lang
stringclasses
1 value
title
stringlengths
3
183
original_text
stringlengths
92
79k
text
stringlengths
49
78.2k
label
stringclasses
80 values
processed
bool
2 classes
url
stringlengths
42
284
date
stringlengths
11
23
ba
Төҙөк юлдар һөйөндөрә
Яңауыл районында Сытырман – Үрге Сат юлы участкаларының береһендә ремонт эше тамамланды. Подрядсылар Ямаҙы ауылы эргәһендәге 3,2 километр оҙонлоғондағы участкала асфальт-бетон япмаһын яңыртты. Юл һалыусылар шулай уҡ юл ситтәрен нығытты һәм разметка эшләне. Был эштәргә 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.  –Был юл ете тораҡ – Сытырман, Ямаҙы, Иҫке Алдар, Тау, Мәсәғүт, Түбәнге Сат һәм Үрге Сат ауылдары халҡы өсөн бик кәрәк. Уларҙа 1,5 меңгә яҡын кеше йәшәй,– тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Быйыл Сытырман – Үрге Сат юлының 12,5 километрын ремонтлау планлаштырыла. 2023 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге 470 километр юлды ремонтлау планлаштырыла. 165 километры ремонтланған, ә 305-ендә ремонт эштәре дауам итә. Ноябрь аҙағына тиклем эште тамамларға тейештәр.
Яңауыл районында Сытырман – Үрге Сат юлы участкаларының береһендә ремонт эше тамамланды. Подрядсылар Ямаҙы ауылы эргәһендәге 3,2 километр оҙонлоғондағы участкала асфальт-бетон япмаһын яңыртты. Юл һалыусылар шулай уҡ юл ситтәрен нығытты һәм разметка эшләне. Был эштәргә 40 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. –Был юл ете тораҡ – Сытырман, Ямаҙы, Иҫке Алдар, Тау, Мәсәғүт, Түбәнге Сат һәм Үрге Сат ауылдары халҡы өсөн бик кәрәк. Уларҙа 1,5 меңгә яҡын кеше йәшәй,– тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Быйыл Сытырман – Үрге Сат юлының 12,5 километрын ремонтлау планлаштырыла. 2023 йылда Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәтендәге 470 километр юлды ремонтлау планлаштырыла. 165 километры ремонтланған, ә 305-ендә ремонт эштәре дауам итә.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-23/t-k-yuldar-y-nd-r-3490055
23 Октябрь , 20:10
ba
Тармаҡ үҫеш талап итә
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары докладтар менән сығыш яһаны. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ҡулланыусылар кооперацияһына ярҙам тураһында һөйләне. Был системаны “Башпотребсоюз” йәмғиәте тәшкил итә. Ул 118 кооператив ойошма һәм 11 меңдән ашыу пайсыны берләштерә. 181 предприятие етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бында икмәкханалар, алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү, ярымфабрикаттар, кондитер изделиелары эшләү инә. Башпотребсоюз Рәсәй төбәктәре һәм дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлек итә. Тәжрибә уртаҡлашыу һәм поставкалар ойоштороу өсөн Алтай крайы, Калининград, Свердловск, Силәбе, Ырымбур һәм Ленинград өлкәләре менән килешеүҙәр төҙөлгән. Иран, Беларусь, Үзбәкстан менән тығыҙ бәйләнеш ойошторолған. Йыл башынан алты ай эсендә район универмагтарын төҙөкләндереү һәм тергеҙеүгә 113,1 миллион һум күмәлендә инвестиция һалынған. Уның 36,58 миллион һумы – Башпотребсоюз аҡсалары. Ә йыл йомғаҡтары буйынса инвестиция күләме 200 миллион һум самаһы буласаҡ. Был алдағы йылдар менән сағыштырғанда бик ҙур күләм. Мәҫәлән, августа Мораҡта универмаг асылған, уны төҙөкләндереү өсөн 4,1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бөтә майҙандарҙы ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡуртымға алған. Борайҙағы универмагты капиталь ремонтлау өсөн 12 миллион һум аҡса бүленгән. Беренсе ҡатта селтәрле магазин урынлашҡан, икенсе ҡатта кафе-кулинария эшләнә. Ауырғазы районында етештереү цехын яңыртыуға 10 миллион һум аҡса һалынған. Унда балыҡ ярымфабрикаттары етештереләсәк. Министр әйтеүенсә, әлеге ваҡытта тауар килтереүгә күмәртәләп һатҡан поставщик менән килешеү төҙөлә, ул 10-дан ашыу муниципалитетты тәьмин итәсәк. Йылайырҙағы ҡулланыусылар кооперативында капиталь ремонт һәм ҡорамалдарҙы яңыртҡандан һуң икмәкхана эшләй башлаясаҡ. Унда көн һайын бер тонна тауар етештерелә. – Бөтәһе республикала 60-тан ашыу ҡулланыусылар кооперативы яңыртылды. Тик беҙ бының менән генә туҡтарға йыйынмайбыҙ, – тине Алексей Гусев. – Башҡортостан – ауыл халҡы күп йәшәгән төбәк. Шуға күрә ҡулланыусылар кооперацияһы әүҙем эшләргә тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә министрлыҡ һәм ведомство башлыҡтары докладтар менән сығыш яһаны. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев ҡулланыусылар кооперацияһына ярҙам тураһында һөйләне. Был системаны “Башпотребсоюз” йәмғиәте тәшкил итә. Ул 118 кооператив ойошма һәм 11 меңдән ашыу пайсыны берләштерә. 181 предприятие етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Бында икмәкханалар, алкоголһеҙ эсемлектәр етештереү, ярымфабрикаттар, кондитер изделиелары эшләү инә. Башпотребсоюз Рәсәй төбәктәре һәм дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлек итә. Тәжрибә уртаҡлашыу һәм поставкалар ойоштороу өсөн Алтай крайы, Калининград, Свердловск, Силәбе, Ырымбур һәм Ленинград өлкәләре менән килешеүҙәр төҙөлгән. Иран, Беларусь, Үзбәкстан менән тығыҙ бәйләнеш ойошторолған. Йыл башынан алты ай эсендә район универмагтарын төҙөкләндереү һәм тергеҙеүгә 113,1 миллион һум күмәлендә инвестиция һалынған. Уның 36,58 миллион һумы – Башпотребсоюз аҡсалары. Ә йыл йомғаҡтары буйынса инвестиция күләме 200 миллион һум самаһы буласаҡ. Был алдағы йылдар менән сағыштырғанда бик ҙур күләм. Мәҫәлән, августа Мораҡта универмаг асылған, уны төҙөкләндереү өсөн 4,1 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бөтә майҙандарҙы ла бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре ҡуртымға алған. Борайҙағы универмагты капиталь ремонтлау өсөн 12 миллион һум аҡса бүленгән. Беренсе ҡатта селтәрле магазин урынлашҡан, икенсе ҡатта кафе-кулинария эшләнә. Ауырғазы районында етештереү цехын яңыртыуға 10 миллион һум аҡса һалынған. Унда балыҡ ярымфабрикаттары етештереләсәк. Министр әйтеүенсә, әлеге ваҡытта тауар килтереүгә күмәртәләп һатҡан поставщик менән килешеү төҙөлә, ул 10-дан ашыу муниципалитетты тәьмин итәсәк. Йылайырҙағы ҡулланыусылар кооперативында капиталь ремонт һәм ҡорамалдарҙы яңыртҡандан һуң икмәкхана эшләй башлаясаҡ. Унда көн һайын бер тонна тауар етештерелә.– Бөтәһе республикала 60-тан ашыу ҡулланыусылар кооперативы яңыртылды. Тик беҙ бының менән генә туҡтарға йыйынмайбыҙ, – тине Алексей Гусев.– Башҡортостан – ауыл халҡы күп йәшәгән төбәк.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-23/tarma-esh-talap-it-3490014
23 Октябрь , 19:30
ba
4800 эшсе кәрәк!
Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә күтәрелгән тағы бер мөһим тема эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү булды. Унда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, предприятие алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәү, сериялы продукция етештереү кимәле артыу, яңы изделиелар етештереү һәм яңы производстволар индереүгә бәйле 2024 йылдан предприятиеға 4800 эшсе талап ителә. – Беҙ 2028 йылға тиклем заказдар менән тәьмин ителгәнбеҙ. Шуға күрә коллективҡа тәжрибәле кешеләрҙе лә, тәжрибәһе булмағандарҙы ла ҡабул итәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең үҙәктә уҡытып алабыҙ. Сентябрҙә уртаса эш хаҡы 122 мең һум тәшкил итте. Беҙҙеңсә, был Өфө өсөн яҡшы эш хаҡы. Премиялар күп, социаль пакет һәйбәт. Туҡланыуҙың 80 процентҡа тиклемен түләйбеҙ, корпоратив транспорт эш урынына бушҡа килтерә. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса төрлө саралар ғәмәлдә. Беҙ хатта 27 ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөргә ҡарар иттек, – тине ул. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был мәсьәлә үткән аҙнала Ростех дәүләт корпорацияһының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән осрашыуҙа тикшерлегән. Төбәк етәксеһе, республиканың машиналар эшләү колледждарына күберәк кешеләрҙе аласаҡбыҙ, башҡа ҡалаларҙағы ошондай уҡыу йорттарын предприятиеға беркетәсәктәр, тине. – 4800 кеше кәрәк, был ябай һандар түгел. Был - дәүләт бурысы, беҙ уны үтәргә тейеш. Предприятиела етештереү күләме 60 процентҡа артҡан, тимәк, эшсе ҡулдар ҙа талап ителә. Квартал һайын мәсьәләне тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә күтәрелгән тағы бер мөһим тема эшсе кадрҙар менән тәьмин итеү булды. Унда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, предприятие алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәү, сериялы продукция етештереү кимәле артыу, яңы изделиелар етештереү һәм яңы производстволар индереүгә бәйле 2024 йылдан предприятиеға 4800 эшсе талап ителә.– Беҙ 2028 йылға тиклем заказдар менән тәьмин ителгәнбеҙ. Шуға күрә коллективҡа тәжрибәле кешеләрҙе лә, тәжрибәһе булмағандарҙы ла ҡабул итәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең үҙәктә уҡытып алабыҙ. Сентябрҙә уртаса эш хаҡы 122 мең һум тәшкил итте. Беҙҙеңсә, был Өфө өсөн яҡшы эш хаҡы. Премиялар күп, социаль пакет һәйбәт. Туҡланыуҙың 80 процентҡа тиклемен түләйбеҙ, корпоратив транспорт эш урынына бушҡа килтерә. Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү буйынса төрлө саралар ғәмәлдә. Беҙ хатта 27 ҡатлы күп фатирлы йорт төҙөргә ҡарар иттек, – тине ул. Радий Фәрит улы белдереүенсә, был мәсьәлә үткән аҙнала Ростех дәүләт корпорацияһының индустриаль директоры Анатолий Сердюков менән осрашыуҙа тикшерлегән. Төбәк етәксеһе, республиканың машиналар эшләү колледждарына күберәк кешеләрҙе аласаҡбыҙ, башҡа ҡалаларҙағы ошондай уҡыу йорттарын предприятиеға беркетәсәктәр, тине.– 4800 кеше кәрәк, был ябай һандар түгел. Был - дәүләт бурысы, беҙ уны үтәргә тейеш. Предприятиела етештереү күләме 60 процентҡа артҡан, тимәк, эшсе ҡулдар ҙа талап ителә.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-23/4800-eshse-k-r-k-3490000
23 Октябрь , 18:45
ba
Дәүләт наградалары тапшырылды
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә “Амкодор-Ағиҙел” – уңышты йыйып алғандан һуң игенде эшкәртеү буйынса ҡорамалды сығарыу заводын төҙөү проектын уңышлы тормошҡа ашырған өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Сараны Хөкүмәт Премьер-министры үткәрҙе. Андрей Назаров төбәк, ил  өсөн проекттың мөһимлеге һәм уны тормошҡа ашырғанда инвесторға булышлыҡ итеүҙең уникаль инструменттарының файҙаланыуы тураһында һөйләне. Һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелгән. Завод бәләкәй хужалыҡтарға, ҙур аграр холдингтарына импортты алмаштырыу мөмкинлеген биргән заманса иген киптереү комплекстарын тулыһынса сығарыуға әҙер.   - 2021 йылдың декабрендә Беларуста сәфәрҙә булғанда белорус предприятиеларының береһен локалләштереү тураһында килешкәйнек кенә. Был ҙур, мөһим булһа ла, шәп атҡарылыр эш булып күренмәне. Бер йылдан кәмерәк ваҡытта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында килешеүгә ҡул ҡуйылды, ә 2022 йылдың көҙөндә беренсе таш һалынды. Туғыҙ айҙан һуң предприятиеға старт бирелде. Проектты төҙөүселәргә, инженерҙарға, төҙөүселәргә, менеджерҙарға һәм ошо проектты барлыҡҡа килтергәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Был барлыҡ инвесторҙар өсөн йүнәлеш тә, – тине Андрей Назаров. 13 кеше дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Дүрт кешегә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде. Премьер-министр процеста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтте һәм алда эштең күплеге, “Өфө” индустриаль паркындағы заводтың өс яҡлы килешеү сигендәге хеҙмәттәшлектең беренсе этабы икәнлеге тураһында белдерҙе. 10 октябрҙә, “Амкодор-Ағиҙел” сафҡа ингәндә, Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм “Амкодор” етәкселеге тарафынан “Алға” йылдам иҡтисади биләмәһендә яңы етештереүҙе сафҡа индереү тураһында килешелде. - Был – масштаблы, технологик йәһәттән ҡатмарлы һәм 37 меңдән ашыу квадрат метр майҙанлы заманса завод. Тәгәрмәсле экскаваторҙар, автогрейдерҙар, бульдозерҙар һәм башҡа махсус техника етештерәсәктәр, - тине Премьер-министр. Завод төҙөлөшө проекты тураһында Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов һөйләне. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова “Амкодор-Алға” заводының продукцияны һатыу ҡеүәте тураһында бәйән итте. Осрашыуҙы тамамлап, Андрей Назаров тап юғары технологиялы машина төҙөү етештереүҙең бөгөн сәнәғәт сәйәсәтенең өҫтөнлөгө икәнлеген билдәләне. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22030/
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә “Амкодор-Ағиҙел” – уңышты йыйып алғандан һуң игенде эшкәртеү буйынса ҡорамалды сығарыу заводын төҙөү проектын уңышлы тормошҡа ашырған өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Сараны Хөкүмәт Премьер-министры үткәрҙе. Андрей Назаров төбәк, ил өсөн проекттың мөһимлеге һәм уны тормошҡа ашырғанда инвесторға булышлыҡ итеүҙең уникаль инструменттарының файҙаланыуы тураһында һөйләне. Һәр йәһәттән ярҙам күрһәтелгән. Завод бәләкәй хужалыҡтарға, ҙур аграр холдингтарына импортты алмаштырыу мөмкинлеген биргән заманса иген киптереү комплекстарын тулыһынса сығарыуға әҙер. - 2021 йылдың декабрендә Беларуста сәфәрҙә булғанда белорус предприятиеларының береһен локалләштереү тураһында килешкәйнек кенә. Был ҙур, мөһим булһа ла, шәп атҡарылыр эш булып күренмәне. Бер йылдан кәмерәк ваҡытта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында килешеүгә ҡул ҡуйылды, ә 2022 йылдың көҙөндә беренсе таш һалынды. Туғыҙ айҙан һуң предприятиеға старт бирелде. Проектты төҙөүселәргә, инженерҙарға, төҙөүселәргә, менеджерҙарға һәм ошо проектты барлыҡҡа килтергәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Был барлыҡ инвесторҙар өсөн йүнәлеш тә, – тине Андрей Назаров. 13 кеше дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Дүрт кешегә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде. Премьер-министр процеста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтте һәм алда эштең күплеге, “Өфө” индустриаль паркындағы заводтың өс яҡлы килешеү сигендәге хеҙмәттәшлектең беренсе этабы икәнлеге тураһында белдерҙе. 10 октябрҙә, “Амкодор-Ағиҙел” сафҡа ингәндә, Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм “Амкодор” етәкселеге тарафынан “Алға” йылдам иҡтисади биләмәһендә яңы етештереүҙе сафҡа индереү тураһында килешелде.- Был – масштаблы, технологик йәһәттән ҡатмарлы һәм 37 меңдән ашыу квадрат метр майҙанлы заманса завод. Тәгәрмәсле экскаваторҙар, автогрейдерҙар, бульдозерҙар һәм башҡа махсус техника етештерәсәктәр, - тине Премьер-министр. Завод төҙөлөшө проекты тураһында Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов һөйләне. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова “Амкодор-Алға” заводының продукцияны һатыу ҡеүәте тураһында бәйән итте. Осрашыуҙы тамамлап, Андрей Назаров тап юғары технологиялы машина төҙөү етештереүҙең бөгөн сәнәғәт сәйәсәтенең өҫтөнлөгө икәнлеген билдәләне.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-21/d-l-t-nagradalary-tapshyryldy-3487770
21 Октябрь , 15:10
ba
Тағы ике компанияла булдылар
“Тиҙ экспорт ярҙамы” эшлекле төркөмө, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Өфө районының ике предприятиеһында булды. Был хаҡта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне. - Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм эшмәкәрлеге министрлығы, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре Өфө районының тағы ике компанияһын ҡараны. Белгестәр Башҡортостанда экспортҡа сығарыусыларға ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне. 2021 йылдың февраленән бригадабыҙ төбәктәге 360 предприятиеһында булды, - тине Маргарита Болычева. “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 25 йылдан ашыу ҡортсолоҡ продукцияһын эшкәртеү һәм дауалау продукцияһын, косметика етештереү менән шөғөлләнә. “Комплект монтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ПВХ һәм алюмин профилен әҙерләй. Сара барышында эшҡыуарҙар федераль һәм төбәк кимәлендә мәғлүмәт алды. Осрашыу барышында компаниялар вәкилдәре халыҡ-ара йәрминкәләрҙә ҡатнашыу, тауарҙарҙы транспортировкалау, уларҙы электрон сауҙа майҙансыҡтарына урынлаштырыу һәм башҡалар тураһында ҡыҙыҡһынды. Осрашыуға йәки белгестәр кәңәшенә ғаризаны электрон почта буйынса ҡалдырырға [email protected] йәки түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға мөмкин: +7 347 246 89 28, +7 989 821 49 87. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22017/
“Тиҙ экспорт ярҙамы” эшлекле төркөмө, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Өфө районының ике предприятиеһында булды. Был хаҡта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләне.- Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм эшмәкәрлеге министрлығы, Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре Өфө районының тағы ике компанияһын ҡараны. Белгестәр Башҡортостанда экспортҡа сығарыусыларға ярҙам итеү саралары тураһында һөйләне. 2021 йылдың февраленән бригадабыҙ төбәктәге 360 предприятиеһында булды, - тине Маргарита Болычева.“Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 25 йылдан ашыу ҡортсолоҡ продукцияһын эшкәртеү һәм дауалау продукцияһын, косметика етештереү менән шөғөлләнә.“Комплект монтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ПВХ һәм алюмин профилен әҙерләй. Сара барышында эшҡыуарҙар федераль һәм төбәк кимәлендә мәғлүмәт алды. Осрашыу барышында компаниялар вәкилдәре халыҡ-ара йәрминкәләрҙә ҡатнашыу, тауарҙарҙы транспортировкалау, уларҙы электрон сауҙа майҙансыҡтарына урынлаштырыу һәм башҡалар тураһында ҡыҙыҡһынды.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-20/ta-y-ike-kompaniyala-buldylar-3487367
20 Октябрь , 19:40
ba
Беҙҙә тиҙҙән форум
Өфө ҡалаһында "Легпром" еңел сәнәғәт форумының уҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әйткәндәй, беҙҙә бындай сара йыл һайын Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә уҙғарыла. Ошо уңайҙан "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев матбуғат конференцияһында хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Александр Николаевич билдәләүенсә, ошо форум - Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлек. Бынан тыш киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ эшләү өсөн нимә етмәүен асыҡлау йәһәтенән дә ныҡ отошло. "Легпром" форумы үҙ майҙанында эксперттарҙы, предприятиеларҙы берләштерә. Ике көн барған (25 һәм 26 октябрь) форумда Рәсәй төбәктәренән тыш Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Беларусь Республикаларынан вәкилдәр ҡатнаша. "Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альбина Килдеғолова үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Өфө ҡалаһында "Легпром" еңел сәнәғәт форумының уҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әйткәндәй, беҙҙә бындай сара йыл һайын Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә уҙғарыла. Ошо уңайҙан "Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республикабыҙҙың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев матбуғат конференцияһында хәбәрселәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе. Александр Николаевич билдәләүенсә, ошо форум - Башҡортостанда етештерелгән тауарҙарҙы күрһәтеү өсөн ҙур мөмкинлек. Бынан тыш киләсәктә тағы ла яҡшыраҡ эшләү өсөн нимә етмәүен асыҡлау йәһәтенән дә ныҡ отошло."Легпром" форумы үҙ майҙанында эксперттарҙы, предприятиеларҙы берләштерә.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-20/be-ti-n-forum-3487292
20 Октябрь , 18:50
ba
Еңеүселәр араһында Башҡортостан предприятиеһы ла бар
Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара “Рәсәйҙә эшләнгән” экспорт форумында ҡатнашты. Хөкүмәт рәйесе юғары технологиялы продукциялар күргәҙмәһен ҡараны һәм, “Төбәктәрҙең яңы көсө” сессияһында ҡатнашып, республиканың иң яҡшы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостан – ил күләмендә күрһәтерлек иң яҡшы практикаларға эйә донор-төбәктәрҙең береһе, тип билдәләне Андрей Назаров. Рәсәй экспорт үҙәгенең иң яҡшы практикалары исемлегенә Башҡортостандың 7 кейсы инде. Форум барышында Бөтә Рәсәй “Йыл экспортеры” конкурсының федераль этабы еңеүселәре лә тәбрикләнде. Конкурста ҡатнашыу өсөн 1500-ҙән ашыу ғариза тапшырылған. “Электрон сауҙа өлкәһендә иң яҡшы экспортер” номинацияһында Башҡортостандан "Ураллесэкспорт" компанияһы билдәләнгән. Предприятие ағастан йорттар төҙөү өсөн экологик сеймал әҙерләү менән шөғөлләнә. Тауарҙың 97 проценттан ашыуы экспортҡа йүнәлтелә.
Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә үткән Халыҡ-ара “Рәсәйҙә эшләнгән” экспорт форумында ҡатнашты. Хөкүмәт рәйесе юғары технологиялы продукциялар күргәҙмәһен ҡараны һәм, “Төбәктәрҙең яңы көсө” сессияһында ҡатнашып, республиканың иң яҡшы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Башҡортостан – ил күләмендә күрһәтерлек иң яҡшы практикаларға эйә донор-төбәктәрҙең береһе, тип билдәләне Андрей Назаров. Рәсәй экспорт үҙәгенең иң яҡшы практикалары исемлегенә Башҡортостандың 7 кейсы инде. Форум барышында Бөтә Рәсәй “Йыл экспортеры” конкурсының федераль этабы еңеүселәре лә тәбрикләнде. Конкурста ҡатнашыу өсөн 1500-ҙән ашыу ғариза тапшырылған. “Электрон сауҙа өлкәһендә иң яҡшы экспортер” номинацияһында Башҡортостандан "Ураллесэкспорт" компанияһы билдәләнгән. Предприятие ағастан йорттар төҙөү өсөн экологик сеймал әҙерләү менән шөғөлләнә.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-19/e-e-sel-r-ara-ynda-bash-ortostan-predpriyatie-y-la-bar-3485422
19 Октябрь , 23:10
ba
Министр 100 йәшлек ветеранды ҡотланы
Бөгөн Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Искәндәров Стәрлебаш районында эш сәфәре менән барҙы. Министрҙың беренсе туҡталышы Тормай ауылында булды. Унда ул “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты. Артабан район етәкселеге менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйзулла Арыҫланбәк улы Биктимеровты 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотларға барҙылар. Фәйзулла Арыҫланбәк улы оҙаҡ йылдар республиканың урман тармағында эшләй, үҙен бик яҡшы ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтә, коллегаларының абруйына һәм танылыуына лайыҡ булған. Министр үҙенең һәм республиканың барлыҡ урмансылары исеменән уға күп йыллыҡ һәм емешле хеҙмәте, һайлаған һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм яҡындары һәм туғандарын ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүен теләне. Марат Шәрәфетдинов эш сәфәре бырышында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү үткәрҙе. Район халҡы урман участкаларында умарталар һәм умартасылыҡтар урынлаштырыу тәртибенә, урмандарҙы ебәк күбәләгенән ҡотҡарыуға, йүкә урмандарын һаҡлау һәм тергеҙеүгә, урмандарҙы рекреацион маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн түләү күләменә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса тейешле яуаптар алды. Халыҡты шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ғаилә ағзаларын утын менән тәьмин итеү мәсьәләләре борсой. Артабан министр Екатеринбург инвесторҙары менән осрашты. Улар Стәрлебаш районында “Башҡорт еләге” инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлаған. Ғөмбаҙы ауылы эргәһендәге ер участкаһында һырғанаҡ үҫтереү буйынса үтә йылдам үҫә торған баҡсалар булдырыласаҡ. Фото: vk.com/marat.sharafutdinov.minlesМинистр 100 йәшлек ветеранды ҡотланы
Бөгөн Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Искәндәров Стәрлебаш районында эш сәфәре менән барҙы. Министрҙың беренсе туҡталышы Тормай ауылында булды. Унда ул “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлгән фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһында ҡатнашты. Артабан район етәкселеге менән бергә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәйзулла Арыҫланбәк улы Биктимеровты 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотларға барҙылар. Фәйзулла Арыҫланбәк улы оҙаҡ йылдар республиканың урман тармағында эшләй, үҙен бик яҡшы ойоштороусы һәм етәксе итеп күрһәтә, коллегаларының абруйына һәм танылыуына лайыҡ булған. Министр үҙенең һәм республиканың барлыҡ урмансылары исеменән уға күп йыллыҡ һәм емешле хеҙмәте, һайлаған һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе, ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм яҡындары һәм туғандарын ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүен теләне. Марат Шәрәфетдинов эш сәфәре бырышында граждандарҙы күсмә ҡабул итеү үткәрҙе. Район халҡы урман участкаларында умарталар һәм умартасылыҡтар урынлаштырыу тәртибенә, урмандарҙы ебәк күбәләгенән ҡотҡарыуға, йүкә урмандарын һаҡлау һәм тергеҙеүгә, урмандарҙы рекреацион маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн түләү күләменә ҡағылышлы мәсьәләләр буйынса тейешле яуаптар алды. Халыҡты шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм ғаилә ағзаларын утын менән тәьмин итеү мәсьәләләре борсой. Артабан министр Екатеринбург инвесторҙары менән осрашты. Улар Стәрлебаш районында “Башҡорт еләге” инвестиция проектын тормошҡа ашыра башлаған. Ғөмбаҙы ауылы эргәһендәге ер участкаһында һырғанаҡ үҫтереү буйынса үтә йылдам үҫә торған баҡсалар булдырыласаҡ.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-19/ministr-100-y-shlek-veterandy-otlany-3485266
19 Октябрь , 21:00
ba
Еңел сәнәғәт үҫешен күрһәткән күргәҙмәгә саҡыралар
“Легпром” Еңел сәнәғәт форумы Өфөлә 25 – 26 октябрҙә үтәсәк. Йыл һайын үткәрелгән сара Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ойошторла. Күргәҙмә еңел сәнәғәт тармағының заманса үҫешен күрһәтә, пленар өлөштә кадрҙар әҙерләү һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Быйыл экспозиция яңыса форматта, зоналарға бүленеп эшләнгән. Бында дизайн, фабрикалар, мода, балалар өсөн әйберҙәр, махсус кейем, сифат һәм башҡаһы күрһәтелгән экспозициялар урын аласаҡ. Форумдың эшендә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан ҡунаҡтары ҡатнашасаҡ. Иртәгә күргәҙмә тураһында тулыраҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләйәсәк. Матбуғат конференцияһы 20 октябрҙә 15.00-дә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45. Аккредитация өсөн телефон: 8-927-23-28-188. Тулыраҡ мәғлүмәт: https://bvkexpo.ru/legprom-ufa/posetitelyam2
“Легпром” Еңел сәнәғәт форумы Өфөлә 25 – 26 октябрҙә үтәсәк. Йыл һайын үткәрелгән сара Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы ойошторла. Күргәҙмә еңел сәнәғәт тармағының заманса үҫешен күрһәтә, пленар өлөштә кадрҙар әҙерләү һәм дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләшеүҙәр, түңәрәк өҫтәлдәр ойоштороласаҡ. Быйыл экспозиция яңыса форматта, зоналарға бүленеп эшләнгән. Бында дизайн, фабрикалар, мода, балалар өсөн әйберҙәр, махсус кейем, сифат һәм башҡаһы күрһәтелгән экспозициялар урын аласаҡ. Форумдың эшендә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан ҡунаҡтары ҡатнашасаҡ. Иртәгә күргәҙмә тураһында тулыраҡ “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләйәсәк. Матбуғат конференцияһы 20 октябрҙә 15.00-дә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45.
Иҡтисад
false
https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2023-10-19/e-el-s-n-t-eshen-k-r-tk-n-k-rg-m-g-sa-yralar-3485253
19 Октябрь , 18:50
ba
Өфөлә – грек-рим көрәше буйынса Рәсәй Кубогы
Сараны асыу тантанаһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Рима Баталова исемендәге Республика спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән ярыштарға илдең 30 төбәгенән 200 ҡатнашыусы килгән. Башҡортостан данын 13 спортсы яҡлай. 10 ауырлыҡ категорияһында еңеүселәргә “Рәсәйҙең спорт мастеры” исеме биреләсәк. Быйыл Рәсәй Кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр 16 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Башлығы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы приздарына спорт көрәше буйынса ярыштар үтте. Радий Хәбиров спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумына саҡырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хаҡта Владимир Путин 19 октябрҙә Пермдә үткән спорт форумының пленар ултырышында иғлан итте. Сара тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙған: “Кубок сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Кубогына һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Кубогына ярыштар үтәсәк. Беҙ Денис Владимирович Пушилин менән был ярыштарҙы сиратлап ҡабул итеү тураһында һөйләшеп килештек. Ваҡыты еткәс, беҙ спортсыларыбыҙ менән Донецк еренә барырбыҙ, тип ышанам. Барығыҙға ла матур еңеүҙәр теләйем!”
Сараны асыу тантанаһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Рима Баталова исемендәге Республика спорт әҙерлеге үҙәгендә үткән ярыштарға илдең 30 төбәгенән 200 ҡатнашыусы килгән. Башҡортостан данын 13 спортсы яҡлай. 10 ауырлыҡ категорияһында еңеүселәргә “Рәсәйҙең спорт мастеры” исеме биреләсәк. Быйыл Рәсәй Кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр 16 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Башҡортостан Башлығы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы приздарына спорт көрәше буйынса ярыштар үтте. Радий Хәбиров спортсыларҙы һәм тренерҙарҙы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк XII “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумына саҡырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хаҡта Владимир Путин 19 октябрҙә Пермдә үткән спорт форумының пленар ултырышында иғлан итте. Сара тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙған: “Кубок сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Кубогына һәм Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Кубогына ярыштар үтәсәк. Беҙ Денис Владимирович Пушилин менән был ярыштарҙы сиратлап ҡабул итеү тураһында һөйләшеп килештек. Ваҡыты еткәс, беҙ спортсыларыбыҙ менән Донецк еренә барырбыҙ, тип ышанам.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-27/f-l-grek-rim-k-r-she-buyynsa-r-s-y-kubogy-3496634
27 Октябрь , 21:30
ba
Музей комплексы һәм мәмерйә йыл әйләнәһенә асыҡ
Республикала йәйгеһен дә, ҡышҡыһын да ҡарай торған урындар күп. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе. Музей комплексы һәм мәмерйә йыл әйләнәһенә асыҡ, комплексҡа автомобилдәр өсөн яҡшы юл һалынған. Башҡортостанда ҡышҡы көндәрҙә ҡайҙа барырға мөмкин булыуы хаҡында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының "Сәләм" тапшырыуы тура эфирында Туризмды үҫтереү үҙәге вәкиле Заһир Ҡотлосурин һөйләне. Салауат районындағы Янғантау ҙа күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Унан алыҫ түгел Ҡорғаҙаҡ шишмәһе аға, һыуы кальций һәм магнийға бай. Ә тау саңғыһын яратыусылар Әбйәлил районындағы Яҡтыкүлгә бара ала. Күлдән йыраҡ түгел ерҙә тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан, унда ябай йәки ҡатмарлы трасса һайларға мөмкин. Башҡортостанда туризм әүҙем үҫешә. 23-26 октябрҙә Өфөлә III Этнотуризм форумы үтә. Форумға Белоруссиянан һәм Абхазиянан да ҡунаҡтар килде. Әйткәндәй, Башҡортостандың өлкән быуын кешеләре «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы буйынса Абхазияға һәм Беларусь Республикаһына бара ала. Сәйәхәт итеү өсөн тағы ла күберәк урындар тураһында Республикаға идара итеү үҙәге тәҡдим иткән эфир яҙмаһында таныша алаһығыҙ.
Республикала йәйгеһен дә, ҡышҡыһын да ҡарай торған урындар күп. Мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһе. Музей комплексы һәм мәмерйә йыл әйләнәһенә асыҡ, комплексҡа автомобилдәр өсөн яҡшы юл һалынған. Башҡортостанда ҡышҡы көндәрҙә ҡайҙа барырға мөмкин булыуы хаҡында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының "Сәләм" тапшырыуы тура эфирында Туризмды үҫтереү үҙәге вәкиле Заһир Ҡотлосурин һөйләне. Салауат районындағы Янғантау ҙа күптәрҙе үҙенә йәлеп итә. Унан алыҫ түгел Ҡорғаҙаҡ шишмәһе аға, һыуы кальций һәм магнийға бай. Ә тау саңғыһын яратыусылар Әбйәлил районындағы Яҡтыкүлгә бара ала. Күлдән йыраҡ түгел ерҙә тау саңғыһы үҙәге урынлашҡан, унда ябай йәки ҡатмарлы трасса һайларға мөмкин. Башҡортостанда туризм әүҙем үҫешә. 23-26 октябрҙә Өфөлә III Этнотуризм форумы үтә. Форумға Белоруссиянан һәм Абхазиянан да ҡунаҡтар килде. Әйткәндәй, Башҡортостандың өлкән быуын кешеләре «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы буйынса Абхазияға һәм Беларусь Республикаһына бара ала.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-26/muzey-kompleksy-m-m-mery-yyl-yl-n-en-asy-3494634
26 Октябрь , 15:00
ba
Республика етәксеһе - халыҡ -ара форумда
24 октябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров этнотуризм буйынса III халыҡ -ара форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк был сара Рәсәйҙең 67 төбәгенән 500-ҙән ашыу эксперттарҙы йыйҙы. Шулай уҡ Белоруссия һәм Абхазиянан вәкилдәр ҡатнашты. Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, Башҡортостан етәксеһе заманса шарттарҙа форумдың әһәмиәтен билдәләне.  –Этнотуризмға беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ.Башҡортостанда был тема бик популяр. Беҙҙең республика үҙенсәлекле, бында тыныслыҡта һәм татыулыҡта бик күп халыҡтар йәшәй. Улар үҙәренең тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлай, –тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө форумды беҙ өсөнсө тапҡыр уҙғарабыҙ һәм ул тәжрибә уртаҡлашыу, туризм үҫешенең перспективаларын тикшереү өсөн ҡыҙыҡлы майҙансыҡ булараҡ үҙенең кәрәклеген иҫбатланы. Төбәк етәксеһе этнотуризм үҫешенең үҙәгенә әүерелгән бер нисә яңы тематик проекттарҙы билдәләне. –Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” музей комплексы Башҡортостанға тартып тороусы урын. Шишмә районында Тура-хан һәм Хөсәйенбәк мавзолейы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, унда беҙ Евразияның күсмә цивилизациялар музейын булдырабыҙ. “Янғантау” геопаркы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә беренсе булып ЮНЕСКО геопаркы статусын алды. Дөйөм алғанда, беҙ республикабыҙҙы Рәсәй һәм донъя өсөн асырға, үҙебеҙҙең уникаль тәбиғи һәм тарихи объекттарҙы күрһәтергә тырышабыҙ.  Шулай уҡ ул заманса туристик инфраструктураһын булдырыу йүнәлешенә лә туҡталды. Әйтергә кәрәк,  был өлкәгә  Рәсәй Хөкүмәте тарафынан да ҙур ярҙам тоябыҙ. Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн урындарҙы арттырыуға 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.Сөнки уларға бөгөн айырыуса һорау ҙур. Һүҙ глэмпинг, ял базалары һәм башҡа майҙансыҡтар тураһында бара. Федераль ярҙам менән 2023-2024 йылдарҙа тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарыу маҡсаты ҡуйылған. –Беҙ туристик тармаҡ үҫеше өсөн уңайлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Рәсәй халҡы өсөн ҡайһы бер сит ил йүнәлештәре ябылған ваҡытта беҙҙең биләмәләге тәбиғәтте һәм матурлыҡты асыуҙың уникаль мөмкинлеге бар, –тине республика етәксеһе. Region PR йәмәғәт элемтәһе үҫеше фонды идараһы рәйесе, “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй туристик премияһына нигеҙ һалыусы Геннадий Шаталов Башҡортостан етәксеһенә форумды ойошторған өсөн рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул форум сиктәрендә “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй туристик премияһын алыуға конкурстың финалы уҙғарылыуын да билдәләне. Быйыл унда илдең 56 төбәгенән 270 тармаҡ проекттары ҡатнаша, шул иҫәптән 48 ғариза Башҡортостандан. –Туристик тармағын нығытыу өсөн республика етди аҙымдар эшләй, –тине Геннадий Шаталов. –2024 йылдың апрелендә союздаш дәүләт сиктәрендә тәүге тематик форумды уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Уның майҙансығында “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге”  программаһы менән Башҡортостандың исем туйын уҙғарырға ниәтләйбеҙ.Һеҙҙең республика тәжрибәһе күп төбәктәргә ҡыҙыҡлы, һеҙҙән өйрәнәһе  тәжрибә  бар. Республика брендтары – башҡорт балы һәм башҡорт атын танытыуығыҙ өсөн айырым рәхмәт.  Форум асылғандан һуң Республика Башлығы халыҡ -художество кәсептәренең күргәҙмәһен ҡараны, “Урал” туристик -рекреацион тибындағы буласаҡ махсус иҡтисади зонаның проекты менән танышты. Ул Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондары биләмәһендә урынлашасаҡ. Махсус иҡтисади зонаның төп туристик объекттары булып Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Шүлгәнташ” музей комплексы, башҡорт дәүләт заповеднигы, Ирәмәл тауы, Ирәкташ, Әбйәлил һәм Белорет районының тау саңғыһы курорттары, солоҡтары буласаҡ.  Форумда Республика етәксеһе Рәсәй төбәктәренең, Белоруссия һәм Абхазияның туристик индустрия вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар туризмды үҫтереүҙә Башҡортостан тәжрибәһен юғары баһаланы.
24 октябрҙә Өфөнөң Конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров этнотуризм буйынса III халыҡ -ара форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Әйтергә кәрәк был сара Рәсәйҙең 67 төбәгенән 500-ҙән ашыу эксперттарҙы йыйҙы. Шулай уҡ Белоруссия һәм Абхазиянан вәкилдәр ҡатнашты.Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, Башҡортостан етәксеһе заманса шарттарҙа форумдың әһәмиәтен билдәләне. –Этнотуризмға беҙ ҙур иғтибар бирәбеҙ. Башҡортостанда был тема бик популяр. Беҙҙең республика үҙенсәлекле, бында тыныслыҡта һәм татыулыҡта бик күп халыҡтар йәшәй. Улар үҙәренең тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын һаҡлай, –тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө форумды беҙ өсөнсө тапҡыр уҙғарабыҙ һәм ул тәжрибә уртаҡлашыу, туризм үҫешенең перспективаларын тикшереү өсөн ҡыҙыҡлы майҙансыҡ булараҡ үҙенең кәрәклеген иҫбатланы. Төбәк етәксеһе этнотуризм үҫешенең үҙәгенә әүерелгән бер нисә яңы тематик проекттарҙы билдәләне.–Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” музей комплексы Башҡортостанға тартып тороусы урын. Шишмә районында Тура-хан һәм Хөсәйенбәк мавзолейы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, унда беҙ Евразияның күсмә цивилизациялар музейын булдырабыҙ. “Янғантау” геопаркы Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһендә беренсе булып ЮНЕСКО геопаркы статусын алды. Дөйөм алғанда, беҙ республикабыҙҙы Рәсәй һәм донъя өсөн асырға, үҙебеҙҙең уникаль тәбиғи һәм тарихи объекттарҙы күрһәтергә тырышабыҙ. Шулай уҡ ул заманса туристик инфраструктураһын булдырыу йүнәлешенә лә туҡталды. Әйтергә кәрәк, был өлкәгә Рәсәй Хөкүмәте тарафынан да ҙур ярҙам тоябыҙ. Ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн урындарҙы арттырыуға 900 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Сөнки уларға бөгөн айырыуса һорау ҙур. Һүҙ глэмпинг, ял базалары һәм башҡа майҙансыҡтар тураһында бара. Федераль ярҙам менән 2023-2024 йылдарҙа тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарыу маҡсаты ҡуйылған.–Беҙ туристик тармаҡ үҫеше өсөн уңайлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Рәсәй халҡы өсөн ҡайһы бер сит ил йүнәлештәре ябылған ваҡытта беҙҙең биләмәләге тәбиғәтте һәм матурлыҡты асыуҙың уникаль мөмкинлеге бар, –тине республика етәксеһе.RegionPR йәмәғәт элемтәһе үҫеше фонды идараһы рәйесе, “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй туристик премияһына нигеҙ һалыусы Геннадий Шаталов Башҡортостан етәксеһенә форумды ойошторған өсөн рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул форум сиктәрендә “Йыл маршруты” Бөтә Рәсәй туристик премияһын алыуға конкурстың финалы уҙғарылыуын да билдәләне. Быйыл унда илдең 56 төбәгенән 270 тармаҡ проекттары ҡатнаша, шул иҫәптән 48 ғариза Башҡортостандан.–Туристик тармағын нығытыу өсөн республика етди аҙымдар эшләй, –тине Геннадий Шаталов. –2024 йылдың апрелендә союздаш дәүләт сиктәрендә тәүге тематик форумды уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Уның майҙансығында “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы менән Башҡортостандың исем туйын уҙғарырға ниәтләйбеҙ.Һеҙҙең республика тәжрибәһе күп төбәктәргә ҡыҙыҡлы, һеҙҙән өйрәнәһе тәжрибә бар. Республика брендтары – башҡорт балы һәм башҡорт атын танытыуығыҙ өсөн айырым рәхмәт. Форум асылғандан һуң Республика Башлығы халыҡ -художество кәсептәренең күргәҙмәһен ҡараны, “Урал” туристик -рекреацион тибындағы буласаҡ махсус иҡтисади зонаның проекты менән танышты. Ул Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондары биләмәһендә урынлашасаҡ. Махсус иҡтисади зонаның төп туристик объекттары булып Шүлгәнташ мәмерйәһе, “Шүлгәнташ” музей комплексы, башҡорт дәүләт заповеднигы, Ирәмәл тауы, Ирәкташ, Әбйәлил һәм Белорет районының тау саңғыһы курорттары, солоҡтары буласаҡ. Форумда Республика етәксеһе Рәсәй төбәктәренең, Белоруссия һәм Абхазияның туристик индустрия вәкилдәре менән осрашты.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-25/respublika-et-kse-e-haly-ara-forumda-3492832
25 Октябрь , 14:30
ba
Өфөлә этнотуризм буйынса форум бара
Баш ҡалабыҙҙа этнотуризм буйынса 3-сө халыҡ-ара форум уҙғарыла, шулай уҡ уның сиктәрендә “Йыл маршруты-2023” Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы ла үтә. Сарала илбеҙҙең төрлө төбәктәренән, Белоруссия һәм Абхазиянан ҡунаҡтар ҡатнаша. Бөгөн “Торатау” конгресс-холында форум тантаналы рәүештә асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. - Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумды өсөнсө тапҡыр уҙғарабыҙ. Беҙҙең республика был йәһәттән үҙенсәлекле, бында төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй.  Иң мөһиме –улар үҙҙәренең мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлай, - тине ул сығышында. Артабан “Этнотуризм - туристик биләмәләр үҫешенең драйверы” тигән темаға пленар ултырыш уҙғарылды. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры урынбаҫары Азамат Ғәлин республикала туризм үҫеше менән таныштырҙы. -Башҡортостанда беҙҙең төбәгебеҙгә тартып торған урындар байтаҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күреү тәрән тәьҫораттар ҡалдыра. Былтыр унда  “Шүлгән-таш” тарихи-музей комплексын астыҡ. Яңы технологиялар ярҙамында унда кешелек цивилизацияһының барлыҡ тарихын күрергә мөмкин. Донъя кимәлендәге был комплекста 60 мең кеше булып өлгөрҙө. Әлеге көндә йәнә бер ҙур эш алып барыла. Евразияның күсмә цивилизациялар музейын төҙөү эшен башланыҡ. Ул халҡыбыҙҙың тарихын асыуға булышлыҡ итәсәк. Музейҙың төп объекттары – Хөсәйенбәк һәм Тура-хандың таш мавзолейҙары. Шулай уҡ бында башҡорт аты үҙәген, ҡунаҡханалар, һөнәрселек производствоһын, мәҙәни һәм спорт саралары өсөн майҙансыҡтар асыу ниәтләнә, - тине ул үҙ сығышында. Ултырышта Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан  һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтар ҙа сарала ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Һәр ҡайһыһы үҙенең ҡыҙыҡлы тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Көндөң икенсе яртыһы ла йөкмәткеле һөйләшеүҙәргә ҡоролдо. “Этномәҙәнитуризм: маркетинг үҫеше һәм тәьҫораттар иҡтисады” темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә залдан һорау биреүселәр ҙә күп булды. Түңәрәк өҫтәлде Бөтә Рәсәй “Йыл маршруты” туристик премияһына нигеҙ һалыусы Геннадий Шаталов алып барҙы. Автор фотолары.Өфөлә этнотуризм буйынса форум бара
Баш ҡалабыҙҙа этнотуризм буйынса 3-сө халыҡ-ара форум уҙғарыла, шулай уҡ уның сиктәрендә “Йыл маршруты-2023” Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы ла үтә. Сарала илбеҙҙең төрлө төбәктәренән, Белоруссия һәм Абхазиянан ҡунаҡтар ҡатнаша. Бөгөн “Торатау” конгресс-холында форум тантаналы рәүештә асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.- Өфөлә этнотуризм буйынса халыҡ-ара форумды өсөнсө тапҡыр уҙғарабыҙ. Беҙҙең республика был йәһәттән үҙенсәлекле, бында төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй. Иң мөһиме –улар үҙҙәренең мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлай, - тине ул сығышында. Артабан “Этнотуризм - туристик биләмәләр үҫешенең драйверы” тигән темаға пленар ултырыш уҙғарылды. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса министры урынбаҫары Азамат Ғәлин республикала туризм үҫеше менән таныштырҙы.-Башҡортостанда беҙҙең төбәгебеҙгә тартып торған урындар байтаҡ. Шүлгәнташ мәмерйәһен барып күреү тәрән тәьҫораттар ҡалдыра. Былтыр унда “Шүлгән-таш” тарихи-музей комплексын астыҡ. Яңы технологиялар ярҙамында унда кешелек цивилизацияһының барлыҡ тарихын күрергә мөмкин. Донъя кимәлендәге был комплекста 60 мең кеше булып өлгөрҙө. Әлеге көндә йәнә бер ҙур эш алып барыла. Евразияның күсмә цивилизациялар музейын төҙөү эшен башланыҡ. Ул халҡыбыҙҙың тарихын асыуға булышлыҡ итәсәк. Музейҙың төп объекттары – Хөсәйенбәк һәм Тура-хандың таш мавзолейҙары. Шулай уҡ бында башҡорт аты үҙәген, ҡунаҡханалар, һөнәрселек производствоһын, мәҙәни һәм спорт саралары өсөн майҙансыҡтар асыу ниәтләнә, - тине ул үҙ сығышында. Ултырышта Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтар ҙа сарала ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Һәр ҡайһыһы үҙенең ҡыҙыҡлы тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Көндөң икенсе яртыһы ла йөкмәткеле һөйләшеүҙәргә ҡоролдо. “Этномәҙәнитуризм: маркетинг үҫеше һәм тәьҫораттар иҡтисады” темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдә залдан һорау биреүселәр ҙә күп булды. Түңәрәк өҫтәлде Бөтә Рәсәй“Йыл маршруты” туристик премияһына нигеҙ һалыусы Геннадий Шаталов алып барҙы. .
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-24/f-l-etnoturizm-buyynsa-forum-bara-3491851
24 Октябрь , 19:00
ba
Өфө ҡатын-ҡыҙҙар боксы буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итә
3 ноябрҙән 12-һенә тиклем Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Ул Р.Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге майҙансығында үтәсәк. Асыу тантанаһы - 4 ноябрҙә, йомғаҡлау ярышы һәм бүләкләү 11 ноябргә планлаштырылған. Илдең 49 төбәгенән 12 ауырлыҡ категорияһында 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Андрей Назаров билдәләүенсә, бокс республика өсөн төп спорт төрө булып тора. Системалы рәүештә уның менән 9 мең кеше шөғөлләнә, һөнәри рәүештә - 4 мең спортсы. 13 спортсы Рәсәй йыйылма команда составына индерелгән. - Республикала был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу арта бара. 2017 - 2022 йылдарҙа беҙҙең тренерҙар Рәсәй спорт мастерлығына 400 кандидат, 23 Рәсәй спорт мастеры, шулай уҡ 2 халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры әҙерләне. Бокс буйынса йыл һайын ҙур ярыштар үткәрелә. Бер йыл элек бокс буйынса Рәсәй чемпионкаһы Башҡортостандан Азалия Әминева (Башҡортостан тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ) булды. Беҙ шундай кимәлдәге ярышты Өфөлә үткәрә алыуыбыҙға әҙер икәнлегебеҙҙе аңланыҡ һәм инициатива менән сығыш яһаныҡ, уны хупланылар, - тине Премьер-министр. Рәсәй Бокс федерацияһы хакимиәте етәксеһе Наталья Фалько әҙерлек план буйынса бара, республика Федерация менән берлектә спортсыларға ярыш өсөн дә, йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған, тине. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Н. Валуев исемендәге олимпия резервы мәктәбе. https://resbash.ru/news/sport/2023-10-18/ufa-primet-chempionat-rossii-po-zhenskomu-boksu-3483334
3 ноябрҙән 12-һенә тиклем Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Ул Р.Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге майҙансығында үтәсәк. Асыу тантанаһы - 4 ноябрҙә, йомғаҡлау ярышы һәм бүләкләү 11 ноябргә планлаштырылған. Илдең 49 төбәгенән 12 ауырлыҡ категорияһында 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Андрей Назаров билдәләүенсә, бокс республика өсөн төп спорт төрө булып тора. Системалы рәүештә уның менән 9 мең кеше шөғөлләнә, һөнәри рәүештә - 4 мең спортсы. 13 спортсы Рәсәй йыйылма команда составына индерелгән.- Республикала был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу арта бара. 2017 - 2022 йылдарҙа беҙҙең тренерҙар Рәсәй спорт мастерлығына 400 кандидат, 23 Рәсәй спорт мастеры, шулай уҡ 2 халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры әҙерләне. Бокс буйынса йыл һайын ҙур ярыштар үткәрелә. Бер йыл элек бокс буйынса Рәсәй чемпионкаһы Башҡортостандан Азалия Әминева (Башҡортостан тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ) булды. Беҙ шундай кимәлдәге ярышты Өфөлә үткәрә алыуыбыҙға әҙер икәнлегебеҙҙе аңланыҡ һәм инициатива менән сығыш яһаныҡ, уны хупланылар, - тине Премьер-министр. Рәсәй Бокс федерацияһы хакимиәте етәксеһе Наталья Фалько әҙерлек план буйынса бара, республика Федерация менән берлектә спортсыларға ярыш өсөн дә, йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған, тине.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-23/f-atyn-y-ar-boksy-buyynsa-r-s-y-chempionatyn-abul-it-3490077
23 Октябрь , 20:25
ba
Республика – икенсе урында
Республикала Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” физкультура һәм спорт комплексы фестивале тамамланды. Сарала 49 муниципалитет хакимиәтенән һәм 24 республика башҡарма власы органынан, ойошмаһынан 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Иң яҡшы командаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә сараны ябыу тантанаһында наградланы. Хөкүмәт рәйесенең белдереүенсә, ГТО фестивале комплексы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында 2016 йылдан ойошторола. Был Башҡортостандың күп кеше ҡатнашҡан спортты үҫтереү буйынса йолаларҙы хөрмәт итеүен күрһәтә. Был йылдарҙа һәр кем өсөн физкультура менән шөғөлләнеү өсөн күп атҡарылды. - Был йылдарҙа һәр кемдең физкультура менән шөғөлләнеүе өсөн күп эшләнде. Райондарыбыҙҙа һәм ҡалаларыбыҙҙа 13 меңдән ашыу спорт объекты бар һәм уларҙа һәр кем физкультура, һөнәри спорт менән шөғөлләнә ала. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урындабыҙ, - тип һөйләне Андрей Назаров. Премьер-министр һуңғы ике йылда республиканың һәр йорт эргәһендә ҙур булмаған спорт майҙансығының булыуы өсөн тырышыуы тураһында әйтте. 2022-2023 йылдарҙа “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 120-нән ашыу объект төҙөлгән. - Сараларҙың һөҙөмтә биреүен бөгөн күрәбеҙ. Республикала йәшәүселәр ГТО нормативтарын тапшырыуға ла әүҙем ҡушылды. Башҡортостан буйынса 700 мең тирәһе кеше ҡушылды. Һәр муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәре хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер булыу өсөн был нормативтарҙы мотлаҡ тапшырырға тейеш тип уйлайым, - тип теләне Премьер-министр, фестиваль лидерҙарын бүләкләр алдынан. Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте еңеүсе тип танылды. Икенсе урында – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Краснокама районы муниципалитеты, өсөнсөлә - республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Ғафури районы хакимиәте. Фестиваль тамамланғанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа Бөтә Рәсәй ГТО фестивалендә икенсе урын яулаған Башҡортостан призерҙары командаһынан кубок тапшырҙылар. Награда республика Хөкүмәте музейына тапшырыласаҡ. Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/22031/
Республикала Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” физкультура һәм спорт комплексы фестивале тамамланды. Сарала 49 муниципалитет хакимиәтенән һәм 24 республика башҡарма власы органынан, ойошмаһынан 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Иң яҡшы командаларҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Өфөлә сараны ябыу тантанаһында наградланы. Хөкүмәт рәйесенең белдереүенсә, ГТО фестивале комплексы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында 2016 йылдан ойошторола. Был Башҡортостандың күп кеше ҡатнашҡан спортты үҫтереү буйынса йолаларҙы хөрмәт итеүен күрһәтә. Был йылдарҙа һәр кем өсөн физкультура менән шөғөлләнеү өсөн күп атҡарылды.- Был йылдарҙа һәр кемдең физкультура менән шөғөлләнеүе өсөн күп эшләнде. Райондарыбыҙҙа һәм ҡалаларыбыҙҙа 13 меңдән ашыу спорт объекты бар һәм уларҙа һәр кем физкультура, һөнәри спорт менән шөғөлләнә ала. Спорт ҡоролмалары һаны буйынса, Мәскәүҙән ҡала, икенсе урындабыҙ, - тип һөйләне Андрей Назаров. Премьер-министр һуңғы ике йылда республиканың һәр йорт эргәһендә ҙур булмаған спорт майҙансығының булыуы өсөн тырышыуы тураһында әйтте. 2022-2023 йылдарҙа “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында 120-нән ашыу объект төҙөлгән.- Сараларҙың һөҙөмтә биреүен бөгөн күрәбеҙ. Республикала йәшәүселәр ГТО нормативтарын тапшырыуға ла әүҙем ҡушылды. Башҡортостан буйынса 700 мең тирәһе кеше ҡушылды. Һәр муниципаль һәм дәүләт хеҙмәткәре хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер булыу өсөн был нормативтарҙы мотлаҡ тапшырырға тейеш тип уйлайым, - тип теләне Премьер-министр, фестиваль лидерҙарын бүләкләр алдынан. Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте еңеүсе тип танылды. Икенсе урында – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Краснокама районы муниципалитеты, өсөнсөлә - республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм Ғафури районы хакимиәте. Фестиваль тамамланғанда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа Бөтә Рәсәй ГТО фестивалендә икенсе урын яулаған Башҡортостан призерҙары командаһынан кубок тапшырҙылар. Награда республика Хөкүмәте музейына тапшырыласаҡ.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-21/respublika-ikense-urynda-3488010
21 Октябрь , 20:50
ba
Спортҡа иғтибар һәр саҡ көслө
Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физкультура һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Уны Пермдә Владимир Путин үткәрҙе. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Рәсәй төбәктәрендә спорт инфраструктураһының үҫеше. - Ундай инфраструктураның үҫешкән булыуы, спорт объекттарының күплеге һәм төрлөлөгө тормош сифатына, миллиондарса кешеләрҙең һаулыҡ торошона тәьҫир итә, физкультура менән даими рәүештә шөғөлләнергә мөмкинлектәр аса, - тип билдәләне Владимир Путин. Дәүләт башлығы һуңғы дүрт йылда Рәсәй халҡы араһында даими раәүештә спорт менән шөғөлләнеүселәр һанының 40-тан 53 процентҡаса үҫеүен әйтте. 2030 йылға был күрһәткес 70 процентҡа етергә тейеш. Ултырышта ҡатнашыусылар яңы спорт объекттары төҙөң, булғандарын заманса итеп үҙгәртеү, атлеттар өсөн үҙебеҙҙә экипировка һәм кәрәкле ҡорамалдар етештереү, спорт тармағына дәүләт ярҙамы, ярыштар календары булдырыу тураһында фекер алышты. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков быйыл ноябрҙә Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” үтеүе тураһында белдерҙе. Ярыштарҙа Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Башлығы был турнир хәрби хәрәкәттәрҙә яраланған кешеләргә тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтырға ярҙам итәсәк, тип белдерҙе. Рәсәй  Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Ауыл тренеры” төбәк программаһы тәжрибәһен бик юғары баһаланы. Ул 2020 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылғайны. - Мин Спорт буйынса совет ултырышында тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Президент спортты ныҡ күтәрә. Беҙ ҙә республикала ошо курсҡа таянабыҙ һәм атлеттарыбыҙға, күмәк халыҡ һәм профессионалдар йәлеп ителгән спорт төрҙәренә айырым иғтибар бүләсәкбеҙ, - тине Радий Хәбиров.
Бөгөн, 19 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физкультура һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында ҡатнашты. Уны Пермдә Владимир Путин үткәрҙе. Һөйләшеүҙең төп темаһы – Рәсәй төбәктәрендә спорт инфраструктураһының үҫеше.- Ундай инфраструктураның үҫешкән булыуы, спорт объекттарының күплеге һәм төрлөлөгө тормош сифатына, миллиондарса кешеләрҙең һаулыҡ торошона тәьҫир итә, физкультура менән даими рәүештә шөғөлләнергә мөмкинлектәр аса, - тип билдәләне Владимир Путин. Дәүләт башлығы һуңғы дүрт йылда Рәсәй халҡы араһында даими раәүештә спорт менән шөғөлләнеүселәр һанының 40-тан 53 процентҡаса үҫеүен әйтте. 2030 йылға был күрһәткес 70 процентҡа етергә тейеш. Ултырышта ҡатнашыусылар яңы спорт объекттары төҙөң, булғандарын заманса итеп үҙгәртеү, атлеттар өсөн үҙебеҙҙә экипировка һәм кәрәкле ҡорамалдар етештереү, спорт тармағына дәүләт ярҙамы, ярыштар календары булдырыу тураһында фекер алышты. Мәҫәлән, Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков быйыл ноябрҙә Өфөлә “Ватанды һаҡлаусылар Кубогы” үтеүе тураһында белдерҙе. Ярыштарҙа Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Башлығы был турнир хәрби хәрәкәттәрҙә яраланған кешеләргә тулы ҡанлы тормошҡа ҡайтырға ярҙам итәсәк, тип белдерҙе. Рәсәй Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Ауыл тренеры” төбәк программаһы тәжрибәһен бик юғары баһаланы. Ул 2020 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән булдырылғайны.- Мин Спорт буйынса совет ултырышында тәүге тапҡыр ҡатнаштым. Президент спортты ныҡ күтәрә.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-19/sport-a-i-tibar-r-sa-k-sl-3485404
19 Октябрь , 22:45
ba
Башҡортостан 2024 йылда “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итәсәк
XII Халыҡ-ара “Рәсәй – спорт державаһы” форумы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк. Был хаҡта бөгөн, спорт форумының пленар ултырышы барышыныда, Рәсәй Президенты Владимир путин белдерҙе. Быйыл форумды Пермь ҡабул итә. - Традицияға ярашлы, форум беҙҙең ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында үтә. Был юлы ул ҡала Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө буласаҡ, - тине Владимир Путин. – 2024 йылда Өфө 450 йыллығын билдәләй. Форум ҡунаҡтары байрам сараларында ҡатнашасаҡ, Рәсәйҙең үҙенсәлекле, бик ҡыҙыҡлы һәм яҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән таныша аласаҡ. Пермдәге XI “Рәсәй – спорт державаһы” форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Төбәк етәксеһе форумды Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәне өсөн ил Президентына рәхмәт белдерҙе һәм был сара юғары кимәлдә үтер, тигән ышаныс белдерҙе. - Был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Күп кенә төбәктәр форумды үҙҙәрендә үткәреү өсөн көрәшеүен билдәләгем килә. Был бик ҙур ҡаҙаныш. Ҡағиҙә булараҡ, ил етәкселәре, бөйөк спортсылар килә. Республика халҡын Президенттың ошондай ҡарар ҡабул итеүе менән ҡотлайым. Был форум Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙың бер өлөшө буласаҡ, - тине Радий Хәбиров. Рәсәй спорт министры Олег Матыцин “Рәсәй – спорт державаһы” алда торған форумды Башҡортостан лайыҡлы үткәрер, тип ышанам, тине.
XII Халыҡ-ара “Рәсәй – спорт державаһы” форумы 2024 йылда Өфөлә үтәсәк. Был хаҡта бөгөн, спорт форумының пленар ултырышы барышыныда, Рәсәй Президенты Владимир путин белдерҙе. Быйыл форумды Пермь ҡабул итә.- Традицияға ярашлы, форум беҙҙең ҙур илебеҙҙең төрлө ҡалаларында үтә. Был юлы ул ҡала Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө буласаҡ, - тине Владимир Путин. – 2024 йылда Өфө 450 йыллығын билдәләй. Форум ҡунаҡтары байрам сараларында ҡатнашасаҡ, Рәсәйҙең үҙенсәлекле, бик ҡыҙыҡлы һәм яҡлы төбәгенең мәҙәниәте, тарихы һәм мираҫы менән таныша аласаҡ. Пермдәге XI “Рәсәй – спорт державаһы” форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнаша. Төбәк етәксеһе форумды Өфөлә үткәрергә ҡарар иткәне өсөн ил Президентына рәхмәт белдерҙе һәм был сара юғары кимәлдә үтер, тигән ышаныс белдерҙе.- Был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. Күп кенә төбәктәр форумды үҙҙәрендә үткәреү өсөн көрәшеүен билдәләгем килә. Был бик ҙур ҡаҙаныш. Ҡағиҙә булараҡ, ил етәкселәре, бөйөк спортсылар килә. Республика халҡын Президенттың ошондай ҡарар ҡабул итеүе менән ҡотлайым. Был форум Өфөнөң 450 йыллығына арналған тантаналы сараларҙың бер өлөшө буласаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-19/bash-ortostan-2024-yylda-r-s-y-sport-derzhava-y-forumyn-abul-it-s-k-3485358
19 Октябрь , 21:25
ba
Махсус хәрби операция ветерандары ярыша
Ноябрҙә Өфөлә “Ватан һаҡсылары кубогы” сараһы уҙғарыла. Ярышта махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың Премьер-министр урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова рәйеслегендә уҙғарылған эш кәңәшмәһендә ошо спорт ярышына ҡағылышлы һорауҙарҙы  тикшерҙеләр. “Ватан һаҡсылары кубогы” икенсегә үткәрелә, беренсе тапҡыр ул август айында Кемерово өлкәһендә уҙғарылды. Унда 11 команда составында 70 спортсы ҡатнашты. Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандағы ярыш тағы ла күләмлерәк буласаҡ. Волга буйы һәм Урал федераль округтарының 20 субъектынан 20 команданың килеүе көтөлә. Ҡатнашыусылар өҫтәл теннисында, атыуҙа, уҡтан атыуҙа һәм башҡа ярыштарҙа үҙҙәренең оҫталығын һынар. Төп маҡсат – паралимпия спортының киң мөмкинлектәрен күрһәтеү. Ватан һаҡсылары кубогын уҙғарыу өсөн Башҡортостанды һайлау осраҡлы күренеш түгел. Төбәктә яҡшы матди база һәм спорт инфраструктураһы булдырылған. Лира Иғтисамова  республикала  ошондай ҙур сара үтеүенә ҡыуанысын белдерҙе. -Ветерандар ярышһын, мөһим һорауҙарҙы тикшерә алһын өсөн Өфөлә барлыҡ тейешле шарттарҙы ла булдырырбыҙ, - тине ул.
Ноябрҙә Өфөлә “Ватан һаҡсылары кубогы” сараһы уҙғарыла. Ярышта махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Башҡортостан Хөкүмәтендә республиканың Премьер-министр урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова рәйеслегендә уҙғарылған эш кәңәшмәһендә ошо спорт ярышына ҡағылышлы һорауҙарҙы тикшерҙеләр.“Ватан һаҡсылары кубогы” икенсегә үткәрелә, беренсе тапҡыр ул август айында Кемерово өлкәһендә уҙғарылды. Унда 11 команда составында 70 спортсы ҡатнашты. Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандағы ярыш тағы ла күләмлерәк буласаҡ. Волга буйы һәм Урал федераль округтарының 20 субъектынан 20 команданың килеүе көтөлә. Ҡатнашыусылар өҫтәл теннисында, атыуҙа, уҡтан атыуҙа һәм башҡа ярыштарҙа үҙҙәренең оҫталығын һынар. Төп маҡсат – паралимпия спортының киң мөмкинлектәрен күрһәтеү. Ватан һаҡсылары кубогын уҙғарыу өсөн Башҡортостанды һайлау осраҡлы күренеш түгел. Төбәктә яҡшы матди база һәм спорт инфраструктураһы булдырылған.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-18/mahsus-h-rbi-operatsiya-veterandary-yarysha-3483660
18 Октябрь , 21:25
ba
Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә
Өфөлә 3-өнән 12 ноябргә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Башҡортостан Хөкүмәтендә 2023 йылдың 3 ноябренән 12-енә тиклем үтәсәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә Рәсәй Бокс федерацияһы хакимиәте етәксеһе Наталья Фалько (Мәскәү), Хөкүмәт вице-премьерҙары, Башҡортостандың Бокс федерацияһы рәйесе Сәғит Аслаев, спорт структуралары вәкилдәре ҡатнашты. Андрей Назаров билдәләүенсә, бокс республика өсөн төп спорт төрө булып тора. Системалы рәүештә уның менән 9 мең кеше шөғөлләнә, һөнәри рәүештә - 4 мең спортсы. 13 спортсы Рәсәй йыйылма команда составына индерелгән. - Республикала был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу арта бара. 2017 - 2022 йылдарҙа беҙҙең тренерҙар Рәсәй спорт мастерлығына 400 кандидат, 23 Рәсәй спорт мастеры, шулай уҡ 2 халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры әҙерләне. Бокс буйынса йыл һайын ҙур ярыштар үткәрелә. Бер йыл элек бокс буйынса Рәсәй чемпионкаһы Башҡортостандан Азалия Әминева (Башҡортостан тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ) булды. Беҙ шундай кимәлдәге ярышты Өфөлә үткәрә алыуыбыҙға әҙер икәнлегебеҙҙе аңланыҡ һәм инициатива менән сығыш яһаныҡ, уны хупланылар, - тине Премьер-министр. Наталья Фалько Өфөлә федераль әһәмиәттәге ярыш ойоштороуҙары һәм төбәк халҡын киң спортҡа йәлеп иткәндәре өсөн Башҡортостан Премьер-министрына һәм Хөкүмәткә рәхмәт белдерҙе. Уға әҙерлек план буйынса бара, республика Федерация менән берлектә спортсмендарға ярыш өсөн дә, йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырған, тип өҫтәне ул. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, республика Чемпионатты үткәрергә әҙер. Ярыштар Башҡортостан Республикаһының Р. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк. Асыу тантанаһы - 4 ноябрҙә. Финал турнирҙары һәм бүләкләү 11 ноябргә планлаштырылған. Рәсәйҙең 49 төбәгенән 12 ауырлыҡ үлсәмендә 200 спортсы ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Н. Валуев исемендәге олимпия резервы мәктәбе. Андрей Назаров Спорт министрлығына һәм республика Спорт федерацияһына һәм Н. Валуев исемендәге спорт мәктәбенә федераль кимәлдәге ярыштарға әҙерлекте тиҙләтергә ҡушты һәм республиканың спорт тормошо өсөн тарихи был ваҡиға юғары кимәлдә  үтергә тейеш, тип билдәләне.
Өфөлә 3-өнән 12 ноябргә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты үтә. Башҡортостан Хөкүмәтендә 2023 йылдың 3 ноябренән 12-енә тиклем үтәсәк ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге кәңәшмәлә Рәсәй Бокс федерацияһы хакимиәте етәксеһе Наталья Фалько (Мәскәү), Хөкүмәт вице-премьерҙары, Башҡортостандың Бокс федерацияһы рәйесе Сәғит Аслаев, спорт структуралары вәкилдәре ҡатнашты. Андрей Назаров билдәләүенсә, бокс республика өсөн төп спорт төрө булып тора. Системалы рәүештә уның менән 9 мең кеше шөғөлләнә, һөнәри рәүештә - 4 мең спортсы. 13 спортсы Рәсәй йыйылма команда составына индерелгән.- Республикала был спорт төрөнә ҡыҙыҡһыныу арта бара. 2017 - 2022 йылдарҙа беҙҙең тренерҙар Рәсәй спорт мастерлығына 400 кандидат, 23 Рәсәй спорт мастеры, шулай уҡ 2 халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры әҙерләне. Бокс буйынса йыл һайын ҙур ярыштар үткәрелә. Бер йыл элек бокс буйынса Рәсәй чемпионкаһы Башҡортостандан Азалия Әминева (Башҡортостан тарихында тәүге ҡатын-ҡыҙ) булды. Беҙ шундай кимәлдәге ярышты Өфөлә үткәрә алыуыбыҙға әҙер икәнлегебеҙҙе аңланыҡ һәм инициатива менән сығыш яһаныҡ, уны хупланылар, - тине Премьер-министр. Наталья Фалько Өфөлә федераль әһәмиәттәге ярыш ойоштороуҙары һәм төбәк халҡын киң спортҡа йәлеп иткәндәре өсөн Башҡортостан Премьер-министрына һәм Хөкүмәткә рәхмәт белдерҙе. Уға әҙерлек план буйынса бара, республика Федерация менән берлектә спортсмендарға ярыш өсөн дә, йәшәү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырған, тип өҫтәне ул. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, республика Чемпионатты үткәрергә әҙер. Ярыштар Башҡортостан Республикаһының Р. Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк. Асыу тантанаһы - 4 ноябрҙә. Финал турнирҙары һәм бүләкләү 11 ноябргә планлаштырылған. Рәсәйҙең 49 төбәгенән 12 ауырлыҡ үлсәмендә 200 спортсы ҡатын-ҡыҙ ҡатнаша. Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Н. Валуев исемендәге олимпия резервы мәктәбе.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-17/f-l-atyn-y-ar-ara-ynda-boks-buyynsa-r-s-y-chempionaty-t-3482117
17 Октябрь , 21:10
ba
Сара беренсе тапҡыр ойошторола
Башҡортостандың Спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар спорты федерацияһы һәм уның Башҡортостандағы бүлексәһе, Коляскала спорт бейеүҙәре федерацияһының республикалағы бүлексәһе, Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк ижтимағи фонды, Рәсәйҙең Президент гранттары фонды булышлығында сара ойошторола. Тиҙҙән Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге паркетына илдең 16 төбәгенән спортсылар сыға. Вологда (Череповец ҡалаһы), Тамбов (Тамбов ҡалаһы), Липецк (Липецк ҡалаһы) өлкәләре, Краснодар крайы (Краснодар ҡалаһы), Новосибирск өлкәһе (Новосибирск ҡалаһы), Мәскәү (Серпухов ҡалаһы), Тверь (Осташков ҡалаһы) өлкәләре, Пермь крайы (Пермь ҡалаһы), Севастополь, Төмән ҡалалары, Удмурт Республикаһы (Ижевск, Воткинск ҡалалары, Люкшудья ауылы, Бурин ҡасабаһы), Татарстан Республикаһы (Яр Саллы ҡалаһы), Ямал-Ненецк автономиялы округы (Яңы Уренгой ҡалаһы), Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы (Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй ҡалалары)  йыйылма командалары үҙ көсөн һынай. 21-22 октябрҙә ярыштар Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрының коляскала бейеүҙең барлыҡ төрҙәре буйынса үткәрелә. 18 миҙалдар комплекты уйнатыла һәм ярыштар һөҙөмтәләре буйынса сираттағы спорт исемдәре, разрядтары бирелә. Рәсми иҫәптән тыш, коляскала бейеүҙе популярлаштырыу өсөн 7 – 12 йәшлек балалар ҙа дөйөм һәм ирекле программаларҙа награда өсөн ярыша. Фото, сығанаҡ:  pravitelstvorb.ru/news/21993/
Башҡортостандың Спорт министрлығы, Бөтә Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар спорты федерацияһы һәм уның Башҡортостандағы бүлексәһе, Коляскала спорт бейеүҙәре федерацияһының республикалағы бүлексәһе, Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” төбәк ижтимағи фонды, Рәсәйҙең Президент гранттары фонды булышлығында сара ойошторола. Тиҙҙән Өфөләге Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге паркетына илдең 16 төбәгенән спортсылар сыға. Вологда (Череповец ҡалаһы), Тамбов (Тамбов ҡалаһы), Липецк (Липецк ҡалаһы) өлкәләре, Краснодар крайы (Краснодар ҡалаһы), Новосибирск өлкәһе (Новосибирск ҡалаһы), Мәскәү (Серпухов ҡалаһы), Тверь (Осташков ҡалаһы) өлкәләре, Пермь крайы (Пермь ҡалаһы), Севастополь, Төмән ҡалалары, Удмурт Республикаһы (Ижевск, Воткинск ҡалалары, Люкшудья ауылы, Бурин ҡасабаһы), Татарстан Республикаһы (Яр Саллы ҡалаһы), Ямал-Ненецк автономиялы округы (Яңы Уренгой ҡалаһы), Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы (Өфө, Белорет, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй ҡалалары) йыйылма командалары үҙ көсөн һынай. 21-22 октябрҙә ярыштар Бөтә Рәсәй спорт төрҙәре реестрының коляскала бейеүҙең барлыҡ төрҙәре буйынса үткәрелә. 18 миҙалдар комплекты уйнатыла һәм ярыштар һөҙөмтәләре буйынса сираттағы спорт исемдәре, разрядтары бирелә. Рәсми иҫәптән тыш, коляскала бейеүҙе популярлаштырыу өсөн 7 – 12 йәшлек балалар ҙа дөйөм һәм ирекле программаларҙа награда өсөн ярыша.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-17/sara-berense-tap-yr-oyoshtorola-3481529
17 Октябрь , 16:25
ba
Беренсе этап еңеүселәре билдәле
11 октябрҙән  баш ҡаланың Спорт һарайында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй “Ростелеком Рәсәйҙең Гран-приһы – Ҡурай иле” тип исемләнгән сара, тағы юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй “Ҡурай иле” ярыштары бара. Ярыштарҙың беренсе этабы тамамланды. Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы генераль президенты Александр Коган һәм Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков призлы урын яулағандарҙы ҡотланы. Ир-егеттәр араһында беренсе урынды – Евгений Семенко, икенсене – Роман Савосин һәм өсөнсөнө Андрей Мозалев яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынға - Аделия Петросян, икенсегә - Анна Фролова, өсөнсөгә Елизавета Куликова сыҡты. Парҙар араһында иң яҡшыһы тип Елизавета Хоҙайбирҙиева менән Егор Базин тип танылды. Икенсе урынды – Ирина Хавронина менән Девид Нарижный, өсөнсөнө Софья Леонтьева менән Даниил Горелкин яуланы.
11 октябрҙән баш ҡаланың Спорт һарайындаконькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй “Ростелеком Рәсәйҙең Гран-приһы – Ҡурай иле” тип исемләнгән сара, тағы юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй “Ҡурай иле” ярыштары бара. Ярыштарҙың беренсе этабы тамамланды. Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы генераль президенты Александр Коган һәм Башҡортостандың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков призлы урын яулағандарҙы ҡотланы. Ир-егеттәр араһында беренсе урынды – Евгений Семенко, икенсене – Роман Савосин һәм өсөнсөнө Андрей Мозалев яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынға - Аделия Петросян, икенсегә - Анна Фролова, өсөнсөгә Елизавета Куликова сыҡты. Парҙар араһында иң яҡшыһы тип Елизавета Хоҙайбирҙиева менән Егор Базин тип танылды.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-16/berense-etap-e-e-sel-re-bild-le-3480197
16 Октябрь , 17:30
ba
Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Бына өс йыл инде Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланғыс алған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты уңышлы дауам итә. Яңауыл пенсионерҙары ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай республика буйынса социаль турҙарға сыға. Ошо ваҡыт эсендә хаҡлы ялдағы 473 кеше 14 турҙа ҡатнашҡан. Һәр сәфәр үҙенсә мауыҡтырғыс, тәьҫораттарға бай, тип яҙа “Яңауыл таңдары”.   Социаль турҙарҙа ҡатнашыу өсөн  тәүҙә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” сайтында ("Башкирское долголетие. Туризм" тип яҙһағыҙ, шунда уҡ килеп сыға) теркәлергә кәрәклеген яңауылдар яҡшы белә. Октябрь башында сираттағы төркөм Өфөгә сәйәхәткә барып ҡайтҡан. Туристар баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап ике ҡатлы автобуста сәйәхәт иткән, Милли музейҙа булған, Өфө лимонарийы менән танышҡан. Оло йәштәгеләрҙе сәфәрҙә оҙатып йөрөгән  район хакимиәтенең баш белгесе Марина Соснина билдәләүенсә, туристар баш ҡала менән танышыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалған. Сәйәхәттә ҡатнашыусы Альбина Әүхәҙиева файҙалы проект өсөн Башҡортостан Башлығына һәм турҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдергән: “Экскурсоводтар Эльвира һәм Татьянаға рәхмәтлебеҙ, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уларҙы тыңланыҡ. Автобус водителдәре шау-гөр килеп торған ҡалала беҙҙе тыныс, яҡшы итеп йөрөттө, хәүефләнмәнек тә. Тыуған республикабыҙҙа ниндәй матур иҫтәлектәргә бай урындар бар икән! Программа артабан да эшләһен ине!”  Альбина Әүхәҙиева фотолары.  Хаҡлы ялдағылар бушлай сәйәхәт итә
Бына өс йыл инде Башҡортостан Башлығы тәҡдиме менән башланғыс алған “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты уңышлы дауам итә. Яңауыл пенсионерҙары ла был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмай республика буйынса социаль турҙарға сыға. Ошо ваҡыт эсендә хаҡлы ялдағы 473 кеше 14 турҙа ҡатнашҡан. Һәр сәфәр үҙенсә мауыҡтырғыс, тәьҫораттарға бай, тип яҙа “Яңауыл таңдары”. Социаль турҙарҙа ҡатнашыу өсөн тәүҙә “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” сайтында ("Башкирское долголетие. Туризм" тип яҙһағыҙ, шунда уҡ килеп сыға) теркәлергә кәрәклеген яңауылдар яҡшы белә. Октябрь башында сираттағы төркөм Өфөгә сәйәхәткә барып ҡайтҡан. Туристар баш ҡаланың иҫтәлекле урындары буйлап ике ҡатлы автобуста сәйәхәт иткән, Милли музейҙа булған, Өфө лимонарийы менән танышҡан. Оло йәштәгеләрҙе сәфәрҙә оҙатып йөрөгән район хакимиәтенең баш белгесе Марина Соснина билдәләүенсә, туристар баш ҡала менән танышыуҙан бик ҡәнәғәт ҡалған. Сәйәхәттә ҡатнашыусы Альбина Әүхәҙиева файҙалы проект өсөн Башҡортостан Башлығына һәм турҙы ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдергән: “Экскурсоводтар Эльвира һәм Татьянаға рәхмәтлебеҙ, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уларҙы тыңланыҡ. Автобус водителдәре шау-гөр килеп торған ҡалала беҙҙе тыныс, яҡшы итеп йөрөттө, хәүефләнмәнек тә. Тыуған республикабыҙҙа ниндәй матур иҫтәлектәргә бай урындар бар икән! Программа артабан да эшләһен ине!” Альбина Әүхәҙиева фотолары.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-15/ha-ly-yalda-ylar-bushlay-s-y-h-t-it-3479090
15 Октябрь , 22:00
ba
Яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр алда әле
Йыл һайын Башҡортостанда спорт өлкәһен финанслау артҡандан-арта. 2018 йылда был маҡсатта 4,4 миллиард һум аҡса бүленгән, быйыл был сумма 8,8 миллиард һум тәшкил итә. Беҙҙә ике миллион кеше даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был – республикалағы халыҡтың 56,1 проценты. Биш йыл элек был һан 42,6 процент тәшкил итә ине. Рәсәйҙә спорт ҡоролмалары һаны буйынса ла Башҡортостан, Мәскәүҙән ҡала, алдынғы урындарҙың береһен – икенсе баҫҡысты – биләй. Ә 2019 йылда милли спорт премияһы йомғаҡтары буйынса республика физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды. 2010 – 2018 йылдарҙа республикабыҙҙа 1729 спорт объекты сафҡа индерелгән. Һуңғы биш йылда был күрһәткестәр артты һәм 1401 объект тәшкил итте. Башгҡортостан ҡалаларында һәм райондарында спорт объекттарының төҙөлөүе һәм яңыртылыуы сәләмәт тормош алып барыусылар һанының артыуына ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында 177 спорт ҡоролмаһы бар. Йыл һайын районда 200-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә. Төбәктә балалар һәм йәштәр араһында зыянлы ғәҙәттәрҙе булдырмауҙың, сәләмәт тормош алып барыуҙың һәр кем өсөн мөһим икәнлеген аңлатыу буйынса етди эш алып барыла.  Ә бының өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Район үҙәгендә спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстары эшләп килә. Бында, балалар һәм үҫмерҙәр менән бер рәттән, ололар ҙа төрлө спорт уйындарына йәлеп ителә.  Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлегенә Руслан Хәйертдинов (һүрәттә. – автор) етәкселек итә.  – Әле Ҡырмыҫҡалы районында спорттың 20 төрө ныҡлап үҫешә. Беҙҙә бигерәк тә футбол, волейбол, хоккей, лапта менән яратып шөғөлләнәләр. Тағы көрәш, өҫтәл теннисы, тхэквондо менән мауығыусылар күп. Спорттың милли төрҙәре – көрәш, уҡ атыу, ат сабыштары үҫешенә айырым иғтибар бүленә. Йыл һайын һабантуйҙарҙа был спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәрелә. Тағы һыбайлыларыбыҙ “Терра-Башҡортостан” ат спорты турнирында даими ҡатнаша, - тип белдерҙе Руслан Илдус улы. Ҡырмыҫҡалы ауылдындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!) комплексы үҙәге уңышлы эшләй. “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” республика спорт һәм мәғариф проектын ғәмәлгә индереү буйынса ла бында әүҙем эш алып барыла. Быйыл, был проектҡа ярашлы, Һәүәләй, Ефремкин, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Чугункин исемендәге мәктәптәрҙә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылындағы гимназияла спорт-һауыҡтырыу йүнәлешендәге беренсе махсус кластар асылды. Ғөмүмән, проект Ҡырмыҫҡалы районының 12 мәктәбендә тормошҡа ашырыла, 22 башланғыс класс – 498 уҡыусы – йәлеп ителгән. Ҡырмыҫҡалы районының спорт тармағы тарихы бай ғына. Йыл һайын төрлө ҡаҙаныштарға өлгәшәләр. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан Марат Хәсәнов  биш йәшендә йәрәхәтләнә һәм оҙаҡ йылдар дауалана. XI класты тамамлағандан һуң, егет Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Тап унда Марат пауэрлифтинг менән шөғөлләнә башлай. Беренсе күнекмәнән һуң уҡ ошо спорт төрө оҡшай. “Пауэрлифтинг тураһында урамда осраған кешеләр һөйләгәйне. Шулай итеп, 2012 йылда көтмәгәндә әйтелгән тәҡдим буйынса күнекмәгә барырға ҡарар иттем”, – ти ул хәҙер, шул осорҙағы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алып. Бөгөн Марат Хәсәнов –ошо спорт төрө буйынса Рәсәйҙең Паралимпия уйындары буйынса йыйылма командаһы лидерҙарының береһе. Ул – спорт мастеры. Яҡын арала егеткә 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен бирәсәктәр. Тағы шуны әйтергә кәрәк, Марат Айрат улы Башҡортостандағы ошо уҡ ауырлыҡ үлсәмендәге спортсыларҙан беренсе булып халыҡ-ара класлы спортсы нормативтарын үтәгән. Ул  күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы егете – пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа көмөш миҙал хужаһы. Ә рейтинг буйынса ул – туғыҙынсы урында. Мараттың ихтыяр көсөнә, тырышлығына таң ҡалырлыҡ! Ҡырмыҫҡалы районынан тағы Арсен Мкртчян тхэквондо буйынса “Рәсәй йәшлеге” Бөтә Рәсәй ярыштарында икенсе урын яуланы. Ошо уҡ спорт төрө буйынса Солтан Алаҡаев, Азамат Ғәҙелшин, Руслан Вәлиев Волга буйы федераль округында үткәрелгән ярштарҙа беренсе урынға лайыҡ булғайны...  Руслан Хәйертдинов ниндәй генә вазифа биләһә лә, ваҡыты ни тиклем тар булһа ла, футболды бер ҙә ташламай, һаман да район командаһында уйнауын дауам итә. Тормошон ул физкультура менән спорттан тыш күҙ алдына килтерә алмай. Руслан Илдус улы бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, 2017 йылда уға “Башҡортостан Мәғариф министрлығының футбол буйынса иң яҡшы тренеры” исеме бирелгән. Тап бына ошондай үҙ эшен яратып башҡарғандар ҙур уңыштарға өлгәшә лә инде. Әйткәндәй, беҙҙә тренерҙарға – остаздарға – барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы булдырылған. Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренер 600-әр мең һум аҡса алды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр 1 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡаралған. Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр тағы ла яҡшырһын өсөн үҙенсәлекле конкурс та үткәрелә. Быларҙың барыһы ла спорт тармағының үҫешенә булышлыҡ итмәй ҡалмай, әлбиттә. Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Спорт министрлығының һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары шулай  бик тос. Яңынан-яңы үрҙәр, оло еңеүҙәр алда әле, тип яшанабыҙ.
Йыл һайын Башҡортостанда спорт өлкәһен финанслау артҡандан-арта. 2018 йылда был маҡсатта 4,4 миллиард һум аҡса бүленгән, быйыл был сумма 8,8 миллиард һум тәшкил итә. Беҙҙә ике миллион кеше даими рәүештә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнә. Был – республикалағы халыҡтың 56,1 проценты. Биш йыл элек был һан 42,6 процент тәшкил итә ине. Рәсәйҙә спорт ҡоролмалары һаны буйынса ла Башҡортостан, Мәскәүҙән ҡала, алдынғы урындарҙың береһен – икенсе баҫҡысты – биләй. Ә 2019 йылда милли спорт премияһы йомғаҡтары буйынса республика физкультураны һәм спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды. 2010 – 2018 йылдарҙа республикабыҙҙа 1729 спорт объекты сафҡа индерелгән. Һуңғы биш йылда был күрһәткестәр артты һәм 1401 объект тәшкил итте. Башгҡортостан ҡалаларында һәм райондарында спорт объекттарының төҙөлөүе һәм яңыртылыуы сәләмәт тормош алып барыусылар һанының артыуына ла булышлыҡ итә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында 177 спорт ҡоролмаһы бар. Йыл һайын районда 200-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә. Төбәктә балалар һәм йәштәр араһында зыянлы ғәҙәттәрҙе булдырмауҙың, сәләмәт тормош алып барыуҙың һәр кем өсөн мөһим икәнлеген аңлатыу буйынса етди эш алып барыла. Ә бының өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Район үҙәгендә спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстары эшләп килә. Бында, балалар һәм үҫмерҙәр менән бер рәттән, ололар ҙа төрлө спорт уйындарына йәлеп ителә. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлегенә Руслан Хәйертдинов (һүрәттә. – автор) етәкселек итә. – Әле Ҡырмыҫҡалы районында спорттың 20 төрө ныҡлап үҫешә. Беҙҙә бигерәк тә футбол, волейбол, хоккей, лапта менән яратып шөғөлләнәләр. Тағы көрәш, өҫтәл теннисы, тхэквондо менән мауығыусылар күп. Спорттың милли төрҙәре – көрәш, уҡ атыу, ат сабыштары үҫешенә айырым иғтибар бүленә. Йыл һайын һабантуйҙарҙа был спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәрелә. Тағы һыбайлыларыбыҙ “Терра-Башҡортостан” ат спорты турнирында даими ҡатнаша, - тип белдерҙе Руслан Илдус улы.Ҡырмыҫҡалы ауылдындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексында ГТО (Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!) комплексы үҙәге уңышлы эшләй. “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” республика спорт һәм мәғариф проектын ғәмәлгә индереү буйынса ла бында әүҙем эш алып барыла. Быйыл, был проектҡа ярашлы, Һәүәләй, Ефремкин, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Чугункин исемендәге мәктәптәрҙә һәм Ҡырмыҫҡалы ауылындағы гимназияла спорт-һауыҡтырыу йүнәлешендәге беренсе махсус кластар асылды. Ғөмүмән, проект Ҡырмыҫҡалы районының 12 мәктәбендә тормошҡа ашырыла, 22 башланғыс класс – 498 уҡыусы – йәлеп ителгән.Ҡырмыҫҡалы районының спорт тармағы тарихы бай ғына. Йыл һайын төрлө ҡаҙаныштарға өлгәшәләр. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылынан Марат Хәсәнов биш йәшендә йәрәхәтләнә һәм оҙаҡ йылдар дауалана. XI класты тамамлағандан һуң, егет Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Тап унда Марат пауэрлифтинг менән шөғөлләнә башлай. Беренсе күнекмәнән һуң уҡ ошо спорт төрө оҡшай. “Пауэрлифтинг тураһында урамда осраған кешеләр һөйләгәйне. Шулай итеп, 2012 йылда көтмәгәндә әйтелгән тәҡдим буйынса күнекмәгә барырға ҡарар иттем”, – ти ул хәҙер, шул осорҙағы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә алып. Бөгөн Марат Хәсәнов –ошо спорт төрө буйынса Рәсәйҙең Паралимпия уйындары буйынса йыйылма командаһы лидерҙарының береһе. Ул – спорт мастеры. Яҡын арала егеткә 49 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә халыҡ-ара класлы спорт мастеры исемен бирәсәктәр. Тағы шуны әйтергә кәрәк, Марат Айрат улы Башҡортостандағы ошо уҡ ауырлыҡ үлсәмендәге спортсыларҙан беренсе булып халыҡ-ара класлы спортсы нормативтарын үтәгән. Ул күп тапҡыр Рәсәй чемпионаттарында көмөш миҙал яулаған. Бынан тыш, Ҡырмыҫҡалы егете – пауэрлифтинг буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа көмөш миҙал хужаһы. Ә рейтинг буйынса ул – туғыҙынсы урында. Мараттың ихтыяр көсөнә, тырышлығына таң ҡалырлыҡ!Ҡырмыҫҡалы районынан тағы Арсен Мкртчян тхэквондо буйынса “Рәсәй йәшлеге” Бөтә Рәсәй ярыштарында икенсе урын яуланы. Ошо уҡ спорт төрө буйынса Солтан Алаҡаев, Азамат Ғәҙелшин, Руслан Вәлиев Волга буйы федераль округында үткәрелгән ярштарҙа беренсе урынға лайыҡ булғайны... Руслан Хәйертдинов ниндәй генә вазифа биләһә лә, ваҡыты ни тиклем тар булһа ла, футболды бер ҙә ташламай, һаман да район командаһында уйнауын дауам итә. Тормошон ул физкультура менән спорттан тыш күҙ алдына килтерә алмай. Руслан Илдус улы бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, 2017 йылда уға “Башҡортостан Мәғариф министрлығының футбол буйынса иң яҡшы тренеры” исеме бирелгән. Тап бына ошондай үҙ эшен яратып башҡарғандар ҙур уңыштарға өлгәшә лә инде. Әйткәндәй, беҙҙә тренерҙарға – остаздарға – барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы булдырылған. Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренер 600-әр мең һум аҡса алды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр 1 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡаралған.Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр тағы ла яҡшырһын өсөн үҙенсәлекле конкурс та үткәрелә. Быларҙың барыһы ла спорт тармағының үҫешенә булышлыҡ итмәй ҡалмай, әлбиттә. Быйыл республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән Спорт министрлығының һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштары шулай бик тос.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-15/ya-y-r-r-olo-e-e-r-alda-le-3478988
15 Октябрь , 17:30
ba
Олимпия чемпиондары - Өфөлә!
Спорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе лә тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә һәм һөҙөмтәлә кешеләрҙең һаулығы ла нығына. Ә Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә. Республика ҡалаларында ғына түгел, ауыл ерендәге мәктәптәрҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә балаларҙы физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар ойошторола, өҫтәүенә, спорт объекттары үҙгәртеп ҡорола, яңылары барлыҡҡа килә. Башҡортостандан йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Тағы республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола: “Спорт ун көнлөгө”, “Өмөтөбөҙ боҙо”, “Рәсәй саңғы юлы”, “Рәсәй азимуты”, “Олимпия көнө” кеүек тематик сара үткәрелә. Бынан тыш, 2022 йылдан вуздар араһында Башҡортостан Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада уҙғарыла. Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр спортына ла ҙур иғтибар бүленә. Республикала барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, адаптив физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашҡан. Беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә Паралимпия һәм Сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды. Тағы шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа төрлө кимәлдәге спорт саралары даими үткәрелә. Бөгөн, 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә  –  баш ҡаланың Спорт һарайында конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй Ростелеком Рәсәйҙең Гран-приһы – Ҡурай иле” тип исемләнгән сара асылды, тағы юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй “Ҡурай иле” ярыштары бара. Спортсыларҙы, судьяларҙы, тренерҙарҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне һәм уңыштар теләне. Сарала шулай уҡ 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһының генераль директоры Александр Коган ҡатнашты. Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең спорт буйынса әйҙәүсе төбәктәренең  береһе. Фигуралы шыуыу  –  спорттың иң популяр һәм яратҡан төрҙәренең береһе. Уның менән республикала 1200-ҙән ашыу кеше кеше даими шөғөлләнә. Спортсыларҙы боҙҙа фигуралы шыуыуҙың титуллы вәкилдәре – Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Виктория Синицина, Никита Кацалапов, Марк Кондратюк, Анна Щербакова һәм башҡалар сәләмләне. Фигуристарҙың сығыштарын 14 октябргә тиклем ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлы шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеүҙәр ҡаралған. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Автор видеоһы.
Спорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе лә тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә һәм һөҙөмтәлә кешеләрҙең һаулығы ла нығына. Ә Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә. Республика ҡалаларында ғына түгел, ауыл ерендәге мәктәптәрҙә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу – Башҡортостан Хөкүмәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә балаларҙы физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар ойошторола, өҫтәүенә, спорт объекттары үҙгәртеп ҡорола, яңылары барлыҡҡа килә. Башҡортостандан йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Тағы республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола: “Спорт ун көнлөгө”, “Өмөтөбөҙ боҙо”, “Рәсәй саңғы юлы”, “Рәсәй азимуты”, “Олимпия көнө” кеүек тематик сара үткәрелә. Бынан тыш, 2022 йылдан вуздар араһында Башҡортостан Башлығы Кубогына йәйге һәм ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса универсиада уҙғарыла. Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр спортына ла ҙур иғтибар бүленә. Республикала барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, адаптив физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашҡан. Беҙҙә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә Паралимпия һәм Сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды. Тағы шуныһы һөйөнөслө: республикабыҙҙа төрлө кимәлдәге спорт саралары даими үткәрелә. Бөгөн, 11 октябрҙә – Башҡортостан Республикаһы көнөндә – баш ҡаланың Спорт һарайындаконькиҙа фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй Ростелеком Рәсәйҙең Гран-приһы – Ҡурай иле” тип исемләнгән сара асылды, тағы юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй “Ҡурай иле” ярыштары бара. Спортсыларҙы, судьяларҙы, тренерҙарҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне һәм уңыштар теләне. Сарала шулай уҡ 13 тапҡыр паралимпия чемпионы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, республиканың спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһының генераль директоры Александр Коган ҡатнашты. Бөгөн Башҡортостан – Рәсәйҙең спорт буйынса әйҙәүсе төбәктәренең береһе. Фигуралы шыуыу – спорттың иң популяр һәм яратҡан төрҙәренең береһе. Уның менән республикала 1200-ҙән ашыу кеше кеше даими шөғөлләнә. Спортсыларҙы боҙҙа фигуралы шыуыуҙың титуллы вәкилдәре – Олимпия уйындары чемпиондары Алина Заһитова, Виктория Синицина, Никита Кацалапов, Марк Кондратюк, Анна Щербакова һәм башҡалар сәләмләне. Фигуристарҙың сығыштарын 14 октябргә тиклем ҡарарға мөмкин. Ярыштарҙа спорт мастерлығына кандидаттар ҡатнаша. Программала яңғыҙ һәм парлы шыуыу, шулай уҡ боҙҙа бейеүҙәр ҡаралған.
Спорт һәм туризм
true
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-11/olimpiya-chempiondary-f-l-3475009
11 Октябрь , 23:10
ba
Аслан Бжания: "Миңә Башҡортостан бик яҡшы тәьҫир итә"
11 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания эш осрашыуы үткәрҙе. Көн тәртибендә - иҡтисадта һәм туризм тармағында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү буйынса пландар. – Бергәләп беҙҙең күршеләрсә мөнәсәбәттәр үҫешенә яңы этәргес бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ беҙҙә ҡунаҡта булғанда, шундай әһәмиәтле көндә беҙ Абхазияға яңы “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлеге. Туризм” программаһы буйынса беренсе пенсионерҙар төркөмөн ебәрҙек. Беҙҙе һеҙҙең шифахана-курорт һәм туристик мөмкинлектәрегеҙ ҡыҙыҡһындыра. Сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе ла яйға һалыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Аслан Бжания Башҡортостан халҡына Республика көнө менән ҡотлауҙар тапшырҙы һәм төбәктең Абхазия менән күптәнге һәм ныҡлы бәйләнештәрен билдәләне. – Мин Башҡортостанда икенсе тапҡыр. Өфө заманса, хәрәкәтсән, ҡала тормошо өсөн бик уңайлы тәьҫораттар ҡалдыра. Былар барыһы ла халыҡтың хеҙмәте арҡаһында, – тине Аслан Бжания. – Әлбиттә, бәйләнештәрҙе нығытыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Бәйләнештәребеҙ һөҙөмтәһендә асылған потенциалды күрәм. Беҙ үҙ-ара килешеп эш итеүҙең яңы йүнәлештәрен тикшерергә әҙербеҙ. Журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания артабанғы хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләне. Журналистар Аслан Георгиевичтан Абхазия менән Башҡортостан араһында иҡтисади, эшлекле, гуманитар хеҙмәттәшлек кимәлен нисек баһалайһығыҙ тип һоранылар – Тәү сиратта гүзәл республикағыҙҙың барлыҡ халҡын байрам менән ҡотлайым. Әлбиттә, иҡтисади үҙ-ара эш итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙең республика был йәһәттән бик үҫешкән, беҙҙең бер нисә уртаҡ урын бар. Бөгөн Радий Фәрит улы “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелек” программаһы буйынса тәүге 50 кешенең беҙгә Абхазияға ял итергә барыуы хаҡында һөйләне. Әлбиттә, беҙ башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерәсәкбеҙ, сөнки был Абхазия халҡы өсөн дә, һеҙҙең республика халҡы өсөн дә отошло һәм ҡыҙыҡлы. Ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар бар, тик беҙ уларҙан ҡурҡмайбыҙ. Радий Фәрит улы пландар тураһында һөйләне. – Бөгөн беҙ колоннада нигеҙенә тәүге таш һалдыҡ, ул Сухуми ярында торған колоннаданы ҡабатлай. Был ысын архитектура шедевры. Һәм уны үҙебеҙҙә төҙөргә уйлағас, мин Аслан Георгиевичҡа беҙгә проект-смета документтарын тапшырыуҙы һорап мөрәжәғәт иттем, сөнки был – ҡатмарлы объект. Әммә иң мөһиме – уның әһәмиәте. Был Абхазия менән Башҡортостандың дуҫлыҡ символы, ата-бабаларыбыҙға, беҙҙең алда эшләгән, бер-береһенә ярҙам иткән кешеләргә хөрмәт һәм рәхмәт белдереү билдәһе, – тине ул. – Башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлектә беҙ һәр саҡ иҡтисади мәнфәғәттәрҙән һәм кешеләрҙең ихтыяждарынан сығып эш итәбеҙ. Аслан Георгиевичҡа рәхмәт, Абхазиялағы коллегаларыбыҙ менән бик тиҙ эшләнек. Беренсе туристар төркөмө бөгөн сәфәргә сыҡты ла.  Абхазияның әүҙем үҫешеүен күрәбеҙ. Ул бик ҡатмарлы осор кисерҙе. Әле инфраструктура әүҙем үҫешә, шифахана-курорт өлкәһе яңыртыла башланы. Был беҙгә бик ҡыҙыҡлы. Хөкүмәт линияһы буйынса үҙ-ара аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Абхазияның ауыл хужалығы продукцияһы - халыҡ араһында ихтыяжлы, сифатлы һәм яратҡан. Аслан Бжаниянан Сухумда аэропорт асылғас, туристир артырмы тип һоранылар. – Беҙ быға иҫәп тотабыҙ. Аэропортты асыу ял индустрияһын үҫтереү йәһәтенән өҫтәмә импульс бирәсәк. Әлбиттә, беҙ тағы ла яҡыныраҡ буласаҡбыҙ. Һауа бәйләнеше һеҙҙең республикағыҙ менән дә юлға һалыныр, тип ышанам. Үҙ тәьҫораттарым менән уртаҡлашам. Был матур һүҙҙәр генә түгел – ысынлап та Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында лайыҡлы урын биләй. Республика иҡтисади планда көслө, уның ҡеүәте ҙур, ул йылдан-йыл асыла. Өфө – ул заманса, тиҙ үҫешкән ҡала. Барыһы ла эштең дөрөҫ ойошторолғаны өсөн шулай. Етәкселәр иң мөһимен билдәләй, һәм бөтә республика уның өҫтөндә эшләй. Бөтә өлкәләр ҙә – спорт, фән, мәҙәниәт, иҡтисад - яҡшы үҫешә. Миңә Башҡортостан бөтә яҡтан да бик яҡшы тәьҫир итә, – тине ул.
11 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания эш осрашыуы үткәрҙе. Көн тәртибендә - иҡтисадта һәм туризм тармағында хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү буйынса пландар.– Бергәләп беҙҙең күршеләрсә мөнәсәбәттәр үҫешенә яңы этәргес бирәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ беҙҙә ҡунаҡта булғанда, шундай әһәмиәтле көндә беҙ Абхазияға яңы “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлеге. Туризм” программаһы буйынса беренсе пенсионерҙар төркөмөн ебәрҙек. Беҙҙе һеҙҙең шифахана-курорт һәм туристик мөмкинлектәрегеҙ ҡыҙыҡһындыра. Сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе ла яйға һалыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Аслан Бжания Башҡортостан халҡына Республика көнө менән ҡотлауҙар тапшырҙы һәм төбәктең Абхазия менән күптәнге һәм ныҡлы бәйләнештәрен билдәләне.– Мин Башҡортостанда икенсе тапҡыр. Өфө заманса, хәрәкәтсән, ҡала тормошо өсөн бик уңайлы тәьҫораттар ҡалдыра. Былар барыһы ла халыҡтың хеҙмәте арҡаһында, – тине Аслан Бжания. – Әлбиттә, бәйләнештәрҙе нығытыу менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Бәйләнештәребеҙ һөҙөмтәһендә асылған потенциалды күрәм. Беҙ үҙ-ара килешеп эш итеүҙең яңы йүнәлештәрен тикшерергә әҙербеҙ. Журналистар менән аралашыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания артабанғы хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һөйләне. Журналистар Аслан Георгиевичтан Абхазия менән Башҡортостан араһында иҡтисади, эшлекле, гуманитар хеҙмәттәшлек кимәлен нисек баһалайһығыҙ тип һоранылар– Тәү сиратта гүзәл республикағыҙҙың барлыҡ халҡын байрам менән ҡотлайым. Әлбиттә, иҡтисади үҙ-ара эш итеү ҙур әһәмиәткә эйә. Һеҙҙең республика был йәһәттән бик үҫешкән, беҙҙең бер нисә уртаҡ урын бар. Бөгөн Радий Фәрит улы “Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелек” программаһы буйынса тәүге 50 кешенең беҙгә Абхазияға ял итергә барыуы хаҡында һөйләне. Әлбиттә, беҙ башҡа йүнәлештәрҙе лә үҫтерәсәкбеҙ, сөнки был Абхазия халҡы өсөн дә, һеҙҙең республика халҡы өсөн дә отошло һәм ҡыҙыҡлы. Ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар бар, тик беҙ уларҙан ҡурҡмайбыҙ. Радий Фәрит улы пландар тураһында һөйләне.– Бөгөн беҙ колоннада нигеҙенә тәүге таш һалдыҡ, ул Сухуми ярында торған колоннаданы ҡабатлай. Был ысын архитектура шедевры. Һәм уны үҙебеҙҙә төҙөргә уйлағас, мин Аслан Георгиевичҡа беҙгә проект-смета документтарын тапшырыуҙы һорап мөрәжәғәт иттем, сөнки был – ҡатмарлы объект. Әммә иң мөһиме – уның әһәмиәте. Был Абхазия менән Башҡортостандың дуҫлыҡ символы, ата-бабаларыбыҙға, беҙҙең алда эшләгән, бер-береһенә ярҙам иткән кешеләргә хөрмәт һәм рәхмәт белдереү билдәһе, – тине ул. – Башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлектә беҙ һәр саҡ иҡтисади мәнфәғәттәрҙән һәм кешеләрҙең ихтыяждарынан сығып эш итәбеҙ. Аслан Георгиевичҡа рәхмәт, Абхазиялағы коллегаларыбыҙ менән бик тиҙ эшләнек. Беренсе туристар төркөмө бөгөн сәфәргә сыҡты ла. Абхазияның әүҙем үҫешеүен күрәбеҙ. Ул бик ҡатмарлы осор кисерҙе. Әле инфраструктура әүҙем үҫешә, шифахана-курорт өлкәһе яңыртыла башланы. Был беҙгә бик ҡыҙыҡлы. Хөкүмәт линияһы буйынса үҙ-ара аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Абхазияның ауыл хужалығы продукцияһы - халыҡ араһында ихтыяжлы, сифатлы һәм яратҡан. Аслан Бжаниянан Сухумда аэропорт асылғас, туристир артырмы тип һоранылар.– Беҙ быға иҫәп тотабыҙ. Аэропортты асыу ял индустрияһын үҫтереү йәһәтенән өҫтәмә импульс бирәсәк. Әлбиттә, беҙ тағы ла яҡыныраҡ буласаҡбыҙ. Һауа бәйләнеше һеҙҙең республикағыҙ менән дә юлға һалыныр, тип ышанам. Үҙ тәьҫораттарым менән уртаҡлашам. Был матур һүҙҙәр генә түгел – ысынлап та Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында лайыҡлы урын биләй. Республика иҡтисади планда көслө, уның ҡеүәте ҙур, ул йылдан-йыл асыла. Өфө – ул заманса, тиҙ үҫешкән ҡала. Барыһы ла эштең дөрөҫ ойошторолғаны өсөн шулай. Етәкселәр иң мөһимен билдәләй, һәм бөтә республика уның өҫтөндә эшләй. Бөтә өлкәләр ҙә – спорт, фән, мәҙәниәт, иҡтисад - яҡшы үҫешә.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-11/aslan-bzhaniya-mi-bash-ortostan-bik-ya-shy-t-ir-it-3475027
11 Октябрь , 21:20
ba
Башҡортостан тураһында тағы ла күберәк кеше беләсәк
Бөгөн, 11 октябрҙә, Республика көнөнә арналған сараларға ярашлы, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылдың июнендә Телеүҙәк алдында асылды. Уның авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың дөйөм бейеклеге – 6 метр тирәһе. Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асыла. Ул скульптор Сосланбәк Тавасиевтың проекты буйынса булдырылған. Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән йөҙләнгән 10 метрлыҡ постаменттан һәм бейеклеге 9,6 метр булған статуянан тора. Ул Ленинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойолған. Бөгөн республикабыҙ үҙенең ҙур дәүләт байрамын билдәләй. Унда дәрәжәле ҡунаҡтарҙың килеүе беҙгә булған хөрмәт һәм ихтирам тураһында һөйләй. Абхазия Президенты Аслан Бжания ла осраҡлы килмәне, был ил менән эшлекле килешеүҙәр, туризм йүнәлешен үҫтереү ҡаралған. Әйткәндәй, тап ошо көндәрҙә Радий Хәбировтың республикабыҙға етәкселек итә башлауына биш йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр булды, уларҙың бер тармағы – туризм. Ошо турала беҙ республиканың туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡты ойоштороу союзы рәйесе Илдар Бикҡужин менән һөйләштек. Ул һуңғы йылдарҙа республикала туризм тармағының нисек үҫешеүе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты. – Минең туризм тармағындағы эш тәжрибәм ҙур һәм сағыштыра алам. Бынан биш йыл элек республика менән Радий Фәрит улы етәкселек итә башланы. Ошо осорҙа беҙҙең тармаҡта ҙур үҫеш булды. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, ә аныҡ күрһәткестәр. Башҡа төбәктәргә йыш барабыҙ, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Беҙҙе күреү менән, “О, Башҡортостан!” тип ҡарайҙар, көнләшәләр, – ти ул. Илдар Рәшит улы “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты тураһында ентекләберәк һөйләне. – 2020 йылда республика етәкселеге уны хупланы һәм шул осорҙан ҙур үҫеш башланды. Дөрөҫөн әйтәм, тәүҙә туроператорҙар уның уңышына бик ышанып етмәгәйне. Тик ул бик кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Тәүге йылда уҡ 20 мең самаһы пенсионер бушлай республикабыҙ буйлап сәйәхәт ҡылды. Артабан һандар артты ғына. Шуныһы – өлкән йәштәгеләр бушлай ял итеп ҡайтты ла, сәйәхәт итеүгә ҡыҙыҡһыныуы тыуҙы. Улар үҙ-ара берләшеп, артабан сәйәхәт итә башланы, был да тармаҡтың үҫешенә килтерҙе, - ти ул. Иғтибарға лайыҡ булған тағы бер проект – “Мәктәп туризмы” программаһы. Уның буйынса ла беҙҙең балалар сәйәхәт итергә ярата. Илдар Рәшит улы әйтеүенсә, Башҡортостан унда икенсе йыл рәттән ҡатанаша. Һандар, сифат буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендәбеҙ. – Был проекттар эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ташыусылар, ҡунаҡханалар асыҡ эшләй башланы, күләгәнән сыҡты. Туроператорҙар яңынан-яңы ҡыҙыҡ маршруттар тәҡдим итә башланы, улар ҙа сифат өсөн тырыша. Тәүҙә башлағанда биш кенә маршрут бар ине, хәҙер уларҙы һанап та бөтөрлөк түгел. Кешеләр үҙҙәре һайлай, ә беҙ тәҡдим итәбеҙ. Шуға сифат өсөн тырышалар, – тине ул. Быйыл пенсионерҙар ялы проекты Башҡортостан менән генә сикләнмәй, сит илдәргә лә сыҡты. Тәүҙә Башҡортостан – Беларусь йүнәлеше буйынса эш башланды. Операторҙар тәүҙә был проекттың да уңышына бик ышанып етмәй, әммә ул көтөлгәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ булып сыға. Һөҙөмтәлә апрелдән октябргә тиклем 1300-ҙән ашыу пенсионер Белоруссияла булып ҡайтты. – Ә ошо көндәрҙә 46 пенсионерыбыҙ Абхазияға ялға китте. Был - әлегә һынау варианты. Әгәр ул уңышлы үтһә, шулай уҡ таратыласаҡ һәм өлкән йәштәге кешеләр ул республиканы ла барып күрә аласаҡ. Шуны әйтәм: ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Тур тураһында иғлан итеү менән 10 минут эсендә төркөм йыйылды, әле лә сират торалар, барырға теләгәндәр бик күп. Минеңсә, был проект та беҙҙә бик уңышлы эшләр, – тине Илдар Бикҡужин. Илдар Рәшит улы әйтеүенсә, хәҙер беҙҙә туризм тармағы өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары программаһы эшләй башлаған. – Элек төрлө программаларҙа ҡатнаша инек, тик ярҙам булманы. Ә Башлыҡ гранты - эске туризмды үҫтереү өсөн бик шәп мөмкинлек. Ул туристик маршруттар булдырыу, глэмпингтар асыу, һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләр сәйәхәт итә алһын өсөн ҡорамалдар алыу һәм башҡа эштәр өсөн биреләсәк. Был тармаҡҡа тағы ла яңы һулыш өрә. Беҙҙең Башҡортостан тураһында тағы ла күберәк кеше беләсәк, – тине ул.
Бөгөн, 11 октябрҙә, Республика көнөнә арналған сараларға ярашлы, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа һәйкәл 2019 йылдың июнендә Телеүҙәк алдында асылды. Уның авторы – скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың дөйөм бейеклеге – 6 метр тирәһе. Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асыла. Ул скульптор Сосланбәк Тавасиевтың проекты буйынса булдырылған. Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң ҙур атлы һәйкәл гранит менән йөҙләнгән 10 метрлыҡ постаменттан һәм бейеклеге 9,6 метр булған статуянан тора. Ул Ленинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойолған. Бөгөн республикабыҙ үҙенең ҙур дәүләт байрамын билдәләй. Унда дәрәжәле ҡунаҡтарҙың килеүе беҙгә булған хөрмәт һәм ихтирам тураһында һөйләй. Абхазия Президенты Аслан Бжания ла осраҡлы килмәне, был ил менән эшлекле килешеүҙәр, туризм йүнәлешен үҫтереү ҡаралған. Әйткәндәй, тап ошо көндәрҙә Радий Хәбировтың республикабыҙға етәкселек итә башлауына биш йыл тула. Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ ыңғай үҙгәрештәр булды, уларҙың бер тармағы – туризм. Ошо турала беҙ республиканың туриндустрия һәм ҡунаҡсыллыҡты ойоштороу союзы рәйесе Илдар Бикҡужин менән һөйләштек. Ул һуңғы йылдарҙа республикала туризм тармағының нисек үҫешеүе тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.– Минең туризм тармағындағы эш тәжрибәм ҙур һәм сағыштыра алам. Бынан биш йыл элек республика менән Радий Фәрит улы етәкселек итә башланы. Ошо осорҙа беҙҙең тармаҡта ҙур үҫеш булды. Был ябай һүҙҙәр генә түгел, ә аныҡ күрһәткестәр. Башҡа төбәктәргә йыш барабыҙ, күргәҙмәләрҙә ҡатнашабыҙ. Беҙҙе күреү менән, “О, Башҡортостан!” тип ҡарайҙар, көнләшәләр, – ти ул. Илдар Рәшит улы “Башҡортостанда оҙон ғүмер. Туризм” проекты тураһында ентекләберәк һөйләне.– 2020 йылда республика етәкселеге уны хупланы һәм шул осорҙан ҙур үҫеш башланды. Дөрөҫөн әйтәм, тәүҙә туроператорҙар уның уңышына бик ышанып етмәгәйне. Тик ул бик кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булып сыҡты. Тәүге йылда уҡ 20 мең самаһы пенсионер бушлай республикабыҙ буйлап сәйәхәт ҡылды. Артабан һандар артты ғына. Шуныһы – өлкән йәштәгеләр бушлай ял итеп ҡайтты ла, сәйәхәт итеүгә ҡыҙыҡһыныуы тыуҙы. Улар үҙ-ара берләшеп, артабан сәйәхәт итә башланы, был да тармаҡтың үҫешенә килтерҙе, - ти ул. Иғтибарға лайыҡ булған тағы бер проект – “Мәктәп туризмы” программаһы. Уның буйынса ла беҙҙең балалар сәйәхәт итергә ярата. Илдар Рәшит улы әйтеүенсә, Башҡортостан унда икенсе йыл рәттән ҡатанаша. Һандар, сифат буйынса илдә алдынғы төбәктәр исемлегендәбеҙ.– Был проекттар эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, ташыусылар, ҡунаҡханалар асыҡ эшләй башланы, күләгәнән сыҡты. Туроператорҙар яңынан-яңы ҡыҙыҡ маршруттар тәҡдим итә башланы, улар ҙа сифат өсөн тырыша. Тәүҙә башлағанда биш кенә маршрут бар ине, хәҙер уларҙы һанап та бөтөрлөк түгел. Кешеләр үҙҙәре һайлай, ә беҙ тәҡдим итәбеҙ. Шуға сифат өсөн тырышалар, – тине ул. Быйыл пенсионерҙар ялы проекты Башҡортостан менән генә сикләнмәй, сит илдәргә лә сыҡты. Тәүҙә Башҡортостан – Беларусь йүнәлеше буйынса эш башланды. Операторҙар тәүҙә был проекттың да уңышына бик ышанып етмәй, әммә ул көтөлгәнгә ҡарағанда ла яҡшыраҡ булып сыға. Һөҙөмтәлә апрелдән октябргә тиклем 1300-ҙән ашыу пенсионер Белоруссияла булып ҡайтты.– Ә ошо көндәрҙә 46 пенсионерыбыҙ Абхазияға ялға китте. Был - әлегә һынау варианты. Әгәр ул уңышлы үтһә, шулай уҡ таратыласаҡ һәм өлкән йәштәге кешеләр ул республиканы ла барып күрә аласаҡ. Шуны әйтәм: ҡыҙыҡһыныу бик ҙур. Тур тураһында иғлан итеү менән 10 минут эсендә төркөм йыйылды, әле лә сират торалар, барырға теләгәндәр бик күп. Минеңсә, был проект та беҙҙә бик уңышлы эшләр, – тине Илдар Бикҡужин. Илдар Рәшит улы әйтеүенсә, хәҙер беҙҙә туризм тармағы өсөн Башҡортостан Башлығы гранттары программаһы эшләй башлаған.– Элек төрлө программаларҙа ҡатнаша инек, тик ярҙам булманы. Ә Башлыҡ гранты - эске туризмды үҫтереү өсөн бик шәп мөмкинлек. Ул туристик маршруттар булдырыу, глэмпингтар асыу, һаулыҡ йәһәтенән мөмкинлеге сикләнгән кешеләр сәйәхәт итә алһын өсөн ҡорамалдар алыу һәм башҡа эштәр өсөн биреләсәк. Был тармаҡҡа тағы ла яңы һулыш өрә.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-11/bash-ortostan-tura-ynda-ta-y-la-k-ber-k-keshe-bel-s-k-3474729
11 Октябрь , 16:15
ba
Туристар өсөн шарттар яҡшыра
2023-2024 йылдарҙа туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн Башҡортостан федераль грант ярҙамының рекордлы күләмен – 1,5 миллиард һум самаһын йәлеп итә. Был күрһәткес буйынса республика - Рәсәй төбәктәре араһында лидер. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ошо хаҡта һөйләне. 2023 йылдың һигеҙ айында Башҡортостанға туристар ағымы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 31,2 процентҡа артҡан һәм 1,7 миллион сәфәр тәшкил иткән. Был Волга буйы федераль округында – икенсе, илдә 12-се урын. Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, туристарҙы йәлеп иткән республиканың уникаль тәбиғәт үҙенсәлектәре менән бер рәттән министрлыҡ тейешле инфраструктура булдырыу өҫтөндә лә эш алып бара. Федераль гранттар өс йүнәлеш буйынса бүленә. Мәҫәлән, модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға 930,6 миллион һум бүлгәндәр. Ошо суммаға 25 муниципаль берәмектә 58 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Киләһе йүнәлеш – “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә туристик инфраструктура булдырыуға һәм уны үҫтереүгә конкурстар еңеүселәренә ярҙам итеү. – 2023 йылдың июненән авгусына тиклем өс конкурс үткәрҙек һәм бизнес яғынан берлектә финанслау шарттарында 92 инвестиция проектын хупланыҡ, – тип хәбәр итте Рөстәм Афзалов. – Дөйөм күләме 335,6 миллион һумлыҡ федераль субсидия еңеүселәргә йүнәлтелгән дә инде. Һүҙ 25 кемпинг булдырыу, 23 пляжды төҙөкләндереү, 24 туристик локациялар өсөн ҡорамалдар һатып алыу, электрон белешмәләр булдырыу, яңы туристик маршруттар әҙерләү, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында бара. –- Ошо ике дәүләт ярҙамы төрө буйынса республиканың 36 муниципалитетында йәмғеһе 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, уларҙың 2,29 миллиард һумы – инвесторҙар аҡсаһы, – тине министр. – Еңеүсе проекттарҙың күбеһе Өфө биләмәһендә, шулай уҡ Нуриман, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Ишембай, Әбйәлил, Ғафури, Ҡариҙел райондарында. Өсөнсө йүнәлеш – Өфөнөң туристик үҙәген төҙөкләндереү. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 208,8 миллион һум йүнәлтелгән. Радий Хәбиров республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына федераль гранттар йәлеп итеү өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Төбәк етәксеһе “Янғантау” геопаркында “Салауат ере” тарихи-мемориаль комплексына юлды төҙөкләндереү, шулай уҡ Торатау тирәләй ҡулса һуҡмағын төҙөү һәм “Шихан итәгендә” этнокомплексын төҙөкләндереү мәсьәләләрен контролдә тоторға ҡушты.
2023-2024 йылдарҙа туристик инфраструктураны үҫтереү өсөн Башҡортостан федераль грант ярҙамының рекордлы күләмен – 1,5 миллиард һум самаһын йәлеп итә. Был күрһәткес буйынса республика - Рәсәй төбәктәре араһында лидер. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ошо хаҡта һөйләне. 2023 йылдың һигеҙ айында Башҡортостанға туристар ағымы уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 31,2 процентҡа артҡан һәм 1,7 миллион сәфәр тәшкил иткән. Был Волга буйы федераль округында – икенсе, илдә 12-се урын. Рөстәм Афзалов әйтеүенсә, туристарҙы йәлеп иткән республиканың уникаль тәбиғәт үҙенсәлектәре менән бер рәттән министрлыҡ тейешле инфраструктура булдырыу өҫтөндә лә эш алып бара. Федераль гранттар өс йүнәлеш буйынса бүленә. Мәҫәлән, модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараларын булдырыуға 930,6 миллион һум бүлгәндәр. Ошо суммаға 25 муниципаль берәмектә 58 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана. Киләһе йүнәлеш – “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә туристик инфраструктура булдырыуға һәм уны үҫтереүгә конкурстар еңеүселәренә ярҙам итеү.– 2023 йылдың июненән авгусына тиклем өс конкурс үткәрҙек һәм бизнес яғынан берлектә финанслау шарттарында 92 инвестиция проектын хупланыҡ, – тип хәбәр итте Рөстәм Афзалов. – Дөйөм күләме 335,6 миллион һумлыҡ федераль субсидия еңеүселәргә йүнәлтелгән дә инде.Һүҙ 25 кемпинг булдырыу, 23 пляжды төҙөкләндереү, 24 туристик локациялар өсөн ҡорамалдар һатып алыу, электрон белешмәләр булдырыу, яңы туристик маршруттар әҙерләү, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында бара.–- Ошо ике дәүләт ярҙамы төрө буйынса республиканың 36 муниципалитетында йәмғеһе 150 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, уларҙың 2,29 миллиард һумы – инвесторҙар аҡсаһы, – тине министр. – Еңеүсе проекттарҙың күбеһе Өфө биләмәһендә, шулай уҡ Нуриман, Белорет, Бөрйән, Баймаҡ, Ишембай, Әбйәлил, Ғафури, Ҡариҙел райондарында. Өсөнсө йүнәлеш – Өфөнөң туристик үҙәген төҙөкләндереү. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 208,8 миллион һум йүнәлтелгән. Радий Хәбиров республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына федераль гранттар йәлеп итеү өлкәһендә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-10/turistar-s-n-sharttar-ya-shyra-3473023
10 Октябрь , 11:30
ba
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен
Руслан ХӘЙЕРТДИНОВ, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе: – Ҡырмыҫҡалы райо­нында 177 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ике саңғы трассаһы, 17 хоккей ҡабы һәм башҡалар бар. Уларҙың байтағы һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килде һәм яңыртылды. Йыл һайын районда балалар, йәштәр һәм оло йәштәгеләр өсөн 200-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, ниндәй генә осор булмаһын, һәр заман өсөн көнүҙәк һәм мөһим төшөнсәләр бар. Уларҙың береһе – халыҡ һаулығы. Был йәһәттән физкультураның һәм спорттың йоғонтоһо бик ҙур: улар һәммәһен дә сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра, кешене сыныҡтыра һәм хеҙмәткә дәртләндерә. Өҫтәүенә спорт айырым төбәктең данын да барлыҡ ҡитғаларға тарата. Төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулаған спортсылар бына ошондай ҙур ҡеүәткә эйә.   Шарттар бар, ынтылыш ҡына булһын   Спорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә, һөҙөмтәлә кешеләрҙең һаулығы ла нығына. Ә Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә. Республика ҡалаларында ғына түгел, ауыл ерендәге мәктәптәрҙә лә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу – Башҡортостан етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеш­тәренең береһе. Һуңғы йыл­дарҙа мәктәп­тәрҙә балаларҙы физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар ойошторола, спорт объекттары үҙгәртеп ҡорола, яңылары бар­лыҡҡа килә. Быйыл да белем усаҡта­рында киләсәк быуын вәкилдәре физкультура һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн матди-техник база яңыртыла. Был маҡсатта федераль бюджеттан 25 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. 43 мәктәптә спорт залдары кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар менән йыһазланды­рыла. “Башҡортостан Рес­пуб­ликаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарар проектын тормошҡа ашырыу дәрестәрҙән тыш ваҡытта балаларҙың белем биреү ойошмаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгән уҡыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Халҡын хәстәрләгән илдең киләсәге бар   Башҡортостанда йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡо­ролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола. Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр спортына ла ҙур иғтибар бүленә. Республикала барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, адаптив физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашҡан. Беҙҙә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сик­ләнгәндәр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә Паралимпия һәм Сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды. Йылдан-йыл төрлө спорт ҡоролма­ларының сынъяһау итеп үҙгәртелеүе йәки төҙөлөүе, парктарҙың физкультура менән иркенләп шөғөлләнеү өсөн уңайлы итеп ҡоролоуы һәм башҡа ошо юҫыҡтағы ғәмәлдәр сәләмәт тормош алып барыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа ғына Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге, Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәктәре, ябыҡ футбол манежы асылды. Өфөләге Инорс биҫтә­һендә Ишкәкле слалом үҙәге һәм канал төҙөлөшө дауам итә. Ҡоролмалар Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә хасил буласаҡ. Объекттың тәүге сиратын төҙөүҙе 2023 йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Комплекста старт һәм финиш өсөн бассейндар, 250 метр оҙонлоғондағы, 1,75 метр тәрәнлегендәге ярыштар һәм күнекмәләр каналы барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк үҙе тотош Рәсәйҙән спортсыларҙы ҡабул итерлек заманса стандарттар буйынса йыһаз­лан­дырыласаҡ. Һөҙөмтәлә төрлө кимәл­дәге ярыштар үткәреләсәк. Бынан тыш, Өфөләге Көрәш  һарайы ла баш ҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе буласаҡ. Фехтование үҙәгенең асылыуын да спорт һөйөүселәр түҙемһеҙләнеп көтә.   Ҙур спортҡа юл бәләкәй залдарҙан башлана   Республикала спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына ярҙам саралары күрһәтелә. Йыл һайын спорт­сыларыбыҙ Башҡортостандың юғары спорт абруйын раҫлай. Былтыр ғына 19 спортсыға “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” тигән исем бирелде, 128 спортсы – “Рәсәйҙең спорт мастеры”, ике спортсы “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” исеменә лайыҡ булды. Арҙаҡлы спортсылар – үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн асыҡ миҫал. Төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Мәҫәлән, былтыр юғары спорт һөҙөмтәһен күрһәткән 18 йәшкә тиклемге 222 спортсыға спорт стипендияһы бирелгәйне. Быйыл 231 спортсыға стипендия тәғәйенләнгән, түләүҙәр өсөн 34,4 миллион һум бүленгән. Республика спортсыларының Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия хәрәкәттәрендә ҡатнашыу тарихында тренерҙарыбыҙ 80-гә яҡын чемпионды һәм призлы урын яулаған спортсы әҙерләгән. Тренерҙар составын һаҡлап ҡалыу мөһим, сөнки тап уларҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә генә спортсылар уңышҡа өлгәшә ала. Тап шуның өсөн беҙҙә остаздарға барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы формалаштырыла. Был йәһәттән Башҡортостан – Рә­сәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренерға 600-әр мең һум аҡса тапшырылды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр бер миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡаралған. Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиә­ләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр булһын өсөн үҙенсәлекле конкурс та булдырылды. Унда ҡатнашыу һәм премияға лайыҡ булыу өсөн ғаризаны спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, спорт журналистары, шулай уҡ спорт мәктәптә­ре һәм федерациялар тапшыра ала. Биш номинация билдәләнгән. Һәр береһендә – берәр, тағы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәп­тәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған.   Бер быуатлыҡ тарихы   Әйткәндәй, быйыл Башҡортостандың Спорт министрлығына – 100 йыл. Ведомствоның бер быуатлыҡ тарихы 1923 йылдың 17 июлендә башлана. Тап ошо көндә Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы тарафынан Физик культура һәм спорт юғары советы барлыҡҡа килә. Ойошманың беренсе етәксеһе Бәләбәйҙә тыуып үҫкән, өс һуғышта ҡатнашҡан 24 йәшлек Али Тереғолов була. Бер быуат эсендә Башҡортостанда бихисап спортсы әҙерләнгән. Уларҙың күбеһенең исем-шәрифе донъя спорт йылъяҙмаһына индерелгән. Төрлө спорт төрҙәре буйынса меңдәрсә миҙал яуланған, байтаҡ призлы урын алынған. Бөгөн дә физик культура һәм спорт – илдең киләсәген билдәләгән майҙансыҡ­тарҙың береһе. Ә Башҡортостан иһә спорт яратҡан төбәк. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең сәләмәт тормошҡа ынтылышы ҙур, тимәк, төбәктең киләсәге лә бар. Һөҙөмтәлә быуын сылбырҙары өҙөлмәҫ, тигән ышаныс ҙур. Айһылыу НИЗАМОВА
Руслан ХӘЙЕРТДИНОВ, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе: – Ҡырмыҫҡалы районында 177 спорт ҡоролмаһы, шул иҫәптән ике физкультура-һауыҡтырыу комплексы, ике саңғы трассаһы, 17 хоккей ҡабы һәм башҡалар бар. Уларҙың байтағы һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килде һәм яңыртылды. Йыл һайын районда балалар, йәштәр һәм оло йәштәгеләр өсөн 200-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә. Заман башҡа – заң башҡа, тиһәләр ҙә, ниндәй генә осор булмаһын, һәр заман өсөн көнүҙәк һәм мөһим төшөнсәләр бар. Уларҙың береһе – халыҡ һаулығы. Был йәһәттән физкультураның һәм спорттың йоғонтоһо бик ҙур: улар һәммәһен дә сәләмәт тормошҡа ылыҡтыра, кешене сыныҡтыра һәм хеҙмәткә дәртләндерә. Өҫтәүенә спорт айырым төбәктең данын да барлыҡ ҡитғаларға тарата. Төрлө халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яулаған спортсылар бына ошондай ҙур ҡеүәткә эйә. Шарттар бар, ынтылыш ҡына булһынСпорт йәшәү нормаһына әйләнергә тейеш. “Демография” милли проекты федераль проекттарының береһе тиккә генә “Спорт – йәшәү нормаһы” тип аталмай. Мөмкин тиклем күберәк кеше спорт менән шөғөлләнә икән, тимәк, халыҡта сәләмәт тормошҡа ынтылыш та көсәйә, һөҙөмтәлә кешеләрҙең һаулығы ла нығына. Ә Башҡортостанда был ике тармаҡҡа етди иғтибар бүленә. Республика ҡалаларында ғына түгел, ауыл ерендәге мәктәптәрҙә лә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу – Башҡортостан етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙә балаларҙы физкультура менән спортҡа ылыҡтырыу өсөн төрлө саралар ойошторола, спорт объекттары үҙгәртеп ҡорола, яңылары барлыҡҡа килә. Быйыл да белем усаҡтарында киләсәк быуын вәкилдәре физкультура һәм спорт менән шөғөлләнһен өсөн матди-техник база яңыртыла. Был маҡсатта федераль бюджеттан 25 миллион һум тирәһе аҡса бүленгән. 43 мәктәптә спорт залдары кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар менән йыһазландырыла. “Башҡортостан Республикаһында мәғариф үҫеше” дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы ҡарар проектын тормошҡа ашырыу дәрестәрҙән тыш ваҡытта балаларҙың белем биреү ойошмаларында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгән уҡыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итә. Халҡын хәстәрләгән илдең киләсәге барБашҡортостанда йәшәгән ике миллиондан ашыу кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә. Республикала барлығы 13 меңдән ашыу спорт ҡоролмаһы бар һәм төбәктә спорттың 120 төрө үҫешә. Республикабыҙҙа йыл һайын 15 меңдән ашыу спорт һәм физик культура сараһы ойошторола. Шуныһы һөйөнөслө: беҙҙә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр спортына ла ҙур иғтибар бүленә. Республикала барлығы 248 меңдән ашыу инвалид йәшәй. 2022 йыл һөҙөмтәләренә ҡарағанда, адаптив физкультура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүселәр өлөшө 27 проценттан ашҡан. Беҙҙә һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн 561 спорт ойошмаһы эшләй. 78 спорт мәктәбендә Паралимпия һәм Сурдлимпия спортының дүрт төрө һәм 30 дисциплина буйынса 42 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу бала шөғөлләнә. Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда Адаптив спорт үҙәге булдырылды һәм уға бассейнлы “Нефтсе” спорт комплексы тапшырылды. Үҙәктең зона бүлексәләре тотош республика буйынса асылды. Йылдан-йыл төрлө спорт ҡоролмаларының сынъяһау итеп үҙгәртелеүе йәки төҙөлөүе, парктарҙың физкультура менән иркенләп шөғөлләнеү өсөн уңайлы итеп ҡоролоуы һәм башҡа ошо юҫыҡтағы ғәмәлдәр сәләмәт тормош алып барыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итмәйенсә ҡалмай. Һуңғы йылдарҙа ғына Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге, Светлана Хоркина исемендәге гимнастика үҙәктәре, ябыҡ футбол манежы асылды. Өфөләге Инорс биҫтәһендә Ишкәкле слалом үҙәге һәм канал төҙөлөшө дауам итә. Ҡоролмалар Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә хасил буласаҡ. Объекттың тәүге сиратын төҙөүҙе 2023 йыл аҙағына тамамламаҡсылар. Комплекста старт һәм финиш өсөн бассейндар, 250 метр оҙонлоғондағы, 1,75 метр тәрәнлегендәге ярыштар һәм күнекмәләр каналы барлыҡҡа киләсәк. Үҙәк үҙе тотош Рәсәйҙән спортсыларҙы ҡабул итерлек заманса стандарттар буйынса йыһазландырыласаҡ. Һөҙөмтәлә төрлө кимәлдәге ярыштар үткәреләсәк. Бынан тыш, Өфөләге Көрәш һарайы ла баш ҡаланың 450 йыллығына арналған юбилей объекттарының береһе буласаҡ. Фехтование үҙәгенең асылыуын да спорт һөйөүселәр түҙемһеҙләнеп көтә. Ҙур спортҡа юл бәләкәй залдарҙан башланаРеспубликала спорт өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына ярҙам саралары күрһәтелә. Йыл һайын спортсыларыбыҙ Башҡортостандың юғары спорт абруйын раҫлай. Былтыр ғына 19 спортсыға “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” тигән исем бирелде, 128 спортсы – “Рәсәйҙең спорт мастеры”, ике спортсы “Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры” исеменә лайыҡ булды. Арҙаҡлы спортсылар – үҫеп килгән быуын вәкилдәре өсөн асыҡ миҫал. Төрлө дәртләндереү саралары ла ҡаралған. Мәҫәлән, былтыр юғары спорт һөҙөмтәһен күрһәткән 18 йәшкә тиклемге 222 спортсыға спорт стипендияһы бирелгәйне. Быйыл 231 спортсыға стипендия тәғәйенләнгән, түләүҙәр өсөн 34,4 миллион һум бүленгән. Республика спортсыларының Олимпия, Паралимпия һәм Сурдлимпия хәрәкәттәрендә ҡатнашыу тарихында тренерҙарыбыҙ 80-гә яҡын чемпионды һәм призлы урын яулаған спортсы әҙерләгән. Тренерҙар составын һаҡлап ҡалыу мөһим, сөнки тап уларҙың фиҙакәр хеҙмәте һөҙөмтәһендә генә спортсылар уңышҡа өлгәшә ала. Тап шуның өсөн беҙҙә остаздарға барлыҡ кимәлдә ярҙам итеүҙең комплекслы системаһы формалаштырыла. Был йәһәттән Башҡортостан – Рәсәйҙең 2020 йылдан “Ауыл тренеры” проекты тормошҡа ашырылған беренсе төбәге. Ул республика райондарына белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был проект нигеҙендә 104 тренерға 600-әр мең һум аҡса тапшырылды. Хәҙер был тәжрибә Рәсәйҙең 24 төбәгендә ҡулланыла. 2023 йылдан түләүҙәр бер миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, спортсыларға һәм уларҙың тренерҙарына өлгәшелгән һөҙөмтәләре өсөн матди дәртләндереү ҡаралған.Ҡыҙҙар һәм егеттәр спорт менән кинәнеп шөғөлләнһен, маҡсаттарын бойомға ашырһын, тренерҙар тәрбиәләнеүселәрен процесҡа йәлеп итһен һәм һөҙөмтәләр булһын өсөн үҙенсәлекле конкурс та булдырылды. Унда ҡатнашыу һәм премияға лайыҡ булыу өсөн ғаризаны спортсылар, тренерҙар, спорт ветерандары, спорт журналистары, шулай уҡ спорт мәктәптәре һәм федерациялар тапшыра ала. Биш номинация билдәләнгән. Һәр береһендә – берәр, тағы муниципаль райондар һәм ҡала округтары, физкультура-спорт ойошмалары (спорт мәктәптәре, спорт федерациялары) өсөн ике номинация булдырылған. Бер быуатлыҡ тарихыӘйткәндәй, быйыл Башҡортостандың Спорт министрлығына – 100 йыл. Ведомствоның бер быуатлыҡ тарихы 1923 йылдың 17 июлендә башлана. Тап ошо көндә Башҡортостандың Үҙәк башҡарма комитеты Президиумы тарафынан Физик культура һәм спорт юғары советы барлыҡҡа килә. Ойошманың беренсе етәксеһе Бәләбәйҙә тыуып үҫкән, өс һуғышта ҡатнашҡан 24 йәшлек Али Тереғолов була. Бер быуат эсендә Башҡортостанда бихисап спортсы әҙерләнгән. Уларҙың күбеһенең исем-шәрифе донъя спорт йылъяҙмаһына индерелгән. Төрлө спорт төрҙәре буйынса меңдәрсә миҙал яуланған, байтаҡ призлы урын алынған. Бөгөн дә физик культура һәм спорт – илдең киләсәген билдәләгән майҙансыҡтарҙың береһе. Ә Башҡортостан иһә спорт яратҡан төбәк. Республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең сәләмәт тормошҡа ынтылышы ҙур, тимәк, төбәктең киләсәге лә бар. Һөҙөмтәлә быуын сылбырҙары өҙөлмәҫ, тигән ышаныс ҙур.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-10/byuyndar-sylbyry-lm-en-3474392
10 Октябрь , 11:29
ba
Меңдәрсә кеше килде
Бөгөн Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркы бөтөнләй икенсе төҫ алды. Бында  Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө үткәрелде. Был сара октябрҙең беренсе ял көндәрендә тотош донъя буйлап Халыҡ-ара “Спорт барыһы өсөн” эгидаһы аҫтында уҙғарыла. Рәсәйҙә был форум 2015 йылдан илдең Олимпия комитеты тарафынан тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, ике йыл элек был сара баш ҡаланың Ағиҙел буйында үткәрелгәйне. Был спорт сараһының төп маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыларҙы физик йәһәттән әүҙем булырға, спорт менән шөғөлләнергә өндәү, физик әүҙемлектең өҫтөнлөктәре тураһында хәбәрҙар булыуҙы арттырыу, әүҙем тормош алып барыуҙың төрлө төрҙәре хаҡында бәйән итеү. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Спорт байрамы флешмоб – чемпион менән зарядка, сәләмәт тормошто яратыусыларҙың 2 мең 23 метр арауыҡты үтеүе, ижади, спорт-һауыҡтырыу программаһы, физик культура һәм спорт тармағындағы атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү кеүек сараларҙы үҙ эсенә алды. Матур йола буйынса сараға өфөләр менән бергә билдәле спортсылар, Олимпия уйындары чемпиондары ҡушылды. Быйыл иһә мәртәбәле ҡунаҡ - фехтование буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков ҡатнашты. - Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең барыһын да Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө менән ҡотлайым. Өфөләр ошондай спорт байрамына лайыҡ тип уйлайым. Был байрамдың төп идеяһын – спорт, сәләмәт тормош һөҙөмтәһендә берләшеүҙе– 10 меңләгән кеше бер юлы тормошҡа ашырҙы, - тип белдерҙе Станислав Поздняков. Көндөң бер аҙ болоҡһоп тороуы, көҙгө һалҡын спорт һөйөүселәрҙең күңелен һис тә төшөрә алманы, киреһенсә, спорт, берҙәмлек һөҙөмтәһендә улар көс-дәрт туплап таралды.Меңдәрсә кеше килде
Бөгөн Өфөләге “Ҡашҡаҙан” паркы бөтөнләй икенсе төҫ алды. Бында Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө үткәрелде. Был сара октябрҙең беренсе ял көндәрендә тотош донъя буйлап Халыҡ-ара “Спорт барыһы өсөн” эгидаһы аҫтында уҙғарыла. Рәсәйҙә был форум 2015 йылдан илдең Олимпия комитеты тарафынан тормошҡа ашырыла. Әйткәндәй, ике йыл элек был сара баш ҡаланың Ағиҙел буйында үткәрелгәйне. Был спорт сараһының төп маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк ҡатнашыусыларҙы физик йәһәттән әүҙем булырға, спорт менән шөғөлләнергә өндәү, физик әүҙемлектең өҫтөнлөктәре тураһында хәбәрҙар булыуҙы арттырыу, әүҙем тормош алып барыуҙың төрлө төрҙәре хаҡында бәйән итеү. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Спорт байрамы флешмоб – чемпион менән зарядка, сәләмәт тормошто яратыусыларҙың 2 мең 23 метр арауыҡты үтеүе, ижади, спорт-һауыҡтырыу программаһы, физик культура һәм спорт тармағындағы атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләү кеүек сараларҙы үҙ эсенә алды. Матур йола буйынса сараға өфөләр менән бергә билдәле спортсылар, Олимпия уйындары чемпиондары ҡушылды. Быйыл иһә мәртәбәле ҡунаҡ - фехтование буйынса дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең Олимпия комитеты президенты Станислав Поздняков ҡатнашты.- Башҡортостанда, шулай уҡ Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең барыһын да Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө менән ҡотлайым. Өфөләр ошондай спорт байрамына лайыҡ тип уйлайым. Был байрамдың төп идеяһын – спорт, сәләмәт тормош һөҙөмтәһендә берләшеүҙе– 10 меңләгән кеше бер юлы тормошҡа ашырҙы, - тип белдерҙе Станислав Поздняков. Көндөң бер аҙ болоҡһоп тороуы, көҙгө һалҡын спорт һөйөүселәрҙең күңелен һис тә төшөрә алманы, киреһенсә, спорт, берҙәмлек һөҙөмтәһендә улар көс-дәрт туплап таралды.
Спорт һәм туризм
false
https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-10-07/me-d-rs-keshe-kilde-3470219
7 Октябрь , 20:00
ba
Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән
Бөрйән районына суҡтурғайҙар (мышар турғайы тип тә йөрөтәләр) тубы “ҡунаҡҡа” төшкән. “Башҡортостан” милли паркы”ның “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡоштар тубының йылы яҡтарға осоу барышында ял итеү өсөн Ырғыҙлы ауылына туҡталыуы тураһында хәбәр ителә. Был ҡәҙәре суҡтурғайҙарҙы күҙәтеү ҡыҙыҡ күренеш. “Ботаҡтарҙа ҡабарынып ултыралар, йырҙарын һуҙалар. Суҡтурғайҙар миләште ныҡ ярата. Бына был юлы ла ҡоштар өйөрө ағасты ҡаплап алып, күңелле табын ойошторҙо. Улар ашыға-ашыға, әйтерһең дә, кем күберәк ашай ала, тигән һымаҡ ярыша-ярыша ҡомһоҙланып, ал емештәрҙе сүпләне лә сүпләне...”    Суҡтурғайҙар Бөрйәндә ял иткән
Бөрйән районына суҡтурғайҙар (мышар турғайы тип тә йөрөтәләр) тубы “ҡунаҡҡа” төшкән. “Башҡортостан” милли паркы”ның “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ҡоштар тубының йылы яҡтарға осоу барышында ял итеү өсөн Ырғыҙлы ауылына туҡталыуы тураһында хәбәр ителә. Был ҡәҙәре суҡтурғайҙарҙы күҙәтеү ҡыҙыҡ күренеш.“Ботаҡтарҙа ҡабарынып ултыралар, йырҙарын һуҙалар. Суҡтурғайҙар миләште ныҡ ярата. Бына был юлы ла ҡоштар өйөрө ағасты ҡаплап алып, күңелле табын ойошторҙо. Улар ашыға-ашыға, әйтерһең дә, кем күберәк ашай ала, тигән һымаҡ ярыша-ярыша ҡомһоҙланып, ал емештәрҙе сүпләне лә сүпләне...”
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-28/su-tur-ay-ar-b-ry-nd-yal-itk-n-3496673
28 Октябрь , 08:00
ba
Айыу балаһы кеше менән дуҫлашҡан
Быйыл августың аҙағында Йылайыр районында йөк автомобиле аҫтында ҡалып, айыу балаһы яралана. Уны быға тиклем айыуҙар менән эшләү тәжрибәһе булған Алексей Гавриловка дауаларға биргәндәр. Ай ярым ваҡытта айыу балаһы үҙен ҡараусы Алексей Гавриловҡа өйрәнеп, уның менән дуҫлашып та өлгөргән. – Айыу балаһы күҙ алдында үҫте. Тәбиғәттә улар был тиклем ауырлыҡ йыймай, тип уйлайым. Ул бик аҡыллы, тауыштан кәйефте аңлап тора. Мәҫәлән, уны таҙартҡанда уҫал һөйләшкәнде лә белә. Шаярып та ала. Беҙгә улай уҡ өйрәнеп китер тип уйламағайныҡ. Ғөмүмән, беҙ үҙебеҙгә уны ылыҡтырырға теләмәнек. Шулай килеп сыҡты инде. Бәлки, ул, яҡшылыҡты аңлап, беҙҙе яҡын күргәндер. Бик дуҫтарса мөнәсәбәтле айыу, шуға ла артабан уның яҙмышы нисек булыр, белмәйем,  – тип борсола Алексей. Уны урманға сығарыу хәүефле, шуға ла ҙурыраҡ зоопаркка йәки циркка биреү яҡшы булыр, тигән фекерен дә әйткән ошо хаҡта тапшырыу төшөргән Башҡорт юлдаш телеканалы хеҙмәкәрҙәренә. Айыу балаһы кеше менән дуҫлашҡан
Быйыл августың аҙағында Йылайыр районында йөк автомобиле аҫтында ҡалып, айыу балаһы яралана. Уны быға тиклем айыуҙар менән эшләү тәжрибәһе булған Алексей Гавриловка дауаларға биргәндәр. Ай ярым ваҡытта айыу балаһы үҙен ҡараусы Алексей Гавриловҡа өйрәнеп, уның менән дуҫлашып та өлгөргән.– Айыу балаһы күҙ алдында үҫте. Тәбиғәттә улар был тиклем ауырлыҡ йыймай, тип уйлайым. Ул бик аҡыллы, тауыштан кәйефте аңлап тора. Мәҫәлән, уны таҙартҡанда уҫал һөйләшкәнде лә белә. Шаярып та ала. Беҙгә улай уҡ өйрәнеп китер тип уйламағайныҡ. Ғөмүмән, беҙ үҙебеҙгә уны ылыҡтырырға теләмәнек. Шулай килеп сыҡты инде. Бәлки, ул, яҡшылыҡты аңлап, беҙҙе яҡын күргәндер. Бик дуҫтарса мөнәсәбәтле айыу, шуға ла артабан уның яҙмышы нисек булыр, белмәйем, – тип борсола Алексей. Уны урманға сығарыу хәүефле, шуға ла ҙурыраҡ зоопаркка йәки циркка биреү яҡшы булыр, тигән фекерен дә әйткән ошо хаҡта тапшырыу төшөргән Башҡорт юлдаш телеканалы хеҙмәкәрҙәренә.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-23/ayyu-bala-y-keshe-men-n-du-lash-an-3490019
23 Октябрь , 20:00
ba
Ҡатнашыусыларға рәхмәт!
Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Йәшел Башҡортостан” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” республика акцияларына йомғаҡ яһалды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 23 сентябрҙән 7 октябргә тиклем үтте. Унда 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тематик саралар сиктәрендә 46 аллея, 7 мең ҙур ағас һәм 77 мең үҫенте ултыртылған. Шулай уҡ муниципалитеттарҙа компенсациялы йәшелләндереү үткәргәндәр. Быйыл көҙ алдан ултыртылған 8 мең ағас алмаштырылған. “Йәшел Башҡортостан” менән бергә төбәктә “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы ла үтә. Көҙгө эштәр 15 сентябрҙән башланғайны. Быйыл проектта ҡатнашыусылар ағас ҡына ултыртып ҡалмай, ә биләмәләрҙе таҙарта, алдан ултыртылған ағастарҙы ҡарай. Бөтәһе район һәм ҡалаларҙа 80 мең кеше 1300 гектарҙа 4,5 миллион үҫенте ултыртҡан. – Ҙур сараларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районында Подлубово ауылы янында үтте. 4 меңдән ашыу ҡарағас үҫентеһен ултыртыуҙы Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнанылар, – тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.   Башҡортостан Башлығы акцияла ҡатнашҡан республика халҡына рәхмәт әйтте, ә муниципалитеттарға ултыртылған үҫентеләрҙе ҡарарға ҡушты. – Шәп эш. Бындай саралар кешеләргә лә ҡыҙыҡ. Беҙ тематик аллеялар булдырыу һәм ҙур ағастар ултыртыуға күстек, йәшеллек әленән ҡыуандырып торорға тейеш. һәм, әлбиттә, урмандарҙы тергеҙеүҙе лә дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә “Йәшел Башҡортостан” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” республика акцияларына йомғаҡ яһалды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова әйтеүенсә, “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 23 сентябрҙән 7 октябргә тиклем үтте. Унда 45 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тематик саралар сиктәрендә 46 аллея, 7 мең ҙур ағас һәм 77 мең үҫенте ултыртылған. Шулай уҡ муниципалитеттарҙа компенсациялы йәшелләндереү үткәргәндәр. Быйыл көҙ алдан ултыртылған 8 мең ағас алмаштырылған.“Йәшел Башҡортостан” менән бергә төбәктә “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы ла үтә. Көҙгө эштәр 15 сентябрҙән башланғайны. Быйыл проектта ҡатнашыусылар ағас ҡына ултыртып ҡалмай, ә биләмәләрҙе таҙарта, алдан ултыртылған ағастарҙы ҡарай. Бөтәһе район һәм ҡалаларҙа 80 мең кеше 1300 гектарҙа 4,5 миллион үҫенте ултыртҡан.– Ҙур сараларҙың береһе Ҡырмыҫҡалы районында Подлубово ауылы янында үтте. 4 меңдән ашыу ҡарағас үҫентеһен ултыртыуҙы Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөнә арнанылар, – тине урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. Башҡортостан Башлығы акцияла ҡатнашҡан республика халҡына рәхмәт әйтте, ә муниципалитеттарға ултыртылған үҫентеләрҙе ҡарарға ҡушты.– Шәп эш. Бындай саралар кешеләргә лә ҡыҙыҡ.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-23/atnashyusylar-a-r-hm-t-3490001
23 Октябрь , 18:55
ba
Шишмә һыуынан да тәмлеһе юҡ
Хәйбулла районының Өфө ауылы халҡы экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ ауыл эргәһендәге яратҡан шишмәләренең тирә-яғын тәртипкә килтергән улар. Ошондай файҙалы эштәрҙе башлап йөрөүсе Зөлфиә Юлдашева өмәне һәйбәт ойошторған. Алдан төрлө кәрәк-яраҡты әҙерләп, шишмәнең тимер ҡапҡасын, ял итеү урынын, уратып алған ҡойманы эсле-тышлы буяп ҡуйғандар. Эш араһында өйҙән килгән тәмлекәстәр менән шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсеү үҙе бер күңелле байрамға әүерелгән. - Дәртле йырҙар йырлашып, уйнап-көлөп ултырған ваҡыттар һалҡын ҡыш көндәрендә иҫкә алып һөйләрлек хәтирә булып, күңелебеҙҙә һаҡланыр, - ти өмәселәр. Ауыл йәмен арттырып, тәмле һыулы шишмәләрҙең тирә-яғын тәрбиәләп, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙартып, сихәтле һыуҙарын эсеп, ҡыуанып йәшәргә саҡыра Өфө халҡы.  Шишмә һыуынан да тәмлеһе юҡ
Хәйбулла районының Өфө ауылы халҡы экологик өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Яңыраҡ ауыл эргәһендәге яратҡан шишмәләренең тирә-яғын тәртипкә килтергән улар. Ошондай файҙалы эштәрҙе башлап йөрөүсе Зөлфиә Юлдашева өмәне һәйбәт ойошторған. Алдан төрлө кәрәк-яраҡты әҙерләп, шишмәнеңтимер ҡапҡасын, ял итеү урынын, уратып алған ҡойманы эсле-тышлы буяп ҡуйғандар. Эш араһында өйҙән килгән тәмлекәстәр менән шишмә һыуынан ҡайнатылған самауыр сәйе эсеү үҙе бер күңелле байрамға әүерелгән.- Дәртле йырҙар йырлашып, уйнап-көлөп ултырған ваҡыттар һалҡын ҡыш көндәрендә иҫкә алып һөйләрлек хәтирә булып, күңелебеҙҙә һаҡланыр, - ти өмәселәр. Ауыл йәмен арттырып, тәмле һыулы шишмәләрҙең тирә-яғын тәрбиәләп, эргә-тирәһен сүп-сарҙан таҙартып, сихәтле һыуҙарын эсеп, ҡыуанып йәшәргә саҡыра Өфө халҡы.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-21/shishm-yuynan-da-t-mle-e-yu-3487391
21 Октябрь , 08:00
ba
Айыу балаһының да иректә йәшәгеһе килә
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Ишембай районының Петровский ауылы эргәһендә аулап алынған инә айыуҙың өс балаһының яҙмышы тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, райондың Үтәк ауылы эргәһендә ике айыу балаһының эҙҙәрен күргәндәр. Уларҙың берәүһен 17 октябрҙә тотҡандар. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев белдереүенсә, уны кире тәбиғәт ҡосағына ебәрергә йыйынғандар, әммә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ йәмәғәт экологтары һорауы буйынса, ышаныс ҡағыҙы алып, иреккә ебәреү алдынан ашатыу өсөн бирелгән. Тик тайыштабан уларҙан сосораҡ булып сыҡҡан - ваҡытлыса тотоу вольерынан ҡасҡан. Инспекторҙар тирә-яҡта патруллек итә, әммә әлегә ҡасҡалаҡтың эҙенә төшә алмайҙар. "Фәндә һигеҙ-туғыҙ айлыҡ айыу баларының тәбиғәттә үҙаллы ҡышлай алыуы иҫбат ителгән", - ти Камил Бирғулиев.  Ни хәл итәһең инде, айыуҙың да иректә йәшәгеһе килә шул. Ҡасҡалаҡтың имен-аман ҡышлауын теләйек.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Ишембай районының Петровский ауылы эргәһендә аулап алынған инә айыуҙың өс балаһының яҙмышы тураһында мәғлүмәт менән уртаҡлашты. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, райондың Үтәк ауылы эргәһендә ике айыу балаһының эҙҙәрен күргәндәр. Уларҙың берәүһен 17 октябрҙә тотҡандар. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғулиев белдереүенсә, уны кире тәбиғәт ҡосағына ебәрергә йыйынғандар, әммә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ йәмәғәт экологтары һорауы буйынса, ышаныс ҡағыҙы алып, иреккә ебәреү алдынан ашатыу өсөн бирелгән. Тик тайыштабан уларҙан сосораҡ булып сыҡҡан - ваҡытлыса тотоу вольерынан ҡасҡан. Инспекторҙар тирә-яҡта патруллек итә, әммә әлегә ҡасҡалаҡтың эҙенә төшә алмайҙар. "Фәндә һигеҙ-туғыҙ айлыҡ айыу баларының тәбиғәттә үҙаллы ҡышлай алыуы иҫбат ителгән", - ти Камил Бирғулиев. Ни хәл итәһең инде, айыуҙың да иректә йәшәгеһе килә шул.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-19/ayyu-bala-yny-da-irekt-y-sh-ge-e-kil-3484078
19 Октябрь , 10:20
ba
Күмертауҙағы сүплекте бөтөрөүгә аҡса бүленгән
Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров хәбәр итә. “Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Күмертауҙа рөхсәтһеҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеген ваҡытынан алда юҡ итеүгә өҫтәмә аҡса бүлде. Федераль хөкүмәт субсидияһы ярҙамында сүплекте бөтөрөүҙең техник этабы йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. ”Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә аҡсаларҙы ҡайтанан бүлеү тураһындағы бойороҡҡа Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Күмертау ҡалаһындағы 12,6 гектар урынды биләгән сүплектә ҡалдыҡтар күләме 850 мең кубометрға баһалана. Рекультивацияның дөйөм хаҡы 331,6 миллион һум тәшкил итә. Республикала “Экология” милли проектының ”Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә 2024 йылдың аҙағына тиклем алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Күмертауҙан тыш, улар Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән сиктәрендә урынлашҡан. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу ярты миллион самаһы кешенең йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Шуны билдәләп үткем килә: 2019 йылда ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһы башланыуға Башҡортостанда өс меңдән ашыу рөхсәтһеҙ сүплек иҫәпләнгән. Уларҙың күбеһе бөгөнгә тиклем юҡ ителгән. Беҙгә тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтергән бындай законһыҙ полигондарҙың ҡабаттан барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау мөһим. Йыш ҡына халыҡ үҙе лә яҡын-тирәләге йырында йәки ауыл ситендә сүп-сар йыя башлай. Тик системалы эш кенә ыңғай һөҙөмтә бирә ала. Төбәк операторҙарынан һәм муниципалитет башлыҡтарынан халыҡ араһында аңлатыуҙар үткәреүҙәрен, шулай уҡ үҙҙәренә йөкмәтелгән эште сифатлы һәм ваҡытында башҡарыуҙарын һорайым. Сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуҙан граждандарыбыҙҙың йәшәү кимәле тора”.   Күмертауҙағы сүплекте бөтөрөүгә аҡса бүленгән
Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров хәбәр итә. “Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Күмертауҙа рөхсәтһеҙ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеген ваҡытынан алда юҡ итеүгә өҫтәмә аҡса бүлде. Федераль хөкүмәт субсидияһы ярҙамында сүплекте бөтөрөүҙең техник этабы йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ. ”Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә аҡсаларҙы ҡайтанан бүлеү тураһындағы бойороҡҡа Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Күмертау ҡалаһындағы 12,6 гектар урынды биләгән сүплектә ҡалдыҡтар күләме 850 мең кубометрға баһалана. Рекультивацияның дөйөм хаҡы 331,6 миллион һум тәшкил итә. Республикала “Экология” милли проектының ”Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә 2024 йылдың аҙағына тиклем алты рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Күмертауҙан тыш, улар Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән сиктәрендә урынлашҡан. Был сараларҙы тормошҡа ашырыу ярты миллион самаһы кешенең йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Шуны билдәләп үткем килә: 2019 йылда ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһы башланыуға Башҡортостанда өс меңдән ашыу рөхсәтһеҙ сүплек иҫәпләнгән. Уларҙың күбеһе бөгөнгә тиклем юҡ ителгән. Беҙгә тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтергән бындай законһыҙ полигондарҙың ҡабаттан барлыҡҡа килеүенә юл ҡуймау мөһим. Йыш ҡына халыҡ үҙе лә яҡын-тирәләге йырында йәки ауыл ситендә сүп-сар йыя башлай. Тик системалы эш кенә ыңғай һөҙөмтә бирә ала. Төбәк операторҙарынан һәм муниципалитет башлыҡтарынан халыҡ араһында аңлатыуҙар үткәреүҙәрен, шулай уҡ үҙҙәренә йөкмәтелгән эште сифатлы һәм ваҡытында башҡарыуҙарын һорайым. Сүп-сарҙы ваҡытында сығарыуҙан граждандарыбыҙҙың йәшәү кимәле тора”.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-17/k-mertau-a-y-s-plekte-b-t-r-g-a-sa-b-leng-n-3482022
17 Октябрь , 18:35
ba
Дәүләкәндәр 30 мең төп ағас ултыртты
“Экология” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экология”) “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында Дәүләкән районында 30 мең төп ылыҫлы ағас ултыртылды. Был турала төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Сарала шулай уҡ “Башнефть-Добыча” хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Улар ағас үҫентеләрен “Асылыкүл” тәбиғәт паркында ултыртты. Күл эргәһенең быға тиклем буш ултырған биләмәһендә хәҙер 7,5 гектарҙа йәшеллек хасил буласаҡ. Ултыртыу өсөн отошло булған урынды Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биология институты эксперттары билдәләгән. Был тәбиғәт паркы биләмәһендә ағастар ултыртыу күлдең гидрологик режимын тергеҙеү өсөн ыңғай шарттар булдыра. Яңы урман биләмәне ҡар осоуынан һаҡлаясаҡ, был иһә шишмәләрҙең ҡороуына юл ҡуймай. “Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлеген күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото Башҡортостандың рәсми порталынан алынды.
“Экология” милли проектына ярашлы (национальный проект “Экология”) “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында Дәүләкән районында 30 мең төп ылыҫлы ағас ултыртылды. Был турала төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итә. Сарала шулай уҡ “Башнефть-Добыча” хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашты. Улар ағас үҫентеләрен “Асылыкүл” тәбиғәт паркында ултыртты. Күл эргәһенең быға тиклем буш ултырған биләмәһендә хәҙер 7,5 гектарҙа йәшеллек хасил буласаҡ. Ултыртыу өсөн отошло булған урынды Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биология институты эксперттары билдәләгән. Был тәбиғәт паркы биләмәһендә ағастар ултыртыу күлдең гидрологик режимын тергеҙеү өсөн ыңғай шарттар булдыра. Яңы урман биләмәне ҡар осоуынан һаҡлаясаҡ, был иһә шишмәләрҙең ҡороуына юл ҡуймай.“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәлеген күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-11/d-l-k-nd-r-30-me-t-p-a-as-ultyrtty-3474252
11 Октябрь , 08:30
ba
Ниңә айыуға яҡын баралар икән?
Йомағужа һыуһаҡлағысында Ырымбурҙан килгән балыҡсылар йөҙөп барған айыуҙы осратыуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Кәмәләге ирҙәрҙең ҡайһы берҙәре шөрләгәнен йәшермәй, шул уҡ ваҡытта балыҡсыларҙың береһе кәмәне айыуға яҡын алып бара. "Тайыш табан" көтөлмәгән осрашыуҙан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарай - ярға сығыу менән урманға инеп ҡаса. Әлбиттә, балыҡсылар бындай осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡала. Тик ниңә ул айыуға яҡын баралар икән? Уларҙың һыуҙа хәлһеҙ хәлдә йөҙгән айыуҙы артынан эҙәрлекләп барыуы дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, ҡайһы бер водителдәр юлға килеп сыҡҡан хайуандарҙы машинала эҙәрлекләй, артынан шәп булып ҡыуып бара. Был дөрөҫ аҙым түгел. Ҡырағай хайуандарҙы осратҡан саҡта, уларҙы йә урап үтергә, йә юлдан сыҡҡанын көтөргә кәрәк. Айыуҙы кәзекәләйҙәр ҙә, һуңынан берәй хәл булһа, "тайыш табан"ды ғәйепләйҙәр.
Йомағужа һыуһаҡлағысында Ырымбурҙан килгән балыҡсылар йөҙөп барған айыуҙы осратыуы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Кәмәләге ирҙәрҙең ҡайһы берҙәре шөрләгәнен йәшермәй, шул уҡ ваҡытта балыҡсыларҙың береһе кәмәне айыуға яҡын алып бара."Тайыш табан" көтөлмәгән осрашыуҙан тиҙерәк ҡотолоу яғын ҡарай - ярға сығыу менән урманға инеп ҡаса. Әлбиттә, балыҡсылар бындай осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡала. Тик ниңә ул айыуға яҡын баралар икән? Уларҙың һыуҙа хәлһеҙ хәлдә йөҙгән айыуҙы артынан эҙәрлекләп барыуы дөрөҫ түгел. Ғөмүмән, ҡайһы бер водителдәр юлға килеп сыҡҡан хайуандарҙы машинала эҙәрлекләй, артынан шәп булып ҡыуып бара. Был дөрөҫ аҙым түгел. Ҡырағай хайуандарҙы осратҡан саҡта, уларҙы йә урап үтергә, йә юлдан сыҡҡанын көтөргә кәрәк.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-10/ni-ayyu-a-ya-yn-baralar-ik-n-3472347
10 Октябрь , 10:00
ba
65 ҙур шыршы ултыртылды
6 октярбрҙә Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булды. Унда Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән берлектә райондың урман участкаларын ҡуртымға алыусылар менән осрашыу үткәрелде. Кәңәшмә барышында урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәрҙе башҡарыу мәсьәләләре тикшерелде, урмандарҙы янғындан һаҡлау һәм 2024 йылдың янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек буйынса иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бирелде. Көҙгө болотло һауа торошона ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы сиктәрендә, Ҡаҙмаш урмансылығы биләмәһендә, Айғырбатҡан утарынан алыҫ түгел 65 ҙур шыршы ултыртып, иҫтәлекле аллеяға нигеҙ һалынды. 65 ҙур шыршы ултыртылды
6 октярбрҙә Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов эш сәфәре менән Әбйәлил районында булды. Унда Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән берлектә райондың урман участкаларын ҡуртымға алыусылар менән осрашыу үткәрелде. Кәңәшмә барышында урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәрҙе башҡарыу мәсьәләләре тикшерелде, урмандарҙы янғындан һаҡлау һәм 2024 йылдың янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлек буйынса иҫкәртеү сараларына айырым иғтибар бирелде. Көҙгө болотло һауа торошона ҡарамаҫтан, Бөтә Рәсәй “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы сиктәрендә, Ҡаҙмаш урмансылығы биләмәһендә, Айғырбатҡан утарынан алыҫ түгел 65 ҙур шыршы ултыртып, иҫтәлекле аллеяға нигеҙ һалынды.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-08/65-ur-shyrshy-ultyrtyldy-3470284
8 Октябрь , 11:00
ba
Ҡағыҙҙы ташлама, акцияла ҡатнаш!
Бөтә Рәсәй “БумБатл” акцияһы Башҡортостанда 10 октябрҙән 15 ноябргә тиклем “Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Республика халҡы эшкәртеүгә тапшырылған макулатура күләме буйынса ярышасаҡ. Быйыл акция Бөтә Рәсәй “Экосистема” экологик хәрәкәте ҡанаты аҫтында үтәсәк. Акцияла ҡатнашыусыларға бумбатл.рф сайтында теркәлергә кәрәк, унда улар команда йәки шәхси зачетта беренселек өсөн көрәшә ала. Нигеҙҙә, #БумБатл ҡағыҙ сеймалын күберәк тапшырыусылар ярышы ғына түгел, ә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү темаһына экодәрестәр һәм лекциялар уҡыу, заводтарға, шулай уҡ компанияларҙың “йәшел” офистарына экскурсиялар үткәреү кеүек сараларҙы үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов үткәрелгән акцияның мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләне, шулай уҡ сараның республика халҡында аңлы ҡулланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә, йәш быуындың иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеүгә һәм артабан макулатураны икенсел сеймал сифатында ҡулланыуға йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә үҫеп килгән быуынға һәр төрлө ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү ғәҙәтен, шул иҫәптән ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу аша ла тәрбиәләү мөһим. Теләгән һәр кем социаль селтәрҙә #бумбатл, #экосистема һәм #нацпроектэкология хештегтарын күрһәтеп, “ҡағыҙлы” креатив менән фото йәки видео баҫтырып, ижади постар конкурсында көрәшә ала. Инициаторы булып Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы һәм бер нисә йәмәғәт, ирекмәндәр ойошмаһы ярҙамында “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма сығыш яһай. Былтыр Башҡортостан халҡы #Бумбатл акцияһы сиктәрендә 16,78 тоннанан ашыу макулатура йыйған. “Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ҡабул ителгән милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Бөтә Рәсәй “БумБатл” акцияһы Башҡортостанда 10 октябрҙән 15 ноябргә тиклем “Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарыла. Республика халҡы эшкәртеүгә тапшырылған макулатура күләме буйынса ярышасаҡ. Быйыл акция Бөтә Рәсәй “Экосистема” экологик хәрәкәте ҡанаты аҫтында үтәсәк. Акцияла ҡатнашыусыларға бумбатл.рф сайтында теркәлергә кәрәк, унда улар команда йәки шәхси зачетта беренселек өсөн көрәшә ала. Нигеҙҙә, #БумБатл ҡағыҙ сеймалын күберәк тапшырыусылар ярышы ғына түгел, ә балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү темаһына экодәрестәр һәм лекциялар уҡыу, заводтарға, шулай уҡ компанияларҙың “йәшел” офистарына экскурсиялар үткәреү кеүек сараларҙы үткәреүҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов үткәрелгән акцияның мөһимлеген һәм кәрәклеген билдәләне, шулай уҡ сараның республика халҡында аңлы ҡулланыу мәҙәниәтен үҫтереүгә, йәш быуындың иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеүгә һәм артабан макулатураны икенсел сеймал сифатында ҡулланыуға йүнәлтелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә үҫеп килгән быуынға һәр төрлө ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү ғәҙәтен, шул иҫәптән ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу аша ла тәрбиәләү мөһим. Теләгән һәр кем социаль селтәрҙә #бумбатл, #экосистема һәм #нацпроектэкология хештегтарын күрһәтеп, “ҡағыҙлы” креатив менән фото йәки видео баҫтырып, ижади постар конкурсында көрәшә ала. Инициаторы булып Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Рәсәй Мәғариф министрлығы, Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы һәм бер нисә йәмәғәт, ирекмәндәр ойошмаһы ярҙамында “Милли өҫтөнлөктәр” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма сығыш яһай. Былтыр Башҡортостан халҡы #Бумбатл акцияһы сиктәрендә 16,78 тоннанан ашыу макулатура йыйған.“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-05/a-y-y-tashlama-aktsiyala-atnash-3467497
5 Октябрь , 16:15
ba
Сыйырсыҡтар ҡайтҡан!
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Фәнүзә Хәлитова матур яҙма һәм фото-видео менән уртаҡлашты. “Тыуған йорттары менән хушлашырға сыйырсыҡтарыбыҙ ҡайтты. Моңһоу булып китте... Сит яҡтарҙан имен генә ҡайтырға яҙһын һеҙгә, ҡошсоҡтар!” – ти яҙҙы ул. “Эйе, беҙҙекеләр ҙә йыл да ҡайтып хушлашып китәләр”, - тип өҫтәгән комментарийҙа Гүзәл Тазетдинова. Ғәҙәттә, сыйырсыҡтар яҙғыһын кешеләр яһаған бәләкәй йортсоҡтарҙа йомортҡа һалып, ҡошсоҡтар сығара. Улар 20-21 көнлөк булһа, оянан үҙаллы осоп сыға башлай. Бәләкәстәрен тағы бер-ике аҙна ашатҡас, сыйырсыҡтар аҙыҡ күберәк урындарға, башлыса урман-ҡырға күсенә. Артабан сентябрь аҙағы, октябрь башынаса шунда булып, бергә тупланып, йылы яҡтарға юллана. Алыҫ юлға йыйынған ҡоштарҙың үтер юлдары еңел булһын, тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!
“Бәйләнештә” социаль селтәрендә Фәнүзә Хәлитова матур яҙма һәм фото-видео менән уртаҡлашты. “Тыуған йорттары менән хушлашырға сыйырсыҡтарыбыҙ ҡайтты. Моңһоу булып китте... Сит яҡтарҙан имен генә ҡайтырға яҙһын һеҙгә, ҡошсоҡтар!” – ти яҙҙы ул. “Эйе, беҙҙекеләр ҙә йыл да ҡайтып хушлашып китәләр”, - тип өҫтәгән комментарийҙа Гүзәл Тазетдинова. Ғәҙәттә, сыйырсыҡтар яҙғыһын кешеләр яһаған бәләкәй йортсоҡтарҙа йомортҡа һалып, ҡошсоҡтар сығара. Улар 20-21 көнлөк булһа, оянан үҙаллы осоп сыға башлай. Бәләкәстәрен тағы бер-ике аҙна ашатҡас, сыйырсыҡтар аҙыҡ күберәк урындарға, башлыса урман-ҡырға күсенә. Артабан сентябрь аҙағы, октябрь башынаса шунда булып, бергә тупланып, йылы яҡтарға юллана.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-10-04/syyyrsy-tar-ayt-an-3464022
4 Октябрь , 07:00
ba
Бәләкәй Ямантауға "Башҡортостан" гәзите флагын мендерҙек
"Башҡортостан" гәзите коллективы йыл һайын республикабыҙҙың билдәле урындарында булырға тырыша. Быйыл беҙ Белорет районының иң матур, таулы һәм урманлы урынында - Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында булдыҡ. Сара "Урманды һаҡлайыҡ" Бөтә Рәсәй экологик акция сиктәрендә ойошторолдо. Был ҡурсаулыҡ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ҙурҙар иҫәбендә. Уның республиканың тәбиғәтен, Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Унда республикала аҡҡан бер нисә ҙур йылға ла башланғыс ала.  Ҡурсаулыҡ - ябыҡ биләмә, әммә унда рекреацион эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса туристарға ла маршрут булдырылған. Йәғни теләгән һәр кеше Белорет районының Рәүәт ауылында урынлашҡан ҡурсаулыҡтың административ бинаһына килеп, рөхсәт алып, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында Бәләкәй Ямантау тауына артыла ала.  "Башҡортостан" гәзите коллективы ла ошо мөмкинлектән файҙаланып, Бәләкәй Ямантауға күтәрелде һәм унда гәзит флагын елберҙәтте.  Тәьҫораттар иҫ киткес шәп, ә тейелмәгән тәбиғәттең матурлығы ябай һүҙҙәр менән генә аңлатып бөткөһөҙ. Шуға ла һеҙгә лә унда барырға һәм был хозурлыҡты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә тәҡдим итәбеҙ.  Ҡурсаулыҡ директоры Фәнүр Хажиғәле улы Әлибаевҡа һәм барлыҡ коллективҡа ошо ҡабатланмаҫ матурлыҡты киләсәк быуын өсөн һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.  Автор фотолары.   Бәләкәй Ямантауға "Башҡортостан" гәзите флагын мендерҙек
"Башҡортостан" гәзите коллективы йыл һайын республикабыҙҙың билдәле урындарында булырға тырыша. Быйыл беҙ Белорет районының иң матур, таулы һәм урманлы урынында - Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында булдыҡ. Сара "Урманды һаҡлайыҡ" Бөтә Рәсәй экологик акция сиктәрендә ойошторолдо. Был ҡурсаулыҡ Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә ҙурҙар иҫәбендә. Уның республиканың тәбиғәтен, Ҡыҙыл китапҡа ингән үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Унда республикала аҡҡан бер нисә ҙур йылға ла башланғыс ала. Ҡурсаулыҡ - ябыҡ биләмә, әммә унда рекреацион эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса туристарға ла маршрут булдырылған. Йәғни теләгән һәр кеше Белорет районының Рәүәт ауылында урынлашҡан ҡурсаулыҡтың административ бинаһына килеп, рөхсәт алып, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында Бәләкәй Ямантау тауына артыла ала. "Башҡортостан" гәзите коллективы ла ошо мөмкинлектән файҙаланып, Бәләкәй Ямантауға күтәрелде һәм унда гәзит флагын елберҙәтте. Тәьҫораттар иҫ киткес шәп, ә тейелмәгән тәбиғәттең матурлығы ябай һүҙҙәр менән генә аңлатып бөткөһөҙ. Шуға ла һеҙгә лә унда барырға һәм был хозурлыҡты үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә тәҡдим итәбеҙ. Ҡурсаулыҡ директоры Фәнүр Хажиғәле улы Әлибаевҡа һәм барлыҡ коллективҡа ошо ҡабатланмаҫ матурлыҡты киләсәк быуын өсөн һаҡлағандары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. .
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-30/b-l-k-y-yamantau-a-bash-ortostan-g-zite-flagyn-mender-ek-3460177
30 Сентябрь , 12:00
ba
Өфөлә тағы ла айыу...
Кисә тағы ла өфөлә айыу күргәндәр. Хәҙер инде бындай күренештәр ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Быйыл республикала айыуҙарҙың ауылдарға килеүе, хатта урамдар буйлап йөрөүе, малға һөжүм итеүе тураһында мәғлүмәттәрҙе көн дә тиерлек ишетеп торабыҙ, социаль селтәрҙәрҙәрҙә лә ошо хаҡта күп яҙалар. “Айыу үрсене, урманға сығыуы ла ҡурҡыныс. Ниңә атырға рөхсәт итмәйҙәр?”, – тип яҙғандар ҙа бихисап. “Тайыш табан” әүҙемләште Ысынлап та, быйыл “тайыш табандар” айырыуса әүҙем. Улар йәй аҙағында халыҡ йәшәгән урындарға яҡынайҙы. Мәҫәлән, август аҙағында Ишембай районының Маҡар ауылы эргәһендә лә уларҙы йыш осрата башлағандар. Хатта ауыл ситендәге, урманға яҡын урынлашҡан йорт хужалары үҙҙәре йәшәгән урамға инә айыу менән балаһы ”ҡунаҡҡа” килеп китеүе тураһында хәбәр иткән. – Инә айыуға дүрт йәш самаһы ине, балаһы ҡыш уртаһында тыуған. Әле уның ауырлығы 50 килограмм тирәһе. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре, аҙыҡ эҙләп, ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының дәүләт инспекторы Вениамин Әхмәтйәнов. Белорет районының Сермән һәм Аҙнағол ауылы эргәһендә айыуҙар эйәләп алған. Ошо хаҡта Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов уртаҡлашты. “Сермән ауылы эргәһендә "Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янындағы урманда муйынында аҡ һыҙаты булған айыу төпләнгән. Был "Сермәндеке". Аҙнағол ауылын янында "Аҙнағолдоҡо" йөрөй. Улар араһындағы биләмә сиге яҡынса Наяҙы йылғаһы буйлап үтә. Айыуҙар һанын көйләүгә рөхсәт алып, яңылыш "Аҙнағолдоҡо" артынан ҡыуып китәләр, ә шул уҡ ваҡытта "Сермәндеке" үҙенең яратҡан урынында була. Кисә уларҙың икеһен дә бер-береһенән алыҫ түгел күреп ҡалалар. Бик һаҡ булығыҙ!" – тип яҙҙы ул. Белорет районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова аңлатыуынса, урман янғындарынан һуң Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре яғынан айыуҙарҙың миграцияһы күҙәтелә. Тейешле хеҙмәттәр хәлде белеп, кәрәкле саралар күрә. Баш ҡалала ла күргәндәр Республиканың Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә тәүге тапҡыр ҡырағай йәнлек йәкшәмбе, 27 августа, күренә. Иртәгәһенә “тайыш табан” тағы ла кешеләр янына килә, был юлы уны шәхси секторҙа һәм тимер юл станцияһы янында күрәләр. Шакша биҫтәһендә йәшәгәндәр бер нисә тапҡыр айыуҙарҙы мобиль телефон камераларына төшөрөп, видеояҙмаларын социаль селтәргә һалды. Белгестәр әйтеүенсә, айыу балаһына яҡынса 1,5 йәш, ул аҙыҡ эҙләп кешеләр янына сыҡҡан. Айыу шәхси сектор буйлап оҙаҡ йөрөмәй һәм Базилеевка янындағы урманға ҡаса. Икенсе көндә, дүшәмбе, 28 августа, Өфө биҫтәһендә йәшәүселәр йәнә айыу балаһын күреп ҡала. Был юлы “тайыш табанды” тимер юл станцияһынан алыҫ түгел урында күрәләр. 30 августа ла “урман ҡунағы” иртәндән Шакша буйлап йөрөгән, һуңынан йәш айыу балаһы урманға инеп киткән. Ни өсөн айыуҙар урмандан сыға Ни өсөн айыуҙар ауылдарға килә? Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо һорауға яуап бирҙе. Баҡтиһәң, айыу менән кешенең ҡалалар һәм ауылдар янында осрашыуы миҙгел алмашыныуына ла бәйле икән: йәй тамамлана, көҙ етә һәм айыуҙарға ҡышҡы йоҡо алдынан май запасы тупларға кәрәк. – Хәҙер сираттағы мал аҙығы, һутлы үҫемлектәр һәм еләк алмашыныуы бара, шуға күрә ҡырағай хайуандар ҡыш алдынан “ашау өсөн” яңы урындар эҙләй. Таныш булмаған ерҙәрҙе тикшергәндә айыуҙар көндөҙ ҙә әүҙем, улар тәбиғи йәшәү урындарынан алыҫ урынлашҡан юлдарға, ауыл һәм ҡалаларға яҡынлаша, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә, – тип аңлата министр. Нимә эшләргә? Ауыл йәки ҡала урамында айыуҙы күрһәгеҙ, нимә эшләргә? Әгәр януар һеҙҙән хәүефһеҙ аралыҡта булһа, уның ҡайҙалығын шунда уҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу Һәм экология министрлығына +7(347) 218-04-30 телефонына йәки полицияға 112-се номер буйынса шылтыратырға кәрәк. Айыу менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килһә, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урман хайуаны менән осрашыу тәртибен күҙәтергә ҡуша. – Ғәҙәти хәлдә йыртҡыстар кешегә һөжүм итергә теләмәй, шуға күрә үҙегеҙҙең барлығығыҙҙы алдан иҫкәртергә кәрәк. Был теләһә ниндәй тауыш булыуы мөмкин, шул саҡта януар һеҙҙең урманда икәнлегегеҙҙе алдан асыҡлай ала, өҫтәүенә, күҙмә-күҙ осрашмайынса ла, кеше барлығын тоя, шуға ситкә китә ала, – тип аңлата белгестәр. Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, мөмкин булғанса йыртҡыс йәнлектәр йәшәгән урындарҙа яңғыҙ булырға ярамай. Был уларға һеҙҙең яҡында йөрөүегеҙҙе алдан тойоу мөмкинлеген бирә, шуға ла януарҙың һөжүмгә этәргес сәбәптәрҙе кәметә. – Хәрәкәт иткәндә, хайуанды күҙәтеү һәм ваҡытында асыҡлау өсөн, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарҙан, елле ағастарҙан ситкәрәк китеү яҡшы. Әгәр һеҙ айыуҙы, бигерәк тә балаһын күрһәгеҙ, уға яҡынлашырға, фото һәм видео төшөрөргә, ашатырға ярамай, сөнки эргәлә айыу булыуы ихтимал, – тип иҫкәртәләр ведомствонан. Айыуҙы күреп ҡалһағыҙ, унан ҡасырға ярамай – был уның эҙәрлекләү инстинктын уятыуы ихтимал. – Айыуға арҡа менән боролмай ғына осрашыу урынынан китергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоу мөһим: хатта ситлектәге айыуҙар һәм башҡа хайуандар ҙа, тыштан тыныс күренеүгә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ҡурҡыныс йыртҡыс булып ҡала, теләһә ҡайһы ваҡытта һөжүм итергә әҙер, – тип иҫкәртә белгестәр. Шулай уҡ сүплектәр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, келәттәр, өйөрҙәр, һәләк булған хайуандар, иген культуралары (һоло) менән баҫыуҙар айыуҙарҙы йәлеп итә һәм уларҙы үҙенеке тип һанаған аҙыҡ ресурстарын һаҡлау буйынса ғәмәлдәргә этәрә. Бындай урындарҙан алыҫ торорға кәрәк. Ауыл һәм ҡала ерҙәрендә йыртҡыстар менән осрашыуға юл ҡуймау өсөн, сүплектәрҙе һәм аҙыҡ ҡалдыҡтарын бөтөрөргә, шулай уҡ йорт хайуандарына инеүҙе сикләргә (уларҙы вольерҙарҙа тоторға, төнгә биналарға ябырға, йөрөү зонаһын кәртәләргә) кәрәк. Башҡортостан биләмәһендә – урмандарҙа, йылға, күл һыубаҫар туғайҙарында һәм башҡа урындарҙа һоро айыуҙар, бүреләр, һеләүһендәр һәм башҡа йыртҡыс йәнлектәр йәшәүен иҫтә тоторға кәрәк. Популяция эсендә биологияны һәм социаль тәртипте иҫәпкә алып, был йыртҡыстар үҙҙәрен хужа итеп тойған һәм үҙ биләмәләренә шул уҡ төрҙәге башҡа йыртҡысты индермәҫкә тырышҡан билдәле бер урындар биләй. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, республикала йәмғеһе 2 300 айыу һанала. Халыҡта “айыу күп” тигән фекер ҙә йөрөй, был хаҡта ни уйлайһығыҙ, тип һораным бер һунарсынан. – Юҡ, айыуҙар күп  түгел. Быйыл улар ас, урманда емеш-еләк юҡ. Улар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә алмай интегә. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тиҙәр бит, шуға ла улар халыҡ йәшәгән, туҡланыу өсөн ризыҡ булған урындарға яҡын барырға мәжбүр, – тине ул. Ошо ялда ауылға ҡайтҡанда урманға бәшмәккә сыҡтым. Ысынлап та, урманда миләш ағастары емешһеҙ ултыра, шулай уҡ башҡа емеш-еләк тә күренмәй. Етмәһә, урман янғындары ла емеш-еләклектәргә, хайуандар донъяһына ҙур зыян килтерҙе. Ә бит айыуҙың да йәшәгеһе килә! Быйыл килеп тыуған хәлдә халыҡҡа урманға сығыуҙан тыйылп торорға, мал-тыуарҙы көтөүсеһеҙ яланға ҡыумау яҡшыраҡ. Урман – айыуҙың йорто, унда – айыу хужа булғанын онотмайыҡ.
Кисә тағы ла өфөлә айыу күргәндәр. Хәҙер инде бындай күренештәр ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара. Быйыл республикала айыуҙарҙың ауылдарға килеүе, хатта урамдар буйлап йөрөүе, малға һөжүм итеүе тураһында мәғлүмәттәрҙе көн дә тиерлек ишетеп торабыҙ, социаль селтәрҙәрҙәрҙә лә ошо хаҡта күп яҙалар. “Айыу үрсене, урманға сығыуы ла ҡурҡыныс. Ниңә атырға рөхсәт итмәйҙәр?”, – тип яҙғандар ҙа бихисап.“Тайыш табан” әүҙемләштеЫсынлап та, быйыл “тайыш табандар” айырыуса әүҙем. Улар йәй аҙағында халыҡ йәшәгән урындарға яҡынайҙы. Мәҫәлән, август аҙағында Ишембай районының Маҡар ауылы эргәһендә лә уларҙы йыш осрата башлағандар. Хатта ауыл ситендәге, урманға яҡын урынлашҡан йорт хужалары үҙҙәре йәшәгән урамға инә айыу менән балаһы ”ҡунаҡҡа” килеп китеүе тураһында хәбәр иткән.– Инә айыуға дүрт йәш самаһы ине, балаһы ҡыш уртаһында тыуған. Әле уның ауырлығы 50 килограмм тирәһе. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре, аҙыҡ эҙләп, ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының дәүләт инспекторы Вениамин Әхмәтйәнов. Белорет районының Сермән һәм Аҙнағол ауылы эргәһендә айыуҙар эйәләп алған. Ошо хаҡта Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов уртаҡлашты.“Сермән ауылы эргәһендә "Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янындағы урманда муйынында аҡ һыҙаты булған айыу төпләнгән. Был "Сермәндеке". Аҙнағол ауылын янында "Аҙнағолдоҡо" йөрөй. Улар араһындағы биләмә сиге яҡынса Наяҙы йылғаһы буйлап үтә. Айыуҙар һанын көйләүгә рөхсәт алып, яңылыш "Аҙнағолдоҡо" артынан ҡыуып китәләр, ә шул уҡ ваҡытта "Сермәндеке" үҙенең яратҡан урынында була. Кисә уларҙың икеһен дә бер-береһенән алыҫ түгел күреп ҡалалар. Бик һаҡ булығыҙ!" – тип яҙҙы ул. Белорет районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова аңлатыуынса, урман янғындарынан һуң Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре яғынан айыуҙарҙың миграцияһы күҙәтелә. Тейешле хеҙмәттәр хәлде белеп, кәрәкле саралар күрә. Баш ҡалала ла күргәндәрРеспубликаның Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә тәүге тапҡыр ҡырағай йәнлек йәкшәмбе, 27 августа, күренә. Иртәгәһенә “тайыш табан” тағы ла кешеләр янына килә, был юлы уны шәхси секторҙа һәм тимер юл станцияһы янында күрәләр. Шакша биҫтәһендә йәшәгәндәр бер нисә тапҡыр айыуҙарҙы мобиль телефон камераларына төшөрөп, видеояҙмаларын социаль селтәргә һалды. Белгестәр әйтеүенсә, айыу балаһына яҡынса 1,5 йәш, ул аҙыҡ эҙләп кешеләр янына сыҡҡан. Айыу шәхси сектор буйлап оҙаҡ йөрөмәй һәм Базилеевка янындағы урманға ҡаса. Икенсе көндә, дүшәмбе, 28 августа, Өфө биҫтәһендә йәшәүселәр йәнә айыу балаһын күреп ҡала. Был юлы “тайыш табанды” тимер юл станцияһынан алыҫ түгел урында күрәләр. 30 августа ла “урман ҡунағы” иртәндән Шакша буйлап йөрөгән, һуңынан йәш айыу балаһы урманға инеп киткән. Ни өсөн айыуҙар урмандан сығаНи өсөн айыуҙар ауылдарға килә? Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо һорауға яуап бирҙе. Баҡтиһәң, айыу менән кешенең ҡалалар һәм ауылдар янында осрашыуы миҙгел алмашыныуына ла бәйле икән: йәй тамамлана, көҙ етә һәм айыуҙарға ҡышҡы йоҡо алдынан май запасы тупларға кәрәк.– Хәҙер сираттағы мал аҙығы, һутлы үҫемлектәр һәм еләк алмашыныуы бара, шуға күрә ҡырағай хайуандар ҡыш алдынан “ашау өсөн” яңы урындар эҙләй. Таныш булмаған ерҙәрҙе тикшергәндә айыуҙар көндөҙ ҙә әүҙем, улар тәбиғи йәшәү урындарынан алыҫ урынлашҡан юлдарға, ауыл һәм ҡалаларға яҡынлаша, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итә, – тип аңлата министр. Нимә эшләргә?Ауыл йәки ҡала урамында айыуҙы күрһәгеҙ, нимә эшләргә? Әгәр януар һеҙҙән хәүефһеҙ аралыҡта булһа, уның ҡайҙалығын шунда уҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу Һәм экология министрлығына телефонына йәки полицияға 112-се номер буйынса шылтыратырға кәрәк. Айыу менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килһә, Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урман хайуаны менән осрашыу тәртибен күҙәтергә ҡуша.– Ғәҙәти хәлдә йыртҡыстар кешегә һөжүм итергә теләмәй, шуға күрә үҙегеҙҙең барлығығыҙҙы алдан иҫкәртергә кәрәк. Был теләһә ниндәй тауыш булыуы мөмкин, шул саҡта януар һеҙҙең урманда икәнлегегеҙҙе алдан асыҡлай ала, өҫтәүенә, күҙмә-күҙ осрашмайынса ла, кеше барлығын тоя, шуға ситкә китә ала, – тип аңлата белгестәр. Министрлыҡта билдәләүҙәренсә, мөмкин булғанса йыртҡыс йәнлектәр йәшәгән урындарҙа яңғыҙ булырға ярамай. Был уларға һеҙҙең яҡында йөрөүегеҙҙе алдан тойоу мөмкинлеген бирә, шуға ла януарҙың һөжүмгә этәргес сәбәптәрҙе кәметә.– Хәрәкәт иткәндә, хайуанды күҙәтеү һәм ваҡытында асыҡлау өсөн, ҡуйы ҡыуаҡлыҡтарҙан, елле ағастарҙан ситкәрәк китеү яҡшы. Әгәр һеҙ айыуҙы, бигерәк тә балаһын күрһәгеҙ, уға яҡынлашырға, фото һәм видео төшөрөргә, ашатырға ярамай, сөнки эргәлә айыу булыуы ихтимал, – тип иҫкәртәләр ведомствонан. Айыуҙы күреп ҡалһағыҙ, унан ҡасырға ярамай – был уның эҙәрлекләү инстинктын уятыуы ихтимал.– Айыуға арҡа менән боролмай ғына осрашыу урынынан китергә кәрәк. Шуны иҫтә тотоу мөһим: хатта ситлектәге айыуҙар һәм башҡа хайуандар ҙа, тыштан тыныс күренеүгә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт ҡурҡыныс йыртҡыс булып ҡала, теләһә ҡайһы ваҡытта һөжүм итергә әҙер, – тип иҫкәртә белгестәр. Шулай уҡ сүплектәр, аҙыҡ ҡалдыҡтары, келәттәр, өйөрҙәр, һәләк булған хайуандар, иген культуралары (һоло) менән баҫыуҙар айыуҙарҙы йәлеп итә һәм уларҙы үҙенеке тип һанаған аҙыҡ ресурстарын һаҡлау буйынса ғәмәлдәргә этәрә. Бындай урындарҙан алыҫ торорға кәрәк. Ауыл һәм ҡала ерҙәрендә йыртҡыстар менән осрашыуға юл ҡуймау өсөн, сүплектәрҙе һәм аҙыҡ ҡалдыҡтарын бөтөрөргә, шулай уҡ йорт хайуандарына инеүҙе сикләргә (уларҙы вольерҙарҙа тоторға, төнгә биналарға ябырға, йөрөү зонаһын кәртәләргә) кәрәк. Башҡортостан биләмәһендә – урмандарҙа, йылға, күл һыубаҫар туғайҙарында һәм башҡа урындарҙа һоро айыуҙар, бүреләр, һеләүһендәр һәм башҡа йыртҡыс йәнлектәр йәшәүен иҫтә тоторға кәрәк. Популяция эсендә биологияны һәм социаль тәртипте иҫәпкә алып, был йыртҡыстар үҙҙәрен хужа итеп тойған һәм үҙ биләмәләренә шул уҡ төрҙәге башҡа йыртҡысты индермәҫкә тырышҡан билдәле бер урындар биләй. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, республикала йәмғеһе 2300 айыу һанала. Халыҡта “айыу күп” тигән фекер ҙә йөрөй, был хаҡта ни уйлайһығыҙ, тип һораным бер һунарсынан.– Юҡ, айыуҙар күп түгел. Быйыл улар ас, урманда емеш-еләк юҡ. Улар ҡышҡылыҡҡа әҙерләнә алмай интегә. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тиҙәр бит, шуға ла улар халыҡ йәшәгән, туҡланыу өсөн ризыҡ булған урындарға яҡын барырға мәжбүр, – тине ул. Ошо ялда ауылға ҡайтҡанда урманға бәшмәккә сыҡтым. Ысынлап та, урманда миләш ағастары емешһеҙ ултыра, шулай уҡ башҡа емеш-еләк тә күренмәй. Етмәһә, урман янғындары ла емеш-еләклектәргә, хайуандар донъяһына ҙур зыян килтерҙе. Ә бит айыуҙың да йәшәгеһе килә!Быйыл килеп тыуған хәлдә халыҡҡа урманға сығыуҙан тыйылп торорға, мал-тыуарҙы көтөүсеһеҙ яланға ҡыумау яҡшыраҡ.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-25/f-l-ta-y-la-ayyu-3452569
25 Сентябрь , 11:30
ba
Экологтар өмә ойошторған
"Экосистема" хәрәкәте әүҙемселәре һәм ирекмәндәр Өфөлә өмә үткәрҙе. «Экосистема» Бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Александр Рябых билдәләүенсә, 16 сентябрҙә 300-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән хәрәкәттә ҡатнашыусылар, Дудин киҫелешендә йыйылды. Спикер һүҙҙәренсә,статистика күрһәтеүенсә, граждандарҙың 80 проценты экология проблемалары хаҡында уйлана. - Беҙҙең «Экосистема» хәрәкәте быйыл мартта Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Ярты йыл эшләү осоронда беҙ бөтә Рәсәй күләмендә 200-ҙән ашыу акция һәм проект ойошторҙоҡ һәм уларҙы тормошҡа ашырҙыҡ, был илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә 150-нән ашыу кешене экологик практикаға йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне Александр Рябых. Фото һәм сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2023-09-16/aktivisty-dvizheniya-ekosistema-i-volontery-proveli-subbotnik-v-ufe-3440617
"Экосистема" хәрәкәте әүҙемселәре һәм ирекмәндәр Өфөлә өмә үткәрҙе. «Экосистема» Бөтә Рәсәй экологик йәмәғәт хәрәкәте рәйестәше Александр Рябых билдәләүенсә, 16 сентябрҙә 300-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән хәрәкәттә ҡатнашыусылар, Дудин киҫелешендә йыйылды. Спикер һүҙҙәренсә,статистика күрһәтеүенсә, граждандарҙың 80 проценты экология проблемалары хаҡында уйлана.- Беҙҙең «Экосистема» хәрәкәте быйыл мартта Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолдо. Ярты йыл эшләү осоронда беҙ бөтә Рәсәй күләмендә 200-ҙән ашыу акция һәм проект ойошторҙоҡ һәм уларҙы тормошҡа ашырҙыҡ, был илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә 150-нән ашыу кешене экологик практикаға йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне Александр Рябых.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-17/ekologtar-m-oyoshtor-an-3441478
17 Сентябрь , 13:30
ba
Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Ошо көндәрҙә Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы үтә. Форум программаһы төрлө эшлекле һәм мәҙәни сараларға бай. Унда Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов та ҡатнаша.   – Көндөң тәүге яртыһында “SibWoodExpo” күргәҙмәһендә махсуслаштырылған урман техникаһы һәм ҡорамалдары эше менән таныштыҡ. Сара сиктәрендә пленар ултырыш үтте, ә иртәгә коллегаларыбыҙ менән урман сәнәғәте комплексына ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, урман янғындарын асыҡлау һәм бөтөрөү, урман тармағын һанлаштырыу һәм урмандарҙың климат көн тәртибенә индергән өлөшө мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр серияһында ҡатнашасаҡбыҙ. Шулай уҡ ағымдағы йылды ойоштороусыларҙың пландарында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртыу ҡаралған, – тип уртаҡлашты Марат Шәрәфетдинов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был форум икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм урман тармағының ҡаҙаныштары һәм проблемалары тураһында һөйләшеү өсөн майҙансыҡ булып тора, был ҡуйылған бурыстарҙы бергәләп хәл итергә һәм илебеҙҙең урман хужалығын артабан үҫтереү йүнәлешен билдәләргә ярҙам итә. Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы бара
Ошо көндәрҙә Иркутск ҡалаһында “Рәсәй урмандары” форумы үтә. Форум программаһы төрлө эшлекле һәм мәҙәни сараларға бай. Унда Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов та ҡатнаша. – Көндөң тәүге яртыһында “SibWoodExpo” күргәҙмәһендә махсуслаштырылған урман техникаһы һәм ҡорамалдары эше менән таныштыҡ. Сара сиктәрендә пленар ултырыш үтте, ә иртәгә коллегаларыбыҙ менән урман сәнәғәте комплексына ярҙам итеү һәм уны үҫтереү, урман янғындарын асыҡлау һәм бөтөрөү, урман тармағын һанлаштырыу һәм урмандарҙың климат көн тәртибенә индергән өлөшө мәсьәләләренә арналған түңәрәк өҫтәлдәр серияһында ҡатнашасаҡбыҙ. Шулай уҡ ағымдағы йылды ойоштороусыларҙың пландарында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ағастар ултыртыу ҡаралған, – тип уртаҡлашты Марат Шәрәфетдинов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был форум икенсе йыл рәттән уҙғарыла һәм урман тармағының ҡаҙаныштары һәм проблемалары тураһында һөйләшеү өсөн майҙансыҡ булып тора, был ҡуйылған бурыстарҙы бергәләп хәл итергә һәм илебеҙҙең урман хужалығын артабан үҫтереү йүнәлешен билдәләргә ярҙам итә.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-14/irkutsk-ala-ynda-r-s-y-urmandary-forumy-bara-3437194
14 Сентябрь , 18:40
ba
Урмандарға барһаң...
18 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республика биләмәһендә урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы, шул иҫәптән урман ултыртыуҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү һәм урман фонды биләмәһендә ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында Башҡортоста Урман хужалығы министрлығы “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһын үткәрә. Иҫкәртеү сараһында шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре, ЮХХДИ идаралығы, төбәктең Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы, йәмәғәт урман инспекторҙары, казак йәмғиәттәре (Ғафури, Нуриман, Иглин һәм Яңауыл урмансылыҡтары биләмәләрендә) һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнашасаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм үрмәле үҫемлектәрҙе законһыҙ ҡырҡыу - енәйәт (РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы), уның өсөн ете йылға тиклем иректән мәхрүм итергә, шулай уҡ административ яуаплылыҡҡа ла тарттырыуҙары мөмкин (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһы). Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу, урман үҫентеләренә зыян килтереү йәки урмандарҙа ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы үҙ белдегең менән ҡаҙып алған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған: - граждандарға өс меңдән биш мең һумға тиклем; - вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 50 мең һумға тиклем; - ойошмаларға  – 200 меңдән 500 мең һумға тиклем, бынан тыш, ҡырҡылған һәр ағас өсөн зыян ҡаплатыла. РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһындағы билдәләмәгә ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған таксалар буйынса ағастарға, ҡыуаҡтарға һәм үрмәле үҫемлектәргә килтерелгән зыян биш мең һумдан ашыу булғанда – һиҙерлек күләмле, 50 мең һумдан ашһа – ҙур күләмле, 150 мең һумдан ашһа, айырыуса ҙур күләмле тип таныла. Әгәр һеҙ урман ҡануниәтен боҙоу осраҡтарын күрһәгеҙ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Төбәк диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Телефоны: 8 (347) 218-14-14. Автор фотоһы.
18 сентябрҙән 8 октябргә тиклем республика биләмәһендә урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы, шул иҫәптән урман ултыртыуҙы законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү һәм урман фонды биләмәһендә ғәйепле кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында Башҡортоста Урман хужалығы министрлығы “Урман” оператив-иҫкәртеү операцияһын үткәрә. Иҫкәртеү сараһында шулай уҡ Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль бүлексәләре, ЮХХДИ идаралығы, төбәктең Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы, йәмәғәт урман инспекторҙары, казак йәмғиәттәре (Ғафури, Нуриман, Иглин һәм Яңауыл урмансылыҡтары биләмәләрендә) һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары ҡатнашасаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм үрмәле үҫемлектәрҙе законһыҙ ҡырҡыу - енәйәт (РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы), уның өсөн ете йылға тиклем иректән мәхрүм итергә, шулай уҡ административ яуаплылыҡҡа ла тарттырыуҙары мөмкин (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.28-се статьяһы).Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу, урман үҫентеләренә зыян килтереү йәки урмандарҙа ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы үҙ белдегең менән ҡаҙып алған өсөн административ штраф һалыу ҡаралған:- граждандарға өс меңдән биш мең һумға тиклем;- вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 50 мең һумға тиклем;- ойошмаларға – 200 меңдән 500 мең һумға тиклем, бынан тыш, ҡырҡылған һәр ағас өсөн зыян ҡаплатыла. РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһындағы билдәләмәгә ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған таксалар буйынса ағастарға, ҡыуаҡтарға һәм үрмәле үҫемлектәргә килтерелгән зыян биш мең һумдан ашыу булғанда– һиҙерлек күләмле, 50 мең һумдан ашһа – ҙур күләмле, 150 мең һумдан ашһа, айырыуса ҙур күләмле тип таныла.
Экология
true
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-14/urmandar-a-bar-a-3436217
14 Сентябрь , 14:30
ba
Ирәндектә ятҡылыҡтар эшкәртелмәйәсәк!
Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы Фәйзулла майҙансығында эҙләнеү эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу мәсьәләһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшенә ыңғай баһа бирҙе. "Был райондарҙа һәм, дөйөм алғанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе биләмәлә ниндәй эштәр алып барылыуы борсой. Федераль ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу агентлығы менән бик көсөргәнешле һөйләшеү булды. Беҙҙе ишеттеләр. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары башлыҡтарынан был хәбәрҙе халыҡҡа еткереүҙәрен һорайым. Республикала ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү әүҙем бара, әммә беҙ ниндәй урындарға бөтөнләй теймәҫкә кәрәклеген белергә тейешбеҙ", – тине республика Башлығы оператив кәңәшмәлә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов аңлатыуынса, 1 мартта Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән подрядсы араһында республиканың Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарындағы Фәйзулла майҙансығында оксидлы марганец мәғдәненә эҙләнеү эштәрен үткәреүгә контракт төҙөлгән. "Контракт шарттары буйынса подрядсы 2025 йылға тиклем Фәйзулла майҙансығының геологик төҙөлөшөн тикшерергә, эҙләү шарттарын әҙерләргә, перспективалы марганец зоналарын билдәләргә тейеш ине. Беҙҙең республикала марганец запасы үткән быуаттың 30-40 йылдарында уҡ асыҡланған һәм тасуирланған. 60-70 йылдарҙа геофизик, геологик һәм тематик тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Һәр 30-40 йыл һайын тәбиғәт ресурстары тураһында мәғлүмәт дәүләт тарафынан системалы рәүештә яңыртыла. Шулай итеп, эштәр Рәсәй ер аҫтын инвентаризациялау буйынса дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарылды. Әлеге ваҡытта бындай эштәр бөтә ил буйынса 10 участкала, шул иҫәптән Тымыҡ океанда ла, үткәрелә. Шуныһы мөһим: лицензия файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы күҙ уңында тотмай. Ғәмәлдә компания элекке эштәрҙең геологик, геохимик һәм геофизик материалдарын йыйыуҙы, системалаштырыуҙы, анализлауҙы үҙ эсенә алған тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса геологик мәғлүмәт отчеты бирелде. Унда марганец мәғдәненең сифаты арҡаһында артабанғы эштәрҙе үткәреүҙең файҙаһыҙлығы билдәләнде. Быйыл июнь айында Әбйәлил районындағы Көньяҡ Ниязғол майҙансығына аукцион үткәрелмәүе лә ошоноң менән аңлатыла. Бер ғариза ла бирелмәне. Шуға күрә, ҡануниәткә ярашлы, Роснедра һәм подрядсы ағымдағы йылдың 29 авгусынан яҡтарҙың үҙ-ара килешеүе буйынса дәүләт контрактын өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте”, – тип аңлатты вице-премьер – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов. Уның һүҙҙәренсә, уҙған йылдың сентябрендә республика Башлығының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына биргән йөкләмәһе контрактты өҙөү буйынса мөһим һәм әһәмиәтле факторҙарҙың береһе булды. Был йөкләмә Ирәндек һырты районында айырыуса һаҡланған биләмә булдырыу мәсьәләһенә ҡағыла.  Фәйзулла майҙансығындағы бөтә эштәр Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия контроле аҫтында алып барылды. Ул ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса эште дауам итәсәк. “Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында Көньяҡ Фәйзулла ятҡылығы ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның тураһында XIX быуатта уҡ билдәле була, сығарылған запастарҙы баһалау буйынса тикшеренеүҙәр 1990 йылдарҙа үткәрелә. Әммә баһалау мәғлүмәттәренә ярашлы, был ятҡылыҡта марганец запастары күләме ҙур түгел һәм уны сәнәғәт күләмендә сығарыуҙың үҙҡиммәте донъя баҙарындағы мәғдән хаҡынан юғарыраҡ буласаҡ, – тип аңлатты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең геология институты директоры, геология-минералогия фәндәре докторы Сергей Ковалев. – Марганец сеймалы Рәсәйҙә сығарылмай тиерлек, ә Габондан, Һиндостандан һәм башҡа илдәрҙән һатып алына, йылына 1-1,2 миллион тонна импортлана. Рәсәйҙә марганец ферросплавтары етештереү буйынса бер нисә предприятие бар. Ҡоростоң үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн махсус өҫтәмә йылына 600 мең тонна самаһы етештерелә. Марганец мәғдәнен Уралда, Кемерово өлкәһендә, башҡа төбәктәрҙә сығарырға маташтылар, әммә эш аҙағына тиклем алып барып еткерелмәне. Төп сәбәп финанс мәсьәләләренә ҡағылды. Башҡортостанда бөгөн бер нисә марганец мәғдәне ятҡылығы асыҡланған. Республикала сеймалдың дөйөм запастары 1,5–2 миллион тонна тирәһендә баһалана, әммә уларҙы сәнәғәттә үҙләштереүҙең иҡтисади перспективалары ҙур һорау тыуҙыра”. "Ирәндек һыртында геологик тикшеренеүҙәр үткәреүҙе туҡтатыуҙы дөрөҫ тип атарға мөмкин, – тип иҫәпләй гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәси фәндәр кандидаты Марат Мәрҙәнов. – Был биологик төрлөлөктө һәм тарихи-мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк. Республикала социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлау контексында ҡарарҙың мөһимлеген баһалап бөткөһөҙ. Этнополитолог һәм тарихсы булараҡ, шуны билдәләп үтергә теләйем: Ирәндек һырты башҡорт фольклорында һәм хәҙерге заман әҫәрҙәрендә йыш осрай". "Башҡортостандың Баймаҡ районында һүҙ Ирәндек һырты районында урынлашҡан Фәйзулла майҙансығының марганец мәғдәне запастарын эшкәртеү тураһында түгел, ә баһалау буйынса геологик эҙләнеүҙәр үткәреү хаҡында барҙы, – ти Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре Йәлил Һөйөндөков. – Эштәр “Тәбиғәт ресурстарын тергеҙеү һәм файҙаланыу” дәүләт программаһына ярашлы Роснедра бойороғо нигеҙендә планлаштырылды. Әммә был пландар урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырҙы – был осраҡта уларҙы аңларға мөмкин. Алтын сығарыу компаниялары йыш ҡына разведка үткәреү маҡсатында майҙанға инә, ә ысынында шунда уҡ мәғдән сығара башлай. Марганец запастары буйынса планлаштырылған тикшеренеүҙәр элек тә үткәрелгән булған, геологик минералдар запастарының үҙгәрмәүен иҫәпкә алып, Ирәндек һыртындағы эҙләнеүҙәр буйынса элекке отчеттарҙы күтәреү генә лә етә. Шуға күрә тикшеренеү эштәрен туҡтатыу һәм подрядсы менән контрактты өҙөү тураһында ҡарарҙы тулыһынса нигеҙле тип атарға мөмкин. Шул уҡ хәл Әбйәлил районы биләмәһендә марганец мәғдәндәре запастарын разведкалауға ла ҡағыла. Был объект буйынса подрядсыны һайлау өсөн аукцион үткәрелмәне. Артабан бындай тендерҙарҙы республика һәм муниципалитет етәкселеге менән кәңәшләшкәндән һуң ғына иғлан итергә кәрәк, тип уйлайым“. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия Башҡортостан Башлығы указы менән 2021 йылда булдырылды. Ул республика биләмәһендә намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы күҙ уңында тота. Был структура үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Комиссия эшләгән осорҙа 355 ғәмәлдәге һәм 96 ташландыҡ файҙалы ҡаҙылма сығарыу урыны асыҡланды. Тәбиғәт ресурстарын вәхшиҙәрсә сығарған компаниялар лицензияһынан мәхрүм ителде. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым йыйыуҙы арттырырға мөмкинлек бирҙе. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 47 процентҡа артҡан, ә бюджеттың өҫтәмә килеме 250 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Радий Хәбиров Әбйәлил һәм Баймаҡ райондарындағы Фәйзулла майҙансығында эҙләнеү эштәрен үткәреүҙе контролдә тотоу мәсьәләһендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия эшенә ыңғай баһа бирҙе."Был райондарҙа һәм, дөйөм алғанда, Башҡортостанда йәшәүселәрҙе биләмәлә ниндәй эштәр алып барылыуы борсой. Федераль ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу агентлығы менән бик көсөргәнешле һөйләшеү булды. Беҙҙе ишеттеләр. Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары башлыҡтарынан был хәбәрҙе халыҡҡа еткереүҙәрен һорайым. Республикала ятҡылыҡтарҙы эшкәртеү әүҙем бара, әммә беҙ ниндәй урындарға бөтөнләй теймәҫкә кәрәклеген белергә тейешбеҙ", – тине республика Башлығы оператив кәңәшмәлә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов аңлатыуынса, 1 мартта Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән подрядсы араһында республиканың Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарындағы Фәйзулла майҙансығында оксидлы марганец мәғдәненә эҙләнеү эштәрен үткәреүгә контракт төҙөлгән."Контракт шарттары буйынса подрядсы 2025 йылға тиклем Фәйзулла майҙансығының геологик төҙөлөшөн тикшерергә, эҙләү шарттарын әҙерләргә, перспективалы марганец зоналарын билдәләргә тейеш ине. Беҙҙең республикала марганец запасы үткән быуаттың 30-40 йылдарында уҡ асыҡланған һәм тасуирланған. 60-70 йылдарҙа геофизик, геологик һәм тематик тикшеренеүҙәр үткәрелгән.Һәр 30-40 йыл һайын тәбиғәт ресурстары тураһында мәғлүмәт дәүләт тарафынан системалы рәүештә яңыртыла. Шулай итеп, эштәр Рәсәй ер аҫтын инвентаризациялау буйынса дөйөм дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарылды. Әлеге ваҡытта бындай эштәр бөтә ил буйынса 10 участкала, шул иҫәптән Тымыҡ океанда ла, үткәрелә. Шуныһы мөһим: лицензия файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙы күҙ уңында тотмай. Ғәмәлдә компания элекке эштәрҙең геологик, геохимик һәм геофизик материалдарын йыйыуҙы, системалаштырыуҙы, анализлауҙы үҙ эсенә алған тикшеренеүҙәр үткәрҙе. Тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса геологик мәғлүмәт отчеты бирелде. Унда марганец мәғдәненең сифаты арҡаһында артабанғы эштәрҙе үткәреүҙең файҙаһыҙлығы билдәләнде. Быйыл июнь айында Әбйәлил районындағы Көньяҡ Ниязғол майҙансығына аукцион үткәрелмәүе лә ошоноң менән аңлатыла. Бер ғариза ла бирелмәне. Шуға күрә, ҡануниәткә ярашлы, Роснедра һәм подрядсы ағымдағы йылдың 29 авгусынан яҡтарҙың үҙ-ара килешеүе буйынса дәүләт контрактын өҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте”, – тип аңлатты вице-премьер– Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов. Уның һүҙҙәренсә, уҙған йылдың сентябрендә республика Башлығының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына биргән йөкләмәһе контрактты өҙөү буйынса мөһим һәм әһәмиәтле факторҙарҙың береһе булды. Был йөкләмә Ирәндек һырты районында айырыуса һаҡланған биләмә булдырыу мәсьәләһенә ҡағыла. Фәйзулла майҙансығындағы бөтә эштәр Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия контроле аҫтында алып барылды. Ул ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса эште дауам итәсәк.“Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында Көньяҡ Фәйзулла ятҡылығы ҡыҙыҡһыныу уятты. Уның тураһында XIX быуатта уҡ билдәле була, сығарылған запастарҙы баһалау буйынса тикшеренеүҙәр 1990 йылдарҙа үткәрелә. Әммә баһалау мәғлүмәттәренә ярашлы, был ятҡылыҡта марганец запастары күләме ҙур түгел һәм уны сәнәғәт күләмендә сығарыуҙың үҙҡиммәте донъя баҙарындағы мәғдән хаҡынан юғарыраҡ буласаҡ, – тип аңлатты Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең геология институты директоры, геология-минералогия фәндәре докторы Сергей Ковалев. – Марганец сеймалы Рәсәйҙә сығарылмай тиерлек, ә Габондан, Һиндостандан һәм башҡа илдәрҙән һатып алына, йылына 1-1,2 миллион тонна импортлана. Рәсәйҙә марганец ферросплавтары етештереү буйынса бер нисә предприятие бар. Ҡоростоң үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн махсус өҫтәмә йылына 600 мең тонна самаһы етештерелә. Марганец мәғдәнен Уралда, Кемерово өлкәһендә, башҡа төбәктәрҙә сығарырға маташтылар, әммә эш аҙағына тиклем алып барып еткерелмәне. Төп сәбәп финанс мәсьәләләренә ҡағылды. Башҡортостанда бөгөн бер нисә марганец мәғдәне ятҡылығы асыҡланған. Республикала сеймалдың дөйөм запастары 1,5–2 миллион тонна тирәһендә баһалана, әммә уларҙы сәнәғәттә үҙләштереүҙең иҡтисади перспективалары ҙур һорау тыуҙыра”."Ирәндек һыртында геологик тикшеренеүҙәр үткәреүҙе туҡтатыуҙы дөрөҫ тип атарға мөмкин, – тип иҫәпләй гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәси фәндәр кандидаты Марат Мәрҙәнов. – Был биологик төрлөлөктө һәм тарихи-мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк. Республикала социаль-иҡтисади тотороҡлолоҡто һаҡлау контексында ҡарарҙың мөһимлеген баһалап бөткөһөҙ. Этнополитолог һәм тарихсы булараҡ, шуны билдәләп үтергә теләйем: Ирәндек һырты башҡорт фольклорында һәм хәҙерге заман әҫәрҙәрендә йыш осрай"."Башҡортостандың Баймаҡ районында һүҙ Ирәндек һырты районында урынлашҡан Фәйзулла майҙансығының марганец мәғдәне запастарын эшкәртеү тураһында түгел, ә баһалау буйынса геологик эҙләнеүҙәр үткәреү хаҡында барҙы, – ти Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай филиалының өлкән ғилми хеҙмәткәре Йәлил Һөйөндөков. – Эштәр “Тәбиғәт ресурстарын тергеҙеү һәм файҙаланыу” дәүләт программаһына ярашлы Роснедра бойороғо нигеҙендә планлаштырылды. Әммә был пландар урындағы халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙырҙы – был осраҡта уларҙы аңларға мөмкин. Алтын сығарыу компаниялары йыш ҡына разведка үткәреү маҡсатында майҙанға инә, ә ысынында шунда уҡ мәғдән сығара башлай. Марганец запастары буйынса планлаштырылған тикшеренеүҙәр элек тә үткәрелгән булған, геологик минералдар запастарының үҙгәрмәүен иҫәпкә алып, Ирәндек һыртындағы эҙләнеүҙәр буйынса элекке отчеттарҙы күтәреү генә лә етә. Шуға күрә тикшеренеү эштәрен туҡтатыу һәм подрядсы менән контрактты өҙөү тураһында ҡарарҙы тулыһынса нигеҙле тип атарға мөмкин. Шул уҡ хәл Әбйәлил районы биләмәһендә марганец мәғдәндәре запастарын разведкалауға ла ҡағыла. Был объект буйынса подрядсыны һайлау өсөн аукцион үткәрелмәне. Артабан бындай тендерҙарҙы республика һәм муниципалитет етәкселеге менән кәңәшләшкәндән һуң ғына иғлан итергә кәрәк, тип уйлайым“.Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса ведомство-ара комиссия Башҡортостан Башлығы указы менән 2021 йылда булдырылды. Ул республика биләмәһендә намыҫһыҙ ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы күҙ уңында тота. Был структура үҙенең һөҙөмтәлелеген иҫбатлай. Комиссия эшләгән осорҙа 355 ғәмәлдәге һәм 96 ташландыҡ файҙалы ҡаҙылма сығарыу урыны асыҡланды. Тәбиғәт ресурстарын вәхшиҙәрсә сығарған компаниялар лицензияһынан мәхрүм ителде. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә тәртип урынлаштырыу киң таралған файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуға һалым йыйыуҙы арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-12/ir-ndekt-yat-yly-tar-eshk-rtelm-y-s-k-3432078
12 Сентябрь , 13:00
ba
Айыу һыйырға ташланған
Мәләүез районының Сергеевка ауылы янында айыу һыйырға һөжүм иткән. Шаһиттар йыртҡыстың һөжүм иткән мәлен төшөрөп камераға алған. Көтөүҙе ауыл халҡы алмашлап көтә икән. Урман араһында тыныс ҡына ашап йөрөгән малдарға айыу һөжүм итә. Көтөүсе тәүҙә урман хужаһын ҡурҡытыр өсөн машинаны ҡысҡырта, һуңынан төшөп, йыртҡысты күҫәк менән өркөтә. Быға яуап итеп айыу урмандан бер нисә тапҡыр ҡысҡыра. Йәрәхәтләнгән һыйыр иҫән ҡалған. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урынбаҫары Камил Биргулиев аңлатыуынса, ғәҙәттә, йәш ярымлыҡ айыуҙар кешенән ҡурҡмай. Тап улар ҡала һәм ауылдарға инеүҙән хәүефләнмәй. Олоғая бара айыу кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыша. - Республикала йәмғеһе 2 300 айыу һанала. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре аҙыҡ эҙләп ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, - ти Камил Биргулиев. Тораҡ пункттарға ингән йыртҡыстарҙы күрһәгеҙ, шунда уҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив дежур хеҙмәткәренә шылтыратып +7 (347) 218-04-30, шулай уҡ 112 һандарын йыйып хәбәр итегеҙ.   Видео һәм фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.Айыу һыйырға ташланған
Мәләүез районының Сергеевка ауылы янында айыу һыйырға һөжүм иткән. Шаһиттар йыртҡыстың һөжүм иткән мәлен төшөрөп камераға алған. Көтөүҙе ауыл халҡы алмашлап көтә икән. Урман араһында тыныс ҡына ашап йөрөгән малдарға айыу һөжүм итә. Көтөүсе тәүҙә урман хужаһын ҡурҡытыр өсөн машинаны ҡысҡырта, һуңынан төшөп, йыртҡысты күҫәк менән өркөтә. Быға яуап итеп айыу урмандан бер нисә тапҡыр ҡысҡыра. Йәрәхәтләнгән һыйыр иҫән ҡалған. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урынбаҫары Камил Биргулиев аңлатыуынса, ғәҙәттә, йәш ярымлыҡ айыуҙар кешенән ҡурҡмай. Тап улар ҡала һәм ауылдарға инеүҙән хәүефләнмәй. Олоғая бара айыу кеше күҙенә салынмаҫҡа тырыша.- Республикала йәмғеһе 2 300 айыу һанала. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре аҙыҡ эҙләп ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, - ти Камил Биргулиев. Тораҡ пункттарға ингән йыртҡыстарҙы күрһәгеҙ, шунда уҡ Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының оператив дежур хеҙмәткәренә шылтыратып , шулай уҡ 112 һандарын йыйып хәбәр итегеҙ. Видео һәм фото социаль селтәрҙәрҙән алынды.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-10/ayyu-yyyr-a-tashlan-an-3428286
10 Сентябрь , 17:40
ba
Бәшмәк йыя башлаусыларға кәңәштәр
Һуңғы арала көндәр ямғырлы тора. Күптәргә йонсоу һауа торошо оҡшамаһа ла, бәшмәкселәр ҡыуана, сөнки ямғырҙан һуң бәшмәк ҡалҡа! Әммә был шөғөл үҙенә күрә һаҡлыҡ та талап итә.  - Тәжрибәле бәшмәкселәр ҙә яңылыша! Шикләнһәң – өҙмә! Әгәр алдыңда ниндәй бәшмәк үҫеп ултырғанын белмәһәң, бик һирәк осраған төргә оҡшаһа ла, ҡырҡып алмауың хәйерле. - Урманға тәүге походтарға тәжрибәле бәшмәксе менән барырға тырышығыҙ. - Башта бәшмәктең көпшәле төрҙәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уларҙың эшләпәһе аҫтындағы өлөшө губканы хәтерләтә. Бындай бәшмәктәр араһында ағыулылары һирәк осрай. Ундайҙарға ҡайын, уҫаҡ бәшмәге ҡарай. - Бәшмәктәр урманда ғына үҫә, тип уйламағыҙ. Бәшмәкле урындарҙың уйламаған ерҙә, мәҫәлән, ҙур булмаған ағаслыҡта ла булыуы ихтимал. Яҡтылыҡ һәйбәт төшкән, тәпәш үлән үҫкән урындарҙа бәшмәккә бай аҡландар йыш осрай. - Был эш өсөн иң ҡулай һауыт – кәрзин. Биҙрә һәм полиэтилен ҡапсыҡтар ярамай, сөнки уларға һауа инмәй һәм бәшмәктәр тиҙ боҙола. Бысаҡ менән файҙаланығыҙ: ҡырҡҡан саҡта бәшмәктең ҡортломо, түгелме икәнен дә күрерһегеҙ. Ҙур бәшмәктәрҙе йыйыу менән мауыҡмағыҙ. Ғәҙәттә улар боҙолған була. - Юл буйҙарынан, сәнәғәт предприятиелары, тимер юлы янында бәшмәк йыймағыҙ. Улар, губка һымаҡ, тирә-яҡ мөхиттәге бөтә матдәләрҙе үҙенә һеңдерә. Һөҙөмтәлә бәшмәктә нитраттар ҙа, пестицидтар ҙа, ауыр металдар ҙа булыуы бар. - Өйҙә бәшмәкте мөмкин тиклем тиҙерәк эшкәртергә кәрәк. Бер тәүлектән һуң бөтә уңышты сүп-сар биҙрәһенә ташларға тура киләсәк, сөнки бәшмәктәр ашарға яраҡһыҙға әйләнәсәк. Әгәр эшкәртеп бөтә алмаһағыҙ, ҡалғанын киптерегеҙ йәки туңдырығыҙ. - Урманға юлланыр алдынан мотлаҡ һауа торошона күҙәтеү менән танышығыҙ. Әгәр синоптиктар ямғыр йәки йәшен вәғәҙә итһә, сәйәхәтегеҙҙе кисектереп тороғоҙ.
Һуңғы арала көндәр ямғырлы тора. Күптәргә йонсоу һауа торошо оҡшамаһа ла, бәшмәкселәр ҡыуана, сөнки ямғырҙан һуң бәшмәк ҡалҡа! Әммә был шөғөл үҙенә күрә һаҡлыҡ та талап итә. - Тәжрибәле бәшмәкселәр ҙә яңылыша! Шикләнһәң – өҙмә! Әгәр алдыңда ниндәй бәшмәк үҫеп ултырғанын белмәһәң, бик һирәк осраған төргә оҡшаһа ла, ҡырҡып алмауың хәйерле.- Урманға тәүге походтарға тәжрибәле бәшмәксе менән барырға тырышығыҙ.- Башта бәшмәктең көпшәле төрҙәренә өҫтөнлөк бирегеҙ. Уларҙың эшләпәһе аҫтындағы өлөшө губканы хәтерләтә. Бындай бәшмәктәр араһында ағыулылары һирәк осрай. Ундайҙарға ҡайын, уҫаҡ бәшмәге ҡарай.- Бәшмәктәр урманда ғына үҫә, тип уйламағыҙ. Бәшмәкле урындарҙың уйламаған ерҙә, мәҫәлән, ҙур булмаған ағаслыҡта ла булыуы ихтимал. Яҡтылыҡ һәйбәт төшкән, тәпәш үлән үҫкән урындарҙа бәшмәккә бай аҡландар йыш осрай.- Был эш өсөн иң ҡулай һауыт – кәрзин. Биҙрә һәм полиэтилен ҡапсыҡтар ярамай, сөнки уларға һауа инмәй һәм бәшмәктәр тиҙ боҙола. Бысаҡ менән файҙаланығыҙ: ҡырҡҡан саҡта бәшмәктең ҡортломо, түгелме икәнен дә күрерһегеҙ. Ҙур бәшмәктәрҙе йыйыу менән мауыҡмағыҙ. Ғәҙәттә улар боҙолған була.- Юл буйҙарынан, сәнәғәт предприятиелары, тимер юлы янында бәшмәк йыймағыҙ. Улар, губка һымаҡ, тирә-яҡ мөхиттәге бөтә матдәләрҙе үҙенә һеңдерә. Һөҙөмтәлә бәшмәктә нитраттар ҙа, пестицидтар ҙа, ауыр металдар ҙа булыуы бар.-Өйҙә бәшмәкте мөмкин тиклем тиҙерәк эшкәртергә кәрәк. Бер тәүлектән һуң бөтә уңышты сүп-сар биҙрәһенә ташларға тура киләсәк, сөнки бәшмәктәр ашарға яраҡһыҙға әйләнәсәк. Әгәр эшкәртеп бөтә алмаһағыҙ, ҡалғанын киптерегеҙ йәки туңдырығыҙ.- Урманға юлланыр алдынан мотлаҡ һауа торошона күҙәтеү менән танышығыҙ.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-10/b-shm-k-yyya-bashlausylar-a-k-sht-r-3426966
10 Сентябрь , 09:00
ba
Ике айыу ауылға яҡын йөрөй
Урман айыуһыҙ булмай, әммә быйыл “тайыштабандар” бигерәк әүҙемләште. Был күптәрҙә борсолоу тыуҙыра. Белорет районының Сермән һәм Аҙнағол ауылы эргәһендә айыуҙар эйәләп алған. Ошо хаҡта Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов уртаҡлашты. “Сермән ауылы эргәһендә "Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янындағы урманда муйынында аҡ һыҙаты булған айыу төпләнгән. Был "Сермәндеке". Аҙнағол ауылын янында "Аҙнағолдоҡо" йөрөй. Улар араһындағы биләмә сиге яҡынса Наяҙы йылғаһы буйлап үтә. Айыуҙар һанын көйләүгә рөхсәт алып, яңылыш "Аҙнағолдоҡо" артынан ҡыуып китәләр, ә шул уҡ ваҡытта "Сермәндеке" үҙенең яратҡан урынында була. Кисә уларҙың икеһен дә бер-береһенән алыҫ түгел күреп ҡалалар. Бик һаҡ булығыҙ!" – тип яҙҙы ул. Белорет районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова аңлатыуынса, урман янғындарынан һуң Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре яғынан айыуҙарҙың миграцияһы күҙәтелә. Тейешле хеҙмәттәр хәлде белеп, кәрәкле саралар күрә. Хөрмәтле граждандар, көслө урман янғындары ҡырағай хайуандарҙың туҡланыу аҙығын кәметеүгә булышлыҡ итте. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тип бит халыҡ, шуға ла улар ауыл-ҡалаларға яҡынлашты. Шуға ла үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, урманға йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ.
Урман айыуһыҙ булмай, әммә быйыл “тайыштабандар” бигерәк әүҙемләште. Был күптәрҙә борсолоу тыуҙыра. Белорет районының Сермән һәм Аҙнағол ауылы эргәһендә айыуҙар эйәләп алған. Ошо хаҡта Сермән ауыл биләмәһе башлығы Айытбай Әйүпов уртаҡлашты.“Сермән ауылы эргәһендә "Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияһы янындағы урманда муйынында аҡ һыҙаты булған айыу төпләнгән. Был "Сермәндеке". Аҙнағол ауылын янында "Аҙнағолдоҡо" йөрөй. Улар араһындағы биләмә сиге яҡынса Наяҙы йылғаһы буйлап үтә. Айыуҙар һанын көйләүгә рөхсәт алып, яңылыш "Аҙнағолдоҡо" артынан ҡыуып китәләр, ә шул уҡ ваҡытта "Сермәндеке" үҙенең яратҡан урынында була. Кисә уларҙың икеһен дә бер-береһенән алыҫ түгел күреп ҡалалар. Бик һаҡ булығыҙ!" – тип яҙҙы ул. Белорет районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова аңлатыуынса, урман янғындарынан һуң Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре яғынан айыуҙарҙың миграцияһы күҙәтелә. Тейешле хеҙмәттәр хәлде белеп, кәрәкле саралар күрә. Хөрмәтле граждандар, көслө урман янғындары ҡырағай хайуандарҙың туҡланыу аҙығын кәметеүгә булышлыҡ итте. Тамаҡ тамуҡҡа илтә, тип бит халыҡ, шуға ла улар ауыл-ҡалаларға яҡынлашты.
Экология
false
https://bashgazet.ru/articles/ekologiya/2023-09-09/ike-ayyu-auyl-a-ya-yn-y-r-y-3426503
9 Сентябрь , 20:00
ba
Айыуҙы поезд тапаған...
Һуңғы ваҡытта айыуҙарға бәйле хәбәрҙәр күп булды, уйламаған ерҙәрҙә килеп сыҡты улар, ауылдарға, ҡалаларға яҡынайҙылар, Өфө районында ла күренделәр, юлға сығып аптыраттылар. Үткән аҙнала хатта Ишембай районындағы Петровское ауылында бер ҡатынға айыу ташланып яраланы...  Һәм бына йәнә бер хәбәр: 19 октябрҙә төндә тауар поезы алдына айыу йүгереп сыға. Был хәл «Түлгән – Инйәр» юлының 117-се километрында була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан билдәләүҙәренсә, хайуан юлға ҡапыл килеп сыҡҡан һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған. Башҡа поездарҙың хәрәкәтенә зыян килмәгән, тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Һуңғы ваҡытта айыуҙарға бәйле хәбәрҙәр күп булды, уйламаған ерҙәрҙә килеп сыҡты улар, ауылдарға, ҡалаларға яҡынайҙылар, Өфө районында ла күренделәр, юлға сығып аптыраттылар. Үткән аҙнала хатта Ишембай районындағы Петровское ауылында бер ҡатынға айыу ташланып яраланы... Һәм бына йәнә бер хәбәр: 19 октябрҙә төндә тауар поезы алдына айыу йүгереп сыға. Был хәл «Түлгән – Инйәр» юлының 117-се километрында була. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан билдәләүҙәренсә, хайуан юлға ҡапыл килеп сыҡҡан һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булған.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-22/ayyu-y-poezd-tapa-an-3488055
22 Октябрь , 10:00
ba
Кешенән ҡурҡмаған ҡырағай хайуандар бармы?
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡала һәм ауылдарға инергә батырсылыҡ иткән ҡырағай хайуандар рейтингын төҙөгән. Был исемлектә тәүге урында төлкөләр тора. Быйыл “112” һандарын йыйып, төлкө менән осрашыуҙары тураһында йөҙгә яҡын кеше шылтыратып әйткән. Икенсе урында мышылар килә. Йыл башынан 74 мөрәжәғәт теркәлгән. Шуларҙың 36-һы май айында, мышыларҙың уйын ваҡытына тура килгән. Был мәлдә айырыуса ата мышылар ҡурҡыу тойғоһон юғалта. Өсөнсө урында йыландар тора. Йыландан ҡотҡарыуҙы һорап 72 тапҡыр шылтыратҡандар. Айырыуса көндәр һыуытып, йыландар йорт-ҡураларҙа йәшеренә башлағас, мөрәжәғәттәр һаны артҡан. Ә бына айыуҙар менән осрашыу тураһында хәбәр итеп йыл башынан 42 тапҡыр шылтыратҡандар. Август-сентябрь айҙарында мөрәжәғәттәр һаны артып, 25 шылтыратыу теркәлгән. Бүреләр, һеләүһендәр, тейендәр һәм үрмәкселәр менән осрашыу тураһында ла шылтыратыусылар булған. Йәмғеһе йыл башынан ҡырағай хайуандарҙың торлаҡ пункттарға инеүе тураһында 318 тапҡыр шылтыратып хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар ҡырағай хайуандар менән осрашҡанда һаҡ булырға, яйлап ҡына ситкә китергә һәм “112” һандарын йыйырға кәңәш итә. Ҡырағай йәнлекте ҡурҡытып маташмағыҙ, ҡысҡырмағыҙ. Ҡырағай йәнлектәр, ғәҙәттә, кешенән ҡурҡа һәм үҙенә хәүеф янағанда ғына һөжүм итә икәнлеген онотмағыҙ. Ә һеҙҙең ҡырағай йәнлек менән осрашҡанығыҙ бармы? Хәтирәләрегеҙ менән уртаҡлашығыҙ!
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡала һәм ауылдарға инергә батырсылыҡ иткән ҡырағай хайуандар рейтингын төҙөгән. Был исемлектә тәүге урында төлкөләр тора. Быйыл “112” һандарын йыйып, төлкө менән осрашыуҙары тураһында йөҙгә яҡын кеше шылтыратып әйткән. Икенсе урында мышылар килә. Йыл башынан 74 мөрәжәғәт теркәлгән. Шуларҙың 36-һы май айында, мышыларҙың уйын ваҡытына тура килгән. Был мәлдә айырыуса ата мышылар ҡурҡыу тойғоһон юғалта. Өсөнсө урында йыландар тора. Йыландан ҡотҡарыуҙы һорап 72 тапҡыр шылтыратҡандар. Айырыуса көндәр һыуытып, йыландар йорт-ҡураларҙа йәшеренә башлағас, мөрәжәғәттәр һаны артҡан. Ә бына айыуҙар менән осрашыу тураһында хәбәр итеп йыл башынан 42 тапҡыр шылтыратҡандар. Август-сентябрь айҙарында мөрәжәғәттәр һаны артып, 25 шылтыратыу теркәлгән. Бүреләр, һеләүһендәр, тейендәр һәм үрмәкселәр менән осрашыу тураһында ла шылтыратыусылар булған. Йәмғеһе йыл башынан ҡырағай хайуандарҙың торлаҡ пункттарға инеүе тураһында 318 тапҡыр шылтыратып хәбәр иткәндәр.Ҡотҡарыусылар ҡырағай хайуандар менән осрашҡанда һаҡ булырға, яйлап ҡына ситкә китергә һәм “112” һандарын йыйырға кәңәш итә. Ҡырағай йәнлекте ҡурҡытып маташмағыҙ, ҡысҡырмағыҙ. Ҡырағай йәнлектәр, ғәҙәттә, кешенән ҡурҡа һәм үҙенә хәүеф янағанда ғына һөжүм итә икәнлеген онотмағыҙ. Ә һеҙҙең ҡырағай йәнлек менән осрашҡанығыҙ бармы?
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-20/keshen-n-ur-ma-an-yra-ay-hayuandar-barmy-3487291
20 Октябрь , 19:00
ba
Айыу балаһының береһе тотолған
Өс көн элек Ишембай районының Петровское ауылында балаларын эйәрткән айыу ҡатынға ташланып, ныҡ йәрәхәтләгәйне. Ҡатын әлеге мәлдә дауаханала, уның хәле ауыр тип баһалана. Инә айыуҙы иһә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар инспекторҙары атырға мәжбүр булды. Министр урынбаҫары Камил Биргулиев билдәләүенсә, айыу балаларын “Ишембай район-ҡала һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте”нең биләмәһенә урынлаштырырға йыйыналар ине. Әммә бына инде нисәнсе көн инспекторҙар уларҙы тота алманы. Айыу балаларының береһе ауыл тирәһендә йүгереп йөрөгән. Ә бына икәүһе урманға ҡасҡандыр, моғайын тип фаразлай һунарсылар. Камил Биргулиев әйтеүенсә, был айыу балалары үҙаллы йәшәргә әҙер. Һыуыҡтарҙы тойоу менән улар үҙҙәренә өң эшләргә лә, үҙҙәрен туйындыра ла ала. Шуға ҡарамаҫтан, инспекторҙар уларҙы эҙләүен дауам итә. Ҡыш дауамында айыу балалары кеше ҡарамағында булһа ла, яҙғыһын тайыш табандарҙы урманға ебәрергә планлаштыралар.   Фото Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.
Өс көн элек Ишембай районының Петровское ауылында балаларын эйәрткән айыу ҡатынға ташланып, ныҡ йәрәхәтләгәйне. Ҡатын әлеге мәлдә дауаханала, уның хәле ауыр тип баһалана. Инә айыуҙы иһә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар инспекторҙары атырға мәжбүр булды. Министр урынбаҫары Камил Биргулиев билдәләүенсә, айыу балаларын “Ишембай район-ҡала һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте”нең биләмәһенә урынлаштырырға йыйыналар ине. Әммә бына инде нисәнсе көн инспекторҙар уларҙы тота алманы. Айыу балаларының береһе ауыл тирәһендә йүгереп йөрөгән. Ә бына икәүһе урманға ҡасҡандыр, моғайын тип фаразлай һунарсылар. Камил Биргулиев әйтеүенсә, был айыу балалары үҙаллы йәшәргә әҙер. Һыуыҡтарҙы тойоу менән улар үҙҙәренә өң эшләргә лә, үҙҙәрен туйындыра ла ала. Шуға ҡарамаҫтан, инспекторҙар уларҙы эҙләүен дауам итә. Ҡыш дауамында айыу балалары кеше ҡарамағында булһа ла, яҙғыһын тайыш табандарҙы урманға ебәрергә планлаштыралар.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-17/ayyu-bala-yny-bere-e-totol-an-3480752
17 Октябрь , 09:00
ba
Архангелдә глэмпинг барлыҡҡа киләсәк
Ул Инйәр йылғаһы ярында, Абҙан шарлауығынан алыҫ түгел ерҙә, глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Урын осраҡлы һайланмаған: яҡында ғына Өфө – Инйәр трассаһы үтә, баш ҡаланан бер сәғәтлек кенә юл, шуға күрә бында тәбиғәт менән икәүҙән-икәү генә ҡалып, тулыһынса ял итәһең. Проектты хупланыҡ һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса глэмпинг урынлаштырыу өсөн ер участкаһы эҙләүҙә ярҙам иттек. Хәҙер биләмәлә көмбәҙ формаһында туристик өйҙәр әүҙем төҙөлә. Эшҡыуар ни өсөн тап көмбәҙле йорттарҙы һайлағанын уртаҡлашты – улар үҙенсәлекле һәм классик формалағы йорттарҙан шуныһы менән айырыла: Төҙөлөш ваҡыты әҙерәк. Материалдар әҙерәк тотонола. Йылытыу өсөн энергия сығымдары һауаның тәбиғи конвекцияһы иҫәбенә кәмерәк. Ныҡ өйҙәр, яҡтылыҡ та күберәк була. 2023 йылдың аҙағына тиклем эшҡыуар мунса һәм башҡорт милли аш-һыуы менән кафе төҙөргә ниәтләй. Уға уңыштар теләйбеҙ! Ә Архангел районы биләмәһендә үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәрҙе "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә көтәбеҙ. Ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында (https://investrb.ru/ru/)  йәки 8 (34774) 21597 телефон һандары буйынса Архангел районы хакимиәтенең иҡтисад бүлегендә ҡалдырырға мөмкин, – тип яҙған Архангел районының бизнес-шәрифе Виктор Пьянов.
Ул Инйәр йылғаһы ярында, Абҙан шарлауығынан алыҫ түгел ерҙә, глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Урын осраҡлы һайланмаған: яҡында ғына Өфө – Инйәр трассаһы үтә, баш ҡаланан бер сәғәтлек кенә юл, шуға күрә бында тәбиғәт менән икәүҙән-икәү генә ҡалып, тулыһынса ял итәһең. Проектты хупланыҡ һәм осрашыу йомғаҡтары буйынса глэмпинг урынлаштырыу өсөн ер участкаһы эҙләүҙә ярҙам иттек. Хәҙер биләмәлә көмбәҙ формаһында туристик өйҙәр әүҙем төҙөлә. Эшҡыуар ни өсөн тап көмбәҙле йорттарҙы һайлағанын уртаҡлашты – улар үҙенсәлекле һәм классик формалағы йорттарҙан шуныһы менән айырыла:Төҙөлөш ваҡыты әҙерәк. Материалдар әҙерәк тотонола. Йылытыу өсөн энергия сығымдары һауаның тәбиғи конвекцияһы иҫәбенә кәмерәк. Ныҡ өйҙәр, яҡтылыҡ та күберәк була. 2023 йылдың аҙағына тиклем эшҡыуар мунса һәм башҡорт милли аш-һыуы менән кафе төҙөргә ниәтләй. Уға уңыштар теләйбеҙ!Ә Архангел районы биләмәһендә үҙ проекттарын тормошҡа ашырырға теләүселәрҙе "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә көтәбеҙ.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-16/arhangeld-glemping-barly-a-kil-s-k-3480723
16 Октябрь , 22:05
ba
"Урманға барһам, ҡулда гел бысаҡ. Ҡурҡам..."
Борай районында тыуып Тәтешлелә үҫкән, хәҙер ситтә йәшәгән Ирина Хәмиҙуллина бәшмәк йыйырға ярата. Ә быйыл бәшмәк күп булды. Уның урман, айыу-бүре, ҡасҡындар тураһындағы яҙмаһын уҡыуы ҡыҙыҡ булыр, моғайын. "Айыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы әллә һеҙ?" тигән һорауға яуап: ҡурҡа-а-а-а-аа-а-м!!! Ватсапта Башҡортостанда булған ҡурҡыныс хәлдәр тураһында фотолар йөрөй. Ҡарарға ҡурҡыта... Эйе, урман йәнлекһеҙ булмай. Бигерәк тә тыуған яғым Башҡортостандағы кеүек тайгаға барып тоташа торған 100-200-әр саҡрымға һуҙылғандары... Хәҙерге аҡылым булһа, ул урмандарға аяҡ та баҫмаҫ инем. Вк-төркөмөндә минең бергә уйнап үҫкән, шул ҡара урмандарҙа йөрөгән дуҫтарым да бар. Ирина, Сирина, Зифинә, бала саҡ дуҫтарым, беҙҙе Аллаһ һаҡлағандыр ул яҡтарҙа йөрөгәндә. 70 йәшлек өләсәйем, күрше Йәмиға әбейгә эйәреп йөрөгән саҡтарымды иҫкә төшөрәм... Ҡарурман уртаһында Рәлде тигән ауылға (хәҙер ул юҡтыр инде) барып етә яҙа инек. Урман эсе ҡап-ҡараңғы, шыҡһыҙ бейек ҡарағайҙар, ҡырмыҫҡа иләүҙәрендә ҙур-ҙур айыу эҙҙәре, ул шул ояларҙы туҙҙырып ташлаған, йомортҡалары менән туҡлана, ти ине өләсәй... Беҙҙең яҡта бүре, айыу күрмәгән кеше һирәктер. Күрше Зәки ағайҙарҙың иҫке өйҙәренә айыу килеп, тәҙрәләренән ҡарап торғас, ағай, таяҡ башына соляркаға манып алған сепрәк урап, факел ҡабыҙып, беҙҙе, урам балаларын, айыу ҡыуырға алып сыҡҡайны. Вағыраҡтар арттан сабабыҙ... Айыуға барып төртөлһәң дә, бер нимә күренмәгән ҡараңғы төн ине ул... Бүреләр менән осрашыу ҙа булды. Класташтар менән ҡышын күрше ауылдан ҡайтҡанда йәнәшәбеҙҙән тиерлек бер көтөү бүре оҙатып барҙы. Яҡынлашманылар. Беҙ ҙә күп, улар ҙа биш-етәү тирәһе...  Ни эшләптер, айыу-бүрегә ҡарағанда ҡасҡындарҙан нығыраҡ ҡурҡа инек. Урманға барабыҙ, тиһәм, өләсәйҙең беренсе һүҙе: "Юлығыҙға ҡасҡы сыҡмаһын". Пермь, Екатеринбург яҡтарында төрмәләр күп, урмандар ҡалын, бер осо беҙгә килеп тоташа. Төрмәнән ҡасыусыларҙы "ҡасҡы" тиҙәр ине. Ике тапҡыр осраша яҙып ҡалғаным булды. Береһендә ул беҙҙе күрергә лә өлгөрмәне, Бүде урманында түңгәккә ултырып, аяғына силғау урай ине. Өҫтөндә йыртылып бөткән фуфайка-телогрейка. Ауылға ҡәҙәр саптыҡ... Икенсеһендә беҙ өләсәй менән арттараҡ ҡалған инек, күрше әбей ейәне менән өҫтөнә барып сыҡҡан. Ҡасҡын бер бураҙнала һуҙылып ятҡан. Ыҫылдап: "Һеҙ мине күрмәнегеҙ", - тигән. Ҡайҙан инде унда еләк йыйыу ҡайғыһы... Хәҙер, 57 йәшемдә, әлеге әрәмәлек кеүек урмандарҙан нығыраҡ та ҡурҡам. Ҡабандан да, мышы-боландан да, йыландан да. Биш көн элек ирем менән бәшмәккә барғанда ла ҡабан мығырҙаны бит! Башым вентилятор кеүек әйләнә, үҙем машинаға ҡарай сабам... Марат: "Ҡайҙа сабаһың, борғоланма, тура ғына бар, арттан ҡыумай бит!" - ти. Һы, арттан ҡыуһа, ҡурҡыуҙан шунда йығылып үләм дә мин! Ирем, кеше ышанмаҫлыҡты дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тип, уҙған йылда күргән бүрене лә һөйләттермәне. Ҡарт, яңғыҙ бүре ине. Йәлләнем дә үҙен. Ул мине йәлләр инеме икән... Ҡулда гел бысаҡ... Әле урманға барыр алдынан сарлап алам". Фото һәм сығанаҡ: https://vk.com/id215206489
Борай районында тыуып Тәтешлелә үҫкән, хәҙер ситтә йәшәгән Ирина Хәмиҙуллина бәшмәк йыйырға ярата. Ә быйыл бәшмәк күп булды. Уның урман, айыу-бүре, ҡасҡындар тураһындағы яҙмаһын уҡыуы ҡыҙыҡ булыр, моғайын."Айыуҙан ҡурҡмайһығыҙмы әллә һеҙ?" тигән һорауға яуап: ҡурҡа-а-а-а-аа-а-м!!! Ватсапта Башҡортостанда булған ҡурҡыныс хәлдәр тураһында фотолар йөрөй. Ҡарарға ҡурҡыта... Эйе, урман йәнлекһеҙ булмай. Бигерәк тә тыуған яғым Башҡортостандағы кеүек тайгаға барып тоташа торған 100-200-әр саҡрымға һуҙылғандары...Хәҙерге аҡылым булһа, ул урмандарға аяҡ та баҫмаҫ инем. Вк-төркөмөндә минең бергә уйнап үҫкән, шул ҡара урмандарҙа йөрөгән дуҫтарым да бар. Ирина, Сирина, Зифинә, бала саҡ дуҫтарым, беҙҙе Аллаһ һаҡлағандыр ул яҡтарҙа йөрөгәндә. 70 йәшлек өләсәйем, күрше Йәмиға әбейгә эйәреп йөрөгән саҡтарымды иҫкә төшөрәм... Ҡарурман уртаһында Рәлде тигән ауылға (хәҙер ул юҡтыр инде) барып етә яҙа инек. Урман эсе ҡап-ҡараңғы, шыҡһыҙ бейек ҡарағайҙар, ҡырмыҫҡа иләүҙәрендә ҙур-ҙур айыу эҙҙәре, ул шул ояларҙы туҙҙырып ташлаған, йомортҡалары менән туҡлана, ти ине өләсәй...Беҙҙең яҡта бүре, айыу күрмәгән кеше һирәктер. Күрше Зәки ағайҙарҙың иҫке өйҙәренә айыу килеп, тәҙрәләренән ҡарап торғас, ағай, таяҡ башына соляркаға манып алған сепрәк урап, факел ҡабыҙып, беҙҙе, урам балаларын, айыу ҡыуырға алып сыҡҡайны. Вағыраҡтар арттан сабабыҙ... Айыуға барып төртөлһәң дә, бер нимә күренмәгән ҡараңғы төн ине ул...Бүреләр менән осрашыу ҙа булды. Класташтар менән ҡышын күрше ауылдан ҡайтҡанда йәнәшәбеҙҙән тиерлек бер көтөү бүре оҙатып барҙы. Яҡынлашманылар. Беҙ ҙә күп, улар ҙа биш-етәү тирәһе... Ни эшләптер, айыу-бүрегә ҡарағанда ҡасҡындарҙан нығыраҡ ҡурҡа инек. Урманға барабыҙ, тиһәм, өләсәйҙең беренсе һүҙе: "Юлығыҙға ҡасҡы сыҡмаһын". Пермь, Екатеринбург яҡтарында төрмәләр күп, урмандар ҡалын, бер осо беҙгә килеп тоташа. Төрмәнән ҡасыусыларҙы "ҡасҡы" тиҙәр ине. Ике тапҡыр осраша яҙып ҡалғаным булды. Береһендә ул беҙҙе күрергә лә өлгөрмәне, Бүде урманында түңгәккә ултырып, аяғына силғау урай ине. Өҫтөндә йыртылып бөткән фуфайка-телогрейка. Ауылға ҡәҙәр саптыҡ... Икенсеһендә беҙ өләсәй менән арттараҡ ҡалған инек, күрше әбей ейәне менән өҫтөнә барып сыҡҡан. Ҡасҡын бер бураҙнала һуҙылып ятҡан. Ыҫылдап: "Һеҙ мине күрмәнегеҙ", - тигән. Ҡайҙан инде унда еләк йыйыу ҡайғыһы...Хәҙер, 57 йәшемдә, әлеге әрәмәлек кеүек урмандарҙан нығыраҡ та ҡурҡам. Ҡабандан да, мышы-боландан да, йыландан да. Биш көн элек ирем менән бәшмәккә барғанда ла ҡабан мығырҙаны бит! Башым вентилятор кеүек әйләнә, үҙем машинаға ҡарай сабам... Марат: "Ҡайҙа сабаһың, борғоланма, тура ғына бар, арттан ҡыумай бит!" - ти. Һы, арттан ҡыуһа, ҡурҡыуҙан шунда йығылып үләм дә мин!Ирем, кеше ышанмаҫлыҡты дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тип, уҙған йылда күргән бүрене лә һөйләттермәне. Ҡарт, яңғыҙ бүре ине. Йәлләнем дә үҙен. Ул мине йәлләр инеме икән...Ҡулда гел бысаҡ...
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-15/urman-a-bar-am-ulda-gel-bysa-ur-am-3479036
15 Октябрь , 19:00
ba
Ҡатын ауыр хәлдә...
Бөгөн иртә менән Ишембай районының Петровское ауылында булған хәл бар республиканы тетрәндергәйне. Балаларын эйәрткән инә айыу көпә-көндөҙ кешегә ташланып, уны яраланы. Был хәл тураһында әле анығыраҡ мәғлүмәттәр билдәле булды. Урындағы хакимиәт башлығы һөйләүенсә, ҡатын кеше ауыл урамы буйлап китеп барған. Ҡапыл ҡаршыһына балаһын эйәрткән айыу килеп сыҡҡан. Януар кеше уның балаһына зыян килтерер тип уйланымы икән, ул ҡатынға ташланған. – Ҡатын менән айыу араһында һуғыш башлана. Ҡатын януарҙың арҡаһына һуға. Ҡайһы берәүҙәр айыу ҡулын өҙөп алған тип яҙа. Улай уҡ түгел тиҙәр, ҡулын һындырған һәм тиреһен тырнаған. Уны ашығыс ярҙам менән Ишембайға алып киттеләр, – тигән Александр Летунов. Шулай уҡ ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ҡатын тере, хәле ауыр тип баһалана. Ә айыуға килгәндә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар инспектоҙары инә айыуҙы атҡан. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев һүҙҙәренсә, урман ҡунағы ауыл буйлап айыу балалары менән йөрөй. Бындай осраҡта ҡырағай йәнлек хәүефле һәм тирә-йүндәгеләргә хәүеф менән янай. Шуға күрә уны юҡ итергә хәл ителде. Тотолған айыу балаларын “Ишембай район-ҡала һунарсылар һәм балыҡсылар йәмғиәте” урындағы йәмәғәт ойошмаһына тапшырыу күҙаллана.
Бөгөн иртә менән Ишембай районының Петровское ауылында булған хәл бар республиканы тетрәндергәйне. Балаларын эйәрткән инә айыу көпә-көндөҙ кешегә ташланып, уны яраланы. Был хәл тураһында әле анығыраҡ мәғлүмәттәр билдәле булды. Урындағы хакимиәт башлығы һөйләүенсә, ҡатын кеше ауыл урамы буйлап китеп барған. Ҡапыл ҡаршыһына балаһын эйәрткән айыу килеп сыҡҡан. Януар кеше уның балаһына зыян килтерер тип уйланымы икән, ул ҡатынға ташланған.– Ҡатын менән айыу араһында һуғыш башлана. Ҡатын януарҙың арҡаһына һуға. Ҡайһы берәүҙәр айыу ҡулын өҙөп алған тип яҙа. Улай уҡ түгел тиҙәр, ҡулын һындырған һәм тиреһен тырнаған. Уны ашығыс ярҙам менән Ишембайға алып киттеләр, – тигән Александр Летунов. Шулай уҡ ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ҡатын тере, хәле ауыр тип баһалана. Ә айыуға килгәндә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунар инспектоҙары инә айыуҙы атҡан. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев һүҙҙәренсә, урман ҡунағы ауыл буйлап айыу балалары менән йөрөй. Бындай осраҡта ҡырағай йәнлек хәүефле һәм тирә-йүндәгеләргә хәүеф менән янай. Шуға күрә уны юҡ итергә хәл ителде.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-13/atyn-auyr-h-ld-3477785
13 Октябрь , 15:30
ba
Умырзая сәскә атҡан!
Был донъя торғаны бер мөғжизә инде. Хәйбулла районының Вәлит ауылы эргәһендә октябрь айында умырзаялар сәскә атҡан. Был хаҡта “Бәйләнештә” селтәрендәге битендә Миләүшә Аслаева хәбәр итә, фактты иҫбатлаған фотолар ҙа һалған. Көҙҙөң йылы килеүе, сыуаҡ көндәрҙең күп булыуы тәбиғәтте уянырға мәжбүр иткәндер. Ҡайҙалыр емеш ағастары, “хаталанып” китеп,  яңынан сәскә ата, ә бына Хәйбулла районында ҡар ирегәнен дә көтөп тормай яҙын баш ҡалҡытыусы умырзаялар миҙгелде бутаған, күрәһең. Күк  умырзая  – лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Утыҙҙан ашыу төрө билдәле. Составында сапониндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Был донъя торғаны бер мөғжизә инде. Хәйбулла районының Вәлит ауылы эргәһендә октябрь айында умырзаялар сәскә атҡан. Был хаҡта “Бәйләнештә” селтәрендәге битендә Миләүшә Аслаева хәбәр итә, фактты иҫбатлаған фотолар ҙа һалған. Көҙҙөң йылы килеүе, сыуаҡ көндәрҙең күп булыуы тәбиғәтте уянырға мәжбүр иткәндер. Ҡайҙалыр емеш ағастары, “хаталанып” китеп, яңынан сәскә ата, ә бына Хәйбулла районында ҡар ирегәнен дә көтөп тормай яҙын баш ҡалҡытыусы умырзаялар миҙгелде бутаған, күрәһең. Күк умырзая – лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Утыҙҙан ашыу төрө билдәле. Составында сапониндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-10/umyrzaya-s-sk-at-an-3472160
10 Октябрь , 09:00
ba
Тәүге ҡарҙы көтәбеҙ
Көҙ үҙ хоҡуҡтарына ныҡлап инде. Бөгөн иртә менән ҡояш сыҡһа ла, көн һалҡын, елле. Әле синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Улар әйтеүенсә алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын була, ямғыр һәм ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ. Бөгөн, 9 октябрҙә ямғыр, урыны менән көслө ямғыр яуасаҡ. Төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел дә көслө итеп көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан иҫәсәк. Һауа температураһы +6, +11 градус. Иртәгә, 10 октябрҙә лә һалҡын була. Төндә ҡар яуа, ә көндөҙ ямғырҙар. Һауа температураһы түбәнәйә һәм төндә -2, +3, көндөҙ +3,+8 градус буласаҡ. Республика көнөндә лә әллә ни йылытыу көтөлмәй. Ямғыр һәм ҡарлы ямғыр яуыуын дауам итәсәк. Төндә һәм иртән таулы райондарҙа юлдарҙа боҙлауыҡ ятасаҡ.
Көҙ үҙ хоҡуҡтарына ныҡлап инде. Бөгөн иртә менән ҡояш сыҡһа ла, көн һалҡын, елле. Әле синоптиктар алдағы көндәргә һауа торошо тураһында мәғлүмәт бирҙе. Улар әйтеүенсә алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын була, ямғыр һәм ямғыр ҡатыш ҡар яуасаҡ. Бөгөн, 9 октябрҙә ямғыр, урыны менән көслө ямғыр яуасаҡ. Төньяҡ райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә. Ел дә көслө итеп көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан иҫәсәк. Һауа температураһы +6, +11 градус. Иртәгә, 10 октябрҙә лә һалҡын була. Төндә ҡар яуа, ә көндөҙ ямғырҙар. Һауа температураһы түбәнәйә һәм төндә -2, +3, көндөҙ +3,+8 градус буласаҡ. Республика көнөндә лә әллә ни йылытыу көтөлмәй. Ямғыр һәм ҡарлы ямғыр яуыуын дауам итәсәк.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-09/t-ge-ar-y-k-t-be-3471094
9 Октябрь , 10:30
ba
Ҡаcан осоп китерҙәр?
Ҡайҙа тыныслыҡ, ҡайҙа татыулыҡ –  аҡҡоштар шунда. Благовар районының Языков ауылындағы быуаға бер төркөм аҡҡоштар төшкән! Бына мөғжизә! Урындағы халыҡ уларға һоҡланып, ситтән генә күҙәтеп, кәм тигәндә 13 ҡош йөҙөүен иҫәпләгән. Был күңелле ваҡиға хаҡында район хакимиәте башлығы Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. Орнитологтар әйтеүенсә, көҙөн аҡҡоштар төркөмгә туплана башлай. Был  ҡоштарҙың йылы яҡҡа осорға йыйыныуы тураһында һөйләмәй әле, ҡағиҙә булараҡ, көньяҡҡа уларҙың октябрҙең икенсе яртыһында, хатта ноябрь башында йүнәлеүе билдәле. Белгестәр әйтеүенсә, ыҫылдауыҡ аҡҡоштарҙың бер өлөшө республикала ҡышларға ҡала.Әлегә улар быуаны йәмләп, халыҡтың иғтибарын үҙенә тартып, муйындарын тура тотоп, рәхәтләнеп йөҙөүҙәрен белә...
Ҡайҙа тыныслыҡ, ҡайҙа татыулыҡ – аҡҡоштар шунда. Благовар районының Языков ауылындағы быуаға бер төркөм аҡҡоштар төшкән! Бына мөғжизә!Урындағы халыҡ уларға һоҡланып, ситтән генә күҙәтеп, кәм тигәндә 13 ҡош йөҙөүен иҫәпләгән. Был күңелле ваҡиға хаҡында район хакимиәте башлығы Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. Орнитологтар әйтеүенсә, көҙөн аҡҡоштар төркөмгә туплана башлай. Был ҡоштарҙың йылы яҡҡа осорға йыйыныуы тураһында һөйләмәй әле, ҡағиҙә булараҡ, көньяҡҡа уларҙың октябрҙең икенсе яртыһында, хатта ноябрь башында йүнәлеүе билдәле. Белгестәрәйтеүенсә, ыҫылдауыҡ аҡҡоштарҙың бер өлөшө республикала ҡышларға ҡала.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-10-03/alyr-army-osop-kiter-rme-3463120
3 Октябрь , 14:00
ba
Төлкөләр пассажирҙарҙы ҡаршылай...
Башҡортостанда Инйәр станцияһында төлкөләр поезд пассажирҙарын ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән. Был хаҡта “Телеграмма РЖД” телеграм-каналы хәбәр итә. Төлкөләр Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан станцияға килә. “Кейектәр  агрессив түгел, ҡыҙыҡһыныусан, ашарға  һорарға ғәҙәтләнгәндәр”,– тип яҙа телеграм-канал. “Роспотребнадзор” был йәһәттән халыҡты һаҡ булырға саҡыра, йыртҡыстарҙың зыян килтереү ихтималлығын иҫкәртә. ”Улар нисек кенә һөйкөмлө булып тойолмаһын, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡырағай хайуандарҙың инфекция сығанағы булыуы мөмкин”,– тип хәбәр итә ведомство. Төлкөләр араһында ҡотороу сире таралыуы билдәле, кешеләрҙең  вирус менән зарарланыуы буйынса  төлкөләр башҡа ҡырағай хайуандар араһында беренсе урында тора.
Башҡортостанда Инйәр станцияһында төлкөләр поезд пассажирҙарын ҡаршы алырға ғәҙәтләнгән. Был хаҡта “Телеграмма РЖД” телеграм-каналы хәбәр итә. Төлкөләр Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығынан станцияға килә. “Кейектәр агрессив түгел, ҡыҙыҡһыныусан, ашарға һорарға ғәҙәтләнгәндәр”,– тип яҙа телеграм-канал.“Роспотребнадзор” был йәһәттән халыҡты һаҡ булырға саҡыра, йыртҡыстарҙың зыян килтереү ихтималлығын иҫкәртә. ”Улар нисек кенә һөйкөмлө булып тойолмаһын, иҫегеҙҙә тотоғоҙ, ҡырағай хайуандарҙың инфекция сығанағы булыуы мөмкин”,– тип хәбәр итә ведомство.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-28/t-lk-l-r-passazhir-ar-y-arshylay-3457398
28 Сентябрь , 10:30
ba
Ҡайһы ҡәбәхәттең ҡулы барған?
Башҡортостанда катерҙағы әҙәмдәр йылға аша йөҙөп барған мышыға атҡан. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығы хеҙмәткәрҙәре Дүртөйлө районында браконьерҙарҙы эҙләй. Был хаҡта полиция интернетҡа һалынған видеояҙма аша белеп ҡала – унда катерҙағы һунарсыларҙың һыуҙағы мышыға атҡан ваҡыты төшөрөлгән. Тикшереүҙәрҙән һуң тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк, сөнки бында һүҙ законһыҙ һунар тураһында бара.
Башҡортостанда катерҙағы әҙәмдәр йылға аша йөҙөп барған мышыға атҡан. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфөләге идаралығы хеҙмәткәрҙәре Дүртөйлө районында браконьерҙарҙы эҙләй. Был хаҡта полиция интернетҡа һалынған видеояҙма аша белеп ҡала – унда катерҙағы һунарсыларҙың һыуҙағы мышыға атҡан ваҡыты төшөрөлгән.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-22/ay-y-b-h-tte-uly-bar-an-3451005
22 Сентябрь , 19:00
ba
Айыуҙар йәнә ауылға килгән
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тауҙан төшөп килгән ике тайыштабанды видеоға төшөрөп алғандар. Видеояҙманың авторы – Фидалиә Ҡунаҡҡужина. “Ҡыҙым менән икебеҙ булдыҡ, ул видеоға төшөрҙө.  Беҙҙең кәртә эргәһенән төштөләр. Үҙебеҙ ҡыуып ебәрҙек. Артабан ике малай мотоциклда алыҫҡараҡ ҡыуҙы. Төндә айыуҙар кире килде”, - ти Мөнирә апай Ҡансурина. Һуңғы ваҡытта айыуҙарҙың ауыл тирәһенә үтә лә яҡын килеүе йыш күҙәтелә. Быны ҡайһы берәүҙәр урман янғындары, урманда йыртҡыстар ашарлыҡ ризыҡтың кәмеүе менән аңлата. Икенселәр хәлде һунар итеүҙе сикләүгә, йыртҡыс йәнлектәрҙең һанының артыуына бәйләй. Нисек кенә булмаһын, мал-тыуар көтөп, шунан алған табышҡа ҡарап йәшәгән ауыл халҡы өсөн айыу-бүренең ауыл тирәһенә килеүе хәүеф-хәтәр тыуҙыра. Малға ғына түгел, тәү сиратта, кешенең үҙе өсөн ҡурҡыныс. Әгәр ауыл эргәһендә йыртҡыс йәнлек күрһәгеҙ, был хаҡта «112» телефоны аша хәбәр итегеҙ. Уларға яҡын килеү хәүефле икәнен онотмағыҙ. Әгәр бәлә янаһа, көслө тауыш сығарып өркөтөргә тырышығыҙ.
Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тауҙан төшөп килгән ике тайыштабанды видеоға төшөрөп алғандар. Видеояҙманың авторы – Фидалиә Ҡунаҡҡужина. “Ҡыҙым менән икебеҙ булдыҡ, ул видеоға төшөрҙө. Беҙҙең кәртә эргәһенән төштөләр. Үҙебеҙ ҡыуып ебәрҙек. Артабан ике малай мотоциклда алыҫҡараҡ ҡыуҙы. Төндә айыуҙар кире килде”, - ти Мөнирә апай Ҡансурина.Һуңғы ваҡытта айыуҙарҙың ауыл тирәһенә үтә лә яҡын килеүе йыш күҙәтелә. Быны ҡайһы берәүҙәр урман янғындары, урманда йыртҡыстар ашарлыҡ ризыҡтың кәмеүе менән аңлата. Икенселәр хәлде һунар итеүҙе сикләүгә, йыртҡыс йәнлектәрҙең һанының артыуына бәйләй. Нисек кенә булмаһын, мал-тыуар көтөп, шунан алған табышҡа ҡарап йәшәгән ауыл халҡы өсөн айыу-бүренең ауыл тирәһенә килеүе хәүеф-хәтәр тыуҙыра. Малға ғына түгел, тәү сиратта, кешенең үҙе өсөн ҡурҡыныс. Әгәр ауыл эргәһендә йыртҡыс йәнлек күрһәгеҙ, был хаҡта «112» телефоны аша хәбәр итегеҙ. Уларға яҡын килеү хәүефле икәнен онотмағыҙ.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-19/ayyu-ar-y-n-auyl-a-kilg-n-3444768
19 Сентябрь , 14:30
ba
Зубрҙар һаны артасаҡ
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәк биләмәһендә белорус зубрҙары популяцияһын булдырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов 2023 йылдың майында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына тәүге туғыҙ баш зубрҙы алып килеүе хаҡында хәбәр итте. Ә ноябрь аҙағына тиклем популяцияны тағы ла туғыҙ башҡа арттырыу планлаштырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың ғинуарында республика делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында Башҡортостан биләмәһендә зубрҙарҙың интродукциялау тураһында килешеүҙәргә өлгәшелде. – Әле зубрҙар ирекле йөрөй. Улар йөрөгән урындарға ашамлыҡ ҡалдыралар һәм фототоҙаҡтар ҡуйғандар. Парк инспекторҙары көн һайын йәнлектәргә мониторинг үткәрә, уларҙың торошон ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай, – тип һөйләне Нияз Фазылов. – Йәнлектәр үҙҙәрен һаҡ тота һәм ҙур булмаған хәүеф билдәләре булғанда ҡуйы урманда йәшеренә. Министр әйтеүенсә, “Мораҙым тарлауығы” паркы ҡырағай хайуандарҙы урынлаштырыу өсөн юҡҡа һайланмаған, сөнки уның территорияһы дәүләт һағында тора. Бынан тыш, зубрҙар бында ҡышҡы аҙыҡ менән тәьмин ителәсәк. Был участканың үҙенсәлеге шунда – унда урман массивы ҡалын. Нияз Фазылов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биология институты урман ерҙәренең сифатын һәм мал аҙығы һыйышлығын билдәләйәсәк, тип өҫтәне. Был урындағы флораға һәм фаунаға зыян килтермәйенсә парк биләмәһен һыйҙыра алған хайуандар һанын иҫәпләп сығарырға мөмкинлек бирәсәк.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә төбәк биләмәһендә белорус зубрҙары популяцияһын булдырыу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов 2023 йылдың майында “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркына тәүге туғыҙ баш зубрҙы алып килеүе хаҡында хәбәр итте. Ә ноябрь аҙағына тиклем популяцияны тағы ла туғыҙ башҡа арттырыу планлаштырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың ғинуарында республика делегацияһының Беларусь Республикаһына сәфәре барышында Башҡортостан биләмәһендә зубрҙарҙың интродукциялау тураһында килешеүҙәргә өлгәшелде.– Әле зубрҙар ирекле йөрөй. Улар йөрөгән урындарға ашамлыҡ ҡалдыралар һәм фототоҙаҡтар ҡуйғандар. Парк инспекторҙары көн һайын йәнлектәргә мониторинг үткәрә, уларҙың торошон ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай, – тип һөйләне Нияз Фазылов. – Йәнлектәр үҙҙәрен һаҡ тота һәм ҙур булмаған хәүеф билдәләре булғанда ҡуйы урманда йәшеренә. Министр әйтеүенсә, “Мораҙым тарлауығы” паркы ҡырағай хайуандарҙы урынлаштырыу өсөн юҡҡа һайланмаған, сөнки уның территорияһы дәүләт һағында тора. Бынан тыш, зубрҙар бында ҡышҡы аҙыҡ менән тәьмин ителәсәк. Был участканың үҙенсәлеге шунда – унда урман массивы ҡалын. Нияз Фазылов, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биология институты урман ерҙәренең сифатын һәм мал аҙығы һыйышлығын билдәләйәсәк, тип өҫтәне.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-18/zubr-ar-any-artasa-3443984
18 Сентябрь , 20:30
ba
Бәшмәкселәр айыуға осрап, уның менән фотоға төшкән
"Подслушано Аскарово и Абзелиловский район" вк-төркөмө яҙыуынса, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зәйнетдиновтар ғаиләһе үҙҙәре тыуып үҫкән Хәмит ауылына ҡайтып, урманға бәшмәккә барған. Унда уларға айыу осраған. Ҡурҡмайынса, улар ете минут буйы яҡында ғына ашанып йөрөгән тайыштабанды фотоға һәм видеоға төшөргән. Кадр артында "Дауай-дауай, миңә кил", "ҡурҡмай ҙа бит әле" тигән тауыштар ҙа ишетелә. Ир кеше хатта айыу менән фотоға ла төшә. Аҙаҡтан ҡысҡырып, ботаҡтар ташлап, машинаны пипелдәтеп айыуҙы ҡурҡытып ебәрәләр. Ярай әле хайуан кешеләргә ташланмаған. Айыу бит көтмәгәндә һөжүм итергә лә мөмкин. Видеонан күренеүенсә, ул шәп хәрәкәт итә, йүгерә.  Урманда һаҡ булығыҙ! Быйыл айыу бик күп, ауылдарға яҡын киләләр, малға ла ташланалар. Видео сығанағы: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-54044308_626017%2F9b153d6182dd22ce80&z=video-54044308_456240545%2F242b08fc30b956a45b%2Fpl_post_-54044308_626017Бәшмәкселәр айыуға осрап, уның менән фотоға төшкән
"Подслушано Аскарово и Абзелиловский район" вк-төркөмө яҙыуынса, Әбйәлил районының Асҡар ауылынан Зәйнетдиновтар ғаиләһе үҙҙәре тыуып үҫкән Хәмит ауылына ҡайтып, урманға бәшмәккә барған. Унда уларға айыу осраған.Ҡурҡмайынса, улар ете минут буйы яҡында ғына ашанып йөрөгән тайыштабанды фотоға һәм видеоға төшөргән. Кадр артында "Дауай-дауай, миңә кил", "ҡурҡмай ҙа бит әле" тигән тауыштар ҙа ишетелә. Ир кеше хатта айыу менән фотоға ла төшә. Аҙаҡтан ҡысҡырып, ботаҡтар ташлап, машинаны пипелдәтеп айыуҙы ҡурҡытып ебәрәләр. Ярай әле хайуан кешеләргә ташланмаған. Айыу бит көтмәгәндә һөжүм итергә лә мөмкин. Видеонан күренеүенсә, ул шәп хәрәкәт итә, йүгерә. Урманда һаҡ булығыҙ! Быйыл айыу бик күп, ауылдарға яҡын киләләр, малға ла ташланалар.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-17/b-shm-ksel-r-ayyu-a-osra-an-3441509
17 Сентябрь , 20:00
ba
Бындай урын донъяла башҡа юҡ!
Башҡортостанда 16-22 сентябрҙә «ГеоВызов» беренсе халыҡ-ара геология чемпионаты үтә. Унда Рәсәй төбәктәренән 20 команда, шулай уҡ Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнаша. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Геология институты директоры, геология-минералогия фәндәре докторы Сергей Ковалев белдереүенсә, был - Ер үҫешенең миллиард ярым йылын тәшкил иткән тотош киҫелештең ун бер саҡрымы. «Бындай урын донъяла бер ҡайҙа ла юҡ. Беҙҙә шулай уҡ Ҡыраҡа комплексы бар - ул мантиялар фрагменты, шихандар, «алтын сөйҙәр» һәм башҡалар», - тине ул.
Башҡортостанда 16-22 сентябрҙә «ГеоВызов» беренсе халыҡ-ара геология чемпионаты үтә. Унда Рәсәй төбәктәренән 20 команда, шулай уҡ Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнаша. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Геология институты директоры, геология-минералогия фәндәре докторы Сергей Ковалев белдереүенсә, был - Ер үҫешенең миллиард ярым йылын тәшкил иткән тотош киҫелештең ун бер саҡрымы.«Бындай урын донъяла бер ҡайҙа ла юҡ.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-14/bynday-uryn-don-yala-bash-a-yu-3436816
14 Сентябрь , 16:30
ba
Торатауға һәм Красноусолға барасаҡтар
16-22 сентябрҙә Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән һәм Рәсәйҙең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлығы етәкселеге ярҙамында I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты уҙғарыла. Үткәреү урыны тип Башҡортостан осраҡлы һайланмаған. Тәбиғәтебеҙ уникаль, ә республика оло сараларҙы иң юғары кимәлдә үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Чемпионат Өфөлә, Шишмә («Патриот» паркы) һәм Архангел (Асҡын киҫелеше) райондарында уҙасаҡ. Ҡатнашыусылар Торатауҙа һәм Красноусолда Башҡортостандың тәбиғи һәм геологик байлығы менән танышасаҡ. Унда Рәсәй төбәктәренән 20 команда, шул иҫәптән Красный Луч (ЛНР) ҡалаһынан команда һәм Ҡаҙағстандан бер төркөм ҡатнаша. Чемпионатта ҡатнашыусыларҙы геологик ярыштар һәм конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсияларға һәм музейҙарға барыу, геологик семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә.
16-22 сентябрҙә Рәсәй тарихында тәүге тапҡыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән һәм Рәсәйҙең Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлығы етәкселеге ярҙамында I «ГеоВызов» халыҡ-ара геологик чемпионаты уҙғарыла. Үткәреү урыны тип Башҡортостан осраҡлы һайланмаған. Тәбиғәтебеҙ уникаль, ә республика оло сараларҙы иң юғары кимәлдә үткәреүҙә ҙур тәжрибәгә эйә. Чемпионат Өфөлә, Шишмә («Патриот» паркы) һәм Архангел (Асҡын киҫелеше) райондарында уҙасаҡ. Ҡатнашыусылар Торатауҙа һәм Красноусолда Башҡортостандың тәбиғи һәм геологик байлығы менән танышасаҡ. Унда Рәсәй төбәктәренән 20 команда, шул иҫәптән Красный Луч (ЛНР) ҡалаһынан команда һәм Ҡаҙағстандан бер төркөм ҡатнаша.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-14/toratau-a-m-krasnousol-a-barasa-tar-3436786
14 Сентябрь , 16:20
ba
Тағы бер һыйырҙы айыу талаған
Тегендә айыу осраны, бында айыу күргәндәр, тигән хәбәрҙәр менән хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай, сөнки быйыл был януарҙар ысынлап күбәйҙе. Ялан, урмандар ғына түгел, ауылдарға, хатта баш ҡала урамдарына ла килергә аптырамай башланы тайыштабандар. Тик бына һуңғы көндәрҙә шомло хәбәрҙәр ҙә тарала башланы: айыу мал йыҡҡан. Уҙған аҙнала ошондай хәл Мәләүез районында булғайны. Унда ҡыйыу ир һыйырға ташланған айыуҙы һөрәнләп ҡысҡырып, ҡыуып ебәрә алды һәм? яралы булһа ла, малҡай иҫән ҡалғайны. Әле иһә ошоноң ише хәбәр Ишембай районының Маҡар ауылынан килде. Маҡарҙан йыраҡ түгел урында һыйырҙы айыу йыҡҡан. Яралы малҡай күрһәтелгән видеояҙма социаль селтәрҙә таралды. Автор һөйләүенсә, хужаһы таңғы сәғәт 7-лә һыйырын көтөүгә сығарып ебәргән. Шул уҡ ваҡытта тиерлек урмандан айыу сыҡҡан һәм малдарға ташланған. Асыҡланыуынса, һыйырҙың умыртҡа һөйәге һынған. Урмандарға барһаҡ, һаҡ булайыҡ, дуҫтар!
Тегендә айыу осраны, бында айыу күргәндәр, тигән хәбәрҙәр менән хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай, сөнки быйыл был януарҙар ысынлап күбәйҙе. Ялан, урмандар ғына түгел, ауылдарға, хатта баш ҡала урамдарына ла килергә аптырамай башланы тайыштабандар. Тик бына һуңғы көндәрҙә шомло хәбәрҙәр ҙә тарала башланы: айыу мал йыҡҡан. Уҙған аҙнала ошондай хәл Мәләүез районында булғайны. Унда ҡыйыу ир һыйырға ташланған айыуҙы һөрәнләп ҡысҡырып, ҡыуып ебәрә алды һәм? яралы булһа ла, малҡай иҫән ҡалғайны. Әле иһә ошоноң ише хәбәр Ишембай районының Маҡар ауылынан килде. Маҡарҙан йыраҡ түгел урында һыйырҙы айыу йыҡҡан. Яралы малҡай күрһәтелгән видеояҙма социаль селтәрҙә таралды. Автор һөйләүенсә, хужаһы таңғы сәғәт 7-лә һыйырын көтөүгә сығарып ебәргән. Шул уҡ ваҡытта тиерлек урмандан айыу сыҡҡан һәм малдарға ташланған. Асыҡланыуынса, һыйырҙың умыртҡа һөйәге һынған.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-12/ta-y-ber-yyyr-y-ayyu-tala-an-3431865
12 Сентябрь , 11:00
ba
Сәләм, айыуҡай!
Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы янындағы айыуҙы төшөргән видеояҙма социаль селтәрҙә киң таралды. Видеола күренеүенсә, ауылға яҡын урында көпө-көндөҙ айыу йөрөй. Уны ҡатындар рәхәтләнеп видеоға төшөрә. Кадр артында: "Был яҡҡа саба башлаһа, еңгәй, икәүләп ҡасабыҙ инде, әй. Вәт, маладис! Сәләм, айыуҡай! Ҙур бит әле ул!" - тигән тауыштар ҙа ишетәлә. Бөрйән айыуы ла, кешеләрҙе сәләмләгәндәй, ике аяғына баҫып, бер аҙ ҡарап та тора. Вәт, замана етте. Кеше - айыуҙан, айыу кешеләрҙән ҡурҡмай ҙа, өркмәй ҙә. Рәхәтләнеп фотоға ла төшөртә, видеоға ла яҙҙырта...
Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы янындағы айыуҙы төшөргән видеояҙма социаль селтәрҙә киң таралды. Видеола күренеүенсә, ауылға яҡын урында көпө-көндөҙ айыу йөрөй. Уны ҡатындар рәхәтләнеп видеоға төшөрә. Кадр артында: "Был яҡҡа саба башлаһа, еңгәй, икәүләп ҡасабыҙ инде, әй. Вәт, маладис! Сәләм, айыуҡай! Ҙур бит әле ул!" - тигән тауыштар ҙа ишетәлә. Бөрйән айыуы ла, кешеләрҙе сәләмләгәндәй, ике аяғына баҫып, бер аҙ ҡарап та тора. Вәт, замана етте. Кеше - айыуҙан, айыу кешеләрҙән ҡурҡмай ҙа, өркмәй ҙә.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-09-06/s-l-m-ayyu-ay-3420675
6 Сентябрь , 10:45
ba
Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөй
Был хаҡта Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының дәүләт инспекторы Вениамин Әхмәтйәнов хәбәр итә. - Ауыл ситендәге, урманға яҡын урынлашҡан йорт хужалары шылтыратты. Урамдарына инә айыу менән балаһы инеп сыҡҡан. Инә айыуға дүрт йәш самаһы булһа, балаһы ҡыш уртаһында тыуған. Әле уның айырлығы 50 килограмм самаһы. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре аҙыҡ эҙләп ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, - тип кәңәш итә инспектор. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, республикала йәмғеһе 2 300 айыу һанала.   Фотолар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан алынды.Ауыл эргәһендә айыуҙар йөрөй
Был хаҡта Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының дәүләт инспекторы Вениамин Әхмәтйәнов хәбәр итә.- Ауыл ситендәге, урманға яҡын урынлашҡан йорт хужалары шылтыратты. Урамдарына инә айыу менән балаһы инеп сыҡҡан. Инә айыуға дүрт йәш самаһы булһа, балаһы ҡыш уртаһында тыуған. Әле уның айырлығы 50 килограмм самаһы. Быйыл ҡоролоҡ арҡаһында урманда еләк-емеш аҙ булды, имән ағастарын ҡырау һуғыуы арҡаһында сәтләүектәр ҙә юҡ. Шуға урман йәнлектәре аҙыҡ эҙләп ауылдарға сыға. Урман эргәһендә йәшәгәндәргә айырыуса һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ. Һарайҙы төнгөлөккә ябып, урамда сүп-сар һәм аҙыҡ-түлек ҡалдығы ҡалдырмаҫҡа кәрәк, - тип кәңәш итә инспектор. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре хәбәр итеүенсә, республикала йәмғеһе 2300 айыу һанала. Фотолар Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһынан алынды.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-08-31/auyl-erg-end-ayyu-ar-y-r-y-3414687
31 Август , 21:00
ba
Чемпионат беҙҙә осраҡлы үтмәй
16-22 сентябрҙә Башҡортостанда I "ГеоВызов" халыҡ-ара геологик чемпионат ойошторола. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы һәм Рәсәй ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселегенең ярҙамында үткәрелә. Уның республикабыҙҙа уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес хозур, бынан тыш, бындай сараларҙы ойоштороуҙа беҙҙә бай тәжрибә бар. Чемпионатта ҡатаншыусылар Өфө ҡалаһында, шулай уҡ  Шишмә районының "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай, Ғафури райондарында осрашасаҡ. Әлегә 20 команда тупланған, улар 11 тематик ярышта ҡатнашасаҡ.  Палеонтология, геохимия, гидрология, радиометрия, минералогия, петрография һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. – Мәғарифты һәм геология тармағын популярлаштырыу, ер аҫты байлыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, сәнәғәт һәм экология хәүефһеҙлеге йүнәлешендә яңы талаптарҙы тормошҡа ашырыу мотлаҡ үҙҙәренең емешен бирәсәк, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, ойоштороу комитеты рәйесе Азамат Абдрахманов. – Беҙ йәштәрҙе экологик яҡтан яҡшы итеп тәрбиәләргә бурыслы. ufa.bezformata.com
16-22 сентябрҙә Башҡортостанда I "ГеоВызов" халыҡ-ара геологик чемпионат ойошторола. Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы һәм Рәсәй ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселегенең ярҙамында үткәрелә. Уның республикабыҙҙа уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес хозур, бынан тыш, бындай сараларҙы ойоштороуҙа беҙҙә бай тәжрибә бар. Чемпионатта ҡатаншыусылар Өфө ҡалаһында, шулай уҡ Шишмә районының "Патриот" паркында, Архангел, Ишембай, Ғафури райондарында осрашасаҡ. Әлегә 20 команда тупланған, улар 11 тематик ярышта ҡатнашасаҡ. Палеонтология, геохимия, гидрология, радиометрия, минералогия, петрография һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.– Мәғарифты һәм геология тармағын популярлаштырыу, ер аҫты байлыҡтарына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, сәнәғәт һәм экология хәүефһеҙлеге йүнәлешендә яңы талаптарҙы тормошҡа ашырыу мотлаҡ үҙҙәренең емешен бирәсәк, – тип һөйләй Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе, ойоштороу комитеты рәйесе Азамат Абдрахманов.
Ҡырағай мөхит
false
https://bashgazet.ru/articles/yra-ay-m-khit/2023-08-31/chempionat-be-osra-ly-tm-y-3413662
31 Август , 12:00
ba
Башҡортостан халҡы беҙҙең төбәгебеҙгә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерә!
Уның ҡотлауында былай тип яҙылған: Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путинды тыуған көнө менән ҡотлайым. Президент иҫ киткес рух көсө, тәрән патриотизм тойғоһо һәм кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡыйыулығы менән айырылып тора. Тап уның аҡыллылығы менән Рәсәй үҙ юлында осраған бөтә ҡатмарлы проблемаларҙы еңеп сыға. Владимир Владимирович! Һеҙҙең етәкселек аҫтында илдең һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән эске һәм тышҡы сәйәсәт граждандарҙың киң ярҙамы менән ҡулланыла. Башҡортостан халҡы беҙҙең төбәгебеҙгә күрһәткән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерә! Хөрмәтле Владимир Владимирович, бөтә республикабыҙҙан һеҙгә һаулыҡ, президент пландарын тормошҡа ашырыуҙа дәрт һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия теләйбеҙ.
Уның ҡотлауында былай тип яҙылған:Илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путинды тыуған көнө менән ҡотлайым. Президент иҫ киткес рух көсө, тәрән патриотизм тойғоһо һәм кәрәкле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡыйыулығы менән айырылып тора. Тап уның аҡыллылығы менән Рәсәй үҙ юлында осраған бөтә ҡатмарлы проблемаларҙы еңеп сыға. Владимир Владимирович! Һеҙҙең етәкселек аҫтында илдең һөҙөмтәле социаль-иҡтисади үҫешенә йүнәлтелгән эске һәм тышҡы сәйәсәт граждандарҙың киң ярҙамы менән ҡулланыла.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-10-07/bash-ortostan-hal-y-be-e-t-b-gebe-g-k-r-tk-n-yar-amy-y-s-n-r-hm-t-belder-3470274
7 Октябрь , 20:20
ba
Рәсәй һеҙҙең менән бергә, дөрөҫлөк беҙҙең менән!
“Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй. Президенттың тыуған көнө уңайынан уның илебеҙҙең именлеге һәм суверенитеты тураһында даими хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Владимир Путин етәкселегендә Рәсәй, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап һәм милли бойондороҡһоҙлоҡто хуплап, халыҡ-ара аренала көслө һәм абруйлы була башланы. Рәсәй Президентының йүнәлеше илебеҙҙең суверенитет һәм үҙбилдәләнеш принциптарына нигеҙләнгән тотороҡло үҫешенә булышлыҡ итә. Владимир Путин етәкселегендә Рәсәйҙең үҙенең территориаль сиктәрен һәм милли мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлауы, һәр илдең суверенитетын хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән ғәҙел донъя тәртибенә ынтылыуы менән ғорурланабыҙ. Президентыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм оҙаҡ йылдар әүҙем һәм уңышлы эшмәкәрлек теләйем! Беҙ һеҙҙең менән бергә булғаныбыҙға ғорурланабыҙ, Владимир Владимирович! Рәсәй һеҙҙең менән бергә, дөрөҫлөк беҙҙең менән!”
“Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Владимирович Путин тыуған көнөн билдәләй. Президенттың тыуған көнө уңайынан уның илебеҙҙең именлеге һәм суверенитеты тураһында даими хәстәрлеге өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Владимир Путин етәкселегендә Рәсәй, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлап һәм милли бойондороҡһоҙлоҡто хуплап, халыҡ-ара аренала көслө һәм абруйлы була башланы. Рәсәй Президентының йүнәлеше илебеҙҙең суверенитет һәм үҙбилдәләнеш принциптарына нигеҙләнгән тотороҡло үҫешенә булышлыҡ итә. Владимир Путин етәкселегендә Рәсәйҙең үҙенең территориаль сиктәрен һәм милли мәнфәғәттәрен әүҙем яҡлауы, һәр илдең суверенитетын хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән ғәҙел донъя тәртибенә ынтылыуы менән ғорурланабыҙ.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-10-07/r-s-y-e-e-men-n-berg-d-r-l-k-be-e-men-n-3469967
7 Октябрь , 11:35
ba
Бөртөкләп йыйыла... хәтер
Кеше хәтере үҙе өсөн хәүефһеҙ ысулға эйә – оноторға һәләтле, тиҙәр. Исемдәр, ваҡиғалар, даталар горизонт аръяғына инеп юғала, тиерһең. Етмәһә, хәтер үҙе өсөн кәрәкле ғәмәлдәрҙе генә иҫендә ҡалдырыусан, ләкин Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов осрағында улай мөмкин түгел. Ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулыр ине. Башҡортостандың данлыҡлы улы, һәләтле ойоштороусы, тәжрибәле етәксе һәм парламентарий булараҡ, тыуған республикаһы өсөн бик күп эш башҡарҙы.   Һәр ғәмәле – юғары кимәлдә   Дамир Ҡыуатов 1933 йылдың 20 ию­лендә Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Уның тоҡомо Ватаны өсөн бик күп билдәле хәрби етәкселәр, табиптар һәм дәүләт эшмә­кәрҙәре биргән алпауыт Ҡыуатовтар нәҫеленә ҡарай. 1948 йылда Д. Ҡыуатов ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Ырымбур өлкәһендәге татар һәм башҡорт педагогия училищеһына инә. Унда ул әҙәбиәт һәм музыка менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә өйрәнә. Әммә техник һөнәр алыуға теләге бик ҙур булғанлыҡтан, училищены ташлай һәм Ейәнсура районының ул саҡта атаһы директор булған Абҙан урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 1957 йылда Одесса технология институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Берҙәш иген ҡабул итеү предприятиеһында техник етәксе булып башлай. Артабан Бөрө, Мәләүез элеваторҙарында баш инженер, Өфө иген продукттары комбинатында баш инженер урынбаҫары була. 1963 йылдан – ул Сибай элеваторының баш инженеры, һуңынан директоры була. Ҡыуатов етәкселегендә элеватор республикала ғына түгел, ә бөтә илдә иң ҙур һәм уңышлы эшләгән әҙерләү предприятие­ларының береһенә әйләнә. Бер аҙ ситкәрәк китәйек әле. Беҙ бала саҡта Дамир Мөҙәрис улы атайым һәм өлкән ағайым эшләгән Сибай элеваторы директоры ине. Беҙ предприятие эргәһендәге “Элеватор” урамында йәшәнек. Йәй көнө мәктәп уҡыусылары участкаларҙа эшләне, биләмәләрҙе һеперҙе, келәттәрҙе таҙартты, ә көҙөн ололарға баҫыуҙан иген ҡабул итергә ярҙамлашты. Предприятиела барған бөтә эш тә беҙгә таныш һәм билдәле ине. Бәләкәй саҡтан элеватор балалары ураҡ кампанияһында ҡатнашты, иген әҙерләү хеҙмәтен үҙ елкәһендә татып белде. Ураҡ эштәренә һалдаттар килеүен, иген тейәгән машиналарҙың автоколоннаһы ағылыуын хәтерләйем… Сибай элеваторының икенсе сираты төҙөлгәндә бында бөтә Советтар Союзынан килделәр. Бала-саға өсөн был үҙе ҙур ваҡиға ине! Ҡеүәтле корпустар беҙҙең күҙ алдында ҡалҡып сыҡты. Шулай ҙа миңә ни өсөндөр элеваторҙың иҫке бинаһы яҡыныраҡ. Ял көндәрендә, кеше аҙыраҡ булғанда, атайым беҙҙе ошондағы тимер баҫҡыс буйлап өҫкө ҡаттарға алып менә торғайны. Беҙ ҡоштар осҡан бейеклектән ҡалаға ҡарап һоҡлана инек. Әлбиттә, ул йылдарҙа ла кемдең етәксе икәнен онотманыҡ. Директорҙы атайым дежурлыҡ иткән ҡапҡа эргәһендә йәки ҡайҙалыр клубта, ашханала күреп шөрләй, күҙенә күренмәҫкә тырыша торғайныҡ. Уның тауышы ла киҫкен, ҡарашы ла үткер ине шул. Дөрөҫ, төҙөлөшкә бөтә илдән халыҡ йыйылғанда уларҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу, туҡландырыу һәм элева­торҙың эшенә етәкселек итеүҙә дирек­торҙың иңенә ниндәй ҙур йөк һалынғанын бала саҡта, тәбиғи, аңламағанбыҙ. – Кешенең тормоштан китеүенә күберәк ваҡыт үткән һайын, ул кеше нығыраҡ идеаллаштырыла, тиҙәр. Был фекер менән ниндәйҙер дәрәжәлә килешергә мөмкиндер, ләкин үҙемдең иремде идеал итеп хыяллана алмайым, ул ҡәҙимге кеше ине. Шулай ҙа кәмселектәренә ҡарағанда, һағынып һөйләрлек өҫтөнлөктәре күберәк булды, – тип хәтерләй Эльмира Нафиҡ ҡыҙы Ҡыуатова. – Ситтән ҡарағанда, ул ғорур, тәкәббер кеүек ине. Үҙҙәре шундай булған кешеләргә генә ошолай күренгәндер ул. Ғәмәлдә Дамир Мөҙәрис улы ҙур яуаплылыҡ тойғоһона эйә ине, башҡа­ларҙан да шуны талап итте. Кеше үҙенә үҙе баһа бирергә, бурысын билдәләргә, нимәгә хәленән килә икәнен асыҡларға тейеш, тип иҫәпләне ул. Һәр заманда ла Ҡыуатовтар нәҫеле Ватанға тоғро хеҙмәт итте, белемгә ынтылды, күптәр ғалим, табип, инженер, уҡытыусы булып китте. Дамир Мөҙәрис улы был данлыҡлы ғаиләнең бәҫен арттыра төштө. Юғары кимәлдәге етәксе булараҡ, ул бөтәһен дә тейешенсә эшләргә тырышты.   Дәлилдәр дөрөҫөн һөйләй   1982 йылда Д.М. Ҡыуатов “Башкирхлебопродукт” берекмәһенә етәксе итеп тәғәйенләнде. Идара итеү һәм хужалыҡ эштәренән тыш, ул ғилми хеҙмәт менән дә шөғөлләнде. Донъяла беренсе тапҡыр игенде ныҡ йылытылған быу менән киптереү, үҫемлек сеймалынан микробиологик аҡһым алыу буйынса яңы ысулдар тәҡдим итте. 1991 йылда ул республиканың әҙерләүҙәр министры вазифаһын биләне, ә 1993 йылда уны “Башкортостанхлебопродукт” берекмәһенең генераль директоры итеп ҡуйҙылар. Пенсияға сыҡҡас та Дамир Ҡыуатов йәмәғәт һәм ғилми эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнергә кереште. Өфөлә Ырымбур технологик университетының филиалын асыуҙы һәм республиканың аҙыҡ сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләүҙе ойошторҙо. 1995 – 2005 йылдарҙа филиалдың директоры, профиль һөнәрҙәре уҡытыусыһы булды, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы, кафедра доценты вазифаһын башҡарҙы. Ошо йылдарҙа ҡиммәтле микробиологик аҡһым – арзан үҫемлек сеймалынан биотрин алыу ысулы булдырылды. Ул тиҫтәләрсә ғилми хеҙмәт, монография һәм мәҡәләләр баҫтырҙы, уйлап табыуҙарға авторлыҡ танытмалары һәм патенттар алды. 2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына күсте, шунда уҡытты, докторлыҡ диссертацияһын яҡланы, профессор дәрәжәһенә күтәрелде. Ғүмеренең һуңғы йылдарында, ауыр сирле булыуына ҡарамаҫтан, Ҡыуатовтар нәҫеленең тулы шәжәрәһен төҙөп, “Үткәндәргә сәйәхәт” тигән автобиографик китап баҫтырып сығарҙы. Мине иң аптыратҡаны – уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән кесе хеҙмәт­тәштәре. Уның хәтер көнөндә һәр саҡ бергә йыйылалар, өлкән хеҙмәттәштәрен иҫкә алалар, Дамир Мөҙәрис улының 55 йыл бергә йәшәгән ҡатыны менән осрашалар. Элек Башҡортостандың әҙерләүҙәр министры урынбаҫары, бөгөн иген әҙерләү системаһы ветераны Миңзәки Минәс улы Мөҙәрисов хәтерләй: – 1991 йылда иген эшкәртеү һәм иген ҡабул итеү берекмәһе Башҡортостан Республикаһының Әҙерләүҙәр министр­лығы итеп үҙгәртелде. Министр итеп Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улын тәғәйен­ләнеләр, ә мин оҙаҡ йылдар уның урынбаҫары булдым. Ике йыл үткәс, министрлыҡ “Башкортостанхлебопродукт” акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелде. Ошо йылдарҙа беҙҙең тармаҡ бик күп үҙгә­рештәргә һәм реформаларға дусар ителде, ҡатмарлы һәм данлыҡлы юл үтте. Башҡортостандың иген әҙерләү системаһы етәксеһе булып эшләгән осорҙа Дамир Мөҙәрис улының элеваторҙарҙың булған ҡеүәттәрен реконструкциялау, яңы предприятиелар төҙөү, иген киптереү процесын камиллаштырыу буйынса иҫ китмәле ҙур эш башҡарыуы бәхәсһеҙ. Моғайын, бөгөн кемдәрҙер ул замандағы эштең нисек ҡыҙыу барғанына ышанмаҫ. Әммә дәлилдәр дөрөҫөн һөйләй. 1985 йылда элеваторҙар, Дәүләкәндә тирмән комбинаты төҙөлөштәре башланды, Өфөлә, Стәрлетамаҡта тирмән һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтарында реконструкция барҙы. Бөтәһе 387 мең тоннанан ашыу һыйҙырышлы яңы элеваторҙар сафҡа индерелде, улар иҫәбендә – Ҡарлыман, Бөрө, Благовар, Ергән, Нефтекама, Илеш, Аҡкүл предприятиелары. Мәҫәлән, Дәүләкән иген продукт­тары комбинатын төҙөү, Өфөләге, Стәр­летамаҡтағы һәм Сибайҙағы тирмән заводтарын үҙгәртеп ҡороу республикалағы икмәк һәм туҡмас онона ҡытлыҡты бөтөрҙө. Яңы объекттар комплекслы юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. 1986 йылда игендең тулайым йыйымы алты миллион тоннанан ашыу тәшкил итте. Уларҙың өс миллион тоннанан ашыуы дәүләт ырҙындарына (элеваторҙар, иген ҡабул итеү пункттары, икмәк продукттары комбинаттары) килтерелде. Бөтә был иген ҡабул ителергә, киптерелергә һәм тулыһынса боҙолмай һаҡланырға тейеш ине.   Алһыҙ-ялһыҙ…   Икенсе бер ваҡиғаны ла хәтергә төшөрә алам. “Башкортостанхлебопродукт” аппараты ғына ла республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре менән иген ҡабул итеүгә биш меңдән ашыу килешеү төҙөнө. Беҙҙең Дамир Мөҙәрис улы тармаҡтың бөтә етәкселәрен һәм белгестәрен ауыл хужалығы предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә, халыҡты иген продукттары менән тәьмин итеү буйынса мөһим бурысты уңышлы хәл итергә көйләй белә ине шул. Был беҙҙе, эшселәрҙән алып етәкселәргә тиклем, республика хаҡына алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт вахтаһында торорға бурыслы итте. Силәбе өлкәһе Һатҡы районының Сулея элеваторының элекке директоры Вәлит Айрат улы Мәжитов хәтерләй: – Беҙ Дамир Мөҙәрис улы менән 15 йылдан ашыу бергә эшләнек. Иген әҙерләүҙәр системаһына мине ул алып килде. Ә уның менән Ейәнсура районында колхоз рәйесе булараҡ таныштыҡ. Осрашыуҙа ул миңә, тәжрибәле етәксе булараҡ, үҙем өсөн яңы тармаҡҡа күсергә тәҡдим итте. Игенде үҫтерә беләбеҙ, ә бына уны эшкәртеү минең өсөн таныш түгел, тигәс, стажировкаға саҡырҙы. Стәрлетамаҡ районындағы Аллағыуат элеваторында директорҙың сифат буйынса урынбаҫары булып ярты йыл ғына эшләп өлгөрҙөм, мине Сулея элеваторына етәксе итеп тә саҡырҙылар. Беҙ Башҡортостандың биш төньяҡ-көнсығыш районын хеҙмәтләндерҙек. Бында дымлы яҡ, иген үҫтереүе ауыр. Тап шул йылдарҙа Дамир Мөҙәрис улы мине игенде дөрөҫ ҡабул итергә һәм эшкәртергә өйрәтте. Тәүлегенә 700 тонна эшкәртергә һәләтле ҡатнаш аҙыҡ заводы эшкә ҡушылғанда һәм элеваторға реконструкция үткәргәндә, уның ярҙамы айырыуса ҙур булды. Дамир Мөҙәрис улы үҙ эшенең оҫтаһы һәм шул уҡ ваҡытта баҫалҡы кеше булараҡ хәтеремдә ҡалған. Уға 60 йәш тулғанда фатирҙарында булғанда аптырауға ҡалдым: улар бер ҙә бай йәшәмәй икән. Билдәле ғалим, шундай киңлектә етәксе уңайлы шарттарҙа көн күрергә хаҡлы бит. Эштә ул үҙенә лә, беҙгә лә талапсан булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға дипломатия, ҡатмарлы урындарҙы урап үтеү һәләте етмәй ине. Ҡайһы берәүҙәр уның тура һүҙлелегенән ҡурҡты һәм был ҙур етәксене нисек тә булһа ситкә этергә тырышты. Шул системаның машинаһы уны ла тирмән ташына эләктерҙе. Тәбиғи, ул быны ауыр кисерҙе, һаулығы ла ҡаҡшаны. Ләкин, көслө кеше булараҡ, Дамир Мөҙәрис улы төшөнкөлөккә бирелмәне һәм ғүмеренең аҙағына хәтлем оптимист булып ҡалды. Ул фән һәм мәғариф өлкәһендә ныҡлап шөғөлләнергә кереште, Өфөлә Ырымбур технология институтының филиалын асты һәм уҡытыусылыҡ эшен алып барҙы. Миндә лә ул ғалим һәләтен асты, бының өсөн уға ҙур рәхмәт. Юғары кимәлдәге етәксе һәм үҙ Ватанының гражданы булараҡ, ул һәр эште аҙағынаса еткерергә тырыша ине. Дамир Мөҙәрис улының хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Октябрь Революцияһы ордены менән баһаланды. Ул Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамо­таһына, күп миҙалдарға лайыҡ булды, БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланды. Тиҫтә йылдан ашыу инде Дамир Мөҙәрис улы беҙҙең арала юҡ (2012 йылдың 31 октябрендә вафат булды, Өфөлә ерләнде), әммә кешеләрҙең хәтерендә ул тере шәхес булараҡ һаҡлана. Уның менән бергә элекке замандарға ҡайтып әйләнергә мөмкин, айырыуса уның “Үткәндәргә сәйәхәт” китабы ярҙамында. Ғилми хеҙмәттәр һәм асыштар, шәхси иҫтәлектәр, Ҡыуатовтар нәҫеленең тулы шәжәрәһе булған был уникаль баҫмаға уның эшен дауам итеүселәр лайыҡлы баһа бирер, тип ышанам. Мәүлиҙә ЯҠУПОВА
Кеше хәтере үҙе өсөн хәүефһеҙ ысулға эйә – оноторға һәләтле, тиҙәр. Исемдәр, ваҡиғалар, даталар горизонт аръяғына инеп юғала, тиерһең. Етмәһә, хәтер үҙе өсөн кәрәкле ғәмәлдәрҙе генә иҫендә ҡалдырыусан, ләкин Дамир Мөҙәрис улы Ҡыуатов осрағында улай мөмкин түгел. Ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулыр ине. Башҡортостандың данлыҡлы улы, һәләтле ойоштороусы, тәжрибәле етәксе һәм парламентарий булараҡ, тыуған республикаһы өсөн бик күп эш башҡарҙы. Һәр ғәмәле – юғары кимәлдәДамир Ҡыуатов 1933 йылдың 20 июлендә Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Уның тоҡомо Ватаны өсөн бик күп билдәле хәрби етәкселәр, табиптар һәм дәүләт эшмәкәрҙәре биргән алпауыт Ҡыуатовтар нәҫеленә ҡарай. 1948 йылда Д. Ҡыуатов ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Ырымбур өлкәһендәге татар һәм башҡорт педагогия училищеһына инә. Унда ул әҙәбиәт һәм музыка менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә өйрәнә. Әммә техник һөнәр алыуға теләге бик ҙур булғанлыҡтан, училищены ташлай һәм Ейәнсура районының ул саҡта атаһы директор булған Абҙан урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә. 1957 йылда Одесса технология институтын тамамлағас, хеҙмәт юлын Берҙәш иген ҡабул итеү предприятиеһында техник етәксе булып башлай. Артабан Бөрө, Мәләүез элеваторҙарында баш инженер, Өфө иген продукттары комбинатында баш инженер урынбаҫары була. 1963 йылдан – ул Сибай элеваторының баш инженеры, һуңынан директоры була. Ҡыуатов етәкселегендә элеватор республикала ғына түгел, ә бөтә илдә иң ҙур һәм уңышлы эшләгән әҙерләү предприятиеларының береһенә әйләнә. Бер аҙ ситкәрәк китәйек әле. Беҙ бала саҡта Дамир Мөҙәрис улы атайым һәм өлкән ағайым эшләгән Сибай элеваторы директоры ине. Беҙ предприятие эргәһендәге “Элеватор” урамында йәшәнек. Йәй көнө мәктәп уҡыусылары участкаларҙа эшләне, биләмәләрҙе һеперҙе, келәттәрҙе таҙартты, ә көҙөн ололарға баҫыуҙан иген ҡабул итергә ярҙамлашты. Предприятиела барған бөтә эш тә беҙгә таныш һәм билдәле ине. Бәләкәй саҡтан элеватор балалары ураҡ кампанияһында ҡатнашты, иген әҙерләү хеҙмәтен үҙ елкәһендә татып белде. Ураҡ эштәренә һалдаттар килеүен, иген тейәгән машиналарҙың автоколоннаһы ағылыуын хәтерләйем…Сибай элеваторының икенсе сираты төҙөлгәндә бында бөтә Советтар Союзынан килделәр. Бала-саға өсөн был үҙе ҙур ваҡиға ине! Ҡеүәтле корпустар беҙҙең күҙ алдында ҡалҡып сыҡты. Шулай ҙа миңә ни өсөндөр элеваторҙың иҫке бинаһы яҡыныраҡ. Ял көндәрендә, кеше аҙыраҡ булғанда, атайым беҙҙе ошондағы тимер баҫҡыс буйлап өҫкө ҡаттарға алып менә торғайны. Беҙ ҡоштар осҡан бейеклектән ҡалаға ҡарап һоҡлана инек. Әлбиттә, ул йылдарҙа ла кемдең етәксе икәнен онотманыҡ. Директорҙы атайым дежурлыҡ иткән ҡапҡа эргәһендә йәки ҡайҙалыр клубта, ашханала күреп шөрләй, күҙенә күренмәҫкә тырыша торғайныҡ. Уның тауышы ла киҫкен, ҡарашы ла үткер ине шул. Дөрөҫ, төҙөлөшкә бөтә илдән халыҡ йыйылғанда уларҙы ҡабул итеү, урынлаштырыу, туҡландырыу һәм элеваторҙың эшенә етәкселек итеүҙә директорҙың иңенә ниндәй ҙур йөк һалынғанын бала саҡта, тәбиғи, аңламағанбыҙ.– Кешенең тормоштан китеүенә күберәк ваҡыт үткән һайын, ул кеше нығыраҡ идеаллаштырыла, тиҙәр. Был фекер менән ниндәйҙер дәрәжәлә килешергә мөмкиндер, ләкин үҙемдең иремде идеал итеп хыяллана алмайым, ул ҡәҙимге кеше ине. Шулай ҙа кәмселектәренә ҡарағанда, һағынып һөйләрлек өҫтөнлөктәре күберәк булды, – тип хәтерләй Эльмира Нафиҡ ҡыҙы Ҡыуатова. – Ситтән ҡарағанда, ул ғорур, тәкәббер кеүек ине. Үҙҙәре шундай булған кешеләргә генә ошолай күренгәндер ул. Ғәмәлдә Дамир Мөҙәрис улы ҙур яуаплылыҡ тойғоһона эйә ине, башҡаларҙан да шуны талап итте. Кеше үҙенә үҙе баһа бирергә, бурысын билдәләргә, нимәгә хәленән килә икәнен асыҡларға тейеш, тип иҫәпләне ул.Һәр заманда ла Ҡыуатовтар нәҫеле Ватанға тоғро хеҙмәт итте, белемгә ынтылды, күптәр ғалим, табип, инженер, уҡытыусы булып китте. Дамир Мөҙәрис улы был данлыҡлы ғаиләнең бәҫен арттыра төштө. Юғары кимәлдәге етәксе булараҡ, ул бөтәһен дә тейешенсә эшләргә тырышты. Дәлилдәр дөрөҫөн һөйләй1982 йылда Д.М. Ҡыуатов “Башкирхлебопродукт” берекмәһенә етәксе итеп тәғәйенләнде. Идара итеү һәм хужалыҡ эштәренән тыш, ул ғилми хеҙмәт менән дә шөғөлләнде. Донъяла беренсе тапҡыр игенде ныҡ йылытылған быу менән киптереү, үҫемлек сеймалынан микробиологик аҡһым алыу буйынса яңы ысулдар тәҡдим итте. 1991 йылда ул республиканың әҙерләүҙәр министры вазифаһын биләне, ә 1993 йылда уны “Башкортостанхлебопродукт” берекмәһенең генераль директоры итеп ҡуйҙылар. Пенсияға сыҡҡас та Дамир Ҡыуатов йәмәғәт һәм ғилми эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнергә кереште. Өфөлә Ырымбур технологик университетының филиалын асыуҙы һәм республиканың аҙыҡ сәнәғәте өсөн белгестәр әҙерләүҙе ойошторҙо. 1995 – 2005 йылдарҙа филиалдың директоры, профиль һөнәрҙәре уҡытыусыһы булды, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы, кафедра доценты вазифаһын башҡарҙы. Ошо йылдарҙа ҡиммәтле микробиологик аҡһым – арзан үҫемлек сеймалынан биотрин алыу ысулы булдырылды. Ул тиҫтәләрсә ғилми хеҙмәт, монография һәм мәҡәләләр баҫтырҙы, уйлап табыуҙарға авторлыҡ танытмалары һәм патенттар алды. 2005 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына күсте, шунда уҡытты, докторлыҡ диссертацияһын яҡланы, профессор дәрәжәһенә күтәрелде. Ғүмеренең һуңғы йылдарында, ауыр сирле булыуына ҡарамаҫтан, Ҡыуатовтар нәҫеленең тулы шәжәрәһен төҙөп, “Үткәндәргә сәйәхәт” тигән автобиографик китап баҫтырып сығарҙы. Мине иң аптыратҡаны – уның менән оҙаҡ йылдар бергә эшләгән кесе хеҙмәттәштәре. Уның хәтер көнөндә һәр саҡ бергә йыйылалар, өлкән хеҙмәттәштәрен иҫкә алалар, Дамир Мөҙәрис улының 55 йыл бергә йәшәгән ҡатыны менән осрашалар. Элек Башҡортостандың әҙерләүҙәр министры урынбаҫары, бөгөн иген әҙерләү системаһы ветераны Миңзәки Минәс улы Мөҙәрисов хәтерләй:– 1991 йылда иген эшкәртеү һәм иген ҡабул итеү берекмәһе Башҡортостан Республикаһының Әҙерләүҙәр министрлығы итеп үҙгәртелде. Министр итеп Ҡыуатов Дамир Мөҙәрис улын тәғәйенләнеләр, ә мин оҙаҡ йылдар уның урынбаҫары булдым. Ике йыл үткәс, министрлыҡ “Башкортостанхлебопродукт” акционерҙар йәмғиәтенә үҙгәртелде. Ошо йылдарҙа беҙҙең тармаҡ бик күп үҙгәрештәргә һәм реформаларға дусар ителде, ҡатмарлы һәм данлыҡлы юл үтте. Башҡортостандың иген әҙерләү системаһы етәксеһе булып эшләгән осорҙа Дамир Мөҙәрис улының элеваторҙарҙың булған ҡеүәттәрен реконструкциялау, яңы предприятиелар төҙөү, иген киптереү процесын камиллаштырыу буйынса иҫ китмәле ҙур эш башҡарыуы бәхәсһеҙ. Моғайын, бөгөн кемдәрҙер ул замандағы эштең нисек ҡыҙыу барғанына ышанмаҫ. Әммә дәлилдәр дөрөҫөн һөйләй. 1985 йылда элеваторҙар, Дәүләкәндә тирмән комбинаты төҙөлөштәре башланды, Өфөлә, Стәрлетамаҡта тирмән һәм ҡатнаш аҙыҡ заводтарында реконструкция барҙы. Бөтәһе 387 мең тоннанан ашыу һыйҙырышлы яңы элеваторҙар сафҡа индерелде, улар иҫәбендә – Ҡарлыман, Бөрө, Благовар, Ергән, Нефтекама, Илеш, Аҡкүл предприятиелары. Мәҫәлән, Дәүләкән иген продукттары комбинатын төҙөү, Өфөләге, Стәрлетамаҡтағы һәм Сибайҙағы тирмән заводтарын үҙгәртеп ҡороу республикалағы икмәк һәм туҡмас онона ҡытлыҡты бөтөрҙө. Яңы объекттар комплекслы юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. 1986 йылда игендең тулайым йыйымы алты миллион тоннанан ашыу тәшкил итте. Уларҙың өс миллион тоннанан ашыуы дәүләт ырҙындарына (элеваторҙар, иген ҡабул итеү пункттары, икмәк продукттары комбинаттары) килтерелде. Бөтә был иген ҡабул ителергә, киптерелергә һәм тулыһынса боҙолмай һаҡланырға тейеш ине. Алһыҙ-ялһыҙ… Икенсе бер ваҡиғаны ла хәтергә төшөрә алам. “Башкортостанхлебопродукт” аппараты ғына ла республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре менән иген ҡабул итеүгә биш меңдән ашыу килешеү төҙөнө. Беҙҙең Дамир Мөҙәрис улы тармаҡтың бөтә етәкселәрен һәм белгестәрен ауыл хужалығы предприятиелары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә, халыҡты иген продукттары менән тәьмин итеү буйынса мөһим бурысты уңышлы хәл итергә көйләй белә ине шул. Был беҙҙе, эшселәрҙән алып етәкселәргә тиклем, республика хаҡына алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт вахтаһында торорға бурыслы итте. Силәбе өлкәһе Һатҡы районының Сулея элеваторының элекке директоры Вәлит Айрат улы Мәжитов хәтерләй:– Беҙ Дамир Мөҙәрис улы менән 15 йылдан ашыу бергә эшләнек. Иген әҙерләүҙәр системаһына мине ул алып килде. Ә уның менән Ейәнсура районында колхоз рәйесе булараҡ таныштыҡ. Осрашыуҙа ул миңә, тәжрибәле етәксе булараҡ, үҙем өсөн яңы тармаҡҡа күсергә тәҡдим итте. Игенде үҫтерә беләбеҙ, ә бына уны эшкәртеү минең өсөн таныш түгел, тигәс, стажировкаға саҡырҙы. Стәрлетамаҡ районындағы Аллағыуат элеваторында директорҙың сифат буйынса урынбаҫары булып ярты йыл ғына эшләп өлгөрҙөм, мине Сулея элеваторына етәксе итеп тә саҡырҙылар. Беҙ Башҡортостандың биш төньяҡ-көнсығыш районын хеҙмәтләндерҙек. Бында дымлы яҡ, иген үҫтереүе ауыр. Тап шул йылдарҙа Дамир Мөҙәрис улы мине игенде дөрөҫ ҡабул итергә һәм эшкәртергә өйрәтте. Тәүлегенә 700 тонна эшкәртергә һәләтле ҡатнаш аҙыҡ заводы эшкә ҡушылғанда һәм элеваторға реконструкция үткәргәндә, уның ярҙамы айырыуса ҙур булды. Дамир Мөҙәрис улы үҙ эшенең оҫтаһы һәм шул уҡ ваҡытта баҫалҡы кеше булараҡ хәтеремдә ҡалған. Уға 60 йәш тулғанда фатирҙарында булғанда аптырауға ҡалдым: улар бер ҙә бай йәшәмәй икән. Билдәле ғалим, шундай киңлектә етәксе уңайлы шарттарҙа көн күрергә хаҡлы бит. Эштә ул үҙенә лә, беҙгә лә талапсан булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға дипломатия, ҡатмарлы урындарҙы урап үтеү һәләте етмәй ине. Ҡайһы берәүҙәр уның тура һүҙлелегенән ҡурҡты һәм был ҙур етәксене нисек тә булһа ситкә этергә тырышты. Шул системаның машинаһы уны ла тирмән ташына эләктерҙе. Тәбиғи, ул быны ауыр кисерҙе, һаулығы ла ҡаҡшаны. Ләкин, көслө кеше булараҡ, Дамир Мөҙәрис улы төшөнкөлөккә бирелмәне һәм ғүмеренең аҙағына хәтлем оптимист булып ҡалды. Ул фән һәм мәғариф өлкәһендә ныҡлап шөғөлләнергә кереште, Өфөлә Ырымбур технология институтының филиалын асты һәм уҡытыусылыҡ эшен алып барҙы. Миндә лә ул ғалим һәләтен асты, бының өсөн уға ҙур рәхмәт. Юғары кимәлдәге етәксе һәм үҙ Ватанының гражданы булараҡ, ул һәр эште аҙағынаса еткерергә тырыша ине. Дамир Мөҙәрис улының хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ индустрияһының атҡаҙанған хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем, Октябрь Революцияһы ордены менән баһаланды. Ул Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһына, күп миҙалдарға лайыҡ булды, БАССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайланды. Тиҫтә йылдан ашыу инде Дамир Мөҙәрис улы беҙҙең арала юҡ (2012 йылдың 31 октябрендә вафат булды, Өфөлә ерләнде), әммә кешеләрҙең хәтерендә ул тере шәхес булараҡ һаҡлана. Уның менән бергә элекке замандарға ҡайтып әйләнергә мөмкин, айырыуса уның “Үткәндәргә сәйәхәт” китабы ярҙамында. Ғилми хеҙмәттәр һәм асыштар, шәхси иҫтәлектәр, Ҡыуатовтар нәҫеленең тулы шәжәрәһе булған был уникаль баҫмаға уның эшен дауам итеүселәр лайыҡлы баһа бирер, тип ышанам.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-08-22/b-rt-kl-p-yyyyla-h-ter-3404926
22 Август , 12:20
ba
“Ундай матур туғаныбыҙ барлығын белмәгәйнем дә...”
Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист, яҙыусы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин вафат булғанда ҡыҙы Тамараға ни бары йәш ярым була. Хоҙайбирҙиндар Өфөләге Яңы күпер урамындағы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәй. Уларҙан тыш, ул өйҙә тағы бер нисә ғаилә үҙ ғәм-хәсрәте, шатлыҡтары менән көн итә.   Булыр бала – биләүҙән   – Тамара шаян ҡыҙыҡай булып, гел йылмайған килеш иҫтә ҡалған, – тип хәтергә алды Киевтан килгән Геннадий Федорович Байчиков. – Кәүҙәһе йәтеш кенә, матур. Йәйге ял лагерына мине Тамараға ҡушып ебәрәләр. Минән ҙурыраҡ булыуынан файҙаланып, үҙ туғаны һымаҡ ҡарап йөрөтә. Ғаиләһендә бер бөртөк бала булһа ла, яуаплы ине. Артабан беҙҙең юлдар айырылды. Тамараны – бейеү буйынса, ә мине Ленинградҡа хәрби училищеға уҡырға оҙаттылар. Каникул да тап килмәй ине. Хәрби училищенан һуң Камчаткаға ебәрелдем. Артабан йөрөмәгән ер ҡалмағандыр, хәрбиҙәр яҙмышы шулай. Хәҙер Киев ҡалаһында йәшәйем. Өфөгә һеңлемә ҡунаҡҡа килдем, – тип һөйләне ул. Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының стеналарын һыйпап, бер бүлмәгә әллә нисә ҡабат инеп-сығып йөрөнө уҙаман. Уның шулай йөрөүенең серен бик яҡшы аңлайым: туғыҙ тиҫтәһен ваҡлаған әҙәм балаһы үҙенең бала саҡ иленә килгән... Һәр кеше был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа, тиҙәр. Замандың ниндәй генә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем үҙ юлын таба. Шәһит Әхмәт улы ла, етем ҡалып, өҫтөнә кейер кейеме булмаһа ла, Ырымбур ҡалаһына йәйәү барып, барыбер теләгәненә өлгәшә. Башҡорт Ломоносовы. Ә ҡыҙы һуң?! Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, бәләкәй генә сағынан тыпырлап бейергә әүәҫ булған, тиҙәр. Әсәһе, Маһруй Шәрип ҡыҙы, шатлығын да, һағышын да ҡыҙына баҫҡас, уның уҡырға барам тигән теләген белгәс, бер аҙ ҡурҡып китә. Шулай ҙа бала хыялына арҡыры төшмәй. Тамара 11 йәшендә, 1934 йылда, тиҫтерҙәре менән Ленинградтағы А. Ваганова исемендәге данлыҡлы хореография училищеһына уҡырға инә. Ул уҡыу йортонда Н. Камкова, Е. Ширипина, А. Ширяев кластарында шөғөлләнә. А. Пушкин, М. Романоваларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, училище уҡыусыларын тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр. Өфөлә Тамара Шәһит ҡыҙы, башҡа курсташтары менән бер рәттән, әле өсөнсө йыл ғына эшләп килгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижад юлын башлай. Был мәлдә Киевтан Т. Шевченко исемендәге опера һәм балет академия театры Өфөгә эвакуацияланған була. Милләт, зат айырмай, ҡулға-ҡул тотоношоп, артистар бер сәхнәлә сығыш яһай. Башҡорт труппаһын Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Рәйсә Дербишева, Ғәлиә Хафизова, Нинель Юлтыева, Әҙеһәм Нарыҡов, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек башҡорт балеты башланғысында торған артистар тулыландыра. Тап ошо мәлдәр башҡорт балетының ныҡлап тыуыуы, аяҡ баҫыуы ваҡыты була ла инде. 1944 йылда Л. Степановтың “Сыңрау торна” балеты ҡуйыла. Милли балет менән бер рәттән Тамара Хоҙайбирҙина исемле башҡорт балеринаһы үҫеп сыға, тиһәк тә дөрөҫтөр. Ошонан башлап, был сәхнәлә егерме дүрт йыл халыҡ һөйөүенә ҡойоноп ижад итә ул. Чайковскийҙың “Аҡҡош күле”ндә – Одетта-Одиллия, Б. Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны”нда – Зарема, Р. Глиэраның “Ҡыҙыл сәскә”һендә – Тао-Хоа, Н. Жигановтың “Зөһрә”һендә – Зөһрә һәм башҡа бик күп ролдәрен тамашасы күңелендә мәңге ҡалырлыҡ итеп уйнай. Был заман тураһында республикабыҙҙың данлыҡлы сәхнә оҫтаһы – профессор, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ошондай хәтирәһе менән уртаҡлашҡайны: “Ғәҙәттә, артист балалары театрҙа үҫә. Минең дә шулай булды: үҙемде белә-белгәндән театрҙамын. Ә ул мәлдәрҙә Өфөләге бөтә театрҙар: башҡорт, рус, ҡурсаҡ театры ла опера һәм балет театры бинаһында ине. Үҙҙәренә бүлешеп алған тәртип менән генә репетициялары, сығыштары уҙа. Ә беҙ, артист балалары, әлеге лә баяғы бер ҡайҙа ла яҙылмаған ғәҙәт буйынса, бөтәһенә лә өлгөрәбеҙ, бөтәһен дә беләбеҙ. Ана шул саҡта Тамара Шәһит ҡыҙын тәүгә күрҙем дә инде. Бигерәк һылыу башҡорт ҡыҙы! Уны бөтәһе лә яратып “Тамарочка” тип кенә йөрөттө. Һуғыштан һуңғы йылдар ине, гастролдәр менән театрға балерина Галина Уланова, опера йырсыһы Сергей Лемешев килде. “Баҡсаһарай фонтаны”н ҡуйҙылар. Мария ролендә – Уланова, ә Зареманы беҙҙең Тамарочка бейене. Халыҡ эркелешеп килгән. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: Хоҙайбирҙинаның сығышын халыҡ күҙ йәштәре аралаш ҡарай. Мин дә илай-илай сәхнәләге тамашаны ныҡ аңлап ҡарағайным. Төп ролдәге балерина мөһим дә түгел ине хатта. Ә Хоҙайбирҙина-Зареманы, эшләгән насар ҡылығына ҡарамаҫтан (һөйгәнен көнләшеп, Марияны үлтерә), һаман аҡларға тырышам. Уның урынында мин булһам да, шулай эшләр инем, тим. Һуңынан, Зареманы йәлләп, төндәрен һаташып уяна инем...” 1947 йылда Тамара Хоҙайбирҙина, Ленинградҡа барып уҡыуын тамамлап, дипломлы белгес булып баш ҡалаға кире ҡайта. Артабанғы тыуҙырған образдары ла Хоҙайбирҙинаса оҫталыҡ, рухи теремеклек менән сәхнәгә сыға. Балеттан тыш, концерттарҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән дә сығыш яһай. Республиканың бейеү сәнғәтен профессиональ юғарылыҡҡа күтәреүҙә уның роле ҙур. Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итә   Бөйөк Ватан һуғышы башында Башҡорт опера һәм балет театры балетмейстеры Фәйзи Ғәскәров Тамараға “Мөғлифә” бейеүен һала. Әллә күпме йылдар буйы Хоҙайбирҙинаның был ижады бүтән илдәр алдында республиканың йөҙөн билдәләгән ынйы бөртөгө булып ҡала. Киләсәктә, сәнғәт институтында студенттарға бейеү буйынса дәрестәр бирә башлағас, Тамара Шәһит ҡыҙы үҙенең дауамы итеп, шәкерттәренә “Мөғлифә”не өйрәтә. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина ошондай уҡ “Заһиҙә”һен һағынып хәтерләй: “Бейеүгә ғашиҡ икәнде белгәс, Тамара Шәһит ҡыҙы дәрестән һуң миңә “Заһиҙә” бейеүен һалды. Институттың бөтә сараларында ла ошо бейеү менән сығыш яһаным. Элек завод, фабрикаларға ла барып бейей инек. Костюмдар табып, бөтә хәстәрҙе үҙ өҫтөнә алып, һәр ваҡыт бергә йөрөнө уҡытыусым. Залда ихлас йылмайып, сығыштарҙы ҡарап ултырҙы. Иртәгәһенә тағы ла репетиция яһайбыҙ, килешмәгән ерҙәрҙе ипле генә итеп төҙәтер ине. Урынлы итеп маҡтаны, кәрәк урында шелтәләп тә алды. Уҡып бөтөп, театрҙа эшләй башлағас та, мин уйнаған спектаклдәрҙе килеп ҡарап, әсәйем кеүек арҡамдан яратып китә ине. Ошо изгелектәре өсөн уның алдында башымды эйәм. Изге күңелле, алсаҡ, ябай, зыялы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина һаман минең менән”. 1953 йылда Бухарестта уҙғарылған йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестиваленә Башҡортос­тан делегацияһы составында Тамара Шәһит ҡыҙы ла бара. Фестивалдән оло еңеүҙәр, лауреат исемдәре менән ҡайтҡас, уға ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһын һәм “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирәләр. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһында балерина А. Хачатуряндың “Гаянэ” балетынан Нунэ вариацияларын һәм “Мөғлифә”не бейей. Декаданан һуң уны “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” исеме менән ҙурлайҙар. Ниндәй генә илдәрҙә булһа ла, башҡорт халҡының ҡыйыу улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың аҫыл ҡыҙы милләттең нәзәкәтлелеген, әҙәплелеген күрһәтеп, уға ихтирам уятып йөрөй. 1955 йылдағы декада алдынан Тамара Хоҙайбирҙинаны башҡорт милли кейемендә бөтә Рәсәйгә таралған “Огонек” журналының тышлығында баҫтыралар. Тап ошо мәлдәрҙе хәтерендә һаҡлай уның ике туған һеңлеһе, Шәһит Хоҙайбирҙиндың иң бәләкәй туғаны Ғәлимәнең ҡыҙы Наилә Исмәғилева: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Шәһит бабайымдың Ғибаҙулла ҡустыһы (хәрби кеше була) әсәйемде үҙе менән Ҡырғыҙстанға алып китә. Ул саҡта әсәйем Башҡортостанда уҡытыусылар курсын бөткән була. Ҡырғыҙстанға килгәс, Ғибаҙулла ағайым уны үҙе янына, военкоматҡа эшкә урынлаштыра. Әсәйем ҡырғыҙ һалдаттарына рус телен өйрәтә. Шунда атайым Рәүеф Халиҡов менән танышалар һәм тормош ҡоралар. Бөгөнгөләй күҙ алдымда, миңә 10 йәш ине, 1955 йыл. Бер көн мәктәптән ҡайтһам, әсәйем ниндәйҙер журнал ҡосаҡлаған да илап ултыра. Илай-илай ҙа, журналдың тышын һыйпап, яратып ала. Ул тышлыҡта матур башҡорт ҡыҙының һүрәте ине. Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булмағас, ундай матур туғаныбыҙ барлығын да белмәйем. Әсәйемдән һорашҡас ҡына, Шәһит ағаһы, Маһруй еңгәһе һәм уларҙың ҡыҙҙары тураһында һөйләп бирҙе. Ныҡ һоҡланып ҡараным Тамара апайымдың һүрәтенә. Уның менән танышыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килде. 1969 йылда ғына Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. Һәм ошо мәлдән алып Хоҙайбирҙиндар менән арабыҙ өҙөлгәне юҡ”. Бай эстәлекле ижад тормошонда ҡайнап йәшәй Тамара Шәһит ҡыҙы. Унда шатлыҡтары, юғалтыуҙары ла етерлек була. Ләкин балериналарҙың сәхнә юлы бүтән ижад кешеләренекенә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Халыҡ һөйөүен яулап, легендаға әйләнеп, Тамара Шәһит ҡыҙы сәхнәнән китә, әммә сәнғәткә хеҙмәт итеүен ташламай. Өфө сәнғәт училищеһының, институтының тәүге сығарылыштарынан алып 1997 йылға тиклем актерҙар әҙерләү, тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Тик бейеү дәрестәрен генә алып бармай, этикет буйынса ла онотолмаҫ һабаҡтар бирә. Хәтер был донъяны булмышы менән биҙәгән кешеләрҙе мәңгелек итеүсән. Ошо хәҡиҡәткә тоғро ҡалып, 2018 йылда Тамара Хоҙайбирҙина хаҡында хәтирәләр китабы тупланылды. Олуғ остаздың студенттары – бөгөн үҙҙәре юғары баҫҡыстарға күтәрелгән актер, педагогтар, Тамара Хоҙайбирҙинаның туғандары, коллегалары, таныштары, тамашасыларының хәтирәләре Ф. Рәхимғолова шиғырынан алынған ҡанатлы һүҙҙәр менән аталған “Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә!..” китабы донъя күрҙе. Китапҡа ингән ҡайһы бер хәтирәләрҙән өҙөктәр килтереү хилаф булмаҫ.   “Бөтә яҡлап күркәм кеше ине...”   Рәшиҙә СОЛТАНОВА, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе: – Күркәм кеше ине Тамара Шәһит ҡыҙы. Күптәрҙең күңелендә бөгөнгөләй башҡорт халҡына хас эскерһеҙлеге, мөләйемлеге менән һаҡлана. 1979 йылдарҙан башлап Клара Төхфәтуллина, Зәйтүнә Насретдинова, Вазифа Байтурина, Майя Таһирова, Зәйнәб Гәрәева, Рәйсә Ғәлимуллина, Тамара Хоҙайбирҙина һәм мин йылы ғына аралашып йәшәнек. Бер-беребеҙгә терәк тә, кәрәк тә инек. Серҙәребеҙ уртаҡ булды. Беҙҙең бындай дуҫлыҡты Абдулла Ғиләжев “клан” тип атаны. Арабыҙҙан ел дә үтә алмағанын күреп белгәнгә лә шулай тигәндер. Тамара, бик тыйнаҡ, ипле башҡорт ҡатын-ҡыҙы, атаһы Шәһит Әхмәт улының исеменә тап төшөрмәй, ғүмере буйы уның данын һаҡлап йәшәне. Хатта үҙенең тыуған көнөн үҙе тыуған көндә түгел, ә атаһының тыуған көнөндә үткәрҙе. Иң тәүҙә уның ҡәберен барып тәрбиәләй, шунан һуң ғына өйөнә ҡайтып, тыуған көнө уңайынан табын йыя торғайны. Иҫ киткес бәлештәренең тәме оноторлоҡ түгел… Фәрдүнә ҠАСИМОВА, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре: – Кисен эштән һуңлап ҡына сығабыҙ ҙа йүгерешеп килеп ингән булабыҙ. Үҙебеҙ арыһаҡ та, һаман сөкөр-сөкөр студенттарыбыҙҙы, эшебеҙҙе һөйләйбеҙ. Сәйгә ултырғас, Маһруй апай аптыраған булып беҙгә ҡарай: көндөҙ сәй эсеп алырға ла ваҡытығыҙ юҡмы ни, ти. Ҡайҙан инде сәй эсеп ултырыу? Быға ваҡытыбыҙ йәл ине. Шунан Маһруй Шәрип ҡыҙы, иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтәм тип, мандолинаһында уйнап ебәрер ине. Йәшлек тигәнең – арыуҙар онотола, бейергә төшәбеҙ... Маһруй апай бейеүебеҙҙе күҙәтеп торған икән, беҙ туҡтағас: – Бөгөн бейеү буйынса Фәрдүнә – беренсе урында, икенселә – Суфия, ә Тамара урынһыҙ ҡала... Урындарҙың былай бүленерен көтмәгәнбеҙ. Тағы гөр килеп көлөшәбеҙ... Олег ХАНОВ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортос­тандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты: – Тамара Шәһит ҡыҙына тормошомдағы ваҡиғаларҙы һөйләй инем. Ул бер ваҡытта ла, һин ошолай ит йәки былай ит, тип үҙен аҡыллы күрһәтеп, кәңәштәр бирмәне. Фекер алышты, аралаша белде. Сер һаҡлай белгәненә һоҡландым. Һүҙ йөрөткәнен күргәнем дә, ишеткәнем дә булманы. Тәбиғәттән бирелгән зыялылыҡ бар ине унда. Итәғәтле, үҙенә талапсан кеше. Моғайын, был сифаттар уға атаһынан бирелгәндер… Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы: – 1970 йылдан Өфөлә йәшәгән саҡта ла, урамда Тамара апайҙы осратһам, һаулыҡ һорашып үтә торғайным. Уйлап ҡараһаң, мин – ябай тамашасы, яҡындан таныш та түгелбеҙ. Шулай булһа ла, һаулыҡ һорашыуыма йылмайып яуап ҡайтарыр ине... Әлмира ҠЫУАТОВА, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре: – Сибайҙа филармония асҡанда, профессиональ бейеүселәр менән ижад иткәндә Тамара Шәһит ҡыҙының дәрестәренең миңә бик ныҡ кәрәге тейҙе... Нурия ИРСАЕВА, Башҡортостандың, Татарстан­дың, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры: – Беҙҙе уҡытҡан мәлендә әле йәш ине, ҡайһы саҡ беҙҙең менән бала роленә лә кереп китә, үсекләшә, ҡушаматтар таға, беҙ булып атлап күрһәтә... Сара БУРАНБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы: – “Нишләп кәйефең юҡ, Сара, нимә булды?” – тип һорай. Уның шулай үҙ итеп, арҡамдан һөйөп йылы өндәшеүенә илап ебәреп, нимә булғанын һөйләнем. Шунан Тамара Шәһит ҡыҙы студсовет рәйесен, теге өлкән курс ҡыҙҙарын саҡыртып алды. Беҙҙе татыу­лаштырып, кәйефемде яйға һалып та ҡуйҙы. Уҡыу йылдарында уның ярҙамын, ҡурсалауын күп татыным. Миңә генә түгел, бөтә студенттарына ла иғтибарлы булды. Зифа ДӘҮЛӘТБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы: – Тамара Шәһит ҡыҙы икенсе әсәйем ине. Миңә “Мөғлифә” бейеүен ҡуйҙы. Уны 45 йәшемә тиклем бейеп йөрөнөм... Ҡунаҡсыл, алсаҡ. Һәр нимәне шаярыуға әйләндереп, кеше араһында үҙен лайыҡлы тотҡан кеше булды. *** Рәсәйҙең  атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ  арти­сы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырып, 1998 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Тормош юлын, ижадын өйрәнгән һайын, яңынан-яңы мәғлүмәттәр килеп сыға. Уның Башҡортостан сәнғәтенә индергән өлөшө хайран ҡалырлыҡ. Киләсәктә белгестәр тарафынан тағы өйрәнелер әле был шәхес, тигән өмөт күңелде йылыта.  Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА (Ҡулланылған әҙәбиәт: Г.С. Галина. Тамара Худайбердина. Творческий портрет. – Уфа, Китап. 1996).
Башҡортостандың партия һәм дәүләт эшмәкәре, журналист, яҙыусы, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин вафат булғанда ҡыҙы Тамараға ни бары йәш ярым була. Хоҙайбирҙиндар Өфөләге Яңы күпер урамындағы йорттоң бер бүлмәһендә йәшәй. Уларҙан тыш, ул өйҙә тағы бер нисә ғаилә үҙ ғәм-хәсрәте, шатлыҡтары менән көн итә. Булыр бала – биләүҙән– Тамара шаян ҡыҙыҡай булып, гел йылмайған килеш иҫтә ҡалған, – тип хәтергә алды Киевтан килгән Геннадий Федорович Байчиков. – Кәүҙәһе йәтеш кенә, матур. Йәйге ял лагерына мине Тамараға ҡушып ебәрәләр. Минән ҙурыраҡ булыуынан файҙаланып, үҙ туғаны һымаҡ ҡарап йөрөтә. Ғаиләһендә бер бөртөк бала булһа ла, яуаплы ине. Артабан беҙҙең юлдар айырылды. Тамараны – бейеү буйынса, ә мине Ленинградҡа хәрби училищеға уҡырға оҙаттылар. Каникул да тап килмәй ине. Хәрби училищенан һуң Камчаткаға ебәрелдем. Артабан йөрөмәгән ер ҡалмағандыр, хәрбиҙәр яҙмышы шулай. Хәҙер Киев ҡалаһында йәшәйем. Өфөгә һеңлемә ҡунаҡҡа килдем, – тип һөйләне ул. Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейының стеналарын һыйпап, бер бүлмәгә әллә нисә ҡабат инеп-сығып йөрөнө уҙаман. Уның шулай йөрөүенең серен бик яҡшы аңлайым: туғыҙ тиҫтәһен ваҡлаған әҙәм балаһы үҙенең бала саҡ иленә килгән...Һәр кеше был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән тыуа, тиҙәр. Замандың ниндәй генә ауыр булыуына ҡарамаҫтан, һәр кем үҙ юлын таба. Шәһит Әхмәт улы ла, етем ҡалып, өҫтөнә кейер кейеме булмаһа ла, Ырымбур ҡалаһына йәйәү барып, барыбер теләгәненә өлгәшә. Башҡорт Ломоносовы. Ә ҡыҙы һуң?! Булыр бала – биләүҙән, тигәндәй, бәләкәй генә сағынан тыпырлап бейергә әүәҫ булған, тиҙәр. Әсәһе, Маһруй Шәрип ҡыҙы, шатлығын да, һағышын да ҡыҙына баҫҡас, уның уҡырға барам тигән теләген белгәс, бер аҙ ҡурҡып китә. Шулай ҙа бала хыялына арҡыры төшмәй. Тамара 11 йәшендә, 1934 йылда, тиҫтерҙәре менән Ленинградтағы А. Ваганова исемендәге данлыҡлы хореография училищеһына уҡырға инә. Ул уҡыу йортонда Н. Камкова, Е. Ширипина, А. Ширяев кластарында шөғөлләнә. А. Пушкин, М. Романоваларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, училище уҡыусыларын тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр. Өфөлә Тамара Шәһит ҡыҙы, башҡа курсташтары менән бер рәттән, әле өсөнсө йыл ғына эшләп килгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижад юлын башлай. Был мәлдә Киевтан Т. Шевченко исемендәге опера һәм балет академия театры Өфөгә эвакуацияланған була. Милләт, зат айырмай, ҡулға-ҡул тотоношоп, артистар бер сәхнәлә сығыш яһай. Башҡорт труппаһын Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Рәйсә Дербишева, Ғәлиә Хафизова, Нинель Юлтыева, Әҙеһәм Нарыҡов, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек башҡорт балеты башланғысында торған артистар тулыландыра. Тап ошо мәлдәр башҡорт балетының ныҡлап тыуыуы, аяҡ баҫыуы ваҡыты була ла инде. 1944 йылда Л. Степановтың “Сыңрау торна” балеты ҡуйыла. Милли балет менән бер рәттән Тамара Хоҙайбирҙина исемле башҡорт балеринаһы үҫеп сыға, тиһәк тә дөрөҫтөр. Ошонан башлап, был сәхнәлә егерме дүрт йыл халыҡ һөйөүенә ҡойоноп ижад итә ул. Чайковскийҙың “Аҡҡош күле”ндә – Одетта-Одиллия, Б. Асафьевтың “Баҡсаһарай фонтаны”нда – Зарема, Р. Глиэраның “Ҡыҙыл сәскә”һендә – Тао-Хоа, Н. Жигановтың “Зөһрә”һендә – Зөһрә һәм башҡа бик күп ролдәрен тамашасы күңелендә мәңге ҡалырлыҡ итеп уйнай. Был заман тураһында республикабыҙҙың данлыҡлы сәхнә оҫтаһы – профессор, СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова ошондай хәтирәһе менән уртаҡлашҡайны: “Ғәҙәттә, артист балалары театрҙа үҫә. Минең дә шулай булды: үҙемде белә-белгәндән театрҙамын. Ә ул мәлдәрҙә Өфөләге бөтә театрҙар: башҡорт, рус, ҡурсаҡ театры ла опера һәм балет театры бинаһында ине. Үҙҙәренә бүлешеп алған тәртип менән генә репетициялары, сығыштары уҙа. Ә беҙ, артист балалары, әлеге лә баяғы бер ҡайҙа ла яҙылмаған ғәҙәт буйынса, бөтәһенә лә өлгөрәбеҙ, бөтәһен дә беләбеҙ. Ана шул саҡта Тамара Шәһит ҡыҙын тәүгә күрҙем дә инде. Бигерәк һылыу башҡорт ҡыҙы! Уны бөтәһе лә яратып “Тамарочка” тип кенә йөрөттө.Һуғыштан һуңғы йылдар ине, гастролдәр менән театрға балерина Галина Уланова, опера йырсыһы Сергей Лемешев килде. “Баҡсаһарай фонтаны”н ҡуйҙылар. Мария ролендә – Уланова, ә Зареманы беҙҙең Тамарочка бейене. Халыҡ эркелешеп килгән. Бөгөнгөләй күҙ алдымда: Хоҙайбирҙинаның сығышын халыҡ күҙ йәштәре аралаш ҡарай. Мин дә илай-илай сәхнәләге тамашаны ныҡ аңлап ҡарағайным. Төп ролдәге балерина мөһим дә түгел ине хатта. Ә Хоҙайбирҙина-Зареманы, эшләгән насар ҡылығына ҡарамаҫтан (һөйгәнен көнләшеп, Марияны үлтерә), һаман аҡларға тырышам. Уның урынында мин булһам да, шулай эшләр инем, тим. Һуңынан, Зареманы йәлләп, төндәрен һаташып уяна инем...”1947 йылда Тамара Хоҙайбирҙина, Ленинградҡа барып уҡыуын тамамлап, дипломлы белгес булып баш ҡалаға кире ҡайта. Артабанғы тыуҙырған образдары ла Хоҙайбирҙинаса оҫталыҡ, рухи теремеклек менән сәхнәгә сыға. Балеттан тыш, концерттарҙа башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән дә сығыш яһай. Республиканың бейеү сәнғәтен профессиональ юғарылыҡҡа күтәреүҙә уның роле ҙур. Бейеү сәнғәтенә хеҙмәт итәБөйөк Ватан һуғышы башында Башҡорт опера һәм балет театры балетмейстеры Фәйзи Ғәскәров Тамараға “Мөғлифә” бейеүен һала. Әллә күпме йылдар буйы Хоҙайбирҙинаның был ижады бүтән илдәр алдында республиканың йөҙөн билдәләгән ынйы бөртөгө булып ҡала. Киләсәктә, сәнғәт институтында студенттарға бейеү буйынса дәрестәр бирә башлағас, Тамара Шәһит ҡыҙы үҙенең дауамы итеп, шәкерттәренә “Мөғлифә”не өйрәтә. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина ошондай уҡ “Заһиҙә”һен һағынып хәтерләй: “Бейеүгә ғашиҡ икәнде белгәс, Тамара Шәһит ҡыҙы дәрестән һуң миңә “Заһиҙә” бейеүен һалды. Институттың бөтә сараларында ла ошо бейеү менән сығыш яһаным. Элек завод, фабрикаларға ла барып бейей инек. Костюмдар табып, бөтә хәстәрҙе үҙ өҫтөнә алып, һәр ваҡыт бергә йөрөнө уҡытыусым. Залда ихлас йылмайып, сығыштарҙы ҡарап ултырҙы. Иртәгәһенә тағы ла репетиция яһайбыҙ, килешмәгән ерҙәрҙе ипле генә итеп төҙәтер ине. Урынлы итеп маҡтаны, кәрәк урында шелтәләп тә алды. Уҡып бөтөп, театрҙа эшләй башлағас та, мин уйнаған спектаклдәрҙе килеп ҡарап, әсәйем кеүек арҡамдан яратып китә ине. Ошо изгелектәре өсөн уның алдында башымды эйәм. Изге күңелле, алсаҡ, ябай, зыялы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина һаман минең менән”.1953 йылда Бухарестта уҙғарылған йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә донъя фестиваленә Башҡортостан делегацияһы составында Тамара Шәһит ҡыҙы ла бара. Фестивалдән оло еңеүҙәр, лауреат исемдәре менән ҡайтҡас, уға ВЛКСМ Үҙәк комитетының Почет грамотаһын һәм “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исем бирәләр. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһында балерина А. Хачатуряндың “Гаянэ” балетынан Нунэ вариацияларын һәм “Мөғлифә”не бейей. Декаданан һуң уны “РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы” исеме менән ҙурлайҙар. Ниндәй генә илдәрҙә булһа ла, башҡорт халҡының ҡыйыу улы Шәһит Хоҙайбирҙиндың аҫыл ҡыҙы милләттең нәзәкәтлелеген, әҙәплелеген күрһәтеп, уға ихтирам уятып йөрөй. 1955 йылдағы декада алдынан Тамара Хоҙайбирҙинаны башҡорт милли кейемендә бөтә Рәсәйгә таралған “Огонек” журналының тышлығында баҫтыралар. Тап ошо мәлдәрҙе хәтерендә һаҡлай уның ике туған һеңлеһе, Шәһит Хоҙайбирҙиндың иң бәләкәй туғаны Ғәлимәнең ҡыҙы Наилә Исмәғилева: “Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Шәһит бабайымдың Ғибаҙулла ҡустыһы (хәрби кеше була) әсәйемде үҙе менән Ҡырғыҙстанға алып китә. Ул саҡта әсәйем Башҡортостанда уҡытыусылар курсын бөткән була. Ҡырғыҙстанға килгәс, Ғибаҙулла ағайым уны үҙе янына, военкоматҡа эшкә урынлаштыра. Әсәйем ҡырғыҙ һалдаттарына рус телен өйрәтә. Шунда атайым Рәүеф Халиҡов менән танышалар һәм тормош ҡоралар. Бөгөнгөләй күҙ алдымда, миңә 10 йәш ине, 1955 йыл. Бер көн мәктәптән ҡайтһам, әсәйем ниндәйҙер журнал ҡосаҡлаған да илап ултыра. Илай-илай ҙа, журналдың тышын һыйпап, яратып ала. Ул тышлыҡта матур башҡорт ҡыҙының һүрәте ине. Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа булмағас, ундай матур туғаныбыҙ барлығын да белмәйем. Әсәйемдән һорашҡас ҡына, Шәһит ағаһы, Маһруй еңгәһе һәм уларҙың ҡыҙҙары тураһында һөйләп бирҙе. Ныҡ һоҡланып ҡараным Тамара апайымдың һүрәтенә. Уның менән танышыуҙы оҙаҡ көтөргә тура килде. 1969 йылда ғына Башҡортостанға күсеп ҡайттыҡ. Һәм ошо мәлдән алып Хоҙайбирҙиндар менән арабыҙ өҙөлгәне юҡ”.Бай эстәлекле ижад тормошонда ҡайнап йәшәй Тамара Шәһит ҡыҙы. Унда шатлыҡтары, юғалтыуҙары ла етерлек була. Ләкин балериналарҙың сәхнә юлы бүтән ижад кешеләренекенә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Халыҡ һөйөүен яулап, легендаға әйләнеп, Тамара Шәһит ҡыҙы сәхнәнән китә, әммә сәнғәткә хеҙмәт итеүен ташламай. Өфө сәнғәт училищеһының, институтының тәүге сығарылыштарынан алып 1997 йылға тиклем актерҙар әҙерләү, тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнаша. Тик бейеү дәрестәрен генә алып бармай, этикет буйынса ла онотолмаҫ һабаҡтар бирә. Хәтер был донъяны булмышы менән биҙәгән кешеләрҙе мәңгелек итеүсән. Ошо хәҡиҡәткә тоғро ҡалып, 2018 йылда Тамара Хоҙайбирҙина хаҡында хәтирәләр китабы тупланылды. Олуғ остаздың студенттары – бөгөн үҙҙәре юғары баҫҡыстарға күтәрелгән актер, педагогтар, Тамара Хоҙайбирҙинаның туғандары, коллегалары, таныштары, тамашасыларының хәтирәләре Ф. Рәхимғолова шиғырынан алынған ҡанатлы һүҙҙәр менән аталған “Сәхнәләрҙән остоң күктәргә, дәрт ҡанаты ҡуйып күптәргә!..” китабы донъя күрҙе. Китапҡа ингән ҡайһы бер хәтирәләрҙән өҙөктәр килтереү хилаф булмаҫ. “Бөтә яҡлап күркәм кеше ине...” Рәшиҙә СОЛТАНОВА, Салауат Юлаев ордены кавалеры, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе:– Күркәм кеше ине Тамара Шәһит ҡыҙы. Күптәрҙең күңелендә бөгөнгөләй башҡорт халҡына хас эскерһеҙлеге, мөләйемлеге менән һаҡлана. 1979 йылдарҙан башлап Клара Төхфәтуллина, Зәйтүнә Насретдинова, Вазифа Байтурина, Майя Таһирова, Зәйнәб Гәрәева, Рәйсә Ғәлимуллина, Тамара Хоҙайбирҙина һәм мин йылы ғына аралашып йәшәнек. Бер-беребеҙгә терәк тә, кәрәк тә инек. Серҙәребеҙ уртаҡ булды. Беҙҙең бындай дуҫлыҡты Абдулла Ғиләжев “клан” тип атаны. Арабыҙҙан ел дә үтә алмағанын күреп белгәнгә лә шулай тигәндер. Тамара, бик тыйнаҡ, ипле башҡорт ҡатын-ҡыҙы, атаһы Шәһит Әхмәт улының исеменә тап төшөрмәй, ғүмере буйы уның данын һаҡлап йәшәне. Хатта үҙенең тыуған көнөн үҙе тыуған көндә түгел, ә атаһының тыуған көнөндә үткәрҙе. Иң тәүҙә уның ҡәберен барып тәрбиәләй, шунан һуң ғына өйөнә ҡайтып, тыуған көнө уңайынан табын йыя торғайны. Иҫ киткес бәлештәренең тәме оноторлоҡ түгел…Фәрдүнә ҠАСИМОВА, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:– Кисен эштән һуңлап ҡына сығабыҙ ҙа йүгерешеп килеп ингән булабыҙ. Үҙебеҙ арыһаҡ та, һаман сөкөр-сөкөр студенттарыбыҙҙы, эшебеҙҙе һөйләйбеҙ. Сәйгә ултырғас, Маһруй апай аптыраған булып беҙгә ҡарай: көндөҙ сәй эсеп алырға ла ваҡытығыҙ юҡмы ни, ти. Ҡайҙан инде сәй эсеп ултырыу? Быға ваҡытыбыҙ йәл ине. Шунан Маһруй Шәрип ҡыҙы, иғтибарыбыҙҙы ситкә йүнәлтәм тип, мандолинаһында уйнап ебәрер ине. Йәшлек тигәнең – арыуҙар онотола, бейергә төшәбеҙ... Маһруй апай бейеүебеҙҙе күҙәтеп торған икән, беҙ туҡтағас:– Бөгөн бейеү буйынса Фәрдүнә – беренсе урында, икенселә – Суфия, ә Тамара урынһыҙ ҡала...Урындарҙың былай бүленерен көтмәгәнбеҙ. Тағы гөр килеп көлөшәбеҙ...Олег ХАНОВ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:– Тамара Шәһит ҡыҙына тормошомдағы ваҡиғаларҙы һөйләй инем. Ул бер ваҡытта ла, һин ошолай ит йәки былай ит, тип үҙен аҡыллы күрһәтеп, кәңәштәр бирмәне. Фекер алышты, аралаша белде. Сер һаҡлай белгәненә һоҡландым. Һүҙ йөрөткәнен күргәнем дә, ишеткәнем дә булманы. Тәбиғәттән бирелгән зыялылыҡ бар ине унда. Итәғәтле, үҙенә талапсан кеше. Моғайын, был сифаттар уға атаһынан бирелгәндер…Сәбилә СӨЛӘЙМӘНОВА, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы:– 1970 йылдан Өфөлә йәшәгән саҡта ла, урамда Тамара апайҙы осратһам, һаулыҡ һорашып үтә торғайным. Уйлап ҡараһаң, мин – ябай тамашасы, яҡындан таныш та түгелбеҙ. Шулай булһа ла, һаулыҡ һорашыуыма йылмайып яуап ҡайтарыр ине...Әлмира ҠЫУАТОВА, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:– Сибайҙа филармония асҡанда, профессиональ бейеүселәр менән ижад иткәндә Тамара Шәһит ҡыҙының дәрестәренең миңә бик ныҡ кәрәге тейҙе...Нурия ИРСАЕВА, Башҡортостандың, Татарстандың, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, Дуҫлыҡ ордены кавалеры:– Беҙҙе уҡытҡан мәлендә әле йәш ине, ҡайһы саҡ беҙҙең менән бала роленә лә кереп китә, үсекләшә, ҡушаматтар таға, беҙ булып атлап күрһәтә...Сара БУРАНБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:– “Нишләп кәйефең юҡ, Сара, нимә булды?” – тип һорай. Уның шулай үҙ итеп, арҡамдан һөйөп йылы өндәшеүенә илап ебәреп, нимә булғанын һөйләнем. Шунан Тамара Шәһит ҡыҙы студсовет рәйесен, теге өлкән курс ҡыҙҙарын саҡыртып алды. Беҙҙе татыулаштырып, кәйефемде яйға һалып та ҡуйҙы. Уҡыу йылдарында уның ярҙамын, ҡурсалауын күп татыным. Миңә генә түгел, бөтә студенттарына ла иғтибарлы булды. Зифа ДӘҮЛӘТБАЕВА, Башҡортостандың халыҡ артисы:– Тамара Шәһит ҡыҙы икенсе әсәйем ине. Миңә “Мөғлифә” бейеүен ҡуйҙы. Уны 45 йәшемә тиклем бейеп йөрөнөм... Ҡунаҡсыл, алсаҡ. Һәр нимәне шаярыуға әйләндереп, кеше араһында үҙен лайыҡлы тотҡан кеше булды.***Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина, үҙе артынан яҡты эҙ ҡалдырып, 1998 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Тормош юлын, ижадын өйрәнгән һайын, яңынан-яңы мәғлүмәттәр килеп сыға. Уның Башҡортостан сәнғәтенә индергән өлөшө хайран ҡалырлыҡ. Киләсәктә белгестәр тарафынан тағы өйрәнелер әле был шәхес, тигән өмөт күңелде йылыта. Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА(Ҡулланылған әҙәбиәт: Г.С. Галина.
Шәхестәр
true
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-08-08/unday-matur-tu-anyby-barly-yn-belm-g-ynem-d-3377408
8 Август , 13:50
ba
“Мин бит кеше түгел – кешеһеҙ”
Ирек Кинйәбулатовтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш: ул киң билдәле шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең аранан китеүенә быйыл ете йыл уҙҙы. Иртәгә, 15 июлдә, Ирек Лотфый улына 85 йәш тулыр ине.   Армиянан – университетҡа   Ул Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында 1938 йылда донъяға килгән. Атаһы һуғышта һәләк була. Үҙҙәренең ауылында – башланғыс, күрше Иҫке Бәпестә урта мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла: дүрт йыл Ҡара диңгеҙҙә Хәрби-диңгеҙ флотында, Атлантик океанда илебеҙ сиген һаҡлау, именлекте яҡлау буйынса бурысын тоғро үтәй. Ябай матростан хәрби караптың рулевойҙар старшинаһы дәрәжәһенә күтәрелә. Ирек хеҙмәт иткәндә лә яҙышыуын ташламай – хәрби округ гәзитендә хәбәрҙәре, мәҡәлә һәм шиғырҙары баҫыла, комсомол тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә. Хәрби хеҙмәттәге һәм йәмәғәт эшендәге уңыштары өсөн старшина Ирек Кинйәбулатов ВЛКСМ Үҙәк Комитетының һәм Грузия комсомол ойошмаһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Уның исеме Ҡара диңгеҙ флоты хәрби карабының Почётлы кенәгәһенә индерелгән. Ошондай шаулы, ҡайнап торған матрос тормошонан һуң ул туп-тура баш ҡалабыҙ Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына килә, тарих һәм филология факультетына уҡырға инә. Кисәге матрос  өсөн йәнә шаулы, күңелле студент тормошо башлана. 1967 йылда БДУ-ны тамамлап, башта Башҡортостан радиоһында, унан “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында эшләй. Бер йылдан уны гәзиттең үҙ хәбәрсеһе итеп республиканың көньяҡ-көнсығышына – Сибай төбәгенә күсерәләр. Үҙ хәбәрсе булып эшләү дәүерендә (12 йыл) Ирек Кинйәбулатов гәзит биттәрендә Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы халҡының тормош-көнкүреше, социаль-ижтимағи хәле тураһында әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы репортаждар, очерк һәм мәҡәләләр даими рәүештә баҫтыра. Был йылдарҙа уның шиғырҙары һәм поэмалары айырым китап булып донъя күрә. “Баҫыу юлы” (1970) һәм  “Сыйырсыҡтар бала осора” (1973) китаптары сығыу менән талантлы йәш шағирҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар.   Һәр кемде ауыҙына ҡаратты   Ирек Кинйәбулатовтың тыуған ер, атай-олатайҙар төйәге, изгелек менән ҡаһарманлыҡ тураһындағы шиғырҙарын балалар ҙа бик яратып уҡый, яттан һөйләй. Мин быға үҙем күп тапҡыр шаһит булдым. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар, Иҫке Бәпес, Һәүәләй, Ибраһим, Ҡарлыман һәм башҡа ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашҡан әҙәби кисәләрҙә, асыҡ дәрестәрҙә яҡташтары Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙарын яттан һөйләгәндәрен ишеттем. Шундай матур итеп тасуири уҡырға кемдәр өйрәтә икән, тип һоҡланғаным да булды. Ә инде осрашыу бөткәс, балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да сират тороп Ирек ағайҙарының китаптарына автограф яҙҙырып алыуҙарын күрһәгеҙ! Бына инде хәҙер, үкенескә ҡаршы, Ирек Кинйәбулатов та беҙҙең арала юҡ, әммә шағир иҫтәлеге һәр йортта, һәр мәктәптә ҡәҙерләп һаҡлана. Ул балаларҙы үҙенә ҡарата белә торғайны. Ниндәй районға, ҡайһы мәктәпкә барһаң да, Ирек Лотфый улына һүҙ бирелеп, сығышын башлаған тәүге һүҙҙәрен әйтеү менән һәр кемдең иғтибарын шунда уҡ үҙенә йәлеп итә. Гүйә, сал сәсле был сәсән ҡарт тыңлаусыларҙы тылсымлы һүҙе менән арбап ала: “Элек беҙ уҡығанда мәктәбебеҙгә шағир йә яҙыусы килһә, иң шатлыҡлы көн була торғайны. Дәрестәр өҙөлә, бер кемдән бер нимә лә һорамайҙар, “икеле” билдәһе ҡуймайҙар. Ауыҙ асып шиғыр тыңлап тик ултыраһың. Әҙәби осрашыу оҙаҡҡараҡ һуҙылһын тип, яҙыусы ағайҙарға йә апайҙарға төрлө һорауҙар бирәбеҙ әле... Шулай беҙҙә лә бер мәрәкә булғайны. Мәктәбебеҙгә күренекле яҙыусы Фәрит ағай Иҫәнғолов килде. Ул – яҡташыбыҙ. Һөйләй башланы, бер хикәйәһен уҡыны. Сәхнәнең алдында ғына иҙәндә ултырған бер бала ҡул күтәрә лә күтәрә. Фәрит ағай: “Һорауыңды аҙаҡ бирерһең”, – тип уны әллә нисә мәртәбә туҡтатып та ҡараны. Бына яҙыусы һөйләп бөткәс, теге ҡул күтәреп арыған малайға ҡарап: “Йә, һорауыңды бир инде”, – тине. Теге малай: “Ағай, аҙаҡтан кино буламы?” тине, күҙен дә йоммай...” Балаларҙың иләҫ-миләҫ күңелен бик тиҙ яулап алырлыҡ ябай ҙа, мәрәкә лә һүҙҙәрҙе Ирек Лотфый улы ҡайҙан ала торған булғандыр инде, әммә сығыштары бер ваҡытта ла ялҡытманы. Киреһенсә, тыңлаған һайын тыңлағы килеп кенә торор ине... Шиғриәт илендә Ирек Кинйәбулатов үҙен иркен тойҙо. Шиғырҙары халыҡсан, ябай, образдарға бай, тапҡыр телле һәм тос фекерле. Арҙаҡлы шәхестәргә арнауҙары ла һәр береһе ижади портрет кимәлендә, камил эшләнгән булыуҙары менән күңелде арбай. Һүрәтләү объекты булған кешенең үҙенсәлекле, характерлы һыҙаттарын бик тапҡыр тотоп алып художестволы дөйөмләштереүгә өлгәште.   Ижады лайыҡлы баһаланды   Уның сағыу ижады хөкүмәтебеҙ тарафынан хаҡлы рәүештә баһаланды. Әүҙем ижады һәм тынғыһыҙ әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде (2001), “Замана тауышы” тигән китабы 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, шағир – Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Ғәзиз төйәге – Ҡырмыҫҡалыһы хаҡында ла бик күп шиғыр, матур-матур йырҙар ижад итте ҡәләмдәшем. Уларҙы бында теҙеп һанап сығыу хатта мөмкин дә түгелдер: донъя күргән һәр яңы китабында тыуған яғына арналған шиғыры булыр ине. Һуңғы осорҙа илебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре һәм легендар батырҙары Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа монументаль һәйкәл ҡуйылыу айҡанлы өр-яңы шиғырҙар яҙҙы. Ирек Кинйәбулатов, Ҡырмыҫҡалының почётлы гражданы булыу менән бергә, ысын мәғәнәһендә, тыуған яғының патриоты ла булды. Районда үткәрелгән байрам-тантаналарҙың, төрлө сараларҙың береһенән дә ҡалмай ҡатнашыр, үҙенең йөрәк һүҙен әйтер, ялҡынлы шиғырҙарын яңғыратыр ине арҙаҡлы уҙаман. Ирек Лотфый улының дуҫтары ла күп булды. Ул ҡайһы тарафҡа барһа ла, үҙен танып белделәр, һәр ерҙә лә ихлас көтөп алдылар. Ҡазанда, Шишмәлә, Сибайҙа  йә Туймазыла, Илештә йә Салауатта үҙ кеше ине. Шуғалыр ҙа: Эй, кешеләр! Һеҙгә ашығамын, Бармы икән миндә эшегеҙ? Мин бит һеҙһеҙ – бер кем түгел ерҙә, Мин бит кеше түгел – кешеһеҙ.   Күҙҙәремдә – һеҙҙең ҡыуаныстар, Хәсрәтегеҙ – минең алҡымда. Барыр юлым – һеҙ бараһы юлдар, Йөрәгемдә – һеҙҙең ялҡындар, – тип яҙҙы шағир һәм һуңғы һулышынаса үҙенең ошо девизына тоғро ҡалды. Ул кешеләр менән йәшәне, кешеләр өсөн йәшәне. Халҡын күтәрҙе, замандаштарын ололаны, йырҙарында данланы. Шағир һаман да беҙҙең менән: шиғырҙары күңелдәребеҙҙе йылыта. - Ҡәҙим АРАЛБАЙ
Ирек Кинйәбулатовтың исеме әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш: ул киң билдәле шағир, журналист, йәмәғәт эшмәкәре ине. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең аранан китеүенә быйыл ете йыл уҙҙы. Иртәгә, 15 июлдә, Ирек Лотфый улына 85 йәш тулыр ине. Армиянан – университетҡаУл Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында 1938 йылда донъяға килгән. Атаһы һуғышта һәләк була. Үҙҙәренең ауылында – башланғыс, күрше Иҫке Бәпестә урта мәктәпте тамамлағас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла: дүрт йыл Ҡара диңгеҙҙә Хәрби-диңгеҙ флотында, Атлантик океанда илебеҙ сиген һаҡлау, именлекте яҡлау буйынса бурысын тоғро үтәй. Ябай матростан хәрби караптың рулевойҙар старшинаһы дәрәжәһенә күтәрелә. Ирек хеҙмәт иткәндә лә яҙышыуын ташламай – хәрби округ гәзитендә хәбәрҙәре, мәҡәлә һәм шиғырҙары баҫыла, комсомол тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәтә. Хәрби хеҙмәттәге һәм йәмәғәт эшендәге уңыштары өсөн старшина Ирек Кинйәбулатов ВЛКСМ Үҙәк Комитетының һәм Грузия комсомол ойошмаһының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Уның исеме Ҡара диңгеҙ флоты хәрби карабының Почётлы кенәгәһенә индерелгән. Ошондай шаулы, ҡайнап торған матрос тормошонан һуң ул туп-тура баш ҡалабыҙ Өфөгә Башҡорт дәүләт университетына килә, тарих һәм филология факультетына уҡырға инә. Кисәге матрос өсөн йәнә шаулы, күңелле студент тормошо башлана. 1967 йылда БДУ-ны тамамлап, башта Башҡортостан радиоһында, унан “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһында эшләй. Бер йылдан уны гәзиттең үҙ хәбәрсеһе итеп республиканың көньяҡ-көнсығышына – Сибай төбәгенә күсерәләр. Үҙ хәбәрсе булып эшләү дәүерендә (12 йыл) Ирек Кинйәбулатов гәзит биттәрендә Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары һәм Сибай ҡалаһы халҡының тормош-көнкүреше, социаль-ижтимағи хәле тураһында әңгәмәләр, ҡыҙыҡлы репортаждар, очерк һәм мәҡәләләр даими рәүештә баҫтыра. Был йылдарҙа уның шиғырҙары һәм поэмалары айырым китап булып донъя күрә. “Баҫыу юлы” (1970) һәм “Сыйырсыҡтар бала осора” (1973) китаптары сығыу менән талантлы йәш шағирҙы Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алалар. Һәр кемде ауыҙына ҡараттыИрек Кинйәбулатовтың тыуған ер, атай-олатайҙар төйәге, изгелек менән ҡаһарманлыҡ тураһындағы шиғырҙарын балалар ҙа бик яратып уҡый, яттан һөйләй. Мин быға үҙем күп тапҡыр шаһит булдым. Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар, Иҫке Бәпес, Һәүәләй, Ибраһим, Ҡарлыман һәм башҡа ауыл мәктәптәрендә уҡыусылар, ата-әсәләр ҡатнашҡан әҙәби кисәләрҙә, асыҡ дәрестәрҙә яҡташтары Ирек Кинйәбулатовтың шиғырҙарын яттан һөйләгәндәрен ишеттем. Шундай матур итеп тасуири уҡырға кемдәр өйрәтә икән, тип һоҡланғаным да булды. Ә инде осрашыу бөткәс, балаларҙың да, уҡытыусыларҙың да сират тороп Ирек ағайҙарының китаптарына автограф яҙҙырып алыуҙарын күрһәгеҙ! Бына инде хәҙер, үкенескә ҡаршы, Ирек Кинйәбулатов та беҙҙең арала юҡ, әммә шағир иҫтәлеге һәр йортта, һәр мәктәптә ҡәҙерләп һаҡлана. Ул балаларҙы үҙенә ҡарата белә торғайны. Ниндәй районға, ҡайһы мәктәпкә барһаң да, Ирек Лотфый улына һүҙ бирелеп, сығышын башлаған тәүге һүҙҙәрен әйтеү менән һәр кемдең иғтибарын шунда уҡ үҙенә йәлеп итә. Гүйә, сал сәсле был сәсән ҡарт тыңлаусыларҙы тылсымлы һүҙе менән арбап ала: “Элек беҙ уҡығанда мәктәбебеҙгә шағир йә яҙыусы килһә, иң шатлыҡлы көн була торғайны. Дәрестәр өҙөлә, бер кемдән бер нимә лә һорамайҙар, “икеле” билдәһе ҡуймайҙар. Ауыҙ асып шиғыр тыңлап тик ултыраһың. Әҙәби осрашыу оҙаҡҡараҡ һуҙылһын тип, яҙыусы ағайҙарға йә апайҙарға төрлө һорауҙар бирәбеҙ әле...Шулай беҙҙә лә бер мәрәкә булғайны. Мәктәбебеҙгә күренекле яҙыусы Фәрит ағай Иҫәнғолов килде. Ул – яҡташыбыҙ. Һөйләй башланы, бер хикәйәһен уҡыны. Сәхнәнең алдында ғына иҙәндә ултырған бер бала ҡул күтәрә лә күтәрә. Фәрит ағай: “Һорауыңды аҙаҡ бирерһең”, – тип уны әллә нисә мәртәбә туҡтатып та ҡараны. Бына яҙыусы һөйләп бөткәс, теге ҡул күтәреп арыған малайға ҡарап: “Йә, һорауыңды бир инде”, – тине. Теге малай: “Ағай, аҙаҡтан кино буламы?” тине, күҙен дә йоммай...”Балаларҙың иләҫ-миләҫ күңелен бик тиҙ яулап алырлыҡ ябай ҙа, мәрәкә лә һүҙҙәрҙе Ирек Лотфый улы ҡайҙан ала торған булғандыр инде, әммә сығыштары бер ваҡытта ла ялҡытманы. Киреһенсә, тыңлаған һайын тыңлағы килеп кенә торор ине...Шиғриәт илендә Ирек Кинйәбулатов үҙен иркен тойҙо. Шиғырҙары халыҡсан, ябай, образдарға бай, тапҡыр телле һәм тос фекерле. Арҙаҡлы шәхестәргә арнауҙары ла һәр береһе ижади портрет кимәлендә, камил эшләнгән булыуҙары менән күңелде арбай. Һүрәтләү объекты булған кешенең үҙенсәлекле, характерлы һыҙаттарын бик тапҡыр тотоп алып художестволы дөйөмләштереүгә өлгәште. Ижады лайыҡлы баһаландыУның сағыу ижады хөкүмәтебеҙ тарафынан хаҡлы рәүештә баһаланды. Әүҙем ижады һәм тынғыһыҙ әҙәби-ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде (2001), “Замана тауышы” тигән китабы 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды, шағир – Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014).Ғәзиз төйәге – Ҡырмыҫҡалыһы хаҡында ла бик күп шиғыр, матур-матур йырҙар ижад итте ҡәләмдәшем. Уларҙы бында теҙеп һанап сығыу хатта мөмкин дә түгелдер: донъя күргән һәр яңы китабында тыуған яғына арналған шиғыры булыр ине. Һуңғы осорҙа илебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәре һәм легендар батырҙары Ҡәнзәфәр Усаевҡа һәм генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа монументаль һәйкәл ҡуйылыу айҡанлы өр-яңы шиғырҙар яҙҙы. Ирек Кинйәбулатов, Ҡырмыҫҡалының почётлы гражданы булыу менән бергә, ысын мәғәнәһендә, тыуған яғының патриоты ла булды. Районда үткәрелгән байрам-тантаналарҙың, төрлө сараларҙың береһенән дә ҡалмай ҡатнашыр, үҙенең йөрәк һүҙен әйтер, ялҡынлы шиғырҙарын яңғыратыр ине арҙаҡлы уҙаман. Ирек Лотфый улының дуҫтары ла күп булды. Ул ҡайһы тарафҡа барһа ла, үҙен танып белделәр, һәр ерҙә лә ихлас көтөп алдылар. Ҡазанда, Шишмәлә, Сибайҙа йә Туймазыла, Илештә йә Салауатта үҙ кеше ине. Шуғалыр ҙа:Эй, кешеләр! Һеҙгә ашығамын,Бармы икән миндә эшегеҙ?Мин бит һеҙһеҙ – бер кем түгел ерҙә,Мин бит кеше түгел – кешеһеҙ. Күҙҙәремдә – һеҙҙең ҡыуаныстар,Хәсрәтегеҙ – минең алҡымда. Барыр юлым – һеҙ бараһы юлдар,Йөрәгемдә – һеҙҙең ялҡындар, –тип яҙҙы шағир һәм һуңғы һулышынаса үҙенең ошо девизына тоғро ҡалды. Ул кешеләр менән йәшәне, кешеләр өсөн йәшәне. Халҡын күтәрҙе, замандаштарын ололаны, йырҙарында данланы.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-07-14/min-bit-keshe-t-gel-keshe-e-3348725
14 Июль , 16:23
ba
Көслө рухлы, “характерлы кеше”
1975 йылда көтмәгәндә-уйламағанда мине Башҡортостан Яҙыусылар союзына ойоштороу эштәре буйынса секретарь итеп эшкә ебәрҙеләр. Комсомолда ҡәләм оҫталары менән бергә эшләргә лә тура килгәс, байтаҡ яҙыусыларҙы белгән дә кеүекмен. Оло, дәрәжәле әҙиптәребеҙҙе таныйым, әҫәрҙәре уҡылып баҫылған, әммә улар араһынан мине белгән бер-ике әҙип бармы икән? Урта быуын тигәндәренең байтағы мине күрһә, “был йөҙ таныш кеүек” тип уйлап, сәләмләп тә киткән булыуҙары бар. Ә йәш быуын – комсомол йәшендәгеләр менән апаруҡ аралашып йәшәйбеҙ, дуҫтарса мөнәсәбәттә булғандар ҙа аҙ түгел. Ул замандарҙа илебеҙҙә яҙыусылар совет интеллигенцияһының иң әүҙем, иң йылдам, иң абруйлы алдынғы отряды тип нарыҡлашҡан, рәсми властар ҙа, халыҡ тарафынан да шулай тип танылған, ҡабул ителгән ижади ҡатлам ине. Һәм миңә шул өлкәлә көс-дәрт һалған, талантлы, үҙенең һүҙе, фекере булған, уларҙы күңелгә ятырлыҡ итеп халыҡҡа еткерә белгән ижадсыларҙы берләштергән Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләү бәхете йылмайҙы.   Донъяны яратып йәшәне   Идара бүлмәһендә өсәү ултырабыҙ. Идара рәйесе, билдәле драматург, Башҡортостан Юғары Советы рәйесе тигән яуаплы ижтимағи вазифа ла шул заманда уның иңенә һалынғайны, ижади мәсьәләләр буйынса секретарь – танылған шағир, драматург Рафаэль Сафин һәм мин. Улар мине электән белгәнгә күрә, эшләп алып китеүе ҡыйын булманы. Яйлап аппарат менән таныша барам. Идарала өс консультант. Береһе – 42 йәшендә генә “Арыш башағы” романы өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған, ижади олпатлығы йөҙөндә лә, йөрөшөндә лә, эш-ҡылығында ла ярылып ятҡан Фәрит ағай Иҫәнғолов (өҫтәүенә, партия ойошмаһы секретары ла). Икенсеһе – Александр Филиппов, “Туесок народных сокровищ” тигән башҡорттарға хас халыҡ кәсептәре хаҡындағы күңел йылылығын биреп яҙған китабы, шиғриәте менән ихтирам яулаған, коммунислығына ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлаған, XXI быуат башында Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған шәхес. Өсөнсөһө – юстиция органдарында матур, көйлө эштәрен ташлап, хикәйәләр, повестар, драмалар яҙа-яҙа бөтөнләйе менән әҙәбиәткә күскән Хәкимйән Зарипов ағай. Союз ҡарамағында әҙиптәр ижадын халыҡҡа еткереү менән шөғөлләнгән әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы бар. Уның директоры дәртле Рафаэль Ғәлиев яҙыусылар менән күп һанлы осрашыуҙар ойоштороп ҡына ҡалмай, үҙе лә йыш ҡына сәхнәгә сығып, иҫ киткес матур итеп шиғырҙар һөйләй ине. Тағы ла яҙыусы­ларҙың матди хәлдәрен, йәшәү-торлаҡ, ял, ижад итеү шарттары мәсьәләләрен ҡалҡытырға тейеш булған Әҙәби фонд тигән ойошма бар. Ул ойошманы фронтовик-яҙыусы Зөлфәр Фазлетдин улы Хисмәтуллин етәкләй. Мыҡты кәүҙәле, үҙе “мин башҡорт” тип ҡысҡырып торған кеүек, яңаҡ остары сығыңҡы, яҫы битле, ҡыҫығыраҡ күҙле, маңлай сәстәре яйлап-яйлап сигенә башлағас, былай ҙа киң маңлайы тағы ла ҙурыраҡ булып күренә, ҡуңырт йөҙлө, баҫалҡы, тоноғораҡ тауышлы был ағайҙы төрлө әҙәби сараларҙа күргәнем бар ине. Хәҙер инде яҡындан танышам. 1923 йылдың йәмле йәйендә Көньяҡ Урал түбәһендә тау-таш араһында, йырлы Ағиҙел ярын төйәк иткән Сермән ауылында донъяға килгән. Күрәһең, бала саҡтан уҡ белемдең нимә икәнен күңеле менән аңлаған, уҡырға тырышҡан. 18 йәшендә ул Белорет металлургия техникумын тамамлай һәм ул ваҡытта башҡорттар араһында һирәк осрай торған профессияға – таусы һөнәренә эйә була. Тик уға был тармаҡта эшләргә тура килмәй. Миллиондарса ир-ат кеүек, уны ла Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәте ҡойоно үҙ эсенә өйөрөлтөп алып инеп китә. Зөлфәр Хисмәтуллинды тәүҙә пулемет взводына ебәрәләр, бер аҙҙан отҡор егеткә танк ротаһы командиры бурысын йөкмәтәләр. Ә бурыс та, яуаплылыҡ та ифрат ҙур. Һуғыш заманында танк командиры була, рота составында өсәр танкты берләштергән өс взводҡа етәкселек итә. Шулай итеп, йәш кенә командирға 10-лап танк, танк экипаждарындағы 60-лап кеше яҙмышы тапшырыла. Уның ротаһы һәр алыштан еңеүсе булып сыға. Ул Белоруссияны, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинғаса барып етеү ҙә яҙған булған уға. Батыр яугирҙе яралар, контузиялар ҙа урап үтмәй. Уның ҡаһарман­лығы – ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ул. Шәхси батырлыҡ һәм хәрби хеҙмәт­тәрҙе белеп ойоштороп, оҫта етәкселек иткән өсөн бирелгән булған, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар менән билдәләнгән. Әлбиттә, быларҙы һүҙгә һараныраҡ, тәүге танышҡанда уҡ үтә тыйнаҡ, ипле, илтифатлы булып күренгән, асылда – шулай ҙа, Зөлфәр ағай үҙе һөйләмәне. Былар хаҡында ойоштороу эштәре буйынса секретарҙың ҡарамағында булған яҙыусыларҙың “Личное дело” папкаһынан уның “Делоһын” алып уҡып белдем. Һуғыштан ҡайтҡас ул әҙерәк партия органдарында эшләп алып, 1947 йылда башкөллө журналистика, әҙәбиәт донъя­һына сума. Тәүҙә “Совет Башҡортос­таны”нда эшләй, 1951 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, уны “Ленинсы” гәзитенә яуаплы секретарь итеп раҫлайҙар. 1955 йылдан ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен “Һәнәк” журналына бағышлай. Бер йыл әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгәндән һуң, бүлек мөдире итеп күсерәләр, бер аҙҙан “штаб-начальнигы” – журналдың яуаплы секретары итеп үрләтәләр. Һуғыштан һуң әҙәбиәт донъяһын үҙ иткән Зөлфәр ағайҙың ижады ваҡытлы матбуғатта эшләгән осорҙа бермә-бер әүҙемләшә. 1959 йылда “Тау шишмәһе” тип аталған беренсе хикәйәләр китабы донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы нәшер ителгән “Ауыл ситендәге өй”, “Яңы күршеләр”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Таң алдынан” йыйынтыҡтары уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Баҡһаң, уның менән танышҡан ваҡыт­та Зөлфәр ағай ете китап авторы, “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемде йөрөткән шәхес булған икән. Ә үҙе ниндәй ябай, тормошто яҡшы белгән, кеселекле лә, булдыҡлы ла, ярҙамсыл да, кешеләрҙе ихтирам иткән дә инсан. Тәү ҡарашҡа битарафыраҡ күренгән, аҙағыраҡ белдем, көслө контузия эҙемтәһе шундайыраҡ була икән – бер ҡолағы ишетеңкерәмәй, башы үҙе әйткәнсә, даими, бер туҡтауһыҙ шаулай, фронтовик ағайыбыҙ бер ваҡытта ла һаулығына зарланғанын ишеттермәне, донъяны яратып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәне. Бынамын тигән ғаилә: уңған, аҡыллы, сабыр, һөйкөмлө ҡатын – бик күптәрҙең ихтирамын яулаған Азалия апай, һәр береһе төплө – улы Роберт, ҡыҙҙары Ғәлиә, Зөлфиә – Зөлфәр ағайҙың шатлыҡ-ғорурлығы ла, хәстәре лә, таяныс-терәүҙәре лә, ныҡлы тылы ла ине.   Хикәйәләр оҫтаһы   Зөлфәр ағайҙың ижадында төрлө жанрҙарға урын табыла ине. Филология фәндәре докторы, ғалим Миҙхәт Фазылйән улы Ғәйнуллин Зөлфәр Хисмәтуллинды ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы тип баһалаған. Хикәйә, повестары ыҡсымлығы, тормошсанлығы менән үҙенә тартып торҙо. Батыр яугир-фронтовик ҡәһәрле һуғышта үҙе күргән-белгәнен, тойған-кисергән хистәрен, ҡатнашҡан алыш-ваҡиғаларҙы ла ҡағыҙ битенә төшөрә. “Таң алдынан” повесында төп ваҡиғалар­ҙы автор үҙенә яҡшы таныш, һуғыш саҡрымдарын һанай башлаған саҡта хеҙмәт иткән хәрби берәмек – пулемет взводының фронттың алғы һыҙығында тотҡан пландарында таң алдынан көтөлгән ҡанлы алышҡа әҙерләнгән төнөн һүрәтләү аша бәйән итә. Һуғыш тура­һында яҙылған был әҫәре һуғыш – оло афәт, үлем, хәсрәт, күҙ йәше, аҡҡан ҡыҙыл ҡан, етемдәр, емеректәр, харабалар ғына түгел, ул туптар һөрөмө менән ҡапланған ҡояш-күк тә, аҡтарылған, йыртҡысланған, йәнһеҙләндерелгән, аҫты-өҫкә килтерелгән Ер ҙә, тәбиғәт иңрәүе, һыҡтауы ла, кешелек йәшәйе­шенең төп нигеҙҙәрен юҡҡа сығарыу ҙа – һәр кемдең күңеленә барып етә, йөрәген өтөп ала. Уҡыусы әҫәрҙең тәүге “...Туғай буйлап шаян ел йүгерә. Ул әле иртәнге һалҡынса һауала кинәнгән ысыҡлы ағас япраҡтарын барып һелкетергә тотона, әле тимгелләндереп үлән баштарын һыйпап үтә...” һөйләмдәрен уҡығас та ҡапыл һиҫкәнеп китә. Әҫәр һуғыш тураһында лабаһа, ә был юлдар шундай һиллек, тыныслыҡ, наҙ, иркәләү, өмөт, ышаныс бөркә, йәшәйеш тәбиғәтенә һыйышмаҫҡа тейеш һуғышты инҡар итергә, тормошто яратырға өндәп, тере тип, автор оҫталығына аптырап ҡуя. Уның оҫталығы үҫмерҙәр, мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә лә асыҡ күренә. Зөлфәр ағайҙың бер шаршаулы комедияларын, скетчтарын иһә 50-60-сы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек дәррәү үҫеп сыҡҡан үҙешмәкәр коллективтар, театр түңәрәктәре, һәүәҫкәр артистар көтөп ала ине. Зөлфәр ағай Хисмәтуллиндың ижадын өйрәнеүселәр бер тауыштан әҙиптең ижад маһирлығы юмор һәм сатира өлкәһендә ныҡ күренде тип билдәләй. “Һәнәк” журналында эшләгәндә йыйған аҡылын ул оҫта итеп уҡыусыға ла еткерә. “Сатирик үҙе күтәргән күҫәктең ике башлы икәнен хәтерҙән сығарырға тейеш түгел”, – тип киҫәтә ул. Күптәр быны үҙенсә “дөрөҫ” аңлай, шуға ла сатира әҙәбиәт майҙанынан төшөп ҡала килә. “Фельетон яҙыу – айыу өңөнә инеп, уны фотоға төшөрөп алыу менән бер, – тип дауам итә ул. – Ул үҙенең нимә эшләргә йыйынғанын белә, ә айыуҙың нимә эшләйәсәген күҙ алдына килтерә алмай”. Яҙышырға теләгәндәр быныһын да һеңдерә – бөгөнгө көндә фельетон жанры юҡҡа тиң. Ә яҙыусының тормошобоҙҙа тулып ятҡан йәмһеҙ күренештәрҙе, кире типтар – юхалар, әрәмтамаҡтар, шымсы­лар, ике йөҙлөләрҙең ҡылыҡ-ғәмәлдәрен асып һалған әҫәрҙәре ул заманда телдән-телгә, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа еткерелә ине. Үҙе лә тәржемә менән шөғөлләнгән тынғыһыҙ әҙиптең хикәйәләре рус, азербайжан, украин, үзбәк, татар, сыуаш телдәрендә лә уҡыусыларына барып етте. Ҡара, ана, ниндәй ут-һыуҙарҙы кискән, дары еҫен, тәмен татып “туйғанса” йотҡан, әсеһен-сөсөһөн күргән мәхшәр ҡамауында ла кешелеклеген һаҡлап, йәмғиәт талабына яуап бирерҙәй иң яҡшы тағы ла ны­ғыраҡ үҫтергән һәм уны йомарт та­ратҡан тәжрибәле ағай менән осраш­тыр­ҙы мине яҙмыш. Шунда уҡ тартылдым уға. Ул да мине үҙ күрҙе, тәүге көндән үк яҡын итте. Зөлфәр ағай йыш ҡына: “Тәл­ғәт, мин һине улым кеүек күрәм”, – тип әйт­келәп алыр ине. “Ә ниңә, беҙҙең ара – 19 йәш, ә ун туғыҙҙа бик күптәр атай бу­ла бит”, тип һүҙҙәрен нығытып ҡуйыр ине. Көндәлек эштәребеҙҙе йыш ҡына Зөлфәр ағай менән бергә атҡарабыҙ. Һинеке, минеке тип тормай, уның “пирожковозы”на ултырабыҙ ҙа сығып китәбеҙ. Уның менән эшләүе еңел – йә Өфө тулы таныштары, йә кеше менән һөйләшә белеүе ярҙам итеп тора. Уның менән йөрөп күп нәмәгә өйрәндем, ул да мине нисек йәшәргә, тормош ҡорорға, уның менән ниндәй мөнәсәбәт урынлаш­тырырға, кешеләр менән ниндәй мөғәмә­ләлә булырға – барыһына ла нотоҡ һөйләп түгел, ә йәнле тормошта өлгө күрһәтеп өйрәтте. Яңы бер эшкә – баҡыйлыҡҡа күскән яҙыусыларҙың йәшәгән йорттарына иҫтәлекле таҡтаташтар, ҡәберҙәренә һәйкәл ҡуйыуға тотонмаҡ булдыҡ. Зөлфәр ағайҙың ул эштәр өсөн материал, гранит, мәрмәр, рәссам-скульпторҙар, финанс эҙләү-табыуҙағы күрһәткән ныҡышлығы үҙе бер асыҡ дәрес ине. Тәүге һәйкәл классигыбыҙ Сәғит Агиш ҡәберенә ҡуйылды. Артабан был эш яйлап системаға һалынды. Ул үҙенең кешеләргә гел яҡшылыҡ эшләргә тигән тормош ҡағиҙәһенән саҡ ҡына ла тайпылмайынса, изгелек ҡылды. Яҙыусыларға һәр саҡ “ижад йортона барырға ваҡыт етте”, “ҡайһы ижад йортона юллама кәрәк?”, “һинең ярҙамға мохтаж сағың, ахырыһы, ярҙам һорап ғариза яҙ”, “юбилейыңа ниндәйерәк бүләк яҡшы булыр?” тип һәр ҡәләмдәштәрен дә, йәш ижади ҡурпыларҙы ла ҡайғыртыр ине. Ҡайһы ваҡыт донъя мәшәҡәттәрен – баҡсаһын, умарталарын ситкәрәк шылдырып, эш аҙағына табан минең бүлмәгә килеп инә. Шахмат таҡтаһы өҫтәлгә ҡуйыла, уның янында дәртләндергес “зәм-зәм һыуы” ла килеп ҡуна. Рәхәтләнеп шахмат уйнайбыҙ, ирен­дәре­беҙҙе тешләп сылатабыҙ, иркенләп һөйләшәбеҙ. Аралашҡанда иһә уның шәп психолог та, педагог та икәнлеген белдем. Бер мәл иртән бүлмәгә килеп инде лә: “Бәй, күсмәнеңме ни әле?” – тип һораны. “Ҡайҙа?” – тигәс, “Радионан Сәғитов Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары итеп раҫланды, тинеләр ҙә”. Шаярта ағай. Ул көндә, ысынлап та, Ғәбит Вәлит улы Сабитовтың урынбаҫар итеп раҫланыуы тураһында хәбәр ителде. Зөлфәр ағай, яңылыш ишеткән кеше булып, минең күңелгә ниндәйҙер мая һалырға булғандыр, көсөм етерҙәй оло маҡсат ҡуйыуымды теләгәндер.   Яҡты эҙе ҡалды...   Берҙән-бер көн яҙыусы ағайым ҡәтғи рәүештә: “Тәлғәт, ҡыҙым Ғәлиәнең туйында һин тамада булырһың”, – тине. “Һуң минең бер ниндәй ҙә тәжрибәм юҡ. Ана, күпме яҙыусыбыҙҙың тамада булғаны бар. Шуларҙы тәғәйенлә”, – тинем. “Юҡ, һин бынамын тигән итеп уҙғарырһың”, – тине. Ҡайҙа бараһың? Ризалаштым. Ныҡ ҡына әҙерләндем. Туй матур үтте. Билдәле драматург Ибраһим Абдуллиндың табын аҙағында “Бөгөн яңы тамада тыуҙы. Әйҙәгеҙ, уның өсөн тост күтәрәйек” тип мине ҙурлап та ебәреүе Зөлфәр ағайҙың ниндәй уйлап эшләгәнен күрһәтте. Берҙән, мине әҙиптәр ҡорона яҡынайтыуға, коллективҡа тиҙерәк тәрәнерәк индереүгә йүнәлтелгән булһа, икенсенән, һәр саҡ үҙ көсөңә ышанып ҡарау кәрәк, тигән фекерҙе нығыта. Бер шахмат уйнап ултырғанда кешене ҡайғыртыусан өлкән дуҫым (шулай тип әйтә аламдыр, тим) “Һин баҡса өсөн ер алдың да, берәй нәмә күтәреп ҡуйырға уйлайһыңмы?” – тип һорап ҡуйҙы. “Уйлайым да ул...” “Шунан?” “Башҡа бер нәмә лә килмәй бит әле”. “Кабинетыңда көтөп кенә ултырһаң, килмәҫ тә. Былай итәйек. Райондарға сығып, бура-фәлән эҙләштерәйек. Иң тәүҙә минең ауылым Сермәнгә барайыҡ, бәлки, берәй нәмә осратырбыҙ”, – тине. Ике көндән төнгө поезға төшәбеҙ, тип әйтеп ҡуйҙы. Һәм беҙ Зөлфәр ағай менән юлда: “Урал ҡаяларын киҫеп сыҡҡан” (Ғ. Сәләм), яңыраҡ ҡына төҙөлөп бөткән Белорет–Шишмә тимер юлынан көнсығышҡа ҡарай елдергән поезда. Күңел тулы өмөт, ихлас әңгәмә, төнгө Урал, Башҡортостан матур­лығы... Барып еттек Сермәнгә. Зөлфәр ағай унан-бынан белештерҙе лә, колхоз бухгалтерияһында эшләгән ике туған ҡустыһының яңы ғына бура буратҡанын асыҡлағас, уларға киттек. “Мин уны быҙауҙар өсөн тип буратҡайным. Ул бәләкәй, дүрткә дүрт кенә”, – ти хужаһы. Шулай ҙа Зөлфәр ағай уны һатырға күндерҙе. “Үлсәме тап-таман. Ә һин тағы бурарһың. Ағас өҫтөңә ауып тора бит”, – тине. Бер аҙҙан ул бура, баҡсала ҡайҡайып, Зөлфәр ағайҙың төҫө булып ҡалҡып та сыҡты... ...2000 йылдар башында яҙған бер мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай: “Кем ул Зөлфәр Хисмәтуллин?” – тигән һорау ҡуя ла, “...бөгөнгө яңы быуындың, йәш әҙәбиәт һөйөүселәрҙең уны белеп бөтмәүе лә бик ихтимал, – тип дауам итә, – сөнки был әҙиптең беҙҙең аранан китеүенә лә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән”. Һәм Зөлфәр ағай менән бергә эшләп алған билдәле шағирыбыҙ мәҡәләнең башынан аҙағына тиклем уның хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә, йәштәрҙе оло әҙип, ысын кеше менән таныштыра. Башҡа күптәр ҙә оло йөрәкле был шәхесте баҫылған да, баҫылмаған да хәтирә­ләрендә яҡшы яҡтан ғына хәтергә ала. Ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асҡанда ла, уның исемен тыуған ауылы Сермәндәге бер урамға биргәндә лә. Ҡәҙерле Зөлфәр ағайыбыҙҙың алтмышын да тултырып өлгөрмәй беҙҙең аранан киткәненә инде 40 йыл да үткән. Ҡәҙим уҙаман һымаҡ, ағайыбыҙ һәм, ғөмүмән, был донъяла яҡты эҙ ҡалдырып, мәңгелеккә киткән шәхестәребеҙҙең хәтерен даими яңыртып тороу зарур­лығын тойоп, күңел талабынан сығып яҙылды был юлдар. Зөлфәр ағайҙың унынсы китабы 1990 йылда донъя күрҙе. Китапты төҙөүсе яҙыусының хәләл ефете Азалия апай Хисмәтуллина уны “характерлы кеше” тип исемләгән. Был кинәйәле исем юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Унда яугир, әҙип, талантлы шәхес, шәп кеше Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтул­линдың холоҡ-фиғеле, булмышы сағыла.   Р.S. Күңелгә ятышлы хәбәр таратты ошо көндәрҙә интернет селтәре: Зөлфәр Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, ауылдаштары уҡыусылар конференцияһы үткәргән. Шөкөр, бик шөкөр... Бәлки, башҡа ерҙәрҙә лә иҫкә алғандарҙыр әле... Тәлғәт СӘҒИТОВ
1975 йылда көтмәгәндә-уйламағанда мине Башҡортостан Яҙыусылар союзына ойоштороу эштәре буйынса секретарь итеп эшкә ебәрҙеләр. Комсомолда ҡәләм оҫталары менән бергә эшләргә лә тура килгәс, байтаҡ яҙыусыларҙы белгән дә кеүекмен. Оло, дәрәжәле әҙиптәребеҙҙе таныйым, әҫәрҙәре уҡылып баҫылған, әммә улар араһынан мине белгән бер-ике әҙип бармы икән? Урта быуын тигәндәренең байтағы мине күрһә, “был йөҙ таныш кеүек” тип уйлап, сәләмләп тә киткән булыуҙары бар. Ә йәш быуын – комсомол йәшендәгеләр менән апаруҡ аралашып йәшәйбеҙ, дуҫтарса мөнәсәбәттә булғандар ҙа аҙ түгел. Ул замандарҙа илебеҙҙә яҙыусылар совет интеллигенцияһының иң әүҙем, иң йылдам, иң абруйлы алдынғы отряды тип нарыҡлашҡан, рәсми властар ҙа, халыҡ тарафынан да шулай тип танылған, ҡабул ителгән ижади ҡатлам ине. Һәм миңә шул өлкәлә көс-дәрт һалған, талантлы, үҙенең һүҙе, фекере булған, уларҙы күңелгә ятырлыҡ итеп халыҡҡа еткерә белгән ижадсыларҙы берләштергән Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында эшләү бәхете йылмайҙы. Донъяны яратып йәшәнеИдара бүлмәһендә өсәү ултырабыҙ. Идара рәйесе, билдәле драматург, Башҡортостан Юғары Советы рәйесе тигән яуаплы ижтимағи вазифа ла шул заманда уның иңенә һалынғайны, ижади мәсьәләләр буйынса секретарь – танылған шағир, драматург Рафаэль Сафин һәм мин. Улар мине электән белгәнгә күрә, эшләп алып китеүе ҡыйын булманы. Яйлап аппарат менән таныша барам. Идарала өс консультант. Береһе – 42 йәшендә генә “Арыш башағы” романы өсөн Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булған, ижади олпатлығы йөҙөндә лә, йөрөшөндә лә, эш-ҡылығында ла ярылып ятҡан Фәрит ағай Иҫәнғолов (өҫтәүенә, партия ойошмаһы секретары ла). Икенсеһе – Александр Филиппов, “Туесок народных сокровищ” тигән башҡорттарға хас халыҡ кәсептәре хаҡындағы күңел йылылығын биреп яҙған китабы, шиғриәте менән ихтирам яулаған, коммунислығына ғүмер буйы тоғролоҡ һаҡлаған, XXI быуат башында Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған шәхес. Өсөнсөһө – юстиция органдарында матур, көйлө эштәрен ташлап, хикәйәләр, повестар, драмалар яҙа-яҙа бөтөнләйе менән әҙәбиәткә күскән Хәкимйән Зарипов ағай. Союз ҡарамағында әҙиптәр ижадын халыҡҡа еткереү менән шөғөлләнгән әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы бар. Уның директоры дәртле Рафаэль Ғәлиев яҙыусылар менән күп һанлы осрашыуҙар ойоштороп ҡына ҡалмай, үҙе лә йыш ҡына сәхнәгә сығып, иҫ киткес матур итеп шиғырҙар һөйләй ине. Тағы ла яҙыусыларҙың матди хәлдәрен, йәшәү-торлаҡ, ял, ижад итеү шарттары мәсьәләләрен ҡалҡытырға тейеш булған Әҙәби фонд тигән ойошма бар. Ул ойошманы фронтовик-яҙыусы Зөлфәр Фазлетдин улы Хисмәтуллин етәкләй. Мыҡты кәүҙәле, үҙе “мин башҡорт” тип ҡысҡырып торған кеүек, яңаҡ остары сығыңҡы, яҫы битле, ҡыҫығыраҡ күҙле, маңлай сәстәре яйлап-яйлап сигенә башлағас, былай ҙа киң маңлайы тағы ла ҙурыраҡ булып күренә, ҡуңырт йөҙлө, баҫалҡы, тоноғораҡ тауышлы был ағайҙы төрлө әҙәби сараларҙа күргәнем бар ине. Хәҙер инде яҡындан танышам. 1923 йылдың йәмле йәйендә Көньяҡ Урал түбәһендә тау-таш араһында, йырлы Ағиҙел ярын төйәк иткән Сермән ауылында донъяға килгән. Күрәһең, бала саҡтан уҡ белемдең нимә икәнен күңеле менән аңлаған, уҡырға тырышҡан. 18 йәшендә ул Белорет металлургия техникумын тамамлай һәм ул ваҡытта башҡорттар араһында һирәк осрай торған профессияға – таусы һөнәренә эйә була. Тик уға был тармаҡта эшләргә тура килмәй. Миллиондарса ир-ат кеүек, уны ла Бөйөк Ватан һуғышы ғәрәсәте ҡойоно үҙ эсенә өйөрөлтөп алып инеп китә. Зөлфәр Хисмәтуллинды тәүҙә пулемет взводына ебәрәләр, бер аҙҙан отҡор егеткә танк ротаһы командиры бурысын йөкмәтәләр. Ә бурыс та, яуаплылыҡ та ифрат ҙур. Һуғыш заманында танк командиры була, рота составында өсәр танкты берләштергән өс взводҡа етәкселек итә. Шулай итеп, йәш кенә командирға 10-лап танк, танк экипаждарындағы 60-лап кеше яҙмышы тапшырыла. Уның ротаһы һәр алыштан еңеүсе булып сыға. Ул Белоруссияны, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша, Берлинғаса барып етеү ҙә яҙған булған уға. Батыр яугирҙе яралар, контузиялар ҙа урап үтмәй. Уның ҡаһарманлығы – ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены ул. Шәхси батырлыҡ һәм хәрби хеҙмәттәрҙе белеп ойоштороп, оҫта етәкселек иткән өсөн бирелгән булған, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп миҙалдар менән билдәләнгән. Әлбиттә, быларҙы һүҙгә һараныраҡ, тәүге танышҡанда уҡ үтә тыйнаҡ, ипле, илтифатлы булып күренгән, асылда – шулай ҙа, Зөлфәр ағай үҙе һөйләмәне. Былар хаҡында ойоштороу эштәре буйынса секретарҙың ҡарамағында булған яҙыусыларҙың “Личное дело” папкаһынан уның “Делоһын” алып уҡып белдем.Һуғыштан ҡайтҡас ул әҙерәк партия органдарында эшләп алып, 1947 йылда башкөллө журналистика, әҙәбиәт донъяһына сума. Тәүҙә “Совет Башҡортостаны”нда эшләй, 1951 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, уны “Ленинсы” гәзитенә яуаплы секретарь итеп раҫлайҙар. 1955 йылдан ике тиҫтә йылға яҡын ғүмерен “Һәнәк” журналына бағышлай. Бер йыл әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгәндән һуң, бүлек мөдире итеп күсерәләр, бер аҙҙан “штаб-начальнигы” – журналдың яуаплы секретары итеп үрләтәләр. Һуғыштан һуң әҙәбиәт донъяһын үҙ иткән Зөлфәр ағайҙың ижады ваҡытлы матбуғатта эшләгән осорҙа бермә-бер әүҙемләшә. 1959 йылда “Тау шишмәһе” тип аталған беренсе хикәйәләр китабы донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы нәшер ителгән “Ауыл ситендәге өй”, “Яңы күршеләр”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Таң алдынан” йыйынтыҡтары уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Баҡһаң, уның менән танышҡан ваҡытта Зөлфәр ағай ете китап авторы, “БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемде йөрөткән шәхес булған икән. Ә үҙе ниндәй ябай, тормошто яҡшы белгән, кеселекле лә, булдыҡлы ла, ярҙамсыл да, кешеләрҙе ихтирам иткән дә инсан. Тәү ҡарашҡа битарафыраҡ күренгән, аҙағыраҡ белдем, көслө контузия эҙемтәһе шундайыраҡ була икән – бер ҡолағы ишетеңкерәмәй, башы үҙе әйткәнсә, даими, бер туҡтауһыҙ шаулай, фронтовик ағайыбыҙ бер ваҡытта ла һаулығына зарланғанын ишеттермәне, донъяны яратып, тулы ҡанлы тормош менән йәшәне. Бынамын тигән ғаилә: уңған, аҡыллы, сабыр, һөйкөмлө ҡатын – бик күптәрҙең ихтирамын яулаған Азалия апай, һәр береһе төплө – улы Роберт, ҡыҙҙары Ғәлиә, Зөлфиә – Зөлфәр ағайҙың шатлыҡ-ғорурлығы ла, хәстәре лә, таяныс-терәүҙәре лә, ныҡлы тылы ла ине. Хикәйәләр оҫтаһыЗөлфәр ағайҙың ижадында төрлө жанрҙарға урын табыла ине. Филология фәндәре докторы, ғалим Миҙхәт Фазылйән улы Ғәйнуллин Зөлфәр Хисмәтуллинды ҡыҫҡа хикәйәләр оҫтаһы тип баһалаған. Хикәйә, повестары ыҡсымлығы, тормошсанлығы менән үҙенә тартып торҙо. Батыр яугир-фронтовик ҡәһәрле һуғышта үҙе күргән-белгәнен, тойған-кисергән хистәрен, ҡатнашҡан алыш-ваҡиғаларҙы ла ҡағыҙ битенә төшөрә. “Таң алдынан” повесында төп ваҡиғаларҙы автор үҙенә яҡшы таныш, һуғыш саҡрымдарын һанай башлаған саҡта хеҙмәт иткән хәрби берәмек – пулемет взводының фронттың алғы һыҙығында тотҡан пландарында таң алдынан көтөлгән ҡанлы алышҡа әҙерләнгән төнөн һүрәтләү аша бәйән итә. Һуғыш тураһында яҙылған был әҫәре һуғыш – оло афәт, үлем, хәсрәт, күҙ йәше, аҡҡан ҡыҙыл ҡан, етемдәр, емеректәр, харабалар ғына түгел, ул туптар һөрөмө менән ҡапланған ҡояш-күк тә, аҡтарылған, йыртҡысланған, йәнһеҙләндерелгән, аҫты-өҫкә килтерелгән Ер ҙә, тәбиғәт иңрәүе, һыҡтауы ла, кешелек йәшәйешенең төп нигеҙҙәрен юҡҡа сығарыу ҙа – һәр кемдең күңеленә барып етә, йөрәген өтөп ала. Уҡыусы әҫәрҙең тәүге “...Туғай буйлап шаян ел йүгерә. Ул әле иртәнге һалҡынса һауала кинәнгән ысыҡлы ағас япраҡтарын барып һелкетергә тотона, әле тимгелләндереп үлән баштарын һыйпап үтә...” һөйләмдәрен уҡығас та ҡапыл һиҫкәнеп китә. Әҫәр һуғыш тураһында лабаһа, ә был юлдар шундай һиллек, тыныслыҡ, наҙ, иркәләү, өмөт, ышаныс бөркә, йәшәйеш тәбиғәтенә һыйышмаҫҡа тейеш һуғышты инҡар итергә, тормошто яратырға өндәп, тере тип, автор оҫталығына аптырап ҡуя. Уның оҫталығы үҫмерҙәр, мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәрендә лә асыҡ күренә. Зөлфәр ағайҙың бер шаршаулы комедияларын, скетчтарын иһә 50-60-сы йылдарҙа һәр ауылда тиерлек дәррәү үҫеп сыҡҡан үҙешмәкәр коллективтар, театр түңәрәктәре, һәүәҫкәр артистар көтөп ала ине. Зөлфәр ағай Хисмәтуллиндың ижадын өйрәнеүселәр бер тауыштан әҙиптең ижад маһирлығы юмор һәм сатира өлкәһендә ныҡ күренде тип билдәләй.“Һәнәк” журналында эшләгәндә йыйған аҡылын ул оҫта итеп уҡыусыға ла еткерә. “Сатирик үҙе күтәргән күҫәктең ике башлы икәнен хәтерҙән сығарырға тейеш түгел”, – тип киҫәтә ул. Күптәр быны үҙенсә “дөрөҫ” аңлай, шуға ла сатира әҙәбиәт майҙанынан төшөп ҡала килә. “Фельетон яҙыу – айыу өңөнә инеп, уны фотоға төшөрөп алыу менән бер, – тип дауам итә ул. – Ул үҙенең нимә эшләргә йыйынғанын белә, ә айыуҙың нимә эшләйәсәген күҙ алдына килтерә алмай”. Яҙышырға теләгәндәр быныһын да һеңдерә – бөгөнгө көндә фельетон жанры юҡҡа тиң. Ә яҙыусының тормошобоҙҙа тулып ятҡан йәмһеҙ күренештәрҙе, кире типтар – юхалар, әрәмтамаҡтар, шымсылар, ике йөҙлөләрҙең ҡылыҡ-ғәмәлдәрен асып һалған әҫәрҙәре ул заманда телдән-телгә, ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа еткерелә ине. Үҙе лә тәржемә менән шөғөлләнгән тынғыһыҙ әҙиптең хикәйәләре рус, азербайжан, украин, үзбәк, татар, сыуаш телдәрендә лә уҡыусыларына барып етте.Ҡара, ана, ниндәй ут-һыуҙарҙы кискән, дары еҫен, тәмен татып “туйғанса” йотҡан, әсеһен-сөсөһөн күргән мәхшәр ҡамауында ла кешелеклеген һаҡлап, йәмғиәт талабына яуап бирерҙәй иң яҡшы тағы ла нығыраҡ үҫтергән һәм уны йомарт таратҡан тәжрибәле ағай менән осраштырҙы мине яҙмыш. Шунда уҡ тартылдым уға. Ул да мине үҙ күрҙе, тәүге көндән үк яҡын итте. Зөлфәр ағай йыш ҡына: “Тәлғәт, мин һине улым кеүек күрәм”, – тип әйткеләп алыр ине. “Ә ниңә, беҙҙең ара – 19 йәш, ә ун туғыҙҙа бик күптәр атай була бит”, тип һүҙҙәрен нығытып ҡуйыр ине. Көндәлек эштәребеҙҙе йыш ҡына Зөлфәр ағай менән бергә атҡарабыҙ. Һинеке, минеке тип тормай, уның “пирожковозы”на ултырабыҙ ҙа сығып китәбеҙ. Уның менән эшләүе еңел – йә Өфө тулы таныштары, йә кеше менән һөйләшә белеүе ярҙам итеп тора. Уның менән йөрөп күп нәмәгә өйрәндем, ул да мине нисек йәшәргә, тормош ҡорорға, уның менән ниндәй мөнәсәбәт урынлаштырырға, кешеләр менән ниндәй мөғәмәләлә булырға – барыһына ла нотоҡ һөйләп түгел, ә йәнле тормошта өлгө күрһәтеп өйрәтте. Яңы бер эшкә – баҡыйлыҡҡа күскән яҙыусыларҙың йәшәгән йорттарына иҫтәлекле таҡтаташтар, ҡәберҙәренә һәйкәл ҡуйыуға тотонмаҡ булдыҡ. Зөлфәр ағайҙың ул эштәр өсөн материал, гранит, мәрмәр, рәссам-скульпторҙар, финанс эҙләү-табыуҙағы күрһәткән ныҡышлығы үҙе бер асыҡ дәрес ине. Тәүге һәйкәл классигыбыҙ Сәғит Агиш ҡәберенә ҡуйылды. Артабан был эш яйлап системаға һалынды. Ул үҙенең кешеләргә гел яҡшылыҡ эшләргә тигән тормош ҡағиҙәһенән саҡ ҡына ла тайпылмайынса, изгелек ҡылды. Яҙыусыларға һәр саҡ “ижад йортона барырға ваҡыт етте”, “ҡайһы ижад йортона юллама кәрәк?”, “һинең ярҙамға мохтаж сағың, ахырыһы, ярҙам һорап ғариза яҙ”, “юбилейыңа ниндәйерәк бүләк яҡшы булыр?” тип һәр ҡәләмдәштәрен дә, йәш ижади ҡурпыларҙы ла ҡайғыртыр ине.Ҡайһы ваҡыт донъя мәшәҡәттәрен – баҡсаһын, умарталарын ситкәрәк шылдырып, эш аҙағына табан минең бүлмәгә килеп инә. Шахмат таҡтаһы өҫтәлгә ҡуйыла, уның янында дәртләндергес “зәм-зәм һыуы” ла килеп ҡуна. Рәхәтләнеп шахмат уйнайбыҙ, ирендәребеҙҙе тешләп сылатабыҙ, иркенләп һөйләшәбеҙ. Аралашҡанда иһә уның шәп психолог та, педагог та икәнлеген белдем. Бер мәл иртән бүлмәгә килеп инде лә: “Бәй, күсмәнеңме ни әле?” – тип һораны. “Ҡайҙа?” – тигәс, “Радионан Сәғитов Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары итеп раҫланды, тинеләр ҙә”. Шаярта ағай. Ул көндә, ысынлап та, Ғәбит Вәлит улы Сабитовтың урынбаҫар итеп раҫланыуы тураһында хәбәр ителде. Зөлфәр ағай, яңылыш ишеткән кеше булып, минең күңелгә ниндәйҙер мая һалырға булғандыр, көсөм етерҙәй оло маҡсат ҡуйыуымды теләгәндер. Яҡты эҙе ҡалды... Берҙән-бер көн яҙыусы ағайым ҡәтғи рәүештә: “Тәлғәт, ҡыҙым Ғәлиәнең туйында һин тамада булырһың”, – тине. “Һуң минең бер ниндәй ҙә тәжрибәм юҡ. Ана, күпме яҙыусыбыҙҙың тамада булғаны бар. Шуларҙы тәғәйенлә”, – тинем. “Юҡ, һин бынамын тигән итеп уҙғарырһың”, – тине. Ҡайҙа бараһың? Ризалаштым. Ныҡ ҡына әҙерләндем. Туй матур үтте. Билдәле драматург Ибраһим Абдуллиндың табын аҙағында “Бөгөн яңы тамада тыуҙы. Әйҙәгеҙ, уның өсөн тост күтәрәйек” тип мине ҙурлап та ебәреүе Зөлфәр ағайҙың ниндәй уйлап эшләгәнен күрһәтте. Берҙән, мине әҙиптәр ҡорона яҡынайтыуға, коллективҡа тиҙерәк тәрәнерәк индереүгә йүнәлтелгән булһа, икенсенән, һәр саҡ үҙ көсөңә ышанып ҡарау кәрәк, тигән фекерҙе нығыта. Бер шахмат уйнап ултырғанда кешене ҡайғыртыусан өлкән дуҫым (шулай тип әйтә аламдыр, тим) “Һин баҡса өсөн ер алдың да, берәй нәмә күтәреп ҡуйырға уйлайһыңмы?” – тип һорап ҡуйҙы. “Уйлайым да ул...” “Шунан?” “Башҡа бер нәмә лә килмәй бит әле”. “Кабинетыңда көтөп кенә ултырһаң, килмәҫ тә. Былай итәйек. Райондарға сығып, бура-фәлән эҙләштерәйек. Иң тәүҙә минең ауылым Сермәнгә барайыҡ, бәлки, берәй нәмә осратырбыҙ”, – тине. Ике көндән төнгө поезға төшәбеҙ, тип әйтеп ҡуйҙы. Һәм беҙ Зөлфәр ағай менән юлда: “Урал ҡаяларын киҫеп сыҡҡан” (Ғ. Сәләм), яңыраҡ ҡына төҙөлөп бөткән Белорет–Шишмә тимер юлынан көнсығышҡа ҡарай елдергән поезда. Күңел тулы өмөт, ихлас әңгәмә, төнгө Урал, Башҡортостан матурлығы... Барып еттек Сермәнгә. Зөлфәр ағай унан-бынан белештерҙе лә, колхоз бухгалтерияһында эшләгән ике туған ҡустыһының яңы ғына бура буратҡанын асыҡлағас, уларға киттек. “Мин уны быҙауҙар өсөн тип буратҡайным. Ул бәләкәй, дүрткә дүрт кенә”, – ти хужаһы. Шулай ҙа Зөлфәр ағай уны һатырға күндерҙе. “Үлсәме тап-таман. Ә һин тағы бурарһың. Ағас өҫтөңә ауып тора бит”, – тине. Бер аҙҙан ул бура, баҡсала ҡайҡайып, Зөлфәр ағайҙың төҫө булып ҡалҡып та сыҡты......2000 йылдар башында яҙған бер мәҡәләһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай: “Кем ул Зөлфәр Хисмәтуллин?” – тигән һорау ҡуя ла, “...бөгөнгө яңы быуындың, йәш әҙәбиәт һөйөүселәрҙең уны белеп бөтмәүе лә бик ихтимал, – тип дауам итә, – сөнки был әҙиптең беҙҙең аранан китеүенә лә ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтеп киткән”. Һәм Зөлфәр ағай менән бергә эшләп алған билдәле шағирыбыҙ мәҡәләнең башынан аҙағына тиклем уның хаҡында тик яҡшы һүҙҙәр әйтә, йәштәрҙе оло әҙип, ысын кеше менән таныштыра. Башҡа күптәр ҙә оло йөрәкле был шәхесте баҫылған да, баҫылмаған да хәтирәләрендә яҡшы яҡтан ғына хәтергә ала. Ул йәшәгән йортта иҫтәлекле таҡтаташ асҡанда ла, уның исемен тыуған ауылы Сермәндәге бер урамға биргәндә лә.Ҡәҙерле Зөлфәр ағайыбыҙҙың алтмышын да тултырып өлгөрмәй беҙҙең аранан киткәненә инде 40 йыл да үткән. Ҡәҙим уҙаман һымаҡ, ағайыбыҙ һәм, ғөмүмән, был донъяла яҡты эҙ ҡалдырып, мәңгелеккә киткән шәхестәребеҙҙең хәтерен даими яңыртып тороу зарурлығын тойоп, күңел талабынан сығып яҙылды был юлдар. Зөлфәр ағайҙың унынсы китабы 1990 йылда донъя күрҙе. Китапты төҙөүсе яҙыусының хәләл ефете Азалия апай Хисмәтуллина уны “характерлы кеше” тип исемләгән. Был кинәйәле исем юҡҡа ғына ҡуйылмаған. Унда яугир, әҙип, талантлы шәхес, шәп кеше Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллиндың холоҡ-фиғеле, булмышы сағыла. Р.S. Күңелгә ятышлы хәбәр таратты ошо көндәрҙә интернет селтәре: Зөлфәр Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап, ауылдаштары уҡыусылар конференцияһы үткәргән. Шөкөр, бик шөкөр...
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-07-11/k-sl-ruhly-harakterly-keshe-3339294
11 Июль , 19:25
ba
“Йәшәһәм дә алыҫ, тыуған ерем...”
Уҡытыусы һәм остаз йылында К.Д. Ушинскийҙың педагогика тураһында әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү ваҡытлы: "Педагогика фән түгел, ә сәнғәт – бөтә сәнғәттәрҙең иң киң, иң ҡатмарлы, иң юғары һәм иң кәрәклеһе. Тәрбиә сәнғәте фәнгә таяна..."   Кешеләр хаҡында   Шуға бәйле, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм республиканың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, уның урынбаҫары Илдар Бикбаев яҙыусы, ғалимә, педагог, методист, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, тәрбиә, мәғариф теорияһы һәм ысулдары, милли мәктәптәр өсөн тиҫтәләгән уҡыу әсбаптарының автор-төҙөүсеһе (бер нисә автор менән берлектә) Земфира Сәхипованың ижад кисәһен уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Байрамға әҙерлек әүҙем алып барылды, ғалимә һәм яҙыусының шиғри йыйынтыҡтары, публицистик баҫмалары, уҡыу әсбаптары ғына түгел, хатта ҡыҙҙары Мәҙинә менән Зареманың да ижади хеҙмәттәре күргәҙмәгә ҡуйылды, ижади буклеты нәшерләнде. Земфира Сәхипованың хеҙмәт һәм ижад юлы донъялағы иң маҡтаулы эшкә – мәғарифҡа һәм фәнгә фиҙакәр хеҙмәт итеү өлгөһө. Уның педагогика фәне үҫешенә индергән өлөшө юғары профессионаллек өлгөһө булып тора. Милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу методикаһына, ике һәм күп теллелекте формалаштырыу һәм үҫтереү проблемаларына арналған ғилми тикшеренеү­ҙәрендә Земфира Ғизетдин ҡыҙы башҡорт телен, халыҡ традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Уның күп яҡлы эшмәкәрлеге – ысын патриотизм, башҡорт халҡының туған теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү һәм тоғролоҡ, Ватанға сикһеҙ хеҙмәт итеүҙең сағыу миҫалы, шуға күрә Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министр­лыҡтарының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды; Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, К.Д. Ушинский миҙалы, республикабыҙҙың С. Юлаев ордены менән баһаланды. Кисә башланыр алдынан вәкил­лектең тамашалар залында БЮТ каналы тарафынан эшләнгән "Автограф" тапшырыуы күрһәтелде. Уның артынса сәхнәгә танылған йырсы, "Илһам" театры актеры Ринат Хәбиров, башҡорт халыҡ көйөн өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнап, сәхнәгә сыҡты, ә алып барыусы Ғайсар Ишбирҙин Земфира Сәхипованың "Ҡурайым"дың шиғри юлдарын яңғыратты: ...Башым баҫып, күҙҙәремде йомоп, Тыңлайым да ҡурай моңдарын, Ҡайтам тағы тыуған яҡтарыма, Күңелемдән урап юлдарын. Ҡурай, тиһәм, башҡорт күҙ алдымда, Ҡурайһыҙ ҙа башҡорт бар микән? Халҡым менән йәштәш  ҡурайҡайым Ғүмер баҡый бергә көн иткән... Ижади кисәне асып, тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Республика­һының Рәсәй Президенты ҡарама­ғындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вази­фаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, үҙенең сығышында Земфира Ғизетдин ҡыҙының юғары ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итеп, ошо тантаналы сара менән ҡотланы, алыҫ тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡорол­тайы вәкиле Илшат Рәхмәтуллин, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев Земфира Сәхипованы ысын күңелдән ҡотланы. Яратҡан шағирәне шатландырып, “Илһам” театрында (етәксеһе – Мәҙинә Илһамова) шөғөлләнгән балалар шағирәнең әҫәрҙәрен тасуири итеп уҡыны, саф башҡортса йырҙар башҡарҙы, ә инде өләсәһе Әнисә Динәхмәтова менән байрамға килгән Әмир Турабов, "Их, егеттәр!" бейеүен ысын сая баһадирҙарса башҡарып, бар тамашасыны таң ҡалдырҙы. Һүҙ "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире, Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙ­мәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, журналист Салауат Кәримовҡа бирелгәс, ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Бай­мөхәмәтов ебәргән маҡтау ҡағыҙҙарын, сәскәләр гөлләмәһен тапшырҙы, бер нисә уҡыу йортоноң ҡотлау хаттарын, "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Ағиҙел" журналдарының да сәләмдәрен еткерҙе. Земфира Сәхипова бик күптәрҙе юғарыға үрләтте – 20-ләп аспирант, уның ярҙамында кандидатлыҡ диссер­тацияһын яҡлап, инде хәҙер фән докторҙары булып китте. Шуларҙың береһе, бөтә эштәрен ташлап, яратҡан остазын тәбрикләргә килгән шағирә, педагогия фәндәре докторы Рәмзәнә Әбүталипова уҡытыусыларға бағыш­ланған шиғри юлдарын уҡығас, Стәр­летамаҡта йәшәгән шәкерттәренең дә затлы бүләктәрен тапшырҙы һәм, тамашасыларҙы шаҡ ҡаттырып, үҙәк өҙгөс моң менән башҡорт халыҡ йыры "Шәүрә килен"де башҡарҙы. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфө тарафтарынан Рәсәйҙең һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәт­кәре, М. Аҡмулла, Б. Рафиҡов, З. Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ғәлиә Ғәлимова ла бер ҡосаҡ матур бүләктәр тейәп килгән, иң зат­лыһы – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ебәргән "Милләт әсәһе" билдәһелер, моғайын. Халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова ла күстәнәс ебәреп кенә ҡалмаған, шиғри бүләк тә юлландырған. Башҡорт телендә дини календарҙар, М. Аҡмул­ла, З. Биишева, С. Юлаев, "Башҡорттоң 400 йыры", "Тыл геройҙары" һәм башҡа бихисап альбомдарҙы, йыйынтыҡтарҙы сығарыуға күп көс һалған Ғәлиә Ғәли ҡыҙы үҙе лә бар ғүмерен З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә бағышлаған шәхес, Земфи­ра Сәхипованың да балалар өсөн һәм ололарға тәғәйенләнгән бихисап йы­йынтығын нәшерләгән баш мөхәр­рир. Сығыш яһаусылар Земфира Ғизет­дин ҡыҙының милли мәктәптәр өсөн рус теле буйынса дәреслектәр төҙөүе, 200-ҙән ашыу методик әсбап, брошюралар баҫтырыуы, Мәскәү башҡорт­тары өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асыуға булышлыҡ итеүе, ә төндәрен шиғырҙар яҙыуы хаҡында оло ихтирам менән һөйләне. Сығыштар йыр-моң менән биҙәлеп барҙы. Арсен Кәримовтың моңло йырҙары, "Аҡ тирмә" фольклор төркөмөнөң сағыу милли кейемдәрҙәге сығышы тамашаға айырым биҙәк өҫтәне. Байрам кисәһен "Илһам"дың йәш актерҙары уҡыуында яңғыраған шиғырҙар дауам итте. Ә инде сәхнә түренә Зарема менән Мәҙинә сығып, әсәләре ижад иткән шиғырҙы тәүгеһе – саф башҡорт телендә, икенсеһе үҙенең рус теленә тәржемәһен уҡып, барыһының да ихтирамын һәм һоҡланыуын яуланы. Хатта тамашасыларҙың береһе – Зәкиә исемле ҡатын: "Их, ейәндәремде алып килмәгәнмен... Мәскәү ҡалаһында тыуып үҫеп тә, саф башҡортса һөйләшә белгәндәрҙе өлгө итеп күрһәтер инем”, – тип үкенес белдерҙе. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Земфира Сәхипованың ҡыҙҙары әсәһенең эшен лайыҡлы дауам итә. Зарема – танылған ғалимә, филология фәндәре кандидаты, төркиәтсе, Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы Тел ғилеме институтының ғилми хеҙмәткәре, "Рәсәй төркиәтселеге" журналының ғилми мөхәррире, ә Мәҙинә – яҙыусы, эмоциональ интеллект буйынса автор методикаһын эшләү менән шөғөлләнә, ул бер нисә китап авторы ла. Икеһе лә башҡортса иркен һөйләшә. Земфира Ғизетдин ҡыҙы – һөйөклө әсәй, өләсәй генә түгел, ихтирамлы ҡәйнә лә. Кейәүе Байрам Ялын, ейәндәре Искәндәр, Генар, ейәнсәре Розалина ла кисәнең уртаһында ҡайнаны, ошо тантанала ҡатнашты. Кисәлә танылған теш табибы, Йылайыр ҡыҙы Лена Хәйбуллина ла утыҙ йылдан ашыу дауам иткән ғаилә-ара дуҫлыҡ хаҡында бик тулҡынланып һөйләне, ул байрамға ейәнсәре һәм ҡыҙы менән килгәйне. Тамашасылар Земфира Сәхипова башҡарыуында уның үҙенең лирик һәм патриотик шиғырҙарын ихлас тыңланы, алҡыштарға күмде. Кисәлә Земфира Ғизетдин ҡыҙы ҡунаҡтарға, осрашыуҙы ойоштороусыларға – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкил­легенә, Башҡортостандың Мәскәүҙәге дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппаратына, Айгөл Сакаеваға, Роза Әбүбәкироваға, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам Ришат Нурахман улы Халиҡовтың Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарға, кисәне ойоштороусыларға әйткән рәхмәт һүҙҙәре менән тамамланды. Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА
Уҡытыусы һәм остаз йылында К.Д. Ушинскийҙың педагогика тураһында әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөү ваҡытлы: "Педагогика фән түгел, ә сәнғәт – бөтә сәнғәттәрҙең иң киң, иң ҡатмарлы, иң юғары һәм иң кәрәклеһе. Тәрбиә сәнғәте фәнгә таяна..." Кешеләр хаҡындаШуға бәйле, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов һәм республиканың Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, уның урынбаҫары Илдар Бикбаев яҙыусы, ғалимә, педагог, методист, юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы, тәрбиә, мәғариф теорияһы һәм ысулдары, милли мәктәптәр өсөн тиҫтәләгән уҡыу әсбаптарының автор-төҙөүсеһе (бер нисә автор менән берлектә) Земфира Сәхипованың ижад кисәһен уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Байрамға әҙерлек әүҙем алып барылды, ғалимә һәм яҙыусының шиғри йыйынтыҡтары, публицистик баҫмалары, уҡыу әсбаптары ғына түгел, хатта ҡыҙҙары Мәҙинә менән Зареманың да ижади хеҙмәттәре күргәҙмәгә ҡуйылды, ижади буклеты нәшерләнде. Земфира Сәхипованың хеҙмәт һәм ижад юлы донъялағы иң маҡтаулы эшкә – мәғарифҡа һәм фәнгә фиҙакәр хеҙмәт итеү өлгөһө. Уның педагогика фәне үҫешенә индергән өлөшө юғары профессионаллек өлгөһө булып тора. Милли мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу методикаһына, ике һәм күп теллелекте формалаштырыу һәм үҫтереү проблемаларына арналған ғилми тикшеренеүҙәрендә Земфира Ғизетдин ҡыҙы башҡорт телен, халыҡ традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә. Уның күп яҡлы эшмәкәрлеге – ысын патриотизм, башҡорт халҡының туған теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү һәм тоғролоҡ, Ватанға сикһеҙ хеҙмәт итеүҙең сағыу миҫалы, шуға күрә Рәсәй һәм Башҡортостан Мәғариф министрлыҡтарының күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды; Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, К.Д. Ушинский миҙалы, республикабыҙҙың С. Юлаев ордены менән баһаланды. Кисә башланыр алдынан вәкиллектең тамашалар залында БЮТ каналы тарафынан эшләнгән "Автограф" тапшырыуы күрһәтелде. Уның артынса сәхнәгә танылған йырсы, "Илһам" театры актеры Ринат Хәбиров, башҡорт халыҡ көйөн өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнап, сәхнәгә сыҡты, ә алып барыусы Ғайсар Ишбирҙин Земфира Сәхипованың "Ҡурайым"дың шиғри юлдарын яңғыратты:...Башым баҫып, күҙҙәремде йомоп,Тыңлайым да ҡурай моңдарын,Ҡайтам тағы тыуған яҡтарыма,Күңелемдән урап юлдарын.Ҡурай, тиһәм, башҡорткүҙ алдымда,Ҡурайһыҙ ҙа башҡорт бар микән?Халҡым менән йәштәшҡурайҡайымҒүмер баҡый бергә көн иткән...Ижади кисәне асып, тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Халиҡов, үҙенең сығышында Земфира Ғизетдин ҡыҙының юғары ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итеп, ошо тантаналы сара менән ҡотланы, алыҫ тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы вәкиле Илшат Рәхмәтуллин, Рәсәй башҡорттары федераль милли-мәҙәни автономияһының башҡарма директоры Искәндәр Юлдашев Земфира Сәхипованы ысын күңелдән ҡотланы. Яратҡан шағирәне шатландырып, “Илһам” театрында (етәксеһе – Мәҙинә Илһамова) шөғөлләнгән балалар шағирәнең әҫәрҙәрен тасуири итеп уҡыны, саф башҡортса йырҙар башҡарҙы, ә инде өләсәһе Әнисә Динәхмәтова менән байрамға килгән Әмир Турабов, "Их, егеттәр!" бейеүен ысын сая баһадирҙарса башҡарып, бар тамашасыны таң ҡалдырҙы.Һүҙ "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, яҙыусы, журналист Салауат Кәримовҡа бирелгәс, ул Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов ебәргән маҡтау ҡағыҙҙарын, сәскәләр гөлләмәһен тапшырҙы, бер нисә уҡыу йортоноң ҡотлау хаттарын, "Башҡортостан уҡытыусыһы", "Ағиҙел" журналдарының да сәләмдәрен еткерҙе. Земфира Сәхипова бик күптәрҙе юғарыға үрләтте – 20-ләп аспирант, уның ярҙамында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, инде хәҙер фән докторҙары булып китте. Шуларҙың береһе, бөтә эштәрен ташлап, яратҡан остазын тәбрикләргә килгән шағирә, педагогия фәндәре докторы Рәмзәнә Әбүталипова уҡытыусыларға бағышланған шиғри юлдарын уҡығас, Стәрлетамаҡта йәшәгән шәкерттәренең дә затлы бүләктәрен тапшырҙы һәм, тамашасыларҙы шаҡ ҡаттырып, үҙәк өҙгөс моң менән башҡорт халыҡ йыры "Шәүрә килен"де башҡарҙы. Алыҫ араларҙы яҡын итеп, Өфө тарафтарынан Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, М. Аҡмулла, Б. Рафиҡов, З. Биишева исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Ғәлиә Ғәлимова ла бер ҡосаҡ матур бүләктәр тейәп килгән, иң затлыһы – Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина ебәргән "Милләт әсәһе" билдәһелер, моғайын. Халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова ла күстәнәс ебәреп кенә ҡалмаған, шиғри бүләк тә юлландырған. Башҡорт телендә дини календарҙар, М. Аҡмулла, З. Биишева, С. Юлаев, "Башҡорттоң 400 йыры", "Тыл геройҙары" һәм башҡа бихисап альбомдарҙы, йыйынтыҡтарҙы сығарыуға күп көс һалған Ғәлиә Ғәли ҡыҙы үҙе лә бар ғүмерен З. Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтенә бағышлаған шәхес, Земфира Сәхипованың да балалар өсөн һәм ололарға тәғәйенләнгән бихисап йыйынтығын нәшерләгән баш мөхәррир. Сығыш яһаусылар Земфира Ғизетдин ҡыҙының милли мәктәптәр өсөн рус теле буйынса дәреслектәр төҙөүе, 200-ҙән ашыу методик әсбап, брошюралар баҫтырыуы, Мәскәү башҡорттары өсөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса йәкшәмбе мәктәптәре асыуға булышлыҡ итеүе, ә төндәрен шиғырҙар яҙыуы хаҡында оло ихтирам менән һөйләне. Сығыштар йыр-моң менән биҙәлеп барҙы. Арсен Кәримовтың моңло йырҙары, "Аҡ тирмә" фольклор төркөмөнөң сағыу милли кейемдәрҙәге сығышы тамашаға айырым биҙәк өҫтәне. Байрам кисәһен "Илһам"дың йәш актерҙары уҡыуында яңғыраған шиғырҙар дауам итте. Ә инде сәхнә түренә Зарема менән Мәҙинә сығып, әсәләре ижад иткән шиғырҙы тәүгеһе – саф башҡорт телендә, икенсеһе үҙенең рус теленә тәржемәһен уҡып, барыһының да ихтирамын һәм һоҡланыуын яуланы. Хатта тамашасыларҙың береһе – Зәкиә исемле ҡатын: "Их, ейәндәремде алып килмәгәнмен... Мәскәү ҡалаһында тыуып үҫеп тә, саф башҡортса һөйләшә белгәндәрҙе өлгө итеп күрһәтер инем”, – тип үкенес белдерҙе. Шуны ла билдәләргә кәрәк: Земфира Сәхипованың ҡыҙҙары әсәһенең эшен лайыҡлы дауам итә. Зарема – танылған ғалимә, филология фәндәре кандидаты, төркиәтсе, Рәсәй Фәндәр академияһы Тел ғилеме институтының ғилми хеҙмәткәре, "Рәсәй төркиәтселеге" журналының ғилми мөхәррире, ә Мәҙинә – яҙыусы, эмоциональ интеллект буйынса автор методикаһын эшләү менән шөғөлләнә, ул бер нисә китап авторы ла. Икеһе лә башҡортса иркен һөйләшә. Земфира Ғизетдин ҡыҙы – һөйөклө әсәй, өләсәй генә түгел, ихтирамлы ҡәйнә лә. Кейәүе Байрам Ялын, ейәндәре Искәндәр, Генар, ейәнсәре Розалина ла кисәнең уртаһында ҡайнаны, ошо тантанала ҡатнашты. Кисәлә танылған теш табибы, Йылайыр ҡыҙы Лена Хәйбуллина ла утыҙ йылдан ашыу дауам иткән ғаилә-ара дуҫлыҡ хаҡында бик тулҡынланып һөйләне, ул байрамға ейәнсәре һәм ҡыҙы менән килгәйне. Тамашасылар Земфира Сәхипова башҡарыуында уның үҙенең лирик һәм патриотик шиғырҙарын ихлас тыңланы, алҡыштарға күмде. Кисәлә Земфира Ғизетдин ҡыҙы ҡунаҡтарға, осрашыуҙы ойоштороусыларға – Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенә, Башҡортостандың Мәскәүҙәге дәүләт власы органдары эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса аппаратына, Айгөл Сакаеваға, Роза Әбүбәкироваға, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Байрам Ришат Нурахман улы Халиҡовтың Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарға, кисәне ойоштороусыларға әйткән рәхмәт һүҙҙәре менән тамамланды.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-06-06/y-sh-m-d-aly-tyu-an-erem-3289427
6 Июнь , 12:09
ba
Башҡорт гуманитар фәне абыҙы
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың иҫ киткес күп яҡлы, күләмле, тәрән йөкмәткеле ижад емештәре башҡорт халҡының, улай ғына түгел, бөтә Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының ижтимағи фекере, гуманитар фәне, мәҙәниәте үҫешендә ифрат ҙур роль уйнаған “алтын битте” тәшкил итә.   Энциклопедист ғалим-әҙип   Алдымда, өҫтәлдә, том-том китаптар ята. Төрлө форматлы, төрлө тышлы, төрлө йылдарҙа сыҡҡан улар. Эстәлек офоҡ­тарының киңлеге, уй-фекерҙәрҙең тәрәнлеге, жанр формаларының байлығы, тел-стиль сараларының йәйғорҙай төрлө төҫтәрҙә балҡыуы менән хайран ҡалдыралар. Был китаптар менән танышҡанда, халҡыбыҙҙың рухи биографияһының быуаттар төпкөлөнә киткән тамырҙары ла, Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәни мөхитенә барып тоташҡан бәйләнеш ептәре лә, милли ерлектәге үҫеш-үҙгәреш тәбиғәте лә, гуманитар фәнебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең һәм һүҙ сәнғәтебеҙҙең бөгөнгө бейеклектәре лә, киләсәккә ынтылыштары ла күҙ алдына баҫа, уйҙарға һала, фәһем алдырта, илһамландыра, яңы идеялар тыуҙырта. Үҙенән-үҙе рустың Михаил Ломоносов, татарҙың Ҡәйүм Насыри, ҡаҙаҡтың Ибрай Алтынсарин, башҡорттоң Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һымаҡ арҙаҡлы улдарының эшмәкәрлектәре иҫкә төшә. Улар кеүек үк, беҙгә ысын мәғәнәһендә төплө һәм бөйөк зиһен, юғары әҙәп-әхлаҡ һәм эстетик зауыҡ тупланмаһы булған баһалап бөткөһөҙ ғилми-әҙәби байлыҡ ҡалдырған ижадсыны заманыбыҙҙың ғәжәп киң ҡоласлы олуғ абыҙы, энциклопедист ғалим-әҙибе тип әйтмәү мөмкин түгел. Бер үҙе унлаған ғалим һәм яҙыусы эштәренә торош ғилми хеҙмәттәр, әҙәби әҫәрҙәр, популяр китаптар, йөҙәрләгән мәҡәлә яҙған, тиҫтәләрсә фән әһелен әҙерләгән, төрлө йәмәғәт эштәрен башҡарған был талант эйәһе ғүмер юлының туғыҙынсы тиҫтәһе “саҡрымдарын һанаған” сағында ла милли мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең, әҙәбиәт ғилемебеҙҙең алғы һыҙығында барыуын, киң ҡатлам уҡыусы­ларға әленән-әле яңы асыштарын, уй-фекерҙәрен, күҙәтеүҙәрен етҡереүен дауам итте. Ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән һис икеләнеүһеҙ: “Ул башҡорт донъяһын өйрәнеү өлкәһендә ысын мәғәнәһендә үҙенең фәнни мәктәбен барлыҡҡа килтергән олуғ фекер эйәһе – абыҙ булды”, – тип әйтергә мөм­кинлек биргән был шәхес – Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов. Быйыл уға 95 йәш тулған булыр ине. 1954 йылда Мәскәүҙәге Бөтә донъя әҙәбиәте институты аспирантураһынан тыуған Башҡортостанына фән кандидаты булып ҡайтҡан мәлдән алып Ғ.Б. Хөсәйенов үҙенең ижад юлын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән бәйләй, тәбиғәт биргән талантын башлыса һүҙ сәнғәтебеҙҙе тарихи һәм теоретик планда өйрәнеүгә бағышлай. Парсаларының береһендә ул тиккә генә: “Төп шөғөлөм буйынса мин – фән кешеһе, әҙәбиәт белгесе... Донъяға күберәк ғалим булып бағам”, – тип яҙмай. Ысынлап та, башҡорт филологияһының уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып ХХI быуаттың 20-се йылдарына тиклемге уңышы һәм үҫеше уның фәнни эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән. Ул башҡорт әҙәбиәт ғилеменең әҙәбиәт тарихы, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт теорияһы кеүек тармаҡтарының “алҡынып-ташып” киң үҙәнгә сығыуына ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Уның текстология, айырыуса археография ише тармаҡтарына фәнни нигеҙ һалыусы, биобиблиография тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүсе лә ул булды. Фольклористика өлкәһендә лә ғалим күп хеҙмәт күрһәтте. Бынан тыш, ул гуманитар фәндәрҙең башҡа өлкәләре буйынса әллә күпме мәҡәлә, тиҫтәгә яҡын фәнни-популяр китаптар яҙҙы, тарихи юҫыҡтағы художестволы әҫәрҙәр ижад итте. Ғ.Б. Хөсәйенов 1956 йылда донъя күргән мәҡәләләренең береһен “Тикшереү проблемалары киңерәк булһын” тип атай. Һүҙҙең эштән айырылмауын яҡлаған һәм шуға ынтылған ғалим ошо мәҡәләһендәге тезисты артабан ысын мәғәнәһендә үҙенең ижад принцибына әүерелдерә, әленән-әле яңы идеялар һәм проблемалар менән сығыш яһай, яңы башланғыстарға юл яра. Мәҫәлән, әҙәбиәтебеҙҙең аныҡ бер арауыҡтағы идея-эстетик тәбиғәтен, уңыштарын һәм кәмсе­лектәрен, үҫеш-үҙгәреш үҙенсәлектәрен һәм тенденцияларын күҙалларға булышлыҡ иткән йыллыҡ күҙәтеү мәҡәләләрен яҙыуҙы, билдәле бер осор һүҙ сәнғәтебеҙҙең йөҙөн билдәләрҙәй күренекле әҙиптәрҙең ижад лабораторияһы серҙәрен төрлө яҡлап монографик планда тикшереүҙе ул эҙмә-эҙлекле фәнни күренешкә әүерелдереп ебәрә. Һөҙөмтәлә уның “Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре” (1957), “Заман һәм поэзия” (1964) тигән мәҡәләләр йыйынтыҡтары донъя күрә. Был йыйынтыҡтары, әллә күпме рецензиялары, йыллыҡ күҙәтеү һәм проблемалы мәҡәлә­ләре менән ул башҡорт әҙәби тәнҡитенең махсус фәнни-ижади тармаҡ булараҡ үҫешенә һәм нигеҙен һалышыуға ҙур өлөш индерә. Быны ғалим артабан “Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында” (1973), “Шағирҙар” (1981) тигән әҙәби тәнҡиттең төрлө жанр формаларын сағылдырған китаптары менән тағы ла нығыраҡ нигеҙләп ҡуя. Әҙәби процесты байҡау барышында Ғ.Б. Хөсәйенов тәнҡиттең портрет жанрына айырыуса иғтибар бирә. Уның күҙәтеүҙәре тора-бара күренекле шағирҙарыбыҙ, прозаик­тарыбыҙ хаҡындағы тәнҡит-биографик очерктар, монографиялар булып үҫеп китә, бер-бер артлы “Сәйфи Ҡудаш ижады” (1959), “Халыҡ шағиры Ниғмәти” (1960), “Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижады” (1963), “Халыҡ шағиры Мостай Кәрим” (1965) тигән китаптары баҫылып сыға. Әйткәндәй, Башҡорт­остандағы, СССР-ҙағы ғына түгел, башҡа илдәрҙәге әҙәби процесты ла мөмкин ҡәҙәре даими күҙәтеп барырға тырышҡан ғалим 90-сы йылдарҙа халыҡ шағиры тураһындағы хеҙмәтенә яңынан әйләнеп ҡайта. Һөҙөмтәлә 1994 йылда уның “Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик” исемле ҙур күләмле монографияһы донъя күрә. Унда ғилми-әҙәби эшкә мөкиббән бирелгән, халҡының бөгөнгө һәм киләсәк рухи тормошо тураһында етди уйланған ғалимдың энциклопедик тәбиғәтле аҡыл эйәһе, эпик ҡоласлы образлы һәм ритмлы фекерләү көсөнә эйә һүҙ оҫтаһы булыуы тағы ла сағыуыраҡ күренә. Хеҙмәттә концептуаль әһәмиәткә эйә ҡараш-фекерҙәр, күҙәтеүҙәр һәм дөйөмләш­тереүҙәр күп. Унда Мостай Кәрим ижа­дындағы төп йүнәлештәрҙең формалашыу һәм үҫеү юлдары ла, әҙәби процестың уға һәм, киреһенсә, йылдар үтеү һәм тәжрибә байыу менән уның үҙенең әҙәби процесҡа көслө йоғонто яһауы ла, был ижадтың эске үҫеш-үҙгәреш законсалыҡтары ла, ундағы миллилек һәм интернационаллек, тради­ционлыҡ һәм новаторлыҡ, концепция бө­төнлөгө һәм жанрҙар байлығы, дискус­сиялылыҡ һәм ихласлыҡ, социаль үткерлек һәм стилистик зауыҡлыҡ, шымалыҡ һәм нәфислек күренештәре лә бай миҫалдар аша дәлилле яҡтыртыла, ҙур әҙиптең башҡорт һүҙ сәнғәтенең алтын сәхифәләрен тәшкил итерҙәй төп әҫәрҙәре монографик планда үҙаллы тулайым анализлана. Хеҙмәттәге концептуаль әһәмиәткә эйә фекер-күҙәтеүҙәрҙең береһе һәм мөһиме – халыҡ шағирының әҙәбиәт донъяһына килеү үҙенсәлектәрен, поэтик ижадының социаль һәм идея-эстетик ерлеген асып биреү. Һәр нәмә-күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың тәрән тамырҙары тормошта, заман һулы­шында, ысынбарлыҡта булыуына айырыуса баҫым яһай ғалим. Тәбиғәт биргән талант бары тормош, ысынбарлыҡ менән тығыҙ береккәндә, хеҙмәткә һәм тәжрибәгә ҡушыл­ғанда ғына тулыһынса асылып китә, ысын сәнғәт гәүһәрҙәрен тыуҙыра, тигән идея бөтә хеҙмәттә сағыла. Дөйөм методологик әһәмиәткә эйә булған “тормош – заман – шағир – шиғриәт”, “шәхси ижад һәм әҙәби процесс” юҫығындағы күҙәтеүҙәр ғалим хеҙмәтенең умыртҡа бағанаһын тәшкил итә.   Уҡымлы монографиялар ижад итә   Ғөмүмән, ошо һәм башҡа хеҙмәттәре менән Ғ.Б. Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында беренсе тапҡыр, үҙе яҙғанса, “тикшереү проблемалары киңерәк булһын” тигән позициянан тороп, теге йәки был яҙыусының тормошон, ижад лаборато­рияһы серҙәрен төрлө яҡлап тарихи-ижади бер бөтөнлөгөндә асып бирергә мөмкинлек биргән тулайым идея-эстетик анализ принцибын ғәмәлгә ашырыу өлгөләрен бирә, күренекле әҙиптәребеҙ хаҡында ысын мәғәнәһендә тәрән йөкмәткеле, ентеклелек, фәнни теүәллек менән айырылып торған киң ҡоласлы, фекер-идеяларҙы, фәнни күҙәтеүҙәрҙе уҡыусы зиһененә аңлайышлы, күңеленә ятышлы итеп биреү маһирлығына эйә “хөсәйеновса” стилле, уҡымлы монографиялар серияһын тыуҙыра. Был йүнә­лештәге эҙләнеүҙәрен ул ХХI быуат башында ла дауам итә, 2008 йылда “Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады” тигән бик үҙенсәлекле композицияға ҡоролған – халыҡ шағирының китаптарын айырым-айырым анализлауға нигеҙләнгән монографияһын баҫтырып сығара. Тәж­рибәле ғалимдың ошондай новаторҙарса эшмәкәрлеге артабан уның ҡәләмдәштәре һәм шәкерттәре тарафынан дауам иттерелә. Һөҙөмтәлә М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ға­фури, Ш. Бабич, С. Мифтахов, Б. Бикбай, Ғ. Сәләм, Һ. Дәүләтшина, С. Агиш, Ә. Бик­чәнтәев, Н. Нәжми һәм башҡа әҙип­тәребеҙ хаҡында төплө фәнни китаптар барлыҡҡа килә. Ғайса Батыргәрәй улының әҙәбиәтебеҙҙә үҙе бер күренеш булырҙай әҫәрҙәрҙе баһалап сығыш яһай барыуы, айырым әҙиптәр ижадын монографик өйрәнеүе хаҡында һүҙ алып барғанда, иғтибарҙы йәнә бер мәлгә йүнәлтмәй булмай. Мин уның әҙәбиәт ғилеменең әҙиптәр тормошо һәм ижады тураһында фәнни-ғәмәли мәғлүмәт биргән биобиблиография тармағын үҫте­реүгә тос өлөш иңдереүен күҙ уңында тотам. 1967, 1988 йылдарҙа ул ҡорҙаш әҙәбиәт белгесе М. Ф. Ғәйнуллин менән берлектә “Башҡорт совет яҙыусылары” тигән биобиблиографик белешмә баҫтырып сығара. Тәүгеһендә Яҙыусылар союзының – 101, икенсеһендә 213 ағзаһы хаҡында төплө мәғлүмәттәр туплаған был белешмә әлеге көндә лә әҙәбиәт донъяһы менән ҡыҙыҡ­һыныусыларҙың “юл күрһәткесе”, өҫтәл китабы булып ҡала килә. Ғөмүмән, Ғ.Б. Хөсәйеновтың хеҙмәттәре ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт фәнни-әҙәби процесының үҙәгендә булды, уның иң ныҡлы, муртаймаҫ “тағандарын” тәшкил итте. Уларҙың араһында “Башҡорт совет поэзияһының үҫеш юлдары” (1968) тигән монографияһы айырым урын алып тора. Унда башҡорт шиғриәтенең 1917 йылдан һуңғы осорҙағы илле йыллыҡ идея-эстетик тәжрибә туплау тарихы уның идея-тематик һәм проблематик даирәһе, жанр-стиль тәбиғәте, милли йөҙө, башҡа әҙәбиәттәр менән бағланышы, күп быуатлыҡ бай әҙәби традицияларҙы ижади үҙләш­тереүе һәм үҫтереүе, новаторлыҡ һыҙат­тары, ҡаҙаныштары һәм кәмселектәре, һүҙ сәнғәтебеҙҙең башҡа төрҙәре һәм жанрҙары системаһында тотҡан урыны, улар менән диалектик бәйләнештәге үҫеш-үҙгәреше мәсьәләләрен бер бөтөн идея-эстетик система рәүешендә күҙаллау аша замандың социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни һулышы менән тығыҙ бәйләнештә, тари­хилыҡ принцибы нигеҙендә киң планда эҙмә-эҙлекле яҡтыртыла. Авторҙың үҙ хеҙмәтендә ижадсының шәхси стиле, осорҙоң әҙәби стилдәре, шағир шәхсиәте һәм идея-эстетик ҡараштары формалашыуы мәсьәләләрен күтәреп, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле күҙәтеүҙәр яһауы, аныҡ дөйөмләштереүҙәргә килеүе лә башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында башлап әйтелгән яңы һүҙ булды. Был фундаменталь хеҙмәт Ғ.Б. Хөсәйеновтың ғына түгел, ғәмәлдә бөтә башҡорт әҙәбиәт ғилеменең дә бик етди проблемаларҙы яҡтыртырҙай ҙур тәжрибә туплай, яңы юғарылыҡҡа күтәрелә барыуын асыҡ күрһәтте. Тиккә генә ул ғалимдың 1970 йылда Алма-Атала уңышлы яҡланған докторлыҡ диссертацияһының нигеҙен тәшкил итмәне.   Халҡыбыҙҙың рухи биографияһын өйрәнә   Башҡорт гуманитар фәненең алғы һыҙы­ғында барған абруйлы абыҙы юғарылығына күтәрелгән академик Ғайса Батыргәрәй улының ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, бер етди мәлгә айырым туҡталып китмәү тарихи дөрөҫлөккә хилаф­лыҡ итеү булыр ине. Ул фән донъяһына килгән осорҙа беҙҙә Октябрь революцияһына тиклем СССР-ҙағы аҙ һанлы халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың профессиональ сәнғәте, яҙма әҙәби теле һәм әҙәбиәте булмаған, уларға бындай рухи-мәҙәни байлыҡты тыуҙырыу һәм үҫтереү мөмкин­леген бары Совет власы бирҙе” тигән идеологик маҡсатты алға һөргән ҡараш нығынған ине. Ғ.Б. Хөсәйенов тарихи нигеҙһеҙ, тормош диалектикаһына ҡаршы килгән, һәр халыҡ­тың бөгөнгөһө бар икән, үткәне һәм киләсәге булыуын билдәле бер сәйәси маҡсаттарҙа күрәләтә инҡар иткән ошо стереотип ҡарашты емерергә кәрәклекте донъя цивилизацияһы, фәне һәм мәҙәниәте юғарылығынан сығып аңлау кимәленә күтәрелгән башҡорт ғалимдарының береһе һәм берәгәйе булды. Аспирантурала уҡыған осорҙа уҡ халҡыбыҙҙың тарихи үткәне, рухи биографияһы тураһында мәғлүмәттәр туплай, төрлө ил вә милләт ғалим-ғөлә­мәләренең фекер-ҡараштары, концепциялары менән ентекле таныша башлаған әҙәбиәтсе 60 – 70-се йылдарҙа, иғтибарын башҡорт совет шиғриәте мәсьәләләренә йүнәлтеүен дауам итеү менән бер рәттән (“Шағирҙар”, 1981; “Башкирская советская поэзия (1917–1980)”, М., 1983), был йүнә­лештәге эҙләнеүҙәргә, уй-фекерҙәр төйөн­ләүгә ныҡлап тотона. 70-се йылдарҙа инде ул йәмәғәтселек хөкөмөнә һәр әҙәбиәттең үткәне, хәҙергеһе, киләсәге барлығын, уның үткәнен белмәй тороп, бөгөнгөһөн тәрән аңлау, хәҙергеһен киң һәм төплө күҙалламай тороп, киләсәген төҫмөрләү ситен икәнлекте сағыу күрһәткән һәм иҫбатлаған мәҡә­ләләрен, эсселарын, парсаларын, ғилми йыйынтыҡтарын бер-бер артлы сығара башлай. Уларҙа ғалим эҙләнеүҙәренең осорҙар һәм жанрҙар буйынса тағы ла тармаҡ­ланыбыраҡ китеүе, тарих төпкөлдәренә табан нығыраҡ йүнәлдерелеүе бермә-бер күҙәтелә. “Сәйәхәт дәфтәре” (1976) китабында ул башлыса халҡыбыҙҙың үткәндәге рухи биографияһы, уның идея-эстетик сығанаҡтары, этник-мәҙәни һәм әҙәби бәйләнештәре хаҡында уйлана, асылда бөгөнгө мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙ­ҙең тәрән тамырҙарын, традицияларын юллай. Ә “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” (1978) исемле ҙур күләмле, бай йөкмәткеле йыйынтығында инде ул уғата ла мөһим, концептуаль проблемаларҙы күтәрә һәм яҡтырта. Уның әҙәби метод, поэтика, шиғыр төҙөлөшө, традиция һәм новаторлыҡ кеүек теоретик мәсьәләләрҙе тикшереүе, айырыуса әҙә­биәтебеҙҙең үҫеш-үҙгәреш юлдары хаҡында ҙур хроникаль арауыҡта, тарихи һәм географик киңлектәрҙә, ҡаршылыҡлы ижтимағи-тарихи ерлектә, күп яҡлы һәм ҡатмарлы иҡтисади-сәйәси һәм мәҙәни бәйләнештәр фонында фекер йөрөтөүе иғтибарҙы биләй. Башҡорт әҙәбиәтен фәнни өйрәнеү тарихында беренсе тапҡыр Ғ.Б. Хөсәйенов һүҙ сәнғәтебеҙ тарихын осорҙарға бүлеп өйрәнеү мәсьәләһен ентекле яҡтырта, һәр осор әҙәбиәтенең характерлы һыҙаттарын бай дәлилле материалдар ярҙамында асып бирә, ҡыҫҡаһы, рухи биографиябыҙ тари­хының фәнни нигеҙле план-проспектын төҙөй. Шулай уҡ ул башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында башлап шәжәрәләрҙең, тәуарих­тарҙың, эпистоляр яҙмаларҙың, эш-ҡағыҙ­ҙарының тарихи-документаль ғына түгел, бәлки әҙәби-публицистик сығанаҡтар булыуын, боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт йәмғиәтендә яҙма мәҙәниәт, яҙма әҙәбиәт һәм фольклор менән бер ҡатарҙан ауыҙ-тел ижадының да ярайһы сәскә атыуын күрһәтеп, иҫбатлап бирә, шуға күрә лә “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” китабы йәмәғәтселектә ҙур резонанс уятты, киң популярлыҡ ҡаҙанды. Уның авторы хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың юғары наградаһына – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. ХХ быуаттың 70-се йылдары башынан шулай Ғ.Б. Хөсәйеновтың туған халҡының үткәндәге рухи донъяһына етди, маҡсатҡа ынтылышлы фәнни “сәйәхәте” башлана. Уның башланғысы менән һәм туранан-тура ҡатнашлығында боронғо ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы йыйыу буйынса археографик экспедициялар ойоштороу киң ҡолас ала. Һөҙөмтәлә ғәрәп графикаһындағы өс меңгә яҡын ҡулъяҙма, дүрт меңләп иҫке баҫма китап, шәжәрә, ауыл тарихтары, фольклор өлгөләре, йәдкәр дәфтәрҙәре һәм башҡа бик әһәмиәтле яҙма ҡомартҡылар туплана. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҡарамағында баһалап бөткөһөҙ ошо рухи байлыҡ ерлегендә ҡулъяҙма фонд барлыҡҡа килтерелә. Хәҙер ул хаҡлы рәүештә академик Ғ.Б. Хөсәйенов исемендәге ҡулъяҙма үҙәк тип йөрөтөлә. Ни генә тимә, киң ҡарашлы был ғалим үҙенең тиҫтәләрсә йылдар буйы алып барған фиҙакәр хеҙмәте, бөтә күңелен һалып башҡарған шөғөлө менән үҙен бынамын тигән археограф итеп кенә түгел, иҫке ҡулъяҙма вә баҫма ҡомартҡыларҙы төпсөп өйрәнер текстолог итеп тә таныта, республикабыҙҙа археография һәм текстология ғилеменә ныҡлы нигеҙ һала. Тап ошо ерлектә ул әҙә­биәтебеҙҙең XI – XVIII быуаттарҙағы тарихын асыҡлау һәм өйрәнеү эшенә ең һыҙғанып тотона, республикабыҙ йәмәғәтселегенә уның боронғо дәүерҙән алып бөгөнгөгә тиклемге тарихын эҙмә-эҙлекле өйрәнеүҙең заман талабына әүерелеүен, көнүҙәк мәсьәлә булыуын ғилми-популяр формала аңлата башлай, башҡорт әҙәбиәтенең күп томлыҡ тарихын яҙыу идеяһын күтәреп сыға. Һөҙөмтәлә уның етәкселегендә республи­кабыҙҙың әҙәбиәт белгестәре 1975 – 1990 йылдарҙа әҙә­биәтебеҙҙең алты томлыҡ тарихын яҙыу буйынса титаник эш башҡара. Был эштең емештәре булараҡ 1990 – 1996 йылдарҙа һәр кемдең өҫтәл китабына әүерелерҙәй фундаменталь хеҙмәттәр бер-бер артлы донъя күрә. Әйткәндәй, олуғ ғалим-абыҙҙың шәкерттәре 2019 йылда әҙәбиәтебеҙ тарихының 1991 – 2015 йылдарҙағы үҫеше тәбиғәтен сағылдырған етенсе томын баҫтырып сығарыуға өлгәшә.   Ғалим-абыҙҙың Төп китабы   Бында шуны ла билдәләргә кәрәк: Ғ.Б. Хөсәйеновтың рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнеү буйынса күп йылдар алып барған ошондай тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе булараҡ, 1984 йылда “Быуаттар тауышы” тигән тарихи-теоретик пландағы китабы баҫылып сыға (ул 1996 йылда “Башкирская литература ХI – ХVIII веков” тигән баш менән рус телендә лә донъя күрә). Уны, һис икеләнеүһеҙ, олуғ ғалим-абыҙҙың фәнни эҙләнеүҙәре юлындағы күңеленә иң яҡын ижад емеше – Төп китабы тип әйтер инем. Бер кешенең ғүмерендә генә түгел, бәлки тотош бер халыҡтың ғилми-мәҙәни тормошоңда ла бындай китаптар әллә ни күп түгел. Академик Ғ.Б. Хөсәйенов һәр саҡ ғилми эҙләнеү, халҡына әленән-әле яңы фекер-идеялар еткереү юлында булды. ХХ – ХХI быуаттарҙа ул фәнни-популяр характерҙағы “Арҙаҡлы шәхестәр” серияһына “йән өрөү”гә шаҡтай ҙур өлөш индерҙе, бер-бер артлы “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев” (1991), “Ризаитдин бин Фәхретдин” (1997), “Батырша” (2005) тигән китаптарын баҫтырып сығарҙы. Тап ошондай фәнни-популяр эштәре, ижади портреттары, эсселары ерлегендә титаник талант эйәһе үҙенә халыҡ яҙыусыһы тигән шөһрәтле исемде алып килгән тарихи пландағы бынамын тигән художестволы әҫәрҙәрен тыуҙырҙы. Ғайса Батыргәрәй улының күп яҡлы фәнни хеҙмәттәре, әҙәби әҫәрҙәре менән танышыу барышында мин һәр саҡ уның айырыуса күңел биреп эшләгән бер ҙур вә мөһим эҙләнеү өлкәһе барлығына иғтибар итә килдем. Уны башҡорт донъяһын өйрәнеү ғилеме тип атарға булыр ине. Асылда бит ул үҙенең хеҙмәттәрендә һәм әҫәрҙәрендә (бигерәк тә парсаларында) ошо ғилемдең дөйөм концепцияһын булдырыуҙы һәм бер бөтөнлөгөндә өйрәнеүҙе алға һөрә. Уның 75 йәше уңайы менән уға арнап рус һәм башҡорт телдәрендә сығарылған коллектив хеҙмәттең “Башкироведение – Башҡорт ғилеме” (2004) тип аталыуы һис тә осраҡлы хәл түгел. Был ғилем башҡорт халҡының этногенезын, тарихын, этнографияһын, фольклорын, мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен, сәнғәтен бер бөтөн система рәүешендә яҡтыртыуҙан ғибәрәт. Арҙаҡлы ғалим-әҙибебеҙ быға йәнә милли философия, этика, эстетика, культурология аспекттарын да ҡуша. Бер китабын ул тиккә генә “Башҡорт халҡының рухи донъяһы” (2003) тип атаманы. Унда башҡорт халҡының рухи тарихы, халыҡ ижады, мәғарифы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, матбуғаты айырым-айырым яҡтыртыла, бик күп яңы бурыстар ҡуйыла. Ғ.Б. Хөсәйеновтың күп яҡлы ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, әҙәбиәт теорияһы буйынса яҙған хеҙмәттәрен телгә алмау мөмкин түгел. “Башҡорт шиғыры. Шиғриәт һүҙлеге” (2003), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Теоретик поэтика” (2006), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Тарихи поэтика, психологик поэтика, милли шиғыр поэтикаһы” (2007), “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” (2006), “Әҙәбиәт теорияһы” (2010) – был фундаменталь хеҙмәттәр һәм һүҙлектәр теҙмәһе үҙе генә лә уның әҙәбиәт теорияһы өлкәһендә ниндәй төплө белгес булыуы хаҡында асыҡ һөйләп тора. Уларҙа ғалим Ә.И. Харисов, К.Ә. Әбүзәров кеүек әҙәбиәт белгестәренең ижад традицияларын дауам иттереп үҫтерә, яңы баҫҡысҡа күтәрә. Ә уның поэтика мәсьәләләренә арналған теоретик эштәре, асылда, беҙҙең әҙәбиәт ғилеме тарихында яңы күренеш булды. Бөтә һәләтен фәнгә бағышлап, киләсәк хаҡына мөкиббән эшләгән, меңдән артыҡ ғилми эш, шул иҫәптән 50-гә яҡын монография, дәреслектәр яҙған, үҙенә ҡарата “беренсе”, “башлап ебәреүсе”, “асыштар яһаусы”, “яңылыҡтар алып килеүсе” кеүек эпитет-билдәләмәләрҙе йыш ҡулланырға мәжбүр иткән Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов – ысын мәғәнәһендә заманы­быҙҙың феноменаль ижади шәхесе, гуманитар фәнебеҙҙең энциклопедик ҡоласлы олуғ абыҙы ул. Ғиниәтулла ҠУНАФИН
Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйеновтың иҫ киткес күп яҡлы, күләмле, тәрән йөкмәткеле ижад емештәре башҡорт халҡының, улай ғына түгел, бөтә Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының ижтимағи фекере, гуманитар фәне, мәҙәниәте үҫешендә ифрат ҙур роль уйнаған “алтын битте” тәшкил итә. Энциклопедист ғалим-әҙипАлдымда, өҫтәлдә, том-том китаптар ята. Төрлө форматлы, төрлө тышлы, төрлө йылдарҙа сыҡҡан улар. Эстәлек офоҡтарының киңлеге, уй-фекерҙәрҙең тәрәнлеге, жанр формаларының байлығы, тел-стиль сараларының йәйғорҙай төрлө төҫтәрҙә балҡыуы менән хайран ҡалдыралар. Был китаптар менән танышҡанда, халҡыбыҙҙың рухи биографияһының быуаттар төпкөлөнә киткән тамырҙары ла, Көнсығыш һәм Көнбайыш мәҙәни мөхитенә барып тоташҡан бәйләнеш ептәре лә, милли ерлектәге үҫеш-үҙгәреш тәбиғәте лә, гуманитар фәнебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең һәм һүҙ сәнғәтебеҙҙең бөгөнгө бейеклектәре лә, киләсәккә ынтылыштары ла күҙ алдына баҫа, уйҙарға һала, фәһем алдырта, илһамландыра, яңы идеялар тыуҙырта. Үҙенән-үҙе рустың Михаил Ломоносов, татарҙың Ҡәйүм Насыри, ҡаҙаҡтың Ибрай Алтынсарин, башҡорттоң Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һымаҡ арҙаҡлы улдарының эшмәкәрлектәре иҫкә төшә. Улар кеүек үк, беҙгә ысын мәғәнәһендә төплө һәм бөйөк зиһен, юғары әҙәп-әхлаҡ һәм эстетик зауыҡ тупланмаһы булған баһалап бөткөһөҙ ғилми-әҙәби байлыҡ ҡалдырған ижадсыны заманыбыҙҙың ғәжәп киң ҡоласлы олуғ абыҙы, энциклопедист ғалим-әҙибе тип әйтмәү мөмкин түгел. Бер үҙе унлаған ғалим һәм яҙыусы эштәренә торош ғилми хеҙмәттәр, әҙәби әҫәрҙәр, популяр китаптар, йөҙәрләгән мәҡәлә яҙған, тиҫтәләрсә фән әһелен әҙерләгән, төрлө йәмәғәт эштәрен башҡарған был талант эйәһе ғүмер юлының туғыҙынсы тиҫтәһе “саҡрымдарын һанаған” сағында ла милли мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең, әҙәбиәт ғилемебеҙҙең алғы һыҙығында барыуын, киң ҡатлам уҡыусыларға әленән-әле яңы асыштарын, уй-фекерҙәрен, күҙәтеүҙәрен етҡереүен дауам итте. Ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән һис икеләнеүһеҙ: “Ул башҡорт донъяһын өйрәнеү өлкәһендә ысын мәғәнәһендә үҙенең фәнни мәктәбен барлыҡҡа килтергән олуғ фекер эйәһе – абыҙ булды”, – тип әйтергә мөмкинлек биргән был шәхес – Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов. Быйыл уға 95 йәш тулған булыр ине. 1954 йылда Мәскәүҙәге Бөтә донъя әҙәбиәте институты аспирантураһынан тыуған Башҡортостанына фән кандидаты булып ҡайтҡан мәлдән алып Ғ.Б. Хөсәйенов үҙенең ижад юлын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән бәйләй, тәбиғәт биргән талантын башлыса һүҙ сәнғәтебеҙҙе тарихи һәм теоретик планда өйрәнеүгә бағышлай. Парсаларының береһендә ул тиккә генә: “Төп шөғөлөм буйынса мин – фән кешеһе, әҙәбиәт белгесе... Донъяға күберәк ғалим булып бағам”, – тип яҙмай. Ысынлап та, башҡорт филологияһының уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып ХХI быуаттың 20-се йылдарына тиклемге уңышы һәм үҫеше уның фәнни эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйләнгән. Ул башҡорт әҙәбиәт ғилеменең әҙәбиәт тарихы, әҙәби тәнҡит, әҙәбиәт теорияһы кеүек тармаҡтарының “алҡынып-ташып” киң үҙәнгә сығыуына ғәйәт ҙур өлөш индерҙе. Уның текстология, айырыуса археография ише тармаҡтарына фәнни нигеҙ һалыусы, биобиблиография тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар биреүсе лә ул булды. Фольклористика өлкәһендә лә ғалим күп хеҙмәт күрһәтте. Бынан тыш, ул гуманитар фәндәрҙең башҡа өлкәләре буйынса әллә күпме мәҡәлә, тиҫтәгә яҡын фәнни-популяр китаптар яҙҙы, тарихи юҫыҡтағы художестволы әҫәрҙәр ижад итте. Ғ.Б. Хөсәйенов 1956 йылда донъя күргән мәҡәләләренең береһен “Тикшереү проблемалары киңерәк булһын” тип атай. Һүҙҙең эштән айырылмауын яҡлаған һәм шуға ынтылған ғалим ошо мәҡәләһендәге тезисты артабан ысын мәғәнәһендә үҙенең ижад принцибына әүерелдерә, әленән-әле яңы идеялар һәм проблемалар менән сығыш яһай, яңы башланғыстарға юл яра. Мәҫәлән, әҙәбиәтебеҙҙең аныҡ бер арауыҡтағы идея-эстетик тәбиғәтен, уңыштарын һәм кәмселектәрен, үҫеш-үҙгәреш үҙенсәлектәрен һәм тенденцияларын күҙалларға булышлыҡ иткән йыллыҡ күҙәтеү мәҡәләләрен яҙыуҙы, билдәле бер осор һүҙ сәнғәтебеҙҙең йөҙөн билдәләрҙәй күренекле әҙиптәрҙең ижад лабораторияһы серҙәрен төрлө яҡлап монографик планда тикшереүҙе ул эҙмә-эҙлекле фәнни күренешкә әүерелдереп ебәрә. Һөҙөмтәлә уның “Башҡорт совет поэзияһының ҡайһы бер мәсьәләләре” (1957), “Заман һәм поэзия” (1964) тигән мәҡәләләр йыйынтыҡтары донъя күрә. Был йыйынтыҡтары, әллә күпме рецензиялары, йыллыҡ күҙәтеү һәм проблемалы мәҡәләләре менән ул башҡорт әҙәби тәнҡитенең махсус фәнни-ижади тармаҡ булараҡ үҫешенә һәм нигеҙен һалышыуға ҙур өлөш индерә. Быны ғалим артабан “Хәҙерге әҙәбиәт донъяһында” (1973), “Шағирҙар” (1981) тигән әҙәби тәнҡиттең төрлө жанр формаларын сағылдырған китаптары менән тағы ла нығыраҡ нигеҙләп ҡуя. Әҙәби процесты байҡау барышында Ғ.Б. Хөсәйенов тәнҡиттең портрет жанрына айырыуса иғтибар бирә. Уның күҙәтеүҙәре тора-бара күренекле шағирҙарыбыҙ, прозаиктарыбыҙ хаҡындағы тәнҡит-биографик очерктар, монографиялар булып үҫеп китә, бер-бер артлы “Сәйфи Ҡудаш ижады” (1959), “Халыҡ шағиры Ниғмәти” (1960), “Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижады” (1963), “Халыҡ шағиры Мостай Кәрим” (1965) тигән китаптары баҫылып сыға. Әйткәндәй, Башҡортостандағы, СССР-ҙағы ғына түгел, башҡа илдәрҙәге әҙәби процесты ла мөмкин ҡәҙәре даими күҙәтеп барырға тырышҡан ғалим 90-сы йылдарҙа халыҡ шағиры тураһындағы хеҙмәтенә яңынан әйләнеп ҡайта. Һөҙөмтәлә 1994 йылда уның “Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик” исемле ҙур күләмле монографияһы донъя күрә. Унда ғилми-әҙәби эшкә мөкиббән бирелгән, халҡының бөгөнгө һәм киләсәк рухи тормошо тураһында етди уйланған ғалимдың энциклопедик тәбиғәтле аҡыл эйәһе, эпик ҡоласлы образлы һәм ритмлы фекерләү көсөнә эйә һүҙ оҫтаһы булыуы тағы ла сағыуыраҡ күренә. Хеҙмәттә концептуаль әһәмиәткә эйә ҡараш-фекерҙәр, күҙәтеүҙәр һәм дөйөмләштереүҙәр күп. Унда Мостай Кәрим ижадындағы төп йүнәлештәрҙең формалашыу һәм үҫеү юлдары ла, әҙәби процестың уға һәм, киреһенсә, йылдар үтеү һәм тәжрибә байыу менән уның үҙенең әҙәби процесҡа көслө йоғонто яһауы ла, был ижадтың эске үҫеш-үҙгәреш законсалыҡтары ла, ундағы миллилек һәм интернационаллек, традиционлыҡ һәм новаторлыҡ, концепция бөтөнлөгө һәм жанрҙар байлығы, дискуссиялылыҡ һәм ихласлыҡ, социаль үткерлек һәм стилистик зауыҡлыҡ, шымалыҡ һәм нәфислек күренештәре лә бай миҫалдар аша дәлилле яҡтыртыла, ҙур әҙиптең башҡорт һүҙ сәнғәтенең алтын сәхифәләрен тәшкил итерҙәй төп әҫәрҙәре монографик планда үҙаллы тулайым анализлана. Хеҙмәттәге концептуаль әһәмиәткә эйә фекер-күҙәтеүҙәрҙең береһе һәм мөһиме – халыҡ шағирының әҙәбиәт донъяһына килеү үҙенсәлектәрен, поэтик ижадының социаль һәм идея-эстетик ерлеген асып биреү. Һәр нәмә-күренештәрҙең, хәл-ваҡиғаларҙың тәрән тамырҙары тормошта, заман һулышында, ысынбарлыҡта булыуына айырыуса баҫым яһай ғалим. Тәбиғәт биргән талант бары тормош, ысынбарлыҡ менән тығыҙ береккәндә, хеҙмәткә һәм тәжрибәгә ҡушылғанда ғына тулыһынса асылып китә, ысын сәнғәт гәүһәрҙәрен тыуҙыра, тигән идея бөтә хеҙмәттә сағыла. Дөйөм методологик әһәмиәткә эйә булған “тормош – заман – шағир – шиғриәт”, “шәхси ижад һәм әҙәби процесс” юҫығындағы күҙәтеүҙәр ғалим хеҙмәтенең умыртҡа бағанаһын тәшкил итә. Уҡымлы монографиялар ижад итәҒөмүмән, ошо һәм башҡа хеҙмәттәре менән Ғ.Б. Хөсәйенов башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында беренсе тапҡыр, үҙе яҙғанса, “тикшереү проблемалары киңерәк булһын” тигән позициянан тороп, теге йәки был яҙыусының тормошон, ижад лабораторияһы серҙәрен төрлө яҡлап тарихи-ижади бер бөтөнлөгөндә асып бирергә мөмкинлек биргән тулайым идея-эстетик анализ принцибын ғәмәлгә ашырыу өлгөләрен бирә, күренекле әҙиптәребеҙ хаҡында ысын мәғәнәһендә тәрән йөкмәткеле, ентеклелек, фәнни теүәллек менән айырылып торған киң ҡоласлы, фекер-идеяларҙы, фәнни күҙәтеүҙәрҙе уҡыусы зиһененә аңлайышлы, күңеленә ятышлы итеп биреү маһирлығына эйә “хөсәйеновса” стилле, уҡымлы монографиялар серияһын тыуҙыра. Был йүнәлештәге эҙләнеүҙәрен ул ХХI быуат башында ла дауам итә, 2008 йылда “Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады” тигән бик үҙенсәлекле композицияға ҡоролған – халыҡ шағирының китаптарын айырым-айырым анализлауға нигеҙләнгән монографияһын баҫтырып сығара. Тәжрибәле ғалимдың ошондай новаторҙарса эшмәкәрлеге артабан уның ҡәләмдәштәре һәм шәкерттәре тарафынан дауам иттерелә. Һөҙөмтәлә М. Аҡмулла, М. Өмөтбаев, М. Ғафури, Ш. Бабич, С. Мифтахов, Б. Бикбай, Ғ. Сәләм, Һ. Дәүләтшина, С. Агиш, Ә. Бикчәнтәев, Н. Нәжми һәм башҡа әҙиптәребеҙ хаҡында төплө фәнни китаптар барлыҡҡа килә. Ғайса Батыргәрәй улының әҙәбиәтебеҙҙә үҙе бер күренеш булырҙай әҫәрҙәрҙе баһалап сығыш яһай барыуы, айырым әҙиптәр ижадын монографик өйрәнеүе хаҡында һүҙ алып барғанда, иғтибарҙы йәнә бер мәлгә йүнәлтмәй булмай. Мин уның әҙәбиәт ғилеменең әҙиптәр тормошо һәм ижады тураһында фәнни-ғәмәли мәғлүмәт биргән биобиблиография тармағын үҫтереүгә тос өлөш иңдереүен күҙ уңында тотам. 1967, 1988 йылдарҙа ул ҡорҙаш әҙәбиәт белгесе М. Ф. Ғәйнуллин менән берлектә “Башҡорт совет яҙыусылары” тигән биобиблиографик белешмә баҫтырып сығара. Тәүгеһендә Яҙыусылар союзының – 101, икенсеһендә 213 ағзаһы хаҡында төплө мәғлүмәттәр туплаған был белешмә әлеге көндә лә әҙәбиәт донъяһы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың “юл күрһәткесе”, өҫтәл китабы булып ҡала килә. Ғөмүмән, Ғ.Б. Хөсәйеновтың хеҙмәттәре ХХ быуаттың икенсе яртыһындағы башҡорт фәнни-әҙәби процесының үҙәгендә булды, уның иң ныҡлы, муртаймаҫ “тағандарын” тәшкил итте. Уларҙың араһында “Башҡорт совет поэзияһының үҫеш юлдары” (1968) тигән монографияһы айырым урын алып тора. Унда башҡорт шиғриәтенең 1917 йылдан һуңғы осорҙағы илле йыллыҡ идея-эстетик тәжрибә туплау тарихы уның идея-тематик һәм проблематик даирәһе, жанр-стиль тәбиғәте, милли йөҙө, башҡа әҙәбиәттәр менән бағланышы, күп быуатлыҡ бай әҙәби традицияларҙы ижади үҙләштереүе һәм үҫтереүе, новаторлыҡ һыҙаттары, ҡаҙаныштары һәм кәмселектәре, һүҙ сәнғәтебеҙҙең башҡа төрҙәре һәм жанрҙары системаһында тотҡан урыны, улар менән диалектик бәйләнештәге үҫеш-үҙгәреше мәсьәләләрен бер бөтөн идея-эстетик система рәүешендә күҙаллау аша замандың социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни һулышы менән тығыҙ бәйләнештә, тарихилыҡ принцибы нигеҙендә киң планда эҙмә-эҙлекле яҡтыртыла. Авторҙың үҙ хеҙмәтендә ижадсының шәхси стиле, осорҙоң әҙәби стилдәре, шағир шәхсиәте һәм идея-эстетик ҡараштары формалашыуы мәсьәләләрен күтәреп, ҡыҙыҡлы һәм фәһемле күҙәтеүҙәр яһауы, аныҡ дөйөмләштереүҙәргә килеүе лә башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында башлап әйтелгән яңы һүҙ булды. Был фундаменталь хеҙмәт Ғ.Б. Хөсәйеновтың ғына түгел, ғәмәлдә бөтә башҡорт әҙәбиәт ғилеменең дә бик етди проблемаларҙы яҡтыртырҙай ҙур тәжрибә туплай, яңы юғарылыҡҡа күтәрелә барыуын асыҡ күрһәтте. Тиккә генә ул ғалимдың 1970 йылда Алма-Атала уңышлы яҡланған докторлыҡ диссертацияһының нигеҙен тәшкил итмәне. Халҡыбыҙҙың рухи биографияһын өйрәнәБашҡорт гуманитар фәненең алғы һыҙығында барған абруйлы абыҙы юғарылығына күтәрелгән академик Ғайса Батыргәрәй улының ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, бер етди мәлгә айырым туҡталып китмәү тарихи дөрөҫлөккә хилафлыҡ итеү булыр ине. Ул фән донъяһына килгән осорҙа беҙҙә Октябрь революцияһына тиклем СССР-ҙағы аҙ һанлы халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорттарҙың профессиональ сәнғәте, яҙма әҙәби теле һәм әҙәбиәте булмаған, уларға бындай рухи-мәҙәни байлыҡты тыуҙырыу һәм үҫтереү мөмкинлеген бары Совет власы бирҙе” тигән идеологик маҡсатты алға һөргән ҡараш нығынған ине. Ғ.Б. Хөсәйенов тарихи нигеҙһеҙ, тормош диалектикаһына ҡаршы килгән, һәр халыҡтың бөгөнгөһө бар икән, үткәне һәм киләсәге булыуын билдәле бер сәйәси маҡсаттарҙа күрәләтә инҡар иткән ошо стереотип ҡарашты емерергә кәрәклекте донъя цивилизацияһы, фәне һәм мәҙәниәте юғарылығынан сығып аңлау кимәленә күтәрелгән башҡорт ғалимдарының береһе һәм берәгәйе булды. Аспирантурала уҡыған осорҙа уҡ халҡыбыҙҙың тарихи үткәне, рухи биографияһы тураһында мәғлүмәттәр туплай, төрлө ил вә милләт ғалим-ғөләмәләренең фекер-ҡараштары, концепциялары менән ентекле таныша башлаған әҙәбиәтсе 60 – 70-се йылдарҙа, иғтибарын башҡорт совет шиғриәте мәсьәләләренә йүнәлтеүен дауам итеү менән бер рәттән (“Шағирҙар”, 1981; “Башкирская советская поэзия (1917–1980)”, М., 1983), был йүнәлештәге эҙләнеүҙәргә, уй-фекерҙәр төйөнләүгә ныҡлап тотона. 70-се йылдарҙа инде ул йәмәғәтселек хөкөмөнә һәр әҙәбиәттең үткәне, хәҙергеһе, киләсәге барлығын, уның үткәнен белмәй тороп, бөгөнгөһөн тәрән аңлау, хәҙергеһен киң һәм төплө күҙалламай тороп, киләсәген төҫмөрләү ситен икәнлекте сағыу күрһәткән һәм иҫбатлаған мәҡәләләрен, эсселарын, парсаларын, ғилми йыйынтыҡтарын бер-бер артлы сығара башлай. Уларҙа ғалим эҙләнеүҙәренең осорҙар һәм жанрҙар буйынса тағы ла тармаҡланыбыраҡ китеүе, тарих төпкөлдәренә табан нығыраҡ йүнәлдерелеүе бермә-бер күҙәтелә. “Сәйәхәт дәфтәре” (1976) китабында ул башлыса халҡыбыҙҙың үткәндәге рухи биографияһы, уның идея-эстетик сығанаҡтары, этник-мәҙәни һәм әҙәби бәйләнештәре хаҡында уйлана, асылда бөгөнгө мәҙәниәтебеҙҙең һәм әҙәбиәтебеҙҙең тәрән тамырҙарын, традицияларын юллай. Ә “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” (1978) исемле ҙур күләмле, бай йөкмәткеле йыйынтығында инде ул уғата ла мөһим, концептуаль проблемаларҙы күтәрә һәм яҡтырта. Уның әҙәби метод, поэтика, шиғыр төҙөлөшө, традиция һәм новаторлыҡ кеүек теоретик мәсьәләләрҙе тикшереүе, айырыуса әҙәбиәтебеҙҙең үҫеш-үҙгәреш юлдары хаҡында ҙур хроникаль арауыҡта, тарихи һәм географик киңлектәрҙә, ҡаршылыҡлы ижтимағи-тарихи ерлектә, күп яҡлы һәм ҡатмарлы иҡтисади-сәйәси һәм мәҙәни бәйләнештәр фонында фекер йөрөтөүе иғтибарҙы биләй. Башҡорт әҙәбиәтен фәнни өйрәнеү тарихында беренсе тапҡыр Ғ.Б. Хөсәйенов һүҙ сәнғәтебеҙ тарихын осорҙарға бүлеп өйрәнеү мәсьәләһен ентекле яҡтырта, һәр осор әҙәбиәтенең характерлы һыҙаттарын бай дәлилле материалдар ярҙамында асып бирә, ҡыҫҡаһы, рухи биографиябыҙ тарихының фәнни нигеҙле план-проспектын төҙөй. Шулай уҡ ул башҡорт әҙәбиәт ғилеме тарихында башлап шәжәрәләрҙең, тәуарихтарҙың, эпистоляр яҙмаларҙың, эш-ҡағыҙҙарының тарихи-документаль ғына түгел, бәлки әҙәби-публицистик сығанаҡтар булыуын, боронғо һәм урта быуаттарҙа башҡорт йәмғиәтендә яҙма мәҙәниәт, яҙма әҙәбиәт һәм фольклор менән бер ҡатарҙан ауыҙ-тел ижадының да ярайһы сәскә атыуын күрһәтеп, иҫбатлап бирә, шуға күрә лә “Заман. Әҙәбиәт. Әҙип” китабы йәмәғәтселектә ҙур резонанс уятты, киң популярлыҡ ҡаҙанды. Уның авторы хаҡлы рәүештә республикабыҙҙың юғары наградаһына – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. ХХ быуаттың 70-се йылдары башынан шулай Ғ.Б. Хөсәйеновтың туған халҡының үткәндәге рухи донъяһына етди, маҡсатҡа ынтылышлы фәнни “сәйәхәте” башлана. Уның башланғысы менән һәм туранан-тура ҡатнашлығында боронғо ҡулъяҙма һәм иҫке баҫма китаптарҙы йыйыу буйынса археографик экспедициялар ойоштороу киң ҡолас ала. Һөҙөмтәлә ғәрәп графикаһындағы өс меңгә яҡын ҡулъяҙма, дүрт меңләп иҫке баҫма китап, шәжәрә, ауыл тарихтары, фольклор өлгөләре, йәдкәр дәфтәрҙәре һәм башҡа бик әһәмиәтле яҙма ҡомартҡылар туплана. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ҡарамағында баһалап бөткөһөҙ ошо рухи байлыҡ ерлегендә ҡулъяҙма фонд барлыҡҡа килтерелә. Хәҙер ул хаҡлы рәүештә академик Ғ.Б. Хөсәйенов исемендәге ҡулъяҙма үҙәк тип йөрөтөлә. Ни генә тимә, киң ҡарашлы был ғалим үҙенең тиҫтәләрсә йылдар буйы алып барған фиҙакәр хеҙмәте, бөтә күңелен һалып башҡарған шөғөлө менән үҙен бынамын тигән археограф итеп кенә түгел, иҫке ҡулъяҙма вә баҫма ҡомартҡыларҙы төпсөп өйрәнер текстолог итеп тә таныта, республикабыҙҙа археография һәм текстология ғилеменә ныҡлы нигеҙ һала. Тап ошо ерлектә ул әҙәбиәтебеҙҙең XI – XVIII быуаттарҙағы тарихын асыҡлау һәм өйрәнеү эшенә ең һыҙғанып тотона, республикабыҙ йәмәғәтселегенә уның боронғо дәүерҙән алып бөгөнгөгә тиклемге тарихын эҙмә-эҙлекле өйрәнеүҙең заман талабына әүерелеүен, көнүҙәк мәсьәлә булыуын ғилми-популяр формала аңлата башлай, башҡорт әҙәбиәтенең күп томлыҡ тарихын яҙыу идеяһын күтәреп сыға. Һөҙөмтәлә уның етәкселегендә республикабыҙҙың әҙәбиәт белгестәре 1975 – 1990 йылдарҙа әҙәбиәтебеҙҙең алты томлыҡ тарихын яҙыу буйынса титаник эш башҡара. Был эштең емештәре булараҡ 1990 – 1996 йылдарҙа һәр кемдең өҫтәл китабына әүерелерҙәй фундаменталь хеҙмәттәр бер-бер артлы донъя күрә. Әйткәндәй, олуғ ғалим-абыҙҙың шәкерттәре 2019 йылда әҙәбиәтебеҙ тарихының 1991 – 2015 йылдарҙағы үҫеше тәбиғәтен сағылдырған етенсе томын баҫтырып сығарыуға өлгәшә. Ғалим-абыҙҙың Төп китабыБында шуны ла билдәләргә кәрәк: Ғ.Б. Хөсәйеновтың рухи мираҫыбыҙҙы өйрәнеү буйынса күп йылдар алып барған ошондай тынғыһыҙ эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе булараҡ, 1984 йылда “Быуаттар тауышы” тигән тарихи-теоретик пландағы китабы баҫылып сыға (ул 1996 йылда “Башкирская литература ХI – ХVIII веков” тигән баш менән рус телендә лә донъя күрә). Уны, һис икеләнеүһеҙ, олуғ ғалим-абыҙҙың фәнни эҙләнеүҙәре юлындағы күңеленә иң яҡын ижад емеше – Төп китабы тип әйтер инем. Бер кешенең ғүмерендә генә түгел, бәлки тотош бер халыҡтың ғилми-мәҙәни тормошоңда ла бындай китаптар әллә ни күп түгел. Академик Ғ.Б. Хөсәйенов һәр саҡ ғилми эҙләнеү, халҡына әленән-әле яңы фекер-идеялар еткереү юлында булды. ХХ – ХХI быуаттарҙа ул фәнни-популяр характерҙағы “Арҙаҡлы шәхестәр” серияһына “йән өрөү”гә шаҡтай ҙур өлөш индерҙе, бер-бер артлы “Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев” (1991), “Ризаитдин бин Фәхретдин” (1997), “Батырша” (2005) тигән китаптарын баҫтырып сығарҙы. Тап ошондай фәнни-популяр эштәре, ижади портреттары, эсселары ерлегендә титаник талант эйәһе үҙенә халыҡ яҙыусыһы тигән шөһрәтле исемде алып килгән тарихи пландағы бынамын тигән художестволы әҫәрҙәрен тыуҙырҙы. Ғайса Батыргәрәй улының күп яҡлы фәнни хеҙмәттәре, әҙәби әҫәрҙәре менән танышыу барышында мин һәр саҡ уның айырыуса күңел биреп эшләгән бер ҙур вә мөһим эҙләнеү өлкәһе барлығына иғтибар итә килдем. Уны башҡорт донъяһын өйрәнеү ғилеме тип атарға булыр ине. Асылда бит ул үҙенең хеҙмәттәрендә һәм әҫәрҙәрендә (бигерәк тә парсаларында) ошо ғилемдең дөйөм концепцияһын булдырыуҙы һәм бер бөтөнлөгөндә өйрәнеүҙе алға һөрә. Уның 75 йәше уңайы менән уға арнап рус һәм башҡорт телдәрендә сығарылған коллектив хеҙмәттең “Башкироведение – Башҡорт ғилеме” (2004) тип аталыуы һис тә осраҡлы хәл түгел. Был ғилем башҡорт халҡының этногенезын, тарихын, этнографияһын, фольклорын, мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен, сәнғәтен бер бөтөн система рәүешендә яҡтыртыуҙан ғибәрәт. Арҙаҡлы ғалим-әҙибебеҙ быға йәнә милли философия, этика, эстетика, культурология аспекттарын да ҡуша. Бер китабын ул тиккә генә “Башҡорт халҡының рухи донъяһы” (2003) тип атаманы. Унда башҡорт халҡының рухи тарихы, халыҡ ижады, мәғарифы, мәҙәниәте, әҙәбиәте, матбуғаты айырым-айырым яҡтыртыла, бик күп яңы бурыстар ҡуйыла. Ғ.Б. Хөсәйеновтың күп яҡлы ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һүҙ алып барғанда, әҙәбиәт теорияһы буйынса яҙған хеҙмәттәрен телгә алмау мөмкин түгел. “Башҡорт шиғыры. Шиғриәт һүҙлеге” (2003), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Теоретик поэтика” (2006), “Башҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Тарихи поэтика, психологик поэтика, милли шиғыр поэтикаһы” (2007), “Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге” (2006), “Әҙәбиәт теорияһы” (2010) – был фундаменталь хеҙмәттәр һәм һүҙлектәр теҙмәһе үҙе генә лә уның әҙәбиәт теорияһы өлкәһендә ниндәй төплө белгес булыуы хаҡында асыҡ һөйләп тора. Уларҙа ғалим Ә.И. Харисов, К.Ә. Әбүзәров кеүек әҙәбиәт белгестәренең ижад традицияларын дауам иттереп үҫтерә, яңы баҫҡысҡа күтәрә. Ә уның поэтика мәсьәләләренә арналған теоретик эштәре, асылда, беҙҙең әҙәбиәт ғилеме тарихында яңы күренеш булды.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-04-25/bash-ort-gumanitar-f-ne-aby-y-3291739
25 Апрель , 21:07
ba
“Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты , Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы Урал Насир улы Бакировты 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы. “Уның хаҡында мин  #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында һөйләйем. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Урал Бакиров тыуған Күгәрсен районына – Подгорный ауылы мәктәбенә эшкә килә. Ярты йылдан йәш белгесте ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары итеп һайлайҙар, ә өс йылдан һуң комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты секретары итеп  һайлана.  Аҙаҡ КПСС Өлкә комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре академияһы аспирантураһын тамамлай, диссертация яҡлай, партия өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире, аҙаҡ пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире була. Урал Насир улы республика матбуғаты өсөн кадрҙар әҙерләүгә, ауыл хәбәрселәре хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Урал Бакировтың бай тәжрибәһе совет осоронан һуңғы йылдарҙа бик ныҡ кәрәк булды.  Ул Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ярҙамсыһы ине.   Миңә Урал Насир улы менән эшләү, унан тәжрибә, тормош һабағы  алыу бәхете тейҙе. Беҙҙең күптәребеҙ, ул саҡтағы Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең йәш белгестәре өсөн, ул республикаға хеҙмәт итеүҙең, үҙ эшеңә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы булды. Арыу-талыу белмәй эшләне, һәр саҡ яҡшы кәңәше менән ярҙам итергә әҙер ине. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ , “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнде. Эрудициялы, уҡымышлы Урал Насир улы һәр саҡ аудиторияны үҙнә ҡарата алды. Уны тыңлау ҡәнәғәтлек тыуҙыра. Әйткәндәй, ғәҙәти тормошта ул аҙ һүҙле. Һәм бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәй, һәр эште аҙағына тиклем еткерә. Юбилейығыҙ менән, Урал Насир улы! Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйем!” - тип яҙҙы Радий Фәрит улы. “Ул бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәне”
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты , Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы Урал Насир улы Бакировты 90 йәшлек юбилейы менән ҡотланы.“Уның хаҡында мин #ЖЗЛ Башкортостан рубрикаһында һөйләйем. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Урал Бакиров тыуған Күгәрсен районына – Подгорный ауылы мәктәбенә эшкә килә. Ярты йылдан йәш белгесте ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары итеп һайлайҙар, ә өс йылдан һуң комсомолдың Башҡортостан өлкә комитеты секретары итеп һайлана. Аҙаҡ КПСС Өлкә комитеты ҡарамағындағы Йәмәғәт фәндәре академияһы аспирантураһын тамамлай, диссертация яҡлай, партия өлкә комитетының матбуғат секторы мөдире, аҙаҡ пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире була. Урал Насир улы республика матбуғаты өсөн кадрҙар әҙерләүгә, ауыл хәбәрселәре хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе. Урал Бакировтың бай тәжрибәһе совет осоронан һуңғы йылдарҙа бик ныҡ кәрәк булды. Ул Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ярҙамсыһы ине. Миңә Урал Насир улы менән эшләү, унан тәжрибә, тормош һабағы алыу бәхете тейҙе. Беҙҙең күптәребеҙ, ул саҡтағы Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең йәш белгестәре өсөн, ул республикаға хеҙмәт итеүҙең, үҙ эшеңә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы булды. Арыу-талыу белмәй эшләне, һәр саҡ яҡшы кәңәше менән ярҙам итергә әҙер ине. Күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ , “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены, “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнде. Эрудициялы, уҡымышлы Урал Насир улы һәр саҡ аудиторияны үҙнә ҡарата алды. Уны тыңлау ҡәнәғәтлек тыуҙыра. Әйткәндәй, ғәҙәти тормошта ул аҙ һүҙле. Һәм бер ваҡытта ла буш вәғәҙә бирмәй, һәр эште аҙағына тиклем еткерә. Юбилейығыҙ менән, Урал Насир улы! Һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә сәләмәтлек, бәхет, именлек теләйем!” - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-04-07/ul-ber-va-ytta-la-bush-v-birm-ne-3212571
7 Апрель , 17:15
ba
Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың героик яҙмышы хаҡында яҙҙы
Милләттәштәре, тыуған төйәгендә яҡташтары уларҙы бер ҡасан да онотмай, ҡәҙерле ҡомартҡы итеп күңел түрендә һаҡлай. Шундай шәхестәрҙең береһе – күренекле яҡташыбыҙ, фронтовик яҙыусы Зәйни (Зәйнетдин) Рафиҡов. Яңыраҡ уның тыуыуына 100 йыл айҡанлы тыуған төйәге Мәләүез ерендә, Корнеевка ауылы мәҙәниәт усағында хәтер кисәһе уҙҙы. Әлеге республика күләмендәге мәртәбәле сараға ҡәләм оҫталары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әҙиптең ауылдаштары, туғандары, балалары, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Сара башланмаҫ элек, шәхескә арналған күргәҙмә менән танышҡан арала, Зәйни Рафиҡовтың ҡыҙҙары менән аралашыу форсаты тейҙе. “Атайыбыҙ һәр бурысҡа яуаплы ҡарай торғайны. Тәртип яратты, беҙҙе лә һәр эште аҙағына еткерергә өйрәтте”, – ти ҡәҙерле ҡунаҡтар. Ҡыҙҙары ла Зәйни Рафиҡовтың тәүге һөнәрен – педагогияны үҙ иткән, барыһы ла юғары белемле. Нәфисә апай –- башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәйсә апай – немец, Римма ханым инглиз телен үҙ иткән. Иң бәләкәй һеңлеләре Лариса медицина өлкәһен һайлаған. Хәтер кисәһен асып, Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова хөрмәтле яҡташтары менән ғорурланыуын белдерҙе. Күренекле яҙыусы, шағир Булат Рафиҡовты, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Гөлсөм Иҫәнғолованы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы Зөбәйер Иҫәнғоловты, ялан батырҙары булараҡ танылған Ғилметдин һәм Тәхәүетдин Йәмилевтәрҙе иҫкә алды. – Ауыл хакимиәтенә ҡараған һигеҙ ауыл араһында Дәүләтҡол – боронғо башҡорт ауылдарының береһе, унда үҙ еренә тоғро, әүҙем халыҡ йәшәй. Йыш ҡына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм башҡа төрлө байрамдар үткәрелә. Былтыр Корнеевка ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Төбәк төҙөкләндерелә, былтыр “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитовтың ярҙамы менән Булат Рафиҡов исемендәге урамға асфальт йәйелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, Дәүләтҡол ауылы клубында йылытыу системаһы алмаштырылды, – тине ул. Һуңынан сәхнә түренә “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева, ҡаланың Мөхәмәт­ша Буранғолов исемендәге китапхана белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина күтә­рел­де. Улар арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың бөгөнгө йәштәргә ҡомартҡы булып ҡалған ижадын барланы. – Замандаштары хәтерендә Зәйни Рафиҡов илһөйәр, ижады тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған талантлы публицист булараҡ иҫтә ҡалды. Ул Совет армияһы һалдаттары һәм офицерҙарының – Ватанды һаҡлау­сы­лар хаҡында күп яҙҙы. Тәүгеләрҙән булып Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың героик яҙмышы хаҡында, яуҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында ҙур очерктар, иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Уның “Мәләүезем –- ғәзиз ерем” документаль китабы энциклопедияға торошло, – тине Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы үҙенең сығышында. Зәйнетдин Фәсхетдин улы ҡәләм­дәштәре күңелендә тик яҡшы яҡтан иҫтә ҡалған. Ул йәш журналистар менән бай тәжрибәһен уртаҡлашҡан, изге эштәре яҡты хәтер ҡалдырған. 2002 йылда  уның исемендәге әҙәби премия булдырыла, лауреат исеменә Булат Рафиҡов лайыҡ була. Зәйни Рафиҡовтың ҡыҙҙарының кисәләге сығышы тамашасыларға тәрбиәүи тәьҫир итте. – Атайымды хеҙмәте буйынса яҙмыш еле төрлө яҡҡа ебәрә. Шуға ла Рәйсә – Мәскәү, мин һәм Римма – Өфө, Лариса Будапешт ҡалаһында донъяға килгәнбеҙ. Хәҙер уйлайым да, мәғлүмәтле атайыбыҙ беҙгә интернетты алыштырған, тигән һығымта яһайым. Ауыл хужалығы өлкәһенән­ме, тарихи дәлилдәрҙеме – күп мәғлүмәтте иң тәүҙә унан ишетә инек. Ул беҙҙең ғилемле булыуыбыҙҙы теләне. Атайыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек, был сараға килгән уҡыусыларҙын да юғары белемгә өлгәшеүен теләйбеҙ, – тине шәхестең өлкән ҡыҙы Нәфисә ханым. Хәтер кисәһендә Зәйни Рафиҡов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәр Корнеевка күп функциялы мәҙәниәт усағы мөдире Зөлфиә Ғарипова һәм “Ашҡаҙар”, “Миләш”, “Ауыл таңдары” үҙешмәкәр коллективтары әҙерләгән сағыу сығышты бик йылы ҡабул итте.  Әҡлимә ИМАМОВА Мәләүез районы.
Милләттәштәре, тыуған төйәгендә яҡташтары уларҙы бер ҡасан да онотмай, ҡәҙерле ҡомартҡы итеп күңел түрендә һаҡлай. Шундай шәхестәрҙең береһе – күренекле яҡташыбыҙ, фронтовик яҙыусы Зәйни (Зәйнетдин) Рафиҡов. Яңыраҡ уның тыуыуына 100 йыл айҡанлы тыуған төйәге Мәләүез ерендә, Корнеевка ауылы мәҙәниәт усағында хәтер кисәһе уҙҙы. Әлеге республика күләмендәге мәртәбәле сараға ҡәләм оҫталары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, әҙиптең ауылдаштары, туғандары, балалары, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Сара башланмаҫ элек, шәхескә арналған күргәҙмә менән танышҡан арала, Зәйни Рафиҡовтың ҡыҙҙары менән аралашыу форсаты тейҙе. “Атайыбыҙ һәр бурысҡа яуаплы ҡарай торғайны. Тәртип яратты, беҙҙе лә һәр эште аҙағына еткерергә өйрәтте”, – ти ҡәҙерле ҡунаҡтар. Ҡыҙҙары ла Зәйни Рафиҡовтың тәүге һөнәрен – педагогияны үҙ иткән, барыһы ла юғары белемле. Нәфисә апай –- башланғыс кластар уҡытыусыһы, Рәйсә апай – немец, Римма ханым инглиз телен үҙ иткән. Иң бәләкәй һеңлеләре Лариса медицина өлкәһен һайлаған. Хәтер кисәһен асып, Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова хөрмәтле яҡташтары менән ғорурланыуын белдерҙе. Күренекле яҙыусы, шағир Булат Рафиҡовты, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Гөлсөм Иҫәнғолованы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы Зөбәйер Иҫәнғоловты, ялан батырҙары булараҡ танылған Ғилметдин һәм Тәхәүетдин Йәмилевтәрҙе иҫкә алды.– Ауыл хакимиәтенә ҡараған һигеҙ ауыл араһында Дәүләтҡол – боронғо башҡорт ауылдарының береһе, унда үҙ еренә тоғро, әүҙем халыҡ йәшәй. Йыш ҡына “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” һәм башҡа төрлө байрамдар үткәрелә. Былтыр Корнеевка ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булды. Төбәк төҙөкләндерелә, былтыр “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитовтың ярҙамы менән Булат Рафиҡов исемендәге урамға асфальт йәйелде. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһына ярашлы, Дәүләтҡол ауылы клубында йылытыу системаһы алмаштырылды, – тине ул.Һуңынан сәхнә түренә “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе етәксеһе Мәрйәм Күсмәева, ҡаланың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге китапхана белгесе Рәзилә Ҡотлогилдина күтәрелде. Улар арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың бөгөнгө йәштәргә ҡомартҡы булып ҡалған ижадын барланы.– Замандаштары хәтерендә Зәйни Рафиҡов илһөйәр, ижады тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған талантлы публицист булараҡ иҫтә ҡалды. Ул Совет армияһы һалдаттары һәм офицерҙарының – Ватанды һаҡлаусылар хаҡында күп яҙҙы. Тәүгеләрҙән булып Александр Матросовтың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың героик яҙмышы хаҡында, яуҙа ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ тураһында ҙур очерктар, иҫтәлектәр ҡалдырҙы. Уның “Мәләүезем –- ғәзиз ерем” документаль китабы энциклопедияға торошло, – тине Мәрйәм Тимерхан ҡыҙы үҙенең сығышында. Зәйнетдин Фәсхетдин улы ҡәләмдәштәре күңелендә тик яҡшы яҡтан иҫтә ҡалған. Ул йәш журналистар менән бай тәжрибәһен уртаҡлашҡан, изге эштәре яҡты хәтер ҡалдырған. 2002 йылда уның исемендәге әҙәби премия булдырыла, лауреат исеменә Булат Рафиҡов лайыҡ була. Зәйни Рафиҡовтың ҡыҙҙарының кисәләге сығышы тамашасыларға тәрбиәүи тәьҫир итте.– Атайымды хеҙмәте буйынса яҙмыш еле төрлө яҡҡа ебәрә. Шуға ла Рәйсә – Мәскәү, мин һәм Римма – Өфө, Лариса Будапешт ҡалаһында донъяға килгәнбеҙ. Хәҙер уйлайым да, мәғлүмәтле атайыбыҙ беҙгә интернетты алыштырған, тигән һығымта яһайым. Ауыл хужалығы өлкәһенәнме, тарихи дәлилдәрҙеме – күп мәғлүмәтте иң тәүҙә унан ишетә инек. Ул беҙҙең ғилемле булыуыбыҙҙы теләне. Атайыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнек, был сараға килгән уҡыусыларҙын да юғары белемгә өлгәшеүен теләйбеҙ, – тине шәхестең өлкән ҡыҙы Нәфисә ханым. Хәтер кисәһендә Зәйни Рафиҡов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәр Корнеевка күп функциялы мәҙәниәт усағы мөдире Зөлфиә Ғарипова һәм “Ашҡаҙар”, “Миләш”, “Ауыл таңдары” үҙешмәкәр коллективтары әҙерләгән сағыу сығышты бик йылы ҡабул итте.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-04-04/mi-le-le-b-y-ullindy-geroik-ya-myshy-ha-ynda-ya-y-3203586
4 Апрель , 10:46
ba
“Мин иң тәүҙә – мөғәллим”
Яҙыусы Мөслим Әбсәләмов республикабыҙҙа билдәле шәхес ине. Әҙип, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе ине ул. Тыуған яғы – Йылайыр районының Юлдыбай ауылында уға арнап үткәрелгән кисәлә яҙыусының ҡыҙы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Светлана Әбсәләмова, ҡәләмдәше, район гәзитенең элекке баш мөхәррире Ильяс Таҡалов, уҡытыусылар, уҡыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм әҙәбиәт һөйөүсе ауылдаштары ҡатнашты. Урындағы мәктәп уҡыусылары яҙыусының “Сонтор бала саҡ” тигән әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Унда авторҙың һутлы теле менән һүрәтләнгән балалар араһындағы ихлас дуҫлыҡты күреп, шул заманға хас һөйләшеүҙе һәм һүҙҙәрҙе тыңлап, әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡытты күҙ алдына баҫтырҙыҡ. Хәтер кисәһендә Мөслим Бәхтиәр улының бихисап уҡыусылары, ижадташтары Сания Иҫәндәүләтова, Хәфизә Амантаева, Гөлшат Зөлҡәрнәева, Рәйлә Айытҡолова, Флүрә Юлдашева һәм башҡалар сығыш яһаны, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, ауыл­даштарының тормоштарында яҡты эҙ ҡалдырыуы хаҡында бәйән итте. Светлана Әбсәләмованың атаһы тураһындағы иҫтәлектәрен тыныс ҡына тыңлап булмай ине. “Атайым иҫ китмәле ипле, тыйнаҡ, әҙәпле, йомшаҡ күңелле булды. Ул иң яҡшы атайҙар иҫәбендә ине. Булмышын, асылын мин әле булһа үҙем өсөн асам. Уның менән ғорурланыуым, уға булған ихтирамым, һоҡланыуым арта бара, – тине яҙыусының ҡыҙы. – Атайымдан ҡалған бер сумаҙан ҡағыҙҙар араһында әллә күпме китап сығарырлыҡ ижади хазина ята. Ғүмеренең һуңғы йылдарында яҙа башлаған “Хәлфә” трилогияһын ул тамамлай алманы. Үҙе иҫән саҡта романдың беренсе китабы донъя күрҙе, икенсеһен тамамлап өлгөрмәне, ул 2020 йылда нәшер ителергә тейеш ине, әммә санкциялар арҡаһында пландан төшөп ҡалды... Беҙҙең алда ошо романды нәшриәттә баҫтырып сығарыу бурысы тора...” Мөслим Бәхтиәр улы яҙыусы ғына түгел, шағир ҙа ине. Светлана төрлө баҫмаларҙа донъя күргән шиғырҙарын туплап, үҙнәшер юлы менән “Моңдарым” тип аталған йыйынтыҡ сығарыуға өлгәшкән. Ул йыйынтыҡты кисәгә килгән ҡунаҡтарға, сығыш яһаусыларға, Юлдыбай һәм Йылайыр китапханаларына бүләк итте. Әҙиптең ҡыҙы шулай уҡ атаһының исемен мәңгеләштереү өсөн ҙур эш башҡарған ауылдаштарына, коллегаларына, Гөлшат менән Сабир Зөлҡәрнәевтәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Уларҙың тырышлығы арҡаһында бөгөн райондың иң ҙур белем усаҡтарының береһе – Юлдыбай урта мәктәбе Мөслим Әбсәләмовтың исемен йөрөтә, унда иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған. “Мөслим ағай – районыбыҙҙың ғына түгел, республиканың абруйлы шәхесе, – тине үҙенең сығышында хаҡлы ялдағы журналист Ильяс Таҡа­лов. – Ул мине мәктәптә уҡытмаһа ла, уны үҙемдең уҡытыусым тип һанайым, сөнки уның бөтә шиғырҙарын, хикәйәләрен үҙебеҙҙең район гәзите аша халыҡҡа еткерә торғайныҡ. Шул ваҡытта әҫәрҙәрен уҡып, яҙырға өйрәндек, бай теленә һоҡландыҡ. Фотохәбәрсе булараҡ, Мөслим ағайҙан фотоға төшөрөү серҙәрен дә өйрәндем. Ул бик ихлас кеше ине, үҙе белгәнде башҡаларға ихлас өйрәтте. Мин БДУ-ла уҡығанда курс, диплом эштәрен уға алып килеп күрһәттем. Ул, уҡып сығып, кәңәштә­рен әйтте, иҫкәрмәләр яһаны, яҡшы ерҙәрен маҡтап та ебәрә торғайны”. Ильяс Исмәғил улы шулай уҡ Мөслим Әбсәләмовтың тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич ижадын өйрәнеүе, ул йөрөгән юлдарҙан уҡыусылары менән Темәстән алып Йылайырға тиклем барыуҙары, Бабичты белгән-күргән кешеләр менән осрашып, иҫтәлектәрен яҙып алыуы хаҡында бәйән итте. “Бында сығыш яһаусылар Мөслим ағайҙы тыйнаҡ, әҙәпле кеше булараҡ һүрәтләһә лә, шул осор өсөн ул ҡыйыу, батыр замандаш та ине. Шулай булмаһа, ул исемен телгә алыу тыйылған ваҡытта Бабичты өйрәнер, уның һуҡ­маҡтарынан йөрөр инеме?! – тип белдерҙе. – Ҡайһы бер шиғырҙары өсөн хатта беҙҙең район гәзитенә Мөслим Бәхтиәр улының исем-шәрифен яҙыуҙы, әҫәрҙәрен баҫыуҙы биш йылға тыйыуҙар ҙа булды...”. Мәҙәниәт ветераны Ғәлимә Ислам­ғолова иһә Мөслим Әбсәләмовтың “Фәй­рүзә менән Фәйзрахман” хикәйә­һен яттан һөйләп хайран итте. Ул ауылдашының прозаик ҡына түгел, күп яҡлы талант эйәһе икәнлегенә лә баҫым яһаны. “Мин драма түңәрәгенә етәкселек иткән ваҡытта Мөслим ағайҙан бер ҡайҙа ла ҡуйылмаған пьеса табып биреүен үтендем. Ул миңә үҙенең “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тигән пьесаһын бирҙе. Беҙ уны яратып уҡып сыҡтыҡ һәм ауылда сәхнәләштерҙек. Мөслим Бәхтиәр улы үҙе лә әүҙем “актерыбыҙ” булды. Һәр спектаклебеҙҙә уға ролдәр бирҙек һәм ул бик матур итеп уйнай торғайны”, – тип Ғәлимә апай әҙип яратҡан башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.  40 йылдан ашыу туған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләү дәүерендә М.Б. Әбсәләмов уҡыусылары менән үҙебеҙҙең яҡтың төрлө ерҙәренә сәйә­хәт итә һәм һәр экскурсиянан һуң фо­то­альбом төҙөй. Унда ҡайҙа барыу­ҙары, кемдәр менән осрашыуҙары яҙыла, фотоһүрәттәре ҡуйыла. Бындай ҡулдан төҙөлгән тиҫтәләгән альбом бөгөн Юлдыбай ауылы музейында ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Шул саҡта Мөслим Бәхтиәр улы ауылдарҙың килеп сығышы, мәктәп­тәр тарихы, уларҙың тәүге уҡытыу­сылары һәм уҡыусылары, тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларының этимология­һын өйрәнә, оло быуын кешеләренән яҙып ала һәм теркәп бара. Ошо хәтирәләр нигеҙендә әлеге көндә күп ауылдар, үҙ тарихын белеп, тәбиғәт атамаларының килеп сығышын, араларҙың шәжәрәләрен өйрәнә. Иҫ китмәле байлыҡ ҡалдырыуын, бәлки, яҙыусы һәм мөғәллим ул саҡта аңлап та бөтмәгәндер. Әммә был яҙмалар хәҙер тарих, шул осорҙоң йылъяҙ­маһы булып ҡалды һәм оло әһәмиәткә эйә бер хазинаны тәшкил итә. Урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Фирҙәүес Ҡашҡарова бар оҫталығын һалып алып барған, Юлдыбай ауылы таланттарының концерт сығыштары менән байытылған хәтер кисәһе һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ошондай күркәм сараны ойош­тороусыларға рәхмәт әйтеп, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе А.А. Сухов китапханасы Рәмилә Айытҡоловаға, Светлана Әбсәләмоваға рәхмәт хаттары тапшырҙы, әҙиптең яҡты исеменең киләсәктә лә яҡташтарына маяҡ булып торасағын билдәләне. “Берләм һуҡмаҡтар”, “Үрҙәр”, “Һуңғы бейеклек”, “Хәлфә” кеүек халыҡ араһында киң танылыу тапҡан китаптар авторы, туған телебеҙҙең, һүҙҙең тәмен тойоп, ҡөҙрәтен белеп, онотолмаҫ сағыу образдар тыуҙырған танылған яҙыусы Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмов әҙип булараҡ билдәлелек яулаһа ла, ғүмер буйы яратҡан һөнәре – уҡытыусы эшенә тоғро ҡала, шуға күрә лә уның һүҙҙәре менән “Мин иң тәүҙә – мөғәллим” тип аталды ла инде был хәтирәләргә бай, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, онотолмаҫ осрашыу. Зөлфирә ҠАҘАҠБАЕВА
Яҙыусы Мөслим Әбсәләмов республикабыҙҙа билдәле шәхес ине. Әҙип, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, әүҙем йәмәғәтсе ине ул. Тыуған яғы – Йылайыр районының Юлдыбай ауылында уға арнап үткәрелгән кисәлә яҙыусының ҡыҙы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Светлана Әбсәләмова, ҡәләмдәше, район гәзитенең элекке баш мөхәррире Ильяс Таҡалов, уҡытыусылар, уҡыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре һәм әҙәбиәт һөйөүсе ауылдаштары ҡатнашты. Урындағы мәктәп уҡыусылары яҙыусының “Сонтор бала саҡ” тигән әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙе. Унда авторҙың һутлы теле менән һүрәтләнгән балалар араһындағы ихлас дуҫлыҡты күреп, шул заманға хас һөйләшеүҙе һәм һүҙҙәрҙе тыңлап, әҫәрҙә һүрәтләнгән ваҡытты күҙ алдына баҫтырҙыҡ. Хәтер кисәһендә Мөслим Бәхтиәр улының бихисап уҡыусылары, ижадташтары Сания Иҫәндәүләтова, Хәфизә Амантаева, Гөлшат Зөлҡәрнәева, Рәйлә Айытҡолова, Флүрә Юлдашева һәм башҡалар сығыш яһаны, йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты, ауылдаштарының тормоштарында яҡты эҙ ҡалдырыуы хаҡында бәйән итте. Светлана Әбсәләмованың атаһы тураһындағы иҫтәлектәрен тыныс ҡына тыңлап булмай ине. “Атайым иҫ китмәле ипле, тыйнаҡ, әҙәпле, йомшаҡ күңелле булды. Ул иң яҡшы атайҙар иҫәбендә ине. Булмышын, асылын мин әле булһа үҙем өсөн асам. Уның менән ғорурланыуым, уға булған ихтирамым, һоҡланыуым арта бара, – тине яҙыусының ҡыҙы. – Атайымдан ҡалған бер сумаҙан ҡағыҙҙар араһында әллә күпме китап сығарырлыҡ ижади хазина ята. Ғүмеренең һуңғы йылдарында яҙа башлаған “Хәлфә” трилогияһын ул тамамлай алманы. Үҙе иҫән саҡта романдың беренсе китабы донъя күрҙе, икенсеһен тамамлап өлгөрмәне, ул 2020 йылда нәшер ителергә тейеш ине, әммә санкциялар арҡаһында пландан төшөп ҡалды... Беҙҙең алда ошо романды нәшриәттә баҫтырып сығарыу бурысы тора...”Мөслим Бәхтиәр улы яҙыусы ғына түгел, шағир ҙа ине. Светлана төрлө баҫмаларҙа донъя күргән шиғырҙарын туплап, үҙнәшер юлы менән “Моңдарым” тип аталған йыйынтыҡ сығарыуға өлгәшкән. Ул йыйынтыҡты кисәгә килгән ҡунаҡтарға, сығыш яһаусыларға, Юлдыбай һәм Йылайыр китапханаларына бүләк итте. Әҙиптең ҡыҙы шулай уҡ атаһының исемен мәңгеләштереү өсөн ҙур эш башҡарған ауылдаштарына, коллегаларына, Гөлшат менән Сабир Зөлҡәрнәевтәргә оло рәхмәтен еткерҙе. Уларҙың тырышлығы арҡаһында бөгөн райондың иң ҙур белем усаҡтарының береһе – Юлдыбай урта мәктәбе Мөслим Әбсәләмовтың исемен йөрөтә, унда иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған.“Мөслим ағай – районыбыҙҙың ғына түгел, республиканың абруйлы шәхесе, – тине үҙенең сығышында хаҡлы ялдағы журналист Ильяс Таҡалов. – Ул мине мәктәптә уҡытмаһа ла, уны үҙемдең уҡытыусым тип һанайым, сөнки уның бөтә шиғырҙарын, хикәйәләрен үҙебеҙҙең район гәзите аша халыҡҡа еткерә торғайныҡ. Шул ваҡытта әҫәрҙәрен уҡып, яҙырға өйрәндек, бай теленә һоҡландыҡ. Фотохәбәрсе булараҡ, Мөслим ағайҙан фотоға төшөрөү серҙәрен дә өйрәндем. Ул бик ихлас кеше ине, үҙе белгәнде башҡаларға ихлас өйрәтте. Мин БДУ-ла уҡығанда курс, диплом эштәрен уға алып килеп күрһәттем. Ул, уҡып сығып, кәңәштәрен әйтте, иҫкәрмәләр яһаны, яҡшы ерҙәрен маҡтап та ебәрә торғайны”.Ильяс Исмәғил улы шулай уҡ Мөслим Әбсәләмовтың тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич ижадын өйрәнеүе, ул йөрөгән юлдарҙан уҡыусылары менән Темәстән алып Йылайырға тиклем барыуҙары, Бабичты белгән-күргән кешеләр менән осрашып, иҫтәлектәрен яҙып алыуы хаҡында бәйән итте. “Бында сығыш яһаусылар Мөслим ағайҙы тыйнаҡ, әҙәпле кеше булараҡ һүрәтләһә лә, шул осор өсөн ул ҡыйыу, батыр замандаш та ине. Шулай булмаһа, ул исемен телгә алыу тыйылған ваҡытта Бабичты өйрәнер, уның һуҡмаҡтарынан йөрөр инеме?! – тип белдерҙе. – Ҡайһы бер шиғырҙары өсөн хатта беҙҙең район гәзитенә Мөслим Бәхтиәр улының исем-шәрифен яҙыуҙы, әҫәрҙәрен баҫыуҙы биш йылға тыйыуҙар ҙа булды...”.Мәҙәниәт ветераны Ғәлимә Исламғолова иһә Мөслим Әбсәләмовтың “Фәйрүзә менән Фәйзрахман” хикәйәһен яттан һөйләп хайран итте. Ул ауылдашының прозаик ҡына түгел, күп яҡлы талант эйәһе икәнлегенә лә баҫым яһаны. “Мин драма түңәрәгенә етәкселек иткән ваҡытта Мөслим ағайҙан бер ҡайҙа ла ҡуйылмаған пьеса табып биреүен үтендем. Ул миңә үҙенең “Бөтәһе лә фронт өсөн!” тигән пьесаһын бирҙе. Беҙ уны яратып уҡып сыҡтыҡ һәм ауылда сәхнәләштерҙек. Мөслим Бәхтиәр улы үҙе лә әүҙем “актерыбыҙ” булды. Һәр спектаклебеҙҙә уға ролдәр бирҙек һәм ул бик матур итеп уйнай торғайны”, – тип Ғәлимә апай әҙип яратҡан башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. 40 йылдан ашыу туған мәктәбендә уҡытыусы булып эшләү дәүерендә М.Б. Әбсәләмов уҡыусылары менән үҙебеҙҙең яҡтың төрлө ерҙәренә сәйәхәт итә һәм һәр экскурсиянан һуң фотоальбом төҙөй. Унда ҡайҙа барыуҙары, кемдәр менән осрашыуҙары яҙыла, фотоһүрәттәре ҡуйыла. Бындай ҡулдан төҙөлгән тиҫтәләгән альбом бөгөн Юлдыбай ауылы музейында ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана. Шул саҡта Мөслим Бәхтиәр улы ауылдарҙың килеп сығышы, мәктәптәр тарихы, уларҙың тәүге уҡытыусылары һәм уҡыусылары, тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларының этимологияһын өйрәнә, оло быуын кешеләренән яҙып ала һәм теркәп бара. Ошо хәтирәләр нигеҙендә әлеге көндә күп ауылдар, үҙ тарихын белеп, тәбиғәт атамаларының килеп сығышын, араларҙың шәжәрәләрен өйрәнә. Иҫ китмәле байлыҡ ҡалдырыуын, бәлки, яҙыусы һәм мөғәллим ул саҡта аңлап та бөтмәгәндер. Әммә был яҙмалар хәҙер тарих, шул осорҙоң йылъяҙмаһы булып ҡалды һәм оло әһәмиәткә эйә бер хазинаны тәшкил итә. Урта мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы Фирҙәүес Ҡашҡарова бар оҫталығын һалып алып барған, Юлдыбай ауылы таланттарының концерт сығыштары менән байытылған хәтер кисәһе һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Ошондай күркәм сараны ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе А.А. Сухов китапханасы Рәмилә Айытҡоловаға, Светлана Әбсәләмоваға рәхмәт хаттары тапшырҙы, әҙиптең яҡты исеменең киләсәктә лә яҡташтарына маяҡ булып торасағын билдәләне.“Берләм һуҡмаҡтар”, “Үрҙәр”, “Һуңғы бейеклек”, “Хәлфә” кеүек халыҡ араһында киң танылыу тапҡан китаптар авторы, туған телебеҙҙең, һүҙҙең тәмен тойоп, ҡөҙрәтен белеп, онотолмаҫ сағыу образдар тыуҙырған танылған яҙыусы Мөслим Бәхтиәр улы Әбсәләмов әҙип булараҡ билдәлелек яулаһа ла, ғүмер буйы яратҡан һөнәре – уҡытыусы эшенә тоғро ҡала, шуға күрә лә уның һүҙҙәре менән “Мин иң тәүҙә – мөғәллим” тип аталды ла инде был хәтирәләргә бай, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә, онотолмаҫ осрашыу.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-03-28/min-i-t-m-llim-3197275
28 Март , 13:39
ba
Милләт ҡотон йөрөткән зат
Милләтебеҙҙең аҫыл вәкиле – педагог, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева оло юбилейын – 80 йәшен ҡаршылай. Халҡыбыҙ араһында уның абруйы, дәрәжәһе иҫ китмәле юғары, шуға ла үҙен Ил инәһе тип ололайбыҙ. Мәрйәм апай башланғысы менән мәктәптә балалар “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡыны, башҡорт балаларына милли тәрбиә нигеҙҙәрен, милли рух һалған “Йәйләү” йәйге ял итеү үҙәге эшләй башланы һәм, шөкөр, уңышлы дауам итә. Республикабыҙҙа ҙур дәрт менән ҡабул ителеп, дәррәү күтәреп алынған “Шәжәрә байрамы”, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе”, “Өләсәйҙәр мәктәбе” проекттарының авторы ла – Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Уның үҫеп килгән быуынға әхлаҡи, рухи тәрбиә биреүгә, илһөйәрлек тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һалыуға арналған, халыҡ педагогикаһына таянып яҙылған хеҙмәттәре көслө ҡыҙыҡһыныу уятты һәм уята, ҙур ихтыяж менән файҙалана. Затлы шәхесебеҙҙең һәр мәсьәләгә үҙ фекере, ҡарашы бар. Һәр әйткәне – алтынға бәрәбәр аҡыл, тәжрибә үрнәге. Уның менән әңгәмәләшеү оло хазинаға тиң. Беҙгә ошондай форсат тейҙе. – Мәрйәм апай, һеҙҙең “Тормош һабаҡтары” үҙ ваҡытында ҙур ҡаҙаныш булды, уны мәктәптә ба­рыһы ла яратып уҡыны. Ошоға бәйле, үҙегеҙгә мөрәжәғәт итәләрме? – Китапты эҙләүселәр күп, тура үҙемә яҙып та һорайҙар. “Тормош һабаҡтары”, аҙаҡ “Башҡортостан мәҙәниәте” тип уҡытылды. “Бик яҡшы дәрестәр ине, йәл, алып ташланылар, мотлаҡ кире ҡайтартырға кәрәк” тип яҙалар. “Ата-әсәләргә лә унда бик кәрәкле, файҙалы кәңәштәр күп ине”, “Тормош һабаҡтары” дәресен үҙем дә, балалар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп ала торған инек. Тормошта осраған, ләкин аңлатыуы ҡыйыны­раҡ хәлдәр шундай ябай, еңел генә итеп аңлатылған. Үҙем өсөн дә күп кенә дәрестәр тотош бер асыш булды!” тип яҙыусылар бар.   – Йәш башҡорт ата-әсәләре лә йыш мөрәжәғәт итәлер, моғайын. Уларҙы нимә борсой? – Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға, тип йыш һорайҙар. Ысынлап та, башҡорт булыу – ул башҡортса һөйләшеү генә түгел, ә башҡортлоғоңдо йөрәгең менән тойоу. Быны ниҙән башларға һуң, тип һораусылар бар. Иң беренсе шарт – балаға мотлаҡ башҡорт өнлө үҙебеҙҙең исемде ҡушырға кәрәк. Сабый үҙен иркәләгән саҡта башҡорт өнөн, туған телдең моңон ишетергә тейеш. Балаға ят исем ҡушыу – үҙ милли мәҙәниәтеңә битараф булыуҙың, хатта яратмауҙың бер сағылышы. Исемдәр донъяһын өйрәнеүселәр йәки шәжәрә тикше­реүселәрҙең фекеренсә, исемдәр аша халыҡтың рухи донъяһының нисек үҙгәреүен асыҡ күреп була. Алыҫ китергә түгел, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башланған күтәрелеш, рухи асылға ҡайтыу исемдәрҙә ныҡ сағыла. Ул саҡта тыуған башҡорт балалары Буранбай, Арыҫлан, Таймаҫ, Юрматы, Тамъян, Мортаза, Сәлимә, Зөлхизә, Зәлифә, Зарифа кеүек боронғо исемдәрҙе йөрөтә. Артабан тәрбиә ҡанға һалынған моң мөхитендә дауам итергә тейеш. Үкенес, һуңғы йылдарҙа балаға сәңгелдәк йыры йырлау түгел, ябай ғына башҡортса көйләү ҙә онотола бара. Ә бала туған моң солға­нышында үҫергә тейеш.  Унан, бала күңеле йәшәгән өйҙө, ишек алдын, ундағы әйберҙәрҙе, тә­биғәтте, йән эйәләренең тауыштарын башҡортса ҡабул итһен. Әйтә­йек, кәкүк: “Кәк-кәкүк, кәк-кәкүк, һикерҙек, остоҡ бейек”, – тип саҡыра. Балаға туған тел тойғоһо һалыр өсөн иң тәүҙән үк уны уратып алған бәләкәй генә мөхит туған телендә һөйләшергә тейеш, әйтә­йек, бесәйҙе “кыс-кыс” тип түгел, ә башҡортсалап “бес-бес-бес” тип са­ҡырырға. Туған тел мөхитенә ят ауаз­дарҙың килеп инеүе музыка ҡоралының көйһөҙләнеүе кеүек була. Туған тел ныҡлы тамыр йәй­мәйенсә тороп, икенсе телгә күсеү дөрөҫ түгел. Балаға бәләкәй сағы­нан уҡ бер нисә тел өйрәтеп маташыу мейелә аң, заң ҡалып­ла­шыуына ҡамасау­лайҙыр. Ҡыҫҡаһы, балаға башҡортлоҡ тойғоһо һалыр өсөн уның тирә-яғында баш­ҡорт моңо, башҡорт өн-ауазы булды­рыуҙан башларға кәрәк. Тәбиғи булмышына һалынған тел мөхитен нығытыу, үҫтереү, камиллаштырыу зарур. – “Урал батыр мәктәбе”нең башлау­сыһы ла һеҙ. Тиңһеҙ рухи хазинабыҙҙа тормош ҡанундары, йәшәйеш буйынса затлы аҡыл тупланған икәненә иғтибарҙы йүнәлтеүсе кешеһегеҙ. Был темаға ҡағылмай үтеү мөмкин түгел. – Эйе, “Урал батыр” – ул баш­ҡорттоң йәшәйеш мәктәбе. Уның нигеҙендә ойошҡанбыҙ, шуның өсөн һаҡланып ҡала алғанбыҙ. Милләтте, телде фәҡәт “Урал батыр” тәғлимәттәре, ундағы йәшәйеш фәлсәфәһе нигеҙендә генә һаҡлап ҡалып була. Шуға “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгендә бөйөк эпосыбыҙ йөкмәткеһенән сығып, ун йүнәлеште билдәләнек тә эш башланыҡ. Беренсеһе: “Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын”. Ул тәбиғәтте һаҡлау маҡсатын тота. Икенсеһе: “Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ”. Бында етемдәр тураһында һүҙ бара. Элек бит атай-әсәйе булмаған балаларҙы туғандары баҡҡан. Халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаһын дауам итергә кәрәк ине лә. Юҡһа, хәҙер хатта өлкән­дәрҙең ҡайһы берҙәре ҡараусыһыҙ, балалары ситкә китеп бөткән... Өсөнсөһө: “Ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймаҫҡа”. Борон байҙар халыҡты ҡараған. Ҡыуатовтар, Тасимовтар, Мәмбәт ҡарт­тар. Байлыҡты байлыҡ өсөн туплау уны ергә йәшереп ҡуйыуға бәрәбәр. Халыҡ мән­фәғәтендә генә уның бәрәкәте була. (Әлегә был йүнәлеште ҡуҙғатып булмай әле...) Дүртенсеһе: “Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр”. Бына был “Айыҡ ауыл” конкур­сының девизы булырға тейеш. Нисә быуаттар элек үк халҡыбыҙ яманлыҡтың башы ыуҙа икәнлеген аңлатырға тырышҡан. Халҡыбыҙ зирәк ул. “Урал батыр” эпосын ижад иткән ҡәүем балаларыбыҙ бит. Зиһенде яҡтыртып ебәрерлек итеп эпосты уҡып, ошо юлдарға аңлатма биреп башларға кәрәк. Бишенсеһе: Һомай әйтә: “Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен – йәшәй торған илем бар, илһеҙ етем түгелмен”. Сит илдә оя ҡороусылар үҙҙәрен нисек тоялыр?.. Эпоста атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡа­лыу­ҙың да етемлек икәне хаҡында ап-асыҡ әйтелгән. Ил ташлап бөтөнләйгә сығып китеү дөрөҫ түгел – быны ла аңлатырға кәрәк. Алтынсыһы: “Атамдың хаҡы өсөн, әсәмдең хәтере өсөн тағы ла бер һынайым”. Кеше әҙ генә яңылышһа ла, ғәйепләргә әҙер торабыҙ. Ә бәлки, ул тел ярҙамына, кәңәшкә, хатта матди ярҙамға мохтаждыр?.. Кеше хәленә инеү кәрәк. Етенсеһе: “Күккә менер баҫҡыс­һыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ”. Был йүнәлеш йәш ғалимдарыбыҙ менән эшләүгә ҡоролған. Халҡыбыҙ борон-борондан ғилемгә ынтылған. “Атам һине ҡурҡытыр, уныһынан да ҡурҡма һин, һаман телен һора һин...” Ошо һүҙҙәрҙең әрәсәһе – кешенең, халыҡтың теленә хужа бул­дыңмы, барыһы ла һинеке, тигән һүҙ. Һигеҙенсеһе: “Яҡшылыҡҡа яҡ­шы­лыҡ ҡыла торған йола бар”. Насар кеше юҡ, насар холоҡлоһо була, әммә уның да яҡшы сифаттары бар. Кешенең яҡшы эше, яҡшы сифаттарына иғтибар итергә кәрәк. Был үҙе бер һабаҡ, тәрбиә, ул ыңғай һөҙөмтә бирә. Эпостағы баяғы юлдар шуға ишара. Туғыҙынсыһы: “Олоно оло ите­геҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш би­реп йөрөгөҙ”. Был йүнәлеш буйынса Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева менән “Өлә­сәй­ҙәр мәктәбе”н асып ебәрҙек. Өләсәй­ҙәр ғәжәп ихлас. Һәр береһе ейән-ейәнсәрен нисек тәрбиә­ләгәнен, туған телдә аралашыр өсөн ниндәй ысулдар ҡулланғанын яҙа, видеолар ебәрә. Эш йәнле бара, шулай дауам итә күрһен. Унынсыһы: “Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын”. Бында һүҙ рухи терелтеү тураһында бара. Тарихи шәхестәребеҙҙе онотмау, затлы исем нигеҙендә йәштәрҙе тәрбиәләү күҙ уңында тотола. “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм Мәрүә Ғилметдинова менән ошо йүнәлештә бергәләп эш башланыҡ. Маҡсатыбыҙ – эпос йөкмәт­кеһен, уның фәлсәфәһен йәштәргә аңлатыу. Был юҫыҡта ғалим­дарҙы, аҡыл туплаған уҙаман­дарҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡы­рабыҙ.   – Этнопедагогика, йәғни хал­ҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары буйынса ла ҙур эш башҡараһығыҙ. – Халҡыбыҙҙың аҡылы тәрән, зиһене яҡты, фекере тос, рухы бай. Ижадында – иҫ китмәле һабаҡ. Шуны киләсәк быуынға ҡалдыра тор­ған фән ул – этнопедагогика. Ә беҙҙә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәрән бушлыҡ. Урыҡ-һурыҡ ҡына шөғөл­лән­гәндәр. Тәрбиә­ләге ошо буш­лыҡ­ты тулыландырыу – беҙҙең маҡсат.   – Һеҙҙең юбилейығыҙ айҡан­лы “Бураҡаева уҡыуҙары” ойошторолдо, ул күп яҡлы эшмә­кәрлегегеҙгә арнала. Бөгөн кис Ейәнсурала, һеҙҙең исемде йө­рөт­кән башҡорт гимназия-интернатында, уның йомғаҡлау өлөшө уҙғарыла. Һөҙөмтәләре буйынса тағы ла бер һөйләшеп алырға уңайы сығыр, тип өмөтләнеп, һөйләшеүҙе әлегә тамамлайбыҙ. Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын, имен-һау була күрегеҙ, Ил инәһе! - Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА
Милләтебеҙҙең аҫыл вәкиле – педагог, яҙыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева оло юбилейын – 80 йәшен ҡаршылай. Халҡыбыҙ араһында уның абруйы, дәрәжәһе иҫ китмәле юғары, шуға ла үҙен Ил инәһе тип ололайбыҙ. Мәрйәм апай башланғысы менән мәктәптә балалар “Тормош һабаҡтары” дәресен уҡыны, башҡорт балаларына милли тәрбиә нигеҙҙәрен, милли рух һалған “Йәйләү” йәйге ял итеү үҙәге эшләй башланы һәм, шөкөр, уңышлы дауам итә. Республикабыҙҙа ҙур дәрт менән ҡабул ителеп, дәррәү күтәреп алынған “Шәжәрә байрамы”, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе”, “Өләсәйҙәр мәктәбе” проекттарының авторы ла – Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы. Уның үҫеп килгән быуынға әхлаҡи, рухи тәрбиә биреүгә, илһөйәрлек тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш һалыуға арналған, халыҡ педагогикаһына таянып яҙылған хеҙмәттәре көслө ҡыҙыҡһыныу уятты һәм уята, ҙур ихтыяж менән файҙалана. Затлы шәхесебеҙҙең һәр мәсьәләгә үҙ фекере, ҡарашы бар. Һәр әйткәне – алтынға бәрәбәр аҡыл, тәжрибә үрнәге. Уның менән әңгәмәләшеү оло хазинаға тиң. Беҙгә ошондай форсат тейҙе.– Мәрйәм апай, һеҙҙең “Тормош һабаҡтары” үҙ ваҡытында ҙур ҡаҙаныш булды, уны мәктәптә барыһы ла яратып уҡыны. Ошоға бәйле, үҙегеҙгә мөрәжәғәт итәләрме?– Китапты эҙләүселәр күп, тура үҙемә яҙып та һорайҙар. “Тормош һабаҡтары”, аҙаҡ “Башҡортостан мәҙәниәте” тип уҡытылды. “Бик яҡшы дәрестәр ине, йәл, алып ташланылар, мотлаҡ кире ҡайтартырға кәрәк” тип яҙалар. “Ата-әсәләргә лә унда бик кәрәкле, файҙалы кәңәштәр күп ине”, “Тормош һабаҡтары” дәресен үҙем дә, балалар ҙа түҙемһеҙләнеп көтөп ала торған инек. Тормошта осраған, ләкин аңлатыуы ҡыйыныраҡ хәлдәр шундай ябай, еңел генә итеп аңлатылған. Үҙем өсөн дә күп кенә дәрестәр тотош бер асыш булды!” тип яҙыусылар бар. – Йәш башҡорт ата-әсәләре лә йыш мөрәжәғәт итәлер, моғайын. Уларҙы нимә борсой?– Балаға нисек башҡортлоҡ тойғоһо һалырға, тип йыш һорайҙар. Ысынлап та, башҡорт булыу – ул башҡортса һөйләшеү генә түгел, ә башҡортлоғоңдо йөрәгең менән тойоу. Быны ниҙән башларға һуң, тип һораусылар бар. Иң беренсе шарт – балаға мотлаҡ башҡорт өнлө үҙебеҙҙең исемде ҡушырға кәрәк. Сабый үҙен иркәләгән саҡта башҡорт өнөн, туған телдең моңон ишетергә тейеш. Балаға ят исем ҡушыу – үҙ милли мәҙәниәтеңә битараф булыуҙың, хатта яратмауҙың бер сағылышы. Исемдәр донъяһын өйрәнеүселәр йәки шәжәрә тикшереүселәрҙең фекеренсә, исемдәр аша халыҡтың рухи донъяһының нисек үҙгәреүен асыҡ күреп була. Алыҫ китергә түгел, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан башланған күтәрелеш, рухи асылға ҡайтыу исемдәрҙә ныҡ сағыла. Ул саҡта тыуған башҡорт балалары Буранбай, Арыҫлан, Таймаҫ, Юрматы, Тамъян, Мортаза, Сәлимә, Зөлхизә, Зәлифә, Зарифа кеүек боронғо исемдәрҙе йөрөтә. Артабан тәрбиә ҡанға һалынған моң мөхитендә дауам итергә тейеш. Үкенес, һуңғы йылдарҙа балаға сәңгелдәк йыры йырлау түгел, ябай ғына башҡортса көйләү ҙә онотола бара. Ә бала туған моң солғанышында үҫергә тейеш. Унан, бала күңеле йәшәгән өйҙө, ишек алдын, ундағы әйберҙәрҙе, тәбиғәтте, йән эйәләренең тауыштарын башҡортса ҡабул итһен. Әйтәйек, кәкүк: “Кәк-кәкүк, кәк-кәкүк, һикерҙек, остоҡ бейек”, – тип саҡыра. Балаға туған тел тойғоһо һалыр өсөн иң тәүҙән үк уны уратып алған бәләкәй генә мөхит туған телендә һөйләшергә тейеш, әйтәйек, бесәйҙе “кыс-кыс” тип түгел, ә башҡортсалап “бес-бес-бес” тип саҡырырға. Туған тел мөхитенә ят ауаздарҙың килеп инеүе музыка ҡоралының көйһөҙләнеүе кеүек була. Туған тел ныҡлы тамыр йәймәйенсә тороп, икенсе телгә күсеү дөрөҫ түгел. Балаға бәләкәй сағынан уҡ бер нисә тел өйрәтеп маташыу мейелә аң, заң ҡалыплашыуына ҡамасаулайҙыр. Ҡыҫҡаһы, балаға башҡортлоҡ тойғоһо һалыр өсөн уның тирә-яғында башҡорт моңо, башҡорт өн-ауазы булдырыуҙан башларға кәрәк. Тәбиғи булмышына һалынған тел мөхитен нығытыу, үҫтереү, камиллаштырыу зарур.– “Урал батыр мәктәбе”нең башлаусыһы ла һеҙ. Тиңһеҙ рухи хазинабыҙҙа тормош ҡанундары, йәшәйеш буйынса затлы аҡыл тупланған икәненә иғтибарҙы йүнәлтеүсе кешеһегеҙ. Был темаға ҡағылмай үтеү мөмкин түгел.– Эйе, “Урал батыр” – ул башҡорттоң йәшәйеш мәктәбе. Уның нигеҙендә ойошҡанбыҙ, шуның өсөн һаҡланып ҡала алғанбыҙ. Милләтте, телде фәҡәт “Урал батыр” тәғлимәттәре, ундағы йәшәйеш фәлсәфәһе нигеҙендә генә һаҡлап ҡалып була. Шуға “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәгендә бөйөк эпосыбыҙ йөкмәткеһенән сығып, ун йүнәлеште билдәләнек тә эш башланыҡ. Беренсеһе: “Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын”. Ул тәбиғәтте һаҡлау маҡсатын тота. Икенсеһе: “Еҫерҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ”. Бында етемдәр тураһында һүҙ бара. Элек бит атай-әсәйе булмаған балаларҙы туғандары баҡҡан. Халҡыбыҙҙың һәйбәт йолаһын дауам итергә кәрәк ине лә. Юҡһа, хәҙер хатта өлкәндәрҙең ҡайһы берҙәре ҡараусыһыҙ, балалары ситкә китеп бөткән...Өсөнсөһө: “Ил ынйыһын йәшереп, ергә күмеп ҡуймаҫҡа”. Борон байҙар халыҡты ҡараған. Ҡыуатовтар, Тасимовтар, Мәмбәт ҡарттар. Байлыҡты байлыҡ өсөн туплау уны ергә йәшереп ҡуйыуға бәрәбәр. Халыҡ мәнфәғәтендә генә уның бәрәкәте була. (Әлегә был йүнәлеште ҡуҙғатып булмай әле...)Дүртенсеһе: “Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр”. Бына был “Айыҡ ауыл” конкурсының девизы булырға тейеш. Нисә быуаттар элек үк халҡыбыҙ яманлыҡтың башы ыуҙа икәнлеген аңлатырға тырышҡан. Халҡыбыҙ зирәк ул. “Урал батыр” эпосын ижад иткән ҡәүем балаларыбыҙ бит. Зиһенде яҡтыртып ебәрерлек итеп эпосты уҡып, ошо юлдарға аңлатма биреп башларға кәрәк. Бишенсеһе: Һомай әйтә: “Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен – йәшәй торған илем бар, илһеҙ етем түгелмен”. Сит илдә оя ҡороусылар үҙҙәрен нисек тоялыр?.. Эпоста атай-әсәйһеҙ генә түгел, ә илһеҙ ҡалыуҙың да етемлек икәне хаҡында ап-асыҡ әйтелгән. Ил ташлап бөтөнләйгә сығып китеү дөрөҫ түгел – быны ла аңлатырға кәрәк. Алтынсыһы: “Атамдың хаҡы өсөн, әсәмдең хәтере өсөн тағы ла бер һынайым”. Кеше әҙ генә яңылышһа ла, ғәйепләргә әҙер торабыҙ. Ә бәлки, ул тел ярҙамына, кәңәшкә, хатта матди ярҙамға мохтаждыр?.. Кеше хәленә инеү кәрәк. Етенсеһе: “Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ”. Был йүнәлеш йәш ғалимдарыбыҙ менән эшләүгә ҡоролған. Халҡыбыҙ борон-борондан ғилемгә ынтылған. “Атам һине ҡурҡытыр, уныһынан да ҡурҡма һин, һаман телен һора һин...” Ошо һүҙҙәрҙең әрәсәһе – кешенең, халыҡтың теленә хужа булдыңмы, барыһы ла һинеке, тигән һүҙ.Һигеҙенсеһе: “Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола бар”. Насар кеше юҡ, насар холоҡлоһо була, әммә уның да яҡшы сифаттары бар. Кешенең яҡшы эше, яҡшы сифаттарына иғтибар итергә кәрәк. Был үҙе бер һабаҡ, тәрбиә, ул ыңғай һөҙөмтә бирә. Эпостағы баяғы юлдар шуға ишара. Туғыҙынсыһы: “Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ”. Был йүнәлеш буйынса Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева менән “Өләсәйҙәр мәктәбе”н асып ебәрҙек. Өләсәйҙәр ғәжәп ихлас. Һәр береһе ейән-ейәнсәрен нисек тәрбиәләгәнен, туған телдә аралашыр өсөн ниндәй ысулдар ҡулланғанын яҙа, видеолар ебәрә. Эш йәнле бара, шулай дауам итә күрһен. Унынсыһы: “Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын”. Бында һүҙ рухи терелтеү тураһында бара. Тарихи шәхестәребеҙҙе онотмау, затлы исем нигеҙендә йәштәрҙе тәрбиәләү күҙ уңында тотола. “Аҡ тирмә” милли-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рәйсә Күзбәкова һәм Мәрүә Ғилметдинова менән ошо йүнәлештә бергәләп эш башланыҡ. Маҡсатыбыҙ – эпос йөкмәткеһен, уның фәлсәфәһен йәштәргә аңлатыу. Был юҫыҡта ғалимдарҙы, аҡыл туплаған уҙамандарҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырабыҙ. – Этнопедагогика, йәғни халҡыбыҙҙың тәрбиә ҡанундары буйынса ла ҙур эш башҡараһығыҙ.– Халҡыбыҙҙың аҡылы тәрән, зиһене яҡты, фекере тос, рухы бай. Ижадында – иҫ китмәле һабаҡ. Шуны киләсәк быуынға ҡалдыра торған фән ул – этнопедагогика. Ә беҙҙә ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәрән бушлыҡ. Урыҡ-һурыҡ ҡына шөғөлләнгәндәр. Тәрбиәләге ошо бушлыҡты тулыландырыу – беҙҙең маҡсат. – Һеҙҙең юбилейығыҙ айҡанлы “Бураҡаева уҡыуҙары” ойошторолдо, ул күп яҡлы эшмәкәрлегегеҙгә арнала. Бөгөн кис Ейәнсурала, һеҙҙең исемде йөрөткән башҡорт гимназия-интернатында, уның йомғаҡлау өлөшө уҙғарыла. Һөҙөмтәләре буйынса тағы ла бер һөйләшеп алырға уңайы сығыр, тип өмөтләнеп, һөйләшеүҙе әлегә тамамлайбыҙ.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-03-24/mill-t-oton-y-r-tk-n-zat-3190904
24 Март , 16:38
ba
Ғүмере – башҡорт халҡына хас батырлыҡ
Күренекле геолог Басир Мәһәҙиевтең тол ҡалған ҡатыны Сәүиә Гәрәй ҡыҙы баҫтырып сығарған китабында “Еремдең хазина-байлыҡтарын табып, халҡыма тапшырыуға өлгәшеү ғүмеремдең бушҡа үтмәгәнлеген билдәләне, тип уйлайым” тигән һүҙҙәр бар. Басир ағай әйткән уларҙы. Бындай яҙмыш ысынында беҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята.   Сит ил геологтары ла иғтибар итә   Басир Мәһәҙиев Ейәнсура районының иң төпкөл Абҙан ауылында тыуған. Үҫмер ваҡытында уҡ ағаһы Дәүләтгәрәй (һигеҙ йәшкә олораҡ) менән китап донъя­һына мөкиббәнлек, белем­гә ҡыҙыҡһыныу ғаилә тәрбиәһе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1949 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Бер аҙ уҡыт­ҡандан һуң, 1951 йылда М.И. Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтына уҡырға инә һәм алдынғы студенттар иҫәбендә була. Йәш белгескә аспирантурала ҡалырға кәңәш итәләр, әммә Башҡортос­тандан саҡырыу көтөп, был тәҡдимдән баш тарта. Уралыма булһа ла ҡайтайым тип, Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһында өс йыл эшләп, маҡ­сатына өлгәшә: Әбйәлил райо­нындағы яңы ойошторолған геологоразведкала сәмләнеп хеҙмәт итергә тотона. Эш базаһы, юғары белемле кадр­ҙар юҡ. 1960 йылда институт тамам­лаған  өс геолог килә. Тәжрибә туплап өлгөргән Мәһә­ҙиев етәкселегендә райондың геологик үҙенсәлектәрен өйрәнә башлағас, уларға арыу ғына ғилми ҡаҙаныш насип була: районда Салауат тип аталған ҙур баҡыр ятҡылығы табыла. Һуңға­раҡ, әлеге тикшеренеүҙәрҙе һәм асыштарҙы дөйөмләштереп, Басир Дәүләт улы геология-минералогия кандидаты ғилми дәрә­жәһенә диссертация яҡлай. Кү­сем руднигы һәм  Ташбулат ауылы тарихында яҡты эҙ ҡалдыра: 2018 йыл­да уның хөрмәтенә клуб стена­һына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. 1963 йылда Өфөнән килгән белгестәр Басир ағайҙың геофизика йүнәлешендәге төплө беле­менә шаһит булып, үҙҙәренә эшкә саҡыра. Баш ҡалала ғалимдар менән аралашып эшләргә хы­ял­ланған геолог, ҡанатланып, 15 йыл Учалы, Хәйбулла, Белорет райондарында төрлө геологик фараз экспедицияларында яуап­лы вазифаларҙа уңышлы эш­ләй. Атаҡлы Мансур гранит ятҡылығы шул ваҡыттағы мөһим асыш һанала. Әйткәндәй, Өфө опера һәм балет театры шуның ташы менән биҙәлгән. 1978 – 1992 йылдарҙа Басир Дәү­ләт улы “Башкиргеология” идаралығы генераль директоры урынбаҫары һәм баш геологы булып эшләй. Роман­тикаға бирелеп эшләнем, тип әйтә торған булған ул ҡатынына. Ошо йыл­дарҙа Сибай – Бүребай ара­һындағы майҙанда бик ҙур асыштар эпопеяһы башлана. Геологияла баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын эҙләүҙең фәнни методикаһы нигеҙләнә. Был өлкәләге ны­ҡышмалы хеҙмәте өсөн, уға Хәйбулла районында баҡыр колчеданына ифрат бай Подольск һәм Юбилей ятҡылыҡтарын асыу­сылар менән бер рәттән, СССР-ҙың дәүләт премияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм “БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Ҡаҙаныштар сит ил геологтары иғтибарынан да ситтә ҡалмай. ХХVII халыҡ-ара геология конгресында сығыш яһау, алты ил делегаттарын Башҡортостанда ҡабул итеү Басир Мәһәҙиев иңенә төшә. Артабан 1984 йылда башланған аралашыуҙа Канада, Германия геологтары менән дөйөм маҡсатлы эшкә форсат асыла.   Һынылышлы осорҙа   1990 йылдарҙағы сәйәси үҙгәреш­тәр ике яҡлы булды. Сәйәси күҙлектән ҡарағанда, башта республикабыҙ үҙенең абруйын ныҡ күтәреүгә өлгәш­те. Башҡортостан Республика­һы Юғары Советы Рәйесе М.Ғ. Рәхи­мов халҡыбыҙ файҙаһына баш­ҡарған эш­тәре менән ил күлә­мендә киң таныл­ды. Ул, Баш­ҡортостан Респуб­ликаһы Конс­титуцияһына ярашлы, халҡыбыҙ ер аҫты хазиналары менән хужаларса эш итә алһын өсөн, 1992 йылдың февралендә БР Геология дәүләт комитетын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо мәлдән комитет рәйесе итеп тәғәйенләнгән һәм Башҡорт­остан Хөкүмәте ағзаһы булған Мәһәҙиевтең тормошонда үтә яуаплы, көсөргә­неш­ле осор башлана.  Мине нефть геоло­гияһы һәм нефть сығарыу мәсьәлә­ләрен алып барыу  буйынса беренсе урынбаҫары итеп эшкә саҡырҙы. “Баш­ҡорт энциклопе­дияһы” фәнни нәшриәтендә, һәр беребеҙ үҙаллы ылыҡтырылып, ул – баш мөхәррир урынбаҫары, мин “Башҡортостан Рес­публика­һының ҡыҫҡа энцикло­пе­дия­һы”ның геология бүлегендә мәҡәлә­ләр  авторы, штаттан тыш терминдар тәржемәсеһе, ете томлыҡты әҙерлә­гәндә шулай уҡ мөхәрририәт ағзаһы булдым. Шунан сығып та, мине үҙенә эшкә алыуы  осраҡлы булмағандыр, тип уйлайым. Мин – ун йыл Өфө балалар йортонда тәрбиәләнгән, 1-се рес­публика мәктәп-интернатын (хә­ҙер­ге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) көмөш миҙалға тамам­лаған “һуғыш балаһы”. Ул ваҡытҡа М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын һәм ВНИИГАЗ аспиран­тураһын тамамлап,  “Башнефть” промыслаларында һәм аппаратында, Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть ми­нистр­лығында нефть ятҡылыҡта­рын үҙләштергән баш инженер вазифаһында эшләп ҡайтҡан, донъяла беренселәрҙән булып үҙебеҙ уйлап тапҡан, сит илдәрҙә лә киң танылып өлгөргән ҙур яңы ғилми йүнә­лештәге – нефтте өҫтәмә сығарыу технология­һындағы лабораториялар асҡан, Мәскәүҙә диссертация яҡлаған геология-минералогия фәндәре кандидаты инем. Б. Мәһәҙиев Геология комитетына саҡырғанға тиклем “Союзнефтеотдача”ла бүлек мөдире булдым. Комитет ҙур булманы, штат туплағанда ҡыйынлыҡтар ҙа осраны: белгестәр генә түгел, идара итеү һәләтенә эйә булғандарын да эҙләнек. Предприятиеларҙа белгестәрҙең эш хаҡы күпкә юғары ине, шуға күрә те­лә­­гән кешеләрҙе аппаратҡа ылыҡтыра алманыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә килгән “беренсе тулҡынды”, элеккесә әйткәндә, энтузиастар – үҙ халҡына һәм республи­каһына хеҙмәт итергә теләгән кешеләр тәшкил итте. Улар коллективтың төп таянысы булды. Пенсия йәше алдындағы һәм хаҡлы ялдағыларҙы ла алырға тура килде. Ойошторолған сағында беҙ­ҙеке кеүек үҙ ҡанундарын сыға­рыуға хоҡуҡлы Геология комитеты Рәсәйҙә икәү генә ине. “Башҡортостан Рес­публикаһы Ер аҫты тураһында кодексы” (1994 йыл) тәүге һәм иң мөһим документ булды. Икенсе мәсьәлә – Башҡортостан Хөкүмәте биргән хоҡуҡ нигеҙендә, геология-эҙлә­неү һәм ер аҫтын төрлө маҡсатта файҙаланыу эштәрен планлаштырыу, уның үтәлешен һәм һө­ҙөм­тәләрен тикшереү бурысы торҙо. Өсөнсө мәсьәлә – уларҙы финанслау. Башҡортостандың Геология комитеты, махсус бюджеттан тыш, минерал сеймал базаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән фонд иҫәбенә геологик партия­ларға аҡса күсерә башлағайны. Бының асылы шунда: беҙҙең тармаҡ предприятиелары үҙ продукцияһын һатҡанда, ҡаҙыл­ма байлыҡтың төрөнә ҡарап, аҡсаның 1,7–10 процентын ана шул фондҡа күсерә ине. Илебеҙ тарихындағы 1992 – 1995 йыл­дарҙағы был һынылышлы осорҙа комитет, бюджеттан тыш минерал-сеймал базаһын ҡайтанан үҫтереү фондына эйә булып, “Башнефть”, “Башкиргеология”, “Геофизика”, Октябрьский ҡала­һындағы ВНИИГИС институтын тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалды.   Үҙенә күрә бер һәйкәл ул   1991 йылдан башлап Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда, Германия, Мәскәү, Өфө геологтары менән бер­лектә ерҙең тәрәндәге тамырын гео­физи­каның мөмкинлектәрен файҙа­ланып ҡапшап ҡарауға йүнәлтел­гән халыҡ-ара проекттар (“Европроба”, “Уралсейс” профиле) тормошҡа ашырыла башланы. Мәһәҙиевтең абруйы, ныҡышма­лылығы арҡаһында был эшкә аҡса бүленде. Ул геология буйынса Төркиәлә һәм Ҡытайҙа үткән конгрестарҙа ҡатнашты. Дүрт йыл эсен­дә беҙҙең комитет ер аҫтын фай­ҙа­ланыуҙың төрлө яҡтарын үҙ эсенә алған 20-ләп закон һәм норматив акт әҙерләне. Улар республика Хөкүмәте тарафынан раҫланды. Әһәмиәте буйынса шул ваҡытта донъя күргән “Башҡортостан Республи­каһының тәбиғи ресурстарын файҙаланыу өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте концепцияһы” ла иғтибарға лайыҡ. Басир ағай үҙен, ғилем өсөн тыуғанмын тип, асыҡтан-асыҡ әйтә торғайны. 1992 йылдан вазифалы етәксе булыуҙың минең өсөн бер ыңғай яғы бар ине: ҙур китап яҙмайынса, ташҡа баҫыл­ған фәнни хеҙмәттәреңә таянып, ғилми доклад формаһында диссертация яҡларға рөхсәт ителде. 1994 йылда “Башнефть” хеҙмәт­кәрҙәре үткәргән ентекле анализ беҙҙең технологияның Баш­ҡортостанда ҡулланылған 14 яңы технология араһында бөтә күр­һәткес­тәр буйынса иң алдынғыһы булыуын раҫланы. Ул 20 автор­лыҡ танытмаһы һәм патенты менән яҡланды (аҙаҡ уларҙың һаны 30-ға етте). Йыл ярым алда яҙа башлаған док­ладты (докторлыҡ диссерта­ция­һын) 1995 йылдың февра­лендә Мәскәүҙә уңышлы яҡлап, бер тауыштан хуплау­ҙарына өлгәштем һәм уның Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы бюллетененән шул йылда илдә яҡланған диссертациялар ара­һында иң яҡшылар иҫәбендә булыуын белеп, ҙур кинәнес ки­серҙем. Йәнә шуны әйтер инем: Басир ағай минең диссертация яҙыуымды белде, әммә “ваҡытты бушҡа әрәм итәһең, эшеңә ҡамасаулай йә иһә һаулығыңа хәүеф янай” тип ҡәнәғәтһеҙлек белдермәне. Басир ағай киткәс, комитет рәйесе вазифаһын миңә тәҡдим иттеләр. “59 йәш булып бара, мин фәнгә ҡайтам” тип ризалыҡ бирмәнем. Һуңғы ваҡытта Басир ағайҙың шәхесенә ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер артты. Башҡорт геологтарынан был фәнде популярлаштырыу өлкәһендә иң әүҙем эшлә­гәндәрҙән фән кандидаттары Миңләхмәт Моталов һәм Диҡҡәт Бураҡаев ағайҙар булыуы күп­тәргә билдәле. Уларҙың мауыҡ­тырғыс мәҡәләләре һәм китаптары ваҡытында нәшер ителеп барҙы һәм эстәлектәре буйынса Павел Бажов­тың Урал тауҙары­ның мөғжизәләрен тасуирла­ғандан бер ҙә ҡалышманы һәм уҡыусыларҙа Тыуған илгә, тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Баш­тараҡ Басир ағай тәбиғәт күренештәре тураһында мәҡәлә­ләр яҙа, улар һибелмә алтын бөртөктәре кеүек төрлө гәзит-журналдарҙа донъя күрә. “Баш­ҡортостан” гәзитендә баҫылған 49 яҙмаһы шәхси архивында һаҡлана. Ғүмере буйы еребеҙҙең хазиналары – алтыны, көмөшө­нөң халҡым өсөн файҙаһынан зыяны күберәк, тип әсенеп йәшәне. Ошо хаҡта матбуғатта бер-бер артлы мәҡәләләре баҫыла килде: “Хазиналар иле” (“Ағиҙел”, 1994, 3-сө һан), “Таланған ерем” (“Ватандаш”, 1997, 2-се һан), “Нищета при сокровищах. Парадокс?” (“Известия Башкортостана”, 1992, 22 май). Сәүиә ханым ике китап сы­ғарҙы: “Тауҙарым минең...” (“Китап”, 2017) һәм “Хазиналы тауҙарым” (“Китап”, 2021). Рәхмәт уға. Тормошҡа, әҙәбиәт, мәҙәниәт донъяһына мөкиббән булып йә­шә­гән геолог ялға сыҡҡас та ижади эшен дауам итә. “Уралымдың ғәжәп төҫтәре” (1994, 2004) “Йыл китабы” тип юғары баһаланды. Басир Мәһәҙиевтең өлкән ағаһы, энциклопедик белемле Дәүләтгә­рәй­ҙең дә шәхес булып формалашыуында ғаилә йо­ғонтоһо ҙур булғандыр. Ул билдәле журналист булып таныла, Ҡөрьәнде башҡортсаға тәр­жемә итеүҙә ҡатнаша, Салауат Юлаев исе­мендәге дәүләт пре­мияһына лайыҡ була. Ағалы-энеле Мәһәҙиевтәрҙең – СССР һәм Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы дәүләт премиялары лауреат­тарының музейын ауылдаштары ҡәҙерләп тота. Мәғариф һәм фән министрлығы “Хазиналы тауҙа­рым” китабын республика мәктәп­тәренә  таратыуҙы ойошторһа, бик мәслихәт булыр ине. Матур биҙәлешле, тәрән йөкмәткеле, ҡатмарлы геологик күренештәр, тау тоҡомдары, минералдар, аҫылташтар тураһында балалар өсөн аңлайышлы итеп яҙылған китап – Басир ағайыбыҙға үҙенә күрә бер һәйкәл ул. Эрнст ЮЛБАРИСОВ
Күренекле геолог Басир Мәһәҙиевтең тол ҡалған ҡатыны Сәүиә Гәрәй ҡыҙы баҫтырып сығарған китабында “Еремдең хазина-байлыҡтарын табып, халҡыма тапшырыуға өлгәшеү ғүмеремдең бушҡа үтмәгәнлеген билдәләне, тип уйлайым” тигән һүҙҙәр бар. Басир ағай әйткән уларҙы. Бындай яҙмыш ысынында беҙҙә ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Сит ил геологтары ла иғтибар итәБасир Мәһәҙиев Ейәнсура районының иң төпкөл Абҙан ауылында тыуған. Үҫмер ваҡытында уҡ ағаһы Дәүләтгәрәй (һигеҙ йәшкә олораҡ) менән китап донъяһына мөкиббәнлек, белемгә ҡыҙыҡһыныу ғаилә тәрбиәһе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. 1949 йылда урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Бер аҙ уҡытҡандан һуң, 1951 йылда М.И. Калинин исемендәге Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтына уҡырға инә һәм алдынғы студенттар иҫәбендә була. Йәш белгескә аспирантурала ҡалырға кәңәш итәләр, әммә Башҡортостандан саҡырыу көтөп, был тәҡдимдән баш тарта. Уралыма булһа ла ҡайтайым тип, Свердловск өлкәһенең Полевской ҡалаһында өс йыл эшләп, маҡсатына өлгәшә: Әбйәлил районындағы яңы ойошторолған геологоразведкала сәмләнеп хеҙмәт итергә тотона. Эш базаһы, юғары белемле кадрҙар юҡ. 1960 йылда институт тамамлаған өс геолог килә. Тәжрибә туплап өлгөргән Мәһәҙиев етәкселегендә райондың геологик үҙенсәлектәрен өйрәнә башлағас, уларға арыу ғына ғилми ҡаҙаныш насип була: районда Салауат тип аталған ҙур баҡыр ятҡылығы табыла. Һуңғараҡ, әлеге тикшеренеүҙәрҙе һәм асыштарҙы дөйөмләштереп, Басир Дәүләт улы геология-минералогия кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Күсем руднигы һәм Ташбулат ауылы тарихында яҡты эҙ ҡалдыра: 2018 йылда уның хөрмәтенә клуб стенаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла. 1963 йылда Өфөнән килгән белгестәр Басир ағайҙың геофизика йүнәлешендәге төплө белеменә шаһит булып, үҙҙәренә эшкә саҡыра. Баш ҡалала ғалимдар менән аралашып эшләргә хыялланған геолог, ҡанатланып, 15 йыл Учалы, Хәйбулла, Белорет райондарында төрлө геологик фараз экспедицияларында яуаплы вазифаларҙа уңышлы эшләй. Атаҡлы Мансур гранит ятҡылығы шул ваҡыттағы мөһим асыш һанала. Әйткәндәй, Өфө опера һәм балет театры шуның ташы менән биҙәлгән. 1978 – 1992 йылдарҙа Басир Дәүләт улы “Башкиргеология” идаралығы генераль директоры урынбаҫары һәм баш геологы булып эшләй. Романтикаға бирелеп эшләнем, тип әйтә торған булған ул ҡатынына. Ошо йылдарҙа Сибай – Бүребай араһындағы майҙанда бик ҙур асыштар эпопеяһы башлана. Геологияла баҡыр-цинк ятҡылыҡтарын эҙләүҙең фәнни методикаһы нигеҙләнә. Был өлкәләге ныҡышмалы хеҙмәте өсөн, уға Хәйбулла районында баҡыр колчеданына ифрат бай Подольск һәм Юбилей ятҡылыҡтарын асыусылар менән бер рәттән, СССР-ҙың дәүләт премияһы, Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм “БАССР-ҙың атҡаҙанған геологы” тигән маҡтаулы исем бирелә.Ҡаҙаныштар сит ил геологтары иғтибарынан да ситтә ҡалмай. ХХVII халыҡ-ара геология конгресында сығыш яһау, алты ил делегаттарын Башҡортостанда ҡабул итеү Басир Мәһәҙиев иңенә төшә. Артабан 1984 йылда башланған аралашыуҙа Канада, Германия геологтары менән дөйөм маҡсатлы эшкә форсат асыла. Һынылышлы осорҙа1990 йылдарҙағы сәйәси үҙгәрештәр ике яҡлы булды. Сәйәси күҙлектән ҡарағанда, башта республикабыҙ үҙенең абруйын ныҡ күтәреүгә өлгәште. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе М.Ғ. Рәхимов халҡыбыҙ файҙаһына башҡарған эштәре менән ил күләмендә киң танылды. Ул, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы, халҡыбыҙ ер аҫты хазиналары менән хужаларса эш итә алһын өсөн, 1992 йылдың февралендә БР Геология дәүләт комитетын ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ошо мәлдән комитет рәйесе итеп тәғәйенләнгән һәм Башҡортостан Хөкүмәте ағзаһы булған Мәһәҙиевтең тормошонда үтә яуаплы, көсөргәнешле осор башлана. Мине нефть геологияһы һәм нефть сығарыу мәсьәләләрен алып барыу буйынса беренсе урынбаҫары итеп эшкә саҡырҙы. “Башҡорт энциклопедияһы” фәнни нәшриәтендә, һәр беребеҙ үҙаллы ылыҡтырылып, ул – баш мөхәррир урынбаҫары, мин “Башҡортостан Республикаһының ҡыҫҡа энциклопедияһы”ның геология бүлегендә мәҡәләләр авторы, штаттан тыш терминдар тәржемәсеһе, ете томлыҡты әҙерләгәндә шулай уҡ мөхәрририәт ағзаһы булдым. Шунан сығып та, мине үҙенә эшкә алыуы осраҡлы булмағандыр, тип уйлайым. Мин – ун йыл Өфө балалар йортонда тәрбиәләнгән, 1-се республика мәктәп-интернатын (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) көмөш миҙалға тамамлаған “һуғыш балаһы”. Ул ваҡытҡа М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының геология факультетын һәм ВНИИГАЗ аспирантураһын тамамлап, “Башнефть” промыслаларында һәм аппаратында, Ангола Халыҡ Республикаһының Нефть министрлығында нефть ятҡылыҡтарын үҙләштергән баш инженер вазифаһында эшләп ҡайтҡан, донъяла беренселәрҙән булып үҙебеҙ уйлап тапҡан, сит илдәрҙә лә киң танылып өлгөргән ҙур яңы ғилми йүнәлештәге – нефтте өҫтәмә сығарыу технологияһындағы лабораториялар асҡан, Мәскәүҙә диссертация яҡлаған геология-минералогия фәндәре кандидаты инем. Б. Мәһәҙиев Геология комитетына саҡырғанға тиклем “Союзнефтеотдача”ла бүлек мөдире булдым. Комитет ҙур булманы, штат туплағанда ҡыйынлыҡтар ҙа осраны: белгестәр генә түгел, идара итеү һәләтенә эйә булғандарын да эҙләнек. Предприятиеларҙа белгестәрҙең эш хаҡы күпкә юғары ине, шуға күрә теләгән кешеләрҙе аппаратҡа ылыҡтыра алманыҡ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә килгән “беренсе тулҡынды”, элеккесә әйткәндә, энтузиастар – үҙ халҡына һәм республикаһына хеҙмәт итергә теләгән кешеләр тәшкил итте. Улар коллективтың төп таянысы булды. Пенсия йәше алдындағы һәм хаҡлы ялдағыларҙы ла алырға тура килде. Ойошторолған сағында беҙҙеке кеүек үҙ ҡанундарын сығарыуға хоҡуҡлы Геология комитеты Рәсәйҙә икәү генә ине. “Башҡортостан Республикаһы Ер аҫты тураһында кодексы” (1994 йыл) тәүге һәм иң мөһим документ булды. Икенсе мәсьәлә – Башҡортостан Хөкүмәте биргән хоҡуҡ нигеҙендә, геология-эҙләнеү һәм ер аҫтын төрлө маҡсатта файҙаланыу эштәрен планлаштырыу, уның үтәлешен һәм һөҙөмтәләрен тикшереү бурысы торҙо. Өсөнсө мәсьәлә – уларҙы финанслау. Башҡортостандың Геология комитеты, махсус бюджеттан тыш, минерал сеймал базаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән фонд иҫәбенә геологик партияларға аҡса күсерә башлағайны. Бының асылы шунда: беҙҙең тармаҡ предприятиелары үҙ продукцияһын һатҡанда, ҡаҙылма байлыҡтың төрөнә ҡарап, аҡсаның 1,7–10 процентын ана шул фондҡа күсерә ине. Илебеҙ тарихындағы 1992 – 1995 йылдарҙағы был һынылышлы осорҙа комитет, бюджеттан тыш минерал-сеймал базаһын ҡайтанан үҫтереү фондына эйә булып, “Башнефть”, “Башкиргеология”, “Геофизика”, Октябрьский ҡалаһындағы ВНИИГИС институтын тарҡалыуҙан һаҡлап алып ҡалды. Үҙенә күрә бер һәйкәл ул1991 йылдан башлап Уралда, шул иҫәптән Башҡортостанда, Германия, Мәскәү, Өфө геологтары менән берлектә ерҙең тәрәндәге тамырын геофизиканың мөмкинлектәрен файҙаланып ҡапшап ҡарауға йүнәлтелгән халыҡ-ара проекттар (“Европроба”, “Уралсейс” профиле) тормошҡа ашырыла башланы. Мәһәҙиевтең абруйы, ныҡышмалылығы арҡаһында был эшкә аҡса бүленде. Ул геология буйынса Төркиәлә һәм Ҡытайҙа үткән конгрестарҙа ҡатнашты. Дүрт йыл эсендә беҙҙең комитет ер аҫтын файҙаланыуҙың төрлө яҡтарын үҙ эсенә алған 20-ләп закон һәм норматив акт әҙерләне. Улар республика Хөкүмәте тарафынан раҫланды. Әһәмиәте буйынса шул ваҡытта донъя күргән “Башҡортостан Республикаһының тәбиғи ресурстарын файҙаланыу өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте концепцияһы” ла иғтибарға лайыҡ. Басир ағай үҙен, ғилем өсөн тыуғанмын тип, асыҡтан-асыҡ әйтә торғайны. 1992 йылдан вазифалы етәксе булыуҙың минең өсөн бер ыңғай яғы бар ине: ҙур китап яҙмайынса, ташҡа баҫылған фәнни хеҙмәттәреңә таянып, ғилми доклад формаһында диссертация яҡларға рөхсәт ителде. 1994 йылда “Башнефть” хеҙмәткәрҙәре үткәргән ентекле анализ беҙҙең технологияның Башҡортостанда ҡулланылған 14 яңы технология араһында бөтә күрһәткестәр буйынса иң алдынғыһы булыуын раҫланы. Ул 20 авторлыҡ танытмаһы һәм патенты менән яҡланды (аҙаҡ уларҙың һаны 30-ға етте).Йыл ярым алда яҙа башлаған докладты (докторлыҡ диссертацияһын) 1995 йылдың февралендә Мәскәүҙә уңышлы яҡлап, бер тауыштан хуплауҙарына өлгәштем һәм уның Рәсәйҙең Юғары аттестация комиссияһы бюллетененән шул йылда илдә яҡланған диссертациялар араһында иң яҡшылар иҫәбендә булыуын белеп, ҙур кинәнес кисерҙем. Йәнә шуны әйтер инем: Басир ағай минең диссертация яҙыуымды белде, әммә “ваҡытты бушҡа әрәм итәһең, эшеңә ҡамасаулай йә иһә һаулығыңа хәүеф янай” тип ҡәнәғәтһеҙлек белдермәне. Басир ағай киткәс, комитет рәйесе вазифаһын миңә тәҡдим иттеләр. “59 йәш булып бара, мин фәнгә ҡайтам” тип ризалыҡ бирмәнем.Һуңғы ваҡытта Басир ағайҙың шәхесенә ҡыҙыҡһыныуым бермә-бер артты. Башҡорт геологтарынан был фәнде популярлаштырыу өлкәһендә иң әүҙем эшләгәндәрҙән фән кандидаттары Миңләхмәт Моталов һәм Диҡҡәт Бураҡаев ағайҙар булыуы күптәргә билдәле. Уларҙың мауыҡтырғыс мәҡәләләре һәм китаптары ваҡытында нәшер ителеп барҙы һәм эстәлектәре буйынса Павел Бажовтың Урал тауҙарының мөғжизәләрен тасуирлағандан бер ҙә ҡалышманы һәм уҡыусыларҙа Тыуған илгә, тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләне. Баштараҡ Басир ағай тәбиғәт күренештәре тураһында мәҡәләләр яҙа, улар һибелмә алтын бөртөктәре кеүек төрлө гәзит-журналдарҙа донъя күрә. “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған 49 яҙмаһы шәхси архивында һаҡлана. Ғүмере буйы еребеҙҙең хазиналары – алтыны, көмөшөнөң халҡым өсөн файҙаһынан зыяны күберәк, тип әсенеп йәшәне. Ошо хаҡта матбуғатта бер-бер артлы мәҡәләләре баҫыла килде: “Хазиналар иле” (“Ағиҙел”, 1994, 3-сө һан), “Таланған ерем” (“Ватандаш”, 1997, 2-се һан), “Нищета при сокровищах. Парадокс?” (“Известия Башкортостана”, 1992, 22 май).Сәүиә ханым ике китап сығарҙы: “Тауҙарым минең...” (“Китап”, 2017) һәм “Хазиналы тауҙарым” (“Китап”, 2021). Рәхмәт уға. Тормошҡа, әҙәбиәт, мәҙәниәт донъяһына мөкиббән булып йәшәгән геолог ялға сыҡҡас та ижади эшен дауам итә. “Уралымдың ғәжәп төҫтәре” (1994, 2004) “Йыл китабы” тип юғары баһаланды. Басир Мәһәҙиевтең өлкән ағаһы, энциклопедик белемле Дәүләтгәрәйҙең дә шәхес булып формалашыуында ғаилә йоғонтоһо ҙур булғандыр. Ул билдәле журналист булып таныла, Ҡөрьәнде башҡортсаға тәржемә итеүҙә ҡатнаша, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Ағалы-энеле Мәһәҙиевтәрҙең – СССР һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт премиялары лауреаттарының музейын ауылдаштары ҡәҙерләп тота. Мәғариф һәм фән министрлығы “Хазиналы тауҙарым” китабын республика мәктәптәренә таратыуҙы ойошторһа, бик мәслихәт булыр ине.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-03-14/mere-bash-ort-hal-yna-has-batyrly-3176642
14 Март , 14:19
ba
Шағир яҙмышы, шағир хушлашыуы
Күренекле шағир Рәмил Йәнбәктең иҫән сағында үҙе әҙерләгән һуңғы китабы – “Иртә көҙ” (2017 йыл). Шағирға 65 йәш тулыр алдынан донъя күргән был һуңғы йыйынтығы – уҡыусыларына һуңғы сәләме лә ғәжәп – “Хушығыҙ” тигән шиғыр менән тамамлана. Гүйә,  шағир бөтәһен дә алдан күрә, алдан уҡыусыһына “хушығыҙ” тип әйтеп өлгөрә...   Хыялдарым, һаубуллашам Һеҙҙең менән мәңгегә. Нисә йылдар, тоғро ҡалып, Ҡанат булдығыҙ миңә. Шағир яҙмышы, шағир хушлашыуы. Әллә ул ысын шағир булдымы икән, әллә шулай ысын, мәшһүр шағирҙар яҙмышын уртаҡ­лаштымы? (Эргәбеҙҙән оло әҙип үтте, ә беҙ, тереләр, быны һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ бит). Есенинса, “в этой жизни умирать не ново, да и жить, конечно, не новей”, – ти, гүйә,  шағир. Йәлилсә, “ғүмерем минең моңло бер йыр булды – үлемем дә яңғырар йыр булып...” Рәшит Назаровтың “Йөрәге”ндәгесә: Оҙон коридорҙан атлап киләм, Бик оҙон ул, оҙон коридор; Аҙағында, бәлки, яҡтылыҡтыр – Тик ул инде миңә барыбер. Ысынында, Рәмил Йәнбәк ошондай шағирҙар ҡоронан ине, ә йәмәғәт битараф, был хәлгә иғтибар ҙа итмәне. Шундай донъя, шундай заман – алға елә генә, шиғырға, яҙмаға, туҡтап, иғтибар ҙа итмәй, әҙәбиәт тигән оло ғаләмде күрмәй ҙә, белмәй ҙә; әллә күрмәмешкә һалыша. Рәмил Йәнбәктең был һуңғы йыйынтығы, ысынлап та, шағирҙың тормош менән, уҡыусы менән хушлашыуы ул... Ҡарағыҙ, йыйынтыҡтың һәр бөртөгө – һәр шиғыр йөрәк ҡанына манып яҙылған, мин дә уны “Хушығыҙ” шиғырынан уҡый башлайым, Ҡөрьән Кәримдәгеләй, китаптың киреһенән төшәм. Улар – йөрәк пәрҙәһен йырып сыҡҡан поэзия гәүһәрҙәре, һәр береһе йөрәк осҡоно, утлы күҙ йәштәре: Әсәкәйем, берҙән-берем, Алтындарҙан-алтын әсәйем, Ниңә шундай йөрәк бирҙең – Моң, һағыштарымдан сәсәйем. Үҙемдең юрауымса, мин шағирҙарҙың кемлеген уның бер нисә юл шиғырын ятлап алһам, – шунан инанам. “Хушығыҙ” шиғырҙар шәлкеме (бөгөн шул хаҡта ғына һүҙ) гел бер күңел торошо, бер осорҙо ғына үҙ эсенә алған кеүек. Унда шағир гел үҙенең күңел хәлен, кисерештәрен һөйләй: алда буласаҡ көн, алдағы үлем хаҡында йыш телгә ала. Ялған һүҙҙәр аша бөтәгеҙгә Мин яҡшы ла, бәлки, булырмын; Юҡ, юҡ, дуҫтар! Мин, моғайын, шағир, Теҙгенһеҙ бер шағир сүрәтендә Япа-яңғыҙ көйө һулырмын... Шағир үҙенең буласаҡ үлеме хаҡында яҙһа ла, тормош менән хушлашһа ла, юҡ, берәүгә лә уның ауырлығын, үҙ зарын һалырға теләмәй. Аптырама: әгәр минең йөрәк Тулған булһа әрнеү, һағышҡа; Күптер унда кешеләрҙе һөйөү, Тик урын юҡ ләғнәт, ҡарғышҡа. Тын алғанда – йәшәп ятам булыр, Тамуҡ булмаҫ – ғазап ҡаплаһа ла; Мин китеүҙән донъя етем ҡалмаҫ, Һөйөү йәшәр, уны тапмаһам да. Хыялый шағир, тәҡдире алдан билдәле әҙип. Үҙенең яҙмышын, хәтәр тәҡдирен яҙа. Улай тиһәң, ул бит ҡәҙимге бер кеше ине, беҙҙең арабыҙҙа йөрөп ятты. Эйе, уның менән һин дә мин ҡатышып йәшәнек. Бергә уҡыныҡ, ҡатыны ла беҙҙең төньяҡ-көнсы­ғыштың ҡыҙы ине; бөтә тормошо тиерлек күҙ алдымда уҙҙы... Дуҫтары ла минең дуҫтарым ине: мәҫәлән, табип Жәүәт Ғайсин... “Бөркөт саңҡыуы” шиғыры... Минең хәләлем дә – уның тыуған яғынан, Оло Эйек буйынан. Эйе, беләм, ул үҙе лә был хаҡта асығын әйтә. Һөйҙөм, һөйҙөм. Өҙөлөп һөйҙөм һине. Уйламаным – тағы отолдом. Ҡабат сыҡмам һөйөү алышына: Хәмер томанында онотолдом. Ул шағир ине, ул ҡыҙҙар һәм хәмер яратты, шуларҙың үҙен бөйөк иткәнен дә, бәләкәй яһағанын да белә ине. Шағир башына көсәнеп мал тапты, ағас ултыртты, оло ҡала эсендә өс бала үҫтерҙе. Хәсрәтен дә, хәтәрен дә күп күрҙе: Беҙ атайһыҙ үҫтек. Инде килеп Олатайһыҙ үҫә балалар. Бала ҡайғыһын да, ҡатыны вафатын да кисерҙе, яңғыҙлыҡ – дуҫым, хатта асылым, тине. Бөтәһе лә үтте, бына хәҙер – “Хушығыҙ” шиғыры... Ул иле, һөйөклө халҡы менән хушлаша. Иҫ киткес өс шәп йыр яҙам әле, Атам, әсәм, ерем, Тыуған илем, Ғәзиз йәрем, – һинең турала. Ул йәре, йәрҙәре, ҡыуаныстар, – донъяһы менән һаубуллаша. Уны “мөхәббәт шағиры” тип атанылар. Кешеләр, тәнҡитселәр, бәғзе бер ҡәләмдәштәре шулай тип юраны, ләкин ул иң элек психологик шағир, фәлсәфәүи шағир ине. Ул халҡы яҙмышының хәтәрлеге, уның көнитмешенең һыҙланыулылығы хаҡында яҙҙы, күңеленең әрнештәрен, бәндә ғүмеренең бик тә, бик тә аяныслылығы, кеше ғүмерҙәренең фанилығы хаҡында һыҙланып, кисереп һүрәтләне. Һәр шиғыры – йөрәк ҡағышы, һәр береһе, ысынлап та, йөрәк ҡанына манып яҙылған шул. Бына шундай әҫәрҙәрен яҙып өлгөрөп ҡалды, шуларҙы халҡына, уҡыусыһына йәдкәр итеп хушлашты шағир тормош менән. Өлгөрҙө, уҡыусы ҡулында хәҙер ул йәдкәр – “Иртә көҙ” йыйынтығы. Йәйем менән яңы хушлашҡайным, Керәм хәҙер һары көҙҙәргә; Ғүмер тигән мәл дә елеп үткән, Ни арала донъя үҙгәргән. Һауаларҙа хәҙер уның йәне, ә шиғыры – беҙҙең ҡулдарҙа. Рәхмәт, шуның өсөн, шағир, һин, моғайын, был ерҙән бөтә бурыстарыңды үтәп, бөтәһен күреп, тойоп, кисереп киткәнһеңдер. Был тормошта, был мәңгелектә кешенән бары йыр, хәтер-иҫтәлек ҡала. Ер сигенә етеп, аяҡтарҙы Һәлендереп кенә ятаһы; Һуңғы һулыш алыр мәлем еткәс, Тыуған илгә нисек ҡайтаһы? ................................................. Хыял – ул яҙҙар юлдашы, Ә көҙҙәр ҡырыҫ була. Арыным хыялдарҙан. Йөрәккә ҡан-йәш тула. Көҙҙәр бит ҡырыҫ була. - Ринат КАМАЛ   Мәңге балҡы, Башҡортостан!   Моңдарымдың моңо һиңә, Башҡортостан – төйәгем һин. Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, Берҙән-берем, йөрәгем һин.   Һулап туймаҫ – һауаларың, Йомарт ерең – иҫ китмәле! Байлығыңды һанар өсөн Белеп торам һүҙ етмәҫен.   Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө, Иҫкән елгә тулҡын һирпә. Башын эйгән башаҡтарҙа Бөртөк-бөртөк йәшәү тиртә.   Хазинаға, Башҡортостан, Һәр тарафың һинең тулы. Ҡабынғанһың илкәйемдең Күкрәгендә йондоҙ булып.   Уйымда һин, ҡанымда һин. Башҡортостан – ғәзиз әсәм. Халҡыңа көс-ҡеүәт биреп, Мәңге балҡы, мәңге йәшә!   * * *   Мин уттарға яҡтым үткәндәрҙе, Көлөн һиптем таңғы елдәргә. Үкенес йә һағыш булып улар Хәтеремә кисен килгәндәр.   Ергә күмдем хәтирәләр гөлөн, Ҡарҙар һибеп, боҙға ҡатырҙым. Үҙем көттөм умырзая булып Яҙын улар кире ҡайтырҙы.   Шыңшып ыҙалатҡас, ташҡа бәйләп, Кисәгемде һалдым һыуҙарға. Төн уҙыуға, күлдең һөлөгөләй, Йәбешеп сыҡты таңғы уйҙарға.   Бөгөнгөнөң башы – кисәгелә, Ташлап китеп булмай үткәнде. Бөгөнгөмә ҡарап самалайым Иртәгәлә нимә көткәнде.   Ижадсы дуҫтарға   Ижад менән илһам... Ике һүҙгә һыйған төҫлө сәхнә донъяһы. Күңелдәргә дәрт, наҙ илтеүсегә Ниҙән генә һәйкәл ҡояһы?!.   Йөрәге саф сәхнә кешеһенең, Яҡын күрә бөтә-бөтәһен. Тик ҡайһы саҡ үҙен һаҡлай белмәй, Белмәй алда нимә көтәһен.   Алтын-көмөшө юҡ ижадсының. Тел, һүҙ биргән халҡы. Башҡаһын. Әммә улар сикһеҙ бәхетлеләр: Улар — оло сәнғәт батшаһы.   Моғайын да, илһам — халҡыбыҙҙан, Күктәр тарафынан бирелгән. “Халыҡ һүҙен ҡабат кешеләргә Илтегеҙсе, зинһар!” – тиелгән.   Гелән көләс ҡала ижадсылар, Ут йотһа ла ҡай саҡ эсенән. Илһамдары күсһен ошо залға, Нур алығыҙ улар хисенән! Рәмил ЙӘНБӘК
Күренекле шағир Рәмил Йәнбәктең иҫән сағында үҙе әҙерләгән һуңғы китабы – “Иртә көҙ” (2017 йыл). Шағирға 65 йәш тулыр алдынан донъя күргән был һуңғы йыйынтығы – уҡыусыларына һуңғы сәләме лә ғәжәп – “Хушығыҙ” тигән шиғыр менән тамамлана. Гүйә, шағир бөтәһен дә алдан күрә, алдан уҡыусыһына “хушығыҙ” тип әйтеп өлгөрә... Хыялдарым, һаубуллашамҺеҙҙең менән мәңгегә. Нисә йылдар, тоғро ҡалып,Ҡанат булдығыҙ миңә. Шағир яҙмышы, шағир хушлашыуы. Әллә ул ысын шағир булдымы икән, әллә шулай ысын, мәшһүр шағирҙар яҙмышын уртаҡлаштымы? (Эргәбеҙҙән оло әҙип үтте, ә беҙ, тереләр, быны һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ бит). Есенинса, “в этой жизни умирать не ново, да и жить, конечно, не новей”, – ти, гүйә, шағир. Йәлилсә, “ғүмерем минең моңло бер йыр булды – үлемем дә яңғырар йыр булып...” Рәшит Назаровтың “Йөрәге”ндәгесә:Оҙон коридорҙан атлап киләм,Бик оҙон ул, оҙон коридор;Аҙағында, бәлки, яҡтылыҡтыр –Тик ул инде миңә барыбер. Ысынында, Рәмил Йәнбәк ошондай шағирҙар ҡоронан ине, ә йәмәғәт битараф, был хәлгә иғтибар ҙа итмәне. Шундай донъя, шундай заман – алға елә генә, шиғырға, яҙмаға, туҡтап, иғтибар ҙа итмәй, әҙәбиәт тигән оло ғаләмде күрмәй ҙә, белмәй ҙә; әллә күрмәмешкә һалыша. Рәмил Йәнбәктең был һуңғы йыйынтығы, ысынлап та, шағирҙың тормош менән, уҡыусы менән хушлашыуы ул... Ҡарағыҙ, йыйынтыҡтың һәр бөртөгө – һәр шиғыр йөрәк ҡанына манып яҙылған, мин дә уны “Хушығыҙ” шиғырынан уҡый башлайым, Ҡөрьән Кәримдәгеләй, китаптың киреһенән төшәм. Улар – йөрәк пәрҙәһен йырып сыҡҡан поэзия гәүһәрҙәре, һәр береһе йөрәк осҡоно, утлы күҙ йәштәре:Әсәкәйем, берҙән-берем,Алтындарҙан-алтын әсәйем,Ниңә шундай йөрәк бирҙең –Моң, һағыштарымдан сәсәйем. Үҙемдең юрауымса, мин шағирҙарҙың кемлеген уның бер нисә юл шиғырын ятлап алһам, – шунан инанам. “Хушығыҙ” шиғырҙар шәлкеме (бөгөн шул хаҡта ғына һүҙ) гел бер күңел торошо, бер осорҙо ғына үҙ эсенә алған кеүек. Унда шағир гел үҙенең күңел хәлен, кисерештәрен һөйләй: алда буласаҡ көн, алдағы үлем хаҡында йыш телгә ала. Ялған һүҙҙәр аша бөтәгеҙгәМин яҡшы ла, бәлки, булырмын;Юҡ, юҡ, дуҫтар! Мин, моғайын, шағир,Теҙгенһеҙ бер шағир сүрәтендәЯпа-яңғыҙ көйө һулырмын...Шағир үҙенең буласаҡ үлеме хаҡында яҙһа ла, тормош менән хушлашһа ла, юҡ, берәүгә лә уның ауырлығын, үҙ зарын һалырға теләмәй. Аптырама: әгәр минең йөрәкТулған булһа әрнеү, һағышҡа;Күптер унда кешеләрҙе һөйөү,Тик урын юҡ ләғнәт, ҡарғышҡа. Тын алғанда – йәшәп ятам булыр,Тамуҡ булмаҫ – ғазап ҡаплаһа ла;Мин китеүҙән донъя етем ҡалмаҫ,Һөйөү йәшәр, уны тапмаһам да. Хыялый шағир, тәҡдире алдан билдәле әҙип. Үҙенең яҙмышын, хәтәр тәҡдирен яҙа. Улай тиһәң, ул бит ҡәҙимге бер кеше ине, беҙҙең арабыҙҙа йөрөп ятты. Эйе, уның менән һин дә мин ҡатышып йәшәнек. Бергә уҡыныҡ, ҡатыны ла беҙҙең төньяҡ-көнсығыштың ҡыҙы ине; бөтә тормошо тиерлек күҙ алдымда уҙҙы... Дуҫтары ла минең дуҫтарым ине: мәҫәлән, табип Жәүәт Ғайсин... “Бөркөт саңҡыуы” шиғыры... Минең хәләлем дә – уның тыуған яғынан, Оло Эйек буйынан. Эйе, беләм, ул үҙе лә был хаҡта асығын әйтә.Һөйҙөм, һөйҙөм. Өҙөлөп һөйҙөм һине. Уйламаным – тағы отолдом.Ҡабат сыҡмам һөйөү алышына:Хәмер томанында онотолдом. Ул шағир ине, ул ҡыҙҙар һәм хәмер яратты, шуларҙың үҙен бөйөк иткәнен дә, бәләкәй яһағанын да белә ине. Шағир башына көсәнеп мал тапты, ағас ултыртты, оло ҡала эсендә өс бала үҫтерҙе. Хәсрәтен дә, хәтәрен дә күп күрҙе:Беҙ атайһыҙ үҫтек. Инде килепОлатайһыҙ үҫә балалар. Бала ҡайғыһын да, ҡатыны вафатын да кисерҙе, яңғыҙлыҡ – дуҫым, хатта асылым, тине. Бөтәһе лә үтте, бына хәҙер – “Хушығыҙ” шиғыры... Ул иле, һөйөклө халҡы менән хушлаша. Иҫ киткес өс шәп йыр яҙам әле,Атам, әсәм, ерем, Тыуған илем,Ғәзиз йәрем, – һинең турала. Ул йәре, йәрҙәре, ҡыуаныстар, – донъяһы менән һаубуллаша. Уны “мөхәббәт шағиры” тип атанылар. Кешеләр, тәнҡитселәр, бәғзе бер ҡәләмдәштәре шулай тип юраны, ләкин ул иң элек психологик шағир, фәлсәфәүи шағир ине. Ул халҡы яҙмышының хәтәрлеге, уның көнитмешенең һыҙланыулылығы хаҡында яҙҙы, күңеленең әрнештәрен, бәндә ғүмеренең бик тә, бик тә аяныслылығы, кеше ғүмерҙәренең фанилығы хаҡында һыҙланып, кисереп һүрәтләне. Һәр шиғыры – йөрәк ҡағышы, һәр береһе, ысынлап та, йөрәк ҡанына манып яҙылған шул. Бына шундай әҫәрҙәрен яҙып өлгөрөп ҡалды, шуларҙы халҡына, уҡыусыһына йәдкәр итеп хушлашты шағир тормош менән. Өлгөрҙө, уҡыусы ҡулында хәҙер ул йәдкәр – “Иртә көҙ” йыйынтығы. Йәйем менән яңы хушлашҡайным,Керәм хәҙер һары көҙҙәргә;Ғүмер тигән мәл дә елеп үткән,Ни арала донъя үҙгәргән.Һауаларҙа хәҙер уның йәне, ә шиғыры – беҙҙең ҡулдарҙа. Рәхмәт, шуның өсөн, шағир, һин, моғайын, был ерҙән бөтә бурыстарыңды үтәп, бөтәһен күреп, тойоп, кисереп киткәнһеңдер. Был тормошта, был мәңгелектә кешенән бары йыр, хәтер-иҫтәлек ҡала. Ер сигенә етеп, аяҡтарҙыҺәлендереп кенә ятаһы;Һуңғы һулыш алыр мәлем еткәс,Тыуған илгә нисек ҡайтаһы?.................................................Хыял – ул яҙҙар юлдашы,Ә көҙҙәр ҡырыҫ була. Арыным хыялдарҙан. Йөрәккә ҡан-йәш тула. Көҙҙәр бит ҡырыҫ була.- Ринат КАМАЛМәңге балҡы, Башҡортостан! Моңдарымдың моңо һиңә,Башҡортостан – төйәгем һин.Һиндә тыуып, һиндә үҫтем,Берҙән-берем, йөрәгем һин. Һулап туймаҫ – һауаларың,Йомарт ерең – иҫ китмәле!Байлығыңды һанар өсөнБелеп торам һүҙ етмәҫен. Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө,Иҫкән елгә тулҡын һирпә. Башын эйгән башаҡтарҙаБөртөк-бөртөк йәшәү тиртә. Хазинаға, Башҡортостан,Һәр тарафың һинең тулы.Ҡабынғанһың илкәйемдеңКүкрәгендә йондоҙ булып. Уйымда һин, ҡанымда һин. Башҡортостан – ғәзиз әсәм. Халҡыңа көс-ҡеүәт биреп,Мәңге балҡы, мәңге йәшә! * * *Мин уттарға яҡтым үткәндәрҙе,Көлөн һиптем таңғы елдәргә. Үкенес йә һағыш булып уларХәтеремә кисен килгәндәр. Ергә күмдем хәтирәләр гөлөн,Ҡарҙар һибеп, боҙға ҡатырҙым. Үҙем көттөм умырзая булыпЯҙын улар кире ҡайтырҙы. Шыңшып ыҙалатҡас, ташҡа бәйләп,Кисәгемде һалдым һыуҙарға. Төн уҙыуға, күлдең һөлөгөләй,Йәбешеп сыҡты таңғы уйҙарға. Бөгөнгөнөң башы – кисәгелә,Ташлап китеп булмай үткәнде. Бөгөнгөмә ҡарап самалайымИртәгәлә нимә көткәнде. Ижадсы дуҫтарғаИжад менән илһам...Ике һүҙгәһыйған төҫлө сәхнә донъяһы. Күңелдәргә дәрт, наҙ илтеүсегәНиҙән генә һәйкәл ҡояһы?!. Йөрәге саф сәхнә кешеһенең,Яҡын күрә бөтә-бөтәһен. Тик ҡайһы саҡ үҙен һаҡлай белмәй,Белмәй алда нимә көтәһен. Алтын-көмөшө юҡ ижадсының. Тел, һүҙ биргән халҡы. Башҡаһын. Әммә улар сикһеҙ бәхетлеләр:Улар — оло сәнғәт батшаһы. Моғайын да, илһам — халҡыбыҙҙан,Күктәр тарафынан бирелгән.“Халыҡ һүҙен ҡабат кешеләргәИлтегеҙсе, зинһар!” – тиелгән. Гелән көләс ҡала ижадсылар,Ут йотһа ла ҡай саҡ эсенән.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-03-03/sha-ir-ya-myshy-sha-ir-hushlashyuy-3164641
3 Март , 14:28
ba
Шахмат – уның өсөн ғаләм
Хөрмәт Фәхретдинов – районыбыҙҙа ғына түгел, тотош республикабыҙҙа киң билдәле шәхес. Ул үҙенең ауылының һәм тыуған районының илһөйәре. Минеңсә, уға хас һыҙат – ғәҙеллек, тоғролоҡ һәм әйткән һүҙендә тороу. Яҡташыма ике йөҙлөлөк хас түгел, киреһенсә, ул тура һүҙле, шуға ла ауылдаштары, коллегалары, туғандары, дуҫ-иштәре араһында оло абруй ҡаҙанған. Хөрмәт Хөснөлхаҡ улын оҫта етәксе булараҡ та беләбеҙ. Кәрәк булһа, ул – йырсы, бейеүсе, шиғырҙы тасуири һөйләүсе, хатта рус классиктарының ҡайһы бер әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе лә яттан һөйләргә ярата. Аҡһаҡалға уҙған ғүмере өсөн бер ҙә зарланырға урын юҡ, сөнки бар булмышы менән халҡына хеҙмәт итте һәм күптәр өсөн өлгө. Ул Ейәнсура районының “Маҡ­таулы тыуған яғын өйрәнеүсе” исеменә лайыҡ булды. Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылы, Ейәнсура районы, ғөмүмән, тыуған яғы тураһында гел ҡыҙыҡ­һыныу менән йәшәй. Алда әйтеп үтеүемсә, Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы бер ваҡытта ла инанған принциптарына хыянат итмәне – ябай Коммунистар пар­тияһы һалдатынан Ейәнсура районы коммунистарының етәксе­һенә әүерелде, ә ниндәй осорҙа бит! Һәр кемдең күңеле һөйгән шөғөлө була. Мәҫәлән, Хөрмәт абзый шахмат уйнарға әүәҫ. Был спорт төрө буйынса ул – районыбыҙҙа ХХ быуаттың икенсе яртыһында һәм ХХI быуат башында бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Күп тапҡыр райондың абсолют чемпионы титулын яуланы, беренселектән төшмәне, шахмат ярыштарының алмаштырғыһыҙ баш судьяһы ла ине. Хөрмәт Фәхретдинов районыбыҙҙа йәш быуынды шахмат өлгөһөндә тәрбиәләй, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙе лә шахмат уйынында остазға әйләнде. Хөрмәт Фәхретдинов – ижад кешеһе лә. Төрлө юғары урындарҙа яуаплы вазифалар биләгәндә лә, ул төп эшенән тыш, ауылдаш­тарының ҡыуаныстарын уртаҡла­шып, район гәзитендә бихисап фәһемле мәҡәләләре менән йыш сығыш яһаны, Үрген ауылының тарих биттәрен тергеҙҙе, уны даими тулыландырҙы. Ике китап авторы икәнен, бәлки, ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә. Беренсеһе “Шахмат уйыны ла тормош һымаҡ” тип атала, икенсеһе – “Минең ырыу-нәсәбем”. Ошо баҫмалар халыҡ араһында тиҙ таралды. Бөгөнгә тиклем шахмат уйыны менән мауығыуын ташламағас түгел, ә дауам иткәс, уның был уйын төрөнә ҡасандан бирелеүе тураһында төпсөндөм. – 1949 йылдың йәйендә ике туған ағайым Салауат Абдуллин Ленинград (хәҙер – Санкт-Петербург) хореография училищеһында уҡыған осоронда ауылға каникулға ҡайтҡайны, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Миңә ул саҡта ни бары 16 йәш кенә ине. Тап ошо туғаным мине шахмат уйнарға өйрәтте лә инде. Ләкин X класта ла, артабан мәктәптә пионервожатый булып эшләгәндә лә, институттың I курсында ла ни өсөндөр шахматта уйнарға тура килмәне. Ә бына II курста мин ятаҡҡа күстем һәм беҙ йәшәгән бүлмәлә тарих факультеты студенты оҫта шахматсы Зәки Яҡшымбәтов исемле егетте осраттым. Уның мәктәп-интернатта алған яҡшы әҙерлегенә һоҡландым, өҫтәүенә, шахматы ла, методик ҡулланмалары ла бар ине. Беҙ бергәләшеп теорияны өйрәндек, шахмат оҫталарының партияларын анализланыҡ һәм үҙ-ара уйнай башланыҡ. Беренсе урында минең өсөн уҡыу булыуына ҡарамаҫтан, шахмат та мине үҙенә ғашиҡ итте. IV курста саҡта уҡ институттың йыйылма командаһы составында, юғары уҡыу йорттары командалары араһында, I урын алдыҡ. Өлгөр кеше шулай булалыр ҙа инде, етмәһә, ул институттың йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша, саңғы секцияһына йөрөй һәм бал бейеүен дә өйрәнә. Әйткәндәй, 1956 йылда мәктәптә эшләй башлауының беренсе йылында уҡ Хөрмәт абзый шахмат уйыны буйынса район чемпионы исемен яулаған, зона чемпионаттарында еңеп сыҡҡан. Яуаплы вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан (завуч, мәктәп директоры, инспектор һәм мәғариф бүлеге етәксеһе, мәғариф профсоюзы ойошмаһы рәйесе), районда уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында чемпионат үткәрергә һәр саҡ ваҡыт тапҡан, үҙе уйынсы ла, судья ла булған. Беҙҙең район шул осорҙа беренселәрҙән район-ара шәхси-команда берен­селегенә шахмат ярыштары ойоштора башлаған. Сәмле бәйгелә Әбйәлил районынан башлап Мәсетле районына тиклем, хатта Ырымбур өлкәһенән дә көслө шахматсылар ҡатнашҡан. Аҙаҡтан ул башлаған инициативаны башҡа райондар ҙа эләктереп алған. Бер һүҙ менән әйткәндә, шахмат донъяһы, ысынлап та, ул осорҙа ҡайнап торған. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында СССР тарҡалыуға бәйле, районда төрлө спорт ярыштары һүрелә биреп ҡуйҙы. Уның ҡарауы, Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы инициа­тиваһы менән шахмат ярыштары аҡһаҡалдың өйөндә, Үрген ауылында, 30 йылға яҡын уҙғарылды. Инде район-ара турнир традицияһына әйләнгән был уйын төрөн ул йыл һайын үҙенең тыуған көнөнә бағышлап, ғинуар айында һаман да үткәрә. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, хатта Ырымбур өлкәһенән иң көслө шахматсылар ҡатнаша, уларға аҡсалата приз­дарҙы шахмат ветераны үҙ иҫәбенән тапшыра. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа район хакимиәте етәкселеге, спорт бүлеге, Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы Илфат Аҡсурин Хөрмәт Хөснөлхаҡ улына хөрмәт йөҙөнән был турнирҙы ойоштороуға ныҡ булышлыҡ итә, кубок һәм грамоталар бирә һәм, әлбиттә, тыуған көндәре менән ҡотлап, бүләктәр ҙә тапшыра. Бөгөн Ейәнсура районында шахмат спорты йәшәй икән, тимәк, уның өсөн беҙ Үрген аҡһаҡалы Хөрмәт Хөснөлхаҡ улына бик тә рәхмәтлебеҙ! - Миҙхәт АҪЫЛБАЕВ     Ейәнсура районы
Хөрмәт Фәхретдинов – районыбыҙҙа ғына түгел, тотош республикабыҙҙа киң билдәле шәхес. Ул үҙенең ауылының һәм тыуған районының илһөйәре. Минеңсә, уға хас һыҙат – ғәҙеллек, тоғролоҡ һәм әйткән һүҙендә тороу. Яҡташыма ике йөҙлөлөк хас түгел, киреһенсә, ул тура һүҙле, шуға ла ауылдаштары, коллегалары, туғандары, дуҫ-иштәре араһында оло абруй ҡаҙанған. Хөрмәт Хөснөлхаҡулын оҫта етәксе булараҡ та беләбеҙ. Кәрәк булһа, ул – йырсы, бейеүсе, шиғырҙы тасуири һөйләүсе, хатта рус классиктарының ҡайһы бер әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе лә яттан һөйләргә ярата. Аҡһаҡалға уҙған ғүмере өсөн бер ҙә зарланырға урын юҡ, сөнки бар булмышы менән халҡына хеҙмәт итте һәм күптәр өсөн өлгө. Ул Ейәнсура районының “Маҡтаулы тыуған яғын өйрәнеүсе” исеменә лайыҡ булды. Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылы, Ейәнсура районы, ғөмүмән, тыуған яғы тураһында гел ҡыҙыҡһыныу менән йәшәй. Алда әйтеп үтеүемсә, Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы бер ваҡытта ла инанған принциптарына хыянат итмәне – ябай Коммунистар партияһы һалдатынан Ейәнсура районы коммунистарының етәксеһенә әүерелде, ә ниндәй осорҙа бит!Һәр кемдең күңеле һөйгән шөғөлө була. Мәҫәлән, Хөрмәт абзый шахмат уйнарға әүәҫ. Был спорт төрө буйынса ул – районыбыҙҙа ХХ быуаттың икенсе яртыһында һәм ХХI быуат башында бер кемгә лә алдынғылыҡты бирмәне. Күп тапҡыр райондың абсолют чемпионы титулын яуланы, беренселектән төшмәне, шахмат ярыштарының алмаштырғыһыҙ баш судьяһы ла ине. Хөрмәт Фәхретдинов районыбыҙҙа йәш быуынды шахмат өлгөһөндә тәрбиәләй, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙе лә шахмат уйынында остазға әйләнде. Хөрмәт Фәхретдинов – ижад кешеһе лә. Төрлө юғары урындарҙа яуаплы вазифалар биләгәндә лә, ул төп эшенән тыш, ауылдаштарының ҡыуаныстарын уртаҡлашып, район гәзитендә бихисап фәһемле мәҡәләләре менән йыш сығыш яһаны, Үрген ауылының тарих биттәрен тергеҙҙе, уны даими тулыландырҙы. Ике китап авторы икәнен, бәлки, ҡайһы берәүҙәр белмәйҙер ҙә. Беренсеһе “Шахмат уйыны ла тормош һымаҡ” тип атала, икенсеһе – “Минең ырыу-нәсәбем”. Ошо баҫмалар халыҡ араһында тиҙ таралды. Бөгөнгә тиклем шахмат уйыны менән мауығыуын ташламағас түгел, ә дауам иткәс, уның был уйын төрөнә ҡасандан бирелеүе тураһында төпсөндөм.– 1949 йылдың йәйендә ике туған ағайым Салауат Абдуллин Ленинград (хәҙер – Санкт-Петербург) хореография училищеһында уҡыған осоронда ауылға каникулға ҡайтҡайны, – тип башланы һүҙен әңгәмәсем. – Миңә ул саҡта ни бары 16 йәш кенә ине. Тап ошо туғаным мине шахмат уйнарға өйрәтте лә инде. Ләкин X класта ла, артабан мәктәптә пионервожатый булып эшләгәндә лә, институттың I курсында ла ни өсөндөр шахматта уйнарға тура килмәне. Ә бына II курста мин ятаҡҡа күстем һәм беҙ йәшәгән бүлмәлә тарих факультеты студенты оҫта шахматсы Зәки Яҡшымбәтов исемле егетте осраттым. Уның мәктәп-интернатта алған яҡшы әҙерлегенә һоҡландым, өҫтәүенә, шахматы ла, методик ҡулланмалары ла бар ине. Беҙ бергәләшеп теорияны өйрәндек, шахмат оҫталарының партияларын анализланыҡ һәм үҙ-ара уйнай башланыҡ. Беренсе урында минең өсөн уҡыу булыуына ҡарамаҫтан, шахмат та мине үҙенә ғашиҡ итте. IV курста саҡта уҡ институттың йыйылма командаһы составында, юғары уҡыу йорттары командалары араһында, I урын алдыҡ. Өлгөр кеше шулай булалыр ҙа инде, етмәһә, ул институттың йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнаша, саңғы секцияһына йөрөй һәм бал бейеүен дә өйрәнә. Әйткәндәй, 1956 йылда мәктәптә эшләй башлауының беренсе йылында уҡ Хөрмәт абзый шахмат уйыны буйынса район чемпионы исемен яулаған, зона чемпионаттарында еңеп сыҡҡан. Яуаплы вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан (завуч, мәктәп директоры, инспектор һәм мәғариф бүлеге етәксеһе, мәғариф профсоюзы ойошмаһы рәйесе), районда уҡыусылар һәм уҡытыусылар араһында чемпионат үткәрергә һәр саҡ ваҡыт тапҡан, үҙе уйынсы ла, судья ла булған. Беҙҙең район шул осорҙа беренселәрҙән район-ара шәхси-команда беренселегенә шахмат ярыштары ойоштора башлаған. Сәмле бәйгелә Әбйәлил районынан башлап Мәсетле районына тиклем, хатта Ырымбур өлкәһенән дә көслө шахматсылар ҡатнашҡан. Аҙаҡтан ул башлаған инициативаны башҡа райондар ҙа эләктереп алған. Бер һүҙ менән әйткәндә, шахмат донъяһы, ысынлап та, ул осорҙа ҡайнап торған. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында СССР тарҡалыуға бәйле, районда төрлө спорт ярыштары һүрелә биреп ҡуйҙы. Уның ҡарауы, Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы инициативаһы менән шахмат ярыштары аҡһаҡалдың өйөндә, Үрген ауылында, 30 йылға яҡын уҙғарылды. Инде район-ара турнир традицияһына әйләнгән был уйын төрөн ул йыл һайын үҙенең тыуған көнөнә бағышлап, ғинуар айында һаман да үткәрә. Унда Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен, Ейәнсура, хатта Ырымбур өлкәһенән иң көслө шахматсылар ҡатнаша, уларға аҡсалата приздарҙы шахмат ветераны үҙ иҫәбенән тапшыра. Дөрөҫ, һуңғы йылдарҙа район хакимиәте етәкселеге, спорт бүлеге, Яңы Петровка ауыл биләмәһе башлығы Илфат Аҡсурин Хөрмәт Хөснөлхаҡ улына хөрмәт йөҙөнән был турнирҙы ойоштороуға ныҡ булышлыҡ итә, кубок һәм грамоталар бирә һәм, әлбиттә, тыуған көндәре менән ҡотлап, бүләктәр ҙә тапшыра.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-03-03/shahmat-uny-s-n-al-m-3164518
3 Март , 13:29
ba
Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә бөгөн 70 йәш
Бөгөн Башҡортостандың  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың тыуған көнө. Уға 70 йәш. Ошо айҡанлы юбиляр ҡотлауҙар ҡабул итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та изге теләктәрен еткергән. Билдәле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре Константин Толкачев 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуған. Унда ул 1970 йылда Кузнецк металлургия заводына эшкә урынлаша, ә бер аҙҙан совет армияһына алына. Артабан СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбендә уҡый, шулай уҡ СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған. 1977 йылдан 1996 йылға тиклем Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифалар биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1999 – 2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерацияһы Советының Конституцион ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы була. 1999 йылда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп тәғәйенләнә, 2003 йылда ҡабаттан һайлана. Шулай итеп, ул инде алты саҡырылыш дауамында республика парламенты етәксеһе булып ҡала. Уны республика халҡы Башҡортостан Республикаһы үҫешенә тос өлөш индергән шәхес итеп белә. Константин Толкачев - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” Почет ордены, Салауат Юлаев ордены, 20 миҙал, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре шәхси ҡоралы менән наградланған. Юридик фәндәр докторы, профессор булып тора. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Константин Борисовичты күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, именлек, ижади ҡомар, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!  Билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәренә бөгөн 70 йәш
Бөгөн Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың тыуған көнө. Уға 70 йәш. Ошо айҡанлы юбиляр ҡотлауҙар ҡабул итә. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров та изге теләктәрен еткергән. Билдәле сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре Константин Толкачев 1953 йылдың 1 мартында Кемерово өлкәһенең Новокузнецк ҡалаһында тыуған. Унда ул 1970 йылда Кузнецк металлургия заводына эшкә урынлаша, ә бер аҙҙан совет армияһына алына. Артабан СССР Эске эштәр министрлығының Рязань юғары мәктәбендә уҡый, шулай уҡ СССР Эске эштәр министрлығы академияһын тамамлаған. 1977 йылдан 1996 йылға тиклем Эске эштәр министрлығы системаһында етәксе вазифалар биләй. 1996 йылда Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 1999 – 2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерацияһы Советының Конституцион ҡануниәт буйынса комитеты ағзаһы була. 1999 йылда Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе итеп тәғәйенләнә, 2003 йылда ҡабаттан һайлана. Шулай итеп, ул инде алты саҡырылыш дауамында республика парламенты етәксеһе булып ҡала. Уны республика халҡы Башҡортостан Республикаһы үҫешенә тос өлөш индергән шәхес итеп белә. Константин Толкачев - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юрисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, отставкалағы эске хеҙмәт генерал-майоры. Шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” Почет ордены, Салауат Юлаев ордены, 20 миҙал, Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының почетлы хеҙмәткәре шәхси ҡоралы менән наградланған. Юридик фәндәр докторы, профессор булып тора. 250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Константин Борисовичты күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, именлек, ижади ҡомар, тынғыһыҙ эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-03-01/bild-le-d-l-t-m-y-m-t-eshm-k-ren-b-g-n-70-y-sh-3161353
1 Март , 12:45
ba
Өмөтбаевтың һүнмәҫ өмөтө
Вил Ғайса улы Өмөтбаев 1938 йылдың 18 февралендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Юғары белемле – 1961 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған. Нефтсе-инженер. Көньяҡ Ҡаҙағстанда нефть эҙләү экспедицияһы начальнигы, Алжирҙа нефт промыслаларында яңы технологияларҙы производствола һынап ҡараусы белгес. Оҙаҡ йылдар “БашНИПИнефть” берекмәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Техник фәндәр докторы, профессор, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ете китап һәм егерме биш уйлап табылған асыштар авторы. Ун алты фән кандидаты әҙерләп сығара. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, РФ Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. “БашНИПИнефть” һәм “Геофизика” фәнни-производство берекмәһе янындағы докторлыҡ диссертацияһы советтарының рәйесе (2000–2003), Өфө нефть техник университетының Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе (2006 – 2013)… Ябайлыҡтан – бөйөклөккә   Ябай ғына ауыл малайы ошо бейеклектәргә нисек өлгәште икән?! Уйлап ҡараһаң, ғәжәпләнерлек тә бит. Бала сағы хәтәр һуғыш осорона тура килгән, 1941 йылда уҡ атайһыҙ тороп ҡалған малай биш йылға һуҙылған афәттән нисек иҫән ҡала алды икән әле? Был ауыр йылдар хаҡында Вил Ғайса улы үҙе бына нимәләр яҙа: “Әсәй Асҡарҙа ете класты тамамлағас, уны Әлмөхәмәт ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Бында ул Ҡазандан хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Ғайса Өмөтбаев (1910 йылда тыуған) менән осраша. Улар 1936 йылда өйләнешә. Бер йылдан һуң Ғайсаны Көнбайыш Украинаға хәрби хеҙмәткә ебәрәләр. Әсәй Асҡарҙа ҡала, ә 1938 йылдың яҙында улы Вил менән ире янына килә. Каменец-Подольский һәм Станислав (хәҙерге Ивано-Франковский) ҡалаларында 1941 йылдың 22 июненә тиклем йәшәгәнбеҙ, әйткәндәй, был ваҡытта минең Лена исемле бер йәшлек һеңлем дә була. Һуғыштың беренсе көнөндә атайыбыҙ илебеҙҙең көнбайыш сигендә дошманға ҡаршы торған ғәскәр араһында була. Уҡсылар дивизияһының өлкән политругы дәрәжәһендә ул утлы мәхшәрҙә хәбәрһеҙ юғала. Әсәй, ике балаһы менән күп ауырлыҡтар кисереп, бер айҙан һуң Асҡарға ҡайтып етә…” (В. Өмөтбаев. “Ғүмер юлдары”. Өфө, 2017. - 42-се бит). Бындағы һәм китаптағы арта­банғы яҙмаларҙан күренеүенсә, әле өс йәшлек малай ғына сағында уҡ Вил әсе һуғыш һөрөмөн татыған… Ниҙәр күрмәнең һин?! Өс йәшеңдән Еҫкәгәнһең һуғыш төтөнөн, Баҫыу башаҡтары һине ҡосоп, Эйелгәндәр уттан өтөлөп. Ирендәргә тейә яҙып тора Һынып ауған арыш башағы. Өҙөп кенә шуны, уста ыуып, Эх, килә бит сәйнәп ашағы! Бала бала инде, һуғыш тимәй, Ризыҡ һорай йә һыу таптыра… Әсә сыҙам! Әммә маҡсатына Ынтылышына һин аптыра!.. Атайыңдың: “Балаларҙы һаҡла!” – Тигән һүҙе йәнгә үтерлек. Балаларҙы һаҡлар өсөн әле Һаҡлар кәрәк башта үҙеңде. Атайыңдың һуңғы шул һүҙҙәре Әсәң өсөн булды васыяттай. Васыят ҡына микән?! – Әсәң өсөн Ил алдында биргән саф анттай! Һәм әсәйең Мөхәббәт хаҡына Үтенесен үтәп иренең, Балалары өсөн мең ҡат туңһа, Улар өсөн мең ҡат ирене… Вил Ғайса улының яҙмаларын артабан уҡыһаң, атаһы тураһында йәнә шул асыҡлана: “Атайымдан ҡәләм менән яҙылған ике генә хат килгән. 1941 йылдың авгусында әсәйем уның һәләк булыуы тура­һында хәбәр ала. Атайыма 31 генә йәш була. Бик һөйкөмлө, йыйнаҡ, баҫалҡы кеше булған ул. Уның ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмере үҙ халҡына, Ватанына намыҫлы хеҙмәт итеүгә бағышланған”.   Өмөтбайҙар шәжәрәһе   Әлмөхәмәт – Вил Ғайса улының төп атай-олатайҙары ауылы. Ырыу­ҙаш-нәҫелдәштәренең күбеһенә фамилия биргән Өмөтбай Яйҡаров бабаларының төйәге. Ә Өмөтбай олаталары ревизия (перепись, халыҡ иҫәбен алыу) ҡағыҙҙары буйынса 1768 – 1840 йылдарҙа йәшә­гән. 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында ғәскәрҙә муллалыҡ хеҙмәтен дә атҡарған тип иҫкә ала торған булғандар ауыл ҡарттары. Ғаиләһендә дүрт ир бала (Әхмәтйән, Мөхәмәтйән, Мөхәмәт­вәли, Омор­ҙаҡ) һәм дүрт ҡыҙ тыуған. Ошо балаларҙан таралған да инде Өмөтбайҙар заты. Әлмөхәмәт ауылы кешеләренең күпселеге – бөрйән ырыуы башҡорттары. Өмөтбай нәҫеленән тыуған ир-егеттәребеҙҙең ике быуаттан ашыу дәүерҙә илгә һәм халыҡҡа (дингә, мәғрифәткә) тоғро хеҙмәт иткәнлеге билдәле. 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында, рус-төрөк, рус-япон яуҙарында, 1914 – 1918 йылдарҙағы Беренсе Бөтә донъя һуғышында ҡатнашалар. Ә Бөйөк Ватан һуғышында бер Өмөтбайҙар затынан ғына ике тиҫтәгә яҡын ир-ат, илебеҙҙе фашист илбаҫарҙа­рынан һаҡлап, яу ҡырҙарында баштарын һала. Вил Өмөтбаев, нефтсе-инженер булараҡ, ғилми эшмәкәрлектән тыш, ял һәм буш ваҡытын күберәк Асҡар, Әлмөхәмәт, Мөхәмәт, Абҙаҡ ауылдарында туғандары, яҡындары, дуҫтары менән күрешеүгә, ырыу тарихын өйрәнеүгә, ағайы Рамаҙан Ғимран улы төҙөгән Өмөтбаевтар шәжәрәһен тулыландырыу һәм камиллаштырыуға сарыф итә. 2010 йылда Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте ойошторған Шәжәрә байрамында профессор Вил Өмөтбаев ҡатнаша, бай тарихи мәғлүмәттәр йәлеп итеп, республикабыҙға күренекле шәхестәр биргән “Өмөтбаевтар шәжәрәһе” тураһында һөйләй. В. Өмөтбаевтың юғарыла телгә алынған китабындағы яҙмаларында иң ҡәҙерле кешеләре – атаһы менән әсәһе, ҡатыны Наиләнән башҡа үҙенең яҡындары араһындағы күп арҙаҡлы шәхестәргә арналған ихлас юлдар бар. Ким Әхмәтйәнов һәм уның хәләл ефете Рәйфә Әхмәт­йәнова (Ҡудашева), Рамаҙан Өмөт­баев, Рафиҡ Ғибәҙәтов, Сәлимә Өмөтбаева, Лира Шәйхуллина (Өмөтбаева), Мостафа Өмөтбаев, Лена Өмөтбаева, Рәфҡәт Ишҡы­уатов, Марат Миянов, Рауил Өмөтбаев, Әсхәт Өмөтбаев, Марат Сәйфиев, Арсен Ғүмәров һәм башҡалар хаҡында ихтирамлы, рәхмәтле, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр. Айырыуса Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев тураһында ул күп яҙған. Бына шул арнауҙарҙың бер нисәүһе генә: “…Шәжәрә буйынса Рамаҙан Ғимран улы менән атайым Ғайса Әхмәтйәр улы дүрт туған булалар. Бынан сығып, ошо юлдарҙың авторы (йәғни Вил Ғайса улы – Ҡ.А.) Рамаҙан ағайға бишенсе быуындағы туған булып сыға, ләкин беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәт бер туғандарҙыҡы кеүек ине… Ул бөтә яҡтан һәләтле кеше ине. Беҙҙең менән фән, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, көндәлек тормош тураһында ябай ғына, үҙенең фекерҙәре менән бүлешкән кеүек әңгәмәләшә ине. Хәҙер уларҙы баһалап бөткөһөҙ тормош дәрестәре булған икән тип иҫкә алабыҙ… Рамаҙан Ғимран улы бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп йөрөмәне. Уның тормош юлы еңел булманы, бик күп һикәлтәләрҙе осратты ул үҙенең 73 йыллыҡ ғүмерендә. Ләкин береһенә лә бирешмәне, һәр ваҡыт үҙ йөҙө, намыҫы менән ҡала килде… Үҙ милләтен яратты, уның өсөн янып йәшәне, ғүмере буйы халҡына хеҙмәт итте…” Китабында исемдәре мәңгеләш­терелгән туғандары һәм яҡташтары кеүек Вил Ғайса улы үҙе лә һоҡ­ланғыс шәхес ине. Кеше менән һөйләшкәндә бик әҙәпле, үҙен бик кеселекле тота, эреләнеүҙең, һауа­ланыуҙың әҫәре лә юҡ. Берәй сәфәрҙә булһынмы йәки берәй эш менән мәшғүл сағыңа тура килһенме – ул һәр ваҡыт итәғәтле, ярҙам итергә әҙер, хәл-әхүәл һорашыр, бер ҡасан да һине тормош мәшә­ҡәттәрендә йәки сетерекле хәлдә яңғыҙыңды ҡалдырмаҫ. Ҡыҫҡаһы, ул ғүмере буйына кеше йәнле кеше булып ҡалды.   Башҡаларға юл яҡтыртыусы   Вил Ғайса улы тураһында уйла­ғанда уның тормош иптәше Наилә Хажиәхмәт ҡыҙы ла гел иҫтә тора. Улар ярты быуаттан ашыу ғүмер бергә йәшәү дәүерендә бер бөтөн, бер донъя булып, бер-береһен тулыландырып йәшәнеләр. Наилә – улдары Вадим менән Мараттың әсәләре, уларҙың балаларына өләсәй-ҡартәсәй ҙә, шул уҡ ваҡытта ире Вилгә ысын мәғәнәһендә ғүмер юлдашы ла ине. Был хаҡта Вил ағай үҙенең иҫтәлектәрендә иң мөҡәддәс һүҙҙә­рен яҙып ҡалдырған: “Халыҡта шундай әйтем бар: ваҡыт үткән һайын ҡайғылар яйлап уңала бара, һәм ысынбарлыҡ менән килешәһең, яҙмышыңа буйһонаһың. Беҙҙең ғаиләлә, киреһенсә, мин – һөйгә­немде, балалар – әсәһен, ейәнсәр­ҙәр – өләсәһен, бүлә-бүләсәрҙәр ҡартәсәһен юҡһына. Иҫтәлектә­ремде Наиләнең һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Башҡаларға яҡтылыҡ өләшеү өсөн үҙем янам, тиҙәр. Ләкин мин ундайҙарҙың янмайынса, башҡаларға оҙаҡ-оҙаҡ юл яҡтыртыуын теләр инем” (2016 йыл, 27 май).   Яңы яҡтан астым   2012 йылда башҡорт әҙәбиә­тенең мәшһүр ғалимы, респуб­ликаның Салауат Юлаев исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Әбйәлилгә килеп төштөк. Рәсми саҡырылған ҡунаҡтар араһында хеҙмәт ветераны, Ким ағайҙың йәмәғәте Рәйфә Шәйгәрҙән ҡыҙы, уларҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлшат Ғәбитова, Ким Әбүзәр улының ырыуҙаш туғаны Вил Ғайса улы Өмөтбаев, яҙыусылар төркө­мөндә Башҡортостандың яҙыусылар берлеге идаралығы рәйесе урын­баҫары, әҙибә һәм педагог Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова һәм ошо юлдарҙың авторы бар ине. Район үҙәге Асҡарҙа, тыуған ауылы Әлмөхәмәттә уҡыусылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр менән осра­шыуҙар бик йылы, ихлас шарттарҙа үтте, хәтирәләргә бай булды. Әл­мөхәмәт урта мәктәбендә Әбйәлил районының арҙаҡлы өс әҙибенә – яугир яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевҡа, ғалим һәм педагог Ким Әхмәтйә­новҡа, шағир һәм драматург Рәмил Ҡол-Дәүләткә – музей асҡанда мин үҙемә Вил Ғайса улы Өмөтбаевты “астым”. Быға ҡәҙәр мин уны өҫтән-мөҫтән генә, башҡалар һөйләгәндән ишетеп кенә белгәнмен икән. Әбйәлилдә бергә йөрөп ҡайтҡан ошо сәфәрҙән һуң Вил ағай менән йыш аралаштым (йәшәгән урында­рыбыҙ ҙа бер-береһенән алыҫ түгел!), әҙәби-мәҙәни сараларға бергә йөрөнөк. Фатирында ла бер нисә тапҡыр булдым, уның бай рухи донъяһы менән яҡындан таныштым. Миңә ғалимдың киң офоҡтары тағы ла ҡоласлыраҡ асылғандай булды, нефтсе инженерҙың, техник фәндәр докторының башҡорт әҙәбиәтен яратыуы, әсә һөтө менән һеңгән туған теле менән йәшәүе уғата һоҡлан­дырҙы. Уның һөйләгәндәренә нигеҙ­ләнеп, ата-әсәһенә һәм тормош юлдарына бәйле төрлө хәл-ваҡиғалар солғанышы тәьҫирендә мин “Мөхәм­мәттә тыуған мөхәббәт” тигән поэма ижад итеп баҫтырҙым (“Ватандаш” журналы, 2018 йыл, № 12). Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары­ның береһе, күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Вил Ғайса улы Өмөтбаев (1938 – 2021) ғилми хеҙмәттәрендә генә түгел, ә замандаштары тураһындағы яҙмала­рында ла тәрән аналитик фекерле, телгә һиҙгер, күҙәтеүсән, тәжрибәле олпат ғалим, ил ағаһы булып беҙҙең хәтерҙәрҙә оҙаҡ һаҡланыр. - Ҡәҙим АРАЛБАЙ
Вил Ғайса улы Өмөтбаев 1938 йылдың 18 февралендә Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған. Юғары белемле – 1961 йылда Өфө дәүләт нефть институтын тамамлаған. Нефтсе-инженер. Көньяҡ Ҡаҙағстанда нефть эҙләү экспедицияһы начальнигы, Алжирҙа нефт промыслаларында яңы технологияларҙы производствола һынап ҡараусы белгес. Оҙаҡ йылдар “БашНИПИнефть” берекмәһендә ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Техник фәндәр докторы, профессор, 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, ете китап һәм егерме биш уйлап табылған асыштар авторы. Ун алты фән кандидаты әҙерләп сығара. Рәсәй тәбиғәт фәндәре академияһының почетлы академигы, РФ Яғыулыҡ-энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. “БашНИПИнефть” һәм “Геофизика” фәнни-производство берекмәһе янындағы докторлыҡ диссертацияһы советтарының рәйесе (2000–2003), Өфө нефть техник университетының Дәүләт аттестация комиссияһы рәйесе (2006 – 2013)…Ябайлыҡтан – бөйөклөккәЯбай ғына ауыл малайы ошо бейеклектәргә нисек өлгәште икән?! Уйлап ҡараһаң, ғәжәпләнерлек тә бит. Бала сағы хәтәр һуғыш осорона тура килгән, 1941 йылда уҡ атайһыҙ тороп ҡалған малай биш йылға һуҙылған афәттән нисек иҫән ҡала алды икән әле? Был ауыр йылдар хаҡында Вил Ғайса улы үҙе бына нимәләр яҙа: “Әсәй Асҡарҙа ете класты тамамлағас, уны Әлмөхәмәт ауылына уҡытыусы итеп эшкә ебәрәләр. Бында ул Ҡазандан хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Ғайса Өмөтбаев (1910 йылда тыуған) менән осраша. Улар 1936 йылда өйләнешә. Бер йылдан һуң Ғайсаны Көнбайыш Украинаға хәрби хеҙмәткә ебәрәләр. Әсәй Асҡарҙа ҡала, ә 1938 йылдың яҙында улы Вил менән ире янына килә. Каменец-Подольский һәм Станислав (хәҙерге Ивано-Франковский) ҡалаларында 1941 йылдың 22 июненә тиклем йәшәгәнбеҙ, әйткәндәй, был ваҡытта минең Лена исемле бер йәшлек һеңлем дә була. Һуғыштың беренсе көнөндә атайыбыҙ илебеҙҙең көнбайыш сигендә дошманға ҡаршы торған ғәскәр араһында була. Уҡсылар дивизияһының өлкән политругы дәрәжәһендә ул утлы мәхшәрҙә хәбәрһеҙ юғала. Әсәй, ике балаһы менән күп ауырлыҡтар кисереп, бер айҙан һуң Асҡарға ҡайтып етә…” (В. Өмөтбаев. “Ғүмер юлдары”. Өфө, 2017. - 42-се бит).Бындағы һәм китаптағы артабанғы яҙмаларҙан күренеүенсә, әле өс йәшлек малай ғына сағында уҡ Вил әсе һуғыш һөрөмөн татыған…Ниҙәр күрмәнең һин?!Өс йәшеңдәнЕҫкәгәнһең һуғыш төтөнөн,Баҫыу башаҡтары һине ҡосоп,Эйелгәндәр уттан өтөлөп. Ирендәргә тейә яҙып тораҺынып ауған арыш башағы. Өҙөп кенә шуны, уста ыуып,Эх, килә бит сәйнәп ашағы!Бала бала инде,һуғыш тимәй,Ризыҡ һорай йә һыу таптыра…Әсә сыҙам! Әммә маҡсатынаЫнтылышына һин аптыра!..Атайыңдың: “Балаларҙы һаҡла!” –Тигән һүҙе йәнгә үтерлек. Балаларҙы һаҡлар өсөн әлеҺаҡлар кәрәк башта үҙеңде. Атайыңдың һуңғы шул һүҙҙәреӘсәң өсөн булды васыяттай. Васыят ҡына микән?! –Әсәң өсөнИл алдында биргән саф анттай!Һәм әсәйеңМөхәббәт хаҡынаҮтенесен үтәп иренең,Балалары өсөн мең ҡат туңһа,Улар өсөн мең ҡат ирене…Вил Ғайса улының яҙмаларын артабан уҡыһаң, атаһы тураһында йәнә шул асыҡлана: “Атайымдан ҡәләм менән яҙылған ике генә хат килгән. 1941 йылдың авгусында әсәйем уның һәләк булыуы тураһында хәбәр ала. Атайыма 31 генә йәш була. Бик һөйкөмлө, йыйнаҡ, баҫалҡы кеше булған ул. Уның ҡыҫҡа, әммә сағыу ғүмере үҙ халҡына, Ватанына намыҫлы хеҙмәт итеүгә бағышланған”. Өмөтбайҙар шәжәрәһеӘлмөхәмәт – Вил Ғайса улының төп атай-олатайҙары ауылы. Ырыуҙаш-нәҫелдәштәренең күбеһенә фамилия биргән Өмөтбай Яйҡаров бабаларының төйәге. Ә Өмөтбай олаталары ревизия (перепись, халыҡ иҫәбен алыу) ҡағыҙҙары буйынса 1768 – 1840 йылдарҙа йәшәгән. 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышында ғәскәрҙә муллалыҡ хеҙмәтен дә атҡарған тип иҫкә ала торған булғандар ауыл ҡарттары. Ғаиләһендә дүрт ир бала (Әхмәтйән, Мөхәмәтйән, Мөхәмәтвәли, Оморҙаҡ) һәм дүрт ҡыҙ тыуған. Ошо балаларҙан таралған да инде Өмөтбайҙар заты. Әлмөхәмәт ауылы кешеләренең күпселеге – бөрйән ырыуы башҡорттары. Өмөтбай нәҫеленән тыуған ир-егеттәребеҙҙең ике быуаттан ашыу дәүерҙә илгә һәм халыҡҡа (дингә, мәғрифәткә) тоғро хеҙмәт иткәнлеге билдәле. 1812 – 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында, рус-төрөк, рус-япон яуҙарында, 1914 – 1918 йылдарҙағы Беренсе Бөтә донъя һуғышында ҡатнашалар. Ә Бөйөк Ватан һуғышында бер Өмөтбайҙар затынан ғына ике тиҫтәгә яҡын ир-ат, илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап, яу ҡырҙарында баштарын һала. Вил Өмөтбаев, нефтсе-инженер булараҡ, ғилми эшмәкәрлектән тыш, ял һәм буш ваҡытын күберәк Асҡар, Әлмөхәмәт, Мөхәмәт, Абҙаҡ ауылдарында туғандары, яҡындары, дуҫтары менән күрешеүгә, ырыу тарихын өйрәнеүгә, ағайы Рамаҙан Ғимран улы төҙөгән Өмөтбаевтар шәжәрәһен тулыландырыу һәм камиллаштырыуға сарыф итә. 2010 йылда Өфө ҡалаһының Совет районы хакимиәте ойошторған Шәжәрә байрамында профессор Вил Өмөтбаев ҡатнаша, бай тарихи мәғлүмәттәр йәлеп итеп, республикабыҙға күренекле шәхестәр биргән “Өмөтбаевтар шәжәрәһе” тураһында һөйләй. В. Өмөтбаевтың юғарыла телгә алынған китабындағы яҙмаларында иң ҡәҙерле кешеләре – атаһы менән әсәһе, ҡатыны Наиләнән башҡа үҙенең яҡындары араһындағы күп арҙаҡлы шәхестәргә арналған ихлас юлдар бар. Ким Әхмәтйәнов һәм уның хәләл ефете Рәйфә Әхмәтйәнова (Ҡудашева), Рамаҙан Өмөтбаев, Рафиҡ Ғибәҙәтов, Сәлимә Өмөтбаева, Лира Шәйхуллина (Өмөтбаева), Мостафа Өмөтбаев, Лена Өмөтбаева, Рәфҡәт Ишҡыуатов, Марат Миянов, Рауил Өмөтбаев, Әсхәт Өмөтбаев, Марат Сәйфиев, Арсен Ғүмәров һәм башҡалар хаҡында ихтирамлы, рәхмәтле, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәр. Айырыуса Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев тураһында ул күп яҙған. Бына шул арнауҙарҙың бер нисәүһе генә: “…Шәжәрә буйынса Рамаҙан Ғимран улы менән атайым Ғайса Әхмәтйәр улы дүрт туған булалар. Бынан сығып, ошо юлдарҙың авторы (йәғни Вил Ғайса улы – Ҡ.А.) Рамаҙан ағайға бишенсе быуындағы туған булып сыға, ләкин беҙҙең үҙ-ара мөнәсәбәт бер туғандарҙыҡы кеүек ине…Ул бөтә яҡтан һәләтле кеше ине. Беҙҙең менән фән, мәҙәниәт һәм әҙәбиәт, көндәлек тормош тураһында ябай ғына, үҙенең фекерҙәре менән бүлешкән кеүек әңгәмәләшә ине. Хәҙер уларҙы баһалап бөткөһөҙ тормош дәрестәре булған икән тип иҫкә алабыҙ…Рамаҙан Ғимран улы бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп йөрөмәне. Уның тормош юлы еңел булманы, бик күп һикәлтәләрҙе осратты ул үҙенең 73 йыллыҡ ғүмерендә. Ләкин береһенә лә бирешмәне, һәр ваҡыт үҙ йөҙө, намыҫы менән ҡала килде… Үҙ милләтен яратты, уның өсөн янып йәшәне, ғүмере буйы халҡына хеҙмәт итте…”Китабында исемдәре мәңгеләштерелгән туғандары һәм яҡташтары кеүек Вил Ғайса улы үҙе лә һоҡланғыс шәхес ине. Кеше менән һөйләшкәндә бик әҙәпле, үҙен бик кеселекле тота, эреләнеүҙең, һауаланыуҙың әҫәре лә юҡ. Берәй сәфәрҙә булһынмы йәки берәй эш менән мәшғүл сағыңа тура килһенме – ул һәр ваҡыт итәғәтле, ярҙам итергә әҙер, хәл-әхүәл һорашыр, бер ҡасан да һине тормош мәшәҡәттәрендә йәки сетерекле хәлдә яңғыҙыңды ҡалдырмаҫ. Ҡыҫҡаһы, ул ғүмере буйына кеше йәнле кеше булып ҡалды. Башҡаларға юл яҡтыртыусыВил Ғайса улы тураһында уйлағанда уның тормош иптәше Наилә Хажиәхмәт ҡыҙы ла гел иҫтә тора. Улар ярты быуаттан ашыу ғүмер бергә йәшәү дәүерендә бер бөтөн, бер донъя булып, бер-береһен тулыландырып йәшәнеләр. Наилә – улдары Вадим менән Мараттың әсәләре, уларҙың балаларына өләсәй-ҡартәсәй ҙә, шул уҡ ваҡытта ире Вилгә ысын мәғәнәһендә ғүмер юлдашы ла ине. Был хаҡта Вил ағай үҙенең иҫтәлектәрендә иң мөҡәддәс һүҙҙәрен яҙып ҡалдырған: “Халыҡта шундай әйтем бар: ваҡыт үткән һайын ҡайғылар яйлап уңала бара, һәм ысынбарлыҡ менән килешәһең, яҙмышыңа буйһонаһың. Беҙҙең ғаиләлә, киреһенсә, мин – һөйгәнемде, балалар – әсәһен, ейәнсәрҙәр – өләсәһен, бүлә-бүләсәрҙәр ҡартәсәһен юҡһына. Иҫтәлектәремде Наиләнең һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Башҡаларға яҡтылыҡ өләшеү өсөн үҙем янам, тиҙәр. Ләкин мин ундайҙарҙың янмайынса, башҡаларға оҙаҡ-оҙаҡ юл яҡтыртыуын теләр инем” (2016 йыл, 27 май). Яңы яҡтан астым2012 йылда башҡорт әҙәбиәтенең мәшһүр ғалимы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ким Әбүзәр улы Әхмәтйәновтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы Әбйәлилгә килеп төштөк. Рәсми саҡырылған ҡунаҡтар араһында хеҙмәт ветераны, Ким ағайҙың йәмәғәте Рәйфә Шәйгәрҙән ҡыҙы, уларҙың өлкән ҡыҙҙары Гөлшат Ғәбитова, Ким Әбүзәр улының ырыуҙаш туғаны Вил Ғайса улы Өмөтбаев, яҙыусылар төркөмөндә Башҡортостандың яҙыусылар берлеге идаралығы рәйесе урынбаҫары, әҙибә һәм педагог Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова һәм ошо юлдарҙың авторы бар ине. Район үҙәге Асҡарҙа, тыуған ауылы Әлмөхәмәттә уҡыусылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуҙар бик йылы, ихлас шарттарҙа үтте, хәтирәләргә бай булды. Әлмөхәмәт урта мәктәбендә Әбйәлил районының арҙаҡлы өс әҙибенә – яугир яҙыусы Рамаҙан Өмөтбаевҡа, ғалим һәм педагог Ким Әхмәтйәновҡа, шағир һәм драматург Рәмил Ҡол-Дәүләткә – музей асҡанда мин үҙемә Вил Ғайса улы Өмөтбаевты “астым”. Быға ҡәҙәр мин уны өҫтән-мөҫтән генә, башҡалар һөйләгәндән ишетеп кенә белгәнмен икән. Әбйәлилдә бергә йөрөп ҡайтҡан ошо сәфәрҙән һуң Вил ағай менән йыш аралаштым (йәшәгән урындарыбыҙ ҙа бер-береһенән алыҫ түгел!), әҙәби-мәҙәни сараларға бергә йөрөнөк. Фатирында ла бер нисә тапҡыр булдым, уның бай рухи донъяһы менән яҡындан таныштым. Миңә ғалимдың киң офоҡтары тағы ла ҡоласлыраҡ асылғандай булды, нефтсе инженерҙың, техник фәндәр докторының башҡорт әҙәбиәтен яратыуы, әсә һөтө менән һеңгән туған теле менән йәшәүе уғата һоҡландырҙы.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-02-17/m-tbaevty-nm-m-t-3146958
17 Февраль , 12:38
ba
Атнабайҙың шиғыры – Ижевскиҙа
Әсәй миңә, ҡара икмәк сәйнәп, Имеҙлеккә һалып биргән дә, Үҙе киткән ураҡ урырға, Илағанмын, ләкин сыҙағанмын, Икмәк менән була торорға...   Әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә тап ошо шиғыры менән килеп ингәндер Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев. Яңыраҡ Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙа уның тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан әҙәби кисә булды. Сараны ойоштороу­сылар – “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Шәһит Ишаев менән Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Алия Абдуллина. Шәһит Октябрь улы башта сарала ҡатнашыусыларҙы Ә. Атна­баевтың биографияһы менән та­ныштырҙы. Аҙаҡ һәр кем шағир­ҙың шиғырҙарын башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында, рус телендә һөйләне. Әҙәбиәт һө­йөүселәр бик үҙ итә уның шиғриәтен. Сараны Әнғәм Атнабаев ши­ғыр­ҙарына яҙылған йырҙар дауам итте. “Еҙ ҡыңғырау моңдары” әҫәрен сарала ҡатнашҡан һәр кем яттан белә булып сыҡты. Сығышы менән Яңауыл районынан Илгизәр Шакиров, баянда уйнап, күптәрҙе тыуған яҡ моңдарына сорнаны. Шулай уҡ сығышы менән Яңауыл вәкиле Флера Латипова “Еҙ ҡың­ғырау” йырының тыуыу тарихын һөйләне. Уны Әнғәм Атнабаев үҙе яҡташтарына һөйләгән булған. Әйткәндәй, сарала шағирҙың  92 йәшлек ике туған һеңлеһенең ҡыҙы Дарина Гәрәева ла ҡат­нашты. Ул шулай уҡ алсаҡ күңел­ле, донъяға тәрән фәлсәфә, нескә юмор аша баҡҡан шағир тура­һында хәтирәләрен уртаҡлашты. Сара Халыҡтар дуҫлығы йортонда уҙҙы, шуға ла унда башҡа милләттәр ҙә ҡатнашты. Корей милләте вәкилдәре шағирҙың рус телендәге йыйынтыҡтары менән ҡыҙыҡһынды. Байрам аҙағында Шәһит Октябрь улы шағир Әнғәт Атна­баев­тың ырыуы, тамғаһы, ораны, ҡошо һәм ағасы менән таныштырҙы. Ирәкте ырыуы башҡорто, Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев халҡына уҡып туй­маҫлыҡ әҙәби мираҫ ҡалдыр­ған. Башҡортостандың төньяҡ-көн­байышында йәшәгән башҡорт­тар бик күп Удмурт Республи­ка­һында. Улар араһында өлкән быуын вәкилдәре генә түгел, йәштәр ҙә етәрлек. Киләсәктә тағы ла уларҙы бергә туплаған саралар ҙа ойошторорбоҙ тип торабыҙ. - Шәһит ИШАЕВ Ижевск ҡалаһы
Әсәй миңә, ҡара икмәк сәйнәп,Имеҙлеккә һалып биргән дә,Үҙе киткән ураҡ урырға,Илағанмын, ләкин сыҙағанмын,Икмәк менән була торорға... Әҙәбиәт һөйөүселәр күңеленә тап ошо шиғыры менән килеп ингәндер Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев. Яңыраҡ Удмурт Республикаһының баш ҡалаһы Ижевскиҙа уның тыуыуына 95 йыл тулыу уңайынан әҙәби кисә булды. Сараны ойоштороусылар – “Ҡурай” башҡорт йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Шәһит Ишаев менән Халыҡтар дуҫлығы йорто методисы Алия Абдуллина. Шәһит Октябрь улы башта сарала ҡатнашыусыларҙы Ә. Атнабаевтың биографияһы менән таныштырҙы. Аҙаҡ һәр кем шағирҙың шиғырҙарын башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында, рус телендә һөйләне. Әҙәбиәт һөйөүселәр бик үҙ итә уның шиғриәтен. Сараны Әнғәм Атнабаев шиғырҙарына яҙылған йырҙар дауам итте. “Еҙ ҡыңғырау моңдары” әҫәрен сарала ҡатнашҡан һәр кем яттан белә булып сыҡты. Сығышы менән Яңауыл районынан Илгизәр Шакиров, баянда уйнап, күптәрҙе тыуған яҡ моңдарына сорнаны. Шулай уҡ сығышы менән Яңауыл вәкиле Флера Латипова “Еҙ ҡыңғырау” йырының тыуыу тарихын һөйләне. Уны Әнғәм Атнабаев үҙе яҡташтарына һөйләгән булған. Әйткәндәй, сарала шағирҙың 92 йәшлек ике туған һеңлеһенең ҡыҙы Дарина Гәрәева ла ҡатнашты. Ул шулай уҡ алсаҡ күңелле, донъяға тәрән фәлсәфә, нескә юмор аша баҡҡан шағир тураһында хәтирәләрен уртаҡлашты. Сара Халыҡтар дуҫлығы йортонда уҙҙы, шуға ла унда башҡа милләттәр ҙә ҡатнашты. Корей милләте вәкилдәре шағирҙың рус телендәге йыйынтыҡтары менән ҡыҙыҡһынды. Байрам аҙағында Шәһит Октябрь улы шағир Әнғәт Атнабаевтың ырыуы, тамғаһы, ораны, ҡошо һәм ағасы менән таныштырҙы. Ирәкте ырыуы башҡорто, Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев халҡына уҡып туймаҫлыҡ әҙәби мираҫ ҡалдырған. Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар бик күп Удмурт Республикаһында. Улар араһында өлкән быуын вәкилдәре генә түгел, йәштәр ҙә етәрлек.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-02-10/atnabay-y-shi-yry-izhevski-a-3139599
10 Февраль , 23:56
ba
Ул хандар нәҫеленән
Ҡол Ғәли – Волга-Урал төбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың мәшһүр шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп ижад иткән  үлемһеҙ боронғо ҡомартҡы – “Ҡисса-и Йософ” (“Йософ китабы”ның) авторы. Сығышы менән башҡорт­тар­ҙың Әйле ырыуынан булған, Вол­га буйы Болғарының Бүләр (Би­ләр) һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул “Ҡисса-и Йософ” поэма­һын 1233 йылда яҙған. Ҡол Ғә­ли – башҡорт­тар һәм татарҙар ара­һында тел­дән дә, ҡулъяҙма хәлендә лә киң таралған, күп быуаттар буйы быуындан-быуынға, ҡулдан-ҡулға тапшырыла килгән, уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағынан Ҡазан типографияларында айырым баҫма булып сыҡҡан, халыҡ араһында киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны – “Ҡисса-и Йософ” әҫәренең (йә иһә “Йософ китабы”, “Йософ үә Зөләйха”) авторы. Ҡол Ғәли – боронғо башҡорт һәм боронғо болғар шағиры, Әйле ырыуы башҡорто. Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында үҙе йәшәгән дәүерҙә теркәлгән тарихи сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалим Тажетдин Ялсығол әл-Башҡор­ди­ҙың XVIII быуат аҙағын­да – XIX быуат баштарында яҙылған “Тәуарихе Болғариә” тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә Әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһе рәүешендә урын алған. Был әҫәрҙә Тажетдин Ялсығолов, Әйле ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен килтереп, үҙенең ун һигеҙенсе быуын боронғо нәҫеллек ебе Ҡол Ғәлигә барып тоташҡанлығын раҫлай. “Тәуарихе Болғариә”гә индерелгән был шәжәрәне үҙ ваҡытында (1897 йыл) Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев “Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе” тигән исем менән  үҙенең атаҡлы “Йәдкәр” тигән йыйынтығында баҫтырып сығарған. Беҙ уны “Йәдкәр”ҙең 1984 йылғы баҫмаһы буйынса килтереп үтмәксебеҙ. Иң әүәл – Әйле башҡорттарының Ҡол Ғәлигә тиклемге быуындарының ил башы, башҡорт ханы Иштәктән (йә иһә Истәктән) башланған өлөшөн күрһәтәйек: Иштәк – (уның улы) Бәкатун – Әйле – Туҡый хан – Айҙар хан – Сәйет хан – Әмир хан – Солтанморат хан – Сәлим хан – Илһам хан – Ғабдулла хан – Ғәлим бәк – Мирхажи – Ҡол Ғәли. Шә­жәрәнең был өлөшөнән күрене­үенсә, Ҡол Ғәлиҙең ата-баба­ларының Туҡый хандан алып Ғәлим бәккә тиклем туғыҙ быуыны Болғар дәүләтендә арҙаҡлы хандар династияһын билдәләй. “Нәсәб­намә”лә боронғо Иштәк хан тура­һын­дағы мәғлүмәттәр иғтибарҙы йәлеп итә. Бер ыңғай шуны ла билдәләйек: Иштәктең “суҡ улдары”, йәғни ете улының исемдәре һәммәһе лә башҡорттоң киң билдәле ырыу-ҡәбилә атамалары менән тап килә. Шул ете улдың бишенсеһе Сарт тип аталыуы иһә айырым бер әһәмиәткә эйә, сөнки башҡорт араһындағы һарттарҙы тарихсы һәм этнографтарҙың, исеменең һәм элек йәшәгән ерҙәренең уртаҡлығына ҡарап, үзбәктәр менән бутап йөрөтөүҙәренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға мөмкинлек бирә. Шәжәрә буйынса, Иштәктең төп йорто Аму даръяһында булып, уның улдары Уралда мәҡам тотмоштар, һарт башҡорттары иһә, Урта Азияла ҡалып, үзбәк менән аралашып, һуңғы быуаттарҙа Уралға, үҙ туғандары араһына килеп һыйынған булып сыға. Тимәк, артабан һарт тигәндә, башҡорттоң үҙенең Һарт тигән ырыуы тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Әйле ҡәүемен Иштәктең дүртенсе улы Бәкатундан тыуған Әйле башлап ебәргән, тип күрһәтелә. “…Әйле. Атаһы (Бәкатун) йортонда, Миәс даръяһында, атаһы урынында илле йыл шаһ булып, туҡһан йыл ғүмере булып, Миәс даръяһында дәфен булынмыш”. Ҡол Ғәлиҙең үҙе һәм үҙенән һуңғы нәҫел-нәсәплек ебе тураһында түбәндәгеләр билдәле. Ҡол Ғәлиҙең атаһы Мирхажи, уның атаһы Ғәлим бәк, уның атаһы Ғабдулла хан булған. Ғабдулла хан Болғарҙа илле йыл ханлыҡ ҡылған. Әммә Ғәлим бәк заманында ханлыҡ һәләкәткә осрай. Болғар дәүләтен татар-монгол яуы баҫып ала. Ғәлим бәк тә, уның улы Мирхажи ҙа Кәшан ҡалаһында береһе мөҙәрис, икенсеһе имам булып тора. Вафа­ты – ул замандың Башҡорт йортона ҡараған Зәй тамағында. “…Ҡол Ғәли. Харәзмдә ҡырҡ биш йыл мөҙәрис булып, Ҡытай ғәскәренән ҡасып, Үргәнескә килеп, унан Ҡырғыҙға, унан атай йортона, Зәй тамағына килеп, Бүләр ҡалаһын бина ҡылмыштар”. Ҡол Ғәлиҙән Тажетдин Ялсы­ғоловҡа тиклемге быуындар: Ҡол Ғәлиҙең улы Мирғәли (“Үргәнестә мөҙәрис булмыш, шунда вафат”), Мирғәлиҙең улы Миршәриф (“Үргәнестә үә Хиуала алтмыш йыл мөҙәрис булып, Хиуала вафат булды”). Уның улы Мирсәйет (“дәүерендә унан ғалим һәм фазил әҙәм булманы, һис бер фән ҡалманы, һәр беренә бер хашийә әйтте”. Уның улы Нурсәйет (“Үргәнес, Хиуа үә Ҡонғратҡа егерме өс йыл хан булып, ҡыҙылбаштар шаһы Наҙир шаһтың улдары үлтерҙеләр”). …Сәйҙәш ибн Нурсәйет (“Әй һыуының башында, Сәйҙәш тигән түбәлә, йорт яһап, ханлыҡ тотто, башҡорт хандары үлтерҙеләр”). “Сәйҙәштең бер улы Ҡоштаймаҫ. Бынан Ҡоштаймаҫ әйлеһе булалыр. Тенеш (Тыныш). Бының ике улы: Көҙөй, Ҡошсо. Былар дәхи башҡорт хандары. Көҙөй. Бынан Өфө өйәҙе Көҙөй-Әйле башҡорттары”. Артабан: Яныш – Бабыш – Үлмәҫ хажи ибн Бабыш – Ғәбдерахман хажи – Ялынбай мулла – Ҡотлобулат мулла – Ейәнсура – Йәнтимер – Мәметҡол – Ялсығол хажи. “Хәҙрәт Тажетдин бин хажи Ялсығол. “Ҫөбәтел ғажизин” исемле китапҡа “Рисаләи Ғәзизә” намында шәрех яҙмыш. Башҡорт йортонда дәстгир китаптыр”. Тажетдин Ялсығолов үҙ ыры­уының, йәғни Әйле башҡорт­тарының нәсәбнамәһен ошондай һүҙҙәр менән тамамлай: “Беҙ ижтиһадыбыҙҙы сарыф әйләп, Әҙәм ғәләйһум заманынан алып был заманғаса тамам, һикһән бишенсе баба беҙ булдыҡ. Әй уландарым, һеҙ һәм яҙығыҙ!” Ҡол Ғәли, тимәк, башҡорттоң кешелек донъяһында меңәрләгән йыллыҡ тарих төпкөлдәренән килгән ырыу тармағының затлы уҡымышлылар һәм арҙаҡлы хандар динас­тияһының мәшһүр бер вәкиле. “Ҡисса-и Йософ” дастаны – башҡорт даһийының төрки ха­лыҡтар һәм, ғөмүмән, Шәреҡ рухи мәҙәниәте үҫешенә индергән үлемһеҙ әҫәре. Поэма 1212 – 1233 йылдарҙа яҙылып, Урал-Волга буйҙарын татар-монголдар баҫып алыр алдынан (1236 йыл) тамамланған, тип фараз ителә. Авторҙың 45 йыл Хәрәзмдә мөҙәрис булып тороуы, яу ваҡытында ҡырғыҙҙарға ҡасып, аҙаҡ атай йортона – Зәй тамағына ҡайтыуы тураһындағы мәғлүмәт­тәрҙе, ул йәшәгән дәүерҙәге башҡа ҡайһы бер исемдәр, ваҡиғалар менән сағыштырып ҡарағанда, уның тыуған ваҡыты 1174 йылдан алдараҡ булырға мөмкин, тигән фараз ышаныслыраҡ күренә. “Ҡисса-и Йософ” поэмаһы – башҡорт, татарҙар араһында бөгөн дә  иң танылған әҫәрҙәрҙең береһе. Ҡол Ғәли 1236 йылда монгол яуында Бүләр (Биләр)  ҡалаһында вафат була.
Ҡол Ғәли – Волга-Уралтөбәгендә йәшәгән халыҡтарҙың мәшһүр шағиры, мәғрифәтсеһе, аҡыл эйәһе. Күп халыҡтың ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыған, үҙенең рухи донъяһын шуға ҡарап һөйләгән, шуға эйәреп ижад иткән үлемһеҙ боронғо ҡомартҡы– “Ҡисса-и Йософ”(“Йософ китабы”ның) авторы. Сығышы менәнбашҡорттарҙыңӘйлеырыуынанбулған,Волга буйы БолғарыныңБүләр (Биләр)һәм Кәшәнә ҡалаларында торған. Ул “Ҡисса-и Йософ” поэмаһын1233йылда яҙған.Ҡол Ғәли–башҡорттарһәмтатарҙарараһында телдән дә, ҡулъяҙма хәлендә лә киң таралған, күп быуаттар буйы быуындан-быуынға, ҡулдан-ҡулға тапшырыла килгән, уҙған быуаттың 30-сы йылдары аҙағынанҠазантипографияларында айырым баҫма булып сыҡҡан, халыҡ араһында киң танылыу яулаған һоҡланғыс һәм илаһи мөхәббәт дастаны– “Ҡисса-и Йософ” әҫәренең (йә иһә “Йософ китабы”, “Йософ үә Зөләйха”) авторы.Ҡол Ғәли – боронғо башҡорт һәм боронғо болғар шағиры, Әйле ырыуы башҡорто. Шағирҙың тормошо һәм ижады хаҡында үҙе йәшәгән дәүерҙә теркәлгән тарихи сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исемен, затын аныҡ ҡына күрһәткән мәғлүмәттәр күренекле башҡорт уҡымышлыһы, шағир һәм ғалимТажетдин Ялсығол әл-БашҡордиҙыңXVIII быуат аҙағында–XIXбыуат баштарында яҙылған “Тәуарихе Болғариә” тигән киң билдәле тарихи-әҙәби хеҙмәтендә Әйле ҡәүеме башҡорттарының шәжәрәһе рәүешендә урын алған. Был әҫәрҙә Тажетдин Ялсығолов, Әйле ырыуы башҡорттарының шәжәрәһен килтереп, үҙенең ун һигеҙенсе быуын боронғо нәҫеллек ебе Ҡол Ғәлигә барып тоташҡанлығын раҫлай. “Тәуарихе Болғариә”гә индерелгән был шәжәрәне үҙ ваҡытында (1897йыл)Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев“Әй башҡорттарының нәсәбнамәһе” тигән исем менән үҙенең атаҡлы “Йәдкәр” тигән йыйынтығында баҫтырып сығарған. Беҙ уны “Йәдкәр”ҙең1984йылғы баҫмаһы буйынса килтереп үтмәксебеҙ. Иң әүәл– Әйле башҡорттарының Ҡол Ғәлигә тиклемге быуындарының ил башы, башҡорт ханы Иштәктән (йә иһә Истәктән) башланған өлөшөн күрһәтәйек:Иштәк– (уның улы) Бәкатун– Әйле– Туҡый хан– Айҙар хан – Сәйет хан– Әмир хан– Солтанморат хан– Сәлим хан– Илһам хан – Ғабдулла хан– Ғәлим бәк– Мирхажи– Ҡол Ғәли. Шәжәрәнең был өлөшөнән күренеүенсә, Ҡол Ғәлиҙең ата-бабаларының Туҡый хандан алып Ғәлим бәккә тиклем туғыҙ быуыны Болғар дәүләтендә арҙаҡлы хандар династияһын билдәләй. “Нәсәбнамә”лә боронғо Иштәк хан тураһындағы мәғлүмәттәр иғтибарҙы йәлеп итә. Бер ыңғай шуны ла билдәләйек: Иштәктең “суҡ улдары”, йәғни ете улының исемдәре һәммәһе лә башҡорттоң киң билдәле ырыу-ҡәбилә атамалары менән тап килә. Шул ете улдың бишенсеһе Сарт тип аталыуы иһә айырым бер әһәмиәткә эйә, сөнки башҡорт араһындағы һарттарҙы тарихсы һәм этнографтарҙың, исеменең һәм элек йәшәгән ерҙәренең уртаҡлығына ҡарап, үзбәктәр менән бутап йөрөтөүҙәренә тәнҡит күҙлегенән ҡарарға мөмкинлек бирә. Шәжәрә буйынса, Иштәктең төп йорто Аму даръяһында булып, уның улдары Уралда мәҡам тотмоштар, һарт башҡорттары иһә, Урта Азияла ҡалып, үзбәк менән аралашып, һуңғы быуаттарҙа Уралға, үҙ туғандары араһына килеп һыйынған булып сыға. Тимәк, артабан һарт тигәндә, башҡорттоң үҙенең Һарт тигән ырыуы тураһында һүҙ алып барыласаҡ. Әйле ҡәүемен Иштәктең дүртенсе улы Бәкатундан тыуған Әйле башлап ебәргән, тип күрһәтелә. “…Әйле. Атаһы (Бәкатун) йортонда, Миәс даръяһында, атаһы урынында илле йыл шаһ булып, туҡһан йыл ғүмере булып, Миәс даръяһында дәфен булынмыш”. Ҡол Ғәлиҙең үҙе һәм үҙенән һуңғы нәҫел-нәсәплек ебе тураһында түбәндәгеләр билдәле. Ҡол Ғәлиҙең атаһы Мирхажи, уның атаһы Ғәлим бәк, уның атаһы Ғабдулла хан булған. Ғабдулла хан Болғарҙа илле йыл ханлыҡ ҡылған. Әммә Ғәлим бәк заманында ханлыҡ һәләкәткә осрай. Болғар дәүләтен татар-монгол яуы баҫып ала. Ғәлим бәк тә, уның улы Мирхажи ҙа Кәшан ҡалаһында береһе мөҙәрис, икенсеһе имам булып тора. Вафаты– ул замандың Башҡорт йортона ҡараған Зәй тамағында. “…Ҡол Ғәли. Харәзмдә ҡырҡ биш йыл мөҙәрис булып, Ҡытай ғәскәренән ҡасып, Үргәнескә килеп, унан Ҡырғыҙға, унан атай йортона, Зәй тамағына килеп, Бүләр ҡалаһын бина ҡылмыштар”.Ҡол Ғәлиҙән Тажетдин Ялсығоловҡа тиклемге быуындар: Ҡол Ғәлиҙең улы Мирғәли (“Үргәнестә мөҙәрис булмыш, шунда вафат”), Мирғәлиҙең улы Миршәриф (“Үргәнестә үә Хиуала алтмыш йыл мөҙәрис булып, Хиуала вафат булды”). Уның улы Мирсәйет (“дәүерендә унан ғалим һәм фазил әҙәм булманы, һис бер фән ҡалманы, һәр беренә бер хашийә әйтте”. Уның улы Нурсәйет (“Үргәнес, Хиуа үә Ҡонғратҡа егерме өс йыл хан булып, ҡыҙылбаштар шаһы Наҙир шаһтың улдары үлтерҙеләр”).…Сәйҙәш ибн Нурсәйет (“Әй һыуының башында, Сәйҙәш тигән түбәлә, йорт яһап, ханлыҡ тотто, башҡорт хандары үлтерҙеләр”). “Сәйҙәштең бер улы Ҡоштаймаҫ. Бынан Ҡоштаймаҫ әйлеһе булалыр. Тенеш (Тыныш). Бының ике улы: Көҙөй, Ҡошсо. Былар дәхибашҡорт хандары. Көҙөй. Бынан Өфө өйәҙе Көҙөй-Әйле башҡорттары”. Артабан: Яныш– Бабыш– Үлмәҫ хажи ибн Бабыш– Ғәбдерахман хажи– Ялынбай мулла– Ҡотлобулат мулла– Ейәнсура– Йәнтимер– Мәметҡол– Ялсығол хажи. “Хәҙрәт Тажетдин бин хажи Ялсығол. “Ҫөбәтел ғажизин” исемле китапҡа “Рисаләи Ғәзизә” намында шәрех яҙмыш. Башҡорт йортонда дәстгиркитаптыр”.Тажетдин Ялсығолов үҙ ырыуының, йәғни Әйле башҡорттарының нәсәбнамәһен ошондай һүҙҙәр менән тамамлай: “Беҙ ижтиһадыбыҙҙы сарыф әйләп, Әҙәм ғәләйһум заманынан алып был заманғаса тамам, һикһән бишенсе баба беҙ булдыҡ. Әй уландарым, һеҙ һәм яҙығыҙ!” Ҡол Ғәли, тимәк, башҡорттоң кешелек донъяһында меңәрләгән йыллыҡ тарих төпкөлдәренән килгән ырыу тармағының затлы уҡымышлылар һәм арҙаҡлы хандар династияһының мәшһүр бер вәкиле. “Ҡисса-и Йософ” дастаны – башҡорт даһийының төрки халыҡтар һәм, ғөмүмән, Шәреҡ рухи мәҙәниәте үҫешенә индергән үлемһеҙ әҫәре. Поэма 1212 – 1233 йылдарҙа яҙылып, Урал-Волга буйҙарын татар-монголдар баҫып алыр алдынан (1236 йыл) тамамланған, тип фараз ителә. Авторҙың 45 йыл Хәрәзмдә мөҙәрис булып тороуы, яу ваҡытында ҡырғыҙҙарға ҡасып, аҙаҡ атай йортона– Зәй тамағына ҡайтыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе, ул йәшәгән дәүерҙәге башҡа ҡайһы бер исемдәр, ваҡиғалар менән сағыштырып ҡарағанда, уның тыуған ваҡыты1174йылдан алдараҡ булырға мөмкин, тигән фараз ышаныслыраҡ күренә. “Ҡисса-и Йософ” поэмаһы– башҡорт, татарҙар араһында бөгөн дә иң танылған әҫәрҙәрҙең береһе.
Шәхестәр
false
https://bashgazet.ru/articles/sh-khest-r/2023-02-10/ul-handar-n-elen-n-3139575
10 Февраль , 23:33
ba
Өфөлә Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса комплекслы саралар тамамланды
3-4 октябрҙә Өфөлә «Минең туған телем» программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойошторған Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса комплекслы саралар үтте. Ике көн дауамында Рәсәйҙең ете төбәгенән һәм Һиндостандан ҡатнашыусылар полилингваль белем биреү, телдәрҙе һаҡлау, заманса мәктәп шарттарында туған телде өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн һанлы технологияларҙы ҡулланыу, туған телдәрҙе уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары һәм балаларҙы ғаиләлә туған телгә йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Конференцияның абруйлы ҡунаҡтары - Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Кеше хоҡуҡтары буйынса күп яҡлы хеҙмәттәшлек департаменты директоры урынбаҫары Сергей Чумарев, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәте идаралығы начальнигы Тимур Цыбиков, Дәүләт Думаһы депутаты, Мәғариф буйынса комитет ағзаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ЮНЕСКО-ның «Бөтәһе өсөн мәғлүмәт» программаһының Рәсәй комитеты рәйесе, генераль төбәк-ара китапхана хеҙмәттәшлеге үҙәге директоры Сергей Бакейкин, Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе урынбаҫары Удмурт Республикаһының фән, мәғариф һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса даими комиссияһы етәксеһе Татьяна Ишматова. Сығышында Сергей Бакейкин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировҡа Башҡортостан халыҡтарының телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индергәне һәм ошо тематикаға иғтибар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. "Тел мөхитен һәм туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән был мөһим сараның Өфөлә үтеүе ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһында республиканың дәүләт һәм туған телдәрен өйрәнеү һәм туған телдәрҙә белем биреүҙе үҫтереү тәьмин ителә, 8 полилингваль мәктәп асылған», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин. “Беҙҙең майҙансыҡ туған телдәрҙе, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлау хаҡында борсолған битараф булмаған кешеләрҙе берләштереүенә шатбыҙ", - тип билдәләне Элина Ғатауллина. Саралар программаһы сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһында Тел сәйәсәте төбәктең тотороҡло үҫеш факторы булараҡ" халыҡ-ара ҡатнашлығындағы төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция, «Рәсәй Федерацияһының төп халыҡтары телдәрен һаҡлау" төбәк-ара телдәр форум-фестивале, оҫталыҡ дәрестәре: «Мәғәнәле уҡыуҙың ике телле технологиялары», «Рәсәй телдәрен һанлаштырыу һәм урындағы телсе-әүҙемселәр» һәм «Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм урындағы рәсми телдәренең милли коммуникатив мөхите өсөн күп телле «ПараТайп» шрифттарын ҡулланыу» һәм Башҡортостан Республикаһының Юнесконың Ассоциацияланған мәктәптәренең координация советы ултырышы нимә менән ярҙам итә ала? Ҡатнашыусылар йәнле дискуссиялар барышында ерле халыҡтарҙың телдәрен һаҡлауҙың мөмкин булған ысулдарын атаны һәм милләт-ара үҙ-ара эш итеүҙең яңы йүнәлештәрен һәм ысулдарын формалаштырҙы, шулай уҡ визуаль коммуникация мөхитендә Рәсәй шрифттарын ҡулланыуҙың мөһимлеген билдәләне.
3-4 октябрҙә Өфөлә «Минең туған телем» программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойошторған Рәсәйҙең төп халыҡтары телдәрен һаҡлау буйынса комплекслы саралар үтте. Ике көн дауамында Рәсәйҙең ете төбәгенән һәм Һиндостандан ҡатнашыусылар полилингваль белем биреү, телдәрҙе һаҡлау, заманса мәктәп шарттарында туған телде өйрәнеү һәм үҫтереү өсөн һанлы технологияларҙы ҡулланыу, туған телдәрҙе уҡытыуҙың көнүҙәк проблемалары һәм балаларҙы ғаиләлә туған телгә йәлеп итеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Конференцияның абруйлы ҡунаҡтары - Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Кеше хоҡуҡтары буйынса күп яҡлы хеҙмәттәшлек департаменты директоры урынбаҫары Сергей Чумарев, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә дәүләт сәйәсәте идаралығы начальнигы Тимур Цыбиков, Дәүләт Думаһы депутаты, Мәғариф буйынса комитет ағзаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, ЮНЕСКО-ның «Бөтәһе өсөн мәғлүмәт» программаһының Рәсәй комитеты рәйесе, генераль төбәк-ара китапхана хеҙмәттәшлеге үҙәге директоры Сергей Бакейкин, Удмурт Республикаһы Дәүләт Советы Рәйесе урынбаҫары Удмурт Республикаһының фән, мәғариф һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса даими комиссияһы етәксеһе Татьяна Ишматова. Сығышында Сергей Бакейкин Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбировҡа Башҡортостан халыҡтарының телдәрен, тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлауға ҙур өлөш индергәне һәм ошо тематикаға иғтибар иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе."Тел мөхитен һәм туған телдәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән был мөһим сараның Өфөлә үтеүе ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһында республиканың дәүләт һәм туған телдәрен өйрәнеү һәм туған телдәрҙә белем биреүҙе үҫтереү тәьмин ителә, 8 полилингваль мәктәп асылған», – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин.“Беҙҙең майҙансыҡ туған телдәрҙе, мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлау хаҡында борсолған битараф булмаған кешеләрҙе берләштереүенә шатбыҙ", - тип билдәләне Элина Ғатауллина.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-10-05/f-l-r-s-y-e-t-p-haly-tary-teld-ren-a-lau-buyynsa-kompleksly-saralar-tamamlandy-3467767
5 Октябрь , 21:10
ba
Өфөлә туған телдәр буйынса дәреслектәр презентацияһы үтте
Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала түңәрәк өҫтәл үтте. Унда туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тематик күргәҙмә ойошторған, унда һирәк осрай торған дәреслектәр, уҡыу әсбаптары һәм 1920-1940 йылдарҙа нәшер ителгән әлифбалар тәҡдим ителгән. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Люциә Ильясова сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов сығыш яһаны. "Йәмғиәтебеҙҙә республикала йәшәгән халыҡтарҙың этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыусы әсбаптар менән белем биреү ойошмаларын методик яҡтан тәьмин итеүгә бәйле проблемалар әүҙем һәм ҡыҙыҡһынып тикшерелә. Беҙҙең алда мәктәпкәсә кимәлдән башлап полилингваль белем биреү системаһының эшләүен һәм үҫешен тәьмин итеүсе шарттар булдырыу өсөн үҙебеҙгә бәйле булғандың барыһын да эшләү бурысы тора”, – тип билдәләне идаралыҡ начальнигы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһында туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихына ҡағылды. Авторҙар яҡын арала республиканың белем биреү ойошмаларына килтереләсәк яңы әсбаптар, шулай уҡ уҡыу процесына индерелгән дәреслектәр хаҡында һөйләне.  Өфөлә туған телдәр буйынса дәреслектәр презентацияһы үтте
Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала түңәрәк өҫтәл үтте. Унда туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тематик күргәҙмә ойошторған, унда һирәк осрай торған дәреслектәр, уҡыу әсбаптары һәм 1920-1940 йылдарҙа нәшер ителгән әлифбалар тәҡдим ителгән. Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Люциә Ильясова сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов сығыш яһаны. "Йәмғиәтебеҙҙә республикала йәшәгән халыҡтарҙың этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыусы әсбаптар менән белем биреү ойошмаларын методик яҡтан тәьмин итеүгә бәйле проблемалар әүҙем һәм ҡыҙыҡһынып тикшерелә. Беҙҙең алда мәктәпкәсә кимәлдән башлап полилингваль белем биреү системаһының эшләүен һәм үҫешен тәьмин итеүсе шарттар булдырыу өсөн үҙебеҙгә бәйле булғандың барыһын да эшләү бурысы тора”, – тип билдәләне идаралыҡ начальнигы. Филология фәндәре кандидаты, доцент, Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһында туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихына ҡағылды. Авторҙар яҡын арала республиканың белем биреү ойошмаларына килтереләсәк яңы әсбаптар, шулай уҡ уҡыу процесына индерелгән дәреслектәр хаҡында һөйләне.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-02-21/f-l-tu-an-teld-r-buyynsa-d-reslekt-r-prezentatsiya-y-tte-3151036
21 Февраль , 08:30
ba
Халыҡ-ара туған телдәр көнө менән!
21 февраль ­– Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан төрлө милләт вәкилдәренең үҙ телендә ҡотлауын тәҡдим итәбеҙ. Халыҡ-ара туған тел көнө ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән 1999 йылдың ноябрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында булдырыла. Был көн тәү сиратта юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта телдәрҙең 40 проценты юҡҡа сығыу сигендә.  “Үҙенең әсә теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, һәр бер кешенең мәҙәниәт кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирергә мөмкин. Үҙеңдең илеңә ҡарата булған ысын мөхәббәтте туған телеңә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Үҙенең теленә вайымһыҙ ҡараған кеше - ул ҡырағай кеше. Ул - үҙенең асылы менән зарарлы кеше, сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә”. (К. Паустовский) Мәғлүмәт: vk.com/topic-90379629_33716559
21 февраль – Халыҡ-ара туған телдәр көнө. Ошо уңайҙан төрлө милләт вәкилдәренең үҙ телендә ҡотлауын тәҡдим итәбеҙ. Халыҡ-ара туған тел көнө ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһы ҡарары менән 1999 йылдың ноябрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау маҡсатында булдырыла. Был көн тәү сиратта юғалыу хәүефе янаған телдәрҙе һаҡлауға иғтибарҙы йүнәлтергә тейеш. Белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта телдәрҙең 40 проценты юҡҡа сығыу сигендә. “Үҙенең әсә теленә булған мөхәббәтенә ҡарап, һәр бер кешенең мәҙәниәт кимәленә генә түгел, бәлки, уның гражданлыҡ ҡиммәтенә лә баһа бирергә мөмкин. Үҙеңдең илеңә ҡарата булған ысын мөхәббәтте туған телеңә ҡарата булған мөхәббәттән тыш күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Үҙенең теленә вайымһыҙ ҡараған кеше - ул ҡырағай кеше. Ул - үҙенең асылы менән зарарлы кеше, сөнки әсә теленә ҡарата уның ғәмһеҙлеге үҙ халҡының үткәненә, хәҙерге хәленә һәм киләсәгенә ғәмһеҙ ҡарауҙан килә”.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-02-21/haly-ara-tu-an-teld-r-k-n-men-n-3150646
21 Февраль , 06:00
ba
Сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ
Иртәгә, 21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә иртәгә республикала ошо датаға арналған бик күп саралар уҙғарыласағын билдәләне һәм коллегаларын уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Халыҡ-ара туған тел көнө 1999 йылдың 17 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре (ЮНЕСКО) буйынса 30-сы генераль конференцияһында тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау һәм үҫтереү, күп телле белем биреүгә ярҙам итеү маҡсатында билдәләнә. Был көндө республика мәктәптәрендә линейкалар, биш минутлыҡтар, шулай уҡ кластан тыш саралар, милли кейемдәрҙә балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы туған телдәге иртәнге сәләмләүҙәр ойошторола. 21 февралдә “Торатау” конгресс-холында “Әҙәбиәттә туған тел бөйөклөгө” әҙәби осрашыуы ойошторола.
Иртәгә, 21 февралдә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә иртәгә республикала ошо датаға арналған бик күп саралар уҙғарыласағын билдәләне һәм коллегаларын уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Халыҡ-ара туған тел көнө 1999 йылдың 17 ноябрендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре (ЮНЕСКО) буйынса 30-сы генераль конференцияһында тел һәм мәҙәни төрлөлөктө һаҡлау һәм үҫтереү, күп телле белем биреүгә ярҙам итеү маҡсатында билдәләнә. Был көндө республика мәктәптәрендә линейкалар, биш минутлыҡтар, шулай уҡ кластан тыш саралар, милли кейемдәрҙә балаларҙы һәм уҡытыусыларҙы туған телдәге иртәнге сәләмләүҙәр ойошторола.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2023-02-20/saralar-an-sitt-alma-y-3149629
20 Февраль , 12:15
ba
Өфөләге тимер юлы вокзалында... башҡортса иғлан юҡ
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән аралашты, бының өсөн тура бәйләнеш ойошторолдо. Һорауҙар алдан да әҙерләп ебәрелгәйне, шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша тура эфирға ла килде. Шундай һорауҙарҙың береһе Илнур Рамазанов тигән кешенән булды. Ул Өфө тимер юлы вокзалында башҡортса иғландар булмауы, иҫкәртеү тик рус һәм инглиз телендә алып барылыуы тураһында хәбәр итте. Радий Хәбиров шунда уҡ бының уның өсөн яңылыҡ булыуын билдәләне. – Мин был турала беренсе тапҡыр ишетәм, эштең нимәлә икәнлеген асыҡлаясаҡмын. Беҙҙең аэропортта башҡорт һәм рус телендә иғлан итәләр. Быны шәхсән тикшергәнем бар. Әгәр тимер юлы вокзалында был юҡ икән, тимәк дөрөҫ түгел, – тине ул.
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡы менән аралашты, бының өсөн тура бәйләнеш ойошторолдо. Һорауҙар алдан да әҙерләп ебәрелгәйне, шулай уҡ социаль селтәрҙәр аша тура эфирға ла килде. Шундай һорауҙарҙың береһе Илнур Рамазанов тигән кешенән булды. Ул Өфө тимер юлы вокзалында башҡортса иғландар булмауы, иҫкәртеү тик рус һәм инглиз телендә алып барылыуы тураһында хәбәр итте. Радий Хәбиров шунда уҡ бының уның өсөн яңылыҡ булыуын билдәләне.– Мин был турала беренсе тапҡыр ишетәм, эштең нимәлә икәнлеген асыҡлаясаҡмын. Беҙҙең аэропортта башҡорт һәм рус телендә иғлан итәләр. Быны шәхсән тикшергәнем бар.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-10-28/f-l-ge-timer-yuly-vokzalynda-bash-ortsa-i-lan-yu-3008277
28 Октябрь 2022, 17:00
ba
Кемдәр грантҡа эйә?
Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм республиканың дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алыуға конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр иҫәбенә 28 коммерцияға ҡарамаған ойошма инде.  Еңеүсе проекттар араһында иң танылған конкурс йүнәлештәре: *Башҡортостан биләмәһендә мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә башҡорт телен пропагандалау һәм артабан үҫтереү – 10 проект; * Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, белем биреү, фәнни проекттарҙы булдырыу һәм тормошҡа ашырыу - 7 проект. * Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә  башҡорт телен һанлы продукттар,  фото-видео, аудио ресурстар, электрон майҙансыҡтар ҡулланып популярлаштырыу буйынса проекттарға ярҙам – 5 проект. Еңеүсе проекттар географияһы республикабыҙҙың өс муниципалитеты тарафынан күрһәтелгән: Өфө - 18 берәмек, Сибай ҡалаһы һәм Иглин районы – берешәр. Шулай уҡ Рәсәйҙең әүҙем ҡатнашҡан төбәктәре: Свердловск өлкәһе - 4, Силәбе - 2, Ханты-Манси автономлы округы һәм Пермь крайы берәр проект тәҡдим иткән. “Был гранттар конкурсы Башҡортостан халыҡтары телдәрен яңы кимәлдә  үҫтерергә булышлыҡ  итә. Йыл һайын республика Башлығының туған телдәр үҫешенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән гранттары ярҙамында яңы мобиль ҡушымталар, балалар уйындары барлыҡҡа килеүен күрәбеҙ, муниципалитеттарҙа мәктәп телестудиялары һәм милли театрҙар һәм башҡалар асыла. Һәр еңеүсе проект туған телдәргә яңы үҫеш бирә, уларҙы өйрәнеү ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. 2022 йылдың грант конкурсы еңеүселәре туған телдәрҙе өйрәнеүҙе популярлаштырыуға ҙур өлөш индереүенә ышанам”, - тине Фондтың генераль директоры Люция Сәйфуллина.  Проекттарҙы тормошҡа ашырыу быйыл 1 сентябрҙән башлана.
Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм республиканың дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантын алыуға конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр иҫәбенә 28 коммерцияға ҡарамаған ойошма инде. Еңеүсе проекттар араһында иң танылған конкурс йүнәлештәре:*Башҡортостан биләмәһендә мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә башҡорт телен пропагандалау һәм артабан үҫтереү – 10 проект;* Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, белем биреү, фәнни проекттарҙы булдырыу һәм тормошҡа ашырыу - 7 проект.* Башҡортостан халыҡтары телдәрен һәм дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һанлы продукттар, фото-видео, аудио ресурстар, электрон майҙансыҡтар ҡулланып популярлаштырыу буйынса проекттарға ярҙам – 5 проект. Еңеүсе проекттар географияһы республикабыҙҙың өс муниципалитеты тарафынан күрһәтелгән: Өфө - 18 берәмек, Сибай ҡалаһы һәм Иглин районы – берешәр. Шулай уҡ Рәсәйҙең әүҙем ҡатнашҡан төбәктәре: Свердловск өлкәһе - 4, Силәбе - 2, Ханты-Манси автономлы округы һәм Пермь крайы берәр проект тәҡдим иткән.“Был гранттар конкурсы Башҡортостан халыҡтары телдәрен яңы кимәлдә үҫтерергә булышлыҡ итә. Йыл һайын республика Башлығының туған телдәр үҫешенә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән гранттары ярҙамында яңы мобиль ҡушымталар, балалар уйындары барлыҡҡа килеүен күрәбеҙ, муниципалитеттарҙа мәктәп телестудиялары һәм милли театрҙар һәм башҡалар асыла. Һәр еңеүсе проект туған телдәргә яңы үҫеш бирә, уларҙы өйрәнеү ҡыҙыҡһыныуын тыуҙыра. 2022 йылдың грант конкурсы еңеүселәре туған телдәрҙе өйрәнеүҙе популярлаштырыуға ҙур өлөш индереүенә ышанам”, - тине Фондтың генераль директоры Люция Сәйфуллина.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-07-21/kemd-r-grant-a-ey-2881772
21 Июль 2022, 19:30
ba
Ерем, телем, илем – Башҡортостаным
Маҡтанып түгел, һоҡланып әйткән борондан беҙҙең ата-бабалар: Ергенәйем алтын, һыуы һалҡын, Башҡорт ере кеүек ер ҡайҙа? Бары тик әкиәттәрҙәге күктә, болоттар араһындағы аҫылмалы хыял иленә генә тиңләп була еребеҙҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, тиңләп булған. Ә хәҙер? Башҡорт ерҙәре ниндәй генә бай булмаһын, ул байлыҡ мәңгелек түгел. Башҡорт ерҙәре ни тиклем ҙур булмаһын, сикһеҙ түгел. Кешене кеше иткән дә – ошо бәрәкәтле ер. Һутлы емеш, гәрәбәләй иген биргән ҡара ыуылдырыҡтай тупраҡты, шағир әйтмешләй, тот та икмәккә һыла инде! Ере, иле өсөн халыҡ күпме тир түккән, ҡан ҡойған! Борон бер ырыу башлығынан: “Ерегеҙ икһеҙ-сикһеҙ: ул тау-урманы, ялан-туғайы, йылға-күле... Ниңә һеҙгә шул саҡлы, кәрәгенән артығы?” – тип һорағандар, ти. “Еребеҙ икһеҙ-сикһеҙ, тик уның һис артығы юҡ. Төрлөлөгө менән ул бөтөн, ырыуға яҙмыш төйәк булыуы менән ғәзиз”, –тип яуап биргән башлыҡ. Бына шулай. Ер бер ваҡытта ла артыҡ була алмай. Ил тамырын баҙар балтаһы өҙөргә тейеш түгел. Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Милләтебеҙҙең киләсәге – беҙҙең ҡулда. Тыуған ерен һөйгән кеше туған телен дә һөйә. Был төшөнсәне айырып ҡарап булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Туған теле әсә һөтө менән бергә сабыйҙың ҡанына һеңә. Ке­шеләр менән аралаштырған – тел-белем, ғилем биргән – тел. Туған тел – үҙ байлығыбыҙ, яҙмышыбыҙ. Тел­дең, илдең йәшәүе лә – үҙебеҙҙең ҡул­да. Беҙҙең генә түгел, киләсәк бы­уындың һөйләшеүендә лә мәңге шулай ғорур яңғыраһын ине башҡорт те­ле. Туған тел аша кеше туған халҡы­ның мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын күңеленә һеңдерә. Беҙҙә киләсәк быуынды тәрбиәләрлек бай халыҡ ижады, әҙәбиәтебеҙ бар. Мәҫәлән, Сәғит Агиштың “Фәтхи һал­дат” әҫәрен уҡыған һайын, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәненә һоҡланаһың. Йәмғәли ҡарттың халыҡ алдында Фәтхигә әйткән һүҙҙәре генә лә алтынға тиң: “Кеше сыҡҡан юлынан кире ҡайтыр булһа, батыр түгел, бахыр булыр. Дуҫты дошмандан айыра бел. Телеңә баш бул, йөрәгең аҡылыңдан алда йөрөмәһен. Егет кешенең эсендә еҙ эйәрле ат ятыр. Егет үлһә, яманат түгел, мәңге һөйләрлек дан ҡайтһын”. Һөйгәне Зөлхизә Фәтхиҙе алып китер алдынан былай тип йырлай: Алтын-көмөш тә генә сөйгә ҡыҙмай, Баҡыр ҙа ғына сөйҙө үҙеңә тарт. Ошо кинәйәле йыр арҡаһында Фәт­хи бығауҙың айышына төшөнөп ҡаса. Тағы ла бер әҫәр – Назар Нәж­миҙең “Урал” поэмаһын алайыҡ. Сит илдә йәшәгән яҡташын осратҡан Ишмулла уны башҡорт тип танырға теләмәй. Был сит кеше, башҡорт икә­нен иҫбатларға теләп, уға бөтә кисерештәрен, уйҙарын, хис-тойғо­ларын асып һала. Тыуған ерен иҫенә төшөргәндә уның күҙҙәренән йәш атылып сыға. “Урал”ды йырлағас, Ишмулла: “Тик башҡорт ҡына ошолай йырлай ала, ләкин һин барыбер башҡорт түгелһең”, – ти. Бер ҡараһаң, Ишмулланың фекерендә дөрөҫлөк тә бар кеүек, әммә сит ерҙә йәшә­гәненә ҡарамаҫтан, башҡорт­лоғон юғалт­маған кеше, башҡорттоң сифат­тарын аңлап, һаҡлап ҡалған кеше башҡорт исеменә лайыҡ, минеңсә. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә, йәшәп тә, үҙен сит милләт вәкиле итеп күрһә­тергә теләп, бүтән телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?! Эйе, республикабыҙ күп милләтле. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиә­лә­нергә хаҡлы. Һәр кем үҙенең миллә­те менән ғорурланырға тейеш. Һүҙемде Розалия Солтангә­рәе­ва­ның “Башҡорт иленә ҡобайыр”ынан өҙөк менән тамамлайым: Һаҡлағыҙ башҡорт илен – Батыр илен, дан илен, Ҡояш илен, заң илен, Башҡорт илен!.. Зөһрә КАШАПОВА Әбйәлил районы.
Маҡтанып түгел, һоҡланып әйткән борондан беҙҙең ата-бабалар:Ергенәйем алтын, һыуы һалҡын,Башҡорт ере кеүек ер ҡайҙа?Бары тик әкиәттәрҙәге күктә, болоттар араһындағы аҫылмалы хыял иленә генә тиңләп була еребеҙҙе. Дөрөҫөн әйткәндә, тиңләп булған. Ә хәҙер?Башҡорт ерҙәре ниндәй генә бай булмаһын, ул байлыҡ мәңгелек түгел. Башҡорт ерҙәре ни тиклем ҙур булмаһын, сикһеҙ түгел. Кешене кеше иткән дә – ошо бәрәкәтле ер. Һутлы емеш, гәрәбәләй иген биргән ҡара ыуылдырыҡтай тупраҡты, шағир әйтмешләй, тот та икмәккә һыла инде! Ере, иле өсөн халыҡ күпме тир түккән, ҡан ҡойған!Борон бер ырыу башлығынан: “Ерегеҙ икһеҙ-сикһеҙ: ул тау-урманы, ялан-туғайы, йылға-күле... Ниңә һеҙгә шул саҡлы, кәрәгенән артығы?” – тип һорағандар, ти. “Еребеҙ икһеҙ-сикһеҙ, тик уның һис артығы юҡ. Төрлөлөгө менән ул бөтөн, ырыуға яҙмыш төйәк булыуы менән ғәзиз”, –тип яуап биргән башлыҡ. Бына шулай. Ер бер ваҡытта ла артыҡ була алмай. Ил тамырын баҙар балтаһы өҙөргә тейеш түгел. Халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн, бөгөн донъяға айыҡ аҡыл менән ҡарарға, хаталарҙы ҡабатламаҫҡа кәрәк. Милләтебеҙҙең киләсәге – беҙҙең ҡулда. Тыуған ерен һөйгән кеше туған телен дә һөйә. Был төшөнсәне айырып ҡарап булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Туған теле әсә һөтө менән бергә сабыйҙың ҡанына һеңә. Кешеләр менән аралаштырған – тел-белем, ғилем биргән – Туған тел – үҙ байлығыбыҙ, яҙмышыбыҙ. Телдең, илдең йәшәүе лә – үҙебеҙҙең ҡулда. Беҙҙең генә түгел, киләсәк быуындың һөйләшеүендә лә мәңге шулай ғорур яңғыраһын ине башҡорт теле. Туған тел аша кеше туған халҡының мәҙәниәте, йолалары менән таныша, уның рухын күңеленә һеңдерә. Беҙҙә киләсәк быуынды тәрбиәләрлек бай халыҡ ижады, әҙәбиәтебеҙ бар. Мәҫәлән, Сәғит Агиштың “Фәтхи һалдат” әҫәрен уҡыған һайын, халыҡтың ни тиклем аҡыллы, йор һүҙле икәненә һоҡланаһың. Йәмғәли ҡарттың халыҡ алдында Фәтхигә әйткән һүҙҙәре генә лә алтынға тиң: “Кеше сыҡҡан юлынан кире ҡайтыр булһа, батыр түгел, бахыр булыр. Дуҫты дошмандан айыра бел. Телеңә баш бул, йөрәгең аҡылыңдан алда йөрөмәһен. Егет кешенең эсендә еҙ эйәрле ат ятыр. Егет үлһә, яманат түгел, мәңге һөйләрлек дан ҡайтһын”.Һөйгәне Зөлхизә Фәтхиҙе алып китер алдынан былай тип йырлай:Алтын-көмөш тә генә сөйгәҡыҙмай,Баҡыр ҙа ғына сөйҙө үҙеңә тарт. Ошо кинәйәле йыр арҡаһында Фәтхи бығауҙың айышына төшөнөп ҡаса. Тағы ла бер әҫәр – Назар Нәжмиҙең “Урал” поэмаһын алайыҡ. Сит илдә йәшәгән яҡташын осратҡан Ишмулла уны башҡорт тип танырға теләмәй. Был сит кеше, башҡорт икәнен иҫбатларға теләп, уға бөтә кисерештәрен, уйҙарын, хис-тойғоларын асып һала. Тыуған ерен иҫенә төшөргәндә уның күҙҙәренән йәш атылып сыға. “Урал”ды йырлағас, Ишмулла: “Тик башҡорт ҡына ошолай йырлай ала, ләкин һин барыбер башҡорт түгелһең”, – ти. Бер ҡараһаң, Ишмулланың фекерендә дөрөҫлөк тә бар кеүек, әммә сит ерҙә йәшәгәненә ҡарамаҫтан, башҡортлоғон юғалтмаған кеше, башҡорттоң сифаттарын аңлап, һаҡлап ҡалған кеше башҡорт исеменә лайыҡ, минеңсә. Ә үҙ илендә, атай-олатайҙар төйәгендә, йәшәп тә, үҙен сит милләт вәкиле итеп күрһәтергә теләп, бүтән телдә генә һөйләшеп йөрөүселәр аҙмы ни?!Эйе, республикабыҙ күп милләтле. Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-07-19/erem-telem-ilem-bash-ortostanym-2878831
19 Июль 2022, 15:55
ba
Һөйләшәһе ине башҡортса...
Бөгөн ошо темаға фекерҙәремде яҙырға булдым. Мин – башҡорт егете. Һикһәненсе йылдарҙа Силәбе ҡалаһында ябай эшсе ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Ҡышын ҡалала, йәйен ауылда була инек. Атай-әсәйем эшһөйәр итеп үҫтерҙе. Башҡорт йолаларын өйрәтте, әммә туған телде белмәй үҫтек. Ғөмүмән, бындай миҫал күптәргә таныш. Би­герәк тә йәштәштәремә, яҡташтарға. Атай-әсәйебеҙҙең бында ғәйебе юҡ. Улар ең һыҙ­ға­нып беҙҙе кейендерергә, ашатырға, уҡы­тыр­ға тип, заводтарҙа тир түкте. Ниндәй генә ауыр хеҙмәт булмаһын, милли йолаларҙы үтәргә улар ваҡыт таба ине. Бала тыуһа, исем ҡушыу йолаһы үтәлә, ғаилә тормошо никахтан башлана ине. Бигерәк тә кешене һуңғы юлға оҙатыу бурысын улар еренә еткереп башҡарҙы. Төн йоҡоларын ҡалдырып, ерләү йолаһында ҡатнашалар ине. Беҙҙе лә йәлеп иттеләр. Мин атайым менән бергә ҡәбер ҡаҙыша  инем. Беренсе тапҡыр был ауыр, әммә мөһим йоланы ун бер йәшемдә күрҙем. Ҡартатайымды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ололар, беҙҙе өйрәнә торһон тип, вағыраҡ йомош ҡушты. Мәҫәлән, көрәкте алып килергә, мәрхүмдең исем-фамилияһын яҙырға һәм башҡа әҙерлек эштәрен башҡарырға. Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был сараларҙан ситтә ҡалманы. Инәйем башҡа апайҙар менән бергә табын әҙерләне. Мәрхүмдең етеһен, ҡырҡын уҡыттылар. Әсәйем йыш ҡына: – Ниндәй генә кеше булмаһын, мәрхүмде һуңғы юлға хөрмәт менән оҙатырға кәрәк. Шул ваҡытта уның күңеле тыныслыҡ менән китә, – тип ҡабатларға яратты. Әле атайым өлкән йәштә. Мин уның менән ауылдаштарҙы, таныштарҙы, туғандарҙы ерләү йолаһында ҡатнашырға тырышам. Ололарҙан “йәштәр хәҙер зыяратҡа ваҡыт тапмай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм. Был хәл, беренсенән, махсус ерләү буйынса эшләгән ойошмалар барлығы менән бәйле, икенсенән, йәштәр ваҡыт тарлығына зарлана, кемгәлер был йола хаҡында бала саҡтан аңлатмағандар. Күптән түгел бер мәрхүмде ерләүҙә ҡат­наш­тым. Бер нисә  кеше ҡәбер ҡаҙҙыҡ: өс ур­та йәштәге ир, дүрт аҡһаҡал. Уларҙың береһе мулла ине. Ул үҙе менән көрәген дә алып кил­гән. Мәрхүм менән хушлашырға күптәр мәсет­кә килде, бер нисә генә кеше зыяратҡа тиклем барҙы. Бөгөнгө ваҡытта үлем тураһындағы хәбәр­ҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, йола­лар­ҙы белгән өлкәндәребеҙ бер-бер артлы китә. Йәштәштәремде ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеп ҡалырға саҡырам. Ике ай элек инәйемде ерләнем. Ул бик әү­ҙем, йәшәү көсө ташып тора ине, үлеме көтмә­гән­дә килде. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарауҙа, ха­лыҡҡа файҙалы милли саралар ойоштороуҙа “ҡайнап” йәшәне. Һуңғы юл тураһында ул бер ҡасан да онотманы, яйлап әҙерләнеп йөрөнө. Беҙгә лә һүҙ араһында иҫебеҙгә төшөрә ине. Инәйемде ерләгәндән һуң атайым: “Барыһы ла яҡшы үтте, инәйең күрһә, ҡыуаныр ине”, – тигәс, юғалтыу ҡайғыһы баҫыла төштө. Тик хушлашыу һүҙҙәрен башҡортса әйтмәгәнемә генә үкенәм. Әсәйемдең вафатынан һуң бер аҙна үткәс, Силәбелә башҡорт теле курсы үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт таптым. Шулай итеп, туған тел серҙәренә төшөнә башланым. Бала саҡтан күп һүҙҙәр башҡа һеңеп ҡалған икән, уҡытыусыбыҙ мине маҡтап та алды. Әйтеп үтергә кәрәк, курс йәмәғәт эшмәкәр­ҙәренең тырышлығы менән алып барыла. Улар килем алмай, күптәренең үҙ эше, ғаиләһе бар. Шулай ҙа изге ғәмәл өсөн ваҡыт табалар. Уларҙы дәүер геройҙары тип атар инем. Мин барыһын да, әлеге  тормошоғоҙҙо таш­лағыҙ ҙа, башҡорт теленә генә күсегеҙ, ­ти­мәйем. Күптәрҙең ғаиләһе бар. Кемдер ипотека түләй, балалар үҫтерә, ата-әсәһенә ярҙам итә... Йәштәштәрем тәгәрмәстә әйләнгән тейен кеүек ҡайҙалыр саба. Аҙға ғына туҡтап, “Мин ҡайҙа барам?” тигән һорауға яуап биреү тураһында уйланырға саҡырам, милләттәш­тәрем. Үҙебеҙ өсөн мөһим булған ғәмәлдәр өсөн ваҡыт табыла ул. Мәҫәлән, туйға саҡыр­һалар, эштән дә һорайбыҙ, бүләккә аҡса ла таба­быҙ. Тик ерләү йолаһын бер ҙә ярат­май­быҙ. Тормош тураһында уйланырға сәбәп булып тора шул. Мәңгелек ҡиммәттәр ҙә үҙгәреп тора. Хәҙер күптәрҙе кешенең изге ғәмәлдәренең һаны түгел, ә аҡсаһының күләме ҡыҙыҡһындыра. Ғәҙеллек кеүек сифаттар юғалып бара. Тарихты белмәйбеҙ, нәҫелебеҙҙең үткәненә лә битарафбыҙ. Ҡартатайымдың атаһы 20-се быуаттың егерменсе йылдарында поляктарға ҡаршы һуғышҡан, Бөйөк Ватан һуғышында алтын приискыһында  эшләгән. Яҙмышы шундай ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡартатайым да рәхәт тормош күрмәгән. Ул ун ете йәшендә хеҙмәт итә башлаған, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бү­ләк­ләнгән. Һуғыштан ғәрип булып ҡайтҡан яугир тормошта ла юғалып ҡалмаған. Алты ба­лаға ғүмер биргән. Атайым да күп һынау үткән: Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, 90-сы йылдар ауырлығын кисергән. Шуға ҡарамаҫтан, ике баланы аяҡҡа баҫтырған. Мин миҫалға килтергән өс быуындың яҙмы­шы ла, заманы ла башҡа булған, тиерһегеҙ. Уның ҡарауы, милли йолалар уларҙың тормошоноң бер өлөшө булып торған. Телдәре башҡортса асылған, урыҫса белмәгәндәр  йәки насар һөйләшкәндәр. Атай-әсәйҙәр беҙгә балаларҙы балалар баҡсаһынан алырға, мәктәпкә оҙатырға, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә ярҙам итә. Теге йәки был йүнәлеш буйынса кескәйҙәр өсөн өҫтәмә дәрестәр арзан  тормай. Ни өсөн һуң  башҡорт теле уҡытыусыһының юл сығымдарын ҡапларлыҡ ҡына  аҡсаға туған тел серҙәренә төшөнөү мөмкинлегенән ситтә ҡалабыҙ?! Ғалимдарҙың билдәләүенсә, телде өйрәнеү мейенең эшмәкәрлеген яҡшырта: икенсе эшкә тиҙ генә күсеп китеү, иғтибарлы булыу кеүек һә­ләттәрҙе үҫтерә. Туған телдең яҡындар ара­һындағы бәйләнештәрҙе нығытыу көсөнә эйә булыуын айырым билдәләп үтәйек. Ата-әсәләр балаларыбыҙға туған тел серҙәрен еткергәндә, үҙҙәрен быуындар араһындағы ептәрҙе нығытыусы булараҡ хис итә. Атайым мәҡәл-әйтемдәргә таянып һөйләргә ярата. Уларҙың күбеһен туранан-тура тәржемә итеп тә булмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, башҡорт те­лен, йолаһын еткереүсе өлкәндәребеҙгә был изге бурысты тапшырыуға мөмкинлек бирәйек. Тик бер теләгем бар: мине һуңғы юлға оҙатыу милли йолаларҙан торһа ине. Барыһына ла сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип булһын. Яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ. Эх, инәйем менән бер генә ултырып сәй табынында һөйләшергә ине. Әлегә маҡсатым – туған тел­де өйрәнеп, атайым иҫән сағында уның менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп ҡалыу. Башҡорт теле курсы Силәбе ҡалаһының Ха­лыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә ойошторола. Ад­ресы: Силәбе ҡалаһы, Салют урамы, 22-се  йорт. Һәр шишәмбе һәм шәмбе уҙғарыла. Ту­лы­­раҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-951-474-27-45. Мәҡәлә авторы исем-шәрифен күрһәтмәүҙе хуп күрҙе. Нурия ИҠСАНОВА тәржемәһе
Бөгөн ошо темаға фекерҙәремде яҙырға булдым. Мин – башҡорт егете. Һикһәненсе йылдарҙа Силәбе ҡалаһында ябай эшсе ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Ҡышын ҡалала, йәйен ауылда була инек. Атай-әсәйем эшһөйәр итеп үҫтерҙе. Башҡорт йолаларын өйрәтте, әммә туған телде белмәй үҫтек. Ғөмүмән, бындай миҫал күптәргә таныш. Бигерәк тә йәштәштәремә, яҡташтарға. Атай-әсәйебеҙҙең бында ғәйебе юҡ. Улар ең һыҙғанып беҙҙе кейендерергә, ашатырға, уҡытырға тип, заводтарҙа тир түкте. Ниндәй генә ауыр хеҙмәт булмаһын, милли йолаларҙы үтәргә улар ваҡыт таба ине. Бала тыуһа, исем ҡушыу йолаһы үтәлә, ғаилә тормошо никахтан башлана ине. Бигерәк тә кешене һуңғы юлға оҙатыу бурысын улар еренә еткереп башҡарҙы. Төн йоҡоларын ҡалдырып, ерләү йолаһында ҡатнашалар ине. Беҙҙе лә йәлеп иттеләр. Мин атайым менән бергә ҡәбер ҡаҙыша инем. Беренсе тапҡыр был ауыр, әммә мөһим йоланы ун бер йәшемдә күрҙем. Ҡартатайымды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ололар, беҙҙе өйрәнә торһон тип, вағыраҡ йомош ҡушты. Мәҫәлән, көрәкте алып килергә, мәрхүмдең исем-фамилияһын яҙырға һәм башҡа әҙерлек эштәрен башҡарырға.Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был сараларҙан ситтә ҡалманы. Инәйем башҡа апайҙар менән бергә табын әҙерләне. Мәрхүмдең етеһен, ҡырҡын уҡыттылар. Әсәйем йыш ҡына:– Ниндәй генә кеше булмаһын, мәрхүмде һуңғы юлға хөрмәт менән оҙатырға кәрәк. Шул ваҡытта уның күңеле тыныслыҡ менән китә, – тип ҡабатларға яратты. Әле атайым өлкән йәштә. Мин уның менән ауылдаштарҙы, таныштарҙы, туғандарҙы ерләү йолаһында ҡатнашырға тырышам. Ололарҙан “йәштәр хәҙер зыяратҡа ваҡыт тапмай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм. Был хәл, беренсенән, махсус ерләү буйынса эшләгән ойошмалар барлығы менән бәйле, икенсенән, йәштәр ваҡыт тарлығына зарлана, кемгәлер был йола хаҡында бала саҡтан аңлатмағандар. Күптән түгел бер мәрхүмде ерләүҙә ҡатнаштым. Бер нисә кеше ҡәбер ҡаҙҙыҡ: өс урта йәштәге ир, дүрт аҡһаҡал. Уларҙың береһе мулла ине. Ул үҙе менән көрәген дә алып килгән. Мәрхүм менән хушлашырға күптәр мәсеткә килде, бер нисә генә кеше зыяратҡа тиклем барҙы. Бөгөнгө ваҡытта үлем тураһындағы хәбәрҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, йолаларҙы белгән өлкәндәребеҙ бер-бер артлы китә. Йәштәштәремде ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеп ҡалырға саҡырам. Ике ай элек инәйемде ерләнем. Ул бик әүҙем, йәшәү көсө ташып тора ине, үлеме көтмәгәндә килде. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарауҙа, халыҡҡа файҙалы милли саралар ойоштороуҙа “ҡайнап” йәшәне. Һуңғы юл тураһында ул бер ҡасан да онотманы, яйлап әҙерләнеп йөрөнө. Беҙгә лә һүҙ араһында иҫебеҙгә төшөрә ине. Инәйемде ерләгәндән һуң атайым: “Барыһы ла яҡшы үтте, инәйең күрһә, ҡыуаныр ине”, – тигәс, юғалтыу ҡайғыһы баҫыла төштө. Тик хушлашыу һүҙҙәрен башҡортса әйтмәгәнемә генә үкенәм. Әсәйемдең вафатынан һуң бер аҙна үткәс, Силәбелә башҡорт теле курсы үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт таптым. Шулай итеп, туған тел серҙәренә төшөнә башланым. Бала саҡтан күп һүҙҙәр башҡа һеңеп ҡалған икән, уҡытыусыбыҙ мине маҡтап та алды. Әйтеп үтергә кәрәк, курс йәмәғәт эшмәкәрҙәренең тырышлығы менән алып барыла. Улар килем алмай, күптәренең үҙ эше, ғаиләһе бар. Шулай ҙа изге ғәмәл өсөн ваҡыт табалар. Уларҙы дәүер геройҙары тип атар инем. Мин барыһын да, әлеге тормошоғоҙҙо ташлағыҙ ҙа, башҡорт теленә генә күсегеҙ, тимәйем. Күптәрҙең ғаиләһе бар. Кемдер ипотека түләй, балалар үҫтерә, ата-әсәһенә ярҙам итә... Йәштәштәрем тәгәрмәстә әйләнгән тейен кеүек ҡайҙалыр саба. Аҙға ғына туҡтап, “Мин ҡайҙа барам?” тигән һорауға яуап биреү тураһында уйланырға саҡырам, милләттәштәрем. Үҙебеҙ өсөн мөһим булған ғәмәлдәр өсөн ваҡыт табыла ул. Мәҫәлән, туйға саҡырһалар, эштән дә һорайбыҙ, бүләккә аҡса ла табабыҙ. Тик ерләү йолаһын бер ҙә яратмайбыҙ. Тормош тураһында уйланырға сәбәп булып тора шул. Мәңгелек ҡиммәттәр ҙә үҙгәреп тора. Хәҙер күптәрҙе кешенең изге ғәмәлдәренең һаны түгел, ә аҡсаһының күләме ҡыҙыҡһындыра. Ғәҙеллек кеүек сифаттар юғалып бара. Тарихты белмәйбеҙ, нәҫелебеҙҙең үткәненә лә битарафбыҙ.Ҡартатайымдың атаһы 20-се быуаттың егерменсе йылдарында поляктарға ҡаршы һуғышҡан, Бөйөк Ватан һуғышында алтын приискыһында эшләгән. Яҙмышы шундай ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡартатайым да рәхәт тормош күрмәгән. Ул ун ете йәшендә хеҙмәт итә башлаған, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Һуғыштан ғәрип булып ҡайтҡан яугир тормошта ла юғалып ҡалмаған. Алты балаға ғүмер биргән. Атайым да күп һынау үткән: Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, 90-сы йылдар ауырлығын кисергән. Шуға ҡарамаҫтан, ике баланы аяҡҡа баҫтырған. Мин миҫалға килтергән өс быуындың яҙмышы ла, заманы ла башҡа булған, тиерһегеҙ. Уның ҡарауы, милли йолалар уларҙың тормошоноң бер өлөшө булып торған. Телдәре башҡортса асылған, урыҫса белмәгәндәр йәки насар һөйләшкәндәр. Атай-әсәйҙәр беҙгә балаларҙы балалар баҡсаһынан алырға, мәктәпкә оҙатырға, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә ярҙам итә. Теге йәки был йүнәлеш буйынса кескәйҙәр өсөн өҫтәмә дәрестәр арзан тормай. Ни өсөн һуң башҡорт теле уҡытыусыһының юл сығымдарын ҡапларлыҡ ҡына аҡсаға туған тел серҙәренә төшөнөү мөмкинлегенән ситтә ҡалабыҙ?! Ғалимдарҙың билдәләүенсә, телде өйрәнеү мейенең эшмәкәрлеген яҡшырта: икенсе эшкә тиҙ генә күсеп китеү, иғтибарлы булыу кеүек һәләттәрҙе үҫтерә. Туған телдең яҡындар араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу көсөнә эйә булыуын айырым билдәләп үтәйек. Ата-әсәләр балаларыбыҙға туған тел серҙәрен еткергәндә, үҙҙәрен быуындар араһындағы ептәрҙе нығытыусы булараҡ хис итә. Атайым мәҡәл-әйтемдәргә таянып һөйләргә ярата. Уларҙың күбеһен туранан-тура тәржемә итеп тә булмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, башҡорт телен, йолаһын еткереүсе өлкәндәребеҙгә был изге бурысты тапшырыуға мөмкинлек бирәйек. Тик бер теләгем бар: мине һуңғы юлға оҙатыу милли йолаларҙан торһа ине. Барыһына ла сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип булһын. Яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ. Эх, инәйем менән бер генә ултырып сәй табынында һөйләшергә ине. Әлегә маҡсатым – туған телде өйрәнеп, атайым иҫән сағында уның менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп ҡалыу. Башҡорт теле курсы Силәбе ҡалаһының Халыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә ойошторола. Адресы: Силәбе ҡалаһы, Салют урамы, 22-се йорт. Һәр шишәмбе һәм шәмбе уҙғарыла. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн .Мәҡәлә авторы исем-шәрифен күрһәтмәүҙе хуп күрҙе.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-07-12/yl-sh-e-ine-bash-ortsa-2870736
12 Июль 2022, 13:43
ba
Терминология хеҙмәте ағзаларына танытма тапшырылды
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Бадранов “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы закондың үтәлеше буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның Терминология хеҙмәте ултырышын үткәрҙе. Сара аҙағында ул Терминология хеҙмәте ағзаларына танытмалар тапшырҙы. Азат Бадранов Терминология хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы өсөн бик мөһим булыуын билдәләне. Уның эше башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә, терминологияны, әҙәби башҡорт телен тәртипкә килтереүҙә ҙур роль уйнай. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындарҙағы төрлө учреждениелар биналарында тупаҫ хаталар күҙәтелә. Комиссияға ошо йүнәлештә эште әүҙемләштереү мөһим”, - тине Премьер-министр урынбаҫары. Ошо айҡанлы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы закондың үтәлеше буйынса республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның Терминология хеҙмәте ағзаларына танытмалар әҙерләнгән – был уларға эштәрҙе ҡаршылыҡһыҙ үтәргә булышлыҡ итәсәк. Билдәле булыуынса, Терминология хеҙмәте составында беҙҙең "Башҡортостан" редакцияһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән тәжрибәле тәржемәсебеҙ Лилиә Дәүләтбәкова ла бар. Танытма тапшырылыу уңайынан уны ихлас күңелдән ҡотлап, эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Азат Бадранов “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында”ғы закондың үтәлеше буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның Терминология хеҙмәте ултырышын үткәрҙе. Сара аҙағында ул Терминология хеҙмәте ағзаларына танытмалар тапшырҙы. Азат Бадранов Терминология хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы өсөн бик мөһим булыуын билдәләне. Уның эше башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә, терминологияны, әҙәби башҡорт телен тәртипкә килтереүҙә ҙур роль уйнай.“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындарҙағы төрлө учреждениелар биналарында тупаҫ хаталар күҙәтелә. Комиссияға ошо йүнәлештә эште әүҙемләштереү мөһим”, - тине Премьер-министр урынбаҫары. Ошо айҡанлы “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында”ғы закондың үтәлеше буйынса республика Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның Терминология хеҙмәте ағзаларына танытмалар әҙерләнгән – был уларға эштәрҙе ҡаршылыҡһыҙ үтәргә булышлыҡ итәсәк. Билдәле булыуынса, Терминология хеҙмәте составында беҙҙең "Башҡортостан" редакцияһында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән тәжрибәле тәржемәсебеҙ Лилиә Дәүләтбәкова ла бар.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-06-29/terminologiya-he-m-te-a-zalaryna-tanytma-tapshyryldy-2858296
29 Июнь 2022, 22:15
ba
Рәсәйҙе күрмәҫкә тырышыу мөмкин түгел
Ошо көндәрҙә “Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының киңәйтелгән төбәк конференцияһы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, видеобәйләнеш аша Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар ҡатнашты. Сара 6 июндә – Рус теле көнөндә – осраҡлы үткәрелмәне. “Рустар соборы” рус теле һағында тора. Максим Забелин конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Азат Бадранов белдереүенсә, Рәсәй күп милләтле дәүләт булараҡ барлыҡҡа килгән һәм быуаттар буйына үҫешкән. Унда халыҡтар араһында бер-береңде мәҙәни яҡтан байытыу, хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу процесы даими барған. – Быуаттар буйына йөҙәрләгән этнос бергә йәшәй. Бында берҙәмлек һәм соборлыҡ – халыҡтарҙың рухи кимәлдә емерелмәҫ бер бөтөнгә берләшеүе сағыла. Был берҙәм территориаль һәм рухи киңлекте беҙ “Рәсәй” һәм “рус халҡы” тип атайбыҙ. Бөгөн рус теле аныҡ этносҡа ҡарауҙан да күберәкте аңлата. Ул бөтә Рәсәй халыҡтарын билдәләгән ҡиммәттәргә һәм нормаларға тәрән шәхси ынтылыу менән бәйле күңел торошо, берҙәйлек. Шуның менән бергә бөгөн рус мәҙәниәтен ситләштереүгә маташыу күҙәтелә. Рус мәҙәниәте һәм теле бойкотҡа дусар ителә, ә рус тарихы боҙоп күрһәтелә. Әммә тотош илде, етмәһә, Рәсәйҙең дөйөм кешелек тарихына индергән өлөшөн “кире ҡағыу” мөмкин түгел, – тине ул. Беренсе вице-премьер, Рәсәйҙең күп милләтле субъекты булараҡ тарихи үҫешкән Башҡортостанда республиканың бөтә халыҡтары өсөн уңайлы йәшәү һәм үҫешеү өсөн кәрәкле шарттар булдырылған, тип билдәләне.
Ошо көндәрҙә “Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының киңәйтелгән төбәк конференцияһы үтте. Уның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, видеобәйләнеш аша Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм башҡалар ҡатнашты. Сара 6 июндә – Рус теле көнөндә – осраҡлы үткәрелмәне. “Рустар соборы” рус теле һағында тора. Максим Забелин конференцияла ҡатнашыусыларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе. Азат Бадранов белдереүенсә, Рәсәй күп милләтле дәүләт булараҡ барлыҡҡа килгән һәм быуаттар буйына үҫешкән. Унда халыҡтар араһында бер-береңде мәҙәни яҡтан байытыу, хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм үҙ-ара дуҫлыҡты нығытыу процесы даими барған.– Быуаттар буйына йөҙәрләгән этнос бергә йәшәй. Бында берҙәмлек һәм соборлыҡ – халыҡтарҙың рухи кимәлдә емерелмәҫ бер бөтөнгә берләшеүе сағыла. Был берҙәм территориаль һәм рухи киңлекте беҙ “Рәсәй” һәм “рус халҡы” тип атайбыҙ. Бөгөн рус теле аныҡ этносҡа ҡарауҙан да күберәкте аңлата. Ул бөтә Рәсәй халыҡтарын билдәләгән ҡиммәттәргә һәм нормаларға тәрән шәхси ынтылыу менән бәйле күңел торошо, берҙәйлек. Шуның менән бергә бөгөн рус мәҙәниәтен ситләштереүгә маташыу күҙәтелә. Рус мәҙәниәте һәм теле бойкотҡа дусар ителә, ә рус тарихы боҙоп күрһәтелә.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-06-09/r-s-y-e-k-rm-k-tyryshyu-m-mkin-t-gel-2836061
9 Июнь 2022, 12:45
ba
Июль аҙағында еңеүселәр асыҡлана
Башҡортостан Башлығы гранты фонды Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республиканың халыҡ телдәрен  һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланы. Конкурсҡа ғаризалар быйыл 28 апрелдән 30 майға тиклем ҡабул ителде. Конкурс мәҙәниәт, белем биреү, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан халыҡтарының дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлеше буйынса  уҙғарылды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан конкурсҡа 138 ғариза ҡабул ителде. Иң күп ғаризалар түбәндәге йүнәлештәргә тура килә: Башҡортостан Республикаһында  дәүләт телдәрен һәм мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан халыҡтарының  телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй биләмәһендә башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү йүнәлеше. (54 ғариза). Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен, Башҡортостандан ситтә Рәсәй биләмәһендә башҡорт телен  һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, белем биреү һәм фәнни проекттарҙы булдырыу һәм тормошҡа ашырыу. (43 ғариза)        Республика муниципалитеттары араһында тапшырылған ғаризалар һанына күҙ һалғанда хәл түбәндәгесә: Өфө (69 ғариза), Сибай (7 ғариза), Стәрлетамаҡ (4 ғариза), Шишмә районы (3 ғариза).  Башҡортостан ойошмаларынан тыш,  гранттар  конкурсында  Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа  ҡатнаша алды, уларҙың проекттары Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә маҡсатланған. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән - Свердловск өлкәһенән (4 ғариза), Силәбе өлкәһенән (4 ғариза), Пермь крайынан (1 ғариза), Краснодар крайынан (1 ғариза), Мәскәү ҡалаһынан (1 ғариза), Ханты-Манси автономиялы округынан (1 ғариза) ғаризалар килде.  Әлеге көндә фонд тарафынан ҡатнашыусыларҙың конкурс талаптарына тап килеүгә ғаризалары тикшерелә. Тикшереүҙе үткән ғаризалар тураһында мәғлүмәт  грантыглавы102.рф. сайтында урын аласаҡ. Еңеүселәр июль аҙағында билдәле буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы гранты фонды Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республиканың халыҡ телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән грант конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙе тамамланы. Конкурсҡа ғаризалар быйыл 28 апрелдән 30 майға тиклем ҡабул ителде. Конкурс мәҙәниәт, белем биреү, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан халыҡтарының дәүләт телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү йүнәлеше буйынса уҙғарылды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙан конкурсҡа 138 ғариза ҡабул ителде. Иң күп ғаризалар түбәндәге йүнәлештәргә тура килә:Башҡортостан Республикаһында дәүләт телдәрен һәм мәҙәниәт, мәғариф, фән, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәһендә Башҡортостан халыҡтарының телдәрен, шулай уҡ Башҡортостандан ситтә Рәсәй биләмәһендә башҡорт телен пропагандалау, үҫтереү йүнәлеше. (54 ғариза).Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен, Башҡортостандан ситтә Рәсәй биләмәһендә башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү, популярлаштырыуға йүнәлтелгән яңы мәҙәни, белем биреү һәм фәнни проекттарҙы булдырыу һәм тормошҡа ашырыу. (43 ғариза) Республика муниципалитеттары араһында тапшырылған ғаризалар һанына күҙ һалғанда хәл түбәндәгесә: Өфө (69 ғариза), Сибай (7 ғариза), Стәрлетамаҡ (4 ғариза), Шишмә районы (3 ғариза). Башҡортостан ойошмаларынан тыш, гранттар конкурсында Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар ҙа ҡатнаша алды, уларҙың проекттары Башҡортостандан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә маҡсатланған. Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән - Свердловск өлкәһенән (4 ғариза), Силәбе өлкәһенән (4 ғариза), Пермь крайынан (1 ғариза), Краснодар крайынан (1 ғариза), Мәскәү ҡалаһынан (1 ғариза), Ханты-Манси автономиялы округынан (1 ғариза) ғаризалар килде. Әлеге көндә фонд тарафынан ҡатнашыусыларҙың конкурс талаптарына тап килеүгә ғаризалары тикшерелә. Тикшереүҙе үткән ғаризалар тураһында мәғлүмәт грантыглавы102.рф. сайтында урын аласаҡ.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-06-02/iyul-a-a-ynda-e-e-sel-r-asy-lana-2826414
2 Июнь 2022, 14:15
ba
Ултырыштар – туған телдә
Бөгөн Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов “Бәйләнештә” селтәренә район хакимиәтендә туған телдә үткән кәңәшмә тураһында яҙма ҡуйҙы. “Беҙ оператив кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенова халҡыбыҙҙың мәҙәни-рухи мираҫы тураһында һөйләне. Телде, йолаларыбыҙҙы һаҡлау, уларҙы киләсәк быуындарға тапшырыу – төп бурысыбыҙ. Был юҫыҡта райондағы ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, халыҡ байрамдары, милли фестивалдәр менән байытырға тырышабыҙ. Күптән түгел “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы Мәскәү ауылында “Мәскәү кистәре” тигән байрам үтте, унда төрлө халыҡтарҙың йолалары ҡатышты. Әле һабантуйҙар башланды. Бер майҙанда райондан сыҡҡан вәкилдәр, яҡташтар, илдең төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар йыйыла. Был беҙҙе берләштерә, социаль һәм рухи яҡтан байыта”, – тип яҙҙы район башлығы һәм оператив кәңәшмәнән фотоһүрәттәр менән бүлеште. Ултырыштар – туған телдә
Бөгөн Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов “Бәйләнештә” селтәренә район хакимиәтендә туған телдә үткән кәңәшмә тураһында яҙма ҡуйҙы.“Беҙ оператив кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн урындағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Гөлшат Хөсәйенова халҡыбыҙҙың мәҙәни-рухи мираҫы тураһында һөйләне. Телде, йолаларыбыҙҙы һаҡлау, уларҙы киләсәк быуындарға тапшырыу – төп бурысыбыҙ. Был юҫыҡта райондағы ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар, халыҡ байрамдары, милли фестивалдәр менән байытырға тырышабыҙ. Күптән түгел “Айыҡ ауыл” конкурсына ярашлы Мәскәү ауылында “Мәскәү кистәре” тигән байрам үтте, унда төрлө халыҡтарҙың йолалары ҡатышты. Әле һабантуйҙар башланды. Бер майҙанда райондан сыҡҡан вәкилдәр, яҡташтар, илдең төрлө тарафтарынан ҡунаҡтар йыйыла. Был беҙҙе берләштерә, социаль һәм рухи яҡтан байыта”, – тип яҙҙы район башлығы һәм оператив кәңәшмәнән фотоһүрәттәр менән бүлеште.
Телгенәм - бергенәм
false
https://bashgazet.ru/articles/telgen-m-bergen-m/2022-05-31/ultyryshtar-tu-an-teld-2824361
31 Май 2022, 23:15