәйҙән ике телле төркөмгә (балалар баҡсаһында) эләгә икән, ул ике телде йәнәшә өйрәнә. Бер телле һәм бер нисә телле балаларҙы сағыштырғанда ла шуны әйтергә була: күп телле бала белемлерәк, һәләтлерәк, фекерләүе бик үҙенсәлекле. Күп кенә авторҙар күп тел белеүҙең ыңғай яҡтарын күрһәтә: Ни тиклем бала иртәрәк икенсе телдәрҙе өйрәнә, шул тиклем уны өйрәнеүгә, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеүгә шансы ҙурыраҡ. Күп тел белеү хәтергә ыңғай тәьҫир итә. Күп тел белгән бала күп ҡырлы сифатлы белем алыуға өлгәшә. Әлегә 100 процентҡа иҫбатланмаған, әммә күп тел белгәндәр деменция менән һуңыраҡ ауырый тигән фараздар бар. Сөнки бер нисә телдәге һүҙҙәрҙе иҫләү—ул мейе өсөн күнекмә. Спорт менән йәштән шөғөлләнгән кешенең олоғайғас та һаулығы күпкә яҡшыраҡ була. Бында ла шуның кеүек. Балаларҙың телмәрен ишетеп, анализлап ата-әсәгә бер нисә кәңәш бар. Улар күп тел белгән баланы тәрбиәләүҙә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Таҙа телмәр булдырығыҙ. Һөйләшкәндә ике телде ҡатыштырмағыҙ. Һеҙгә ҡарап бала һөйләшергә өйрәнә. Туған булмаған тел өсөн берәй сара уйларға. Мәҫәлән, әкиәт уҡыйһығыҙ, йәнһүрәт ҡарайһығыҙ, төрлө уйындар ойоштораһығыҙ. Көсләп, әрләп өйрәтмәҫкә. Үтә ныҡ талапсан булыу балала кире ҡараш уятыуы ихтимал. Грамоталылыҡҡа иғтибар бүлеү. Ике телдә лә матур, асыҡ һөйләшһен өсөн тырышлыҡ һалыу зарур. Әсә теленә өйрәтеү өсөн өҫтәлмә саралар кәрәк. Бәлки, туған телдә үткәрелгән мәҙәни сараларға барырға кәрәк булыр. Баланың һүҙ запасын үҫтерергә! Хаталарын ваҡытында тыныс һәм йомшаҡ итеп төҙәтергә. Икенсе телде үҙләштереүҙе киләсәккә ҡалдырмаҫҡа. Ни тиклем иртәрәк өйрәнә--шул тиклем тиҙерәк, еңелерәк, уңышлыраҡ. Баланың хәтере яҡшы, әүҙемлеге лә, ҡыҙыҡһыныусанлығы ла һүрелмәгән. Даимилыҡ, йәғни ике телде лә бала көн дә ишетергә тейеш. Оҙайлы тәнәфес телде онотоуға килтерә. Баланың психологик һәм телмәр темпын күҙәтергә. Бер үк ваҡытта теле асылған балаларҙа ла телмәр үҫеше төрлөсә. Бер телдәге бала тиҙерәк һөйләм төҙөүе ихтимал. Әммә ике телде белгән бала һөйләм төҙә алмай тигән һүҙ түгел, бер аҙ һуңлаһа ла башлаясаҡ. Темп үтә лә ныҡ һуңлаһа, белгестәргә--психолог йә логопедҡа барыу кәрәк. Тик ул белгестең ике телде белеүе мөһим, ул ике телдә лә баланы тикшереп ҡарарға бурыслы. К.И.Юнысбаева, Э.И.Ҡәҙербаева, “Күбәләк” балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Кеше тормошонда туған тел иң мөһим социаль һәм мәҙәни аспекттарҙың береһе булып тора. Ул аралашыу ҡоралы ғына түгел, ә халыҡтың мәҙәни һәм тарихи үҙенсәлеген сағылдыра, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауҙа төп ролде үтәй. Бөгөн беҙ оло проблемаға юлыҡтыҡ. Ата-әсәләр сабый тыуғанда үҙ телендә иркәләтһә лә, балаға 3-4 йәш тулһа, рус теленә күсә лә китә. Һынылышлы осорҙа бала үҙ теленән баш тартып, урамдағы, балалар баҡсаһындағы, интернеттағы телгә эйәреп китә. Әсә теленең “престижы” юҡ тип иҫәпләгән ҡайһы бер ата-әсәләр быға ҡул һелтәп ҡарай, “заманлашып” маташа. Бәғзеләр бер нисә телдә һөйләшеүҙе бала өсөн көсөргәнешле тип иҫәпләй. Ике телдә һөйләшеү телде боҙа, һөйләшеп китеүгә ҡамасаулай тип уйлаусылар ҙа бар. Үҙ теленән оялғандар ҙа юҡ түгел. Әсә телен өйрәтергә “ваҡыт” тапмаусылар ҙа осрап ҡуя. Һәр кем сәбәбен таба…Беҙ ике телде белеү файҙаға ғына тип дәлилләргә ашығабыҙ. Беҙҙең күп милләтле республикала, шул иҫәптән Баймаҡ районында ике телде белеү бик кәрәк. Әйткәндәй, фәнни тикшеренеүҙәр бер нисә телде белеү бала үҫешенә бик яҡшы тәьҫир итеүен белдерә. Интеллект, телмәр, фекерләү йәһәтенән ыңғай яҡтары бихисап. Билингвизм механизмы бер телдән икенсе телгә еңел күсергә мөмкинлек бирә. Урал аръяғында йәшәүселәр бәләкәйҙән ике, йә унан күберәк тел ишетеп үҫә. Шуға ла телде өйрәнеү тәбиғи килеп сыға, бары тик шул тел мөхитенә инеү ваҡытын ғына иҫәпкә алырға кәрәк. Әгәр бала бәләкәйҙән ике телле төркөмгә (балалар баҡсаһында) эләгә икән, ул ике телде йәнәшә өйрәнә. Бер телле һәм бер нисә телле балаларҙы сағыштырғанда ла шуны әйтергә була: күп телле бала белемлерәк, һәләтлерәк, фекерләүе бик үҙенсәлекле. Күп кенә авторҙар күп тел белеүҙең ыңғай яҡтарын күрһәтә:Ни тиклем бала иртәрәк икенсе телдәрҙе өйрәнә, шул тиклем уны өйрәнеүгә, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеүгә шансы ҙурыраҡ. Күп тел белеү хәтергә ыңғай тәьҫир итә. Күп тел белгән бала күп ҡырлы сифатлы белем алыуға өлгәшә. Әлегә 100 процентҡа иҫбатланмаған, әммә күп тел белгәндәр деменция менән һуңыраҡ ауырый тигән фараздар бар. Сөнки бер нисә телдәге һүҙҙәрҙе иҫләү—ул мейе өсөн күнекмә. Спорт менән йәштән шөғөлләнгән кешенең олоғайғас та һаулығы күпкә яҡшыраҡ була. Бында ла шуның кеүек. Балаларҙың телмәрен ишетеп, анализлап ата-әсәгә бер нисә кәңәш бар. Улар күп тел белгән баланы тәрбиәләүҙә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Таҙа телмәр булдырығыҙ. Һөйләшкәндә ике телде ҡатыштырмағыҙ. Һеҙгә ҡарап бала һөйләшергә өйрәнә. Туған булмаған тел өсөн берәй сара уйларға. Мәҫәлән, әкиәт уҡыйһығыҙ, йәнһүрәт ҡарайһығыҙ, төрлө уйындар ойоштораһығыҙ. Көсләп, әрләп өйрәтмәҫкә. Үтә ныҡ талапсан булыу балала кире ҡараш уятыуы ихтимал. Грамоталылыҡҡа иғтибар бүлеү. Ике телдә лә матур, асыҡ һөйләшһен өсөн тырышлыҡ һалыу зарур. Әсә теленә өйрәтеү өсөн өҫтәлмә саралар кәрәк. Бәлки, туған телдә үткәрелгән мәҙәни сараларға барырға кәрәк булыр. Баланың һүҙ запасын үҫтерергә! Хаталарын ваҡытында тыныс һәм йомшаҡ итеп төҙәтергә. Икенсе телде үҙләштереүҙе киләсәккә ҡалдырмаҫҡа. Ни тиклем иртәрәк өйрәнә--шул тиклем тиҙерәк, еңелерәк, уңышлыраҡ. Баланың хәтере яҡшы, әүҙемлеге лә, ҡыҙыҡһыныусанлығы ла һүрелмәгән. Даимилыҡ, йәғни ике телде лә бала көн дә ишетергә тейеш. Оҙайлы тәнәфес телде онотоуға килтерә. Баланың психологик һәм телмәр темпын күҙәтергә. Бер үк ваҡытта теле асылған балаларҙа ла телмәр үҫеше төрлөсә. Бер телдәге бала тиҙерәк һөйләм төҙөүе ихтимал. Әммә ике телде белгән бала һөйләм төҙә алмай тигән һүҙ түгел, бер аҙ һуңлаһа ла башлаясаҡ. Темп үтә лә ныҡ һуңлаһа, белгестәргә--психолог йә логопедҡа барыу кәрәк. Тик ул белгестең ике телде белеүе мөһим, ул ике телдә лә баланы тикшереп ҡарарға бурыслы.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-25/ike-tel-bele-ya-shy-3492317
25 Октябрь , 10:10
ba
АТАЙЫМДАН ҠАЛҒАН БҮЛӘК...
Уҡытыусы, шағирә МИЛӘҮШӘ ҠЫҘРАСОВА яҙмаһы:Сипараты ла, ул ултырған ширлек тә хәтирәләрем янсығының ҡәҙерле генә ынйылары.Ширлеген атайым эшләп бирҙе. Шартына килтереп, ауыр итеп, ҡымҡылдап һөттө сайпылтмаҫлыҡ итеп эшләгән. Сипарат тишегенән ағып сыҡҡан артыҡ шыйыҡлыҡ йәйәлеп бысрамаһын өсөн ҡасау менән соҡоп ағыр йырҙаһын да эшләп ҡуйған. Усым менән һыйпап-һыйпап алам уны, атайымды һағынғанда... Балта оҫтаһы булған атайым ҡомартҡыларының береһе инде ул.Ә өҫтөндәге сипараты балаларымдың атаһы, ейәндәремдең ҡартатаһы - тормош иптәшемдең йәш кенә саҡтарҙы хәтерләткән иҫтәлеге. Бер-беребеҙгә күҙ атышып ҡына йөрөй инек әле ул саҡтарҙа. Ә ул һабан туйҙарының бил бирмәҫ батыры - көрәш майҙанының уртаһында ҡайнар ине. Йөрәгемде усыма ҡыҫып, хис-тойғоларҙы аһ-уһ килеп кешегә сығармай ғына, халыҡ араһынан күҙәтер инем уның таһыл көрәшкәнен. Колхоздарҙың бай сағы, еңеүселәргә һарыҡҡа ҡушып ана шулай тормош кәрәк-ярағы бүләк итәләр. Сипарат - милли көрәш батырымдың бүләге. Йыл да һабан туйынан бүләкһеҙ ҡайтманы ул, әлхәмдулиллаһ🙏.30 йылдан ашыу хеҙмәт иткән, күптән инде үҙ бурысын үтәүҙән туҡтаған был ҡул сипаратын йәнекәйем "Уны нишәтәһең?" - тип, йыл да ҡый өйөмөнә таштарға итә. Мин ипләп кенә кире ултыртып алам - сәскә үҫһен. Ширлеген дә, сипаратын да һыйпай-һыйпай, ейәндәргә һөйләрмен ошо тарихты, ин шәә Аллаһ...
Уҡытыусы, шағирә МИЛӘҮШӘ ҠЫҘРАСОВА яҙмаһы:Сипараты ла, ул ултырған ширлек тә хәтирәләрем янсығының ҡәҙерле генә ынйылары. Ширлеген атайым эшләп бирҙе. Шартына килтереп, ауыр итеп, ҡымҡылдап һөттө сайпылтмаҫлыҡ итеп эшләгән. Сипарат тишегенән ағып сыҡҡан артыҡ шыйыҡлыҡ йәйәлеп бысрамаһын өсөн ҡасау менән соҡоп ағыр йырҙаһын да эшләп ҡуйған. Усым менән һыйпап-һыйпап алам уны, атайымды һағынғанда... Балта оҫтаһы булған атайым ҡомартҡыларының береһе инде ул. Ә өҫтөндәге сипараты балаларымдың атаһы, ейәндәремдең ҡартатаһы - тормош иптәшемдең йәш кенә саҡтарҙы хәтерләткән иҫтәлеге. Бер-беребеҙгә күҙ атышып ҡына йөрөй инек әле ул саҡтарҙа. Ә ул һабан туйҙарының бил бирмәҫ батыры - көрәш майҙанының уртаһында ҡайнар ине. Йөрәгемде усыма ҡыҫып, хис-тойғоларҙы аһ-уһ килеп кешегә сығармай ғына, халыҡ араһынан күҙәтер инем уның таһыл көрәшкәнен. Колхоздарҙың бай сағы, еңеүселәргә һарыҡҡа ҡушып ана шулай тормош кәрәк-ярағы бүләк итәләр. Сипарат - милли көрәш батырымдың бүләге. Йыл да һабан туйынан бүләкһеҙ ҡайтманы ул, әлхәмдулиллаһ. 30 йылдан ашыу хеҙмәт иткән, күптән инде үҙ бурысын үтәүҙән туҡтаған был ҡул сипаратын йәнекәйем "Уны нишәтәһең?" - тип, йыл да ҡый өйөмөнә таштарға итә. Мин ипләп кенә кире ултыртып алам - сәскә үҫһен.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-20/atayymdan-al-an-b-l-k-3486504
20 Октябрь , 12:40
ba
БӘХЕТ СЕРЕ
Һәр ҡатын яратылғыһы килә. Мин дә ҡасандыр яратыу-яратылыу тормошта иң мөһиме тип уйлайым инем. Әммә тормош күрһәтте: йылдар үтеү менән ул һөйөүҙән көл генә ҡала. Ғашиҡ булдығыҙ икән, әле ул бер нәмә лә һөйләмәй. Унан бигерәк, баш-көллө сумырға, шул мөнәсәбәттәр ҡосағында батырға ашыҡмағыҙ. Хәйер, был хаҡта яҙыу файҙаһыҙ. Сөнки ғашиҡ кеше итшетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Хәҙер аңлайым: мөхәббәт - ул ҡапыл “башҡа төшкән” нәмә түгел. Ул—ике кеше тарафынан йылдар дауамын да көн дә булдрылған нәмә. Һәм ул партнерҙарҙың аҡылына бәйле. Улар мөхәббәт тыуҙыра алырмы? Уңыштың бейек нөктәһе—ФИНАНС ИМЕНЛЕК. Етеш йәшәү. Тик ул тормошоңа үтеп инһә, уның бары фон икәнен аңлайһың. Эйе, рәхәт. Әммә “етеш тормош” һүҙбәйләнешендә “тормош” һүҙе мөһимерәк. Бәхет аҡсала түгел! Быныһы хаҡ! Аҡса етмәгән саҡта ғына кәрәк ул. Минеңсә, уны уйламау мөһимерәк. УҢЫШ ҺӘМ АСЫЛЫУ. Һинең хеҙмәтеңде юғары баһалаһалар рәхәт. Әммә ваҡыт килер, ул да онотолор. Әгәр улар кешене бәхетле итә алмай икән, улайһа улар һиңә нимәгә? БАЛАЛАР. Ул беҙҙең менән бик аҙ ғына ваҡытҡа. Үҫәләр ҙә осалар. Беҙгә уларҙың осошон күҙәтергә генә ҡала. Бер нәмәне әйтә алам. ИЗГЕЛЕК ҡыл! Үҙемә лә шуны әйтәм. Изгелек сәс, уның шытым биргәнен, үҫеп сыҡҡанын көтмә. Уйҙар киң, ерҙәге нәмәләргә йәбешеп ултырма. Ябай ғына нәмәләргә ҡыуан. Йылмай. Той һәм рәхмәтле бул! Әйтергә теләмәгәндә лә “Рәхмәт” тигән. Килер бер мәл күңелең менән рәхмәт әйтә башларһың. КӨЛ. Сәбәп булмаһа ла көл. Балаларға ҡара әле, уларға сәбәп кәрәкмәй. Улар бер-береһен күрһә лә көлә башлай. Дөрөҫ бит. Әгәр мин ошо мәлдә өләсәйемде, дуҫым Леонды иҫән күрһәм, бәхетемдән илар инем. Беҙ бит яҡындарыбыҙҙы ҡәҙерләмәйбеҙ. Үҙеңдең һәм яҡыныңдың тормошон ҡәҙерлә.   Гөлнәзирә Йәнтүрина. /Резеда Усманова тәржемһе/   Редакция һәм автор рөхсәтенән тыш мәҡәләләрҙе икенсе сайттарға алыу тыйыла.   Фото интернеттан: stylishbag.ru
Һәр ҡатын яратылғыһы килә. Мин дә ҡасандыр яратыу-яратылыу тормошта иң мөһиме тип уйлайым инем. Әммә тормош күрһәтте: йылдар үтеү менән ул һөйөүҙән көл генә ҡала. Ғашиҡ булдығыҙ икән, әле ул бер нәмә лә һөйләмәй. Унан бигерәк, баш-көллө сумырға, шул мөнәсәбәттәр ҡосағында батырға ашыҡмағыҙ. Хәйер, был хаҡта яҙыу файҙаһыҙ. Сөнки ғашиҡ кеше итшетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Хәҙер аңлайым: мөхәббәт - ул ҡапыл “башҡа төшкән” нәмә түгел. Ул—ике кеше тарафынан йылдар дауамын да көн дә булдрылған нәмә. Һәм ул партнерҙарҙың аҡылына бәйле. Улар мөхәббәт тыуҙыра алырмы?Уңыштың бейек нөктәһе—ФИНАНС ИМЕНЛЕК. Етеш йәшәү. Тик ул тормошоңа үтеп инһә, уның бары фон икәнен аңлайһың. Эйе, рәхәт. Әммә “етеш тормош” һүҙбәйләнешендә “тормош” һүҙе мөһимерәк. Бәхет аҡсала түгел! Быныһы хаҡ! Аҡса етмәгән саҡта ғына кәрәк ул. Минеңсә, уны уйламау мөһимерәк. УҢЫШ ҺӘМ АСЫЛЫУ. Һинең хеҙмәтеңде юғары баһалаһалар рәхәт. Әммә ваҡыт килер, ул да онотолор. Әгәр улар кешене бәхетле итә алмай икән, улайһа улар һиңә нимәгә?БАЛАЛАР. Ул беҙҙең менән бик аҙ ғына ваҡытҡа. Үҫәләр ҙә осалар. Беҙгә уларҙың осошон күҙәтергә генә ҡала. Бер нәмәне әйтә алам. ИЗГЕЛЕК ҡыл! Үҙемә лә шуны әйтәм. Изгелек сәс, уның шытым биргәнен, үҫеп сыҡҡанын көтмә. Уйҙар киң, ерҙәге нәмәләргә йәбешеп ултырма. Ябай ғына нәмәләргә ҡыуан. Йылмай. Той һәм рәхмәтле бул! Әйтергә теләмәгәндә лә “Рәхмәт” тигән. Килер бер мәл күңелең менән рәхмәт әйтә башларһың. КӨЛ. Сәбәп булмаһа ла көл. Балаларға ҡара әле, уларға сәбәп кәрәкмәй. Улар бер-береһен күрһә лә көлә башлай. Дөрөҫ бит. Әгәр мин ошо мәлдә өләсәйемде, дуҫым Леонды иҫән күрһәм, бәхетемдән илар инем. Беҙ бит яҡындарыбыҙҙы ҡәҙерләмәйбеҙ. Үҙеңдең һәм яҡыныңдың тормошон ҡәҙерлә.
Фекер
true
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-18/b-het-sere-3483214
18 Октябрь , 15:20
ba
БУРЫСЛЫ ТҮГЕЛМЕН ТИМӘ!
Мин бер кемгә лә бурыслы түгел! Мин нисек теләйем - шулай йәшәйем. Миндә эшегеҙ булмаһын! Миңә ҡыҫылмағыҙ!Замана кешеһенең девизы. Бөгөнгө кеше ошоно тура аңлай һәм тормошоноң төп ҡағиҙәһе итеп ала. Әммә һәр нәмәлә сама булырға тейеш!!! Күптәр тәнҡитте күтәрә белмәй. Ә был үҫешкә килтермәй. Кешене гел маҡтап ҡына торһаң ( маҡтамаҫ урында ла), ул ҡупрая, үҙен "иң яҡшыһы" тип уйлай һәм үҫеүҙән туҡтай. Тимәк, тәнҡитте күтәрә белергә, үҙең үҙеңә анализ яһарға һәм уйланырға тейешһең! Уйлан! Һәм тағы: тәнҡитте дөрөҫ еткереү ҙә зарур!Йәнә "Иҫкелектән сыҡ. Өләсәй -олатайың, атайың -әсәйең һине ныҡ баҫып тәрбиәләгән. Ул ярамай, был ярамай тип үҫтергән" тип кәңәш биреүселәр күп йәмғиәттә. Һәм тағы быны тура һәм тулыһынса ҡабул итәләр. Саманы оноталар. Эйе, бәлки ҡыйыуыраҡ булырға, үҙ һүҙеңде әйтергә өйрәнеү кәрәктер. Сөнки ныҡ баҫалҡыны баҫҡан һайын баҫыла. ӘММӘ!!! был тыйылғандан тыйылыу кәрәкмәгәнде аңлатмай әле! Әхлаҡ, әҙәп тигән төшөнсә беҙҙең милләттә көслө. Шуны бөгөн юҡ итеп маташалар. Имеш, һин бер кемгә бурыслы түгел! ????Был дөрөҫ түгел! Кәрәк икән йырла, бейе, сәйәхәт ит, спорт менән йә бизнес менән шөғөллән һ.б. Тик ҡайҙа ла һин әҙәп, әхлаҡ төшөнсәһен онотма!"Өләсәйҙәр мәктәбен" иҫкелек тигән булып урамда, көпә -көндөҙ үбешә башланыҡ бер заман. А че такого, я никому не должна! Хәҙер урамдан тыныс ҡына үтеп булмай: ҡата башындай балалар ҡатлы - ҡатлы һүгенә. Эргәһенән 80 йәшлек инәй үтеп барһа ла иҫтәре лә китмәй. А че тут такого, ивет? Ҡыҫылмағыҙ, үҙемсә йәшәйем. Что хочу, то и делаю, имеш.Йәш ҡыҙҙар, йәш килендәр ҡайны -ҡәйнә, инәй -олатай алдында арт һынын күрһәтеп шорты кейеп йөрөй. А че тут такого? Ул бит иҫкелектән сыҡҡан, ул бит современная. Нимә теләй - шуны эшләй. Үҙенә шулай оҡшағас ни, йөрөһөн, имеш.Ә тирә -яҡтағыларға ихтирам, хөрмәт ҡайҙа булған ул? Бер кем дә һиңә баштан аша бөркәнергә, уранып ултырырға, күлдәк кейергә ҡушмай, бары тик шортыңдың балағын оҙонайтырға кәңәш итә. Тәнҡитсене дөрөҫ аңларға ғына кәрәк.Оят та юҡ, намыҫ та юҡ. Имеш, современныйһың бит. Иҫкелек ҡалыптарынан сыҡҡанһың. Заманса йәшәйһең. Әгәр замана кешеһе ????????????оятһыҙ, намыҫһыҙ, самаһыҙ икән, "современный" булыуҙан ни фәтүә?Мин бер кемгә лә бурыслы түгел, тимә!!!Һин ҡыланышың менән ата -әсәңдең, милләтеңдең йөҙөн күрһәтәһең! Нимә тиһәләр ҙә һин бурыслы һине тәрбиәләгән ата -әсәңә, һине бар иткән милләтеңә!Онотма: һәр кем үҙ өлгөһөндә балаһын, киләсәген тәрбиәләй. Һәм, әлбиттә, һин яңғыҙың ғына киләсәк тәрбиәләй алмайһың. Бында йәмғиәттең дә роле ҙур. Урам тәрбиәһе бар бит әле. Бөгөн шуларға ИНТЕРНЕТ ТӘРБИӘҺЕ өҫтәлде. Йәш быуын, хатта ҡайһы саҡ быуыны нығынған, әммә әллә ни үҙ фекере булмаған ололар ҙа күргәнен, ишеткәнен үҙенә губка кеүек һеңдерә.Тимәк, балаһының, милләтенең, иленең киләсәген уйлаған һәр кем дөрөҫ тәнҡитсе һәм тәнҡитте дөрөҫ күтәреүсе булырға тейеш!!!Кемдер һине тәнҡитләй икән яр һалып илап, мине күрә алмайҙар, минән көнләшәләр, мине һыйҙырмайҙар, мин күсеп китәм тип оран һалырға кәрәкмәй. Тыйҙылар тип тыйылма, эйе, үҙеңсә йәшә, бары тик анализларға, ҡыланыш өҫтөндә уйланырға, бер аҙ үҙгәрергә һәм үҫергә кәрәк.Тәнҡитсе һүҙен хуплаусыларға ла тәрбиәле булыу мөһим. "Үәт, һин шулай, һин былай, хәҙер башыңды яра һуғам, битеңә тибәм" түгел инде. Кемделер әҙәпһеҙлектә ғәйепләгәс, үҙеңә әҙәпле булырға кәрәк бит!Йәнә өҫтәп әйтәм: беҙҙең "өләсәйҙәр мәктәбе" матур ине. Бер аҙ заманлашһаҡ та уны "емереп" ташламайыҡ! Иҫкелек түгел ул. Ә матур тәрбиә нигеҙе! Шул нигеҙҙе заманса ғына итеп биҙәйек! Сама менән, зауыҡ менән.   Резеда Усманова.
Мин бер кемгә лә бурыслы түгел! Мин нисек теләйем - шулай йәшәйем. Миндә эшегеҙ булмаһын! Миңә ҡыҫылмағыҙ!Замана кешеһенең девизы. Бөгөнгө кеше ошоно тура аңлай һәм тормошоноң төп ҡағиҙәһе итеп ала. Әммә һәр нәмәлә сама булырға тейеш!!! Күптәр тәнҡитте күтәрә белмәй. Ә был үҫешкә килтермәй. Кешене гел маҡтап ҡына торһаң ( маҡтамаҫ урында ла), ул ҡупрая, үҙен "иң яҡшыһы" тип уйлай һәм үҫеүҙән туҡтай. Тимәк, тәнҡитте күтәрә белергә, үҙең үҙеңә анализ яһарға һәм уйланырға тейешһең! Уйлан! Һәм тағы: тәнҡитте дөрөҫ еткереү ҙә зарур!Йәнә "Иҫкелектән сыҡ. Өләсәй -олатайың, атайың -әсәйең һине ныҡ баҫып тәрбиәләгән. Ул ярамай, был ярамай тип үҫтергән" тип кәңәш биреүселәр күп йәмғиәттә. Һәм тағы быны тура һәм тулыһынса ҡабул итәләр. Саманы оноталар. Эйе, бәлки ҡыйыуыраҡ булырға, үҙ һүҙеңде әйтергә өйрәнеү кәрәктер. Сөнки ныҡ баҫалҡыны баҫҡан һайын баҫыла. ӘММӘ!!! был тыйылғандан тыйылыу кәрәкмәгәнде аңлатмай әле! Әхлаҡ, әҙәп тигән төшөнсә беҙҙең милләттә көслө. Шуны бөгөн юҡ итеп маташалар. Имеш, һин бер кемгә бурыслы түгел! ????Был дөрөҫ түгел! Кәрәк икән йырла, бейе, сәйәхәт ит, спорт менән йә бизнес менән шөғөллән һ.б. Тик ҡайҙа ла һин әҙәп, әхлаҡ төшөнсәһен онотма!"Өләсәйҙәр мәктәбен" иҫкелек тигән булып урамда, көпә -көндөҙ үбешә башланыҡ бер заман. А че такого, я никому не должна! Хәҙер урамдан тыныс ҡына үтеп булмай: ҡата башындай балалар ҡатлы - ҡатлы һүгенә. Эргәһенән 80 йәшлек инәй үтеп барһа ла иҫтәре лә китмәй. А че тут такого, ивет? Ҡыҫылмағыҙ, үҙемсә йәшәйем. Что хочу, то и делаю, имеш. Йәш ҡыҙҙар, йәш килендәр ҡайны -ҡәйнә, инәй -олатай алдында арт һынын күрһәтеп шорты кейеп йөрөй. А че тут такого? Ул бит иҫкелектән сыҡҡан, ул бит современная. Нимә теләй - шуны эшләй. Үҙенә шулай оҡшағас ни, йөрөһөн, имеш. Ә тирә -яҡтағыларға ихтирам, хөрмәт ҡайҙа булған ул? Бер кем дә һиңә баштан аша бөркәнергә, уранып ултырырға, күлдәк кейергә ҡушмай, бары тик шортыңдың балағын оҙонайтырға кәңәш итә. Тәнҡитсене дөрөҫ аңларға ғына кәрәк. Оят та юҡ, намыҫ та юҡ. Имеш, современныйһың бит. Иҫкелек ҡалыптарынан сыҡҡанһың. Заманса йәшәйһең. Әгәр замана кешеһе ????????????оятһыҙ, намыҫһыҙ, самаһыҙ икән, "современный" булыуҙан ни фәтүә?Мин бер кемгә лә бурыслы түгел, тимә!!!Һин ҡыланышың менән ата -әсәңдең, милләтеңдең йөҙөн күрһәтәһең! Нимә тиһәләр ҙә һин бурыслы һине тәрбиәләгән ата -әсәңә, һине бар иткән милләтеңә!Онотма: һәр кем үҙ өлгөһөндә балаһын, киләсәген тәрбиәләй. Һәм, әлбиттә, һин яңғыҙың ғына киләсәк тәрбиәләй алмайһың. Бында йәмғиәттең дә роле ҙур. Урам тәрбиәһе бар бит әле. Бөгөн шуларға ИНТЕРНЕТ ТӘРБИӘҺЕ өҫтәлде. Йәш быуын, хатта ҡайһы саҡ быуыны нығынған, әммә әллә ни үҙ фекере булмаған ололар ҙа күргәнен, ишеткәнен үҙенә губка кеүек һеңдерә. Тимәк, балаһының, милләтенең, иленең киләсәген уйлаған һәр кем дөрөҫ тәнҡитсе һәм тәнҡитте дөрөҫ күтәреүсе булырға тейеш!!!Кемдер һине тәнҡитләй икән яр һалып илап, мине күрә алмайҙар, минән көнләшәләр, мине һыйҙырмайҙар, мин күсеп китәм тип оран һалырға кәрәкмәй. Тыйҙылар тип тыйылма, эйе, үҙеңсә йәшә, бары тик анализларға, ҡыланыш өҫтөндә уйланырға, бер аҙ үҙгәрергә һәм үҫергә кәрәк. Тәнҡитсе һүҙен хуплаусыларға ла тәрбиәле булыу мөһим. "Үәт, һин шулай, һин былай, хәҙер башыңды яра һуғам, битеңә тибәм" түгел инде. Кемделер әҙәпһеҙлектә ғәйепләгәс, үҙеңә әҙәпле булырға кәрәк бит!Йәнә өҫтәп әйтәм: беҙҙең "өләсәйҙәр мәктәбе" матур ине. Бер аҙ заманлашһаҡ та уны "емереп" ташламайыҡ! Иҫкелек түгел ул. Ә матур тәрбиә нигеҙе! Шул нигеҙҙе заманса ғына итеп биҙәйек!
Фекер
true
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-14/burysly-t-gelmen-tim-3478496
14 Октябрь , 13:40
ba
ҮҘБАҺАҢДЫ БЕЛ!
Үҙегеҙгә ышанысты кәметкән, уның янында үҙегеҙҙе бер нигә эшкинмәгән итеп хис иткән кешеләрҙән ҡасығыҙ. Әгәр ир-егет һеҙҙең өсөн бер нәмә лә эшләмәһә, тырышмаһа, ул һеҙҙең кеше түгел. Һеҙҙең хеҙмәтте, тырышлыҡты һанламаған кеше янында ҡалмағыҙ. Ирҙең иғтибарын, һөйөүен яулайым тип үҙегеҙҙең һәйбәтлекте иҫбатлап маташмағыҙ, әгәр ул һеҙгә алдан уҡ һалҡын һәм иғтибарһыҙ икән, бынан яҡшылыҡ көтмәгеҙ. Был ваҡыт әрәм итеү генә түгел, ә һеҙ алдан уҡ  уны пьедесталдың иң өҫкө яғына ҡуйып, үҙегеҙҙе түбән төшөрәһегеҙ. Ә ниңә беҙ үҙебеҙҙе ҡәҙерләмәйбеҙ? Һеҙҙең үҙбаһа башҡалар фекеренә бәйле булырға тейеш түгел. Сөнки алтындың да хаҡын төшөрөргә маташыусы буласаҡ. Ғәҙәттә кеше үҙен, үҙенең эшен баһалай белмәй. Үҙенең изге күңелле, ябай, намыҫлы, ихлас булыуын баһаламай... Ә бит улар лайыҡлы сифаттар. Ниндәйҙер кимәлдә аҡылдан да ҡиммәтерәк. Сөнки аҡыллымын тигән дә яуыз, үсле булыуы ихтимал. Ә изге күңелле яуызлыҡҡа бармай. Аллаһ алдында беҙ бер тигеҙ. Уның өсөн беҙ Уның балалары. Тимәк, Аллаһ үҫеш юлында. Был беҙҙе ҡанатландырырға, илһамландырырға, үҙ-үҙебеҙгә ышаныс уятырға тейеш. Гөлнәзирә Йәнтүрина. /Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе/
Үҙегеҙгә ышанысты кәметкән, уның янында үҙегеҙҙе бер нигә эшкинмәгән итеп хис иткән кешеләрҙән ҡасығыҙ. Әгәр ир-егет һеҙҙең өсөн бер нәмә лә эшләмәһә, тырышмаһа, ул һеҙҙең кеше түгел. Һеҙҙең хеҙмәтте, тырышлыҡты һанламаған кеше янында ҡалмағыҙ. Ирҙең иғтибарын, һөйөүен яулайым тип үҙегеҙҙең һәйбәтлекте иҫбатлап маташмағыҙ, әгәр ул һеҙгә алдан уҡ һалҡын һәм иғтибарһыҙ икән, бынан яҡшылыҡ көтмәгеҙ. Был ваҡыт әрәм итеү генә түгел, ә һеҙ алдан уҡ уны пьедесталдың иң өҫкө яғына ҡуйып, үҙегеҙҙе түбән төшөрәһегеҙ. Ә ниңә беҙ үҙебеҙҙе ҡәҙерләмәйбеҙ? Һеҙҙең үҙбаһа башҡалар фекеренә бәйле булырға тейеш түгел. Сөнки алтындың да хаҡын төшөрөргә маташыусы буласаҡ. Ғәҙәттә кеше үҙен, үҙенең эшен баһалай белмәй. Үҙенең изге күңелле, ябай, намыҫлы, ихлас булыуын баһаламай... Ә бит улар лайыҡлы сифаттар. Ниндәйҙер кимәлдә аҡылдан да ҡиммәтерәк. Сөнки аҡыллымын тигән дә яуыз, үсле булыуы ихтимал. Ә изге күңелле яуызлыҡҡа бармай. Аллаһ алдында беҙ бер тигеҙ. Уның өсөн беҙ Уның балалары. Тимәк, Аллаһ үҫеш юлында. Был беҙҙе ҡанатландырырға, илһамландырырға, үҙ-үҙебеҙгә ышаныс уятырға тейеш. Гөлнәзирә Йәнтүрина.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-09/ba-a-dy-bel-3472255
9 Октябрь , 20:45
ba
ҠЫҘ БАЛАҠАЙЫМДЫ ҠЫҘҒАНАМ...
Бәғзеләр: “Башҡалар бер ҙә оялмай, ниңә беҙ тартынырға тейеш?” – тип аҡланыусан. Ә ниңә “Мин – фәлән нәҫелдән, фәлән кешенең ҡыҙымын, иремдең яратҡан ҡатынымын, шул-шул балаларҙың әсәһемен” тигән яуаплылыҡ алғараҡ ҡуйылмай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәштәрҙе “тик үҙең өсөн йәшәргә” өйрәтәләр, йәғни “башҡаларҙың фекеренә ҡарама, нимә теләһәң, шуны эшлә”. Был бит – оло бер мәкер, кешеләрҙе күрәләтә юлдан яҙҙырыу!Әммә мин һис тә бөгөнгө башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғәйеп өйөргә йыйынмайым. Киреһенсә, уларҙы аңларға тырышыуым. Әлбиттә, барыһының да кеше ыңғайына йәшәгеһе, бәхетле булғыһы киләлер. Беҙ, милләт ирҙәре, уларға ярҙам итергә бурыслы: дөрөҫ юлды күрһәтергә, кәңәштәр бирергә, кәрәк икән, намыҫтарын яҡларға тейешбеҙ. Кавказ егеттәре һымаҡ. Улар бит бер ҡыҙын да ситләтмәй, йәберләтмәй, таныш булмағанын да иғтибар һәм ихтирам менән солғай. Кемеһенәлер ҡағылып ҡара – күмәкләп йыйылып, өҙгөләп ырғытырҙар.Яҡлай белмәйбеҙ шул. Бәлки, башҡорт ҡыҙҙарының йыш ҡына бүтән халыҡҡа кейәүгә сығыуына төп сәбәптәрҙең береһе ошолор. Үҙ-ара дәғүәләшергә, дөмбәҫләшергә шәпбеҙ, ә башҡаларға ҡарата әллә артыҡ миһырбанлыбыҙ, әллә... Гүзәл затҡа бит ныҡлы терәк, ышыҡ кәрәк. Улар кемгә ышанырға, таянырға була икәнен самаламай, тиһегеҙме?Бөгөн күпме ҡыҙҙарыбыҙ башҡа милләт ирҙәренә тормошҡа сыға, бөтөнләй икенсе динде һәм мәҙәниәтте ҡабул итә – беҙ хатта иғтибарға ла алмайбыҙ. Һөйәркә булып йөрөргә мәжбүр булғандарын, көсләнгәндәрен белеп ҡалһаҡ та, өндәшмәйбеҙ. Туҡһанынсы йылдарҙа ундай хәлдәр көн һайын тиерлек ишетелде – бер кем дә тупланып, башҡорт ҡыҙҙарының намыҫын яҡлап сығыуҙы уйламаны ла. Киреһенсә, уларҙы аҙғынлыҡта ғәйепләнек, ҡайһыларыбыҙ үҙҙәре шул мәсхәрәләүселәрҙең ҡылығын ҡабатлауҙан да тартынманы.Ҡала түгел, ауылдарҙа ла ҡыҙҙарыбыҙға үҙ милләттәштәренән тынғы юҡ. Саҡ ҡына төҫ керә башлаһа, кем уларға бәйләнә, матур һүҙҙәр һөйләп, вәғәҙәләр биреп, баштарын әйләндереп, төрлө иҫерткестәрҙе тәмләргә ҡыҫтап, түшәккә ятҡырырға тырыша? Шунан ошо әҙәм аҡтыҡтары “батырлыҡтары” тураһында һәр урында ҡабартып-ҡабартып һөйләй әле. Меҫкен ҡыҙҙарға, ян-яҡтан яуған мыҫҡыллауҙарға, ата-әсәһенең әренә түҙә алмай, үҙ ауылынан йәки бөтөнләй районынан сығып китергә тура килә. Урыҫҡа йәки башҡа берәй милләт кешеһенә бара инде, сөнки башҡорттар араһында яманаты таралған, ҡасан да булһа иренә килеп ишетеләсәк...Йәнә байтаҡ ҡыҙҙарҙан “башҡорт ирҙәре ҡатынын туҡмай” тигәнде ишетергә тура килде. Шуға ла күптәре кейәүҙе башҡа халыҡтан эҙләй икән. Атай-әсәйҙәре лә, әлбиттә, балаларының ҡағылмай-һуғылмай, татыу йәшәүен теләй инде. Керәшенгә сыҡһа ла, “ярай, исмаһам, татарсараҡ һөйләшә бит” тиҙәр ҙә күнәләр. Дин дә, милли мәҙәниәт тә артҡы планға күсә.Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла, үҙебеҙҙе лә тәрбиәләйек, ағай-эне. Милләт – ул беҙ. Башҡорттоң башҡортҡа өйләнеүе киң таралмайынса телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡларға саҡырыуҙарҙың мәғәнәһен күрмәйем. Ә инде йәшәйешебеҙ ҡанундары дин менән тығыҙ үрелеп, әхлаҡ нығынһа, бигерәк тә яҡшы. Ул сағында инде мин бер ҡыҙ туғанымды ла ҡыҙғанмаҫ һәм башҡорт егеттәренә һис шикләнмәйенсә, оялмайынса димләр инем.А. Мөхәмәтйәнов.("Бәрәкәт" журналынан, ҡыҫҡартып алынды).   фото: stylishbag.ru
Бәғзеләр: “Башҡалар бер ҙә оялмай, ниңә беҙ тартынырға тейеш?” – тип аҡланыусан. Ә ниңә “Мин – фәлән нәҫелдән, фәлән кешенең ҡыҙымын, иремдең яратҡан ҡатынымын, шул-шул балаларҙың әсәһемен” тигән яуаплылыҡ алғараҡ ҡуйылмай? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге йәштәрҙе “тик үҙең өсөн йәшәргә” өйрәтәләр, йәғни “башҡаларҙың фекеренә ҡарама, нимә теләһәң, шуны эшлә”. Был бит – оло бер мәкер, кешеләрҙе күрәләтә юлдан яҙҙырыу!Әммә мин һис тә бөгөнгө башҡорт ҡатын-ҡыҙына ғәйеп өйөргә йыйынмайым. Киреһенсә, уларҙы аңларға тырышыуым. Әлбиттә, барыһының да кеше ыңғайына йәшәгеһе, бәхетле булғыһы киләлер. Беҙ, милләт ирҙәре, уларға ярҙам итергә бурыслы: дөрөҫ юлды күрһәтергә, кәңәштәр бирергә, кәрәк икән, намыҫтарын яҡларға тейешбеҙ. Кавказ егеттәре һымаҡ. Улар бит бер ҡыҙын да ситләтмәй, йәберләтмәй, таныш булмағанын да иғтибар һәм ихтирам менән солғай. Кемеһенәлер ҡағылып ҡара – күмәкләп йыйылып, өҙгөләп ырғытырҙар. Яҡлай белмәйбеҙ шул. Бәлки, башҡорт ҡыҙҙарының йыш ҡына бүтән халыҡҡа кейәүгә сығыуына төп сәбәптәрҙең береһе ошолор. Үҙ-ара дәғүәләшергә, дөмбәҫләшергә шәпбеҙ, ә башҡаларға ҡарата әллә артыҡ миһырбанлыбыҙ, әллә... Гүзәл затҡа бит ныҡлы терәк, ышыҡ кәрәк. Улар кемгә ышанырға, таянырға була икәнен самаламай, тиһегеҙме?Бөгөн күпме ҡыҙҙарыбыҙ башҡа милләт ирҙәренә тормошҡа сыға, бөтөнләй икенсе динде һәм мәҙәниәтте ҡабул итә – беҙ хатта иғтибарға ла алмайбыҙ. Һөйәркә булып йөрөргә мәжбүр булғандарын, көсләнгәндәрен белеп ҡалһаҡ та, өндәшмәйбеҙ. Туҡһанынсы йылдарҙа ундай хәлдәр көн һайын тиерлек ишетелде – бер кем дә тупланып, башҡорт ҡыҙҙарының намыҫын яҡлап сығыуҙы уйламаны ла. Киреһенсә, уларҙы аҙғынлыҡта ғәйепләнек, ҡайһыларыбыҙ үҙҙәре шул мәсхәрәләүселәрҙең ҡылығын ҡабатлауҙан да тартынманы.Ҡала түгел, ауылдарҙа ла ҡыҙҙарыбыҙға үҙ милләттәштәренән тынғы юҡ. Саҡ ҡына төҫ керә башлаһа, кем уларға бәйләнә, матур һүҙҙәр һөйләп, вәғәҙәләр биреп, баштарын әйләндереп, төрлө иҫерткестәрҙе тәмләргә ҡыҫтап, түшәккә ятҡырырға тырыша? Шунан ошо әҙәм аҡтыҡтары “батырлыҡтары” тураһында һәр урында ҡабартып-ҡабартып һөйләй әле. Меҫкен ҡыҙҙарға, ян-яҡтан яуған мыҫҡыллауҙарға, ата-әсәһенең әренә түҙә алмай, үҙ ауылынан йәки бөтөнләй районынан сығып китергә тура килә. Урыҫҡа йәки башҡа берәй милләт кешеһенә бара инде, сөнки башҡорттар араһында яманаты таралған, ҡасан да булһа иренә килеп ишетеләсәк...Йәнә байтаҡ ҡыҙҙарҙан “башҡорт ирҙәре ҡатынын туҡмай” тигәнде ишетергә тура килде. Шуға ла күптәре кейәүҙе башҡа халыҡтан эҙләй икән. Атай-әсәйҙәре лә, әлбиттә, балаларының ҡағылмай-һуғылмай, татыу йәшәүен теләй инде. Керәшенгә сыҡһа ла, “ярай, исмаһам, татарсараҡ һөйләшә бит” тиҙәр ҙә күнәләр. Дин дә, милли мәҙәниәт тә артҡы планға күсә.Ҡыҙҙарыбыҙҙы ла, үҙебеҙҙе лә тәрбиәләйек, ағай-эне. Милләт – ул беҙ. Башҡорттоң башҡортҡа өйләнеүе киң таралмайынса телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, рухыбыҙҙы һаҡларға саҡырыуҙарҙың мәғәнәһен күрмәйем. Ә инде йәшәйешебеҙ ҡанундары дин менән тығыҙ үрелеп, әхлаҡ нығынһа, бигерәк тә яҡшы. Ул сағында инде мин бер ҡыҙ туғанымды ла ҡыҙғанмаҫ һәм башҡорт егеттәренә һис шикләнмәйенсә, оялмайынса димләр инем.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-05/y-bala-ayymdy-y-anam-3467234
5 Октябрь , 16:10
ba
МӨҒЖИЗӘ КҮРЕҮ
Кешеләр үлә. Яҡындарыбыҙ бер көн килеп үлә лә, беҙ мөғжизә күрһен өсөн беҙҙең күҙҙе аса.Бер йыл элек өләсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Быны мин үтә лә ныҡ ҡайғырып, тетрәнеп ҡабул иттем… Дөрөҫөрәге ҡабул итә алмайым әле лә, юҡһынам, һағынам.Мин уның һуңғы ҡарашын иҫтә ҡалдырҙым, һуңғы һүҙҙәрен, тән йылылығын… Был тойғолар әле лә минең менән. Өләсәйем үлгәс кенә ябай ғына әйберҙәргә үтә лә иғтибарлы була башланым, күп нәмәнең ҡәҙере артты.Ашатыуы. Маҡтауы. Йәлләүе. Хуплауы. Серләшеүе. Хәтирәләргә бирелеүе. Маңлайын тәҙрәгә терәп, тәҙрә аша ҡул болғауы… Ул саҡта был нәмәләргә иғтибар ҙа итмәй инем бит. Ул донъялыҡтан китеү менән, өләсәйемдең хәстәре, һөйөүе ни тиклем ҙур хазина икәнен төшөндөм. Уның һөйөүе һүҙһеҙ, даими, мәңгелек булған…Оҙаҡ ҡына уның өйөнә барғым, шунда булғым килде, өләсәйемдең еҫен тойғом, тауышын ишеткем килә ине…Ул бешергән ҡоймаҡ еҫен һағындым… Хатта аяҡ быуындары һыҙлағанда: “Йә, Хоҙай” тигән тауышын юҡһындым… Уны хәтерләтеп торған бер нисә әйберен алдым үҙемә һәм бер ҡумтаға һалып, өйөмә ултырттым. Был минең өсөн бик мөһим ине.Өләсәйем мине маҡтай ине, ”Балаларыңдың шәп әсәһе”,--тип ебәрә ине һәм минең бала сағымды иҫенә төшөрөп, хәтирәләргә бирелә ине. Унан ҡайтыр юлға йыйынһам гел усыма аҡса һала ине: “Мә, үҙеңә бер нәмә ал”. Мин күп тапҡырҙар баш тартырға тырышһам да, йомарлап тоттора ине һәм аҡсаны нәҡ ҮҘЕМӘ тотонорға ҡуша ине. Шул тиклем хәстәрләгән бит ул мине!Өләсәйемдең әйберҙәре араһында үҙемдең бала саҡта эшләгән әйберҙәремде, бәләкәй генә ҡулдарым менән яҙған яҙыуҙарымды таптым. Диссертациямды яҡлағас, гәзиттә минең хаҡта яҙғайнылар. Уны ла ҡырҡып һалған. Туй фотоларым да ята. Их, нисек яратҡан ул мине…Өләсәйем үҙенең йәшлеген һөйләргә ярата ине, һуғыш хаҡында, яратҡан эше тураһында, атайым тураһында, хатта ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас серҙәрен дә һөйләй ине… Бик ихлас бәйән итте уларҙы…Ауыр, ҡыйын булғанда мин үҙемде уның күҙҙәре аша күрәм. Улым йүткереп төнөн йоҡо бирмәгәндә лә, күңелем төшөп, бер эшкә ҡулым бармағанда ла, тормош юлынан артабан атларға ҡурҡып торғанда ла…уны күрәм. Тәҙрәгә маңлайын терәп ҡарап торған һымаҡ. Тынысланам һәм яратырға, хәстәрләргә, маҡтарға, хупларға, йәлләргә өйрәнәм. Был бит мөғжизә…Катя Серикова./Резеда Усманованың ирекле тәржемәһе/
Кешеләр үлә. Яҡындарыбыҙ бер көн килеп үлә лә, беҙ мөғжизә күрһен өсөн беҙҙең күҙҙе аса. Бер йыл элек өләсәйем баҡыйлыҡҡа күсте. Быны мин үтә лә ныҡ ҡайғырып, тетрәнеп ҡабул иттем… Дөрөҫөрәге ҡабул итә алмайым әле лә, юҡһынам, һағынам. Мин уның һуңғы ҡарашын иҫтә ҡалдырҙым, һуңғы һүҙҙәрен, тән йылылығын… Был тойғолар әле лә минең менән. Өләсәйем үлгәс кенә ябай ғына әйберҙәргә үтә лә иғтибарлы була башланым, күп нәмәнең ҡәҙере артты. Ашатыуы. Маҡтауы. Йәлләүе. Хуплауы. Серләшеүе. Хәтирәләргә бирелеүе. Маңлайын тәҙрәгә терәп, тәҙрә аша ҡул болғауы… Ул саҡта был нәмәләргә иғтибар ҙа итмәй инем бит. Ул донъялыҡтан китеү менән, өләсәйемдең хәстәре, һөйөүе ни тиклем ҙур хазина икәнен төшөндөм. Уның һөйөүе һүҙһеҙ, даими, мәңгелек булған…Оҙаҡ ҡына уның өйөнә барғым, шунда булғым килде, өләсәйемдең еҫен тойғом, тауышын ишеткем килә ине…Ул бешергән ҡоймаҡ еҫен һағындым… Хатта аяҡ быуындары һыҙлағанда: “Йә, Хоҙай” тигән тауышын юҡһындым… Уны хәтерләтеп торған бер нисә әйберен алдым үҙемә һәм бер ҡумтаға һалып, өйөмә ултырттым. Был минең өсөн бик мөһим ине. Өләсәйем мине маҡтай ине, ”Балаларыңдың шәп әсәһе”,--тип ебәрә ине һәм минең бала сағымды иҫенә төшөрөп, хәтирәләргә бирелә ине. Унан ҡайтыр юлға йыйынһам гел усыма аҡса һала ине: “Мә, үҙеңә бер нәмә ал”. Мин күп тапҡырҙар баш тартырға тырышһам да, йомарлап тоттора ине һәм аҡсаны нәҡ ҮҘЕМӘ тотонорға ҡуша ине. Шул тиклем хәстәрләгән бит ул мине!Өләсәйемдең әйберҙәре араһында үҙемдең бала саҡта эшләгән әйберҙәремде, бәләкәй генә ҡулдарым менән яҙған яҙыуҙарымды таптым. Диссертациямды яҡлағас, гәзиттә минең хаҡта яҙғайнылар. Уны ла ҡырҡып һалған. Туй фотоларым да ята. Их, нисек яратҡан ул мине…Өләсәйем үҙенең йәшлеген һөйләргә ярата ине, һуғыш хаҡында, яратҡан эше тураһында, атайым тураһында, хатта ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас серҙәрен дә һөйләй ине… Бик ихлас бәйән итте уларҙы…Ауыр, ҡыйын булғанда мин үҙемде уның күҙҙәре аша күрәм. Улым йүткереп төнөн йоҡо бирмәгәндә лә, күңелем төшөп, бер эшкә ҡулым бармағанда ла, тормош юлынан артабан атларға ҡурҡып торғанда ла…уны күрәм. Тәҙрәгә маңлайын терәп ҡарап торған һымаҡ. Тынысланам һәм яратырға, хәстәрләргә, маҡтарға, хупларға, йәлләргә өйрәнәм.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-04/m-zizh-k-re-3465687
4 Октябрь , 20:40
ba
БЕР ҠАПҠА ЯБЫЛҺА, ИКЕНСЕҺЕ АСЫЛА...
Ғүмер үткән һайын, тормош серҙәре берәм- берәм сиселә бара. Йәш саҡта һәр кемдең дә ҡәғбә күҙе ябыҡ була икән, йәшлеге менән кеше күп нәмәне аңламай. Шуға күрә йәштәрҙе мин ғәфү итәм, ваҡыты еткәс, аңлайҙар улар... Балаларға ла туҡтап- туҡтап ҡарап торғаным бар, "Бер нәмә лә аңламайҙар, уйнауҙы ғына беләләр... әйҙә, уйнаһындар" - тип балаларҙың аңһыҙ булыуҙарына бер килке аптырап ҡарап торам. Әммә араларында һирәк булһа ла ололарса уйлаған балалар ҙа осрап ҡуя.Нимә сәбәп итте әле мине былар тураһында яҙырға?Әле генә интерактив дуҫтарым араһынан берәү минең яҙмамды ҡабаттан яҙыуымды һорап яҙҙы, ә үткәндәгеһен, "Бер ҡапҡа ябылһа, икенсе асыла..." тигән яҙмамды юйып ҡуйғайным шул. Уға яуап итеп ошо яҙманы яҙырға булдым.Һәр кем үҙенең үткән тормош тәжрибәһенән сығып фекер йөрөтә, фәһем ала, аҡыл туплай. Әгәр минең яҙмышымда берәй сетерекле хәл килеп тыуған икән, тимәк, ул шулай булырға тейеш булған! Йәбешеп ятырға кәрәкмәй, ҡалдырырға кәрәк ул эште, тимәк, һиңә тағы ла һәйбәтерәк ишектәр асыласаҡ!Сибайҙа йәшәгән саҡта (ул ваҡытта Сибай институты яңы ғына асылғайны, мин СПТУ-24 -нан ( англ.яз уҡытыусыһы инем) перевод менән институтҡа эшкә күстем. Урал аръяғында тәүге тапҡыр телевидение ла асылды, тәүгеләрҙән булып мин унда башҡорт тапшырыуҙары ойоштороп ебәрҙем. Әммә унда ла, бында ла аҡса түләмәнеләр, йәнәһе, яңы ғына асылған, бюджет хәле насар. Миңә нисек тә йәшәргә кәрәк ине. Ул ғына ла түгел, күҙҙе астырғыһыҙ ғәйбәт, минең шәхси яҙмышымды пыран- заран килтерәләр, ҡала күләмендә тетмәмде тетәләр генә! Финанс яҡтан да, мораль яҡтан дә бер ниндәй поддержка юҡ. Ятаҡта ғына көн итәм, етмәһә, унда ҡайтһаң вахтершаның ире юлымды быуып, бүлмәмә үткәрмәй, төрлө бысраҡ һүҙҙәр менән мине йәберләй, ул ғына ла түгел, ҡул күтәрә. Ә яҡларлыҡ бер генә кеше лә юҡ! Ҡыҫҡаһы, был ҡалала ҡалырлыҡ түгел ине, хатта һуларлыҡ һауа ҡалмағайны, бөтә юлдар ҙа ябылды, миңә төрлө яҡлап һөжүм итәләр. Баҡтиһәң, миңә ул ҡалала ҡалырға кәрәк булмаған! Дошмандар бары тик миңә ярҙам иткән икән, шуға ла мин дошмандарыма рәхмәтлемен!Ә алдымда мине бик матур, бик гүзәл тормош көткән! Бына ни өсөн Сибайҙа минең бөтә юлдарым да ябылған! Улымды алып мин Өфөгә күсеп киттем. Башҡала мине ҡоластарын йәйеп ҡаршы алды! Телевидение үҙ ишектәрен аҫты! Мәскәү һынлы Мәскәүҙә Останкино телевидениеһында уҡырға, шунда практика үтергә, һәм Башҡортостан телевидениеһында бик күп шәхестәр менән тапшырыуҙар эшләргә, ошо донъя менән ҡайнап йәшәргә, бәхетле булырға яҙған икән миңә! Яҙмышыма мең шөкөр!P.S. Тормошоғоҙҙа уңышһыҙлыҡтарға осраһағыз, бер ҙә ҡайғырмағыҙ! Бер ҡапҡа ябылһа, тимәк, икенсеһе, тағы ла һәйбәтерәге асылыр...   Тәнзилә Кейекбаева.Өфө.   фото:stroiteh-msk.ru
Ғүмер үткән һайын, тормош серҙәре берәм- берәм сиселә бара. Йәш саҡта һәр кемдең дә ҡәғбә күҙе ябыҡ була икән, йәшлеге менән кеше күп нәмәне аңламай. Шуға күрә йәштәрҙе мин ғәфү итәм, ваҡыты еткәс, аңлайҙар улар... Балаларға ла туҡтап- туҡтап ҡарап торғаным бар, "Бер нәмә лә аңламайҙар, уйнауҙы ғына беләләр... әйҙә, уйнаһындар" - тип балаларҙың аңһыҙ булыуҙарына бер килке аптырап ҡарап торам. Әммә араларында һирәк булһа ла ололарса уйлаған балалар ҙа осрап ҡуя. Нимә сәбәп итте әле мине былар тураһында яҙырға?Әле генә интерактив дуҫтарым араһынан берәү минең яҙмамды ҡабаттан яҙыуымды һорап яҙҙы, ә үткәндәгеһен, "Бер ҡапҡа ябылһа, икенсе асыла..." тигән яҙмамды юйып ҡуйғайным шул. Уға яуап итеп ошо яҙманы яҙырға булдым.Һәр кем үҙенең үткән тормош тәжрибәһенән сығып фекер йөрөтә, фәһем ала, аҡыл туплай. Әгәр минең яҙмышымда берәй сетерекле хәл килеп тыуған икән, тимәк, ул шулай булырға тейеш булған! Йәбешеп ятырға кәрәкмәй, ҡалдырырға кәрәк ул эште, тимәк, һиңә тағы ла һәйбәтерәк ишектәр асыласаҡ!Сибайҙа йәшәгән саҡта (ул ваҡытта Сибай институты яңы ғына асылғайны, мин СПТУ-24 -нан ( англ.яз уҡытыусыһы инем) перевод менән институтҡа эшкә күстем. Урал аръяғында тәүге тапҡыр телевидение ла асылды, тәүгеләрҙән булып мин унда башҡорт тапшырыуҙары ойоштороп ебәрҙем. Әммә унда ла, бында ла аҡса түләмәнеләр, йәнәһе, яңы ғына асылған, бюджет хәле насар. Миңә нисек тә йәшәргә кәрәк ине. Ул ғына ла түгел, күҙҙе астырғыһыҙ ғәйбәт, минең шәхси яҙмышымды пыран- заран килтерәләр, ҡала күләмендә тетмәмде тетәләр генә! Финанс яҡтан да, мораль яҡтан дә бер ниндәй поддержка юҡ. Ятаҡта ғына көн итәм, етмәһә, унда ҡайтһаң вахтершаныңире юлымды быуып, бүлмәмә үткәрмәй, төрлө бысраҡ һүҙҙәр менән мине йәберләй, ул ғына ла түгел, ҡул күтәрә. Ә яҡларлыҡ бер генә кеше лә юҡ! Ҡыҫҡаһы, был ҡалала ҡалырлыҡ түгел ине, хатта һуларлыҡ һауа ҡалмағайны, бөтә юлдар ҙа ябылды, миңә төрлө яҡлап һөжүм итәләр. Баҡтиһәң, миңә ул ҡалала ҡалырға кәрәк булмаған! Дошмандар бары тик миңә ярҙам иткән икән, шуға ла мин дошмандарыма рәхмәтлемен!Ә алдымда мине бик матур, бик гүзәл тормош көткән! Бына ни өсөн Сибайҙа минең бөтә юлдарым да ябылған! Улымды алып мин Өфөгә күсеп киттем. Башҡала мине ҡоластарын йәйеп ҡаршы алды! Телевидение үҙ ишектәрен аҫты! Мәскәү һынлы Мәскәүҙә Останкино телевидениеһында уҡырға, шунда практика үтергә, һәм Башҡортостан телевидениеһында бик күп шәхестәр менән тапшырыуҙар эшләргә, ошо донъя менән ҡайнап йәшәргә, бәхетле булырға яҙған икән миңә! Яҙмышыма мең шөкөр!P.S. Тормошоғоҙҙа уңышһыҙлыҡтарға осраһағыз, бер ҙә ҡайғырмағыҙ! Бер ҡапҡа ябылһа, тимәк, икенсеһе, тағы ла һәйбәтерәге асылыр... Тәнзилә Кейекбаева.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-02/ber-ap-a-asyl-a-ikense-e-asyla-3462526
2 Октябрь , 19:40
ba
МӨҒЖИЗӘ ИНДЕ, МӨҒЖИЗӘ...
Әбйәлил районының Ҡужан ауылында ағас йорт янып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һанаулы минутта йәйге аласыҡты, мунсаны һәм йортто ялмап алған.Шуныһы ғәжәп, йортта һаҡланған дини китаптар, Мөжәүир хәҙрәттең һүрәте, намаҙлыҡ һәм түбәтәй утта янмай, шул көйөнсә ҡалған.Был осраҡлы хәл түгелдер, нисек уйлайһығыҙ?   сығанаҡ: БСТ
Әбйәлил районының Ҡужан ауылында ағас йорт янып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һанаулы минутта йәйге аласыҡты, мунсаны һәм йортто ялмап алған. Шуныһы ғәжәп, йортта һаҡланған дини китаптар, Мөжәүир хәҙрәттең һүрәте, намаҙлыҡ һәм түбәтәй утта янмай, шул көйөнсә ҡалған.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-10-02/m-zhiz-inde-m-zhiz-3461561
2 Октябрь , 10:30
ba
Көфөр һөйләнем...
Көфөр һөйләнем... Нишләптер быйылғы ҡыш миңә бик оҙон тойолдо. Март етеүен шул тиклем түҙемһеҙләнеп көттөм. Ҡыштың һуңғы көнөндә кис ирем менән сәй эсеп ултырабыҙ. Улыбыҙ эргәбеҙҙә уралып-сурала, хәбәрен һөйләп бөтә алмай. -Бынау ҡар йонсотто. Аҡлығынан күҙҙәрем талды. Тик кенә ятҡым килә. Рулдә йөрөү ялҡытты. Ҡыш буйы ирҙәр кеүек “тимер ат”тан төшөлмәне. Һин вахтала булғас рәхәт, һине эшкә алып баралар, алып ҡайталар. Йәнә матур кейенеп, күлдәксән генә йөрөгө килә. Ҡалын кейем яурындарҙы баҫа. Ҡара көҙҙән көпөлө ҡорт кеүек йөрөлә. Матур күлдәк кейеү өсөн һомғол буй кәрәк бит инде. Артыҡ көс һалмай ғына ябығырға ине. Ябыҡ ҡына, нескә билле генә булғым килә! – тип әй хыялланам. Ирем миңә ҡарап ултырҙы ла: - Алла бирһә тигән, исмаһам! -Эйе, Алла бирһә, тик ятайым, рулгә ултырмайым, мине алып йөрөһөндәр, ябығайым! Март тыуҙы. Уның 5 көнө донъя мәшәҡәттәре менән үтеп тә китте. 6 март иртәнсәк будильник зыңғырлағас, уны һүндерҙем дә торайым тиһәм, ялп итеп ҡалдым. Бына һиңә, аяҡтарым бөтөнләй мине тыңламай! Торорға, баҫырға маташам, юҡ инде һул аяғымды алмаштырғандармы ни?! Миңә бөтөнләй буйһонмай. Билем ныҡ ауырта, аяғым үлтереп һыҙлай. Аҡырып иларға керештем, әммә ләкин мине берәү ҙә ишетмәй. Ир эш буйынса таң менән сығып китте. 6 йәшлек улым үҙенең бүлмәһендә бер ни белмәй йоҡлай. Был ни эшләргә? Етмәһә, кистән сәсте йыумағайным, иртәнгегә ҡалдырып. Дауаханаға албаҫты кеүек барып булмай бит инде, ваннаға саҡ шыуышып тигәндәй индем. Уң аяғымды саҡ ҡыбарлаттым, һулы һулыған кеүек һәлберәп тора. Иллә-аллаға сәсемде йыуҙым да тиҙ ярҙам саҡырттым. Күрше ҡалала йәшәгән әсәйемә шылтыратып бала янына килеүен үтендем. Тиҙ ярҙам машинаһы ваҡытында килеүен килде, фельдшер егет менән водитель мине приемный покойға каталкаға һалып индереп: -Ятып тор, хәҙер табип төшөр ҙә ҡарар,-- тип ҡалдырып сығып та киттеләр. Һыҙланып ятҡанда ваҡыт үтәме әле, етмәһә, һыуыҡ, үтә атма, шыҡһыҙ коридорҙа ятҡанда аяҡтарымдың тағы ла нығыраҡ ҡатыуын тойҙом. Дүрт сәғәт тирәһе ятҡанмындыр, саҡ яныма бер табип килде лә мине ҡапшай башланы. Хәлемдең мөшкөллөгөн шунда уҡ һиҙҙем, улар үҙ-ара ымлап ҡына аңлашты. Күп тә тормай, мине тиҙ ярҙамға тейәп баш ҡала дауаханаһына оҙаттылар. Республика клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегенә һалдылар. Кем генә юҡ бында! Кемдең башына операция яһағандар, кемдең умыртҡа һөйәгенә. Минең кеүек аҡһаҡ-туҡһаҡтар етерлек, һәр кемеһе операция көтөп ята. Яһағандарын да күп тотмайҙар, һауығамы-һауыҡмаймы, ҡарап тормайҙар, сығара башлайҙар. Миңә лә киләһе аҙнаға ғына операция яһарбыҙ, тинеләр. Артымса палатаға Г хәрефе кеүек бөкрәйгән ҡатынды индерҙеләр. -Эргә-тирәгеҙҙәге бөтә костоправтарҙы урап сыҡтыңмы? Шунан ошолай кәкрәйгәс кенә табиптарға мөрәжәғәт иттеңме? – ти асыуланып, уны ҡараусы аҡ халатлы ир. -Кәкрәйгәс килдем инде, - ти бисараҡай, тауышы сығыр-сыҡмаҫ. -Бына шулай, үҙегеҙҙе һаҡламайһығыҙ ҙа, эшлектән сыҡҡас дауахана тип йүгерә башлайһығыҙ. Ана ята берегеҙ биленән ҡуҙғала алмай, - тип миңә төртөп күрһәтте. -Артыҡ эш эшләмәнем дә ул мин. Ауырлы саҡта умыртҡа һөйәгемдең бер дискыһы урынын сығып йонсотҡайны. Бәпәйләгәндә билем ныҡ ауыртты. Әллә биртенде, әллә нишләне. Әле бына аяҡтар тыңламай. Артымса әсәйем килеп етеп, табиптар менән һөйләшеп, тиҙ арала операция яһанылар. Уңышлы ғына ғына үтте, әммә һул аяғым барыбер мине тыңлап етмәй. Ятам бына хәҙер түбәгә ҡарап, тик ятам. Бик йөрөгөм килә лә ул, тора алмайым. Йөрөй алмайым. Кеше көнлөмөн, ярай әле әсәйем бар. Ул инде минең һәр үтенесемде үтәй. Баламды ҡәйнәм ҡарай. Уныһы һағына, әсәй, ҡасан ҡайтаһың, тип бер туҡтауһыҙ шылтырата. Машина ла йөрөй алмаҫмын инде, газ, тормоз педальдәренә баҫа торған табаным бөтөнләй бер ни һиҙмәй. Ауырыу - үҙе аш икән, тамаҡ ашағы килмәй, 10 көн эсендә һурыҡтым, айҙай түңәрәк йөҙөм бер ус булып ҡалды, эс, янбаштағы май һыпырып алғандай юҡ булды. Ул тиклем һыҙланыуға майың ғына түгел, мейем иреп аҡмағас шәп әле! Түбәгә бер нөктәгә ҡарап ятҡанда Аллам ни өсөн мине бындай һынауҙарға дусар итәһең? – тип ялбарҙым, белгән доға, сүрәләремде ҡабатланым. Шунда көфөр һөйләүем иҫемә төштө: мин бит тик ятырға, машина йөрөтмәҫкә, ябығырға теләнем! Бына һиңә, мә! Барыһы ла үтәлде: ятам бына бер нәмәгә эшкинмәй! Ябыҡмын, тик матур күлдәк кейеп урамға сыға алмайым! Бик рулгә ултырғым килә лә ул, тора алмайым! Әле Раббымдан ауырыуын биргәс, шифаһын да бир тип һорайым! Беләм, был миңә һынау. Алла бирһә, ошонан терелеп китһәм, хәбәремде уйлап һөйләрмен, Аллам! Тик мине аяҡҡа баҫтыр! Әстәғфирулла! Әстәғфирулла! Әстәғфирулла! – тип Алламдан ғәфү үтенәм. Беләм ул мине ярлыҡар, бәләкәс балам хаҡына! Уны бит кеше итергә кәрәк! Мин йүнәләм! Мин эшләйем! Мин тулы тормош менән йәшәйәсәкмен, Алла бирһә! – телемдән, уйымдан ошо һүҙҙәр китмәй. Бер ҡасан да башҡа көфөр һөйләмәм...
Көфөр һөйләнем...Нишләптер быйылғы ҡыш миңә бик оҙон тойолдо. Март етеүен шул тиклем түҙемһеҙләнеп көттөм. Ҡыштың һуңғы көнөндә кис ирем менән сәй эсеп ултырабыҙ. Улыбыҙ эргәбеҙҙә уралып-сурала, хәбәрен һөйләп бөтә алмай.-Бынау ҡар йонсотто. Аҡлығынан күҙҙәрем талды. Тик кенә ятҡым килә. Рулдә йөрөү ялҡытты. Ҡыш буйы ирҙәр кеүек “тимер ат”тан төшөлмәне. Һин вахтала булғас рәхәт, һине эшкә алып баралар, алып ҡайталар. Йәнә матур кейенеп, күлдәксән генә йөрөгө килә. Ҡалын кейем яурындарҙы баҫа. Ҡара көҙҙән көпөлө ҡорт кеүек йөрөлә. Матур күлдәк кейеү өсөн һомғол буй кәрәк бит инде. Артыҡ көс һалмай ғына ябығырға ине. Ябыҡ ҡына, нескә билле генә булғым килә! – тип әй хыялланам. Ирем миңә ҡарап ултырҙы ла:- Алла бирһә тигән, исмаһам!-Эйе, Алла бирһә, тик ятайым, рулгә ултырмайым, мине алып йөрөһөндәр, ябығайым!Март тыуҙы. Уның 5 көнө донъя мәшәҡәттәре менән үтеп тә китте. 6 март иртәнсәк будильник зыңғырлағас, уны һүндерҙем дә торайым тиһәм, ялп итеп ҡалдым. Бына һиңә, аяҡтарым бөтөнләй мине тыңламай! Торорға, баҫырға маташам, юҡ инде һул аяғымды алмаштырғандармы ни?! Миңә бөтөнләй буйһонмай. Билем ныҡ ауырта, аяғым үлтереп һыҙлай. Аҡырып иларға керештем, әммә ләкин мине берәү ҙә ишетмәй. Ир эш буйынса таң менән сығып китте. 6 йәшлек улым үҙенең бүлмәһендә бер ни белмәй йоҡлай. Был ни эшләргә? Етмәһә, кистән сәсте йыумағайным, иртәнгегә ҡалдырып. Дауаханаға албаҫты кеүек барып булмай бит инде, ваннаға саҡ шыуышып тигәндәй индем. Уң аяғымды саҡ ҡыбарлаттым, һулы һулыған кеүек һәлберәп тора. Иллә-аллаға сәсемде йыуҙым да тиҙ ярҙам саҡырттым. Күрше ҡалала йәшәгән әсәйемә шылтыратып бала янына килеүен үтендем. Тиҙ ярҙам машинаһы ваҡытында килеүен килде, фельдшер егет менән водитель мине приемный покойға каталкаға һалып индереп:-Ятып тор, хәҙер табип төшөр ҙә ҡарар,-- тип ҡалдырып сығып та киттеләр.Һыҙланып ятҡанда ваҡыт үтәме әле, етмәһә, һыуыҡ, үтә атма, шыҡһыҙ коридорҙа ятҡанда аяҡтарымдың тағы ла нығыраҡ ҡатыуын тойҙом. Дүрт сәғәт тирәһе ятҡанмындыр, саҡ яныма бер табип килде лә мине ҡапшай башланы. Хәлемдең мөшкөллөгөн шунда уҡ һиҙҙем, улар үҙ-ара ымлап ҡына аңлашты. Күп тә тормай, мине тиҙ ярҙамға тейәп баш ҡала дауаханаһына оҙаттылар. Республика клиник дауаханаһының нейрохирургия бүлегенә һалдылар. Кем генә юҡ бында! Кемдең башына операция яһағандар, кемдең умыртҡа һөйәгенә. Минең кеүек аҡһаҡ-туҡһаҡтар етерлек, һәр кемеһе операция көтөп ята. Яһағандарын да күп тотмайҙар, һауығамы-һауыҡмаймы, ҡарап тормайҙар, сығара башлайҙар. Миңә лә киләһе аҙнаға ғына операция яһарбыҙ, тинеләр. Артымса палатаға Г хәрефе кеүек бөкрәйгән ҡатынды индерҙеләр.-Эргә-тирәгеҙҙәге бөтә костоправтарҙы урап сыҡтыңмы? Шунан ошолай кәкрәйгәс кенә табиптарға мөрәжәғәт иттеңме? – ти асыуланып, уны ҡараусы аҡ халатлы ир.-Кәкрәйгәс килдем инде, - ти бисараҡай, тауышы сығыр-сыҡмаҫ.-Бына шулай, үҙегеҙҙе һаҡламайһығыҙ ҙа, эшлектән сыҡҡас дауахана тип йүгерә башлайһығыҙ. Ана ята берегеҙ биленән ҡуҙғала алмай, - тип миңә төртөп күрһәтте.-Артыҡ эш эшләмәнем дә ул мин. Ауырлы саҡта умыртҡа һөйәгемдең бер дискыһы урынын сығып йонсотҡайны. Бәпәйләгәндә билем ныҡ ауыртты. Әллә биртенде, әллә нишләне. Әле бына аяҡтар тыңламай. Артымса әсәйем килеп етеп, табиптар менән һөйләшеп, тиҙ арала операция яһанылар. Уңышлы ғына ғына үтте, әммә һул аяғым барыбер мине тыңлап етмәй. Ятам бына хәҙер түбәгә ҡарап, тик ятам. Бик йөрөгөм килә лә ул, тора алмайым. Йөрөй алмайым. Кеше көнлөмөн, ярай әле әсәйем бар. Ул инде минең һәр үтенесемде үтәй. Баламды ҡәйнәм ҡарай. Уныһы һағына, әсәй, ҡасан ҡайтаһың, тип бер туҡтауһыҙ шылтырата. Машина ла йөрөй алмаҫмын инде, газ, тормоз педальдәренә баҫа торған табаным бөтөнләй бер ни һиҙмәй. Ауырыу - үҙе аш икән, тамаҡ ашағы килмәй, 10 көн эсендә һурыҡтым, айҙай түңәрәк йөҙөм бер ус булып ҡалды, эс, янбаштағы май һыпырып алғандай юҡ булды. Ул тиклем һыҙланыуға майың ғына түгел, мейем иреп аҡмағас шәп әле!Түбәгә бер нөктәгә ҡарап ятҡанда Аллам ни өсөн мине бындай һынауҙарға дусар итәһең? – тип ялбарҙым, белгән доға, сүрәләремде ҡабатланым. Шунда көфөр һөйләүем иҫемә төштө: мин бит тик ятырға, машина йөрөтмәҫкә, ябығырға теләнем! Бына һиңә, мә! Барыһы ла үтәлде: ятам бына бер нәмәгә эшкинмәй! Ябыҡмын, тик матур күлдәк кейеп урамға сыға алмайым! Бик рулгә ултырғым килә лә ул, тора алмайым!Әле Раббымдан ауырыуын биргәс, шифаһын да бир тип һорайым! Беләм, был миңә һынау. Алла бирһә, ошонан терелеп китһәм, хәбәремде уйлап һөйләрмен, Аллам!Тик мине аяҡҡа баҫтыр! Әстәғфирулла! Әстәғфирулла! Әстәғфирулла! – тип Алламдан ғәфү үтенәм. Беләм ул мине ярлыҡар, бәләкәс балам хаҡына! Уны бит кеше итергә кәрәк!Мин йүнәләм! Мин эшләйем! Мин тулы тормош менән йәшәйәсәкмен, Алла бирһә! – телемдән, уйымдан ошо һүҙҙәр китмәй.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-27/k-f-r-yl-nem-3456862
27 Сентябрь , 21:30
ba
ХЫЯНАТТЫ ҒӘФҮ ИТМӘГЕҘ!
Ун йыл элекке хәл йәнә ҡабатланды...” – тип үҙ алдына һөйләнгән ҡатындың һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, ямғыр тамсылары тәҙрәгә туҡтауһыҙ бәрелде. “Әгәр шул ваҡытта уҡ араны өҙһәм, тормошом да икенсерәк булыр ине... Юҡ, ғәфү иттем, ышандым һәм тағы алдандым...” ...Юғары уҡыу йортон тамам­лағас, Мәрйәм район үҙәгенә уҡытыусы булып эшкә төшкәйне. Мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы, ҡы­йыу Марат менән шунда таныш­ҡайнылар. Яңыраҡ ҡына үҙ эшен асҡан егет ҡыҙҙың күҙен астырманы, артынан ҡалманы: эштән ҡайтырға сыҡҡанда сәскәләр ме­нән ҡаршыларға ғәҙәтләнде. Һуң­ғараҡ ҡыҙ, үҙе лә аңғармаҫтан, Ма­раттың һәр саҡ эргәһендә уралыуына күнегеп китте, концерт-фә­ләнгә лә бергә йөрөй башланылар. Бер йылдан һуң Марат кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, риза­лығын бирҙе. Был ваҡытта Мәрйәм егеткә тамам ғашиҡ булғайны, бары уның менән генә ғаилә ҡорорға теләй ине. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр, ике яҡтан да ата-әсә, туғандары ҡулынан килгәнсә йәштәргә ярҙам итергә тырышты. Оҙаҡламай йәш ғаилә бына тигән иркен фатирлы булды. Барыһы ла һәүетемсә генә барған кеүек ине: ғаиләгә йәм, бәхет өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Ҡатын декрет ялында саҡта, бәләкәстәренә ике йәш тулғанда, ир эштән ҡайтырға ашыҡмай йәки дуҫтары менән юғала башланы. Мәрйәмдең әхирәте Гөлйөҙөм “Ирең һул яҡҡа йөрөмәйме?” тип ишара яһаны. Тик Маратына ныҡлы ышанған ҡатын был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәне. Ә бына иренең класташтары менән осрашыуынан һуң кафенан өйөнә ашыҡмауы, төндә лә ҡайт­мауы, телефонының һүнде­релеүе ҡатынды тамам аптыратты. Иртәгәһенә ҡыҙын күршеһенә ҡалдырып, ҡатын Маратының иң яҡын дуҫының береһенә иренең ҡайҙалығын белешергә йүнәлде. Ә унда асыҡ ишек төбөнән үк фатир тулы шешә, туҙынып ятҡан әйберҙәр күҙенә салынды. Иренең бер ҡатын менән бергә икәнлеген күреп ҡалып, Мәрйәм ни эшләргә лә белмәне. Бер аҙҙан үҙен ҡулға алды һәм, уларҙы шым ғына фотоға төшөргәс, подъездан кире сығып йүгерҙе. Ә теге икәү бер нимә лә һиҙмәне, бер-береһенә мөкиббән киткәйне... Марат төштән һуң ғына ҡайтып инде лә класташтары менән оҙаҡ ултырғаны, кафенан һуң бергәләп дуҫына барыуҙары, телефонының һүнеүе хаҡында һөйләй башланы. Тик ҡатыны телефондағы теге фотоны күрһәткәс, ғәфү үтенеп, үҙен ҡасандыр ташлаған беренсе мөхәббәте Зилиәгә ошолай үс итеүе хаҡында һөйләне. Мәрйәмдең иренән китергә йыйыныуы тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡәйнә менән ҡайныһы ла ғаиләне емермәүҙе үтенә башланы. Башта кейәүенә асыулы булған әсәһе лә, шайтан бутағандыр инде, хәҙер үҙе ҡайғыра, тип был хәл тураһында онотоуҙы һораны. Бәләкәй ҡыҙын ҡосаҡлаған Мәрйәм район үҙәгенән ҡалаға күскән осраҡта ғына ғәфү итәсәге хаҡында әйтте. Икенсе мөхит, йәшәү урынын алмаштырыу аяныслы хәл тураһында бер аҙ оноторға ярҙам итер, тип уйланы. Ире менән уның ата-әсәһе өс ай эсендә ҡаланан ике бүлмәле фатир һатып алды. ...Ун йыл үтеп тә китте. Хәҙер инде ире лә өлгөлө ғаилә башлығы, ҡыҙҙары ла үҫте инде. Тыныс, һәүетемсә генә йәшәргә кәрәк кеүек. Тик бына кисә төш мәлендә ҡала үҙәгендәге супермаркетта күргән хәл был һиллекте йәнә юҡҡа сығарҙы. Унда Мәр­йәмдең ире бер ханым менән үҙҙәренә кәрәк барлыҡ аҙыҡ-түлекте һатып алып, магазиндан сыҡҡас, машинаға ҡарай йүнәлде, юл ыңғайы ир ҡатынды үбеп алды. Был хәлгә иҫе киткән Мәрйәм, йүгереп барып, иренең арҡаһына төртөлдө. Ул боролоп ҡарап, ҡатынын күргәс, иҫе китте, теге ханым да аптырашта ҡалды. Ә ул... теге класташы Зилиә! Мәрйәм йүгереп ҡайтып китте... Ә ире ҡатынының артынан бер ҙә йүгермәне, кисен генә һуҡмыш ҡайтып инде. “Йәшлекте иҫкә алырға теләгәйнем, уға ҡарата бер ниндәй хис-тойғо юҡ”, – тип аҡланырға маташты. “...Хәҙер ирем менән йәшә­мәйем. Нисек ун йыл элек уны ғәфү итә алдым? Ниңә ваҡытында ҡаты ғына итеп әйтмәнем? Үҙем ғәйеплемен. Хыянатты ғәфү итмәгеҙ... Ҡыҙым ғына бик йәл. Үҙем дә йәш түгелмен”, – ти Мәрйәм, ни эшләргә белмәйенсә...     Айһылыу НИЗАМОВА    gas-kvas.com
Ун йыл элекке хәл йәнә ҡабатланды...” – тип үҙ алдына һөйләнгән ҡатындың һүҙҙәрен ҡеүәтләгәндәй, ямғыр тамсылары тәҙрәгә туҡтауһыҙ бәрелде. “Әгәр шул ваҡытта уҡ араны өҙһәм, тормошом да икенсерәк булыр ине... Юҡ, ғәфү иттем, ышандым һәм тағы алдандым...”...Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Мәрйәм район үҙәгенә уҡытыусы булып эшкә төшкәйне. Мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы, ҡыйыу Марат менән шунда танышҡайнылар. Яңыраҡ ҡына үҙ эшен асҡан егет ҡыҙҙың күҙен астырманы, артынан ҡалманы: эштән ҡайтырға сыҡҡанда сәскәләр менән ҡаршыларға ғәҙәтләнде. Һуңғараҡ ҡыҙ, үҙе лә аңғармаҫтан, Мараттың һәр саҡ эргәһендә уралыуына күнегеп китте, концерт-фәләнгә лә бергә йөрөй башланылар. Бер йылдан һуң Марат кейәүгә сығырға тәҡдим яһағас, ризалығын бирҙе. Был ваҡытта Мәрйәм егеткә тамам ғашиҡ булғайны, бары уның менән генә ғаилә ҡорорға теләй ине. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр, ике яҡтан да ата-әсә, туғандары ҡулынан килгәнсә йәштәргә ярҙам итергә тырышты. Оҙаҡламай йәш ғаилә бына тигән иркен фатирлы булды. Барыһы ла һәүетемсә генә барған кеүек ине: ғаиләгә йәм, бәхет өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Ҡатын декрет ялында саҡта, бәләкәстәренә ике йәш тулғанда, ир эштән ҡайтырға ашыҡмай йәки дуҫтары менән юғала башланы. Мәрйәмдең әхирәте Гөлйөҙөм “Ирең һул яҡҡа йөрөмәйме?” тип ишара яһаны. Тик Маратына ныҡлы ышанған ҡатын был һүҙҙәргә артыҡ иғтибар итмәне. Ә бына иренең класташтары менән осрашыуынан һуң кафенан өйөнә ашыҡмауы, төндә лә ҡайтмауы, телефонының һүндерелеүе ҡатынды тамам аптыратты. Иртәгәһенә ҡыҙын күршеһенә ҡалдырып, ҡатын Маратының иң яҡын дуҫының береһенә иренең ҡайҙалығын белешергә йүнәлде. Ә унда асыҡ ишек төбөнән үк фатир тулы шешә, туҙынып ятҡан әйберҙәр күҙенә салынды. Иренең бер ҡатын менән бергә икәнлеген күреп ҡалып, Мәрйәм ни эшләргә лә белмәне. Бер аҙҙан үҙен ҡулға алды һәм, уларҙы шым ғына фотоға төшөргәс, подъездан кире сығып йүгерҙе. Ә теге икәү бер нимә лә һиҙмәне, бер-береһенә мөкиббән киткәйне...Марат төштән һуң ғына ҡайтып инде лә класташтары менән оҙаҡ ултырғаны, кафенан һуң бергәләп дуҫына барыуҙары, телефонының һүнеүе хаҡында һөйләй башланы. Тик ҡатыны телефондағы теге фотоны күрһәткәс, ғәфү үтенеп, үҙен ҡасандыр ташлаған беренсе мөхәббәте Зилиәгә ошолай үс итеүе хаҡында һөйләне. Мәрйәмдең иренән китергә йыйыныуы тураһында һүҙ сыҡҡас, ҡәйнә менән ҡайныһы ла ғаиләне емермәүҙе үтенә башланы. Башта кейәүенә асыулы булған әсәһе лә, шайтан бутағандыр инде, хәҙер үҙе ҡайғыра, тип был хәл тураһында онотоуҙы һораны. Бәләкәй ҡыҙын ҡосаҡлаған Мәрйәм район үҙәгенән ҡалаға күскән осраҡта ғына ғәфү итәсәге хаҡында әйтте. Икенсе мөхит, йәшәү урынын алмаштырыу аяныслы хәл тураһында бер аҙ оноторға ярҙам итер, тип уйланы. Ире менән уның ата-әсәһе өс ай эсендә ҡаланан ике бүлмәле фатир һатып алды....Ун йыл үтеп тә китте. Хәҙер инде ире лә өлгөлө ғаилә башлығы, ҡыҙҙары ла үҫте инде. Тыныс, һәүетемсә генә йәшәргә кәрәк кеүек. Тик бына кисә төш мәлендә ҡала үҙәгендәге супермаркетта күргән хәл был һиллекте йәнә юҡҡа сығарҙы. Унда Мәрйәмдең ире бер ханым менән үҙҙәренә кәрәк барлыҡ аҙыҡ-түлекте һатып алып, магазиндан сыҡҡас, машинаға ҡарай йүнәлде, юл ыңғайы ир ҡатынды үбеп алды. Был хәлгә иҫе киткән Мәрйәм, йүгереп барып, иренең арҡаһына төртөлдө. Ул боролоп ҡарап, ҡатынын күргәс, иҫе китте, теге ханым да аптырашта ҡалды. Ә ул... теге класташы Зилиә! Мәрйәм йүгереп ҡайтып китте...Ә ире ҡатынының артынан бер ҙә йүгермәне, кисен генә һуҡмыш ҡайтып инде. “Йәшлекте иҫкә алырға теләгәйнем, уға ҡарата бер ниндәй хис-тойғо юҡ”, – тип аҡланырға маташты.“...Хәҙер ирем менән йәшәмәйем. Нисек ун йыл элек уны ғәфү итә алдым? Ниңә ваҡытында ҡаты ғына итеп әйтмәнем? Үҙем ғәйеплемен. Хыянатты ғәфү итмәгеҙ... Ҡыҙым ғына бик йәл. Үҙем дә йәш түгелмен”, – ти Мәрйәм, ни эшләргә белмәйенсә...
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-23/hyyanatty-f-itm-ge-3451730
23 Сентябрь , 21:15
ba
ЯРАТҺАҢ... ЯРАТЫР...
Ҡатын-ҡыҙ кәрәкле булырға тейеш. Уның быны белеүе, тойоуы мөһим. Әлбиттә, бында “Һин миңә кәрәк” тигән ҡоро һүҙҙәр эшләмәйәсәк. Ихтирам-иғтибар зарур. Ул кәрәк! Тормош иптәше булараҡ, йәрең, кәләшең булараҡ… Әгәр һин уны ҡулланыр әйбер урынына тотһаң, ул быны тоясаҡ. Нисек кенә ауыр булһа ла китәсәк. Гүзәл зат үҙен кем эргәһендә яҡлаулы, һаҡлаулы, кәрәкле тоя—шунда ҡала. Ҡатын-ҡыҙҙың бик шәп яғы бар—ул үҙен яратҡан кешегә баш-көллө хеҙмәт итә. Ул илай икән, бер нәмә лә әйтмә, күҙенән йәшен дә һөртмә, бары тик ҡосаҡла, ҡулын тот… наҙлы итеп, яратып… һөйөүең йөрәгенә барып етерлек итеп…Күңеленә көс бир. Ул быны тойор. Күңелен яулаһаң—һөйөүен яуларһың. Яула…уйҙарың менән, аҡылың менән, ихласлығың менән, ишетә белеүең менән… Уның иренендә йылмайыу эшлә һәм бәхетле итеү өсөн көсөңдө йәлләмә. Ышаныслы, ныҡлы, иғтибарлы, хәстәрлекле һәм ысын ир-егет булыуың менән яула! Ир-егеттәр! Үҙегеҙҙең фәрештәләрегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, иркәләгеҙ, сәскәләр бирегеҙ, сюрприздар эшләгеҙ! Шул саҡта ул ҡатын-ҡыҙ һеҙҙең ышаныслы тылға әйләнәсәк. Ундай ҡатын бар йортта һәр саҡ йылы, йәмле, күңелле. Ҡатын-ҡыҙ һеҙҙең ашҡаҙанды тултырыусы булып түгел, күңелегеҙҙе тултырыусы булып яратылған. Бының өсөн уның күңеленә инеү мөһим, тик бысраҡ итектәр менән уны тапамағыҙ! Ҡатын-ҡыҙға эшләгәнегеҙ һеҙгә йөҙләтә ҡайта. Һөйөү булып ҡайтырмы, бәлә булыпмы – быныһы һеҙҙең ҡулда!   Интернет селтәренән. Резеда Усманова тәржемә итте.
Ҡатын-ҡыҙ кәрәкле булырға тейеш. Уның быны белеүе, тойоуы мөһим. Әлбиттә, бында “Һин миңә кәрәк” тигән ҡоро һүҙҙәр эшләмәйәсәк. Ихтирам-иғтибар зарур. Ул кәрәк! Тормош иптәше булараҡ, йәрең, кәләшең булараҡ… Әгәр һин уны ҡулланыр әйбер урынына тотһаң, ул быны тоясаҡ. Нисек кенә ауыр булһа ла китәсәк. Гүзәл зат үҙен кем эргәһендә яҡлаулы, һаҡлаулы, кәрәкле тоя—шунда ҡала. Ҡатын-ҡыҙҙың бик шәп яғы бар—ул үҙен яратҡан кешегә баш-көллө хеҙмәт итә. Ул илай икән, бер нәмә лә әйтмә, күҙенән йәшен дә һөртмә, бары тик ҡосаҡла, ҡулын тот… наҙлы итеп, яратып… һөйөүең йөрәгенә барып етерлек итеп…Күңеленә көс бир. Ул быны тойор. Күңелен яулаһаң—һөйөүен яуларһың. Яула…уйҙарың менән, аҡылың менән, ихласлығың менән, ишетә белеүең менән… Уның иренендә йылмайыу эшлә һәм бәхетле итеү өсөн көсөңдө йәлләмә. Ышаныслы, ныҡлы, иғтибарлы, хәстәрлекле һәм ысын ир-егет булыуың менән яула!Ир-егеттәр! Үҙегеҙҙең фәрештәләрегеҙҙең ҡәҙерен белегеҙ, иркәләгеҙ, сәскәләр бирегеҙ, сюрприздар эшләгеҙ! Шул саҡта ул ҡатын-ҡыҙ һеҙҙең ышаныслы тылға әйләнәсәк. Ундай ҡатын бар йортта һәр саҡ йылы, йәмле, күңелле.Ҡатын-ҡыҙ һеҙҙең ашҡаҙанды тултырыусы булып түгел, күңелегеҙҙе тултырыусы булып яратылған. Бының өсөн уның күңеленә инеү мөһим, тик бысраҡ итектәр менән уны тапамағыҙ! Ҡатын-ҡыҙға эшләгәнегеҙ һеҙгә йөҙләтә ҡайта. Һөйөү булып ҡайтырмы, бәлә булыпмы – быныһы һеҙҙең ҡулда! Интернет селтәренән.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-18/yarat-a-yaratyr-3443587
18 Сентябрь , 16:00
ba
ЙЫР ҺОРАУ ТЫУҘЫРҘЫ
--Эйе, "Саҡырмасы, кәкүк", йәки "Ҡысҡырмасы, кәкүк" йыры - башҡорт йыры. Уның көйөн дөрөҫ итеп халыҡҡа сығарысы тәү сығанаҡ Сөләймән Абдуллин дөрөҫ башҡара, минең башҡарыуҙа ла осратырһығыҙ... --тип аңлатта Рәмил Париж улы.Интернет селтәрендә Абдулла Солтанов, Рәмил Туйсин һәм Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуындағы йырҙы табып, сағыштырып ҡараныҡ. Ысынлап та, айырма һиҙелә.   Тимәк, был йыр татар халыҡ көйөнә лә башҡарыла икән... Ике милләт көйөнә башҡарылған йырҙың тарихы башҡорт ерлегенә тоташа, легендаһы түбәндәгесә: Бер ваҡыт ҡыҙҙар менән әбейҙәр күл йыуаһын йыйырға Төйәләҫ (Баймаҡ районында Ирәндек тауҙарынан баш алған йылға) буйына сыҡҡан. Егеттәр алдан барып, уларҙы көтөп торған. Әбейҙәргә бүләк биреп, юхалап,ҡыҙҙар менән әҙерәк аралашып алырға рөхсәт алғандар. Егеттәр үҙҙәренең яратҡан ҡыҙҙары менән берәм-берәм таралышып һөйләшә башлаған. Бер егет менән ҡыҙ тирәк төбөнә барып ултырғандар. Был тирәккә кәкүк ҡунып саҡыра башлаған да туҡтап ҡалған. Егет, ҡыҙы риза булмаһа ла, кәкүктән нисә йыл йәшәүен һорарға булған. Кәкүк 12 тапҡыр ғына саҡырған да туҡтаған. Ҡыҙ күңелһеҙләнгән, егет уны башҡалар янына алып киткән. Ул ваҡыттарҙа йәштәр «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын яратып уйнар булған. Байтаҡ ҡына уйнап-көлгәндән һуң, әбейҙәр ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып киткән. Егеттәр һыу инергә ҡалған. Шул ваҡыт әлеге егет һыуға батып үлгән. Уны ауылға күтәреп алып ҡайтып күмгәндәр. Егеттең яратҡан ҡыҙы уның иҫтәлеге итеп йыр сығарған. Саҡырмасы, кәкүк, эй, эргәмдә Саҡырһаңсы кәкре ҡайын янында. Егет кенә кеше сер белгертмәҫ, Ҡайғылары артҡан һайын да. Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып, Хәсрәт арттырырға маташып. Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым, Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып. Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡаршымда, Саҡырһана ағас башында. Уңлы ла ғына һуллы ҡашым тарта - Ни булыр ҙа ғәзиз башыма? Минең башҡайыма ник ултырҙың, Бер-бер нәмә булыр микән ни? Юраусылар юрап әйткәненсә, Ғүмерем зая үтер микән?[2]
--Эйе, "Саҡырмасы, кәкүк", йәки "Ҡысҡырмасы, кәкүк" йыры - башҡорт йыры. Уның көйөн дөрөҫ итеп халыҡҡа сығарысы тәү сығанаҡ Сөләймән Абдуллин дөрөҫ башҡара, минең башҡарыуҙа ла осратырһығыҙ... --тип аңлатта Рәмил Париж улы. Интернет селтәрендә Абдулла Солтанов, Рәмил Туйсин һәм Гөлсөм Бикбулатова башҡарыуындағы йырҙы табып, сағыштырып ҡараныҡ. Ысынлап та, айырма һиҙелә. Тимәк, был йыр татар халыҡ көйөнә лә башҡарыла икән... Ике милләт көйөнә башҡарылған йырҙың тарихы башҡорт ерлегенә тоташа,легендаһы түбәндәгесә:Бер ваҡыт ҡыҙҙар менән әбейҙәр күл йыуаһын йыйырғаТөйәләҫ(Баймаҡ районындаИрәндектауҙарынан баш алған йылға) буйына сыҡҡан. Егеттәр алдан барып, уларҙы көтөп торған. Әбейҙәргә бүләк биреп, юхалап,ҡыҙҙар менән әҙерәк аралашып алырға рөхсәт алғандар. Егеттәр үҙҙәренең яратҡан ҡыҙҙары менән берәм-берәм таралышып һөйләшә башлаған. Бер егет менән ҡыҙ тирәк төбөнә барып ултырғандар. Был тирәккә кәкүк ҡунып саҡыра башлаған да туҡтап ҡалған. Егет, ҡыҙы риза булмаһа ла, кәкүктән нисә йыл йәшәүен һорарға булған. Кәкүк 12 тапҡыр ғына саҡырған да туҡтаған. Ҡыҙ күңелһеҙләнгән, егет уны башҡалар янына алып киткән. Ул ваҡыттарҙа йәштәр«Аҡ тирәк, күк тирәк» уйыныняратып уйнар булған. Байтаҡ ҡына уйнап-көлгәндән һуң, әбейҙәр ҡыҙҙарҙы алып ҡайтып киткән. Егеттәр һыу инергә ҡалған. Шул ваҡыт әлеге егет һыуға батып үлгән. Уны ауылға күтәреп алып ҡайтып күмгәндәр. Егеттең яратҡан ҡыҙы уның иҫтәлеге итеп йыр сығарған. Саҡырмасы, кәкүк, эй, эргәмдәСаҡырһаңсы кәкре ҡайын янында. Егет кенә кеше сер белгертмәҫ,Ҡайғылары артҡан һайын да. Саҡырмасы, кәкүк, ай, һаташып,Хәсрәт арттырырға маташып. Сит илдәрҙә йөрөй яңғыҙ башым,Яңғыҙ кәкүк кеүек аҙашып. Саҡырма ла, кәкүк, ай, ҡаршымда,Саҡырһана ағас башында.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-15/yyr-orau-tyu-yr-y-3437733
15 Сентябрь , 10:05
ba
ҮҘГӘРЕРГӘМЕ, ҮҘГӘРТЕРГӘМЕ?..
Атай кеше газ плитаһына өс кәстрүл ҡуя. Һыу ҡоя. Береһенә--кишер, икенсеһенә--йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә (кофе) төшөрә. Бер нисә минуттан атаһы ҡыҙына һорау бирә: --Йә, ҡара, уларға нимә булды? --Кишер менән йомортҡа беште, ҡәһүә эрене,--ти ҡыҙ. --Дөрөҫ,--ти атаһы.--Әйҙә, тәрәнерәк уйлап ҡарайыҡ. Эҫе һыуҙа кишер беште, йомшарҙы. Ярыла яҙып торған йомортҡа, киреһенсә, ҡаты булып китте. Тыштан шул уҡ күренһәләр ҙә, эске тороштары үҙгәрҙе. Тышҡы мөхит, йәғни эҫе һыу уларҙы үҙгәртте. Тормошта ла шулай: ҡаты кешеләр йомшарып китеүе ихтимал, ә көсһөҙ, наҙлы кешеләр нығына... --Ә ҡәһүә? --О, ҡәһүә--был иң ҡыҙыҡлыһы. Ул бит һыуҙа эрене лә һыуҙы хуш еҫле эсемлеккә әйләндерҙе. Шундай кешеләр була: уларҙы тирә-яҡ мөхит, уратып алған кешеләр һәм ваҡиғалар үҙгәртә алмай, улар үҙҙәре тирә-яғын үҙ файҙаһына үҙгәртә. Ауыр саҡта кем булырға? Быныһын һәр кем үҙе хәл итә...
Атай кеше газ плитаһына өс кәстрүл ҡуя. Һыу ҡоя. Береһенә--кишер, икенсеһенә--йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә (кофе) төшөрә. Бер нисә минуттан атаһы ҡыҙына һорау бирә:--Йә, ҡара, уларға нимә булды?--Кишер менән йомортҡа беште, ҡәһүә эрене,--ти ҡыҙ.--Дөрөҫ,--ти атаһы.--Әйҙә, тәрәнерәк уйлап ҡарайыҡ. Эҫе һыуҙа кишер беште, йомшарҙы. Ярыла яҙып торған йомортҡа, киреһенсә, ҡаты булып китте. Тыштан шул уҡ күренһәләр ҙә, эске тороштары үҙгәрҙе. Тышҡы мөхит, йәғни эҫе һыу уларҙы үҙгәртте. Тормошта ла шулай: ҡаты кешеләр йомшарып китеүе ихтимал, ә көсһөҙ, наҙлы кешеләр нығына...--Ә ҡәһүә?--О, ҡәһүә--был иң ҡыҙыҡлыһы. Ул бит һыуҙа эрене лә һыуҙы хуш еҫле эсемлеккә әйләндерҙе. Шундай кешеләр була: уларҙы тирә-яҡ мөхит, уратып алған кешеләр һәм ваҡиғалар үҙгәртә алмай, улар үҙҙәре тирә-яғын үҙ файҙаһына үҙгәртә. Ауыр саҡта кем булырға?
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-14/g-rerg-me-g-rterg-me-3437480
14 Сентябрь , 22:05
ba
Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан ниндәй еҫ килгәнен яратмай?
Егеттәр, мәҫәлән, әбейҙәр еҫен оҡшамай. Ир-егеттәр иҫкергән хушбуйҙар һөртөүселәрҙе өнәмәй. Инде нисә йылдар популяр булған, классикаға әүерелгән еҫтәрҙе лә егеттәр оҡшатмай икән. Яңы хушбуйҙар ҙа бик күп, шуларҙы ҡарап алырға кәрәк. Ваниль еҫе ирҙәрҙең күбеһенең күңелен ҡайтара. Ул бик татлы, ә ир-егеттәр ҡыҙҙарҙан шундай еҫ аңҡыуын яратмай. Баллы (сладкий) хушбуй һипкән гүзәл зат янында баҫып тороуы ҡыйын. Өҫтәүенә, улар өҫтөнә ярты флакон хушбуй һипкән булһа, бигерәк тә тын ҡыҫыла. Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан алкоголь еҫе килеүен дә яратмай. Шулай уҡ тәмәке еҫе борҡоуын хупламай. Баҡтиһәң, ир-егеттәр төпсөк һауыты менән үбешергә теләмәй.
Егеттәр, мәҫәлән, әбейҙәр еҫен оҡшамай. Ир-егеттәр иҫкергән хушбуйҙар һөртөүселәрҙе өнәмәй. Инде нисә йылдар популяр булған, классикаға әүерелгән еҫтәрҙе лә егеттәр оҡшатмай икән. Яңы хушбуйҙар ҙа бик күп, шуларҙы ҡарап алырға кәрәк. Ваниль еҫе ирҙәрҙең күбеһенең күңелен ҡайтара. Ул бик татлы, ә ир-егеттәр ҡыҙҙарҙан шундай еҫ аңҡыуын яратмай. Баллы (сладкий) хушбуй һипкән гүзәл зат янында баҫып тороуы ҡыйын. Өҫтәүенә, улар өҫтөнә ярты флакон хушбуй һипкән булһа, бигерәк тә тын ҡыҫыла. Ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙан алкоголь еҫе килеүен дә яратмай. Шулай уҡ тәмәке еҫе борҡоуын хупламай.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-11/ir-egett-r-atyn-y-an-nind-y-e-kilg-nen-yaratmay-3430719
11 Сентябрь , 15:15
ba
ҮҘЕҢДЕ ҺАҠЛА!
Үҙеңде һаҡла… Донъяң емерелеп, селпәрәмә килһә, ситтән берәү ҡул һуҙыр, яҙмыш упҡынынан һөйрәп сығарыр тип көтмә. Үҙеңдән тыш бер кем һине аяҡҡа баҫтырмаҫ, ҡанаттарыңдан саңды һөртөп төшөрмәҫ.Үҙеңде һаҡла… Юғалған йылмайыуыңды үҙең тапмаһаң, бер кем һине йылмайта алмаҫ. Күҙ йәштәреңдән оялма, уларҙы ваҡыт ҡына һөртә ала. Һөйөүеңә аяҡ һөртөп китһәләр ҙә үкенеп, бүләк иткән хис-тойғоларыңды йәлләп ултырма. Һөйөү һиндә. Һин уға биргәнһең, әммә һөйөү һиндә ҡалған, ул һинең тойғоң. Үткәндәргә үкенеп, энергияңды сарыф итмә. Бының менән бары йәнеңде генә үртәйһең, үҙеңә генә зыян килтерәһең.Үҙеңде һаҡла… Һинең изгелегең менән ҡулланыусыларға юҡ тип әйтергә өйрән. Көсөң бөтөүөн һиҙә башлағас та хәл-ваҡиғалар үҙәгенән сыҡ, хәл йый. Үҙеңде һаҡла һәм иҫтә тот: һин үҙеңдеке, һин берәү генә, йәшәү өсөн үҙеңде тулы килеш һаҡларға кәрәк.Үҙеңде ярат! Донъяла һиңә үҙ һөйөүҙәрен бүләк итергә теләүселәр күп түгелдер, әммә был һин һөйөүгә лайыҡ түгел тигәнде аңлатмай.Үҙеңде һаҡла… Быны үҙең эшләмәһәң, быны һинең өсөн бер кем эшләмәҫ…Алина Ермолаева. Резеда Усманова тәржемәһе.   bubbleboom.ru   Яҙманы башҡа сайттарға алғанда редакцияны күрһәтергә, авторҙан рәхсәт алырға!
Үҙеңде һаҡла… Донъяң емерелеп, селпәрәмә килһә, ситтән берәү ҡул һуҙыр, яҙмыш упҡынынан һөйрәп сығарыр тип көтмә. Үҙеңдән тыш бер кем һине аяҡҡа баҫтырмаҫ, ҡанаттарыңдан саңды һөртөп төшөрмәҫ. Үҙеңде һаҡла… Юғалған йылмайыуыңды үҙең тапмаһаң, бер кем һине йылмайта алмаҫ. Күҙ йәштәреңдән оялма, уларҙы ваҡыт ҡына һөртә ала. Һөйөүеңә аяҡ һөртөп китһәләр ҙә үкенеп, бүләк иткән хис-тойғоларыңды йәлләп ултырма. Һөйөү һиндә. Һин уға биргәнһең, әммә һөйөү һиндә ҡалған, ул һинең тойғоң. Үткәндәргә үкенеп, энергияңды сарыф итмә. Бының менән бары йәнеңде генә үртәйһең, үҙеңә генә зыян килтерәһең. Үҙеңде һаҡла… Һинең изгелегең менән ҡулланыусыларға юҡ тип әйтергә өйрән. Көсөң бөтөүөн һиҙә башлағас та хәл-ваҡиғалар үҙәгенән сыҡ, хәл йый. Үҙеңде һаҡла һәм иҫтә тот: һин үҙеңдеке, һин берәү генә, йәшәү өсөн үҙеңде тулы килеш һаҡларға кәрәк. Үҙеңде ярат! Донъяла һиңә үҙ һөйөүҙәрен бүләк итергә теләүселәр күп түгелдер, әммә был һин һөйөүгә лайыҡ түгел тигәнде аңлатмай. Үҙеңде һаҡла… Быны үҙең эшләмәһәң, быны һинең өсөн бер кем эшләмәҫ…Алина Ермолаева.
Фекер
false
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-06/e-de-a-la-3422327
6 Сентябрь , 21:35
ba
Бәхетле бул!
БӘХЕТЛЕ БУЛ!  Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – улар бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл. Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер. Тәүбәңде яңыртып тор, ғүмеребеҙҙе ағыулаусы гонаһлы эштәрҙән үҙеңде тыйырға өйрән. Йышыраҡ Ҡөрьән уҡы, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш, Аллаһты иҫтә тотор өсөн зикерҙәр әйтеп йөрө. Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң. Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра. Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт.Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан.Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк тураһында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр.Берәй файҙалы эшкә бөтә булмышың менән бирел – был һинең ҡайғыларың китеүгә сәбәп булыр.Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн.Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ.Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан.Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә. Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама.Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан да ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан уҡ борсолоп, нервыларыңды бөтөрмә.Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап. Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла бының хаҡта күп уйлама. Яҡшы уйҙарҙа бул, насар уйҙарҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе. Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, Уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул.Күңелең тартҡан эш менән шөғөллән – һинең шөғөлөң донъяуи бәхеттең бер өлөшө булып, үҙеңә лә, кешеләргә лә файҙа килтерһен өсөн.Һәр эштә лә тәүәккәл бул һәм бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма.Аллаһ Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәттәре, яҡшылыҡтары хаҡында уйлан, улар тураһында кешеләргә һөйлә, шөкөр ит.Аллаһ Тәғәлә һиңә иман, аҡыл, һаулыҡ, байлыҡ, ризыҡ, ғаилә һәм эш бирҙе икән, бының өсөн Уға рәхмәтле бул.Кешеләрҙең күберәк яҡшы яҡтарына иғтибарыңды йүнәлт, кәмселектәренә күҙеңде йом. Камил кеше юҡ, һәм был тәү сиратта һинең үҙеңә лә ҡағыла.Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге.Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, бер кеше лә белмәгәндәй итеп өҫтәмә ураҙалар тот. Шул рәүешле йәнеңдең дә, тәнеңдең дә яйлап таҙарына барыуын һиҙерһең.БӘХЕТЛЕ БУЛ!"Ваҡыт!" ФОТО ИНТЕРНЕТ СЕЛТӘРЕНӘН.
БӘХЕТЛЕ БУЛ! Иман һәм уның тармағы булып торған изге ғәмәлдәр – улар бәхет асҡыстары, шуларға өлгәшергә ынтыл. Файҙалы ғилем ал, күберәк уҡы – ҡайғыларың китер. Тәүбәңде яңыртып тор, ғүмеребеҙҙе ағыулаусы гонаһлы эштәрҙән үҙеңде тыйырға өйрән. Йышыраҡ Ҡөрьән уҡы, мәғәнәһенә төшөнөргә тырыш, Аллаһты иҫтә тотор өсөн зикерҙәр әйтеп йөрө. Кешеләргә изгелек ҡыл – үҙеңде бәхетле тойорһоң. Ҡыйыу бул, сөнки ҡыйыулыҡ шатлыҡ килтерә һәм үҙ-үҙеңә ҡарата ышаныслылыҡ булдыра. Асыу, көнсөллөк, күрә алмаусанлыҡ, һаранлыҡ кеүек һәм башҡа шундай яман тойғоларҙан йөрәгеңде таҙарт. Ашау-эсеүҙәге, һөйләшеүҙәге, ғәмәлдәрҙәге артыҡлыҡтан – файҙаһыҙ эштәрҙән һаҡлан. Бөгөнгө көн менән йәшә: үткәндәр тураһында күп уйлама – үткәнде ҡайтарып булмай, киләсәк тураһында күп хыялланма – киләсәгең әле етмәгән. Һинең ғүмерең – ул бөгөнгө көн, уны матур итеп һәм файҙалы итеп үткәр. Берәй файҙалы эшкә бөтә булмышың менән бирел – был һинең ҡайғыларың китеүгә сәбәп булыр. Үҙеңдән байыраҡ, дәрәжәлерәк булғандарға түгел, ә ярлыраҡ һәм көсһөҙөрәктәргә баҡ – булғанына шөкөр итеп, ғибрәт алыу өсөн. Хәл-ваҡиғаларҙың иң насар үҫеш алыуына ла әҙер бул, һәм, әгәр ҙә улар тормошҡа ашһа, һиңә ул тиклем үк ауыр булмаҫ. Яман уй-фараздарҙан, шик-шөбһәләрҙән һаҡлан. Асыуланма. Ғәфү итергә, рәхимле булырға өйрән. Бел: беҙҙең ғүмеребеҙ бик ҡыҫҡа!Һиңә килгән шатлыҡтың китеүенән ҡурҡма һәм әле килмәгән бәлә өсөн алдан ҡайғырма. Бөтә эштәреңде Аллаһҡа тапшырып, Уға тәүәккәллә. Энәнән дөйә яһап, ауырлыҡтарыңды ҙурлама. Минут һайын Күктең ярылып төшөүен йә иһә Ер шарын һыу баҫыуҙы хафаланып көтмә. Бел: һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Һиңә яҙған һынауҙар һине барыбер бер нисек тә урап үтмәҫ, ә яҙмағандары иһә һиңә һис ҡасан да ҡағылмаҫ. Шуға ла һәр нәмә өсөн алдан уҡ борсолоп, нервыларыңды бөтөрмә. Артыҡ зиннәтле, мул тормоштан һаҡлан, ябай бул. Сөнки артыҡ байлыҡ һинең ваҡытыңды урлай, тәндең иркәлеге – йәнгә ғазап. Өлөшөңә төшкән һынауҙар менән өлөшөңә төшкән ниғмәттәрҙе сағыштыр. Әлбиттә, һуңғылары һәр саҡ күберәк булыр.Ҡайғы килдеме, уйлан: үҙең өсөн һәм кешеләр өсөн ниндәй файҙалы эш атҡара алаһың, баштан-аяҡ эшкә сум.Һиңә берәйһе яман һүҙҙәр әйтһә лә, был һүҙҙәр һиңә түгел, уға зыян. Шуға ла бының хаҡта күп уйлама. Яҡшы уйҙарҙа бул, насар уйҙарҙан һаҡлан. Яҡшы уйҙар – бәхетле булыуҙың бер сәбәбе. Яҡшы эштәрең өсөн бер кемдән дә рәхмәт көтмә – барыһын да Аллаһ ризалығы өсөн эшлә, Уға ынтыл, ихлас, эскерһеҙ бул. Күңелең тартҡан эш менән шөғөллән – һинең шөғөлөң донъяуи бәхеттең бер өлөшө булып, үҙеңә лә, кешеләргә лә файҙа килтерһен өсөн.Һәр эштә лә тәүәккәл бул һәм бөгөнгө эшеңде иртәнгегә ҡалдырма. Аллаһ Тәғәләнең һиңә биргән ниғмәттәре, яҡшылыҡтары хаҡында уйлан, улар тураһында кешеләргә һөйлә, шөкөр ит. Аллаһ Тәғәлә һиңә иман, аҡыл, һаулыҡ, байлыҡ, ризыҡ, ғаилә һәм эш бирҙе икән, бының өсөн Уға рәхмәтле бул. Кешеләрҙең күберәк яҡшы яҡтарына иғтибарыңды йүнәлт, кәмселектәренә күҙеңде йом. Камил кеше юҡ, һәм был тәү сиратта һинең үҙеңә лә ҡағыла. Ғәйбәт һүҙҙәренә ышанма. Кешеләрҙең хаталанғанын көтөп, кәмселектәрен эҙләмә, сөнки был һиңә лә, уларға ла бәхет килтермәҫ.Һаулығыңды һаҡла, сөнки тән сәләмәтлеге – йән сәләмәтлеге. Аллаһ Тәғәләгә һәр ваҡыт доға ҡыл: ғәфү үтен, ярҙам һора, нәфел намаҙҙар уҡы, бер кеше лә белмәгәндәй итеп өҫтәмә ураҙалар тот.
Фекер
true
https://ataisal.com/articles/feker/2023-09-06/b-hetle-bul-3421973
6 Сентябрь , 16:30
ba
МУТЛАШЫУСЫ КЕҪӘҺЕНӘ - 4 МИЛЛИОН
Бөгөн мутлашыусылар хоҡуҡ органы хеҙмәткәре булып та, банк хеҙмәткәре булып та шылтырата. Ә иң күңелһеҙе шул: күптәр ышана, мутлашыусыға паролен дә, кодын да әйтеп һала. Ошо үткән ялдарҙа ғына республикабыҙҙа йәшәүселәр мутлашыусыларға 4 миллион һум күсергән. Аферистар халыҡтың иғтибарһыҙлығын, тиҙ ышана барыусанлығын бик оҫта файҙалана... Белорет районы эске эштәр бүлегенә 50 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул оҙаҡ ғына интернеттан автомобиленә двигатель эҙләгән. Бер мәл уға компания хеҙмәткәре булып берәү шылтырата, имеш тә ул автомобилгә запас частәр һатыу менән булыша. Ир ышана, уға 51 мең һум күсерә. Нәтижәлә, аҡса ла, тауар ҙа юҡ. Теге “хеҙмәткәр” башҡа бәйләнешкә инмәй. Әлеге мутлыҡҡа бәйле Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 2-се бүлеге буйынса енәйәт эше асылған. Ошондай уҡ хәл Яңауылда була. Полиция бүлегенә 25 йәшлек егет мөрәжәғәт итә. Уға “Лада Калина” һатыусы ир башта 5  мең күсеррегә (предоплата) ҡуша. Үҙе командировкала булыуын, машинаны ҡатыны күрһәтәсәген әйтә. Аҙаҡ автомобилгә тулы сумманы, йәғни 140 мең һум һорай. Ә машинаның ысын хужаһы үҙ иҫәбенә аҡса алмаған. Тимәк, аҡса мутлашыусыларға киткән. Салауат ҡалаһында 23 егеткә хоҡуҡ һаҡлау органы һәм банк “хеҙмәткәрҙәре” шылтырата. Уны алдап кредит алдыралар һәм үҙҙәренә шул 3,5 миллиондан һум аҡсаны күсертеп алалар.   Эске эштәр бүлеге барығыҙҙы ла иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Телефон аша кредит алмағыҙ! Ниндәйҙер хеҙмәткәр булып һеҙгә хәбәр һөйләй башлаһалар, шунда уҡ телефонды һүндерегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органында, йә банкта эшләүсе булып таныштыра. Картағыҙҙағы мәғлүмәттәрҙе, реквизиттарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Һаҡ булығыҙ!
Бөгөн мутлашыусылар хоҡуҡ органы хеҙмәткәре булып та, банк хеҙмәткәре булып та шылтырата. Ә иң күңелһеҙе шул: күптәр ышана, мутлашыусыға паролен дә, кодын да әйтеп һала. Ошо үткән ялдарҙа ғына республикабыҙҙа йәшәүселәр мутлашыусыларға 4 миллион һум күсергән. Аферистар халыҡтың иғтибарһыҙлығын, тиҙ ышана барыусанлығын бик оҫта файҙалана...Белорет районы эске эштәр бүлегенә 50 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул оҙаҡ ғына интернеттан автомобиленә двигатель эҙләгән. Бер мәл уға компания хеҙмәткәре булып берәү шылтырата, имеш тә ул автомобилгә запас частәр һатыу менән булыша. Ир ышана, уға 51 мең һум күсерә. Нәтижәлә, аҡса ла, тауар ҙа юҡ. Теге “хеҙмәткәр” башҡа бәйләнешкә инмәй. Әлеге мутлыҡҡа бәйле Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы 2-се бүлеге буйынса енәйәт эше асылған. Ошондай уҡ хәл Яңауылда була. Полиция бүлегенә 25 йәшлек егет мөрәжәғәт итә. Уға “Лада Калина” һатыусы ир башта 5 мең күсеррегә (предоплата) ҡуша. Үҙе командировкала булыуын, машинаны ҡатыны күрһәтәсәген әйтә. Аҙаҡ автомобилгә тулы сумманы, йәғни 140 мең һум һорай. Ә машинаның ысын хужаһы үҙ иҫәбенә аҡса алмаған. Тимәк, аҡса мутлашыусыларға киткән. Салауат ҡалаһында 23 егеткә хоҡуҡ һаҡлау органы һәм банк “хеҙмәткәрҙәре” шылтырата. Уны алдап кредит алдыралар һәм үҙҙәренә шул 3,5 миллиондан һум аҡсаны күсертеп алалар. Эске эштәр бүлеге барығыҙҙы ла иҫкәртә: таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ! Телефон аша кредит алмағыҙ! Ниндәйҙер хеҙмәткәр булып һеҙгә хәбәр һөйләй башлаһалар, шунда уҡ телефонды һүндерегеҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: мутлашыусылар үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органында, йә банкта эшләүсе булып таныштыра. Картағыҙҙағы мәғлүмәттәрҙе, реквизиттарҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ!
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2023-07-17/mutlashyusy-ke-en-4-million-3343424
17 Июль , 16:00
ba
РЕЙД МӘЛЕНДӘ
ШАЙТАН-ТАУ ЗАКАЗНИГЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЯҘА:"Һаҡмар -Бүреһе ауылы йәки Сакмар Назаргулово тиеп русса атайҙар.Сираттағы рейд ваҡытында нәҡ шул Бүре ауылына һуғылып киттектә инде. Хәҙерге ваҡыт Башҡортостанда законһыҙ балыҡ тотоусыларға ҡаршы "Нересть" операцияһы  тиеп аталған махсус сара үтә.Был сара Шайтан - тау заказнигы биләмәһенә лә ҡағылыу сәбәплеҺаҡмар , Йылайыр , Вәзәм, Ҡатралы йылғаларына Полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар үтә һәм артабан да үтәсәк.Рейд ваҡытында Бүре ауылы янында оя ҡорған ҡоштар хайран иттеләр. Ниндәй ҡоштар һуң былар фотоһүрәттә?"
ШАЙТАН-ТАУ ЗАКАЗНИГЫ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРЕ ЯҘА:"Һаҡмар -Бүреһе ауылы йәки Сакмар Назаргулово тиеп русса атайҙар. Сираттағы рейд ваҡытында нәҡ шул Бүре ауылына һуғылып киттектә инде. Хәҙерге ваҡыт Башҡортостанда законһыҙ балыҡ тотоусыларға ҡаршы "Нересть" операцияһы тиеп аталған махсус сара үтә. Был сара Шайтан - тау заказнигы биләмәһенә лә ҡағылыу сәбәплеҺаҡмар , Йылайыр , Вәзәм, Ҡатралы йылғаларына Полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә рейдтар үтә һәм артабан да үтәсәк. Рейд ваҡытында Бүре ауылы янында оя ҡорған ҡоштар хайран иттеләр.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2023-04-22/reyd-m-lend-3230602
22 Апрель , 21:40
ba
МӨХӘББӘТЕ БУЛҒАН АЛТЫНҒА...
Баймаҡ ҡалаһында полицияға урлашыу тураһында ғариза менән 50 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Тәртип һаҡсылары шунда уҡ зыян күреүсенең яңы танышын шик аҫтына алған. Улар ғәйепләнеүсене - быға тиклем хөкөм ителгән 23 йәшлек егетте ҡулға алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ғәйепләнеүсе менән интернетта танышҡан. Интернет аша яҙышыуҙар бер нисә осрашыуҙарға килтергән. Ир ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күреүсенең ышанысын яулап өлгөргән. Һуңғы күрешеүҙә уның өйөндә документтар ҡалдырғанмын, тип килгән ул. Ханым ирҙе өйгә индергән, үҙе магазинға киткән. Бер үҙе генә ҡалғас, енәйәтсе үҙе таба алған ҡиммәтле биҙәүестәрҙе, шулай уҡ иҫке аяҡ-кейемде һәм куртканы алған. Таланған әйберҙәре менән ул Өфөгә юлланған, унда уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Ошо ваҡытҡа егет биҙәүестәрҙе һатырға һәм яңы телефон һатып алырға өлгөргән. Урланғандарҙың бер өлөшө тартып алынған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Урлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.Фото:БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте
Баймаҡ ҡалаһында полицияға урлашыу тураһында ғариза менән 50 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Тәртип һаҡсылары шунда уҡ зыян күреүсенең яңы танышын шик аҫтына алған. Улар ғәйепләнеүсене - быға тиклем хөкөм ителгән 23 йәшлек егетте ҡулға алған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡатын ғәйепләнеүсе менән интернетта танышҡан. Интернет аша яҙышыуҙар бер нисә осрашыуҙарға килтергән. Ир ҡыҫҡа ваҡыт эсендә зыян күреүсенең ышанысын яулап өлгөргән. Һуңғы күрешеүҙә уның өйөндә документтар ҡалдырғанмын, тип килгән ул. Ханым ирҙе өйгә индергән, үҙе магазинға киткән. Бер үҙе генә ҡалғас, енәйәтсе үҙе таба алған ҡиммәтле биҙәүестәрҙе, шулай уҡ иҫке аяҡ-кейемде һәм куртканы алған. Таланған әйберҙәре менән ул Өфөгә юлланған, унда уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға алған. Ошо ваҡытҡа егет биҙәүестәрҙе һатырға һәм яңы телефон һатып алырға өлгөргән. Урланғандарҙың бер өлөшө тартып алынған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған. Урлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-12-02/m-h-bb-te-bul-an-altyn-a-3054195
2 Декабрь 2022, 08:25
ba
ШЫРШЫНЫ ҠЫРҠМА!
21 ноябрҙә Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2022» операцияһы башланды. Акция 2022 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ әҙерләү урындарында тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторола. Шулай уҡ шыршылар һатылған урындарҙа рейдтар үткәрелә.   «Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандар өсөн штраф күләме — 3-4 мең, вазифа биләүселәргә — 20-40 мең, юридик шәхестәргә — 200-300 мең һум. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5 мең һум һәм унан күберәк тәшкил итһә, закон боҙоусы енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ошо статья буйынса иң күбендә алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай», — тине Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов. Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ әҙерләү тураһында Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә мөмкин: 8(347) 218-14. https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-11-21/dlya-spaseniya-lesa-v-bashkirii-startovala-operatsiya-el-2022-3039666   сығанаҡ: БАШИНФОРМ
21 ноябрҙә Башҡортостанда йәш ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙан һаҡлау буйынса «Шыршы-2022» операцияһы башланды. Акция 2022 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итә. Башҡортостан Республикаһының Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта йәш ылыҫлы ағастарҙы рөхсәтһеҙ әҙерләү урындарында тәүлек әйләнәһенә күҙәтеү ойошторола. Шулай уҡ шыршылар һатылған урындарҙа рейдтар үткәрелә. «Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандар өсөн штраф күләме — 3-4 мең, вазифа биләүселәргә — 20-40 мең, юридик шәхестәргә — 200-300 мең һум. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5 мең һум һәм унан күберәк тәшкил итһә, закон боҙоусы енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ошо статья буйынса иң күбендә алты йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай», — тине Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-11-22/shyrshyny-yr-ma-3041005
22 Ноябрь 2022, 14:25
ba
НИНДӘЙ ТАКСИҒА УЛТЫРМАҪҠА?
Башҡортостан  транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Александр Клебанов билдәләүенсә, таксистарҙың күбеһе рөхсәт документы менән эшләмәй. Тимәк, медицина һәм механик тикшереүе үтмәй. Был иһә пассажирҙарҙың ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Һәр такси тотоусының реестрға теркәлгән лицензияһы, шәхси эшҡыуар булараҡ юридик теркәлеүе, пассажир ташыуға рөхсәте, водитель танытмаһы, техник тикшереү, медицина контроле үтеүе мөһим. Кире осраҡта, берәй күңелһеҙ хәл була ҡалһа, такси водителе бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тотмай. Легаль булмаған такси йөрөтөүсенең автомобиленең техник торошо насар булыуы, бер ниндәй ҙә тикшереү үтмәүе, хатта водителдең аҡыл «зәғифлеге» булыуы ихтимал. Әйткәндәй, йыл башынан легаль булмаған 100 такси тотолған. Ә 7 сентябрь көнө республикала  уҙғарылған рейдта 5 пассажир ташыусы—бер кесе класлы автобус һәм дүрт еңел автомобиль асыҡланған. Башҡортостан Транспорт министрлығы сайттарға һәм интернеттаға социаль селтәргә мониторинг үткәреп тора һәм легаль булмаған таксистарҙың рекламаһын күрә, уларҙың маршрутын өйрәнә. Бөгөн 200-ләгән легаль булмаған такси барлығы асыҡланған. Рейд үткәреп, уларҙы тотоу һәм киҫәтеү эштәре дауам итәсәк.   фото: Башинформдан
Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Александр Клебанов билдәләүенсә, таксистарҙың күбеһе рөхсәт документы менән эшләмәй. Тимәк, медицина һәм механик тикшереүе үтмәй. Был иһә пассажирҙарҙың ғүмерен һәм һаулығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Һәр такси тотоусының реестрға теркәлгән лицензияһы, шәхси эшҡыуар булараҡ юридик теркәлеүе, пассажир ташыуға рөхсәте, водитель танытмаһы, техник тикшереү, медицина контроле үтеүе мөһим. Кире осраҡта, берәй күңелһеҙ хәл була ҡалһа, такси водителе бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тотмай. Легаль булмаған такси йөрөтөүсенең автомобиленең техник торошо насар булыуы, бер ниндәй ҙә тикшереү үтмәүе, хатта водителдең аҡыл «зәғифлеге» булыуы ихтимал. Әйткәндәй, йыл башынан легаль булмаған 100 такси тотолған. Ә 7 сентябрь көнө республикала уҙғарылған рейдта 5 пассажир ташыусы—бер кесе класлы автобус һәм дүрт еңел автомобиль асыҡланған. Башҡортостан Транспорт министрлығы сайттарға һәм интернеттаға социаль селтәргә мониторинг үткәреп тора һәм легаль булмаған таксистарҙың рекламаһын күрә, уларҙың маршрутын өйрәнә. Бөгөн 200-ләгән легаль булмаған такси барлығы асыҡланған.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-09-08/nind-y-taksi-a-ultyrma-a-2940276
8 Сентябрь 2022, 11:10
ba
ҠЫРЫН ЭШ ҠЫРҠ ЙЫЛДАН ҺУҢ ДА...
2001 йылда Сибайҙа бер малай велосипедына ултырып сығып киткән һәм хәбәрһеҙ юғалған. Бала олатаһы менән өләсәһенән ҡайтырға сыҡҡан булған. 2017 йылда урманда кеше һөлдәһе табылған. Экспертиза уның юғалған баланыҡы икәнен раҫлаған. Енәйәт эшен тикшереү 2022 йылда ғына тамамланды.Асыҡланыуынса, ире ҡатынына улын үлтерергә ҡушҡан. Сөнки үгәй атай малайҙы яратмаған, ә һуңынан уларҙың уртаҡ балалары тыуған.Ошо хәйерһеҙ көндә әсә менән ул урманға миндек әҙерләргә киткән. Ағастар араһында ҡатын үҙенең улын ире биргән халат билбауы менән быуып үлтергән. Һуңынан кәүҙәһен шул урында күмеп ҡалдырған.Әсә үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Ә ир йораты үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй, миңә яла яғалар, ти. Һуңғы ҡарарҙы Баймаҡ районы суды сығарырға тейеш. Мәғлүмәт социаль селтәрҙән алынды: https://vk.com/bashkortostanim
2001 йылда Сибайҙа бер малай велосипедына ултырып сығып киткән һәм хәбәрһеҙ юғалған. Бала олатаһы менән өләсәһенән ҡайтырға сыҡҡан булған. 2017 йылда урманда кеше һөлдәһе табылған. Экспертиза уның юғалған баланыҡы икәнен раҫлаған. Енәйәт эшен тикшереү 2022 йылда ғына тамамланды. Асыҡланыуынса, ире ҡатынына улын үлтерергә ҡушҡан. Сөнки үгәй атай малайҙы яратмаған, ә һуңынан уларҙың уртаҡ балалары тыуған. Ошо хәйерһеҙ көндә әсә менән ул урманға миндек әҙерләргә киткән. Ағастар араһында ҡатын үҙенең улын ире биргән халат билбауы менән быуып үлтергән. Һуңынан кәүҙәһен шул урында күмеп ҡалдырған. Әсә үҙ ғәйебен тулыһынса таныны. Ә ир йораты үҙен ғәйепле тип иҫәпләмәй, миңә яла яғалар, ти. Һуңғы ҡарарҙы Баймаҡ районы суды сығарырға тейеш.
Хоҡуҡ
false
https://ataisal.com/articles/kho-u/2022-08-10/yryn-esh-yr-yyldan-u-da-2904630
10 Август 2022, 15:45